Эш алтында түгел: Хикәйәләр



бет3/3
Дата04.07.2016
өлшемі1.02 Mb.
#177319
1   2   3
КЕМ УЛ БАЛЫҠСЫ?

Таң. Ағиҙел өҫтөндә һәттәй аҡ томан боҫрай. Шул томан аша яр буйында бер нисә ҡарасҡы күҙгә салына. Уларҙы ныҡ иғтибарлап ҡараһаң, ҡармаҡ сыбыҡтарын күреп, балыҡсылар икәнен шәйләйһең. «Иртә таңда балыҡ яҡшы ҡаба», мин күршебеҙ Хәкимйән бабайҙың һүҙен иҫләйем: «Иртәсел балыҡсы ғына ысын балыҡсы ул».

Ә кем һуң балыҡсы?

Ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла йылға буйына балыҡ ҡармаҡларға сыҡмаған кеше бик һирәктер. Мин үҙем дә балыҡ ҡармаҡлауҙан ләззәт табам. Балыҡҡа йыш йөрөүемә шул Хәкимйән бабай сәбәпсе булғандыр, күрәһең. Үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш

70




тигәндәй, Хәкимйән бабай кәүҙәгә бәләкәй генә булһа ла, олпат һаҡал йөрөтә торғайны.

Шуғалыр ҙа әсе теллеләр уға «меңҡарыш» тип ҡушамат таҡҡандар. Хәйер, уның икенсе ҡушаматы ла бар ине: «Балыҡсы Хәкимйән», һуңғы ҡушаматын тәүгеһе һымаҡ күңеленә ауыр алманы ул, киреһенсә, ирәйеп китә торғайны. Эйе, был ҡушамат уға бик тә тап килә ине. Күп ваҡыт Хәкимйән бабайҙың Ағиҙел буйында оҙон ҡармаҡ сыбығы менән балыҡ ҡармаҡлағанын күрергә була ине. Уның менән мин аңғармаҫтан ғына танышып киттем.

...Балыҡ эләкмәүенә йән көйөп, ҡармаҡ сыбығымды тегеләй ҙә былай ҙа тартҡылайым, һуйылды һыуға шапылдатып һуғам.

  • Эй, балыҡсы, балыҡты ҡурҡытаһың бит!

Мин был тауышҡа һиҫкәнеп, артыма боролоп ҡарайым, артымда, оҙон һаҡалын һыйпаштырып, мут йылмайып бер бабай тора ине.

  • Балыҡ тыныс ултырған, түҙемле кешеләргә генә эләгә. Теләйһеңме иртәгә минең менән балыҡҡа барырға? — тип ҡапыл миңә тәҡдим яһай ул.

Әлбиттә, мин һис һүҙһеҙ риза.

Иртәнге йоҡо бик тәмле була. Ләкин ҙур көс менән үҙемде еңеп, ҡармаҡ сыбығымды алып, бабай артынан эйәрәм.

  • Балыҡсы ялҡау булырға тейеш түгел, — тип миңә бармаҡ янай ул минең йыш-йыш иҫнәүемде күреп, — иртәнсәк балыҡтың иң ҡапҡан мәле.

Беҙ ауылдан сыҡҡас тау артылабыҙ. Аҫта иҫ киткес матур күренеш. Яңы сығып килгән ҡояш урман-болондарға тәүге нурҙарын һибә. Йылғала аҡ томан күтәрелә.

Беҙ ҡош тауыштарын тыңлай-тыңлай, ысыҡ кисеп тауҙан йылға буйына төшәбеҙ. Мин ысыҡтан билгә тиклем лысма һыу булып, сирҡанып өшөнөм. «Болот-

71


ный» итеген бот төбөнә хәтлем тартып кейгән Хәкимйән ҡартҡа ҡарап, көнләшеп ҡуям. Йәшәгән кеше йәшәгән инде.

Бына, ниһайәт, бабай күңеленә оҡшаған ер тапты шикелле, ярҙарын таллыҡ баҫҡан ятыу эргәһенә килгәс, ҡармаҡтарҙы әҙерләргә ҡушты. Баҡһаң, иртә менән күп балыҡтар ошондай урындарҙы үҙ итә икән. Ә көндөҙ, кискә ағым һыулы шаршыға күсәләр ти.

Минең балыҡ тотоу ҡорамалдарын күреп ул аптырап бот сапты, ризаһыҙлығын белдерҙе:

  • Балыҡ аңһыҙ тиһеңме, ул һәр бер нәмәгә иғтибар итә, һинең был нәмәләреңде күреп, балыҡ өркә лә инде, — тип ул тәжрибәһе менән уртаҡлашырға тотона. — Ҡармаҡ ебең бигерәк йыуан, уның йыуанлығы мөһим түгел, ныҡлығы кәрәк, тип миңә үҙ «наборынан» нәҙек кенә япон ҡармаҡ бирә. Минең ялтыр ҡармаҡтар ҙа уға оҡшамай, уны ҡара ҡармаҡҡа алмаштыра. Ҡармаҡ менән ҡармаҡ ебен бәйләүҙең дә үҙ техникаһы бар икән. Төрткөстө бөтөнләй алып ташларға ҡуша. Ул таҙа һыуҙа балыҡты ҡурҡыта ғына икән. Ҡармаҡты емләргә булғас, мин кисә йыйған селәүсендәрҙе «списать» итеп үҙенең емдәрен тәҡдим итә.

  • Бына — ҡабыҡ ҡуңыҙы. Уны ажау, опто ярата. Сиңерткәне емләһәң, сабаҡ эләгеүе ихтимал. — Ҡарттан ошолай «инструкция» алғас, ул ни ҡыланһа, шуны ҡабатлап, балыҡ тоторға ултырам. Ни ғәләмәт. Бер нисә минуттан минең ҡармаҡ ебе хәрәкәткә килә, апаруҡ ҡына ажауҙы һөйрәп тә сығарам.

  • һай, афарин, — тип минең уҡытыусым ҡыуана.

Ошо хәлдән һуң әҙ генә буш ваҡыт тапһам, ҡарт

артынан балыҡҡа эйәрәм. Балыҡҡа йөрөгән һайын ысын балыҡсының кем икәнен аңлай барам. Тәмәке тартырға яратҡан Хәкимйән бабай балыҡ ят еҫте ете

72




ҡат ер аҫтынан һиҙә, тип үҙен тәмәке тартыуҙан тыя. Балыҡ ҡармаҡлағанда бабай бар нәмәне онота, ҡыҫыҡ күҙҙәре йылғаға төбәлә. Был хәтлем тексәйеүенә нисек күҙе талмай икән, тип аптырап ҡуям. Ҡармаҡ ебе ҡыбырлаһа, ул да хәрәкәткә килә, йөҙө еңелсә күңелләнә. Юҡ, унда ҡомһоҙлоҡ тигән нәмә булманы, балыҡ эләкмәһә, бөгөн балыҡтың кәйефе юҡ икән, иртәгәге көн кем менән уртаҡ, тиер ине ул.

Хәкимйән бабай браконьерҙарҙы күрә алманы. Йылғала осраған ау һәм мурҙаларҙы йыртыр, теткеләр ине. Шундай ҡырын эш менән шөғөлләнеүселәрҙе тотоп әрләр булды.

Шуғалыр ҙа браконьерҙар унан уттан ҡурҡҡандай ҡурҡты, енәйәт юлында осрамаҫҡа тырыштылар.

  • Балыҡсымын тигән балыҡсыны, ҡомһоҙлоҡ йәки эшһеҙлек йөрөтмәй ул. Ә саф йылға һауаһын һулау, тәбиғәт менән аралашыу теләге йөрөтә. Хәкимйән бабайҙың был һүҙҙәре балыҡҡа йөрөгән һайын иҫкә төшә. Ысынлап та, йылға буйына барып ҡайтһаң, тәндәр яҙылып ҡала, күңел күтәрелә, ләкин балыҡты ҡармаҡҡа ғына тотаһы урынға, ҡайһы берәүҙәр енәйәт юлына баҫа, браконьерлыҡ итә. Ул бахыр балыҡты тотоп ашау өсөн нимә генә ҡулланмай: ау, йылым, мурҙа, шартлатҡыс матдәләр, ағыу — барыһы ла бар. Был хәҙер ғәҙәти күренешкә лә әүерелде инде. Уларға закон да юҡ.

Эштәр ошолай дауам итһә, тиҙҙән беҙ йылға- күлдәребеҙҙә балыҡ әҫәрен бөтөнләй күрмәйәсәкбеҙ. Ә балыҡһыҙ йылға йылғамы ни ул? Киләсәк быуынға беҙ нимә ҡалдырырбыҙ, уларҙың йылға буйында рәхәтләнеп балыҡ ҡармаҡлағыһы килмәҫме икән?

Кем ул балыҡсы?

Ошо һорауҙы биргәндә, мин Хәкимйән бабай кеүек балыҡсыларҙы күҙ алдына килтерҙем. Тап уның кеүек

73




балыҡ ҡармаҡлауҙан кинәнес тапҡан, һәр төрлө ҡомһоҙлоҡҡа сик ҡуйыу өсөн көрәшкән балыҡсы ғына ысын балыҡсы ул.

БАР ШУНДАЙ ЕГЕТТӘР...



Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ бүрене һыбай баҫтырып, суҡмар менән һуғып алғандар. Эйе, ул ваҡытта халыҡ ғәйрәтле булған шул. Уларҙың ашағаны ит тә, эскәне ҡымыҙ булған. Саф һауа һулап, таҙа һыу эсеп ауырыуҙың ни икәнен дә белмәгәндәр. Бабаларыбыҙ тәбиғәт балалары булған, улар уға табынғандар, уны хәлдән килгәнсе һаҡлағандар. Был борон булған. Тормош хәҙер шул тиклем үҙгәрә. Күптәр яҡшы яҡҡа, ти. Кеше тынсыу таш йорттарҙа йәшәй, крандан әҙер, бысраҡ һыу эсә, урамға сыҡһа, газлы, ағыулы һауаны һулай, көнөн-төнөн телевизорға йә компьютерға текләп хәрәкәтһеҙ ултыра.

Тәбиғәтте лә беҙ хәҙер американдар төшөргән фильмдарҙа ғына күрәбеҙ.

һунарсы тип мылтыҡ тотҡандарҙың бар донъяһын онотоп мөхәббәт йыры йырлаған һуйыр-ҡорҙарға, өңөндә биш төш күреп тәрән йоҡо менән йоҡлаған айыуҙарға, әҙәм, бәлки миңә теймәҫ, тип һаҡһыҙлығын юғалтҡан мышы-коралайҙарға ғына көсө етә.

Ә беҙҙең урмандарҙа бүреләр шашына. Ҡоралайҙарҙы көтөүҙәре менән юҡҡа сығарҙы, мышы-марал- дарҙы тамаҡлап юҡ хәлгә еткерҙе. Урманда аҙыҡ бөткәс, «урман санитарҙары» ауылға һөжүм башланы. Кәртәләргә инеп малды тамаҡлау, үҙенең ҡәрҙәше эттәрҙе ҡырыу районыбыҙҙың һәр бер ауылында тиерлек булып тора. Тора-бара йыртҡыстарҙың әҙәмгә лә ташланыу ихтималлығы көн кеүек асыҡ. Хәйер, элекке йыл районда бер кешенең ғүмерен бүреләр ҡыйҙы ла инде. Ул бахыр леспромхоз участкаһында ҡарауыл

74




сы булып эшләгән. Будкаһынан сығып, һыуға барғансы, бүреләр уны ҡамап та алғандар. Бахырыңдың кейгән быймаһында ғына ит әҫәре ҡалған.

Бер нисә йыл элек Ағиҙел ҡасабаһында ла бер көтөү бүре хасил булды. Минең кәртә-ҡураны «тикшереп» сыҡҡандар (мин ауыл ситендә йәшәйем), мал аҙбарының ишеген кимергәндәр. Шул уҡ көтөү эңерҙә ауыл уртаһында йөрөгән. Кешеләр уларҙы эттәр тип, айырым иғтибар бирмәгән.

«Урман санитарҙары» йылдан-йыл шулай ишәйә. Ололар әйтеүенсә, һуғыш ваҡытында ла ул хәтлем булмаған. Эйе, бүре аулауға таҫыллыҡ, оҫталыҡ, дәрт кәрәк. Ундай һунарсылар бик һирәк шул беҙҙә.

Шулай ҙа улар бар.

Мин һөйләйәсәк һунарсы Исламбай ауылы егете — Мырҙағолов Вәкил. Ул Бөрйән урман хужалығының Үрге Нөгөш лесничествоһында лесник булып эшләй. Был теремек кенә ир 30 йәштәр тирәһендә. Әйткәндәй, уның олатаһы Низаметдин данлыҡлы һунарсы булған.

  • Ғүмеремдә бөтәһе 15 бүре алдым, — ти Вәкил, — дүртәүһен — тере көйөнсә.

  • Нисек инде! — мин аптырап киттем, — тере килеш, улай мөмкин түгел дә инде.

  • һыбай баҫтырып, ҡороҡлап тотам мин уларҙы.

  • Нисек? — тип мин һаман ышанмайым.

Ул һунарын тасуир итергә тотондо. «Ауыл тирәһенә бер көтөү бүре килеп киткәнен эҙҙәренән күргәйнем инде. Атҡа ултырҙым да, һыбай улар артынан ҡыуырға төштөм. Яурында мылтыҡ, ҡулда — осона ҡороҡ бәйләнгән оҙон һайғау, кеҫәлә бүрене бәйләргә ныҡ бау».

  • Ниңә атып ҡына алмаҫҡа? Тере бүрене тотоуы хәүефле түгелме һуң? — тип аптырайым.

  • Аттың да алдың — улай минең өсөн һунарҙың ҡыҙығы юҡ. Борон суҡмар менән һуғып алғандар әле,

75


ә мин тере килеш тотам, — тип ул мине хайран ҡалдыра.

Ҡар тэрэн генә, шулай ҙа ат ырамлы саба. Ә бүреләр тәрән ҡарҙа тиҙ арый. Бер нисә саҡрым үткәс, ҙур-ҙур өйөмдәр итеп бүреләр ҡоҫҡан ит киҫәктәре күренеп-күренеп ҡала.

«Әһә, мин әйтәм, хәлегеҙ мөшкөлмө?» Улар арыһа шулай итә.

Күп тә үтмәй, ҡара нөктә булып ике бүре күренде. Нөктә ҙурайғандан-ҙурайҙы. Бына мин уларҙың эргәһендә тиерлек. Бүреләрҙең ауыр һулаған тауыштары ҡолаҡҡа салына. Баштарын бороп миңә ҡарап-ҡарап алалар.

Бер үҙәкте төшөп, тауға үрмәләгәндә берәүһенең хәле бөтөнләй бөттө. Мин эргәһенә йәтешләп кенә килдем дә, элмәкте бүренең муйынына элдем. һайғауым яңылыш ҡулымдан ысҡынып китте, аттың ҡорһағын теге ҡәһәрең саҡ эләктереп алманы. Мин тағы ныҡышып, тегенең муйынын ҡороҡлап алам. Аттан төшә һалып, арҡан менән сырмап та ҡуям.

Шунан икенсеһен ҡыуырға киттем, уныһы алыҫ китеп өлгөрмәгән ине әле. Был бүрене лә ҡороҡҡа алып, бер ауырлыҡһыҙ ғына сырмап ҡуйҙым.

Атҡа сана егеп, ауылға бүреләрҙе тере килеш һалып алып ҡайттым. Ауыл халҡы барыһы ла ҡарарға сыҡты. Бына шунда инде үҙеңде батыр итеп хис итәһең, ғорурлыҡ тыуа — бүрене тере көйөнсә ал әле?!

Өйҙә уларҙы эт һымаҡ сылбырҙа тоттом. Ашарға һалһам — ашаманылар. Уларҙың ғүмерҙәрен ҡыйырға ла ашыҡманым, йәшәһендәр әйҙә! Миңә улар менән аралашыу ҡыҙыҡ ине. Бар донъяның ҡотон алып йөрөгән януарҙар бахырға әүерелде. Миңә уҫал күҙҙәрен ялтыратып, тештәрен ыржайтып-ыржайтып алалар-алыуын, ләкин шунан да артыҡ үтә алмайҙар.

Шулай. Бүреләр миндә йәшәр ҙә йәшәр ине, ҡапыл ғына командировкаға китеү сәбәпле, хәүефһеҙ

76




лек өсөн (өйҙә балалар, ҡатын бар) атырға тура килде. Шунан һуң тағы ат менән ҡыуып ике тере бүре алдым, — тип ул еңелсә генә, әйтерһең ҡуян тотҡан, әйтеп ҡуйҙы.

  • Охотсоюзда тораһыңдыр әле? — тип, мин уға күҙ ҡыҫам.

  • Торам. Охотсоюзға армиянан ҡайтҡас та индем. һунарға иҫ белә башлағандан алып йөрөйөм. Тәүҙә ҡуянға тоҙаҡ ҡорҙом. Ҡулға мылтыҡ төшөргәс, сел, ҡор, һуйыр, төлкөләр атып ала башланым.

  • һунарсыны данлаһалар, айыу һанына ҡарап әйтәләр. Нисә айыу алдың?

  • Айыу алғаным булманы, — тип миңә ул көтөлмәгән хәбәр һалды, — миңә бүреләрҙе тере килеш тотоуы ҡыҙыҡ. Күпме ул тәбиғәткә зыян килтерә. Былтыр бер үҙәктә (ҡар тәрән ине) 12 мышыны ҡамап, тамаҡлағандар. Ҡоралайҙар күп ине. Уларҙы көтөү- көтөүе менән юҡҡа сығара. Ә ауыл малдарын ҡыры- уын һөйләп тораһы ла юҡ.

  • Бүреләрҙе ыҙалыҡ менән алһаң да, уның премияһы юҡ хәлендә лә инде.

  • Нишләп булмаһын, ти. Инә бүрегә мең ярым, ата бүрегә — мең. Хәйер, эш премияламы? Мин тәбиғәткә күпме файҙа килтерәм. Бына быйыл беҙҙең яҡҡа килеп кенә сыҡһындар әле, арт һабағын уҡытасаҡмын.

Бүреләр — аңлы хайуан. Ҡайҙа яҡшы һунарсы бар — ул тирәгә килергә ашыҡмайҙар.

ЮЛДА ОСРАШЫУ

Үлән баҫҡан урман юлынан атлайым. Күптән бында техника, хатта кеше йөрөмәгәне күренеп тора. Йыш ҡына эреле-ваҡлы йәшкелтем күләүектәр, юлға сереп йығылған ағастар осрай. Юлдың тирә-яғын әҙәм

77

I




үтмәҫлек шырлыҡ баҫҡан, билгә тиклем үҫкән уҫаҡ үҫентеләре юлға уҡ килеп сыҡҡандар.

Тора-бара шырлыҡ һирәгәйер тиһәм, киреһенсә, ҡуйырғандан-ҡуйыра бара. Ҡош тауыштарына һоҡланып килгән дәртле йөрәктә шомланыу билдәһе барлыҡҡа килә. Ырамлы аҙымдар һүлпәнәйгәндән- һүлпәнәйә. Хәҙер ҡаршыға бына-бына тешен ыржайтып айыу-бүре килеп сығыр кеүек. Кеҫәләге бәкене һәрмәйем, фотоаппаратымды алып түшкә аҫам. Ауылға барыу өсөн техника юлын һайламауыма үкенеп тә ҡуям. Йәнәһе, ауылға тура барам, тәбиғәтте күрәм, имеш. Урау булһа ла юл яҡшы, тигән мәҡәл дә иҫкә төшә.

Ҡолаҡ һәр бер ҡыштырлауға, һәр бер тауышҡа «ҡарп» итеп ҡала. Аяҡ аҫтынан тигәндәй, мине тертләтеп, бер нисә һуйыр ҡанаттарын ауыр елпеп осоп сыға. «Юлға таш сүпләргә төшкәндәрҙер», тип уйлап ҡуям. «Ә әгәр берәй йыртҡыс хайуан шулай йомош табып килеп сыҡһа?» Минең тәнем ирекһеҙҙән зымбырлап ҡуя.

Ҡапыл танауға, саф һауаны еңеп, ниндәйҙер ят еҫ бәрелә. Мин эт һымаҡ танауҙы үргә сөйөп, йыш-йыш тирә-йүнде еҫкәп тын алам. «Үләкһә, ҡан еҫе. Бындай еҫ айыуҙан ғына килә түгелме һуң әле?» Минең йөрәк жыу итеп ҡала. Нишләптер ҡулдар бәкегә түгел, фотоаппаратҡа йәбешә. «Профессиональ ғәҙәт» тип үҙемдән күңелһеҙ генә көлөп ҡуям. «Әгәр айыу килеп сыҡһа», тип ҡотолоу өсөн төрлө юлдар эҙләйем. Ҡурҡҡанда баш тиҙ эшләй икән ул. «Ҡасһам, барыбер ҡыуып етәсәк, ағас башына менһәм дә унан ҡотолоп булмаясаҡ, сөнки ул минән күпкә етеҙерәк». «Айыу менән күҙгә-күҙ осрашҡанда, ҡурҡҡаныңды күрһәтергә ярамай», тигән кемдеңдер бер ҡатлы һүҙен иҫкә төшөрәм. Күҙгә-күҙ, бер ниндәй ҡоралһыҙ айыу

78




менән осраш та имеш, ҡурҡма. «Айыу менән осрашҡанда йөҙөнә тура ҡарама, ҡасырға ынтылма, торған урыныңда бер ниндәй хәрәкәт эшләмә, ҡат та ҡал», тигән тағы бер аҡыл эйәһенең һүҙе иҫкә төшә. Исмаһам, бына быныһына ышанырға була. Мин бер ниндәй хәрәкәт эшләмәй ҡатып ҡалғанмын. Миңә айыу теймәйәсәк хәҙер, тип үҙемдән көләм.

Ә ҡайҙа һуң айыу? Ҡурҡҡанға ҡуш күренә, тигәндәй. Ә еҫ? Етмәһә, алда ҡорт иләүе кеүек мыжғыған тауыш сыға. «Айыу берәй солоҡто пыран-заран килтереп йөрөмәйме икән?» — тип уйлап та алам. Мыжғыған тауыш, нишләптер, юл уртаһында ятҡан, ярайһы ғына елле күләүектән сыға. Туҡта. Күләүектә нимәлер ҡыбырлай түгелме һуң? Мин уйлап та өлгөрмәйем, күләүектән бер ҡарасҡы ырғып тора. Минең ҡот әҫәре ҡалманы. Ҡарасҡы әҙерәк кенә сабып бара бирҙе лә, миңә ҡарап ҡатып ҡалды. Мышы. Алдағы ҡарасҡыны танығас, йөрәккә йылы йүгерҙе. Ә ул нишләп был күләүектә ята һуң әле? Мине шул һорау ҡыҙыҡһындырҙы. Ә эш нимәлә икән — себен-серәкәй, күгәүендәр- ҙән ҡасып ятҡан да инде, бахырың. Эйе, йәй етһә, шул мәхлүктәрҙән хайуандарға көн юҡ инде ул. Күпселек йәнлектәр себен-серәкәйҙәрҙән ҡасып, тау һырттарына һыйыналар. Еләҫ булғанға микән, себен- серәкәй бындай урындарға ерекһенмәй. Әлеге осраған мышы күләүектә себен-серәкәйҙән ҡотолорға үҙенсә әмәл тапҡан. Таш кеүек миңә ҡарап ҡатҡан мышы эргәһендә йөҙҙәрсә, меңдәрсә себен-серәкәй мыжғый, насар еҫ тә шул мышынан килә икән. Мин ысын күңелдән хайуанды йәлләп ҡуйҙым. Фотоаппаратымда бер-ике кадр эшләп, тыныслығын боҙған өсөн мышынан ғәфү үтенеп, был тирәнән тиҙерәк китеү яғын ҡараным.

79


«БӨРЙӘН АЙЫУСЫҺЫ»

ЙӘКИ БЕР КАРТИНАНЫҢ ТАРИХЫ

Башҡортостан рәссамы Александр Кузнецовтың «Бөрйән айыусыһы» тип исемләнгән картинаһы бар донъяға мәғлүм. Юҡҡа ғына ул картина бүтән бөйөк рәссамдарҙың картиналары менән бер рәттән Мәскәү ҡалаһының Третьяков галереяһында һаҡланмай.

Картинаға күҙ һалһаң унда иң беренсе ябайлыҡ күҙгә ташлана. Рәссам картинаны яҙғанда төрлө алымдар ҙа, ҡатмарлы мәғәнәләр ҙә ҡулланмаған. Бәлки шул ябайлыҡ картинаны бөйөк итәлер ҙә инде. Картинала мөһабәт кәүҙәле, ғорур, ҡурҡыу белмәҫ йөҙлө, үткер ҡарашлы һунарсы һүрәтләнгән. Уның прототи- бы беҙҙең яҡ кешеһе (Бөрйән районы, Ҡыҫыҡ ауылы) икәнен күптәр белмәйҙер ҙә. Мин уның менән таныштырып үтәйем әле — Мырҙағолов Низаметдин Ғиниәт улы була ул.

Ҡыҫыҡ тигән ауыл хәҙер юҡ инде. Ауыл Исламбайҙан ете саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан булған. Ул ауылда 16 өй булып, шунса ғаилә көңгөр-ҡаңғыр донъя көткән, мал аҫраған, бала-саға үҫтергән. Ҡыҫыҡ ауылында үҙенә күрә дүрт класлыҡ мәктәп тә булған. Ғүмер үтә торған, ауыл ҙураяһы, халыҡ күбәйәһе урынға, киреһенсә, ауыл халҡы Исламбайға күсеп Ҡыҫыҡ ауылы ташландыҡ иҫәбенә ингән. Ауылдан иң һуңғыларҙан булып Мырҙағолов Низаметдин ғаиләһе киткән. Әлеге көндә уның ғына өйө бура көйөнсә һаҡланған.

Мин был мәғлүмәттәрҙең барыһын да Низаметдин- дың иң кесе улы Хәйретдин ағайҙан һорашып-беле- шеп ултырам. Ул ары ошоларҙы тасуир итә:

  • Атайым 1892 йылда донъяға килгән. Бала сағы ауырлыҡта үткән. Йәшләй генә кәләш алған. Өс ҡатыны булған. Өс әсәйҙән ете балаһы тыуып, уларҙы

80




тәрбиәләп үҫтергәндәр, башлы-күҙле иткәндәр. Атайым ҡатындарына бик итәғәтле булды. Буштан юҡҡа орошоп бармаҫ, тура һүҙле, бик ғәҙел ине. Бер нисә тиҫтә алыҫлыҡта ятҡан Әүжән ауылы урыҫтары беҙҙең яҡтағы киң ерҙәргә, сабынлыҡтарға дәғүә иткән. Атайым ошонда үҙ еренә һаҡсы урынына торҙо. Уларҙы әрләп-орошоп, әгәр һүҙҙәрен аңламаһа, туҡмап та ҡайтарған мәлдәре булды. Эйе, ул бик ғәйрәтле кеше ине. Атайым ғүмер буйына лесник булып эшләне. Ғүмерен урман, кейек-ҡош һаҡлауға арнаны. Браконьерҙар унан уттан ҡурҡҡандай ҡурҡа торғайны. Эйе, ул ваҡытта урмандар ҡуйы, йәнлек-ҡоштарҙың иҫәбе-хисабы юҡ. Айыу-бүреләр ҙә күп. Айыу көпә- көндөҙ ауыл урамында йөрөй торғайны (бәлки айыуҙар Бөрйән урамында йөрөй тигән һүҙ шул мәлдән ҡалғандыр). Беҙҙең дә бер мәл күҙ терәп торған һыйырыбыҙҙы айыу ауыл уртаһында йығып ҡуйҙы. Район әҙерләүҙәр контораһы айыу атырға план бирә торғайны. Әгәр һунарсы айыу алһа, премияһы ла булды — һарыҡ бирҙеләр. Айыуҙың тиреһе ул мәлдә бик осһоҙ — дүрт һум ине. Ите лә бер һумдан артманы. Атайыма военкомат айыу атырға тип винтовка биреп ҡуйҙы.

1960 йылдарҙа шикелле, беҙҙең яҡтарҙа бер кешене айыу ашаны. Ҡырҙан был кеше ашаусы айыуҙы ауларға һунарсылар килтереп тултырҙылар. Улар ныҡ ҡоралланғайны, һәр береһендә ете яһаулы карабин. Атайым уларҙы бик оҫта һунарсылар, ти торғайны. Осоп барған һуйырҙы ла атып алырҙар. Айыу ауларға атайымһыҙ йөрөмәнеләр. Йыртҡыс көндөҙ, ғәҙәттә, йылға буйында әрәмәлектәрҙә, һаҙлыҡтарҙа, суҡраҡтарҙа ята. Атай: «Шундай ерҙәргә тәүҙә мине ебәрәләр, тип һөйләй торғайны. — Мин айыу менән күҙгә-күҙ осрашып, эш бөткәс, улар ах та ух йүгереп килеп етәләр. Әлбиттә, айыу һаны уларға яҙылды, премия ла эләкте». Хәйер, атайым бер ҙә шунса айыу алдым, тип

81




шапырынып йөрөмәне. Унан: «Нисә айыу алдың?» тип һораһалар, Алла ғына белә, тип әйтер ине. Шулай ҙа ул алған айыуҙарын күңелендә һанап йөрөгән икән. Рәссам Александр Кузнецов беҙгә килгәс, уға асылып, нисә айыу алғанын әйтте. Хәтеремдән сыҡмаһа 120 тирәһе, шикелле.

Александр Кузнецов беҙгә бер нисә рәт килде. Тәүгеһе, 1953 йылдар булды, шикелле. Атайым уны урмандар гиҙҙереп, тауҙар арттырып алып йөрөнө. Кузнецовҡа ауыл тормошо бик оҡшаны. Малдарҙың көтөүҙән ҡайтыуы, көтөүгә китеүҙәре уның иғтибарынан сыҡманы. Әсәйемдең һыйыр һауыуы ла, икмәк бешереүе лә рәссамдың күҙ уңынан ысҡынманы. Атайымды ул Өфөгә ҡунаҡҡа саҡырыр ине. Атайыма нишләптер баш ҡалаға барырға форсат теймәне. Бер ағайыма Кузнецовта ҡунаҡта булырға тура килде. Ҡайтҡас, Кузнецовтың ғаиләһенең бик ҡунаҡсыл икәнен иҫе китеп һөйләне. Нимә генә ашатманылар, нимә генә эсермәнеләр, хатта беҙҙең йолаға кереп, өҫтәлдә түгел, иҙәнгә ултыртып ашаттылар, тип һөйләй торғайны.

  • Александр Кузнецовтың рәссам икәнен белә инегеҙме? — тип Хәйретдин ағайға төп һорауҙы бирәм.

  • Белмәй ни, Кузнецовты бында алып килгәндә үк район түрәләре атайыма тәбиғәтте һүрәткә төшөрөргә килгән, ҡайҙа теләй, шунда алып бар, тип әйтеп киткәйнеләр.

Беҙ, ауыл егеттәре, (мин ул ваҡытта армиянан саҡ ҡайтҡайным) атайым ҡамасауламағыҙ, тип орошһа ла, Кузнецовтың бер күҙен ҡыҫа биреберәк, бар донъяһын онотоп һүрәт төшөргәнен ҡарарға ярата торғайныҡ. Ул атайымды ла, әсәйемде лә, ҡусты-ағайҙарымды ла һүрәткә төшөрҙө.

Эйе, Александр Кузнецов та, Мырҙағолов Низамет- динды тәү күргәндә уның бөйөк картина прототибы

82




булыуын күҙ алдына ла килтермәгәндер. Низаметдин ҡарт та рәссамдың һүрәтенә эләгеп, йөҙө мәңгелеккә картинала ҡалыуын уйламағандыр. Бәлки, рәссам эш араһында этюдтарҙан арынып Низаметдин ҡарттың йөҙөн һүрәткә эләктергәндер. Бәлки, башҡорт кешеһенең мөһабәт йөҙө күҙенә салынғандыр. Бәлки, бәлки... Беҙгә улар мәғлүм түгел.

Ҡалай ғына булһа ла, был ике кешенең осрашыуы бушҡа булмаған. Бөрйән районының Ҡыҫыҡ ауылы кешеһе Мырҙағолов Низаметдин һынында А. Кузнецов ҡулынан «Бөрйән айыусыһы» тип исемләнгән бөйөк картина тыуған.

БЕРЛЕКТӘ — ТЕРЕКЛЕК



Күҙ асҡыһыҙ бурандар, ҡаты һыуыҡтар башланһа, бар тәбиғәт үлеп ҡалғандай өнһөҙ ҡала. Ләкин был тәүге ҡарашҡа ғына шулай күренә.

Урманда йөрөгәндә иғтибарлы булһаң, ҡайҙалыр тумыртҡа туҡылдағаны, ҡарға ҡарҡылдағаны, һайыҫҡан шыҡырыҡлағаны, төрлө-төрлө турғайҙарҙың сырылдауын ишетәһең. Аңғармаҫтан аяҡ аҫтынан ҡор, сел осоп сығып китә. Ағаста тейен күренеп ҡала. Көтмәгәндә мышы-маралға осрайһың.

Ғәҙәтенсә, ҡышҡы ауыр ваҡыттарҙа йәнлек-ҡоштар өйөр, көтөү, тупҡа берләшә. Был уларға бергәләшеп аҙыҡ табырға, һыуыҡтан, дошмандарынан һаҡланырға ярҙам итә.

Беҙ ауыл ерендә йыш ҡына күмәкләшеп осоп йөрөгән турғайҙарҙы, күгәрсендәрҙе күрәбеҙ. Уларҙың береһе аҙыҡ тапһа, артынан ҡалғандары ла осоп килеп етә. Сел, ҡор, ҡарабаш турғайҙар, тупҡа берләшеп, ҡыштың ауырлыҡтарын бергәләп еңел үткәрәлер.

83




Бүреләр ҙә ҡыш етеү менән өйөргә туплана. Уларға өйөргә тупланыу һунарҙы күпкә еңеләйтә — ҡорбанын ҡамап еңел тоталар. Яңғыҙ бүренең көсө етмәҫ мышыны күмәкләп, еңел генә тамаҡлай алалар. Хатта «урман хужаһы» айыуҙы ла, өңөндә ятҡанын һиҙеп ҡалһалар, аямайҙар.

Ҡыш маралдар ҙа көтөүгә туплана. Миңә бер нисә йыл элек маралдарҙың көтөүенә тап булырға тура килгәйне.

Беҙ Байғаҙы ауылы тирәһендә машинала елдерәбеҙ. «Ҡапыл ялан ситендә маралдар күренде. Улар, беҙҙе күрһәләр ҙә, юлдарын беҙгә ҡаршы дауам иттеләр. Бәлки, арттарынан бүреләр төшкәндер. Бәлки... Ҡалай булһа ла, бер рәт теҙелгән 11 марал беҙҙең яҡҡа саба ине. Ҡар тәрән генә. Алда килгән мөһабәт кәүҙәле ата марал юл яра. Ҡалғандары уның артынан эйәргән. Ялан уртаһына еткәс, алдағы марал икенсе марал менән урындарын алмаштыра. Мин бер туҡтауһыҙ фотоаппаратымды шыҡылдатам. Был күҙгә-күҙ осрашҡан, матур, һомғол хайуандарҙы нисек булһа ла күберәк фотоға төшөрөп ҡалырға тырышам.

Маралдар беҙҙең эргәлә тиерлек. Алдан килгән маралдың ауыҙы күбекләнеп киткән, телдәре арҡыры тешләнгән. Уларҙың ауыр тын алыуҙары ишетелеп тора.

Маралдар юлды киҫеп сығып, тауға үрмәләй башланы. Тауға үрмәләгәндә өйөрҙөң башына өсөнсө марал баҫты. Шулай итеп, маралдар алмашлап юл яра-яра беҙҙең күҙ алдында апаруҡ араны һә тигәнсе үтеп тә киттеләр. Ошолайтып хайуандар бер-береһенә ярҙам итеп, алыҫ араны тиҙ үтеп, дошмандарынан тиҙ ҡасып ҡотолалар.

Эйе, кешеләргә генә түгел, йәнлек-ҡоштарға ла бергәләп йәшәүе еңел шул.

Боронғолар юҡҡа ғына: «Берлектә — тереклек», тип әйтмәгән бит.

84


СЫЙЫРСЫҠ ФАЖИҒӘЬЕ

Был ҡошто бөтәһе лә белә. Уның йылы яҡтан ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтәләр, оялар эшләп ҡуялар. Беҙҙән берҙән-бер ҡошҡа ошондай оло хөрмәт.

Ул ҡошто «яҙҙы алып килеүсе ҡош» та тиҙәр. Уның беҙҙең яҡтарҙа күренеүе, үҙенсәлекле матур һайрауын ишетеү ҡаты ҡышҡы һалҡындар, март айының аҡман-тоҡмандары ботөүен, матур, йылы көндәр килеүен хәбәр итә.

Эйе, эйе, һеҙ аңланығыҙ. Мин һөйләгән ҡош сыйырсыҡ була. Төҫкә-башҡа сөмөрт ҡара, ялтырауыҡ түшле был ҡошто олоһо ла, кесеһе лә ярата. Айырыуса уның төрлө ҡоштарҙы, хатта йәнлек тауыштарын отоп, үҙ репертуарына һалыуы күптәрҙе һоҡландыра. Ул кеше һымаҡ һыҙғырырға ла, тимер һуҡҡанда сыҡҡан тауышты ҡабатларға ла, ҡарға кеүек ҡарҡылдарға ла, һайыҫҡан һымаҡ шыҡырыҡларға ла булдыра ала.

Ләкин һуңғы осоро иғтибар иткәнһегеҙҙер әле: «тәбиғәт мөғжизәһе» нишләптер күренмәй башланы. Сыйырсыҡ оялары буш ҡала, ауылдарҙа ҡоштоң үҙенсәлекле һайрауы ла күптән ишетелгәне юҡ.

Миңә былтыр сыйырсыҡты журнал тышына фотоға төшөрөргә ҡушҡайнылар. Яҙ еткәс, ҡоштар ҡайтҡас, фотоаппаратымды алып ауыл буйлап сыйырсыҡ эҙләп киттем. Ни ғәжәп, сыйырсыҡ ояларының барыһы ла буш ине. Ныҡышып райондың ауылдары буйлап йөрөйөм. Исламбай ауылы тирәһендә ике сыйырсыҡ осраттым. Әбделмәмбәт ауылында яҙа-йоҙа бер нисә сыйырсыҡ күреп ҡалдым. Эш буйынса Башҡортостан буйлап та йөрөргә тура килә. Архангелдә бер тупҡа тупланған ете-һигеҙ сыйырсыҡ күреп ҡалдым. Баймаҡ районының Темәс ауылында тағы бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына осратырға тура килде. Мине шул тағы аптыратты. Осраған сыйырсыҡтарҙың барыһын да

85




ауыл ситендә йә урманда тап итергә тура килде. Улар күреү менән ҡасыу яғын ҡараны. Мин уларҙың моңло, үҙенсәлекле һайрауҙарын ишетмәнем. Аптырағас журналға элекке төшөрөлгән бер фотоны репродукциялап әҙерләп бирҙем.

Ҡайҙа булған һуң сыйырсыҡтар?

Был һорау миңә тынғы бирмәне. Берәй ауырыу сығып, шунан ҡырылдылар микән? Әллә...

Сыйырсыҡтарҙың шулай ҡырҡа кәмеүенең сәбәбен яңыраҡ ҡына белеп ҡалдым.

«Комсомольская правда»ла В. Песковтың мәҡәләһе сыҡҡайны. Уның яҙмаһында шундай һүҙҙәр бар: «Көньяҡ Франңияла булғанда виноград ҡыуаҡтары өҫтөндә сеткалар (ау) күреп юлдашымдан нимәгә уны ҡуйғандар, тип һорап ҡуйҙым. Сыйырсыҡтарҙы ауларға ҡуйылған, тип мине аптыратты».

Баҡтиһәң, виноградтың иң һутлы мәлендә ҡоштар ҡышлауға был яҡҡа киләләр икән. Беҙҙә бөжәк менән генә туҡланған был ҡош бында виноградҡа һөжүм башлай. Фермерҙар, әлбиттә, экологияны уйламай. Уларға емештәре ҡәҙерле. Сөнки ул шарап бирә, кеҫә ҡалыная.

Шулай, сыйырсыҡтың виноград яратыуы — уның фажиғәһе.

ҠЫРАУ ТЕЙЬЕН ӘЙҘӘ...

Май айының йәмле бер кисе. Тышта иҫ киткес саф һауа. Ошо һауаға тағы ла муйыл сәскәһенең тәмле еҫе ҡушылып һауаны һулап туйғыһыҙ иткән. Кистең яйлап ҡына һыуыта башлауы мине хафаландырҙы. Муйылдарға ҡырау тейеп ҡуймаһа ярар ине.

Күп йәшәгән, күпте күргән күршем Хафиз ҡартҡа инәм. Ул да тышта йөрөй икән. Бәлки, ул да муйыл сәскәһенең еҫенә ләззәтләнәлер.

86




  • Нисек уйлайһың, ағай, бөгөн кырау төшмәҫ микән?

  • Ҡырау төшһөн әйҙә...

Мин ағайға был нимә һөйләй икән тип аптырап ҡарайым. Уның йөҙө етди, шаяртыу фәлән күренмәй.

  • Эйе, эйе, ҡырау төшһөн әйҙә, тип ағай ҡабатлай. Исмаһам, ауыл тирәһендәге барлы-юҡлы муйылдар һындырылмай, ҡырҡылмай һаҡланып ҡалыр.

Ағай дөрөҫтө һөйләй ҙә баһа.

Эйе, бахыр муйыл ағасына яҙ еттеме, көн бөтә. Матур итеп сәскә атып ултырған муйыл ағасының ботаҡтарын кәрәкме, кәрәкмәйме һындырып, кешеләр өйгә алып ҡайта. Ул бер-ике көн өйҙә ултыра ла, хуш еҫе бөткәс, ҡыйлыҡҡа ташланыла. Ә муйыл емештәре өлгөрһә, уға ҡара көндәр башлана. Емештәрҙе ағаста үҫеп ултырған көйөнсә йыйып алырға йыбанып, әҙәмдәр муйыл ботаҡтары һындыра, ҡырҡа, хатта тотош ағасы менән киҫеп, ауҙарып ҡуя.

Был вәхшилек, әлбиттә, эҙһеҙ ҡалмай. Муйылдыҡ- тар ҡороп юҡҡа сыға. Хәҙер ауыл тирәһендә муйыллыҡ табырмын тип уйлама ла. Муйыллыҡтар ныҡ, оҙон тамырҙары менән ярҙарҙы һыуҙан емерелеүҙе һаҡлай, һөҙөмтәлә, муйыллыҡтар ҡороғас, ярҙар емерелә, һыу бысрана, һайыға. Ә ҡышҡыһын бәләкәс йылғалар төбөнә тиклем туңып ҡуя. Балыҡтарға тын алыуы ауырлаша, күп ваҡыт тонсоғоп ҡырыла, йылға һаҫый, сафлығын юғалта.

«Муйылдарға ҡырау тейһен әйҙә», мин дә ағайға ҡушылам.






ЙӨКМӘТКЕҺЕ

Хикәйәләр

Өкөташта 3

Эш алтында түгел 8

Тыңлауһыҙлыҡ бәләһе . . 17

Тылсымлы көс 23

Ҡәберлектәге еләккә

теймәгеҙ 28

һыбай ҡыҙ 35

һуңғы айыу 42

Айыу балаһы һаман

илай ине 56

Дуҫтар 61

Тәбиғәткә тәҙрә

Кем ул балыҡсы? 70

Бар шундай егеттәр 74

Юлда осрашыу 77

«Бөрйән айыусыһы» йәки бер картинаның тарихы . 80 Берлектә — тереклек ... 83 Сыйырсыҡ фажиғәһе ... 85 Ҡырау тейһен әйҙә 86

Литературно-художественное издание ГАЗИН Флюр Салимьянович ДЕЛО НЕ В ЗОЛОТЕ

Рассказы

(на башкирском языке)

Мөхәррире Гөлназ Фазлиәхмәтова Рәссамы Сергей Ефименко Биҙәлеш мөхәррире Азат Мөхтәруллин Техник мөхәррире Венера Абдрахманова Корректорҙары Гөлсинә Попова, Ләйсән Шаймарданова

Баҫырға ҡул ҡуйылды 16.08.06. Форматы 70x100'/32- Офсет ҡағыҙы.

Тип Таймс гарнитураһы. Офсет ысулы менән баҫылды. Шартлы баҫма таб. 3,55. Шартлы буяу отт. 3,87. Иҫэп-баҫма таб. 3,35. Тиражы 1000 дана. Заказ № Б 489.

Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан «Китап» нәшриәте» дәүләт унитар предприятиеһы. 450001, Өфө, Левченко урамы, 4а.

«Башҡортостан» республика дәүләт нәшриәте» дәүләт унитар предприятиеһы. 450079, Өфө, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13.




Гүзәл Бөрйән яҡтарында тыуып үҫкән Флүр тәбиғәтте ярата, иң матур күренештәрҙе фотоһүрәткә төшөрә, ошо хозурлыҡты һаҡларға, яҡларға ынтылып, ҡулына ҡәләм ала, уй-фекерҙәрен ҡағыҙға күсерә, бай тәжрибәһен уҡыусылар менән уртаҡлаша.

Флүр Газин Башҡортостан Фото- рәссамдар союзы ағзаһы, ике фотоальбом авторы, республикабыҙҙың төрлө ҡалаларында шәхси күргәҙмәләр уҙғарған ирекле фоторәссам.


Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет