ЙӘш быуынға белем, ТӘрбиә биреүҘӘ НӘфис әҘӘБИӘттең бурысы һӘм маҡсаттары



бет15/27
Дата04.07.2016
өлшемі1.41 Mb.
#177825
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   ...   27

Шиғырҙы өйрәнер алдынан XIX быуаттың икенсе ярты¬һында (1831-1895 йылдар) йәшәгән башҡорт халҡының дан¬лыҡлы улы, сәсән шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла ижадын иҫкә төшөрөп, белемдәрен яңыртып, тәрәнәйтеп үтеү ҙә бик мөһим. Тура һүҙле, ғәҙел кеше булған өсөн Аҡмулла исемен алған шағирҙың биографияһын, «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!», «Нәфсе», «Дуҫлыҡ», «Аттың ниһен маҡ¬тайһың», «Өлгөр һүҙ» шиғырҙарын ҡыҫҡаса ҡабатлап, был шиғырҙарҙа Аҡмулланың халыҡты аң-белемгә, дуҫлыҡҡа, их¬ласлыҡҡа, яҡшыны ямандан айыра белергә саҡырыуы, ҡом¬һоҙлоҡто, һаранлыҡты, тәкәбберлекте, ялҡаулыҡты нәфрәт менән кире ҡағыуы хаҡында йомғаҡ яһала.

Яңы материалды өйрәнеү уҡытыусының шиғырҙы тасуи¬ри уҡыуы йәки уҡыусыларға магнитофон яҙмаһынан тыңла¬тыу менән башлана. Шиғырҙың эпиграфы итеп алынған «Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың» тигән халыҡ һүҙенең мәғәнәһен уҡыусыларҙың аңлауын асыҡлау өсөн ҡыҫҡа ғына әңгәмә үткәрелә. Шиғырҙа Аҡмул¬ла арбаһы менән сиған арбаһына ултырған кешеләр тура¬һында ни әйтерһегеҙ? Шағирәнең Аҡмулла арбаһына ҡарата мөнәсәбәте ниндәй? «Көмөш кенә түгел, алтын бишек һинең арбаң миңә, Аҡмулла» тигән юлдарҙың мәғәнәһен әйтеп би¬регеҙ. Арба образы аша шағирәнең әйтергә теләгән төп фе¬керен асыҡлау өсөн Аҡмулла арбаһы менән сиған арбаһы араһындағы айырманы, шағирәнең Аҡмулла арбаһына ҡарата мөнәсәбәтен, ни өсөн уның Аҡмулла арбаһынан төшөп ҡалыуы, шағирәне Аҡмулла арбаһының айырыуса көслө йәлеп итеүе, ни өсөн уны арбауы хаҡында әңгәмә үткәргәндән һуң уҡытыусы арба образы аша шағирәнең Аҡмулла ижадының традицияларына тоғролоғо, үҙе өсөн ул традицияларҙың һабаҡ булып тороуы хаҡында йомғаҡ яһай.

Әҫәрҙең идеяһын асыуҙа айырыуса әһәмиәтле булған:

Эй Аҡмулла! Бары һинең һүҙең - Ғүмерем буйы арбаған. Мин халҡыма ғына хаж ҡыламын - Холҡом ҡалған һинең арбаңдан. Быуаттарҙан килер быуаттарға Китеп бараһың һин, Аҡмулла. Э арбаңдан милләт балалары Тешә бара, тешә хаҡ юлға, -

тигән өҙөктө уҡып, был Аҡмулла традицияларының шағирә¬не халыҡҡа тоғролоҡҡа өйрәтеүе, быуаттар буйы милләт ба¬лаларын хаҡ юлға төшөрөү кеүек изге эштәрҙе данлауы эйгелә.

Шағирә халҡыбыҙҙың төрлө дәүерҙәр дауылында тыуған фажиғәле яҙмышын һүрәтләп кенә ҡалмай, уны был яҙмыш¬тан ҡотҡарыу юлдары тураһында ла уйлай. Уның байтаҡ шиғырҙарында төрлө ауырлыҡтарға түҙеү, хатта үҙ ғүмерен ҡорбан итеү идеяһы ла сағыла. Ҡоромға батып йәшәүҙән дөрләп яныуҙы артығыраҡ күргән шағирә шәреҡ ҡатын- ҡыҙҙары миҫалында:

Һауа ҡалмағандай һулар өсөн, һыу ҡалмаған кеүек уртларға, Усаҡ ҡына булып дөрләр инем. Майҙандарға сығып уртаға Үҙ-үҙемде әгәр яндырыуҙан Халҡым көнө булһа ятлыраҡ... Сабыр төбө һары алтын, тигән Әсәйемме әллә хаҡлыраҡ? -

тип яҙғайны үҙенең бар ғүмерен халыҡ бәхете өсөн көрәшкә бағышларға әҙер булыуы тураһында.

Факиһа Туғыҙбаева ижадының әҙәби процестағы әһәмиәте тураһындағы әңгәмәнән һуң уҡытыусы «Аҡмулла» шиғырын һәм «Ҡыңғырау» поэмаһын өйрәнгәндә текст өҫтөндә ентек¬лерәк эшләүҙе, методик алымдарҙың төрлө төрҙәрен ҡулла¬ныуҙы күҙ уңында тоторға тейеш. Мәҫәлән, тексты тасуири уҡыу, комментарийлы уҡыу менән анализ яһау, әҫәрҙең об¬разлы туҡымаһын ентеклерәк байҡау, уҡыусыларҙың әҫәр¬ҙәрҙе идея-тематик яҡтан баһалау оҫталыҡтарын үҫтереүҙә ҙур роль уйнай.

Әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт, фән өлкәһендәге иң талантлы кешеләр шәхес культы тыуҙырған ҡот осҡос һәләкәткә дусар ителде. Шәхес культы ҡорбаны булған мәшһүр композитор Ғәзиз Әлмөхэмәтовҡа бағышлап яҙылған «Атылған йыр» поэ¬маһында миллиондар башына төшкән хурлыҡлы репрессия йылдары, ғәйепһеҙ ғәйепле шәхестәрҙең иң ҡырағай язаларға дусар ителеүе тетрәндергес итеп һүрәтләнә. Ә инде Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа арналған поэманың һәр бүлеге айырым бер бөтөн шиғырҙы хәтерләтә, улар конкрет кешеләрҙең иҫтәлек¬тәренә нигеҙләнеп яҙылыуы менән дә ҡыҙыҡлы: «Композитор¬ҙың ҡыҙы Роза апайҙың ғүмерлеккә хәтерендә ҡалған фажиғә», «Шағир Мөслим Мараттың иҫтәлегенән», «Ҡатилдың һуңғы әмеренән» һ.б. Поэманың төп фекере: талантлы ком¬позиторға ҡаршы үткәрелгән һәр төрлө репрессив саралар, язалауҙар, мыҫҡыллауҙар, хатта уның үлеме лә халыҡҡа ҡал¬дырған йырҙарын үлтерә алмай, исемен халыҡ күңеленән юя алмай. Композиторҙың ижади ғүмере уның исемендәге кон¬курстарҙа еңеп сыҡҡан йәш таланттар ижадында бөгөн дә дауам итә.

Мин - атылған, ләкин үлмәгән йыр,

Бөгөн ерҙә минен тантана.

Илемә мин илде ҡайтарамын.

Иман ҡайтарамын Ватанға, -

тигән юлдар менән оптимистик рухта тамамлана.

Тағы ла шуныһына иғтибар итмәү мөмкин түгел: әҙибә, мәҫәлән, «Атылған йыр»ҙы реквием, йәғни музыкаль әҫәр жанры менән атай. Был — бик урынлы. Ысынлап та, ул композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов тураһында ҡайғы йыры булып яңғырай, уны, әлбиттә, көйгә һалырға ла мөмкин булыр ине.

Ф. Туғыҙбаева халҡыбыҙға килгән яңы афәт - Силәбе әл¬кәһенең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарында атом бомбаһына һынауҙар үткәрелеүе тураһында «Ҡыңғырау» поэмаһын ижад итге. Үҙ ижадында дөрөҫлөккә табынған һәм тик хәҡиҡәтге сағылдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған шағирә. халыҡ яҙмышы өсөн тәрән борсолоп, был тыйылған теманы беренселәрҙән булып 1989 йылда уҡ яҡтыртып сыҡты. «Ҡыңғырау»ҙы ли¬рик геройҙың монологы тип ҡарарға мөмкин. Әҫәрҙең башы¬нан аҙағынаса шағирәнең булып үткән ваҡиғаларҙан һыҙлан¬ған тауышын ишетәбеҙ. Шағирәнең йөрәге көмөш ҡыңғырау булып яңғырай: «Ошо көнгә тиклем өнһөҙ ятҡан, радиация ағыуынан ҡатҡан күбәләктәр, бөжәктәр, турғайҙар, ҡоралайҙар, мышылар, бүреләр терелеп килер ине телгә, һөйләр ине илгә: тиҫтә-тиҫтә йылдар уларҙы сер итеп тотҡандарын, унан бөтөнләй онотҡандарын. Шаһиттарҙы юҡ итеү яҡшыраҡ - енәйәтсенең йөҙө яҡтыраҡ...» Динес йылғаһының һәр тамсы¬һының ағыуға әйләнеүен, халыҡгың себендәй ҡырылыуын Хиросима менән Нагасакиҙа Америка атом бомбаһының мил¬лионлаған ҡорбандары менән тиңләй.

Шағирәнең көсөргәнешлекте, борсолоуын, халыҡты уяу¬лыҡҡа саҡырыуын һүрәтләү өсөн верлибр формаһын һай¬лауы бик уңышлы. Атом бомбаһынан донъя шартлағанын хәтерләткәндәй, верлибр шиғыр юлдары ла сәсрәп-һибелеп китә. Ритмик киҫкенлек, рифмаларҙың төрлө формалары был тойғоно тағы ла көсәйтеп ебәрә.

XI синыфта Факиһа Туғыҙбаеваның «Ҡаниым - һомайғоштоң ҡәлғәһе» дастанын өйрәнеү

XI синыфта Факиһа Туғыҙбаева ижады әҙәби портреттар темаһында өйрәнелә. Теманы өйрәнер әсән бүленгән ваҡыт етерлек булмағанлыҡтан, уға синыфтан тыш уҡыу өсөн би¬релгән сәғәтте ҡушып, юғарыла исемләнгән дастанды өйрә¬неү өсөн файҙаланыу маҡсатҡа ярашлы буласаҡ.

Поэманы дәрестә өйрәнер алдынан уҡыусыларға алдан әҙерләнгән һорауҙарға (бер йәки бер нисә һорауға) яҙма яуап яҙып килергә эш бирелә. Уҡыусылар, үҙҙәре һайлап, түбәндәге һорауҙарға яуап яҙып киләләр һәм синыф алдын¬да сығыш яһайҙар.

1. Поэманың «Ҡаңным - һомайғоштоң ҡәлғәһе» тигән исе¬мен нисек аңлайһығыҙ?

2. Әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғалар ниндәй осорҙо сағылдыра?

3. Улар ниндәй урында бара?

4. Ваҡиғаларҙа ҡатнашыусылар кемдәр? Уларҙың исемдә¬рен әйтеп бирегеҙ.

5. Әҫәрҙең сюжеты, конфликты хаҡында һөйләгеҙ.

6. Ыңғай, кире образдарға ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлама бирегеҙ.

7. Шағирәнең геройҙарҙы тасуирлауҙағы оҫталығы.

8. Әҫәрҙә шағирәнең тәбиғәт күренештәрен һүрәтләүҙәге тел саралары.

Уҡыусыларҙың өйҙә үҙ аллы башҡарған эштәре нигеҙендә сығыштары тыңлана, әңгәмә үткәрелә.

Дастан буйынса үткәрелгән икенсе дәрес шағирәнең шә¬хесе, ижадының әһәмиәте, йәмәғәт эштәре менән танылыу табыуы хаҡында уҡытыусының инеш һүҙе менән башлана.

Атаҡлы рус тәнҡитсеһе Белинскийҙың: «Шағирҙың шәхесе тәрәнерәк һәм көслөрәк булған һайын, уның шағирлыҡ ма¬һирлығы ла бермә-бер арта», - тип яҙған һүҙҙәре Факиһа Туғыҙбаева ижадына ла бик тап килә. Әҙибәне йәмәғәт эш¬мәкәре булараҡ та, шағирә булараҡ та яҡындан белгән ака¬демик, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының рәйесе Нияз Мәжитов та үҙенең «Башҡорт халҡын туплауҙа интеллиген¬цияның роле һәм бурыстары» (Өфө, 1999) китабында уға ҙур баһа бирә: «Башҡорт халҡының яңырыуы һәм тупланыуында интеллигенцияның роле тураһында һүҙ алып барғанда яҙыу¬сылар һом шағирҙарға туҡталып китмәү яҙыҡ булыр. Билдә¬ле, уларҙың күбеһе ҡатмарлы социаль күренештәрҙе яҡшы аңлай, сәйәсәткә йоғонто яһай. уҡыусыларҙа юғары тойғолар уятырға һәләтле әҫәрҙәр ижад итә. Башҡортостан халыҡтары араһында беҙҙең халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Әнғәм Атнабаев, Рауил Бикбаев, Факиһа Туғыҙбаева. Ҡәҙим Аралбаев һәм башҡалар киң танылыу тапты һәм мөхәббәт яуланы», - тип яҙҙы. Факиһа Туғыҙбаева халҡы¬ның, милләтенен киләсәге өсөн ысын мәғәнәһендә янып йәшәгән оло шәхес ул. Уҡытыусы поэманы йомғаҡлау өсөн түбәндәге материалды файҙалана ала.

Факиһа Туғыҙбаеваның ауыҙ-тел ижадына мөрәжәғәт итеүе - ҡайһы бер шиғыр-поэмаларының нигеҙендә фольклор ятыуы эҙләнеүсэнлегенең, шул уҡ ваҡытта халҡына ихтирамлы ҡарашының бер өлгөһө ул.

Шағирәнең «Ҡаңным - һомайғоштоң ҡәлғәһе» дастаны тураһында Салауат Юлаев премияһы лауреаты Хәсән Назар: «Халыҡ шағиры Назар Нәжми, беҙҙә башҡорт телендә яҙған һәм башҡортса яҙған шағирҙар бар, ти. Тәрән мәғәнәле һүҙҙәр. Бында ул телде, стилде генә күҙ уңында тотмай. Тәбиғәтең, ерлегең, фекерләү асылың, образлылыҡ, ижади маҡсатың хикмәт шуларҙа. Башҡортса яҙыуҙың бер өлгөһө, мәҫәлән, Назар Нәжмиҙең «Урал» поэмаһы, Факиһаның «Ҡаңным - һомайғоштоң ҡәлғәһе» тигән дастаны ла ана шундай. Был - шағирә ҡәләменең башҡорт ырыуы тарихына мөрәжәғәте генә түгел, ә уны үҙ халҡы рухында, үҙ хиссә- тендә хәл иткән күренеш. Ул Октябрь ихтилалы алдынан профессионаллеккә сыҡҡан башҡорт шиғриәтендәге тәүге дас¬тан. Яҙылышы, художество ҡиммәте менән ул халыҡ эпос¬тары һалған юлды дауам итеүе менән мөһим. Үҙенең эпик һулышы, сәсәнлек алымдары менән до ул, әлбиттә, поэма түгел, о дастан...»

Хәсән Назар дөрөҫ әйтә, әҙәби тәнҡиттә ҙурыраҡ күләмдәге поэманы дастан тип йөрөтөү күренеше лә бар. Ә Ф. Туғыҙбаеваның эпик ҡоласлы әҫәре - был жанрҙың бөтә талаптарына тап килтереп, шул уҡ ваҡытта уларҙы яңыса, заманса үҫтереп ижад ителгән дастан. Бөгөнгө көндә баш¬ҡорт шиғриәтендә иң күләмле шиғри әҫәр булыуы ғына хәл итмәй мәсьәләне. «Дастандың төп жанр һыҙаты һәм фор¬маһы героик йәки мөхәббәт сюжетына ҡоролған шиғри йәки шиғыр менән проза аралашҡан ҙур эпик әҫәрҙә һынлана. Дастан - ул эпостың ҡатмарлы структуралы һом ҙур күләмле поэтик формаһы», - тип билдәләмә бирә Ғайса Хөсәйенов үҙенең «Быуаттар тауышы» китабында.

Шуны ла әйтеп китмәй булмай: формаһы яғынан башҡа¬сараҡ яҙылған һәр әҫәрҙе бер яңы күренеш тип ҡабул итергә өйрәнеп барабыҙ шикелле. Ысын новаторлыҡ, ми¬неңсә, йөкмәткенән, эпик шиғриәттә яңы сюжет һәм харак¬тер асыуҙан башлана.

Ф. Туғыҙбаеваның әҫәрен, Ғ. Хөсәйенов билдәләмәһенән сығып, героик характерҙағы дастан тип әйтергә мөмкин. Ҡатмарлы әҫәр был. Тарихта тәрән эҙ ҡалдырған ҡаңны ырыуының, Алтын Урҙа тарҡалғас, XV быуатта манғыттарға ҡаршы көрәше тасуирлана унда. Манғыт - манғыт ҡәбилә¬һенең бер өлөшө, аҙаҡ Нуғай мырҙа исемен алып, нуғай тин аталып киткән.

Факиһа - үҙе ҡаңны ырыуы ҡыҙы. Шағирәнең һөйләүенсә, ҡаңнылар - беҙҙең эраға тиклем IV быуатта уҡ Хәрәзм ҡалаһына нигеҙ һалған, Фарасман исемле үҙ батшалары булған ғәййәр халыҡ. Уларҙың иң боронғо тарихын ҡытай сығанаҡ¬тарынан өйрәнергә була. Татар-монголдарҙан еңелгәс, ҡайны¬ларҙың Балғаҙы батыр етәкселегендәге бер ярсығы Асы¬лыкүл, Ҡандракүл, Сәрмәсән. Ҡармасан, Сөн. Ыҡ буйҙарына килеп урынлаша. Автор был халыҡтың ошонда төпләнгәндән һуң дошмандарына ҡаршы көрәшен һүрәтләй. Һүрәтләй, тигәс тә, ябай тасуирлау түгел был: әҫәрҙең композицияһы шундай итеп ҡоролған: ул уҡыусыны һәр ваҡыт көсөр¬гәнешлектә тота.

Шағирә, жанрға ярашлы, дастандың аңлатмаһын «риүәйәт ҡатыш ысынбарлыҡ» тип ҡуйған. Тарихи материалдарҙы өйрәнеү менән бергә ул фольклор сығанаҡтарына ҙур урын биргән. Уҡыусыларға һөйләгәндәрем аңлайышлы булһын өсөн әҫәрҙең ҡыҫҡаса сюжетын бәйән итәйем: ҡаңнылар Бал¬ғаҙының ҡатыны Гөлтаңдың тыуасаҡ балаһына сәңгелдәк яһай. Ә ҡарындағы бәпес ябай түгел икән, һынсы, йәғни күрәҙәсе, уның ер йөҙөндә атаҡлы ғалим буласағын юрай. Манғытгарҙын ханы Ҡаракилембәттән (уны Ҡарахан тин йөрөтәләр) илсе килеп төшә: тыуасаҡ сабыйҙы хан урҙаһына биреүҙе һорай:

Бар яһаҡтан ҡотҡарам, ти хан, Бүләк итһәгеҙ шул уғланды. Ул бирешеү дуҫлыҡ билдәһе ул. Боҙоп ҡунмағыҙ шул йоланы.

Ҡаңнылар риза булмағанлыҡтан, Ҡарахан яу аса. Ул арала бәпес тә донъяға килә. Уға Морат тип исем ҡушалар. Был шатлыҡтан албырғаған яу башлығы Балғаҙы дошмандың ағыулы уғынан һәләк була. Ҡанбаба Ҡараханға Морат 16 йәшенә тиклем үҙ илендә үҫһен тигән шарт ҡуя, унан ул- лыҡҡа бирербеҙ, ти. Улы өсөн Гөлтаңды манғыттар Ҡараки- лембәткә алып китә. Ҡол хөкөмөндәге йәш ҡатындың хан¬дан Солтан исемле улы тыуа. Әсәһе ҡаңны ырыуынан бу¬лыуына ғәрләнә Солтан. Әсәһенең йәнен ҡанһыратыр өсөн ҡайнылар Асылыкүл тәңреһе тип йөрөткән Оло Суртанды тотоп алып ҡайтып ҡунаҡ һыйлай:

Ышанып та етмәй хан аҡылы Оло Суртан изге булғанға. «Ә үс алыу шулай ҙа бик ирмәк, Тик балыҡтан күңел болғана».

Ошо ваҡиғанан һуң Гөлтаң һәләк була. Морат улы әсәһенең ҡонон ҡайтарырға манғыттарға яу аса, уға туғаны Солтан ғәскәр менән ҡаршы сыға. Әсәләренең рухы уларҙы әжәлдән һаҡламаҡсы.

...Ҡосағына алмаҡ Гөлтаң икеһен дә. Күккә сөйҙө аҡ яулығын шоңҡар итеп. ...Осто күккә, һенде Гөлтаң әллә ергә: «Балаларым! Ҡан ҡоймағыҙ! Йән ҡыймағыҙ! Әжәл булып ҡуймағыҙ бер-берегеҙгә!» Тапап үтте әсәкәйҙең аҡ яулығын Солтан менән ажғыр толпар, осто ҡоттар!

Шағирә боронғо ваҡиғаларға бөгөнгө көн проблемаларын һала белеүе менән философ булыуын күрһәтә. Дастан сюже¬тының кинэйәһе бөгөнгө көнгә лә бик ауаздаш; аҡгуаллеге, тәфсирләп һөйләп тормаһаң да, аҡыллыға - ишара, тигәндәй, аңлашылып тора. Әҙибә хәл-ваҡиғаларға бөгөнгө күҙлектән сығып баһа бирмәһә, бөтә шиғри оҫталығын һалып яҙмаһа, әҫәр дастан юғарылығына күтәрелә алмаҫ ине, моғайын.

Уҡыусы XV быуаттарҙағы ваҡиғаларҙы ысынбарлыҡ итеп күҙ алдына килтерһен өсөн, шағирә халыҡтың ауыҙ-тел ижа¬дын бик уңышлы файҙалана. Дастандың исемендә үк фольклор элементтары бар. Төркиҙәрҙә һомайғош - әсәлекте, балалыҡты ҡурсалаусы бәхет ҡошо. Был мифик ҡош әҫәрҙең башынан алып аҙағынаса әсәлек, именлек символы булын һүрәтләнә. Гөлтаң бәпес тапҡанда ғына түгел, Морат менән Солтан алышҡанда ла уларҙың икеһен дә ҡурсалай. Сөнки улар - имсәктәштәр, һомайғошҡа улар икеһе лә бала, әҙәм балалары.

һуғыш барған бүлек «Ҡыҙыл үгеҙҙең үкергәне» тип ата- лыуы ла осраҡлы түгел, сөнки үгеҙ үкергәне - һуғыш якынлашыуының билдәһе. Йәки бына ҡаңныларҙың ырыу ҡошо торнаға ағыулы уҡ тейҙереүе - шулай уҡ алыш бара- сағына ишара. Бындай миҫалдар бик күп әҫәрҙә.


Боронғо дастандарҙан айырмалы рәүештә, автор һәр ге¬ройын характер үҫешендә күрһәтә. Ғөмүмән, был әҫәр - ха¬рактерҙар бәрелеше ул.

Киң күләмле әҫәрен шағирә бер тында яҙған кеүек тәьҫир ҡала. һәр шиғри юл - образлылыҡ өлгөһө.

Дастан жанры талап иткәнсә, шиғри юлдар проза менән аралашып барырға тейеш. Шағирә икенсе юлды һайлаған: төрлө үлсәмдәғе (10-10, 10-9, 8-7, 8-8 һ.б.) шиғыр менән яҙа-яҙа ла йөкмәткене экспрессив итеү маҡсатында проза урынына аҡ шиғыр ҡуллана. Дастандың верлибр менән яҙыл¬ған өлөшөн уҡығанда иҫ киткес тәьҫир итеү көсөнә эйә «һуңғы һартай» ҡобайыры стилен иҫкә төшөрмәү мөмкин түгел. Бына. мәҫәлән, бәләкәй генә өҙөк. «И Тәңрем! Бик күп аҙналар барҙы яу - быларҙың дәһшәтенән таштарын ҡойҙо тау; йылғалар буҙарҙы әҙәм ҡанынан, ҡырҡһаң — ҡан¬дар тама талынан... Алға ынтыла ҡара сиреү; и Тәңрем, ыңғыраша ерем: башын эйгән ҡылғандар, әремдәр аҡҡош булып һынғандар». Күренеүенсә, шағирә аҡ шиғырҙа ритм - баҫымға ҙур иғтибар биреү менән бергә, эске һәм тышҡы рифмаларҙы ла уңышлы файҙалана.

Шағирәнең ижады күп яҡлы, күп төрлө. Ул лирик, ли- рик-философик шиғырҙар оҫтаһы ла, балалар әҙәбиәте әлкәһендә лә уңышлы эшләп килә. Шағирә - ун ике китап авторы. Китаптан китапҡа яңы шиғырҙары, яңы поэмалары баҫыла килгән. Шағирә йәмғеһе ун ике поэма, бер дастан ижад итеп, әҙәбиәтебеҙҙә поэма жанры үҫешенә ҙур хеҙмәт индергән.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим, Ф. Ту- ғыҙбаеваның «Фатихамды бирәм һиңә» китабы тураһында: «Факиһаның китабын уҡығанда шундай фекер тыуҙы: шағир үҙенең күңел ҡылдарын скрипка көйләғән шикелле көйләй булыр. Әгэр һағышҡа көйләһә, шул нота дауам итә. Уйла¬ныуға көйләһә, уйланыу китә. Мөхәббәт нотаһына ҡағылһа, зар артынан зар китә. Шаян ҡылдарға сиртһәң, йыр шуға көйләнә. Факиһала барыһы ла бар...» - тигән юғары фекер әйткәйне.

Шағирәнең йәш быуынды идея-эстетик, патриотик, милли рух һәм аң, эҙэп-әхлаҡ нормалары формалаштырыуҙағы мөһим урынын баһалап, әҙәбиәт программалары һәм дәрес¬лектәрендә тейешле урын алырға тейеш.

ЮҒАРЫ СИНЫФТАРҘА ӘҘӘБИӘТ УҠЫТЫУҘЫҢ ЙӨКМӘТКЕҺЕ ҺӘМ СТРУКТУРАҺЫ

Әҙәбиәт уҡытыу алдына ҡуйылған бурыс һәм маҡсаттар¬ҙан сығып уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө билдәләнә.

Юғары синыфтарҙа уҡытыуҙың йөкмәткеһе әҙәби әҫәр¬ҙәрҙе уҡып өйрәнеүҙе, әҙәбиәт тарихы һәм теорияһы буйын¬са мәғлүмәт биреүҙе күҙ уңында тотоп төҙөлә.

һүҙ сәнғәте булған әҙәбиәт саралары ярҙамында йәш бы¬уынға белем һәм тәрбиә биреү бурыстарын тормошҡа ашы¬рыуҙа әҙәби әҫәр бер ни менән дә алыштырғыһыҙ хазина. Шуның өсон дә уҡытыуҙың йөкмәткеһендә яҙыусылар ижа¬дын, шул ижад менән бәйләп айырым әҫәрҙәрен текстуаль өйрәнеүгә төп урын бирелә. Әҙәбиәт тарихы һәм теорияһы буйынса бирелә торған мәғлүмәттәр уларҙы фәнни яҡтан дөрөҫ, тулы итеп аңлатыуға ярҙам итеү маҡсатын күҙ уңын¬да тота.

Программаға әҙәбиәтебеҙҙең идся-эстетик яҡтан өлгөргән, уның алтын фондын тәшкил иткән әҫәрҙәрен генә һайлап индереү — уҡыусыларҙы эстетик, әхлаҡ, хеҙмәт тәрбиәләрен комплекслы хәл итеү, телмәр үҫтереү, нәфис һүҙгә мөхәббәт, эстетик зауыҡ тәрбиәләү бурыстарын юғары кимәлдә башҡа¬рып сығыу өсөн беренсе шарт һәм ерлек булып тора.

Был синыфтарҙа уҡытыуҙың йөкмәткеһен тәшкил иткән әҙәби әҫәрҙәр, яҙыусыларҙың ижады, әҙәбиәт тарихы һәм те¬орияһы буйынса бирелә торған мәғлүмәттәр тарихи планда, хронологик - тәртиптә урынлаштырыла.

Юғары синыфтарҙа әҙәбиәт тарихы өйрәнелә һәм тарихи¬лыҡ принцибы система төҙөүсе принцип булып хеҙмәт итә. Ул әҙәби материалдың урынлашыуының эҙмә-эҙлелеген, про¬грамманың ТӨҘӨЛӨШӨН билдәләй.

Яҙыусылар ижадын тарихилыҡ принцибында өйрәнеү һөҙөмтәһендә уҡыусылар әҙәбиәттең ысынбарлыҡ менән, та¬рихи шарттар, ижтимағи тормош һәм мәҙәни үҫеше менән бәйләнешен, донъяны танып белеүҙәге ролен, шуның менән бергә һәр әҫәрҙең сәнғәт әҫәре булыу үҙенсәлектәрен, бөгөнгө заман, бөгөнгө көн өсөн әһәмиәтен аңлайҙар.

Ошо принцип нигеҙендә IX синыф программаһы халыҡ ижадын өйрәнеү менән башлана. «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Алпамыша», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» кеүек әҫәр¬ҙәрҙе үткәндән һуң, сәсәндәр ижады һәм Октябрь революци¬яһына тиклемге әҙәбиәт: С. Юлаев, М. Аҡмулла, М. Өмөтба¬ев, Ш. Бабич. М. Ғафури ижадтары үтелә.

Х синыфта Д. Юлтый, Ә. Вәлиди Туған, Ғ. Сәләм, һ. Дәүләтшина, XI синыфта М. Кәрим, Р. Ғарипов, А. Абдул¬лин, Р. Бикбаев, Ф. Туғыҙбаева, Х. Назар ижадтары үтелә.

Тарихилыҡ принцибын эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыуҙа тарихи осорҙар, ижтимағи-сәйәси хәл, мәҙәниәт, әҙәбиәт үҫеше хаҡындағы күҙәтеүҙәр ҙур роль уйнай. Улар айырым яҙыусылар ижадын тарихи осорҙа, әҙәби процесс эсендә өйрәнеү, бөтә эшмәкәрлегенең ошо билдәле бер дәүерҙең са¬ғылышы булыуын асыҡлауҙа мөһим урын тоталар.

IX-XI синыфтарҙағы обзор темалар эсендә Башҡортостан темаһына яҙған рус яҙыусылары һәм туғандаш халыҡтар әҙәбиәтенән миҫалдар килтерелә.

Ләкин обзорҙар нисек кенә әһәмиәтле булмаһын, әҙәбиәт курсының үҙенсәлеген, төп асылын тик улар билдәләй ал¬май. Әҙәбиәт программаларының йөҙөн монографик планда өйрәнелә торған яҙыусылар ижады, уларҙың әҫәрҙәре билдәләй.

Монографик планда өйрәнелә торған яҙыусылар ижады әҙәбиәт ғилемендә ҡабул ителгән периодизация нигеҙендә урынлаштырыла. Текстуаль өйрәнеү өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр уҡыу, текст өҫтөндә эшләү, анализ яһау юлдары менән ентекле тикшерелә. Идея-художество яғынан юғары торған был әҫәрҙәр уҡыусыларҙың әҫәрҙәге геройҙарҙың яҙмыштарын тәрән кисереп, тойғо менән ҡабул итеү һәләтлектәрен үҫтереүҙә, әҙәбиәтте фән итеп кенә түгел, бәлки сәнғәт итеп уҡытыу оҫталығын үҫтереүҙә ҙур роль уйнайҙар. Шулай итеп, юғары синыфтарҙа әҙәбиәтте өйрәнеү тарихилыҡ принцибын эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыу менән бергә һәр әҙәби әҫәрҙе сәнғәт әҫәре итеп эмоциональ ҡабул итеү һәләтлелеген үҫтереүҙе лә күҙ уңында тота.

Яҙыусының һор әҫәрен уның бөтә ижады фонында, баш¬ҡа әҫәрҙәре менән бәйләнештә өйрәнеү, уны башҡа яҙыу¬сылар ижады менән сағыштырыу, уларҙың оҡшаш һәм айы¬рым яҡтарын билдәләү - әҙәбиәт тарихы курсының мөһим үҙенсәлектәренең береһе.

Юғары синыфтарҙа биографик материалды өйрәнгәндә, та¬рихилыҡ принцибы нигеҙендә яҙыусының донъяны аңлау, тойоу һәм художестволы сараларҙы һүрәтләй белеү оҫталы¬ғын, ысынбарлыҡка, тормош күренешенә булған мөнәсәбәтен, индивидуаль тәжрибәһен асыҡлау ҙа билдәле әһәмиәткә эйә.

Яҙыусы ижадының индивидуаллеген өйрәнеү уның ижад методын өйрәнеү кеүек мөһим проблемаларҙы ла үҙ эсенә ала.

Юғары синыфтарҙа әҙәбиәт тарихы буйынса мәғлүмәттәр биреү менән бергә әҙәбиәт теорияһы өйрәнелә. Әҙәбиәт тео¬рияһы яҙыусыларҙың ижады, айырым әҫәрҙәре, обзорҙар менән бәйләнештә өйрәнелә. Ғөмүмән, әҙәбиәт уҡытыу про¬цесында әҙәбиәт тарихы һәм теорияһы принциптары бергә ҡушыла. Был берҙәмлек әҙәби факттарҙы, күренештәрҙе фән- ни-тәнҡит күҙлегенән сығып анализлау күнекмәләрен үҫте¬реүҙә, әҫәрҙе тарихи һәм эстетик яҡтан баһалауҙа мөһим урын тота. Программала телмәр үҫтереүҙең йөкмәткеһе, кү¬ләме, төрҙәре, методтары, синыфтан тыш уҡыуҙы һәм башҡа синыфтан тыш эштәрҙе ойоштороу, әҫәрҙәрҙе ятлау ҙа те¬йешле күләмдә сағылыш таба.

Уҡыусыларҙың синыфтан тыш уҡыуы менән етәкселек итеү. әҫәрҙәрҙең идея-эстетик ҡиммәтен төшөнөүҙә уларға ярҙам күрһәтеү маҡсатында программаларҙа шулай уҡ мах¬сус ваҡыт та бүленә.

ӘҘӘБИӘТ ДӘРЕСЛЕКТӘРЕНЕҢ ЙӨКМӘТКЕҺЕ, СТРУКТУРАҺЫ ҺӘМ УЛАРҒА ҠАРАТА ТАЛАПТАР

IX-X1 синыфтар өсөн әҙәбиәттән төп уҡыу ҡулланмаһы итеп үҙ-ара тығыҙ бәйләнеп, бер-береһен өҫтәп, тултырып һәм дауам итеп килә торған дәреслектәр системаһы ҡабул ителгән. Уларҙың бер-береһен дауам итеп килеүе әҙәбиәт та¬рихы курсының логикаһы менән аңлатыла.

Тарихилыҡ принцибы нигеҙендә төҙөлгән был дәрес¬лектәр әҙәбиәт курсының бөтөнлөгөн, системалылығын, да¬уамлылығын тәьмин итә.

Ошо маҡсаттарға ярашлы рәүештә дәреслектәрҙә төп урынды яҙыусының тормошо һәм ижады хаҡындағы, шулай уҡ айырым әҫәрҙәрҙе анализлауға, темаларҙы йомғаҡлау, сис- темалаштырыуға йүнәлтелгән мәҡәләләр, осор һәм әҙәби процесс хаҡындағы күҙәтеүҙәр алып тора.

Дәреслектәр әҙәбиәт программалары нигеҙендә, уға яраш¬лы итеп төҙөлә һәм уның йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле яҡтыр¬та, уҡыусылар үҙләштерерлек күләмдә фән нигеҙҙәре буйын¬са белемдәр системаһын биреү менән генә сикләнмәй, ә уларҙы өйрәнеү методтарын һәм алымдарын да сағылдыра. Фән нигеҙҙәре буйынса белем дәреслектәргә педагогик яҡган эшкәртелеп алына һом уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәренә, белем кимәлдәренә ярашлы күләмдә системалы итеп яҡтыр¬тыла.

Уларҙың методик эшләнеше, барыһынан элек, һорау һәм эштәр системаһында күренә.

Мәктәптә уҡытыла юрған фән булған әҙәбиәт үҙ соста¬вында әҙәбиәт тарихы һәм теорияһы буйынса мәғлүмәттәр биреүҙе генә күҙҙә тотмай, бәлки белем һәм тәрбиә бурыс¬тарын хәл итеүҙә иң мөһим урынды алып торған әҫәрҙәрҙе анализлау өлгөләрен дә бирә.

Әҙәби әҫәрҙе анализлау уны уҡыусыларҙың уҡыуы һәм уҡыу процесында алған тәьҫораттары, тойғолары, унда һү¬рәтләнгән тормош күренештәрен, образдарҙы күҙ алдына килтереүҙәре нигеҙендә генә алып барылырға тейеш.

Шуның өсөн дә уҡыусыларҙың әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыуын тәьмин игеү һәм текст өҫтөндә тейешле эш алып барыу өсөн программала төп урынды алып торған әҫәрҙәр барыһы ла хрестоматияла бирелгән.

Текстар уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен, белем кимәл¬дәрен иҫәпкә алыу принцибы нигеҙендә һайлап алына, аңлауҙы еңеләйтеү өсөн уларға ҡарата текстан һуң һүҙлектәр, һорауҙар һәм эштәр бирелә.

Башҡорт әҙәбиәте буйынса төҙөлгән дәреслектәрҙең һуңғы баҫмаларында, нигеҙҙә, һүҙ сәнғәте булған әҙәбиәттең үҙенсәлеге тулыраҡ сағыла. Анализ әҫәрҙең художество ту¬ҡымаһына тәрәнерәк үтеп инеү менән характерлана. Әҙәби оҫталыҡ, художестволы әҫәрҙең үҙенсәлеге кеүек мәсьәлә¬ләргә күберәк, биографик материалды өйрәнеүҙә яҙыусының кешелек сифаттарын асыу юлы менән тәрбиә биреү мөмкин¬лектәрен файҙаланыуға киңерәк урын бирелә.

Дәреслектә бирелгән материалдар теоретик яҡтан нигеҙле һәм идея яғынан тотанаҡлы, материалдың бирелешендә фәннилек, эҙмә-эҙлелек, сисгемалылыҡ, еңелдән ауырға ба¬рыу, йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу кеүек принциптар һаҡланған.

Дәреслек һәм хрестоматияларҙағы иллюстрациялар: пор¬треттар, картиналарҙың репродукциялары, текстарға ҡарата эшләнгән һүрәттәр уҡытыуҙа күргәҙмәлелекте көсәйтеүҙә, әҙәбиәтте сәнғәт менән бәйләп алып барыуҙа билдәле роль уйнай.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет