ӘҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IX коммунист роман и повести Роман һәм повестәр



бет17/24
Дата05.07.2016
өлшемі2.02 Mb.
#179972
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   ...   24

-- Разбу-у-уй, өйҙө емерәләр! – тип һөрән һалды Ғәйнтямал, ҡарсығалай осоп килеп, егетте яғаһынан алды. Кинәт йолҡа тартыуҙан Зәйни сайҡалып китте, ике ҡуллап тотҡпан ишеген ергә ауҙарҙы. Шул арала ҡулына көрәк тотоп, ҡашы-күҙе емерелгән Ғәйнулла үҙе килеп етте.

-- Эсеп-иҫереп ҡоторған был хулиган! Ауыҙынан араҡы аңҡып тора! – тип сарбайланы Ғәйниямал; бот-сатын килбәтһеҙ тарбайтып, егеттең йән еренә тибергә самаланы. Әммә Зәйни уны үҙ иңенән ҡуптарып, маҙаһына тейгән күгәүендәй һелкеп ырғытты. Шул арала башы өҫтөнә Ғәйнулланың дуға һыҙып төшөп килгән көрәгенән саҡ тайпылып өлгөрҙө.

-- Ни эшең был, Ғәйнулла?! Үлтерәһең бит егетте! – тигән тауыштар ишетелде. Ни арала тәңгәлгә халыҡ эркелгән дә бушлай ҡуйылған кәмитте тамаша ҡылып торалар. Шуға күрә түрәнең ҡулы ҡалтыраны, көрәген йәһәт кенә ситән буйына ырғытып, көсөргәнештән шабыр тиргә батҡан йөҙөн ең осо менән һөрттө.

-- Башыңды төрмәлә серетермен, хулиган! – тип, теш араһынан ҡыҫылдырып сығарып ышылданы. Оҙон күлдәк итәген ыштан бөрмәһенә ҡыҫтырып, улының дошманына ташланырға әтәсләнгән әсәһе яғына асыулы ҡул һелтәгәйне, уныһы елтерәп өйөнә инеп китте. Төркөм араһынан был икәүҙең кеменәлер яуҙырылған әсе һүҙҙәр ишетелде.

-- Күрҙегеҙме, армиянан ҡайһындай шәп һөнәргә өйрәнеп ҡайтҡан! – тип ярһыны Ғәйнулла. – Көпә-көндөҙ эсеп-иҫереп, кеше йортон килеп баҫа, ишектәрен ҡайырып ала!

-- Ҡайырып түгел, ә һурып, -- тине Зәйни, шаңҡыуынан ҡабат иҫенә килеп. – Сөнки ишек һис тә һинеке түгел, ә дөйөм хужалыҡтыҡы!

-- Ни лыҡылдайһың, кем ул дөйөм хужалыҡ?

-- Колхоз ул, һин колхоздыҡын урланың!

-- Дакажи, шул клеветаң өсөн яуап бирерһең!

-- Докажу! Мин был ишекте колхоз таҡтаһынан колхоз өсөн тип үҙ ҡулдарым менән эшләп, бөгөн иртәнсаҡ ҡына Мохтар олатайҙың арбаһына һалышып ебәргәйнем, шуның өсөн хисапсығыҙ наряд та тултырғайны. Ә һин шуны, намыҫһыҙ түрә-мүрә, үҙ йортоңа ҡаратып сәлдергәнһең! – Зәйни ишекте күтәреп алырға иткәйне, болдорҙан Ғәйниямал ҡабат дау һалды:

-- Разбу-у-уй, талайҙар! Йәмәғәт, ярҙамға килегеҙ! Был ни хәл, ниңә ауыҙ асып тик тораһығыҙ?

-- Дружинниктар ҡайҙа? Ҡулдарын ҡайырығыҙ дыуамалдың! – Ғәйнулла, ишек өҫтөнә боттарын тарбайта баҫып, ҡыҙыл еңлеләрҙең исемен атап саҡырҙы. Төркөм эсенән хисапсы, клуб мөдире, пожарник айырылып сыҡтылар; күҙҙәрен аҫҡа төбәп, ҡыйыуһыҙ ғына, түрә бойороғон үтәргә итеп ҡаранылар, әммә “дыуамал” уларға баш бирмәне. Тамаша ҡылыусылар төркөмө кейәһенә таяҡ тығып болғатылған умарта күселәй гөжләне:

-- Ниңә тик-томалдан уға дружинниктарҙы һөстөрәһең? Егет дөрөҫ һөйләй!

-- Башҡаларға тәтемәгән шиферҙы ҡайҙан сумырҙың?

-- Верандаң да баштан-аяҡ урлап ҡоршалған!

-- Дакажи һин аны, дакажи! – төркөм яғына бер аҙым атлап күҙҙәрен аҡайтты мөдир.

-- Нимәһен уның даказайт итергә инде? Ферманан ҡайтҡаның һайын арбаң төбөнә таҡта һалып ҡайтҡаныңды күреп йөрөнөк.

-- Килтерегеҙ бау, ҡараҡтың үҙенең ҡулдарын шаҡарайыҡ!

Дружинниктар, бер-береһенә ҡарашып, албырғанып ҡалдылар. Шул арала Мохтар ҡарт килеп сығып, Зәйниҙе ҡултыҡлап алды:

-- Ҡуй, мырҙам, эт менән эт булма алай! Хаҡлығыңды бүтән ваҡытта иҫбатларһың. Абайламай һөйләгән – ауырымай үлгән, тигәнде онотма.

-- Күрәләтә нисек түҙеп ҡалмаҡ кәрәк, олатай?

-- Боронғолар, буҡҡа ҡағылма, һаҫыһы таралыр, тигәндәр...

Арттан Ғәйнулланың ярһып ҡысҡырыныуы ҡыуалатты:

-- Кемдең кем икәнен белмәй йөрөһәң, бер юлы белдертермен – ике аяғыңды бер ҡунысҡа тығырмын мин һинең, эшкашмаған! Ғәҙел законға тарттырып, бер таҡтаға баҫтыртып бейетермен! Осаңды тырнай-тырнай ыуаланырһың!

-- Күрербеҙ кем ыуаланғанын! – тине Зәйни, атлап барышлайы башын ҡайырып. Мохтар бабай кире боролорға ирек ҡуйманы.

Сисенгән һыуҙан таймай, тип, Зәйни эште аҙағынаса еткерергә самаланы. Иртән тороп, почта бүлексәһендәге телефондан колхоз идараһына шылтыратты. Рәйес үҙе өйҙә юҡ, тинеләр; трубканы колхоздың партком секретаре алды. Мәсьәләнең үтә дефицит тауар – төҙөлөш материалына бәйле икәнен белгәс, дилбегәне колхоздың рәйес урынбаҫарына тапшырҙы. Айыу үкереүеләй ҡалын тауышлы уҙаман, иренеп кенә тыңланы ла, хәлде урында энәһенән ебенәсә тикшереү өсөн кисекмәҫтән халыҡ контроле ағзаһын йүнәлтергә вәғәҙә итте. Һөйләшеү шуның менән осланды.

Төш ваҡытында лафкысы Мифтахитдиндең, уның ҡатарында ҡултығы аҫтына ҡыҙыл папка ҡыҫтырған хисапсының, ғауғалы ихатала ала-ҡола бер төркөм ир-ат йыйып, ҡулдарын болғай-болғай, дәғүәле ишек эргәһендә донъя бутап тороуҙары күренде. Ҡыҙыл папкалағы зәңгәр тышлы дәфтәргә нимәлер яҙып алып, эшем эйәләре кәнсәләргә ыңғайланы. Арауыҡ ваҡыт үткәс, аталы-уллы оҫтаҡулдарҙың аласыҡ ишеген кәнсәләр йыйыштырыусы ҡатынҡай килеп шаҡыны. Егеткә ишеттермәҫкә тырышып, үҙ-ара ғына ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа шыбырҙашып аңлашҡастары, ул Мотиғулланы эйәртеп алып китте. Әлеге шау-шоуҙан һуң даими емерек ҡиәфәтле атаһынан һорарға ҡыйманы Зәйни. Билдәһеҙлек ҡосағында байтаҡ интектергәс кенә, ауыҙы ҡолаҡтарына еткән Мотиғулла, ту-туҡ атлап, бик елле ҡайтып керҙе. Улына ауыҙ һүҙ ҡушмай, арба йүнәтеүҙән артҡан ике буй таҡтаны саж-сож бысып тураҡларға кереште.

-- Бына шулай! – тип ҡәнәғәт һөйләнде, киҫәктәрҙе теҙеп ҡуйғас, мыйығын ялт-йолт бороп. – Бынан ары алай, яман тай һымаҡ, атаңдан алға сыҡма сапсып!

-- Ниңә киҫкеләнең быларҙы, атай?

-- Аныһын мин үҙем беләм. Субственный минеке был материал. Аҡылың булһа, Ғәйнулланан хәҙер үк барып ғәфү үтен. Әле һуң түгел.

-- Ярар, елкә соҡорон күрмәгәндән үлмәгән! – Ҡул һелтәне Зәйни.

Ҡояш байығас, Зәйниҙе лә саҡырттылар тегендә. Өҫтәл артында Ғәйнулла-мөдир үҙе, парторг Муллаян, ә өҫтәлдең ике башында хисапсы менән Мифтахитдин күҙле бүкәндәй тексәйеп ултыра ине. Биргән сәләмен иғтибарһыҙ ҡалдырҙылар. Ҡыҫыҡ ишектән соландағыларҙың һәм ишек төбөндә тәмәке быҫҡытыусыларҙың ҡыҙыҡһынып һағалаған күҙҙәре ялтыраны. Һәммәһенең ул ингәс тә шым ҡалыуы шомландырҙы. Шулай ҙа ул, сер бирмәҫкә тырышып, стена буйындағы буш эскәмйәгә йәпләнде.

-- Йә, һалдат, бутҡаны шәп ҡайнатаһыңмы? -- Күҙлек быялаларын ялтыратып һүҙ ҡатты, ниһәйәт, Муллайән.

-- Боҫландырып.

-- Ҡаҙаныңдың төбө көйөп ҡуймағайы.

-- Көйһә, болғатырҙар. Болғатыусылары әҙер бит. -- Өҫтәл эргәһендәгеләргә ымланы егет. Ғәйнулла талағы ташыуын баҫа алманы:

-- Ниңә шул хулиган менән мәмәйләшеп маташырға? Тотҡан тәңгәлдән шартлатып һындырыу кәрәк!

Муллаян, уңайһыҙланып, ҡалын ирендәрен ялап алды. Ул математика уҡытыусыһы булып эшләй, ҡасандыр Зәйниҙе лә уҡытҡайны. Бригадаға парторг итеп быйыл ғына һайланғас, ығы-зығы араһына башкөлләй сумып өлгөрмәгән, ғауғалы был ваҡиғаға тығылыуы уның өсөн утҡа кереү менән бер ине, буғай.

-- Шартлатып һындырырға, ағас түгел бит был – кеше, әҙәм балаһы! – Мөдиргә боролоп ҡарап, ҡоро киҫәтте Муллаян. Зәйнигә төбәлеп дауамланы: -- Ниңә былай бик оторо ҡыланаһың, ҡустыҡай? Ни ҡыйраттың, баһадирлыҡтарыңды теҙеп бир.

-- Теҙәһе юҡ бында. Кәрәкһә, Ғәйнулла-түрә теҙһен. Ундай һөнәргә шәп бит ул.

-- Мин, унан түгел, ә һинән һорайым! – Парторг дилбегәне ҡыҫҡартты. – Ниңә үҙеңдән өлкәндәрҙе ихтирам итмәйһең, һорауға яуап бирмәйһең?

-- Завферма үҙенең нисек итеп колхоз милкен сәлдергәнен хикәйәтләһен, тим. Ҡыҙығыраҡ булыр.

Ғәйнулла, өҫтәлгә усы менән шартлата һуғып, осаһын ҡорт саҡҡандай ырғып торҙо:

-- Дакажи һин, дакажи! Пулный законлы дөкәмиттәргә таянып дакажи. Ҡайҙа ҡағыҙҙарың?

-- Мин һинең арттан көндәлек яҙып йөрөмәгән. Колхоз таҡтаһынан үҙеңә ишек яһатыуыңды иһә ошо күҙҙәрем менән күрҙем!

-- Күҙ – яҙыулы ҡағыҙ түгел. Нимәгә таянып әйтәһең?

-- Мин ул ишекте, колхоз фермаһына икән, тип, бына ошо үҙ ҡулдарым менән яһаным!

-- Ә бына был документты күрҙеңме? – Хисапсы ҡыҙыл папкаһынан ус яҫылыҡ ҡағыҙ киҫәге сығарып болғаны. – Иптәштәр, таныш булығыҙ: Ғәйнулла Ғимадиевичтың колхоз идараһынан шәхсәнә үҙ кәрәк-яраҡтары өсөн бысҡы материалы яҙҙыртып алған ҡағыҙы. Колхоз председателенең урынбаҫары Вәлитов иптәш үҙе ҡул ҡуйған!

Өҫтәл янындағылар шөйлә йәнләнеп, ҡағыҙҙы үрелеп ҡаранылар, баш сайҡап, тел сытылдаттылар.

-- Ғәйнулла бөгөн сығып яҙҙыртып ҡайтҡанмы ул ҡағыҙҙы? Быға саҡлым ҡағыҙһыҙ шылдыра торғайны! – тип, соланда тыңлап тороусыларҙың береһе сәнстерҙе.

-- Кем ул унда тел болғай? Яҡтыға сығып күрен, тараҡан, исем-фамилияңды әйт! – тип екерҙе Ғәйнулла-мөдир. Ғауғалы ауыҙ йомолдо. – Числоһын ҡарағыҙ, иптәштәр: ҡағыҙ бер ай элгәре яҙып бирелгән!

Зәйни үҙенең бик шыма итеп кәкере ҡайынға терәтелеүен төшөндө.

-- Так што, етәксегә нахаҡ яла яҡҡаны өсөн ғәйепле кеше үҙ кәрәген алыр! – тип ҡағыҙын болғаны хисапсы. Кибетендә яғаһы аҫтына йөҙ грамды төшөрөп килеп, йоҡомһорап ултырған Мифтахитдин дә, башын ҡалҡытып:

-- Бына мин дә, халыҡ контроле ағзаһы булараҡ, Ғәйнулла Ғимадиевичтың таҡтаны ҡануни юл менән алғанын тулыһынса иҫбат итәм! – тип дөрөҫләне.

-- Ниңә һатыусы йораты колхоздың халыҡ контроленә һайланған? – тип ҡыҫтырҙы соландан баяғы тауыш.

-- Уның магазинға эшкә кереүенә өс көн тулып бер аҙна ла түгел бит әле. Электән һайланған килеш йөрөй, -- тип аңлатты парторг.

-- Эште тикшерергә уны билдәләмәҫкә кәрәк ине.

-- Һин, кем, әллә ышанмайһыңмы? Бөтәбеҙҙән аҡыллыраҡ булып киттеңме? – тип күҙҙәрен аҡайтты мөдир. Муллаян, ҡорғаҡһыған графинға ҡәләме менән сирткеләп, тыныслыҡ урынлаштырҙы:

-- Шауламағыҙ, иптәштәр, тәртип менән һөйләгеҙ! Һуған баҙары түгел бында. Бәлки, теге иптәштең әйткәне дөрөҫтөр ҙә. Төбөнә туҙ ҡуйып, энәһенән-ебенәсә тикшерербеҙ. Кәрәкһә, Мифтахитдин иптәш урынына бүтәнде һайларбыҙ. Ләкин сөй бында түгел. Эш шунда тора: Ғәйнулла Ғимадиевичтың төҙөлөш материалын законлы юл менән алыуы асыҡланды. Ҡануни документы бар. Тимәк, Зәйни иптәштең әйткәндәре дөрөҫләнмәне... -- Өҫтәл янындағылар, тупһа төбөндәгеләр, күҙҙәрен сөкөрәйтешеп, хихылданылар. Зәйни, ниндәйҙер билдәһеҙ көстәр арҡаһында үҙенең шыр-тилегә ҡалып барыуын тойоп, сыҙай алмай, ырғып торҙо. Үҙен-үҙе тота алмай ярһып ҡысҡырҙы:

-- Ялған! Ниңә ҡағыҙға ышанаһығыҙ ҙа миңә ышанмайһығыҙ? Тере кеше мөһимме һеҙгә, ҡағыҙмы? Әгәр ҙә бик шикләнһәгеҙ, атайымдан барып һорағыҙ. Ғәйнулланың, ишекте яһатып алғас, эш хаҡына биреп ҡалдырған таҡталары әле лә аласыҡта ята!

-- Туҡта! Йыйыштырыусыға әйтегеҙ, килтереп еткерһен Мотиғулла ағайҙы! – тип бойорҙо ике бите ҡалтыранған Ғәйнулла. -- Ә һин, теләгән берәүгә яла яғырға өйрәнеп ҡайтҡан мөртәт, китмәй тор!

Ағас аяғын шығырлатып та туҡылдатып, ахылдап-ухылдап, атаһы килеп етте – кисәге хәмер һөрөмө китмәгәйне. Парторг шунда уҡ теҙгенде ҡулына алды:

-- Мотиғулла ағай, әйтегеҙ әле: ошо көндәрҙә һеҙ таҡта ишек яһанығыҙмы?

-- Яһаныҡ, улым менән икәүләп.

-- Кемгә?

-- Ғәйнулла түрәбеҙгә.

-- Кем таҡтаһынан?

-- Уның үҙенекенән.

-- Бына улың, оятһыҙ, күҙен дә йоммай мине оклеветайт итеп, колхоздыҡынан, ти бит һуң? – тине Ғәйнулла.

-- Ул ни белә? Бер нимә лә белмәй бит ул колхоз мөхитенән, ауыҙынан әле һалдат һурпаһының тәме лә китеп бөтмәгән. Уйлмай һөйләгән – ауырымай үлгән, тигәндәй, теле нимә тылҡығанын ҡолағы ишетмәй уның, башы йәш бит әле, кисерегеҙ һеҙ уны.

-- Атай! – тип талпынғайны ла Зәйни, парторг артыҡ фәлсәфәгә сик ҡуйҙы:

-- Аңлашылды. Ултырыш тамам, эштәрегеҙгә таралышығыҙ, иптәштәр! – Һәм барсаһы һеперелешеп сығып та киттеләр. Зәйни иһә туйтаңлаусы атаһына йәнәш атланы.

-- Ниңә дөрөҫөн әйтмәнең, Ғәйнулла ысын ҡараҡ бит! – Үпкәләп өндәште ул.

-- Эй улым-улым, ҡараҡтар араһында көн күрәбеҙ бит... Ух, баш сатнап бара, балам... – Ҡайырылып, быяла ҡойонан ҡойоп биреүсе Мифтахитдин төйәгенә ыңғайланы...
Улар ауылында иртүк ирҙәр, еткән егеттәр көтөүгә мал ҡыуа сығалар. Ҡыуғас, һәммәһе ауыл осондараҡ урынлашҡан Мифтахитдин кибете эргәһенә өйөрөлә һәм, махраларҙы бороп, төтөнөн борхолдатып, иртәнге сәйгә тиклем әңгәмә ҡороп ебәрәләр. Яңы ғына тыуған тоҙло-боросло көләмәстәр ошонда һөйләнә, телдәр ошонда сарлана. Тәбәз буйлы, ҡарпыш ҡолаҡлы ҡарт егет – һатыусы Мифтахитдин дә, лафкыһы эсендә ҡалып түҙмәй, сығып, телмәрселәрҙең теленә үҙ боросон һибеп тора. Колхоз һауынсылары ферманан көн дә ошо лафкы алдынан ҡайта. Улар күренеүе менән үк йәмәғәт, иркен тын алып, төртмә телдең бөтә үткерлеген ҡыҙ-ҡырҡынға йүнәлтә. Тегеләр ҙә ҡалышмай, һағыҙаҡтыҡылай энә ҡаяулы һүҙҙәрен осоропмо осора. Әйтешә-әйтешә тегеләр үтеп киткәс, йыйын тарала; фәҡәт баштары “махмур”лылар ғына тура Мифтахитдин лафкаһына йомола.

Шундай иртәләрҙең береһендә баштан-аяҡ йәшел һалдат кейемле Зәйни ҙә, һауынсылар төркөмө яҡынлауын күҙәтеп тора ине лафка алдында. Был юлы ҡыҙҙар ғәҙәттәренсә алыҫтан уҡ һүҙгә ҡушылып сыуылдашманылар: “Иҫебеҙ китмәй әле һеҙҙең кеүектәргә!” – тигәндәй, күнәктәрен беләктәренә ғорур элеп, шым ғына яҡынланылар. Әммә күҙҙәрендә осҡон уйнай, матур ирендәрен ҡымтып, көлмәйенсә саҡ түҙеп киләләр һымаҡ.

-- Былар берәй этлек уйлағандар бит, әй, -- тине Мифтахитдин, -- һаҡланығыҙ, егеттәр! – Бармағы менән төртөп күрһәтеп өҫтәне: -- Әгәр миңә алай-былай була ҡалһа, мине бынауы иң алдан килгәненең ҡуйынында шәһит киткән тип һанағыҙ!

-- Һин, иҫерек баш! Бәлки, хәҙер үк минең ҡосаҡта тонсоғорһоң?! – МТФ Ғәйнулла ҡарт егетте, яғаһынан бөрөп алып, ике иле ерҙән күтәреп дер-һелкетте.

-- Разбу-у-уй, баш ауырта, лафкасыбыҙҙың башына етә күрмә! – тип яр һалды “махмур”лылар.

-- Башы ҡәҙерле булһа, телен тешләһен, юҡһа кемдең кеме икәнен абайламай ысҡындыра! – тине, ҡыҙышып, Ғәйнулла, ә шулай ҙа ысҡындырҙы лафкысыны.

-- Һинең кәләшең икәнен ул ҡайҙан белһен, маңлайына яҙылмаған бит! – тип этләште береһе.

-- Мулла никах уҡымаған, Бюрозагста яҙылышмағанһығыҙ – тауыш күтәрмәй тороң! -- тип әзерәйҙе яғаһының һүтеген һәрмәштергәләгән Мифтахитдин.

-- Яҙылырбыҙ, күп ҡалмаған! Ошонан һуң кем дә кем шуны иҫәпкә алмай – ауыҙына бына ошо! – Йоҙроғон тегенең танауына терәп алды ла Ғәйнулла бригада кәнсәләренә ыңғайланы – түрә кешенең эштәре күп ине шул. Зәйни иһә быға иғтибар итмәй, күкрәк киреп алдан килеүсе ҡыҙҙы, тәүгә күргәндәй, күҙҙәрен ҙур асып, тулҡынланып ҡараны. Мәрйәләрсә ҡара юбка, ап-аҡ сарафан кейеп, ҡамыш бәйләмеләй йыуан толомдарының береһен – алға, икенсеһен артҡа ташлап, аҡ өҫтөндә һумалалай ҡарайтып, баҙыҡ атлаған тумалаҡ таҙа кәүҙәле, тулы битле ҡараҡай ҡыҙ үҙенең күҙ ҡарашы менән генә лә егет күңеленең иң ныҡ йәшерелгән нескә ҡылын сиртеп зыңлатты – баяғы Нәғимә ине. Зәйни, күҙҙәрен ала алмай, үҙе лә аңғармаҫтан, уны тәүкүргәндәй шаҡ-ҡатып текләне. Ҡыҙ ҙа быны ныҡ тойҙо – ирендәре ҡалтыранды һәм ул күҙ ҡараларын, шаян осҡондар сәсрәтеп, һиҙелер-һиҙелмәҫлек кенә уйнатты. Быныһын, моғайын, ҡыҙ үҙе лә Зәйни генә белгәндер...

-- Нәғимә, ниңә ауыҙыңа йөҙөк йәшерҙең? Иң яратҡан һәүкәшкәйең мөгөҙ бәлеше менән һыйланымы әллә? – тине түрәнең янауына иҫе китмәгән Мифтахитдин.

-- Һәүкәшкәйҙәрем ул бәлеште һинең туйыңа һаҡлай!

-- Бәй, икебеҙҙең туйғамы?

-- Утыҙ йәшеңәсә әллә нисәмә туй яһағанһыңдыр инде һин.

-- Ышан: бер тапҡыр ҙа кәләш алмаған әле мин.

-- Ал һуң.

-- Алыр инем дә -- бармайҙар бит.

-- Тырышып ҡара, бәлки, барырҙар.

-- Үҙеңде генә алайым да ҡуяйымсы, ҡараҡай! – Ҡыҙҙы беләгенән эләктерергә маташты. -- Тамам өлгөрөп еткәнһең: олатайың әйтмешләй, көләпәрә менән һуҡһам, йығылмаҫһың, шәт?

-- Кит, ҡотһоҙ! – Нәҡиә әрһеҙҙең ҡулын этеп ебәрҙе. – Башыңа тай типтеме әллә?

-- Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, туптар атып аҡылға ултыртайыҡ әле ошо лафкы һаҡсыларын! – тип алға сыҡты Миңниса. -- Ә һин, Нәғимә әүкәйем, анауы һүҙ әйтергә лә йыбанып торған йәшел кейемленең кәрәгенә бир!

-- Ур-ра-а-а! – Һауынсылар, сыр-сыу ҡубынып, күнәктәренә тығылдылар ҙа егет-елгәҙәк халҡын юл буйында ҡотороноп үҫкән, яңы ғына бешеп еткән тегәнәк йомарлаҡтары менән тупларға тотондолар. Нәғимәнең ҡушйоҙроҡтай тегәнәге Зәйни яурын башына килеп ҡунды. Егет уны гимнастеркаһынан шытырлатып айырып алды ла, көлә-көлә, ҡыҙҙар төркөмөндә йүгереп китеп барған Нәғимә арҡаһына ултыртҡайны, уныһы ҡапыл туҡтаны.

-- Әһә, эшең шулаймы? – тине, әйләнеп ҡарап. – Туҡта, һалдат, мин һинең үҙеңдең эшеңде килтерәйем әле! – Буш ҡулын улай ҙа, былай ҙа һуҙып, ҡалаҡ һөйәктәре араһындағы йомарлаҡты ала алмай йөҙәне.

-- Эләктеңме?! – тине Зәйни, һылыуҙы беләгенән услап, күҙ төпкөлөнә текләп.

-- Уй, ныҡ йәбештергәнһең, һалдат.

-- Һалдат кеше үҙе лә ныҡ йәбешәсәк – ҡуптарып ташлай алмаҫһың!

-- Ә мин ташламаҫмын да!

-- Килештек! -- Тегәнәкте алып, уның ҡулына тотторҙо. – Ҡара аны, ҡараҡай, әйткәнеңде онотма!

-- Ә онотһам нишләтерһең?

-- Бына ошолай итермен! – Зәйни эйелеп ҡыҙҙың битен үбергә итте, ләкин уныһы танау булып, уңайһыҙ килеп сыҡты. Был мәлдә улар лафкы артындағы буш әрйәләр өйөлгән мөйөштә ышыҡланып торалар ине.

-- Ә шулай ҙа мәргән түгелһең икән, һалдат, яҙа атаһың! Бына ошолай аталар аны! – Тегәнәк йомарлағын егеткә йәбештерҙе. Йүгергәне ыңғайға күнәк ҡылысының сиҡылуын ишетеп торған хәлдә, йәбешкәк йомарлаҡты күкрәгенә ҡыҫып тотоп, зиһене һүрелеп торҙо. Шул арала лафкы алдын көр тауыш яңғыратты:

-- Нәғимәкәй, матурҡай, бер минутҡа ғына туҡта әле! – Мифтахитдин дөбөрләп төштө болдорҙан.

-- Йә, ни йомош?

-- Йомош, тип ни... әйтәһе бер һүҙем бар.

-- Ни һүҙ тағы?

-- МТФ Ғәйнуллаға барма һин, миңә бар. Ул минән, күп булһа, дүрт-биш йәшкә генә кесерәк...

Ҡыҙ, туҡталып, ҡарт егеттең күҙҙәренә ҡараны:

-- Шунан башҡа бер-берегеҙҙән ни яғығыҙ менән айырылаһығыҙ?

-- Аңа барһаң, МТФ тиреҫенә билеңдән батасаҡһың. Ә миңә барһаң лакированный түфли, сәмсәле ситектәр генә кейеп йөрөрһөң.

Ҡыҙ ҡысҡырып көлдө:

-- Шул ғынамы айырма? Икегеҙ тиң бер һап та бер ҡалып икән шул.

-- Йырлап ҡына йоҡлатырмын, гармун уйнап ҡына уятырмын. Минең һымаҡ өҙөлөп ҡыҙ һөйә белгәндәр тиреҫ араһында аунап ятмай ул.

-- Прилавка өҫтөндә шешәнән ҡойоп биреп ултырамы?

-- Мин... мин... – Мифтахитдин, артында аяҡ тауыштары ишетеп, яҡынлап килгән Зәйнигә боролоп ҡараны.

-- Нимә һин? – Зәйни асыулы өтөрәйҙе.

Нәғимә лә Зәйнигә әйләнеп ҡараны ла кеткелдәп көлә башланы:

-- Ҡара әле, әй, Мифтахитдин ағайым да мине һөйәм ти бит әле, нишләргә икән?

Ике егет ике ата бесәй һымаҡ ҡапма-ҡаршы килеп бер-береһенә текләшкән арала ҡыҙ йәһәт кенә иңкәйҙе лә, буй-буй кәртә аралығынан һыпырылып, бер туған апаһының ихатаһына инеп юғалды, көлөүе байтаҡҡаса быларҙың ҡолаҡ төптәрендә сыңлап торҙо.

-- Һин, ниңә минең арттан йөрөйһөң?! – тине Мифтахитдин, кинәт иҫенә килеп, ҡаштары аҫтынан һөҙә ҡарап.

-- Артыңдан йөрөргә, ҡыҙмы ни һин?

-- Ҡара аны, икенселәй ҡабатлаһаң, ботоңдо һуғып һындырырмын!

-- Белмәйем, кем-кемдекен һындырыр икән?

-- Телеңде лә тый, малай, һалдаттан ҡайтҡан икән, тип тормам... – Мифтахитдин, бармаҡ янап, лафкыһына ашыҡты – болдоронда “махмур”лылар зарығып көтә ине. Ирәйеп башын юғары ҡалҡытып бара, аяҡ баҫҡаны һайын ике сикәһенең ҡабарынҡы ите терт-терт һелкенә һәм ул таҡта һымаҡ яҫы, ләкин ҡыҫҡа кәүҙәһе менән күршенең әтәсен ҡыуып ебәргәндән һуң ҡиҡырайған ҡарт әтәсте бик хәтерләтә ине. Уның бая Нәғимә ҡолағына үрелеү өсөн аяғосо баҫып кирелеүен дә ҡабат күҙ алдына килтергәс, Зәйни ирекһеҙҙән ҡысҡырып көлдө.

-- Нимә шарҡылдайһың? – тине Мифтахитдин, асыулы әйләнеп ҡарап.

-- Буйың етмәҫтәйгә үреләһең, тим.

-- Кемдеке етмәҫ бит әле. Алма минең ауыҙыма үҙе өҙөлөп төшәсәк.

-- Бына һиңә алма! – Саңда аунап ятҡан тегәнәк йомарлағын тырнап алып, лафкыһының шаран-асыҡ ишегенә ырғытты.

Ошонан һуң әллә ниңә ҡупсыны ла ҡуйҙы Зәйниҙең йөрәге. Ҡайҙа ғына бармаһын да йөрөмәһен, ҡолағынан Нәғимәнең көмөш кеүек сыңғырлатып көлөү ауазы китмәне. Күмер-ҡара күҙҙәренең көйҙөрткөс осҡоно күҙ алдынан китмәйенсә уйнаны. Аҡ сарафаны өҫтөнән ҡара ҡамыш бәйләмдәреләй һуҙылған, билдән түбәнерәк төшкән ҡалын толомдары ҡытыҡланы йәнен. Шул саҡ әйткән һәр-бер һүҙе, күҙ ҡарашы юйылмаҫҡа һүрәтләнеп, инде күңел даръяһында өп-өр яңы тулҡындарҙы тулата...

Ошо хистәр менән Зәйниҙең ҡышы үтте, өнһөҙ ағас бөрөләренең шартлап ярылыу осорон да еткерҙе. Тиртеп сыҡҡан ыуыҙҙай йәш япраҡтар кирелделәр, көндән-көн баҙыҡландылар; шаян елгә лепер-лепер бәрелешеп, иҫерткес сер һөйләнеләр донъяға. Улар леперләүенең бер сихыры Зәйни тамырҙарын бүрттереп типте. Яңы һауған һөттәй пак һәм ҡуйы һауа алйытҡыс сайыр еҫе менән аңҡыны.

Колхоз һыйырҙары йәйләүгә сығарылды, һауыу урыны итеп, йылдағыса, шишмәгә мул Садиҡ һаҙы билдәләнде. Был иркен һыулау тау битендәге иген баҫыуҙарына тартылған оло юл яҡаһында булып, йөк машинаһында орлоҡло тоҡтар өҫтөнә тейәлеп үткән-һүткән сәсеүселәр (араларында Зәйни ҙә бар) киске һауын ваҡытында көн дә бында туҡтала, йөрөтөүсе дырылдағына һыу “эсергән” арала төшөп, һалҡын шишмәгә бит-ҡулын сайыштырғалай, ә егеттәр сая телле ҡыҙ-ҡырҡын менән йор һүҙ әйтешеп, бер-береһенә үткер уҡ атышып алырға ла өлгөрә. Зәйни бындай минуттарҙа, ниңәлер, ҡараҡайға яҡын килергә, һүҙ ҡушырға тартына – бөтәһе лә, ни булырын һағалап, уларҙы аңдығандай. Егетебеҙ, әйтешһә лә, башҡалар менән әйтешә, шаярһа ла, бүтәндәр менән шаяра. Ләкин бөтә уйы-хисе Нәғимәлә. Кемгәлер өндәшһә лә, ирекһеҙҙән, бүтән яҡтараҡ һис ни абайламағандай вайымһыҙ ҡиәфәт күрһәтеп һыйыр имсәген тартҡыслаған Нәғимәгә ишеттерерлек итеп әйтә, нимәгәлер көлһә лә, шул теләк менән ҡысҡырыбыраҡ көлә. Сөнки уның ҡыҙға еткерер тойғолары шул юл менән генә атҡарыла ала... Был йәшертен һөйләшеү телен Нәғимә лә аңлай кеүек, шуға күрә лә ул Зәйни яғына боролоп ҡарамай, туранан-тура уға төбәп һүҙ ҡатмай...

Егеттәр шулай илке-һалҡы ғына шаярышып алалар ҙа машина ғыжлай башлауы менән урындарына ырғышып менеп ултыралар. Ҡуҙғалып киткән саҡта ғына Нәғимә башын ҡалҡыта, баштар араһынан Зәйниҙе эҙләп таба – күҙгә-күҙ осрашалар. Ҡыҙҙың һылыу йөҙөндә еңелсә йылмайыш төҫмөрләнә. Машинаның туҙан болото яҙлыҡтыра күҙҙәрен...

Бер мәртәбә Зәйнигә, сәскесе ватылып оҙайлыға туҡтағас, ауылға көндөҙ йәйәүләп ҡайтырға тура килде. Төшкөлөккә һыйыр һауа төшкән ҡыҙҙарҙы күреп, һыулауға боролдо. Ғәжәпләнеүенә ҡаршы, шишмә ситендәге ерек күләгәһенә еңел өҫтәл ҡуйылған, өҫтөндә папирос һәм шырпылар, кәнфит, ирҙәр тарағы кеүек нәмәләр теҙеп һалынған.

-- Был ни ғәләмәт тағы? – Аптырабыраҡ һораны Зәйни шишмәгә быхылдап һөтлө феләк төшөрөп маташыусы Мохтар бабайҙан.

-- Күрмәйһеңме ни – Мифтахитдин купистың ҡырҡтартмаһы. Ҡыҙҙар артынан тәмәке лә ирҙәр тарағы тейәп килгән, мәнеһеҙ... Ултырып ҡайтам, тиһәң, ана тора аты-арбаһы. Миңә эләгәм тип өмөт итмә, йөгөм ауыр! – Алдан алдыртып һөйләнде бабай аҡтығы. Зәйни ҡул һелтәне:

-- Ҡуйсы әле, олатай, ташла шул ғәҙәтеңде! Ауыҙ асыр әмәл юҡ – алашаңды ҡурсаларға тотонаһың.

-- Ҡурсаламай ни, атайыңдың ағасы түгел бит ул. Һеҙгә нимә -- ларҡайышып тейәләһегеҙ ҙә китәһегеҙ, ә ат өсөн мин яуаплы.

-- Юҡҡа баш ҡатырғансы, был һатыусы йоратын баҫыуға ебәрер инең, исмаһам. Анда егеттәр бер урап тартырлыҡ тәмәке өсөн ҡыҙыша -- әҙәм башын ашарҙай булып йөрөйҙәр. Ҡайҙа олаҡты үҙе?

-- Ҡайҙа булһын, әлеге лә баяғы шул яулыҡлылар эргәһендә урала. Ыжлап бирә, ти, ул һинең әйткәнеңә! Икмәк күргән көсөк кеүек күҙе тоноп, келәтсе Ғәйзулланың ырғаңдағын һағалай һаман. Бына күрәһең бит, хатта ҡаҙна тауарҙарын да күҙ-ҡолаҡ ҡалдырмайынса ташлап китте. Ә бахыр аты, туғарылмаған килеш, ҡаҡ ҡояшта тора шаҡырайып. Уға нимә, мөртәткә, үгеҙ үлһә -- ит, арба ватылһа утын...

Зәйни, йөрәгенә утлы тимер һуҡҡандай, ҡырт-боролоп, һыйыр һауған ергә атлыҡты. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, бүтәгә-үлән төбөндәге һуҡырсысҡан убаларына һөрлөктө. Ырҙын табағылай таҡырға сығып, бер һәүкәштең тимерсыбыҡ шикелле ҡаты ҡыл ҡойроғо битенә сыртлата һуҡҡас ҡына, айнып киткәндәй итте, тертләп, артҡа салҡайҙы. Миңниса тигәндәре, һауыуын туҡтатып, уға ҡарап көлөп ултыра ине.

-- Ни булды һиңә, һалдат, әллә ҡорт саҡтымы? Күҙең аларып, һыйыр өҫтөнә менеп киләһең бит, әй!

-- Ярар, ләпелдәмә. Менеү мәсьәләһен һинән һорамам.

-- Аһ-аһ, әллә эсеп килгән инде бынауы ағайым?

-- Шулайҙыр шул! – Зәйни ары атланы.

-- Ҡарағыҙсы бынауҙы – осаһына ут ҡапҡандай йүгерә!

Нәғимә һыулауҙың арғы башында һауып ултыра ине. Буралай ала һыйыры, ташыу елене бушаныуға мәлйерәп, күҙҙәрен йомған килеш, тыныс ҡына көйшәнеп тора, уның даға кеүек текә мөгөҙҙәренән Мифтахитдин батыр ҡуш ҡуллап тотҡан... Гөбөр-гөбөр һөт тауышы уны ла иҙерәткән, буғай: әллә шунан, әллә оҙаҡ хәрәкәтһеҙ тороп ялығыуҙан йоҡомһораған кеүек күренә.

-- Аҡҡа бәрәкәт! Һаумы, буласаҡ маяҡ! – Арттан килеп ҡыҙға өндәште Зәйни, мөгөҙ тотоусыға бөтөнләй иғтибар итмәҫтән. Нәғимә һиҫкәнде, гөбөр-гөбөр һөт ағылыу кинәт кенә туҡтаны. Алаһыйыр, быға ризаһыҙланып, ҡойроғон һелтәп ҡуйҙы. Һауынсыһы йәһәт әйләнеп ҡарағайны, ултырғыс итеп ҡулланылған буш күнәге дөңгөрләп ауҙы.

-- Йәнеңә һаулыҡ! Ҡотто осора яҙҙың бит, һалдат!

-- Осһа ни, ҡот ҡойоусың яныңда тора бит һерәйеп. Һыйыр мөгөҙөнә ике ҡуллап йәбешкән. – Зәйни үҙе үк тауышының асыулы сығыуын һиҙенде.

-- Һин, һалдат, Мифтахитдин ағайҙы алай бик рәнйетеп барма әле, -- тине Нәғимә. – Ул миңә һыйыр һауыша.

-- Эшем эйәһенән башҡаһы юҡмы ни?

-- Ҡайҙан булһын? Ана, һыйыр ҡойроғон тотоп тороусы ла кәрәк.

-- Икенсе ҡулы менән лафкасың тотһон.

--Тотор ҙа. Ярҙам итә ул миңә.

-- Ҡулындағы себен уйынын ҡарапмы?

Мифтахитдин күҙҙәрен аҡайтып екерҙе:

-- Эй, кирза! Икмәк шүрлегеңде томала, юғиһә менеп төшөрмөн!

-- Һинме?! – Зәйни йоҙроҡтарын йомарланы -- “кирза”лауы был урында түҙеп торғоһоҙ ине. – Кил әле, ҡабырғаларыңды һанап ҡайтарайым!

-- Үҙең кил, эсеңде ҡойолдорайым! – Һыйыр башын ебәреп, кеҫәһенән йылтыр бәке сығарҙы.

-- Шулаймы ни әле, эшең! – Бәкесенең үксәһенә кинәт тибеп ебәргәйне, уныһы, сәсе көлтәләй туҙғып, салҡан әйләнеп төштө. Сирғып киткән бәкене Зәйни шишмә төбөнә быраҡтырҙы. – Бына шулай, ағай кеше. Көсөңдән килмәгәнгә икенсе тотонма! – тине.

Мифтахитдин торҙо, ҡалтыранған ҡулдары менән өҫ-башын ҡаҡҡыланы. Бер яҡҡа ҡыйшайған галстугын төҙәтте. Был әкәмәт шундай күҙ асып йомғансы уйналды – хатта егеттәр үҙҙәре лә, эштең нимәлә икәнен тойомламай, шаңҡыбыраҡ ҡалды, буғай. Аптырап ҡарап торған Нәғимә иҫен йыйып өлгөрҙө:

-- Ағайҙар, ни эшегеҙ был? Ыстырам, оятһыҙҙар. Әллә бер-береһенең күҙен соҡошорға итәләр инде!

-- Туҡта, балам, был эшең өсөн яуап бирерһең! – тип әзерәйҙе Мифтахитдин.

-- Ҡарап ҡарарбыҙ.

-- Ҡуйсы-ҡуйсы инде, ағайҙар, юҡҡа әтәсләнмәгеҙ, әҙәмдән оят! – Нәғимә тулы күнәген тотторҙо Мифтахитдингә. – Ағайым, аҡыллым, ифрат аҡыллы бит һин. Барсы, тиҙ генә ошо һөттө феләккә бушатып килсе. Туҡта, үҙеңде бер генә үпәс итәйем! – Ярһыуҙан ҡалтыранып торған ҡарт егетте ысынлап та маңлайынан бер супылдатып алды. Мифтахитдин, ашыҡмай ғына, феләктәре менән мәш килеүсе Мохтар бабай яғына атланы.

-- Ярамай инде алай көпә-көндөҙ кешегә ҡул күтәреү! – тине Нәғимә, Зәйнигә ғәйепләүсән текләп.

-- Үҙе бит. Ниңә бәке менән киҙәнә?

-- Киҙәнмәҫе бопрон уҡ төртөп йыҡтың.

-- Эсемә бысаҡ тыҡҡанын көтөп тораһым ҡалған икән!

-- Ярай-ярай, тилермә, -- Һөтлө усы менән егеттең маңлайынан һыпырҙы. – Абау-абау, ҡайһылай ҙа етдиләнеп һырланған! Теләйһеңме, үҙеңде хәҙер бер тәмлекәс менән һыйлайым?

-- Ҡарап ҡарайыҡ.

-- Уй, ниндәй ҙә етди ағай! – Халат кеҫәһенән кәнфит алып, айбарлы ҡағыҙын аҡтарып ташлап, егеттең йәберһенеп ҡалтырап торған ирендәренә терәне. Зәйни башын артҡа тартты, кәнфит бүтәгә араһына төштө.

-- Ниңә алайтаһың? – Үпкәләне.

-- Моғайын, шул ҡарпыш ҡолаҡтың нәмәһелер әле.

-- Булһа ни... унан беҙгә ни зыян? Ҡарпышлығы йоҡмаҫ әле.

-- Шунан бүләк алып тормаһаң инде...

-- Алһа ни... Биргәндең битенә ҡарама, тиҙәр түгелме? Күстәнәс – мең төрлө сиргә дауа, ти, бит ул.

Зәйни кәнфитте иҙә баҫты.

-- Бәй-бәй-бәй! Ағайым ғына килеп етһен әле, кәрәгеңде бирер! – тип көлдө Нәғимә, бармаҡ янап. – “Баҡса емеше түгел – аҡса емеше, белеп ҡап!” – тип биргән күстәнәсе ине...

-- Буржуй ҡыҙҙарына оҡшап, купис бүләктәре алаһың икән. Ә үҙең комсомолка...

-- Булһа ни... комсомолканың ауыҙы юҡмы әллә?

-- Ә шулай ҙа талымһыҙ булмаҫҡа кәрәк. Кемдән – алырға ярай, ә кемдән – юҡ...

Нәғимә ауыҙын ҡыйшайтты:

-- Бигерәк талымлы икәнһең! Бар, кеҫәңде тултырып кил – һинән ҡабул ҡылырмын! – Ҡырт-боролоп, һыйырҙары араһында юғалды. Күнәк бушатып килеп еткән Мифтахитдин алыҫтан уҡ Зәйнигә сәнстерҙе:

-- Һәй, бешмәгән баш! Ҡыҙ һөйөргә иртәрәк әле һиңә. Тәүҙә һөйләшергә өйрән!

-- Ә һин кәнфиткә атланып тауға үрләмәксеһеңме?

-- Йәйәүләп тә менермен!

-- Ҡайһы яғынан баҫҡыс һөйәмәксеһең?

Эштәрен тамамлап тыңлап торған һауынсылар, шау-гөр килеп, шарҡылдап көлдөләр. Мифтахитдин өндәшмәне, яғаһы аҫтына башын тартып, ат-арбаһы яғына ыңғайланы.

Зәйни, көтмәгәндә килеп сыҡҡан ҡылыҡтарынан эсе бошоп, туҙанлы юлдан ҡайтыу яғына атланы. “Ниңә былай тик-томалдан эләгештем һуң әле, Нәғимәне лә ҡыйырһыттым?..” булды уның уйҙары. Әйтерһең, йөрәкте ҡаты ҡул менән ҡыҫып тоттолар. Бынан һуң ҡыҙ сәләм дә бирмәҫ, ҡалҡынып та ҡарамаҫ төҫлө... Яртылыҡ юлда Мохтар бабай ҡыуып етте.

-- Ултыр, балам. Ниңә бик мөшкөлләндең?

-- Кәйеф юҡ.

Ул ултырғас, ат тартыуын һүлпәнәйтте.

-- Бына күрҙеңме? – тине Мохтар бабай. – Кәйефең атҡа ла ауыр. Әллә таш тултырҙылармы?

Егет өндәшмәне.

-- Был замандың йәштәре үтә сәйер: ялҡынланыуҙары ла, туңыуҙары ла тиҙ ара.

-- Һеҙҙең заманда нисек була торғайны һуң, олатай?

-- Беҙ һеҙҙәрҙәй китап аша танымай инек донъяны. Барыһы ла бик ябай ине.

-- Хатта ҡыҙ һөйөү ҙәме?

-- Аныһы ла.

-- Нисек итеп һөйә инегеҙ?

-- Сыраҡ яғып кис ултырһалар, тәҙрәләрҙән күҙләргә йөрөй инек, ҡарындыҡты тишеп йыр әйтешә инек. Күстәнәскә ярты ҡаҙаҡ лампасый, йәки сәтләүек, араһына һалып ҡош телендәй хат килтерә инек. Шунан һуң атайға әйтеп, яусы ебәрә инек. Ә йыш ҡына быларҙың береһе лә булмай: кәләште атай үҙе күҙләп таба ла, һине тейәп алып барып, ҡауыштыра ла ҡуя торғайны...

-- Бүләк иткән сәтләүек һәм кәнфиттәрегеҙҙе ҡыҙҙар ҡабул итеп ала торғайнымы һуң?

-- Һәй, улым, тәмле тел һәм татлы тәғәмдән ҡыҙ-ҡырҡын ҡасан баш тартҡаны бар?!

Зәйни, аяҡтарын һәлендереп ултырған килеш башын эйеп, оҙон сыбыҡ осо менән юл туҙанын һыҙырҙы. Тәгәрмәстәр, бер-береһен ҡыуышып, тығыр-тығыр тәгәрләне.

-- Әлбиттә, бүләк менән бүләктең дә заманаһына күрә айырмаһы бар, -- тип һүҙен дауамланы олатай. -- Әгәр, мәҫәлән, минең уйлауымса, хәҙерге заман ҡыҙҙары һинең сәтләүегеңде алмай ҡуйыуы ла ихтимал, сөнки ҡыҙҙар мәсьәләһендә “дөйә лә -- бүләк, төймә лә -- бүләк” тигән һис тура килмәй.. Шуға күрә бүләктең дә ярарҙайын ғына һайларға кәрәк, улым. Әгәр ҙә ки, мәҫәлән, Мифтахитдин лафкысы кеүек, ҡыҙ артынан кәнфит тотоп әрһеҙләнеп йөрөһәң, көлкөгә лә ҡалыуың бик ихтимал. Татлы тәмдән башҡа ни бирһен ул әҙәм йәненә? Ә инде әгәр, мәҫәлән, егетмен тигән егет шул уҡ ҡараҡай-һауынсыға көн дә кәнфит услап килеү урынына ул ултырып һыйыр һауһын өсөн ябай ғына таҡтанан булһа ла дүрт тояҡлы бүкәнкәй эшләп килтерһә, беләһеңме, ул нимә булыр ине? Күңелендә йылы усаҡ дөрләтер ине һылыуҙың! Бына шулай ул, улым, бүләк мәсьәләһе.

-- Алай тиһең дә бит, олатай... – тине шөйлә уйға тарыған Зәйни. – Ләкин хәҙерге заман ҡыҙҙарының да ҡайһы берҙәре һаман кәнфит һурырға, сәтләүек ҡайыҙларға ярата шул...

-- Яратһын. Шуның өсөн дә бит, ҡыҙҙар, тип атала улар. Үҙең егет була бел, улым, үҙең егет булып ҡал!

Ат арҡаһын дилбегәһе менән һыйпаны ла Мохтар бабай, күҙҙәрен уйсан йомоп, тормош кеүек оҙон эстәлекле көй һыҙҙырып ебәрҙе.
Зәйни элек эштән ҡайтҡас йыуына ла, ашап, мәктәптең спорт майҙанына волейбол уйнарға китә торғайны. Эштән алмашынған көллө ир-ат шунда йыйыла, бөтә донъяһын онотоп, тамам күҙ бәйләнгәнгә тиклем, уйын зауҡы менән мәшғүл. Гөп тә гөп туп һуҡҡан, ваҡыт-ваҡыт берҙәм ғоһолдашып көлөшкән тауыштар ауылды бер осонан бер осонаса иңләй. Зәйниҙең атаһы ауылдағы ир-аттың был мауығыуын насар ғәҙәт тип һанай, алтындай ҡиммәтле ваҡыттың, эш эшләмәй, туп ҡыуып үткәрелеүенә сикһеҙ йәне көйөп, ҡыр эшендә ике усы ҡара туҙанға буялып тирләп-бешеп ҡайтҡан улын үпкәле баш сайҡап ҡаршылай ине.

Һуңғы көндәрҙә Зәйни кинәт кенә туп уйынын онотоп, буш ваҡыттарын аласыҡтағы верстак янында соҡсоноп үткәрә башлағас, Мотиғулла ағай шатланып бөтә алманы. Ағас аяғын туҡылдатып, улы тирәһендә уралды, уға ниндәй бысҡыны, ниндәй йышҡыны, ниндәй ҡасауҙы ҡулланырға кәрәклеген өйрәтеп торҙо.

-- Бына был – һөнәр, исмаһам, ата-бабайыңдың икмәк ашатҡысы! – тип кинәнеп һөйләнде ул, Зәйни ҡулы аҫтынан сыжлап осҡан урайлы йомосҡаларҙы тотҡолап. Яңы таҡта тәненән мул ҡалҡҡан әсе ҡарағай сайыры еҫен тәрән һулап, үҙенең яратҡан урынына – ағас киҫкәһенә ултырҙы, ҡараһыуланған ҡыҙыл сатин янсығын һул усы аҫтында һәлендерә ҡыҫып тотоп, иренмәй генә тәмәке ураны. Винтовка патроны гильзаһынан эшләнгән утсаҡҡысын (зажигалкаһын) ләүкетеп тоҡандырҙы. Ялҡынлы гильзаһын күтәреп тотҡан килеш, уйланып, тәмәкеһен өҙөк-өҙөк һыуырҙы. Тәрән һулыш алды ла күкрәк төбөнән урғылған ҡуйы төтөн ағымы менән өрөп һүндерҙе.

-- Нимә әтмәләйһең, улым?

Уныһы ыҡ-мыҡ итте:

-- Эй... бер нәмә инде шунда.

Мотиғулла ағай бүтән ныҡыманы. Янсығы менән утсаҡҡысын бөхтә төрөп, кеҫәһенә батырҙы.

-- Эскәмйәме, тиһәм, үҙе бик бәләкәс, боттары ла ҡыҫҡа ғына... Балалар ултырғысымы әллә? – тине. Зәйниҙең ҡолаҡ остары семләне:

-- Шулайыраҡ бер нәмә инде шунда...

-- Алайғас, боттарын бераҙыраҡ йоҡарт. Бала-сағаға күп кәрәкмәй – ана теге нәҙек брустар ҙа ярап ятыр ине. Ағасты баштан уҡ бәрәкәтле тотона белергә өйрәнергә кәрәк, улым. Һин яһаған боттар – былар бит ҡәҙимге ултырғыс өсөн яраҡлы.

Егет ҡулындағы йышҡы ашығып йүгерә башланы, йышҡысының маңлайынан таҡтаға тир тамып төштө.

-- Ярар инде, атай, нығыраҡ булыр! – тип ҡәнәғәтһеҙләнеберәк һөйләнде ул. Ҡартлас, уның кәйефен тойоп, башҡаса маҙаһыҙламаны, ҡоролманы үҙ ҡулы менән шыплашты. Киҫәктәр беркетелгәс, ҡәҙимгесә, матур ғына бер әйбер килеп сыҡты.

-- Бына бит ул – оҫта ҡул ағасты нишләтә! – тип маҡтап ҡуйҙы атай кеше. Ең осо менән ышҡып, таҡтаның шымалығын һынап ҡарағас, өҫтәне: -- Ҡулың эш һөйә, улым, ҡалас ашатырлыҡ. Тик ҡәҙерен генә бел!

Елеме ҡатһын өсөн ултырғысты ҡыҫтырмала ҡалдырып, икеһе лә бик ҡәнәғәт килеш йоҡларға яттылар.

Иртүк тороп ҡыр эшенә йүгергән Зәйни көнө буйына сәскесе өҫтөндә хыялланып, ултырғысҡа һырлап төшөрәсәк гөлсәскәле биҙәктәр уйлап йөрөнө. Нәғимәнең шул семәрле ултырғысҡа ултырып һыйыр һауыуын күҙе алдына килтергән һайын, татлы тойғолар тулҡынландырҙы йөрәген. Төрлө үлән һәм ағастарҙы, уларҙың япраҡтарын, сәскәләрен бер-бер артлы күҙҙән кисергәндән һуң, үҙ уйынса һөйгәненә тиң булырҙай ике һүрәткә туҡталды.

Был эште ул атаһынан йәшереп, аҙбар башында аулаҡта ултырып башҡарҙы. Бәхетенә күрә, сәсеүҙә уларҙың киҙеүе алмашынып, төнгөлөккә йөрөй ине. Иртәнсәк эштән арып ҡайтҡас, яҡты көндөң тәүге яртыһын ятып йоҡлаһа, икенсеһен баяғы матур һөнәренә бағышланы. Үткер ҡасау, бәке осо ярҙамында хыялдағы биҙәк һырҙары ағас йөҙөнә күсте. Аҙаҡ йәшел, һары, көрән төҫлө буяуҙар эшкә егелде. Мауығыуы тотоп ҡарарлыҡ булғас, аҙбар башынан төшөрөп, ултырғысты атаһы алдына ҡуйҙы.

-- Бәй-бәй-бәй-бәй, нимә күрәм?! Алтын бит һинең ҡулың, алтын! Ҡайҙан өйрәндең, улым, бындай аҫыл һөнәргә? – тип ҡысҡырып ебәрҙе Мотиғулла.

-- Армияла, атай. Мин унда һүрәт төшөрөүселәр түңәрәгенә йөрөгәйнем.

-- Ә-тә-тә-тә, бынағайыш тамаша! Былайғас, атайыңдан уҙҙырҙың һин, шылма малай, уҙҙырҙың!

Ултырғыстың дүрт ботонда һүрәтләнмеш нәҙек кенә һоро сыбыҡтан тере йәшел төҫлө ҡайын япраҡтары ярылып асылған, ә түңәрәк ултырыу таҡтаһы Ҡояш кеүек көләс ҙур көнбағыш сәскәһенә әүерелгән...

Зәйни инде уңайһыҙ хәл кисерҙе: матур бүләген эйәһенә ни рәүешле тапшырырға ҡыймайынса йөрөнө. Бер ыңғайҙан теге ваҡыт Мифтахитдин менән ыҙғыш арҡаһында боҙола биргән аралары ла уңалыр, әүәлгеләй еңеллек менән һөйләшеп китеп булыр, тип өмөтләнде ул.

Семәрле ултырғыс тоҡ эсендә бер-нисә көн хужаһы менән бергә эшкә барып ҡайтты, әммә һыйыр һыулауына бер ҙә юл төшмәй ине. Механизатор иптәштәре Зәйниҙе тәүҙә: “Был хан тәхетен ҡайҙан алдың? Ниңә аны үҙең менән йөрөтәһең? – тип йөҙәттеләр. “Күрмәнегеҙме ни, беҙҙә электән бар бит ул!” – тип яуапланы уңайһыҙланған егет. Ә икенсе һорауға: “Машинала эскәмйә етешмәй бит, үҙемә ултырыр урын итеп йөрөтәм”, -- тип аңлатты. Хәйер, быныһы менән бер ни тиклем хаҡлы ла ине.

Садиҡ һаҙына, ниһайәт, туҡталһалар ҙа, иптәштәренән тартынып, бүләген тапшырманы – сөкөрәйеп көлгән күҙҙәрҙән биҙәрләне. “Был һармаҡтарға ниңә күрһәттем икән?” – тип үкенде. Ахыры, уңайы табылмағас, эштән бер ҡайтып барыуҙарында, күҙ йомоп, ултырғысын күрһәтеп тотҡан килеш, иртәнге һауын мәлендә бер үҙе һыулауға төшөп ҡалды.

-- Ҡайтмайһыңмы ни? – Аптыраштылар үрҙән. – Көтөргәме һине?

-- Юҡ, ҡуҙғалығыҙ.

-- Ағас аты ҡулында бит – шуға атланып ҡайталыр, -- тип көлөштөләр. Машина алыҫлашҡас, семәрле “ат”ын артына йәшереберәк, сағыулыҡтан күҙҙәрен ала алмай, ҡәҙимгесә тутыҡ күнәге өҫтөндә һауып ултырған Нәғимә эргәһенә килде – ҡараҡайҙың башында аллы-гөллө өр-яңы яулыҡ ине. Ҡыҙ ҙа уны алыҫтан уҡ абайланы, яулығының ситенән генә ҡайырылып, йөҙөнә текләп ҡараны.

-- Беләһеңме, Нәғимә, минең артымда нимә? – тип һалдырҙы был, үҙен ҡыйыуландырырға тырышып.

-- Нимә булһын, күләгәңдер, -- тине ҡараҡайы, иҫе китмәҫтән. Эргәһендәге Миңниса ла ялғанды:

-- Юҡ, яҡын әшнәһе Мифтахитдин ҡушарлап киләлер артында.

-- Белмәнегеҙ! – тигән булды үҙенең дә иҫе китеп бармауын белдергән Зәйни.

-- Нәғимә, әүкәйем, ғишыҡ хаты тотоп киләлер ул, моғайн. Дуҫы Мифтахитдиндән дә уҙҙырып ижад иткәндер!

-- Ярай, һеҙҙеңсә булһын, -- тине Зәйни. – Эйе, ижад иттем – бына ул! –Йәшергәнен ҡапыл ғына алға һоноп, Нәғимәне тартып торғоҙҙо, тутыҡ күнәк-бүкәнде доңғорлатып ситкә типкәс, урынына семәрле бүләген ҡуйҙы. – Ултыр, һау! – тине. Ләкин һауынсы, ултырырға уйламай, Ҡояш кеүек сағыу көнбағыш сәскәле семәрле ултырғыстан күҙен алмай ҡатып тора ине. Уның урынына Миңниса сыуланы:

-- Ай-буй, ысынлап та әллә Ҡояшмы, әллә көнбағыш сәскәһеме, тип торам! Хатта күҙҙәрем алаң-йолаң итеп китте. Әүкәйгенәм, ҡотло булһын бүләгең, ҡанә, үҙем ултырып ҡарайым әле!

-- Юҡ инде, апайым, -- тине кинәт иҫен йыйған Нәғимә, тәүҙә -- үҙем, юғиһә ҡото китә! Бисмилла! Йәһәт кенә “Ҡояш” өҫтөнә йәпләнеп, һыйыр имсәктәрен гөбөр-гөбөр тарта башланы, ә йөҙө көндәй балҡыны.

-- Абау, был егеттәргә ни булған?! Бер-бер артлы Нәғимәгә бүләк ташый ҙа ташыйларсы! – тип аптыраны Миңниса. – Кисә генә Мифтахитдине, ә бөгөн быныһы...

-- Ә?! Нимә килтерҙе?! – тип тертләне егетебеҙ.

-- Аһ-аһ, күрмәйһеңме ни башындағы кешмир яулығын?

-- Мифтахитдинме?

-- Шул булмай ни! Өсөнсө көн лафкыһында шул яулыҡты эләктерергә иткәйнем – бирмәне. “Аның эйәһе бар!” – тине...

Зәйниҙең күҙе тондо, аҡ-ҡара күренмәне. Бер ни белештермәй, юлһыҙ-ниһеҙ шырлыҡ ярып ҡыуаҡлыҡтар араһынан ауылға ҡарай дондо.

-- Зәйни ағай... Зәйни, туҡта! – Ялыныслы тауышы эйәрҙе Нәғимәнең. Уға Миңнисаныҡы ялғанды:

-- Миңә лә айбарлы ултырғыс яһап килтер – аҡсаһын түләп алырмын!

-- Беҙгә лә, беҙгә лә! -- тип ҡалды башҡалары ла...
Егет инде ҡараҡайҙы бөтөнләй оноторға тип ҡарар ҡылды. Ниңә ундай ике яҡҡа ҡойроҡ болғаған төлкөгә ымһынырға? Донъяла ҡыҙҙар бөткәнме ни? Бынамын, тигәндәре бар – Нәғимәнән мең-мең тапҡыр матурыраҡтары. Комсомолец башың менән шуның ҡармағына ҡабып, үҙеңдән өлкән кеше менән бысаҡҡа-бысаҡ килешеп йөрө әле! Уныһы ғына ла етмәгән, лафкысынан уҙҙырмаҡ булып, шул ҡыҙыйҙың буржуазлыҡ ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә бүләк һайлап маташты. Оят, оят!

Инде Нәғимә йөрөгән яҡҡа күҙ һалмаҫҡа, тауышын ишетмәҫкә, исемен иҫкә төшөрмәҫкә тырышты. Атаһының алмаш верстагын тамам үҙләштереп, бөтә буш ваҡытын юнышып үткәрҙе. Аҙна араһында ҡарттың ырам эшләргә тәғәйенләгән барлыҡ таҡта-тоҡталарын береһен-бер ҡалдырмай эшкәртеп бирҙе. Улының был сәйерлегенән аптырап, баш ҡына сайҡап ултырҙы ҡарт. Әммә Зәйни был эшенән дә ҡәнәғәтлек кисермәй: уға нимәлер етмәй, күңелен нимәлер, ҡайҙалыр елкендертеп һөйрәкләй.

Уттай ҡайнар яҙғы сәсеү тамамланған, бесәнгә төшкәнсе яйлап ял итә халыҡ. Был миҙгелдә һәр кем үҙ йорт тирәһен ҡарай: ауған ситәндәрҙе торғоҙа, тирмәнгә йә баҙарға бара, өй һыларға балсыҡ килтерә (дала яғында бураны эсле-тышлы һылайҙар). Кистәрен дыу килешеп бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй.

Колхоз да был буш арала тырышып мал торлаҡтарын, иген келәттәрен йүнәттерә, тиреҫ өйҙөрә, балсыҡ һылата. Һабан туйына тиклем ҡойма-ҡураларын ялт иттереп ағартырып ҡуя. Был осорҙа һауынсылар һыулауҙан ҡайталар ҙа көндөң-көнө буйына ферма тирәһендә эшләйҙәр, ҡышҡылыҡҡа әҙерләйҙәр. Ошо мәшәҡәттәр осланып, бераҙ йән тынғас ҡына, шаулатып-гөрләтеп һабан туйы үткәрергә ҡарар ҡабул итә колхоз идараһы. Был эш бесәнгә төшөр алдынан – июнь аҙаҡтарында була.

Зәйниҙәр ҙә арып-талып тимерлек алдына ҡайтҡан сәскестәренең дискыларын ҡатҡан тупраҡтан таҙартып, майлап, таҡтаға баҫтыртып ҡуйғас, ҡыштан артып ҡалған һәм түбәләре йәмерәйгән һалам эҫкерттәрен төҙәтеп өйөргә сыҡтылар ҡырға (алты йылдан арыш һаламы ла алтынға әйләнә, тиҙәр бит). Яҙғы сәсеү эше бөткәс ни, ошоғаса быуындарҙы баҙыҡ тотҡан яуаплылыҡ тойғоһо ла кәмегән – егеттәр бик иренеп, һүлпән генә ҡуҙғалалар, әйләнгән һайын ултырып тәмәке тарталар, кәрт һуғалар, ҡыҙҙар тураһында ләстит һаталар. Бик йыш ҡына был ыңғайҙан Нәғимә һәм Ғәйнулла менән Мифтахитдин исеме ҡабатлана.

-- Кеме отор икән, әй? Ул ҡараҡай икеһенә лә ҡойроҡ болғай, өҫтәүенә, башын бороп өсөнсөһөнә лә күҙ ҡыҫа... -- Һәм Зәйнигә берҙәм ҡараш аталар.

-- Мифтахитдин аҫыл ҡошто тәпәйенән быйыл уҡ эләктерәм, ти бит.

-- Барырмы икән шул ҡарпышҡа?

-- Бәй, ниңә бармаһын, ти? Лафкысы бит!

-- Уның лафкысылығын да ташҡа үлсәйем инде...

-- Һәр хәлдә, һинең менән мин түгел – иртәнән ҡара кискә тиклем һәнәк-көрәк тотоп, телен арҡылы тешләп йөрөмәй ҡырҙа. Галстук таҡҡан килеш кенә шешә-мешәләрен шылтыратып, эш сәғәтен тултырып ҡайта ла “беломор”ҙы ҡырын тешләп кенә ята.

-- Аныһын да әйтер инем инде...

-- Эш хаҡын да числоһын үткәрмәй көрәп ала. Һинең менән минең кеүек, колхоз кассаһына килем кергәнен көтөп, папирос урынына махра тартып йөрөмәй. Шулай бит, Зәйни дуҫ, ниңә өндәшмәйһең?

-- Уның галстугы ни ҙә “беломор”ы ни – үҙе сәбәкә булғас, -- тине Зәйни. – Майлап ташлаһаң да эт яламаҫ...

-- Дөрөҫ. Барыһынан да элек, түрә йораты МТФ Ғәйнулла эләктерер ул аҫыл ҡошто. Минеңсә, хатта атаһының да башын әйләндергән инде.

-- Хаҡ һүҙ был. Келәтсе менән бергәләшеп шешәне бушатҡанда: “Кейәү булырҙай кеше – башҡа бер кем дә түгел, ә түрәбеҙ Ғәйнулла!” – тигәнен үҙ ауыҙынан үҙ ҡолағым менән ишеттем!

Шым ҡалдылар, һүҙ ҡуйышҡандай, Зәйни яғына берҙәм күҙ һирпенеләр. Береһе әйтә һалды:

-- Ә Зәйни? Беҙҙең Зәйни дуҫ нимә уйлай икән һуң? Юл ҡуйырмы таҙғараларға?

-- Үҙе әйтһен!

-- Был йәһәттән был уланға күшеккән тауыҡтай шомторайыу йоҡ түгел – бөркөт булырға тейеш ул! – тине кәбәнселәргә айран килтергән, аты менән булашып, бер ситтәрәк ҡолаҡ һалып торған Мохтар бабай. Зәйни үҙен ысынлап та күшеккән тауыҡ һымаҡ итеп күҙе алдына баҫтырҙы ла, тештәрен шыҡырлатып, ырғып торҙо, ос һәнәгенә йәбеште; йән көсөнә ҡаҙап күтәргән һалам өйөмдәре бөркөт һымаҡ сорғолоп күккә осто...

Зәйни инде оялыуҙы, тартыныуҙы ситкә ташларға, бер туҡтауһыҙ һөжүм итеп алға барыу юлы менән Нәғимә күңелен үҙ яғына ауҙарырға тәүәккәлләнде. Эштән ҡайтҡандарында теште ныҡ ҡыҫып, бының өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеген уйланы. Урам башына кергәс, улар ферма эргәһенән үттеләр. Унда эш ҡайнай ине: ырҙын табағылай түңәрәкләтеп сей балсыҡ йәйелгән, МТФ Ғәйнулла етәкселегендәге һауынсылар шуға һәнәкләп һалам һала ла күнәкләп һыу һибә, ә түңәрәк өҫтөндә һыбайлы Мифтахитдин, балаҡтары тубыҡтарынаса төрөлгән яланаяҡтары менән ат бөйөрөн типкесләп, баҫым тапатып йөрөй. Егеттәрҙең килеүен абайлағас ул, күрмәмешкә һалышып, “һөш-һөш-һөш!” тип атын уғата ныҡ ҡабаландырҙы.

-- Һәй эшем эйәләре, ниңә шулай бик һуңлап ҡайтып бараһығыҙ, Ҡояш күптән байыған бит! – тигән шаян ауаз салынды ҡолаҡҡа. Быны бейек баҫҡыс башында һыулыҡ буйын һылап торған Нәғимә ҡысҡыра ине. Егеттәр, туҡталып, үҙенең яланғас аяҡтарына аңшайғас, арҡалыҡ буйы бейеклектә көлөп торған сағыу Ҡояшҡа төртөп күрһәтте, әммә тегеләрҙең иҫе китмәне:

-- Колхоз эше бүре түгел – урманға ҡасмаҫ. Ташлағыҙ, ҡыҙҙар, иртәгә һабан туйы бит -- әҙерләнергә кәрәк!

-- Нисек инде алай “ташлағыҙ”?! Баҫылған балсыҡтымы? – Төтәп килеп сыҡты ферма мөдире. – Ҡайтаһығыҙ икән – барығыҙ, олағығыҙ, аҡсағыҙ баҡыр, юлығыҙ таҡыр. Бында килеп, эшләгән халыҡты дезорганизовайт итеп йөрөмәгеҙ!

-- Балсыҡты ни аны, өйөп һалам ҡаплайһың да ҡуяһың... – тигәйне лә Мохтар бабай, ауыҙынан өҙөп алды тегеһе:

-- Как это так – ҡаплайһың да ҡуяһың? Байрам үткәнсе көтөп ятырмы һине? Һаҡалың билеңә еткән, шул көйөңсә уңды-һулды белмәйһең!

-- Ниңә юҡҡа сапсынаһың, осаңды ҡорт саҡтымы? Беҙгә тимәгәйе, төндөң-төнө буйына ек өнһөҙ мәхлүҡтәреңде. Әйҙәгеҙ, егеттәр, ысҡындыҡ! – тине береһе.

-- Туҡтағыҙ, ҡайҙа ҡасаһығыҙ? Һылаусыларға балсыҡ ташышып биреп китегеҙ, исмаһам. Бына Мифтахитдин ағайҙан ғына үрнәк алығыҙ, күҙе тонған игелекһеҙҙәр! Һуғымлыҡҡа хәләл аҡсаһын биреп һатып алған супственный алашаһына менеп, колхоз эшенә өлөш керетеп йөрөй! – тип сәрелдәне күлдәк итәктәрен ыштан бөрмәһенә ҡыҫтырып, тубыҡтарынаса лайға батҡан Миңниса.

-- Көт аларҙан игелек! Юҡты бушҡа бушатып, ҡайырып икмәк ашарға ғына беләләр! – Эләктереп һелкене МТФ Ғәйнулла. Ә Нәғимә, баҫҡысынан Зәйнигә ҡайырылып ҡараған килеш, өнһөҙ-тынһыҙ тик ҡатып тора ине.

-- Әйҙәгеҙсәле, егеттәр, аҙыраҡ ҡул ялғайыҡ! – тине Зәйни.

-- Һәнәк услап ҡысыуың ҡанмаһа, бар – ялға, ҡәҙереңде белерме икән? Был түрәнән ҡыш көнө яғыр утыныңа ла ат һорап ала алмаҫһың!

Иптәштәрҙән яңғыҙы айырылып ҡалыу бик үк уңайлы түгел ине. Шулай ҙа Зәйни, бая үҙенә биргән һүҙен хәтерләп, һәнәген ситәнгә һөйәне, еңдәрен һыҙғанды. Нәғимә шат йылмайҙы; һиҙмәһендәр, тигәндәй, тиҙерәк арҡаһын биреп, һыулы балсығын бураға шапылдатып һуға-һуға, шәп-шәп һыларға тотондо.

-- Зәйни туғаным, һин миңә балсыҡ әпиреп тор! – тигәйне Миңниса, ҡараҡайы юғарынан ялт итеп әйләнеп ҡараны:

-- Һиңә Мифтахитдин үҙе булашыр, әүкәйем – ана, атынан төштө бит. Ә был һалдат миңә тырышып хеҙмәт итһен, буйы оҙон – бында бейеккә алып-биреп торорға бик йәтеш бит.

-- Аһ-аһ, Мифтахитдиндең һиңә генә буйы етмәҫ, тиһеңме әллә?

Сикәһе ҡыҫылып тыңлап торған Мифтахитдин балсыҡ алырға йүгерҙе. Ләкин Зәйни алданыраҡ ҡуҙғалып, Нәғимә күнәгенә килтереп һалғайны инде – маңлайға-маңлай төкәштеләр. Һемәйгән Мифтахитдин, ҡырт-боролоп, усындағы балсыҡ йомарлағын Миңнисаға илтергә мәжбүр булды. Нәғимә менән Зәйни, оттоҡ бит быны, тигәндәй, икеһе бер юлы күҙ ҡарашып алдылар. Ошо ҡыҫҡа мәлдең уты бөтә тәнен көйҙөрөп үткән Зәйни, йыш-йыш һулап, яңы балсыҡ йомарлағы килтерергә атлыҡты.

Ҡояш тышау буйы түбәнләгәйне, ә Нәғимә баҫҡысында һануз мәш килә ине. Икеһенең дә күңел күтәренке, был күтәренкелек уларҙың хәрәкәтендә, тын алышында һиҙелә. Нәғимә Зәйни менән дә, иптәш ҡыҙҙары менән дә әленән-әле ҡыҙыҡ һүҙ әйтешеп ҡысҡырып көлә, ярышып балсыҡ ташыған ике һантыйҙы үртәй, күкрәк төбөнән генә көйләп тә ебәрә. Зәйнигә уның балсыҡ һылаған йүгерек ҡулдарын, бөгөлөп-һығылмалы билен, балсыҡ сәсрәп матур миңдәй биҙәлгән ҡуңыр йөҙөн күреү шундайын да рәхәт, шундай яғымлы ине. Күңел төпкөлөндә ошо гүзәл затҡа ҡарата йылы туғанлыҡ хистәре уяна, уны ғүмерлеккә-ғүмерлеккә үҙ эргәңдә генә күрәһе килә. Мифтахитдин дә уяу: әйләнгән һайын юл яҙлыҡтырып Нәғимә эргәһендә урала, әле баҫҡысын шыуҙырып, әле күнәген алып биреп уңғанлығын күрһәтергә тырыша. Тик Зәйни ҙә сос икән: алдан уҡ тегенең ынтылышын тойомлап, алданыраҡ өлгөрә, уны яурын башы менән тыныс ҡына этәрергә лә тартынмай. Мифтахитдин ҡаштарын емерә, тешен ҡыҫа, ләкин сер бирмәй. Көндәшенең бер осҡондан ҡоро һаламдай дөрләп-ҡабынырға әҙерлеген күрә лә, әлбиттә, ауылдағы көн дә галстук тағып йөрөгән берҙән-бер “культурнай” зат булараҡ, ил алдында ыҙғышырға баҙымай. Баҫҡыс төбөнә баҫа ла, күҙ ҡарашын бер – Нәғимәгә, бер – Зәйнигә күсереп, тилегән күргән ата ҡаҙҙай тынысһыҙланып, торған ерендә тапанырға тотона, папирос артынан папирос ҡабыҙа. Күренеүенсә, Нәғимәнең ҡолағына ғына бер мөһим һүҙ әйтергә самалай, ләкин йәшел кейемле шаһит быға мөмкинлек бирмәй. Тапанып тора-тора ла, папиросын атып-бәреп, китергә мәжбүр була.

-- Һәй маладис Мифтахитдин ағайыбыҙ: үҙенең ял көнөн беҙгә ҡорбан итте! – тип йүпәләйҙәр ҡыҙҙар.

-- Әммә тыңлаусан да инде: ат эсерә төшкән еренән генә барҙыҡ та алдыҡ бит! – тиҙәр.

-- Аны бында магниттай кем тартты икән: бөтәбеҙ ҙәме, әллә аранан берәүебеҙ генәме?

-- Бөтәгеҙ ҙә, ҡыҙҙар, бөтәгеҙ ҙә! – тигән була баҙаған Мифтахитдин, үҙе йәһәт Нәғимәгә күҙ һала.

-- Ай-һай, бөтәбеҙ ҙә түгелдер...

Бер Нәғимә генә өндәшмәй бында...

Баҫҡан балсыҡты һылап бөтөрә яҙҙылар, ҡалғанын суҡайтып өйҙөләр ҙә, һалам менән көпләп, өҫтөнә һыу һиптеләр – бер-нисә тәүлек буйына ҡатмаясаҡ.

-- Етте, ҡайтайыҡ, ҡыҙҙар! – тине Миңниса. – Түрәбеҙ ҙә боҫланып осто, инде беҙгә сират!

Тимер киҫмәктәге һыуҙан шаптор-шоптор йыуынырға, күнәктәрен сайҡарға керештеләр. Нәғимә лә, һыламын бөтөрөп, күнәкте ергә төшөрҙө. Үрҙә оҙаҡ баҫып тороуҙан талған аяҡтарына ял алдырырға ниәтләнеп, баҫҡысҡа ултырҙы. Тубыҡтарын төҙәйтеп кирелгәйне, матур йөҙөн һыҙланыулы йыйырсыҡтар үҙгәртте:

-- Уй-уй, Зәйникәйем, харап булдым, аяғымды көҙән йыйыра! – Күҙҙәрен ғазаплы йомоп, ике ҡуллап аратаға йәбеште, төшөргә итеп маташты. Зәйни, уҡталып, аны ҡулынан тотто:

-- Йығылып ҡуйма, Нәғимә, ипләп!

-- Уй-уй, йығылам инде, Зәйникәйем,йығылам!

Егет ҡыҙҙы беләктәренә һалып күтәреп алды, ә тегеһе уның муйынынан һығып ҡосаҡланы. Көтөлмәгән хәлдән Зәйни ҡаушаны, ни итергә лә белмәне. Йөрәге дөп-дөп ҡағып, ҡәҙерле йөгө менән ҡуша һалам өйөмөнә йығылды.

-- Ни эшләйһең, тиле! – тине Нәғимә. Өндәшмәй, ҡыҙҙың балсыҡ ҡатҡан аяҡ бармаҡтарын, тығыҙ балтырҙарын ыуаланы

-- Уй-уй!

-- Түҙ, хәҙер бөтә, хәҙер бөтә.

Нәғимә еүеш-һалҡын ҡулы менән уны битенән һыйпаны:

-- Тиле, тубығыма тиклем балсыҡ һыланың... – Һис ни булмағандай ырғып торҙо ла эргәһендә калуштары көтөп ятҡан, әхирәттәре сыр-сыу ҡубынып йыуынған һыулы киҫмәк яғына йүгерҙе.

Зәйни, Нәғимә әйткән ябай һүҙҙәрҙең серле моңонан иҫереп, урынынан ҡуҙғалмайынса ултырҙы. Ҡулдары һаман тығыҙ балтырҙарҙы тоя, ә битендә һөйөп һыйпау йылыһы яғылып тора. Эргәһенән Мифтахитдин, дөпөлдәтеп, ат саптырып уҙғас ҡына аңына килде, тороп, ҡыҙар яғына атланы. Анда инде ҡайтырға ҡуҙғалалар.

-- Иллә шәп эшләнек бөгөн!

-- Балсыҡ әпкилеп биреүсе ике ағай күтәрҙе бит.

-- Әүкәйгенәм, әйт әле, бая Мифтахитдин ағай ҡолағыңа нимә тип шыбырланы? – Быны Нәғимәнән Миңниса һораны. Зәйни, һағайып, аҙымдарын аҡрынайтты. Нәғимәһе бераҙ өндәшмәй торҙо. Төрлөһө төрлө яҡтан сыулашып ҡыҫтаҡлағас, тишергә мәжбүр булды:

-- Мәскәү ГУМ-ынан лафкыға посылка килгән. Эсе тулы ебәк тә атлас, тағы әллә нимәләр, ти. Мифтахитдин шуны илгә күрһәтмәй, иң шәп һауынсыларға, тип тотоп тора икән.

-- Әйгенәм, кемдәргә тәтер икән?

-- Иң шәп, тигәне билдәле – Нәғимә була инде ул!

-- Юҡты һөйләмәгеҙ, ҡыҙҙар! Шәп булмаған әҙәм юҡ арабыҙҙа! – тине Нәғимә.

-- Әммә-ләкин беҙҙе түгел – һине маяҡ итеп күтәрәләр бит!

-- Һи һантый, ниңә сәбәләнәһең? – тине уға Миңниса. – Бер кемдән дә кәм түгелһең, йөҙ тиһәң – йөҙ, күҙ тиһәң – күҙ бар үҙеңдә. МТФ Ғәйнуллаға тик бер генә йылмайып күҙ ҡыҫһаң, маяҡ булғаныңды һиҙмәй ҙә ҡалырһың.

-- Нәғимә түгел шул мин.

-- Нимә Нәғимә, нимә Нәғимә?! – тип ябырылды быныһы. – Минең кеүек гөбөрләтеп һәр һыйырҙан фәләнсә литр һауып бирегеҙ әле!

-- Бирәһең шул, төркөмөңә ун ете һыйыр беркетеп, һауылған һөтөн ун ике баш һыйырҙан тип яҙып күҙ буяғас...

-- Был колхоздың таяғы ла, маяғы ла ялған шул...

-- Һабан туйына бынамын тигән итеп кейенеп сығырһың әле! Лафкысы үҙеңдеке бит!

-- Оятһыҙҙар! – тине Нәғимә. – Маяҡсыһын да, лафкысыһын да үҙегеҙгә алығыҙ! Нисә һыйырҙан һауһам да, һауыным ялған түгел! Һеҙҙең кеүек шишмә һыуы ҡушмайым!

Зәйни өсөн көтөлмәгән мәғлүмәттәр ине был – һыйыр башынан һөт һауынын арттырыу ҙа, юғарынан бик тырышып йәйелдерелгән “маяҡ” хәрәкәте лә ҡомдан ишелгән арҡан икәнлеген аңланы.

Хәтәр сәкәшә башлаусыларҙы Миңниса араланы:

-- Ай-буй, ни булды һеҙгә, ҡыҙҙар?! Кемебеҙҙе генә маяҡ ҡылһалар ҙа, яҡтыһы уртаҡ бит аның – бөтәбеҙҙе, бөтә ферманы яҡтырта. Бөгөн маяҡ һин, иртәгә мин! Ә Мифтахитдиндең яғаһынан алырға хәлебеҙҙән килә. Электр яҡтыһы менән лафкы асам, тине. Аймылыш булып ҡалмайыҡ, әхирәттәр!

Ауылға электр яҡтыһы колхоздың дизель моторлы электр станцияһынан иртәнге сәғәт биштән – етегәсә, ә кисен алтынан ун икегәсә бирелә, шуға күрә әйтелгән ваҡыт һәр кемгә билдәле ине.

Ҡыҙҙар төркөмө таралғас, Миңниса менән ыңғайлаған Нәғимәне туҡтатты Зәйни:

-- Һылыуҡай, һиндә йомош бар ине!

-- Йә, йомошла.

-- Аҙыраҡ ҡалып тор әле.

-- Булмай, яңғыҙын ҡалдырмайым! – тине Миңниса.

-- Саҡ ҡына...

Нәғимә икеләнде:

-- Бараһы ер бар ине бит әле... ашығыс... Ярай, бер минутҡа ғына.

-- Ни һүҙең был, Нәғимә? Һуңлайбыҙ бит! – Миңниса, ашыҡтырып, әүкәйен ҡулынан һөйрәне. – Хуш булып тор, Зәйни ағай, йомошоңдо иртәгә йомошларһың!

-- Эйе, иртәгә... – Нәғимә, егеткә ғәфү үтенеүсән ҡарап, иптәшенә эйәрҙе...

Шашып һикергән йөрәге сәмле үкенестән әрнеп, Зәйни киске йылға буйына төштө. Тубыҡҡаса кисеп барып, ҡатҡан батҡаҡтарын йыуып ағыҙғас, ярға сығып, ҡабаланмай ғына сисенде лә һыуға ырғыны. Тын ярҙарҙың буйында һыу шапылдатып оҙаҡ сумды һәм йөҙҙө. Ҡыҙышҡан тәнгә һалҡын сафлыҡ йүгереп, тынысланғандай булды. Әммә күктә ҡырын ятып йөҙгән кәкере Ай Мифтахитдинде хәтерләтә -- уға төртөп күрһәтеп көлә төҫлө ине...


Һабан туйы иртән Ҡояш менән ҡуша тороп килде. Таңғы урамдарҙы тәүҙә бригадир юрғаһының тояҡтары дөп-дөп һиҫкәндертеп үтте. Ул да булмай, ҡаҙан, көрәк, һауыт-һаба тейәгән арбалар ауыл осондағы әрәмәлеккә ҡарай шығырлап уҙҙы. Унда МТФ Ғәйнулла бер төркөм ағай-эне менән бысаҡ ҡайрай, ит сабырға балта, түңгәк яйлаштыра. Ергә соҡоп ултыртылған унлап ҡаҙан тәңгәленән бер юлы төтөн бағаналары күтәрелде. Ең һыҙғанып керешкән бешкәксе инәйҙәр һәм еңгәйҙәр йүгереп йөрөп аш-һыу яраштырҙылар. Күпереп үҫкән йәшел үләнгә ҙур торпошалар түшәп, киндер ашъяулыҡтар йәйеп, балауыҙҙай һары, яҫы ҡунатаҡталарҙа ап-аҡ ондан баҫылған ҡамырҙы уҡлау менән тызҡылдатып, ҡағыҙҙай йоҡа итеп йәйҙеләр; күңелдә ниндәйҙер рәхәт тойғолар уятып, етеҙ хәрәкәттәр менән, мырт-мырт иттереп, туҡмас киҫтеләр. Ҡайһылыр ҡаҙандарға һалырға ҡайын япрағылай еңел һалма ҡырҡылды. Яҙ башынан уҡ махсус ашатып һимертелгән тыу һыйырҙы ике-өс ир-ат етәкләп килтереп, ҡаҙандарҙан ун аҙым түбәндәрәк йылға буйында арҡанлап бөкләнеләр. Күп тә үтмәй, йәш килендәр ағын йылға һыуында, сыр-сыу ҡубып, эс-ҡарын йыуырға ла кереште. Бригадир һәм МТФ мөдире итте келәтсе Ғәйзулла (Нәғимәнең атаһы) арҡылы үлсәтеп алып, һәр береһе үҙ ҡаҙандарына бүлеп бирҙеләр.

Шул арала әрәмәлек ҡосағына байрамса фырт кейенгән йәш-елкенсәк халҡы ағыла башланы. Гармун моңдары күңелдәрҙе ҡытыҡлап һауала тирбәлде, ҡыуаныслы ҡысҡырып көлөү, шаян таҡмаҡ әйтеүҙәр елкендерҙе йәштәрҙе. Һуҙып-һуҙып оҙон көйгә һыҙҙырыуҙар ҙа йышайҙы. Тантаналы йыйылыш булаһы урында ҡыҙыл япмалы өҫтәл өҫтөндәге патефон донъя шаңғыртып моңланды. Теремек йәндәр төркөм-төркөм ошо тәңгәлгә тартылдылар, ҡыҙыл япмалы алдындағы йәшел үләнгә уҡмашып ултырҙылар. Патефондың йылтыр боғаҙы артына ҡайырылып, еңелсә тынлыҡ урынлашты, йыйылыш башланды. Парторг Муллаян ил һәм донъя хәлдәре тураһында сәйәси доклад һөйләгәс, шаулатып ҡул сабыуҙарҙан һуң, бригадирға һүҙ бирелеп, ошо ифрат яуаплы сәйәси мәлдәге колхоз хәлдәре, һуғыш уты ҡабыҙыусы донъя капиталының ҡарыуына коммунистик яуап итеп яҙғы сәсеүҙең уңышлы осланыуы, унда кемдәрҙең социалистик ярышта еңеп сығыуы, кемдәрҙең улар ҡатарында шулай уҡ һынатмауы тәфсилләп иғлан ҡылынды, әйтелгән алдынғыларға оҙон исемлек буйынса бүләктәр тапшырылды. Зәйни ҙә был бүләкләнеүселәр араһында үҙенең дә исемен ишетәсәгенә иманы камил ине, сөнки берәүҙән дә ҡалышмай тырышып эшләгәйне. Өҫтәүенә, аллы-гөллө сәскәгә күмелгән ялбыр өсҡат төбөндә һауынсылар төркөмөндә ҡараҡайҙың да тыңлап тороуын күрә, бригадир ауыҙы исемлектән нәүбәттәге фамилияны атарға асылғаны һайын, йөрәге тулҡынып-тулҡынып тибә ине. Исемлек уҡылып бөтөп, йомғаҡлау һүҙҙәре әйтелгәс, өмөтөнөң аҡланмауынан тәрән үкенеү рәнйетте. Нәғимә лә башын күңелһеҙ һәлендергәндәй күренде, быныһы бигерәк тә аяныс ине...

Парторг Муллаян МТФ мөдире Ғәйнуллаға һүҙ биреп, ул фермала социалистик ярыш арҡаһында һыйыр башына һауындың ҡырҡа артыуы, һауынсылар араһынан бөтә районға күренерлек яҡты маяҡ төҫмөрләнеүе тураһында кинәнеп тирә башлағас, талағы ташып барған Зәйни түҙмәне:

-- Ялған! Һөткә шишмә һыуы ҡушып арттыраһығыҙ, ун ете һауын һыйырын ҡағыҙға ун ике һыйыр тип яҙып, маяҡ яһайһығыҙ! – тип енләнеп ҡысҡырҙы.

-- Дөрөҫ, ниңә дәүләтте, партияны алдарға?! – тигән яңғыҙ ғына ауаз салынды ла юғалды. Уның ҡарауы парторг мәктәп ҡыңғырауын шалтыратып тынлыҡ урынлаштырҙы. Зәйнигә уҫал төбәлеп:

-- Кем ул ялған маяҡ, исем-фамилияһын әйт! – тине.

-- Аны үҙегеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙ, сөнки серек маяҡтарҙы үҙегеҙ яһайһығыҙ!

-- Ауыҙын ябығыҙ контрҙың, үҙ башына шашына! – Ғәйнулла өҫтәлгә йоҙроғо менән һуҡты. – Бөйөк Совет илен яҡты коммунизм таңына күкрәтеп алып барыусы бөйөк партиябыҙға һәм социалистик ауыл хужалығының намыҫлы хеҙмәткәрҙәренә ҡара яла яға!

Оторо һөйләп яман ымһынғаны өсөн үҙенән-үҙе оялып, алдын-артын абайламай, ситкә ташланды Зәйни. Телен ниңә тыйманы, Нәғимә күҙенә нисек күренер хәҙер?! Туғай араһында бер арауыҡ яңғыҙ үҙе ҡыҙырынып ғәрен аҙыраҡ баҫҡас, кире әйләнеп ҡайтты. Аҡланда бәйге башланған, бер урында көрәшселәр алыша. Күрше ауылдың дәү генә бер ағай ҡыҙыл башлы һөлгөнө бөкләп тотҡан да, башы осонда болғай-болғай, көс һынашырға саҡыра. Ауылдың бер-нисә егетен тәкмәстереп өлгөргән, шул сәбәпле башҡалары баҙнат итмәй торалар. Ағайҙың майҙан бирмәйем тип күкрәк киреп шапырынып йөрөүе Зәйниҙең ҡыҙған ҡанын уғата ҡайнатыбыраҡ ебәрҙе. Фуражкаһын атып-бәреп, түңәрәк уртаһына сыҡты, шунда уҡ алыш һөлгөһө тотторҙолар. Ағай кеше мыҡты кәүҙәле булһа ла, Зәйни ҙә ҡаты тарамыш – һалдат хеҙмәтендә физик сынығыуҙар үткәйне. Батыр менән батыр, бүгәйҙәрҙәй һөҙә ҡарашып, бер-береһенә ҡаршы килделәр, елп иттереп билдән дә алыштылар. Һырт бирмәҫкә тырышып, икеһе тиң алға бөгөлдө, күпер барлыҡҡа килде. Шул рәүешле улар, ыхылдашып, бер-береһен йыға алмай бер сула аҙапланды. Ниһайәт, Зәйни, уңайын тура килтереп, башв аша ағайҙы гөрһөлдәтте – арҡаһына ятҡырҙы. “Ах әттәгенәһе, хәйләңде һиҙмәй ҡалдым бит!” – тигән булды теге, ләкин үҙе, еңелгәнен танып, еңеүсегә ҡул бирҙе. Өҙлөкһөҙ һөрәнләп-гөжләп торған тамашасылар араһынан Нәғимәнең күҙҙәрен эҙләп тапты Зәйни. Ҡыҙ, бүтәндәрҙән айырмалы рәүештә, тыныс ҡына баҫып тора, әммә көллө ҡиәфәте тәрән тулҡынланыу, ғорурланыу менән тулышҡан...

Алыш батыры һөлгөһөнә маңлай тирен һөртөп, түңәрәкте бер-ике әйләнгәс, көтмәгәндә, майҙанға Мифтахитдин сыҡты. Зәйни аптырап уҡ ҡалды: ҡарыш буйлы лафкысыны иҫенә лә килтермәгәйне. Теге көндә һыйыр һыулауында уны нисек итеп самбо алымы менән тәкмәстереүен хәтерләп, ҡыҙғанып та ҡуйҙы бахырҙы. Һөлгөләр йәнә лә һелтәнделәр, һырт бирмәҫ арҡаларҙан түбәнерәк һығып алдылар. Зәйни тәбәзде бер һелтәүҙә күтәреп бәрергә көсәнде һәм... шаҡмаҡ кеүек дүрткел һынды бер иле лә айыра алманы ерҙән. Асышынан шөйлә хәүефләнеп, һөлгөнө уғата ҡыҫҡартты, шул арала Мифтахитдин уны күтәреп бәрә яҙҙы, ярай, Зәйни боттарын тарбайтып өлгөрҙө. Эйе, башҡорт көрәше самбо түгел икән шул – уның үҙ алымдары, ҡанундары... Икеһе лә бер-береһенең көс-һәләтен самалағас, ысынтылап керештеләр; дуғалай бөгөлгән арҡаларҙа ҡалын һөлгөләр шытырлап, яйлана алмай йөҙәне. Беләк, балтыр һум иттәре баҡыр туптай ҡабарҙы, биттәрҙән шыбыр тир аҡты. Зәйни ике тапҡыр оһолланып тегене ҡалҡытһа ла, уңышҡа ирешмәне: тамрлы бүкәндәй ултыраҡлы кәүҙә ишараты тарбаҡ аяҡтары менән ергә йәпләште ҡабат. Түңәрәкте әллә нисә тапҡыр әйләнеп сыҡтылар, йәшел үләндәрҙе иҙеп бөттөләр. Мифтахитдингә тағылып килмеш дүрт-биш иҫерек бәндә, майҙан ситендә боғаҙ йыртып, Зәйнигә аяҡ салырға маташтылар. Дөйөм һөрән ике яҡты ла сәмләндереп гөжләне. Көрәшселәр икеһе тиң ышылдап, саҡ тын ала башланылар. Зәйни билен һыҡҡан һөлгө ҡыҫымы шаҡтай кәмене, һөлгө эйәһе бер-нисә тапҡыр ҡыңғырайып сайҡалды. Был саҡта күпселек Зәйни алымын хуплаһа, иҫерек ҡор лафкысыны тотанаҡлап дәғүәләне. Зәйни көндәшен арытыу өсөн өҙлөкһөҙ һөжүмгә күсте, бер туҡтауһыҙ эҙәрлекләне. Ул үҙенең бына-бына еңәсәгенә ышанды. Ләкин хәл иткес минутта иҫеректәр майҙанға бәреп керҙе, көрәшселәрҙе бер-береһенән айырып, бәйге ҡартына бәйләнделәр:

-- Эшкә ашмаған судъя, ниңә һатыусыны эшенә ебәрмәйенсә тотаһың?

-- Ике яҡ та бер тигеҙ икәне асыҡ!

-- Лафкыһын асһын, тамаҡтар сатнаны бит! Халыҡты тилмертәләр, байрам көндә лә тамаҡ сылатырға бирмәйҙәр!

-- Эйе, ике яҡ та тиң – ебәрегеҙ һатыусыны! – Йоҙроҡ болғап һүгенделәр. Бәғзе берәүҙәр быға ҡаршы нәфрәтләнеп ҡараһа ла, сығырынан сыҡҡандарҙы тыйыусы табылманы. Тәҡәте ҡороған бәйге ҡарты ҡул һелтәргә мәжбүр булды:

-- Ярар инде, уҙамандар, алыш тамам. Икегеҙ ҙә еңеүсе, икегеҙ ҙә арҙаҡлы. Бына һеҙҙең икегеҙгә лә берҙәй бәйге бүләге. Һатыусыны тиҙерәк ебәрәйек, лафкыһы көтә, тиҙәр бит... – Мифтахитдин, әшнәләренә ышыҡланып, ҡәнәғәтһеҙ геүләүселәр күҙенән ысҡынды йәһәт. Зәйни иһә йәне көйөп, һил урында йыуынырға йылға буйына төштө. Осраған бере туҡтатып уны ҡотлай, маҡтай, ҡулын ҡыҫа. Әммә йылы һүҙҙәр дәртләндермәне – ҡулына ингән еңеүен ысҡындырҙы бит! Башҡаһы булһа – бер хәл, әммә Мифтахитдин менән бер тиң һаналыу уға сикһеҙ йән асыуы килтерҙе. Нәғимә алдында оят!

Шау-шоу тамамланды, күңел асып арыған халыҡ аш ашарға ултырҙы. Һәр бригада йәки ферма кешеләре айырым-айырым табын булып эркелештеләр. Ситтән килгән ҡунаҡтар өсөн махсус табын ҡоролдо. Шул тирәлә өҫтәл ҡуйып “лафкы” асҡан Мифтахитдин, тирләп-бешеп, һатып алыусыларының күнәктәренә биш йөҙ литрлы күпкәк ағас мискәнән ҡандай көрәнһыу-ҡыҙыл арзанлы шарап ағыҙҙы. Резин шылангынан һауыттарға һурып төшөрә-төшөрә, уның үҙенең дә күҙе тонған, итләс йөҙө шул эсемлек төҫөнә кереп елһенгәйне. Зәйни ҙә, аш алдынан күңел күтәреү өсөн, иптәштәре менән бергә шарап ҡойҙорторға килде. Сиратта ул бригадиры менән һүҙгә кереште:

-- Ниңә беҙҙең сменаға бүләк тәтемәне ағай?

-- Тимәк, не заслужили, ҡустым.

-- Нисек инде? Беҙ бит көндәлек нормаларҙы арттырып үтәнек.

Эргәһендәге сменалаш иптәштәре лә: “Дөрөҫ әйтә, ниңә беҙгә премия шомотор? Беҙ башҡаларҙан кәмме ни?” – тип шаулаштылар.

-- Ә Тирәкле һыртында бер төн күкәй баҫып ултырыуығыҙҙы оноттоғоҙмо?

-- Анда бит беҙ орлоҡһоҙ ултырҙыҡ, орлоҡ ташыған машинаны башҡа яҡҡа ебәргәнһең. Бында һин ғәйепле!

Бригадирҙың күҙҙәре аҡайҙы:

-- Минме? Ауырыуҙы райбольницаға илттергәнем өсөнмө? Уважительный присина!

-- Ә беҙ ниңә ғәйепле булып ҡалдыҡ?

-- Аныһын инде, ҡустылар, юғарынан белешегеҙ. Алар беҙҙән һорап тормай, кемдең кемлеген өҫтән үҙҙәре билдәләй.

-- Ә һин нимәңде ҡараның? – тип ҡыҙҙы Зәйни. – Ысын хәлде идараға бригадир аңлатып бирергә тейеш түгелме ни? Колхозсыларың өсөн янып-көймәйһең һин – шул ғына!

Баяғы иҫерек әргендектәрҙең береһе, теле шөйлә көрмәлеп, Зәйни ҡаршыһына баҫты, “ниңә бригадир ағайға тел тейҙерәһең?!” тип, сәпәп ташларға маташты. Танауына төшөп килгән йоҙроҡто кире ҡағып ебәргәйне Зәйни, йоҙроҡ эйәһе артына салҡайып китте лә, һөрлөгөп, буш шешәләр тултырылған ҙур әрйәне ауҙарҙы. Шулар шалтор-шолтор иткән арала, ҡыҙарып бүртенгән Мифтахитдин Зәйниҙең яғаһынан алды:

-- Һин, әҙәм аҡтығы! Ниңә ҡулдарыңа ирек ҡуяһың?!

Әзерәйеп һаман өҫкә менеп килеүенә Зәйни түҙмәне, ҡаны ҡайнап, кирза итегенең көсөн һөжүмсенең үксәһенә төшөрҙө. Яңағы шалҡ итеп, ауған әрйәһе өҫтөнә тәкмәсте лафкысы. Шуның аҡырып һүгенеүенән биҙгән Зәйни сиратын ташлап китте...


Һабан туйы гөрләгән ошо әрәмәлек, йәшел өсмөйөшләнеп, текә ярлы Бәйге тауы йылға менән киҫешкән ерҙә ослайып ята. Тау үҙе бейек түгел, ләкин алыҫҡа һуҙылған, ә түбәһе өҫтәл кеүек тигеҙлек. Яҫы арҡала борон-борондан ат бәйгеләре уҙғарылған, тирә-яҡтың иң шәп юрғаларына данлы бирнәләр бирелгән. Алтмышынсы йылдар еткәс кенә, ҡылғанлы һырт йылғыр тояҡтарҙың саҡма сағыуҙарын онотҡан. Сөнки колхоздың өйөр-өйөр йылҡылары, “ит, һөт, йөн бирмәүҙә” юғарынан ғәйепләнеп, баш һандары йылдан-йыл кәметелгәс, ауыл халҡына утын-бесән ташырға ла етмәҫлек булып ҡалған. Һуғыш йылдарында шул ат көсө менән генә мең гектарҙар һөрөп-сәселгән ауылдарҙа хәҙер әҙәм ауырыһа больницаға оҙатырлыҡ ылау таба алмаҫһың. Ат булмағас, бер кешене илтергә лә утыҙ дүрт ат көслө трактор ҡыуыла...

Йәй көндәре Бәйге тауында йәш-елкенсәк уйын ҡора. Уларҙың шат тауыштары таң атҡансы шау-гөр килеп көр ағыла ауылға. Әсәйҙәр һәм атайҙар шул ауаздарҙы ишетеп, йоҡоларынан уяналар ҙа, үҙҙәренең йәшлектәрен хәтерләп, оҙон-оҙаҡ күҙ йома алмай яталар. Йоҡоһоҙ инәй һәм олатайҙар Бәйге тауының ат бышҡырған, ҡолонсаҡтар һауа ярып кешнәгән тауыштарҙан шаңғырап торған саҡтарын, үҙҙәренең шундағы бәйгеләрҙә алған затлы бүләктәрен һағынып иҫкә төшөрә. Ә тауҙағы гармун тартып туҙан туҙҙырған йәштәргә быларҙың береһе лә булмаған кеүек...

Бына бөгөн дә кис булып, ҡараңғылыҡ ауыл өҫтөнә йәйелгәс, һабан туйы бөткән шаулы әрәмәлек кешеләрҙән бушанды аҡрынлап. Өйҙәрҙә гөлтләп электр уты ҡабынды. Ауыл урамдарында бер сулаға аяҡ тауыштары баҫылды. Был мәлдә һәр кем байрамдан арып ҡайтып, ғаилә түңәрәгендә күңелле хистәре менән уртаҡлаша; берәүҙәр кискелеккә ашай, берәүҙәр йоҡларға әҙерләнә...

Әммә тағы урамдар хәрәкәткә килде, тош-тош кешеләр күренде. Кемдәрҙер, гармунда һыҙҙырып уйнай-уйнай, Бәйге тауына тартылды.

Зәйни, тауға менеп барған йәштәр төркөмөндә Нәғимәне күрмәгәс, ҡапыл бойоғоп, ауылға кире төштө. Һәр саҡ бындай уйындарҙың үҙәгендә йөрөгән ҡыҙҙың юҡлығы хәүефләндерҙе: бер-берәй хәл булмағанмы?.. Кискә табан ул Нәғимәне күрмәне, иптәштәре менән йылғала балыҡ һөҙөп йөрөнө. Ә шулай ҙа уйында осратырға өмөтләнеп, дәртле уйҙар кисерҙе. Гармун тауыштары ишетелеү менән, үгәй әсәһенең һуҡраныуына ла иғтибар итмәҫтән, табын ташлап йүгергәйне. Ниңә сыҡмай ҡалды икән Нәғимә?

Ошо минуттарҙа егет ҡараҡайҙың үҙе өсөн сикһеҙ ҡиммәт икәнлеген төшөндө. Уны бөгөн күрмәй ҡалыу – ярты ғүмереңде юғалтыу кеүек. Йөрәк төбөндә ҡуҙғалған татлы ҡайғыһынан ут йотоп, ике яғын бейек тегәнәк үләне баҫҡан ауыл урамдары буйлап Нәғимәләр өйөнә ыңғайланы. Был юҫығы кешеләр алдында оят һымаҡ тойолһа ла, аяҡтары туҡталмайынса һөйрәне. Нәғимәләр өйө тәңгәленән, боролмайынса, тегеләй ҙә, былай ҙа уҙғыланы. Селтәр пәрҙә ҡоролған тәҙрәләр телен йотҡандай өнһөҙ ине. Ахыры булманы, боролоп, бесәй аҙымдары менән яҡынланы. Йөрәге дөп-дөп тибеп, тәҙрә яңағына ике ҡуллап йәбеште. Селтәр араһынан электр нурына ҡойонған мейес алды, ҙур ялғашта ҡамыр баҫып торған Гөлзифа апай (Нәғимәнең әсәһе) күренде. Ғәйзулла ағай үҙе күҙгә салынмай – ҡараңғы бүлмәлә йоҡлай, йәки ҡайҙалыр киткәндер. Нәғимә, ике ҡулы менән яңаҡтарына таянып, өҫтәл ҡырыйында ҡатып ултыра. Алдында – асып һалған китап, әммә күҙҙәре ҡайҙалыр алыҫтағы билдәһеҙ нөктәгә төбәлгән. Йөҙө уйсан, хәрәкәтһеҙ...

Нәғимәне ошо хәлендә күргәс, өйгә бәреп инерҙәй йөрәкһене Зәйни. Ҡыҙҙы ҡуш ҡуллап тәҙрәнән тартып алғыһы, ҡосағында бәүелтеп иркәләгеһе килде. Күңел тигәнең шулай боларып торғанда, өйҙөң икенсе яғындағы тәҙрәнең ҡапҡасы ҡаты дыңғырланы – Зәйни һымаҡ уҡ уға йәбешкән кемдеңдер ҡулы ысҡынып, йығылып төштө, буғай...

-- Ә? Кем ул? – тине Гөлзифа апай. Нәғимә, тертләп, ҡалҡынып ҡараны ла, йәһәт тороп, дыңғырлаған тәҙрә янына килде, үрелеп тышҡа баҡты. Тап шул мәлдә тышта һиллек боҙолған тәңгәлдә иҫерек Ғәйзулла ағайҙың ярһып һүгенеүе ишетелде, нигеҙ буйынан кемдер, дөпөлдәп, урам яҡҡа ҡасты. Шундай көтөлмәгәндә килеп сыҡты ки, хатта Зәйни ҙә, үҙ-үҙен белештермәй, йүгерек эҙенән ташланды, ә Ғәйзулла ағай, һуйыл болғап, арттарынан ҡыуа төштө; Зәйни иһә алдан доноп барған тәбәз кәүҙәле бәндәнең Мифтахитдин икәнлеген таныны: ул да, баҡһаң, тәҙрәнән ҡыҙ күҙләргә барған, икән... Зәйни ҡолаҡтарында ҡан шауланы, быға өҫтәлеп, Нәғимәнең мыҫҡыллы көлөүе яңғыраны. Зәйни шаңҡып ҡырт-боролдо, Ғәйзулла ағай менән йөҙгә-йөҙ бәрелеште...

-- Һәй, әпсәгеҙҙе эт ялағырҙары, нигеҙ ташын ишелдереп бөткәндәре етмәгән, инде килеп тәҙрә ҡапҡастарын ҡайырырға керештегеҙме?! – тип һелтәнгәйне һуғырға, Зәйни һуйылын тотоп аҫҡа баҫыуҙан ҡаушап ҡалды. – Ат ҡойроғона сат-йәбешкән тегәнәктәй әрһеҙ булып сыҡтығыҙ...Оят түгелме һиңә, һалдат киҫәге, төнө менән тәҙрә шымартып йөрөү?

-- Шымартыусың ана бара тегәнәк араһында!

-- Ә һин ниңә эттәй аҙып йөрөйһөң?

-- Нәғимәне уйынға алырға килдем.

-- Әһә, шулаймы ни әле? Кемең ул һинең?

-- Комсомолка иптәшем, яратҡаным.

-- Үҙе яратамы һуң?

-- Ярата.

-- “Серек маяҡ” тип атап, йыйылышта йөҙөн йыртҡан эттеме? Этте нисек яратһын?

-- Ярата.

-- Ә мин бына яратмайым! Мин яратмағас, ҡыҙым да яратмаясаҡ. Ҡыҙ һөйөргә иртәрәк әле һиңә. Хеҙмәт итеп ҡайтһаң да, танауыңдың аҫты кибеп етмәгән. Тәүҙә өҫ-башыңды көплә, былай шапшаҡ йөрөмә. Ғәйнулла һымаҡ матур итеп йорт торғоҙ, алкаш атайың менән үгәй әсәйеңдән айырыл – бына шунан һуң килерһең ҡыҙ күҙләргә, ләкин беҙгә түгел! Пош-шол, вон! – Һуйылы менән һелтәнеп, Зәйниҙе уҫал ҡарашы менән ҡыуҙы. Нәғимә баҡҡан тәҙрә сылтылдап ябылды...

Төнө буйына урам ҡыҙырып ауыр уйҙарға талып алйыған Зәйни, үгәй әсәһенең һуҡраныуын ишетмәҫ өсөн, аҙбар башына менеп, бесәнгә күмелеп ятты. Таң һарыһынан тороп, һалҡын ҡоҙоҡ һыуы менән ҡойондо. Сәйгә ултырғас, өндәште:

-- Атай, бында ҡала алмайым.

-- Нимә, табан аҫтың янамы? – Башын сайҡап көрһөндө.

-- Беләһеңдер, күрше районда геология разведкаһы эшләй, шунда эшселәр кәрәк тигән иғлан уҡыным гәзиттән. Барып, эшләп ҡарайым әле, бәлки, өйҙө һипләтерлек аҡса табып ҡайтырмын. Былай йәшәргә ярамай.

-- Нимә, түрәләргә отороңдо күрһәтеп, кәрәгеңә алдыңмы? – тине үгәй әсәһе.

-- Алдым шул.

-- Әйттем бит, бөтәһе менән килешеп йәшәргә кәрәк, тип!

-- Ярар, әсәһе, юҡты тизыма! – Мотиғулла сынаяғын ҡапланы. Ашарыңды ашамаҫлыҡ ҡылаһың, һинән дә биҙгәндер ул.

-- Юҡ, әсәйҙән мин биҙмәнем, -- тине Зәйни. – Ауыл һауаһы килешмәй башланы миңә.

-- Ҡасан юлланаһың һуң?

-- Бөгөндән. Киске поезға эләгеп китергә кәрәк.

-- Алайһа, хәйерле юл, балаҡай. Мә, ваҡ-төйәк кәрәк-яраҡҡа. – Кеҫәһенән аҡса сығарып һондо. – Шулай ҙа беҙҙе онотма.

-- Онотмам.

Көнөндә үк урынына барып етеп, иртәгәһенә үк эшкә лә тотонғайны, йәй буйына, ең һыҙғанып, егәрле эшләп йөрөгәйне... ҡая башынан осоп аяғын һындырҙы...
Ҡала больницаһында ике ай буйы гипста ятып, ваҡытлыса кәкре таяҡҡа таянып сыҡты Зәйни. Тырышлығын, уңғанлығын күреп өлгөргәйнеләр – ҡалала Геологразведка идаралығының хужалыҡ бүлегенә мөдир итеп эшкә ҡалдырҙылар, йыйнаҡ ҡына айырым бүлмә лә бирҙеләр. Әгәр өйләнә ҡалһаң, айырым фатир ҙа алырһың, тип өмөтләндерҙеләр. Ундағы тормошо шөйлә яйға һалынғас, етәкселәрҙән һорап, ауылға ҡайтып килергә уҡталды егет.

Үҙҙәренә яҡын тимер юл станцияһынан уҙғынсы йөк машинаһына эәгеп китеп, ауыл осондағы күпер ауыҙында төшөп ҡалғайны, һыуалғыста, көтмәгәндә, Миңнисаны осратты.

-- Һә, туйға тып итеп ҡалдыңмы, зимагор? – тине шаталаҡ йән.

-- Ниндәй туй?

-- Бәй-бәй, шуны ла белмәйһеңме? Ҡараҡайың Ғәйнуллаға сыға бит.

Егет ҡойолоп төштө:

-- Ҡасан?!

-- Маладис, бөгөн какрас никах мәжлесенең уртаһына баҫтың! Әле генә ҡыҙлы йортҡа мулла-суллалары йыйылып ята. Бер аҙнанан туйҙары гөрләйәсәк.

-- Никах... никах... – Ҡапыл башы зыр-әйләнде Зәйниҙең. – Нишләргә?!.

-- Нишләргә, тип ни... күрһәт егетлегеңде! Әллә егет түгелһеңме, әйгенәм?

-- Ярар, күп ләпелдәмә! – тине егет, йәне көйөп.

-- Аһ-аһ, егет кеше һөйгән ҡыҙын һис нимә әйтмәй ташлап китәме ни? Атаһы көсләп бирә Нәғимә әүкәйемде... һине генә һөйһә лә... Ике аҙналыҡ ял бирҙеләр, һыйырҙарын һауырға бүлешеп алдыҡ. Үҙең ташлап киткәс ни... өмөтө өҙөлдө шул.

-- Мин ташлап китмәнем! – Үҙен белештермәй ҡысҡырҙы Зәйни. – Бына, алдыңда баҫып торамын!

-- Аһ, шулаймы ни? Күрмәй ҙә торам икән! Алайһа, һуң түгел әле, бар, ҡуйынына ҡара йылан инмәҫе борон тартып ал Нәғимәңде!

Келәтсе Ғәйзулла өйөнә ҡарт-ҡоро йыйылып бөткәне инде, буй һикелә аяҡ бөкләп тәсбих тартмыш “таш мәсеткә ағас мулла” ишараты, изге йоланы үтәүгә тамам әҙерләнеп, бына-бына кейәү-баланың килеп етеүен көтәләр; түр башындағы айбарлы шаршау артында Нәғимә һулҡылдай... Ыҫпай кейәү Ғәйнулла урынына көтмәгәндә кәкре башлы таяҡ таянған, аяҡтарын юл саңы баҫҡан Зәйниҙең пәйҙә булыуы барыһын шаңҡытты.

-- Аб-ба, кемде күрәм?! – Аптыраны хужабикә Гөлзифа. – Атаһы, “аны инвалид арбаһына ултыртҡандар” тигәйнең дәһә?

-- Ул хәбәрҙе ҡаланан Ғәйнулла кейәүең алып ҡайтты.

-- Йәрхәмикалла, кейәү-бала ошо үҙе буламы? – тине мулла. – Бисмилла әйтеп башлайыҡ, йәмәғәт. Ғәйзулла, ырғып тороп, мосафирға ташланды:

-- Выжт! Бында кем саҡырҙы һине?

-- Выжтылдамай тор, ағай. Саҡырылмайынса килдем, Нәғимәне алырға!

-- Мына мынауыны алырға теләмәйһеңме? -- Өй хужаһы бала башындай йоҙроғон терәне егеттең моронона.

-- Өҙөлөп һөйгәнемде, үҙем менән бер ойошмала торған комсомолканы шаршау артында томалап, һөймәгәненә бирергә, көсләп никах уҡытырға юл ҡуймам!

-- Һөймәгәне – һин үҙең, яҡшы сағыңда сығып кит! Һөймәне лә һәм һөймәй ҙә ул һине!

-- Үҙе әйтһен!

-- Эйе шул, атаһы. Беткә үсегеп туныңды утҡа яҡма, ауыҙына һуҡма яңғыҙ ҡыҙыбыҙҙың!

-- Эше бөткән инде хәҙер, килешелгән!

-- Атай! – Нәғимә шаршау артынан атлығып сыҡты ла, барыһының һушын һүреп, Зәйниҙең муйынына аҫылынды. – Бер нәмә лә бөтмәгән, бөтмәгән!

-- Йәнкәйем, йән киҫәгем, һағынып-һағынып алырға ҡайттым һине, бараһыңмы? – тип һулышын саҡ алып әйтте егет, һалҡын маңлайынан үбеп.

-- Барам, барам, тегәнәктәй йәбешәм! – Күҙ йәштәрен ҡойоп илап ебәрҙе, ыңғайына әсәһе һулҡылданы. Ҡаушауынан ирендәре ҡалтыраған атай кеше ултырғысҡа әүшәрелде. Шул саҡ тышта эт өрөп, ихатала ыҫпай егет Ғәйнулланың килгәне күренгәйне, йәһәт тороп ишек келәһен элде, шым ҡалдылар.

-- Асығыҙ, был – мин, кейәү-бала! – тине тыштағы, түҙемһеҙ шыҡылдатып.

-- Һе-һе, һинме ни? Кейәү-бала былай һуңлап йөрөмәй – ул инде күптән бында! – тине хужа. -- Ә икенсе кейәү-бала кәрәкмәй, икенсе ҡыҙыбыҙ юҡ беҙҙең.

-- Юҡ шул, юҡ! Йә Алла, кисер беҙҙе! Артыңа ҡарама көлө! – Хужаһының әйткәнен дөрөҫләп сәрелдәне хужабикә. Тороп-тороп уҫал һүгенгән Ғәйнулла, табандары менән ерҙе дөпөлдәтеп, ихатанан олаҡты.

-- Йә, алайһа никах уҡыйыҡ та... – тине тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға ашҡынған мулла.

-- Юҡ! Беҙ туп-тура ауыл советына – ЗАГС бюроһына барабыҙ!

-- Эйе, ЗАГС бюроһына! – Элеп алды Нәғимә. Ҡосаҡлашып ҡушарлашҡан килеш сығып та киттеләр...

Зәйниҙең машина йөрөтүсе яҡын дуҫы шул көндә үк икеһен тимер юл станцияһына сығарып ҡуйҙы, киске поезға ултыртып ебәрҙе. Юлдарын киҫеүсе булманы.

Йәштәребеҙ ошолай олаға ауылдан...
Һунарсы ауылы, 1964.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   ...   24




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет