6
Күк йөҙөкәй тигән диңгеҙҙә, алсаҡ-көләс йылмайып, алтын-уҡа елкәндәрен елгә ҡабартҡан ҡайыҡ – һары Ҡояш күлкеп йөҙә, гәлсәр тулҡындарға алтын ишкәк-нурҙарын ҡаға.
“Сылтыр-р-рт! Сылтыр-р-рт!” – Сағыу алтын ишкәктәрҙән ҡупҡан гәлсәр тамсылар, селтерләшеп көлөшә-көлөшә, туҙғып үргә сирғылды. “Сөмбөр-р-рт! Сөмбөр-р-рт!” – Фәхерниса, гәлсәр диңгеҙ ҡосағына иҙерәп сумып барған килеш, уянып күҙен асты. Сентябрҙең уйсан-моңһоу ҡояшы, өй алдында һуҙылып үҫкән һомғол йүкә тармаҡтары аралығынан тәңкә-тәңкә сәрпәкләнеп, ҡыҙ баш баҫып ятҡан аҡ мендәр өҫтөнә, унан, түгелеп-сәсрәп, шыма иҙән буйына тимгелләнгән. Йыбанып ҡына күҙ йомдо: Ҡояш йөҙгөн гәлсәр диңгеҙгә ҡабат сумғыһы килде.
“Сылтыр-р-рт! Сөмбөр-р-рт! Сылтыр-р-рт! Сөмбөр-р-рт!” – Көмөш тәңкәләр көллөһө бергә тирелеп төшкәндәй булды, ҡыҙ йөрәге һурылып сығырҙай типте. Һары тәңкәләр сылтыраған ҡалҡыу күкрәгенән одеялын этәреп, тәҙрәгә боролоп баҡты. Көҙҙөң тәүге бәрәкәтле һулышына иҫереп алтын төҫөн алған һалма-һалма япраҡтар уйсан ғына талыға сыбыҡтарҙа. Быйыл йәй генә буй еткереп тәҙрә-быялаға морон төрткән бөрөсыбыҡ осонда алтындай сөм-һары ҡошсоҡ, бер ни белмәй ҡанат ҡағып, түгелеп һайрап ултыра. Онотолоп китеп талпынғаны һайын, сыбыҡ һығылып әүешә, шунан тағы, ҡошсоҡ сыңрау тәңкәләрен түгеп бөткәс, өҫкә ҡалҡына. Шул саҡта ҡошсоҡ ҡанаттары, бәйле килеш осоп китергә талпынған күбәләктәй, тәҙрәне тыпырлата. Әйтерһең, ҡыҙҙың йөрәге эсендә тыпырсынып тибә ул: “Йәшәү шундай хөр, йәшлек килә бер -- әйҙә, киттек, остоҡ зәңгәр киңлеккә, бикләмәйек теләктәрҙе ситлеккә!..”
Фәхерниса ошо минутта үҙен бер сихырлы көс, бығаса тойоп күрелмәгән мәкерле көс, аңын томалап, көрмәп алғандай тойҙо, көтмәгәндә күҙ алдында Рәхимйәндең Ҡояш кеүек түңәрәк йөҙө төҫмөрләнеп, көллө тәне буйлап эҫеле-һыуыҡлы тулҡындар йүгерҙе. Шул түңәрәк йөҙҙө яҡынайтаһы, ҡосаҡлап алып, сыңғыр-сыңғыр алтын тәңкәләр сыңламыш күкрәгенә ҡыҫҡыһы килеүҙән сыҙай алмайынса илап ебәрҙе. Сыбыҡтағы һандуғас ҡапыл тынды, ҡанат ҡағыуҙан туҡтаны. Башын сәйер ҡыйшайтып, төртөк миңдәй тере күҙен ҡыҙҙың күҙҙәренә туп-тура төбәне. “Ила, ила, шунан башҡаһы килмәй шул һинең ҡулдан!” тиә һымаҡ ине ул. Ҡараны ла “пыр-р-р!” итеп осто ла китте, тере бөрөсыбыҡ осо оҙаҡ тирбәлеп торҙо. Фәхерниса, одеалын баш осонаса тартып, әсе ләззәтләнеү аралаш туйғансы үкереп иланы, аҡ мендәрҙе күҙйәшенә сылатҡас ҡына урынынан торҙо. Тик йөрәге, буйһонорға уйлап та ҡарамайынса, баяғы бөрө осондағы һандуғастай осоп китергә әҙер. Үҙен көсләп, тигәндәй, сәй эсергә ултырҙы, сынаяғын саҡ бөтөрөп ҡапланы. Әсәһе, үс иткәндәй, табындан тиҙ-тиләмә генә ҡубынырға йыйынмай: көҙ етеүе, ҡышҡылыҡҡа кәбеҫтә, ҡыяр, помидор тоҙлап ҡалдырырға кәрәклеге, шуның өсөн бөгөн ял көндә баҙарға сығып, өс литр һыйҙырышлы быяла банкалар, уларға ҡапҡас йәһәтләүҙең ни тиклем мөһим икәнлеге тураһында ҡаңғырта башты. Атаһы балыҡҡа киткән еренән боҙға уйылып үлгәндән һуң, ундай тоҙло нәмәләрҙе кинәнеп ашаусы булмаһа ла, әсәһе һаман элекке ғәҙәтен ҡалдырмай, Фәхерниса ла әүәлгесә тырышып уға булыша; тик ҡыш еткәс кенә был эштәрҙең аяныслы мәғәнәһеҙлеге асыҡланып, банка байлыҡтарын әсәһе күрше-күләндең әселәп йөрөгән ир-атына таратып бирә ине. Бөгөн дә сәй янындағы һүҙҙәрҙән шул күңелһеҙлекте күҙ алдына килтереп, Фәхерниса тиҙерәк тороп китергә ыңғайланы. Әсәһенең йомошон үтәп баҙар йөрөп ҡайтыу һылтауы менән ул өйҙән сығып китте.
Көн салт-аяҙ, тымыҡ. Тротуарҙы ҡаймалаған газон биттәре ҡурпылап, ҡусҡыл-йәшел ҡыяҡтары йотлоғоп ҡояш имә. Йыбанып ҡына, уйланып ҡына, йәшел үлән өҫтәренә һары япраҡтар яуа. Асфальтте лә сағыу-һары тәңкәләр – йүкә япраҡтары биҙәкләп ята. Был ғүмерҙең ҡыҫҡалығы, йәшлек ярының артталығы хаҡында моңһоу хистәр уята. Фәхерниса, үҙе бараһы баҙар ҡапҡаһын әллә ҡайҙан уҡ ситләтеп үтеп, шаҡмаҡ-шаҡмаҡ балкон-тәҙрәле яңы йорттар сурайышҡан киң урамға боролдо, бәләкәс саҡта ололарҙан ҡасҡандағыса елбер-елбер йүгереп китеүен үҙе лә һиҙмәй ҡалды: уға тәҙрәнән башын сайҡап әсәһе ҡарап ултыра төҫлө ине. Бара торғас, яңы йорттар сылбыры ҡырт ҡына өҙөлөп, ҡарт йүкәләр ҡанаты аҫтына ҡаҙ бәпкәһеләй сүгеп һыйынған ике ҡатлы өйҙәр теҙмәһе сиратланды. Һуғыштан һуң һалынған иҫке йорттар ине, һуңғы заман шыма панель ҡоролмаларҙан айырмалы булараҡ, ҡытыршы кирбес стеналары ҡәлғәнекеләй ҡалын, балкондары киң, тәҙрәләре бейек ине. Ишек алдында алма баҡсалары, таҡта келәттәр, ҡалын ҡалайҙан автомобиль гараждары бар. Шундай бер йортҡа етәрәк ҡыҙ туҡтаны, албырғанып, ян-яғына ҡаранды. Боролоп йүгерергә итте. Шул саҡ, биғәйни, баяғы һары һандуғастың миңдәй төртөк тере күҙе күренде, биғәйни, йәнен көйҙөрөп көлдө: “Әйттем бит, әйттем бит, ул һинең хәлдән килмәй, тип!” Фәхерниса, башын баҫып, барышын ҡыҙыулатты: “Ҡала буйлап мин йөрөмәҫкә тейешме ни, был урамға мин аяҡ баҫмаҫҡа тейешме ни?!” – тип үҙен ғәйрәтләндерҙе. Барғаны һайын йөрәге йышыраҡ тибә, һулышы ҡыҫыла, ике ҡолағы шаулап, биттәре уттай яна. Бына ҡапҡа тәңгәлендә уның тауышы ишетелде, Фәхерниса салҡайып китә яҙҙы. Инде һис ни белештермәй, һәләкәтенә табан йомолоп һикергән тәлмәрйен кеүек, таныш тауышҡа ынтылды, баҫҡаны һайын, табандарын ут көйҙөрә һымаҡ ине. Өҫтөнә таушалған һәлмәк костюмын кейеп, ҡолға буйлы бер ҡыҙыҡай менән сөкөрләшеп сығып килеүсе Рәхимйән, үҙ сиратында Фәхернисаны абайлап, ярты һүҙҙән туҡталды, күҙҙәрен ҙур асты.
-- Фәхерниса... һин?! Ҡайҙа киттең? – тине ул, ҡыҙҙың, иғтибарламағандай, һәүетемсә генә үтеп барыуынан албырғанып. Фәхерниса, ҡырт-туҡталып, боролоп ҡараны:
-- Ә... Рәхимйән? Был һинме ни?
-- Ял көнө бит, бына Лира менән сыҡҡайныҡ... – Егет, ары ни әйтергә белмәй, ҙур аҡ ҡулъяулығы менән күҙлеген һөртөргә кереште. Лира тигәне, ҡыҙыҡһынып, төймәләй түңәрәк күҙҙәре менән Фәхернисаның буй-һынын үлсәп тора ине. Фәхерниса ҡарашы менән тәүҙә уны көйҙөрөп, Рәхимйәнгә боролдо:
-- Ярай, бик матур ял итегеҙ. Һау булығыҙ.
-- Фәхерниса, туҡта, һин ҡайҙа? – тип өтәләнде Рәхимйән.
-- Ошо яҡҡа. Йомошом бар.
Лира кеткелдәп көлдө.
-- Ял көнө... – тине Рәхимйән. Яулығы менән бергә күҙлеген алға һоноп тотҡан килеш, балаҡтарын ялпылдатып, Фәхерниса янына йүгереп килде. – Был яҡта ниндәй йомош ул? – тине күҙлеген кейеп, ике күҙен мызылдатып. Лира ҡалын алһыу имнекле ирендәрен бүлтәйтте, Фәхернисаға зәһәр төбәлеп ҡараны. Фәхернисала ла был һөмһөҙ ҡолға буйлыны семтеп алыу теләге уянды. Егеттең иңенә һарыла биреберәк:
-- Бына һине эҙләп килгәйнем, ләкин буш түгел икәнһең! – тине. Рәхимйән, ниһайәт, иҫен йыйып, күҙҙәрен сырт-сырт йомдо, ахыр тултырып ҡараны:
-- Мин ни... мин хәҙер!
-- Рәхим аға-а-ай, әйҙә, тиҙерәк! – тип һуҙып өндәште һаман бер ситтәрәк торған Лира.
-- Бар, Лираңды зарыҡтырма, -- тине Фәхерниса. Рәхимйән, төҫө ҡасып, уның беләгенә сат-йәбеште:
-- Фәхерниса...
-- Нимә?
-- Әйҙә, киттек баҡсаға. Ҡара, көнө ниндәй бит! – Һылыуҡайы кире ҡағып ҡуймағайы, тигәндәй, тегеһенә ҡырт боролоп белдерҙе: -- Лира һеңлем, ғәфү ит инде мине. Диссертацияңды дүшәмбе көндә кафедраға килтер, бер арала ҡарап сығырмын, йәме?
-- Беҙ бит бөгөн тип һөйләшкәйнек.
-- Бөгөн булмай шул.
-- Ярай, һау булығыҙ, Рәхимйән Ғәлимйәнович! – Лира, ауыҙын турһайтып, ҡылт ҡына боролдо ла шаҡ-шоҡ баҫып китеп барҙы.
-- Быуынға ҡорт булып төштө бит, әй. Эштә маҙаһыҙлауы етмәгән, бөгөн өйгә килеп еткән... – Баш сайҡап ҡәнәғәтһеҙләнде Рәхимйән. Үҙҙәренә саҡырып йөҙәтә...
-- Буш иттең, барырға кәрәк ине.
-- Һәй! – Ҡул һелтәне. – Нисек ҡотолорға белмәй сыҡҡайным әле!
Ҡыҙ көлөп ҡуйҙы, өндәшмәне. Күңелдәре менән бер-береһенә һырнығышып, Лира киткән йүкәле аллеянан ҡапма-ҡаршы тарафҡа – ҡаланың бейек тау башындағы иң күркәм баҡсаһына ыңғайланылар. Киртләс ярҙан һыу өҫтөнә оҙаҡ текләп торҙолар.
Ҡышты көтөп тымығып ятҡан Ағиҙел-һылыу көмөш көҙгөләй ялтырап йылмая, уйсан моңһоулығын сиртеп-сәсрәтеп моторлы кәмәләр ҡоштай оса, арттарында ҡалған сыйырым өҫтөндә көмөш балыҡтар осоноп һикерешә; балауыҙҙай һары ишкәкле зәңгәр кәмәләрҙә ҡандай ҡыҙыл гармун күректәрен бер һуҙа тартып, бер буҫлыҡтырып, ял итеүселәр тулҡындарҙа тирбәлә; яңыраҡ төҙөлгән суйын селтәрле күперҙән Ырымбур юлы буйлап йылғыр машиналар йүгерә, ә йылға яры ҡырыйындағы аллы-гөллө кейенгән халыҡ ҡырмыҫҡа иләүеләй ҡайнаша – һәр йән эйәһе уҙып барған көҙ айының һуңғы сыуағын туйғансы эсеп ҡалырға самалай, буғай...
Рәхимйән менән Фәхерниса тымыҡ аллеялар буйлап ҡыҙырҙы. Донъя-ғаләм һыу ситенә ағылып төшкәнлектән, бында аулаҡ, һил; ара-тирә эскәмйәлә гәзит уҡып ултырған ҡарт-ҡоро, ойоҡ бәйләп ойомош әбей-һәбей генә күҙгә салына, көҙгө моңға был күренеш уйсан бер биҙәк өҫтәп, дөйөм һиллек тойғоһон арттыра ғына.
Моңайып ойоған ҡарт йүкә төбөндә туҡтанылар, ҡара-ҡаршы баҫып, тәбиғәт ғүмере көҙөнөң серле ауазын – һары япраҡтар шыбырлауын тыңланылар. Сыбыҡ остарынан алтын тәңкәләр пыртлап өҙөләләр, ҡаймаҡ һымаҡ ҡуйы һауала бөтөрөлөп төшәләр, төшәләр...
Әҫәрләнеп күҙен йомған Рәхимйән тертләп уянды: юлдашы юҡҡа сыҡҡан бит!..
Туҙйыландай бормасланып нәҙек һуҡмаҡ һуҙылған һәм барып бөткән түбәндәрәк, ҡуйы һары селектәр, өсҡат ҡыуаҡтары уратҡан уйым ғына йәшел аҡланда ике тубығын ҡосаҡлап ултыра ине ҡасҡалағы. Юлдашының килеүен әллә абайламаны, әллә юрый күрмәмешкә һалышты. Өсҡат бөҙрәләре өҫтөнән ҡарайып тимгелләнгән, суйындан ҡойолған быҙаулы болан һынына төбәлгәйне уйсан күҙҙәре. Улары теп-тере кеүек: наҙлы быҙау бына-бына инәһенең тулып-ташҡан елененә морон төртөп шапылдатып имә башлар, ә тегеһе, ләззәтенән иҙрәп-мөңрәп, балаҡайының осаһын ялар...
Рәхимйән дә ошо илаһи күренештән тулҡынланып, иләҫ-миләҫ килгән ҡыҙҙың ҡабарынҡы сәс ташҡынын һыйпаны. Фәхерниса уянды, күҙҙәрен тултырып ҡараны: Рәхимйәнгә был күҙҙәрҙең ҡаралығында ике болан һүрәтләнә төҫлө ине...
-- Профессор! Ренард әшнәңә оҡшап бараһыңмы әллә? – тине Фәхерниса, егеттең сабырһыҙ ҡулын алып ташлап.
-- Ғәфү ит... Фәхерниса, беләһеңме, мин һине тәү күргәндән кемгә оҡшаттым?
Ҡыҙ көлдө:
-- Кемгә?
-- Бер ауыҙ һүҙ менән генә аңлатып булмай быны... Бер саҡ ауылға ҡымыҙ эсә кайтҡайным. Иркен тибенле, йылҡылы ауыл. Йоҡларға ятһаң, таң атҡансы баҡыр бутыл дыңғылдауы, йылҡы кешнәүҙәре шаңғырып тора. Иртән уяныуыңа һаумал-ҡымыҙҙы башың осонда гөбөрләтеп бешәләр... Бына шул ауылда Һаҡмар аша тартылған борам кәмәһе янында ҙур ғиллә ҡупты бер көн. Ни күҙебеҙ менән күрәйек, ит комбинатына тере йылҡы тейәп илтеүсе йөк машинаһы тора борамда; әҙмәүерҙәй ир-ат, күҫәк болғап, тирләп-бешеп, яр ситендә борамға керергә үрәпсегән бер аҫауҙы яралар. Илағандай әсе кешнәп, күҫәктәр өҫтөнә ырғый малҡай; башына һуғып ебәрәләр – ялын ергә һөйрәлтеп, йөгөнөкләп барып ята; тағы һикереп тора, ял-ҡойроғон ялбырлатып, үрәпсеп-кешнәп, борам өҫтөндәге машинала сарылдашып тауыш биреүсе бейәләр янына ярып үтергә тырыша... Шул арала борам ярҙан ҡубынып, ситлектәге бейәләрен сарылдата-сарылдата аръяҡҡа шылды, бейәләрҙең күҙҙәре йәшкәҙеп йылтыраны. Аҫау иһә кәренә сыҙаша алмай, болот кеүек ялдарын ялбырлатып, яр буйҙарын ярып кешнәй-кешнәй сабып йөрөнө лә буръяҡланып ҡайнаған һыуға текә ярҙан ташланды... – Рәхимйән, күҙҙәре йәшкәҙеп, күҙлеген ҡулына алды.
-- Йөҙөп сыҡтымы һуң? – тине Фәхерниса, тыны ҡыҫылып.
-- Һыуға ал ҡан күлкене: яр аҫтында боронғо күперҙән осло имән бағана ҡалған...
-- Уф, ниңә шундай аяныс хәлде һөйләйһең?.. – тине Фәхерниса, йөрәк төбөнән һыҙланып. Ике ҡулын башы аҫтына ҡаушарып, йәшел сирәмгә салҡан һуҙылды. Ялтыр ҡара күҙҙәре, уйсанланып, сөм-зәңгәр күккә баҡты.
-- Профессор, күрәһеңме анауҙы?
-- Нимәне?
-- Аяҡ осомда ғына – тап шул тәңгәлдә -- күктә бер йондоҙ балҡый.
-- Йондоҙ?!.
-- Эйе. Ҡар бөртөгө һымаҡ ап-аҡ, алты мөйөшлө йондоҙ.
-- Ошо көпә-көндөҙмө?
-- Ышанмаһаң, ана тора.
-- Ҡайҙа-ҡайҙа?
-- Ана анауында! – Фәхерниса, башы аҫтынан ҡулын алырға йыбанып, ослобаш-ҡайыҡ түфлиле аяғы менән төртөп күрһәтте. Шул осраҡта күк төҫөндәге ебәк күлдәк итәге аҫҡа шыуышып, шалҡандай йоморо тубыҡтары балҡыны...
-- Көпә-көндөҙ күренәкәй йондоҙҙар унда түгел, ә бында! – тине егете, уның ҡара-йылтыр күҙҙәренә кереп китерҙәй өңөлөп; ике ярҙың ҡайнар һулыштары төкәлеште.
-- Уф, Рәхим йән! – Ҡыҙҙың һалҡынса яланғас беләктәре ныҡ итеп уның муйынына уралды, ҡыуаҡ артында быҙаулы болан да ҡымшанып ҡуйғандай итте, ә ҡыҙыйҙың тығыҙ күкрәк тамырҙарын семерләтеп бығаса татып күрелмәгән алйытҡыс хис сәнсеп-ҡытыҡлап үтте...
7
Институтта йәйге-көҙгө ял айҙары күҙгә күренмәй үтте. Хеҙмәткәрҙәрҙең төрлөһө төрлө яҡ “ҡояшлы илдәргә” таралып, һыу-һауаға ерегеп, тәндәре майлаған ҡаҙандай ҡарайып ҡайтты. Ҡай берәүҙәр йәй буйына ауылдарҙа ғилми экспедицияларҙа йөрөп үткәрҙе. Шуға күрә айҙар буйынса ла бер-береңде осратмау һис ғәжәп түгел ине.
Фәхерниса йәмле көндәрҙе имтихандар тапшырыуға арнап уҙғарғанлыҡтан, сираттағы ялы һуңғараҡ ҡалдырылып, ҡара көҙгәсә машинкаһын шыҡылдатып ултырып, ергә аҡ ҡар ятҡас ҡына бушанды. Был юлы ул бөтә ваҡытын, һәр төрлө тоҙло ҡыяр, вареньелар араһында булышып, әсәһенә ярҙамлыҡлап үткәрҙе. Әллә ҡыш үҙенең һалҡын һулышын өргәнгәме инде, күңеле быҫҡып һүнгән усаҡтай һүрән, бер ҡайҙа ла тартмай, -- хатта киноға ла барғыһы килмәй. Уты сәсрәп торған ҡыҙының ҡапыл шымып бойоғоуына әсә кеше лә иғтибар итмәй ҡалманы. Бер көндә ул универмагтан ырҙын иләгеләй оло ҡап күтәреп ҡайтты:
-- Бәпесем, кейеп ҡарасы шуны. Сират тороп саҡ эләктерҙем, Париждың үҙенән килгән!
Әсәле-ҡыҙлы зыҡ-ҡубып, матур ҡапты астылар: бынамын тигән эшләпә ята имеш, күҙҙәрҙең яуын алып. Фәхерниса, эшләпәне түбәһенә элеп, бүлмәне зыр-өйөрөлдө:
-- Әсәй, йәнем, нисек таптың был мөғжизәне?
-- Бөгөн үк кейеп сыҡ, бәпесем, -- тине әсә, ҡыуанып. – Юғиһә, ялың осланып бара, һаман өйҙә ултыраһың. Һиндәй саҡта мин күбәләктәй осоп-ҡунып йөрөй торғайным әле.
-- Эй әсәй, быны кейеп Парижға барайыммы һуң?
-- Бына һиңә кәрәкһә! Киноға бар, театрға бар. Тиңдәштәреңде осрат. Барыр ер бөткәнме ни бынауы заманда?
Фәхерниса, әсәһенең күңелен ҡайтармаҫ өсөн генә, яһанып урамға сыҡты. Эшләпәгә ысынлап та бөтә ғаләм таң ҡала кеүек ине. Яңы асылған культура һарайында йәштәрҙең классиак бейеү кисәләре барғанын афишаларҙан белеп, шунда аҙыраҡ тулғанып алырға булды.
Зал түрендә тынлы оркестр шаңғыртып вальс һыҙҙыра, көҙгөләй ялтыр иҙән буйлап аллы-гөллө кейенгән йәш-елкән бәүелә. Фәхерниса таныш ҡыҙҙарын осратырға итеп туҡталып торған арала, ике яңағынан оҙон бакенбардалар һәлендергән ерән сәсле бер фырт егет дуғалай бөгөлөп уға тәҡдим яһаны ла эләктереп тә алды, елпелдәүек йәнле өйөрмә ҡосағына кереп тә юйылдылар. Фәхерниса, бер-нисә минутҡа бар донъяһын онотоп, Штраустың сихри сыңына сумды, ысынбарлығын томалаған болот ҡосағында йөҙҙө. Һуңға табан ғына ҡыҙҙы партнерының һағыҙҙай һыланыуы, теремек ҡулының саманан тыш биленән түбән шыуышыуы маҙаһыҙлай башланы. Эйелеп һүҙ ҡушҡан булып, күкрәгенә “иҫләмәҫтән” түше менән ҡағылыуы иһә сығырҙан сығарҙы, партияның тамамланыуын саҡ көтөп алды. Фырт егеттең йәнә дуғалай бөгөлөп рәхмәт әйтеүен иғтибарламай, арыныу яйын ҡараны. Шул саҡ уны таныш тауыш һиҫкәндерҙе:
-- Аб-ба-а, кемде күрәм! Һылыуҙарҙың һылыуҡайы, һинме был?!
Көньяҡ ҡояшына янып ҡарайған, шөйлә ҡалынайып, яурындары яҫылана төшкән Ренард ике күҙен мызылдатып йылмайып тора. Бер тешенә саф алтындан көп ҡаптыртып йылтыратҡан, көлгәнендә матур балҡып, йөҙөнә күркәмлек һибә.
-- Фәхернисаҡай-һылыуҡай! Ни ндәйен дә гүзәл һин! Принцесса!
Гәрсә егеттең яңғырауыҡ һүҙҙәр менән шаҡ-ҡатырырға һәүәҫлеген белһә лә, рәхәт булып китте, хатта башы ла әйләнә биреп ҡуйҙы.
-- Һин үҙең дә испан грандына оҡшап ҡайтҡанһың түгелме? – тине.
-- О! Ҡырым яры! Мәңге йәшел кипаристар! Фирүзәләй күм-күк диңгеҙ!
-- Фирүзә күм-күк булмай, -- тине Фирҙәүес, көлөп. – Ул йә ҡаҙ үте һымаҡ сөм-йәшел, йә зәңгәр-йәшел төҫтә була. Бына минең түшемдәге ҡаптырма ташына ҡара.
-- О! Мин шул ҡаптырма ташы ғына булһамсы!
-- Ҡабыр ҙа тешләр инеңме?
-- Уҫалһың! Мин юҡта өлгөргәнһең -- кемдән өйрәндең?
-- Һинән башҡа өйрәтеүсем бармы һуң?
-- Шаярма! Рәхимйән дуҫтан һорарға тура килмәһен!
Быныһына ҡыҙҙың иҫе китмәне, ҡаршы уғын осорҙо:
-- Кипаристар, тигәндән, үҙеңдең Кипарис ҡартыңды ла алып барҙыңмы әллә? Зәңгәр диңгеҙ буйына, тим.
Егет өтөрәйҙе:
-- Ниңә “үҙеңдең”? Ҡайҙан килеп үҙемдеке булһын ул?
-- Бәй, бергә-бергә көн күрәһегеҙ, тиҙәр түгелме? Хатта атайың да тиҙәрме...
-- Һа, шул алкашмы? – Ренард өтөрәйҙе. – Ғәйбәт! Эйе, бер өйҙә торабыҙ, тышта туңып ҡалмаһын тип, ҡыҙғанып ҡына фатирға индерҙем мин уны, ҡыптыр тун берәҙәкте. – Ул баш сайҡап хитланды. -- Һе, “атайың” имеш!.. Һине лә шул ғәйбәт уратып үтмәгән икән, ҡыҙый! – Хатта илар сиккә етеп үпкәләгәндәй ине.
-- Ярар, юҡҡа-барға ҡубынып барма улай. – Фәхерниса үкенә биреп ҡуйҙы. – Ишеткәнемде генә әйтәм.
-- Ә һин ундайҙы ишетмә!
-- Бөттө-бөттө!
Уғансы булмай оркестр гөрөлдәне, үпкәләүен онотҡан Ренард ҡыҙҙы мамыҡ киҫәгеләй бөрөп алып, диңгеҙ кеүек айҡалғандар-сайҡалғандар араһынан осортоп алып китте.
Был юлы үҙен болот өҫтөндә йөҙгәндәй хис итте Фәхерниса. Биле тәңгәлендә Ренардтың тарамыштай ҡаты ҡулын, терәлә яҙып йәнәшә генә йөрөгән мыҡты төҙ һынын, әленән-әле алтын тешен балҡытып алсаҡ йылмайыуын, бөтә ғаләм һоҡланып уларға иғтибар итеүен тойоуҙары ниңәлер бик тә, бик тә рәхәт, күңелгә яғымлы ине...
8
Ял көндәре һә тигәнсе ағылып-үтеп тә китте. Ул эшкә сығыр иртәлә тышта сатлама һыуыҡ, тәҙрәне асы ел сиртә. Тоташлай ҡаранан кейенеп алған әсәһе, өнһөҙ-тынһыҙ, сәй яһап эсерҙе, үҙе ултырманы. Ҡыҙының күңелһеҙ генә һемергәнен ҡарап, оҙон ҡара шәүләләй, урамына ҡара бәрхәт бөркәтелгән фото-һүрәт янында баҫып торҙо. Фәхерниса әсәһен шым ғына ҡосаҡлап үбеп, өйҙән сыҡты, керпектәренә йәш төйнәлде. Бөгөн атаһы һыуға батып үлгән көн...
Эш урынына ул, ҡәҙимгесә, барыһынан элек килде. Әллә инде болоҡһоулығын белгәндәй, вахтер апай ишекте үҙе асып индерҙе, бүлмәгәсә эйәреп килде. Шыҡая баҫҡан килеш, ҡыҙҙың һәр бер хәрәкәтен күҙәтте. Ни бары сисенеп өҫтәле янына боролғас ҡына, Фәхерниса уның был сәйер ҡыланышын аңланы: гөл вазаһында, яңы ғына янып һүнгән ҡағыҙ күмере кеүек, ҡара бәрхәт кеүек сөм-ҡара сәскә, тере ҡайғылы бер генә бөртөк сәскә күҙгә бағып тилмереп ултыра имеш. Ни йәһәттәндер вазаны услап алды, күҙ күрмәгән ҡара мөғжизәгә төбәлеп ҡатып ҡалды. Ҡара гөл дә уға, әйтерһең, уны яңы ғына күреп танығандай, тажында бер бөртөк кенә көмөш ысыҡ мөлдөрәтеп, иламһырап текләне...
-- Хайран ҡалырһың был донъяға. Ғүмерҙә күҙ күрмәгән ҡара сәскә! Ышанмай, яһалмамы икән әллә, тип, тотоп-тотоп ҡараным... – Баш сайҡап һөйләнде апай. – Нимә, һеңлем, берәй матәмле көнмө әллә?
-- Шулай шул... атайым... – Ултырып һулҡылданы.
-- Ҡасан?
-- Бөгөн теүәл бер йыл тулды... үҙемдең дә тыуған көн... – Үкереп илап ебәрҙе. Апай уның башынан һыйпап, әсәләрсә йыуатты:
-- Тиле, тыуған көндә илайҙармы ни? Ауыр булһа ла, ҡыуан. Йөрәгеңдең һыҙлауын тойған шундай һиҙгер егетең барлығына ҡыуан. Күрәһең бит: таң-иртәнән килеп ҡалдырып китте.
“Ренард, Ренард!” -- Теленә килмәһә лә, ҡыҙ күңелендә шул исем ҡабатланды. Эйе, ул ғына таба ала быны, күҙ күрмәгән сәскәне!
-- Әгәр әйтһәң, ул егетең, моғайын, һинең өсөн ете диңгеҙ аръяғынан күгәрсен һөтө лә табып килтерер! Бына бит ул донъялар ҡайҙа бара!..
Һалҡын һыу йотоп саҡ ҡына тынысланғас, донъяһын онотоу өсөн, Фәхерниса ашҡынып эшкә тотондо. Ләкин бармаҡтарын һыҙлатҡансы төймәләргә баҫыу ҙа, машинканың ҡолаҡ ярып шыҡылдауы ла уны барыбер ғәмле уйҙарынан арсалай алманы. Үс иткәндәй, Ҡояш кеүек балҡып инеп тел сарлап торор кешеһе лә юҡ эргәһендә: өҫкө ҡатта партия йыйылышы бара, Ренард та, Йәмил дә, башҡалар ҙа, моғайын, шунан сыҡмай ултыра. Вазалағы ҡара сәскә уға, әйтерһең, атаһының ҙур ҡара күҙҙәре менән мөлдөрәп баға... Болоҡһоу хистәре заңында Фәхерниса төшкө тәнәфескә сыҡты, биттәрен ялмап алған һалҡынса тышта үҙе йөрөп күнеккән баҡсаға керҙе. Таныш аллеялар буйлап уйға сумып ҡыҙырҙы. Донъя тигәнең ҡышҡылыҡтан һөттәй аҡ, ләкин аҡ ҡар өҫтөн ҡара сәскәләр баҫҡандай ине...
Ахыр сиктә урам аша ашханаға инергә ваҡыт ҡалмағанлығын абайлап, эшенә кире йүгерҙе. Хәрефтәре юйылып бөткән төймәләргә тешегеп баҫа-баҫа, кис еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Иҫкәрткес электр сыңғырлағы тауыш биргәс кенә, һиҫкәнеп, башын ҡалҡытты. Ырғып тороп кейенде лә, вазанан ҡара сәскәне һурып алып, коридорға йәһәтләне. Дөбөр-шатор килеп халыҡ ағыла башлағайны. Фәхерниса тышҡы ишек яғындағы күмәк баштар араһынан Рәхимйәндең таныш күк төлкө бүркен күреп ҡалғандай булды, тик шунда уҡ онотто, сөнки тиле йөрәге уны Ренардтың алсаҡ ауазы килгән яҡҡа тартты, әммә ҡапыл Ренард та күҙҙән юғалды. Вахтер апай тауыш биреп туҡтатты:
-- Ҡайҙа ырғаңдайһың, ут бөрсәһе? Иллә осондоралар ҙа һуң, ҡыҙый, үҙеңде! Бына ҡара: быныһын тыуған көнөң менән ҡотларға тип ҡалдырҙы, кемдән икәнен әйтмә, сюрприз булһын! – тине. – Яҡшы хәбәр еткереүенә ҡыуанып, ҡыҙҙың ҡосағына яңы ғына өҙөлгәндәй ҡупшы-балҡыу гөлләмә һалды. Йәш ҡарҙай ап-аҡ, саф роза сәскәләре ине былар: “Шул, Ренард, Ренард!..” -- Күкрәгенә ҡыҫып тотҡан берҙән-бер ҡараҡайы шул саф аҡлыҡ аҫтында күмелеп ҡалды, танау ярып аңҡыған хуш еҫтәренән ҡыҙҙың башы әйләнде: әлегәсә ошондай ҙа нескәлекле-нәзәкәтле иғтибарға алынғаны юҡ ине!..
Дала еле һымаҡ көйҙөргөс ҡырыҫ тәбиғәтле ине уның атаһы, һәр төрлө шау-шоуҙы, тантаналарҙы бик үк хуплап бармаҫ ине. Тыуған көндө байрам итеүҙе бигерәк тә өнәмәне. “Яҡты донъяға килеүең, әсәйең өсөн ҡаһарманлыҡ булһа ла, һиңә һуҡыр тин дә түгел әле ул. Энә осондай бөжәк тә тыуа донъяға! Бөрө лә ваҡыты еткәс шартлап ярыла! Дөмбөр ҡағырға һиңә иртәрәк әле. Кешемен, тиһәң, ең һыҙғанып тәүҙә илеңә эш күрһәт: үҙең түгел, илең ҡыуанып туйлаһын тыуған көнөңдө!” – ти торғайны. Эй ҡәҙерле атаҡайым! Нимә генә тиһәң дә, күмерҙәй ҡара сәскәле ҡайғым булһаң да, бөгөн ҡыҙыңдың тыуған көнө лә бит әле! Был аҡтан-аҡ сәскәләр – уның тыуған көн билдәһе!..
Тышҡа сыҡҡас Фәхерниса йәнә лә бер секундҡа ғына Рәхимйәндең күмәк баштар араһында ағылып барған күк төлкө бүркен абайланы ла онотто, йүгереп барып, бер ситтәрәк ҡыуаҡ төбөндә һимеҙ һары портфелен тотоп көтөп торған Ренардтың киң күкрәгенә ҡапланды...
9
Һалма кеүек ялбырлаған, ябалаҡлап аҡ ҡар яуған ҡышҡы кистә Кипарис ҡартлы ағас өйгә Ренардтың ҡәҙерле тыуған көнө байрамына барырға йыйындылар. Урам буйындағы тарбаҡай саған ағастары, ҡойма баштары, афиша йәбештермәле күпкәк бағаналар төн сыҡҡансы ҡалын аҡ бүрек кейгән, асфальткә йомшаҡ мамыҡ келәм түшәлгән. Фәхернисаның был тантанаға әллә ни аяғы тартмаһа ла, йөрәгендә билдәһеҙ бер хәүеф уҡмашып торһа ла, иптәштәре ҡубынып елкенгәнгә ҡыймай ылыҡты. Йүгереп йөрөп байрам эйәһенә затлы бүләк эҙләште. Көнэлгәре аҡса һалышҡайнылар: һыу аҫтында киноға төшөрә торған ҡиммәтле камера һайланылар. Сағыу ҡумтаны ҡултыҡлап, шау-гөр килеп, бер юлы бер-нисә таксиға тейәлешеп киттеләр. Егеттәрҙең сосораҡтары ни аралалыр “яға аҫтына һалып” та алған: юл буйы шарылдашып, эс бошороп барҙылар. Салон былай ҙа бензин еҫенән бөркөү; Фәхерниса, эргәһендәге мыҡтының ауыҙынан борҡораған хәмер еҫенә тонсоғоп, сөсө шаяртыуҙарынан биҙәрләп, уң яғына әүешә бирҙе – унда даими тыйнаҡ, ипле, аҙ һүҙле комсомол башлығы Йәмил ултыра. Был болоҡһоу ығы-зығыла бер нимә лә уйламай, шундай ышаныслы егеттең яурынына баш һалып ҡына бараһы килә ине. Машина һелкеткәне һайын, үҙе лә белмәй яҡыныраҡ һырышып, башындағы уйҙары менән әүәрә булды. Дөрөҫөн әйткәндә, тәү ҡат барып аяҡ баҫаһы таныш түгел йорт уны алыҫтан уҡ һағалап торғандай ине...
Ихатаға ингәс, яҡшы итеп көрәлгән юлдан кинәнеҫп атланылар. Тәҙрә ҡаршыһындағы күптәргә билдәле кипарис ағасын өшәләкләп, тышын ҡар менән көпләгән суҡай ҡыуыш тәңгәленән үтеп, һары күн тышлыҡлы ишекте тартып асҡас, ҡапыл гөрләп ҡолаҡты ярған шашҡын хисле марш тауышынан шаңҡыбыраҡ ҡалдылар. Стена буйына ике яҡлап хәрбиҙәрсә тигеҙ теҙелгән егет-елкенсәк үкертеп борғо тарта, ярһытып дөмбөр ҡаға, ә Ренардтың һөйөклө әсәһенән ҡалған Мопсик тигән сәүек эт үрһәләнеп ләңкелдәп өрә. Ренард үҙе теҙем башында тороп, сыңғырлауыҡ ҡыңғыраулы “саратский гармунды тартып сыйылдата, гармундың ике ҡолағына һыйыр телеләй һәлендереп тағылған ал яулыҡтарҙың ялпылдауынан үрһәләнеп, сәүек эт Мопсик әсе сәүкелдәй. Ҡунаҡтарҙы ишек төбөндә өнһөҙ баҫтырып ҡуйып, дәртле маршты аҙағына еткереп гөрләттеләр. Алдан килгән – аш өсөн, тигәндәй, төпкө яҡта залда өҫтәл һырып өлгөрөүселәр ҙә торошоп, һерәйеп тыңланылар. Шунан һуң дөйөм ҡуҙғынып сәләмләшеү, шау-шоу китте, бөтәһе лә ултырыша башланылар. Ниһайәт, табын түңәрәкләнде.
Мәжлескә күрше-күлән, Ренардтың ишле таныш-белештәре, институтта бергә эшләгән кешеләр саҡырылғайны. Фәхерниса танығандарҙан Рәхимйән дә күренә, танымағандары ла байтаҡ ҡына. Ҡан-ҡыҙыл ауыҙлы осоҡ ҡыҙҙар, оҙон сәсле фырт егеттәр ҙә бар имеш. Кухня яғында аш яраштырыусы алъяпҡыслылар мәш килә. Күбекләнеп ажғырған шампанскийҙы, ялҡынлы телмәр теҙеп, үрә тороп күтәрҙеләр. Береһенән-береһе татлы, илһамиятлы тост әйтешеү ярышы ҡыҙҙы. Был һөнәрҙә бигерәк тә осоҡ ҡыҙҙар, фырт егеттәр ал бирмәне:
-- Ур-ра! Рәсәйҙең тимер юлдарылай осһоҙ-оҙон ғүмер, хур ҡыҙылай ҡосоп туймаҫлыҡ матур кәләш, Ильичтыҡынан да иплерәк өскөл профессор һаҡалтайы һиңә, Ренард!
-- Кәрәсин туңғансы йәшә!
Телдәр сиселеп, табын түңәрәге умарта күселәй талғын гөжләй башлағас, егеттәрҙең береһе өҫтәл аҫтынан гитара һөйрәп сығарҙы...
Гитара мәҙехтәренән һуң магнитофон таҫмаһы телгә килеп, шашҡын таҡмаҡ тирбәлдерткәс, фырт егеттәр, осоҡ ҡыҙҙар һеперелеп сыҡтылар ҙа ағас өйҙө дер-һелкетеп баҫырға, йыландай борғоланырға керештеләр. Туташтарҙың тумалаҡ тубыҡтары итәк аҫтарын ташлап сығып китерҙәй шат уйнаны. Фәхерниса, ошоға тиклем ауыҙына алғаны булмаһа ла, табынсыларҙың өҙмәй-ҡуймай ҡыҫтауҙарынан йөҙәп, бер-ике йотом шампанский эскәйне, ике бите алланып, ҡолаҡтары шаулап, алйыбыраҡ ултыра. Ҡотороҡ шау-шоуҙан башы уғата әйләнеп, залдан сыҡты, һалҡын һыуға ылығырға теләне. Ләкин туалет бүлмәһен тәмәкесе ир-ат һырып алған – иҫерек ауаздары, шарҡылдап көлөүҙәре, нимәгәлер бәхәсләшеүҙәре яңғырай: әлеге лә баяғы шул “сослоҡ” тураһында бара һүҙ. Сәкештереп эскән тауыштар ҙа ишетелә. Яҙа-йоҙа ҡолағына салынды:
-- Үҙебеҙҙең Ренард өсөн, егеттәр! Ренард – киләсәк кешеһе! Халҡыбыҙҙың киләсәк сағылышы, образы!
-- Ур-ра! Егерме беренсе быуаттың башҡорто тап Ренард һымаҡ буласаҡ!
Ҡыҙарып-бүртенгән ҡунаҡтар берәм-һәрәм алғы бүлмәгә сығып, кейенә башланылар, дөйөм ығы-зығы ҡупты. Бераҙыраҡ ил аяғы һил булыуын көтөңкөрәп торған Фәхернисаны, көтмәгәндә, Ренард кухняға этәреп керетте, унда кеше юҡ ине.
-- Һылыуым! – Шешә һәм бокал тотҡан ҡулдары менән көрмәп ҡосаҡланы. -- Әйҙә, икәүҙән-икәү сәкәштереп йотайыҡ!
-- Ҡуй, ебәр, ярамай. Былай ҙа башым әйләнә, -- тине Фәхерниса.
-- Туҡта, улайһа мин һиңә кофе бешереп бирәйем. – Бокалын һәм шешәһен өҫтәлгә ҡуйҙы, ҡыҙҙы ултырғысҡа ултыртты. – Айн момент, күҙ асып-йомғансы!
Фәхерниса, өҫтәлгә таянып, башын беләктәренә һалып, күҙҙәрен йомдо. Шул арала атаһы мәрхүм күҙ алдына килеп баҫты, таныш тауышы, һүҙҙәре ишетелде:
-- Ҡаҡҡылап-һуҡҡыламаһаң, кешелек тоҡомо аҙа...
Ниңә әле ошо мәлдә тәғәйен шул һүҙҙәре хәтерләнде?..
-- Оп-лә! Бынамын тигән ҡара кофе! Бразилдарың да бының ишене эсмәйҙер!
Фәхерниса башын ҡалҡытты. Ҡыҙҙарҙың һушын китәрерлек һомғол буйлы Ренард, маңлайы Айҙай балҡып, бер ҡулына – хуш еҫен аңҡытып боҫланған кофеле сынаяҡ, икенсеһенә шарап тулы бокал тотоп тора ине.
-- Кофе генә булһа ла, минең менән сәкәштереп эс инде.
-- Уф, ҡалай әсе! – Кофе тигәне телен өтөп алды.
-- Ысын ҡара кофе шулай була ул, Ҡырым кофейняларында өйрәндем. Эс, бөтөргәнсе эс, башың шунда уҡ төҙәлер, еңеләйеп китер.
Тик баш тигәнең, үс иткәндәй, кофенән һуң уғата ныҡ әйләнде. Ренард, көлөп, уны ҡосаҡлап алды, кушеткаға ауҙарҙы...
-- Ренард, ебәр! Ҡотҡарығыҙ! – Ысҡынырға итеп тулап ҡысҡырҙы ҡыҙ. Ишек шаран асылды, кемдер инде -- күҙҙәре шарҙай кирелгән Рәхимйән ине. Өҫтәлдәге шешәне һелтәп осорҙо, Фәхерниса алдындағы сынаяҡты еҫкәп ҡараны:
-- Оятһыҙ! Кофегә коньяк болғатып эсерҙеңме? – Ренардты һуғып йыҡты. Ҡыҙҙар сырылдашҡан ыңғайға гитарасы менән борғосо пәйҙә булды, баҙап ҡалған Рәхимйәнде, ике беләгенән матҡып, тышҡа һөйрәнеләр. Рәхимйән, артына боролоп ҡарап, күҙлекһеҙ күҙҙәре менән ҡыҙҙы эҙләне:
-- Фәхерниса... ғәфү ит мине... шулай килеп сыҡты...
-- Кит-кит, күҙемә күренмә! – тине Фәхерниса, танауынан ҡан борҡорап тороп килгән Ренардҡа ярҙамға ташланып...
Табын түңәрәге таралғайны инде, бер килке “оҙон ғүмерле”ләр генә өҫтәл башына өймәкләшкән дә юлаяғына һемерә. Йыуынып-таҙарынып сыҡҡан табын хужаһы уларҙы тиҙләтеп оҙатырға маташа. Тап шул мәлдә, көтмәгәндә, зал яғынан арҡылы диван менән кәртәләп ҡуйылған төпкө бүлмәнең ишеге шартлап асылды ла, ых-бых килеп, диванды аша төшөп, бөтәһенә таныш Кипарис ҡарт, онға батҡан тараҡандай, сал мыйыҡтарын һәлендереп килеп сыҡты:
-- Улым, ул ғынам, ҡотло булһын тыуған көнөң!
-- Урра, аттракцион! – Ҡыуанышып ҡул сапты, урындарына кире-ҡабат төпләнеп, юлаяғы һөйөүселәр. Әммә Ренардты был “номер” оло хәүефкә һалды. Йөҙөнә ҡалҡҡан буҙыр-буҙыр тимгелдәрен баҫырға көсө етмәй, тештәрен шыҡырлатты; ҡаш менән күҙ араһында өҫтәл башына йәпләшеп алып юлаяҡсылар ҡулынан “штрафной”ҙы күндәм һемергән аҡ мыйыҡлы һөмһөҙйәндең нәүбәттәге бокалын һуғып осорҙо:
-- Кипарис! Кем рөхсәт итте һиңә был яҡҡа сығырға?!
-- Үҙем, улым, үҙем... тыуған көнөңдө байрам итергә, улым...
-- Алкаш! Ҡайҙан килеп мин һинең улың булайым? Әсәйемдең улы мин! – Һөмһөҙйәнде яғаһынан бөрөп алып табындан быраҡтырҙы. Ә уныһы иҙәндә аунап ятҡаны килеш илай-илай ялбарҙы:
-- Улым шул, улым! Кешеләр, ишетегеҙ: һин – минең улым! Рәшиҙәкәйем, әсәйең, минең никахлы хәләл ефетем ине бит!
-- Ана Мопсик һинең улың! Ҡарт алаша! – Яғаһынан йолҡа тартып ҡалҡытты ла, елтерәтеп килтереп, диван аша асыҡ ишектән кире теге бүлмә төпкөлөнә быраҡтырҙы, ишекте шартлатып япты. – Йәмәғәт, берәҙәктең һүҙен ысынға алмағыҙ! Туңып ҡалмаһын тип ҡыҙғанып кереткән фатирсым ғына ул минең!
Әммә ағай-эне уның һүҙҙәрен һанламаны.
-- “Улым” ти бит һуң?!. – тине лә бер тамам булып алғаны, алдындағы винегретлы тәрилкәгә морон төртөп, үкереп иланы. Ренард залды яңғыратып ҡысҡырҙы:
-- Һантый, башҡорт телен белергә кәрәк: “улым” тип бит башҡа кешенең улына ла әйтәләр. Ә Кипарис миңә ят өйҙәш кенә, уның кемлеге үҙегеҙгә лә мәғлүм!
Мәжлес тамам боҙолдо, иң әрһеҙйәндәр ҙә ҡубынды. Һуңғыларын ашыҡ-бошоҡ оҙатып, өйҙә бер кем дә ҡалмауына инанғас, Ренард, диванды ситкә шылдырып, төпкө бүлмәгә керҙе, ҡартты яғаһынан бөрөп, елтерәтеп, зал һәм алғы өй аша тышҡы ишеккә үк еткерҙе лә, этеп сығарып, ихаталағы көрпәк ҡарға тәкмәстерҙе. Эстән келәне элеп, өҫтәлдәге оҙон шешә боғаҙынан бер тына ғорҡолдатҡас, утты һүндереп диванға әүшәрелде, башы зыңҡып әйләнде.
-- Уй-уй улым, туңам бит, ас! – Кипарис ҡарт тыштан ишек дөбөрләтте, ялыныслы тауышы Мопсик ләңкелдәүенә аралашты.
-- Туңмаҫһың, алкашка бер ни ҙә булмай. Ана, Мопсиктан һора!
-- Уй-уй улым, тамам ҡатам бит инде... Тунымды бир, исмаһам!
-- Бер алкаш та ҡатмаған әле, һиңә лә буҡ та булмаҫ!
Дөбөрләтеү һүрелгәндән-һүрелде, ахырҙа ул Ренардтың хәмерле йоҡо томаны эсендә ҡалып тынды.
Иртүк башы сатнап уянған Ренардтың иҫенә кисәгеһе төшөп, ҡурҡышынан ҡысҡырып уҡ ебәрҙе, яланаяҡ килеш тышҡа атлыҡты, ләкин ихатала төн сыҡҡансы ҡалын булып ҡар яуған, ап-аҡ ҡарҙа ҡартлас та, эҙҙәре лә юҡ ине. Күршеләрҙең берәйһенә кереп һыйынғандыр ҡарт алаша, тип уйлап, бераҙ тынысланып, кире инде, сәңгегән аяҡтарына йылы ойоҡбашын кейеп, оҙон муйынлы шешәнән йәнә һемереп, урынына ауҙы.
Достарыңызбен бөлісу: |