18. Етәрлек миҡдарҙа Беҙ Күктән ямғырҙар яуҙырабыҙ, Ерҙе һыу менән туйындырабыҙ. Хаҡтыр, Беҙ уны ҡорота ла алабыҙ. (19) Шулай итеп, (Ергә һеңгән дым арҡаһында) хөрмә һәм йөҙөм баҡсалары үҫтерәбеҙ. Уларҙа һеҙҙең өсөн мул емештәр бар, һеҙ уларҙы (рәхәтләнеп, шөкөр итә--итә) ашағыҙ. (20) Синай тауында (һеҙҙең өсөн) бер (зәйтүн) ағас(ы) үҫтерҙем. Был ағас май ҙа бирә, башҡа ризыҡҡа ҡатыштырып ашай торғаны (емеше лә) бар. (21) Хайуандарҙа ла һеҙҙең өсөн файҙалы ғибрәттәр бар. Уларҙың эсендә яралтылғандарҙы (һөттө) һеҙгә эсертәбеҙ. Уларҙан һеҙ бик күп файҙалар күрәһегеҙ. Итен дә ашайһығыҙ. (22) Уларға атланып йөрөйһөгөҙ һәм кәмәләрҙә лә йөҙәһегеҙ. 23. Хаҡтыр, Нухты ҡәүеменә күндерҙек, ул: — Әй, халҡым, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ. Һеҙҙең өсөн Унан башҡа һис бер тәңре юҡтыр. (Башҡа яһалма Илаһтарға табынаһығыҙ, гөнаһлы булыуҙан) Аллаһтың язаһынан ҡурҡмайһығыҙмы ни һуң? – тине.
24. Ҡәүеменең инҡарсы етәкселәре (халыҡҡа) әйтте:
— Был бары тик һеҙҙең кеүек бер кеше генә. Ул һеҙҙән өҫтөн хаким булырға теләй. Аллаһ беҙгә пәйғәмбәр күндерергә теләһә, һис шикһеҙ, фәрештәләрен ебәргән булыр ине. Беҙҙән элек йәшәп киткән ата-бабаларыбыҙҙан был турала һис бер нәмә ишетмәнек, — тинеләр. (25) — Был бары тик аҡылынан яҙған кеше булырға тейеш. Шулай булғас, (уның тилелек шауҡымы уҙып киткәнен) сабыр итеп көтәйек.
26. Нух әйтте:
— Йә, Раббым, мине ялғансыға сығарғандарға ҡаршы (көрәшергә) ярҙам ит, зинһар, — тине.
27. Шунан һуң Беҙ уға уахи юлланыҡ:
— Күҙәтеүебеҙ аҫтында, ҡушҡаныбыҙса кәмә яһа. Әмеребеҙ килеп, ҡайнап, һыуҙар арта башлағас, һәр енестән берәй пар йәнлеләр ал; үҙҙәренә хөкөм сығарылғандарҙан тыш, ғәйләңде ал. Кәфер итеүселәр өсөн Миңә ялбарма. Уларҙың барыһы ла батып үләсәк.
(Күп кенә тәфсирҙәрҙә ниндәйҙер мейестең ҡайнауы, һыуҙарҙың арта башлауы тураһында яҙыла. Ләкин ҡайһы бер яҙыусылар мейес тураһында һис бер һүҙ әйтмәй. Бары тик һыуҙарҙың ташыуы тураһында ғына яҙалар. Т. Кочигитпта: әмеребеҙ килеп, һыуҙар ҡайнай башлағас, тип әйтелгән. X. Ҡараманда: әмеребеҙ килеп, һыуҙар артып таша башлағас, тип әйтелгән. И. Крачковскийҙа: придет Наше повеление и закипит печь. X. Чантайҙа: әмеребеҙ килеп тә мейес ҡайнай башлағас, тип әйтелгән. Ш. Ноғманиҙа: мейестә һыу ҡайнаһа, тип әйтелгән.)
28. Яҡындарың менән кәмәгә яҡшылап урынлашҡандан һуң әйтерһең:
— Аллаға шөкөр, беҙҙе залимдарҙан ҡотҡарған Аллаһ Тәғәләгә маҡтауҙар булһын! – тип әйтерһең. (29) Унан һуң тағын әйт:
- Раббым, мине (кәмәнән) бәрәкәтле бер ергә төшөрһәң ине. Һин урынлаштырыусыларҙың иң хәйерлеһе, — тип әйт.
30. Шик юҡтыр, бында (Нух ваҡиғаһында) бик күп ғибрәттәр бар. Ысынлап та, Беҙ шулай һынап ҡарайбыҙ. (31) Һуңынан улар урынына башҡа бер ҡәүемде (Ғәд менән Сәмүд халыҡтарын) килтерҙек. (32) Уларҙың үҙ араларынан һайланған берәүҙе (Һудты) пәйғәмбәр итеп күндерҙек; ул (үҙ халҡына):
— Аллаһҡа буйһоноп, ғибәҙәт ҡылығыҙ. Һеҙҙең Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кемегеҙ юҡ. Әле һаман Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡмайһығыҙмы? — тине. — Ни өсөн һаҡланмайһығыҙ?
33. Уның халҡы араһындағы кәферҙәрҙең түрәләре донъя тормошонда мул ниғмәт эсендә йәшәһәләр ҙә, Әхирәтте инҡар итеүселәр ине. Улар әйтте:
- Был беҙҙең кеүек үк бер кеше. Беҙ ашағанды ашай, беҙ эскәндәрҙе эсә, - тинеләр. (34) - Әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙ кеүек үк кешегә эйәрһәгеҙ, бәхетһеҙ буласаҡһығыҙ. (35) Ул һеҙгә үлеп, тупраҡ булғанығыҙҙан һуң, серек һөйәк өйөмөнә әүерелеп бөткәстен дә, һис шикһеҙ, терелеп (ҡәберҙән) ҡубарыласағығыҙҙы вәғәҙә итә. (36) Ул вәғәҙә итә торған нимәләр бик йыраҡ әле (булырҙай эш түгел ул). (37) Тормошта йәшәү бары тик ошо донъяла ғына. Йәшәйбеҙ ҙә үләсәкбеҙ. Берәү ҙә яңынан терелмәйәсәк, (38) Аллаһы тураһында ул гел ялған ғына һөйләп йөрөй торған кеше. Беҙ уға ышанмайбыҙ.
39. Пәйғәмбәр:
— Раббым, — тине. — Мине ялғансыға сығарғанлдарға ҡаршы (көрәшергә) ярҙам ит, зинһар. (40) Аллаһ әмер итте:
— Оҙаҡламай улар үкенеүселәрҙән булырҙар, — тине.
41. Ысынлап та, ҡурҡыныс, әммә ғәҙел бер ауаз уларҙы ҡасып ҡотола алмаҫлыҡ ҡаты итеп тотто. Һәм Беҙ уларҙы, ҡоро сүп үләне кеүек, өйөрмә менән алып киттек. Залимдарҙың йәндәре йәһәннәмгә эләкһен. (42) Һуңынан улар урынына башҡа ҡәүемдәрҙе бар иттек. (43) Һис бер өммәт (үҙенә Аллаһ тарафынан билгеләнгән) уаҡытын (әжәлен) ашыҡтыра алмаған кеүек, уны кисектерә лә алмаҫ. (44) Беҙ бер-бер артлы пәйғәмбәрҙәр күндерҙек. Пәйғәмбәрҙәр килгән һайын, улар (мөшриктәр, кәферҙәр) пәйғәмбәрҙәрҙе ялғансыға сығара барҙылар. Беҙ ҙә уларҙы (инҡарсыларҙы) берһе артынан икенсеһен юҡ итә барҙыҡ. Һәм, (башҡаларға) ғибрәт булһын тип, уларҙы хикәйәттәребеҙгә керттек. Иман китермәгәндәрҙең йәне — йәһәннәмдә.
45. Унан һуң аяттарыбыҙ һәм ап-асыҡ дәлилдәребеҙ менән Муса һәм уның ҡәрҙәше Һарунды Фирғәүенгә һәм уның ярандарына (дәрәжәле кешеләренә) күндерҙек. (46) Ләкин улар (Фирғәүен ҡәүеме) тәкәббер һәм маһайған халыҡ булып сыҡты. (47) Улар әйтте:
— Беҙгә буйһонған халыҡ араһынан сыҡҡан, беҙҙең кеүек үк ошо ике кешегә эйәрергә тейешме беҙ?
48. Шулай итеп, уларҙы ялғансыға сығарҙылар, һәм шуның арҡаһында һәләк булдылар ҙа. (49) Дөрөҫө шул, бәлки, улар тура юлдан китерҙәр тип, Мусаға Китап бирҙек.
50. Мәрйәмдең улы (Ғайсаны), уның әсәһен (ҡөҙрәтебеҙ менән) аятта үрнәк ҡылдыҡ. Уларҙы уңайлы урынға, шишмәле ҡалҡыулыҡҡа урынлаштырҙыҡ..
51. Әй, пәйғәмбәрҙәрем! Паҡ-хәләл ризыҡтар ғына ашағыҙ. Изгелек ҡылығыҙ. Һеҙ ҡылғандарҙың барыһын да Мин дөрөҫө менән белеп торам.
52. Шик юҡтыр, һеҙҙең динегеҙ — берҙән-бер хаҡ дин. Мин һеҙҙең Раббығыҙ булам. Минең язамдан ҡурҡығыҙ. (53) Аяныс, кешеләр үҙ-ара боҙолошоп, (дин) эштәрен айырым-айырым киҫәктәргә бүлгеләп бөтөрҙөләр. Һәр фирҡә үҙ (дин)ен маҡтап, уны ғына хаҡ (дин), тип шатлана. (54) Хәҙер инде һин мәғлүм бер уаҡытҡа саҡлы уларҙы аҙашҡан хәлдә, үз юлдарында ҡалдырып кит. (55, 56) Үҙҙәренә муллыҡ һәм күп улдар биргәс, улар: (Аллаһ) беҙгә яҡшылыҡ эшләргә ашҡынып тора икән, тип уйлайҙар, ахырыһы. Юҡ шул! Улар (эштең асылын) аңлап бөтөрмәй.
57. Хаҡтыр, Раббыны бөйөк күреп, (гөнаһ ҡылыуҙан) ҡурҡып, ғибәҙәт ҡылыусылар бына кемдәр: (58) Улар Раббының аяттарына ныҡлы иман килтергәндәр, (59) Улар Раббыға тиң, тип башҡа заттарға табынмағандар, (60) Улар Раббы янына ҡайтарыласаҡтарын белеп, ҡурҡып, бирәсәктәрен (бурыс-әжәт, хәйер, саҙаҡа, зәкәтте) ихлас күңелдән ҡайтарғандар, (61) ярыша-ярыша (бер-берһен уҙҙырырға тырышып) изгелек ҡылыусылар. (Әжер-сауап алғанда) улар иң алғы сафта булыр.
62. Беҙ һис бер кемгә көсө етмәҫлек эш йөкләмәйбеҙ. Яныбыҙҙа дөрөҫлөктө бәйән ҡылыусы бер китап (Ләүхел Мәхфүз) бар, Улар хаҡһыҙға рәнйетелмәҫ. (63) Юҡ, улар (инҡарсылар) былар тураһында хәбәрҙар түгел, һәм бынан башҡа ла улар ҡылған гөнаһтар байтаҡ. Әле ҡылаһылары күпме!
64. Байлыҡ-муллыҡ эсендә йәшәүселәрен язаға тотһаҡ, улар шунда уҡ ярҙам һорап ҡысҡыра башлай. (65) Уларға:
— Зарланмағыҙ, һеҙгә беҙҙән ярҙам булмаҫ! — тип әйтербеҙ. (66, 67) — Ҡаршығыҙҙа аяттарыбыҙҙы уҡыған саҡта, һеҙ танауығыҙҙы сөйөп, арҡа ҡуйып китә инегеҙ. Йыйылышып, кистәр буйы (Ҡөръәнде) мыҫҡыл юҡты һөйләй инегеҙ. (68) Хаҡ һүҙ (Ҡөръән) тураһында яҡшылап уйлап ҡараманылар. Әллә һуң уларҙың ата-бабаларына килмәгән берәй нимә (китап, йәки пәйғәмбәр, йәки Аллаһтың ғазабынан ҡотолоу) ингәнме? (69) Йәки үҙ пәйғәмбәрҙәрен башта уҡ белмәйҙәр инеме ни? (Беләләр ине.) Шулай ҙа уны (Аллаһтың илсеһе икәнен) инҡар иттеләр. (70) Улар Рәсүлемде: гәрсә ул Хәҡиҡәтте (Ҡөръәнде) килтерһә лә: ул енләнгән, тинеләр. Ләкин ул Хәҡиҡәт күбеһенең күңеленә хуш килмәне. (71) Әгәр ҙә Хәҡиҡәт уларҙың күңеленә хуш килә торған булһа, күктәр, Ер һәм шундағы кешеләр, һис шикһеҙ, ғарасатҡа дусар булыр ине. Беҙ уларға (Ҡөръән сифатында) бары тик шан-шәрәфтәр (иҫкә төшөрөү) килтерҙек, ләкин улар шунан ваз кисте.
72. (Эй, Мөхәммәд) әллә һин уларҙан берәй бүләк өмөт итәһеңме? Раббың бирәсәк бүләк унан да хәйерлерәк буласаҡ. Раббың бүләкләүселәрҙең иң йомарты. (73) Хаҡтыр, һин уларҙы тура юлға саҡыраһың. (74) Әхирәт көнөнең киләсәгенә инанмағандар тура юлдан яҙғандар булыр.
75. Уларҙы ҡыҙғанып, өҫтәренә килгән бәләләрҙе алһаҡ, улар күҙҙәре күрмәҫ дәрәжәгә етеп, барыбер элеккеге аҙғынлыҡтарын дауам иткән булырҙар ине. (76) Хаҡтыр, Беҙ уларҙы (аслыҡ менән) язаланыҡ, шунан һуң да улар Раббыға буйһонманы, (ярлыҡау һорап) Уға ялбарманылар. (77) Язалар менән тулы һәм дәһшәтле бер ҡапҡаны асҡандан һуң, уларҙың нисек шашып, өмөтһөҙлөккә төшкәндәрен күрһәң ине.
78. Аллаһ һеҙгә ҡолаҡтар, күҙҙәр, күңел тойғолары бирҙе. Ләкин, ни өсөндер, һеҙ әҙ шөкөр итәһегеҙ.
79. Һеҙҙе яралтҡан да, Ер өҫтөнә таратҡан да - Аллаһ. Һуңынан Уның хозурында тупланасаҡһығыҙ. (80) Йән өргән дә - Ул, йән алған да - Ул. Төн менән көндө алмаштырыу эше лә Уның хөкөмөндә. Шуны аңлар өсөн (аңлағас, иман килтерер өсөн әле һаман) аҡылығыҙға алмайһығыҙмы ни? (81) Шуға ла ҡарамаҫтан, улар боронғолар һөйләгәнде ҡабатлай. (82) Улар:
- Үлеп, тупраҡ булғас, һөйәк өйөмөнә әүерелгәс, ысындан да, беҙ яңынан терелербеҙме? (Беҙ быңа ышанмайбыҙ), —тип әйтәләр. (83) Ысындан да, беҙгә боронғо ата-бабаларыбыҙға ла шуны (үлгәндән һуң терелеүҙе) вәғәҙә иткәндәр ине инде. Ләкин (берһенең дә терелгәне юҡ) был (вәғәҙәләр) иҫкенән ҡалған әкиәттәр генә. Башҡа түгел.
84. — Күп белһәгеҙ, әйтегеҙ: был донъяға һәм шундағы барса әйбергә кем хужа? - тип һора һин уларҙан. (85) Улар, һис шикһеҙ:
— Аллаһ! — тип әйтәсәк.
— Шулай булғас, ни өсөн уйлап ҡарамайһығыҙ (ни өсөн иман килтермәйһегеҙ)? – тип әйт. (86) - Ете ҡат күктәрҙең һәм бөйөк Ғәрештең Раббыһы кем? —тип һора һин уларҙан. (87)
- Аллаһ! -тпн әйтерҙәр.
- Шулай булғас, һеҙ Аллаһтың язаһынан ни өсөн ҡурҡмайһығыҙ? (гөнаһтарҙан һаҡланмайһығыҙ!) – тип әйт. (88) - Улай
бик күп белһәгеҙ, әйтегеҙ: барлыҡ мөлкәтте кем үҙ ихтыярында тота? Һәр нәмәне һаҡлап-ҡотҡарыусы, әммә Үҙе быға мохтаж булмаған ул кем? — тип һора һин уларҙан. (89)
— Аллаһ! — дип әйтерҙәр.
— Улайһа, ни эшләп һеҙ яңғылышып, вәсүәсәгә биреләһегеҙ? — тип әйт.
90. Беҙ уларға Хәҡиҡәт индерҙек, улар уны ялғанға сығарҙы. 91. Аллаһ бер ниндәй ҙә баланың атаһы булманы. Уға тиң башҡа бер Илаһ та юҡ. Әгәр булһа, һәр Илаһ үҙе яралтҡан малды һәм идараны үҙ ҡулына алыр ине һәм, мотлаҡ, улар бер-берһен еңгән булыр ине. Аллаһ улар (мөшриктәр) табынғандарҙан өҫтөн. 92. Аллаһ йәшеренгәнде лә, асығын да белеүсе. Ул мөшриктәр уйлап сығарғандарҙан (яһалма Илаһтарҙан) бөйөк. 93. (Ий, Мөхәммәд) әйт һин:
— Йә, Раббым, уларға вәғәҙә иткән ғазаптарыңды миңә лә күрһәтһәң ине. (94) Раббым, зинһар, мине залимдар араһына ҡуйма, — тип. 95. Әлбиттә, Беҙ уларға вәғәҙә иткәндәребеҙҙе һиңә ла күрһәтә алабыҙ. (96) Һин (улар ҡылған) яманлыҡтарҙан яҡшы ғәмәлдәрең менән һаҡлан. Беҙ уларҙың (һиңә) нимә һылтағандарын бик яҡшы белеп торабыҙ. (97) Әйт һин:
— Раббым, шайтандарҙың ҡотҡоһонан Һиңә һыйынам, — тип. — (98) Улар яныма килә башлаһа ла, Һиңә һыйынам, — тип әйт. (99) Ниһайәт, уларҙың берәйһен әжәл тотһа, әйтер:
— Раббым, мине донъяға кире ҡайтар; (100) эшләй алмай ҡалған изгелектәрҙе башҡарасаҡмын, — тип ҡабат-ҡабат ялбарыр. Юҡ! Был уның ауыҙынан сыҡҡан буш һүҙ генә. Ҡиәмәткә саҡлы уларҙы терелтмәйенсә тота торған бәрзәх (ҡорма) бар.
101. Сур борғоһона өрөлгәс (Ҡиәмәт килеп еткәс), улар араһында туғанлыҡ ептәре ҡалмаҫ, (ярҙам итер өсөн) һораштыра-һораштыра бер-берһен эҙләмәҫтәр. (102) (Сауап) бизмәне ауыр тартҡан кеше Сәғәдәткә ирешкән булыр. (103) Бизмәне еңел тартҡан кеше үҙенә ҡот осҡос зыян эшләгән кеше булыр, улар мәңгегә йәһәннәмдә ҡаласаҡ. (104) Уларҙың сырайҙарын ялҡын сорнар, уларҙың йөҙө имәнгес булыр. 105. Аяттарыбыҙҙы уҡығанда, һеҙ уларҙы ялғанға сығарманығыҙмы?
106. Әйтерҙәр:
— Раббығыҙ, (нәфсебеҙҙе тыя алмайынса) бәхетһеҙлегебеҙ өҫкә сыҡты, беҙ юлдан яҙғандар өйөрөнә әүерелдек, - тип әйтерҙәр.
107. — Раббыбыҙ, беҙҙе бынан сығар. Әгәр беҙ тағын (ҡылған әшәкелектәребеҙҙе) дауам итһәк, бына шунда инде беҙ, ысындан да, залимдар булырбыҙ.
108. Уларға әйтелер:
— Рисуай килеш шунда ҡала бирегеҙ. Минең менән һөйләшергә баҙнат итмәгеҙ.
109. Кешеләрем араһында шундайҙары ла бар ине:
— Раббыбыҙ, беҙ иман килтерҙек; шулай булғас, Һин беҙҙе ғәфү ит, беҙҙе ҡыҙған. Һин мәрхәмәтлеләрҙең дә мәрхәмәтлеһе, — тинеләр.
110. — Бына һеҙ уларҙы мәсхәрә иттегеҙ; (шул мәсхәрәләүҙәрегеҙ менән артыҡ мауығып, һеҙ) Мине оноттоғоҙ, һеҙ уларҙы мыҫҡыллап көлә инегеҙ. (111) Бөгөн Мин уларҙы (шул мыҫҡылдарға түҙеп торған) сабырлыҡтарына күрә, бүләкләйем дә. Шик юҡ, улар — мораҙҙарына ирешкән бәхетле кешеләрҙер.
112. (Аллаһ инҡарсыларҙан):
— Ерҙә һеҙ нисә йыл торҙоғоҙ? — тип һорар.
113. Улар:
— Бер көн йәки көндөң бер нисә сәғәтен торҙоҡ. Һанап барғандарҙан (фәрештәләрҙән) һора, — тип әйтер.
114. (Аллаһ уларға) әйтер:
— Бик әҙ торҙоғоҙ. Әгәр белһәгеҙ!
115. — Былай ғына, эше булмағандан эш булһын, тип кенә беҙҙе яралтты һәм, ысынлап та, ул беҙҙе үҙ хозурына ҡайтармаҫ, — тип өмөтләнәһегеҙме?
116. Мотлаҡ хаким булған Хаҡ Тәғәлә — бөйөк. Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ул — бөйөк Ғәрештең хужаһы.
117. Кем дә кем, һис бер иҫбаты булмаған килеш, Аллаһҡа тиң башҡа берәй (уйҙырма) Илаһҡа табынһа, уның хисабы (язаһы) бары тик Аллаһ ихтыярындаҙыр. Хәҡиҡәт шулдыр, кәферҙәр Сәғәдәткә ирешә алмаҫ (ҡурҡҡандарынан ҡотолмаҫтар, өмөт иткәндәренә ирешмәҫтәр).
118. (Ий, Мөхәммәд) әйт:
- Йә, Раббым, (мосолмандарҙы) ярлыҡа, уларға мәрхәмәтле бул. Миһырбанлыларҙың иң хәйерлеһе — Һин, — тигән.
24 - Нур (Нур) сүрәһе
(Нур сүрәһе 64 аяттан тора. Мәҙинә-и Мөнәүүәрәлә ингән. 35 нсе аятта күктәрҙе, Ер йөҙөн яҡтыртыусы Аллаһтың нуры тураһында һөйләнгәнгә күрә, сүрәнең исеме лә «Нур» тип атала.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. (Был сүрәне) индерҙек һәм фарыз иттек — был шундай (ғәйәт етди) сүрә. Шунда ап-асыҡ аяттарҙы индерҙек. Бәлки, уйлай торғас, ғибрәт алырһығыҙ!
2. Зина ҡылған ҡатын менән иргә йөҙ тапҡыр таяҡ һуғығыҙ. Әгәр Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә инанған булһағыҙ, (Аллаһтың дине ҡушҡандарын үтәүсе булһағыҙ) уларҙы ҡыҙғанмағыҙ. Уларҙы язалағанда (бер нисә) мөьминдең шаһит булып тороуы шарт.
(«Ибн Ғәббәс (разый Аллаһү ғанһү)гә күрә, был шаһиттар дүрт кешенән алып, ҡырҡҡа саҡлы булырға мөмкин. Зина — хаттин ашыу, Аллаһ тарафынан ҡуйылған сиктәрҙе (хәтте) боҙоу иң ҙур гөнаһтарҙан һанала. Аяттағы яза никахлы булмаған, өйләнмәгән егет менән ҡыҙға бирелә. Әгәр ҙә никахлы булып та, башҡалар менән зина ҡылғандарға рәжем язаһы бирелә. Йәғни, таш менән бәреп үлтереү».Хәсән Чантай тәфсиренән.)
3. Зинасы ир зинасы ҡатынға йәки мөшрик булған ҡатынға ғына өйләнергә хаҡлы. Зинасы ҡатын да зинасы йәки мөшрик ирҙән башҡаға кейәүгә бармаҫ. Мөьминдәрҙең зинасылар менән (өйләнеүе, енси) мөнәсәбәттәргә кереүе харам һаналыр. (4) Намыҫлы һәм саф ҡатындарға (зина ҡылды тип) нахак һүҙ әйткән кешеләр дүрт шаһит килтерә алмаһа, һәр береһе һикһән тапҡыр ҡамсы менән һуғылыр. Бынан һуң уларҙан бер ҡасан да шаһитлыҡ һоралмаҫ. Улар фәсиҡтәрҙең да фәсиғе — боҙоҡ әҙәмдәрҙер. (5) Әгәр һуңынан (ғәйбәт һөйләгәндәренә үкенеп) тәүбә итһәләр, төҙәлһәләр: хаҡтыр, Аллаһ — ярлыҡаусы һәм бик тә миһырбанлы. (6) Кем дә кем үҙ ҡатынына нахаҡ яла яға икән, үҙенән башҡа шаһиттары булмаһа, һөйләгән һүҙҙәренең дөрөҫ икәнлегенә Аллаһ исеме менән дүрт тапҡыр ант итһә, шаһитлығы ҡабул ителер. (7) Бишенсе тапҡыр ант иткәндә әгәр ул ялғанлаһа:
Аллаһтың ләғнәтен үҙ өҫтөнә саҡырыр. (8) Әгәр ҙә ҡатын дүрт тапҡыр Аллаһ исеме менән:
— Валлаһи, ирем ялғанлай, — тип ант итһә, язанан ҡотолор. (9) Бишенсе тапҡырында ул: әгәр ирем хаҡ һөйләһә, Аллаһтың ләғнәтен, — үҙенә саҡырыр.
10. Әгәр ҙә Аллаһтың рәхмәте киң булмаһа, үкенеүҙәрҙе, тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе берҙән-бер хөкөм һәм хикмәттәр эйәһе Аллаһ булмаһа... (хәлкәйҙәрегеҙ бик тә мөшкөл булыр ине). (11) Ул уйҙырма хәбәрҙе (нахаҡ һүҙҙе) һөйләгәндәр арағызҙҙан бер төркөм кеше ине. Уны (ялған һүҙҙе) һеҙ күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ. Киреһенсә, ул һеҙҙең өсөн файҙаға ғына булыр. Уларҙың һәр береһенә кәрәгенсә (гөнаһына күрә яза) бар. Уларҙың иң гөнаһлыһы иң хәтәр яза алыр.
(«Бер яу сәфәрендә Хәҙрәти Мөхәммәдтең ҡатыны хәҙрәти Ғәйшә лә ҡатнаша. Һуғыштан кире ҡайтҡанда хәҙрәти Ғәйшә булмай. Ул мәшғүл булған бер ерҙә ҡиммәтле муйынсағын төшөрөп ҡалдыра, ул шуны эҙләп киткән була. Ләкин һуғыштан ҡайтыусылар хәҙрәти Ғәйшәне дөйә өҫтөнә ҡоролған, өҫтө ҡаплаулы хәнәкә эсендә ултыраҙыр, тип ҡуҙғалып китәләр. Ғәскәр артынан күҙәтеүсе вазифаһы булған берәү яңғыҙ ҡалған Ғәйшәне алып, ғәскәрҙе ҡыуып етә. Ғәскәрҙәге Ғабдулла бин Убәй исемле бер монафиҡтың, һүҙҙәренә ышанып, бер нисә кеше Ғәйшә тураһында ялған хәбәр тарата; имештер, ул ҡатын иренә хыянат итер өсөн айырылып ҡалған». Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.)
12. Был яланы ишеткәндән һуң һеҙ, (Аллаһҡа) инанған ирҙәр, мөслимә ҡатын-ҡыҙҙар, ни өсөн күңелегеҙҙә яҡшы уй уйламанығыҙ һәм ни өсөн һеҙ:
— Юҡ, был ап-асыҡ бер нахаҡ яла, — тип ҡысҡырманығыҙ? (13) Ни эшләп уларҙан һеҙ дүрт шаһит килтереүҙәрен талап итмәнегеҙ? Шаһит килтерә алмаһалар, улар Аллаһ ҡаршыһында ялғансыға ҡалған булыр ине. (14) Әгәр ҙә донъяла һәм Әхирәттә Аллаһтың һеҙгә ҡарата мәрхәмәте киң булмаһа ине, ғәйбәт һаҙлығына кереп батып, һис шикһеҙ, хәтәр ғазаптар эсендә ҡалған булыр инегеҙ. (15) Сөнки һеҙ был ғәйбәтте телдән төшөрмәйенсә, бер-берегеҙгә һөйләйһегеҙ. (Үҙ күҙегеҙ менән күрмәгән) белмәгән нәмәләрҙе (өҙлөкһөҙ) ҡабатлайһығыҙ һәм был эште шулай кәрәк (ғәҙәти бер хәл, уның гөнаһаһы юҡ) тип уйлайһығыҙ. Гәрсә, Аллаһ ҡатында ул бик ҙур гөнаһ һанала. (16) Ни өсөн һуң уны (ғәйбәтте) ишеткәс тә һеҙ:
- Былай (нахаҡ һүҙ) һөйләү килешә торған эш түгел. «Әстәғфирулла! Етте! Был бик әшәке ғәйбәт бит, — тип әйтмәйһегеҙ! (17) Әгәр ҙә һеҙ иман килтергән кешеләр икәнһегеҙ, бер ҡасан да бының ише эштәрҙе ҡабатламаһындар тип, Аллаһ һеҙҙе киҫәтә (нахаҡ һүҙ һөйләүҙе харам эш итә). (18) Аллаһ аяттарын шулай асыҡ итеп аңлата. Аллаһ — (барыһын да) белеүсе, хөкөм һәм хикмәт эйәһе. (19) Иманлы кешеләр араһында әшәке ғәйбәт таратыуҙан ләззәт ала торғандар донъяла ла, Әхирәттә лә хәтәр язаға мәхкүм буласаҡ. Аллаһ белгәндәрҙе һеҙ белмәйһегеҙ.
20. Аллаһ һеҙгә рәхимле һәм мәрхәмәтле булмаһа, Аллаһ һеҙгә бик тә рәхмәтле һәм ярлыҡаусы булмаһа... (һеҙҙең хәлкәйҙәрегеҙ бик тә мөшкөл булыр ине). Аллаһ, ысындан да, шәфғәтле һәм рәхимле.
21. Әй, иман килтергән кешеләр, шайтанға эйәрмәгеҙ. Шайтан үҙенә эйәргән кешегә, һис шикһеҙ, ярамаған ғәмәлдәр һәм яманлыҡ эшләргә ҡоторта. Аллаһ һеҙгә рәхимле һәм мәрхәмәтле булмаһа, һеҙҙең берегеҙ ҙә мәңге лә паҡлыҡҡа ирешә алмаған булыр ине. Бары тик Аллаһ ҡына Үҙе ихтыяр иткән кешеһен паҡлыҡҡа сығарыр. Аллаһ барыһын да ишетеп, белеп тороусы.
22. Муллыҡта йәшәүсе, саф мосолман кешеһе туғандарына, ярлыларға, Аллаһ юлында һижрәт иткәндәргә ярҙамын кәметмәһен, (хаталарын) ғәфү итһен, кисерһен (бынан түбән мин уға ярҙам итмәйем тип) ант итмәһен. Үҙегеҙ ҙә Аллаһ ярлыҡауын бик теләйһегеҙ бит. Ысындан да, Аллаһ — ярлыҡаусы һәм бик тә мәрхәмәтле.
(«Хәҙрәти Ғәйшә зина ҡылды, тип ғәйбәт таратыусылар араһында хәҙрәти Әбү Бәкерҙең тәрбиәһендәге Мыстах исемле бер кеше лә бар ине. Хәҙрәти Әбү Бәкер уның ғәйбәтсе икәнен ишеткәс, Мыстахҡа бынан һуң уға ярҙам итмәйәсәкмен, тип ант итте. Аят шуға йүнәлтелгән».Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.)
23. Зина кеүек эштәрҙән паҡ, әшәкелектән хәбәре булмаған, намыҫлы мөьминәләргә (ғәйбәт) нахаҡ яла яҡыусылар донъяла ла, Әхирәттә лә ләғнәтләнер. Уларға бик тә хәтәр ғазаптар әҙерләнгән. (24) Ул Көндө уларҙың үҙ телдәре, үҙ ҡулдары, үҙ аяҡтары үҙҙәренә ҡаршы сығып, уларҙың (донъяла) нимә ҡылғандары тураһында шаһитлыҡ итәсәк. (25) Ул Көндө Аллаһ уларға тейешле язаларын тулыһы менән бирер, һәм бына шунда инде улар, Аллаһ — Хәҡиҡәттең үҙе икәнен, ниһайәт, аңлаясаҡ.
26. Яман ҡатындар — яман ирҙәргә. Әшәке ирҙәр — әшәке ҡатындарға. Яҡшы ҡатындар - яҡшы ирҙәргә. Саф ирҙәр саф ҡатындарға тейеш. Улар ғәйбәттәрҙән өҫтөн заттар. Уларға ярлыҡау һәм (йәннәттә) татлы ризыҡтар әҙерләнгән.
27. Әй, иманлы кешеләр, үҙ өйөгөҙҙән башҡа кеше өйҙәренә, килгәнегеҙҙе иҫкәртеп, рөхсәт менән генә керегеҙ. Өйҙәгеләргә сәләм бирмәйенсә кермәгеҙ. Был үҙегеҙ өсөн хәйерле ғәмәлдер. Һәр хәлдә был турала уйлап ғибрәт алырһығыҙ. (28) Өйҙә кеше булмаһа, рөхсәт бирелгәнсе кермәгеҙ. Әгәр һеҙгә:
— Китегеҙ, — тип әйтелһә, шунда уҡ китегеҙ. Был һеҙҙең өсөн бик тә мөһим әҙәп тәртибе. Аллаһ ҡылғандарығыҙҙы белеп тора. (29) Ташландыҡ өйгә кереп, кәрәгегеҙҙе алаһығыҙ икән, бында һеҙ ғәйепле түгел. Аллаһ һеҙҙең йәшермәйенсә ҡылғандарығыҙҙы ла, йәшергәндәрегеҙҙе лә белеп тора.
30. (Эй, Мөхәммәд) мөьмин ирҙәргә (харамға) күҙ һалырға ярамағанды, (енси вәсүәсәгә, аҙғынлыҡҡа бирелмәйенсә) намыҫ паҡлығын һаҡларга кәрәклеге тураһында һөйлә. Шулай эшләү уларҙың үҙҙәре өсөн әҙәпле бер ғәмәл булыр. Шик юҡ, Аллаһ улар ҡылғандарҙың барыһынан да хәбәрҙар.
31. Мөьминә ҡатын-ҡыҙҙарға ла һөйлә: (ярамағандарға ҡарауҙан) тыйылһындар; намыҫ һәм ғиффәттәрен һаҡлаһындар. Күрһәтергә ярағандарҙан (йөҙ менән ҡулдарҙан) башҡа зиннәттәрен күрһәтмәһендәр.
(«Зиннәт» тигән һүҙҙең эсендә күп мәғәнәләр ята. Биҙәнеү әйберҙәре лә, сөрмә тартыу, тырнаҡтарға ҡына һөртөү ҙә, муйын да, күкрәктәр ҙә, бармаҡтарҙан юғары беләктәр ҙә, итәктәрҙән юғары балтырҙар ҙа һәм, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғи гүзәллеге лә — зиннәт. Быларҙың барыһы ла ирҙәрҙең дәртен, енси теләген ҡоторта. Шуға күрә, ҡатын-ҡыҙ үҙенең матурлығын, зиннәтен асмаҫҡа, ирҙәрҙе вәсүәсәгә һалмаҫҡа тейеш».Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.)
Баш яулыҡтары муйындарын, яҡаларын, күкрәктәрен ҡаплап торһон. Зиннәт урындарын үҙ ирҙәренән, үҙ аталарынан, үҙ ирҙәренең аталарынан, үҙ улдарынан, үҙ ирҙәренең (башҡа ҡатынынан тыуған) улдарынан, үҙ ир туғаңдарынан, үҙ туғандарының улдарынан, ҡыҙ ҡәрҙәштәренең улдарынан, үҙенең (хеҙмәтсе) уң ҡулдары биләгәндәрҙән, үҙҙәренең ҡолдарынан, енси ихтыяжы булмаған ир хеҙмәтселәрҙән, ҡатындарҙың йәшерен ерҙәренә иғтибар итмәгән балаларҙан башҡа кешеләргә ҡатын-ҡыҙ зиннәтле урындарын күрһәтмәҫкә, асмаҫҡа тейеш. Йәшерелгән зиннәттәре беленһен, күренһен тип, (ирҙәрҙең иғтибарын тартырҙай итеп) ҡаты баҫмаһындар. Әй, мөьминәләр, барығыҙ ҙа Аллаһ алдында тәүбә итегеҙ. Ҡурҡыныстарҙан ҡотолоп, мораҙығыҙға (йәннәткә) ирешерһегеҙ.
Достарыңызбен бөлісу: |