Зәйнәб Биишева Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



жүктеу 4.44 Mb.
бет21/21
Дата04.07.2016
өлшемі4.44 Mb.
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   21

Йыр fзиндандан ишетелә)

Шат күңелем моңайҙы,

Ал йөҙөм һарғайҙы,

Кем мине ҡотҡарыр,

Кем емерер һарайҙы?!

Юха (ҡосағын йәйеп)

Йә, кил инде, егет, үбәйем.

Көйгәнеңде бер күрәйем.

Ни теләйһең?

Йә, әйт, әгәр ҡушһаң Ошо ерҙә ятып үләйем...

Б ө р к ө т

Саңҡ!.. Саңҡ!..

Мәкеренә ҡабып ҡуйма Юха йыландың!



Сәсән

Иҫеңдәме, һин элек тә Шулай алдандың!



332


Кинйәбай

Һиҫкәнеп, Юха тылсымынан ҡотола. Ғәйрәтләнеп ҡылысын ала. Тылсымлы ҡурай моңо тағы ла көслөрәк яңғырай башлай. Ул моң ни хәтле көсәйһә, Юха шул хәтле хәлһеҙләнә бара.

Етте, Юха. Мин таныйым һине.

Уйын бөттө. Ташла, ҡыланма!

Аңлайһыңдыр, ябай егет түгел,

Кинйә баҫып тора алдында.

Юха


Ниндәй Кинйә? Кем ул?

Кинйәбай Асылыңа ҡайт.

Ҡыҙ төҫөңдө ташла. Ҡыланма.

Ҡыҙҙар менән көрәшеү яйһыҙ миңә...

Тиҙ бул! Ваҡытымды күп алма.

Юха

Ни һөйләйһең, егет?



Мин — ҡыҙ кеше.

Батша ҡыҙы — Гөлйыһан...



Кинйәбай

Беләм. Үтә күреп торам һине.

Йөрәгеңдә ҡайнай мең йылан!

Юха


Нимә һөйләй тиле?

Алабай Һаташа ул!

Юха


Аңра икән. Бер ни аңламай.

Э мин уға өҙөлөп ғашиҡ булдым...

Һөйәм, тинем... Ә ул тыңламай...

333




Кинйәбай

Иҫеңдәлер, минең әсәйемде Нин ҡоллоҡҡа алып киткәйнең...

Ҡайҙа ҡуйҙың уны? Ҡайҙа?

Йә, әйт. Көйлә!

Юха

Атаҡ, атаҡ,



Нимә ти ул, иҫәр...

К о р о б а й

Күренеп тора, төптө аҡылһыҙ.

Юха


Былай булғас, батыр булһа ла,

Ҡартайыр был ҡыҙһыҙ-ҡатынһыҙ... Ки-һи...



334


Кинйәбай

Ярай, түҙем бөттө. Ялынмайым.

Үҙ ҡиәфәтеңә ҡайтарам!

Төрлө ҡиәфәткә йәшеренеп,

Алдай алмаҫһың һин ҡайтанан.

Тылсымлы ҡурайҙа уйнап ебәрә. Иҫ киткес гүзәл моң тарала. Шул моң аҫтында Юха, бөгөлә-һығыла ғазапланып, үҙ ҡиәфәтенә ҡайта. Кинйәбай, ҡылысын юғары күтәреп, уның алдына баҫа.

Кинйәбай

Бына шулай күптән һинең Үҙ йөҙөңдө күргем килә ине.

Ах, ерәнес, һине ошо хәлдә Бөтә халыҡ белһә, күрһә ине.

Инде мин шат. Күңелем шиктән азат. Икеләнмәй хәҙер һуғышам.



Бер һикереүҙә ҡара таш янына барып баҫа. Ҡәһәрләнеп уға ҡылыс менән саба. Ҡара таш, ярылып, селпәрәмә килә. Уның урынында, айҙай балҡып, Гөлзифа баҫып тора.

Гөлзифа Кинйә, йәнем, һинме?!

Кинйәбай Гөлзифам да тере?!

Гөлзифа^ ярһып )

Үле инем — тере үлек инем, һине күргәс, ысын теремен!



Кинйәбай

Эйе, эйе, һылыу, һин ирекле!

Азат ҡыҙы азат еремдең.

Ҡыуаныу, һөйөшөү, дөйөм тантана.

335


Сәсән

Бөттө ялған, бөттө хәйлә.

Бөттө яуызлыҡ, нужа.

Ергә, һыуға, һүҙгә, йырға Тик кеше, кеше хужа!

Ҡара көс еңелде,

Яҡтырҙы күңелдәр.



Халыҡ

Ғәҙеллек ҡояшы Нур һибә күгемдә.



Ишбикә

Тау-таш, урмандар үтеп,

Ҡош етмәҫ ергә етеп,

Беҙҙе ҡотҡарып алған Ыласын егет кем икән?



Гөлзифа

Батырҙарҙың батыры,

Матурҙарҙың матуры,

Ғәҙелдәрҙең ғәҙеле,

Кинйәбайым, һин икән!

Сәсән

Ҡара көс еңелде.

Яҡтырҙы күңелдәр,

Ал ҡояш мәңгегә Яуланы күңелде,

Йәмләне күгемде!

Кинйәбай, ҡыуанысы күкрәгенә һыймай, яҡындағы бер түбәләскә менеп баҫа. Ҡурайҙы баш осона күтәрә.

Кинйәбай

Эй туғандар, беҙҙә тылсымлы көс!

Юха тәхете шуға ҡоланы.

Бөтә мәкер, вәхшәттәрҙе еңде



336




Кеше булып ҡалыу йолаһы.

Серле ҡурай, йырлы, моңло ҡурай! Ер-әсәнең изге бүләге.

Ул бар саҡта, кеше ҡоштай азат. Ҡояштай шат, яҡты йөрәге.

Ант итәйек, дуҫтар, изге моңдо һаҡларға, тип, мәңге саф, таҙа. Антты боҙһаҡ, изге Ер-әсәбеҙ Ләғнәтләһен үҙе! Бирһен яза!



Халыҡ

Ант итәбеҙ, ант итәбеҙ, изге моңдо Һаҡларға, тип, мәңге саф, таҙа! Антты боҙһаҡ, изге Ер-әсәбеҙ Ләғнәтләһен үҙе, бирһен яза!



Кинйәбай ҡурай уйнап ебәрә. Уға, әйтерһең, далала үҫкән бөтә ҡурай ҡушыла. Тылсымлы моң даръя булып тулҡына. Ирәмәлтау фонында яҙғы сәскәләрҙән, ҡояш нурҙарынан туҡылған байрам кейемендә Ер-әсә уларҙы хуплап, хөрмәтләп тора. Уның ҡулында

тылсымлы ҡурай.

Шаршау

1957

ЙӨКМӘТКЕҺЕ



Шиғырҙар

Башҡорт теле 3

Йырҙарым .4

Йәшәү — хеҙмәт 4

Йырлайым 5

Йәшәү бәхете 5

Хикәйәттәр

һәнәрсе менән Өйрәнсек 6

Мөхәббәт һәм нәфрәт 34

Повесть

Дуҫ булайыҡ 69

Драматик поэма

Тылсымлы ҡурай 291


Учебное издание

БИИШЕВА Зайнаб Абдулловна БУДЕМ ДРУЗЬЯМИ

(на башкирском языке)

Составитель Шарапов Ишмухамет Ахмадуллович

Редакция мөдире С. М. Рәхимова Мөхәррире 3. М. Ғэлишина Рәссамы И. М. Сәлимгәрәев Биҙәлеш мөхәррире А. Р. Мөхтәруллин Техник мөхәррире З.Ғ. Сыцгыҙова Корректорҙары A. X. Хәкимова, Л. Ф. Шаймарданова



1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   21


©dereksiz.org 2016
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет