5 - 8 кластар өсөн интернет-олимпиада тест һорауҙарына яуаптар
(3 тур 2015йыл)
-
Аҫтына һыҙылған һүҙҙәрҙең башланғыс формаһы нисек, дөрөҫ яуапты билдәләргә:
Һыйырһыңмы яҡын менән сауҙалашҡан?
Уңмайҙыр сауҙагәр күп һатыулашҡан (М. Аҡмулла).
А) сауҙа
А) һатыу
-
Бөгөнгө кеүек хәтеремдә: яҙға ҡарай тартҡайны. Ҡараңғылыҡ үҙенең йомшаҡ, ләкин һәлмәк ҡанаты менән ер өҫтөн әленән-әле нығыраҡ ҡаплай бара. Бына һеҙ йәшәгән ауыл. Ана һеҙ йәшәгән, минең бәхетем ҡунған йорт (Әнүр Вахитов).
Аҫтына һыҙылған һөйләм составы, интонацияһы һәм маҡсаты буйынса ниндәй, яуап яҙығыҙ.( 1 составлы, атама 30йл2мд2р, 16ен2 бер т0рл0 тауыш мен2н 2йтел2)
-
Шул заман ҡапыл үҙемде,
Әйтерһең, йәшен һуҡты:
Ҡыҙ торған ситән артынан
Теребай килеп сыҡты (М. Кәрим).
Күп нөктәләр урынына кәрәкле тыныш билдәһен ҡуйырға.( ике н0кт2)
-
Шиғырҙа ни өсөн йәйәләр ҡулланылған, дөрөҫ яуап яҙырға.
Ҡарайым, ситән артында
Ҡыҙ мине шәйләп тора.
(Бындағы ғәҙәт буйынса,
Көнбағыш сәйнәп тора) (М. Кәрим).( инеш 30йл2м)
-
Туй кисе боларып килде,
Елләнеп, дауылланып,
Пыр туҙа күктә болоттар,
Йәшенләп, яуынланып (М. Кәрим).
Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килгәндәр.( х2л)
6. Үҙенә халыҡтың аҡылын, тәжрибәһен, хикмәтле һүҙҙәрен йыйған, шуны ынйы итеп теҙгән, уны төшөнөр өсөн тел асҡысы талап иткән, күренеште һынлы һүрәтләүҙән һәм тәрән мәғәнәле йомғаҡлауҙан торған жанр нисек атала?(м272л)
7. Көнөн яуа, төнөн яуа,
Аҙна яуа бер тоташтан,
Әйтерһең, күк ҡолаған да,
Һауа менән ер тоташҡан (М. Кәрим). ( антонимдар)
Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр нисек атала?
8. Кешелек тә тап ошолай
Һиҫкәнде һәм
Яуға сыҡты,
Һаҡлар өсөн үҙ балаһын –
Тыныслыҡты (М. Кәрим).
Һыҙыҡ ни өсөн ҡуйылған, дөрөҫ яуап яҙырға.( 30йл2м ки92ге т0ш0п 7ал4ан- 3а7лар 0с0н 7ылымы т0ш0п 7ал4ан)
9. Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килгән?
Бураҙналар буйлап йөрөнө ләйсән,
Дым-шифаһын биреп игенгә,
Ә кешеләр мең-мең рәхмәт әйтә
Ләйсән-яҙҙы биргән был илгә (К. Кинйәбулатова).( тултырыусы)
10. Һөйләмдә ниндәй тыныш билдәләре ҡуйыла: Ҡарлуғас түбән осһа- ямғыр булыр, юғары осһа- аяҙ булыр.
11. Һөйләүсенең тыңлаусыға йәки йәнһеҙ предметтарға, тәбиғәт күренештәренә турана-тура мөрәжәғәтен белдереп, икенсе затҡа ғына ҡараған һөйләмдәрҙә булған һәм үҙенсәлекле айырыу интонацияһы менән әйтелеп, яҙма телмәрҙә тыныш билдәләре менән айырылған һүҙҙәр нисек атала?(0нд2ш 316)
12. Бер көндө апайымдар илай яҙып инәлгәс, миңә ышандырып еҙнәм уларҙы киске уйынға ебәрҙе.
– Күҙ бәйләнгәнсе ҡайтып етегеҙ, мәтри уны! – тип ҡысҡырып ҡалды.
– Апайыңдарға күҙ-ҡолаҡ бул! (М. Кәрим). Һөйләмдәге аҫтына һыҙылған һүҙҙәр нисек атала, дөрөҫ яуап яҙырға.( фразеологик 316б2йл2неш)
13. Муйыллыҡ. Эргәлә генә күҙ йәшеләй таҙа һыулы йылға. Бейек кенә ҡая. Һөҙәк яр. Бирелгән һөйләмдәр составы буйынса ниндәй?( 1 составлы, атама 30йл2мд2р)
14. Мин бит һаман онотманым һине:
Күрше ҡыҙы – зәңгәр кейгән ҡыҙ,
Сиған кеүек, ҡулдарымдан ҡарап,
«Бәхет ҡошоң килер», – тигән ҡыҙ (Әнгәм Атнабаев). Һөйләмдә «зәңгәр» һүҙе ниндәй һүҙ төркөмө функцияһын үтәй?( исем)
15. Бирелгән һөйләмдәр составы буйынса ниндәй?
Төн уртаһы. (1 составлы, атама)
Поэмамды башлап,
Яҙам тәүге ошо һүҙҙәрҙе.(1 составлы, билд2ле эй2ле 30йл2м)
Ҡасан тамамланыр?( 1 составлы, билд23е6 эй2ле 30йл2м)
Нисә тапҡыр
Үткәрермен йоҡоһоҙ төндәрҙе? (Р. Ниғмәти). (1 составлы, билд2ле эй2ле 30йл2м)
16. – Йә инде, Хөсәйен ағай өйҙә юҡ саҡта, һыйыныр мөйөш тапмай, бер яҡты ҡарашҡа, йылы һүҙгә зар-интизар булып, бәләкәй генә башын ҡайҙа тығырға белмәй йөрөгән ошо малайҙы йәлләп, эсем боша, йөрәгем яна торғайны, – ти был (Әнүр Вахитов). Һөйләмдәге аҫтына һыҙылған һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнән килгән?(7ылым)
17. Йырлап алғас, уға еңелерәк булып ҡалды, бына түгеләм тип торған күҙ йәштәре лә ҡайҙалыр ярты юлда туҡтап ҡалды (М. Ямалетдинов).
Аҫтына һыҙылған конструкция һөйләмдең ниндәй киҫәге? ( аны7лаусы)
18. Һөйләмдә мәғәнә яғынан ирреаль характерҙа булған, йәғни тормошта, ысынбарлыҡта булмай торған, фәҡәт теләктәге, хыялдағы эш-хәрәкәтте, хәл-ваҡиғаларҙы ғына белдергән һүҙҙәр теҙмәһе нисек атала, яуап яҙырға.
19. Предмет менән уның билдәһен, эш-хәрәкәт менән уның булыу йәки булмау рәүешен, сәбәбен, ваҡытын, урынын, маҡсатын, дәрәжә-күләмен, шартын белдергән грамматик, лексик-семантик берәмектәр нисек атала?
20. Кешенең уй-фекерен асыҡ, образлы һәм тәьҫирле итеп биреүсе, төҙөлөшө яғынан ойош, телмәргә әҙер килеш алына торған, экспрессив биҙәкле, семантик йөкмәткеле һүҙҙәр теҙмәһе нисек атала, яуап яҙырға.( фразеологик бер2мект2р)
Достарыңызбен бөлісу: |