А. б : Ҡәҙерле тамашасылар. Һеҙгә бәпес күреү, бәпескә исем ҡушыу



Дата30.06.2016
өлшемі57 Kb.
#168328
А.Б : - Ҡәҙерле тамашасылар. Һеҙгә бәпес күреү, бәпескә исем ҡушыу

йолаларын тәғдим итәбеҙ.

(сәхнәлә йәш әсә менән атай ултыра, тәҙрәнән кендек әбей шаҡый, бала һата).

К.Ә.:- Ергә һалдым – ер алмай,

Кәккә сөйҙөм – ҡош алмай,

Эткә һалдым – эт алмай,

Бала һатам, кем ала?

Бала һатам, кем ала?

Атай:-Бала һатһаң, мин алам.

Нимәһе менән һатаһың?

К.Ә:- Ғүмере менән һатам

Бәхете менән һатам.

Атай:-Бала һатһаң миңә һат.

Ғүмере менән бергә һат,

Бәхете менән бергә һат.

Тәүфиғы менән бергә һат.

Туң бирәм уға ҡушып мал бирәм.

(атай баланы алып әсәйгә бирә).

Атай:-Балам бик тыпырсына.

Балыҡтай йөҙәр әле,

Бейеүсе булыр әле,

Дандары сығыр әле.

(әсәй баланы ала).

Әсәй:-Балам, балам бал ғына

Үҫер әле яй ғына

Ризиҡтары менән тыуҙы

Ашаһын гел май ғына.

К.Ә: - Йәгеҙ, балаҡайҙарым, беҙ ҡыҙыбыҙҙы исемһеҙ тотмайыҡ. Исем ҡуштырайыҡ. Атай һин мулланы алып кил. Беҙ ҡыҙыбыҙҙы йыуындырып, кейендереп ҡуяйыҡ. Тиҙҙән ҡунаҡтар ҙа килеп етер.

Бына беҙҙең ҡыҙыбыҙ Яулығының аҡлығы

Атаһының ниһе был? Алтын әйәр ҡашы был.

Инәһенең ниһе был? Тамағының туҡлығы

Шәлдәренең суҡлығы. Бәхетле, тәүфиҡлы бул, Татлы телле бул.

К.Ә:- Баланы йыуындырғанда тары ярмаһы һалалар. Тәүге йыуындырғанда ете, унан – 9, унан – 11. Шулай итеп йыуындырған һайын 41 тиклем тары һалалар. Был ырым тарылай тәгәрәп, баланың ырыҫлы, ғүмерле булып үҫеүен теләүҙе аңлата.

Мунса ташы,

Бүрәнә ташы,

Таштай ныҡ бул!

Бүрәнләй бүкән бул!

Аталы – инәле,

Алтын ҡанатлы бул!

(Һүҙҙәрҙе әйткәндә сабыйҙың һырт буйынан аҡҡан һыүҙы ирендәре

менән аҫтан өҫкә ҡарай һыпырып алып ситкә төкөрә).

Ишек шаҡыйҙар.

К.Ә:- Беҙҙең ҡунаҡтарыбыҙ килеп ята.

1 әб.:-Һаумыһығыҙ! Шәп кенә тораһығыҙмы?

К.Ә:- Әйҙәгеҙ, ҡунаҡтар! Түрҙән утегеҙ. Ҡунаҡ булығыҙ!

Беҙ бәпескә бүләктәр, күстәнәскә варенье алып килдек.

2 әб.:-Бауырһаҡ, сәк – сәк алып килдек.

3 әб.:-Йырҙар, бейеүҙәр алып килдек

(«Бөгөн байрам» йыры).

1 әб.:- Ҡыҙ балабыҙға теләктәр алып килдек.

Әсәй:-Балама күҙ тейҙереп ҡуймаһындар, маңлайына ҡором һөртөп ҡуяйым әле.

1 б: - Кеше артты донъяла.

Ризығы менән, төклө аяғы менән

Бәхетле, сәләмәт бул!

Тәүфиғың, аҡылың үҙеңдә булһын.

Әсәйеңә ярҙамсы, атайыңа иш бул.

Уҡып ҙур кеше бул.

2 б.: - Ырыҫ – бәхетең, төклө аяғын менән

Сабыйым, аталы - әсәле бул,

Үҙ бәхетең менән үҫ, бал – май

Эсендә йөҙөктырыш бул,

Сажан бул, эш тигәндә ал бирмә.

3 б.: - Миһырбанлы, аҡыллы, изгелекле бул,

Әсәйең менән атайыңа терәк бул,

Ярҙамсыл, игелекле бул.

4 б.: - Иҫән – һау йөрө, бәлә - ҡаҙанан һаҡ бул,

Дошмандарга бирешмә, юҡҡа – барға ирешмә,

Бәхетле бул, эштәреңдә тәхетле бул,

Яҡшығала яҡшы, шаҡшыға ла яҡшы бул.

5 б.: - Боҫло ашты бори баҫма,

Юлың булыр асыҡ таҫма,

Ҡурҡмайынса алға атла,

Ат менән атҡанға таш менән атма,

Яуыҙлыҡҡа – яманлыҡҡа батма,

Дан өсөн дуҫтарыңды һатма,

Һынауҙар килһә, һынатма.

6 б.: - Ҡыҙыбыҙ оҙон сәсле тыуған.

Ғүмере оҙон булһын.

Бөҙрә генә сәсле тыуҙы.

Әсәһе өҙөлөп торһон.

7 б.: - Дүрт күҙ араһында

Үҫергә яҙһын балабыҙға.

К.Ә: - Рәхмәт, балаҡайҙарым.

1 б.: - К.Ә., элек башҡорт халҡында ниндәй

юрауҙар булған, һөйләгеҙ.

К.Ә: - Бәпесебеҙ, йоҡлаған ваҡытта, беҙ, башҡорт халҡының йолалары тураһында һөйләшеп алайыҡ. Бына элек, баланы ен – шайтандар, яман күҙҙән һаҡлау йолаһы булған. Бала тыуғас та, уны ен – шайтан алмаштырыуҙан һаҡлағандар. Ҡырҡ көн үтмәйенсә, төндә утты һүндерергә ярамай. Баланы яңғыҙ ҡалдырып сыҡҡанда, өҫтөнә бысаҡ йә ҡамсы һалырға кәрәк булған.

1 б.:-Ә бына мин ошондай йола беләм. Бала тыуғас уҡ, уға иң тәүҙә «эт күлдәге» кейҙерәләр. «Эт – күлдәгенең» еңе лә, итәге лә бөрөп тегелмәй, ә ике яҡҡырынан ғына тегелә. «Эт күлдәген» кейҙереп балаға ең – шайтан килмәй йәнәһе.

2 б.:- Шайтан күлдәге төрлө (ете төрлө) ҡораманан тегелә. Ете төрлө ҡораманы өй һайын йөрөп йыйып алалар, шунан ҡоршап тегеләр. Шайтан күлдәген, балаһы тыуып та, тормаған ҡатындарҙың яңы тыуған балаһына кейҙерәләр. Күлдәктең матурлығына ҡыҙығып, шайтан балаға зыян итергә онота, ти.

3 б.:- Был йола бала тыуып, өс көн үткәс тә үткәрелә. Тәүҙә майға ғына ҡоймаҡ ҡойола, шунан биш – алты йәшлек малайҙар саҡырыла. Ҡоймаҡты сәңгелдәккә бала эргәһенә һалалар. Малайҙар шул ҡоймаҡты алабыҙ тип, ҡулдарын һуҙалар сәнгелдәк эргәһендә ултырыусы эбей уларҙың ҡулдарына «һуға» малайҙар «илай». Күҙгә күренмәгән ен – шайтандар уларҙың шулай ҡысҡырғандарын ишетә лә: «Әһә, быларҙы туҡмаған кеүек беҙҙе лә туҡмар», - тип сәңгелдәккә килмәйҙәр.

4 б.:- Баланың ҡулына ҡыҙыл сепрәк бәйләп, маңлайына ҡором һөртөргә кәрәк, юғиһә, кешеләрҙең дә, ендең дә күҙе тейә, бала сырхау була.

5 б.:- К.Ә. баланың тәүге сәстәрен алырға яраймы?

К.Ә:- Әйе. Сабыйҙың сәсен тәүге алыу ҡарын сәсен алыу була. Уны теләһә кемдән түгел, ә күңеллә оҡшаған кешенән генә алдырырға кәрәк. Ә бына сабый саҡында ҡарын сәсен алыунмаған кешене рәнйетергә ярамай. Юҡҡа рәнйетеүсегә ҡаты төшә. Ҡарын сәсен утҡа яғырға ярамай, уны төрөп, ҡыҫтырып ҡуялар. Ҡырын сәсен алыусыға ата - әсә бүләк бирәләр.

(бәпес илау тауышы).

К.Ә:- Ҡыҙыбыҙға исем ҡушарға кәрәк. Исем һорап илай бит ул. Балалар ниндәй исем ҡушабыҙ. Бына элек балаларға «Миңле» исем ҡушҡандар. Бала тыуған сағында Миңле булмаҫҡа ла мөмкин. Өс – дүрт аҙна үткәс, тәнендә ҡыҙыл миңдәр барлыҡҡа килә. Күберәк баланың маңлайында, елкәһендә, ҡолаҡ арттарында була. Миң аҙып китмәһен өсөн баланың исеменә «миң» һүҙе өҫтәйҙәр: Миңҙилә, Миңлерауза ундай исемле кешеләр хәҙерҙә осрай.

1 б.:- Балаға йәлсемәгән кешеләр, бала оҙон ғүмерле, сыҙамлы булһын өсөн исем ҡунҡанда, шул теләктәрҙе исемгә лә һалғандар: Йәнғәле, Йәнебай, Ғумерҙаҡ, Ғүмәр, Тимерйән.

2 б.:- Үрсем тутҡатҡыс исемдәр тураһында. Әгәр һә берәйҙер балалары күбәйеп китһә, Туҡтабикә кеүек исемдәр ҡушарға була.

3 б.:- Эт исемле тураһында.

4 б.:- Ысын исемдәр.

К.Ә:- Бик һәйбәт балалар. Күп беләһегеҙ икән. Ә һеҙ «Мәҙинә» тигән йырҙы беләһегеҙме.

( «Мәҙинә» йырын башҡарыу).



  1. Ҡулъяулығым икәу ине Береһе һыуҙарға аҡты Мәҙинәм – гөлкәйем Береһе һыуҙарға аҡты, бәғеркәйем.

  2. Икебеҙҙе ике яҡҡа Тормош тулҡыны ҡаҡты Мәҙинәм – гөлкәйем Тормош тулҡыны ҡаҡты,бәғеркәйем.

  3. Һин булмағас яндарында Һинең исеңдә лә юҡ Мәҙинәм – гөлкәйем Һинең исеңдә лә юҡ, бәғеркәйем.

1 б.:- Ә бына мин «Зиләм» тигән йырбеләм.

( «Зиләм» йыры).

(Атай мулла менән инә).

Атай:Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар. Мин мулла алып килдем. Ҡыҙыма исем ҡуштырабыҙ.

(атай мендәр алып ҡуя, әсәй баланы уның өҫтөнә ҡуя. Мулла уҡый. Мулланы оҙатып ҡуялар. Ишек шаҡып бәләкәй балалар инә).

1 б.: - К.Ә. беҙ бәпесте күрергә килдек. Уның менән уйнарға яраймы әле?

К.Ә. - Инегеҙ, балаҡайҙарым. Хәҙер мин һеҙгә бәпесте күрһәтәм.

Әсәй:Тор, тор, балам, тор балам

Тор – торҙан хәбәр килгән

Суҡ – суҡ һәңә сәләм килгән

Тор, тор, балам, тор, балам.

К.Ә:- Үҫә, үҫә, бәпкәйем

Үҫә, үҫә, ҙур була

Ҡояш кеүек һөйкөмлө

Үҙе һүҙгә йор була


  • бына беҙҙең ҡыҙыбыҙ, бәләкәс, матур.

1 б.:- Һәтес, һәтес, һәтес тә

Бигерәк матур бәпес тә

Кем ҡарамай, кем һоҡланмаәй

Бындай матур бәпескә.

2 б.:- Һәттәй – һәттәй, һәттәй ҙә

Бәләкәй генә бәпәй ҙә

Әйҙә, ерҙә бер мин тип.

Өҫкә һикергән тәпәй ҙә.

3 б.:- Үҫеп китермен әле

Айға етермен әле

Космонавт булып алһам,

Шунда көлөрһөң әле.

4 б.:- Әлли – бәлли, көйләрмен

Хикәйәләр һөйләрмен,

Һиңә теләк теләрмен,

Бәхетле бул тейәрмен.

5 б.:- Бәү – бәү бәпкәһе,

Ҡайҙа киткән әсәһе?

Ҡайҙан эҙләп табаһы.

Туҙ бишеккә һалаһы.

6 б.:- Һоп – һоп көлә лә,

Матур итеп көлә лә,

Матур итеп көлөүҙәре,

Үҙәгемде өҙә лә.

7 б.:- Ҡыҙы, ҡыҙы бар,

Ҡыҙы барҙың наҙы бар,

Ҡыҙы юҡтың наҙы юҡ,

Баса тундарыла юҡ.

8 б.:- Тира – тира, тиратаә,

Тиҙ кейәүгә бир, атай,

Тмҙ кейәүгә бирмәһең,

Көтмөсөккә бир, атай.

9 б.:- Ҡара, ҡара, атаһы,

Ҡара, ҡалай талпына,

Талпынып та, йылмайып та

Һөймәҫ ерҙән һөйҙөрә.

(баланы әсәйгә бирә. Әсәй бишеккә һала).

К.Ә:-Ә хәҙер, балалар, уйнап – йырлап алайыҡ.

1 б.:-Әйҙәгеҙ «Косилка - молотилка» уйынын уйнайбыҙ.

(уйын).


К.Ә:-Балалар, кем бейей белә?

Балалар: - Беҙ!

(бейеү).

К.Ә:-Ә хәҙер, бәпескә йоҡларға ваҡыт. Уға «Сәңгелдәк» йырын йырлайыҡ.

1. Ҡояш йөрөп йыраҡтарға,

Ҡайтып төштө офоҡтарға,

Йоҡларға, йоҡларға.

2. Ҡуяндар ҙа болондарҙа,

Саба – саба арығындар,

Боҫҡандар, ти, ҡыуыҡтарға

Йоҡларға, йоҡларға.

А.Б. -Ҡәҙерле, тамашасылар. Бына һеҙҙең алдағыҙҙа Р.Гәрәев исемендәге мәктәбенең «Мираҫ» фольклоры төркөмө «Бәпес күреү»йолаһын күрһәтеп китте. Рәхмәт иғтибарығыҙ өсөн.









Достарыңызбен бөлісу:




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет