Ҡаракүл башланғыс мәктәбенең



Дата19.06.2016
өлшемі187 Kb.
#148406
Раҫлайым:

Ҡаракүл башланғыс мәктәбенең

Директоры

Йәрмөхәмәтова Г.М.

«____»_____________ 2014 й.

Башҡорт теленән эш программаһы

4 класс

Төҙөүсеһе: Абдуллина Лена Юлай ҡыҙы



Ҡаракүл-2014

Дүртенсе класс программаһы уҡыусының өс йыл буйы үҙләштергән тел ғилеме өлкәһендәге белемдәрен тулыландырыу һәм бөтөн бер системаға килтереү, телмәр эшмәкәрлеген тулыһынса формалаштырыу, универсаль уҡыу оҫталығын сифатлы кимәлгә күтәреү маҡсатын ҡуя.

Башланғыс мәктәпте тамамлаусы уҡыусы алдына түбәндәге мәсьәләләр ҡуйыла.

Фонетика һәм орфоэпия. Ижек, баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, парлы һәм парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар, өн һәм хәреф тураһындағы белемдәрен системаға һалыу. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙең үҙенсәлекле әйтелеше (орфоэпия). Һүҙгә тулы фонетик анализ.

Һүҙ составы (морфемика). Һүҙ составы (тамыр, ялғау). Тамырҙаш һүҙҙәр. Яһаусы (суффикс), үҙгәртеүсе ялғауҙар.Тамырға ялғау ҡушыу юлы менән һүҙ яһау (һүҙьяһалыш). Һүҙ составына анализ.

Орфография һәм пунктуация. Башҡорт теле орфограммаларын системаға һалыу. Тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйып, хатаһыҙ күсереп яҙырға, диктант, изложение, инша һәм башҡа тикшереү эштәрен үтәй алырға бурыслы.

Синтаксис. Һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм. Уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтары. Һөйләү маҡсаты буйынса һөйләмдәрҙе хәбәр,һорау һәм өндәү һөйләмдәргә айырыу. Һөйләмдең тиң киҫәктәре. Һөйләмгә синтаксик анализ.

Морфология. Һүҙ төркөмдәре. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. Ярҙамсы һүҙҙәр.

Исемдең предметты атау функцияһы. Исемдең һорауҙары. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдең һан менән үҙгәреше. Исемдең эйәлек заты менән үҙгәреше. Исемдең килеш менән үҙгәреше. Килеш һорауҙары. Ҡалын һәм нәҙек килеш ялғауҙары. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙең килеш менән үҙгәреше. Исемгә морфологик анализ.

Алмаш. Уның төркөмсәләре. Зат алмаштары. Килеш менән үҙгәреше. Һорау һәм күрһәтеү алмаштары. Алмашҡа морфологик анализ.

Сифат. Тамыр һәм яһалма сифаттар. Сифаттарҙың үҙгәреше. Сифат дәрәжәләре. Төп һәм шартлы сифаттар. Сифатҡа морфологик анализ.

Рәүеш. Рәүештең яһалышы. Рәүеш төркөмсәләре. Рәүеш һәм сифат. Рәүешкә морфологик анализ.

Ҡылым. Ҡылымдың яһалышы. Тамыр, яһалма, ҡушма ҡылымдар. Ҡылымдың үҙгәреше (заман, зат, һан, барлыҡ-юҡлыҡ). Үткән заман ҡылымдары. Уларҙың зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ, шаһитлы-шаһитһыҙ формалары. Хәҙерге заман ҡылымдары. Уларҙың зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ формалары. Киләсәк заман ҡылымдарының төрҙәре. Ҡылым һөйкәлештәре. Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары. Уларҙың зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ формалары. Шарт һөйкәлеше ҡылымдары. Теләк һөйкәлеше ҡылымдары. Ҡылымға морфологик анализ.

Һан. Ябай һәм ҡушма һандар. Һан төркөмсәләре. Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы. Һандарҙың башҡа һүҙҙәр менән оҡшашлығы. Һанға морфологик анализ.

Лексика. Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәләре. Һүҙҙең күп мәғәнәлелеге. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Омонимдар. Синонимдар. Антонимдар. Нығынған һүҙбәйләнештәр. Уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.

Телмәр үҫтереү. Бәйләнешле телмәр. Текст. Уның мәғәнәүи өлөштәре. Абзац. Ҡыҙыл юл. Идея-тематик йөкмәтке. Текст йөкмәткеһенең планын төҙөү. Тексты һөйләү. Инша, изложение. Телмәр этикеты.

Уҡыу йылы аҙағында планлаштырылған һөҙөмтәләр

“Әсә теле” программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнергә тейеш:

1. Шәхси сифаттарҙы үҫтерергә:

-үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарарға;

-мәктәп һәм класс йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға;

-һаулыҡты нығытырға һәм һаҡларға;

-атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға;

-тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белергә, уларҙы һаҡларға, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнергә, таратырға.

2. Предмет буйынса белем алырға:

-өндәрҙе төркөмләргә, һуҙынҡылар һәм тартынҡылар таблицаһына таянып, уларға тулы характеристика бирергә;

-һүҙ төркөмдәрен мәғәнәһе һәм һорауы буйынса айыра белергә;

-өйрәнелгән орфограммаларҙы эсенә алған 70-80 һүҙҙән торған тексты, каллиграфия талаптарына ярашлы грамоталы яҙа белергә;

-һүҙҙе яһалышы һәм һүҙ төркөмдәре буйынса тикшерә белергә, һүҙгә фонетик, морфологик анализдар эшләргә;

-һөйләмгә тулы синтаксик анализ: интонация буйынса һөйләм төрөн билдәләргә, баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табырға, һөйләмде мәғәнәһе яғынан бәйле һүҙбәйләнештәргә тарҡата белергә;

-70-80 һүҙлек текст буйынса изложение яҙырға, инша ижад итергә, тирә- яҡтағы күренештәрҙе һүрәтләп, хәл- ваҡиғаларҙы эҙмә- эҙ бәйән итеп, текст төҙөп яҙа белергә.

3. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштерергә:

-уҡыу процесына яуаплы ҡарарға, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра белергә, уҡыу мәсьәләләрен сисә белергә;

-теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт тупларға, эҙләнеү эше алып барырға, уның буйынса презентация эшләй белергә;

-мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булырға, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итергә, әңгәмәсенең уй- тойғоларын аңларға тырышырға, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белергә;

-билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик- фразеологик минимумын үҙләштерергә һәм телмәрҙә ҡуллана белергә.

Тематик план

4-се класс



Бөтәһе 102 сәғәт

Дәрес

Дәрестең темаһы

Йөкмәткеһе

Планлаштырылған һөҙөмтә

1

Йәйге каникул хәтирәләре!

Бикәнең, Булаттың һәм уларҙың дуҫтарының йәйге тәьҫораттары. Каникулда башҡарған эштәр

Йәйге каникул хәтирәләрен иҫкә төшөрөргә. Эшләнгән эштәр, ял тураһында диалог ҡорорға. Класташтарҙы Белем көнө менән ҡотларға

2

Инша “Белем көнө”







3

Фонетика. Өн һәм хәреф.

Фонетика. Алфавит. Уның әһәмиәте. Өн. Хәреф.

Өндәрҙе, хәрефтәрҙе сағыштырырға, классификацияларға. Улар тураһында белгәндәрҙе системаға килтерергә

4

Һүҙҙәргә фонетик анализ.

Тулы фонетик анализ өлгөһө. Телмәр үҫтереү. Көҙгө күренештәр, йәнлектәр тормошо. Һынамыштар.

Һүҙгә тулы фонетик анализ эшләргә өйрәнергә. Вариантлап үҙ аллы эшләргә, бер-береңдең эшен тикшерергә, баһаларға өйрәнергә

5

Һүҙҙәрҙә я, е, ё, ю хәрефтәренең яҙылышы.

Ике өндө белдергән хәрефтәр (я, е, ё, ю). Һүҙҙең өн моделен төҙөү, транскрипцияла я6ыу. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Е хәрефе менән ҡушымсалар. Уларҙы дөрөҫ яҙыу.

Я, е, ё, ю хәрефтре булған һүҙҙәрҙең әйтелешен, яҙылышын күҙәтергә, сағыштырырға. Фактик материалға нигеҙләнеп һығымта яһарға. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын аңлата белергә

6

Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Ҡушма һүҙҙәрҙең яһалышы. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы. Телмәр үҫтереү. Әкиәт ижад итеү

Ҡушма һүҙҙәрҙең төрлөсә яҙылыу осраҡтарын ҡалын һәм нәҙек айырыу билдәләре менән, һыҙыҡса аша һәм ҡушылып яҙылған ҡушма һүҙҙәр ҡарарға, сағыштырырға, һығымта яһарға. Уларҙы дөрөҫ яҙырға күнегергә

7

Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр. Т йәки ҙ хәрефенә бөткән тамыр һүҙгә т, ҙ хәрефенә башланған үҙгәртеүсе ялғау ҡушыу. Барлыҡҡа килгән һүҙҙе шундай уҡ тамыр һүҙ һәм уға бәйләнеп килгән ярҙамсы һүҙ менән сағыштырыу атта-ат та, ҡыҙҙа-ҡыҙ ҙа һ. б. Рус теленән һәм сит телдәрҙән үҙләштерелгән ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр(класс, гримм, кросс һ. б. Уларға үҙгәртеүсе ялғауҙар ҡушыу.

Күрһәтелгән конструкциялы һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға һәм тикшереү эше һөҙөмтәһендә асыҡланған дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәһен ҡулланып, дәреслектә бирелгән ҡуш тартынҡылы һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Рус теленән һәм сит телдәрҙән үҙләштерелгән ҡуш тартынҡыға бөткән һүҙҙәрҙе (класс, грамм, кросс һ. б.) хәтерҙә ҡалдырырғ һәм уларға үҙгәртеүсе ялғау ҡушҡанда дөрөҫ яҙа белергә

8

Ярҙамсы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы

Ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың һөйләмдәге роле. Ярҙамсы һүҙҙәрҙе ялғауҙар менән сағыштарыу. Һүҙҙең ялғауына баҫым төшөүе һәм ҡушылып яҙылыуы, ә һүҙгә бәйләнеп килгән ярҙамсы һүҙгә баҫым төшмәүе һәм уның айырым яҙылыуы

Ялғауҙарҙы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе сағыштырырға. Уларҙы бер-береһенән баҫым ярҙамында айырға өйрәнергә.Һүҙгә ялғауҙы ҡушып яҙырға,ә ярҙамсы һүҙҙән айырым яҙырға күнегергә

9

Диктант һәм хаталар өҫтөндә эш

Үтелгән тема буйынса белемдәрен тикшереү

Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү кимәлен тикшерергә

10

Йомғаҡлау

Үтелгәнде нығытыу

Парлап йәки төркөмләп бер-берең менән килешеп хеҙмәттәшлек итергә. Аралашыу мәҙәниәтен үҙләштерергә

11

Нимә ул һөйләм Баш һәм эйәрсән киҫәктәр

Һөйләм тураһында белгәндәрҙе системаға һалыу. Баш һәм эйәрсән киҫәктәр. Аныҡлаусы, тултырыусы, хәл

Һөйләм тураһындағы белемдәрҙе системаға һалырға

12

Тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәр

Баш киҫәктәрҙән генә торған һөйләм йыйнаҡ һөйләм. Баш һәм эйәрсән киҫәктәрҙән торған һөйләм тарҡау һөйләм . Ике составлы тулы һөйләм. Бер составлы кәм һөйләм

Һөйләмдәр тейешле интонация менән уҡый белергә. Йыйнаҡ һәм тарҡау, тулы һәм кәм һөйләмдәр айыра белергә

13

Һөйләмдең тиң киҫәктәре

Һөйләмдә һаналып килгән һүҙҙәр. Тиң эйәләр, аныҡлаусылар, хәлдәр, хәбәрҙәр

Һөйләмдә һаналып килгән һүҙҙәрҙе-тиң киҫәктәрҙе айыра белергә. Уларҙы дөрөҫ интонация менән уҡырға. Һөйләмдә тиң эйәләрҙе, аныҡлаусыларҙы, хәлдәрҙе, хәбәрҙәрҙе график билдәләй белергә

14

Телмәр үҫтереү. “Алтын көҙ” картинаһы буйынса эш

Картина буйынса инша яҙыу. Картинаны өйрәнеү. Уның йөкмәткеһен, рәссам еткерергә теләгән төп фекерҙе асыу. Рәссамдың тәбиғәт күренешен һүрәтләү ысулдары. Композиция. Төҫтәр палитраһы

Картинаны өйрәнергә. Картинаның эстәлеген асыу өсөн һүҙҙәр тупларға. Иншаның планын төҙөргә. Картина йөкмәткеһе, рәссам күрһәтергә теләгән төп фекерҙе асыҡларға. Көҙгө тәбиғәт матурлығын тасуирларға

15

Һөйләмгә синтаксик анализ. “Һөйләм” темаһын өйрәнеүҙе проектлау

Һөйләмгә синтаксик анализ. “Һөйләм” темаһын өйрәнеү проекты. Тикшереү эше

Һөйләм темаһына әҙерләнгән схеманы ҡулланып сығыш яһарға. Һөйләмгә синтаксик анализ эшләү күнекмәһен оҫталыҡ кимәленә еткерерг. Тикшереү эшен башҡарып, анализ яһарға

16

Нимә ул морфология? Нимә ул исем?

Морфология. Исем тураһында дөйөм төшөнсә. Исемде белдергән һүҙҙәрҙә предметлыҡ төшөнсәһе асыҡ бирелмәгән осраҡтар

Исемде белдергән һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға һәм уларға хас үҙенсәлектәр нигеҙендә һығымта яһарға. Һүҙҙәрҙе мәғәнәләре буйынса төркөмдәргә айырырға, төркөмдәрҙең төп үҙенсәлектәрен асыҡларға

17

Исем. Һөйләмдә исемдәрҙе билдәләү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең ҙур хәреф менән яҙылыуы. Атамаларҙы дөйөмләштереүсе һүҙҙәрҙең

( уртаҡлыҡ исем) бәләкәй хәрефтән яҙылыуы



Төркөмләү алымдары нигеҙендә күҙәтергә, сағыштырырға, анализларға. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе айырырға өйрәнергә. Уларҙы дөрөҫ яҙырға

18

Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше

Исемдәрҙең берлек һәм күплек формаһы

Бирелгән тексты төркөмдә уҡыу,уға ҡарата бирелгән эштәрҙе күмәкләп кәңәшләшеп атҡарыу планын төҙөргә. Бер-берең менән килешеп, аңлашып эшләргә

19

Исемдәрҙең эйелек заты менән үҙгәреше

Исемдең эйәлек төшөнсәһен белдергән һүҙҙәр: минең, һинең, уның, беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың

Эйәлек затының һүҙҙәрен дөрөҫ табырға өйрәнергә, һөйләгәндә дөрөҫ ҡулланырға, һөйләмдәр төҙөргә, телмәрҙе байытырға

20

Телмәр үҫтереү. Изложение. «Иламаҫ»

Изложение яҙыу. Тексты иғтибарлы тыңлау. Уның йөкмәткеһен үҙләштереү. Текстағы төп фекерҙе, уның сюжет йөкмәткеһен яҙма рәүештә тәфсирләп яҙыу

Тексты аңлап уҡырға. Төп фекерҙе билдәләргә.Һүрәттәр буйынса өлөштәргә бүлергә. План төҙөргә. Йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле һөйләргә.Дәфтәргә грамоталы итеп яҙырға.

21

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше

Исемдәрҙең һөйләмдәге һүҙҙәргә төрлө ялғауҙар ярҙамында бәйләнеп килеүе. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Башҡорт телендә алты килеш. Төп һәм башҡа килештәге исемдәр

Исемдәрҙең төрлө ялғауҙар ҡабул итеүен

күҙәтергә, килеш һорауҙары һәм ялғауҙарын иҫтә ҡалдырырға, һөйләм төҙөгәндә килеш ялғауҙарын дөрөҫ ҡулланырға. Төп һәм башҡа килештәге исемдәрҙең һөйләмдәге ролен билдәләргә.



22-23

Исемдәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар

Башҡорт телендә нәҙек ижекле һүҙҙәргә нәҙек ялғау, ҡалын ижекле һүҙҙәргә ҡалын ялғау ҡушылыуы. Башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең был ҡағиҙәгә буйһонмауы

Килеш менән үҙгәрткәндә һүҙәрҙең төрлө ялғауҙар ҡабул итеүен күҙәтергә, сағыштырырға, анализларға һәм үткәрелгән тикшереү нигеҙендә һығымта яһарға. Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.

24

Рус теленән ингән һүҙҙәрҙә ялғауҙар я6ылышы

-ль,- нь, -мь, -ть, -брь хәрефтәренә бөткән рус теле һәм башҡа сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр һәм уларға ялғау ҡушыу

Килеш менән үҙгәрткәндә рус теленән ингән һүҙҙәрҙең төрлө ялғауҙар ҡабул итеүен күҙәтергә, үҙ-ара сағыштырырға һәм уларҙың яҙылышы ҡағиҙәһен төҙөргә

25

Исемгә морфологик анализ яһау

Морфологик анализ яһау. Уны башҡарыу алгоритмы.

Анализды дөрөҫ эшләргә өйрәнергә

26-27

Ҡабатлау.Йомғаҡлау.

Тема буйынса ҡабатлау һәм йомғаҡлау

Үтелгәнде нығытыу буйынса өйрәнелгән темаларҙы системаға һалырға. Насар үҙләштерелгән темалар буйынса һорауҙар төҙөргә һәм уларға яуаптар эҙләргә.

28

Телмәр үҫтереү. Һүрәт буйынса инша «Ҡыш»

Картина буйынса инша. Инша яҙыу үҙенсәлектәре:

Йөкмәткене

үҙләштереү,аңлашылмаған һүҙҙе һорау,өйрәнеү,авторҙың әйтергә теләгән уй-фекерен күҙаллау,текстың планын төҙөү,план буйынса иншаны грамоталы итеп яҙыу.


Һүрәтте иғтибарлы өйрәнергә.Бирелгән тексты«Ҡыш килде» аңлы уҡырға. Уның йөкмәткеһенең картина менән оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын табырға, сағыштырырға. Текстың яраҡлы һүҙҙөрен, һүҙбәйләнештәрен, һөйләмдәрен ҡулланып, картина буйынса текст төҙөргә.Уны хатаһыҙ яҙырға.

29

Нимә ул алмаш? Уның

төркөмсәләре.



Һөйләмдә исемде, сифатты һ.б. һүҙ төркөмдәрен алмаштырып килгән һүҙҙәр. Алмаш төркөмсәләре.

Алмаштарҙы табырға, уларға һорау ҡуя белергә, төркөмсәләрен өйрәнергә.

30

Зат алмаштары. Эйәлек заты алмаштары

Исемде алмаштырыусы(мин, һин, ул, беҙ, һеҙ, улар) зат алмаштары. Исемде алмаштырыусы өс зат:1зат-мин, 2зат-һин, 3зат-ул.Эйәлек заты алмаштары: минең,һинең,уның

Текста алмаштарҙың ҡулланылышын күҙәтергә, ниндәй һүҙ төркөмөн алмаштырып килгәнен төшөнөргә. Алмашты килеш менән үҙгәртергә,уға һорауҙар ҡуйырға,телмәрҙә ҡулланырға өйрәнергә.



31

Һорау һәм күрһәтеү алмаштары

Һорау алмаштары. Һорау алмаштары ярҙамында теге йәки был һүҙ т төркөмөң лексик-грамматик мәғәнәһен асыҡлау. Күрһәтеү алмаштары

Һорау һәм күрһәтеү алмаштарын күҙәтергә, сағыштырырға,анализларға

32

Телмәрҙә алмаштарҙың ҡулланылышы. Алмашты килеш менән үҙгәртеү

Алмаштарҙы килеш менән үҙгәртеү

Телмәрҙә алмаштарҙы табырға, килештәрен билдәләргә. Текста исемдәрҙә алмаш менән алмаштырырға

33

Телмәр үҫтереү. Изложение. «Ҡышҡы уйындар»

Дәреслектә бирелгән текст буйынса изложение яҙыу

Тексты иғтибар менән уҡырға, һорауҙарға яуап бирергә, бирелгән планды ҡулланып,йөкмәткене ентекле һөйләргә һәм грамоталы яҙырға

34

Алмашҡа морфологик анализ

Алмашҡа морфологик анализ

яһау


Өлгө буйынса морфологик анализ яһарға өйрәнергә


35

Нимә ул сифат?

Сифат- предметтың билдәһен

белдергән һүҙҙәр. Сифат һорауҙары



Сифат менән матур һүҙбәйләнештәр,һөйләмдәр төҙөргә өйрәнергә

36

Тамыр һәм яһалма сифаттар

Исемгә,ҡылымға төрлө яһаусы ялғаy ҡушып яһалған сифаттар. Яһалма сифаттарҙың барлыҡ һәм юҡлыҡ формалары. Синонимдар. Антонимдар

Тамыр һәм яһалма сифаттарҙың яһалышын күҙәтергә. Уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын өйрәнергә. Һүҙҙәргә һүҙлек ҡулланып, синоним һәм антоним һүҙҙәр эҙләп табырға һәм уларҙы хәтерҙә ҡалдырырға, телмәрҙә ҡулланырға

37

Сифат дәрәжәләре

Сифаттарҙың дүрт дәрәжәһе. Төп дәрәжә. Cағыштырыу дәрәжәһе. Артыҡлыҡ дәрәжәһе. Аҙһытыу дәрәжәһе

Сифаттарҙың дәрәжәләрен белдергән һүҙҙәрҙе күҙәтергә, cағыштырырға. Уларҙың яһалыу ысулдарын өйрәнергә һәм телмәрҙә урынлы ҡулланырға

38

Төп һәм шартлы сифаттар

Төрлө дәрәжәлә килә алған сифаттар – төп сифаттар. Дәрәжәләре булмаған сифаттар – шартлы сифаттар

Төп һәм шартлы сифаттарҙы cағыштырырға, айырырға өйрәнергә, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға, һөйләмдән таба белергә

39

Ҡабатлау. Күнегеүҙәр

Сифат темаһы буйынса үтелгәндәрҙе нығытыу, системаға һалыу

Сифаттарҙы һөйләмдә табырға. Улар тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирергә

40

Телмәр үҫтереү. Тәүге ҡар картинаһы буйынса эш

Картина буйынса инша

Картинаны иғтибар менән өйрәнергә. Уның йөкмәткеһен бирелгән һорауҙар, терәк һүҙҙәр ярҙамында үҙләштерергә. План төҙөргә. Инша яҙған саҡта мөмкин булған сифаттарҙы ҡулланып, йөкмәткене матур һәм тәрән итеп асырға

41

Сифаттың һөйләмдең роле

Сифатты һөйләмдә табыу. Уның һөйләмдәге ролен билдәләү

Сифатты һөйләмдә табырға өйрәнергә, график тамғаланышын үҙләштерергә

42

Сифатҡа морфологик анализ

Сифатҡа морфологик анализ эшләү

Бирелгән өлгө буйынса сифатҡа анализ эшләргә өйрәнергә

43

Йомғаҡлау

Бөтә үтелгәнде нығытыу, йомғаҡлау. Бирелгән һыҙма буйынса мәғлүмәт бирергә өйрәнеү

Сифат тураһында белгәндәреңде һөйләргә. Уларҙы мөмкин тиклем йәнле телмәрҙә ҡулланырға. Яҙма телмәрҙә сифаттарҙы дөрөҫ ҡулланырға һәм хатаһыҙ яҙырға

44

Нимә ул рәүеш? Уның яһалышы

Һөйләмдә эштең эшләнеү ваҡытын, урынын, сәбәбен, рәуешен, ниндәй хәлдәрҙә үтәлеүен аңлатҡан һүҙҙәр. Рәүеш һорауҙары. Уның яһалышы

Һөйләмдә рәүеште күҙәтергә, уның бәйләнеп килгән һүҙҙәрен билдәләргә, уға һорау ҡуйырға, аҫтына тейешле һыҙыҡ һыҙырға күнегергә. Уны башҡа һүҙ төркөмдәренән айырырға өйрәнергә

45

Рәүеш төркөмсәләре

Рәүеш төркөмсәләрен өйрәнеү

Текстан рәүеш төркөмсәләрен табырға. Уларға һорау ҡуйырға, график рәүештә тамғаларға күнегергә

46

Рәүеш һәм сифат

Сифаттың исемде, рәүештең ҡылымды асыҡлауы. Һөйләмдә һүҙбәйләнештәрҙе табыу. Һорау биреү

Һөйләмдәрҙе бер үк һүҙҙәрҙең сифат йәки рәүеш булып килеүен күҙәтергә. Ниндәй осраҡтарҙа сифат, ә ҡасан рәүеш булып килеүен асыҡларға. Уларҙы айырырға өйрәнергә

47

Телмәр үҫтереү. Яңы йыл картинаһы буйынса эш

Картина буйынса хикәйә төҙөү

Картинаны иғтибар менән өйрәнергә. Уның йөкмәткеһен бирелгән һорауҙар, терәк һүҙҙәр ярҙамында үҙләштерергә. План төҙөргә. Инша яҙған саҡта мөмкин булған сифат һәм рәүештәрҙе дөрөҫ ҡулланып, йөкмәткене матур һәм тәрән итеп асырға

48

Рәүешкә морфологик анализ

Рәүешкә морфологик анализ эшләү. Уны дәфтәргә теркәү

Өлгөгә ҡарап, рәүешкә морфологик анализ өйрәнергә

49-50

Диктант

Диктант яҙыу

Бөтә орфограммаларҙы иҫкә төшөрөп, хатаһыҙ диктант яҙырға

51

Нимә ул ҡылым?

Предметтың эшен, хәрәкәтен, хәлен белдергән һүҙҙәр. Ҡылымдың һорауҙары. Ҡылым менән һүҙбәйләнештәр

Текстан ҡылымды табырға, һорауҙар ҡуйырға өйрәнергә,һөйләмдәге ролен асыҡларға

52

Ҡылымдарҙың яһалашы

Яһалышы буйынса ҡылымдың өс төрө

Ҡылымдарҙың яһалашы яғынан сағыштырырға, анализларға, төрҙәрҙең үҙенсәлектәрен табырға өйрәнергә

53

Үтелгәндәрҙе нығытыу

Ҡылымдарҙың яһалашы буйынса нығытыу дәресе

Текстан ҡылымдарҙы табырға, уларҙың төрҙәрен билдәләргә

54

Ҡылымдарҙың үҙгәреше (заман, зат, һан, барлыҡюҡлыҡ)

Ҡылымдарҙың яһалышы буйынса нығытыу дәресе

Текста ҡылымдың заман төрҙәрен

55

Үткән заман ҡылымдары

Үткән заман ҡылымдарының ике төрө. Үткән заман ҡылымдарының шаһитлы һәм шаһитһыҙ формалары

Шаһитлы һәм шаһитһыҙ үткән заман ҡылымдарын айырырға өйрәнергә ,һөйләү һәм яҙма телмәрҙә ҡылымдарҙы дөрөҫ ҡулланырға һәм грамоталы яҙырға өйрәнергә

56

Үткән заман ҡылымдарының үҙгәреше

Ҡылымдарҙың зат,һан менән үҙгәреүе.Үткән заман ҡылымының шаһитлы һәм шаһитһыҙ формалары. Ҡылымдың барлыҡ-юҡлыҡ формалары.Тест эштәре.

Үткән заман ҡылымдарын сағыштырырға,үҙгәрешен күҙәтергә,тикшереү эше буйынса һығымта яһарға. Үткән заман ҡылымдарын үҙләштереү буйынса белем сифатын тикшерергә

57

Телмәр үҫтереү. “Хоккей майҙансығында” картинаһы буйынса эш

“Хоккей майҙансығында” темаһына һөйләшеү ҡороу. Картина буйынса инша.

Картина буйынса үорауҙарға яуап бирергә. Уның сюжет йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле асырға.Төҙөлгән тексты планға ярашлы абзацтарға бүлергә.Һәр абзацты ҡыҙыл юлдан башлап яҙырға.Иншаны яҙғанда мөмкин тиклем иғтибарлы булып,хатаһыҙ яҙырға тырышырға

58

Хәҙерге заман ҡылымдары

Хәҙерге заман ҡылымдары хәл-ваҡиғаның үткәндә булғанын йәки әлеге ваҡытта барлығын белдереүе.Уларҙың һорауҙары

Хәҙерге заман ҡылымдарын башҡа заман ҡылымдары менән сағыштырырға,уларға хас айырманы билдәләргә һәм һығымта яһарға

59

Хәҙерге заман ҡылымдарының үҙгәреше

Хәҙерге заман ҡылымдарының һан,зат менән үҙгәреше. Уның барлыҡ-юҡлыҡ формаһы

Хәҙерге заман ҡылымдарының һан,зат менән үҙгәреүен, барлыҡ-юҡлыҡ формаһында ҡулланылыуын өйрәнергә ,

Һәм тикшеренеү эше һөҙөмтәләрен һөйләп ишеттерергә. Алған мәғлүмәтте график һыҙма рәүешендә һыҙырға һәм ҡулланып,тема буйынса өйрәнелгәнгә йомғаҡлау яһарға



60

Киләсәк заман

Киләсәк заман ҡылымдарының алда эшләнәсәк эш-хәлде белдереүе.Киләсәк заман ҡылымдарының затта,һанда һәм барлыҡ-юҡлыҡ формаһында үҙгәреүе

Киләсәк заман ҡылымдарын телмәрҙән табырға һәм йәнле телмәрҙә урынлы һәм дөрөҫ ҡулланырға өйрәнергә

61

Киләсәк заман ҡылымдарының ике төрө

Киләсәк заман ҡылымдарының

төрҙәре.Эш-хәрәкәттең үтәлеүенә икеләнеү йәки мотлаҡ ышандырыу



Киләсәк заман ҡылымдарының ике төрлө яһалышын өйрәнергә,уларҙы һөйләмдән айырырға өйрәнергә

62

Телмәр үҫтереү.

Изложение



Изложение .Сәйер ҡош.

Тексты уҡып сығырға,һорауҙарға яуап бирергә,план төҙөп,текска яҡын итеп Һөйләп ҡарарға. Изложениены хатаһыҙ яҙырға.

63

Ҡылым һөйкәлештәре.Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының үҙгәреше

Бойороуҙы,ялбарыуҙы,үтенеүҙе белдергән ҡылымдар.Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының II,IIIзатта,һанда,барлыҡ-юҡлыҡта үҙгәреүе

Һөйләмдә ҡылым һөйкәлештәрен күҙәтергә,уларҙы үҙ-ара сағыштырып айырмаһын,оҡшаш яҡтарын билдәләргә.Уларға һорау ҡуйырға һәм ниндәй һүҙ менән бәйләнеп килеүен асыҡларға. Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының ниндәй затта,һанда булыуын билдәләргә, барлыҡ-юҡлыҡ формаһындағы ҡылымдарҙың яһалышын өйрәнергә,уларҙың айырмаһын график һыҙма йәки таблица ярҙамында күрһәтергә

64

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үҙгәреше

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының заман формалары. Уларҙың затта,һанда үҙгәреүе, барлыҡ-юҡлыҡ формалары

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымын башҡа һөйкәлештәр менән сағыштырырға,уларға хас үҙенсәлектәрҙе өйрәнергә.Телдең был күренешен өйрәнергә. Телдең был күренешен өйрәнгәндә төркөмләп эш итергә, эште планлаштырырға, уны бүлешеп атҡарырға

65

Үтелгәнде нығытыу

Ҡылым һөйкәлештәре. Уларҙың грамматик формалары

Ҡылым һөйкәлештәрен айырырға уларҙы график рәүештә тамғаларға

66

Телмәр үҫтереү. Инша. “Батырлыҡ”

“Батырлыҡ” темаһына инша яҙыу

Тексты аңлап уҡырға. Бирелгән һорауҙарға тулы яуап бирергә.

67

Шарт һөйкәлеше ҡылымдары

Эш-хәрәкәттең башҡарылыуына шарт ҡуйыусы ҡылымдар. Шарт һөйкәлеше ҡылымдарының һорауҙары



Шарт һөйкәлеше ҡылымын башҡа һөйкәлештәр менән сағыштырырға, үҙенсәлектәрен табырға, һөйләмдә дөрөс ҡуллана белергә

68

Теләк һөйкәлеше ҡылымдары

Һөйләүсенең берәй эш-хәрәкәтте башҡарыуға теләге барлығын аңлатҡан һүҙҙәр. Теләк һөйкәлеше ҡылымдарының һорауҙары

Теләк һөйкәлеше ҡылымын башҡа һөйкәлештәр менән сағыштырырға, айырмаһын табырға

69

Морфологик анализ

Ҡылымдарға морфологик анализ. Уны башҡарыу өлгөһө

Ҡылымға өлгөләгесә дөрөҫ анализ эшләргә өйрәнергә

70

Контроль диктант

Диктант яҙыу

Ҡылым тураһында алған белем сифатын тикшерергә, һөҙөмтәләрҙе анализларға

71

Хаталар өҫтөндә эш. Йомғаҡлау

Ҡылым тураһында белемде нығытыу, йомғаклау

Ҡылым тураһында алған белем сифатын тикшерергә, бирелгән һыҙма буйынса һөйләргә өйрәнергә

72

Нимә ул һан? Ябай һәм ҡушма һандар

Предмет иҫәбен белдереүсе һүҙ төркөмө. Һандың һорауҙары. Уның яһалышы

Һөйләмдә һанды табырға, дөрөҫ һорау ҡуйырға, яһалышын билдәләргә, дөрөҫ яҙырға өйрәнергә

73

Һан төркөмсәләре

Һан төркөмсәләре. Уларҙың мәғәнәһе. Уларҙың һорауҙары

Һан төркөмсәләрен күҙәтергә. Уларҙың үҙ-ара сағыштырырға. Һәр төркөмсәгә хас үҙенсәлекте билдәләргә. Һөйләмдә уларҙы айыра белергә

74

Өйрәтеү изложениеһы

Һан. Ябай һәм ҡушма һандар. Һан төркөмсәләре

Изложение яҙырға өйрәнергә. Тексты тыңларға,уҡырға. Бирелгән һорауҙарҙы, терәк һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләргә өйрәнергә һәм яҙырға

75

Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы

Һанға ялғауҙар ҡушыу

Һандарҙы дөрөҫ яҙырға

76

Һандарҙың башҡа һүҙҙәр менән оҡшашлығы

Һандың исем, сифат, рәүеш урынында ҡулланылған осраҡтары. Һөйләмдә уларҙың эйә, тултырыусы, аныклаусы, хәл булып килеүе

Һандарҙың исем, сифат, рәүеш урынында ҡулланылған осраҡтарын дәреслек материалынан күҙәтергә. Уларҙы үҙ-ара сағыштырырға. Тикшеренеү һөҙөмтәһен график һыҙма ярҙамында күрһәтергә



77

Морфологик анализ

Һанға морфологик анализ схемаһы

Текстан һандарҙы табырға өйрәнергә. Уларға тулы морфологик анализ эшләргә

78

Контроль диктант

Диктант яҙыу

Тикшереү эшен башҡарғанда иғтибарлы булырға, хаталар яһамаҫҡа тырышырға


79

Хаталар өҫтөндә эш

Һан темаһы буйынса балаларҙың белемдәрен нығытыу, системаға һалыу

Төркөмдә эште планлаштырырға, үҙ-ара эштәрҙе бүлешеп, килешеп башҡарырға


80

Телмәр үҫтереү. “Ҡоштар ҡайта”

Телмәр мәҙәниәте ҡанундары

Диалог ҡорорға. Уй-фекереңде аңлайышлы итеп әйтергә. Сығыш яһағанда үҙеңде баҙнатлы һәм ышаныслы итеп тоторға

81

Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр

Һүҙҙәрҙең төрлө мәғәнәгә эйә булыуы. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр

Телмәрҙән тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе табырға һәм айырырға өйрәнергә. Уларҙы дөрөҫ һәм килешле ҡулланырға өйрәнергә


82

Омонимдар

Бер үк яҙылышлы, ләкин төрлө мәғәнәне аңлатҡан һүҙҙәр. Омонимдар

Омонимдарҙы һөйләмдән айырырға. Һүҙлек менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен нығытырға

83

Синонимдар

Мәғәнәләре яғынан бер-береһенә яҡын һүҙҙәр. Синонимдар

Һүҙлектән синоним һүҙҙәрҙе табырға, өйрәнергә

84

Антонимдар

Ҡапма-каршы мәғәнәле һүҙҙәр. Антонимдар

Һүҙлектән антоним һүҙҙәрҙе табырға, өйрәнергә


85

Нығынған һүҙбәйләнештәр

Күсмә мәғәнәле һүҙбәйләнештәр. Нығынған һүҙбәйләнештәр

Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе текстан айыра белергә. Телмәрҙе нығынған һүҙбәйләнештәр менән байытырға

86

Контроль изложение. Утрауҙағы ҡуян

Изложение яҙыу

Картинаны иғтибар менән өйрәнергә. Тексты иғтибар менән аңлап уҡырға. Үҙ аллы уның планын төҙөргә. Текста һөйләнелгән хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле итеп тасуирлап, һөйләмдәрен дөрөҫ ҡороп, хатаһыҙ яҙырға тырышырға

87

Хаталар өҫтөндә эш

Изложение яҙыу. Орфографик һәм пунктуацион хаталарҙы иҫкәртеү

Изложение яҙыу тәртибен үҙләштерергә. Текст йөкмәткеһен боҙмай китапта бирелгәнсә тасуирлап яҙырға


Достарыңызбен бөлісу:




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет