Башҡарҙы: Еәнсура районы Абзан урта мәктәбенең 8- се класс уҡыусыһы Һибәтуллина Илзидә Етәксеһе



Дата08.07.2016
өлшемі74.62 Kb.
#184328
Башҡортостан Республикаһы

Мәғариф министрлығы

Ейәнсура районы муниипаль районы

Абзан урта мәктәбе

Эҙләнеү – тикшеренеү эше:
«Ауылымды онотмам – тамырымды ҡоротмам»


Башҡарҙы: Еәнсура районы Абзан урта

мәктәбенең 8- се класс уҡыусыһы

Һибәтуллина Илзидә

Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Ҡарабулатова Гөлкәй Шәһәҙәт

ҡыҙы

Абзан - 2014


Йөкмәткеһе
Инеш

1. Абзан ауылы тарихынан.

2. Мәктәп тарихы.

3. Топонимика.

Йомғаҡлау

Ҡулланылған әҙәбиәт.



Инеш
Һәр кемдең тыуған ере берәү генә була. Йылдар үтеп, ғүмер уҙып, илдәр гиҙеп күпме генә йөрөмәһен, кеше йәнтөйәге хаҡында хәтирәне күңеленең иң түрендә һаҡлай, кендек ҡаны аҡҡан, тәүләп тәпәй баҫҡан тупрағын һәр саҡ һағына, унда ашҡына. Ундағы һәр аҡлан, шишмә, тау әйтеп биргеһеҙ ҡәҙерле, сөнки ул бала саҡтың ғәзиз мәлдәре, донъялағы иң яҡын йән эйәләре – ата-әсәһе, олатай-өләсәләре, туғандары, дуҫтары хаҡында иҫтәлектәр менән бәйләнгән. Сит кешенең ҡолағына ят булып ишетелгән атамалар шул төбәктә тыуып үҫкәндәр өсөн ҙур мәғәнәгә эйә. Ошо атамаларҙа әллә нисәмә быуаттар элек ошонда йәшәгән кешеләр хаҡында хәтирәләр, тыуған ерен дошмандарҙан һаҡлап йәнен аямаған ҡаһармандар, халыҡ тарихындағы фәһемле ваҡиғалар, мәрәкә кешеләр, көлкөлө хәлдәр хаҡында иҫтәлектәр һаҡлана. Әммә ваҡыт үтеү, заманалар үҙгәреү менән халыҡ хәтеренән ҡайһы бер нәмәләр аҡрынлап юйыла бара. Ни тиклем үкенесле булмаһын, баҡыйлыҡҡа күскән һәр быуын үҙе менән баһалап бөткөһөҙ рухи хазиналарҙың күпмелер өлөшөн мәңгелеккә алып китә. Шуға күрә ер-һыу атамаларын, уларға ҡағылған тарихтарҙы, легендаларҙы ваҡытында теркәп алып ҡалыу, уларҙы киләсәк быуындарға еткереү – изге бурысыбыҙ.

Ошо яҙылғандарҙан сығып, минең эҙләнеү эшемдең маҡсаты :

1. Абзан ауылының һәм мәктәбенең тарихын, ер – һыу атамалары исемдәренең килеп сығыуын тикшереү.

2. Ауыл һәм мәктәптең тарихы, ер- һыу атамаларының килеп сығышы тураһында башҡаларҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятыу.


Маҡсатыма ирешеү өсөн түбәндәге бурыстар билдәләнем:

  • ауылдың өлкән быуын кешеләренән һорашыу.

  • темаға ярашлы әҙәбиәт менән танышыу.

  • мәктәп музейынан мәғлүмәттәр алыу.


1. Абзан ауылы тарихынан.
Ауылға нигеҙ һалыусылар Һамар яғынан күсеп килгән тигән риүәйәт бар. Хөкүмәткә тоғро хеҙмәттәре, ил сиктәрен һаҡлау походтарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн батша тирегә яҙылған грамота менән Һамар буйҙарынан күсеп килгәндәргә үҙҙәренәоҡшаған урынды һайлап урынлашыу хоҡуғы биргән.

Биш-алты ғаиләнән торған Мырҙабулатовтар араһы Әселе буйындағы ҡалҡыулыҡты оҡшатып донъя ҡорған. Шуға ауылды Мырҙабулат тип йөрөтәләр. Мырҙабулатовтар араһынан батша заманында олоҫ старшиналары, хәрби кешеләр сыға. Совет власын урынлаштырыу осоронда Сөләймән Мырҙабулатов Башҡортостан хөкүмәте ағзаһы, комиссар була. 1930 йылдарҙа ауылда яңы мәктәп һалдыра, башҡа яңылыҡтар менән ауылдаштарына, тирә-яҡ ауылдар халҡына күп изгелектәр эшләй.

Абзан Ейәнсура районындағы боронғо ауылдарҙың береһе. Рәсми документтарҙа 1776 йылда теркәлгән. 1946 йылдың 1 апреленән 1956 йылдың июненә тиклем Абзан районының үҙәге булды. 1920 йылдан ауыл Советы үҙәге. Заманалар нисек кенә үҙгәрмәһен, был тирәләге ауылдар – Серекәй, Әлебай, Заготскот, Юлдаш, Сураш, Нияҙгол, Самаҙы – Абзан ауыл Советы ҡарамағында үҙгәрешһеҙ ҡала килә. Улар хатта батша заманында ла бер олоҫҡа ҡараған.

Халыҡ араһында бер легенда һаҡланып ҡалған. Ауылға Абзан исемле мулла килеп урынлаша. Бөтә рәсми ҡағыҙҙар уның ҡарамағында була. Ер картаһын төҙөгән саҡта үҙенең исемен мәңгелештереү ниәте менән Абзан тип яҙҙыра. Шул ваҡыттан алып ауыл Абзан тип йөрөтөлә.

1812-1814 йылдарҙағы француз яуында ҡатнашып оло наградалар менән ҡайтҡан Мырҙабулатовтар, үҙ исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында ауылға Мырҙабулат тип исем ҡушыу тураһында һүҙ ҡуҙғата. Низағ бер нисә йыл дауам итә. Тупарҙар менән бүреләр риза булмай. Ахыр, Нияҙғол тип исемләргә булалар. Был ғарызнамә Ырымбур губерна властарын ҡәнәғәтләндермәй. Шулай ҙа , Мырҙабулатовтар бик көслө ырыу булыу сәбәпле, ауылға Мырҙабулат тигән исем дә йәбешеп ҡала.
2. Абзан мәктәбе тарихынан.

Ейәнсура районы элекке Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенә ҡараған. 1917 йылғы февраль буржуаз революцияһы шауҡымы бында ла килеп етә, ауылдарҙа земство башланғыс мәктәптәре асыла башлай. Шул нигеҙҙә, 1917 йылдың 1 сентябрендә, Абзанда земство башланғыс мәктәбе ишектәрен аса. Беренсе уҡытыусы – Усман Ишбулатов, белеме – земство башланғыс училищеһын тамамлаған, 24 йәштә. 1917 – 1918 уҡыу йылында 27 малай, 12 ҡыҙ бала уҡый. ( архив, ф. 472, оп. 1, д. 606, 1-ая Усерганская волость.). Беҙ уҡыған Абзан мәктәбенең тарихы ошо датанан башлана ла инде.

1925 йылда Сөләймән Мырҙабулатов етәкселегендә яңы мәктәп бинаһы төҙөлә. Яңы мәктәптә балалар менән бергә оло йәштәгеләр ҙә уҡый, мәктәп ШКМ (школа крестьянской молодежи) итеп үҙгәртелә. Ә инде 1930 йылда Абзан мәктәбе ете йыллыҡҡа әүерелә. Ул ваҡыттарҙа бындай мәктәпте НСШ (неполная средняя школа) тип йөрөткәндәр.

1935 йылда ете йыллыҡ мәктәп урта (10 класлы) мәктәп итеп үҙгәртелә. Абзан урта мәктәбе – бөтә Ейәнсура районында берҙән-бер башҡорт урта мәктәбе була.

Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлаған Һаҙый Ғүмәров (Башҡорт Аҫҡары ауылынан), Менәүәр Нияҙғолов ( Әбйәлил районынан) кеүек йәш белгестәр эшкә килә. Урта мәктәп директоры итеп Фәтхи Ваһапов (Яңы Себенле ауылынан, яҙыусы Булат Ишемғолдоң ағаһы) тәғәйенләнә. 1937 йылда Ф. Ваһапов репрессияға эләгә, ҡулға алына, үкенескә ҡаршы, артабанғы яҙмышы беҙгә билдәһеҙ. Мәктәпкә яңы етәксе итеп Кушнаренко районынан Вәли Мөхәйәровты ебәрәләр. Ул Бөйөк Ватан һуғышы башланғансы эшләй, Ҡыҙыл армия сафына алына, унан һуғышҡа китә.

Урта мәктәптең тәүге сығарылышы 1938 йылда була. 11 егет һәм ҡыҙ ҡулдарына аттестат ала. 1938 – 1943 йылдарҙа мәктәпте бөтәһе 81 уҡыусы тамамлай. Был йылдар илебеҙ өсөн ҡатмарлы, ауыр йылдар була. Башта фин һуғышы, унан немец фашистарына ҡаршы һуғыш халҡыбыҙ яҙмышында эҙһеҙ үтмәй. Мәктәптең күп уҡытыусылары үҙҙәре теләп һуғышҡа китәләр. Абдулла Мәсәғүтов, Ғәли Мусин, Әхмәт Иҙелбаевтар батырҙарса һуғышып, яу яланында ятып ҡалалар.

1944, 1945, 1946 йылдарҙа, ҡәһәрле һуғыш эҙемтәһе булараҡ, мәктәптә сығарылыштар булмай. Һуғыштан һуңғы 1947 йылғы сығарылышты биш егет тамамлай. Уларҙың исемдәре беҙҙең республикала билдәле урын алып тора. Бына улар: Азат Абдуллин – күренекле яҙыусы-драматург; Мөхтәр Әхтәмов – БДУ профессоры, фән докторы; Абдулла Исмәғилев – 20 йылдан ашыу «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире була; Кинйәғәле Назаров – Совет Армияһы офицеры; Урал Ҡадиров – аграр университет профессоры, фән докторы.

Ошо йылдарға тиклем Абзан урта мәктәбендә өс меңгә яҡын кеше урта белем алған. Мәктәпте тамамлаусылар араһында исемдәре киң билдәле шәхестәребеҙ бик күп.



3. Топонимикаһы.

Шәртуғай хәҙерге Абзан ауылының түбәнге осонда әҙәм йырып сыға алмаҫлыҡ шыр туғай, һаҙлыҡ булған. Унда эре-эре өйәңкеләр, тал-тирәк, муйыл, башҡа бик күп төрлө ағастар бер-береһенә ҡушылып үҫкән. Ҡуйы үлән араһында ҡоштар оя ҡороп, бала сығарып, тирә-йүнгә төрлө тауыштар менән йәм биреп торған. Әкренләп кешеләр был туғайҙы үҙләштерегән, йорт һалған. Шул осорҙағы туғайҙың эҙе лә ҡалмаған, ә исеме һаҡланған.

Сусаҡтау- Абзан ҡәм Нияҙғол ауылдары араһындағы ҡая ташлы тау.

Уның тураһында ла бер легенда һаҡланып ҡалған.

Ауылдың бер егете үҙ көсө менән донъя көткән. Ә ҡыштарын һунарсылыҡ иткән. Ауылдың Муйылбикә исемле ҡыҙ менән улар бер-береһен яратышып йөрөгән. Уңайы тура килгәндә,тәбиғәт ҡосағында осрашыр булғандар. Бер ваҡыт ошо тау ҡуйынында кисен күрешергә һүҙ ҡуйышҡандар. Һөйгәнен өҙөлөп һағынған егет, иртәрәк килеп, тау башында көтөп торған.

Ауылдың бер байы Муйылбикәне өсөнсө ҡатынлыҡҡа һоратып, бер нисә тапҡыр яусы ебәргән була. Тик ҡыҙ һис кенә лә ризалыҡ бирмәй. Ә бай, һаман ниәтенән ҡайтмай, нисек тә булһа Муйылбикәне алыу сараһын эҙләй. Маҡсатына өлгәшә алмағас, егетте үлтертергә ҡарар итә.

Йылға буйлап һөйгән егетен янынан ашыҡҡан ҡыҙ тау башынан: “Муйлыбикә!”- тигән үҙәк өҙгөс тауышты ишетеп ҡараһа, байҙың ялсылары егеттең йөрәгенә хәнйәр менән сәнсккәнен күрә. Егет шул урында тораташҡа әүрелеп ҡатып ҡала. Алыҫтан ҡараһаң, егет биш бармағын йомоп, йоҙроҡлап торған кеүек.

Сусаҡтау саф мөхәббәттең символы булып быуаттар буйы ғорур баҫып тора. Ә Муйылбикә йыл да муйылдар сәскә атҡан осорҙа һөйгәне янына талпынып килгәндәй була. Әселе был урында айырыуса ашҡынып, шаулап аға. Ә йәштәр һәр яҙ һайын ошо тауға уйынға сыға. Тормош дауам итә.



Ғәлиәнтау. Абзан – Һарыҡташ юлында, Сураштан алыҫ түгел, әллә ҡайҙан ҡайҡайып, ғорур торған тау шулай атала.

Ошо тирәләге ауылдың бер уҙаманы аулдаштарын батша чиновниктарынан һәр саҡ ҡурсалап сығыш яһаған, күп тапҡырҙар ярлы- ябағаны яҡлап алып ҡалған. Батша вәкилдәре Ғәлиәнде тотоп биреүсегә йә йәшеренеп ятҡан урынын күрһәтеүсегә аҡса вәғәҙә иткән, әммә яҡташтары батырын һатмаған. Ул ошо тауҙың мәмерйәһендә , урман- туғайында йәшенеп ҡалыр булған. Шул замандың күренекле рус яҙыусыһы Крашененников был тауҙы үҙенең хикәйәләрендә йыш иҫкә ала. Легенданы ла ул яҙып ҡалдырған.

Пугачев яуында күп үҫәргәндәр тотош ауылдары менән ҡатнаша. Сураш ауылының Ғәлиән тигән кешеһе Пугачев ставкаһына бер башҡорт отрядын алып килеп ҡуша. Яу баҫтырылғас, Ғәлиән ҡарт ошо тауҙың мәмерйәһендә оҙаҡ йылдар йәшенеп йәшәй. Тора- бара ауылдаштары тауҙы уның исеме менән йөрөтә башлай, тип иҫкә алыусылар бар.

Йомғаҡлау

Үҙемдең эшемде яҙғанда, мин бик күп төрлө сығанаҡтар менән таныштым. Китапханаға барып, ауыл тарихына ҡағылышлы бай мәғлүмәттәргә юлыҡһам, мәктәп музейында архив материалдарын өйрәндем. Ауылдың эргә - тирәһенә экскурсияға ла сығырға тура килде. Бик ғозур, матур урындарҙы фотоһүрәткә төшөрөп алдым.

Ауылдың өлкән быуын кешеләре менән осрашыу күңелемде үҫтерҙе, рухи көс бирҙе. Бигерәк тә Байназаров Миҙхәт Зиннәт улының һәм Бикмөхәмәтов Шәйхислам Мөхәмәт улының һөйләүҙәре ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды.

Бай тарихлы ауылдарыбыҙҙың ҡәҙерен беләйек, ер- һыу атамаларына бәйле легендаларыбыҙҙы теркәп барайыҡ, дуҫтар!




Ҡулланылған әҙәбиәт

1. Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия.- Өфө, 1997.



2. Түләбаев М. С. «Йәнтөйәктең хәтер хазинаһы».-Өфө, 2005.

3. «Ейәнсура таңдары» гәзите.2013йыл, 17ноябрь һаны.

Достарыңызбен бөлісу:




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет