Башҡорт теленән дистанцион олимпиада һорауҙарына яуаптар
9 - 11 класс I тур (икенсе этап)
1. Һүҙбәйләнеш ул:
а) айырым һүҙҙәргә, һөйләм киҫәктәренә йәки тотош һөйләмгә төрлө мәғәнәүи, модаль, эмоциональ-экспрессив төҫмөрҙәр биреп килеүсе ярҙамсы һүҙ төркөмө;
б) ябай һөйләмдәге тиң киҫәктәрҙең һәм ҡушма һөйләм эсендәге ябай һөйләмдәрҙең бер-береһенә бәйләнеүен тәьмин итәләр;
в) үҙ-ара башҡарылыу юлы менән бәйләнгән һүҙҙәр араһындағы урын-ара, сәбәп, маҡсат, ҡаршы ҡуйыу, оҡшатыу-сағыштырыу, сикләү, ваҡыт кеүек мөнәсәбәттәрҙе белдереү өсөн хеҙмәт итеүсе ярҙамсы һүҙ төркөмө;
г) кәмендә ике үҙ аллы һүҙҙең эйәртеүле юл менән бәйләнеүенән барлыҡҡа килгән синтаксик берәмек.
Яуап: Һүҙбәйләнеш ул - кәмендә ике үҙ аллы һүҙҙең эйәртеүле юл менән бәйләнеүенән барлыҡҡа килгән синтаксик берәмек. г)
2. Ҡушма һүҙбәйләнештәр тип:
а) кәмендә өс һәм унан да артыҡ үҙ аллы һүҙҙәрҙән торған ябай һүҙбәйләнештәргә тарҡала алған һүҙбәйләнештәр атала;
б) грамматик һәм мәғәнәүи йәһәттән тарҡалмаусы һүҙбәйләнештәр атала;
в) тарҡалмаусы һүҙбәйләнештәр атала;
г) дөрөҫ яуап юҡ.
Яуап: Ҡушма һүҙбәйләнештәр тип кәмендә өс һәм унан да артыҡ үҙ аллы һүҙҙәрҙән торған ябай һүҙбәйләнештәргә тарҡала алған һүҙбәйләнештәр атала. а)
3. Грамматик һәм мәғәнәүи йәһәттән тарҡалмаусы һүҙбәйләнеш ул:
а) һүҙбәйләнеш;
б) фразеологик берәмек;
в) синтиксик үҙ аллы булмаған һүҙбәйләнеш;
г) ҡушма һүҙбәйләнеш
Яуап: Грамматик һәм мәғәнәүи йәһәттән тарҡалмаусы һүҙбәйләнеш ул фразеологик берәмек. б)
4. Тәртип һандары ниндәй аффикстар ҡушылып яһала:
а) -нсы/-ынсы/енсе/-өнсө;
б) -лап/-ләп/-лаған/-ләгән;
в) -лы/-ле/-лө;
г) -ар/-әр/-шар/-шәр.
Яуап: Тәртип һандары -нсы/-ынсы/енсе/-өнсө аффикстары ҡушылып яһала. а)
5. Ҡаҙаҡ, бот, йөк, грамм, әсмуха, килограмм, центр, тонна мәғәнәләре буйынса ниндәй нумератив һан төркөмсәһенә ҡарай:
а) майҙан, ер, үлсәү берәмектәре;
б) ауырлыҡты белдереү өсөн ҡулланылғандары;
в) оҙонлоҡ мөнәсәбәтен күрһәтеүселәре;
г) аҡса һанауҙы күрһәткәндәре.
Яуап: Ҡаҙаҡ, бот, йөк, грамм, әсмуха, килограмм, центр, тонна мәғәнәләре буйынса ауырлыҡты белдереү өсөн ҡулланылған нумератив һан төркөмсәһенә ҡарай. б)
6. Ябай яһалма һандар иҫәбенә ниндәй һандар инә:
а) бер, ике;
б) егерме өс, биш;
в) алтмыш, етмеш;
г) йөҙ, илле.
Яуап: Ябай яһалма һандар иҫәбенә алтмыш, етмеш һандары инә. в)
7. Башҡорт телендә нисә һан төркөмсәһе бар:
а) 5;
б) 7;
в) 8;
г) 6
Яуап: . Башҡорт телендә 7 һан төркөмсәһе бар. б)
8. Башҡорт телендә һандарға ғына ҡушыла торған ниндәй махсус аффикстар бар:
а) -нсы/-ынсы/енсе/-өнсө;
б) -лы/-ле/-лө;
в) -лап/-ләп/-лаған/-ләгән;
г) -ынсы/-енсе/-өнсө, -ау/-әр, -шар/-шәр.
Яуап: Башҡорт телендә һандарға ғына ҡушыла торған -ынсы/-енсе/-өнсө, -ау/-әр, -шар/-шәр махсус аффикстары бар. г)
9. Атамаларҙың оҡшашлыҡ буйынса күсерелеше:
а) метафора;
б) синоним;
в) антоним;
г) омофон.
Яуап: Атамаларҙың оҡшашлыҡ буйынса күсерелеше метафора тип атала. а)
-
Синтаксик күҙлектән һөйләм төрөн билдәләргә:
Тәбиғәттең телен аңла ғына:
Урмандар бит мең төр тауышлы,
Ҡошҡайҙарым күпме моңдар һуҙа,
Берсә яҡты, берсә һағышлы (Радик Хаимйән).
Яуап: Билдәле эйәле һөйләм.
-
Метонимия ниндәй принципҡа ҡоролған?
а) оҡшашлыҡ;
б) йәнәшәлек;
в) параллель;
г) дөрөҫ яуап юҡ.
Яуап: г) дөрөҫ яуап юҡ.
-
«Ғаиләгә артыҡ тамаҡ өҫтәлде” - был полисемияның ниндәй төрө?
а) фразеологик ҡушылма;
б) метафора;
в) метоними;
г) омоним.
Яуап: «Ғаиләгә артыҡ тамаҡ өҫтәлде” - был полисемияның метонимия төрө. в)
-
Әйтелештәре менән яҙылыштары тап килеп, мәғәнәлере ныҡ айырылған һүҙҙәр:
а) синекдоха;
б) метафора;
в) метонимия;
г) омоним.
Яуап: Әйтелештәре менән яҙылыштары тап килеп, мәғәнәлере ныҡ айырылған һүҙҙәр омоним тип атала. г)
-
Эйәрсән хәбәр һөйләм баш һөйләмдән һуң килһә, улар араһында ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла:
а) ике нөктә;
б) һыҙыҡ;
в) өтөр;
г) нөктәле өтөр.
Яуап: Эйәрсән хәбәр һөйләм баш һөйләмдән һуң килһә, улар араһында ике нөктә ҡуйыла. а)
-
Зифа (яңғыҙлыҡ исем)-зифа (сифат) –был нимә?
а) омофон;
б) омограф;
в) антоним;
г) дөрөҫ яуап юҡ.
Яуап: а) омофон
-
Рус һәм башҡорт юлда һәр саҡ юлдаш,
Табындаштар оло байрамда...(М.Кәрим).
Билдәләнгән һүҙгә морфологик анализ яһарға:
Яуап:
Табындаштар – исем,башланғыс формаһы – табындаш,яһалма, уртаҡлыҡ исем,күплектә,төп килештә,һөйләмдә хәбәр булып килгән.
-
Синонимдар рәтен билдәләргә:
а) аҡ, ҡара;
б) алйот, иҫәр;
в) гүзәл (исем), гузәл (сифат);
г) дөрөҫ яуап юҡ.
Яуап: б) алйот, иҫәр
-
Һалсы (исем) – һалсы (ҡылым) – был ниндәй күренеш?
а) омофон;
б) омограф;
в) антоним;
г) синоним.
Яуап: б) омограф
19. (...дың) [ ] был ниндәй һөйләмдең схемаһы?
а) аныҡлаусы эйәрсән һөйләмле эйәртеүле ҡушма һөйләм;
б) тултырыусы эйәрсән һөйләмле эйәртеүле ҡушма һөйләм;
в) эйә һөйләм;
г) хәл эйәсән һөйләмле эйәртеүле ҡушма һөйләм.
Яуап: а) аныҡлаусы эйәрсән һөйләмле эйәртеүле ҡушма һөйләм;
Мәҫәлән: (Әсәһе ямандың) [ҡыҙын алма].
20. Ниндәй стиль халыҡ араһында агитация эшендә ҡулланыла?
а) матур әҙәбиәт стиле;
б) публицистик стиль;
в) фәнни стиль;
г) рәсми эш ҡағыҙҙары стиле.
Яуап: Публицистик стиль халыҡ араһында агитация эшендә ҡулланыла. б)
ВЫПОЛНИЛ
Фамилия_____Фаттахова____________
Имя_________Рамиля______________
Отчество______Расуловна___________
Класс_________10__________________
Школа_____МОБУ СОШ д.Каинлыково
Город (село)________________________
Район_____Бураевский_______________
Контактный телефон__83475624335______
Ф.И.О. учителя: Саетгалиева Насима Фагимовна
Достарыңызбен бөлісу: |