Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы
“Башҡортостан Республикаһы Балтас районы муниципаль
район Хакимиәтенең мәғариф бүлеге” муниципаль учреждениеһы Тусыбай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы
Тәрбиәлә ғаилә һәм
мәктәп берҙәмлеге
Кластан тыш сара
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Сафина Гөлфирә
Абдула ҡыҙы
Маҡсат: Борон – борондан ата-бабаларыбыҙ тормошона, бай тәжрибәһенә нигеҙләнгән күренештәрһе күрһәтеү. Балаларҙа әхлаҡ сифаттары һәм үҙ-үҙеңдә ыңғай сифаттар тәрбиәләүгә ынтылыш тыуҙырыу, балаларҙың фантазияһын үҫтереү, ғөмүмән, уларҙы тормошҡа әҙерләү. “Мәҡәлдәрҙә мең төрлө ҡағиҙә” булыуына тағы ла бер инаныу.
Ата-әсәләрҙе мәктәп тормошона йәлеп итеү.
Уҡыусыларҙа ғаилә ағзаларына ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ хисе, иғтибарлылыҡ тәрбиәләү.
Халҡыбыҙҙың үткәне. Хәҙергеһе һәм киләсәгенә ғорурлыҡ тәрбиәләү.
Йыһазландырыу.
Залда баларҙың, ата-әсәләрҙең ҡул эштәре, “Минең ғаиләм” темаһына инша, һүрәттәр һәм ҡыҙыҡлы фоталарҙан күргәҙмә ойошторолған. Ғаиләләр, тәрбиә темаһына яҙылған плакаттар.
1.Инеш әңгәмә.
-Бәхет нәмә?
-һөйөүҙәрең тиң булһа,- шул бәхет!
-Тигеҙ ғүмер кисерһәң, -шул бәхет!
-Маҡсаттарыңа ирешһәң,- шул бәхет!
-Донъянан кинәнеп туймаһаң,- шул бәхет!
Ысынлап та, әҙәм балаһына бәхетле булыу өсөн күп тә кәрәкмәй . Бөгөн беҙ был залға бәхет башының ҡайҙан килгәнен. Нәмәләргә бәйле булыуын, уның нигеҙенең ҡайҙалығы тураһында һөйләшеүгә йыйылдыҡ.
Йыр “Бәхет”
-Һуңғы йылдарҙа тәрбиәлә ғаилә һәм мәктәп берлеге хаҡында күп яҙалар. Ни өсөн? Мәктәп үҙе генә ата-әсәләр ярҙамынан башҡа тәрбиә бурыстарын атҡара аламы ни?
Һүҙһеҙ, мәктәп тәрбиәлә күп нәмә бирә. Әммә һәр балаға тәрбиә нигеҙе ғаиләлә һалына. Ғаиләнең тәьҫир итеү көсө бик ҙур.
“Уҡытыусы – уҡыусы – ата- әсә” бына ошо бәйләнеште иҫтә тотоп, беҙҙең мәктәп уҡытыусылары бик күп һөҙөмтәле эштәр алып бара.
2.Быуындар сылбыры өҙөлмәһен.
(Залға Гафуровтар сыға).
Эльмира. Жәлилем малдар ҡарап кереүенә ашым бешкән, бәлештәрем әҙер. Иртәгә үткәреләһе дәрестәргә әҙерләнә торайым әлегә.
(Шул ваҡыт ҡулына “Мираҫ” тигән китап тотҡан Диләрә йүгереп керә)
Диләрә.Әсәй, нимә ул Мираҫ?
Эльмира. Мираҫ ул – байлыҡ, үткәндән ҡалған бүләк балам.
Әйтәйек бына беҙҙең динебеҙ, телебеҙ – йыраҡ быуаттарҙы кисеп, әбей – бабаларҙан ҡалған мираҫ. Беҙҙең әбей – бабайҙарыбыҙ, мәрхүмдәр, алтын көмөш ҡалдыра алмағандар, әммә өләсәйемдең әхлаҡҡлыҡҡа өндәгән һүҙҙәре – кәңәштәре баһалап бөтөргөһөҙ.
Мираҫ булып ҡолағымда яңғырап тора. Бына был китап “Балаларға нәсихәт”. Өләсәй кистәрен беҙгә үҙенең янына саҡырып шул китаптан йәдкәрҙәр уҡый , хикәйәттәр, әкиәттәр һөйләй ине.
(Эльмира китап араһынан бер ҡағыҙ тартып ала.)
-Атаһы. Ҡара әле ҡыҙыбыҙ шәжәрә эшләп куйҡан.
(Жәлил сыға, ҡулында плакат)
Жәлил.Эйе, беләм , ҡыҙым менән бергә эшләнек. Бына плакатҡа ла күсереп ҡуйҙыҡ.
Эльмира .Тарихты , үткәнеңде, быуындар сылбырын белмәй тороп, бөгөнгөнө белеп булмай .
Жәлил.Ҡыҙым, беҙҙең нәҫел ебе ҡайҙа барып тоташҡан?
( Диләрә шәжәрә буйынса һөйләй.)
Жәлил, Эльмира .Афарин.
-Улыбыҙ атаһынан күреп баянда уйнай. Хәҙер уның башҡарыуында башҡорт халыҡ йырҙарынан теҙмә тыңлағыҙ.
Гафуров Ильнур баянда уйнай.
3.Һығымта.
Шәжәрә - ул беҙҙәң үткәнебеҙ,
Халҡыбыҙҙың һағыныу таңдары.
Ырыу ағасының ғорурлығы,
Тамырҙарҙың көслө шаулауы.
Ғорур һүҙ әйт, ниндәй заттан?
Киләсәккә айыҡ ҡарар
Үҙ тарыхын белгән яттан.
4.Исемең есемеңә тап килһен.
(ЗалғаЯхиндар сыға)
Атай.Ҡасандыр беҙҙең ата – бабалар, олатайҙар,атайҙар кеүек бәләкәй булғандар.Мәҫәлән, Фәнилдең олатаһы Ғайса булған, ә хәҙер Фәнил Ғайсин. Гөлсиәнең олатаһы Лоҡман булған, ә Гөлсиә хәҙер Лоҡманова.
Ҡасандыр малай булған олатайҙарығыҙҙың исемдәре йуйылмай ҙа, онотолмай ҙа, һаман йәшәйҙәр, быуындан-быуынға күсеп киләләләр. Һеҙ ҙә атайҙар булырһығыҙ, һеҙҙең исемдәрегеҙ ҙә фамилия булып китерҙәр.
Әсәй.Һинең исемең ябай ғына бер атама түгел. Уға киләсәккә өмөт бағланған, беҙҙең һөйөү һалынған. Шулай булғас, уны үҙгәртмәҫкә, нисек ҡушылған шул килеш йөрөтөргә кәрәк.
Малай. Бәхетле булып үҫһен тип
Ҡушҡандар миңә Булат.
Ата-бабам йолаларын
Һаҡлайҙар әле яйлап.
5.Һығымта.
Күреүегеҙсә, балаға мәғәнәле исем ҡушырға кәрәк. Исем – ул кешенең Ер йөҙөндә булмышын раҫлаусы бер фактор һәм шуның өсөн дә уға ғорурлыҡ тойғоһо өҫтәргә тейеш. Борон быға ныҡ иғтибар иткәндәр һәм шуның өсөн дә исемең есемеңә тап килһен тип теләк теләгәндәр. (Ғәҙәттә бала йә батыр, йә аҡыллы, йә матур, йә шәжәрәһе буйынса абруйлы кешегә оҡшарға тырыша.) Мәғәнәле исем ҡушыу тәрбиә эшендә һиҙелерлек ыңғай күренеш буласаҡ. Үҙе аңламаған, ниндәй милләт һүҙе, ниндәй исем, нимә аңлата, ғөмүмән, берәй нәмә аңлатамы, әллә берәй нәмәнең атамаһы ғынамы икәнен дә белмәгән һүҙҙе исем итеп йөрөтөү баланы кәмһетә.
Яхиндар йырлай.
6. Атанан күргән уҡ йунған.
(Залға Шаяхметовтар сыға)
Назил. Атайҙан алтау тыуһын, алтыһы ла ата юлын ҡыуһын, тип әйткәндәр боронғолар. Минең атайым эштән һуң бик оҫта һәм дәртле итеп бейегән. Мин унан оттом, һин дә минән отоп ҡал.
Бейеү көйө яңғырай. Бейейҙәр.
Һығымта.
Ир кеше – ил тотҡаһы, тигән халҡыбыҙ, тимәк, атай кеше ғаиләлә иң хөрмәтле, иң абруйлы зат һаналған борон –борондан. Атайҙар алдында ҡысҡырып һөйләшеү, уларҙан алда һүҙ башлау, атай менән бәхәскә инеү, уның һүҙен тыңламай, әрепләшеү, табынға аҙыҡ ҡуйылғас , унан алда һонолоу ярамаған. Атай намыҫынын һаҡламаған, әсәй тәрбиәһе йоҡмаған балалар йәмғиәт өсөн ҡурҡыныс. Әйтергә кәрәк, атай абруйы бер ваҡытта ла әсәй абруйын төшөрөү иҫәбенә булмаған.
7. Икмәк – тоҙ, яҡты йөҙ.
(Залға Шәүәлиевтар сыға).
Әсәй. Балам, бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килә. Халыҡта шундай мәҡәл бар “Ас ҡунаҡҡа ҡурай уйнамайҙар”.Әйҙә өҫтәл әҙерләйек.
Ҡыҙ.Әйҙә.
(Өҫтәл ҡуйыла, әсәй ҡыҙына нисек дөрөҫ әйберҙәрҙе ҡуйырға өйрәтә.)
Линар.Беҙ ҡунаҡҡа килгәс тә
Иҫәнләшә беләбеҙ.
Кейемдәрҙе сискәс тә,
Бик матурлап эләбеҙ.
Атай. Өҫтәл артында шауламай.
Ҡысҡырынмай, шаярмай,
Үҙен итәғәтле тота
Тәрбиәле ҡыҙ, малай.
Әсәй. Ашағанда шап-шоп итеп
Тәртипһеҙ ҡыланмай ул.
Һыйҙан торғас, рәхмәт әйтә,
Тәрбиәле малай ул.
Һығымта.
Хужаның эшен ҡалдырып,
Тотҡарланмай оҙаҡлап.
Ипле кеше шулай була,
Тим мин һүҙҙе йомғаҡлап.
Ҡунаҡ саҡырышыу – халҡыбыҙҙың иң матур йолаларының береһе. Уның тәртиптәре электән ҡалыплашҡан. Ҡунаҡ өсөн аш-һыу әҙерләүгә оҫталыҡ, ихласлыҡ кәрәк булһа, кеше менән аралашыу , күңел асыу тағы ла бер зирәклек талап итә. Матур, зауыҡлы итеп кейенә белеү ҙә ҡунаҡлашыуҙы йәмләй.
Ҡунаҡлашыу, аралашыу, дуҫлашыу, әлбиттә бик һәйбәт. Ләкин әлеге көндә ҡунаҡлашыуҙың заралы яҡтары ла бар. Ул – эскеселек.
Шәүәлиева Л. “ Аҡмулланың аҡыл һүҙен дауам итәм..”
8.Серле биҙәктәр.
(Залға Ғәтиәтовтар ғаиләһе сыға.)
Әсәй. Ҡыҙым, кил әле, сәсеңде тарап үрәйем.
Луиза.(Башынан яулығын һала ла өҫтөнә ултырып)
Әсәй, мин үҙем үрҙем инде, бына ҡара әле.
Әсәй.Сөбханалла, бигерәк матур итеп үргәнһең. Тик ҡыҙым, яулыҡ өҫтөнә ултырма, башың ауыртыуҙан сыҡмаҫ, һүҙеңә һүҙ булмаҫ.
Ҡойолған сәсте , киҫкән тырнаҡты ла теләһә ҡайҙа ташларға ярамай ти торғайны әсәйем. Кеше үлгәс, тырнаҡты йыйҙыралар ти , ә сәсең яман кеше ҡулына эләкһә, боҙоҡлоҡ эшләрҙәр.
(Луиза өҫтәлгә барып ултыра)
Луиза.Эй, беҙ белмәгән әйбер күптер инде.
Әсәй. Балаҡайым, бына өҫтәлгә барып ултырҙың, ә унда икмәк ҡуябыҙ. Ә боронғолар өҫтәлде гел таҙа тотҡан. Ул хөрмәтле урын һаналған. “Аҡыллы ҡош ҡанатын һаҡлай, аҡыллы кеше һүҙен һаҡлай “йәки “Алдыңдан әйткән телең артыңдан килеп тотмаһын “,тигән иҫкәртеү ҙә бар.
Балаҡайым, тупһаға ла баҫып йөрөргә ярамай, йәтимлек теләмә.
Һығымта.
Тәхет башы – намыҫ, балам,
Намыҫыңдан айырмаһын.
Талпыныр осор сағыңда
Ҡанаттарың ҡайырылмаһын.
Булһын һәр саҡ кешеләргә
Саф күңелең,асыҡ йөҙөң.
Йәнгә уҡтай ҡаҙалмаһын
Бәреп әйткән хаҡһыҙ һүҙең.
Ғәиләлә ин ҙур , баш кеше-әти. Сөнки ул ғәиләнен барлыҡ кешеләре тураһында ҡайғырта, ә әсә кеше терәк. Терәк булмаһа, бөтә нәмә емерелә. Һәр өйҙә лә шатлыҡ, бәхет, нур булһын өсөн әткәй ҙә, әнкәй ҙә, балалар ҙа кәрәк. Һәр ғаиләгә татыулыҡ теләйбеҙ.
Күмәк йыр. “Бәхеттә, шатлыҡта”
Достарыңызбен бөлісу: |