Доклад Йыһазлау. Мультимедиа проекторы, компьютер, "бр халыҡтарының телдәре тураһында бр законы"



Дата17.07.2016
өлшемі71.03 Kb.
#204476
түріДоклад


Тел яҙмышы - ил яҙмышы.

(ата-әсәләр йыйылышына доклад)

Йыһазлау. Мультимедиа проекторы, компьютер,

“БР халыҡтарының телдәре тураһында БР законы”

“Башкортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө", “Яйык" газеталары

План.


1. Ниңә телде һакларға кәрәк?

2. Ниңә әсә теле дәресе кәрәк?

3. Башҡорт телендәге газеталарға яҙылыу беҙҙә нисек бара?

Бөгөнгө докладта мин ике һорауҙы асыҡлап китергә теләйем: 1) Ниңә кәрәк әсә теле дәресе? 2) Ниңә телде һаҡларға кәрәк?

Мәскәүҙә яҡын арала бөтә республикаларҙың да мәктәптәрендә уҡытыуҙы рус теленә күсереү тураһында указ ҡабул итергә әҙерләнәләр. Уҡытыуҙың милли компонент тигән өлөшө, йәғни әсә теле, туған әҙәбиәт, тормош һабаҡтары, Башҡортостан тарихы буйынса дәрестәр алып ташланырға, был дәрестәр урынына информатика, инглиз теле дәрестәре кертелергә тейеш була. һүҙ юҡ, кәрәкле предметтар. Әммә бөтә республикаларҙа ла (Татарстанда, Якутия, Мари-эл, Ҡалмыҡстан, Карелия - 20) был белдереү оло бәхәс тыуҙырҙы, һәр ерҙә кәңәшмәләр, митингылар, акциялар үткәрелде, ҡултамғалар йыйылды. Телде һаҡлау буйынса был акция быйыл яҙ буйы, йәй буйы барҙы. Акцияла һеҙ ҙә ҡатнаштығыҙ. Хәтерләһәгеҙ, Резеда Маратовна Мулдаҡайҙа, мин - Илсеғолда, Орловкала “Сохраним национально- образовательный компонент в школах!” тигән ҡағыҙға, һәр өйгә кереп, подпистар йыйҙыҡ, һәм һеҙ “мәктәптәрҙә башҡорт телен генә түгел, татарға-татар телен, сыуашҡа - сыуаш телен, мариға- мари телен уҡытырға кәрәк” тип ҡултамғаларығыҙҙы ҡуйҙығыҙ. Акцияла бөтәһе лә ихлас ҡатнашты. Бөгөн паспорты булмаһа, иртәгеһенә өйгә килеп подпись ҡуйыусылар ҙа булды. “Теле юҡтың - иле юҡ!” тип Р.Ғариповтың шиғырын ятлап, мине аптыратып, мәсьәләне төптән аңлаусылар ҙа булды. Әммә ҡаршылар ҙа булды. Улар илдәге политик хәлде аңламай, газета уҡымай, тел менән килеп тыуған бик тә көсөргәнешле хәлде белмәй, тип аңларға кәрәк.

Халыҡ фекере Мәскәүгә ебәрелде. Әлбиттә, 'туған тел, республиканың тарихын, географияһын, йолаларын өйрәнгән предметтар кәрәкмәй тиеүселәр ҙә күп. Әлегә был мәсьәлә хәл ителмәгән.

Әсә теле дәресе ниңә кәрәк?

Ололар белә, 60-80-се йылдарҙа беҙҙең мәктәптә рус кластары бар ине. Шунда уҡыған уҡыусылар хәҙер башҡортса яҙа белмәй, бик ауырлыҡ менән уҡый, дөрөҫөрәге, башҡортса уҡый ҙа белмәй , һәм башҡортса матур итеп һөйләй ҙә белмәй, һөйләшә, әммә һөйләй белмәй. ( Миәстә йәшәүсе Таңһылыу апай халыҡ йырсыһы Зыяфат апайҙы юбилей кисәһендә башҡортса ҡотларға теләп, минән шиғыр менән ҡотлау һүҙҙәре яҙҙырып алды. Әммә, бик тырышһа ла, уны ятлап алыу түгел, хатта уҡый ҙа алманы). Хәйер, ошонда ултырғандарҙан да ундайҙар барҙыр. Башҡорт теледәресе бөтөрөлһә, киләсәктә беҙҙең балалар менән дә шулай уҡ буласаҡ. Улар үҙ телен белмәйәсәк. Тағы 2-3 быуындан туған телен белмәгән кешегә тыуған еренең дә ҡәҙере ҡалмаясаҡ. Сөнки беҙҙе бер йоҙроҡ ител бәйләп торған башҡорт һүҙе бөтәсәк.

Беҙ үҫкәндә мәктәптә СССР тарихын, Египет, Месопотамия, һиндостан, Америка тарихын, географияһын уҡыныҡ. Башҡортостан тарихы, географияһы, медицинаһы, астрономияһы, йолалары һ.б. тураһында бөтөнләй белмәнек. Ундай дәрестәр юҡ ине. Бөгөн улар бар. 1990 йылда республикабыҙға үҙ аллылыҡ яуап алғас, ундай мөмкинселек тыуҙы. Хәҙер Башҡортостан тарихы дәресендә С. Юлаев, Ҡаһым түрә, М. Мортазин кеүек бөтә Рәсәйҙе тетрәткән башҡорт полководецтары булыуын, 18 быуатта Исмәғил Тасимовтың Петербургтағы Тау университетына нигеҙ һалыуын, "Кужай ауылынан Зәйнулла ишан Европаға билдәле дин әһеле булыуын, эргәлә генә ятҡан Уйташ, Нәрәле тауы итәктәрендә 200 йыл элек беҙҙең олатайҙар урыҫ карателдәренә ҡаршы ҡанлы һуғыш алып барыуын өйрәнәләр. Башҡортостан тарихы дәресе алып ташланһа, киләсәктә быларҙы белмәйәсәктәр. Тормош һабаҡтары дәресендә башҡорт йолаларын, байрамдарын, артистарын үтәләр. һөлөк һалыу тураһында, ҡорот, эс майы, дарыу үләндәре һ.б. менән дауалау тураһында, милли кейемдәребеҙ тураһында, боронғо башҡорт музыка ҡоралдары тураһында, бөтә донъя һоҡланған бейеүҙәребеҙ, хатта Италия консерваторияһының уҡыу программаһына индерелгән оҙон йырҙарыбыҙ тураһында тағы ниндәй дәрестә белә алырҙар һуң, тормош һабаҡтары дәресе булмаһа? Ә һеҙ үҙегеҙ баларығыҙҙың шул дәреслеген уҡып ҡарағанығыҙ бармы? Минең тотоп ҡарағандарҙан “айырылмай, роман кеүек бер тынала уҡып бөтөрәбеҙ”, тигәндәрен ишеткәнем бар.

1999 йылда бик ҙур ауырлыҡтар менән башҡорт телен дәүләт теле итеүгә өлгәшә алдыҡ. Ныҡ көрәшергә тура килде. Мәскәү ҙә түгел, үҙебеҙҙең Башҡортостанда һыйынып йәшәп ятҡан рустар, татарҙар ҡаршылашты. Рустарға рус телегенә кәрәк булды, ә татарҙар татар телен 3- сө дәүләт теле итергә маташты. Ярай, закон менән башҡорт һәм рус телдәре Башҡортостанда бер тиң дәүләт теле итеп иғлан ителде. Әммә тигеҙме уларҙың хоҡуҡтары? Мәктәптә предметтар рус телендә уҡытыу дауам итә, сөнки вуздарҙа русса уҡыталар. Был инде һеҙҙә, ата-әсәләрҙә, башҡорт теленә ҡаршылыҡ тыуҙыра. Ҡалаларҙа магазин, предприятие исемдәре русса яҙыла. Ә ниңә Башҡорг илендә ул башҡортса түгел? Рәсми эш ҡағыҙҙары (заявление, акт, протокол) русса яҙыла. Ә бит закон буйынса башҡортса яҙа алабыҙ. Тимәк, үҙебеҙ ғәйепле. Хатта өйҙә балалары менән русса һөйләшеүселәр бар. Ә ниңә шулай? Беҙгә бит татар, йә урыҫ башҡортса яҙма, һөйләмә тип тора алмай, телебеҙ дәүләт теле булғас. Беҙ үҙ телебеҙҙе иң тәүҙә үҙебеҙ кәмһетәбеҙ, яратмайбыҙ, икенсе сорт тип карайбыҙ. Йәнәһе лә математиканы, биологияны, физика, химияны русса өйрәнеүе еңелерәк. Улай булғас, ниңә япондар шул математика, физиканы русса укымай икән? Ә улар, белеүебеҙсә, донъяла иң алдынғы технологияларҙы ижад итә.

Ниңә кәрәк һуң телде һаклау?


  1. Тел - ул тарих, һуңғы 20 йылда ғалимдар, башкорт халык ижадын өйрәнеп, тарихыбыҙҙы өр- яңынан астылар, бик борон ук халкыбыҙ медицинаны ла, металлургияны ла, яу һәнәрен дә, астрономияны ла һ.б. бик якшы белгәнлеген асыкланылар. Шуға бөгөнгө укыусыларыбыҙ: ”Беҙ - иң боронғо цивилизациялы халыктарҙың береһе”,-тип укый. Үҙ телен белмәгән ғалим, әкиәттәр, эпостарыбыҙҙы укый алмаҫ ине лә, был асыштарҙы яһай алмаҫ ине. Уйлап карағыҙ, беҙҙе башкорттар - күсмә халык, иген сәсмәгән, тип укыттылар. Ә борон заманда ижад ителгән әкиәттәребеҙ “Егет әсәһенең усына ҡыҙҙырылған ҡурмас һалған да серҙе әйттергән” тип торалар. Иген булмағас, ҡурмасты кайҙан алды икән был егет?

Йәки икенсе миҫал. Географик атамалар ниндәй телдә кушылыуына карап, был ерҙә ниндәй халык йәшәүен әйтә алабыҙ: Ағиҙел, Ирәмәл, Күмәс, Уйташ... был исемдәр башкорттоҡо икәне күренеп тора. Ярай, улар Башкортостанда урынлашкан. Чебаркуль, Тургояк, Зюраткуль, Миасс - йәғни, Сыбар күл, Түрге як, Йөрәккүл, Мейес - Башкортостанда урынлашмаһалар ҙа, башҡорт һүҙҙәре булғас, бында электән башҡорттар йәшәгән тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Мине, әлбиттә, Капова пещера менән Белая йылғаһы ғына аптырата, мең йыл элек ниндәй урыҫ йәшәне лә Башҡорт иленең тас уртаһында яткан ерҙәребеҙгә үҙенсә исем кушты икән? Моңһоҙлок был, үҙебеҙҙең битарафлык был! Әгәр, башҡорт телен бөгөн бөтөрһәк, урыҫ телле балаларыбыҙ бөтә донъяға билдәле Ирәмәлгә, Янғантауға, һ.б. тау-йылғаларға русса исем ҡушыуҙарына иҫе лә китмәйәсәк.

2. Мәсьәләнең тағы бер яғы бар. Телдә һәр милләттең рухы, психологияһы, күңеле сағыла. Кавказ халыктары - ҡыҙыу халык, шул характеры уларҙың телендә лә күренеп тора: 3-4 тартынҡыһын бер юлы әйтеп, өҙөп һөйләшә улар. Ә ҡытайҙар - тыныс халыҡ: һүҙҙәре лә “ляо сянь”, тип йырлап кына торған һымак. Ә башҡорт телен тыңлаған сит ил кешеләре телебеҙҙең моңона һокланалар. Сөнки тәбиғәттәге бөтә өндәрҙе тиерлек үҙенә алған халкыбыҙ. Шуға уның күңеле бай. Тағы ошо урында “Йәшлек” газетаһында Наил Юлдашбаевтың “Башкорт теленең көсө" ( 2008 йыл 26 февраль) мәҡәләһенән өҙөк килтерге килә. “Аңдағы психик көсөргәнешлектең күп кенә өлөшөн тамак төбөндә барлыҡҡа килгән өндәр таҙартып торорға тейеш. Башҡорт телендә улар бишәү: х, ғ, ҡ, һ,ң, ә рус телендә бер х өнө генә. Уныһы ла ул телдә тамаҡ төбөндә яһалмай, өҫкө аңҡауҙың уртаһында. Күреүебеҙсә, рус теле тамаҡ төбөндә яһалған өндәргә ҡытлыҡ кисерә. Бына уларҙың урынына, тамак төбөн таҙартыу өсөн, тамак төбөнән әйтелгән һәм “х” өнө менән башланған һүгенеү һүҙҙәре ярҙамға килә лә инде” . Шулай итеп, үҙебеҙ белмәһәк тә, телебеҙ беҙҙең сәләмәтлегебеҙҙе лә тәьмин итеп тора икән, тик рәхәтләнеп һөйләш тә һөйләш!

Бына шулай, уҡыу программаһынан милли компонентты алып, беҙ туған телебеҙҙән, башҡортлоғобоҙҙан, асылыбыҙҙан баш тартабыҙ.

Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов Ресублика уҡытыусыларының август кәңәшмәһендә был турала: Мәктәптәрҙең уҡыу программаһында милли компонентты һаклау бик мөһим, һәр кеше үҙенең туған телен, тарихын, мәҙәниәтен белергә, яратырға тейеш. Сөнки шул сакта ғына кеше Шәхес булып үҫә ала. Беҙ Рәсәй халыктарының тарихи хәтерен юҡҡа сығарыуға бөтә көсөбөҙ менән ҡаршы торорға тейешбеҙ”, - тип белдерҙе.



.

Достарыңызбен бөлісу:




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет