Үҫеп килеүсе йәш быуынға идея-политик, патриотик, әхләҡи-этик, эстетик һәм хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙә, донъяға ҡарашын формалаштырыуҙа художестволы әҙәбиәт мәктәптә айырым бер урын тота



Дата16.06.2016
өлшемі50.6 Kb.
#139759
Үҫеп килеүсе йәш быуынға идея-политик, патриотик, әхләҡи-этик, эстетик һәм хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙә, донъяға ҡарашын формалаштырыуҙа художестволы әҙәбиәт мәктәптә айырым бер урын тота. Уның ыңғай йоғонтоһо һөҙөмтәһендә уҡыусылар үҙҙәрен уратып алған ысынбарлыҡты, кешеләрҙе һәм тормошто тәрәнерәк төшөнә, үҙ шәхесе хаҡында ла уйлана. Юҡҡа ғына әҙәбиәтте “тормош дәреслеге” тип атамайҙар.

Сәнғәттең бер төрө булараҡ, матур әҙәбиәт уҡыусыларға эстетик тәрбиә биреү сығанағы булып тора. Нәфис әҙәбиәттең идея-эстетик йөкмәткеһе уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Балалар әҫәрҙе уҡығанда ябай күҙәтеүсе генә булып ҡалмай, ә шул ваҡиғаларҙың ҡатнашыусыһына, геройҙарҙың иптәшенә әйләнә, улар менән бергә йәшәй, борсола, шатлана. Икенсе яҡтан, уҡыусы күңеленә тәьҫир итеп, әҙәби әҫәр логик һәм образлы фекерләргә өйрәтә, хис-тойғоно байыта, эмоциональ-эстетик кисерештәр уята.

Художестволы әҙәбиәттең белем һәм тәрбиә биреү функцияһынан тыш социаль тәьҫирле булыуын да оноторға ярамай. Башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеү уҡыусыларға халыҡ һәм милләт яҙмышын тәрәнерәк аңларға ярҙам итә, уларҙың милли уҙанын үҫтерә, туған халыҡҡа һәм теленә һөйөү тәрбиәләй. Туған тел проблемаһы киҫкен торған ваҡытта әҙип һүҙе, уның бай йөкмәткеле, юғары художестволы әҫәре үҫеп килеүсе йәш быуынға айырыуса ныҡ тәьҫир итә: яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡып, бала телмәрен байыта, матур әҙәби телдә һөйләшергә һәм яҙырға өйрәнә.

Матур әҙәбиәт шулай уҡ балаларҙың телмәр үҫешенә, яҙыу һәм һөйләүенә, тасуири уҡыуына ыңғай йоғонто яһай, дөйөм культураһын тәрбиәләй, рухи яҡтан сыныҡтыра.

Художестволы әҙәбиәттең күп быуатлы тәжрибәһе хаҡында, уның алғы көнгә булған бурыстары тураһында, мәктәптә әҙәбиәт уҡытыуҙың торошо буйынса һуңғы ваҡытта етди-етди мәҡәләләр яҙылды, ҙур-ҙур хеҙмәттәр баҫылып сыҡты. Әҙәбиәттең үҙенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙә ул хеҙмәттәр, һис шикһеҙ, дөрөҫ һәм эҙмә-эҙлекле фекер йөрөтәләр. Күренекле ғалим-әҙәбиәтсе Ким Әхмәтйәнов әҙәбиәттең мәксатын белем биреүҙә һәм уҡыусыла донъяға дөрөҫ ҡараш тәрбиәләүҙә күрә. Бурыстың ул биш үҙенсәлектәрен күрһәтә.

Беренсенән, доъяны өйрәнеүҙә һәм үҙгәртеп ҡороуҙа әҙәбиәттең төп ҡоралы – образлылыҡ, икенсе төрлө әйткәндә, әҙәбиәт кешенең аҡылына ғына түгел, ә хис-тойғоларына мөрәжәғәт итә. Был йәһәттән, мәктәптә әҙәбиәт дәрестәрендә яҙма телмәр үҫтереүҙең йоғонтоһо бар. Балаларҙың күҙәтеүсәнлеге, образлы һәм логик фекерләү һәләтлеге үҫә.

Икенсенән, әҙәбиәттең төп берәмеге – образ. Уҡыусыларға әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыуҙан илһам алып йәшәргә, тормоштағы һорауҙарға яуап табырға, геройҙарҙың хис-тойғоларын үҙ итеп күрергә образ ярҙам итә. Быға әҙәби әҫәрҙәрҙе йомғаҡлау эштәрендә образдарға характеристика биреү, кеше образын тулы күҙ алдына баҫтырыу күрһәтелә.

Өсөнсөнән, әҙәбиәт – ижтимағи аңдың иң демократик формаһы. Синфи көрәш, донъялағы ҡатмарлы ижтимағи күренештәрҙе ул кешеләрҙең көндәлек тормошо миҫалында асып бирә. Быға миҫал итеп әҙәбиәт программаһында З.Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһы, Һ.Дәүләтшинаның “Ырғыҙ”, Я.Хамматов “Бөртөкләп йыйыла алтын” һ.б. романдарҙа ҡатмарлы проблемалар, геройҙарҙың бала сағынан башланып формалашыуы, үҫеше күҙәтелә һәм был халыҡ яҙмышы менән тығыҙ бәйләнештә булыуын билдәләй.

Дүртенсенән, әҙәбиәттең йөкмәткеһе – шиғриәт телен һорап торған конкрет тормош күренештәре.

Бишенсенән, әҙәбиәттең төп предметы – кеше. Әҙәбиәт тәжрибәһе шуны күрһәтә, барлыҡ күренекле әҫәрҙәрҙең дә үҙәгендә кеше һәм уның ижтимағи һәм шәхси тормошо тора. Һәр тарихи дәүер үҙенең геройҙарын тыуҙыра. Ә бөгөнгө көндә балалар күпселек әҙәби әҫәрҙәрҙән айырылыбыраҡ тора, сөнки уларҙы уратып алған компьютер технологиялары етерлек информация менән тулған. Шуға күрә мәктәптә генә әҙәбиәт дәрестәрендә генә балаларҙы тормош дәрестәре менән таныштырып була. Кешенең шатлыҡтарын, ҡайғыларын уртаҡлашырға өйрәтеү, геройҙарҙың хаталарын күҙәтеү, йәшәүҙең асылын аңлау бурыстарына тик әҙәбиәт дәрестәрендә генә ирешергә була.

Ләкин художестволы әҙәбиәттең белем биреү һәм тәрбиәүи мөмкинлектәре мәктәптә дөрөҫ ойошторғанда ғына асыла.

Ойоштороуҙың бер формаһы – дәрес. Уның сценарийын яҙыусы, режиссеры һәм дирижеры – уҡытыусы. Шуға күрә дәрестең 70% өлөшө уҡытыусының үҙенә төшә. Дәрес – уҡытыусының ижад емеше, сөнки дәрестә уның методик ҡараштары, әҙәби культураһы, оҫталығы һәм тәжрибәһе сағыла.

Дәрескә әҙерләнгәндә, уҡытыусы башта уның маҡсатын һәм йөкмәткеһен асыҡлай, артабан методтарын һәм алымдарын билдәләй. Теләһә ниндәй дәрестең структураһы һәм деталдәре алдан уйланған булырға тейеш. Уҡытыусының маҡсаты – дәрестә уҡыу ситуацияһы тыуҙырыу һәм бөтә этаптарҙы ла шул ситуацияға бәйләргә кәрәк.

Беҙҙең Яңауыл ҡалаһының Р.Гәрәев исемендәге мәктәптә әҙәбиәт дәрестәре Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. тарафынан баҫтырылған дәреслектәр буйынса үткәрелә. Был дәреслектәр рус телле мәктәптәрҙә башҡорт балаларына туған телен өйрәтеүҙә мөһим эшен ойоштора. Программаға ярашлы календарь-тематик пландар төҙөлә, унда әҙәбәткә айырым билдәле урын бүленә. Әгәр башҡорт теле аҙнаһына 5 сәғәт икән, уның 3 сәғәте әҙәбиәткә бирелә. Был, әлбиттә, башҡорт әҙәбиәтен ныҡлы рәүештә өйрәнеүҙе талап итә һәм балаларҙың әҙәби белемен арттырыуға, әҙәбиәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыуға тәьҫир итә.

Башҡорт әҙәбиәтенән программаһын күҙәтеп китһәк, унда халыҡ ауыҙ-тел ижадын өйрәнеүгә 5-9 кластарҙа байтаҡ ваҡыт бүленә. Был аңлашыла ла, сөнки фольклор – беҙҙең бай рухи ҡомартҡыбыҙ. Уны тыуҙырыуҙа, идея-художество һәм форма йәһәтенән быуаттар буйына камиллаштырып, һүҙ сәңғәте юғарылығына күтәреүҙә халҡыбыҙҙың дөйөм аҡылы һәм образлы фекерләүе ҡатнашҡан.

Мәктәптә халыҡ ижады әҫәрҙәрен өйрәнеп, уҡытыусы балаларға белем һәм күп яҡлы тәрбиә биреү мәсьәләләрен хәл итә, сөнки башҡорт фольклорында халыҡтың эстетик, педагогик, философик ҡараштары үҙенсәлекле сағылыш таба. Был әҫәрҙәрҙе өйрәнеү уҡыусыларҙың әҙәби телен байытыуға, әсә телендә логик фекерләү һәләтен үҫтереүгә, шуның менән бергә туған тел сығанағы – фольклорға һөйөү тәрбиәләүгә алып килә.

Мәҫәлән, “Урал батыр” эпосын өйрәнеүҙең белем биреү һәм тәрбиәүи әһәмиәте хаҡында әйтеп тороуҙың кәрәге юҡтыр. Был поэтик ҡомартҡы йәш быуында тарихи һәм милли уҙанды үҫтереүҙә ифрат әһәмиәтле. Эпостың бай йөкмәткеһе, тәрән гуманистик асылы йәштәргә башҡорт ырыуҙарының барлыҡҡа килеүе, ғәҙеллек һәм яуызлыҡ көрәше, үлем һәм үлемһеҙлек, халыҡтың донъяға ҡарашы һәм уны аңларға тырышыуы, йәшәйеш, төрлө ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар тураһында уйланырға мөмкинлектәр аса.

5-6 кластар программаһында уҡыу һәм хеҙмәт, Ватан темаһы, халҡыбыҙҙың героик көрәше, тәбиғәт һәм кеше, тыныслыҡ өсөн көрәш проблемалары күтәрелә. 7-8 кластарҙа әҫәрҙәр тарихи-хронологик күҙлектән сығып һайлана, был дәреслектәр төҙөлөшөндә дөйөм принцип – еңелдән ауырға барыу. Шул уҡ рәүештә 9-11 кластарҙа был принцип һаҡлана, әммә унда айырым әҫәрҙәр генә түгел, ә төрлө тарихи осорҙа йәшәгән яҙыусылар ижады хронологик тәртиптә бирелә, йәғни әҙәбиәт тарихы күҙ алдына баҫтырыла.

Һәр осор әҙәбиәте буйынса мөһим мәғлүмәттәр алыу аша уҡыусылар художестволы әҙәбиәттең билдәле бер тарихи шарттарҙа үҫеш тенденцияһын, халыҡтың ижади һәләтлелеген күрергә тейеш. Башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеү процессында уҡыусылар халыҡтың үткән һәм бөгөнгө тормошо менән танышалар, халыҡ тарихына фажиғәле ваҡиғаларҙы яңыса баһаларға өйрәнәләр, үҙгәртеп ҡороу осоронда халыҡ тормошондағы үҫеш һәм үҙгәрештәрҙе, кешеләр араһында яңы мөнәсәбәттәрҙең барлыҡҡа килеүен күрәләр.



Шулай итеп мәктәп программаһында әҙәбиәт дәрестәренең булмауын күҙ алдына килтереп булмай, ул үҙенә башҡа тәрбиәүи прцессында сылбырҙы бәйләүсе өлөш, әгәр уны өҙөп ташлаһаң, еп таралып китәсәк.

Достарыңызбен бөлісу:




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет