V-viii кластар өсөн интернет-олимпиада яуаптары Башҡорт әҙәбиәте Ҡаһым түрә Икенсе әрме, Ҡаһым түрә, Абдрахман батыр легендалары, Яныбай Хамматовтың «Төнъяҡ амурҙары»



Дата08.07.2016
өлшемі104.12 Kb.
#185250
V-VIII кластар өсөн интернет-олимпиада яуаптары

Башҡорт әҙәбиәте

1. Ҡаһым түрә

2. Икенсе әрме, Ҡаһым түрә, Абдрахман батыр легендалары, Яныбай Хамматовтың «Төнъяҡ амурҙары», Зефировтың «Йәнтүрә хикәйәһе», Сабит Фазлыевтың «Бонапарт ишеткән оран» хикәйәте, Б.Бикбай «Ҡаһым түрә» драмаһы.

3. Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта,

Һул ҡулында булыр ҡурайы

Уның уң ҡулында – уҡ-һаҙаҡ, һул ҡулында – ҡурай. Башҡорт яусыларын һәр ваҡыт ҡурай оҙатып барған.

4. Байыҡ сәсән.

Байыҡ Айҙар сәсән (Аблаев) Златоуст өйәҙе Мырҙалар волосы Монай (Арҡауыл) ауылында (хәҙерге Салауат районы) 1734 йылда тыуған, һуңынан Мәхмүт ауылына күсеп йәшә­гән. 1815 йылда вафат булған. 1812 йылғы Ватан һуғышы батыры Әхмәт Байыҡ (ул 1784 йылда тыуған, уның хаҡында ошо уҡ исемле йыр һаҡланып ҡалған)  — Байыҡ сәсәндең-улы.

Байыҡ сәсән Аблаев — XVIII—XIX быуаттарҙа Башҡорто­стан тарихында тәрән эҙ ҡалдырып үткән күп кенә оло ваҡиғаларҙың тере шаһиты. Фольклор материалдарына ҡарағанда, ул 1755 йылғы Батырша ихтилалында ҡатнаш­ҡан кеше, уның атаһы Байназар тархан заманында Салауат батырҙың атаһы Юлай старшина Аҙналин менән яҡындан аралашып йәшәгән. Байыҡ сәсән үҙе лә Юлай старшина менән күп кенә яуҙарҙа булған. Шул уҡ фольклор материал­дарына ҡарағанда, Байыҡ сәсән атаһы менән дә йыш ҡына уртаҡ тел таба алмаған, күп ғүмерен ситтә үткәргән.

Ҡаҙаҡтар араһына ул, асылда, XVIII быуаттағы башҡорт ихтилалдары еңелгәндән һуң, эҙәрләүҙәр осоронда барып сыҡҡан. Ләкин тура һүҙле сәсән был яҡтарҙа ла тыныслыҡ тапмаған. Шулай бер ваҡыт ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтешкәндә ул Абылай солтанға һүҙ тигеҙгән, ти. Өҫтәүенә, Байыҡ сәсән башында, хандар тажына оҡшатып, сәс толомо, йәки айҙар, йөрөтөр булған, сәсәндең Айҙар ҡушаматы ла шу­нан тороп ҡалған. Байыҡ сәсән ошо ваҡиғанан һуң киренән Уралға ҡасып ҡотолған.

1812 йылғы француз яуы башланғас, аҡ һаҡалы биленән ашҡан Байыҡ Айҙар сәсән көтмәгәндә батырҙарҙы яуға оҙатҡан йыйынға килгән һәм илһамлы ҡобайырын әйткән:

 Мәскәүҙә ҡупҡан шау, тиҙәр,

Килеп баҫҡан яу, тиҙәр,

Француз булһын, кем булһын,

Ситтән килгән ят булыр.
Унан илгә ҡот булмаҫ.        
Баҫҡан ере ут булыр,
Үҙе Сыңғыҙҙан эт булыр.

Халыҡ Байыҡ сәсәнде танып, шунда уҡ умарта ҡортондай гөжләшеп яуға күтәрелгән, ти. Байыҡтың улы Әхмәт тә атаһы ҡулынан ҡылыс алып яуға киткән.

Легендаларға ҡарағанда, Байыҡ сәсән йөҙ ҙә ике йәшендә француз яуынан ҡайтҡан батырҙарҙы "Байыҡ", "Әхмәт Байыҡ" йырҙарын уйнап ҡаршы алған, ти.

Байыҡ Айҙар сәсәндең һуңғы йылдарҙа баҫылып сыҡҡан киң билдәле ҡобайырҙары: "Байыҡ сәсәндең Салауат батыр­ға әйткәне", "Байыҡ сәсәндең ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтешкәне", "Байыҡ сәсәндең батырҙарҙы француз яуына оҙатҡаны", "Байыҡ сәсәндең ҡайтанан килеп сыҡҡаны, ха­лыҡҡа туғанлыҡты аңлатҡаны" һ. б.







5. Яныбай Хамматов.

З.Исмәғилев «Төньяҡ амурҙары»

6. Тарихи сығанаҡтарға ҡарағанда, ул сығышы буйынса хәҙерге Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылынан.

7. «Йәнтүрә хикәйәһе», рус яҙыусыһы Зефиров

8. Фазыл Туйкин «Ватан ҡаһармандары»

9. Любизар

10. Байыҡ Айҙар сәсән

11. Александр Беренсе

12. Икенсе әрме, Ҡаһым түрә, Абдрахман батыр легендалары

13. Полководец дәрәжәһе, Ҡаһым түрә.

14. Башҡорттар Парижда саҡта, Францияға килгән атаҡлы инглиз яҙыусыһы Вальтер Скотт «Төнъяҡ амурҙары»ның ҡалала уҙғарған көнкүрешен мауығып яҙған.

15. 80 йәш



V-VIII кластар өсөн интернет-олимпиада яуаптары

Башҡорт теле

1.Көршәк, әсәй, китап, йүкә, олатай, елән, сәңгелдәк, нәфис, мәҡәл, ябалаҡ, яу, ябай, мәҙрәсә, һыу, юл, ҡорот, әйбер.

2. Атай, атыу, тау, ит, мин, был, ир.

3. Көньяҡ, Гөлйемеш, дуҫ-иш, аҡтамыр.

4. Партизан.

Патриот


Башлыҡ

Драматург

Ректор

Генерал-майор



5. Беренсе бағанала – үҙләштерелгән һүҙҙәр

Икенсе миҫал – күп мәғәнәле һүҙҙәр.

Өсөнсө миҫал – күсмә мәғәнәле һүҙҙәр

Дүртенсе миҫал – синонимдар

Бишенсе – профессионализм

Алтынсы – диалект һүҙҙәр

Етенсе – омонимдар

Һигеҙенсе – антонимдар

Туғыҙынсы – дөйөм ҡулланылышлы

Унынсы – иҫкергән һүҙҙәр

6. Батыр яуҙа беленер, сәсән дауҙа беленер.

Батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәҫ.

Байлыҡ күрке мал менән, батыр күрке йән менән.

Күҙ ҡурҡаҡ, ҡул батыр.

Батыр бер үлер, ҡурҡаҡ (ҡырҡ) мең үлер.

Егет булһа, батыр булһын, ҡыҙ булһа, матур булһын.

Батыр алдында арыҫлан да ҡурҡаҡ.

Батыр ут булыр, ҡурҡаҡ юҡ булыр.

7. Ҡуш йөрәкле-батыр йөрәкле – бик ҡыйыу

Тишек кәмәгә ултыртыу – кәкре ҡайынға терәтеү – алдау

Балтаһы һыуға төшөү – кикереге төшөү – кәйефе төшөү

Айыу майы һөртөү – ҡулы оҙон – урлау

Телдән ҡалыу-телде йотоу – һөйләшә алмаҫ булыу

8. «Башҡорттоң хатта аты ла үҙенең яйына ҡалыплашҡан: салт, сыҙам һәм өркөүһеҙ, шуның өҫтәүенә әрһеҙ һәм арзан», - тип яҙа генерал Чернов.

9. Ҡаршылашҡан, йыйылған, шымартыусы, булған.

10. Любизар йырынан. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм.

11. 1812 йылғы Ватан һуғышы Рәсәйҙә йәшәгән бар халыҡтарға, шул иҫәптән башҡорттарға ҡағылды.

Ватан һуғышына башҡорттар (төп килеш) үҙҙәренең аттары, ҡоралдары менән киткәндәр. Беҙҙең башҡорттарҙы (төшөм килеш) бик ҡыйыу, батыр һуғышсы тип иҫкә алалар. Улар Францияның баш ҡалаһы Парижға тиклем барып етеп, Наполеонды, француздарҙы һөңгө, йәҙрәләре менән ҡурҡытты. Дәһшәтле яуҙа башҡорттарҙың (эйәлек килеш) ғәскәрендәге уяу ир-егеттәр «Алға!»- тип дәррәү һөжүм иттеләр. Башҡорттарҙа (урын-ваҡыт килеш) ғәскәр рухы көсәйҙе, барыһы берҙәм хәрәкәт итте. Француздар уҡ-һаҙаҡлы һыбайлы башҡорттарҙан (сығанаҡ килеш) ҡурҡып ҡаса. «Еңдек!», - тип ҡыуана яугирҙар.

Һуғыш тамамланғас, башҡорт атлылары Рәсәй императоры менән осраша. Император һуғышта батырлыҡ күрһәткән башҡорттарға (төбәү килеш) маҡтау һүҙҙәре әйтә. Халыҡ батырҙарын барыбер онотмай, уның тураһында йырҙар сығара, яҙыусылар әҫәрҙәр ижад итә. Һәр киләсәк быуын үҙ халҡының үткәне, уның батырҙары тураһында тарих аша ғына түгел, ә халыҡ ижады аша һәм яҙыусылар әҫәрҙәрен уҡып таныша, улар менән ғорурлана ала.

12. Әкрен ул – сифат, яман уттарҙы – сифат, тиҙ етә – рәүеш, яман үкереп – рәүеш.

13. Ата-олатайҙарҙың даны менән ғорурланыу кәрәк кенә түгел, был хатта бик мөһим һәм мотлаҡ

А.С.Пушкин

Яныбай Хамматовтың «Төнъяҡ амурҙары» башҡорт яугирҙарының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыу ваҡиғаларына арнала. Романдың икенсе китабына бирелгән аннотацияла әйтелгәнсә, унда «полководец Кутузов етәкселегендә рус ғәскәрҙәренең француздарҙы тар-мар итеүе, батыр рус яугирҙарының, улар сафында башҡорт полктарының да Парижға барып етеүе», Ҡаһым түрә, Буранбай кеүек тарихи шәхестәрҙең яҙмышы һүрәтләнә. Генерал Коновницын, Ырымбурҙағы генерал-губернатор Волконский образын хикәйәләүҙең күп планлы, эпик ҡоласлы булыуын тәьмин иткән. 1814 йылда башҡорттар немец шағиры Гетеға уҡ-ян бүләк итә. Был турала уның секретары И.П. Эккерман яҙмаларынан белеп була. «Йәнтүрә хикәйәһе» халыҡ ижады аша рус яҙыусыһы Зефировҡа, унан «Төнъяҡ амурҙары»на килеп инә. Йәнтүрә – һуғышта ҡатыны менән ҡатнашҡан легендар геройҙарҙың береһе. Ябайлыҡ, тыйнаҡлыҡ өҫтөнә, ҡатынына дуҫ һәм ысын яугир юлдаш итеп ҡараған Йәнтүрә образы әҫәр структураһына ҙур ғына социаль йөкмәтке өҫтәй. Шул осорҙағы башҡорт йәмғиәтендә, бигерәк тә ябай ғаиләләрҙә ҡатын-ҡыҙға булған мөнәсәбәте лә күренә. Походта Йәнтүрәнең ҡатыны, ирҙәр менән тиң хоҡуҡлы яугир булыу өҫтөнә, тапҡырлыҡ һәм геройлыҡ күрһәтә.

Романда бер яҡтан ваҡиғаларҙың документаль дөрөҫлөгөн күҙалларға тырышыу, икенсе яҡтан фольклор материалдарын урынлы һәм мул файҙаланыу тарихи ысынбарлыҡты йәнле итеп һүрәтләүгә килтерә. Илбаҫарҙарға ҡаршы күтәрелгән халыҡтың рухын күрһәтеү яғынан был алым бик отошло.

Был әҫәрҙе өйрәнеүҙе мин бөгөнгө көндө актуаль тип һанайым, сөнки 2012 йыл Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы буйынса Рәсәй тарихы йылы тип иғлан ителде. Тарихи факттарҙы сағылдырыу менән бер рәттән, яҙыусының фольклор традицияларын оҫта файҙаланыуы романдың идея йөкмәткеһен тәрәнәйтә, уҡыусыға рухи байлыҡ, эстетик ләззәт килтерә.

Бигерәк тә йырҙар шул дәүерҙәр рухын үҙ дөрөҫлөгөндә сағылдырғандар.

Шул йырҙар араһында иң әһәмиәтлеһе – «Любизар» йыры. «Төнъяҡ амурҙары» романының сюжет линияһында был йыр геройҙар тарафынан ижад ителә. «Ҡаһым түрә» йырының геройы – йәш башҡорт полковнигы Ҡасим Мырҙашев. Ваҡытлы матбуғатта Ҡаһым түрәнең ҡайһы яҡтан булыуы тураһында бәхәсле мәғлүмәттәр күренгеләп ҡала.

Романға күп йырҙар төп геройҙарының береһе – Буранбай-Йәркәй сәсән башҡарылыуында инеп китә. Ул ҡайһы бер йырҙарҙың башта тарихын һөйләй, шунан башҡарып күрһәтә («Баяс», «Катенька» йырҙары). Үҙе ижад иткән йырҙар ҙа романда ҙур урын биләй («Ялан Йәркәй», «Һары ла сәс», «Кутуз бәйете»).

«Француз көйө», «Икенсе әрме», «Эскадрон», «Ирәмәле» кеүек йырҙар башҡорт атлыларын яуға оҙатыу хаҡында хикәйәләй. «Әхмәт Байыҡ», «Байыҡ»? «Һай, илкәйем» йырҙары башҡорт атлылары үткән юл тураһында баштан аҙағына ғына саҡлы хикәйә итә.

«Икенсе әрме» йырының геройы – халыҡ. 1812 йылғы Ватан һуғышы йырҙарында батырҙарҙың ҡыйыулығы тураһында хикәйәләү менән бер рәттән, уның эске донъяһын, кисерештәрен, уй-фекерен асыуға һур урын бирә. Бөйөк рус халҡы менән быуаттарға һуҙылған ҡаҡшамаҫ дуҫлыҡтың иҫтәлеге булып «Кутузов» йыры тыуған, бында мәшһүр полководецтың батырлығына дан йырлана. Йырҙа Кутузов һәм Рәсәй бер-береһенән айырылмай торған төшөнсәләр итеп һүрәтләнә. Йыр Кутузовтың йөҙөндә Рәсәйҙең көсөн һәм ҡеүәтен дөйөмләштерә, уның еңелмәҫ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

«Ҡаһым түрә» йырында ла халыҡ батырын характерлауҙы күрәбеҙ. Йырҙа Ҡаһым түрәгә халыҡтың ҡарашы белдерелә, уның эшмәкәрлегенә баһа бирә.

Верхнеуральск ҡалаһында тыуған шағир-декабрист Петр Кудряшев (1797-1827), башҡорттарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуҙары тураһында йырҙар яҙып алған. Бында йырҙарға «Башҡорт егетенең һөйгәне менән хушлашыу», «Яу алдынан башҡорттоң йыры», «Абдрахман», “Башҡорттарҙың һуғыш уйындары” тигәндәрҙе индерергә мөмкин. Аҙаҡтан был йырҙарҙы Кудряшев рус теленә тәржемә итә һәм «Вестник Европы» һәм «Отечественные записки» тигән журналдарҙа баҫтырып сығара.

Республикабыҙ күп быуатлыҡ тарихҡа бай.Ул бөгөн Рәсәйҙең терәк төбәктәренең береһе булып торған республика тарихы. Ул – киләсәк тарихы…

Башҡорт халҡы XVI быуат уртаһында үҙ теләктәре менән Рәсәйгә ҡушылған. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй тарафынан йәберләүгә ҡаршы ун туғыҙынсы быуатҡа тиклем баш күтәреп торған. Рәсәй алып барған һәр һуғышта ҡатнашҡан. Был ваҡиғалар бөтәһе лә башта халыҡ ижадында, аҙаҡ нәфис әҙәбиәттә сағылыш тапҡан. Рәсәй тарафында барған ваҡиғалар башҡорт әҙәбиәтендә ҙур сағылыш таба һәм башҡорт халҡы тарихы менән үрелеп бара.

14.

1. Ватан һуғышы тураһында әҫәрҙәр менән танышыу уҡыусыға рухи байлыҡ, эстетик ләззәт килтерә.



2. Башҡорттар яуҙа үҙҙәрен ҡыйыу, көслө, уяу һуғышсылар итеп күрһәтә.

3. Рус, башҡорт яҙыусыларының Ватан һуғышына арналған ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

4. Уҡымышлымын.

5. Ватан һуғышы тураһында башҡорт халҡы йырҙарын, риүәйәттәрен, хикәйәттәрен күп уҡыным.

15.

1. диалект



2.үҙләштерелгән

3. фразеологик берәмек

4. профессиональ

5. неологизм



6.иҫкергән

7.интернациональ

Достарыңызбен бөлісу:




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет