ЫРҒЫҘ беренсе киҫӘк көтөүселәр



бет13/26
Дата06.07.2016
өлшемі1.92 Mb.
#181398
1   ...   9   10   11   12   13   14   15   16   ...   26

Йөҙәк ашы

1

Марттың үткер еле, ҡар битен ашап, ваҡ ҡына шаҙралар яһай, белендермәй генә иретә. Ҡояш нурҙары тәҙрә үтә йылы һирпәләр. Өй артындағы муйыл ҡыуағының ҡыу ботаҡтарына теҙелгән биш-алты турғай, ниҙер сутырлашып, бер осоп, бер ҡунып, сыр-сыу киләләр. Өй алдының көньяҡ мөйөшөндәге яңғыҙ өйәңке ботағына ҡағылған сыйырсыҡ ояһына ла ҡайһы бер турғайҙар, парлашып инеп-сығып, ояны ошонда — әҙергә ҡорғанда нисек булыр икән тигән һымаҡ, сыулашып һөйләшәләр. Күрәһең, йәшерәктәренең был яҡшы ояға күҙҙәре төшһә лә, олораҡтары риза булмайҙарҙыр, йә үҙҙәре шунда инеп ултырғылары килеп талашаларҙыр. Кем белә инде, улар әллә былтыр яҙ булып үткән ваҡиғаларҙы хәтерҙәренә төшөрөп, был эштең файҙаһыҙ булыуын иҫбат итә торғандарҙыр. Сөнки улар былтыр ҙа шулай иртә генә килеп, ошо сыйырсыҡ ояһына урынлашып ҡарағайнылар ҙа, сыйырсыҡтар былтыр көҙ киткән ерҙәренән ҡайтып килеү менән уларҙы сырылдатып ҡыуып сығарҙылар. Ә бит турғайҙар былтыр ни хәтлем күмәктәр һәм ниндәй туҡтар ине. Быйыл уларҙың күбеһе ҡыштың әсе һыуығында астан ҡырылып бөттө. Әле лә ана бер нисәүһе ҡанаттарын һәлберәтеп, баштарын эскә тартып, кәшкәйеп кенә ултыралар, бахырҙар. Ашарға ем юҡ — аслыҡ. Былтыр ҡыш тауыҡтарға һибелгән емдәрҙән, икмәктән булһын, бик мул өлөш тейә торғайны. Ә быйыл ул тауыҡтарҙың үҙҙәре лә юҡ, хужалары ашап бөткәндәр уларҙы.

Юлия тәҙрәгә ҡарап уйлана. Ул ошо турғайҙарҙың эштәрен дә ҡарай, ҡыйыҡтан тамған һирәк тамсыларға ла күҙ һала. Ләкин Юлияның уйҙары әллә ҡайҙа алыҫталар.

Уның күҙ алдына үҙенең тыуған ауылы, унда үткәргән бик ауыр балалыҡ көндәре килә. Ул атаһын хәтерләмәй. Сөнки ул, атаһы үлгән саҡта, барлығы өс кенә йәштә ине. Үҙе иҫ белгәндән алып, Юлия ағаһы Григорийға бауыр баҫҡан, гел уның менән бергә йәшәгән. Бына ошоноң кеүек яҙғы йылы көндәрҙә Юлия, тышта еүеш ҡарҙа батып уйнап, һыуланып инһә, әсәһе ороша, ә Григорий яҡлаша торғайны. Әсәһе ҡыҙына һыуыҡ тейеүҙән ҡурҡҡандыр инде. Хәҙер әсәһе ҡайҙалыр инде, ул да асығамы икән. Нисә хатына бер яуап алғаны юҡ. Ул, бәлки, тағы кешеләргә няня булып киткәндер, бәлки, асыҡмайҙыр ҙа, ә балалары өсөн ҡаты ҡайғыралыр инде. Бигерәк тә Григорий уның ҡарт йөрәген һыҙлата торғандыр.

Григорийҙың алыҫ Нарымский крайына һөргөнгә оҙатылыуына ла оҙаҡламай дүрт йыл тула. Март айы аҙағының ошондай еүеш, ҡар ҡатыш ямғырлы көнө ун ике иптәше менән бергә уны конвойҙар Һамар вокзалынан алып киттеләр. Григорий оҙатыусыларға:

— Ярай, дуҫтар, туғандар, ҡайғырмағыҙ, беҙ оҙаҡҡа китмәйбеҙ, был беҙҙең ваҡытлы сигенеү генә, — тине, үҙе вагонға менеп киткәнсе, ҡул һелтәп хушлашты.

Юлия башта үҙенең был яҡ ауылдарға бер ҙә килгеһе килмәгәнен дә уйлап алды. Үҙе телен белмәгән башҡорт халҡы, етмәһә, крәҫтиән хужалығы эше. Бында масса араһында партия ҡушҡан подпольный эштәрҙе алып барыуҙа үҙен бер нисек тә эш күрһәтә алмаҫ кеүек булып хис итә ине ул. Уның шулай икеләнеп, үҙенә-үҙе ышанмаусылыҡ менән интеккән сағында иптәш Никитин уға аталарса төплө аҡыллы, практик тәжрибә менән һуғарылған большевистик кәңәш бирҙе:

— Юлинька, мин һине бик яҡшы аңлайым. Үҙең ҡайнап үҫкән, үҙең өсөн бер туған булып бөткән Трубочный заводты ла, Һамарҙы ла ҡалдырып киткең килмәй инде. Ләкин хәҙерге моментта Һамарҙағы эшселәр араһында эш алып барыу түгел, ҡаланың үҙендә ҡалырға ла һиңә ярамай. Күреп тораһың, беҙҙең партия ағзаларына ҡуйылған тоҙаҡтар әле бик көслө. Бишенсе йылғы “үтә революционер” булып күкрәк ҡағып йөрөгән бик күп бәндәләр кире реакцияға боролдолар. Уларҙың күбеһе либералдар йырын йырлайҙар, ҡайһылары шпионлыҡ эше менән тамаҡ туйҙыралар, кисә дуҫ күреп йөрөгән иптәштәрен бөгөн жандармдарға тотоп бирәләр, үҙ тиреләрен һаҡлайҙар.

Юлия, уға ҡаршы төшөп:

— Ә һуң, Никитин иптәш, һеҙ үҙегеҙ ҡалаһығыҙ, Вася ла ҡала бит әле, — тип ҡарағайны. Никитин уға:

— Юлия, әйткәнде тыңла, һине “ҡара исемлеккә” кертеүҙәре тураһында асыҡ мәғлүмәтебеҙ бар. Был — факт. Һин барасаҡ волость ауылы икегә — яртыһы рустарға, яртыһы башҡорттарға бүленә. Был һиңә бик уңайлы буласаҡ. Шунан килеп, Юлия, хәҙерге көндә беҙҙең партияның тотҡан юлын һин беләһең: революция эше туҡталып торорға тейеш түгел. Тәрән подпольенан алып, мөмкин булған бөтә дөйөм легаль ойошмалар аша ла эште алып барырға, халыҡтың ваҡытлыса ғына төшкән революцион рухын күтәрергә кәрәк. Хәҙерге ваҡытта крәҫтиәндәр араһында Столыпин сығарған отруб законына ҡаршы булған күтәрелеш көсәйә башланы, бәрелештәргә барып еткән ерҙәр бар. Ә беҙҙең большевистик ярҙам уларға ҡараңғы төндә яҡтыртҡан факел һымаҡ кәрәк. Һинең медсестралығың бик ҡулайлы эш. Фамилияңды Волгина көйө ҡалдырырға ярамаҫ. Уны үҙгәртеп, һиңә паспорт һәм рекомендация хаты яһап бирербеҙ, — тип өйрәтте.

Хәҙер Юлияның бында килеп эшләй башлағанына инде йылдан артты. Тәүҙә ул олостоң урыҫтар яҡ яртыһында медсестра булып эшләй ине. Хәҙер “Ҡыҙыл крест” асҡан ашханаларҙа медсестралыҡ эшен алып бара. Ул ашхана башҡорттар яҡ яртыла булыу сәбәпле, Юлия торорға ла бында күсте. Хәҙер ул бындағы халыҡ менән шундай өйрәнешеп китте, уларҙы үҙ туғандары кеүек күрә. Улар ҙа Юлияны бик яраттылар. Былай ҙа ҡунаҡ һөйөүсе кешеләр, Юлия кеүек яғымлы, ярҙамлы ҡыҙҙы ысын күңелдән хөрмәтләйҙәр. Ниндәй генә кәңәштәре булһа ла, уға баралар. Кем генә сирләп китһә лә, уға мөрәжәғәт итәләр. Тирә-яҡ ауылдарҙан да дауаланырға йөрөүселәр була тора. Ундайҙар Юлия дарыуынан төҙәлеп китәләр ҙә ауылдаштары араһында: “Бына, исмаһам, бер духтыр. Бер генә ҡарағайны, бер генә шешә дарыу эсергәйне, йөрәгемдең сире ҡул менән алып ташлағандай булып баҫылды”, — тиҙәр ине.

Юлия, үҙенең ошо уйҙарын бүлеп, өй хужаһының ҡатыны Шәмсиәгә боролоп ҡараны. Шәмсиә, ҡулындағы орсоғон бер ҡулында юғары тотоп, икенсе ҡулы менән һауала зырлатып әйләндереп ебәреп, йомшаҡ һарғылт дөйә йөнөн һуҙып-һуҙып иләй ине.

Юлия баштараҡ, башҡорттарҙың ҡабаға бәйләмәйенсә, ҡулдарында ғына тотоп иләүҙәрен бик сәйер күреп көлә торғайны. Хәҙер инде ул үҙе лә шулай иләй белә. Былай итеп, башҡорттар әйткәнсә, “ҡаҙаҡса иләү” тиҙерәк тә була һымаҡ тойола.

Шәмсиә, Юлияның үҙенә ҡарап торғанын абайлап, уға көлөмһөрәп күҙ һирпте лә, үҙен ғәйепле һымаҡ итеп:

— Эй, Юля, һиңә әйтергә лә онотҡанмын, Сәғди ағайың иртәгәһеҙ ҡайта алмауын һиңә әйтергә ҡушып китте. Ерле онотҡанмын, — тине.

Юлия был хәбәргә башта аптыраңҡырап ҡалды:

— Нисек, миңә бер нәмә лә әйтмәнеме ни ул?

— Ул һиңә әйтеп китәм тип, ике тапҡыр олос өйөнә барҙы. Ни эшләптер, һине осрата алмаған. Ә бөгөндән ҡалһаң — “юл өҙөлә, эш. тарҡала”, тине. Һиңә лә шулай итеп, өҙөп әйтергә ҡушып китте.

— Ә... — тине Юлия, уйланып. — Һыбай ғынамы?

— Һыбай ғына. Унан арбала килербеҙ, — тине.

— Ярай улай булһа, бик яҡшы. Шәмсиә, мин ашханаға барып киләйем дә сәй эсербеҙ. Аҙаҡ аръяҡҡа, Украинкаға, сығып килергә кәрәк булыр. Аптеканан күп кенә дарыуҙар алып ҡайтырмын.

— Ярай, ярай, Юля, бар. Мин сәй әҙерләп торормон.

Һыртҡы урам тып-тын. Был урамдың ике яғы буйлап ярлыларҙың балсыҡтан эшләнгән тәпәш кенә өйҙәре теҙелгәндәр. Был өйҙәрҙәге кешеләр, ояһынан сығырға ҡурҡып ятҡан йомрандар һымаҡ, аслыҡтан, һыуыҡтан, тышҡа сығырға ҡурҡып, бөршәйешеп ултыралар.

Юлия ошондай өйҙәрҙең бишәүһен үткәс, ауылдың урта урамындағы ашханаға алып бара торған тар тыҡрыҡҡа боролдо ла уның арғы башынан сығып килгән Ишбулдыны күрҙе. Был — һигеҙ-туғыҙ йәштәрҙәге бер етем малай ине. Ул бик йонсоу. Арҡаһы, салғыйҙары туҙып, ялбырап бөткән тиртуны асылып, Ишбулдының ябыҡлыҡтан һөйәктәре суҡайып беленеп торған түшен күрһәтә. Уның күҙҙәре аслыҡтан шешмәкләнгән, ҡарашы ла ауыр.

Ишбулды ҡулындағы балсыҡ киҫәге һымаҡ ҡап-ҡара бер нәмәне ҡабып тешләп ҡуя ла икенсе ҡулындағы тутығып бөткән ҡара ҡалай һауыт эсенә күҙ һала. Күрәһең, ул был йәҙәк ашын да хәҙер үк күтәреп эсеп ҡуйырға уйлай ҙа, аяҡтарына үтеп барған һыуыҡҡа сыҙамайынса, алға ынтыла.

Ишбулдының ата-әсәһе, бер һеңлеһе ғинуар уртаһында уҡ астан шешенешеп үлделәр. Ә февралдә генә асылған был “Ҡыҙыл крест” ашханаһы ла күп файҙа күрһәтә алманы. Уның төрлө иген ҡалдыҡтарынан, кукуруздан бешерелгән икмәге лә, күгәргән тары ярмаһынан тоҙһоҙ һыуҙа бешкән өйрәһе лә аслыҡҡа ныҡ борлоҡҡан тәнде нығыта алмайҙар.

Ошо ашхана өҫтөнән медсестралыҡ исеме күтәреп тә, уны аҙ ғына ла яҡшыртыуға табан үҙгәрттерә алмауы өсөн Юлия үҙен бик ныҡ ҡыйынлыҡта тоя ине. Ул был турала начальствоға әллә нисә тапҡыр яҙып та, барып та, һөйләшеп талап итеп тә ҡараны, ләкин уға һәр ваҡыт бер генә яуапты бирҙеләр: “Ниндәй аҙыҡ ебәрәләр, шуны бешертәбеҙ”.

Юлия Ишбулдының ҡулындағы икмәген, һауытындағы өйрәһен ҡараны ла:

— Һин, туғанҡай, был икмәкте ашама, эсең ауыртыр. Әйҙә, беҙгә бар ҙа, мин һиңә унда үҙем ҡатыҡ эсерермен, йәме, — тине.

Ишбулды, әле икмәккә, әле Юлияға ҡарап, ҡарайып ярылған ялан аяҡтарын алмаштырып, ҡарлы ерҙән ҡара батҡаҡлыраҡ ергә күсте лә, ҡуҙғалманы. — Йә, ниңә туҡтаның, бар, беҙгә бар!

— Һин юҡ бит.

— Хәҙер ҡайтам, Ишбулды, бар тиҙерәк, һыуыҡ! — тине Юлия. Шунан ғына Ишбулды ҡуҙғалып китте.

Уның артынан ҡарап ҡалған Юлияның йәлләү ҡатыш асыу менән төҫө боҙолдо. Тимәк, аслыҡ үҙенең тырнаҡтарын был баланың тәненә лә батыра башлаған икән, тип әрнеүле уйланды ул. Уның кисәге икеләнеүенән бер нәмә лә ҡалманы. “Ни булһа ла булыр, мәсьәләне тиҙерәк хәл итергә, ҡулдан килгән ярҙамдың береһен дә аямаҫҡа”, — тип ҡарарланы



2

Уның кисәге икеләнеүе ошо бер ҙур мәсьәләгә бәйле ине. Ул мәсьәләне ауылдың уға яҡынлашып, дуҫлашып бөткән унлаған кешеһе Юлия алдына ҡуйҙылар.

Һәр ваҡыт Сәғди янына килеп йөрөгән Янғол кисә кис менән дә уға инеп ултырҙы. Ул килеп инеү менән:

— Здравствуй, Юливанна! — тине.

— Здравствуй, здравствуй, Янгул!

Янғол кеҫәһенән махорка сығарып төрөргә булғайны, ҡағыҙы булмай сыҡты. Юлия уға бер бит ҡағыҙ табып бирҙе:

— Ну, ни хәлдәр бар, Янгул, бөгөнгө аш нисек?

Янғол Шәмсиәнең усаҡтағы күмеп ҡуйған ҡуҙын ҡутарып сығарып, тәмәкеһен тоҡандырҙы ла Сәғдигә лә һуҙҙы. Шунан ул Юлияға бик тура текләп көлөмһөрәне лә үпкәле тауыш менән яуап бирҙе:

— Юливанна, асыҡҡас, ни булһа ла йоттоҡ инде. Ә минең Ҡашҡар ҡабып та ҡараманы. Сәғди ҙә ҡушылды:

— Аш тип исем ҡуша торғаны ла юҡ инде. Эт тә, сусҡа ла ашамаҫ, ашаһа ла, аш булмаҫ.

— Һуң ни эшләйһең инде, Сәғди ағай? Мин начальстволар менән бик күп ирәгештем, ә улар ҡыймылдамайҙар ҙа.

— Һиңә, Юлия Ивановна, ни эшләргә лә кәрәкмәй. Һин тик беҙгә, беҙҙең ойошҡан кәңәшебеҙгә генә риза бул. Беҙ мөгәзәйҙәге игенде алабыҙ ҙа өләшәбеҙ. Асыҡҡан халыҡтың бөтәһе лә шуны ғына һөйләй, — тине Сәғди.

Һәр ауылдың үҙенең төрлө кәрәк-яраҡҡа, халыҡ файҙаһына тотолорға тейеш булған иген мөгәзәйе бар. Унда һәр йыл һайын кешеләр үҙ игендәренән өлөш сығарып һала баралар ине. Үткән көҙ мөгәзәйгә өҫтәп һалыу түгел, өйгә итәкләп алып ҡайтырлыҡ та иген үҫмәне. Көҙҙән сәскән арыш та ужым булып, ҡурпылап йәшәреп китә алманы. Ә яҙғы арыш бер ҡарыштай ғына ҡалҡты ла, өҙлөкһөҙ өргән ҡоро ел көсөнә башын эйеп, саңға әйләнеп борҡолдап ятҡан күкшел тупраҡҡа һынып ҡойолдо. Шунан бирле кем ни етте, шуның менән тамаҡ ялғаны. Малы бар малын ашаны. Хәллеләр, байҙар үҙҙәренең элекке йылғы запастары менән йәшәнеләр. Малы ла, игене лә булмаған иң ярлылар астан ҡырыла ине.

Ошо астан интегеүселәр мөгәзәйгә һалынған игендең хәҙер ошондай көтөлмәгән хәлдәрҙә файҙаланылырға тейеш икәнлеген һөйләп ныҡышалар. Старшина, старосталар был турала үҙҙәренә ҡуйған мәсьәләне ҡырҡа кире һуҡтылар, орлоҡҡа торһон, тинеләр.

Шунан улар Юлия Ивановнаның (ул “Ҡыҙыл крест” вәкиле булғанлыҡтан) начальствоға мөрәжәғәт итеүен һоранылар. Юлияның был мөрәжәғәте лә бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне. Земнач уға: “Был хәҙер неприкосновенный сәсеү орлоғо, һис тейергә ярамай”, — тип яуап ҡайтарҙы. Был аҙаҡҡы яуап халыҡтың асыуын сигенә еткерҙе.

— Сәсергә, имеш! Кем бай, шул сәсә. Уларҙың орлоҡ запастары үҙҙәренеке күп. Ә ярлылар ҡырылып бөтөп бара!

— Тейергә ярамай, имеш! Беҙгә генә тейергә ярамай. Ә йылдың-йылы байҙар үҙҙәре файҙалана, — тип ҡыҙҙылар.

Хәҙер инде улар, һис бер нәмәгә ҡарамайынса, мөгәзәйҙе үҙҙәре ватып аласаҡтарын әйттеләр.

Юлия бына шуның өсөн был көндәрҙә бик оҙаҡ уйланды. Уларҙың кәңәшенә ҡушылып, мөгәзәйҙе асырға кәңәш итһәң, күп кеше язаға тартыласаҡ. Әгәр кәңәш бирмәй, кире ҡаҡһаң, йөҙләгән кеше астан ҡырыласаҡ. Сәғди менән Янғол хәҙер Юлияға ҡаты үпкәләү менән ҡарай башланылар. Юлия уларға ҡаты язаға эләгеү ҡурҡынысы тураһында әйткәс, улар ҡул ғына һелтәнеләр.

— Эй, барыбер үлергә, ятып ҡалғансы, атып ҡал, — тинеләр. Бөгөн Янғол бик асыулы ине. Юлияның һөр һүҙенә тигәндәй дәлил табып ҡаршы яуаплай, үпкәләй.

— Юлия, үҙең бит һаман да: “Ҡала эшселәре кеүек бер һүҙле булып, бер табандан тороп көрәшергә кәрәк. Шунда ғына эш уңышлы була”, — тип өйрәтәһең. Ә хәҙер эште үҙең оҙаҡҡа һуҙаһың, — ти.

Сәғди уны ҡеүәтләй:

— Юливанна, һин, әгәр ҡурҡһаң, ҡатышма. Беҙ ҙә ойошоп тормайбыҙ, һәр кем үҙе барыр ҙа үҙенә урлап ташыр.

Юлия Сәғдиҙең был һүҙҙәренән көлгөһө лә, ғәрлеге лә килеп ҡыҙара.

— Юҡты һөйләмә, Сәғди ағай, ҡурҡыу тигән ғәҙәт минең тәбиғәтемдә юҡ. Мин ҡурҡһам, тик һеҙҙең бөтәгеҙҙең әрәм булыуығыҙҙан ғына ҡурҡасаҡмын!

— Уныһын да яҡшы беләбеҙ, — ти Сәғди.

— Белгәс, ярай. Ә ул иген һеҙгә барлығы бер айлыҡ аҙыҡ ҡына бит, ә артабан?

Улар тағы киләсәктәге мөмкинлектәрҙе һанайҙар:

— Һин, Юливанна, уның өсөн аптырама. Был аҙыҡ бер генә айға етһен, ти. Шунан ана тора яҙ ҡояшы. Тау биттәрендәге ҡарҙы оҙаҡламай ҡояш ашап бөтә лә, шундағы йомрандар ояларынан сыға башлай. Туҡ сағында ғына унан ерәнгән булабыҙ. Ә асыҡҡан саҡта йомран да бик яҡшы аҙыҡ.

— Унан һуң ҡар бөтөү менән үк тәмез моронлап сыға. Уныһы үҙе бер үҙәк ялғарлыҡ аҙыҡ була. Уның арты ҡуҙғалаҡ та ҡалҡа башлай, — тип өҫтәне Янғол.

Уларҙың шулай ныҡышыуҙары Юлияны ҡырҡа ҡарарға килтерҙе.

Ул үҙенең ошо икеләнеү ҡыйынлығын үткәргән сағында ағаһы Григорийҙы ла күҙ алдына килтерҙе, уйы менән булһа ла уға кәңәш итте. Ә Григорий һәр ваҡыттағы үҙенең яй һәм һалмаҡ һүҙе, көләс йөҙө менән Юлияның яурынына уң ҡулын һалып һөйләгән һымаҡ булды:

“Һин, Юлинька, бер ваҡытта ла икеләнеп торма. Уфтанып ултырма. Халыҡ файҙаһына кәрәкле яуаплы эш күҙ алдыңа баҫҡан икән, һин уны ҡайғы итеп ҡаршы алма, ә боевой задание итеп ҡаршы ал. Халыҡҡа кәңәш ит, өйрәт, ҡайғыларын таратырға ярҙам ит, уларҙың ауыр хәлдәрен күрәһең икән, уларҙы унан ҡотҡарырға ҡырҡа юлдар эҙләп тап та мәсьәләне тиҙ хәл итеү яғын ҡара. Һин бит медсестра. Бишенсе йыл йәйендә, беҙҙең востаниеларҙа жандармдар беҙҙекеләрҙе атып яралағас, һин әле бәләкәй генә көйөнсә лә күпме ашығыс ярҙамдар эшләнең. Хәтерлә әле. Хәҙергә беҙ бергә түгелбеҙ, ләкин беҙҙең эштәребеҙ, беҙҙең большевистик көрәшебеҙ һәр ерҙә, һәр ваҡытта бергә ул. Һиңә астан үлергә яҡынлашҡан ярлылар ҡул һуҙа икән, был уларҙың беҙҙең эшкә булған ҙур ышаныстарын күрһәтә. Туғаным, көрәш, бирешмә. Халыҡ һине онотмаҫ”.

Ошо уйланыуҙары, ағаһы менән булған хыяли кәңәштәре Юлияның күңеленә ҙур еңеллек бирҙеләр. Ул, ошо хыялына яуап итеп, Пушкиндың “Себергә” шиғырын моңло, баҫынҡы, ләкин өмөтлө ғорурлыҡ биргән тауыш менән уҡып ҡуйҙы.

Сәғди, мәсьәләнең практик яҡтарын юлға һалыу өсөн, ауылдар араһында бәйләнеште нығытырға сығып китте.

3

Сәғди үҙе менән бергә ҡуйы мыйыҡлы, оҙон буйлы мыҡты бер кеше алып килде.

Улар икәүһе лә Юлияға ҡул биреп күрештеләр.

Шәмсиә ашыға-ашыға уларға аш әҙерләй башланы. Һүҙ, ғәҙәттәгесә, яҙғы һауа, бысраҡ юл тураһында башланды. Юлдың бик ауырға әйләнеп, ҡайһы урындарҙа аттарының билдән батып киткәнен һөйләп алдылар ҙа бысранған өҫ-баштарын таҙартырға керештеләр, ҡулдарын йыуҙылар.

Ситтән килгән ҡунаҡ сәй янына килеп ултырғанда, бүркен генә түгел, таҡыяһын да сисеп ташлап, сал ингән сәстәрен ике ҡуллап артҡа һыйпап килеп ултырҙы. Уның был ҡыланышы Юлияға ғәжәберәк тойолдо. Ул үҙенең был яҡҡа килгәне бирле танышып ҡатнашҡан, дуҫлашҡан кешеләре араһында бындай урыҫҡа оҡшаған кешене осратҡаны юҡ ине. Был кешенең урыҫсаны таҙа, иркен һөйләүе лә, үҙен ҡалалағы эшселәр кеүек тотоуы ла Юлияны уға һынаулы ҡараш ташларға мәжбүр иттеләр. Ул, үҙенең был ғәжәпләнеүен белдермәҫкә тырышып, иғтибарһыҙ ғына күҙәткән һымаҡ булһа ла, ҡунаҡ та, үҙ сиратында, Юлия Ивановнаға һорау ҡатыш йылмайыулы ҡараш ташланы:

— Һеҙ, туташ, был ниндәй беҙҙең урыҫҡа оҡшаған башҡорт икән тип аптырайһығыҙ шикелле, — тине.

Юлия, уңайһыҙланып, аҙыраҡ ҡыҙарҙы ла дөрөҫөн әйтте:

— Эйе шул. Бына ҡарап торам да урыҫса һөйләүегеҙ ҙә бик яҡшы.

— Шунан, ялан баш сәй эсәм! — Ҡунаҡ ҡалын тауыш менән көлөп ебәрҙе.

Уның был һиҙгерлеге, күптән таныш, хатта дуҫ кеше кеүек ябай мөғәмәләһе Юлияны бөтөнләй күңелләндерҙе.

Ул да көлөп яуап бирҙе:

— Уныһы ла бар. Һеҙҙең халыҡ ялан баш йөрөүҙе, мыйыҡты оҙон ебәреүҙе бик ҙур гонаһҡа һанай бит, — тине.

Улар, шулай итеп, сәйҙе иркен әңгәмәләр менән үткәрҙеләр. Хәҙер инде Юлия был кешенең Айҙаҡай ауылынан икәнен, уның бала сағынан уҡ урыҫ араһында йылҡы көтөүсеһе булып, действительный хеҙмәтте лә үткәреп, урыҫ-япон һуғышында йөрөп, Порт-Артурҙа яраланып, Красноярскиҙа лазаретта ятҡанын, унан сығыу менән, ҡалалағы ҡораллы восстаниеларҙа ҡатнашып, бик күпте күргән, күпте ишеткән, күпте белгән революцион настроениелы бер кеше икәнен белеп алды. Һөйләшә торғас, Юлия был кешенең Григорий менән дә таныш, хатта бер ваҡыт дуҫтар булғанын ишеткәс, ысын күңеленән шатланды.

Ҡунаҡ Юлияның бөтә ҡыҙыҡһынған һорауҙарына ихлас яуап бирә, үҙенең башынан үткән бик күп төрлө ваҡиғаларҙы ҡушып, ҡыҙыҡ итеп һөйләй ине.

Юлия, был ҡунаҡтың исеме кем икәнен башта уҡ һорамағанын иҫләп:

— Ә һеҙҙең исемегеҙ кем һуң әле, ағай? — тине.

— Минең исемме? У, минең исемдәр бик күп! — Ул тағы ла ҡалын тауыш менән ҡысҡырып көлдө. Уға Сәғди ҙә ҡушылып көлөштө лә:

— Уның исеме “Япон”, — тине.

Юлия, уларҙың икәүһенә лә ышанмаған көлөмһөрәү менән ҡарап, көттө.

— Юҡ, Юлия туғанҡай, былай ул: минең исемдәрҙең иң тәүҙә мулла ҡушҡаны — Ҡотлояр, — ул бармаҡтарын бөгөп һананы, — халыҡ араһында “Урыҫ Ҡотлой”, ә инде япон һуғышынан ҡайтҡандан бирле кешеләр просто “Япон” ти ҙә ҡуялар!

Был һуңғы исем Юлияға бик ҡыҙыҡ тойолдо. Ул ҡысҡырып көлөп ебәрҙе лә:

— Ну, һеҙ японға бөтөнләй оҡшамағанһығыҙ бит! — тине.

— Оҡшамағанмын да ни, Порт-Артурҙы япондарға биреп ҡайтҡас, асыуҙары килгәндер инде, күрәһең. “Пускай үҙе лә япон булһын” тигәндәрҙер, ахыры! — Ул тағы күңелсәк итеп көлөп алды ла шәшкеләге сәйен һемерҙе: — Илдең ауыҙын тыйып буламы ни, — тип өҫтәне.

Юлия уйға ҡалды, яйлап яуапланы:

— Эйе, батша ла бит халыҡтың “бөтһөн батшалыҡ” тигән талаптарын, “йәшәһен революция” тигән изге һүҙҙәрен ишетмәҫ өсөн, уларҙың ауыҙын Порт-Артур менән томаларға теләгәйне лә, уның был мәкерле ниәте үҙенә ҡаршы әйләнде, — тине.

— У, бөтә ғәрәсәт шунан көсәйеп китте лә инде. Тик шуныһы йәл, Юлия Ивановна, революцияның осона сығып бөтөп булманы. Беҙҙең ярлы халыҡ өсөн ниндәй нурлы өмөттәр тыуғайны. Беҙ бит ул сағында ни, Ульянов-Лениндың: “Падение Порт-Артура — начало падения самодержавия”, — тигән һүҙҙәрен күңелебеззә лә, телебеҙҙә лә тәсбих итеп йөрөй инек бит. Бына ошоно эшләп бөтә алмай ҡалдыҡ.

Сәғди ҙә һүҙгә ҡыҫылды:

— Николашка тәхетенән ҡоламау түгел, революцияны ла баҫтырып ҡуйҙы бит. Бына шуныһын мин әле булһа аңламайым.

— Ә ул Николашка, япон һуғышында еңелеп, үҙе ултырған ботаҡтың һынып барғанын һиҙеп ҡалды шул. Япон менән, уның бөтә һорағандарына риза булып, хурлыҡлы яраш яһай һалды ла үҙенең Рәсәй халҡы менән һуғышырға кереште. Булмаһа, әллә ҡасан бөткәйне уның “ҡушбашы”.

Юлия тағы ла асыҡланы:

— Был революцияны баҫтырыуҙа бер батшаның ғына көсө етәсәге юҡ ине. Бында, революциянан үҙ көрәктәрен алып тынысланған һәм эшсе-крәҫтиәндәрҙең революцияһынан ҡото осҡан либераль буржуазия, кадеттар батша менән берләшеп алып, ҡара реакцион роль уйнанылар. Бөтә менышевиктар, эсерҙар һәм экономистар, йыйылып алып, уларҙың тирмәненә һыу ҡойорға керештеләр.

— Ниңә, ул ысынлап та шулай. Бына, күренеп тора. Столыпин законы ғына үҙе күрһәтеп тора, — тип ҡыҙып һөйләй башланы Ҡотлояр. — Бына һиңә отрубҡа ер бирәләр, пожалуйста, хәлеңдән килһә, йөҙәр десятина һатып ал да, әйҙә, бөгөндән баяр бул! Хәлеңдән килмәй икән, үҙеңдең аҙаҡҡы ереңде һатып аша ла, аяғыңа сабата кейеп ал да эш эҙләп сығып кит! Ул бик яҡшы ике юл күрһәтеп ҡуйған, ихтыярың: йә һин баяр, йә зимагор, һайлап ал!

— Өсөнсө тура юл да бар әле, бик теләһәң, ят та астан үл, — тине Сәғди, асыулы көлөп.

Ҡотлояр уны асыуланып тыйҙы:

— Һин юҡты һөйләмә, Сәғди! Аяҡ һуҙып ятып үлеү ир-егеттең һөнәре түгел ул. Хәлдән килгәнсә яулашырға кәрәк.

— Асыуҙан ғына әйтелә лә ул. Быға тиклем ҡарап тик торғаныбыҙ юҡ әле. Элекке йыл һуң, байҙарҙың күпме мөлкәтен ҡыҙыл әтәстән ялаттыҡ. Моратшаның ғына биш кәбән ашлығын, ете кәбән бесәнен Йәнйегет ағай менән бер төндә өттөк.

Ҡотлояр тауышын түбәнәйтте.

— Бына быныһы яраны. Үлеү егетлек түгел ул, үс алыу егетлек ул. Бының менән генә әллә ни эш ҡыйрата алмаһаҡ та, үс алып ҡалдыҡ.

— Ниңә, ул да ярай. Моратша отрубҡа сығып бурап ҡуйған яңы өйөн һала алмай, ауылға кире ташып алды. Төн уртаһы еткәнен Сәғди иҫкәртте:

— Ҡотлояр ағай, Юливанна, әңгәмә бөтмәҫ, эш көтмәҫ. Үҙебеҙҙең бөгөнгө эш тураһында һөйләшәйек, — тине.

Улар өсәүләшеп байтаҡ кәңәштеләр.

Ҡотлояр менән Сәғди Юлияға үҙҙәренең бик күп практик пландарын һөйләнеләр.

Ҡотлояр Ырғыҙ ташҡан саҡта, дүрт ауылдың олосҡа бара торған юлын ташҡын өҙәсәге тураһында һөйләп, мөгәзәйҙәрҙәге игенде бүлеүҙе шул ташҡын көндәренә тура килтерергә тәҡдим яһаны.

Юлия үҙенең бер көнгө Сәгдигә һөйләгән фекерен ҡабатланы:

— Эш төндә башланһын. Һәр ауылдың иң ышаныслы кешеләренән биш-алты йә унлап кешене һайлап алырға ла, эштең ниҙән торғанлығын аңлатып, шул ауыл эсендә булған бөтә яуаплылыҡты шуларға тапшырырға кәрәк. Улар араһынан да иң төплө һәм иң ышаныслыһын һайлап алып, эштең бөтә ойоштороу яғын уға йөкләтергә кәрәк.

Ауылдарҙы йөрөп сығыу Ҡотлоярға тапшырылды. Тик был эште башлар алдынан кәңәште Айбулат менән ныҡ төйөнләргә кәрәклеген әйттеләр.

Ҡотлояр был бурысты өҫтөнә алды:

— Әлбиттә, иң тәүҙә Айбулат менән һөйләшергә инде. Уның был арала өйҙә юҡлығы билгә һуғып тора. Ләкин улар оҙаҡламай ҡайтыр. Беҙҙең ауылда башҡа күҙ терәрҙәй кешеләр ҙә байтаҡ әле: Асатай, Исхаҡ, Тимерғәле ағай, йәштәрҙән Хөсәйен...

Сәғди:

— Ундай ныҡлы егеттәрҙе һәр ауылда табып була. Юл ыңғайы Ташкүстәнгә инеп сыҡтым, әҙер торалар, — тине. Юлия тағы ла үҙенең кәңәштәрен әйтте:



— Был эш, үҙегеҙ беләһегеҙ, бик дауыл эш. Бында, бәлки, бөтә өйәҙ начальствоһы күтәрелеп килер. Шуның өсөн дә барлыҡ ауылдарҙың да ярлылары бер һүҙле булһындар. Бер кемдең дә исемен атамаһалар, бик яҡшы булыр ине. Шунан артабан, иген өләшеү бик ашығыс үтергә тейеш. Шуның өҫтөнә иң мөһиме — бөтә эш бөтә ауылда бер төн эсендә эшләнһен. Берҙән, олосҡа ашығыс хәбәр итеүҙән ташҡын һаҡлаһа, икенсенән, хәбәр килеү менән бер урядник та бер стражник әллә нисәгә бүленә алмай, аптырап ҡалырлыҡ булыр.

— Дөрөҫ, бик дөрөҫ, Юлия, — тине Сәғди.

— Ә улар әле ҡасан ике йөҙ саҡрымдағы Николайскиға сапҡын ебәртеп стражниктар алдырғансы, халыҡтың тамағы туйып, хәл йыйып алырҙар. Ә ауылдарҙағы старосталар, байҙар ҡаршы сыҡһалар ҙа, күпселек бирешмәҫ тип уйлайым, — тине Юлия.

— Юҡ, ҡайҙа ул бирешеү, беҙҙә “ас кешенең асыуы ҡаты” тигән мәҡәл бар. Уларҙы хәҙер дөрөп ташларҙар.

— Шуның менән бөттө шикелле, — тине Юлия. — Эйе, кешеләрҙе бер исем дә әйтмәү тураһында бик нығытығыҙ!

— Уныһы була. Тыңларҙар. Инде, Юлия туған, һиңә кәңәштәрең өсөн ҙур рәхмәт. Әгәр ҙә беҙҙең был эш барып сыҡһа, халыҡ үлемдән ҡотолһа, үҙебеҙ эләгеп бөтһәк тә, һине бирмәбеҙ.

— Биреү түгел, яңылыш эләгеп ҡуйһаң да, һис шикһеҙ, ҡотҡарасаҡбыҙ, — тинеләр Ҡотлояр менән Сәғди. Юлия уңайһыҙланып яуап бирҙе:

— Юҡ, туғандар, һеҙ минең турала, үҙе өсөн ҡурҡа икән, тип уйлай күрмәгеҙ. Бында бер генә кешенең дә башы юғалырға тейеш түгел. Шул яҡты ныҡ ҡарағыҙ.

— Барыбер, Юливанна, иң элек һине һаҡларға тейешбеҙ, — тине Сәғди.

Самсыпал”



1

Олоҫ йорто ҡылыс таҡҡан еҙ төймәле стражниктар менән тулып китте.

Быға тиклем эштең былай аҡрынлап ҙурая барыуына иғтибар итмәҫкә тырышып, “мөгәзәйгә ҡараҡтар төшкән” тип кенә протокол яһап ҡуйған урядниктың төҫө бөгөн ап-аҡ булғайны. Ашығыс хәбәр итеүгә пар атта килеп еткән Ныязғол старшина ла урядникты тынысландыра алманы. Киреһенсә, ул үҙенә еткерелгән хәбәрҙәр буйынса, был мөгәзәй эше бер ауылда ғына түгел, ике ауылда ла түгел, ә бөтә олоста булырға оҡшағанын һөйләп, урядниктың ҡайғыһын арттырып ҡына ҡуйҙы.

Хәҙер бына эш приставҡа барып етте. Хәл бик мөшкөл ине.

Становой пристав, ҡалын быялалы күҙлектәрен ялтыратып, мөйөштәге өлкән өҫтәл артында ултыра. Уның былай ҙа оло күҙҙәре күҙлек быялаһы аша тағы ла аҡайыңҡырап күренәләр. Ул, алдындағы протоколға йыуантыҡ бармағы менән төртөп, урядникка ҡараны:

— Был ҡараҡтар эше түгел, — тине ул, тауышын күтәрмәйенсә. Уның һайын урядникка ҡурҡыныс була барҙы.

— Эйе, Ваше благородие! — Урядник башын эйеп яуапланы.

— Ә һеҙ ҡайҙа инегеҙ?

— Беҙ өйҙә инек, Ваше благородие!

— Һеҙҙең күҙегеҙ ҡайҙа ине һуң?

— Бик яҡшы тыныслыҡ ине ауылдарҙа, Ваше...

— Тыныслыҡ! — Пристав тағы ла өҫтәлдәге протоколдарға күҙ һалды.

— Ә шулай ҙа һеҙ кемдәрҙең эше булыр тип уйлайһығыҙ? Ҡараҡҡа оҡшамайҙар?

Урядник ҡурҡып йылтаңлаған күҙҙәре менән Ныязғолға ҡараны.

Ныязғол ултырғысҡа ҡайҡайып, арҡаһын терәп ултырған урынынан еңел ҡалҡып, приставҡа табан эйелде.

— Ваше благородие, ғәфү итегеҙ, рөхсәт итегеҙ! Ҡайһы бер сотниктарҙың минең ҡолаҡҡа төшөрөүҙәренә ҡарағанда, был эштә фельдшерица Маштакованың ҡатнашы барға оҡшай.

Пристав та урынынан ҡалҡты. Күҙлеген сисеп, кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып һөрттө лә, үҙенең ҡапыл аптырағанын баҫып, тыныс тауыш менән ҡаршы төштө:

— Бының булыуы һис мөмкин түгел. Маштакова бик благородная һәм бик культурная барышня. Яҡшы медик. Тоҡтомалға улай кешене ғәйепләргә ярамай. — Ул, бер аҙ туҡтап, уйланып торҙо ла: — Быға ниндәй дәлилең бар һуң? — тип өҫтәне.

— Ваше благородие, миңә сотник Саттар һөйләне. Бер көндәр самаһы элек беҙҙең Айҙаҡай ауылының Япон тигән кешеһе ошонда булған. Шул...

— Туҡта, туҡта. Ниндәй япон? Ҡайҙан килгән ул?

— Ғәфү итегеҙ, был япон ысын япон түгел ул, япон һуғышынан ҡайтҡас, уға шундай ҡушамат биргәндәр. Ул электән үк батша власына ҡаршы кеше. Уны студентлыҡҡа ла яҙылған, тиҙәр. Алыҫыраҡ булһа ла, миңә ағай-эне тейә. Ләкин мине бер ваҡытта ла тыңламай ул.

Пристав Ныязғолдоң һөйләгәнен сырайын һытып тыңланы. “Юҡты һөйләй, үҙен ғәйептән ҡотҡарырға тырыша. Ниндәй наҙанлыҡ, студенттың кем икәнен дә аңламай. Бер ҡарт һалдаттың нисек студент булыуы мөмкин икәнен дә күҙ алдына килтерә белмәй был старшина. Күрәһең, студенттарҙың элекке революцион хәрәкәте был ишәктең ҡолағына инеп ҡалған да, шуны бутай инде”, — тип уйланды.

Ныязғол һаман һөйләй ине:

— Ана шул Япон, йәғни Ҡотлояр, ошонда килеп Сәғдиҙә ике-өс көн ятып киткәндән һуң, оҙаҡламай ошо мажаралар башланғанлығы аңлашыла. Әле беҙ Иван Иванович менән бөтә ауылдарҙы йөрөп сыға алманыҡ. Ырғыҙ ташҡыны тотто. Ә бына Айҙаҡайға кеше ебәртеп, уны саҡыртырға була.

Пристав папиросын тоҡандырҙы ла уның баҙлаған утына ҡарап ултырҙы. Уның күңелһеҙ уйҙары оҙонға һуҙылып китте: “...Тағы башлана, күрәһең, был болалар... Аслыҡ, был — факт. Аслыҡтан мөгәзәйгә бер нисә ҡараҡ төшһә, бер ғәжәбе лә булмаҫ ине. Бындай уголовный эштәр өсөн язалау тураһында һис тә баш вата торғаны юҡ. Ә бына тотош бер олостоң бер юлы бер эшкә йәбешеүе бер ҙә тәбиғи эш түгел. Бик күп нәмәне аңлатҡан ҡурҡыныс эш. Сөнки бында ниндәйҙер төптән уйлап, ойошоп эшләү һиҙелә. Тимәк, кемдер ҡотҡо бирә. Ҡотҡо — ҡараҡлыҡҡа тартмай, политикаға тарта... Маштакова, Маштакова... Юҡ, бында уның һис бер ҡатнашы булырға мөмкин түгел. Ул беҙҙең рус барышняһы. Уның саф күңелле ҡыҙ икәнен күҙҙәре әйтеп тора. Шунда ла...” — Ул уйын бүлде.

— Ә тағы кем, Сәғди, тиһегеҙме?

— Эйе, Сәғди, Ваше благородие!

— Кем һуң ул?

— Ул ни, Ваше благородие, бер кем дә түгел, — тип ҡабаланып яуап бирҙе урядник. — Ауыл кешеһе. Маштакова уның өйөндә фатирҙа тора. Ул Сәғди үҙе бер оҫта плотник. Өйөн дә үҙе бүрәнәнән яҡшылап һалған. Шуға күрә Маштакованы шунда ҡуйыуҙы мәғҡүл күргәндәр.

Пристав тағы бер аҙ уйланып алды: “Тағы Юлия Маштакова. Сәғдиҙең өйө яҡшы булғанға, уны шунда ҡуйғандар. Дөрөҫ, уны арыуыраҡ фатирға урынлаштырыу тураһында үҙем лично яҙып ебәргәйнем. Сөнки Маштакованың ҡулында рекомендательныи хат бар ине. Унда “Самойлов кейәүе Мединскийҙың үтенеүе буйынса...” тип яҙылған ине. Ә Самойлов тирәһенән булыуы һис тә генә ваҡ-төйәк мәсьәлә түгел. Самойлов — ҙур завод хужаһы. Юҡты һөйләмәһендәр был ахмаҡтар. Фатир хужаһы Сәғди... Был да бер нәмә лә аңлатмай. Ә бынау Япон тигәндәрен саҡыртып һуҡтыртырға кәрәк. Эш шунан башланһа башланыр, ә Маштакованан түгел”.

Становой пристав ошо уйҙар менән бер ҡарарға килеп үҙен тынысландырҙы ла, ауылдағы шик һалған бөтә ирҙәрҙе саҡыртып, берәмләп допрос ала башланы.

Староста ауылдың ситенән башлап, ир-аттың береһен дә ҡалдырмай олоҫ өйөнә саҡырырға ҡушып, үҙенең десятниктарын йүгертте.

Килгәндәренең исем-фамилияларын ҡысҡырып, олоҫ өйөнә индерә торҙолар.

Становой пристав олоҫ өйөнөң ике ишегенә лә ике яҡлап ҡораллы стражниктар баҫтырып ҡуйған. Улар приставтың ҡушыуы һәм урядниктың ымлауы буйынса, допростан сыҡҡан бер кешенең арҡаһына ике яҡтан ҡамсы менән һуғып торорға тейештәр ине. Унлап кеше инеп сыҡты инде. Уларҙың ҡайһылары нисек яуап биреүенә ҡарап, йә һуғылып, йә һуғылмай сығалар ине.

Ун беренсе кеше булып Янғол инде.

Пристав үҙе допрос ала. Урыҫса белмәгәндәр менән Ныязғол аша һөйләшә:

— Фамилияң кем?

— Янғол.


— Исемең?

— Янғол.


— Атайыңдың исеме?

— Янғол.


— Юҡ, юҡ, исемең тип әйтмәйем, атайыңдың исеме кем, тим?

Янғол, яурындарын һелкетеп, аяҡтарын алмаштырып, күҙҙәрен уйната, Ныязғолға ҡарай, уның яуап биргәнен көтә.

Ныязғол уның былай ҡыланышына урттарын асыу менән эскә тартып, күҙҙәрен алартты ла приставҡа боролдо:

— Ваше благородие, ғәфү итегеҙ, ул урыҫсаны үҙе лә бик яҡшы белә. Тик һөйләгеһе килмәй. Өйөнән ярты тоҡ бойҙай сыҡты. Фамилияһы — Әпәләев.

— Так, Әпәләев, һиңә бойҙайҙы кем бирҙе?

— Үҙемдеке.

— Юҡты һөйләйһең. Бойҙайҙың булғаны юҡ. Үҙең ас йөҙәгәнһең.

— Дөрөҫ, ас йөҙәгәнмен. Ғаиләм дә ас.

— Шуға күрә мөгәзәйҙән бойҙай алдыңмы?

— Мөгәзәйҙекен алманым.

— Тура яуап бир.

— Тура, Ваше благородие, бик тура.

— Һеҙҙе кем башлап алып барҙы?

— Ҡайҙа?


— Мөгәзәйгә, бойҙай алырға.

Янғолдоң асыуҙан йөҙө ҡыҙарҙы. Ул үҙе лә абайламаҫтан, ғәрләнгән тауыш менән:

— Сам! — тип екерҙе.

— Ишекте кем асты?

— Сам.

— Тоҡтоң ауыҙын кем тотоп торҙо?



— Сам.

Пристав яҙып ултырған ҡәләмен өҫтәлгә ырғытып, тауышын күтәрҙе:

— Яҡшылап яуап бир. Юғиһә яҙалатырмын!

— Бик яҡшылап яуап биреп торам. Сам сыпал, сам взял, иш-шу сыплю, ишшу возьму. Мөгәзәй ҙә наш, хлеб тә наш. Сам сыпал и все!

Становой пристав тағы ла ниҙер яҙып ҡуйҙы ла урядникка бойорҙо.

— Был “самсыпал”ға егерме ҡамсы всыпать, — тине, шул ыңғай Янғолға ҡул һелкте:

— Бар, сыҡ!

Янғол өй ишеген тупһаһы аша атлаған ыңғайға, ике стражник ике яҡтан бер юлы ҡамсылары менән арҡаһына тарттылар. Янғол секунд эсендә уң яҡтағы стражниктың ҡамсыһын тартып алды ла, солан ишеге янында торған стражниктарға уңлы-һуллы һелтәп, баҫҡыстан ҡуян кеүек сапсан һикереп төшөп китте.

Был хәлде көтмәгән стражниктарҙың икәүһе Янғол артынан йүгерешеп килеп төшкәнсе булмай, ишек алдында эркелешеп торған утыҙлап кеше, Янғолдо тиҙ үк уратып алып, уларға юлды бикләнеләр.

Бер кем, бер нәмә тип тә өндәшмәне. Тик бөтәһе лә, күҙҙәрен төмһәйтеп, стражниктарға текләнеләр.

Ул арала урядник сығып:

— Сәғди Япаров! — тип ҡысҡырҙы.

Был исемде ишеткән халыҡ араһында тағы ла өнһөҙ тынысһыҙлыҡ тыуҙы. Ҡайһы берәүҙәре:

— Сәғди, һин инеп торма, — тип шыбырланылар. Ләкин Сәғди уларҙың бөтәһен дә тынысландырғандай бер ҡараш ташланы ла яйлап атлап баҫҡыстан менеп китте.

— Фамилияң кем?

— Япаров.

— Исемең?

— Сәғди.


— Ниңә мөгәзәйҙе боҙҙоң?

— Боҙғаным юҡ.

— Игенде кем башлап алды?

— Һис тә белмәйем, Ваше благородие.

— Игенде халыҡҡа кем өләште?

— Ҡайҙан беләйем кем өләшкәнен. Үҙҙәре алғандыр.

— Тура яуап бир!

— Бер ниндәй ҙә игенде белмәйем. Теләһәгеҙ, тағы ла өйөмә барып тентегеҙ, бер ус та бойҙай юҡ.

Пристав уға текләне, өндәшмәне. Ысынлап та, тентеү ваҡытында һис бер бойҙай әҫәре сыҡманы. Шулай ҙа ул тағы бер һорау бирергә булды.

— Ҡотлояр ниңә һеҙгә килгәйне һуң?

— Башмаҡ алырға.

— Ниндәй башмаҡ?

— Ҡыҙыл. — Сәғди, үткер ҡара күҙҙәрен генә мыҫҡыллы көлдөрөп, әле становой приставҡа, әле Ныязғолға ҡарап алды. Становой ҡыҙып ҡысҡырҙы:

— Дурака валять итеүеңде ташла! Булмаһа, хәҙер ятҡырып һуҡтырам!

Сәғди бүтәнсә өндәшмәне. Тик тороуында булды.

Сәғдиҙең үҙен тыныс тотоуы приставтың күңеленә шик һалды.

Бының өйөнән бойҙай сыҡҡан “самсыпалға” ҡарағанда ла усалыраҡ кеше булыу мөмкинлеген уйланы. Ә был уй тағы ла Юлияны күҙ алдына килтерҙе. Эштең былай тәрәнгә инеп китеп барыуына уның күңеле бер ҙә тартмай ине.

Ниндәй ҙур революция янғынын баҫтырып тыныслап торғанға әле бик аҙ ғына һанлы йылдар үткән. Уның өҫтөнә ул бөтә губернала маҡтаулы, күренекле приставтарҙың береһе булған Жулидовский станында тағы ла крәҫтиән болалары башланған икән тигән атаҡ сығыуҙан бигерәк тә ныҡ ҡурҡа ине.

Ул шулай итеп уйлана-уйлана ҡағыҙын яҙып туҡтаны ла, Сәғдигә ҡарап:

— Бар, сыҡ, — тине.

Сәғди сыҡҡанда, бер стражник та ҡамсы күтәрмәне. Уның шулай һуғылмай сығыуына ишек алдындағы бөтә кеше лабырлап китте.

— Ни тине становой?

— һуҡманылармы?

— Нимә тип яуап бирҙең?

Уларҙың бөтәһенең йөҙөндә лә ҡыуаныслы йылмайыу бар ине.

Был ҡыланыштарҙы тәҙрәнән күҙәткән пристав шунда уҡ үҙенең шикле фекеренең дөрөҫ икәнен асыҡланы. Тимәк, бында эш тиген түгел, тине ул үҙенә.

Ә Сәғди үҙенең “ҡотолоп” сығыуына ҡыуаныу урынына, тәрән уйға ҡалып, ҡаштарын төксәйтеп йыйырып, оло юлға ҡараны: унан оҙаҡламай Ҡотлояр килергә тейеш. Ә уның тураһында төпсөп һорашыуҙары бушҡа түгел. “Әллә берәйһе ошаҡлап та өлгөрҙөмө, әллә былай ғына төһмәт итәләрме?” — тип уйлап ҡуйҙы ул.

Сәғди бик ашығып ҡына өйөнә ҡайтты ла үҙен ҡаршы алған Юлия менән Шәмсиәгә ишетеп ҡайтҡан хәбәрҙәрен һөйләне.

Уғаса булмай, уның артынан Янғол да ахылдап килеп инде.

— Сәғди ағай, минән допрос алған саҡта, пристав урядник менән һөйләшкәндә лә, Ныязғол менән һөйләшкәндә лә әллә нисә тапҡыр Маштакова тигән фамилияны сығарҙылар.

Ни турала икәнен аңғармай ҡалдым, — тине лә, боролоп, бөтәһенә лә һораулы ҡараны. Юлия өндәшмәне.

Сәғди:


— Уныһы насар. Минән Ҡотлояр ағайҙы һорашты. Ә ул килеп еткәнсе, алдан ҡаршы алып хәбәр иткән яҡшыраҡ булыр.

— Бәй, мин хәҙер үк ҡаршы йүгерәм.

— Бар улай булһа, Әсмәңде ал да, Ҡомлотауҙың арғы битлегенә үк барып көтөгөҙ. Уның янында саҡыра барыусы сотник Саттар булһа, берегеҙ бер хәйлә табып уны албырғатырға тырышығыҙ, икенсегеҙ Ҡотлояр ағайға хәбәр һөйләр, — тине Сәғди.

— Ярай, ағай, — тип Янғол ашығып сығып йүгерҙе.

Төшкә хәтлем бик тыныс һорауҙарға ғына оҡшаған был допрос эше төштән һуң шау-шыулы, күҙ йәшле, ҡанлы ғәрәсәткә әйләнде.

Пристав Жулидовский, үҙе тәрәнерәк шикләнгән кешеләр менән яңынан нығыраҡ һөйләшеүҙе һәм уларҙы язалауҙы һуңғараҡ ҡалдырып, хәҙер өйҙәренән бойҙай, ҡурмас, күзә өйрәһе табылған гаиләләрҙән башлап, бөтә асыуын шуларҙан алырҙай булып, ҡәһәрле һуҡтырыуға кереште.

Олос ишек алды туҡмалып интеккән ирҙәр, уларҙы яҡлашырға йүгереп килеп еткән ас, хәлһеҙ ғаиләләр менән тулып китте.

Бер кем дә бер кемдең дә исемен атаманы. “Үҙем барып алдым, мөгәзәй ишеге мин барғанда асыҡ тора ине” тигән кеүек яуаптан үтмәнеләр. Уның һайын приставтың ҡаны ҡыҙа ине.

Юлия Ивановна үҙенең дарыу ҡумтаһын күтәреп килеп етте лә яраланғандарҙы бәйләй, дауалай башланы.

Янғолдоң энеһе һуғылырға ятмаҫҡа тырышып стражник менән айпалашҡанда, уның күҙе аша битен, маңлайын ҡамсы менән ярып ебәргәндәр. Ҡан, тауыҡ салғандағы һымаҡ, сорлап сәсрәй. Юлия уны бүрәнә өҫтөнә ултыртҡан да яраға әле йода һөртә, әле мамыҡ баҫа, эргәһендә ярҙамлашҡан Шәмсиәгә бинт тағатырға ҡуша, тиҙерәк перевязка яһарға тырыша.

Юлия перевязкаһын яһап та бөтә алманы, урядник, баҫҡысҡа сығып:

— Маштакова Юлия Ивановна, һеҙҙе пристав әфәнде саҡыра! — тип ҡысҡырҙы.

Юлия бөтә дарыуҙарын Шәмсиәгә тотторҙо ла, аҡ халатына сәсрәгән ҡан тамсыларын усы менән һыпырып һөртә-һөртә, олоҫ өйөнә инеп китте.

Пристав үҙе генә ҡалғайны.

— Ә, һаумыһығыҙ, Юлия Ивановна! — Пристав хатта аяғөҫтө баҫып ҡул бирҙе лә, ултырғыс шыуҙырып: — Ултырығыҙ, — тине.

Юлия һаулашты ла күрһәтелгән ултырғысҡа ултырҙы.

Пристав ҡулындағы папиросын һурҙы ла, тәкәллефле йылмайып:

— Һеҙ, туташ, бөтөнләй үҙ ролегеҙгә инеп эшкә тотонғанһығыҙ, һуғыштағы һымаҡ, — тине, үҙ һүҙенән үҙе кетерләп көлөп ҡуйҙы.

Юлияның йөҙөн ҡапыл ҡарағусҡыл ҡыҙыл ҡапланы һәм шунда уҡ ап-аҡҡа әйләнде. Ул тауышын бик тыныс, тигеҙ итергә тырышты. Асыуҙан ҡалтыраған ҡулдарын өҫтәл аҫтына төшөрөп, тубыҡтарына таянды.

— Ни эшләйһең инде, Макар Васильевич, әҙәм балалары бит, йәл, — тине.

Пристав, үҙе лә бик йәлләшкән һымаҡ, йомшаҡ тауыш менән:

— Эйе, эйе, йәл, — тип һуҙып һөйләнде лә, тәҙрәгә ҡарап, тағы ла папиросын һурҙы.

Юлия уның был йомшаҡ тауышына шул тиклем нәфрәтләнде, шунда уҡ уйына килгән “Да, пожалел волк кобылу, оставил хвост да гриву” тигән мәҡәлде саҡ ҡына әйтеп ысҡындырманы. Үҙен көсләп тыйып, бүтән һүҙҙәр әйтте.

— Йәл, бик йәл шул. Астар бит улар, бик астар. Ике ай эсендә генә был ауылда ҡырҡ өс кеше шешенеп үлде, — тине.

— Ашхана асылған бит уларға.

— Уның ашы хайуандарға ла ярарлыҡ түгел. Был турала мин һеҙгә нисә тапҡыр яҙғайным, Макар Васильевич.

— Шуның менән ни тимәксе булаһығыҙ?

— Исмаһам, һуҡтырмағыҙ, язаламағыҙ. Күпме кеше яраланды, ҡан түкте инде! — Юлия тауышын ярһып күтәрҙе. Приставтың да тауышы ҡороланды:

— Һеҙ быны миңә үҙегеҙҙең медфельдшерица булыу йәһәтенән тәҡдим итәһегеҙме әллә башҡа төрлө фекерегеҙ бармы?

— Макар Васильевич, медфельдшерица булыу йәһәтенән мин туранан-тура һеҙгә буйһонам. Шулай булғас, тәҡдим итергә, хатта кәңәш бирергә лә минең хаҡым юҡ. Ә кешелек яғынан мин һеҙҙән уларҙы язаһыҙ ҡалдырыуығыҙҙы үтенеп һорар инем. Орошоп ҡына ҡуйһағыҙ ҙа, улар тыңларҙар ине... — Юлияның тауышы ҡапыл ҡалтырап өҙөлдө.

— Шулай, — тине пристав. Папиросын тағы бер тапҡыр оҙон итеп һурҙы ла Юлияға ҡараны. — Һеҙ мине тартҡаным өсөн ғәфү итегеҙ, туташ, бөгөн бик ныҡ нервничать итергә тура килде.

— Пожалуйста, тартығыҙ, — Юлия күҙҙәрен түбән төшөрөп яуап бирҙе. Сөнки приставтың был ялған тәкәллефенә уның шул тиклем асыуы килде, уның үпкәләре күкрәккә һыймағандай булып ҡабарып, тынын ҡыҫалар ине.

Пристав Юлияның был хәлен абайламаймы әллә үҙенең психологик оҫталығын ҡулланыу өсөнмө, бер көрһөнөп алып, Юлияны бик үҙ күргән төҫ менән хәбәрҙәр һөйләй башланы.

— Бына бит, барышня, аңһыҙ халыҡ менән ни эшләмәк кәрәк? Һеҙ уларҙы орошоп ҡына ҡуйырға ҡушаһығыҙ. Ә уларҙы орошоу ғына түгел, туҡмап тор, улар үҙҙәренекен итә бирәләр. Бигерәк тә крәҫтиән халҡы шундай халыҡ. Ә инде был башҡорт халҡы бигерәк тә кире, үҙ һүҙле, законға буйһонмаған халыҡ ул. Үҙҙәре бик ялҡауҙар. Араларында бар ана Ныязғол старшина һымаҡ тырыштары. Ләкин ундайҙар хәҙергә бик аҙ әле. Һеҙ йәлләргә ҡушаһығыҙ. Дөрөҫ, кешелеклелек, йәлләү барыбыҙҙа ла бар. Ләкин үҙеңдең өҫтөңә йөкләтелгән вазифаны үтәгән саҡта, личный тойғоларға бирелеү һис яраған эш түгел. Уларҙы һин йәлләп торһаң, йүгән теҙгендәрен аҙ ғына ысҡындырһаң, унан уларҙы тотоп алыуы ҡыйынға, хатта мөмкин түгелгә әйләнә, һеҙ йәш, күп нәмәне аңлап еткермәйһегеҙҙер. Унан һеҙгә, бындағы алыҫ мөйөшкә, әлбиттә, ишетелмәйҙер, крәҫтиән болаларының баҫылыуына нисә генә йыл үтте. Хәҙер инде Рәсәйҙең байтаҡ ерҙәрендә отруб мәсьәләһе менән тағы ла күтәрелештәр ҙә бәрелештәр була башланы. Бына нисек бит ул, Юлия Ивановна. Былар өҫтөнә ҡала эшселәренең дә һәр ваҡыт ҡуҙғалышҡа әҙер була башлағандарын да уйлаһаң...

Приставтың шулай вәғәз һымаҡ байтаҡ ваҡыт һөйләгән һүҙенең ҡайһы береһен тыңлап, ҡайһы береһен ишеткеһе лә килмәй уйға батып ултырған Юлия, һуңғы һүҙҙәрҙе ишетеүгә, башын ҡапыл күтәреп, йылы осҡон сәскән ҡуйы һоро күҙҙәре менән уға ҡапыл һирпеп ҡараны. “Күтәрелеш, эшселәр хәрәкәте, крәҫтиән болалары” тигән һүҙҙәр ниндәйҙер бер көс менән, Юлияны йоҡонан уятҡан кеүек, килеп бәрелделәр. Ул ныҡ ҡыҙығыу менән приставтың ҡалын күҙлек быялаларына тура текләне лә уның бындай хәбәрҙәрен аҙағына тиклем ишеткеһе килеп тулҡынды.

Ләкин ҡарт төлкө һымаҡ хәйләкәр пристав Юлияның был хәрәкәтен үҙ иғтибарынан ысҡындырманы. Уйынан: “Әһә, бына нәмә уның йәш йөрәгенә тура ҡағыла икән...” — тип күҙҙәрен мыҫҡыллы көлдөрҙө лә, ауыҙына йөҙөк йәшергән шикелле, һүҙенән туҡтаны. Ул да баяғы Юлия кеүек үҙенең ни уйлағанын ҡысҡырып әйтмәне, эсенән тынды.

Юлияның ауыл халҡы яҡлы икәнендә лә һәм был иген өләшеү эшендә ҡатнашы барлығында ла уның шиге ҡалманы. Шулай ҙа эште әкренләп тикшерергә булды. Сөнки уның өйәҙҙәге кабинет өҫтәле эсендәге Һамарҙан килгән “Самойлов кейәүе нәҫеле” тигән ҙур авторитет һүҙҙәрҙе эсенә алған күк конвертлы ҡыҫҡа хат уның күҙ алдынан китмәне.

Пристав тағы тыныс тауыш менән һорау бирҙе:

— Маштакова туташ, һеҙ был башҡорттарҙың бындай тәртипһеҙлек сығарып, баш-баштаҡлыҡ яһап, иген талап йөрөүҙәренә нисек ҡарайһығыҙ? — тине.

Юлия бер минут та уйланып торманы. Алдан, әллә ҡасан әҙерләгән яуаптай итеп, бик асыҡ һүҙҙәр менән яуап бирҙе:

— Ваше благородие, мин бында башҡорттарҙан бер бик дөрөҫ мәҡәл ишеттем. Ул “Ас кешенең асыуы ҡаты” тигән мәҡәл. Мин үҙем дә хәҙер был мәҡәлдең бик тапҡыр икәнен яҡшы төшөндөм инде.

Пристав Жулидовский Юлияға бүтән һорау бирмәне. Ул уға һытылған һәм ағарынған йөҙ менән боролдо ла:

— Һеҙгә китергә мөмкин. Башҡа мин һеҙҙе тотмайым, — тине.

Юлия сығып баҫҡыс болдорона баҫҡан көйө тирә-яғына ҡаранды. Ишек алдындағы кешеләрҙең бөтәһе лә таралып бөткәйне. Шәмсиә лә юҡ. Ике стражник бүрәнәгә ултырып тәмәке урайҙар. Ҡояш байыған, ҡараңғы төшөп килә. Көн йылы. Әллә ҡайҙан,ҡапыл болдор аҫтынан килеп сыҡҡан һымаҡ, Ишбулды килеп сыҡты ла Юлия янына йүгереп менде:

— Юлә апай, һине өйгә ҡайтырға ҡуштылар, — тип шыбырланы.

— Кем ҡушты?

— Ағайҙар ҡушты. Тиҙ ҡайтһын, тинеләр.

Юлия баҫҡыстан төштө лә Ишбулдыны етәкләп урамға сыҡты.




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   9   10   11   12   13   14   15   16   ...   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет