ЫРҒЫҘ беренсе киҫӘк көтөүселәр



бет1/26
Дата06.07.2016
өлшемі1.92 Mb.
#181398
  1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   26



    ЫРҒЫҘ

    БЕРЕНСЕ КИҪӘК



    Көтөүселәр

    Әйҙәп кенә барған йылҡымдың

    Алалары бар ҙа буҙы юҡ,

    Янып ҡына барған йөрәккәйемдең

    Ялҡындары бар ҙа ҡуҙы юҡ.

    (Халыҡ йыры)

    1

    — Ялҡындары бар ҙа шул ҡуҙы юҡ... Һайт, һайт! Фють-фють!



    — Һайт, ҡара юрға! Асатай, көтөүҙең башын ҡайыр! Ҡайҙа күләүеккә ҡайтараһың. Баланлыға бор. Асатай, һиңә әйтәм бит!

    Айбулаттың көслө тауышынан бөтә ялан яңғырай. Ҡаршылағы күгәреп ятҡан текә тау Айбулаттың көйөн дә, һүҙҙәрен дә, орошоуын да яңғырап ҡабатлай.

    Көтөүҙән уң яҡлап, аянлап барған аты өҫтөндә Асатай артҡа ҡайырылып, тауышын Айбулаттан уҙҙырырға тырышҡан кеүек, ҡысҡырып һораша:

    — Тоҙло күл яғына табан түгелме ни, Айбулат ағай?

    — Баланлы үҙәккә тиҙәр бит һиңә. Әйҙә, ҡайыр, ҡайыр! Ана, һулға табан — байҙың йәйләүенә бор!

    Айбулат менән Асатайҙың бөтә өҫ-баштарын көтөүҙән күтәрелгән саң болото баҫҡан, күҙҙәре менән тештәре генә йылтырайҙар. Улар таң ҡараңғылығынан бирле юлда йылҡы ҡыуып килә-килә арып та, йыбанып та, асығып та бөткәндәр.

    Көтөүсе Айбулат үҙенең нисәмә йылдарға һуҙылған көтөүселек ғүмерендә малын үрешкә ебәргәндә лә йә алыҫҡа ҡыуғанда ла һәр ваҡыт моңло йырлап көн үткәреп ғәҙәтләнгән. Әле лә ул көслө күкрәк тауышы менән ялан яңғыратып йырлай:

    Олоҫтанҡай һыуына таш ташланым

    Сайпый-сайпый ғына батһын, тип,

    Беҙгә лә хоҙай шулай ҡушҡан микән

    Кеше тупһаһында ла ятһын, тип.

    Урал көйөнөң уралып-уралып сыҡҡан, бер күккә ауалаған кеүек үргә күтәрелеп, бер текә ярҙар аҫтына төшөп юғалған кеүек булып, ә ҡайһы берҙә тигеҙ ялан буйлап йәйелеп яңғыраған ҡатмарлы моңо, Айбулаттың ауыр уйҙарын, ялҡынлы хәсрәттәрен таратҡандай булып, сикһеҙ йәйләү яландарына тарала.

    Айбулатҡа ҡарағанда байтаҡ йәш, урта буйлы, йыуантыҡ Асатай ат өҫтөндә лә дүрткел һымаҡ булып күренә. Ул йә Айбулаттың йырын тыңлай, йә үҙе һыҙғырып көйләй. Әгәр ҙә аҙ ғына ҡатарҙан сыҡҡан мал булһа, уны ҡайтара, ҡороған ерҙә дыһырлатып һөйрәтеп, көтөүҙең йә уңына, йә һулына сабып сығып һайтылдай башлай. Айбулат әленән-әле Асатайға берәй нәмә тип ҡысҡыра ла тағы йырлай:

    Ауаларҙа осҡан, ай, һар микән,

    Аяҡҡайҙарын күргән бар микән.

    Эстәремдә янған хәсрәт утын

    Тыштарымдан белгән бар микән.

    — Һайт, һайт, фють! Һайт, ҡола байтал! Күк юрға, һайт!

    Ырғыҙҙың көнсығыштан көньяҡҡа һуҙылып ятҡан оҙон буйы мөһабәт Байсура тауының итәгенән сылтырап ҡына сығып башланып китә лә, Баланлы йәйләүенә урап һуғылып, артабан тәгәрәй.

    Был йәйләү бик иҫке замандарҙан бирле маҡталып килгән бай йәйләүҙәрҙең береһе. Элек бында Айҙаҡай ауылының бөтә халҡы сығып йәйләй торған булған. Хәҙер инде, ярлы башҡорттар үҙ ерҙәрен мәңгегә һата башлаған замандан алып, ер Ныязғол бай ҡулына инеп бөткән дә, шулар эсендә Баланлы йәйләүе лә уға күскән. Шул ваҡыттан бирле Баланлының көмөшләнеп тулҡынған ҡылғандары, аллы-гөллө сәскәләре араһында һәр кем иркенләп, йәйрәп, саф һауа йотоп йөрөй алмай. Улар үҙҙәренең барлы-юҡлы малдарын да был бай яланда көтә алмайҙар. Байсура тауы битен ҡаплаған ҡалын урмандарҙа таң сәхәрҙән тороп һайраған һандуғастарҙың моңло тауыштарын да, көндәр буйы арымай-талмай саҡырған кәкүктәр тауышын да хәҙер ауылдың башҡа халҡы һағынып ҡына һөйләйҙәр. Улар бүтән йәйләүҙәргә сығалар ҙа: “Ҡуй инде, Байсураға еткән ер ҡайҙа ул, уның болотҡа олғашҡан ҡаялары ҡайҙа ул, уның ҡурғыларындағы кеүек емештәрҙе ҡайҙан өҙөп ҡабаһың! Бында ни, ҡола дала, ҡоро татыр әрем дә юшан, ағасы яланғас, үҙәге йәмһеҙ, һыуы тәмһеҙ...” тип зарланалар ҙа Байсура тау, Баланлы үҙәк, Ырғыҙ йылғаһына йырҙар сығаралар, шуларҙы йырлап ҡайғыралар.



    Байсураға менеп, ай, ҡараһам,

    Орпаҡ менән Мулдаҡ күренә.

    Ерһенмәйем, ялан, ай, ереңде,

    Зарураттан йәмле лә күренә.

    Сәҙе генә буйы, ай, татыр,

    Ат аяҡҡайҙарын аҡһатыр,

    Беҙҙең генә уйнап-көлгән ерҙә

    Күк үләндәр үҫмәй күп ятыр.

    Хәҙер инде был тирәләрҙә лә, Өсүҙән, Сәҙе буйҙарында ла дөйөм йәйләү тормоштары бөткәнгә күп йылдар үткән. Йәштәрҙең күбеһе йәйләүҙе белмәйҙәр, белгәндәре лә шул Баланлы йәйләүен генә беләләр ине.

    2

    Ныязғол бай нисә йылдар инде ошо бай, матур ерҙәрҙә үҙе баш, үҙе түш булып маҙырап йәшәй. Үҙе теләгәндә генә, ашыҡмай ғына, ер кибеп, үләндәр сәскә атҡас, ваҡ малдың балалары бауыр күтәреп утыҡҡас ҡына йәйләүгә сыға. Ул үҙенең көтөү-көтөү малы менән яланды ҡаплай. Өс бисәһенә өс аҡ тирмә, ҡалған ғаиләһенә тағы бер нисә тирмә ҡороп ебәрә лә, шунда көҙгә тиклем ҡымыҙ эсеп, ҡунаҡ һыйлап, иреккәнендә ҡалаға барып килеп, ситтән килгән түрәләр менән донъя емереп, ҡоторошоп йәй үткәрә. Ә көҙ еткәс, ит, май, бал еҫтәре аңҡыған, хандар һарайы һымаҡ яҡшы, йылы, өлкән өйөнә тағы күсеп ҡайта.



    Бейек тауҙар араһынан сығып, далаларҙа борғоланып-борғоланып шыуған оло аҡ йылан һымаҡ, наҙланып аҡҡан Ырғыҙ йылғаһы, Байсура тауҙың итәгенә тотҡан киң таҫма кеүек әйләнә лә, тағы әллә ҡайҙа ағып китә. Яҙ башында ҡалын боҙҙар иреп ташҡандан бирле уның тыныслығын бер кем дә боҙғаны юҡ. Балыҡтар нурҙарында көмөш тамсылар сәсрәтеп сиртәләр ҙә, түңәрәк һырлы йондоҙҙар яһап, төпкә сумалар, үҙҙәрен ҡыуалаған эре балыҡтарҙан ҡасып юҡ булалар.

    Бына бөгөн Айбулат менән Асатайҙың ҡыуып әйҙәп алып килгән йылҡы көтөүе Ырғыҙ буйының йомшаҡ үләндәр, сәскәләр менән ҡапланған уйпатын үтеп, тал сауҡалары, ҡомло ҡырсындар менән ҡапланған еренә килеп төштө. Көтөүҙең кешнәшкән бейәләре, сырҡыраған ҡолондары, ушҡырған айғырҙарының тауыштары, күмәк тояҡтарҙың ҡыштырлап тыпырлауҙары менән яр буйы шаулап китте. Һыу ситендә ғәмһеҙ йөҙгән балыҡтар уртаға ҡастылар. Сауҡаларҙағы төрлө ҡоштар, был сырсыуға аптырашып ҡараштылар ҙа, йырҙарын бүлеп, оло урманға табан остолар.

    Айбулат, үҙе һыбай килгән аттан төшөп, уны буш ебәрҙе лә, эйәр, туҡымын ҡулына алып, йүгәнен яурыны аша һалып, тирмәләр ҡороласаҡ ҡалҡыуға табан атланы. Көтөү янында Асатай ҡалды.

    Йылҡы килеп таралғас та, яландың ауыл яҡ һыртынан ҙур һыйыр көтөүе күренде. Уларҙан арттараҡ леһерләп, ерҙән тәгәрәгән оло ҡара болот һымаҡ ер ябып, бер нисә мең баш ҡуй көтөүе тыуҙы. Был көтөүҙең ян-яғынан, тәртипле урынлаштырылған ғәскәри ҡарауыл кеүек, алты көтөүсе, арып-талып, алпанлап атлайҙар. Улар араһында арттаныраҡ талтаңлап атлап, көтөүсе ҡаҙаҡ Истебай, башындағы ҡолаҡсынын ялпылдатып, эҫегә, саңға йонсоп арып килә. Уның оҙон буйы, киң яурыны, билбау урынынан сүс еп менән быуған ялбырап бөткән алама көпөһө, алыҫтан ҡарағанда, атлап килгән йәнле ҡарасҡыны хәтерләтә. Ул оҙон сыбыртҡыһын шартлатып яланды яңғырата, тыңлауһыҙ ҡуйҙарҙың эркелешеп ситкә тартҡан ҡайһы бер төркөмөнә асыуланып ҡысҡыра, уларҙы әрләй.

    — Ҡайҙа боролдоң, бәррә! Уй арам ҡатҡыры! Бәррә!

    Ҡатарлап баҫҡан яҫы аҡ уҡа кеүек булып нисәмә йөҙ саҡрымдарға һуҙылған, ҡайҙа барып осона сығыуы билдәһеҙ булған ялан юлының ике тәгәрмәс эҙе араһында ялланып үҫкән бейек үләндәрҙе һыҙыртып, байҙың йорт-ер күсе килде. Тирмәнең кирәгә, сағараҡтары, кейеҙҙәре нығытып тейәлгән пар аттар егелгән биш-алты йөк, уның артынан һауыт-һаба, урын-ер, эшсе ҡатындар бала-сағалары менән теҙелешеп ултырған тағы бер нисә йөк килде. Иң аҙаҡтан ике күсәргә икешәр тәгәрмәс кейҙереп, уның өҫтөнә ултыртылған өлкән ағас будканы дүрт үгеҙ саҡ һөйрәп килеп туҡтанылар. Будка һыртында, алға ултырып, үгеҙҙәрҙе ҡыуып килгән Сәйетҡол, будка ишеген асып, бисәһе Хәлимәгә төшөргә ҡушты.

    — Әйҙә, бисә, тиҙерәк төш инде. Ни, ҡоҙағый һымаҡ, әйткәнде көтөп ултыраһың! — тине.

    Хәлимә эҫегә әлһерәп, ҡалғып ултырған еренән күҙен асты ла, ҡапыл ҡуҙғалып, ҡулында йоҡлап киткән йәш балаһын тотоп, будканан сыҡты. Бала был ҡуҙғалышҡа ҡапыл уянды ла тызылдап илай башланы. Хәлимә уны, ураған йүргәктәре менән ялпылдатып алып барып, өлпө төбөнә күләгәгә һалды, тик ул һаман мыжҡылдап илағас, уны туҡтатыр өсөн икмәк сәйнәп төйгән сепрәк имеҙлекте төкөрөк менән ашығыс ҡына ебетеп, бәпесенең ауыҙына ҡаптырҙы ла йөктәр бушатырға йүгерҙе.

    Ҡояш тауға яҡынлап, көн ҡыҙыуы һүрелгәс кенә, пар күк ат еккән өлкән ҡара повозкала Ныязғол байҙың оло бисәһе Рәхимә, уртансы бисәһе Ғәзимә, эргәләренә йәш бисә Миңлекәйҙең ҡыҙы Хаятты алып, күсер ултыртып килеп төштөләр.

    Улар килеп төшөүгә ҡоролоп бөткән тирмәләрҙе ашығыс йыйыштырып йөрөгән Мәғфүрә, янында ураңғып йөрөгән Диләфрүзгә тирмәләге мендәрҙәрҙе ҡағып күпертергә ҡушты ла, үҙе, йүгерә-атлап, байбисәләрҙе ҡаршы алырға китте.

    Ул уларға ғәйепле йылмайып:

    — Бынау бейәләрҙе бәйләп йөрөп, тирмәләрҙе йыйыштырырға һуңға ҡалдыҡ әллә ни. Улай ҙа ҡайнаға үҙе килмәгән икән әле, тине.

    Кешегә ҡырыҫ, күҙенең ҡабаҡ аҫтынан тексәйеп ҡарап, үҙенә буйһонғандар менән һөйләшкәндә екереп һөйләшә торған, шуның өсөн уларҙан “бупылдыҡ Ғәзимә” ҡушаматы алған быжыр битле, йәмшек танаулы уртансы бисә, повозканан төшөү менән, бер кемгә лә иғтибар итмәй, бөтә йәйләүгә күҙ йөрөттө. Унан һуң Мәғфүрәнең өлдөрләп тороуына ла бер яуап та бирмәй, уны күрмәгән дә кеүек иғтибарһыҙ үтеп, аҡ тирмәгә инеп китте.

    Ғәзимәнең төҫкә йәмһеҙ, үҙе уҫал булыуына ҡарамай, Ныязғол байҙың уны икенсе бисәлеккә алып тороуына күп кеше ғәжәпкә ҡала. Уның тураһында күп хәбәрҙәр йөрөй. Ҡайһы берәүҙәр: Кәмәлектең Йәнтүрә старшина менән Ныязғол бай араһында ниндәйҙер йәшерен ыҙғыш сығып, Йәнтүрә уны ҡурҡытып, кейәү сыҡмай ултырған ҡыҙын биргән икән, тиҙәр. Ҡайһы берәүҙәр: Ныязғол бай Кәмәлек буйына барып һигеҙ ауылдан ҡыҙ күҙләп йөрөгәндә, Йәнтүрә старшина ҡыҙы тип, кис көнө тәҙрә үтә Алтынғужа тигән бер ярлы кешенең бик һылыу ҡыҙын күрһәткәндәр икән дә, ул бер күреү менән уға ғашиҡ булып, әллә ни тиклем мал түгеп алған икән дә, һуңынан, ҡушылғас — ҡараһа, ошо ямаҡ Ғәзимә булып сыҡҡан икән, тиҙәр. Ныязғол быға бик ғәрләнеп үкенһә лә, сер бирмәҫ өсөн риза булған икән, тип көләләр. Ҡайһы бер йор кешеләр Ныязғол ағайҙан: “Ни эшләп улай итеп йәш кәләште һайламай алдың?” — тип һорағас, ул: “Өлөшөмә тейгән көмөшөм”, — тип әйткән икән, тип, “Ғәзимә ул Ныязғолдоң көмөшө”, тип мыҫҡыл итәләр. Ә инде ҡайһы берәүҙәре: Ныязғол бай Ғәзимәне күреп, белеп, уның сикһеҙ бай һәм старшина ҡыҙы булғаны өсөн, уның ағай-энеләренең дә күбеһе шулай бай, түрәләр булып, төрлө ҙур ҡалалар менән эш иткәндәре өсөн алған, тиҙәр. Ғәзимә артынан килгән көтөү-көтөү мал, ике ҙур ағас йорт, йөкләгән өй йыһаздары ошо һуңғы хәбәрҙең дөрөҫ булыуын раҫлайҙар. Ни булһа ла булған. Ләкин хәҙер ун йыл буйы йәш бисә булып, һигеҙ йыл уртансы бисә булып ғүмер итеп килгән Ғәзимә, үҙенең бер балаһы ла булмауына ҡарамай, ошо оло йорт хужалығында үҙәк таяуҙарҙың береһенә әйләнгән. Ул үҙенең иренә ҡаршы, үҙенең өлкән көндәшенә ҡаршы тел әйтмәҫкә өйрәнгән. Тәү килеп төшкән йылдарҙараҡ ул үҙенең йәш кәләш булыу эрелеге менән маһайып ҡараһа ла, Ныязғол бай уны тиҙ өйрәткән. Сөйҙә элеүле торған бөҙөргәле ҡамсыға ҡырын ғына күҙ һалған да, бик тыныс тауыш менән:

    — Ғәзимә, абай бул! Минең өйөм эсендә тауыш сығыр булмаһын. Мин һине Рәхимәнән артыҡ икән, һылыу икән, тип алғаным юҡ. “Ирҙең быуыны һайын ҡатын” тигән мәҡәл бар. Ләкин ирҙең һәр бер ҡатынының үҙ урыны булыр, шуны белергә кәрәк, — тип ҡуйған.

    Ғәзимә ошо көндән һуң, үҙенең әҙәм көсө етмәҫлек ауыр, тотош алтын-көмөштән, мәрйендән, аҫыл ҡашлы сулпыларҙан бөткән ҡашмауын кейеп, һаҡал, селтәрҙәр һалып, ебәккә солғанып килгән атаҡлы старшина ҡыҙы булыуына ҡарамай, көндәшкә дусар булыуы өсөн әсе күҙ йәштәре түккән дә яҙмышына риза булған. Хәҙер ул оло бисәгә өнһөҙ буйһона, унан еңелеп, уға тейешле булған хөрмәтте күрһәтергә лә өйрәнгән. Үҙенән һуң йәш кәләш булып төшкән татар ҡыҙы Миңлекәйҙең һылыулығына, ҡупшылығына, Ныязғолға ҡуштанлығына көнләшеп, эстән янһа ла, үҙе менән бик аҙ иҫәпләшкән был ҡатындың үткерлегенән ҡурҡа. Ә уның балаларын үҙ балалары кеүек итеп ярата, ҡарай, бауырына баҫа. Өй эсендәге, өй тышындағы тулып эшләп йөрөгән байҙың хеҙмәтселәренә килгәндә, ул инде, үҙенең бәхетһеҙлектәренең бөтә үсен алғандай итеп, ирме, ҡатынмы, ҡартмы, бала-сағамы булыуына ҡарамай, бөтә көстө уларға төшөрә, зәһәр менән ажғырып тора.

    Мәғфүрә Ғәзимәнең, повозканан төшөү менән, ҡыҙыл сатин күлдәк, йәшел ебәк яулыҡ, батышай еләндәре менән күлбеп, һүҙ ҙә ҡушмай текәңләп киткәненә арттан ипләп кенә күҙ һалды ла: “Тағы һулаҡай ҡабырғаһы менән ятып йоҡлап килгән, ахыры, бигерәк тымһайған, эшемдән тағы әллә ниндәй мөнтөктәр табып әрләр инде”, тип уйланды.

    Һимеҙ өйрәк кеүек байпаңдап атлап йөрөй торған оло бисә Рәхимә повозканан көскә шыуып төштө. Ул, бер аяғы менән аҡһаңлай-аҡһаңлай, повозка янынан ҡуҙғалып китә алмай туҡтаны ла Мәғфүрә менән һөйләшә башланы.

    Рәхимә йәш сағынан һылыу булып, әле лә төҫөн һалмаған, буртлансыҡ битле, яҫы маңлайлы, ҡуңыр күҙле, ҡыр танаулы, йоҡа ҡыҙыл иренле ҡатын ине. Уны Ғәзимәгә ҡапма-ҡаршы ҡылыҡлы кеше тип йөрөтәләр. Кешегә алсаҡ, һүҙгә ипле, Ныязғолдоң иң баҫалҡы, аҡыллы ҡатыны тип һанала. Мәғфүрә лә уға ҡарата башҡаларҙан артыҡ хөрмәт һаҡлай, бигерәк тә уға эше менән ярарға тырыша. Сөнки Мәғфүрә үҙенең башына нужа төшкән һайын, ашарына бөткән һайын, Ғәзимәләр ҡаҡҡан һайын, ошо байбисәгә иңкәлә. Ә Рәхимә уны бер ваҡытта ла буш сығармай, ситләтеүселәрҙән яйлап ҡына әрсәләп алып ҡала. Асыҡҡанда берәр туҫтаҡ он, эсәк-ҡарын, бер нисә баш ҡорот, алама ҡата, иҫке күлдәк кеүек нәмәләрҙе Мәғфүрәгә бирә лә:

    — Мә, ал, килен, тамаҡ ялға, өҫ-башыңды бөтәйт, бала-сағаңа йүнәтеп тегеп кейҙер. Ямаһаң, әллә ни саҡлыға етер, иҫке булһа ла ныҡ әле ул, фәлән балам фәләнсә йыл ғына кейҙе, яратмай ташлағанға ята. Һиндә юғалмаҫ, эшләп түләрһең әле, — тип, береһенән-береһе шыма, йылы һүҙҙәр менән ярлылыҡтан интеккән Мәғфүрәнең йәнен иретә, үҙенә тарта.

    Мәғфүрә әле лә, Рәхимәнең аҡһаңлауын күргәс, уның янына ашыҡты.

    — Аһ, өлкән еңгә, аяғыңа ни булды, ауырттырҙыңмы әллә? — тип һораны.

    Рәхимә, аяҡтарын ыуалай-ыуалай:

    — Ай, атаң бар булғыры. Бына оҙаҡ ултырып килеп, аяғым ойоп бөткәнсе. Ҡайнағаң бөгөн дә, иртән дә килә алмаҫ әле ул. Юғарынан әллә ниндәй өлкән урыҫ түрәләре килеп төштө. Шунан старшина һайларға барасаҡтар әле. Миңлекәй менән икәүһе шулар менән әүерәләнеп тороп ҡалдылар. Унда арлы-бирле эштәре бөткәс, бында тирмәләр әҙерләнгәс, тәкәләр һуйып, уларҙы ошонда ҡунаҡҡа алып килерменме-ниме тигәйне, нишләр. Әле ни, һеҙ бында төптө йүнәтеп бөтмәгәнһегеҙ икән. Мин инде эште бөтөрөп ҡаҙан аҫҡандарҙыр, тигәйнем. — Ул, маңлайына ҡулын ҡуйып, бөтә йәйләүгә күҙ йөрөтөп сыҡты. — Түрәләрҙең килгән береһе ошо йәйләүҙә ҡунаҡ булырға танһығалар бит. Быйыл, әллә ни, һуңланҡырап та сығылды шул. Улар унда үҙҙәренең эшен бөтөргәнсе, беҙгә лә бында тайяр әҙерләнеп көтөп торорға кәрәк.

    Мәғфүрә башынан шыуып сиселеп барған, иҫкереп уңып бөткән эре биҙәкле француз яулығын ашығыс төҙәтеп бәйләне. Повозкала байбисәләр сумып ултырыуҙан уйылып ятҡан мамыҡ яҫтыҡ, ҡыҙыл биҙәкле аҡ кейеҙ, йәшел сатин юрғандарҙы ҡулына алып ҡаҡты ла, һаман аяҡтарына йүнләп баҫа алмай аҙапланған Рәхимәгә кәңәш бирҙе:

    — Өлкән еңгә, аяғыңды салауат әйтеп һыйпа, салауат әйтеп төкөрһәң дә ебәрә торған ул.

    — Һыйпаным инде. Салауат уҡып төкөрөп тә ҡараным. Әллә ни ебәрмәйсе. Ситек сисеп һыйпаһаң, мәсих боҙола инде, яңынан аяҡ йыуып кейергә кәрәк.

    Рәхимә аҡһанлап тирмәгә ыңғайланы. Үҙе артынан нәмәләр күтәреп килгән Мәғфүрәнән тағы һорашты, бойороҡтар бирҙе.

    — Бейәләрҙе бәйләп ҡуйғанһығыҙ икән. Бөгөнгә бәйләмәй торғанда ла ярар ине юлда йонсоп килгән хайуандарҙы. Кисә бер әйткәйнем түгелме мин һеҙгә. Асатай йылҡыларҙы әллә ҡайҙа таратып ебәрмәһен тағы. Ул ни, ята ла йоҡлай торған. Оло кеше һин үҙең киҫәтеп әйт уға, Мәғфүрә килен. Башҡаларҙың һүҙен ул ҡолағына ҡапыл ғына элмәй торған. Беҙ ултырып килгән аттарҙы таң ашырмай ҡуша күрмәһендәр, эҫеләй булыр, бик ҡыҙыу килдек.

    Улар тирмәгә килеп инделәр. Рәхимә, уның эсен әйләндереп ҡарап, риза булған төҫ менән һөйләнде:

    — Һәйбәт булған булыуын. Тик бына тирмәне аҙ ғына анауындараҡ, ҡалҡыуғараҡ ҡормағанһығыҙ икән. Унда яҡшыраҡ булыр ине, тим дә.

    Мәғфүрә алып килгән нәмәләрен ҙур һары ҡалайлы ялтыр һандыҡ өҫтөнә таҫлап өйөп ҡуйҙы ла үҙен дә, бүтәндәрҙе лә яҡлағандай итеп яуапланы:

    — Әллә шул, үҙебеҙ ҙә Айбулат менән шулай итәйекме әллә тип һөйләшкәйнек тә, шунан ул: “Ярар инде, ошонда ҡорайыҡ та ҡуяйыҡ, оҡшатмаһалар күсерербеҙ”, — тигәс, беҙ ныҡышманыҡ.

    Өҫ-башын сисенеп, кәзәкейҙәрен урҙаға элеп маташҡан Ғәзимә, уларға ҡарамай, асыулы мөңкөлдәне:

    — Айбулаттың уның ғүмеренә шул сей кирелеге ҡалмаҫ инде. Эште эш булһын тип, әҙәм ыңғайына киләме ул, икенсе Сәлимә. Баштан-аяҡ әсәһе!

    Уларҙың һүҙҙәрен тышта сырылдашып талашып илашҡан балалар тауышы бүлде.

    Повозканан ырғанлап һикереп төшкән Хаят күп ваҡыт үҙе менән бергә уйнай торған Мәғфүрәнең ҡыҙы Диләфрүз янына йүгерҙе. Уны, әсәһенең ҡушҡан йомоштарынан бүлеп алып, әйҙәләп етәкләне лә, икәүләшеп сәскәләр менән күмелгән аҡланға йүгерҙеләр. Улар унда сүтерләшә-сүтерләшә үҙҙәренең уйындары, ҡурсаҡтары, юлда килгәндәге хәбәрҙәрҙе һөйләшеп сәскә йыйырға тотондолар. Дилә сәскәләрҙең төрлөләрен, матурҙарын, еҫлеләрен йыйып бер өлкән букет яһаны, уны төрлө йәшел үләндәр менән уратып бәйләне. Ул ошо күҙҙең яуын алып торған сәскәләрҙе ике ҡуллап ҡосаҡлап, икенән үргән сәс толомдарын сайҡалтып, шаяра-шаяра ҡайтырға ыңғайланы. Бер нәмәнең дә үҙенекенән артыҡ, матур булыуына өйрәнмәгән көнсө Хаят, Диләнең сәскәләренә, әле генә күргән кеүек, һоҡланды ла, үҙенең насар, тәртипһеҙ итеп йыйған сәскәләрен ергә ырғытып ташлап:

    — Диләкәй, һин уны миңә бир. Үҙең тағы йыйырһың, — тине. Ләкин Дилә күнмәне.

    — Бәй, ни эшләп мин һиңә бирәйем ти, үҙең йыйғаныңды ташлама! — тине.

    Хаят, шуға асыуланып, уның иң матур сәскәләрен йолҡоп алды. Диләнең дә Хаяттан еңелгеһе килмәне, уны ҡапыл этеп ебәрҙе лә, үҙе алға йүгерҙе. Хаят уны ҡыуып етеп, ҡалай көмбәҙҙәр таҡҡан сәсүргесенә йәбеште. Шулай итеп тартҡылаша торғас, ысынлап һуғышып киттеләр. Хаят туҙған һары сәстәре, ҡаласа тегелгән әллә нисә итәкле батист күлдәге менән елтелдәтеп йүгереп илап тирмәгә инде лә, ужарланып, бөтә сәскәләрен балаҫ өҫтөнә туҙҙырып ырғытты. Үҙе Ғәзимәнең алдына барып тәгәрәне.

    Ғәзимә:

    — Алла, баламды ни эшләттегеҙ? — тип, күҙҙәрен алартып баҡырып ебәрҙе. Хаяттың туҙған сәстәрен һыйпаштырып: — Ни булды ла ни булды? — тип әлдиләне. Хаят уның һайын нығыраҡ буҫығып, мыртылдап танауын тарта-тарта, ошаҡларға кереште:



    — Бәләкәй әсәй, ҡара әле, анау аҡырай күҙ Диләкәй минең сәскәләремде бирмәй. Үҙе минекенән күп итеп йыйған да маҡтана. “Һиңә бирмәйем шул, үҙең шулай итеп йый”, тигән була. — Ул тағы ла нығыраҡ үкереп илап ебәрҙе лә өҫтәп ошаҡланы:

    — Бәләкәй әсәй, ул әле мине мишәр турғайы, ситай, һарыбаш, тип әрләне. Шунан мине төртөп йыҡты, ҡара сурнай. И-и-и... Ғәзимә Хаятты тағы ла нығыраҡ әүрәтте:

    — Ҡара һин уны, ҡараҡайҙы. Һин һуң үҙең уны: “Хәйерсе ҡыҙы, асҡаҡ”, тип әрләһәң ни була! Ни эшләп улайтып уға бирешеп тораһың, йолҡошҡа?

    Был ғауғаның былай ҙурайыуын күреп торған Диләфрүз, әсәһенең күҙ ҡарашынан уҡ үҙен туҡмарын һиҙенеп, сәскәләрҙе ҡосаҡлаған көйө, тирмәнән ун таяҡтар самаһы ары ултырған будка артына йүгерҙе. Ул унда, үҙенең уртаға ярып тарап үргән шоморт ҡара сәстәренең туҙған шәлкемдәрен сәскәле ҡулы менән һыйпай-һыйпай, ҙур үткер ҡара күҙҙәре менән төмһәйеп, ҡара ҡыйғас ҡаштарын тексәйтеп, әсәһенең үҙе янына килгәнен көтә башланы.

    Ғәзимә, тирмә алдына сығып алып, ҡайҡайып баҫты ла Мәғфүрәне, ҡыҙын тыймауҙа ғәйепләп, әрләргә йәбеште:

    — Бала аҫыраған булаһың, Мәғфүрә килен, шуны аҙыраҡ тыйнағыраҡ итеп тотһаң булмаймы? Ҡуйсы, ҡуйсы, ҡыуанып ҡына йөрөгән баламды ҡайһылайтып илатҡан. Ҡәһәр һуҡҡыры, ҡара мәрйә! Үҙе иламай ҙа бит әле, сыт та итмәй, һинең ҡороғороң. Ул ни эшләп беҙҙең Хаятты “мишәр турғайы” тип әрләй әле ул? Ана шул һеҙҙән, ололарҙан, ишеткәнен әйтә ул. Һеҙҙең Миңлекәйҙе мишәркәй тип һөйләгәнде ишетә. Һеҙ ас бет кеүек әсе тешләйһегеҙ. Үҙегеҙҙең тамаҡ туйҙырып йөрөгәнегеҙгә рәхмәт әйтеү юҡ, байҙың балаһын рәнйетәһегеҙ. Кәрәгегеҙҙе алырһығыҙ әле, кеше ҡәҙерен белмәгән эттәр! — Ул будка яғына ҡарап Диләгә йоҙроҡ күрһәтте: — Ну сусҡа, мин һине! Әсәң өйрәтмәгәнде өйрәтермен!

    Мәғфүрә әллә ниҙәр әйтеп Диләне яҡларға уҡталһа ла, Ғәзимәнең әсе теленән, эште ҙурға ебәреүенән ҡурҡып, ҡыҙына асыуланды.

    — Ҡәһәр һуҡҡан бит ул минең Диләфрүз, ен ботағы! Әйткәнде тыңламай, теңкәмде ҡорота әйтәгүр! — тип ҡыҙып китте лә, йүгерә-атлап барып, ҡыҙын тотоп алды, усы менән уның башына бер-ике сәпәп һуғып ебәрҙе: — Бар, үҙебеҙҙең ҡыуыш тирәһенән китмә, бында һиңә ни нәмә бар! — тине.

    Дилә илай-илай үҙҙәре ултырып килгән таҡта арбаның тәртәләрен күтәреп яһаған ҡыуыш аҫтына инеп ултырҙы.

    Ул үҙе бәләкәй булһа ла, Хаяттың эшләгән ғәҙелһеҙлеген яҡшы аңлай. Ғәзимәнең үҙен әрләүен Хаяттың ошағы арҡыры булғанын белһә лә, әсәһенең былай аҙапланыуына төшөнә алманы. Уның әсәһе Диләне бөтә йәберләүсе кешеләрҙән яҡларға, кеше теле, кеше ҡулы тейеүҙән һаҡларға тейеш була тороп та, ни өсөн ул Ғәзимә алдында һуҡты әле? Дилә шуға яуап таба алмай намыҫланып, үкһеп-үкһеп иланы. Уның шулай сеңләп илаған тауышы әллә ни хәтлем ишетелеп торҙо ла тымды. Йоҡланы, ахыры.

    Рәхимә был ыҙғышты яратманы. Ул ике яҡты ла килештергес тауыш менән тыныс һөйләнде.

    — Ҡуйығыҙсы, ҡуйығыҙ. Бала араһына инеп, бала булып йөрөү ололарға килешкән эш түгел. Улар ни, көсөктәр кеүек, хәҙер талаша, хәҙер яраша. Улар араһына әсә ҡыҫылмаһын ул. Әллә, үҙем нисәмә бала үҫтерҙем, шулар арҡыры кешеләр менән бер ваҡытта ла телгә килешкәнем булмаҫ. Ҡуйығыҙ бушты. Ҡана, бер һәйбәтләп, сәхрәлә иркенләп сәй эсеп алайыҡ әле. Аш бешкәнгә тиклем ҡорһаҡ та асып китер. Мәғфүрә килен, һин дә балаға теймә, эшеңде ҡара. Самауыр ултырт. Йәш килендәр ҡайҙа? Улары ла һыйырҙарҙы һауып бөтә алмай оҙаҡ маташалар.

    Мәғфүрә ҡыҙып китеп Диләһен һуғып алһа ла, уның ғәйепле түгел икәнлеген белгәнгә, йөрәге йәлләү менән әсене, Ғәзимәгә асыу менән ярһыны. Шуның өҫтөнә Рәхимәнең килештергес һүҙҙәренән күңеле йомшап китте. Күҙҙәренән мөлдөрәп сыҡҡан ике тамсы йәш бөртөгө, яҙғы елгә елһеп, ҡояш менән ҡарайып тутлаған ике бите буйлап эйәгенә тәгәрәп төштөләр. Ул уны, бай-бисәләргә күрһәтмәҫкә тырышып, кәзәкейенең йышылып бөткән ямаулы ең остары менән һыпырҙы. Рәхимәнең бойороғон йәһәт еренә еткерергә тырышып, хәҙер генә ергә ҡаҙып яһаған усаҡ янында борҡоп ҡайнап ултырған өлкән аҡ самауыр янына йүгерҙе. Унан килеп тирмә алдына кейеҙ юрған йәйеп, ике ҙур аҡ тышлы мендәр һалып, ашъяулыҡ йәйеп, сәй әҙерләй һалды. Ул әҙерләп бөткәс, Рәхимә:

    — Сәйҙе һин яһа, Мәғфүрә килен, һинең ҡулыңдан сәй тәмле була, — тине.

    — Тәмле генә булһынсы, минән эш ҡалмаҫ, — тине Мәғфүрә.

    Байбисәләр, табындың түр яғы булған тирмә яҡ ситенә йыйылышып ултырып, киң даланың саф һауаһына ҡатышып тәүге шәшкегә ҡойған, танауҙы ҡытыҡлаған яҡшы сәйҙең еҫен күкрәктәренә тарттылар. Ике әсәйҙең уртаһына ултырған Хаят та илауҙан ҡыҙарған күҙҙәре менән көлөп иркәләнде. Ғәзимәнән әле бал, әле эремсек һораны. Ғәзимә уны өҙлөкһөҙ һыйланы. Шул арала үҙен һис бер яратмаған Мәғфүрәне лә сәнсеп ҡалырға тырышып, көбө эсенә төшкән себен һымаҡ мөңгөрләне.

    — Аша, Хаят бәпесем, аша. Ни нәмә бирәйем, ҡаласҡа бал яғып бирәйемме, әллә варение менән перәник ашайһыңмы? Аша, балам, юҡҡа буҫыҡма. Бынау әтераламаларҙы әйтәм, ҡорсаңғылар, үҙҙәренең бала-сүрәһе менән килеп һыйып тороуҙары етмәй, бай балаһын ҡағалар. Уларға аҙ ғына өндәшмәйерәк торһаң, хәҙер түбәгә сығырға әҙер торалар ул. Эс сәйеңде, балаҡайым. Бал менән эс!

    Мәғфүрә башын баҫҡан көйө өндәшмәй сәй яһауында булды.

    Ҡояш, шаршау ситенән ҡарап көлгән һылыу шаян килендәй, Ҡырморон тауының ялдары артына битен йәшерә биреп, бер аҙ көлөп торҙо ла нурлы уҡтарын ерҙән алып, күккә һирпте.

    Ырғыҙҙың ҡурғаш иҙән кеүек яйлап аҡҡан һыуының Байсура тауы итәгенән әйләнгән бөгөлөшөндә көтөүселәр, малдарҙы өйөрөп, төнгө ятаҡҡа әҙерләнәләр. Улар үҙ-ара ниҙәрҙер ҡысҡырышып һөйләшәләр ине. Уларҙан уңдараҡ һайтылдап йылҡыһын тау ашырған Асатай:

    — Айбулат ағай, мин Ырғыҙ башында булырмын. Килһәң, ҡола атты уйпатҡа тышаулап ҡалдырҙым! — тип ҡысҡырҙы. Айбулат, һыу буйындағы ҡолондар елеһенә тил уратып үрелгән ситәндең нығытылмай ҡалған мөйөштәрен йәш тал менән нығытып, ҡапҡаһына арҡыры һайғау ағастары һалып, ҡыҫып бәйләй ине. Ул Асатайға:

    — Ярай, һуңыраҡ килермен! — тип яуапланы.

    Уларҙың көслө ҡалын тауыштары, Байсураға һуғылып килеп, ҡабат яңғыраны ла, һүҙҙәре, береһен береһе ҡыуышҡан кеүек, ҡабатланып барып, Ырғыҙ өҫтөнә таралып юғалдылар.

    Айбулат, һалмаҡ атлап, тирмәләргә ыңғайланы. Уның мыҡты, төҙ, ҡупшы кәүҙәһе, эңергә яҡынлаған аҡһыл тоноҡ яҡтылыҡта тағы ла төҙөрәк, тағы ла мыҡтыраҡ булып күренә. Ул, башындағы аҡ кейеҙ ҡалпағын алып, сәстәре араһындағы тирҙәрен һыпырҙы. Уның етек һаҡал-мыйығы, битенең эйәк, сикәләрен ҡуйы ҡаплап, әле егерме дүрте лә тулмаған йәш кешене байтаҡҡа олоғайтып күрһәтә. Тик уның тигеҙ ҡыр танауы, ҡайһы саҡта уйнаҡ, ә ҡайһы саҡта уйсан үткер ҡара күҙҙәре, көлгәндә ҡыйылып һикерә торған баҙыҡ ҡара ҡаштары, ҡояшҡа янған битен сағылдырып ебәрә торған тигеҙ аҡ тештәренә абайлап ҡараған кеше генә уның яңы ир ҡорона тулған йәш кеше икәнен күрә.

    Айбулат кәзәкейен сисеп ҡулына алды, иҙеү һиҙәбен ысҡындырып, күлдәген елпетте. Саҡ ҡына өргән йылы еләҙгә битен ҡуйып, тәрән тын алды.

    Сәйгә алдан туйып алған Рәхимә бик кәйефләнеп, аяҡтарын һуҙып ебәреп, тирә-яғына ҡаранды. Шунан онотҡан бер нәмәне иҫенә төшөргән тауыш менән:

    — Әйткәндәй, беҙҙең ялсылар, күсеп килгәс, сәй эсеп алдылармы әле, юҡмы шулар? — тип Мәғфүрәгә һорау бирҙе.

    — Юҡ, сәй эсергә ҡул тейеү ҡайҙа ти ул. Бушай алманыҡ, өлкән еңгә. Бына иртәнән бирле тәү башлап ошо самауырҙы ҡайнатып торабыҙ. Йыйыштырына-йыйыштырына ошо көнгә ҡалдыҡ. Төш ваҡытында бер йыйылышып ҡатыҡ эсеп алғайныҡ. Айбулат та, Асатай менән Истебай ҙа ҡулдарына берәр һыныҡ икмәк тотоп ҡына киткәйнеләр. Бала ҡуйсылар ҙа шул һыныҡтары менән генә тамаҡ ялғап, ҡуй көтөүе янында йоҡларға яталар инде.

    — Улай булғас ни, бындағылары бына ҡалған сәйҙе эсһендәр. Айбулатты ла ҡайтарығыҙ. Килендәр ҙә ултырһындар, бер ҡайнаған самауыр барыһына ла етер. Аш бешеп, ҡасан уны ашағансы, ҡарындары асып китер.

    Ғәзимә туйып шәшкеһен түңкәрҙе лә, алдында йоҡлап ятҡан Хаяттың башын һыйпап, мыжый-мыжый һүҙгә ҡушылды:

    — Йә, ҡатыҡ эскәс, сәй ни нәмәгә кәрәк ул, эсәк йыуҙырып. Ҡатыҡ сәй ише буламы, туҡлыҡлы бит ул. Бына беҙ ашағас, аш ашарҙар. Бер-ике сәғәткә түҙерҙәр, үлмәҫтәр әле. — Ул тағы әллә ниҙәр теҙеп алып китте.

    Һыйырҙар ятағы янынан ике ҙур аҡ күнәк менән яңы һауған һөт көйәнтәләп Гөлйөҙөм, уның менән ҡатар Сәйетҡолдоң һеңлеһе Разифа, улар артынан көйәнтәле Хәлимә күренделәр. Мәғфүрә уларҙы күреп:

    — Ана, килендәр ҡайтып та киләләр, һөйләп тә бөтмәгәйнек, ғүмерҙәре оҙон булыр әле, — тине.

    Гөлйөҙөм башын түбән баҫҡан көйө, күнәктәге һөттәрҙе сайпылтмаҫ өсөн тигеҙ атлап, етешкән ҡорһағын ололарға күрһәтмәҫкә тырышып, бер ҡулы менән алъяпҡысын күтәрә биреп тотоп, будка артындағы сепаратҡа үтте. Уның артынан Хәлимә менән Разифа ла шунда ыңғайланылар. Рәхимә уларға:

    — Әйҙәгеҙ, килендәр, Разифа, һин дә, бергә-бергә ултырып, сәй эсеп алығыҙ. Айбулатты ла ҡайтарырға кәрәк, — тип өҫтәне.

    Гөлйөҙөм ололарҙың, бигерәк тә байбисәләрҙең әйтеүенә килә һалып ултырыуҙың ҙур әҙәпһеҙлек икәнен яҡшы белә. Шуға күрә ул, үҙенең йөрәге һурылып асыҡһа ла, көн буйы эшләп арыған, һыуһаған булһа ла, ашыҡмай ғына һөттәрҙе сепаратҡа ҡойоп әйләндерә башланы. Янында ярҙамлашҡан Разифаға шыбырлап ҡына:

    — Бар, ағайыңды сәйгә саҡырып кил. Ул, бахыр, таң иртәнән бирле бер нәмә лә ҡапҡаны юҡ бит, — тине.

    Разифа, будканан сығып мал ятағы яғына ыңғайлағас та, ҡайтып етеп килгән Айбулатты күреп туҡталды.

    — Бәй, ана бит, ағайым үҙе лә ҡайтып килә ята, — тине ул.

    Айбулатты ҡалған сәй янына ултырттылар. Рәхимә унан ситәндең үрелеп бөтәүе, малдың яйы тураһында төпсөп һорашты.

    Айбулат Мәғфүрә еңгәһе янына, ашъяулыҡ ситенә килеп аяҡ салып ултырҙы ла, Ырғыҙҙа йыуып килгән бит-ҡулын күлдәк итәгенә һөртә-һөртә, яуап бирҙе:

    — Ҡолондарға тигән ситән кәртәне үреп бөттөм. Һыйыр кәртәһенә тағы ла байтаҡ тал кәрәк әле. Шуға тағы берәй кеше яллап ҡырҡтырғанда, мин үреүҙе туҡтатмаҫ инем. Шул тал ҡырҡып бөгөүе ҡулды тота. Эш тә шуға күрә бик оҙаҡҡа тартылды, — тине.

    Рәхимә Айбулаттың алдына бауырһаҡ, эремсек, ике телем икмәк өҫтөнә май киҫәктәре һалып ырғытты ла, йомшаҡ тауышын үҙгәртмәй генә:

    — Ни нәмәһе яллап тора ти инде ул, көндөҙ йылҡы елләгәндә Асатай ҙа ҡырҡышыр. Ҡуйҙарҙы малайҙар ҡараған арала Истебай ҙа булышһын, шулайтҡанда эшегеҙ ҙә тиҙерәк бөтөр, — тип кәңәш һымаҡ бойороҡ бирҙе.

    Ғәзимә лә ҡоро ҡалманы.

    — “Кеше яллау”, имеш. Һеҙгә бик уңай шул, ялла ла ҡуш, ялла ла ҡуш. Э һеҙ үҙегеҙ бер көтөү ялсы була тороп та, шул тал кәртәне лә бөтмәй бызмырлайһығыҙ. Хәҙер көн оҙайған заман, бик өлгөрөп була ул, йыйын ялҡауҙарға ни, әйткәнде беләләрме! — Ул һүҙен ослап бөтөрә алмаған һымаҡ, асыулы һикереп торҙо ла тирмәгә инеп китте.

    Гөлйөҙөм тағы бер-ике тапҡыр әйткәс кенә сепаратты әйләндерергә Разифаға бирҙе лә, сәй янына килеп, самауыр төбөнә арты менән генә ултырҙы.

    Мәғфүрә уларға сәй яһап эсерә башланы.

    Самауыр һыуынып бөткән, һыуы һемәктән сей һыу тауышы сығарып шыбырлап аға ине.

    Будканан һул яҡтараҡ ҡоролған арба ҡыуыштар араһында сырылдап илаған йәш бала тауышы ишетелде. Рәхимә шул яҡҡа күҙ һалып алды ла:

    — Йә, һуң бынау Сәйетҡол менән Хәлимә килен ниңә килә һалып тамаҡланмай маҙаланалар инде, — тип һуҡранды. — Хәлимәһе инде анау илаҡ балаһы менән ҡайнашалыр, Сәйетҡоло ҡайҙа йөрөй һуң? — тип өҫтәне. Уға Айбулат яуап бирҙе:

    — Сәйетҡол ағай хәҙер килеп етер, дөйәләрҙе анау уйпатҡа алып барып тышаулап ҡалғайны, — тине.

    Рәхимә тағы ла ризаһыҙлыҡ белдергән тауыш менән:

    — Ана шул дөйәләргә лә берәй малай кеше булһа, Сәйетҡолдоң ҡулы бушап, башҡа эшкә ярар ине. Бер егерме-утыҙ дөйә өсөн оло кеше тотҡансы, — тине.

    Айбулат, һыуынған сәйҙе һемерә-һемерә, үҙе икенсе уйҙар менән мәшғүл кеше тауышы менән:

    — Ул шайтан шикелле дөйәләр балаларға түгел, Сәйетҡол ағайҙың үҙенә лә баш бирмәй китәләр әле. Бигерәк тә анау Нар дөйә, Моҡаш, күк дөйә биҙгәләк... — тип һул ҡулын ситкә һелтәп ҡуйҙы.

    Айбулаттың бөгөнгө бөтә эшкә булған һүлпән ҡарашы Рәхимәнең күңеленә бер ҙә оҡшаманы. Ул башҡа ялсыларға ҡарағанда яҡыныраҡ ағай-эне тейеш был кешенең дә шул донъя, малға атылып тырышып торорҙай кеше булмауына үкенеп көрһөндө. Ул хужалар булһа, үҙҙәре ситтәге ҙур эштәр артынан йөрөүҙән бушамайҙар, тигән борсоулы уйҙарға батып, бер талай өндәшмәй ултырҙы ла һуңғы әмерҙәрҙе бирҙе:

    — Айбулат, ана шул кәртә эштәрен йәһәтлә, йәһәтлә, — тине. — Истебай менән Мүлдәк мал янында йоҡлаһындар. Йоҡлаһындар тигәс тә, йән белмәй үлек һымаҡ ятмаһындар! Һиҫкәнеңкерәп, күҙ-ҡолаҡ булып ятһындар. Бүре-маҙарҙан һаҡ булырға кәрәк. Серәкәй малды йонсотмаһын. Ҡоро ғына ат тиҙәге йыйнап ел үренә төтөнлөк һалһындар. Иртән ағайың йә килер, йә юҡ. Шулай ҙа тәкәләрҙең бик һимеҙҙәренән бер биш тәкә алып ҡалырға онотма. Ағайың килмәһә, Имаметдин килеп төшмәҫме әле. Ул килһә, ҡунаҡтар алып килермен, тигәйне. Әҙер торған яҡшы булыр.

    Айбулат Рәхимәнең был оҙон теҙмә кеүек һуҙылған күрһәтмәләренең барыһын да үҙе лә бик яҡшы белә. Нисә йылдар буйынса инде ул был эштәрҙең бөтә ағышын, тәртибен ятлап бөткән. Шуға күрә, һәр ваҡыт тыңлауҙан еләп бөткән был һүҙҙәрҙе ул өнһөҙ тыңланы ла урынынан тороп китте.

    Мәғфүрә сәй янына һуңлап килгән Сәйетҡол менән Хәлимәгә, Разифаға сәй яһап эсереп ултырҙы.

    Яланға килгән ят ҡунаҡтарҙың еҫен әллә ҡайҙан һиҙеп өлгөргән ялан серәкәйҙәре, тызылдатып килеп, уларҙы һырып та алдылар. Сәй янындағылар, ел үренә төтөнлөк һалып, уларҙан аҙыраҡ ҡотолоп ултырһалар ҙа, ашты тирмәгә әҙерләргә булдылар.

    Мәғфүрә, аҡ тирмәгә инеп, оло абажурлы утыҙлы лампаны яндырып элде. Сәй эскән урында мендәрҙәр өҫтөндә аунап йоҡлап киткән Хаятты күтәреп алып, тирмәгә индереп һалып, өҫтөн япты. Киске намаҙға әҙерләнгән байбисәләргә урҙанан намаҙлыҡ алып бирҙе лә тирмәнән сыҡты.

    Ырғыҙҙың өҫтөндә иләнмәгән аҡ ебәк ептәр кеүек булып күтәрелгән аҡһыл күк томан, матур-матур бөгөлөшлө суҡлы һыҙаттар яһап, байыған ҡояштың күктә ҡалдырған алһыу юлаҡтарына ынтылды. Һыу ситендә саҡ ҡына өргән дымлы еләҫ ел, сәскә еҫтәре менән ҡатнашып, бит, ҡул, муйындарҙы иркәләп һыйпаны. Байсура итәгендәге сауҡалыҡтарҙың төҫө тағы ла ҡуйыланды, уларҙың эсендәге ваҡ ҡына йәнлектәрҙең шыптырлауы тағы ла серлеләнде. Улар аҫтынан бер күренеп, бер йәшенеп сылтырап аҡҡан һалҡын шишмә буйында һандуғастар сутылдашып һайраша башланылар. Ҡайҙалыр бик яҡында ғына кәкүк саҡырҙы. Алыҫта, урмандың арғы башында, икенсеһе күкелдәй башланы. Сикһеҙ зәңгәр күктең әле ул, әле был ерендә, шаян күҙҙәр кеүек бызылдашып, яҡты йондоҙҙар ҡалҡтылар.

    Гөлйөҙөм ҡаҙан аҫтына яҡҡан утындың ҡыҙыу күмерҙәрен ҡуҙғатып, Разифа йыйып алып килгән ҡыу тал сыбыҡтарын шатырлатып яғып ебәрҙе. Усаҡтан борлап сыҡҡан ҡуйы күк төтөн әле нәҙек оҙон бағана һымаҡ юғары үрләне, әле саҡ ҡына ҡалғып, Байсураға сәләм биргән кеүек, бөгөлөп баш эйҙе. Оло ҡаҙан тирәһен әйләндереп күтәрелгән ут ялҡындары төтөндө ҡыуҙылар за, уның артынан үрмәләп етә алмағанға асыуланған шикелле, осло телдәрен бөгөп, тағы ла ҡаҙан һыртын ялманылар.

    Мәғфүрә усаҡ яҡтыһына яҡын килеп он ашъяулығын йәйҙе һәм туҡмас таҡтаһын һалып, үҙе тубыҡланып тороп, кипкән һалма йәйемдәрен ҡырҡырға кереште.

    Усаҡтың ел үре яғында арыраҡ өйөлгән кәҫ өҫтөнә ултырған Айбулат ҡағыҙға төргән тәмәкеһенең ҡуйы төтөнөн һауаға боролдатты.

    Мәғфүрә уны ҡәйнеш итеп һәр ваҡыт шаярта. Төрлө һүҙҙәр менән үсекләп, уйын һүҙҙәр ҙә әйтә. Айбулат уға тағы ла нығыраҡ яуаптар бирә. Эштән бушап, ошолай аҙыраҡ хәл алып ултырған саҡтарҙа йәки аҙыраҡ үпкәләтәйем тип уйлағанда, ул Мәғфүрә еңгә тимәйенсә, “запас” тип кенә һүҙ ҡуша. Мәғфүрә: “Ағайың ишетеп ҡалһа, запасыңды бирер әле”, тип, юрамал асыуланған булып орошһа ла, үҙе үк Айбулатҡа, шаяртып, “запас” тип ҡушамат ҡушып алғайны. Улар шулай күп һөйләнеү арҡаһында был һүҙгә үҙҙәре лә, Гөлйөҙөм дә, Мәғфүрәнең ире Ҡотлояр ҙа өйрәнеп бөткәйнеләр. Шуға күрә лә ҡайһы бер бик ысынлап һөйләшкән мәлдәрендә лә бер-береһенә “запас” тип өндәшәләр ине.

    Әле лә Айбулат бөтөнләй уйынһыҙ төҫ менән уйланып:

    — Запас, мин юҡта киленең бәпесләп ҡуйһа, үҙең кендек инәһе бул инде, йәме, — тип үтенде. Мәғфүрә быға бик ихлас кинәнде:

    — Булмай әллә, булам, алла бирһә. Һөйөнсөңдө генә яҡшыны әҙерлә! — тине.

    — Була ул, тик малай ғына булһын!

    — Ни бөтмәгән малай тағы? Тимерең бар бит. Ҡапҡан һайын ҡалъя эләкмәй ул. Ҡыҙ булһа ла ярап торор. Ҡайһылай улдан тәм тойған!

    Һаман усаҡ аҫтына яғып булашҡан Гөлйөҙөм дә иренә орошоу ҡатыш көлөмһөрәп һүҙгә ҡатышты:

    — Эй һармаҡ та инде бынау! Алдағы эшкә көйөп ултырасы! Ҡабат-ҡабат малай тапмай ни һиңә, үҙемә бер ҡыҙ табып алам әле! — тине.

    — Уй, тазрайған, ҡыҙ табам тип торған була бит әле. Ниңә кәрәк ул ҡыҙ, кеше кешеһе бит ул. Минең Тимербулатыма иш кәрәк!

    Уларҙың ошолай итеп уйын-көлкө менән барған һүҙҙәренең ҡыҙығын Мәғфүрәнең йән әрнеүҙән сыҡҡан ҡалтырауыҡлы тауышы баҫып китте. Ул:

    — Эй запас, запас, ул булһа ла булһын, ҡыҙ булһа ла булһын, тик бәхете менән тыуһын. Беҙҙең кеүек эт типкеһендә йөрөмәһен, — тине лә һүҙенән туҡтаны.

    Айбулат быға бер аҙ аптыраңҡырап:

    — Ниңә улай тиһең, еңгә, ни булды? — тине.

    — Әле бына һин ҡайтыр алдынан ғына эт ишетмәҫ һүҙҙәр ишеттем. Был хурлыҡтарҙы дуҫың түгел, дошманың да күрмәһен!

    — Ни өсөн һине рәнйетәләр тағы?

    — Ни өсөн булһын, уларҙың алдында тәгәрәп йөрөп эшләгән өсөндөр инде. Улар әҙәм балаһына рәхмәт әйтә белә торған бәндәләрме ни! Төптө юҡ өсөн. Йә, ярар, һуңынан яйлап һөйләшербеҙ.

    Айбулат тәмәке төпсөгөн утҡа ырғытты ла, уның янып бөткәнен диҡҡәт менән ҡараған һымаҡ, утҡа текләп уйға ҡалды. Бер аҙҙан Мәғфүрәнең бик ауыр итеп, уф-ф, тип көрһөнөүе Айбулаттың иғтибарын үҙенә борҙо. “Гөрләп янған уттар кеүек беҙҙең йөрәктәр яна” тигән бер йыр аҙағы уның уйын осланы ла, ул үҙе лә уфылдап урынынан тороп китте.

    Мәғфүрә ит ашап, һурпа эсеп туйып, тирмә түрендә маҙырайышып ултырған байбисәләргә будкалағы оло имән көбөнө гөмбөрләтеп бешеп, ике өлкән саған алдырға ҡымыҙ ҡойоп индереп бирҙе. Улар ҡымыҙҙы бер-ике һемерҙеләр ҙә, Рәхимә үҙенең ғәҙәте буйынса Мәғфүрәгә ҡарап:

    — Бик һәйбәт һаумал булған, килен, ҡымыҙың тамаҡҡа яғылып тора, — тип маҡтап, үҙенән ҡалған ҡымыҙлы туҫтаҡты Мәғфүрәгә һуҙҙы, — Мә, үҙең эсеп бөт, — тине.

    Ғәзимә үҙенең өлкән көндәшенән өлгө алғандай, ҡалған ҡымыҙлы туҫтағын ашъяулыҡ уртаһына шыуҙырып:

    — Мә, быныһын Айбулатҡа сығарып бир, эсеп ҡуйһын, — тине.

    Тирмә тирәһендәге бөтә ялсылар ҙа шулай итеп, ҡалған-боҫҡан аш-һыуға туйынып, һәр кем үҙ урынына — ҡайһы береһе йоҡларға, ә ҡайһылары мал һаҡларға таралыштылар.

    Айбулат тағы ла йылҡы көтөүе ятағына китте. Уның артынан ҡорһағы дыңрайып ашап туйған, бүрегә йәбешә торған Шоңҡар, ҡойроғон болғай-болғай ялағайланып, һертелдәп, ҡырын юртып эйәрҙе.

    Мәғфүрә менән Гөлйөҙөм, таң ҡараңғыһынан бирле аяғөҫтө йөрөп, арып-йонсоп бөткән эштәренән саҡ тигәндәй арынып, байбисәләрҙе йоҡоға һалып тыныслағас, икәүләшеп ситән ҡыуыш янына барып һөйләшеп эстәрен бушатырға, хәсрәттәрен таратырға ултырҙылар. Улар янына илаҡ балаһын йоҡлата алмай аптырап бөткән Хәлимә лә, малайын ҡулына алып, имеҙә-имеҙә, килеп ултырҙы. Ул, Мәғфүрәгә яҡыныраҡ шыуышып килеп:

    — Ҡарасәле, апай, бик йөҙәнем дә баһа бынау малайҙан. Бер тынмай илай бит. Эсе лә ҡаты булып күбеп тик тора. Әллә өсйән булдымы икән, ҡарасәле, апай, — тине.

    Мәғфүрә баланы ҡулына алып, арҡаһын, эсен һыйпап уны кирелтте лә яратып әүрәтте.

    — Йә, улым Әбүзәр, үҫеп ҡара әле, нишләп улайтып илауҙан бушамайһың әле, егет кеше? — тине. — Өсйән булһа ла булыр. Уны әбейҙәр белә инде. Әллә бер нәмәһе лә юҡтыр! Ана бит иламай ҙа, ҡулда булғас, мыҡыр-мыҡыр итеп кинәнә. Ул, бахыр, ҡулға көн тәүлегенә бер эләкмәй, алама сепрәк араһында һаҫып ятҡас, иламай нишләһен, — тип баланы Хәлимәгә кире бирҙе.

    — Эйе, апай, ҡулға алыу ҡайҙа ул. Әле йүргәген алмаштырғанды күреп ҡалһалар ҙа әрләй башлайҙар. Бөгөн анау Ғәзимә әйтә: “һай, һай, “балалы ҡатын — йыуылмаған эсәк”, һаман шул сәңгелдәктән китә алмай сыуала”, — ти.

    — Һөйләмә инде, туғанҡайым, — тине Мәғфүрә. — Бала үҫтереүҙең ҡайғыһы ла, мәшәҡәте лә бик күп була ул. Бына минең Диләмде генә әйт әле, әллә ниткән кәрәкмәгән үткер бала булды шул. Ҡыҙ бала ла был тиклем сая булыр икән. Әллә кемгә оҡшаған. Атаһы өйҙә булмағас ни, бала артыҡ тыңлаусан булмай бит ул. Бөгөн ҡайһылай юҡтан тауыш сығартты ана. Әлдә Рәхимә еңгәм арыу. Анау быжыр баҡа, алланың ҡәһәре, үгәй инә — бауырһаҡ, тигәндәй, уға ни ҡалмаған, биҙәүгә! Туйҙыра алмаған әллә нисә балаһы бар кешеләй булып, хатта тарамыш кеүек ҡаты, һыҡмыр! Уның янында ултырып ашаһаң, ашың тамаҡҡа төйөлә. Һыңар күҙе менән нисә ҡапҡаныңды тикшереп ултыра, ялпашҡыр! Анау бер көнө сәй янында Дилә икмәккә һуҙылғайны, асыуланып килеп ҡулынан икмәк телемен һелкә тартып алды. “Етер, ҡомағай, өсөнсө телемгә тотондоң, оятһыҙ!” ти бит. Баяғы “эт еңгәнен ҡабыр” тигәндәй, шул сабыйҙы битләй бит, йә!

    Хәлимә аптырап башын сайҡаны.

    — Шулай тиме, апай? Ни теле барып шулайтып баланы әрләмәк кәрәк.

    — Ни “теле барып”, тиһең. Уның теленең йылан телендәй ағыулы икәнен тора-бара күрерһең әле. һеҙ әле яңыраҡ килгән кешеләр. Ә мин бит инде нисәмә йылдар ошоларҙа эшләйем. Быйыл мин бында йәйләүгә килмәҫкә үк уйлағайным. Анау өлкән еңгәм үҙе, оло башын кесе итеп, килеп әйткәс, уның күңелен йыҡманым. “Әйҙә бар инде, һин оло кеше, барыһына ла күҙ-ҡолаҡ булырһың, йәштәр ни белә”, тигәс, һүҙен йыҡманым шул. Улай бик ҡыйырһыта башлаһалар, ҡайтам да китәм. Әллә ул тиклем мине бығаулап ҡуйғандармы. Тик әле Диләнең атаһы үҙе урыҫ араһында йөрөгәс, ҡыҙ баланың күңеле үҙгәреп китер тип, беҙ икәүебеҙҙе ауылда ҡалдырып киткәйне. Юҡҡа булды. Урыҫтарҙың кешегә шундай итәғәтлеләре бар, Ғәзимә кәүектәрең ары торһон. Улар хатта бер туғаның кеүек, йәлләшеп, ярҙамлашып торалар ул. Ашарға тағы етер ине әле шунда. Былайтып кеше күҙенә тилмереп ҡарап, әсе һүҙҙәр ишетеп торғанса, үҙ алдыңа, исмаһам, “ас тамағым, тыныс ҡолағым”, тип тик тораһың.

    Йәш килендәр Мәғфүрәнең һүҙҙәрен бик оҙаҡ иғтибар менән тыңланылар. Ул туҡтағас, Гөлйөҙөм дә Хаяттың әле килә һалып төшөүе менән Тимерҙе семтеп илатҡанын һөйләп алды.

    Мәғфүрә күҙ йәштәрен һөртөп көрһөндө лә:

    — Ҡуй инде, кешегә ҡалған көнөң ҡараңғы инде ул. Әйҙәгеҙ, булмаһа йоҡлайыҡ. Иртәгә байрам түгел бит. Тағы ла таң менән торорға кәрәк. Гөлйөҙөм килен, һин бынау ауыраяҡлы көйөңә йонсойһоң, күп йөрөгәс, аяҡтарыңа ҡан төшөп китәлер әле, — тине.

    — Төшә шул, еңгә. Иртә менән йоҡонан торһам, аяҡтарымды яҙып ала алмайым.

    — Шулай була шул, ауыр күтәргәндеке, күп йөрөгәндеке ул.

    Мәғфүрә .менән Хәлимә үҙҙәренең арба аҫты ҡыуыштарына киттеләр.

    Мәғфүрә Диләһенең янына һырығып ятты ла, уның башынан, арҡаһынан һыйпап һөйөп, сәстәрен еҫкәп йоҡлап китте.

    Гөлйөҙөм, үләндең һәр бер шыптырлағанын тыңлап һиҫкәнә-һиҫкәнә, иренең ҡайтып килеүен көтөп ятты. Ҡыуыштың ябылып бөтмәгән тишек-тошоҡ түбәһе үтә төшкән тулған айҙың нурҙары, селтәрләнеп, уның ябынып ятҡан ҡораҡ юрғаны өҫтөндә һаҡалға теҙгән көмөш тәңкәләр кеүек йылмылданы. Арҡаһына төнгө дымһыл һалҡын бәрелгәндәй булғас, ул юрғанының ябылмай ҡалған ситен ҡымтыңҡырап ябынып, бер нәмә белмәй йоҡлаған улы Тимербулаттың янынараҡ шыуып, уны ҡосаҡлап ятты. Ул шулай тыныс ҡына ятып, буйындағы бер туҡтауһыҙ йыбырлап ҡуҙғалып әйләнгән йән эйәһенең улмы, ҡыҙмы булыуы тураһында уйланып, ул тыуғас, биш йәше тулған Тимербулаттың унан үҙен нисек көнләйәсәген күҙ алдына килтерҙе. Ул Айбулаттың: “Малай булһын, ҡыҙ булмаһын” тип, үҙен юрамал үсектереүен иҫенә төшөрҙө лә, ул булһа, кем тип, ҡыҙ булһа, кем тип исем ҡушырбыҙ икән, тип хыялланды. Ошо һуңғы уйҙар тәгәрәп осо сейәлгән йомғаҡ кеүек буталдылар ҙа Гөлйөзөмдө талғын йоҡоға сумдырҙылар.

    Ул күпме йоҡлағандыр, тик Айбулаттың ысыҡлы үләндәрҙе шыптырлатып килгән аяҡ тауышын әллә ҡайҙан ишетеп, тағы күҙҙәрен асты.

    Юрған өҫтөндәге селтәр нурҙар ҡайҙалыр юғалғандар. Улар урынына төшлөккә әйләнгән айҙың тулы яҡтыһы, ҡыуыш ишегенән инеп, уның ярты иҙәнен ҡаплап алғайны.

    Айбулат батырҙарса мыҡты кәүҙәһен яртылай бөгөп ҡыуышҡа инде. Гөлйөҙөм, урынынан шыуыңҡырап ятып, уға урын бирҙе лә, йоҡо аралаш иркәләгән йомшаҡ тауышы менән:

    — Ҡалай оҙаҡ йөрөнөң, — тине.

    Айбулат төнгө саф һауаның һалҡынына һыуығайған ҡулдары менән Гөлйөзөмдө сирҡандыра-сирҡандыра юрған аҫтына инеп ятты, уны һаҡ ҡына ҡосаҡланы ла:

    — Яйлап ҡайттым, кәләш, уйланып ҡайттым, — тине. Гөлйөҙөмдөң йоҡоһо бөтөнләй асылды.

    — Ниҙәр уйланың һуң әле?

    — Ни тип, шул, әлеге лә баяғы инде. Үҙебеҙгә башҡа айырылып сығырға кәрәк ине. Өлкән ағай бер ҙә өндәшмәй. Имай ағай менән ул турала һүҙ әрәм итеп һөйләшеп тә тормайым, уның кәрәге шул хәтлем. Үҙ алдыбыҙға көн күрә башларға кәрәк инде. Дүрт-биш йыл булды бит инде. Өйҙө лә һыламай киттек бит әле.

    — Эйе шул. Әллә ни уңайһыҙландымсы. Тоҡтомалдан барып өй һылай башлаһаң, еңгәмдәр әллә ни әйтерҙәр. Былтыр бер барып тәҙрәһен ҡаплағанда ла анау Ғәзимәһе: “Һай, һай, эш тапҡан, сысҡандың да үҙ ояһы бар, имеш”, — тип әрләп бөттө. Әсәйемә әйтеп ебәрһәм, һылап ҡуйыр әле.

    Айбулат бер аҙ уйланып ятты.

    — Әйтһәң, әйтеп ебәр. Ни булһа ла быйылдай ҡалырға ярамай. Былай кеше һүҙенә ҡарап тороп, үҙебеҙгә бер нәмә арттырып булмай. Бала-сағалар арта, уларҙы ла тәрбиәләргә кәрәк. Барыһынан да бигерәк... —Айбулат һүҙен әйтеп бөтөрмәй туҡтаны.

    Гөлйөҙөм уның был уҡталышына иғтибар итә торманы, һорау бирҙе:

    — Ә бурысың бөттөмө һуң ҡайнағаларға?

    — Бурыс бөткәнгә ҡан заман инде. Минең иҫәп буйынса, бынан ике йыл ярым элек теүәл түләнде булһа кәрәк. Улар иҫәпләмәһәләр ҙә, дүрт йыл буйынса икәүләшеп ике йөҙ һумлыҡ ҡына көс түккәнбеҙҙер инде.

    Гөлйөҙөм дә уйланып ята бирҙе лә ҡапыл ҡыуанды.

    — Әй, ысынлап та, шулайтып үҙебеҙ генә торһаҡ, өсәүләп кенә. Мин гел һине генә, балаларҙы ғына тәрбиәләп ҡарап торор инем, былай ни, һине көн тәүлегенә бер күреп булмай китә бит.

    Айбулат Гөлйөҙөмдөң хыялдарына кинәнде. Уның ай яҡтыһында тағы ла ағыраҡ булып күренгән йөҙөнә, ҡыҙ ваҡыттағыға ҡарағанда ла, ҡатынлыҡ, әсәлек тойғолары менән килә торған мәғәнәле уйсанлыҡ өҫтәлеп матурайған күҙҙәренә, ауыраяҡлы булыуҙан аҙ ғына эскә һурылып уйҡылланған сикәләренә ҡарап һоҡланды ла, уларҙы үҙенең ҡытыршы ҡулдары менән һыйпап, вәғәҙә бирҙе.

    — Ярай, Гөлйөҙөм, бөгөн үк ҡырҡа һөйләшәм дә, булмай икән, ташлап сыға ла китәбеҙ. Уларҙан ҡурҡып торһаң, һаҡалың билеңә еткәнсе ошонда йәшәрһең.

    Гөлйөҙөмдөң әле генә шатлыҡ менән нурланған йөҙөнә тағы ҡайғы күләгәһе төштө:

    — Көнө-төнө эшләйһең, эшеңде яратмайҙар. Өсөнсө көн йыуған керемде Ғәзимә: “Асылмаған, буҙартҡанһың”, тип, тотош ҡабат йыуҙыртты. Берәм-берәм һелкеп алып иҙәнгә ырғытҡан була. Улайтҡас ни, ап-аҡ кер ҙә ҡап-ҡара булды ла ҡуйҙы. Ун бишләгән кешенең өсәр-дүртәр ҡаттан сискән кейемдәрен йыуа-йыуа билем ҡалманы, әле лә билем өҙөлөп бара. Мәғфүрә еңгәм эҫемде ҡарағайны: “Эсең түбәнләгән, бәпесең төшөп ҡуймаһа ғына ярар ине”, — тип күтәреп бәйләгән булды әле. Анау ҡыйыш мөгөҙ өлкән апа һыйыр уҫал да инде. Сәбәләнеп теңкәмә тейә. Бөгөн һауғанымда ла ике рәт тибеп ебәрҙе. Тышаулап һауайым тиһәм, әлеге Ғәзимә: “Ҡуй, ҡуй, малды яман өйрәтмә, бер тышаһаң, гел шуны көҫәй ҙә тора ул”, — тип ҡыҫыла. Шул яман һыйыр менән булышып, Разифа ун ике һыйыр һауғансы, мин туғыҙҙы ғына һауҙым да, Рәхимә еңгәм: “Йәш килен, ни эшләп улай бызмырлай башланың әле?” — ти. Ғәзимәгә шул ғына кәрәк. Уныһы: “Ул йәш килен сыттан ҡорот урлап, тәпәндән май тумырып әпсәһенә ташығанда ғына сапсан ул, ә эшкә тигәндә ығыр”, — тип, күҙгә ҡарап алдап тора. Был тиклем дә нахаҡтан рәнйетерҙәр икән. Ғәрлеге ни тора!

    Гөлйөҙөмдөң болоҡһоуҙан тауышы ҡалтыраны. Үҙенең донъяла иң яратҡан, иң яҡын кешеһенең шулай юҡҡа кәмһетелеүенә Айбулаттың йөрәге янды. “Исмаһам, яңғыҙ атым ғына булһасы”, тип уйланы ул. Ләкин был ғына уларҙың тормошон төҙәтә алмая-сағын хәтерләне. Уның артынса уҡ Михаилдың: “Үҙебеҙ ғәйепле, башыбыҙҙы артыҡ түбән эйәбеҙ, ә был һис нәмәгә ярамай”, тигән һүҙҙәрен уйланы. Ул Гөлйөҙөмдөң оҙон, ҡалын ҡара сәс толомдарын аҡрын ғына һыйпаны ла:

    — Йә, ярар, һин ул оятһыҙҙарҙың һәр бер ялған һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып көйөнмә. Үҙ күңелең таҙа булһа — булды. Хәҙергә һөйләнеп йөрөһөндәр әле. Бына үҙебеҙгә башҡа сығып алайыҡ та уларҙың биттәренә төкөрөрбөҙ. Үҙебеҙ иркенләп, рәхәтләнеп торорбоҙ. Әйҙә, йоҡлайыҡ инде, борсолма, — тине.

    Был һүҙҙәр Гөлйөҙөмгә тыныслыҡ биргән һымаҡ булды. Ул, уң ҡулын Айбулаттың муйынына һалып, күҙҙәрен йомдо.



    Достарыңызбен бөлісу:
  1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет