И.Д.Гарифуллина,
Өфө ҡалаһы Калинин районы,
122-се Башҡорт гимназияһының,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
.
КОМПЬЮТЕР ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫН ФАЙҘАЛАНЫУ
Хәҙерге көндә мәктәпкә уҡырға килгән балалар айфон һәм планшет менән актив ҡулланып, үҙенә ҡыҙыҡлы информацияны етеҙ рәүештә табалар. Шуға күрә, мәктәпкә, уҡытыусыға, ата-әсәгә, балаларҙа уҡыуға мотивация тыуҙырыу өсөн, заман талаптарына ярашлы үҙгәреү мотлаҡ.
“Просвещение” нәшриәтенең президенты А.М.Кондаков халыҡ-ара ғилми конференциялағы (“Заманса уҡытыуҙың экосистемаһы”) сығышында “Заман балаһына бөгөнгө көндә мәктәпкә барыу ҡыҙыҡмы?” тигән һорау ҡуя1. Был һорауға яуап ыңғай булһын өсөн уҡыу – уҡытыу әсбаптары өҫтөндә лә эшләргә кәрәк. Беҙҙеңсә, бөгөнгө көндә башҡорт теле, әсә теле дәреслектәрендә етешле кимәлдә, программаға ярашлы мәғлүмәт тупланылған. Ләкин һәр бер дәреслеккә, уҡытыусыға ярҙамға килерҙәй, заман талаптарына ярашлы методик ҡулланма өҫтөндә эшләргә кәрәк.
Ҡайһы бер ғалимдарҙың фекеренсә, дәреслектәр уҡыу-уҡытыу процесында новигатор булырға тейеш. Ләкин, беҙҙеңсә, уҡыусыға юл күрһәтеүсе, юл өйрәтеүсе - алмаштырғыһыҙ уҡытыусы.
Өфө ҡалаһы башҡорт теле уҡытыусыларының август кәңәшмәһендә, шағир Әхмәр Үтәбай бик фәһемле фекер әйтте: “ Роберт Юлдашев үҙенең ижади эше аша, ҡурайға башҡа халыҡтарҙың ҡыҙыҡһыныуын уята алды. Минеңсә, башҡорт телен уҡытыуға ла, ҡурайсы кеүек, ижади ҡарарға кәрәк”, - тине ул. Йәғни, белем биреүҙең традицион формалары менән бер рәттән, уҡытыуҙың сифатын һиҙелерлек дәрәжәлә күтәреүсе яңы(инновацион)технологиялар ҙа уңышлы файҙаланылһын ине.
“Инновация”(яңы, заманса) термины ун туғыҙынсы быуаттан уҡ ҡулланылышта йөрөй. Уны Америка ғалимы Джеймс Боткин тәҡдим иткән2. Заманса технологиялар файҙаланып белем биреүҙең мөһим бурыстары түбәндәгеләр3:
-уҡыусыла өйрәнә торған фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятыу;
-уның танып белеү активлығын үҫтереү;
-уҡыусының ижади мөмкинлектәрен камиллаштырыу;
-белемдәрен тәрәнәйтеү.
Заманса технологиялар менән эшләү уҡытыусының үҙ эшенә ижади яҡын килеүен дә талап итә. Ул инде уҡытыусы булараҡ ҡына түгел, режиссер, уҡыусы, ниндәй ҙә булһа эшкә(мәҫәлән, уйынға) етәкселек итә, консультант, йәки башҡа ролгә кереп, уҡытыу процесын ойоштора.
“Технология”-(techne-грек һүҙе, сәнғәт, оҫталыҡ тигәнде белдерә) терминының эстәлеге энциклопедик һүҙлектә “фәндең йә иһә етештереү өлкәһенең билдәле бер тармағында ҡулланылыусы метод, алым һәм ысулдар йыйылмаһы4” тип аңлатыла.
“Белем биреү технологияһы” төшөнсәһен керетеүебеҙҙең маҡсаты - әсә телен уҡытыу методикаһын яңы баҫҡысҡа күтәреү, белем биреүҙең сифатын һәм һөҙөмтәһен арттырыу, уҡыусыларҙың был предмет менән ҡыҙыҡһыныуҙарын көсәйтеү. Бары тик яҡшы әҙерлекле уҡытыусы ғына белем биреүҙе юғары дәрәжәлә алып барырға, ныҡлы белем һәм күнекмәләр булдырырға һәләтле. Бының өсөн ул дәрестәрҙә уҡытыуҙың заманса технологияларын ҡулланыуҙың мөһимлегенә һәм һөҙөмтә биреүенә инанырға һәм төшөнөргә тейеш.
Компьютер технологияһы - компьютер мөмкинлектәрен файҙаланып, информация әҙерләү һәм уны өйрәнеүсегә тапшырыу процесы ул. Компьютер технологиялары үрҙә һанап үтелгән саралар ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.
Әсә теле дәрестәрендә, түбәндәге осраҡтарҙа компьютер ҡулланыу яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә5:
-уҡыу материалын аңлатҡанда;
-тел күренештәрен үҙләштергәндә;
-материалды аңлау өсөн кәрәкле мәғлүмәт эҙләү барышында;
-төрлө традицион күнегеүҙәр тәҡдим иткәндә;
-белем һәм күнекмәләрен тикшергәндә.
Компьютер технологияһын ҡулланыу уҡытыуҙы индивидуалләштереү дәрәжәһен арттырырға мөмкинлек бирә, һөҙөмтәлә уҡыусы материалды тәрәндән үҙләштерә, уҡытыусы белем тикшереүгә ваҡытты әҙерәк бүлә.
Әсә теле дәрестәрендә компьютер йәки интерактив таҡта ҡулланыу ошондайыраҡ типта була ала:
1. Улар ярҙамында уҡытыусы әйтелгән теманың мөһим, актуаль моменттарын иҫкә төшөрөү маҡсатында тиҙ генә белем тикшереп китә ала. Бының өсөн бер-нисә ябай һорауҙар төҙөлә. Шулай итеп, үтелгән материалдың үҙләштереү кимәлен, өйгә эште, яңы теманы үҙләштереүҙе тикшерергә мөмкин.
Мәҫәлән, киләһе һорауҙар менән «Исем» темаһын нисек үҙләштереүҙәрен тикшерәбеҙ.
- Нимә ул исем?
- Ниндәй һорауҙарға яуап бирә?
- Исемдәр ниндәй категориялар менән үҙгәрә?
Уҡыусылар телдән, дәфтәргә яҙып, компьютер аша яуап бирә, уҡытыусы тиҙ тикшерә һәм билдә ҡуя ала.
2. Хәҙерге көндә төрлө фән дәрестәрендә кластерҙар отошло ҡулланыла. Кластер – тема буйынса терәк конспект, белемде системаға һалыу. Уҡытыусы уҡыусыларға төрлө эш тәҡдим итә ала:6 кластерҙы үҙ аллы эшләү, әҙер кластерға ячейка өҫтәү, хронологик тәртиптә урынлаштырыу, һәр ячейкаға билдәләмәләр яҙҙырыу, әҙер кластерҙағы теманы һайлап алып телдән яуап биреү.
3. Әсә теле дәрестәрендә бик күп материалдар кәрәк: иллюстрация, йыр, милли йола, аш-һыу, диктант формаһында хикәйәләр, шиғырҙар, билдәле шәхестәр тураһындағы видеояҙмалар һәм башҡалар – былар барыһы ла уҡыусының ҡыҙыҡһыныуын арттыра һәм тәрбиәүи маҡсатты тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Дискыға яҙылған материалдарҙы дәрестең төрлө этабында ҡулланырға мөмкин.
4. Уҡытыусы тема буйынса презентация әҙерләп килә. Презентация үҙ эсенә текст, схема, таблица, күнегеүҙәрҙе ала. Әгәр локаль бәйләнеш булһа, уҡыусының компьютерына күнегеү күсереп, әҙер күнегеүен интерактив таҡтаға сығарып тикшереү мөмкинлеге бар. Дәрес ваҡытында экранға сығарыу – ваҡытты экономиялай.
Мәҫәлән, 7 синыфта «Ваҡыт хәлдәре» темаһын үткәндә ошондай презентация тәҡдим итергә мөмкин:
а) хәлгә билдәләмә;
б) хәл төрҙәре;
в) ваҡыт хәленең һорауҙары;
г) ваҡыт хәле ниндәй һүҙ төркөмдәренән килә;
д) Ғ. Хөсәйеновтың ваҡытҡа ҡағылышлы парсаһы;
е) һүҙлек эше: ваҡыт
зая;
ё) күнегеү – һынамыштар;
ж) дәрестең эпиграфы.
5. (телгән теманы йомғаҡлау, нығытыу маҡсатында төрлө тестар башҡарыу. Был тестарҙы ике юл менән эшләп була. Беренсеһе өсөн компьютерҙа ябай тест төҙөлә. Уҡытыусы кәрәкле вариантын ғына ҡалдырып, ҡалғандарын юйҙыра. Быны һәр уҡытыусы башҡара ала. Ә махсус Visual Basic программаһында тесты эшләү өсөн программа төҙөү менән шөғөлләнгән белгескә йәки информатика уҡытыусыһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. С.Симонович, Г.Евсеев авторлығында «Занимательное программирование Visual Basic» китабынан кәрәкле мәғлүмәттәр табырға мөмкин. Бында компьютер уҡыусының белеменә үҙе баһа ҡуя.
Был форманы әсә теле дәресенең бөтә темаларын тикшергәндә ҡулланыу отошло.
Заман бик юғары темп менән үҙгәреп тора. Мәҫәлән, яңы ғына киң ҡулланыу ала тигән интерактив таҡта, әле бөтә мәктәптәрҙә урынлаштырып бөтмәгән, ләкин мораль яҡтан иҫкерҙе тип әйтергә мөмкин. Уҡытыу технологиялары ла бер урында тормай. Компьютер технологияларын уҙып интернет технологияһы барлыҡҡа килде. Дәрестәрҙең ҡайһы бер өлөштәрен интернет селтәрен ҡулланып уҡытыу бөгөнгө көндә актуаль. Традицион һәм интернет селтәре аша уҡытыуҙы бергә ҡушып белем биреүҙе ойоштороу яңы заманса технология барлыҡҡа килтергән – ҡушылған технологиялар (смешанные технологии). Ҡушылған технологияларҙың ҡайныһы өҫтөнлөк итеүе ошо факторҙарҙан ғибәрәт:
-
аудиторияның йәш үҙенсәлектәре;
-
уҡытыласаҡ предмет өлкәһе;
-
аудиторияның белем кимәле;
-
уҡытыуҙың инфраструктураһы кимәле7.
Ҡушылған технологияларҙы ҡулланыу белем биреү учреждениеларында булған мәсьәләләрҙе хәл итә. Башҡорт телен уҡытыуҙа ла был технологияны файҙаланырға мөмкин. Ҡала мөхитендә йәшәгән балаларға етешле кимәлдә башҡортса аралашыу етмәй. Төрлө сәбәптәр арҡаһында, күҙәтеүҙәр буйынса, башҡорт теленән өйгә эштәрҙе эшләү ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Беҙҙеңсә, был технологияны индереү тап уҡыусыларға өйгә эш эшләгәндә ярҙам күрһәтеү аша индерелә башланырға тейеш. Бының өсөн, махсус программа мөһим кәрәк түгел. Киң билдәлелек яулаған “Бәйләнештә” сайты аша ла хәл итергә мөмкин. Был сайтта, белеүегеҙсә, башҡорт теле дәресендә кәрәкле мәғлүмәт алыу өсөн төркөмдәр бихисап. Шуларҙың береһе “Киске Өфө”, “Башҡорт ҡатын ҡыҙы”, “Курсы башкирского языка”, яҙыусыларға, Башҡортостанға бағышланған һ.б. төркөмдәр. Өйгә эш эшләү уҡыусының мотивацияһы, шуға күрә уҡытыуҙың план – графигын булдырыу ҡаршылыҡтар тыуҙырмай.
Шулай итеп, заманса уҡытыу сараларын ҡулланыу юлдарын өйрәнеү - актуаль проблемаларҙың береһе булып ҡала. Эшкә ижади ҡараған осраҡта ғына ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
-
http://prosvpress.ru/
-
http://websoft.ru
-
Гарипова Г. Компьютерные технологии на уроках литературы.// Мәғариф, №10, 2005.- с.9.
-
Исхакова Л. Традиция һәм ижади яңылыҡ. Заман талаптары. – Уфа: Издательство БГПУ. – 2007. с.138-140.
-
Ишмөхәмәтова С. Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә белем һәм тәрбиә биреүҙең яңы алымдарын эҙләү. // Башҡортостан уҡытыусыһы, 2010. – №7. Б. 55-57.
-
Саньяров Ф. Туған телдәрҙе уҡытыуҙы – заманса кимәлгә // Башҡортостан уҡытыусыһы. – 2012.№10. б. 16-19.
-
Симушина Л.Г.,Ярошенко Н.Г.Содержание и технологии обучения в средних и спец. уч. заведениях.-М.:Мастерство,2001.-С.191.
-
Таһирова С. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленуҡытыуҙың ҡайһы бер мәсьәләләре. // Башҡортостан уҡытыусыһы. – 2012.№7.Б. 9-14.
-
Ф.Харисов,Ч.Харисова.Татар телен өйрәтеүҙә заманса технологиялар.//Мәғариф № 8, 2002.-35-се бит.
-
Харисов Ф., Харисова Ч.Татар телен өйрәтеүҙә заманса технологиялар.-Мәғариф. Ҡазан, 2002. N 6.-22-се б.
-
Энцеклопедик һүҙлеге.
Тема: Сифаттарҙың яһалышы.
Маҡсат: Сифаттарҙың яһалышын өйрәнеү;
Фекерләү ҡеүәһен, зирәклекте үҫтереү;
Йылҡы малына, атҡа ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһаз: компьютер, интерактив таҡта, карточкалар менән эш, һүрәттәр.
Дәрс барышы:
Ойоштороу мәле:
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар, ултырығыҙ!
Дәрестә кемдәр юҡ?
Үткән дәресте “Һорау - яуап” уйыны формаһында ҡабатлап китәйек. (Экранға таблица сыға)
- Нимә ул сифат?
- Яуап.
- Ниндәй һорауҙарға яуап бирә?
- Яуап.
- Сифат һан, Килеш, зат менән үҙгәрәме?
- Яуап.
- Ҡайһы осраҡта үҙгәрә?
- Яуап.
Төп өлөш:
А) Яңы тема аңлатыу:
Уҡыусылар, бөгөн дә һеҙҙең менән сифат тураһында белемебеҙҙе тәрәнәйтеүҙе дауам итәбеҙ, ниндәй тема үтәсәкбеҙ икәнде асыҡлау һеҙҙең өҫтә.
Экранға сыҡҡан һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырып ҡарап әйтегеҙ, был һүҙбәйләнештәр нимәһе менән айырыла, нимәһе менән оҡшаш?
(экранға сыға)
ерән ат , атлы егет, ала – сыбар ат
- яуап.
- Дөрөҫ, Бөгөнгө беҙҙең тема “сифаттарҙың яһалышы”. Дәфтәрҙәргә бөгөнгө датаны, теманы яҙып ҡуйҙыҡ.
(Таблица сыға)
- Күреүегеҙсә сифаттар яһалышы яғынан өс төргә бүленә:
Тамыр, Яһалма, Ҡушма. Иҫкә төшөрөп китәйек, тамыр, яһалма, ҡушма һүҙҙәр нисек яһала?
- Яуап.
- Афарин! Сифаттарҙың яһалышына килгәндә,
тамыр сифаттар предметтың билдәһен белдерә һәм ялғауы булмай,
яһалма сифаттар яһаусы ялғауҙар ҡушылып яһала. Таблицаға ихтибар менән ҡараныҡ, ниндәй ялғауҙар ярҙамында яһала?
(Экран таблица)
- Яуап.(экрандан уҡыусы уҡый)
- Ә ҡушма сифаттар үҙе өс юл менән яһала.
А)Һүҙҙәрҙе парлау: тәмле – татлы, аллы – гөллө.
Б) Һүҙҙәрҙе бәйләү: аҙ һүҙле, сөм ҡара, ҡуйы һары.
В) Һүҙҙәрҙе ҡабатлау: көслө – көслө, матур – матур.
(Экранға ҡарап уҡыусылар миҫал уҡый)
- Ҡушма сифаттарға үҙегеҙ миҫал әйтә алаһығыҙмы?
- яуап
Б) Яңы теманы нығытыу.
1- се эш төрө. Экрандағы шығырҙы тасуири уҡып ишеттерегеҙ, нимә тураһында һүҙ бара яуап әҙерләгеҙ.
Тәү ҡарауға кескәй, әкрен ул,
Юҡ үҙендә артыҡ матурлыҡ.
Нисә быуындарҙы таң ҡалдырҙы
Башҡорт атындағы батырлыҡ.
Талымһыҙ ҙа үҙе, тыңлаусан да,
Ыһ та итмәй ыжғыр буранда.
Тояҡ менән тәрән ҡарҙы ярып,
Ҡышын үлән утлай Уралда.
(Ғ.Рамазанов)
- Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара.
- Яуап.
- Афарин, башҡорт аты тураһында һүҙ бара.
- Башҡорт аты ниндәй ул? Шиғырҙан табып күсереп алайыҡ. Был сифаттар ниндәй юл менән яһалғанын әйтегеҙ. Бер уҡыусы таҡтала эшләй.
икенсе э.т.
(Экранға мәғлүмәт сыға)
- Башҡорт аты тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алайыҡ. Иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ, бынан тыш нимәләр беләһегеҙ, өҫтәрһегеҙ.
(Бер уҡыусы уҡый.)
Башҡорт аты дала һәм тау төрҙәренә бүленә. Тау аттары бәләкәйерәк, әммә ауырыраҡ. Улар күпселектә еккегә һәйбәт. Дала аттары менге өсөн ҡулай. Аттар - аҙыҡтың тәменә үтә һиҙгер мал. Улар үләнде лә бик һайлап ашай. һыуҙың да өйрәнгәнен генә үҙ итә. Бер урында һыу эсеп өйрәнгән ат, икенсе ерҙә эсмәүе лә мөмкин.
Тәбиғәте буйынса ат ныҡ алыҫтан күрмәй. Ғәҙәттә, атҡа бик һиҙгер ҡолағы һәм танауы ярҙамсы. Аттың ҡолағы үтә һиҙгер, ә һаңғырау ат ҡолаҡтарын ҡайсыламай. Еҫ айырыу һәләте лә атта ныҡ үҫешкән: бейәләр үҙ ҡолондарын еҫенән таба, үҙенең сбруйын да еҫенән айыра. Ҡараңғыла ышаныслы йөрөүе менән ул тояҡтарының һиҙгерлегенә бурыслы. Шуға ла буранда ла ат ҡаты юлдан тайпылмай.
- Уҡыусылар , Бында менге һәм екке тигән һүҙҙәр осраны , кем әйтә ала , нимә аңлата ул?
Экранға сыға
Һүҙлек эше:
Менге – Һыбай йөрөтөүгә өйрәтелгән, һыбай йөрөү өсөн файҙаланылған.
Мәҫәлән, менге ат.
Екке – 1. Егеп йөрөй торған, эшкә егә торған.
Мәҫәлән, екке мал.
2. Егеп йөрөтөлгән хәл.
Мәҫәлән, еккегә ярау,еккегә өйрәтеү.
- Уҡыусылар, менге һүҙен нисек ишетәбеҙ һәм нисек яҙабыҙ. Кем ҡағиҙәне иҫкә төшөрөп китә?
- яуап, дөрөҫ әйтелештә ң ишетелә, ләкин яҙғанда н хәрефен яҙабыҙ.
- Балалар, башҡорт аты тураһында нимәләр беләһегеҙ?
- яуап
- Атты йәшенә ҡарап, нисек атап йөрөтәләр?
- Яуап.(Белмәһәләр, экранға сыға.)
- Ат кешегә ниндәй файҙа килтерә?
- яуап.
- Башҡорт аты һаулыҡ өсөн ҡиммәтле эсемлек – ҡымыҙ етештереүҙең дә ҙур сығанағы булып тора.
өсөнсө э.т.
Таҡтаға иғтибар итәйек : Нөктәләр урынына тейешле сифаттарҙы ҡуйып уҡығыҙ.
(Экранға сыға)
Төнгө далала йылҡы өйөрө йөрөй. Алмасыбар ҡушаматлы бейә лә башҡалар менән бергә ҡылған утлай. Ҡылғандың, башҡа үләндәрҙең шифаһы һөткә күсә. Бейә һөтө кәрәкле витаминдарға бик бай. Яҡшы кешеләрҙән һөтөн йәлләмәй Алмасыбар. Йөрәк, үпкә, ашҡаҙаны сирлеләргә ҡымыҙҙың сихәте бар.
Белешмә: төнгө, Алмасыбар ҡушаматлы,кәрәкле,яҡшы.
- Тимәк, шулай итеп, ҡымыҙ ниндәй ауырыуҙарға файҙалы?
- яуап
- Башҡортостанда ҡымыҙ менән дауалау шифаханалары бик күп: “Шафран”, “Йоматау”, “Алкино”, “Глуховская”, Чехов ис., Аксаков ис. шифаханалар бар.
- Ысынлап та, ат килтергән файҙаны һанап бөтөрөрлөк түгел. Ул бик аҡыллы хайуан, уның менән тупаҫ ҡыланырға ярамай, уларҙы , киләсәктә һеҙҙең аранан да фермерҙар сығыр аттарҙы үрсетерһегеҙ, һаҡларһығыҙ, тигән ышаныста ҡалам…
дүртенсе эш төрө.
Беҙгә атҡа бәйле юрауҙар һәм һынамыштар бирелгән. Уҡып сыҡҡандан һуң, дәфтәргә һөйләмдәрҙе яҙабыҙ, сифаттарҙы табып, уларҙың яһалышын аңлатығыҙ.
дәфтәрҙә эш , бер нисә бала таҡтала эшләй.
Төшөңдә менәр ат бирһәләр – өндә теләгеңә ирешәһең.
Эре ҡыллы ат – ялҡау, нәҙек ҡыллы ат егәрле булыр.
Аҫҡы теше – артта, өҫкөһө алда булһа, ат шәп була.
Һыу эскәндә, уны ауыҙынан шаптырлатып, кире ҡойолтоп торһа, сығынсыл, барымһыҙ, ашағаны эсенә йоҡмаҫ ат булыр.
Ауыҙы тапҡыр ябылһа, арымтал ат була.
бишенсе эш төрө .
Уҡыусылар, “Йылҡы төҫтәре” ярышын иғлан итәм. Таратылған һүҙлектәге төҫтәрҙән һеҙ сифат яһалышы буйынса берешәр һөйләм төҙөргә тейешһегеҙ. кем иң матур һөйләм төҙөр.
“Йылҡы төҫтәре”
ерән — рыжий (ҡыҙыл менән һары ҡатыш);
саптар — игреневый (ялы һәм ҡойроғо сал булған ерән ат);
туры — гнедой (ҡара ҡыҙыл, ял-ҡойроғо — ҡара);
аҡ ҡола — буланый (үҙе һары, ҡойрок-ялы — ҡара);
буҙ — серый, сивый (көлһыу күгелйем төҫлө);
бурыл — чалый (буҙ менән ҡара ҡатыш);
ала — пегий (аҡ менән берәй төҫ таптары ҡатнашҡан);
алмасыбар — в яблоках (буҙ төҫ өҫтөнән тимгел-тимгел ҡара таптар ятҡан төҫ).
ҡара туры – вороной
алтынсы эш:
- Ат тураһында ниндәй мәҡәлдәр, йомаҡтар, әйтемдәр беләһегеҙ?
- яуап
- Таҡтаға сығып, һыҙыҡ ярҙамында мәҡәлдең икенсе яртыһын күрһәт.
Ат туйған ерендә, ир – тыуған илендә.
Ат – тешенән, егет эшенән билдәле.
Атҡа менгәс, атаһын танымаған.
Егет күңелендә эйәрле–йүгәнле ат булыр.
Атыңдан алда йүгәнеңде әҙерлә.
Ир ҡанаты – ат.
Йомғаҡлау:
Тест һорауҙарына яуап биреү.
-
Сифат һүҙ төркөмөнөң һорауҙары:
А) ниндәй? ҡайһы? ҡайҙағы? ҡасанғы?
Б) кем? кемгә?
В) Нисек?
-
Сифат нимә менән үҙгәрә?
А) Үҙгәрмәй.
Б) Килеш, һан менән.
-
Сифаттың яһалыу юлдары ниндәй?
А) Тамыр, яһалма, ҡушма.
Б) Яһалма.
Б) Яһалма, ҡушма.
-
Дағалы ат һүҙбәйләнеше нисек яһалған?
А) Тамыр сифат.
Б) Яһалма сифат.
В) Ҡушма сифат.
-
Аҙ һүҙле кеше һүҙбәйләнеше нисек яһалған?
А) Һүҙҙәрҙе парлау.
Б) Һүҙҙәрҙе ҡабатлау.
В) Һүҙҙәрҙе бәйләү.
Бер – берһе менән алмашып тикшерәләр.
Билдә ҡуялар.
Дөрөҫ яуаптар:
1.А.
2.А.
3.А.
4.Б.
5.В.
Дәрестә нимә тураһында һөйләштек?
Нимәләр белдегеҙ?
Өйгә эш: “3” билдәһе өсөн – 110 – cы күнегеү
“4” билдәһе өсөн - 113 – сө күнегеү
“5” - билдәһе өсөн сифаттар ҡулланып “Башҡорт аты” исемле мини- инша яҙырға.
Достарыңызбен бөлісу: |