Башҡортостан Республикаһы
Ейәнсура районы мәғариф бүлеге
Ибрай урта белем биреү мәктәбе
«Бөгөнгө көндә М. Аҡмулланың әҙәби
ижади мираҫының әһәмиәте»
темаһына фәнни-эҙләнеү эше
Башҡарыусыһы: 10– сы синыф уҡыусыһы:
Дауытова Гөлсәсәк
Ижади етәксеһе: башҡорт теле, әҙәбиәте уҡытыусыһы Аҡбутина Зимфера Хәкимйән ҡыҙы
2013
План.
I. Инеш.
II.Әхнәф Харисов, Ғиниәт Ҡунафин Аҡмулла хаҡында.
III. Рәшит Шәкүр Аҡмулла тураһында.
IV. Әхәт Вилданов, Рәүеф Насиров эшендә Аҡмулла ижады.
V. Йомғаҡлау.
VI. ІҠулланылған әҙәбиәт
I. Инеш.
Мифтахетдин Аҡмулла… Был исемде әйтеү менән, халҡыбыҙҙың үткән, бөгөнгө, киләсәктәге саф һәм сағыу биттәре күҙ алдына баҫа.
Илебеҙҙә сәскә атҡан эскелек, наркомания, тәмәке тартыу, фәхишәлек кеүек кире ғәҙәттәрҙән арыныу өсөн милләтебеҙгә иманға ҡайтыу кәрәк. Иманға ҡайтыу – кешенең эске тәртибе, тәрбиәлелеге. Бөтә был фекерҙәр Аҡмулла шиғырҙарын уҡығанда, йә уҡығас, күңелгә килә.
Шул һорауҙарға яуап эҙләйем мин үҙемдең фәнни-эҙләнеү эшемдә.
Ижад емештәренең мәңгелек көсөн алдан тойомлағандай, шағир үҙе үк былай тигән:
Ҡараһаң, Аҡмулланың китабы был,
Эсендә - һыуһағанға шәрбәтле һыу.
Битенең бере көлөр, бере һүгәр,
Тура һүҙе – берәүгә им, берәүгә ыу.
1
Мифтахетдин Аҡмулланың беҙҙең көндәргәсә килеп еткән әҙәби мираҫы күләме буйынса бик күп түгел. 1981 йылда уның юбилейы айҡанлы Башҡортостан «Китап» нәшриәте башҡорт телендә шағирҙың әҫәрҙәре йыйылмаһын баҫтырып сығарҙы. Был китапҡа яҡынса өс мең юл инә. Йыйынтыҡ бынан алдағыһынан күпкә тулыраҡ. Ләкин Аҡмулланың бик күп әҫәрҙәре һәм шиғырҙары табылмаған, күптәре юҡҡа сығарылған. Быға үҙенең объектив сәбәптәре бар.
Шағир үҙенең күп әҫәрҙәрен хәтерендә һаҡлай, уларҙың күбеһе телдән һөйләүгә ҡоролған булған. Аҡмулланың шиғырҙары ҡулъяҙмаларҙа ла киң таралған. 1892 йылда «Шиһабетдин Мәрджәни мәрҫиәһе» элегияһы айырым китап булып ІҠазанда баҫып сығарыла. Был китап, үкенескә ҡаршы, шағирҙың йәшәйешендә тәүге һәм һуңғы нәшер ителгән әҫәре була. 1904 һәм 1907 йылдарҙа Ҡазанда ике шиғырҙар йыйынтығы нәшер ителә. Был йыйынтыҡтар күләме буйынса ҙур түгел.
Аҡмулланың ҡиммәтле мираҫынан мәғлүмәттәрҙе революцияға тиклем Хәсән Ғәли йыя. Х. Ғәлиҙең «Аҡмулланың әҫәрҙәре» исемле ғилми эше Алма-Атаның Фәндәр Академияһы китапханаһында һаҡлана. Был китапҡа ингән шиғырҙарҙың күпмелер өлөшө Сакен Сәйфуллин тарафынан Аҡмулланың йыйынтығын төҙөүҙә ҡулланыла. Ул был китапты 1935 йылда Алма - Атала сығара. Хәсән Ғәлиҙең эш дауамындағы мәғлүмәттәре шулай уҡ Ҡазандың фәнни китапханаһында һаҡлана.
II. ЂӘхнәф Харисов, Ғиниәт Ҡунафин
Аҡмулла ижады тураһында
Аҡмулла иң беренсе башлап туған халҡына «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк !» тип мөрәжәғәт итә. Ошо исем менән йөрөгән шиғир Аҡмулла
2
поэзияһының ғына түгел, бәлки, мәғрифәтсе башҡорт әҙәбиәтенең иң характерлы әҫәрҙәренең береһе:
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк.
Аҡмулла кешене яҡтылыҡ өлгөһөндә тәрбиә итеү, әҙәп-әхләҡ мәсьәләләрен ҡуя. Яҡшы холоҡ, әҙәплелек, аҡыллылыҡ ҡына кешене кеше итә, һәйбәт, бәхетле йәшәүгә илтә ала тип ҡарай. Ул әле кешеләрҙең бәхете, тигеҙ йәшәүе бары кеше тәбиғәтенең үҙенән килә тип уйлай.
Үҙ заманының күп кенә уҡымышлылары кеүек, Аҡмулла ла кешене яҡшы тормошҡа, унда һәйбәт холоҡ, яҡшы әҙәп, әхлаҡ сифаттары тәрбиәләү, уҡытып ғилемле итеү аша ирешергә мөмкин тип иҫәпләй. Бар яһиллыҡтар, аламалыҡтар наҙанлыҡтан килә, ти. Шул позициянан тороп, “ул наҙан муллаларҙы, иҫкелеккә йәбешеп ятыусы төрлө хөрәфәтселәрҙе, реакцион дин әһелдәрен тәнҡит итә”, - тип иҫәпләй ЂӘхнәф Харисов.
« Аҡмулла шиғриәте бөгөн дә зиһен – күңелдәребеҙгә шәрбәтле һыу ҙа, көлөр, һүгәр үткер һүҙ ҙә, им булыр хикмәт тә, алға әйҙәр хитап та, - тип иҫәпләй филология фәндәре докторы, БДУ профессоры ЃҒиниәт ІҠунафин.
М. Аҡмулла ижадында үҙәккә ҡуйылған икенсе бер мәсьәлә – ул әхлаҡи тәрбиә. Шағир – сәсән өсөн донъялағы иң ҡәҙерле, иң ҡиммәт нәмә – кешенең күңел донъяһы, уй – ҡылыҡтары сафлығы. үҙенең « Ҡарын-дашлыҡ», «Кәңәш», «Моңло егет зарын әйтер», « Бил-дәһеҙ», «Аттың ниһен маҡтайһың?», «өлгөр һүҙ», «Инсафлыҡ», «Донъя», «Нәфсе»,
«Бәхет», «Теләк», «Дуҫлыҡ» һәм башҡа әҫәрҙәрендә ул:
3
Иң әүәл паклау кәрәк эстең керен,
Эстә тулып ятмаһын һаҫыҡ эрен.
Аһ дәриға! Эс таҙарһын, эс таҙарһын,
Булмаһа, файҙа бирмәҫ ҡоро белем-
тигән ҡараштан сығып, кешенең кешелеген, ысын ғилемлелеген уның аң - белемен генә түгел, бәлки әҙәплелегенә һәм ғәҙеллегенә, дуҫлыҡҡа тоғролоғона һәм кешелеклелегенә лә ҡарап баһа– ҡәрҙәштәренә шул сифаттарға эйә булырға өндәй.
III. Рәшит Шәкүр
Аҡмулла ижады тураһында
Шағир һәм ғалим Рәшит Шәкүр Аҡмулла ижадын өйрәнеп, былай яҙа:
« Халыҡ араһында йәшәп, хеҙмәтсән халыҡтың ауыр, аяныслы яҙмышын йәне-тәне менән аңлап һәм тойоп, быуын-быуын сәсәндәр мираҫын, халыҡтың рухи ҡиммәттәрен, классик поэзия өлгөләрен бөтөн тәрәнлегендә үҙләштереп, Аҡмулла үҙ заманының төрки донъяһындағы һәр бер яңылыҡҡа уғата һиҙгер бер шағир һәм атаҡлы фекер эйәһе булып күтәрелә.»
Аҡмулла премияһы лауреаты Рәшит Шәкүр уның яҙған шиғырҙары бөгөн дә бик көнүҙәк, тигән фекер әйтә.
«Аҡмулланың бәғзе шиғырҙары уның үҙ дәүеренән бигерәк бөгөнгөгә, быуаттар аша нәҡ хәҙерге дәүер кешеһенә әйтелгәндәй.
4
Эйе, белем дә аҡыллы һәм, йәнәһе, ғәҙел булып күренеү оҫталығы ла хаттин булып ашҡан бөгөн. Ләкин намыҫ ҡытлығы, оятһыҙлыҡ, эскерлелек, сәйәсәттәге бысраҡлыҡтар арҡаһында ыҙа сигә халҡыбыҙ. ӘЂ бит ысынлап та:
Бәдбәхеткә һүҙең үтмәҫ, ялынһаң да
Әшәкегә – үҙең туҙан, яғылһаң да.
Яуызлыҡҡа гел генә яҡшылыҡ менән яуап биреү үҙен аҡламай, сөнки иблистең тәбиғәте шундай, ул хатта:
Яҡшылыҡты яманлыҡҡа хисап итер,
Уға һин күпме изгелек уйлаһаң да.
Эйе, Аҡмулла аҡылы, Аҡмулла һабаҡтары беҙҙең өсөн, бер яҡтан, башҡорт шиғриәтенең бүтән халыҡтарҙы ла таң ҡалдырырлыҡ юғары ҡаҙанышы, классик өлгөләре булһа, икенсенән, ул беҙҙең милли мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө, ул ысын мәғәнәһендә тормош һабағы, был ғәҙелһәҙ донъяла әҙәм балаларының яралы күңеленә йыуаныс һәм таяныс.
IV. Әхәт Вилданов, Рәүф Насиров эшендә Аҡмулланың ижады
“ Аҡмулла бар булмышы менән халыҡ шағиры булды,” – тип яҙа Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, Аҡмулланың тормошон һәм ижадын өйрәнеүсе ғалимдарҙың береһе Әхәт Ханнан улы Вилданов.
Аҡмулланың ижадын күп ғалимдар өйрәнә. Филология фәндәре кандидаты, БДПУ доценты Вилданов ЂӘхәт Ханнан улы уны «яҡтылыҡ йырсыһы» тип атаны. ЂӘхәт Ханнан улы Аҡмулланың ижади мираҫын ентекле өйрәнеп, «Башкирские просветители – демократы XIX века» (М.
5
Наука, 1981, Ҡунафин менән берлектә ), «Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы» (1981) исемле монографиялар баҫтырҙы. Аҡмуллааның туған телебеҙҙә тәүге һәм тулы әҫәрҙәр йыйынтығы ла 1981 йылда ЂӘ. Х. Вилданов тырышлығы менән донъя күрҙе. Ђ
« Мәҙәниәттең нигеҙе – ғилем, әхлаҡи сафлыҡ.Шуның өсөн дә шағир мәҙәни үҫешкә ҡамасаулыҡ итеүсе феодаль иҫкелекте, схоластик тәртиптәрҙе аяуһыҙ тәнҡитләй, уларҙға йәбешеп ятыусыларҙы, мораль яҡтан тарҡалған типтарҙы иң ҡара буяуҙар менән ҡылыҡһырлай, ундайҙарҙы батҡаҡта ҡойоноусы сусҡаға, алтынға йәбешкән нәжескә, ҡутырға ҡунған себенгә тиңләштерә. Аҡ маралға ҡара ҡабан ҡушылмаған кеүек, изгелек менән яуызлыҡ арһында ла бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ, тигән идеяны үткәрә Аҡмулла. Ысынлап та, алтын алтын булып ҡала, ҡоторған эт өрҙө тип, ай ҙа нурҙан яҙмай:
Яҡшыны,һүккән менән, аты китмәҫ,
Яман һүҙҙең күңелдән даты китмәҫ.
Саф алтынды нәжескә буяу менән,
Нәжес китәр –алтындың заты китмәҫ.
«Аҡмулланың иң яратып ҡулланғаны - 11-11 үлсәмле шиғыр. – тип иҫәпләй әхәт Вилданов. - Күп кенә әҫәрҙәре 7-7 үлсәме менән дә ижад ителгән. Миҫал өсөн «Аттың ниһен маҡтайһың?» ҡобайырын алып ҡарайыҡ:
Аттың ниһен маҡтайһың?-
Бәйгеләрҙә сапмаған;
Дөйәнең ниһен маҡтайһың?-
Алыҫ ергә бармаған;
Әҙәмдең ниһен маҡтайһың?-
6
Яҡшы яғы ҡалмаған;
Донъяның ниһен маҡтайһың?-
Ырыҫ бәхет ҡунмаған…»
Яҙыусы Рәүеф Насиров билдәләүенсә, Аҡмулла Троицк ҡалаһы, Уй, Ҡыйҙыш, Миәс йылғалары буйҙарында йәшәгән башҡорт, ҡаҙаҡ һәм татар халыҡтары араһында йәшәгән. Был ауылдарҙа шағирҙы ихлас ҡаршы алғандар, мунса яғып төшөргәндәр. Ђ Кистәрен, башҡорт йолаһы
буйынса, ҡунаҡ ашына ауыл уҡымышлылары йыйылған, бәйет, мөнәжәт,
өгөт – нәсихәт тыңлағандар. Шиғырҙың көйлө аһәңенән ләззәт алып, бәхетле минуттар кисергәндәр. Ауыл кешеләренә китаптарын ҡалдырып, “халыҡты белемгә өндәүен” шағир үҙенең йәшәү дәүерендә үк тормошҡа ашырып йөрөгән. Үҙе тере саҡта таратҡан шиғырҙарын һуңынан ғалим-яҙыусылар кире йыйып алыуҙары тураһында яҙа Рәүеф Насиров.
V. Йомғаҡлау
Аҡмулланың ижады ябай халыҡтың тормошона яҡын тора.Ул халыҡтың ҡараңғы тормошта михнәт сигеп йәшәүе тураһында уйлана, йөрәге әрней. Тап аң – белемгә, һөнәргә эйә булыу юлы менән яҡтылыҡҡа, бәхеткә ирешеп була, тип иҫәпләй ул.
«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк» шиғыры быуат ярым элек яҙылһа ла, бөгөнгө көндә лә бик көнүҙәк яңғырай. Хәҙер ҙә, минеңсә, башҡорт халҡын донъя кимәленә күтәреүҙе белемгә эйә булып ҡына атҡарырға була. Әлеге ваҡытта башҡорт милләтен донъя кимәленә күтәреү бурысы тора беҙҙең алда. Аң – белемгә эйә булып ҡына, был маҡсатты тормошҡа ашырырға мөмкин. Сөнки теләгән кешегә хәҙер сит илдәргә юл асыҡ.
6
Хәл етһә, төрлө фәнде күргән яҡшы,
Камилдар ҡатарына менгән яҡшы.
Русса уҡып ҡына түгел белмәк,
Хәл етһә, французса белгән яҡшы. («Борадәргә»)
Ныҡышмалы рәүештә башҡа телдәрҙе лә өйрәнһәк, күпме сит тел белһәк, беҙгә шул тиклем аралашыуы еңел буласаҡ.
ЅҺәр кеше йәшәү дәүерендә бәхеткә ынтыла. Белемгә эйә
булыу – ярты бәхет. Бик белемле булып та, тормошта үҙҙәрен таба алмаусылар була. Быға Аҡмулланың яуабы бар – «иң әүәл паклау кәрәк эстең керен». Сөнки кешенең күңел донъяһы, уй – ҡылыҡтары сафлығы – йәшәү өсөн иң ҡиммәт нәмәләр. Аҡмулланың «Нәсихәт»тәрен дауам итеп, минең күңелемә лә шиғыр юлдары килде :
Һигеҙенсе ҡиммәт – тәртип тигән,
Тәртипһеҙҙең эше һәр саҡ кире тигән.
Һәр ерҙә тәртипһеҙҙең эше -- хурлыҡ,
Урын юҡтыр был донъяла тәртипһеҙгә.
Халҡыбыҙ Аҡмулланы онотмай һәм онотмаясаҡ. Уға 175 йәш тулыу көндәрендә лә тыуған ауылы Туҡһанбайҙа Аҡмулла көндәре уҙҙы, музейы янына бюст ҡуйылды. Был сарала беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашты.
Аҡмулла исемендәге премиялар тапшырыла, шиғырҙарын мәктәп уҡыусылары сәхнәләрҙән һөйләй. Аҡмулла мәңгелеккә шулай атлай…
7
ІҠулланылған әҙәбиәт
1. Башҡорт әҙәбиәте тарихы, 2-се том, Өфө 1990 й, Әхәт Вилданов «Мифтахетдин Аҡмулла».
2. “Ағиҙел” журналы, №12 , 2001, №7, 2004.
3. Башҡорт әҙәбиәте, дәреслек, 9-сы класс
ЈӨфө – 2006.
4. Рәүеф Насиров «Уҙамандар эҙләйем», Өфө, «Китап».
5. “Ватандаш” журналы, №1, 2006.
6. Мифтахетдин Аҡмулла. Шиғырҙар. Өфө, «Китап», 2006.
8
Достарыңызбен бөлісу: |