Программа по родному (башкирскому) языку для 5 классов 2015-2016 учебный год Аңлатма яҙыу Эш программаһы «10-сы һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе»


- 9 кластар өсөн яҙма эштәрҙең төрҙәре



бет5/8
Дата27.06.2016
өлшемі0.8 Mb.
#161167
түріПрограмма
1   2   3   4   5   6   7   8

7 - 9 кластар өсөн яҙма эштәрҙең төрҙәре

Яҙма эштәрҙең төрҙәре

7 – се класс

8 – се класс

9 – сы класс

Контроль күсереү










Һорауҙарға яуаптар

1

1

1

Диктант

2

2

2

Изложение

3

2

2

Инша

3

4

4

Бөтәһе

9

9

9

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

7 – се класс

Фонетика, морфология, һүҙъяһалышты ҡабатлау.

Үҙ аллы һүҙ төркөмө булараҡ ҡылым тураһында мәғлүмәт менән танышыу.

Ҡылым һөйкәлештәрен, затлы һәм затһыҙ,барлыҡ – юҡлыҡ формаларын өйрәнеү.

Ҡылымдың күләм һәм йүнәлеш категориялары менән практик танышыу.

Ҡылым төркөмсәләренең рус теленә тәржемә ителеү үҙенсәлектәрен өйрәнеү.

Ярҙамсы һүҙ төркөмө булараҡ теркәүес,бәйләүес, киҫәксә, мөнәсәбәт һүҙҙәр, ымлыҡтар тураһында белешмә алыу, практик ҡуллана белеү.

Ғариза, эш ҡағыҙҙарын яҙырға өйрәнеү.

Диктанттар, изложениелар яҙыу.

Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

-текстың планын төҙөү;

- текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү;

Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;

- текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;

- тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

- 6-8 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;

- тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;

- әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;

- текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.

8 – се класс

Һүҙбәйләнештәр, уларҙың яһалышы һәм төҙөлөшө үҙенсәлектәрен белеү;

Эйә менән хәбәрҙе билдәләү; эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ ҡуйылыуын аңлата белеү;

Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен айыра белеү;

Ике составлы, бер составлы, кәм һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең принциптарын өйрәнеү;

Һүҙ төркөмдәре һәм һөйләм киҫәктәре араһындағы айырманы аңлата белеү;

Төрлө типтағы ябай һөйләмдәр төҙөү күнекмәләрен нығытыу, уларҙы яҙма һәм һөйләү телмәрендә файҙаланыу, дөрөҫ интонация менән уҡыу;

Тыныш билдәләренең дөрөҫ ҡуйылышын нығытыу маҡсатында ижади эштәр башҡарыу: диктанттар, изложениелар яҙыу;

Протокол төҙөү, синтаксик – стилистик күнегеүҙәр башҡарыу.

Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

- текстың планын төҙөү;

- текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.

Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;

- текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;

- тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

- 8-10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;

- тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;

- әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;

- текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.

Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү; ятлау өсөн тәҡдим ителгән өҫәрҙәрҙе яттан һөйләй белеү;

Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу; эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

Художестволы, фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу; ҙур булмаған әҫәрҙәрҙе, өҙөктәрҙе һөйләй белеү;

Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте; фонетика, графика, лексиканың нигеҙҙәре менән танышыу.



  1. – сы класс

Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе айыра белеү.

Эйәрсән һөйләм төрҙәрен өйрәнеү.

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр һәм күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр менән танышыу.

Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү


    1. ҙ күләмендә диктант яҙыу; ошо уҡ күләмдә изложение яҙа белеү

Һыҙыҡ, нөктәле өтөр, ике нөктәнең ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙә ҡуйылыу осраҡтарын өйрәнеү.

Йәйәләр һәм тырнаҡтарҙың ҡуйылыу осраҡтары менән танышыу.

Эш ҡағыҙҙары төҙөү буйынса эштәрҙе дауам итеү: хат, ғариза, белешмә,расписка, акт һәм протоколдар яҙа алыу күнекмәләрен үҫтереү.

Ижади һәм синтаксик – стилистик күнегеүҙәр эшләү.

Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.

Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.

Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға характеристика биреү.

Тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү.



    1. шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

Эпик, лирик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү

Уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.

Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү.

Диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү.

Һүҙлектәр менән файҙалана белеү.

Иншалар яҙыу.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
7 – се класс

Фонетика, һүҙьяһалыш һәм морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Ҡылым. Ҡылымдарҙың затлы һәм затһыҙ, барлык-юҡлык формалары. Ҡылымдарҙың күләм һәм йүнәлеш категориялары менән практик таныштырыу күнегеүҙәре. Төп йүнәлештән башҡа ҡылым йүнәлештәренең айырым ялғауҙары булыуын күрһәтеү һәм башҡорт телендә биш йүнәлеш: төп йүнәлеш, ҡайтым йүнәлеше, төшөм йүнәлеше, йөкмәтеү йүнәлеше һәм уртаҡлыҡ йүнәлеше барлығын практик миҫалдарҙа күрһәтеү.

Ҡылымдарҙың затлы формаларының үҙенсәлектәрен: һан, зат, заман менән үҙгәрешен асыҡлау, уларҙы рус теленә тәржемә итеү күнегеүҙәрен эшләтеү.

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың мәғәнәләре, заман формалары, һан, зат менән үҙгәреше, ниндәй һөйләм киҫәге була алыуы.

Хәҙерге заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың мәғәнәһе, яһалышы, үҙгәреше. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үткән заманы.

Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының эш ҡушыуҙы, бойороуҙы белдереүе, яһалышы, һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡта йәки юҡлыҡта килеүе.

Теләк һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың яһалышы, мәғәнәһе, үҙгәреше.

Шарт һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың яһалышы, мәғәнәһе, үҙгәреше. (26 сәғәт)

Ҡылымдарҙың затһыҙ формалары: сифат ҡылым, хәл ҡылым, исем ҡылым, уртаҡ ҡылым. Уларҙың зат, һан менән үҙгәрмәүе.

Исем ҡылымда ҡылымлыҡ билдәләре: барлыҡ - юҡлыҡ, ҡылым күләмдәре һәм йүнәлештәре ялғауҙарын ҡабул итә алыуы.

Исемлек билдәләре: килеш, һан, эйәлек категориялары менән үҙгәреүе.

Исем ҡылымдарҙың исемгә күсеүе. Исем ҡылымдарҙы рус теленә тәржемә итеү.

Уртаҡ ҡылым, уның мәғәнәһе, яһалышы, барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәреше. Рус телендәге уртаҡ ҡылымдың башҡорт теленә төрлө ҡылым формалары менән тәржемә ителеү мөмкинлектәрен миҫалдарҙа күҙәтеү. Киреһенсә, башҡорт телендәге уртаҡ ҡылым рус теленә төрлө ҡылымдар менән тәржемә ителә алыуын практик эштәр үтәлешендә асыҡлау.

Башҡорт телендә уртаҡ ҡылымдарҙың икенсе бер ҡылымдарҙы асыҡлап килеүе ихтимал: бирешмәҫкә тырыша, күрергә теләй һ.б.

Уртаҡ ҡылымдан һуң ярай, ярамай, тейеш, тейеш түгел, кәрәк, мөмкин модаль һүҙҙәре килеп, төрлө модаль мәғәнәләр белдерә алыуын практик күҙәтеү, уларҙы рус теленә тәржемә итеү.

Сифат ҡылым, унда бер үк ваҡытта сифатлыҡ һәм ҡылымлыҡ мәғәнәһенең булыуы, йәғни предметтың, заттың билдәһен уның эше, хәрәкәте буйынса белдереүе. Сифат ҡылымдың заман менән үҙгәреүе. Хәҙерге заман сифат ҡылымдың ике төрө, ябай һәм ҡушма формалары, менән практик таныштырыу, уларҙың барлыҡта йәки юҡлыҡта тора алыуы.

Үткән заман сифат ҡылым, уның яһалышы, барлыҡта, юҡлыкта килә алыуы. Киләсәк заман сифат ҡылым, уның яһалышы, төрҙәре, мәғәнәләре. Сифат ҡылымдарҙың исемләшеүе, был осраҡта исемдәргә хас категориялар менән үҙгәреүе. Рус теленән айырмалы рәүештә, башҡорт телендә исем алдында килеүсе сифат ҡылымдарҙыңһан, эйәлек, килеш ялғауҙарнын ҡабул итмәүе.

Исем ҡылым, уның эш, хәл һәм хәрәкәттең исемен атауы, яһалышы.

Хәл ҡылым, уларҙың яһалышы, мәғәнәләре, төрҙәре, үҙенсәлектәре. Хәл ҡылымдар процестың билдәһен белдереүҙәре менән рәүештәргә оҡшай, ә уларҙың барлыҡ-юҡлыҡ, күләм, йүнәлеш ялғауҙары ҡабул итеүе - ҡылымлыҡ билдәләре. Хәл ҡылымдарҙың ҡулланышы һәм дөрөҫ яҙылышы.

Ҡылым төркөмсәләренең рус теленә тәржемә ителеү үҙенсәлектәрен практик эштәр башҡарғанда күҙәтеү, уларҙы тәржемә итеү күнекмәләрен үҫтереү.

Ҡылымдарҙы дөйөмләштереп ҡабатлау.

Рәүештәр. Уларҙың мәғәнәләре.

Рәүеш төркөмсәләре: төп рәүештәр, ваҡыт рәүештәре, урын рәүештәре, оҡшатыу-сағыштырыу рәүештәре, күләм-дәрәжә рәүештәре, сәбәп-максат рәүештәре тураһында төшөнсә.

Рәүештәрҙең яһалышы: тамыр, яһалма, ҡушма рәүештәр. Дәрәжәләре. Рәүештәрҙең телмәрҙә ҡулланылышы.

Теркәүестәр. Уларҙың һөйләм киҫәктәрен һәм ҡушма һөйләмдә ябай һөйләмдәрҙе бәйләп йөрөүе. Теркәүестәрҙең төркөмсәләре: теҙеү һәм эйәртеү теркәүестәре, уларҙың телмәрҙәгө ҡулланышын күҙәтеү.

Теркәүес һүҙҙәр: парлы һәм яңғыҙ теркәүес һүҙҙәр, уларҙың һөйләмдәрҙе һәм һөйләм киҫәктәрен бәйләүе күрһәтеү алмаштары менән белдерелә, яңғыҙ теркәүес һүҙҙәр: һорау һәм күрһәтеү алмаштары менән белдерелгән парлы теркәүес һүҙҙәр.

Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

Бәйләүестәр. Уларҙың эйәреүсе киҫәк менән эйәртеүсе киҫәкте, эйәрсән һөйләм менән баш һөйләм араһындағы бәйләнеште барлыҡҡа килтереүе. Бәйләүестәрҙең төркөмсәләре, мәғәнәләре. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәте. Синоним бәйләүестәрҙе ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

Бәйләүестәрҙең килештәргә мөнәсәбәте: 1) исемдәрҙең төп килештә, ә алмаштарҙың эйәлек килештә килеүен талап итеүсе бәйләүестәр; 2) исемдәрҙең төбәү килешен талап итеүсе бәйләүестәр; 3) исемдәрҙең сығанаҡ килештә тороуын талап итеүсе бәйләүестәр.

Киҫәксәләр. Уларҙың айырым һүҙгә йәки һөйләмгә ниндәй булһа ла мәғәнә төҫмөрләнеше биреүсе ярҙамсы һүҙ булыуы тураһында төшөнсә. Киҫәксәләрҙең төркөмсәләре, уларҙың дөрөҫ яҙылышы, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Уларҙың һөйләмдә хәбәр булып килеүе, шулай уҡ һөйләмгә төрлө модаллек мәғәнәләрен биреүгә лә хеҙмәт итеүе, дөрөҫ яҙылышы.

Ымлыҡтар. Уларҙың кешеләрҙең хис-тойғоһон, теләк-ынтылыштарын белдереүе. Ымлыҡ төрҙәре, телмәрҙәге әһәмиәте, дөрөҫ яҙылышы.Ымлыҡтарҙың яңы һүҙҙәр яһауҙа нигеҙ булыуы.

Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.Үҙаллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре араһындағы айырманы аңлата белеү. Һүҙҙәргә морфологик анализ күнекмәләрен үҫтереү өҫтөндә эш. Йыл буйына өйрәнелгән морфологик күренештәрҙе текстан таба һәм аңлата белеү.

Башҡорт ауыҙ-тел ижады .Башҡорт халыҡ әкиәттәре (белешмә). «Урал батыр» башҡорт халыҡ әкиәте. «Алдар менән шайтан» башҡорт халыҡ әкиәте. М.Кәрим. “Азамат”.

Боронғо әҙәби ҡомартҡыларыбыҙ .Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Архаизмдар, неологизмдар, варваризмдар тураһында төшөнсә. Ҡ. Ғәли.“Йософ ҡиссаһы”, “Ҡармасан менән Сәрмәсән”. С. Юлаев. “Бүгәсәүгә ҡушылып, ир-батырға ҡуш булып”. “Ҡарабай менән Сарыбай”. М. Аҡмулла. “Нәсихәттәр”. Сәсәндәр ижады. Байыҡ сәсән. “Байыҡ сәсәндең ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтешкәне”.

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, яҙыусылары. Халыҡ шағирҙарының тормош юлы менән танышыу, ижадтарына ҡыҫҡаса күҙәтеү яһау, уларҙың башҡорт әҙәбиәте тарихында урыны тураһында фекер алышыу. Биография һәм автобиография тураһында төшөнсә биреү. Р. Ниғмәти.” Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”. М. Ғафури. “Бир ҡулыңды”.М. Кәрим. “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”. Н. Нәжми. “Күлдәк”. Р. Ғарипов.” Аманат”. Ә. Атнабаев.” Салауат менән һөйләшеү”.

Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ.Ҡ. Аралбай. “Дуҫлыҡ һәйкәле”. З. Биишева. “Дуҫ булайыҡ”. М.Кәрим. “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”. Әҙәбиәт теорияһы буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.

Теле барҙың – иле бар. Халыҡ ижады тураһында. Әкиәттәр. Әкиәттәр тураһында түбән кластарҙа үткәнде иҫкә төшөрөү. Тематик яҡтан әкиәттәрҙең төркөмдәре: тормош-көнкүреш, тылсымлы, батырҙар һәм хайуандар тураһындағы әкиәттәр. Хайуандар тураһындағы әкиәттәр. «Етем төлкө», «Айыу мөнән бал ҡорттары». Тылсымлы әкиәттәр. «Алтын алма», «Әбйәлил». Тормош-көнкүреш әкиәттәре «Алтын тамсы», «һаранбай менән Зиннәт ағай».Әкиәттәрҙе мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү. Исемдәр биреп план төҙөргә өйрәтеү.Әҙәбиәт теорияһы. Эпитет, гипербола, аллегория төшөнсәләрен ҡабатлау.

Риүәйәт һәм легендаларға төшөнсә биреү. Уларҙың тематик бүленеше, оҡшаш һәм айырма яктары. Ер-һыу, ырыу-ҡәбилә тарихы: «Етегән йондоҙ», «Ай менән Зөһрә». Ырым-ышаныу: «Сыңрау торна». Тарихи риүәйәттәр: «Бошман ҡыпсаҡ батыр». Тормош-көнкүреш риүәйәте: «Ғилмияза».

Йыр тураһында төшөнсә. Боронғо һәм хәҙерге йырҙар. Оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙар. Йырҙарҙа көй һәм моңдоң әһәмиәте. Тематикаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың төркөмдәргә бүленеше. Халыҡтың рухи тормошонда йырҙың роле. Тарихи һәм лирик йырҙар. Тарихи йырҙар («Эскадрон», «Урал»). Тыуған ил һәм халыҡ берҙәмлеге тураһында («Йәйләүек»). Ҡасҡындар тураһында («Буранбай», «Бейеш»). Кантон башлыҡтары тураһында («Тәфтиләү», «Ҡолой кантон»). Ҡатын-кыҙҙар яҙмышы тураһында («Зөлхизә», «Ғилмияза»).

Таҡмактар тураһында төшөнсә. Бейеү таҡмаҡтары. Уйын таҡмаҡтары. Таҡмаҡтарҙың башҡарылыу үҙенсәлектәре, уларҙың йырҙарҙан айырмаһы.

Алтын көҙ. М.Тажи «Алтын көҙ», Ф.Рәхимғолова «Көҙ» шиғырҙарында көҙгө тәбиғәттең, көҙ билдәләренең һүрәтләнеше. Әҙәбиәт теорияһы: Поэтик телдәге һүрәтләү сараларын ҡабатлау. Метафора тураһында төшөнсә. М.Ғафури. «Ҡыр ҡаҙы» хикәйәһенең идея-тематик йөкмәткеһе. Малайҙың һәм уның атаһының ҡыр ҡаҙына ҡарата мөнәсәбәте. Хикәйәлә ҡоштарға, хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм ярҙам итеү мотивы. Кеше һәм тәбиғәт темаһына әңгәмә үткәреү.

Уҡыу - белем шишмәһе . Раил Байбулатов. «Нурлы күҙҙәр». Н.Мусин. «Тайғаҡ баҫма». Әҫәрҙәрҙә дуҫлыҡ, тырышлыҡ, тоғролоҡ, намыҫлылыҡ һәм әхлаҡ проблемаларының сағылышы. Хәмзә һәм уҡытыусы, һуғышветераны Уғатар ағай образдары. Рәхмәт менән Әсҡәт дуҫлығы. Рәхмәткә хас сифаттар. Хәмзәнең ҡылығын баһалау.

Дуҫлыҡта – берҙәмлек. Б.Бикбай. «Рус теле», Р.Сафин. «Дуҫлыҡ», Ш.Бикҡол. «Дуҫлыҡ», Был шиғырҙарҙа дуҫлыҡты данлау. Ысын дуҫлыҡты баһалау. Рус һәм башҡорт халҡы араһындағы дуҫлыҡҡа һоҡланыу, ғорурланыу тәрбиәләү.Р.Байбулатов. «Һарыбай». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда дуҫлыҡтың сағылышы. Төп геройҙарҙың характерҙарына хас сифаттар. Ә.Бикчәнтәев. «Бакенщиктар илаҡ булмай». Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда батырлыҡтың сағылышы. Ата һәм ул образдары.

Хеҙмәте юҡтың - хөрмәте юҡ. М.Ғафури. «Гөлдәр баҡсаһында» шиғырында эшсәнлек, дуҫлыҡ һәм дошманлыҡтың ҡапма-ҡаршы һүрәтләнеүе.М.Ямалетдинов. «Ураҡ өҫтө» шиғырында ураҡ ваҡытында иген урыусы комбайнерҙың хеҙмәте. Уйылдан образы. Ж.Кейекбаев. «Оморҙаҡ бабай». Хикәйәнең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Оморҙаҡ бабай образына хас сифаттар. Ж.Кейекбаев. «Туғандар һәм таныштар» романынан өҙөк. Өҙөктөң йөкмәткеһен үҙләштереү. Төп образдарға характеристика биреү.Һорауҙарға яуаптар биреү, план төҙөп, уның буйынса һөйләү. Башҡорт халҡының йылҡысылыҡ, солоҡсолоҡ һөнәрҙәре тураһында әңгәмә ойоштороу, яҙма эштәр башҡарыу.Әҙәбиәт теорияһы: Герой тураһында төшөнсә.

Башҡортостан-ғәзиз ерем.Ә. Үтәбай. «Башҡортостан» шиғырында лирик геройҙың кисерештәрендә Башҡортостан, Тыуған ил образы. А. Игебаев. «Онотманым һине, ауылым» шиғырында хистәр байлығы, тыуған ерҙең күңелгә яҡын булыуын еткереү.М. Кәрим. «Ҡайын япрағы тураһында» Шиғырҙа ҡайын һәм япраҡ образы. Башҡортостандың данлы тарихының сағылышы.

Ап-аҡ ҡарҙар яуа. К. Кинйәбулатова. «Һаумы, аҡ ҡыш!», Ә. ӘҺлиуллин. «Биҙәкле сана». Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Боронғо сана яһау һөнәренең сағылышы. Имаметдин ҡарттың һөнәре, халыҡ араһындағы абруйы. Әҫәрҙә дуҫлыҡ, татыулык мотивы.

Ил намыҫы - ир күңелендә. Р. Шәкүр. «Һаҡта тора илдең улдары» шиғырында Тыуған илде, тыныслыҡты һаҡлаусы ил улдары образдары. Ф. Акбулатова. «Атай икмәге» хикәйәһе. Йөкмәткене үҙләштереү. Әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышының һүрәтләнеше. А. Баһуманов. ”Ҡайҙа һин , генерал?”,В. Исхаҡов. «Кеше күңеле - тәрән даръя». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Исеменең мәғәнәһен асыҡлау. Һуғыш осоронда тылда халыҡтың тормошо һәм эшсәнлеге.

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләр. Г. Юнысова «Әсәйҙәр байрамы», «Йырлайым әсәйҙәр тураһында» (йыр). Ф. Мөхәмәтдинов «Әсәйем ҡулы» шиғырҙарҙын һәм йырҙы тасуири уҡыу. Әсәйҙәр изгелегенең, бөйөклөгөнөң сағылышы.Ф. Иҫәнолов. «Бер ҡаҙаҡ май». Әҫәрҙә әсә һәм бала араһындағы мөнәсәбәтте баһалау.Ә. Бикчәнтәев. «Яраланған бүре күҙҙәре». Әҫәрҙә әсәнөң ҡыҙын үҙаллы тормошҡа әҙерләүе. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһөн үҙләштереү. Һорауҙарға яуап биреү, план төҙөп һөйләргә өйрәнеү. Г. Яҡупова. «Әсәйҙәр ниңә ҡартая?», «Мейес әбей».

Әсә менән бала, ейән менән өләсәй мөнәсәбәттәрө тураһында әңгәмә ойоштороу.

Эх, күңелле яҙ килә! Р. Ниғмәти. «Яҙ килде, яҙ!» шиғырында яҙ килеү менән тәбиғәттең уяныуының, яҙғы эштәр башланыуының һүрәтләнеше. Р. Ғариповтың «Һабантурғай» шиғырында яҙ килтереүсе һабантурғай образы. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу, төп идеяларын асыу. Һ. Дәүләтшина. «Айбикә» повесы (өҙөк). Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда азатлыҡ өсөн көрәштең, ҡатын-ҡыҙҙың рухи үҫешенең һүрәтләнеше. Ауыл кешеһе йәшәйешенең сағылышы. Образдарға характеристика.

Тел - тере шишмә. Ҡ. Аралбай. «Башҡорт тел», Ғ. Байбурин. «Тыуған илемә» шиғырҙарында туған телгә, илгә, халыҡҡа ихтирам һәм дан йырланыуы. М. Кәрим. «Оҙон-оҙак бала саҡ» повесы (өҙөк). Идея-тематик йөкмәкеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре. Оло инәй, Кендек образдарына яҙма характеристика.

Йәмле йәй.М. Ғафури. «Болон» шиғырында йәйге болон матурлығының тасуирланыуы. Х. Назар. «Йәйге йәшен». Әҫәрҙә йәйге тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнеше. С. Әлибай. «Ямғыр теләү» шиғырында ямғыр теләүҙең һүрәтләнеше. Н. Игеҙйәнова. «Өйөрөлмәк» әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙы баһалау. Әҫәрҙең төп идеяһын һәм образдарын асыу.

Әҙәбиәттән бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

8 – се класс

Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Ябай һөйләм синтаксисы һәм пунктуация. Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Логик баҫым. Һөйләү маҡсаты яғынан һөйләм төрҙәре.

Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә һәм хәбәр. Эйә, уның тәп килештә килеүе һәм башҡа һөйләм киҫәктәренә буйһонмауы. Эйә менән хәбәрҙең килеү урыны. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Аныҡлаусылар, өҫтәлмәлектәр, тултырыусылар.

Хәлдәр. Уларҙың төрҙәре. Рәүеш хәле. Урын хәле. Ваҡыт хәле. Маҡсат хәле. Сәбәп хәле. Күләм-дәрәжә хәле. Шарт хәле. Кире хәл. Хәлдәрҙең мәғәнәләре, үҙҙәре эйәргән һүҙҙәргә бәйләнеү саралары, бирелеше. Башҡорт телендәге хәлдәрҙе рус телендәге хәлдәр менән сағыштырыу, уларҙың оҡшашлығы һәм үҙенсәлектәре.

Ябай һөйләм синтаксисы. Синтаксик анализ яһау күнекмәләре.

Тиң киҫәкле һөйләмдәр. Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр.

Ике составлы һөйләмдәр. Бер составлы һөйләмдәр. Тулы һәм кәм һөйләмдәр. Һөйләм аңлатҡан мәғәнәнең тулы асыҡлығы өсөн кәрәк булған киҫәктәрҙең һөйләмдә бирелеүе.

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре. Айырымланыу тураһында төшөнсә. Аныҡлаусыларҙың, өҫтәлмәлектәрҙең, хәл әйтемдәре һәм уларҙың айырымланыуы.

Һөйләм киҫәктәре менән грамматик бәйләнеше булмаған һүҙҙәр. Өндәш һүҙҙәр. Өндәш һүҙҙәр эргәһендә тыныш билдәләре. Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр. Тура һәм ситләтелгән телмәр. Диалог. Тура телмәрле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.

Һүҙ төркөмдәре һәм һөйләм киҫәктәре. Төрлө типтағы ябай һөйләмдәр төҙөү. Ижади эштәр башҡарыу. Протокол төҙөү. Синтаксик-стилистик күнегеүҙәр башҡарыу. Мәктәп – белем шишмәһе. С. Әлибай “Мәктәп юлы”, Н. Мусин “Һабаҡ”, Р. Тимершин. “Уйлап табыусы”.

Халыҡ ижады – халыҡ хазинаһы. “Ике сәсән”, “Сура батыр” ҡобайырҙары.

Көҙ – хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле. З. Биишева. ”Көҙгө ямғыр”, Х. Назар. “Көҙгө көн. Болотло. Һалҡын”, Р. Ханнанов.“Икмәк ҡәҙере”, Р. Өмөтбаев. “Әмир баҫыуы”.

Башҡортостан – алтын бишек! А. Игебаев. ”Башҡортостан ил генәм”, “Ҡырлас тауҙар иле - Башҡортостан”, И. Кинйәбулатов. “Дуҫлыҡ төйәге”, Н. Нәжми. “Өфө йүкәләре”.

Салауат батыр – ир ине. “Салауат батыр” ҡобайыры, Ф. Күзбәков. “Яу ораны бит һин, Салауат”, Ф. Рәхимғолова. “Салауат”, Я. Хамматов. “Салауат” романы (өҙөк).

А. Лежнев “Салауатты ҡулға алыу” картинаһы буйынса яҙма эш.

Ҡыш. Ш. Бабич. “Ҡышҡы юлда”, Ф. Рәхимғолова. “Ҡыш”, Б. Рафиҡов. “Бүреләр”, И. Теләүембәтов. “Маралым таңы”, А. Йәғәфәрова. “Кескәй шишмә”.

Данлы йылдар, шанлы йылдар. М. Кәрим. “Үлмәҫбай”, Н. Ғәлиев. “Яуҙан ҡайтҡан ҡурай”, Р. Өмөтбаев. “Генерал Күсимов”.

Әсәйем – күңел ҡояшым! Ш. Бикҡол. “Әсәйемдең кәңәштәре”, Т. Ғиниәтуллин. “Әсә һәм бала”.

Әҙәп барҙа – иман бар. Х. Назар. “Өс һүҙ”, М. Ямалетдинов. “Иман”, З. Ғәлимов. “Ялан сәскәләре”.

Шаулап, гөрләп яҙ килә. Р. Ғарипов. “Яҙғы йыр”, З. Ураҡсин. “Алмағас”, “Сәскә ғүмере”, Р. Сафин. “Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе”.

Ай, Уралым, Уралым! Ҡ. Аралбай. “Ер тураһында ете һүҙ”, Б. Бикбай “Ер”. Ж. Кейекбаев. “Урал тураһында ҡобайыр”, Н. Мусин. “Һуңғы солоҡ” (өҙөк), К. Шафиҡова. “Уйна, ҡурай!”

Йәй. Ф. Рәхимғолова. “Бал ҡорто һәм күбәләк”. Ш. Янбаев. “Тегәнәк”, Р. Солтангәрәев. “Һуңғы һунар”, Ә. Хәмәтдинова. “Йәшел аптека”.

9 – сы класс

Ҡушма һөйләм синтаксисы һәм пунктуация.

Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә.Ҡушма һөйләм һәм уның төрҙәре.Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.

Теҙмә ҡушма һөйләмдәр.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.

Баш һәм эйәрсән һөйләм.

Эйәрсән һөйләм төрҙәре (эйәрсән эйә һөйләм, эйәрсән хәбәр һөйләм, эйәрсән аныҡлаусы һөйләм, эйәрсән тултырыусы һөйләм, эйәрсән хәл һөйләмдәр,эйәрсән урын һөйләмдәр, эйәрсән рәүеш һөйләмдәр, эйәрсән сәбәп һөйләмдәр, эйәрсән маҡсат һөйләмдәр, эйәрсән шарт һөйләмдәр).

Эйәрсән эйә һөйләм, уның баш һөйләмдең эйәһе урынында килеүе,йә баш һөйләмдәге мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән эйәне асыҡлауы, баш һөйләмгә бәйләнеү саралары, тыныш билдәләренең ҡуйылышы. Рус теленә тәржемә ителеше.

Эйәрсән аныҡлаусы һөйләмдәр ,уларҙың баш һөйләмдең аныҡлаусы урынында килеүе, йә баш һөйләмдә мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән аныҡлаусыға ҡарауы, уларҙың баш һөйләмгә бәйләнеү саралары , тыныш билдәләренең ҡуйылышы. Башҡорт телендәге эйәрсән аныҡлаусы һөйләмдәрҙе рус теленә тәржемә итеү.

Эйәрсән тултырыусы һөйләм, уның баш һөйләмдең тултырыусыһы урынында килеүе, йә баш һөйләмдәге мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән тултырыусыға ҡарауы,баш һөйләмгә бәйләнеү саралары, тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Эйәрсән хәл һөйләмдәр. Эйәрсән ваҡыт һөйләм, уның баш һөйләмдең ваҡыт хәле урынында килеүе, йә баш һөйләмдә мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән ваҡыт хәлен асыҡлауы. Ваҡыт һөйләмдәрҙе баш һөйләмгә бәйләүсе саралар, тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Эйәрсән урын һөйләм, уның баш һөйләмдә мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән урын хәлен асыҡлауы, йә баш һөйләмдәге урын хәле урынында килеүе. Урын һөйләмдәрҙе баш һөйләмгә бәйләүсе саралар, тыныш билдәләренең ҡуйылышы. Башҡорт телендәге урын һөйләмдәрҙе рус теленә тәржемә итеү.

Эйәрсән рәүеш һөйләмдәр. Улар баш һөйләмдәге мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән рәүеш хәлен асыҡлайҙар, йә баш һөйләмдең рәүеш хәле урынында киләләр. Эйәрсән рәүеш һөйләмдәрҙе баш һөйләмгә бәйләүсе саралар, тыныш билдәләренең ҡуйылышы. Эйәрсән рәүеш һөйләмле эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе рус теленә тәржемә итеү.

Эйәрсән сәбәп һөйләм, уның баш һөйләмдеңсәбәп хәле урынында килеүе, йә баш һөйләмдә мөнәсәбәт һүҙе менән килеп бирелгән сәбәп хәлен асыҡлауы. Эйәрсән сәбәп һөйләмдәрҙе баш һөйләмгә бәйләүсе саралар, тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Эйәрсән маҡсат һөйләм, уның баш һөйләмдә мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән маҡсат хәлен асыҡлауы, йә баш һөйләмдәге маҡсат хәле урынында килеүе. Эйәрсән маҡсат һөйләмде баш һөйләмгә бәйләүсе саралар, тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Эйәрсән күләм – дәрәжә һөйләм, уның баш һөйләмдә күләм – дәрәжә хәле урынында килеүе, йә баш һөйләмдәге мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән күләм – дәрәжә хәлен асыҡлауы. Эйәрсән күләм – дәрәжә һөйләмен баш һөйләмгә бәйләүсе саралар.

Эйәрсән шарт һөйләм, уның баш һөйләмдәге шарт хәле урынында килеүе, йә баш һөйләмдәге мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән күләм – шарт хәленә ҡарауы. Эйәрсән шарт һөйләмдәрҙе баш һөйләмгә бәйләүсе саралар,тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Эйәрсән кире һөйләм, уның баш һөйләмдәге мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән кире хәлгә ҡарауы, йә баш һөйләмдәге кире хәл урынында килеүе. Эйәрсән кире һөйләмде баш һөйләмгә бәйләүсе саралар, тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр, төрҙәре.

Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр тураһында төшөнсә: тиң эйәрсән һөйләмле һәм тиң булмаған эйәрсән һөйләмле, күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр, уларҙағы тыныш билдәләре.

Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.

Теҙемдәр.

Уларҙың йә тиң киҫәктәре, йә тиң һөйләмдәре күп булыуы һөҙөмтәһендә ҡатмарландырылған ябай йәки ҡушма һөйләм булыуы. Теҙемдәрҙең төрө, төҙөлөшө, уларҙың составында һанау һәм йомғаҡлау бүлеген барлыҡҡа килтереүсе конструкцияларҙың булыуы.

Һыҙыҡ, нөктәле өтөр, ике нөктәнең ҡуйылыу осраҡтары.

Йәйәләр һәм тырнаҡтар ҡуйылыу осраҡтары. Синтаксис һәм пунктуация буйынса үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү һәм системаға һалыу.

Эш ҡағыҙҙары төҙөү буйынса эштәрҙе дауам итеү: хат, ғариза, белешмә, расписка, акт һәм протоколдар яҙыу күнекмәләрен үҫтереү. Ижади һәм стилистик – синтаксик күнегеүҙәр эшләтеү .
Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар.

Һүҙлек менән эш. Эпоста күтәрелгән философик, педагогик һәм әхлаҡ-этик проблемалар.

Сәсәндәр ижады .

Сәсәндәр ижады тураһында белешмә. Әҫәрҙәрҙең төп идеяһы, образдар системаһы, сағыштырмаса характеристика. Әйтеш тураһында төшөнсә.

Шәжәрәләр.

Шәжәрә тураһында төшөнсә. Шәжәрәләрҙең идея-тематик йөкмәткеһе.

Салауат Юлаев.

Яугир-шағирҙың тормошо һәм яҙмышы. Салауат – яугир, шағир, сәсән. Шиғырҙарының тематикаһы һәм проблематикаһы. Тыуған ил, тәбиғәт, мөхәббәт, азатлыҡ һәм батырлыҡ тураһындағы шиғырҙары. Тарихи шәхес, әҙәби герой, тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр тураһында төшөнсә. Картиналар буйынса эш.

Аҡмулла.

Биографик белешмә. Философик лирика. Тәбиғәт лирикаһы. Шиғыр-ҡобайырҙар.

Өмөтбаев.

М.Өмөтбаевтың ғилми-ағартыу, тарих, этнография, фольклор, тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге.

Сафуан Яҡшығолов.

Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә.

Мәжит Ғафури.

Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Әҫәрҙәрендә социаль тигеҙһеҙлекте, ғәҙелһеҙлекте фашлау. Художество методы, художество образ тураһында төшөнсә. Рәшит Нурмөхәммәтовтың картинаһы буйынса эш.

Ш.Бабич.

Шағирҙың тормош һәм ижад юлы тураһында белешмә. Башҡортостан, азатлыҡ өсөн көрәш, тәбиғәт, мөхәббәт темаһы.



Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет