Уҡыу йылына 8а, 8б, 8в, 8г кластары өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһЫ



Дата17.07.2016
өлшемі212.5 Kb.
#204473
түріПротокол

Работа участника всероссийского интернет-проекта «Педагогический опыт. Инновации, технологии, разработки» www.методкабинет.рф


Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы

«Айырым фәндәр тәрәнәйтеп уҡытылған 12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы




Ҡаралды

БР Стәрлетамаҡ ҡалаһы

МАДББУ «АФТУ 12-се УДББМ» региональ компонент предметтары уҡытыусылары МО

Протокол №__

«____»___________2014й.

_________ Л.Т. Лапухина



Килешелде

БР Стәрлетамаҡ ҡалаһы

МАДББУ «АФТУ 12-се УДББМ» директор урынбаҫары

«____»__________2014й.

_________ Ф.Р. Ғәзизова


Раҫланды

БР Стәрлетамаҡ ҡалаһы МАДББУ «АФТУ 12-се УДББМ» директоры

Бойороҡ №____

«___» ____________2014й.

_________ Е.Н.Маркелова

















2014/2015 уҡыу йылына

8а, 8б, 8в, 8г кластары өсөн башҡорт (дәүләт) теленән

ЭШ ПРОГРАММАҺЫ

Төҙөүсе: беренсе категориялы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ғәббәсов Р.М.

2014

1. Аңлатма яҙыу

Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, урыҫ теле менән бер рәттән, республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Башҡорт телен уҡытыу законлы нигеҙгә ҡуйылды.Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙә, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡытыу планына ярашлы, башҡорт телен өйрәнеү Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). ТоломбаевХ.А., Дәүләтшина М.С.,Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ.-Ижевск:КнигоГрад, 2008. нигеҙендә алып барыла.

Был программа нигеҙендә уҡытыу 5-11 кластарҙа алып барыла.

Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәткәндә түбәндәге принциптарға нигеҙләнәнергә кәрәк:

1. Башҡорт теле-балаларҙың башҡорт донъяһына алып инеү асҡысы.

2. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.

3. Башҡорт телен фәҡәт ғәмәли үҙләштереү маҡсатынан сығып өйрәнеү.

2. Уҡыу курсының дөйөм характеристикаһы.

Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары билдәләнде:

1. Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио-теле тапшырыуҙарын аңларға өйрәтеү (аудирование).

2. Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү (говорение).

3. Һәр класс өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәрҙәге,уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”, ”Аҡбуҙат”, ”Аманат”, ”Шоңҡар”, ”Йәшлек” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү (чтение).

4. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу (элементарное письмо).

5. Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

6. Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һ.б. менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
Программа телде өс йүнәлештә:

- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу

- телдең системаһын өйрәнеү

- бәйләнешле текст менән эшләүҙе күҙ уңында тота, милли тәрбиә лә ҡарала.

Алда ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыуҙың түбәндәге методтарын һәм формаларын ҡулланырға кәрәк:

- информацион технологиялар;

- уҡыу-уҡытыуҙы шәхсиләштереү технологияһы;

- проблемалы уҡытыу;

- проекттарҙы һәм ижади эштәрҙе презентациялау;

- уйын алымдары;

- тестар эшләү;

- төркөмләп эшләү һ.б.

Уҡыусыларҙың белемдәрен һәм күнекмәләрен, ҡаҙаныштарын контролләү формалары:

- тестар


- ижади эштәр (тематик яҡтан, жанр йәһәтенән төрлө иншалар һ.б.)

- докладтар.


3. Уҡыу планында уҡыу предметының урыны.

Рус кластарында уҡытыу планына ярашлы тел уҡытыуға 8 класта 2 сәғәт бирелә. Программаға индерелгән үҙгәрештәр сәғәт һанынан сығып эшләнелде. Был уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрҙәрен, уҡыу күнекмәләрен үҫтереү мөмкинлеген арттырасаҡ.



Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме .

Эш төрҙәре

Диктант

Изложение

Инша

һаны

6

3

4

күләме

80-85 һүҙ

55-60 һүҙ

65-70 һүҙ

Уҡыу һәләтлектәрен баһалау: балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:

120-140 һүҙ 320-350 билдә 180-200 һүҙ - эстән уҡыу.


4. Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеше, уҡыу предметын өйрәнеү һөҙөмтәләре.

1. Художестволы, фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып етеҙ уҡыу;

- художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;

- ҙур булмаған хикәйәләрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен дөрөҫ һөйләп биреү;

- хикәйәләрҙе, әкиәттәрҙе инсценировкалау.

2. Өйрәтелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен, мәғәнәһен, мәғәнәһен белеү;

- өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең төп темаһын аңлау;

- программа тарафынан ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең текстарын яттан белеү;

- 10-12 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

3. Яҙыусы һүрәтләгән художество картиналарҙы уй менән күҙ алдына баҫтырыу;

- текстың планын төҙөү;

- тектстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү, билдәле ситуацияла йөкмәткене ижади дауам итеү.

4.Төрлө тип һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуя белеү;

- һөйләмдәрҙең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен айыра белеү;

- үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре; һүҙ төркөмдәре булараҡ исем, сифат, һан, теркәүес тураһындағы белешмәләр;

- үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен айыра белең;

- контроль диктанттар, изложение, иншалар яҙыу.
5. Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Рус мәктәптәрендә балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең өс төп үҙенсәлектәре:

1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү - үҙәк бурыс.

2. Тел менән әҙәби материалдар бергә ҡушып өйрәнелә (интеграциялы).

3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш). Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә.

Программа ла, дәреслектәр ҙә тематик һәм коммуникатив принциптан сығып төҙөлгән. Дәреслек материалдары программаға ярашлы алынған. Рус телле балалар өсөн әсбаптар сит телдәр өйрәнеү методикаһына таяна.

Ошоларға таянып, программа һәр класс өсөн түбәндәгеләрҙе эсенә ала:

- класта һәм өйҙә һөйләшеү темалары;

- класта һәм өйҙә уҡыу өсөн әҫәрҙәр исемлеге;

- практик үҙләштереү өсөн тел материалдары;

- уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар;

- балаларҙың белемен һәм күнекмәләрен баһалау нормалары.

Күп милләт халыҡтары төйәк иткән Башҡортостанда, башҡа милли республикаларҙағы кеүек үк, төп аралашыу теле булып рус теле хеҙмәт итә. Рус теле аша башҡорт халҡы ла, рус булмаған башҡа милләт халыҡтары ла илебеҙ, донъя әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәнғәте, һәйбәт йолалары, йәғни рухи байлыҡтары менән таныша. Юғары уҡыу йорттарына абитуриенттар рус теле һәм әҙәбиәтенән һынау тапшырып инә. Дәүләт ойошмаларында ла эш рус телендә алып барыла.

Был күренештәрҙең эҙемтәһе шул: республикалағы милли составы күп төрлө булған ауыл, ҡасаба һәм ҡалаларҙа башҡорт балаларының байтағы туған телендә һөйләшә, аралаша белмәй. Шул арҡала туған теленән, мәҙәниәтен туған халҡының тарихынан айырылған, уны белмәгән кеше генә түгел, ә башҡа илдәргә, башҡа халыҡтарға, уларҙың телдәренә, мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам һәм иғтибар тойғоһо булмаған быуын үҫә, ә былар бөтәһе лә ошо йәһәттән һиҙелерлек саралар күреү зарурлығын тыуҙыра.



Уҡыу предметының, курстың йөкмәткеһе.

8 класс өсөн түбәндәге темаларҙы блоклап өйрәнеү ҡаралған:
“Мәктәпкә барабыҙ” 9 сәғәт, “Көҙгө эштәр һәм көҙгө күренештәр” – 9 сәғәт, “Өфө менән танышыу” – 8 сәғәт, “Хеҙмәт төбө - хөрмәт” – 9 сәғәт, “Ҡыш” - 12 сәғәт, “С.Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры” – 5 сәғәт, “Йәмле яҙ, һағындыҡ һине!” – 6 сәғәт, “Беҙ ҡайтырбыҙ йондоҙҙарға әүерелеп” – 4 сәғәт, “Ай Уралым, Уралым…” – 6 сәғәт.

Грамматика буйынса блок-темалар: Ҡылым. Һүҙбәйләнеш. Һөйләм төҙөлөшө. Һөйләм төрҙәре. Яңғыҙлыҡ исемдәр.Теркәүестәр. Бәйләүестәр. Киҫәксә. Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ылымыҡтар.

6. Рус кластарында башҡорт (дәүләт) теленән яҙма эштәрҙе баһалау нормалары.

Яҙма эштәрҙе баһалау нормалары.

Диктанттарҙы баһалау.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр өсөн әҙерләнгән диктанттар тексына бөтә үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр инә. Грамматик эштәр өҫтәп бирелгәндә,диктант текстары бер аҙ ҡыҫҡартыла. Орфограммаларҙың һәм пунктограммаларҙың дөйөм һаны түбәндәгеләрҙән артмаҫҡа тейеш: I класта - 3 орфограмма, II - 4/1 , III - 5/2 , IV - 6/2 , V - 8/3 VI - 10/3 , VII -12/6, VIII - 14/6, IX -16/6



Диктантты баһалағанда төҙәтелә,әммә иҫәпкә алынмай торған хаталар:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәләргә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәләргә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуация;

4) механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу.

Тупаҫ булмаған хаталар:

1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» - хатаһыҙ йәки тупаҫ булмаған 1орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә: 1/0, 1/2, 0/2.

«4» - 2 орфографик, 2 пунктуацион , 1орфографик, 3 пунктуацион: 2/2, 1/3, 2/3,3/3, 1/5, 0/7.

«3» - 4 орфографик, 4 пунктуацион, 3 орфографик, 5 пунктуацион: 4/4, 3/5, 3/6,

өс бер типтағы хата ебәрелһә, 6/6 хаталы эшкә лә өс ҡуйыла.



«2» - 9 орфографик, 9 пунктуацион: 8/10, 9/9.

«1» - уҡытыусы ҡарамағында.
Өҫтәлмә эштәрҙе баһалау:

«5» - бөтә эш теүәл йәки бер хата булғанда.

«4» -эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнһә.

«3» - яртыһынан әҙерегә дөрөҫ эшләнһә.

«2» - бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгән.
Инша һәм изложениеларҙы баһалау.

Билдәләр

Баһалауҙың төп критерийҙары







Йөкмәтке һәм телмәр

грамоталылыҡ

«5»

1. Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә.

2. Фактик хаталар юҡ.

3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла.

4. Эштең һүҙлеге бай.

5. Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил. Эштә йөкмәтке яғынан - 5, телмәр яғынан 5 кәмселек булырға мөмкин.


3 орфографик, 3 пунктуацион йә 4 грамматик хата булыуы мөмкин.

4”

1. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә (бер ни тиклем тайпылыштар бар).

2. Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.

3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған.

4. Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин.

5. Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Дөйөм алғанда, эштең йөкмәткеһендә 8, телмәрендә 8 кәмселек булыуы мөмкин.


7 орфографик,6 пунктуацион йәки 2 орфографик,

13 пунктуацион,

5 грамматик хата


3”

1. Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған.

2. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ, ләкин фактик,һөйләм төҙөлөшөндә хаталар байтаҡ.

3. Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар.

4. Эштә йөкмәтке яғынан -15, телмәре яғынан15 хата булыуы мөмкин.




10 орфографик, 13 пунктуацион,

8 грамматик хата



2”

1. Эш теманы асмай.

2. Бик күп фактик,һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән.

3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған,бәйләнеш юҡ.

4. Эштең йөкмәткеһендә - 20, телмәрендә - 20-нән күберәк хата ебәрелгән.




12-15 орфографик, 10 пунктуацион, 12 грамматик хата .



7. Календарь-тематик план. Башҡорт теле. 8а, 8б, 8в, 8г кластары.




Телмәр үҫтереү буйынса темалар

Грамматик тема

Сәғәт

һаны

Дата

Иҫкәрмә

План

Үткәр

Мәктәпкә барабыҙ (9 сәғәт).

1

Һаумы, мәктәп!


Башҡорт теленең үҙенсәлекле

өндәре


1








2

К. Кинйәбулатова. “Мәктәпкә барабыҙ” шиғыры.

Һүҙ. Һүҙбәйләнеш.

1










3

Р.Ғарипов. “Туған тел” шиғыры.

Һүҙ. Һүҙбәйләнеш.

1










4

Беҙҙең мәктәп. Б.Бикбай. “Туған тел” шиғыры.

Һөйләм.


1










5

Р. Ниғмәтуллин “Тырышлыҡ” шиғыры.

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.


1










6

В.Сухомлинский “Сөнки мин – кеше” хикәйәһе.

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.


1










7

Б. Рафиҡов. “Илем, Башҡортостаным” хикәйәһе.

Һөйләмдә эйә менән хәбәрҙең

роле.


1










8

С. Ғәбиҙуллин. “Йәшлек дуҫым” шиғыры. Башҡорт халыҡ әкиәте “Зирәк ҡуян”.

Эйәрсән киҫәктәр. Һөйләмдә тиң киҫәктәр.


1










9

Һөйләм” темаһы буйынса изложение.

Рәхмәт хаты.

1










Көҙгө эштәр һәм көҙгө күренештәр (9 сәғәт).

10

Ф.Ғөбәйҙуллина. “Көҙ” шиғыры.

Әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре.

1










11

С.Муллабаев. “Көҙгө урман” шиғыры.

Хәбәр һөйләмдәр.


1










12

Көҙгө эштәр.

Т. Мөхәмәтҡолов. “Ҡыйыулыҡ” хикәйәһе.



Һорау һөйләмдәр.


1










13

З.Ханнанова. “Һөт” шиғыры.

Өндәү һөйләмдәр.


1








14

А.Игебаев. “Тәмленең дә тәмлеһе” шиғыры.

Логик баҫым.

1










15.

Ә. Әхмәт- Хужа. “Ҡояш” шиғыры.

Һөйләм төрҙәрен ҡабатлау.

1










16

«Һөйләм төрҙәре» темаһы буйынса диктант. Ысын дуҫлыҡ.

1










17

Көҙгө муллыҡ.

Хаталар өҫтөндә эш.

1










18

Баҡсала көҙгө эштәр.


Исемдәрҙең һөйләмдәге

роле.


1










Өфө менән танышыу (8 сәғәт).

19

Өфө - баш ҡалам.

Й. Солтанов. “Өфө-беҙҙең баш ҡалабыҙ” хикәйәһе.



Ҡылым.

1










20

Өфө урамдары буйлап. Н.Дәүли. “Өфө ни өсөн матур?” шиғыры.

Ябай һәм ҡушма ҡылымдар. Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар.

1










21

Исемдәрҙең һөйләмдәге роле” темаһы буйынса изложение. Ҙур Өфө.

1










22

Р. Янбулатова һүҙҙәре, Х. Әхмәтов музыкаһы. “Өфө- баш ҡалам” йыры.

Хаталар өҫтөндә эш.Ҡылымдарҙың зат, һан

менән үҙгәреше.



1










23

Д. Әхиәрова. “Орджоникидзе районы” хикәйәһе.

Ҡылымдарҙың заманы.


1










24

Ҡ.Даян һүҙҙәре, М.Вәлиев музыкаһы. “Матур Өфө ҡалаһы” йыры.

Ҡылым һөйкәлештәре.


1










25

«Ҡылым» темаһына инша. Өфөм - баш ҡалам.

1










26

Ғ. Аллаяров. “Хинган тауҙары аша” хикәйәһе.

Хаталар өҫтөндә эш.

1










Хеҙмәт төбө - хөрмәт (9 сәғәт).

27

Хеҙмәт төбө - хөрмәт.

Ата-әсәйемдең һөнәре.



Ябай һөйләм.


1










28

В.Моратов. “Башҡорттар әрме хеҙмәтендә” хикәйәһе. Хеҙмәттең тормоштағы роле.

Һөйләмдең баш

киҫәктәре.



1










29

Минең яратҡан һөнәрем. А. Насиров. “Көслө

сабаҡ” хикәйәһе.



Эйә. Уның һөйләмдә бирелеше

1










30

«Һөйләмдең баш киҫәктәре” темаһы буйынса контроль диктант. Балет.

1










31

А.А.Плешаков. “Хайуандар нисек яраҡлашҡан?” хикәйәһе.

Хаталар өҫтөндә эш. Юҡлыҡ, булмағанлыҡ төшөнсәләре.

1










32

Н.М. Бадридзе . “Зарядкаға баҫ!” хикәйәһе.

Һөйләмдең баш киҫәктәре.

1










33

Башҡорт халыҡ әкиәте “Алданған бүре”.

Хәбәр. Уның һөйләмдә

бирелеше.



1










34

Н.Исламғолова. “Ҡышҡы биҙәктәр” хикәйәһе. Ә.Атнабаев. “Ҡара икмәк” шиғыры.

Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы.


1










35

Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы” темаһы буйынса инша. Йәшәү – бәхет.

1










Ҡыш (12 сәғәт).

36

Ҡыш килде.

С.Хажиев. “Ноябрь – ҡышҡа инеү айы” хикәйәһе.



Хаталар өҫтөндә эш.Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

1










37

Ҡышҡы тәбиғәт.


Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

1










38

Ҡышҡы эштәр һәм хәстәрлектәр.

Йыйнаҡ һөйләмдәр.


1










39

Ҡышҡы байрамдар.


Һөйләмдә эйә менән хәбәрҙең бирелеше.

1










40

Ғ. Рамазанов. “Яңы йыл менән” шиғыры.

Ҡабатлау

1










41

Н. Нәжми “Ҡыш” шиғыры.


Интонация буйынса һөйләм төрҙәре.

1










42

Ҡышҡы уйындар.


Интонация буйынса һөйләм төрҙәре.

1










43

Кластан тыш уҡыу. В.Исхаҡов. “Минең дуҫым” хикәйәһе.

Раҫлаусы һәм инҡар итеүсе һөйләмдәр.

1










44

Һөйләм төрҙәре» темаһына инша. Ҡышҡы тәбиғәт.

1










45

С.Әлибаев. “Ҡышҡы урман” шиғыры.

Хаталар өҫтөндә эш.

1










46

Е.Кучеров. “Бураны ла, тамсыһы ла булыр” хикәйәһе.

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. ҡабатлау


1










47

«Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе» темаһы буйынса диктант . Ҡышҡы биҙәктәр.

1










Салауат Юлаев –халҡыбыҙҙың милли батыры (5 сәғәт).

48

С. Юлаев- халҡыбыҙҙың милли батыры. С.Юлаев - шағир. “Тыуған илем” шиғыры.

Хаталар өҫтөндә эш.


1










49

Рәссамдар ижадында С.Юлаев образы.

А.А. Кузнецов. “Салауаттан һорау алыу” картинаһы буйынса эш.

1










50

Салауат эҙҙәре буйлап.

Аныҡлаусы. Ирек, шәхес, диңгеҙ


1










51

С.Юлаев һәйкәле тураһында белешмә.

Аныҡлаусының һөйләмдәге урыны.

1









52

«Аныҡлаусы» темаһына изложение. Салауат һәйкәле.

1









Йәмле яҙ, һағындыҡ һине! (6 сәғәт).

53

Яҙғы тәбиғәт.

Г.Яҡупова. “Өмөтлө яҙ” шиғыры.



Хаталар өҫтөндә эш.


1










54

“Тәүге космонавт” хикәйәһе.

Р.Ниғмәти. “Ватан» шиғыры.



Тултырыусыларҙың һөйләмдәге роле.

1










55

Яҙғы байрамдар. К.Кинйәбулатова. “Йырлай-илай еңеү яуланыҡ” хикәйәһе.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәрен ҡабатлау.

1










56

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре“ темаһы буйынса диктант. Яҙ килә.

1










57

В.Сухомлинский “Батырҙар ҡәберлеге” хикәйәһе.

Тултырыусы. Ситләтелгән тултырыусы.

1










58

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре” темаһы буйынса инша.

Яҙғы баҡса эштәре.

1










Беҙ ҡайтырбыҙ йондоҙҙарға әүерелеп… (4 сәғәт).

59

С.Әлибаев. “Сәскәле ай” шиғыры. “Һалдат тора киләсәкте тотоп” хикәйәһе.

Хаталар өҫтөндә эш.Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре

1










60

Шайморатов генерал.

“Үлемһеҙ батырлыҡ” хикәйәһе.



Хәлдәр.


1










61

С.Ғибәҙуллин. “Ҡотлайым мин” шиғыры. М.Харис. Хат” шиғыры.

Хәлдәр.

Хәлдәрҙең һөйләмдәге роле.



1










62

Хәлдәр” темаһы буйынса диктант. 1812 йылғы Ватан һуғышында.


1










Ай Уралым, Уралым… (6 сәғәт).

63

Уралым - тыуған тө-йәгем. И.Хужин. “Тыуған ерем биҙәктәре” хикәйәһе.

Хаталар өҫтөндә эш. Грамматика буйынса 8-се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1













64

З. Биишева. “Йәшәү- хеҙмәт” шиғыры.

Р. Ниғмәтуллин. “Башҡортостан” шиғыры.



Һөйләм. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре.

1













65

Грамматика буйынса 8-се класта үтелгәндәр” темаһы буйынса контроль диктант. Ай Уралым,Уралым.

1


































66

М.Кәрим. “Тыуған ил тураһында уйланыу” хикәйәһе.

Хаталар өҫтөндә эш. Һүҙ төркөмдәре буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1













67

В.Исхаҡов.”Талпан” хикәйәһе.

Р. Бикбаев. “Уралыма” шиғыры.



Һүҙ төркөмдәре буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1













68

Һаумы,йәй! “Йәшел аптека” хикәйәһе.

Ҡабатлау.

1














8.Белем биреүҙә файҙаланылған әсбаптар, методик ҡулланмалар.
I. Уҡыусылар өсөн төп әҙәбиәт:

Дәреслек. Башҡорт теле. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8 класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Өфө:Китап, 2004.



I. Уҡытыусылар өсөн өҫтәлмә әҙәбиәт:

Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8 класы өсөн “Башҡорт теле“ дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. Өфө:Китап, 2004.

Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу. Методик күрһәтмә. Ғәбитова З.М., Баһаутдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н., Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте. Өфө-2008.

Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. Өфө, Китап,2008.

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы,

“Йәшлек” гәзите,

“Ашҡаҙар” гәзите,

“Шоңҡар” журналы,

“Ватандаш” журналы.

II. Уҡыусылар өсөн төп әҙәбиәт:

Дәреслек. Башҡорт теле. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8 класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Өфө:Китап, 2004.



Уҡыусылар өсөн өҫтәлмә әҙәбиәт:

1. “Йәншишмә” гәзите.

2 . “Аманат” журналы.

3 . “Аҡбуҙат” журналы.

4. ”Ашҡаҙар” гәзите.

III. Электрон әсбаптар:

Электрон дәреслектәр. Башҡорт теле.ру.

Электрон һүҙлектәр.
Презентациялар.

Уҡыу пособияһының электрон версияһы.

“Русса-башҡортса һәм башҡортса-русса һүҙлеге”нең электрон версияһы.

IV.Видеояҙмалар:

1. “Акмулла”

2 . “Әхмәт-Зәки Вәлиди Туған”

3 . “А. Мөбәрәковтың ижади портреты”

4. “Зәйтүнә Бикбулатованың ижади портреты”

5. “Оран”

6. “Комбриг Мортазин”

7. “Генерал Кусимов”

8. “Шайморатов-генерал”

9. “Тамырҙар”

10. “Ғәскәров”

11. “Башҡорттар”

12. “Үткән дәүер геройҙары: башҡорттар”

13. “Ҡыпсаҡтар”

14. “Ислам”

15. “Алтын Урҙа”

16. “Арҡаиым ҡаласығы”

17. “Ер аҫты лабиринттары”

18. “Урал-опорный край державы”

19. “Халыҡ шағиры М. Ғафури”

20. “Ташлама утты, Прометей”!

21. “Урал-батыр”

23. “Мине Матросов тип йөрөт”

34. “Хәҙиә”

35 . “Төнгө ут”

36 . “Урал”

37. “Абдулла Солтанов”

38 . “Танец скозь тьму” ( Р. Нуреев тураһында)



V.Аудиояҙмалар :

1. Кассеталар.

2 . Фонохрестоматиялар (10 кассета) 5-11-се кластар өсөн.

3 . Фонохрестоматиялар (4 кассета) 1-4-се кластар өсөн.





Достарыңызбен бөлісу:




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет