Владимир Георгий улы Бояриновҡа



Дата08.07.2016
өлшемі104.5 Kb.
#185036
Владимир Георгий улы Бояриновҡа

Өкө балаһы

Үҫкәндә, малайҙар ғәҙәттә малайҙар менән уйнарға тырышалар: машиналы, һуғышлы,футболлы...Ҡыҙҙарҙы үҙ араларына бик алырға яратмайҙар. Минең Серёжка шундай уҡ. Улым бер ҡыҙға ғына икенсе төрлө ҡарай.

Ул уны Өкө тип йөрөтә.

Оҡшаған шул ...

Киң асылған матур күҙҙәр.Оҙон-оҙон керпектәр. Улар асылып-ябылғанда ниндәйҙер тауыш сыҡҡан кеүек була ине . Бәләкәй генә, өс йәшлек. Бигерәк етди-етди. Әсәһе аҙнаға бер генә тапҡыр уның сәсен һүтелмәҫ өсөн бик ҡыҫып үрә ине. Ҡыҙ һелкенмәй ҙә, ә башы уңға-һулға, уңға- һулға хәрәкәтләнә. Тап өкөнөкө кеүек. Башы ла сәс толомо артынан уңға- һулға.

Улар әсәһе менән беҙҙең өйҙә тура стена артында урынлаштылар, бер бүлмәле фатирҙа. Рәйсә һатыусы булып эшләне. Ҡул башына еткән ерән сәс, асыҡ төҫкә буялған ирен. Күпте вәғәҙә иткән майлы күҙ ҡарашы. Һомғол кәүҙәне матур күрһәтеүсе ҡыҫҡа ғына ҡыҫыҡ күлдәк. Һәр кем менән дә һөйләшергә әүәҫ. Уның янына күп кенә ирҙәр керә һәм төнгә ҡалалар. Шундай, “алла, үҙен ғәфү ит” ҡатын.

Ишек алдында Рәйсәгә Бесәй тип исем ҡуштылар.

Минең яңы күршеләр менән аралашыуым “Һаумыһығыҙ” ҙан артманы. Тышта улымды теге ҡыҙыҡай менән күргәнгә тиклем, мин уларға бик иғтибар итмәҫкә тырыша инем.

Бер көндө улар ҡомда ҡырағай ҡала төҙөйҙәр ине. Ҡыҙыҡай, теҙен бөгөп ултырған да, бәләкәс ҡулдары менән ҡом һарайының башняһын һылай. Аралары өс йәш булыуға ҡарамаҫтан,минең улым уның менән бик ҡыҙыҡһынып уйнай.

Мин эре ҡиәфәт менән Өкө янына килеп эйелдем һәм ҡулымды һуҙҙым:



  • Әйҙә, танышайыҡ. Һинең исемең нисек?

Ҡыҙыҡай башын эйҙе лә, эшләпә аҫтына ҡасты һәм демонстратив рәүештә ҡомдо соҡой башланы.

- Һинең исемең нисек һуң?

- Минеке ярай, ә һинеке?

Мин үҙем менән таныштырҙым.

- Миңә әсәйем таныш түгел ағайҙал менән һөйләшелгә ҡушманы.

Ҡыйын итеп ҡулды алдым:

- Мин сит кешеме ни? Беҙ бит хәҙер күршеләр.

Ул кинәт кенә һикереп торҙо ла ҡарашын икенсе яҡҡа борҙо.

- Тллактол!- һәм һикергәләп йүгереп китеп барҙы.

Мин тирә-яҡҡа ҡаранып ауыр техника эҙләп яфаландым, ләкин урам буш ине.

-Ул бит уҫырҙы,- тип аңлатты дуҫ ҡыҙының серле хәрәкәтен Серёжка.

Беҙҙең Наташа менән танышыу шулай булды.


* * *
Беҙҙең өй провинциал ҡаланың уртаһында тора ине. Ике ҡатлы,кирбестән, һәйбәт итеп эшләнгән – ул ваҡыттарҙа был үтә муллыҡ. Ишек алдында йәмле урманды хәтерләткән баҡса мөйөшө. Уртала кин иңбашлы ҡарағайҙар үҙҙәренең көбәктәре менән күкте тоталар. Рәт менән- ҡара ҡарағат һәм сәрби ҡыуаҡтары. Күршелә генә, оҙон селтәрле кәртә артында, оло мәктәп баҡсаһы. Яҙғы һәм йәй көндәрендә ҡоштар сырҡылдай, төрлө тауыш менән йырлайҙар. Тышҡа сыҡһаң - шундай күркәм. Статус буйынса тауышлы трамвайҙар ҙа, шаулы троллейбустар ҙа беҙҙең ҡалаға тейеш түгел. Бәләкәй әле! Үҙәк урамдан барғанда, бер аҙым икенсе яҡҡа атлаһаң, киң тирәк япрағы аҫтына ҡасып, ҡуйы муйыл ағастары араһынан сыҡһаң- йыраҡ оазистағы кеүек, тыныс, күңелгә яҡын аҡландағы һары өй янына килеп сығаһың.

Тыштан туҙғанаҡты хәтерләткән күңелле өйөбөҙ ҡояшлы әкиәт кеүек тойола. Әммә тормошта бит нисек була: бер яҡтан ҡояш яҡтыртһа, икенсе яҡтан- ҡараңғылыҡ.

Матур фасад артында нимә бар икәнен бында йәшәүселәр генә бик яҡшы белә.

Уңайлы өй элекке сүп-сар урынында төҙөлгән. Тиҙ эшләнгән төҙөлөштә аҫтағы кирбестәр ергә генә һалынғанға, өй ергә инә башлаған. Стеналар,түшәм аҫҡа төшкәндә иҙәнгә етешә алмағандар, сөнки ул тиҙерәк төшкән. Шунлыҡтан иҙән менән стена араһында тишектәр барлыҡҡа килгән. Башта бәләкәй генә. Уларҙы тырышып цемент менән ялғап ҡуйһалар ҙа , улар киңәйгәндән- киңәйгәндәр һәм бер ниндәй дә замаска ярыҡтарҙан ҡотҡармаған.

Был хәл күберәк өйҙөң төп йәшәүселәре- оло һоро ҡомаҡтарға оҡшай ине. Бөтә хоҡуҡҡа эйә булһалар ҙа, улар бында теркәлмәгән . Шулай ҙа беҙҙе уларға йәшәргә индергәндәр һымаҡ ине. Элек улар айырылғыһыҙ хужа булып йөрөгән сүплек, ҡалала йәшәүселәр тырышлығы менән, беҙҙең өй күренешле ҡыйыҡ тапҡан. Уларға йылыраҡ,туҡлыҡлыраҡ, ҡыҙығыраҡ булып киткән: төндә, аҙыҡ эҙләп, улар аш бүлмәһендәге шкафтарға кергәндәр; сүп биҙрәһендә эшсән ҡыланып соҡонғандар; стеналағы тишектәр аша тауышланып,йоҡлаған кешеләр өҫтөнән йүгерә-йүгерә, фатирҙан- фатирға йөрөгәндәр. Иҙән аҫтында һоро өйөр сыйылдаған,ҡысҡырған, парлы байрамдар ойошторған. Беренсе йылдарҙа беҙ улар менән көрәшеп ҡараныҡ. Мөйөштәргә ағыулап ашамлыҡ һиптек. Катакомбаларҙа ҡомаҡтар үлде, ә өйҙә шундай еҫ – урамға сыҡ та йүгер.

Аптырап Маруська исемле бесәй алдыҡ. Ләкин ул һунарсы булып сыҡманы. Бесәйҙең бер генә уйы булды. Һәр бер ай уның өсөн- март. Үҙенең балалары бар икәнен дә онотоп, инә һораған ата бесәй тауышын ғына көтә ине.

Ҡомаҡтар менән көрәшеүҙән беҙгә татыу йәшәүгә күсергә тура килде.

Беҙҙең балаларға ла тишекле өй бик оҡшай ине, сөнки бында уларҙың тормошо ҡыҙыҡ. Тишек булмаһа, улар ҡарт бабайҙарса ишекте асып һөйләшерҙәр ине. Ә был эшкә күпме көс кәрәк! Башта әсәйҙәрҙән ҡунаҡҡа керер өсөн рөхсәт һорайһың. Һорауыңа яуап ишетәһең:” Өйгә эштәреңде эшләнеңме?!” Дәрестәрҙе бөтөргәс, аяҡ кейемен, куртканы кейгәс, һыуыҡ площадкаға сығып, оҙаҡ итеп күрше фатирға шылтыратаһың. Һыуыҡтан аяҡтарыңды сиратлап күтәрә-күтәрә көтәһең. Ниһайәт Өкө ишеген аса...

Ә уны әсәһе ебәрмәй!

Ярыҡ аша аралышыу күпкә яйлыраҡ ине. Таможняһыҙ, сикһеҙ- турыға. Шул уҡ ваҡытта мәҙиәнәтле һәм һатыу бәйләнештәре лә тиҙләшә ине. Йәшәүселәрҙең йәшенә ҡарап тауар алмашыуҙың дә характеры төрләнә. Баштағы мәлдә балалар көҙгө, ялтырауыҡлы кәнфит ҡағыҙҙары, бәләкәс ҡурсаҡтар бирешәләр ине. Унан һуң, мәктәптә уҡыу йылдарында,- китаптар, ҡәләмдәр, ғаилә фотоһы менән альбомдар, марка коллекциялары. Ә Өкө яҙышырға өйрәнгәс, әйләнешкә яҙмалар китте.

Балалар үҫә барҙы.

Өкө беренсе синыфҡа уҡырға китте. Маҡтанып,оло ранец кейеп, яҡты-ҡуңыр сәстәренә ҡупшы бант ҡуйып йөрөнө. Әсә уны мәктәпкә бер генә оҙата барҙы, шунан оҙатыуҙар туҡталды. Минең Сережка Өкөнө һәр көн иртән өй алдында көтөп,ҡулларынан хәстәрле алып, тантаналы рәүештә белем храмына китәләр. Дәфтәрҙәге өй эштәрен тикшерә. Улым уны бик теләп ҡурсалай. Ҡыҙ рәхмәтен өндәшмәй генә яуаплай.

Мин Сережканың үҫә төшкәс бәбәй көйләү теләге юғалыуына ышана инем. Әммә ләкин ваҡыт үтә торҙо, ә бер нәмә лә үҙгәрмәне. Минеңсә, нығыраҡ фән менән мауығып, артығыраҡ берәр китап ҡулға алыуы яҡшыраҡ булыр ине. Беренсенән, киләсәкте ҡороуға, уҡып сығырға, ныҡлы аяҡҡа баҫырға. Бөтәһе лә кешесә булһынға.

Көҙгө һыуыҡтар иртә ҡараңғылыҡ алып килде. Ямғырлы, ямғырһыҙ түбән болоттар ҡаланы ҡапланы. Балалар һирәгерәк осраша башланы. Рәйсә ҡыҙын оҙайтылған көн төркөмөнә бирҙе. Ул уны иң һуңғы итеп алып ҡайта ине.Сережка да һуңға ҡәҙәр шөғөллө: мәктәптән ҡайтып, икмәккә йүгерә, дәрестәрен эшләгәнсе тышта ҡараңғы төшә. Һауала йөрөргә сығармайбыҙ. Йоҡо алдынан тыныслыҡ кәрәк.

Бөтәһе лә уңышлы ғына барҙы.

Күрәм: ул уны һағына.

Ә Рәйсәлә- төнө-көнө “ шайтан ҡуласаһы”! Стена артында ҡалын ир-ат тауышы,әле генә стакан сәкәштереү. Белеп торам- хәҙер күрше ҡатыны мырлай башлаясаҡ:

- Натуся, ҡуянҡайым, бар йөрөштөрөп кер. Уйнап ал.

Наташаны, йортһоҙ бесәй балаһы кеүек, ишек артына ҡыуып сығаралар.

Артынан ишетелә:

-Башлығыңды бәйлә, ҡолағыңа ел өрмәһен!

Урамға тәмәке тартырға сыҡһаң, подъезд алдына баҫаһың, сөнки киске һыуыҡ еүеш тәнде ҡыуыра. Аҡ тирәк үҙенең һуңғы хәлһеҙ япраҡтарын ҡоя. Әйләнә-әйләнә улар ер өҫтөнә ята һәм тынысланып ҡала. Зәңгәр тәҙрәнең тоноҡ яҡтылығы ҡар яуыуына әҙер ултырғыстарҙы саҡ-саҡ ҡына күрһәтә, ихата төпкөлөндә- өҙөлөп- өҙөлөп бер төрлө тауыш сығарған металл шығырҙағаны ишетелә: Өкө бәүелсектә һелкенә.

Был бөйөк шығырҙау ҡараңғы тынлыҡта йөрәкте ҡыҫа.

Атаһыҙлыҡ... Ҡыҙҙың киләсәге билдәле. Ҡырағай алмала- ҡырағай емеш, башҡа ни үҫһен.

Ҡағиҙә буйынса, “ килеп- китеүселәр” Рәйсәлә бер төндән артыҡ торманылар, ә бында...

Февраль ине. Өкө кереп ята. Ҡаушап, етем ҡиәфәттә ишек янына баҫҡан. Өндәшмәй. Ирекһеҙҙән аҫҡа төшкән ҡулдарында- портфель. Ниндәй беренсе класс балаһы булһын?! Төймә кеүек кенә бит.

Минең Сережка ҡурҡынып:

- Ни булды?

Өкө, башын күтәрмәй генә, мығырҙаны:

- Әсәй иртәгә Жора ағай беҙгә йәшәргә күсә, ти. Бөтөнләйгә...

Әйтте һәм сығып та китте. Сережка пальтоһын, бүреген әләктереп, ыңғайына кейенә-кейенә, уның артынан сығып йүгерҙе.

Жора Захлыстинды белә инек. Тар күңелле,сәнескеле... Артында бер нисә хөкөм, күптән түгел генә иреккә сыҡты.

Икенсе көнгә мин кухняла һуңға ҡәҙәр ҡағыҙҙар менән ултырҙым. Минекеләр күптән йоҡлай. Электр сәйнүкте тором- тором йылытып алам. Тауышланмаҫҡа тырышып, сәйнүккә ҡайнар һыу ҡоям. Иреп барыусы шәкәрҙе стаканда ҡалаҡ менән болғатам. Китап уҡыуҙан айырылмайынса ғына сәй эсәм. Ҡайнар эсемлек ауыҙҙы бөрә, йоҡоно ҡыуа.

Стена артында Рәйсәлә- байрам... Ярыҡтар аша бышылдап һөйләшеү ҙә айырым- асыҡ ишетелә. Ә бында күтәренке тондағы иҫерек тауыштар.

- Жорка, әй!.. Яфалама әле!

Йәмһеҙ көлөү, ҡәнәғәт ығы- зығы ишетелә. Бик асы тауыш сығарып ниҙер иҙәнгә төшә. Сәпелдәшеп үбеүшеүҙәр Рәйсәнең көскә тын алыуҙары менән ҡушыла:

- Туҡта әле... ҡыҙым... йоҡламай. Ебәр әле, ишетәһеңме!

Бер генә минутҡа барыһы ла тына. Унан һуң шешә асҡан тауыш ишетелә. Ҡырлы стакандарҙы, карель һыу аҫты таштарын һүрәтләгәндәй, тыйнаҡ ҡына сәкәштерәләр, һүҙһеҙ генә эсәләр. Тоҙлаған ҡыяр еҫе тарала. Ирҙәр тауышы көскә генә әйтеп һала:

- Ҡыяр т-тәмле генә. Әйҙә ҡарауатҡа.

- Ҡыҙ янда ғына бит, ятмайым.

- Кухняла ултырһын.

Улар дөп-дөп бүлмәгә инделәр, унан тупаҫ тауыш ишетелде.

- Марш кухняға! Әсәйең менән һөйләшергә ирек бир!

Рәйсә, ҡыйшаңлап, риза ғына көлөп ебәрҙе. Ҡыҙ бала, йоҡо аралаш илампырап, тыңлаусан ғына атланы. Мин тиҙ генә стеналағы ут һүндергескә ташландым. Тирә-яҡ ҡараңғыланды. Ләкин, стеналағы иҙәнгә төшөп етмәгән урынынан, яҡтылыҡ үтеп сыға ине. Наташаның аяғынан төшкән ҡара шәүләләр ярыҡ аша плинтусҡа ҡәҙәр һуҙылды, иҫ киткес итеп бөгөлөп, һелкенә башланылар. Наташка туҡтауһыҙ, әсе итеп иланы. Шәүләләр юғалды, аҙымдар йыраҡлашты...

Төнгө минутлыҡ тынлыҡты иҫерек үкереү бүлде:

- Эх һин, үләкһә!..

Бала аяҡтары, көслө аяҡ тауышы, йыш-йыш атланылар. Наташканың һөйрәлеп барғандағы быуылын илауы тупаҫ итеп бүлмәгә атлап килеп инде. Мин үҙемдең барлығымды һиҙҙермәҫ өсөн, тын да алмаҫҡа тырыштым. Стена артында кухняла шкафтарҙың ишектәре асылды- ябылды, ҡағыҙ ҡыштырҙаны, муйынсаҡ таралғандай, иҙәнгә нимәлер ҡойолдо.

- Теҙлән!

- ... Жора ағай, мин бүтән улай итмәҫмен!- тип инәлде Наташка.

- Борсаҡҡа баҫ...Ҡасһаң- үлтерәм!

Шыбырҙашыу ишетелде. Ҡыҙ тыныбыраҡ мыңғырҙаны. Мин, сихырланған кеүек, һары ут яҡтылығына текәлдем һәм ярыҡтан тәгәрәп сыҡҡан... эре генә кипкән борсаҡты күрҙем. Ул иҙән буйлап тәгәрәп минең аяғыма килеп бәрелде.

Аяҡ остарыма саҡ баҫып, иҙәнде шығырҙатмаҫҡа тырышып кухнянан сыҡтым. Миңә был уңайһыҙлыҡтан ҡотолорға кәрәк ине.

Иртән Сережка, ғәҙәтенсә, Өкөнө ишек алдында көтөп алды. Портфелен тотоп, тағын мәктәпкә киттеләр. Дәрестәрҙән улым бик хәтере ҡалып ҡайтты. Мин сәбәбен белгәнгә, һорашманым.

Ваҡыт үтеү менән онотолор әле...

Кис еткәс ул яратҡан китабын, мендәрен алды, иҙәнгә лампа ҡуйып, уны яҡты итеп яндырҙы һәм ҡулдан бәйләнгән иҙән йәймәһенә һуҙылып ятты. Мейестән рәхәт итеп йылылыҡ бөркә. Мин ишек тупһаһына ултырып тәмәке тарта башланым һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу менән улыма ҡараштырҙым. Беҙҙең ерән һөйөнөсөбөҙ Маруська уға иркәләнде һәм күкрәгенә менеп һуҙылып ятты. Стенаның теге яғында Наташка аһылданы, ул да яйланып урынлашты. ( Күрәһең, алдан һүҙ ҡуйышҡандар!)

- Әйҙә, мин һиңә ҡысҡырып уҡыйым, - тип тәҡдим итте улым.

Өкө ҡылтайып ҡына ҡарышты:

- Юҡ-юҡ, Сережечкин... һин берәр нәмә һөйлә, шулай яҡшыраҡ булыр... Берәр әкиәт.

- Нимә тураһында?

- Үҙегеҙҙең Маруська тураһында.

Ярыҡтан нескә генә ҡайын сыбығы килеп сыҡты һәм бесәйҙең нескә мороно төбөндә һелкенә башланы. Бесәйкәй теләмәҫ кенә ҡулын һелтәне лә ҡатып ҡалды. Ул ҡарашын сыбыҡтан алманы. Улым уйға батып ике ҡулы менән мендәрғә ятҡан килеш әйәген терәне:

- Мин әкиәттәрҙе уҡый ғына беләм.

- Ә һин минең әсәйемде йорт тирәһендә ниңә “Бесәй” тип йөрөткәндәрен беләһеңме?

- Ю- ю- ҡ.

- Сөнки ул иң-иң иркә. Бына! Теләйһеңме, мин һиңә үҙемдең әкиәтемде һөйләйем? Мин уны үткән төндө уйлап сығарҙым.

- Һин әкиәт уйлап сығарҙың? Үҙең?

- Әй-е. Һөйләйемме?

- Ҡыҙыҡ, һөйлә.

Улым яңағы менән мырлап ятҡан бесәйгә һырышып тыңларға әҙерләнде.

Театр сәхнә артындағы кеүек, стена артында бала тауышы серле итеп һөйләй башланы:

- Йәшәгән ти ер йөҙөндә... кескәй генә бер ҡыҙыҡай...

Әкиәтсе ауыр итеп тын алды... һәм дауам итте:

- Ул әсәһе менән йыраҡ- йыраҡ әкиәт аҡланында, бәләкәй генә аҡ өйҙә йәшәгән. Был ҡыҙыҡай бик- бик матур булған. Уның оҙон бөҙрә сәстәре- ҡояш төҫөндә. Ул һәр ваҡыт аҡ ойоҡ менән ҡыҙыл башмаҡ кейгән. Ул илдә ҙур уҫал ҡомаҡтар хужа булған. Уларға бер кемдең дә көсө етмәгән. Ҡыҙ ҡомаҡтарҙан бик ҡурҡҡан... сөнки уның атаһы булмаған. Һин үҙе тураһында һөйләй тип уйлай күрмә.

Улым өндәшмәне.

- Ул ҡыҙ Айгу исемле булған. Карель телендә“ ваҡыт”. Айгу әсәһенә өй араһында булышҡан: һарыҡ көтөүен көткән, бәләкәс кенә биҙрәһе менән шишмәнән һыу ташыған. Әсәһе йөн иләгән, йомғаҡ яһап, йәкшәмбе көндө күрше ауылға матур итеп бәйләнгән бейәләй, ойоҡбаштар һатырға йөрөгән. Кис булғас, ҡыҙын йоҡларға һалған. Уның оҙон толомдарын һыйпап, йырлай- йырлай яғымлы, иркә һүҙҙәр һөйләгән...

- Бишек йыры йырлаған...

-... Ә үҙе шундай бойоҡ. Айгу йәрмиәнкәгә барғас, бөтөн- бөтөн баланың да әсәһе генә түгел,атаһы ла бар икәнен күргән. Һәм бер көндө Айгу һорау биргән:

- Әсәйем, минең атайым ҡайҙа ул?

Әсәһенең күҙҙәре йәш менән тулған, ҡыҙын ҡосаҡлап, уға ҡурҡыныс сер асҡан: Айгуның да атаһы булған, ләкин уҫал ҡомаҡтар уны ҡыҙ бәләкәй сағында бейек ҡара тау артына алып киткәндәр. Әсәһе ҡыҙын күршеләрендә ҡалдырып, шәп- шәп атлап ҡомаҡтар эҙенән киткән. Бик оҙаҡ барған. Көн барған. Төн. Эҙ уны иң бейек тау итәгенә алып килгән...

Һиңә ҡыҙыҡмы?

- Шунан нимә булған?

- ... эҙ бейек- бейек ҡурҡыныс тау итәгенә алып килгән. Йыраҡ түгел иҫке генә өй булған. Әсәй тәҙрә ҡаҡҡан, һәм унан һәйбәт тылсымлы апай сыҡҡан. “ Мин һинең ҡайғың тураһында беләм,- тигән ул. – Һин үҙең атайҙы ҡотҡара алмайһың. Өйөңә ҡайт та, ҡыҙыңа Айгу тип исем бир, һәм ул атаһы тураһында һорағас ҡына, ошо шыйыҡсаны эс- тылсымсы ҡыҙ әсәйгә йәшел төҫтәге бәләкәй шешә бирә,- һин бесәйгә әйләнәсәкһең. Шунда уҡ Айгу менән бында кил, ошо бейек ҡая эргәһенә. Ҡомаҡтар уның артында йәшәйҙәр. Улар унда тотҡонлоҡта кешеләр тоталар. Көнгә бер тапҡыр, ҡояш тау башына ҡағылыуға, тауҙың ҙур яңағы асыла һәм яртыһы өҫкә күтәрелә. Шул ваҡытта бик ҙур ярыҡ хасил була. Уның аша тау һыртының икенсе яғына йүгерегеҙ. Был ваҡытта бөтә ҡомаҡтар ҙа тигеҙлеккә ашамлыҡ артынан китәләр. Әгәр ҡояш батҡансы атайығыҙҙы ҡотҡармаһағыҙ, тау яңынан үҙ урынына төшә, яңаҡ ябыла, һәм һеҙ ғүмерлеккә ҡомаҡ батшалығында ҡалаһығыҙ. Был турала онотма!”

- Һин ысынлап та үҙең уйлап сығарҙыңмы?- тип шаҡҡатты улым.

- Артабан тыңла!

Өкө ауыр итеп тын алды:

- Әсәй өйгә ҡайтып,ҡыҙын Айгу тип атаған. Һәм көтә башлаған. Ҡыҙы атаһы тураһында һораған көндө ул тылсымлы шешәне алып шыйыҡсаны эскән һәм ерән бесәйгә әйләнгән. Икеһе бергә йыраҡ юлға сыҡҡандар. Көн барғандар. Төн барғандар. Һәм яуыҙ тауға еткәндәр. Көтәләр икән.

Әкрен генә таң атҡан. Ҡояш нурҙары йоҡоло тау башынан күренгән. Шул ваҡыт ҡурҡыныс дөбөрҙәү тауышы ишетелгән. Ер һәм ҡаялар ҡалтырана башлаған. Таштар күтәрелгән, һәм тауҙа ҙу-у-ур ярыҡ барлыҡҡа килгән. Тар ғына һуҡмаҡ эскә шыуышҡан. Бесәйҙең йәшел күҙҙәре ҡараңғыла яҡшы күргән. Ул ҡыйыу ғына алға табан йүгергән, ә ҡыҙ уның артынан. Ер аҫты күлдәренең ярҙарынан үткәндәр, ниһайәт мәмерйә бөткән. Тау- таш араһынан сығып, улар ҡуйы урманға эләккәндәр. Ағастар бер- береһенә ауған. Тирә- яҡта үрмәксе ауы. Дымлылыҡ. Ҡараңғылыҡ. Бында ҡояш юҡ, бары тик сысҡан уттары үҙҙәренең шәмдәре менән яҡтырталар. Һуҡмаҡ бара, бара ла, уларҙы ташландыҡ боронғо ҡала емерек ҡалдыҡтарына алып сыға. Тағын ҡайҙа юл тоторға- белмәйҙәр. Ҡояш байығансы өлгөрмәһәләр, ғүмерлеккә һоро батшалыҡта ҡалалар.

Көтмәгәндә бер суйын ишек әкрен генә, ауыр шығырҙап асыла башлай. Бесәй менән Айгу эскә инәләр. Ҡараһалар, ағас таҡта түшәгән урында ҡомаҡ тиреләре ябылған ерҙә Айгуның атаһы менән бер матур егет ултыра. Һөйләшмәйҙәр ҙә. Күҙҙәре ябыҡ. Сөнки сихырланғандар. Ерән бесәй улар янына һикерә һәм үҙенең ҡойроғо менән ҡағыла- ҡағыла улар ҡырында өс тапҡыр әйләнеп сыға. Тотҡондар терелеп китә, һикереп төшәләр ҙә барыһы бергә ҡомаҡ батшалығынан сығып йүгерәләр.

Әкиәтсе тынып ҡалды. Тынлыҡ урынлашты.

Улым түҙемһеҙлек менән:

- Йә!Шунан!..

- Шунан ни, мин әле уйламаным. Әммә бөтәһе лә яҡшы бөтәсәк. Унан һуң... насар булмаясаҡ, Айгу бит атаһын тапты. Иң мөһиме, улар бит хәҙер бергә: әсәй, атай, Айгу һәм... егет.

Улым һоҡланып ҡул саба башланы һәм ҡысҡырып ебәрҙе:

- Наташка, һин ысын артист!


* * *

Алдағы йылда беҙҙең яңы фатир алырға сират етте . Теге мөйөш, булдыҡһыҙ күршеләрҙе ҡалдырып киткәндә мин үҙемдең шатлығымды йәшермәнем.

Рәйсә менән һуңынан ни булған, бер кем дә теүәл генә белмәй. Өкө урамдан алып ингән һары бесәй балаһы Жорканың аяҡ кейеменә “эш бөтөргән” тип һөйләнеләр. Ә уның хөкөмө тиҙ: бала күҙ алдында тере йәнде эләктереп алып плитә мөйөшөнә сәпәгән. Әсәйгә ҡул күтәргән... Баланың тетрәнеүе шул ҡәҙәр көслө булған, хатта һөйләшеү һәләтен юғалтҡан. Рәйсәнең өйҙәше оҙаҡ ҡунаҡ булмаған, ә Наташка шул килеш телһеҙ ҡалған. Ғүмергә.

Бәлки, күп һөйләшкәндәрҙер?..

... Йылдар үтте. Күпме генә күндерһәк тә, Сережка университетҡа инергә теләмәне. Ҡалалағы ябай гынә училище бөтөрҙө, армияға барып ҡайтты. Иртә яҙҙың бер көнөндә беҙ ялға ауылға йыйындыҡ. Улым һуңыраҡ ҡайтам тип вәғәҙә итте... Үҙе генә түгел, кәләш менән. Ҡатын менән кем икән тип юраныҡ.

Мин туҡталышҡа ҡаршы алырға киттем. Юл буйында тынғыһыҙланып йөрөнөм, юлда йыраҡтан автобус күренгәнсе тәмәке тарттым. Ҡырҙағы тәҙрә аша балаларҙы күреп ҡалдым: Сережка, ҡыҫҡа ғына оялсан ҡыҙыҡайҙың елкәһенә ҡулын һалып, баҫып тора. Улым бик тотанаҡлы, ҡыҙ тиҙ генә миңә күҙ ташланы, ҡыйынһынып йылмайҙы һәм башын аҫҡа эйҙе. Уның йөҙө миңә таныш кеүек тойолдо... Был ҙур асыҡ күҙҙәрҙе мин ҡайҙалыр күргәнем бар.

Мин уларға ҡаршы атланым, Сережканың тоҡсайҙарын алып, ҡыҙыҡһыныу менән юлдаш ҡыҙыҡайҙы ентекләп ҡарай башланым...

Өкө?!

Бер секундлыҡ ҡаушауҙан һуң шаярып, шат тауыш менән әйтә һалдым:



- Йә, иҫәнме, Наташа! Бөтөнләй һылыуланғанһың.

Ул оялып, тағы ла нығырыҡ Сережҡаға һыйынды.

Беҙ ауылдың боролошона еттек. Күләгәле йырғанаҡҡа төштөк. Һуҡмаҡ бик яйһыҙ ине. Эрегән ҡарға әле бер аяҡ, әле икенсеһе төшөп китеп, соҡор ҡалдыра. Өйгә яҡынлаштыҡ.

Өҫтәл әҙер, ултырҙыҡ, һауа торошо тураһында һөйләшә башланыҡ. Был йылды яҙ бик тиҙ, шаулы килде. Беҙ шаярып һөйләштек. Бик көләһе килмәһә лә көлдөк. Шым ғына ултырҙыҡ. Бер – беребеҙгә ҡараштыҡ. Наташаны тикшерҙек. Әсәһенә оҡшап та ҡарамаған: асыҡ төҫлө ҡуңыр сәс толомдары, нәфис йыйнаҡ йөҙ, бит алмалары янып тора, яғымлы йылмайыу. Төпһөҙ, ҡара төрткөлө йәшел күҙҙәре, Сережҡаға ҡарата мөхәббәт менән яналар ине.

Мин биҙрәләр алдым да һыуға киттем. Һыу кәрәккәндән түгел,ә уйҙарымды йыйырға. Башта төрлө уйҙар сыуала... Иҫкә төштө: элекке өйҙәге күршебеҙ уларҙы бергә күргән, ләкин ул ваҡытта минең ышанғым килмәне.

Ҡоҙоҡ буйындағы һыуынған ултырғысҡа ултырып тәмәке тартып ебәрҙем. Болоттарға йәшеренеп ҡояш та ялға китте. Киске һыуыҡ иҙелгән ҡарҙы әҙерәҡ киптерҙе, ул энәле, тишекле – тишекле ҡабырсаҡҡа әйләнде.

Теге ҡомаҡлы йорттан күсеп киткәс, элекке күршеләремде уйлап та ҡарағаным булманы. Ә минең Сережка, моғайын, киреһенсә. Ул үҙенең Өкөһөн онотмаған. Күсенеп киткәстән һуң да улар осрашҡан, дуҫлашҡан булып сыға. Эштәр... Беҙгә шул ғәрип кәләш кенә етмәгән ине. Улар пар булмағанын яй ғына аңлатырға кәрәк. Мин тәмәкемде һүндереп, яҙғы саф һауаны күкрәк тултырып һуланым да һыу алып өйгә табан атланым. Миңә был хәл хәҙер сараһыҙ кеүек тойолдо. Табылған ҡарарҙан күңел нисектер тынысланды.

Бүлмәлә өҫтәл артында уңайлы ғына тынлыҡта сәй эстек. Ауыл бесәйе Өкөнөң теҙҙәрендә, һыпырғанға яуап итеп, мырлап йоҡомһырап ята.

Мин ишеккә баҫтым да:

- Наташ, һинең әкиәтең нисек бөттө?Айгу тураһында иҫеңдәме?

Өкө бөтә кәүҙәһе менән алға талпынды, үҙе яуап бирмәксе булды, ләкин йәмһеҙ тауыш ҡына сыҡты... Яфалы тырышыуы уның йөҙөн боҙҙо. Яңаҡтары ут булып яна башланы. Ул Сережкаға тиҙ-тиҙ, тулҡынланып ниҙер ишаралап аңлатты.

Улым ҡыйыуһыҙ ғына тәржемә итте:

- Наташа үҙемдең принцымды таптым һәм атайым тип... һине... әйтәһе килә, ти. Сөнки һин һәйбәт, яҡшы... Әгәр һин,әлбиттә, ҡаршы булмаһаң...

Күңелем яланғасландырылған кеүек тойолдо. Миңә унан ауырттырып... эре ҡоро борсаҡ... тәгәрәп сыҡҡандай булды.

-Мин... нимә мин?

Һеҙҙең үҙегеҙгә генә һәйбәт булһын...

Һәм... иңдәремдән ауыр иҙеү төшкән кеүек тойолдо.

Ауыр иҙеү килеп төштө...

Әйе, был ҡыҙыҡай- тылсымсы!

Ул әкиәттең аҙағын беҙгә барыбыҙға ла яҙырға тәҡдим итте.

Кем белә, бәлки, ысын, бәхетле әкиәттәр тормошта шулай яҙылалыр. Бергә...

Ә килен...



Беҙҙеке булһа- яҡшы булыр!


*

Петрозаводск, 2008 йыл.

Достарыңызбен бөлісу:




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет