Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ



бет20/27
Дата17.06.2016
өлшемі2.08 Mb.
#142946
1   ...   16   17   18   19   20   21   22   23   ...   27
Ф. Н.].

Тарихи яҙмаларҙан билдәле булыуынса, Нуғай даруғаһы Бөрйән волосы йоҙ башы (сотник), походный старшина Ҡаранай Моратов 1773 йылдың октябрь айында Ырымбур янындағы Берда лагерына килгәс, Е. И. Пугачев уға полковник исеме биреп, ихтилалға көстәр туплау өсөн Башҡортостандың үҙәк волостарына ебәрә. Риүәйәттә телгә алынған урындарҙа Ҡаранай Моратов үҙенең яуҙашы Ҡасҡын Сама- ров менән хәрби операциялар үткәрә, 4 меңлек отряды менән 24 ноябрҙә Өфө янына килә. Бынан тыш, Ҡаранай Моратовтың атаман В. И. Торнов (Персианинов) менән бергә 1774 йылда Минзәлә йүнәлешендә Кама буйҙарында Пугачев ғәскәрҙәре менән етәкселек иткәнлеге лә билдәле (124; 147, 152, 156). Риүәйәттә билдәләнгән Ҡасай батыр — Ҡасҡын Самаров, Мораҙым батыр Нуғай даруғаһы Меркет Мең волосы старшинаһы Мораҙым Сәйетмәмбәтов булырға тейеш. Ҡаранайҙың бер туғаны Ырысай батыр тураһында документтарҙа мәғлүмәттәр осрамай.

Ҡаранай батырҙың яуҙа үлеүе тарихи хәҡиҡәткә тура килмәй. Тарихтан мәғлүм булыуынса, Ҡаранай Моратов 1774 йылдың ноябрендә И. JI. Тимашев етәкселегендә каратель отряды тарафынан ҡулға алына һәм Ҡаҙанға йәшерен комиссия ҡарамағына оҙатыла. Уны 1775 йылдың ғинуарында Мәскәүҙә Е. И. Пугачевты һәм уның иң яҡын ярандарын язалау тамашаһын ҡарарға алып барғандар. Шунан Ҡаҙанға

269




кире ҡайтарғандар. Артабан Ҡаранай батырҙың яҙмышы билдәле түгел (147; 103).

Риүәйәттәрҙә Салауат батырҙың иң яҡын һуғышсылары — ҡаһармандарса көрәшеп һәләк булған Бәҙерғол батыр, һаҡмаш, һағындыҡ, Имәнғол, Кәрҫән батырҙарҙың исемдәре телгә алына (256a, D 124), әммә уларҙың батырлыҡтарын яҡтыртҡан сюжетлы хикәйәләр беҙгә билдәле материалдар араһында күренмәй. Әйткәнебеҙсә, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы хаҡындағы башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәренең үҙәк геройы, яу башлығы — Салауат.

Салауаттың юлбашсылыҡ ролен хатта Крәҫтиән хәрәкәтенең дошмандары генерал-майор П. С. Потемкин, генерал-аншеф П. И. Панин һ. б. танырға мәжбүр булған: улар үҙҙәренең хаттарында, донесениеларында Салауатты «данлы Салауат», «иң топ бунтовщик» («главнейший бунтовщик»), «үткән бунттың төп юлбашсыһы» («главный предводитель минувшего бунта») тип баһалайҙар (147, 278, 264—265).

Шулай итеп, милли һәм крепостной иҙеүгә ҡаршы йүнәлдерелгән 1773—1775 йылдарҙағы ихтилал, ошо хәрәкәттә башҡорт халҡының уйнаған ҙур роле тарихи әҙәбиәттә лә, халыҡ ижадында ла киң яҡтыртылған, һәр саҡта тарихи материалдар менән фольклор әҫәрҙәре тап килеп тормаһалар ҙа (халыҡ ижадынан уны көтөүе лә ауыр), ихтилалдың төп йүнәлешен, уның асылын, шул ихтилалда ҡатнашҡан халыҡ һәм шәхестәрҙең ролен һүрәтләүҙә риүәйәттәр менән тарихи документтар ауаздаш яңғырайҙар. Ихтилалға бағышланған халыҡ ижады әҫәрҙәренең, беренсе нәүбәттә, риүәйәттәрҙең әһәмиәте ифрат ҙур: улар аша бөйөк күтәрелештә ҡатнашыусы халыҡтың үҙ тауышы ишетелеп, үҙ мөнәсәбәте белдерелә. Бер ниндәй тыйыуҙар ҙа, бер ниндәй язалауҙар ҙа халыҡ хәтерен ҡаҡшата һәм юя алмаған.

Унан һуң, шундай тарихи ваҡиғалар була: ул ваҡиғалар беҙҙән алыҫлашҡан, халыҡтың үҙаңы үҫкән һайын, уларҙың ҡиммәте, ҡәҙере бермә-бер арта ғына бара. Башҡорттар осон Бүгәс менән Салауат яуы нәҡ шундай ваҡиғалар иҫәбенә инә.

Батша тәхетен тетрәткән дәһшәтле ихтилал үткәнгә бына инде 200 йылдан ашыу ваҡыт үтте, әммә уның хаҡындағы фольклор әҫәрҙәре әле лә популяр: Рәсәй Фәндәр академия

270




һы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты һәм Башҡорт дәүләт университетының әҙәбиәт кафедралары ойошторған экспедиция материалдары шуны күрһәтә (203, оп. 73, д. 25; 27, 225; 36, 131—132). А. М. Горький исемендәге Урал университеты (Екатеринбург) профессоры В. П. Круг- ляшова Урта Уралдағы рус ауылдарында башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев тураһындағы риүәйәттәрҙең популяр булыуын конкрет миҫалдарҙа күрһәтә (154, 221— 226). Б. Ғ. Әхмәтшин Дон казактарының «Иң шәп аттар» («Самые быстрые кони») исемле риүәйәтендә башҡорт батыры Салауатҡа арналған фольклор әҫәрҙәре мотивтары- ның яңғырашын таба (27, 225). 1773—1775 йылдарҙағы ихтилал етәкселәре тураһындағы риүәйәттәрҙең Башҡортостанда һәм сиктәш әлкәләрҙә таралғанлығын JI. Г. Бараг материалдары ла асыҡ дәлилләй (34, 231—252; 36, 131— 132). Салауат Юлаев тураһындағы риүәйәттәр «Рус фольк- лоры»ның сәсмә жанрҙарына ҡараған хрестоматияһында (232), «Татар халыҡ ижады» ғилми йыйынтығына (риүәйәттәр, йырҙар, бәйеттәр) индерелгән (279). Салауаттың һуңғы төйәге булған Эстония ерендә иһә батырҙың образы Пал- диски ҡалаһындағы һәйкәл, музей һәм урам исеме аша сағылған. «Башҡорт батыры йыш ҡына диңгеҙгә ҡарап йырлар булған. Уның тауышы йыраҡтарға киткән», — тигән риүәйәтте һәйкәл асыу ваҡытында бер эстон ҡатыны ауыҙынан ишетеп, шағирә Голшат Әхмәтҡужина ҡағыҙға теркәгән («Башҡортостан», 2005, 115-се һан).

Салауат исеменең халыҡтар хәтерендә мәңгеләшеүе уның азатлыҡ көрәшендә айырыуса ҙур роль уйнауы менән бәйле. Тарихи яҙмаларҙан күренеүенсә, бер йылдан саҡ ҡына артығыраҡ ваҡыт эсендә Салауат Юлаев оло егерме һигеҙ яуҙа ҡатнашҡан, шуларҙың ун бер ен үҙ аллы атҡарған (163). Ул үҙенең көрәшен 1774 йылдың июлендә Пугачев ғәскәре Волга буйына киткән хәлдә лә туҡтатмаған, июль — ноябрь айҙарында ихтилалдың топ ваҡиғалары Салауат Юлаев етәкселегендә барған (124).

Башҡорт халҡының 1773—1775 йылдарҙағы ихтилалдағы роле, Салауат Юлаевтың яугирлек эшмәкәрлеге төрлө заман тарихсылары, яҙыусылары һәм мәҙәниәтселәре тарафынан

271




юғары баһаланды. Үҙенең «Пугачев тарихы» тигән китабында (ул тәү башлап 1834 йылда «Пугачев бунтының тарихы» исеме менән донъя күрә) бөйөк рус шағиры

А. С. Пушкин былай тип яҙҙы: «Башҡорттар тынысланманы, 1741 йылғы язалап үлтереүҙәр ваҡытында ҡасып ҡалған ҡарт фетнәселәре Юлай үҙенең улы Салауат менән килеп сыҡты. Ботә Башҡортостан баш күтәрҙе, һәм афәт тағы ла ҡеүәтлерәк кос менән ҡыҙып китте» (238, 231).

Салауаттың яугирлек абруйын дворян тарихсыһы академик А. Ф. Дубровин (107), тарихсы-краевед П. JI. Юдин (333, 579 — 586.) һ. б. таныны. Ихтилалды идара итеүсе синыфтар күҙлегенән ҡараған был ғалимдарҙың ошо оло яуҙа башҡорт халҡының көрәшенә, Салауатҡа айырым иғтибары һәм баһаһы үҙе генә лә күп нәмә тураһында һөйләй.

Башҡорттарҙың күтәрелештә тотҡан урынына, Салауаттың яу етәксеһе булараҡ эшмәкәрлегенә XX б. тарихсылары: Ю. А. Лимонов, В. В. Мавродин, В. М. Панеях (170, 110), P. В. Овчинниковтарҙың (213) иғтибары ла осраҡлы түгел.

И. М. Гвоздикова үҙенең «Салауат Юлаев: Документаль сығанаҡтарҙы өйрәнеү» исемле монографияһында (93) 1773—1775 йылдарҙағы ихтилалда Салауат Юлаевтың етәкселек маһирлығына, уның батырлығына, маҡсатына тоғролоғона, ғөмүмән, тарихта тотҡан урынына бик ҙур баһа бирә, Салауатты башҡорт халҡының милли геройы, «ихтилал күтәргән халыҡтың иң күренекле етәкселәренең береһе, социаль иҙеүгә һәм милли тигеҙһеҙлеккә ҡаршы фиҙаҡәр көрәш символы, иҙеүселәргә ҡаршы көрәштә батырлыҡ һәм ғәййәрлек, рус һәм башҡа халыҡтар менән туғанлыҡ символы» (93, 232) тип атай.

Мәскәү ғалимы профессор В. В. Трепавлов Юлаевты шулай уҡ «сағыу тарихи шәхестәрҙең береһе» булараҡ билдәләне, тотош бер осорҙо — ихтилал йылдарын «Салауат дәүере» тип нарыҡланы (288, 24). Яугир шағирҙың азатлыҡ хәрәкәтенә индергән өлөшөнә, етәкселек роленә Ә. Н. Усманов, Ә. 3. Әсфәндиәрөв, Н. М. Ҡөлбахтин һ. б. тарихсыларҙың мәҡәләләрендә лә тейешле юғары баһа бирелде.

1773—1775 йылдарҙағы ихтилал темаһының әҙәбиәттә, һынлы сәнғәттә, музыкала, ғилми тикшеренеүҙәрҙә урын

272




алыуы —шулай уҡ халыҡ хәтере файҙаһына хеҙмәт итеүсе бер ыңғай фактор. С. Юлаевтың үҙ шиғырҙары һәм уның хаҡындағы шиғыр һәм йырҙар; Степан Злобиндың «Салауат Юлаев», Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә», Аҫылғужа Баһума- новтың «Салауаттың йәше» романдары, Мостай Кәримдең «Салауат» трагедияһы, Мирас Иҙелбаевтың «Юлай улы Салауат» исемле тарихи-документаль китабы; Шәйехзада Бабич, Рәшит Ниғмәти, Зәйнәб Биишева, Рауил Бикбаев, Тамара Ғәниева, Ҡәҙим Аралбай, Рәшит Шәкүр, Хәсән Назар, Ирек Кинйәбулатов, Тимер Йосопов, Факиһа Туғыҙбаева һ. б. бик күп шағирҙарҙың шиғырҙары; Заһир Исмәғилевтең «Салауат Юлаев» операһы, Хөсәйен Әхмәтов менән Нариман Сабитовтың «Тау бөркөтө» балеты, Сосланбәк Тава- сиевтың атаҡлы Салауат һәйкәле, Тамара Нечаеваның скульптуралары; Ғабдулла Мостафин, Рәхим Ишбулатов, Алексей Кузнецов һ. б. рәссамдарҙың Салауатҡа һәм, ғөмүмән, ихтилалға бағышланған картиналары; Инга Гвоздикованың монографияһы, Әхнәф Харисов яҙмалары, ғилми йыйынтыҡтар — былар бөтәһе лә халыҡтың милли ғорурлығы һәм гражданлыҡ, илһөйәрлек тойғоларын үҫтереүсе әҫәрҙәр. Уларҙың нигеҙендә тарихи яҙмалар менән бер ҡатарҙан фольклор мотивтары ята. Телебеҙҙә йәшәгән «халыҡ хәтере» тигән оло һәм изге төшөнсә, быуаттарҙы быуаттарға тоташтырып, бер быуындың аманатын икенсеһенә еткереп, хәҙергегә һәм киләсәккә хеҙмәт итә.

Салауат Юлаев Өфө төрмәһенән яҙған бер хатында (1775 йылдың 7 майы) үҙенең яу дуҫтарына һәм туғандарына мөрәжәғәт итеп, былай тигән: «Беҙҙән ҡурҡмағыҙ. Беҙ хәҙер йәшәй торған йортта халыҡ тураһында бер ниндәй ҙә күрһәтеү бирмәнек, уның именлеген ҡайғырттыҡ. Ул халыҡ беҙҙе лә үҙенең изге доғаларынан ҡалдырмаһын ине» (147, 322). Регуляр ғәскәр командаһының ҡулына эләккән был хат заманында тәғәйенләнгән урынына барып етмәй, әммә тотҡондоң ырыуҙаштары, батырҙың азатлыҡ байрағы аҫтында берләшкән халыҡтар, әйтерһең дә, Салауаттың васыятын үҙ ҡолаҡтары менән ишетеп, мәңгелеккә хәтерҙәренә һеңдергән.

Бына өсөнсө быуат инде башҡорттар, Рәсәй халыҡтары «милләтенең символына әйләнгән беренсе башҡорт»

273




(Мостай Кәрим) Салауат Юлаевтың яҡты образын хәтерҙәренән юймай, күңелдәренән сығармай ҡәҙерләп һаҡлай. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербының үҙәгендә Салауат һынының тороуы, яугир шағирға бағышлап энциклопедия (259), «Салауат башҡорт фольклорында» тигән ике томдағы фольклор әҫәрҙәренең башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә нәшер ителеүе (256а) шул хаҡта һөйләй, шәхестең масштабын, юғарылығын күрһәтә.

1773—1775 йылдарҙағы ихтилалдың аяуһыҙ баҫтыры- лыуы, унан һуң көсәйгән феодаль һәм милли иҙеү Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың ризаһыҙлығын арттыра, һөҙөмтәлә сыуалыштар, баш күтәреүҙәр әленән-әле булып тора, ә 1835 йылда иһә ихтилал күтәрелә. Пермь губернаһының хөкүмәт крәҫтиәндәре тарафынан башланған күтәрелешкә Ырымбур губернаһының башҡорттары, мишәр һәм типтәрҙәре ҡушыла. Бөрө өйәҙендәге сығыштар хаҡында тәүге хәбәрҙе алыу менән, Ырымбур генерал-губернаторы В. А. Перовский ихтилалды баҫтырыу өсөн бик ҙур хәрби көс менән башҡорт-мишәр ғәскәрҙәренең баш командующийы генерал-майор Т. А. Циалковскийҙы ебәрә (124, 403, 423—424). Ошо сағыштырмаса ҙур булмаған ихтилалдың шаңдауы уҙған быуаттың тәүге яртыһында Балтас районының Нөркә ауылында Ғәбделхай Үмәркәев тарафынан Салауат Юлаевҡа бәйле риүәйәттәр эсендә өҫтәлмә мотив булараҡ һаҡланып ҡалған. «Салауаттың Ҡыйғаҙы һыуында балыҡ аулағаны» исемле риүәйәттә ул «Ҡыйғаҙы буйҙарында һуңынан Чалковский [Циалковский] яуы ла ятҡан» тигән бер генә һөйләм менән билдәләнгән. Ошо мәғлүмәттән һуң информант үҙенең әйткәнен нығытып, яу хаҡында кемдән ишеткәнлеген дә әйтеп бирә: «Был хәлдәрҙе бынан 40 йыл элек самаһы үлгән Ғәйнел Әфидунов һөйләгәйне. Ул бик сәйәси ҡарт ине» (203, ф. 3, оп. 5, д. 170, л. 80—82). Бына шулай оҙайтыла халыҡтың хәтер ебе. Юлайҡан ғына әйтелгән бер һөйләмдә тарихи дөрөҫлөк ята: Нөркә ауылы, Ҡыйғаҙы буйҙары —ул саҡтағы Бөрө өйәҙендәге урындар.

Башҡорттарҙың милли һәм синфи иҙеүгә ҡаршы йүнәлтелгән азатлыҡ көрәше мотивтары ҡасҡындар тураһындағы риүәйәттәрҙә лә урын ала. Был төркөмсәгә ингән әҫәрҙәрҙең күпселеге шулай уҡ демократик идеялар менән

274




һуғарылған. Риүәйәттәрҙә ҡасҡындар, үҙ мәнфәғәттәрен яҡлап, юл баҫып, мал-байлыҡ талап йөрөүсе яуыз ҡараҡтар булып түгел, ә ярлы-ябағаны йәберһеткән бай һәм түрәләрҙән үс алып йөрөүсе изгелекле, батыр шәхестәр итеп һүрәтләнәләр. Әлбиттә, уларҙы аңлы рәүештә халыҡты ойоштороп, синфи дошманға ҡаршы көрәш асып йөрөүсе ҡаһармандар тип ҡабул итеп булмай. Тупланған материалдарҙан күренеүенсә, ҡасҡындар тураһындағы риүәйәттәр башлыса XIX быуатҡа ҡарай. Шул уҡ ваҡытта айырым текстарҙа күпкә элегерәк, XVI быуаттар тирәһендә, булған хәлдәр ҙә төҫмөрләнә. Башҡа халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадына күҙ һалып, үҙебеҙҙең риүәйәттәрҙе ундағы сюжеттар һәм идеялар менән сағыштырыу материалдың тарихи ерлеген билдәләү яғынан бигерәк тә ҡыҙыҡлы.

В. К. Соколова, Киев йылъяҙмаларына һәм былиналарға таянып, Рәсәйҙә ҡараҡлыҡтың бик күптәнге тарихы бар, тип билдәләй. Шулай ҙа юлбаҫарлыҡ айырыуса киң масштабта XVI—XVIII быуаттарҙа үҫеп китеүен әйтә (265, 143).

Уралдағы соңиаль-утопик характерҙағы риүәйәт һәм легендаларҙың тарихи ерлеген асыҡлау өсөн В. II. Кругляшо- ва ла яҙма сығанаҡтарға мөрәжәғәт итә һәм ҡасҡын крәҫ- тиәндәрҙең («категория — беглых крестьян и гулящих людей») мотивының тыуыу осорон Уралға рустарҙың килеүе, йәғни XV быуаттың һуңғы сирегенә илтеп тоташтыра (153, 98). XVI—XVIII быуаттарҙа тау заводтары төҙөү, ауыр эштәргә крәҫтиәндәрҙе ылыҡтырып, уларҙы аяуһыҙ иҙеү ҡас- ҡынлыҡ күренешен артабан айырыуса көсәйтә (153, 98—99). Тау заводтарындағы иҙеүгә түҙә алмай ҡасыусылар араһында төрлө милләт кешеләре, шул иҫәптән, башҡорттар ҙа булған тип уйларға урын бар. Тимәк, башҡорт фольклорында ҡасҡынсылыҡ мотивының ерлеге, бер яҡтан, XV—XVI быуаттарҙағы тау заводтары һалыу, ерҙәрҙе талау, милли иҙеү ваҡиғаларына барып тоташа.

Бынан тыш, XVI быуаттың уртаһынан алып ҡаҙаҡтар Рәсәйгә ҡушылғанға тиклем (1731—1868) башҡорттар Рәсәйҙең көнсығыш сиктәрен һаҡлағандар. XIX быуаттың 20—30-сы йылдарында улар илдең көнбайыш сиген (Бессарабия) һаҡлауҙа кордон хеҙмәтенә ылыҡтырылғандар.

275


1798 йылда кантон системаһы индерелә башлағас, башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте айырыуса көсәйә. Кантонлыҡ осоронда башҡорттар хәрби-казачий сословие хәлендә булып, хәрби-феодаль режимдың ҡаты иҙеүе шарттарында йәшәй (21, 75). «Казачий хеҙмәттең ауырлығы, — тип яҙа тарихсы Ә. 3. Әсфәндиәров, — кешеләрҙе массовый рәүештә ҡасырға мәжбүр иткән. Ғәҙәттә ике тапҡыр ҡасып тотолған казак, строй аша үткәрелеп, мәңгелек һалдат хеҙмәтенә ҡалдырылыр булған» (22, 152).

Тимәк, башҡорт халыҡ ижадында ҡасҡынлыҡ мотивының барлыҡҡа килеүенең икенсе сәбәбе — хәрби-феодаль иҙеү, әрме хеҙмәтенең сиктән тыш ауыр булыуы.

Әлбиттә, был күренештең башҡа вағыраҡ сәбәптәре лә бар. Мәҫәлән: бай менән ярлы араһындағы ниндәйҙер шәхси конфликт, ат урлау, төрмәнән ҡасыу һ. б. Ләкин, дөйөм алғанда, башҡорт халыҡ ижадында изгелекле ҡасҡындар темаһы социаль иҙеүгә ҡаршы стихиялы сығыштар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.

Хәҙер инде ҡасҡындар тураһындағы риүәйәт һәм риүә- йәт-легендаларҙың үҙҙәренә мөрәжәғәт итәйек. Халыҡ хикәйәләре араһында уларҙың һаны байтаҡ: «Бейеш батыр», «Йүркә-Юныс», «Ишмырҙа», «Камал ҡасҡын» һ. б. Теге йәки был ҡасҡындың исеме ғәҙәттә конкрет бер төбәктә айырыуса билдәле булыусан. Уларҙың ҡасып йөрөүенең сәбәптәре, ҡылған эштәре һәр ҡайһыһының үҙенсә, әммә фольклорҙағы образдары — традицион типологик планда; изгелеклелек сифаттары — байҙарҙан үс алып, уларҙы талап, йәберһетелгән ярлы-ябағаға ярҙам күрһәтеү. Мәҫәлән: «Ишмырҙа баярҙарҙың һимеҙ йылҡыларын ҡыуып алып килеп ярлы-ябағаға бирә, бесән-кәбәндәренә ут һала» (55, 241).

«Камал ярлы-ябағаға, етем-еҫергә тырнаҡ осон да тейҙермәй, тик бай түрәләрҙе, купец-сауҙагәрҙәрҙе генә талап йөрөй икән...» («Камал ҡасҡын» — 55, 243).

«Бейеш батыр ҡасҡынға әйләнә. Байҙарҙы, түрәләрҙе талап, йорттарын яндырып, үс ала. Алған аҡсаларҙы, затлы әйберҙәрҙе ярлыларға таратып бирә» («Бейеш батыр» -55, 245).

Ярлы-ябаға ауылдаштарының ҡасҡынға булған мөнәсәбәте шулай уҡ ыңғай:

276




«һаҡсылар ҡулына эләккән Ишмырҙаны «халыҡ һыҡтай- һыҡтай оҙата», уның хаҡында хатта йыр сығара» (55, 242);

«Баястың зарлы йырҙарын ишетеп, ауыл ярлылары, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға сыр-сыу килеп илашып ҡала...» (55, 243).

Халыҡтың ҡасҡындарға булған ыңғай мөнәсәбәте образды, портретты һүрәтләгәндә лә бик асыҡ сағыла: ҡасҡындар, ҡағиҙә булараҡ, көслө, батыр, йырсы, ҡурайсы һәм алсаҡ, шаян күңелле кешеләр. Портретты тасуирлауҙа ри- үәйәтселәр шулай уҡ традицион типологик алымдар менән эш итәләр.

«һаҡмар буйында мыҡты кәүҙәле, оҫта йырсы, сәсән телле Баязетдин исемле батыр йәшәгән» («Баяс» —55, 243).

«Ҡасҡын булып киткәс, Камал йыш ҡына ауылына ҡайтып йөрөй. Ауылға инер алдынан ул һәр саҡ ҡурайын һыҙҙырып ебәрер була. Уның ҡурайҙа шул тиклем моңло уйнауын ишетеп, йәше-ҡарты бөгәһе уға ҡаршы сығып, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым биреп ебәрер булған» (55, 244).

«Ишмырҙа үҙе Иҫәкәй ауылынан булған. Киң күңелле, кеше менән аралашыусан, йор һүҙле ир булған инде ул. Заманына күрә белеме лә еткән» (203, оп. 12, д. 271, л. 241).

Миҫалдарҙы артабан килтереп тороуҙың кәрәге юҡ: халыҡ аңында «изгелекле» ҡараҡ-ҡасҡындарҙың бер типик- лашҡан идеаль образы йәшәгәнлеге килтерелгән өҙөктәр буйынса ярайһы уҡ асыҡ күренә. Бының сәбәбе — ҡасҡындарҙың халыҡ ярҙамсыһы булараҡ сығыш яһап, бай-түрәләргә ҡаршы булыуҙарында, йәғни синфи позицияның уртаҡлығында. Бейеш, Баяс, Камал, Ишмырҙа һәм башҡаларҙың ҡасҡын булып китеүе —синфи һәм милли яҡтан йәберһетеүгә, халыҡты ҡыҫыуға, ер-һыуҙарҙы тартып алыуға ҡаршы протест тойғоһонан һ. б. шуның кеүек сәбәптәр арҡаһында килеп тыуған хәл итеп һүрәтләнә риүәйәттәрҙә. Камал ҡасҡын, мәҫәлән, «Бүгәс менән Салауат яуҙарында ҡатнашып йөрөгән», «Баяс батыр бер туған һеңлеһе менән икәүләп иң яҡшы уҡсыларҙы йыйып, ер-һыуын талаусы рус баярҙарына ҡаршы көрәшеп тә йөрөй, тик «мылтыҡ менән ҡоралланған карателдәрҙең ҡыҫымына түҙеп тора алмай, сигенергә мәжбүр була»; «Бейеш батыр <...> заманының түрә- ҡаралары, байҙары менән һыйышмаған» һ. б. «Изгелекле-

277


лек» мотивы телгә алынмаған сюжеттарҙа ла ҡасҡынға риүәйәтселәрҙең кире мөнәсәбәте күҙәтелмәй, сөнки риүәйәт геройҙары — иҙеүсе синыф вәкилдәр енән йәберһетелгән кешеләр («Йүркә Юныс», «Иҫтем», «Айсыуаҡ мажаралары»).

Ҡасҡындар тураһындағы риүәйәттәрҙә теге йәки был ҡасҡындың ҡайҙа, ниндәйерәк ваҡытта йәшәгәнлеге, ни өсөн ҡасҡын булып киткәнлеге тураһында конкрет мәғлүмәттәр бирелергә тырышылһа ла, факттарҙы бутау, реаль шәхестәргә легендар йәки мажаралы әкиәт геройы һыҙаттары биреү кеүек күренештәр ят түгел. Был бигерәк тә «Бейеш»тең ҡайһы бер варианттарында (баярҙың аҫтындағы кейеҙен урлау, рус байының тешен һурыу эпизодтары), «Ҡыҙырынташ-Ибли йорто», «Айсыуаҡ мажаралары» исемле риүәйәттәрҙә асыҡ күренә, һуңғыһында ҡасҡынлыҡ мотивы, ғөмүмән, бик йомшартып, икенсе планға күсереп бирелгән. Алғы планда Айсыуаҡтың шуҡлыҡтары, уның күҙ быуыу һәләте, «шайтан затынан» булыу ихтималлығы хаҡындағы мәғлүмәттәр тора (55, 255—256). Бейеш батырҙың тыуған ауылы, ҡасып йөрөгән ерҙәре һәм ҡылған эштәре хаҡында ла төрлө варианттар төрлөсә һөйләй. Мәҫәлән, Баймаҡ районының Муллаҡай ауылында Усман Хәкимовтан яҙып алынған бер вариантта Бейеш Ҡабыҡкүл ауылы кешеһе итеп телгә алына. Ҡасҡындың Урал урмандарында йәшеренеп йөрөгән йылдары — 1860 тирәһе (203, оп. 12, д. 241, л. 208).

Башҡортостандың Әбйәлил районы Салауат ауылында Йосоп Аҫылғужиндан (1880 йылғы) яҙып алынған вариантта Бейеш батыр Ҡыҙыл буйындағы Ҡусҡар ауылы егете итеп күрһәтелә.

Башҡортостандың Белорет районы Уҫманғәле ауылында Галин Саҙретдин Ислам улынан (1918 йылғы) Н. Шоңҡаров яҙып алған вариантта, Бейеш Ырымбур губернаһы Тамъян- Ҡатай кантоны Верхне-Урал әйәҙе кешеһе булған, тиелә (203, оп. 70, д. 1, л. 47-48).

Ҡыҫҡаһы, Бейеш тураһындағы риүәйәттәрҙең күпселеге ошондай конкрет мәғлүмәттәргә һәм ҡасҡындың ҡылған эштәрен (улар берсә реаль тонда, берсә, алда әйткәнебеҙсә, легендар, мажаралы әкиәт геройына хас булғанса) тасуир

278




лауға ҡоролған. Риүәйәттәрҙе конкрет материалдар менән сағыштырыу уларҙың нигеҙҙә реаль ерлекле булыуҙарын раҫлай. Әнүәр Әсфәндиәров юлыҡҡан архив материалдарынан күренеүенсә, «Бейештең фамилияһы — Ишкинин. Ул Верхне-Урал әйәҙендә урынлашҡан 6-сы башҡорт кантоны Тамъян волосы (Хәҙерге Әбйәлил районы) Ҡусҡар ауылы кешеһе. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында Бейеште мәңгегә һалдатҡа биргәндәр, ләкин ул унан ҡасҡан, тыуған яҡтарында 1838—1848 йылдарҙа ҡасҡын хәлендә йәшәгән. 1848 йылда исправник Скорятинов етәкселегендәге карателдәр отряды Бейеште ҡулға ала. Ошо «батырлығы» өсөн Скорятинов 4-се дәрәжәле Изге Владимир ордены менән наградлана (22, 152—153).

Буранбай ҡасҡынға бағышланған йыр-риүәйәттәрҙең дә варианттары байтаҡ. Башҡа сюжеттарҙан айырмалы рәүештә, бында, бер йыр тексын иҫкә алмағанда (50, 109), ҡараҡлыҡ мотивы юҡ тиергә мөмкин, ләкин халыҡҡа изгелек- лелек мотивы яҙмаларҙың һәр ҡайһыһында осрай. Мәҫәлән, Баймаҡ районы Буранбай ауылы кешеһе Буранбаев Абдрахман Зөлҡәрнәй улынан (1892 йылғы) яҙып алынған бер вариантта (42, 314—316) түбәндәге юлдар бар. Буранбай «байҙар алдында һис ваҡытта баш эймәҫ, һәр ваҡытта ярлыларҙы яҡлар булған».

Риүәйәттең М. Буранғолов яҙып алған вариантында Йәр- кәй-Буранбай Ырымбур губернаһының эре алпауыты Тима- шевтың (уның Ырымбур әйәҙендә генә лә 156 000 дисәтинә ере булған) башҡорт ерҙәрен межалауына ҡаршы бола күтәргән башҡорттарҙың башлығы итеп һүрәтләнә (55, 236). Риүәйәттәренән айырып баҫылған йыр текстары буйынса ла, Буранбай «Ил файҙаҡайҙарын, ай, күҙәтеп» батша өгөтөн тотмаған шәхес итеп күҙ алдына баҫтырыла (50, 107). Уның Себергә ебәрергә хөкөм ителеүе халыҡ күңеленә яра һалып, был тойғо йыр аша мәңгеләшкән:

...Буранбай ҙа китте, иле ҡалды,

Илкәйенә булды ҙур көйәк (50, 106).

Башҡа риүәйәттәрҙәге шикелле, Буранбай хаҡындағы сюжеттарҙа ла реаль мәғлүмәттәр менән уйҙырма факттар

279




үрелеп китә. Хатта уның исемен дә, тыуған яҡтарын да риүәйәттәр төрлөсә хәбәрләй: бер әҫәрҙә ул Йәркәй, икенсеһендә — Уралбай, өсөнсөҺөндә — Ибраһим; бер осраҡта ул Туҡ-Соран буйы егете, икенсе осраҡта — һаҡмар буйыныҡы (45, 173). Данлыҡлы шәхестәрҙе үҙ төйәгенә бәйләп, үҙ ырыуы кешеһе итеп күрһәтергә тырышыу — фольклорҙа була торған күренеш.

Геройҙың образын һүрәтләү шулай уҡ ҡасҡындар циклына хас традицион стилдә: «Буранбай батыр мәргән, тапҡыр һүҙле, оҫта йырсы, сәсән һәм мәшһүр ҡурайсы булып танылған» (42, 314). Ә Мөхәммәтша Буранғолов вариантында Буранбайҙың йырға оҫталығы художестволы буяуҙарҙа бирелгән: «Буранбай йырлағанда кешеләр үҙен онотҡан. Ит турап ултырған кешеләр ҡулын киҫкән, һыуҙан ҡайтып килгән ҡыҙҙар һыуын түккән, бала имеҙгән ҡатындар балаһын осорған, ауыҙына ҡапҡан ашын төшөргән, һуғышып ятҡан кешеләр, бер-береһен һуғырға ҡулын күтәреп ынтылған килеш, ҡатып ҡалған. Хатта ауырыуҙар ҙа ауырыуын онотоп, ырғып тороп ултырғандар» (203, оп. 12, д. 445, л. 242). Был һүрәтләмә «Ҡисса-и-Йософ» әҫәренең халыҡ телендә йөрөгән варианттарындағы Йософтоң матурлығын тасуирлаған юлдарҙы хәтерләтә. Ә инде Буранбайҙың күҙ быуыу (гипнозлыҡ) һәләте (42, 314)— башҡорт фольклорында ғына түгел, славян халыҡтарының фольклорындағы мотивтар менән ауаздаш.

Сюжеттарҙа факттар бутау, уйҙырма моменттар байтаҡ булһа ла, Буранбай тураһындағы риүәйәттәрҙең нигеҙендә ысынбарлыҡта булған хәл-ваҡиғалар ята. Ысынбарлыҡҡа яҡынлығы менән айырыуса Абдрахман Буранбаев варианты айырылып тора. Был вариант буйынса, Буранбайҙың фамилияһы — Ҡотдосов (дөрөҫө — һөйөндөков, Ҡотос — атаһының исеме. Фамилияға күскәс — Ҡотосов), ул 1800 йылдар тирәһендә йәшәгән (икенсе бер вариантта Буранбай 1812 йылғы француз һуғышында ҡатнашҡан тигән мәғлүмәт бар — 55, 236), сығышы менән элекке Ырымбур губернаһы, Беренсе Бөрйән волосы Кинйәбулат ауылы кешеһе (хәҙерге Баймаҡ районы Буранбай ауылы), атаһы — Зөлҡәрнәй, ҡатыны —То- төғөш. Нәүширбән исемле улдары булған (хәҙерге ауылдағы Нәүширбәнөвтар шул Буранбай тоҡомонан икән), влас-

280




тарҙан ҡасып, үҙенең Ибраһим тигән сәркәтибе менән урманда йәшәй һ. б. шуның кеүек күрһәтмәләр тарихи доку- менттарҙағы факттарға бик яҡын. Хатта Буранбайҙың күҙгә зәғиф булыуы хаҡындағы мәғлүмәт тә ысынбарлыҡҡа тап килә. Тик Зөлҡәрнәй генә — Буранбайҙың атаһы түгел, ә улы (42, 529).

Буранбайҙың һаҡмар буйын ташлап киткәндә һәнәк, балта менән ҡарағайға йырҙарын яҙыуы, Дим буйына килеп, үҙен «Ялан Йәркәй» тип танытыуы, шунда нигеҙләнеп, 1824 йылдар тирәһендә ҡатын алыуы, 1956 йылда Буранбайҙың ейәне Зәһиҙулланың Буранбай ауылына килеүе кеүек мәғлүмәттәр ҙә Абдрахман Буранбаев һөйләгән вариантҡа иғтибарҙы йәлеп итә.

Буранбай халыҡ хәтеренә көйҙәр ижад итеүсе шәхес булараҡ та һеңеп ҡалған: «Буранбай», «Ялан Йәркәй», «Бөҙ- рә тал», «Сәлимәкәй» һәм ҡайһы бер башҡа көйҙәрҙең барлыҡҡа килеүен уның исеменә бәйләүселәр бар. Әммә музыка ғилемендә был мәғлүмәтте дәлилле раҫлаған йә кире ҡаҡҡан тикшеренеүҙәр хәҙергә күренмәй.

Йыр-риүәйәттәрҙең бөтәһендә лә Буранбайға ялған яла яғылыу хаҡында һүҙ бара. Был —Буранбай тураһындағы халыҡ ижады әҫәрҙәренең төп мотивы булып, ул ысынбарлыҡҡа тап килә. Әнүәр Әсфәндиәровтың бер мәҡәләһендә (330) яла яғыу мотивына бәйле күп кенә документаль мәғлүмәттәр бар: 1811 йылда кантон башлығы Аҡҡол Биктимеров менән Ырымбур помещигы (отставкалағы прапорщик) Соколов әрмегә китергә тейеш кешеләрҙән, «һалдат хеҙмәтегеҙҙе еңеләйтеү осон» тигән булып, дистанция начальнигы Буранбайҙан аҡса йыйҙырталар. Йыйылған аҡсаны үҙҙәре тотоноп, бәләһен Буранбай менән йорт старшинаһы Ибраһим Айсыуаҡовҡа ябалар. 1812 йылғы һуғыш башланыу сәбәпле тикшереү эштәре туҡталып тора, тик 1816 йылда ғына Ырымбур суд палатаһы төп ғәйеплеләр итеп Биктимеров менән Соколовты таный. Буранбай менән Ибраһимды иһә законһыҙ һалым йыйыуға ризалыҡ биреүҙә ғәйепләп, 1820 йылда һөргөнгә ебәрәләр. Шул уҡ йылдың 24 июлендә улар һөргөндән ҡаса. Байтаҡ ҡына Башҡортостанда, ҡаҙаҡ далаларында йәшеренеп йөрөһә лә, 1822 йылда

281


Буранбай йәнә ҡулға алына. Артабанғы яҙмышы билдәле түгел.

Ҡасҡындар тураһындағы риүәйәттәрҙе тикшергәндә йәнә бер нәмә күҙгә ташлана: ниндәй генә көслө рухлы, ҡыйыу һәм батыр шәхес булмаһындар, ҡасҡындарҙың яҙмышы фәҡәт фажиғә менән тамамлана: уларҙы йә тотоп һөргөнгә ебәрәләр, йә баструкка ябалар, йә туҡмап үлтерәләр. Ҡас- ҡынлыҡ тормошо ҡасҡындарҙың үҙҙәре өсөн дә ауыр, үкенесле.

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   16   17   18   19   20   21   22   23   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет