Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ



бет21/27
Дата17.06.2016
өлшемі2.08 Mb.
#142946
1   ...   17   18   19   20   21   22   23   24   ...   27
Төшөнкө тойғолар йыр-риүәйәттәрҙең йыр өлөшө аша айырыуса бер нескәлек менән әйтеп бирелә:

һауаларҙа уйнай, ай, ыласын ҡош,

Тояҡҡайҙары ҡыҙыл буяулы.

Үҙ илкәйҙәренән, ай, һөрөлгәс,

Кем балаһы кемгә аяулы?

Ат ҡушаҡлап йөрөп бында килдем,

Ҡалдырҙым мин тыуған ерҙәрҙе,

Уғры ла тиеп хурламағыҙ Ирәндеккә ҡасҡан ирҙәрҙе.

Ирәндеккәй тауҙа йөрөгәнемдә Уң ҡанатҡайҙарым ат булды.

Ғәзиз генә башым әсир булғас,

Дуҫ-иштәрем минең ят булды. («Баяс»--203, оп. 92, д. 1.)

Яҙ булыуҡайҙарын, ай, белерһең:

Ҡарайып-ҡарайып күренә үңерҙәр,

Сәғәттәре айҙай, айы йылдай

Төрмәләрҙә үткән ғүмерҙәр («Бейеш» —50, 112.)

Буранбайҙың яҙған хатын уҡып,

Зар илайҙар ауыл ҡарттары... («Буранбай» — 50, 106.)

Ҡасҡындар хаҡындағы һәр риүәйәттә тиерлек сағылған һағыш, геройҙың фажиғәһе, әлбиттә, осраҡлы хәл түгел: ҡасҡындар нисек кенә ихтыярлы шәхестәр булмаһын, уларҙың иҙеүселәргә ҡаршы яңғыҙ көрәшеүҙәренең перспективаһыҙ булыуы сағыла бында.

Алда әйтә биреп ҡуйылғанса, ҡасҡындар, «изгелекле» ҡараҡтар темаһы бер башҡорт фольклорына ғына хас тема түгел. Ул рус, украин, белорус, словак, хорват, поляк һ. б.

282




халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадында киң билдәле (265, 143— 187). Байҙарҙы талап, таланған байлыҡты ярлыларға өләшеү, ярлы-ябағаның ҡасҡындарға ярҙам күрһәтеүе, «изгелекле» ҡараҡтың шәхси һыҙаттарындағы оҡшашлыҡ (физик көс, батырлыҡ, шуҡлыҡ һ! б.), фажиғәле финал — былар барлыҡ халыҡтарҙың ҡасҡындар тураһындағы риүәйәттәре осон дә уртаҡ мотивтар булып тора. Башҡорт һәм славян халыҡтарындағы был уртаҡлыҡ — нигеҙҙә типологик уртаҡлыҡ.

Ҡасҡындар, «изгелекле юлбаҫарҙар» хаҡындағы риүәйәттәр бөтә халыҡтарҙа ла ябай ҡатламдарҙың синфи һәм милли иҙеүгә ҡаршы протесын, азатлыҡҡа ынтылыуын һүрәтләүсе әҫәрҙәр булыуы менән ҡиммәт.

Шул уҡ ваҡытта улар аша халыҡ аңындағы сикләнгәнлек тә ярайһы уҡ асыҡ күренә.

1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң совет власы төҙөү һәм уның ҡаҙаныштарын нығытыу бөтә Рәсәй халҡы өсөн ифрат киҫкен шарттарҙа барҙы. Хосуси милекте емереп, уның урынына ижтимағи милек урынлаштырыу, киң ҡатлам массаларҙы быуаттар буйына һуҙылған синфи иҙеүҙән ҡотҡарыу кеүек оло ижтимағи-сәйәси мәсьәләләрҙе хәл итеү еңел генә бирелмәне.

Революцияға ҡаршы көстәрҙең эшмәкәрлеге, совет иленә илбаҫар интервенттарҙың ябырылыуы, Граждандар һуғышы, ирек яулауҙа, социаль ғәҙеллекте яҡлау юлында хеҙмәтсән- дәрҙең күрһәткән ҡаһарманлығы — быларҙың бөтәһе лә халыҡтың хәтеренә уйылырлыҡ һәм тарих итеп һөйләр лек эре ижтимағи ваҡиғалар ине. Был осорҙағы халыҡ хикәйәләренең үҙәгендә күпселектә революцион ваҡиғаларҙың шаһиты булған хикәйәләүсе образы тора. Дәүерҙең ҡатмарлы һәм көсөргәнешле хәл-ваҡиғаларын тасуирлау ошо шаһит- тың хәтере, аңлау һәм һөйләп биреү ҡеүәһенә бәйләнгән. «Каширинсылар килгәндә» тигән хәтирәлә, мәҫәлән, шаһит ваҡиғаларҙы көсөргәнешле рәүештә тасуирлай:

«Миңә ете йәштәр бар ине. Яңылышмаһам, 1918 йылдың ғинуары ине. Иҫке Монасип ауылы ҡырмыҫҡа иләүе кеүек мыжғып тора.

  • Мораҡ яғынан Тимергә ҡыҙылдар килгән.

283


  • Шуларҙы ҡаршылау өсөн, бер-ике кеше ебәреү кәрәк икән...

Иртә булыуына ҡарамай, сход йыйылды. Өлкәндәр кәңәш-төңәш иттеләр ҙә, ҡыҙылдарҙы ҡаршы барып алып килеү өсөн, Юлдашев Садиҡ менән Буранов Хәйбулланы вәкил итеп һайланылар. Ат егеп алдылар ҙа, улар шунда уҡ Тимер яғына тороп саптылар». Артабан ауылға килеп ингән ҡыҙылдарҙың аҡтар менән бәрелеше бик йәнле һүрәтләнә:

«...Аҡтар килеп ингәйне, бына бер мәлде уларға пулеметтан яуҙыра башланылар. Беҙ инде, ҡайҙа ҡарап тороу, баҙға төшөп ултырҙыҡ. <...> Аръяҡҡа сыҡҡас та, ҡыҙылдар кәмә сығышындағы ҡая башына пулемет ултыртып өлгөргән булғандар икән. Ҡалғандары мылтыҡ менән тау ҡырлап ятҡандар ҙа аҡтарҙы тетәләр генә. Был яҡтағы аҡтар ҙа яуапһыҙ ҡалманы. <...> Атыш сәғәткә яҡын барҙы. Шунан аҡтарҙы өтөп алып киттеләр. Шул китеүҙән бешә һуғып Яңы Монасипты үтеп киткәндәр» (58, 90 — 91).

Халыҡ хикәйәләре еңеү ваҡиғаларын ғына түгел, ауырлыҡтарҙы ла тасуирлай. 1977 йылда ошо юлдарҙың авторына Салауат районының Арҡауыл ауылында йәшәүсе Байтуллин Шәйех Байтулла улы «Ҡыҙылдарҙы язалау» тигән тетрәткес бер риүәйәт һөйләгәйне: «Арҡауылда Мырҙалар волосы булған. Аҡтар көсәйеп китеп, үҙ ҡулдарына власть ваҡытлыса күсеп торғанда, ҡыҙылдарҙы саҡыртып алып, яман ныҡ язалағандар. Зәбих Богдасаров тигән земотдел начальнигы бар ине —шуны, тағы Арҡауылда Ҡыҙыл Армия начальнигы Яруллин Хәйрулланы волость үҙәгендә язалағандар.

Арҡауылдан бер саҡрым алыҫлыҡта, көнсығыш яҡлап, бер Мүклек тигән урын бар. Шунда бик күп ҡыҙылдарҙы үлер-үлмәҫтән тереләй күмгәндәр. Ызғырыу тауыштары әллә ни тиклем ишетелеп торған» (203, оп. 73, д. 25, л. 74).

Ошо уҡ Салауат районында ревком председателе Әбделхалиҡ Мөхәмәтшиндең, комсомолка Жиянгалинаның аҡтар тарафынан вәхшиҙәрсә үлтерелеүе хаҡындағы хикәйәләрҙең халыҡ хәтерендә һаҡланғанлығы асыҡланды. (203, оп. 73, д. 25, л. 72 —73).

284




Граждандар һуғышы, колхозлашыу осорондағы кулактар менән көрәш ваҡиғалары тураһындағы хәтирә, риүәйәттәр һәр төбәктә, һәр ауылда бар. Был хикәйәләрҙең геройҙары ла ғәҙәттә шул бер төбәккә билдәле булған кешеләр, билдәле бер ауылдың, төбәктең халҡы. Айырым төбәктәрҙә йәшәгән хәтирә, риүәйәттәрҙе бергә туплап, бер системаға килтереп өйрәнеү XX быуаттың 20—30 йылдарында Башҡортостанда, башҡорт халҡының тормошонда булған революцион ваҡиғаларҙың дөйөм һүрәтләнешен күҙ алдына баҫтырырға мөмкинлек тыуҙыра. Халҡыбыҙҙың ирек, яңы тормош өсөн дөйөм көрәшкә индергән өлөшө, ҡаһарманлығы совет осоро хикәйәләрендә үҙенсәлекле һүрәтләнешен алды. Ул күпмелер дәрәжәлә —бер яҡлы һүрәтләнеш. Сәйәси һиҫкәнгәнлек тойғоһо арҡаһында ҡыҙылдар тарафынан да ҡылынған ҡырын эштәр хаҡында ил ҡарттары бик үк Һөйләп барманылар. Заман, ысынында, бик ауыр һәм ҡатмарлы ине. Бер үк йорттан ике улдың береһе аҡтар яғында йөрөһә, икенсеһе ҡыҙылдар яғында булды. Ул хаҡта халыҡ ижадында айырым мәғлүмәттәр һаҡланған (мәҫәлән, Башҡортостандың Учалы районында билдәле «Туғанай» йыр- риүәйәте).

Йыйып әйткәндә, тарихи риүәйәттәрҙе, хәҙерге хәтирәләрҙе байҡау, уларҙы яҙма сығанаҡтар менән сағыштырыу халыҡ хикәйәләренең ғәжәп әһәмиәтле ҡомартҡы икәнлектәрен раҫлай. Был ҡомартҡыларҙа башҡорт халҡының соци- аль-ижтимағи тормошондағы иң характерлы, эре һәм иҫтәлекле хәл-ваҡиғалар художестволы сағылыш тапҡан.

Тормош-көнкүреш риүәйәттәре



Халыҡ хикәйәләренең ҙур бер өлөшөн тормош- көнкүреш риүәйәттәре тәшкил итә. Уларҙың нигеҙендә кеше тормошондағы көндәлек күренештәрҙе, хәл-әхүәлдәрҙе тасуирлау, донъя, ғүмер тураһында уйланыу һәм кисерештәр ята; башҡорт ырыу-ҡәбиләләренең хужалыҡ итеү формалары, феодаль-патриархаль ғаилә мөнәсәбәттәре яҡтыртыла. Тәбиғи, тормош-көнкүреш хикәйәләренә башҡа төр (мифологик, тарихи) риүәйәттәргә хас булған һыҙаттар ҙа

285




килеп инә, ләкин улар әҫәргә фон биреүсе, икенсе пландағы ваҡиғалар рәүешендә күҙаллана, ә алғы планға иһә халыҡтың көнкүреше һәм шуға бәйле булған коллизиялар сығарыла.

Көнкүреш риүәйәттәренең иң ҙур күпселеге ғаилә мөнәсәбәттәре, ҡыҙ алыу, ҡыҙ биреү, ҡатын-ҡыҙ яҙмышы хаҡында. Айырым шәхестәрҙең тормошо арҡыры йәмғиәттең социаль нигеҙҙәрен тасуирлау — был төр риүәйәттәрҙең бөтәһе өсөн дә хас күренеш, һүрәтләү объекты булып, ҡағиҙә рәүешендә, феодаль-патриархаль мөнәсәбәт һәм йолалар һөҙөмтәһендә килеп тыуған трагик ваҡиғалар, хәл һәм күренештәр алына. Ҡыҙҙы һөйгәненән айырып, үҙе яратмаған кешегә көсләп биреү, ә егеткә үҙе теләмәгән ҡыҙҙы йәрәшеү, ҡалым түләү, күп ҡатын алыу кеүек иҫке ғөрөф-ғәҙәттәр риүәйәттәрҙә көсөргәнешле драматик ситуациялар аша яҡтыртыла.

«Таштуғай» (55, 273—277) — бындай типтағы әҫәрҙәрҙең классик өлгөһө. Ижтимағи-социаль никах йолаларының ҡорбаны булып, алыҫ һәм ят ерҙә йәне һөймәгән ир менән көн иткән бәхетһеҙ Көнһылыу образы риүәйәттең иғтибар үҙәгенә ҡуйылған. Героиняның, милли йола һәм ҡанундарҙы атлап, ата йортона килгәндә һөйгән Байғүбәге менән осрашыуы, һуңғы һулышына тиклем мөхәббәтенә тоғро ҡалыуы һәм фажиғәле үлеме — объектив рәүештә йәмғиәттәге тәртиптәргә ҡаршы йүнәлдерелгән киҫкен протест булараҡ ҡабул ителә.

«Көнһылыу», «Аҡ ҡарсыға (Яйыҡ)», «Ҡарайғыр» һ. б. бик күп риүәйәттәрҙең нигеҙендә шулай уҡ фажиғә мотивы үҙәк урында тора. «Көнһылыу» риүәйәтендә (55, 291—293), мәҫәлән, бай атаның малға һәм дәрәжәгә ҡыҙығып, үҙенең берҙән-бер ҡыҙын һөйгәненән айырып, ҡарт муллаға биреүе, һуңғыһының мәкерлеге, вәхшилеге һәм шуға бәйле килеп тыуған трагик хәлдәр теҙмәһе ғәжәп бер образлылыҡ менән әйтеп бирелгән: бысраҡ ҡылыҡтарҙан ерәнеп, фажиғәне күтәрә алмай хатта Өйташ, урынынан ҡубып, осоп китергә мәжбүр. Ләкин ваҡиғалар нисек кенә фажиғәле булмаһын (риүәйәттә телгә алынған геройҙарҙың бөтәһе лә һәләк була), әҫәр бөтөнләй өмөтһөҙлөк тойғоһо менән тамамланмай. Арыҫлан менән Көнһылыуҙың һөйәктәре ятҡан урын

286




да, булған ваҡиғаларҙан һуң туғыҙ ай самаһы үткәс, тау ярылып китеп, унан ике аҡҡош осоп сығыуы, Әй буйына оя ҡорған ошо аҡҡоштарҙан тоҡом таралыуы ябай этиоло- гик мотив ҡына түгел, ерҙә йәшәүҙең дауам итеүен, мөхәббәттең үлемһеҙлеген раҫлаусы поэтик һүрәтләмә лә ул. Ошо уҡ күренеш «Аҫылкүл» исемле риүәйәттә лә кәүҙәләнә: «...Иртән кешеләр йоҡонан торһалар, ни күҙҙәре менән күрһендәр, ҡан күләүеге боҫрап ятҡан ҡая аҫтында зәп-зәңгәр ҙур бер күл барлыҡҡа килгән була. Күлде, Аҫыл һымаҡ матур булғанға күрә, Аҫылкүл тип атайҙар...» (55, 304).

«Ҡалды» йыр-риүәйәтенең геройы Мөхтәр һөйгән ҡыҙы менән ҡауышыу өсөн араларына кергән Ғәббәс байҙы юҡ итеү юлына баҫа. Билдәһеҙ яҡҡа ҡасып китеп, йән һөйгәне менән бик татыу йәшәп китһә лә, ул «кешегә ҡул һуҙыуы- нан выждан ғазабы кисергән. Тыуған яҡҡа ҡайта алмау — бигерәк тә ҙур яза булған уға» (55, 301).

Ҡыҙ менән егеттең ҡасыу мотивы «Аҡ ҡарсыға (Яйыҡ)» риүәйәтендә лә урын ала. һеңлеһен бер сауҙагәргә кәрткә отторған бай малайының рәхимһеҙлеген, әхлаҡһыҙлығын, уның йөҙөндә бай ҡатламдарҙың йәшәү рәүешен фашлаған был сюжетта күсеп китеп барған ҡыҙҙың яратмаған кейәүенән ҡотолоуына йөрөгән егетенең һунар ҡошо аҡ ҡарсыға сәбәпсе була. Был хәл риүәйәттә түбәндәгесә һүрәтләнә: «...Бүләк булһа ла биреп оҙатайым, — тип, егет бауҙа ултырған аҡ ҡарсығаһын ҡулына алып, атына атланған да, арбаны ҡыуа киткән.

Тегеләрҙе күреп алыу менән, һөйгәне бүләк иткән яулыҡтың осона көмөш балдаҡ төйнәй ҙә, ҡарсығаһының аяғына бәйләп, осороп ебәрә. Ҡыҙ ҡарсығаны күреп, башындағы аҡ яулығын алған да болғай башлаған, ти. Яулыҡ килеп йәш купецтың башына уралған. Ҡорос тырнаҡлы ҡарсыға купец башына килеп ҡуйыуы булған —теге тәгәрмәс аҫтына ҡолап төшкән. Ошонан файҙаланып, ҡыҙ һөйгән егете менән ҡасып киткән» (55, 295—296).

Ҡарсығаның ҡылғаны ҡурғаусы изге ҡоштар образын хәтергә төшөрһә лә (ҡарсыға — бөркөт затынан, ә бөркөт — ошо эштең икенсе бүлегендә әйтелгәнсә, башҡорттарҙың табыныу ҡошо), риүәйәттең тамамланышы һуңғы заман кешеләренең ҡарашы нигеҙендә хәл ителгән — ваҡиғалар фажиғә

287




менән барып бөтә: бер нисә көндән егет менән ҡыҙ, сауҙагәрҙе үлтереүҙә ғәйепләнеп, ҡулға алына. Хөкөм иткәндән һуң, егеттең ғүмере Себер һөргөнөндә өҙөлә, ҡыҙҙыҡы — Яйыҡ һыуында. Хатта ҡарсыға ла, ҡанаттары ҡайырылып, аяҡ аҫтына ырғытыла.

Ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышы тураһындағы риүәйәттәр араһында тормоштағы берәй фажиғәне тасуирлаусы әҫәрҙәр байтаҡ. «Ғилмияза», «Ғәйшә» шикелле риүәйәттәрҙә, мәҫәлән, ҡаҙаҡтар тарафынан урланып, сит ерҙә тыуған ерен, ата-әсәһен, нәҫел-нәсәбен һағынып көн иткән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының әсе яҙмышы һүрәтләнә. Ил-йорт, изге төйәк тойғоһо, йәки гражданлыҡ мотивтарының үҙәккә ҡуйылыуы, был әҫәрҙәрҙең идея, мәғәнәүи әһәмиәтен күтәреүсе һәм тыңлаусыға тәьҫир итеү ҡеүәһен арттырыусы мөһим күренеш булып тора. «Ғилмияза» йыр-риүәйәтенең шиғри юлдарында был айырыуса асыҡ сағыла:

һаҡмар һыуы аға ҡибла табан,

Урал тауы буйлап, көн битләп.

Үҙ илкәйемә ҡайтыр ҙа инем,

Аяҡтарым талһа ла имгәкләп.

Был илкәйҙәрҙең дә, ай, аттары Ҡырлас яллы, көм(ө)рөләй билле икән; Төньяғынан иҫкән епшек елдәр Урал буйҡайынан да килә икән.

Йәштән генә менгән туратымдай Ялбыр яллы аттар ҙа юҡ икән;

Ҡайғыларым тарҡап һөйләшерҙәй Телем аңлар берәү ҙә юҡ икән (55, 271).

Күп йылдар буйы ғаилә тормошонда йәшәп, бала-саға үҫтереп, инде ғүмере үтеп барған ҡатындың, сит ерҙе ерһенмәй, бөтә нәмәһен ташлап, үҙ иленә ҡасыу эпизодын тулҡынланмайынса уҡып йәки тыңлап булмай. «Ситтә сыҙай алманым, ҡайтырға илем тартты»,— ти риүәйәт героиняһы («Ғәйшә» —55, 269).

Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы темаһына ҡараған сюжеттар араһында «Йәнифә» риүәйәте етемлек фажиғәһен яҡтыр- тыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Унда йәшләй етем ҡалған

288




ҡыҙ баланың өйҙән өйгә йөрөп тамаҡ туйҙырыуы, һәр төрлө ауыр эштәр башҡарыуы, ағаһы менән еңгәһенең рәхимһеҙлектәре арҡаһында сауҙагәр һарттарға (үзбәктәргә) һатып ебәр ел еүе кеүек күңелһеҙ хәлдәр хаҡында һүҙ бара. Йәни- фәнең үҙен оҙата килгән әбейҙәр, иптәш ҡыҙҙары менән моңланып, һыҡтап хушлашыуы, оҙатыусыларҙың яуап тойғоһо — илашыуҙары туй йолаларындағы ҡыҙ оҙатыу күренешен хәтерләтә. «Йыр» тип бирелгән текстар асылда йырҙар менән сеңләү һамаҡтарының ҡушылмаһынан тора, тыңлаусыға йәки уҡыусыға драматик ситуацияның көсөргәнешен еткереүҙә уларҙың роле ифрат ҙур:

Бәләкәс еңгә түр башынан Ҡыҙғанды бит бер таҡта.

Бер таҡтаһын ҡыҙғанып, һатып ебәрҙе һартҡа.

Аҡыҡ ҡына һалдым батһын тип,

Мәрйен генә һалдым батһын тип.

Хаҡ Тәғәлә шулай ҡуштымы икән,

Мал урынҡайына һатһын тип? (45,118.)

һарттар илендә яҡшы мөғәмәлә тапһа ла, тыуған ерен һағыныу хисе Йәнифәне бәхетле итә алмай. Ун биш-ун алты йәшкә еткәс, өлкән йәштәге кешегә кейәүгә бирелеүе уның ауыр кисерештәрен тағы ла тәрәнәйтә төшә. Был кисерештәр шулай уҡ риүәйәттең йыр өлөшөндә сағылыш тапҡан:

Баҡсалағы алмағасҡа Элеп ҡуйҙым шәлемде.

Сит илдәрҙә яңғыҙ башым,

Берәү белмәй хәлемде.

Илдәрем йыраҡ булғас, һөйләшәмен хат менән.

Минең ғүмерем үтер микән Ошо һары ҡарт менән?

289




Риүәйәттә Йәнифә бай тәбиғәтле, ижадҡа һәләтле шәхес итеп һүрәтләнә. «Йәнифә бигерәк йырсы булған шул», «Аулаҡта гел генә йыр сығарып йырлаған» ише раҫлауҙар хикәйәлә ҡоро һүҙ булып ҡына ҡалдырылмай, ә йыр текс- тарындағы үҙенсәлектәр менән нығытыла. Был алдағы миҫалдарҙан да яҡшы күренде, әммә түбәндәге юлдарҙа, ҡатындың ире үлгәндән һуң сығарған йырҙарында, айырата күҙгә ташлана:

Илдәремә ҡайтыр инем,

Уға егер ат та юҡ.

Инде өйрәндем тигән саҡта,

Ғүмер итер һарт та юҡ.

Риүәйәттең аҙаҡҡы өлөшө иһә бер аҙ көтөлмәгәнсәрәк тамамлана: тыуған ерен ҡайтып күреү бәхетенә ирешкән Йәнифә (унда ул кесе йәштәге ҡыҙы Рәхимай менән ҡайтҡан була) бер ай самаһы ҡунаҡ булғандан һуң, һарттар иленә кире китә («Үҙемдең ғүмерем ҡайғырып үтте, инде баламды, иленән айырып, ҡайғыға ҡалдырмайым»). Оло ихтыяр көсөнә эйә булған ҡатындың ябай ғына рәүештә әйтеп бирелгән тормош фәлсәфәһе ысын мәғәнәһендә һоҡланыу тойғоһо уята.

Социаль мөнәсәбәттәр һәм синфи конфликт нигеҙендә барлыҡҡа килгән шәхес фажиғәһе «һуңғы йыр» («Байрамбикә»), «Аҫылкүл» әҫәрҙәрендә асыҡ сағыла. Батша чинов- нигы Мавриндың һылыуҙарҙың-һылыуы Байрамбикәне мәс- хәрәләүе, һәм шута бәйле ваҡиғалар тәрән драматик көсөргәнеш менән һуғарылған. Аллаяр мулланың мәкерлеген, ике йөҙлөлөгөн фашлау аша риүәйәттә дин әһелдәренә булған социаль мөнәсәбәт яҡтыртыла. Халыҡ өсөн уның илен-ерен талаған батша вәкиле килмешәк тә, үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып, намыҫын һатҡан мулла-монтағайҙар ҙа берҙәй үк дошман. Әҫәрҙең финалы беҙгә шул турала һөйләй. Асыуҙан ярһыған массаның Маврин менән Аллаяр мулланы һөңгө осона алып, ҡая аҫтына ырғытыуы стихиялы синфи протест рәүешендә ҡабул ителә. Ғәҙел булмаған ижтимағи тәртиптәргә, йола, ғөрөф-ғәҙәттәргә ризаһыҙлыҡ белдереү — тормош-көнкүреш риүәйәттәре өсөн ғөмүмән хас

290




һыҙат. Бер-береһен һөйгән ике йәш йөрәктең, айырылып, мәсхәрәләнеп йәшәүҙән үлемде өҫтөн күреү мотивы һәр әҫәрҙә тиерлек күҙгә ташлана.

Тормош-көнкүреш риүәйәттәрендә иғтибарҙы йәлеп иткән тағы бер нәмә бар: ул —ҡатын-ҡыҙ образын идеаллаштырыу. Риүәйәт героинялары, ҡағиҙә булараҡ, саф күңелле, мөхәббәтенә тоғро, көслө рухлы образдар. Уларға эске матурлыҡ та, тышҡы матурлыҡ та хас. Ҡатын-ҡыҙҙың күркәмлеген, аҡыллылығын һәм сәсәнлеген, таҫыллығын һүрәтләүҙә риүәйәтселәр иң сағыу, иң гүзәл поэтик биҙәктәргә мөрәжәғәт итәләр. Бына, мәҫәлән, «Аҫылкүл» риүәйәтендәге Аҫыл образы: «Аҫыл —ер йөҙөндәге һылыуҙарҙың һылыуы. Ҡоралай һымаҡ һомғол, талсыбыҡтай зифа. Ә күҙҙәре көҙгө төндәй сөм ҡара. Аҫыл мәғҙән төҫлө балҡып тора. Етмәһә, ҡыйылып киткән ҡыйғас ҡаштар ҡай- малап алған үҙҙәрен. Иренгенәләре тулышып бешкән сейә төҫлө. Йөҙө иртән яуған ҡарҙай аҡ. Бит алмаларына ал таң шәфәғе яғылғандай... Көмөш беләҙектәр менән биҙәлгән беләктәре аҡҡош ҡанатындай. Бармаҡ тәлгәшкәйҙәренең остарына ҡына гөлдәре тамып торған төҫлө. Атлап йөрөүҙәре аҡҡош йөҙөп килгәндәй. Әгәр ҙә ауыҙ асып һүҙ әйтә башлаһа, наҙланып, шишмә шылтырап аҡҡан кеүек була... Ә инде йыр йырлаһа, кешеләр баҫҡан ерҙәренән ҡуҙғала алмай ҡатып ҡалалар» (55, 301—302).

«Ғилмияза» риүәйәтенең геройы «матур, асыҡ йөҙлө, алсаҡ күңелле» ҡыҙ ғына түгел, йырсы, сәсәндәр менән бер рәттән йыйындарҙа ҡатнашып, үҙ (Бөрйән) ырыуының абруйын, данын яҡлаусы шәхес. Риүәйәттән күренеүенсә, Ғилмияза «түрәләр, байҙар тарафынан насар ҡарала торған йырсылар иҫәбенә индерелгән» (55, 270—271).

Атаҡлы «Ашҡаҙар» көйөнөң сығарылыу тарихын (55, 306—307) риүәйәтселәр шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ — Йомағолон юғалтҡан Таңһылыу— исеменә бәйләп һөйләйҙәр.

«Уҙаман апай», «Әүәҙбикә», «Мәхүбә» исемле риүәйәттәрҙә лә бәхеттәре өсөн көрәшеүсе батыр, тәүәккәл һәм зирәк ҡатын-ҡыҙ образдары һынландырыла.

«Уҙаман апай» риүәйәтенең героиняһы, мәҫәлән, — кеше тормошоноң киҫкен бер мәлдәрендә лә, ҡәҙимге осраҡтарҙа ла батырлыҡ, аҡыллылыҡ күрһәтә алыусы шәхес. Персонаж

291




тәбиғәтендәге ошо һыҙаттар риүәйәттә нигеҙҙә ике эпизодты тасуирлау аша яҡтыртыла. Беренсеһе — Ирәндек буйына Уҙаман апайҙы алыр өсөн килгән яу күренеше, шул яуҙа ҡыҙҙың күрһәткән батырлығын, саялығын һүрәтләү: «...Уҙаман апай Ирәндектең иң бейек түбәһенә менә лә яуға ҡаршы ата башлай. Атҡан бер генә уғы ла бушҡа китмәгән: ҡаршы килгәндәрҙе тиҫтәләп ҡырып ҡына торған, ти, ул...» (55, 262.)

Риүәйәттән аңлашылыуынса, ҡыҙҙың батырлығы айырым бер осраҡта килеп тыуған хәлгә генә бәйләнмәгән. Бындай фекергә хикәйәлә телгә алынған түбәндәге деталдәр юлыҡтыра: 1) Уҙаман апайҙың, уҡ-һаҙағын алып, көн һайын Ирәндектең иң бейек түбәһенә менеп, тирә-яҡты күҙәтеүе. Был —уның яугир булыуын, ил, ырыуҙаштары именлеген ҡайғыртыусы батыр икәнлеген аңғартыусы деталь; 2) ҡамауҙан ҡайтарылған еңгәләренең Уҙаман апайға, рәхмәт әйтеп: «Ағайҙарыңды ла ҡотҡара күр инде»,— тип ялыныуы, һәм батыр, аҡыллы ҡыҙҙың ниндәйҙер хәйлә менән ағаларын ҡамауҙан сығарыуы; 3) атыш барған һуңғы алышта ла «дилбегәнең» ҡыҙ ҡулында булыуы: «...Ағалары уҡ әҙерләп бирә торған. Уҙаман апай ата торған»...

Герой тормошондағы икенсе бер эпизодты һүрәтләгәндә лә риүәйәтсе Уҙаман апайҙың мәргәнлеген данлай. Ҡыҙға яусы килеүе, уның ризалыҡ биреп, кейәү йортона китеп барған сағында ағас башында һуйыр күреүҙәре, ҡайныһының23 һуйырға туҡтауһыҙ яҙа атыуы бәйән ҡылына. Бер төбәүҙә ҡошто атып төшөргән килененән ҡурҡып, ҡайны кешенең Уҙаман апайҙы юлда ҡалдырып китеүе иһә төп персонаж образын ҡабарынҡыраҡ күрһәтеү ниәтенән килә. Ғөмүмән, был персонаждың ҡылыҡ-хәрәкәттәрендә баһадир ир-егеттәр менән алышҡан яу етәкләүсе баһадир ҡыҙҙар образынан килгән һыҙаттар сағыла биреп ҡала (үткән бүлектә тикшерелгән Ҡыҙ батша менән Егет батша көрәше тураһындағы сюжетты хәтергә төшөрәйек). Тематик йөкмәткеһе

23 Ҡыҙҙы алырға ҡайны килеү мотивы туй йолаларындағы борон- ғораҡ берәй күренеш булыуы ихтимал. Уҙаман апайҙы алырға икенсе тапҡыр килеү хаҡында хәбәр иткәндә лә кейәүҙең исеме телгә алынмай. Хикәйәсе: «Киленде ҡабат килеп алып ҡайталар», — тигән дөйөм һөйләм менән генә сикләнә.

292




яғынан «Уҙаман апай» тарихи риүәйәт-легендалар менән тормош-көнкүреш риүәйәттәре араһында торған сюжет.

«Әүәҙбикә» менән «Мәхүбә» риүәйәттәрендәге ҡатын- ҡыҙ образдарының күркәмлеге шулай уҡ тормошта килеп тыуған ҡатмарлы хәлдәрҙе һүрәтләгәндә асыла. Ҡыйын мәлдә юғалып ҡалмай, аҡыллылыҡ, тәүәккәллек һәм саялыҡ күрһәтеп, кәрәк икән, хәйлә ҡулланып, теләгәндәренә ирешә алырлыҡ көслө рухлы кешеләр. Әүәҙбикәһе, ҡаҙаҡ әсиренә эләккән һөйгән егетен көтөп, икенсе ырыу башҡорттары араһында йәшәй. Ир-аттан һаҡланыу өсөн ирҙәр кейемендә йөрөп, үҙен Әүәҙғол тип таныта. Мәхүбәһе, ғәйбәт ҡорбаны булырға теләмәй, дөрөҫлөктө асыҡлау өсөн әрмеләге егете янына китә. «Ир-атҡа ҡыҙ булып күренмәҫ өсөн» ул да егеттәр кейемен кейеп, сәс толомдарын бүрек аҫтына йәшерә. Шул ҡиәфәттә Ырымбурға килеп, һөйгәнен эҙләп таба (55, 298).

Ә инде тоғролоҡһоҙ, хыянатсыл ҡатындар халыҡ тарафынан бик түбән баһалана: «Яман ҡатындан яҡшы эт артыҡ» («Әлебай менән ҡатыны» —55, 264—267). Дөрөҫ, бындай йүнәлештәге әҫәрҙәр йәнле репертуарҙа күп түгел.

Риүәйәттәрҙә башҡорттарҙың хужалыҡ тормошон, төрлө йола һәм байрамдарын сағылдырған мәғлүмәттәр ҙә киң урын ала. Уларҙы тормош-көнкүреш риүәйәттәре эсендә лә, башҡа тематик төркөмдәргә ҡараған риүәйәттәр, легендалар араһында ла осратырға мөмкин.

Уралдың иҫ киткес бай тәбиғәте: бейек-бейек тауҙары, йәнлектәре күп урмандары, мул һыулы, балыҡлы йылғалары, киң далалары — хужалыҡтың төрлө тармаҡтарын булдырып һәм үҫтереп йәшәр өсөн элек-электән уңайлы алшарт булып торған. Хужалыҡ итеүҙең тәбиғәт шарттарына бәйле булыуы, шуға ҡарап ата-бабаларҙың ниндәй һәнәр менән көн күреүе тураһында риүәйәт һәм легендаларҙың үҙҙәрендә бик аныҡ әйтеп бирелгән: «...Ер-Һыу байлығын һөйләп бөтөрөрлөк түгел икән. Урман тулы йәнлек: айыу, бүре, төлкө, ҡуян, һыуһар, ҡамсат, шәшке, кеш. Йылға-күл тулы балыҡ. Урманда — солоҡ. Халыҡ һунар, солоҡ кәсебе менән шөғөлләнгән; мал, йылҡы аҫраған» (55, 158).

Хужалыҡ тармаҡтары хаҡында йыйнап, дөйөмләштереп бирелгән мәғлүмәттәрҙән тыш, риүәйәттәрҙә теге йәки был

293




персонаждың йәшәү рәүешенә бәйләп, кәсептең айырым төрҙәрен ентекләберәк һүрәтләү ҙә күҙәтелә, һунарсылыҡ һәнәре хаҡында һөйләгәндә, мәҫәлән, һунарсының ҡорамалдары, нисек итеп һунарға сығыуы, ниндәй йәнлек аулауы һ. б. шуның кеүек деталдәр килтерелә: «Элек-элек заманда, һаҡмар буйында, Бөрйән ырыуының Арыҫланғәле тигән ҡарты йәшәгән. Арыҫланғәле үҙенең бөтә ғүмерен айыу, бүре аулап, йәнлек ҡыуып үткәргән. Үҙе ҡартая башлағас, һәнәрен улдары Ямаш менән Йомашҡа өйрәтеп, суҡмар менән һыҙмаһын тоҙаҡ менән ҡапҡанға алмаштырып, ҡуян менән ҡама шикелле вағыраҡ йәнлектәргә генә йөрөй башлаған.

Ямаш менән Йомаш һунарға икешәр ат менән йөрөр булғандар. Ике атын менеп китәләр, икәүһе эйәрле көйө арттарынан эйәреп бара...»

Торлаҡты йыһазландырыу, аш-һыу, эсемлектәр әҙерләү кеүек мәғлүмәттәр ҙә һунар итеү, мал аҫрау хеҙмәтенә бәйле: «...Ыжғыр бурандарҙа былар (һунарсы ҡарт һәм уның улдары. — Ф.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   17   18   19   20   21   22   23   24   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет