7
Ошо декабрь айында дөйөм Башҡорт ҡоролтайы йыйылырға ла төп сәйәси мәсьәләләрҙе уртаға һалып тикшерергә тейеш ине; Сәлимйән, йәшеренмәй йәшәп ятмыш йәш коммунист ҡорҙашы Ғабдулла Дәүләтшинға ҡош телендәй яҙыу күндереп, уны шул мөһим ҡоролтайҙа ҡатнашырға ла ваҡиғалар йөкмәткеһенән үҙен ҡыҫҡаса хәбәрдар ҡылырға димләне.
Дөйөм тип аталған был ҡоролтай ашығыс, алдан билдәләнгән ваҡытынан элек йыйылды – оҙаҡламай Петроградта асыласаҡ Учредительный собраниены Башҡортостан автономияһының иғлан ителеү факты алдына ҡуйырға. Икенсенән, гөбөрнәлә бөтә власте үҙ ҡулына алған ҙур ғәскәрле атаман Дутовтың башҡорт мәсьәләһенә ыңғай ҡарауын, автономияға хас дошман Ырымбур большевиктарының, үҙҙәре әйтмешләй, “подполье”ла эшкинмәй боҫоп ятыуын, һәм милләттәр мәсьәләһендә бер төрлө һөйләп икенсе төрлө эшләүсән Ленин менән Сталиндың да был арала был яҡтарға ҡулы етмәүен йәһәт кенә файҙаланып ҡалырға уйлағандарҙыр, буғай. “Дөйөм Башҡорт ҡоролтайы” тигәндәре – буласаҡ Башҡорт ерле автономияһы сиктәре эсендә йәшәүсе эре милләттәрҙең бөтәһенән дә унда күпмелер вәкил ҡатнаша, тигән һүҙ.
1917 йылдың 8 декабрендә Каруанһарайҙа йыйылған был III Ҡоролтайҙа тәүге көндә 194 кеше ҡатнашып, урыҫтарҙан – 44, сирмеш (мари), сыуаш һәм татарҙарҙан берәр вәкил була. Аҙаҡҡа табан барлығы 223 вәкил йыйыла. Баяғы Кәрим Иҙелғужин шаһитлыҡ ҡылыуынса:
“Вәкилдәрҙең күп өлөшө ауыл муллалары, хәлле ерекмән-крәҫтиәндәр һәм бик аҙы ғына зыялы синыфтан һәм фронттан ҡайтҡан һалдаттарҙан тора.
Ҡоролтай Ҡөрьән уҡып асыла. Көн тәртибенә ҡуйылған мәсьәләләр ошоларҙан ғибәрәт:
1. Мәркәз Шураның доклады.
2. Башҡорт автономияһын тәсдиҡлау.
3. Идара ойоштороу.
4. Ер, мәғариф һәм ғәскәр мәсьәләләре.
5. Ситтәр менән эш итеү һәм башҡалар.
Ҡоролтай асылғас та, Әхмәтзәкир Йәлитов һүҙ ала: “Автономияның төҙөлөшө, автономия булған өлкәләр, бер милләт нисә процентта булырға тейеш? – тигән һорауҙарҙы ҡуйып, ул үҙе үк яуап бирә: “Башҡортостандың бәләкәй һыҙығында башҡорттар 60 процент тәшкил итә, шуның өсөн беҙ уны Башҡортостан тип иҫәпләйбеҙ. Борон башҡорттарҙың тарихын уҡыу менән генә уларҙың ниндәй халыҡ икәнен белә инем. Хәҙер ул көн дә күҙ алдымда. Мин хәҙер бер яғымда Мөхәммәт Ғәлиәссәләмдең күләгәһен һәм бер яғымда Сыңғыҙ күләгәһен күргәндәй булып торам. Большевиктар хөкүмәте хәҙер өҫкә сыҡты. Улар бөтә милләттәргә ирекле юл бирҙе. Ләкин казачийҙар уларҙы танымайҙар”.
Ҡоролтай көн үҙәгенә ҡуйылған мәсьәләләрҙе тикшерергә керешә. Ырымбур комиссары Архангельский, Ҡоролтайға килеп, бер кемдең рөхсәтенән башҡа йыйылған Башҡорт Ҡоролтайын ҡыуырға тырышһа ла, вәкилдәрҙең ҡаршы тороуҙары менән эшен дауам ителә. Мәркәз Шура етәксеһенең докладын тыңлағандан һуң, Ҡоролтай “Башҡортостан тупраҡлы мөхтәриәтен ойоштороу, урындағы төбәк шуралар менән етәкселек итеү буйынса күргән саралары бөтәһе урынлы һәм ҡәнәғәтләнерлек эшләнгән” тигән ҡарар сығара.
Шулай уҡ Мәркәз Шура ағзалары, Ҡоролтай саҡырылыуын көтмәйенсә, “Башҡортостан автономияһын иғлан итеүҙәрен, уны хәҙерҙән тормошҡа ашыра башлауҙарының бик ваҡытлы эшләнгәнлеген” әйтеп үтәләр. Ойоштороу мәсьәләһендә Башҡортостандың сиктәрен билдәләү ҙә ҡарала. Бында Мәркәз Шура тарафынан ике төрлө проект күрһәтелә. Береһе – Бәләкәй проект, икенсеһе – Ҙур проект. Бәләкәй проектҡа Ырымбур, Һамар, Пермь һәм Өфө гөбөрнәләренең Эстәрле өйәҙендәге башҡорттар керә. Ҙур проектҡа Ырымбур, Һамар, Өфө, Пермь гөбөрнәһенән, Екатеринбург, Шадрин, Красноуфим башҡорт, мишәр, татарҙары керә. Ҡоролтайҙың көн тәртибендә ятҡан мәсьәләләр, айырым комиссияларҙа тикшереү өсөн, һәр бер мәсьәлә тураһында доклад тыңланып, фекер алышыуҙар булғандан аҙаҡ, комиссияларҙа тикшереүгә бирелә.
Иң бәхәсле мәсьәләләрҙең береһе – ер мәсьәләһе була. Йәштәр һәм аҙ ерле башҡорт вәкилдәре ерҙең тигеҙ бүленеүен һәм ер һатыуҙың ҡырҡа туҡтатылыуын даулай. Шул рәүешле күп ерле һәм аҙ ерле вәкилдәр араһында байтаҡ ҡына һүҙ көрәштереүҙәр булғандан аҙаҡ, ер мәсьәләһе лә комиссия тикшереүенә тапшырыла.
Ҡоролтай ҡарарҙарынан:
15 ноябрҙә Мәркәз Башҡорт Шураһы тарафынан иғлан ителгән Башҡортостан милли һәм тупраҡлы мөхтәриәтен Ҡоролтай бер ауыҙҙан тәсдиҡ итә (20 декабрҙә 18-енсе мәжлестә тәсдиҡ ителә).
Рәсәйҙәге Мәркәз хөкүмәте тураһында:
1. Рәсәй йөмһүриәте – төрлө милләт окраиналарҙың иттифағынан (союз федерацияһынан) ғибәрәт бер мәмләкәт. Башҡортостан шуның автономиялы бер өлөшө булыр.
2. Рәсәй Федерацияһына ингән автономиялы өлкәләр сәйәси һәм башҡа хоҡуҡтарында бер тигеҙ булалар.
3. Рәсәй Союз идараһы һәр бер автономиялы өлкәләрҙең бер тигеҙ һанда һайланып ҡуйылған вәкилдәр палатаһынан (Союз палатаһынан) һәм шул милләттәрҙең союзы нигеҙенә ҡоролған Союз судынан ғибәрәт булыр. Союз хөкүмәте төҙөлөүҙә (һан яғынан күпме артыҡ булһа ла) бер ваҡыт өстән артыҡ урын бирелмәҫ. Идара шул Союздың вәкилдәре тарафынан һайланған президент ҡулында булыр...
Ҡоролтайға вәкил булып һайланған, ғөмүмән башҡорт автономияһына ҡаршы хәрәкәт ойоштороусылар татарҙарҙың Ырымбур Хәрби комитеты һәм Өфөнән барған өлкәселәр ойошмаһында була.
Хәрби комитет рәйесе Сәхипгәрәй Ғәбделбәширов һәм секретаре Сәғди Мостафин 1917 йылдың 18 декабрендә Ҡоролтайға ошо ғаризаны бирә:
“Ҡоролтайҙың тотҡан юлына һәм Башҡортостан хөкүмәтенең башында ултырыусыларға ҡаршылыҡ күрһәтеп, 12 сәғәт эсендә түбәндәге һорауға яуап бирелеүен теләйбеҙ.
1. Башҡортостан исеме менән саҡырылған башҡорттарҙан башҡа татар, типтәр, сирмеш һәм урыҫтарҙың вәкилдәренә халыҡ тарафынан тапшырылған йомоштарын атҡарырға съездың башында ултырыусылар ирек бирмәнеләр.
2. Съезды үҙ ҡулдарына алып һәм башҡорт ҡуҙғалышын үҙҙәренә ҡаратып, Башҡортостанда бер милләттең хакимлыҡ итеүен, башҡорттарҙың мөҡәддәс тип танылған ойошмаларын хурлыҡлайбыҙ.
3. Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының органдары булған Милләт мәжлесен, шулай уҡ мосолман ғәскәрҙәре тарафынан һайланып ҡуйылған Мосолман Хәрби шураһын хуплайбыҙ.
Был талаптар ҡабул ҡылынмағанда яуаплылыҡты ҡаршы килеүселәр өҫтөндә ҡалдырабыҙ”...
Сәлимйән, әлбиттә, ошо шаулы-даулы, шул уҡ ваҡытта тарихи ҙур әһәмиәтле йыйындың ултырыштарына бара алманы, сөнки ҡалала Дутовтың йәшерен хеҙмәт (охранка) темеҫкендәре ҡасып-боҫҡан большевиктарҙың эҙҙәренән һунар эттәреләй еҫкәнеп, эләккәндәрен атып йөрөр мәл ине. Шулай ҙа ул үҙенең кешеләре аша ваҡиғалар шаңдауында ҡайнашты. Бер ҡараңғы төндә уның бүлмә тәҙрәһе һаҡ ҡына сиртелде лә асыҡ тындыҡтан ҡағыҙ төргәге төштө -- күптән сәмләнеп көтөлгән, иректәге йәш коммунист Ғабдулла Дәүләтшин атҡарған сәләм ине:
“Хөрмәтле өлкән арҡадаш, Ҡоролтай ваҡиғаларынан ҡыҫҡаса хитапнамә.
Үҙең белгән башҡаларға ла әһәмиәтле булыр тип, урыҫса сыйғыслайым.
Артабан айырым дәфтәрҙә -- ваҡиғалар шаңдауы:
Курултай работал восемь дней, с 8 по 20 декабря 1917 года в здании Каравансарая.
Курултай прошел оживленно, с большим подъемом. В нем хотя участвовали все слои населения, даже представители пролетарской интеллигенции, верившие в демократичность этого движения, но абсолютное большинство состояло из представителей имущего класса и руководящую роль в Курултае играло большинство, состоящее из феодалов, баев, духовенства, офицерства и буржуазно-национальной интеллигенции...
Были приглашены в качестве гостей известный татарский журналист, редактор газеты “Вакт” и представитель Оренбургского губернского Мусульман-ского шуро Фатих Каримов, который выступил против башкирской автономии. Он в слезах заявлял, что “нация расколится, что в отдельности мы погибнем”.
От имени Оренбургского казачества и казачьего Войскового Круга и “правительства” поздравил Курултай А. Богданов, высказавший большую речь.
Поздравляли Курултай и представители русского и украинского кулачества, Алаш-Орды и т.д.
О провозглашении автономии сделал доклад Ахметзакир Ялиди и представил проект автономии на утверждение Курултая.
Известный татарский писатель Галимзян Ибрагимов, приехавший как делегат от имени “Миллят Маджлеси” (“национальное собрание”, которое в это время происходило в Уфе) выступил в основном в защиту точки зрения Ф. Каримова в национальном вопросе, но чтобы не разъединиться с башкирами, предложил от имени “Миллят Маджлеси” проект штата “Идель – Урал” (Урало-Волжская республика), составленный и принятый “Миллят Маджлеси” под влиянием татарских левых эсеров и меньшевиков, чтобы вводя в него все нации, отгородиться от советской России и спасти частной собственности богатых слоев; призывал башкирских депутатов присоединиться к этому проекту.
Я высупая говорил об отдельной народно-демократической Башкирской республике, но мне очень трудно было говорить – З. Ялиди беспрерывно звонками мешал мне высказать свое мнение, делая замечания, что я задеваю личность Ф. Карими и т.д... Например: о социализации земли – я сказал, что не надо бояться социализации, никто не будет трогать, отнимать у башкир их земель (потому что так пугали народ), при социализме все будут равными, не будет помещиков и бедных, батраков; в газете “Башкорд” это писано очень сокращенно, схематично – “пока не будет социализации на всем Земном шаре, никто не имеет права делить башкирские земли”. В газете “Вакт” и др. буржуазных газетах о моем выступлении ничего не было печатано.
Я хотя и участвовал в Курултае в качестве гостя, с совещательным голосом, но работал в комиссии Курултая по народному просвещению в качестве ее секретаря (председателем был Муллазян Халиков, членами: Н. Тагиров, Багбестан52 Ханым, В. Габидов и другие, фамилии которых не помню).
Активное участие принимал на Курултае вам известный талантливый поэт башкирского народа, мой друг Шахи-Задэ Бабич. На торжественном многолюдном вечере, посвященном Курултаю, он с огромным успехом прочел свое знаменитое стихотворение, посвященное Курултаю... Здесь были сыновъя и известного башкирского черносотенного ишана (“святого”) Курбангалиева, которые поверх военных мундиров (они были царскими офицерами) надели елян (чапан), а на голову чалму. Один из них во время перерыва перед всей публикой подарил Ялидову и Ш. Манатову царские сторублевые бумажки...
Напоследок в Курултае был избран предпарламент из 22 членов (своего рода временное правительство) в нижеслудующем составе: Шариф Манатов, Закир Ялидов, Мирасов Сагит, Илдархан Мутин, Аллабирде Ягафаров, Хабибулла Габитов, Юныс Бикбов, Нурый Тагиров, Хажиахмет Рамиев, Муса Смаков, Галиахмет Гаитбаев, Риза Фахритдинов, Харис Юмагулов, Халик Амиров, Госман Токымбятов, Г. Идельбаев, Гумер Куватов, Аксулпанов (полковник), Гимран Магазов, Искандяр Султанов, Г. Фахритдинов, Гайнулла Гифранов.
Кандидаты: Гани Табизов, Шакиръян Кылысбаев, Габдулла Адигамов.
Между прочим, в Курултае возник спор между молодыми делегатами и стариками по земельному вопросу и насчет выборов, который быстро был улажен.
Надо сказать, на этот раз Курултай принял частично вполне демократичные постановления по земельному вопросу, а именно параграфы 7,8,11, в которых говорится, что земли разделяются прежде всего между безземельным, малоземельным населением, независимо от их пола, возраста, национальности и вероисповедения; оставшиеся после разделения излишки земли остаются в фонде земельных запасов Башкортостана; правом пользования землей обладает каждый гражданин, независимо от его пола, возраста, вероисповедения, национальности и независимо от того, издавно живет он на данной территории или является пришлым (припущенником)”...
“Дәәә, быныһы яҡшы – сәйәси аң айлап түгел, көнләп керә халҡыбыҙға”, тип ҡәнәғәтләнеп уйланы Сәлимйән. Шулай ҙа, инанған коммунист булараҡ, хәбәрҙең барлыҡ йөкмәткеһенән үҙенең партияһы өсөн күңелһеҙерәк төп һөҙөмтәгә килде: “Тимәк, ваҡыт беҙҙең йоҡлап ятҡанды көтмәй – буржуаз-милли автономия де-факто пәйҙә булды алдыбыҙҙа. Ни хәл итәһең, бының менән ваҡытлыса килешмәй мөмкин түгел, сөнки, ит юғында үпкә лә танһыҡ, ти халыҡ. Күп тә үтмәҫ, беҙ был буржуаз автономия локомотивын коммунистик рельскә күсерербеҙ, әммә һис тә, Петроградтағылай, ҡораллы көс ҡулланып түгел, ә парламент алыштары аша шөйлә тыныс юл менән; сөнки бында дөйөм Рәсәйҙең Октябрь түңкәрелеше ҡулайһыҙ – шарттар башҡа. Башҡорт халҡының һиҙемләүе, сәйәси тойғоһо көслө; әгәр аҡтыҡ сиктәргә бәрелмәй-һуғылмай, халыҡ араһында ең һыҙғанып дөрөҫ сәйәсәт үткәрһәк, ул үҙенән-үҙе коммунизм ҡояшына үреләсәк, буржуаз юлбашсыларын да һелкеп ташлаясаҡ иңенән. Бының өсөн беҙгә, коммунистарға, массалар араһында коммунизм идеяларын таратыуҙы киң йәйелдерергә, ысын башҡорт коммунистарын күпләп өлгөртөргә кәрәк!”
Хитапнамә аҙағында Ғ. Дәүләтшиндың ыҫпай һыҙылышлы матур ғәрәп хәрефтәре менән өҫтәлгәнен диҡҡәтләнеп уҡыны:
“Ҡоролтайҙың түрендә ҡатнашҡан мөғәллимә Бағбостан Ханым башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ысынлап та гөлбаҡсаһы, аҫыл сәскәһе рәүешендә ғәләмебеҙҙе мәғрифәт нурына ҡойондороп балҡыны. Һәм мин бына ни уйланым: тыуасаҡ Совет Башҡортостанының мәғариф халыҡ комиссары булырҙай бөйөк ғалиә был!
Әйтелгәндәргә өҫтәп, дуҫым Шаһизада Бәпестең өҫтәрәк телгә алынған аҫыл-ынйы шиғырын күсереп бирмәйенсә хәлем юҡ:
Олуғ шатлыҡ
(Башҡортостан мөхтәриәте иғлан ителеү һәм
Каруанһарай ҡулыбыҙға алыныу мөнәсәбәте илә)
Яңғырап, шаулап сыҡҡан шатлыҡ йырын
Фәрештәләр һөйөнөп тыңлаһын.
Шатландырҙың, Тәңрем, һибеп нурың,
Башҡортостан халыҡ донъяһын.
Ябраил мәләк, елпеп ап-аҡ ҡанат,
Осоп йөрөһөн Башҡортостанда.
Хәбәр итһен тиеп: “Булдың азат!
Сыҡтың йәмле, гөллө бостанға”.
Азат булды ғәзиз Каруанһарай,
Азат булды барлыҡ ерҙәрең...
Йырлап ебәр һөйөнөп, уйнап ҡурай,
Сыҡһын тиҙерәк шатлыҡ йырҙарың.
Теләктәрең алға килүб тора,
Азатлыҡҡа ошбу ғәләмәт.
Инүб тора “дәүләт”, ҡунуб тора,
Киләсәгең яҡты, сәләмәт...
“Бәхет ҡыҙы” матур йөҙөн асуб,
Һиңә табан көлөп боролдо...
Шатлан, уйна, һикер ярһып-ярһып!
Күпме шатланһаң да урынлы...
Үләм... Ташам... Тормайым, күккә ашам...
Үкенмәйем инде үлһәм дә...
Үкенмәйем инде тыуған йортҡа
Күкдин ҡарап көлөп торһам да...
Ҡоролтайҙан ҡала яңылыҡтар шул: дуҫым Бәпес тырышлығы менән башҡорт зыялы йәштәренең “Тулҡын” ойошмаһы тыуҙы, үҙенең шиғри тулҡындарын Башҡортостан киңлектәренә йәйелдереп ебәрҙе. Ойошма идаралығына ағза итеп (үҙем юҡта Ш. Бәпес тәҡдиме менән) мине лә һайлағандар. Йәштәрҙең сәйәси тормошондағы бик мөһим ваҡиға һанап, Шаһизада Бәпес яҙған иғланнамәнең “Башҡорт” (1918, 5 ғинуар) гәзитендә баҫмаһының киҫентеһен теркәйем (беҙҙең партия эшендә лә, бәлки, кәрәге тейер):
“Дулҡын” оешмасы
(мөһим иғлан)
1917 ел 18 декабрда, 3-нче Башҡортостан Ҡорылтаена һәр тарафтан килгән яшь фикерле вәкилләр һәм Башҡорт Мәркәз Шурасында эшләүче яшьләр һәм бәғзе яшь мөғәллимләр үз-ара жыйналышып бик мөһим, бик матур бер маҡсатҡа бисмилла әйтеп нигез ташы салып киттеләр.
Улдыр кем:
“Башҡортостан яшьләре берлеге”.
Соңғы жыелышта ҡушылған исеме белән әйтсәк:
“Дулҡын” оешмасы.
“Дулҡын” оешмасының күзәтә торған маҡсады, әлбәттә, һәрбер аңлы яшьләргә мәғлүм. Чөнки ул маҡсадлар ихтыярсыз һәр яшь кешенең күңелендә дулҡынлана. “Дулҡын” оешмасы көчләнеп чыҡҡан бер нәрсә булмаенча, яшьләрнең күңел дулҡыныннан хасил булған табиғый бер оешмадыр.
“Дулҡын”ның алға алған маҡсадлары филжөмлә шуннан ғыйбарәт: Башҡортостанға яшь фикер, матур аң тарату, һәр төрлө ҡара фикер вә хөрриәт микрублары, ҡара көчләр белән көрәшү, таралған яшьләрне оештыру, милли тел, милли әдәбиятның һәм аның хадимләренә мөхәббәт иттерү, күмелгән хазиналарын аҡтарыб чығару, Башҡортостан халыҡ әдәбиятын жыю, ҡаләм әдәбиәтенең һәр төрен күбәйтергә тырышу, оешма исеменнән әдәби журнал вә газеталар нәшер итү, Башҡортостанның жыр, көй һәм музыкасын тәрәҡҡый иттерү, һәр жирдә милли кичәләр ясау өчен һәвәскәр труппалар вөжүдкә китерү, һәр төрле әдәби юллар белән яшьләр йөрәгенә рух, ямь бирү, үлгән, тупасланған, туңған хаятны жанландыру, нәфисләү, бизәкләү, яшь талантларға, әдәби көчләргә юл күрсәтү, ярдәм итү, бу көнгә ҡадәр ҡара көчләр тәсәллыты53 астында ҡараңғы тормышта изелгән ханым вә туташларыбызны ағарту, аларның яҡты, азат яшәүләренә тырышу.
Ҡысҡасы, Башҡортостан яшьләренең йөрәк вә рухларын тәрбия һәм Башҡортостанда тел-әдәбиятҡа вә сәнаиғ нәфисәгә хезмәттер.
Икенче тәғбир белән:
Тигәнәк, әрекмән, аҡсырғаҡлар, шайтан таяғы, эт эчәгесеннән вә маәшбәһәләрдән54 ғыйбарәт баҡчабызны әрчеп гөлләндерү, чәчәкләндерү, һәр төрле хашаратлар вә уҡралардан тазартып былбыл вә күбәләкләргә зәмин хәзерләүдер.
Менә шундый бөек, матур маҡсадларға терәтеп төзелгән бу оешманың барлыҡ истиҡбалы, барлыҡ өмиде, әлбәттә, яшьләрдә генә.
Шуңа күрә оешманы хәзердән һич ҡаҡшамый торған нигезгә утыртыу өчен дулҡынны бөтен Башҡортостанға жәйеп, яшьләрне дулҡынландыру өчен озаҡламастан, Уфа яки Оренбургта ғаят тантаналы съезды ясау лазым55 дип ҡарар бирелде.
Хәзер төзелгән “Дулҡын” оешмасы баш оешма саналып, һәр авыл, һәр шәһәрдә шөғбәләре56 ачылырға тиештер. Шөғбәләр дә шулай уҡ “Дулҡын” дип аталыр. Илдәге дулҡынлар һәр нәрсәдән бигерәк ҡара көч, ҡара груһ57 фирҡаләр белән көрәшүне, әдәбият вә сәнаеғ нәфисәнең ансат вә тиз һазым58 ителүенең чараларына керешүне иң беренче хезмәт вә маҡсад итеп тотарға тиешләр.
Хәзергә “Дулҡын” оешмасының башҡарма һәйәтенә сайланған кешеләр барлығы 9 кешедер. Устав вә төзү өчен махсус комиссия төзелде. Оешмаға ағза итеп язылу хаҡы елына алты сомдыр.
Ошбуның белән иғлан ҡыламыз: моңа ҡадәр илләрдә төзелгән яшьләр оешмалары бүгеннән иғтибарән үзләрен “Дулҡын” шөғбәсе дип хисаплап, хәбәрләшә башласыннар, бүгеннән башлап ағзалар жыю чарасына керешсеннәр.
Килегез, яшьләр! Килегез! Әдәбиять, сәнаеғ нәфисә сөючеләр! Донъяда милләтнең үз әдәбият вә сәнаеғ нәфисәсеннән дә мөҡаддәс нәрсә юҡлығын белсәгез, “Дулҡын” оешмасына бағланығыз!
Ишетегез! “Дулҡын” нинди мөхәббәтле, нинди сөекле исем!
Яшьләр йөрәгенә нинди мөнасип59, нинди муафыйҡ60 исем!
Яшәсен “Дулҡын” оешмасы!
Яшәтегез “Дулҡын”ны! Һәм дулҡынландырығыз Башҡорт донъясын!
Сөендерегез әдәбият, шиғыр һәм моңлар фәрештәсен!
Утырышның Баҡшарма ағзалары: Ш. Бабич, Хәбибулла Ғабитов, Нуриәғзам Таһиров, Ғайнулла Ғыйрфанов, Ғабдулла Дәүләт, Фәтхи Әхмәдуллин, Вәлирәхман Ғабитов, Сәхи Рәхмәти.
Оешманың идарәсе хәзерге Караван Сараенда, Башҡорт Мәркәз Шурасы хозурында.
Хәбәрләшү өчен адрес:
г. Оренбург, Башкирский Областной Совет, для об.-ва “Тулкун”.
Сәлимйән, ойошманың Башҡармаһына ул үҙе яҡшы белгән большевик рухлылар Ғабдулла Дәүләтшин (Ғ. Дәүләт), Фәтхи Әхмәҙуллин, Сәхи Рәхмәти-ҙәрҙең дә кереүенән ҡәнәғәтлек кисереп, бөгөнгө ғөмүми Рәсәй мөхитенең азатлыҡ дәрте ҡуҙғалтҡан был йәш тулҡынды Башҡортостан мосолмандары араһында коммунистик идеялар таратыу ҡоралы рәүешендә файҙаланыу тейешле, тип уйланы.
8
Рәсәйҙең ошо елле-дауыллы йылдарында сәйәси мөхит тигәндәре ваҡыт ағылышы тиҙлегендә үҙгәрә, көтөлмәгән хәлдәр килә алдыңа. Ваҡиғалар сылбырының сыңғырлауын большевиктар атаған “иҙән аҫтында” – йәшерен фатирға бикләнеп тыңлауҙан биҙәрләгән Сәлимйән, ҡаланың үҙәк майҙанында башҡорттарға ҡапма-ҡаршы ҡуйылған ҙур ваҡиға – татар байҙарының, сауҙәгәр һәм приказчиктарының алҡышлауында “Ырымбур Мосолман виләйәт шураһы”ның Хәрби комитеты ойошторған мосолман полкына әһле-Ислам әләме тапшырыу тантанаһы буласағын ишетеп, түҙмәй, атлығырға йыйынды. Өҫ-башын ябай татар дворнигыныҡына алмаштырҙы ла, байтаҡтан биреле ҡырынмаған йөҙөнөң дә һаҡал-мыйыҡ ҡурпыуҙан шаҡтай үҙгәреүенә шөйлә ҡәнәғәтләнеп, саф һауалы урамға сыҡты.
Майҙанға килеп еткәнендә мәжлестең иң ҡыҙған сағы: күбеһенсә татар дворниктарынан, фәсле шәкерттәрҙән, аҡ кәбеҫтә салмалы муллаларҙан һәм хөрриәт тәмен татырға эркелгән ханым һәм туташтарҙан хасил тамашасылар теҙеме алдына үркетелгән тәпәшәк кенә ағас мөнбәрҙән офицерҙар һәм байғуралар вәғәздәрен һөйләп бөткән, Хәрби комитет рәйесе Сәхипгәрәй әфәнде телмәр тота, ә ҡаршыла майҙан уртаһында, шыйыҡ ҡына теҙелеп, оҙаҡ тороп өшөүҙән йәшерен ҡалтыранып, заманынса иҫке-моҫҡо кейемле мосолман полкы һалдаттары шаҡырайған. Мөнбәр йәнәшәһендә, еҙ торбаларын ялҡылдатып, ҡаланың ут һүндереүселәр командаһының тынлы оркестры хәйерле мөҙҙәтен көтә. Телмәр теҙеме осланып, полкка әләм тапшырыу тантанаһы иғлан ҡылынып, башы осонда йәшел туҡыма елберләткән аҡ салмалы, аҡ еләнле имам хәҙрәт тамаҡ ҡырып алға сыҡты, полк теҙеменең урталыҡ тәңгәлендә хәрбиҙәрсә яҡшы кейемле тиҫтәләп ғәскәриҙәре төркөмөндә көтөп торған полк командиры Ғосманов алдында туҡталды. Имам хәҙрәт ҡулындағы йәшел әләм ҡаршы елгә ҡанатын киреп ялпылдауы һәм Ғосманов аҡ бирсәткәле ҡулын күтәреүе ыңғайына хәрби төркөм ауыҙҙары берҙәм һәм киң асылып, гөрләтеп тә ебәрҙе:
Пушка берлән жир селкетеп атарбыз без,
Дошманларның баш сөйәген ватарбыз без.
Хисабы күп хәсисләрнең61 ҡаршысында
Хисабы аз, ғайрәте күп татарбыз без!
Шанлы йыр бөтөр-бөтмәҫтән, Сәхипгәрәй әфәнде бейек мөнбәренән тамаҡ ярып һөрәнләне:
-- Жәмәғәт, иғтибар ҡылыңыз: әле генә жырланған бөйек гимныбызны ижад итүче ғаләмәт мәшһүр шағиремез, полкның үзе теләп язылған ғайрәтле йәш суғышчысы Нияз Чишмәле әфәнде нәҡ үзе туп-тура имам хәзрәт ҡулларыннан изгелекле әһле-Ислам әләмен ҡабул ҡылыб ала! Ура!
-- Ур-рааа! – Оран шаңдаулатты майҙан.
Оркестр гөрләтеп тантаналы марш уйнаған арала йәшел әләм ышаныслы ҡулдарға тапшырылды: уны ҡабул ҡылып алған тәбәнәк буйлы шағир Нияз Чишмәле, эргәһендәге башҡалар кеүек үк шаҡтай яңы һоро шинель, ҡырма бүрек кейһә лә, аҫ яҡтан бик имәнес – аяҡтарында ирнәүҙәре иҫкереп-тетелеп үк бөткән, ҡара һумалалы киндер еп менән эре алдырып табанланған аршын башлы урыҫ быймаһы ине; өҫтәүенә, береһенең үксәһе дөйә ауыҙылай асылып, олтан итеп һалынған йомарлам һаламы ҡарыш оҙонлоҡ тышҡа тырпайып сыҡҡан. Тамашасы ир-ат быға иҫе китмәй ҡараһа ла (заманаһы шундай бит!), аҫыл заттар ҡыҙғаныбыраҡ сырылданы:
-- Уй бахырғынам, аяғы туңмый микән?!
-- Адәм рәтле киез итек тә табып кидермәгәннәр!
-- Әхирәткәйем, шүрәле аяғыдай бит! Андый кәттә аяҡ киемен, монда түгел, Мәкәржә йәрминкәсендә дә тапмассың!
-- Ҡазанға заказ бирергә кирәк иде!
Ер тетрәтеп уйнаған марш ыңғайына аҙымдарын ҡайсылатырға тырышып, арҡыры баҫып барған шанлы шағир-байраҡсы, аҙымы һайын һалам олтаны уғата тышҡа сығып, икенсе аяғына һуғылыуҙан тышауланғандай һөрлөктө; ә шулай ҙа мах бирмәй, саҡ ҡына йылмайҙы ла, бер һелкеүҙә “кейеҙ итек”тәрен ситкә быраҡтырҙы; сылғауҙары ла ҡуныстарҙа һурылып тороп ҡалып, таш урамдың боҙланып шымарған түтәһенә ҡыҙарған ялан табандарын тысҡылдата баҫып, оҙон-оҙон аҙымдар менән әләмде алға илтте; уның һайын ҡыҙышып гөрләгән еҙ оркестр аһәңендә ғәййәр полкты үҙ артынан эйәртте.
-- Ур-рааа! Ур-рааа! – Күк күкрәтеп тәбрикләне көр майҙан. Мөнбәрҙең ике ҡанатындағы тик тороуҙан өшөңкөрәгән ябай йәмәғәт аптырап та, һоҡланып та һөйләнде:
-- Вәт әй, салдат дисәң дә -- салдат! Челлә суығында яланаяҡ, исе дә китми, ҡарға тычҡылдата басып бара!
-- Автономия диб кәпәренгән надан башҡыртҡа баҡтыртырға кирәк иде моны!
-- Безнең татар салдатларыдай түземле салдат юҡ шул ул!
-- Яшәсен бер нигә дә бирешмәс, утны-суны кичеп үтәр жиңелмәс татар ләшкәре! Ур-ра!
Бер-нисә башҡорт тауышы ла ишетелде:
-- Беҙгә лә кәрәк ине полк!
-- Ҡайһы яҡтан икән ул яланаяҡ?
-- Эйек тамағындағы Шишмә ауылынан, тиҙәр бит...
Сәлимйәндең ҡылт итеп иҫенә төштө: бынан тиҫтә йылдар элек уның менән бер осорҙа Сәнкем-Биктимер мәҙрәсәһендә тырышып һабаҡ алған, ә бер заман һалда килеүсе Шаһизада Бәпесев менән ҡара-ҡаршы мөнәжәттәр әйтешкән аршин табанлы Нияз шәкерт үҙе бит был – ҡыш көнө лә, өйҙән-өйгә ҡыҙырып, төрлө таҡмаҡтар әйтеп, ҡар өҫтөндә яланаяҡ йөрөр ине...
Оркестр гөрөлтөһө тынды, мөнбәрҙәгеләр төштө. Казармалар тарафына йыраҡлашыусы полк теҙеме артынан бер малай-һалдат, шинель салғыйҙарын ярғанаттай ялпылдатып, дәррәү йүгереп килде лә “ғайрәтле”нең быраҡтырған быймаларын яурын баштарына һалып, һөрлөгә-һөрлөгә кире йүгерҙе; йәшел әләм елберләткән шанлы ғәскәр уның менән ҡуша күҙҙән юғалды. Майҙан ығы-зығыһы ла үҙенән-үҙе шиңде.
Достарыңызбен бөлісу: |