9
Әсе буранлы ҡышҡы кисәләрҙең береһендә йәшеренеү урынында эшсе Сәхи Ғәйфи үҙе пәйҙә булып, Сәлимйәнгә яңылыҡ – татарҙарҙың Хәрби комитет рәйесе Сәхипгәрәй Ғәбделбәширов әфәнденең сәркәтибе Сәғди Мостафиндан сәләм килтереүен, Сәлимйәнгә уның бик мөһим һәм ашығыс йомошо барлығын, шул йәһәттән күрешергә рөхсәт һорауын күндерҙе.
-- Минең бында икәнде ҡайҙан белгән, провакация түгелме?
-- Һис тә юҡ, ышаныслы. Минең арҡылы элемтәгә керҙеләр.
-- Дутов охранкаһы булһа, ни эшләрбеҙ?
-- Дутовтың инде һеҙҙәрҙә ҡайғыһы юҡ – күтенә ут ҡапҡан, тиҙәр. Быҙаулыҡ яғынан Ҡыҙыл Армия дөрә, казактарҙың ике полкы ҡыҙылдар яғына сыҡҡан. Сәхипгәрәй әфәнденең йәшел әләмле мосолман полкы ла болғана, сәркәтибенең йомошо, моғайын, шул халәткә бәйлелер. Осрашыуҙың йәшеренлеген һаҡлау вәғәҙә ителде.
-- Килһен, алайһа. Ә шулай ҙа запас фатирҙы байҡа.
Шул төндә үк Сәхи Ғәйфи үтенеүсене килтереп еткерҙе; Сәғди Мостафиндың йөҙө ҡурҡынып ағарынған, ҡулдары ҡалтырана. Баҡтиһәң, Быҙаулыҡ яғынан ҡыҙылдар етеп килеү сәбәпле Дутов штабы ҡаланан сығып ҡасҡан, артауыл командаһының да һуңғы казактары ашығыс олаға...
-- Инде ҡалада ике төп сәйәси көч: башҡыртларның бушҡуыҡ хөкүмәте дә безнең Хәрби комитет хөкөм сөрә, Дутов безне хыянатчыл ташлап тайды; башҡыртларда эшебез юҡ, теләсә ни эшләсеннәр, әммә безнең һич кенә дә ҡызыл тигермән ташынан тартыласы килми; без автономислар түгел, һәр жәһәттән без ҡызылларға тоғро хезмәт итербез, без алар белән уртаҡ тел табырға әзер. Рәйесебез Ғәбделбәширов әфәнде тап шул хаҡта сезнең, абруйлы мосолман большевигының, аныҡ фикерен белергә ҡушып жибәрде мине. Хәрбиләрчә әйткәндә, аҡ әләмле парламентер ҡылып...
-- Вәкәләтлегегеҙ ни менән иҫбатлана?
“Парламентер” гимнастеркаһының түш кеҫәһенән дүрткә бөкләүле ҡағыҙ сығарып бирҙе; унда ошо Мостафин Сәғди әфәнденең Хәрби комитет исеменән һөйләшергә вәкәләтлеге раҫланып, рәйестең ҡултамғаһы, мөһөрө сәпәлгәйне.
-- Хәлегеҙ шәптән түгел, аңлайһығыҙ. Дутов ҡанаты аҫтында төҙөлгән, Дутов арсеналынан ҡоралландырылған полктың кем яҡлы икәне ахмаҡҡа ла аңлайышлы.
-- Ләкин без әле яңа ғына төзелдек, ҡызылларға ҡаршы бер пүлә дә атмадыҡ.
-- Өлгөрә алмай ҡалдығыҙ.
-- Алай димәгез әле. Бизмән табағына безләрне казак Дутов берлән бергә салмағыз.
-- Ни айырма?
-- Алайса, Каруансарайдағы башҡырт хөкүмәте дә Дутов ҡанаты астында борынлады бит, алар бездән ни яғы белән айырыла?
Сәлимйән көлдө:
-- Икегеҙҙең айырмаһы – Ер менән Күк араһы. Каруанһарайҙағылар – бер һалдаты ла булмаған барлы-юҡлы сәйәси ойошма ғына. Ә һеҙ – ҡораллы ғәскәр.
-- Алайса, ҡаланы ташлап чығарғамы?
-- Ул саҡта һеҙ Дутовҡа ярҙамға киткән һаналырһығыҙ. Кәңәш итмәйем. Ҡыҙыл Армия командирҙары алдында ышаныс ҡаҙанығыҙ.
-- Ничек итеп? – “Парламентер”, ҡороҡһоған тамағына төкөрөгөн саҡ йотоп, маңлайына бөрсөк-бөрсөк ҡалҡҡан тирен усы менән һыпырҙы.
-- Ярымайлы йәшел әләмегеҙҙе кисекмәҫтән ураҡ-сүкешле ҡыҙылға алмаштырығыҙ. Түшегеҙгә һәм бүркегеҙгә ҡып-ҡыҙыл таҫма тағығыҙ. Ҡыҙылдарға шул ҡиәфәтле делегация ебәреп, тәбрикләп ҡаршылағыҙ...
Һәм тап шулай булды ла: Сәлимйән Мырҙағолатов иптәш ярҙамында ҡыҙыл әләмләнгән Ғәбделбәширов иптәш һөжүм итеүсе ҡыҙыл ғәскәр башлыҡтары Кобозев Петр Алексеевич (Ырымбур – Турғай өлкәһенең ғәҙәттән тыш комиссары), Цвиллинг Самуил Моисеевич (Ырымбур гөбөрнә Ваҡытлы Хәрби-Революцион Советы рәйесе) иптәштәр менән уртаҡ тел табып, татарҙарҙың Мосолман Хәрби комитеты ҡып-ҡыҙыл төҫтәге “Ҡыҙыл Мосолман Хәрби комитеты”на әүерелде, ә әләм йөрөтөүсе яланаяҡлы шағир Нияз Чишмәле хеҙмәт иткән ғәййәр “ҡыҙыл полк” Шанил Ғосманов командирлығында Һайылмыш йылғаһы буйына аҡтарға ҡаршы һуғышҡа йүнәлтелде. Каруанһарайҙағы “Тулҡын” йәштәр ойошмаһы етәкселегенең дә большевиктар тәьҫире аҫтында башҡорт автономиясыларынан айырымланған Ғабдулла Дәүләтшин, Бәхтегәрәй Шәфиев, Сәхи Рәхмәти кеүек бер өлөшө татарҙарҙың баяғы йәһәт ҡыҙылланмыш Хәрби комитетына һырнығып, Цвиллинг рәйеслегендәге Ырымбур Хәрби-Революцион Советтың милләттәр эше буйынса комиссары Ғәли Шәмиғолов (Башҡортостан автономияһының ҡан дошманы) һәм уның тоғро ярҙамсыһы Баһау Нуриманов етәкселегендә буржуаз башҡорт хөкүмәтен аҫтан киҫеү юҫығында эш йәйелдерҙе. Шулай ҙа тәүге осорҙа урыҫ большевиктары был хөкүмәтте асыҡтан-асыҡ үҙ ҡулдары менән тар-мар ҡылырға әллә баҙманылар, әллә форсат көттөләр.
Ҡала үҙәгендәге билдәле Панкратовтар йортонда урынлашҡан Хәрби-Революцион Советтың яҡты, иркен бүлмәһендә Сәлимйәнде Цвиллинг үҙе ҡабул итте, ҡыҫҡа ғына хәтирәләргә бирелеп, теге саҡта Смольныйҙағы Сталин иптәш бүлмәһендә танышыуҙарын иҫкә алдылар. Дутов диктатураһы осорондағы подполье, Башҡортостан хәлдәре һәм буржуаз башҡорт хөкүмәте тураһында баш баҫып фекер алышҡас, рәйес һынаулы ҡарашын серҙәшенә күсерҙе:
-- Мосолман большевик булараҡ, бөгөнгө башҡорт хәрәкәтен ҡайһылайыраҡ аңлайһығыҙ?
-- Милли аңы уянған айырым төбәктәге үҙенә күрә тыныс юл менән башҡарылған буржуаз революция. Уны шундай уҡ тыныс юл менән социалистик революция еңергә тейеш.
-- Татар патриоттарынан Борһан Шәрәф, Фатих Кәримов иптәштәр булып киткәйне... Автономиясылар Башҡортостанды Россиянан айырымландырыуға юҫыҡланды, тип еткерҙеләр.
-- Башҡорт буржуаз милләтселәренә һаҡ ҡараған кеүек үк, ул “патриот”тарға ла шулай ҡарарға кәрәк. Миңә, мәҫәлән, бер факт билдәле: ошо көндәрҙә Каруанһарайҙан Ленинға телеграмма һуҡҡандар, унда, әгәр үҙебеҙҙең полкты булдырып, эске эштәребеҙ менән үҙ аллы шөғөлләнеү мөмкинлеге бирелһә, Советтарҙың юғары хакимиәтен бер һүҙһеҙ ҡабул ҡылабыҙ, тип әйтелгән. Айырымланыу мәсьәләһе лә ялған, сөнки баштан уҡ улар Россия эсендәге бер штат булып йәшәү – федерализм яҡлы. Милләт-ара ҡанҡойош булмаһын өсөн, башҡорт мәсьәләһен бик һаҡ, түҙемле сисергә кәрәк, минеңсә.
-- Беҙ шулай итәбеҙ ҙә. Вәкилдәрен саҡырып, ойоштора башлаған полктарын беҙҙең төп шарттарға яраҡлаштырыу маҡсатында йылы ғына һөйләштек, Зәкир Йәлитов әфәнде үҙе килде. Тик һеҙ, ысын коммунист булараҡ, яҡшы аңларға тейеш: был – ваҡытлы сара, тактика, сөнки бер территорияла ике хакимиәт йәшәргә тейеш түгел. Минең Силәбенән саҡыртып алған иҫке танышым – милләттәр эше буйынса кәңәшсем Ғәли Шәмиғолов иптәш әйтмешләй, бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймай, хе-хе-хе...
-- Уныһы хаҡ. Тик был хаҡлыҡ автономияның асылына ғына бәйле: буржуазмы ул, әллә социалистикмы? Социалистик автономия Ғәли Шәмиғолов иптәштең мәҡәленә ярашмай. Шул уҡ Зәкир Йәлитов әфәндене лә, яйлап-майлап, партияға алырбыҙ, социалистик ҡалыпҡа ултыртырбыҙ. Ултырмаһа, урынына башҡаны – үҙебеҙҙекен ҡуйырбыҙ.
-- Поживем – увидим. Әйткәндәй, ул урынға үҙебеҙҙән кемде ҡуйыр инегеҙ?
-- Башыма килгәне юҡ. Һәр хәлдә, Ғәли Шәмиғолов түгел. Әммә лайыҡлы инсандар күренгеләй, үҙегеҙ белгән Ғабдулла Дәүләтшин кеүектәр, мәҫәлән.
Цвиллинг дуҫтарса бармаҡ янап көлдө:
-- Һәй мошенник, үҙегеҙҙең исемде атарһығыҙ тип көткәйнем!.. Йә ярай, әлегә йөрөп тороғоҙ. Өйәҙ ҡалағыҙ Орскиға барып, шундағы тарҡау большевик-тарҙы һәм теләктәштәрҙе бер ҡорға уҡмаштырып, партиябыҙҙың яугир өйәҙ комитетын төҙөп ҡайтығыҙ. Граждандар һуғышының әле ҡайнаған сағы – башҡорттарҙан ҡыҙыл гвардия ойоштороуҙы тиҙләтегеҙ. Башҡорт еренә һипкән орлоҡтарыбыҙ яҡшы шытһа, унда һеҙ әйткән тыныс юллы социалистик революция ла, социалистик автономия ла булыр!
Бәйләнеште өҙмәҫкә, осрашып торорға һүҙ ҡуйышып, иптәштәрсә ҡул ҡыҫышып хушлаштылар.
Сәлимйән Орскиҙа был йөкләмәне уңышлы үтәп, унлап коммунисҡа партия билеттары тапшырып һәм уларға алдағы эш бурыстарын тәғәйенләп, үҙенең Үҫәргәнендәге башҡорт ауылдарына тартылды, урындарҙағы “Тулҡын” ойошмаһына береккән йәш йөрәктәр араһында коммунистик идеялар йәйелдереп, киләсәктең милли коммунистарын әҙерләргә, тәрбиәләргә кереште, ойошмалар араһында һәм өйәҙ партия комитеты менән тығыҙ бәйләнеш булдырҙы; аҡрынлап ҡына башҡорт йәштәренә ҡыҙыл гвардия ойоштороу идеяһын һеңдерҙе. Ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына булһа ла, ауылға һуғылып китмәйенсә түҙмәне, сөнки атай менән әсәй ҡартайған, унан башҡа ҡарар кешеләре юҡ; Ҡантурат та уның ҡайтыуын зарығып көтөп торған. Йәшлегенең Гөлсәсәге йөрәк һыҙлатып төштәренә керһә лә, яҙмышты яңы аҡ биттән яҙа башларға – берәй матур ғына һылыуға өйләнеп, башлы-күҙле булып, талыҡҡан иңдән һуғыш шауҡымдарын һелкеп ташларға, ата-бабаның мәңгелек шөғөлөнә -- ерекмәнлеккә ерегергә ҡыҫтаны ерҙе өҙөлөп һағынған ерекмән тәбиғәте. Һәм шулай булыр ҙа ине, ләкин...
Өйәҙ халҡы ҡапыл ҡубынып нәфрәтләнде – 4 февралдә Ырымбурҙа большевиктар башҡорт хөкүмәтен ҡулға алғандар, был енәйәтте Ғәли Шәмиғолов етәкселегендә татар һалдаттары башҡарған. Сәлимйән тәүҙә ышанмайыраҡ торһа ла, Орскиҙағы иптәштәре ебәргән -- Ырымбурҙың шул уҡ числола баҫылған “Известия“ гәзите килеп етте; С.М. Цвиллинг ҡул ҡуйған рәсми белдереүҙе йөрәкһеп һәм көйәләнеп уҡыны: “Ҡалалағы Мосолман Хәрби комитетының талабы буйынса һәм улар тарафынан ҡулға алынған башҡорттарҙы совет төрмәһенә бикләргә рөхсәт бирелде”. Сәнкем-Биктимер төбәгендә бергәләшеп ҡыҙыл гвардия ойошторошҡан ҡорҙашы – казак большевигы Ғәбделәхәт Сәйетбат-таловтан юлаусы аша килеп еткән “Казачья правда” гәзитендә “Башҡорт контрреволюционерҙары” тигән дөйөм баш аҫтында татар әһелдәре Камил Кәримов менән Ибраһим Бикчәнтәйевтәрҙең62 мәҡәләләре бирелеп, ҡулға алыныусылар “монархист һәм ер биләүсе реакцион капиталистар” тип тамғаланғайны; Борһан Шәрәф менән Фатих Кәрим иһә Зәкир Йәлитовты ҡулға алыуҙарын ябай ғына: шәхсән үҙен күрә алмауыбыҙ арҡаһында, тип аңлатҡандар... Һуҡты ла күпте лә, тигәндәй, шул уҡ 4 февралдә “контрреволюцион” башҡорт хөкүмәте урынына Совет Башҡортостанының Ваҡытлы Революцион Советы төҙөлөүен, ваҡытлы рәйесе итеп Ғабдулла Дәүләтшин, урынбаҫары – Бәхтегәрәй Шәфиев, сәркәтиптәре Ғ. Алпаров менән Ж. Шәрипов һайланыуын хәбәр иттеләр. Ылғый большевик һәм теләктәштәрҙән хасил был яңы совет хөкүмәтенә Сәлимйән һәм уның тирәһендәге йәштәр бик ыңғай ҡараһа ла, күпселек халыҡ ҡабул ҡылманы быны – үҙҙәре һайлап ҡуйған элекке башҡорт хөкүмәтен яҡлап туланы башҡорт һәм был – бөтә Башҡортостан буйынса ине. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, шул көндәрҙә илдең төрлө төбәктәренән етмеш инсан Ырымбурға нәфрәт белдерергә килде, Мәскәүгә лә телеграммалар һуғылды. Сәлимйән ауылдағы эштәрен ташлап, Ҡантуратына атланып, Орскиға елдерҙе – ошо ҡатмарлы осорҙа өйәҙ хәлдәрен асыҡларға, партия комитетының эшен дөрөҫ юлға һалырға кәрәк ине. Бигерәк тә башҡорттарҙың иң әүҙем һәм яугир өлөшөн тәшкил иткән Бөрйән төбәге борсоно уны: Ырымбурҙа дыуамалланып сағылған осҡон бында ялҡын дөрләтеп ҡуймағайы!..
Хәйер, бынан алда Орскиҙа сағында уҡ шул ялҡынды булдыртмаҫҡа ҡайһы бер саралар күрелгәйне, күрелеүен: тулыһынса Совет платформаһында торған Баймаҡ Советы төҙөлөп эшкә егелде, әллә ни ҙур булмаһа ла, эшселәрҙең үҙ теләкле ҡыҙыл гвардияһы ойошто, киләсәктә уны Орскиҙағы арсеналдан ҡоралландырыу ҡаралды. Шул уҡ ваҡытта Ырымбурҙағы Башҡорт хөкүмәте лә төбәккә үҙенең хәрбиҙәрен ебәреп, башҡорт полкы ойоштора башлауы асыҡланғас, Сәлимйән дәррәү төбәккә бара һалып, Башҡорт хөкүмәте исеменән эш иткән уның Хәрби бүлек мөдире Ғимран Мағазов, уның ярҙамсыһы Ғабдулла Иҙелбаев менән осрашты; уларҙы Ырымбур осоронан уҡ яҡшы белә ине. Һөйләшеү баштан уҡ зыялыларса шөйлә итәғәтле, аҡыллы үҙәндән ағылды. Һөҙөмтәлә Баймаҡ Советы етәкселеге менән берлектәге кәңәшмә үткәреп, ундағы төрлө сәйәси ҡарашлылар араһында бәхәсле һәм көсөргәнешле фекер алышыу барышында ваҡытлыса килешеүгә өлгәшелде: әүҙем уҡмашҡан күп һанлы башҡорт әтрәте менән Баймаҡ эшселәр әтрәтен Рәсәй Федерацияһы эсендәге демократик Башҡортостан мәнфәғәттәренең һағында торған Совет әтрәте итеп берләштерергә лә, Ырымбур гөбөрнә хакимиәте менән яңы Башҡорт хөкүмәте шул йәһәттән уртаҡ тел табыуын көтөп, өйәҙ халҡының тыныс тормошон һәм именлеген һаҡлаусы көс итеп тоторға. Сәлимйән Орскиға ҡайтып, советтар нигеҙендә төҙөлөргө тейешле шул башҡорт ғәскәре штабына ярҙамға ҡала большевиктарына теләктәшле, 19-20 йәштәрҙәге ете поляк офицерын юлландырғайны...
Орскиҙа уны яман яңылыҡ ҡаршыланы: Ырымбурҙан Цвиллинг мандаты менән килгән билдәле Ғәбделәхәт Сәйетбатталов тигән большевик Баймаҡҡа барып, унда үҙен башҡорт патриоты Арыҫлан Баталовмын тип танытып, башҡорт буржуйҙары араһында темеҫкенеп ҡайтҡан да Баранов әтрәтен алып Баймаҡҡа киткән...
Сәлимйән ашығып барып еткәндә эш үткәйне шул инде: алдап ышандырыу ярҙамында штабты ҡулға алып, Цвиллинг телеграммаһына ярашлы Баймаҡ Совете ҡарары менән 22 февралдә (яңы стиль менән 7 мартта) Ғимран Мағазовты, Ғабдулла Иҙелбаевты, биш поляк офицерын һәм ун һалдатты тотоп атҡандар, ә “Арыҫлан Баталов” иптәш Цвиллингка хисап бирергә ҡайтып киткән... Цвиллингтан ундай бойороҡ булыуына ышанмай, таптырта башлағас, Баймаҡ Советында уға телеграмманы күрһәттеләр: ”Баймак. Совет рабочих депутатов. По постановлению Оренбургского Мусульманского революционного комитета арестуйте главарей башкирского отряда, находящегося в Баймаке. В случае неисполнения того приказания Баймакский Совет рабочих депутатов будет объявлен контррево-люционным и понесет самое строгое наказание. Цвиллинг”.
-- Ҡулға аалыуын-алғас, уларҙы ниңә Ырымбурға оҙатманығыҙ? Ниңә ҡан ҡойҙоғоҙ?
-- Орскиҙан килгән әтрәт башлығы Баранов беҙгә Цвиллингтың икенсе телеграммаһын да күрһәтте: башҡорт контрреволюционерҙарын, ҡулға алғас та уҡ, рәхимһеҙ атырға бойоролғайны...
Сәлимйән ауылына тура елдереп, атаһының яҙғы һабанға күҙ терәп көткән Ҡантуратын ҡалдырып, күмер тейәгән юлаусылар санаһында Һарыҡташ станцияһына килеп төштө. Пассажир поездары һирәк йөрөй йәки йөрөмәй ине; тауар вагонына эләгеп китте.
Каруанһарайлы мәркәз ҡала ниндәйҙер һөжүмгә әҙерләнгәндәй ҡайнаша, Совет урынлашҡан Панкратов йортоноң коридорҙарында ҡораллы кешеләр мыжғый. Рәйес бүлмәһенә ҡыйынлыҡ менән үтте. Йоҡламауҙан арып-талған, ябығыуҙан ҡылыс танауы уғата ныҡ кәкерәйгән Цвиллинг ҡәнәғәтһеҙ ҡаршыланы:
-- Йә, Мырҙағолатов иптәш, ни йомош? Әллә башҡорт буржуйҙарын юллап килдеңме?
-- Юлламайым, әммә ул буржуйҙарҙы сәбәпһеҙҙән ҡулға алыуығыҙ халыҡ асыуын ҡуҙғатты.
-- Беренсенән, сәбәптәре етерлек. Икенсенән, ҡулға алдыртыусы һис тә мин түгел.
-- Аңламайым.
-- Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин үҙем дә аңламайыраҡ ҡалдым. – Цвиллингтың үтә сәйер фәлсәфәһе Сәлимйән аңында урыҫса нөсхәһендә ярылып ҡалды: – Члены Башкирского правительства арестованы по просьбе нескольких человек от имени Мусульманского военно-революционного комитета63. Я спросил, в чем их вина. Они мне ответили, что члены Башкирского правительства – контрреволюционеры, работали в союзе с Дутовым и что есть еще ряд других причин. Полагая, что дело будет расследовано потом, я дал разрешение на арест. Но я и сам сомневаюсь в том, что Закир Ялиди был контр. Поэтому для основательного решения вопроса счел необходимым избрать комиссию по расследованию. Если хотите войти в комиссию, вы тоже можете ввести одного человека. Тогда и ознакомитесь как следует вопросом. Если комиссия по расследованию найдет их невиновными, они, естественно, будут освобождены. По этому вопросу я сам в недоумении. Ежедневно отовсюду я получаю телеграммы с требованием об освобождении членов предпарламента. В некоторых телеграммах даже заявляют, что, если татарский революционный комитет Оренбурга все еще хочет держать наших руководителей в заключении, мы в отместку за это пойдем войной на соседние татарские деревни...
-- Самуил Моисеевич, ғәфү итегеҙ, бесәй-сысҡан уйынына оҡшай был...
Цвиллингтың күҙҙәрендә уҫал ут ялтыраны:
-- Һеҙ кем, әллә миңә судъямы?!
-- Кисерегеҙ, мин дә, һеҙ ҙә судъя түгелгә оҡшай. Ысын судъялар булһаҡ, Баймаҡта ҡан ҡойоуға юл ҡуймаҫ инек. Ундағы ҡыҙыл гвардия...
-- Етте! Хәрби мәсьәлә буйынса Кобозев шөғөлләнә, шуның теңкәһенә тейегеҙ! – Ашығыс тороп хушлашты. Был уларҙың һуңғы күрешеүе ине. Револю-цион пролетариаттың ас тамағын туйҙырмаҡҡа әтрәте менән иген таларға (продразверстка яһарға) барғанында Изобильная станицаһы казактары, сиркәү манараһындағы пулеметтан һиптереп, Цвиллингтың ғәскәрен ҡырып ташлай, иң алғы рәттәге Самуил Моисеевичты иң беренсе пүләләр киҫеп һала...
Цвиллингтан бешелеп сығып, тәҙрә тәңгәлендә уйланып торғанда, “Тулҡын” ойошмаһы буйынса уға яҡшы таныш бер килке егеттәр пәйҙә булды: яңыртылған ваҡытлы Башҡорт хөкүмәте рәйесенең урынбаҫары Бәхтегәрәй Шәфиев, беренсе сәркәтибе Ғариф Алпаров һәм улар янында шағир Шаһизада Бәпес, йырсы Ғәзиз Әлмөхәммәтов...
-- Тоҙ яларға әселәгән малдарҙай, түрә эргәһенә эркелдегеҙме? – Көлөп күреште Сәлимйән. – Татарҙар менән бергәләшеп башҡорт буржуйҙарын төрмәгә япҡанһығыҙ икән, тип ишеткәйнем, ҡасан сығараһығыҙ? Ыристандарығыҙҙы, тим.
Шәфиев өҙөп алды:
-- Ул ыристандар бер ваҡытта ла азат ителергә тейеш түгел, ә мәңге-мәңге шул үҙҙәре ултырған зинданда ҡатырға тейеш! – Шаҡылдатып та тормай, Цвиллинг бүлмәһенә атлыҡты.
-- Көн дә ошонда килеп, ыристандарҙы атырға кәрәк, тип юллай, йәһүт иһә уны арҡаһынан һөйөп ҡайтара; ә мине, башҡорт хөкүмәте ғәйепһеҙгә ултыртылған, тип килгәнгәме, тупһаһынан үткәрмәй! Алпаров, яҙып ҡуй: бөгөндән үк һеҙҙең ҡурсаҡ хөкүмәттә эшләүҙән баш тартам! – Йырсы егет ныҡ рәнйеп сығып китте.
-- Нимә, һеҙҙә ағзамы ни ул да? – Сәлимйән Алпаровтан ҡыҙыҡһынды.
-- Эйе шул. Башҡорт буржуаз хөкүмәтенең ҡулға алыныу сәбәбен тикшерергә Ҡазандағы Рәсәй Мосолман һалдаттары съезынан комиссия килгәйне; комиссия ағзалары был акттың законға ярашлы икәнлеген раҫлағас, шуларҙын Муса Мортазинды, Таһир Имаҡовты, Усман Ҡыуатовты, Зәкәриә Айытбаевты һәм Ғәзиз Әлмөхәммәтовты ла хөкүмәт ағзалығына кереткәйнек...
-- Карабығыҙҙан ҡомаҡтар ҡаса ла башланы инде әллә?..
Ҡобараһы осоп тыңлап торған шағир телгә килде:
-- Таш мәсеткә ағас муллалар! Күреп тороғоҙ: бер-ике айҙан береһе лә ҡалмаясаҡ: Цвиллинг, Шәмиғолов, Нуримановтар уларҙы берәм-берәм ҙур “Х” хәрефле ғәфләттәренә олаҡтырасаҡ! Бар, алпар-толпар йылғырйән, Шәфиев мишәреңдең эргәһенә ин! – Төкөрөп сығып китте (оҙаҡламай уның да ҡулға алыныуы мәғлүм).
-- Нимә һөйләй был, мишәрме ни Шәфиев?
-- Тел һөйәкһеҙ, тигәндәй, төрлө әкиәт йөрөй: отставкалағы һалдат мишәр бабаһын, имеш, заманында гөбөрнәтер хәҙрәттәре Иманғол башҡорттары обще-ствоһына теркәткән... Хәйер, беҙ милләт айырмайбыҙ.
-- Шуның өсөн дә, үҙ башығыҙ менән эшләмәй, татар Мосолман комитетындағы ҡәрҙәштәрегеҙҙең бойороғон ғына көтөп ятаһығыҙмы?
Алпаров, уңайһыҙланып, муйынын эскә тартты, тик яуапһыҙ ҡалыуы ҡыйын ине:
-- Каруанһарайҙан ҡыуа башлағастары, шуның сәбәбен һорағас, Таһиров беҙгә әйтте: сөнки һеҙ контрреволюционерҙар менән ҡулалмаш эшләнегеҙ. Шуға ла ҡарамай, ҡулға алынғандарҙың ғәйебен танымайһығыҙ. Әгәр ҙә ки үҙ башығыҙ-ҙы ҡотҡарырға теләһәгеҙ, предпарламент ағзалары – контрреволюционерҙар, уларҙы ҡулға алыу законлы, тип ҡул ҡуйығыҙ һәм бөтә булған эштәрегеҙҙе беҙҙең контроль аҫтында ғына эшләгеҙ, бына шул саҡ Каруанһарай ябылмаҫ, эштәрегеҙҙе дауам итерһегеҙ, тине. Каруанһарайҙы яптыртмаҫ һәм башҡорт автономияһына бәйле эш туҡталмаһын өсөн, беҙ контроль аҫтында эшләргә ризалаштыҡ та Таһиров талап иткәненсә ҡул ҡуйҙыҡ...
-- Их һеҙ, бахырҙар!... – тине Сәлимйән, баш сайҡап.
Хәрби етәксе Кобозевтың да ваҡыт тар, ә эштәре тауыҡ сүпләп бөткөһөҙ ине, буғай. Баймаҡ төбәгендәге ҡанлы ваҡиғаны ҡыҫҡаса һөйләп, ҡыҙыл гвардия ойоштороу эшендә тупаҫ хата ебәрелеүен әйткәс, иҫе китмәй генә хехелдәп ҡуйҙы ла, йәнгә теймеш күгәүендән арынырға теләгәндәй, ҡәнәғәтһеҙ тамаҡ ҡырҙы:
-- Улайһа, ул төбәктә ҡыҙыл гвардия ойоштороуҙы үҙегеҙгә йөкмәгеҙ.
-- Йөкмәгәйнем дә бит, эшләгән эштәремде юҡҡа сығарттығыҙ.
--Урман киҫкәндә таптар осҡолай инде ул. Большевикмы һеҙ – большевик. Хаталарҙан һабаҡ алабыҙ, ти Владимир Ильич. Әйткәндәй, үҙең белгән Троцкий иптәш тә синфи дошмандарға шәфҡәтһеҙ булырға ҡуша!
-- Юҡ! Был хәлдәрҙән һуң унда дарылы мискә шартлау -- халыҡ восстаниеһы дөрләү ихтимал. Минең бурыс – башҡорт халҡын тынысландырыу, массалар араһында сәйәси тәрбиә эшен киң йәйелдереү, тип һанайым.
-- Мәйлегеҙ, бында бәйләп тотмайбыҙ.
Башҡортостанда аҡтарҙың һәм ҡыҙылдарҙың ҡанҡойошло граждандар һуғышы башланыр алдынан һөйләшеү һәм ҡайтып китеү ине был.
Илде ут ялмап алды, һәр ауылға, һәр өйгә ғәрәсәт килде; ир-ат, ҡоралланып, алышыусы ике яҡтың береһенә ылыҡты.
Сәлимйән Мырҙағолатов, атаһы ҡарттың яҙғы һабанға әҙерләгән Ҡантуратын эйәрләп, ғәрәсәттең үлемесле ҡырҙарында тағы ла ике йыл гиҙергә сығып китте.
10
Иҙел – Урал араһында ғәмәлдә Башҡорт хөкүмәтен ҡулға алыу һәм беренсе башҡорт полкын атыу менән ҡабынып киткән граждандар һуғышы ялҡыны Рәсәй империяһының ҡапма-ҡаршы аҡтар һәм ҡыҙылдар фронттарына тоташып, Башҡортостан киңлектәрен ике йыл буйы ут һәм ҡанға батырып дауамланды. Ҡыҙыл Армияға ҡаршы үҙенең аҡ армияһы менән һуғышҡан Башҡорт хөкүмәте 1919 йылдың февраль айында, ниһайәт, батша самодержавиеһының империя сәйәсәтен дауамлаусы аҡ Колчак хөкүмәтенән тамам биҙеп, ваз кисеп, килешеү аша ҡыҙылдар яғына сыҡты, советтар нигеҙендәге Башҡорт автономияһы тураһында Совет хөкүмәте менән шартнамәгә ҡул ҡуйҙы – Автономиялы Совет Социалистик Республикаһын төҙөү осоро башланды...
Бер уйлаһаң, автономиялы буржуаз Башҡорт хөкүмәтен ҡулға алыуҙар, автономиясыларҙы атыуҙар, фронт менән фронт ҡара-ҡаршы тороп һуғышыуҙар, ике йыл буйына илдең ябай тыныс халҡын талау һәм үлтереүҙәр – Сәлимйән кеүек коммунистар тәҡдим иткән тыныс юл менән хәл итәһе сәйәси мәсьәләләрҙе ғәрәсәттәр тамуғы аша уҙғарып, илдең даръялай ҡандарын ҡойоп, ҡабат шул уҡ, тәүҙә үк, тәҡдим ителгән тыныс юлға кире әйләнеп ҡайтырға – былар барыһы-барыһы большевиктарға ниңә кәрәк булды һуң, ябай синфи ҡаршылыҡтарҙы үҙҙәре уйлап тапҡан яһалма синыфтар һуғышына әйләндереү, шуның аша үҙ хакимлыҡтарын ауҙарылмаҫлыҡ итеп нығытыу өсөнмө?!.
Яҙға табан көнсығыштан колчаксылар фронты яңы хәл иткес һөжүмгә күсеп, ҡыҙыл ғәскәрҙәрҙе Иҙелгәсә сигендереп, Башҡортостан тағы тулыһынса аҡтар ҡулы аҫтында ҡалғанлыҡтан, социалистик Башҡортостандың Ваҡытлы Революцион Комитеты (БВРК) тип аталмыш Совет хкүмәте ваҡытлыса Саранск ҡалаһына күсенергә мәжбүр булды.
Яңыса хөкүмәт ҡоролошо һәм башҡорт ҡыҙыл армияһын төҙөү мәсьәләләре буйынса һөйләшеү өсөн апрель аҙаҡтарында Мәскәүгә барған Хәрби комиссар Әхмәтзәкир Йәлитовты Ленин үҙе ҡабул итте.
-- Совет хакимиәте, ябай ғына әйткәндә, “өс ҡот64 балығы” өҫтөндә баҫып тора, -- тине ул, хәҙер инде Рәсәй күләмендә танылған башҡорт лидерын иғтибарлы тыңлап бөткәс. – Йәғни Совет хөкүмәте, туранан-тура уға буйһонған Хәрби Революцион Совет (Реввоенсовет) һәм контрреволюцияға, саботажға ҡаршы көрәшеүсе Бөтә Россияның Ғәҙәттән тыш Комиссияһы (ВЧК). Был архияуаплы постарҙы архиышаныслы иптәштәр етәкләргә тейеш. Һеҙҙең Хөкүмәт һәм Хәрби комиссариат башындағы иптәш Йомағолов һәм иптәш Йәлитовты тап шундай итеп беләмен. Архимөһим һорау бар: ә өсөнсө “ҡот”ҡа кемде ҡуйҙығыҙ? Йәғни БЧК рәйесе итеп?
-- БЧК беҙҙә яңы ғына моронлай башланы, Иптәш Ленин. Уның нескәлектәрен дә белеп еткермәйбеҙ.
-- Эээ батенька, был архимөһим мәсьәләне артҡа ҡуйып тороп булмай! – Телефондан шылтыратып та өлгөрҙө. – Феликс Эдмундович, бында совет Башҡортостаны чекаһын ойоштороу проблемаһы килеп тыуҙы – хәҙер һеҙгә иптәш Йәлитов барасаҡ, уға ярҙам итеүегеҙҙе һорайым. – Йәһәт тороп, ишеккәсә оҙатты.
-- Кемде билдәләнегеҙ? – тине Дзержинский, тәүҙә дөйөм һүҙ барышында булдырыласаҡ комиссияның эш бурыстарын ҡыҫҡаса аңлатҡас.
-- Вакансия әлегәсә буш тора, милли кадрҙарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Был яуаплы һәм сетерекле эш башында, минең уйлауымса, милли кадр булырға тейеш.
-- Дөрөҫ, был бик мөһим. Ойоштороу йәһәтенән беҙ һәр яҡлап практик ярҙам күрһәтергә әҙер. Ә кадрҙар мәсьәләһендә Милләттәр буйынса Халыҡ комиссары Сталин иптәшкә керегеҙ.
Һуңғы ваҡытта Сталин менән йыш күрешергә тура килгәнлектән, аралары яҡын ине – ҡабаланмай ғына ихлас һөйләште. Иң элек башҡорт ҡыҙыл армияһының ҡасан төҙөлөп бөтәсәге, нисә мең штык йәки ҡылыс тәшкил итере менән ҡыҙыҡһынды. Йәлитовтың яуаптарынан шөйлә ҡәнәғәтләнеп, өҫтәле өҫтөндә төтөн бормаслатып ятҡан төрөпкәһен ҡапты ла, тороп, йөрөштөрә башланы; торорға иткән серҙәшен яҫы ҡаты усы менән яурынынан баҫты:
-- Дзержинский иптәш шылтыратҡайны, беҙҙән ни ярҙам кәрәк?
Кәрәген һөйләп биргәс, уйға ҡалып, өҫтәленең артына кире төпләнде, алдындағы ҡалын дәфтәрҙе асып, күҙ йөрөттө:
-- Шәмиғолов иптәште алып булмай, уны Өфө гөбөрнәһенә Эльцин иптәшкә беркеттек – мосолмандар мәсьәләһе буйынса. Бына, -- төрөпкәһенең һемәген дәфтәргә төрттө, -- Мырҙағолатов Сәлимйән Шәһәргәрәй улы. Һыналған иптәш, коммунист, башҡорт – тап һеҙгә кәрәкле кеше. Граждандар һуғышын үткән, уны Гая, Каширин иптәштәр ҙә яҡшы белә; әлеге көндә Самарала Көньяҡ фронттың Сәйәси идаралығында хеҙмәт итә.
-- Мин дә уны күпмелер беләм, буғай. Һәр хәлдә, ыңғай яҡтан.
-- Шулайғас, ул һеҙгә иң ҡулайлыһы.
Май башында, үҙенең хөкүмәт вагонында Саранскиға ҡайтып барышлайы, Йәлитов Самарала туҡталды, Мырҙағолатов менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләште.
-- Беләһегеҙ, мин һеҙҙең буржуаз автономия тарафдары түгел инем, -- тине Сәлимйән. – Фронттарҙа ла йыш ҡына һеҙҙең аҡ армияға ҡаршы һуғыштым. Ләкин инде ҡыҙылдар яғына сыҡтығыҙ, Совет Рәсәйе эсендәге Совет автономияһы төҙөргә керештегеҙ – быны мин ҡыуанып хуплайым һәм был йәһәттән Совет Башҡортостанына бөтә көсөмдө, һәләтемде биреп хеҙмәт итергә әҙермен.
-- Килештек, уҙаман! – Ихлас ҡул ҡыҫыштылар. – Фронт штабында һөйләштем – ризалар. Бындағы эштәрегеҙҙе тиҙ генә теүәлләгеҙ ҙә, мин көтәм, Саранскиға бергә китәбеҙ!
1919 йылдың 5 майында уҡ Башҡорт хөкүмәте Мырҙағолатовты БЧК рәйесе итеп тәғәйенләне; шунда уҡ ул Пензаға барып, ундағы чека эштәре менән танышып, тәжрибә туплап килде лә БЧК-ны уның тәүге нигеҙ таштарынан башлап ҡорҙо. Бер ыңғайҙан партия эшенә керешеп (Хөкүмәттә бер-ике коммунист булһа ла, РКП(б) ойошмаһы юҡ ине), етәксе башҡорт уҙамандарын коммунистар партияһына ағза итеп алыуҙы юлға һалды, сөнки юғарынан үткәрелгән ҡаты сәйәсәт буйынса, хатта кешенең белеменә, һәләтенә лә ҡарамай, совет хакимиәтендә мөһим етәксе кадрҙар коммунист булырға тейеш; ә был иһә фирҡәһеҙҙәрҙе аяуһыҙ ситкә быраҡтырып, партия билетлы төрлө карьеристарға, авантюристарға юл аса... Оҙаҡламай Петроградты аҡ Юденич ғәскәрҙәренән ҡурсаларға Ленин иптәш саҡыртып алған башҡорт дивизияһының күпселек фирҡәлеләре лә Мырҙағолатов тәрбиәләп өлгөрткән, ағза итеп алған коммунистар ине...
Көнсығыш фронтта Ҡыҙыл Армия Башҡортостанды аҡтарҙан арсалағас та, Хөкүмәт органдары йәһәт Эстәрлетамаҡҡа ҡайтып, йәш Совет республикаһы органдарын ҡороп нығытыуға керешелде, был иһә бер йыл эсендә ике тапҡыр фронт ғәрәсәте көйҙөрөп үткән илдәге аслыҡ-яланғаслыҡ, бандитлыҡ, өҫтәүенә, Ырымбур, Өфө кеүек күрше өлкәләрҙең милли автономияға ҡаршы ныҡышмалы көрәшеүҙәре, хас дошманлыҡ ҡылып аяҡ салыуҙары шарттарында барҙы. Элекке аҡ империя урынына аҫтыртын ҡыҙыл империя ҡорорға юҫыҡланған Мәскәү ҙә башҡорт үҙ аллылығының аяҡ-ҡулын ҡыҫҡартыу яғында ине; шул йәшерен маҡсатында хилаф сәйәсәт үткәреп, Башҡортостан автономияһының хас дошманы Ғәли Шәмиғоловты, башҡорт хәрби көстәрен үҙ ҡулында тотор өсөн, Башҡортостан Хәрби комиссариатының сәйәси бүлек башлығы итеп күсерә -- башҡорт хөкүмәте өҫтөнән күҙ-ҡолаҡ булырға, автономияға ҡаршы ҡара көстәрҙе етәкләргә...
РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетында автономияны емертеүселәр өҫтөнлөк ала, йәшерен алыш нәтижәһендә БЧК рәйесе Мырҙағолатов Ҡазандан килтерелгән һәм Шәмиғолов төркөмөнән булған Абдрахман Измайлов менән алмаштырыла. Аҫтыртын көрәш юғары нөктәһенә етеп, Хөкүмәт башлығы Йомағолов 1920 йылдың 15-енән 16-һына ҡараған төндә Башҡортостан автоно-мияһына ҡаршы фетнә әҙерләүселәр рәүешендә партия өлкә комитеты ағзалары Ғ. Шәмиғоловты, А. Измайловты һәм башҡаларҙы (яңылышып, буғай, БЧК Коллегияһы ағзаһы С. Мырҙағолатовты ла) ҡулға алдыртҡас һәм Ленин бойороғо менән уларҙы азат иттерткәс, шау-шоу тыуҙырған был ваҡиға Мәскәү алдында шәмиғоловсыларҙың абруйын уғата күтәреп һәм уларҙы уғата рухландырып, яһил төркөм Эстәрлетамаҡта һәм республика кантондарында башҡорт Хөкүмәтенә ҡаршы хәрәкәтен көсәйтте; башҡорт ерҙәрен көслөк менән баҫып алыусы урыҫ килмешәктәре хатта ҡораллы “коммунистик” әтрәттәр ойоштороп, ауылдарҙа башҡорттарҙы талап, атып йөрөнө. Шундай хәлдәрҙе тикшереү һәм үҙ сиратында ҡораллы һаҡлыҡ саралары күрә башлаған башҡорт халҡын тынысландырыу өсөн, республика етәкселеге танылған коммунист Сәлимйән Мырҙағолатовты бер юлы Хөкүмәттең, РКП(б) өлкә комитетының, БЧК-ның вәкәләтле комиссар-ревизоры рәүешендә ваҡиғалар ҡатмарлашҡан төбәккә – үҙенең тыуған ере Үҫәргән кантонына юлландырғайны. Ифрат яуаплы, хәтәрлекле вазифаһын башҡарып йөрөгәндә, республиканың сәйәси хәле уғата ҡатмарланды, ҡырҡыуланды.
Сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй, Үҙәк хакимиәт – ВЦИК һәм РСФСР СНК-һының М.И. Калинин һәм В.И. Ленин ҡул ҡуйған “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының Россия Социалистик Федератив Совет Республикаһына мөнәсәбәттәре” тигән 1920 йыл 19 май декреты автономия хоҡуҡтарын тамам юҡҡа сығарырлыҡ итеп мөнтәп-ҡыҫҡартҡас, илдә ҙур ҡәнәғәтһеҙлек, бола алды мөхите килеп тыуҙы. Үҙәк Хөкүмәт Әхмәтзәкир Йәлитовты Мәскәүгә саҡыртып алып, ҡайтармай тотҡарлағас, кантондарҙа халыҡ массалары шартларға әҙер дары хәленә етеп, бер туҡтауһыҙ шаулы йыйылыштар уҙғарып, Эстәрлетамаҡҡа ла, Мәскәүгә лә нәфрәтле хитапнамәләрен, телеграммаларын яуҙырҙы; 19 май декретын юҡҡа сығарыуҙы, Әхмәтзәкир Йәлитовты Башҡортостанға ҡайтарыуҙы талап ҡылды. Тамъян-Ҡатай, Үҫәргән, Бөрйән-Түңгәүер кантондарында сәйәси көсөргәнеш саманан ашып, тауҙар араһында ятҡан Байым ауылының бығаса билдәһеҙ бер ерекмәне Хажиәхмәт Унасов төркөмө ҡалҡынып сығып, ҡоралланып, урындағы Советтарҙы ҡыйратып йөрөүе, ҡораллы әтрәтенең, епшек ҡарҙа тауҙан тәгәрләгән ҡар йомарлағылай, көндән-көн ҙурая барыуы ныҡ борсоно. Сәлимйән берыңғайҙан шул яҡтарҙы ла тикшереп үтергә юҫыҡланып, Силәбе – Орск тимер юл станцияһына килгәс, телеграфтан уғата яманыраҡ хәбәр һуғылды: 15 июндә баш ҡала Эстәрлетамаҡта башҡорт Хөкүмәте ағзалары эш урындарын ташлап киткән, республикала юғары хакимиәт Шәмиғолов һәм уның кампанияһы ҡулына күскән. Артынса уҡ шәмиғоловсы -- мансыревсы яңы Башревкомдың 1920 йылдың 26 июнендә сығарылған 1-енсе номерлы хәрби фарманы Урал тауҙары араһына ла килеп етеп, Башҡортостанда ғәмәлдә хәрби диктатура иғлан ителеүе асыҡланды, был иһә дары мискәһенә сағылған осҡон ине. Сәлимйән, үҙен комиссар-ревизор итеп хәтәр эшкә юлландырған республика хакимиәте алмашынһа ла, коммунислыҡ бурысым үҙ урынында ҡалды, тип, башлаған яуаплы эшен еренә еткереүҙе хуп күрҙе; барыһы үҙ ҡалыбына ултырыр, коммунистар партияһы иҫән саҡта Башҡортостан Совет республикаһы йәшәйәсәк, ә ваҡытлыса өҫтөнлөк алған шәмиғоловсылар күп тә тормай һепереп түгеләсәк, ә минең тикшереү һөҙөмтәләре республикаға һәр саҡ кәрәк буласаҡ, тигән фекерҙә ҡалып, йөкмәтелгән вазифаһын үтәүҙе дауамланы. Һәр хәлдә, бола ҡубынған төбәкте арҡылы-буй йөрөп үтеп, ваҡиғаларҙың айышына төшөнөп, партия өлкә комитетына һәм башҡаларға ысынбарлыҡты бөтә дөрөҫлөгөндә еткерергә, халыҡ яҙмышы ҡыл осонда торғанда хата ҡарарҙарға юл ҡуйҙыртмаҫҡа тәүәккәлләнде...
Төрлө юл һәм һуҡмаҡтарҙан тимер юлға барып сығып, бәләкәй генә станцияла поезд көтөп ҡаңғырғанда, тау араһын оҙон борғо ауазы яңғыратты, баштан-аяҡ тимер көплө вагондарҙан пушка һәм пулемет көбәктәрен уҫал кәшкәйткән бронепоезд шау-гөр килеп туҡтаны; алдағы вагондан өҫтө-башы шау-һары ҡайышҡа бөткән, арҡыс-торҡос портупеяларына бер түгел ике кобура аҫҡан йәш егет мылтыҡлы бер төркөм ҡыҙыл әрмис оҙатыуында һикереп төшөп, һуҡыр себендәй туп-тура Сәлимйәнгә ыңғайланы, тәмәке төтөнө һарғайтҡан һуҡ бармағын уның маңлайына нәҡ наган көбәгеләй тоҫҡап, тамаҡ төбөнән екерҙе:
-- Эй, чучмек! Кто ты – башкир?
-- Да, башкир.
-- Взять! – Наган көбәгеләй тоҫҡалған бармағы менән бейек таш пакһауз65 стенаһына төртөп күрһәтте. – К стенке!
Ҡыҙыл әрмистәр Сәлимйәнде елтерәтеп алып барып ҡоймаға терәнеләр. Бойороусы, ҡан баҫҡан күҙҙәре менән ашарҙай төбәлеп, уң яҡтағы кесерәк кобураһының ҡапҡасын ысҡындыра башлағайны, поезд яғынан киҫкен тауыш яңғыраны:
-- Стой! Отменить! Ты что делаешь, Голиков?!
-- Как что, бандита пускаю в расход!
-- А ты дознался, на самом деле кто он?
-- Башкир он, вот кто. Значит, сто процентный бандит. Ему к праотцам прямая дорога!
Киҫәтеүсе йүгереп килеп етте:
-- Эх Аркадий, Аркадий, неисправим же ты! Этот башкир – мой хорошо знакомый, настоящий коммунист. Прочь по своим местам! – Сәлимйән, ҡапыл иҫенә килеп, аралаусыһын таныны – 1918 йылдан алып аҡтарға ҡаршы бергә һуғышып йөрөгән яугир ҡорҙашы, 1919 йылда Ырымбур хәрби нығытмалы район коменданты, шунан һуң Төркөстан фронтындағы 49-ынсы ҡәлғә дивизияһы башлығы, ә хәҙерен Урал хәрби нығытма район башлығы, ә асылы Верхнеураль-скиҙың ҡыҙыл казагы Николай Каширин ине. Шунда уҡ башҡортсаға күсеп өндәште. – Гареевич, бында ни эшләп йөрөйһөң?
-- Йомош менән, Николай Дмитриевич.
-- Ярай килеп өлгөрҙөм, юҡһа... Киттек, брат, аяғөҫтө тороп ҡына аңлашаһы хәл түгел!
Паровоз һыу һәм ташкүмер тейәгән шаҡтай оҙайлы арала вагонға инеп ултырып, осрашыу айҡанлы тултырылған соҡортайҙарҙы түңкәрҙеләр.
-- Кем был Голиков тигәнегеҙ, ниңә бармағын наган көбәгеләй күҙгә терәп екеренә?
Каширин көлдө:
-- Малайка, ләкин хәтәр малайка: ун алты йәшенән – полк командиры, коммунист: 1918 йылда беҙҙең Белорет Реввоенсоветының беренсе рәйесе Борис Варфаломеевич Точисский66 үҙе партияға алған һәм һеҙҙең Закир Йәлитиҙең аҡ армияһына ҡаршы әтрәт командиры итеп изге һуғышҡа аяҡландырған бер фрукт. Әтрәтенең алдында гел: “Гайда! Гайда!” – тип оранлап барғаны өсөн Гайдар67 (Һәйҙәр) тип йөрөтәләр үҙен. Борис Варфоломеевичтың фатихаһы буйынса тирә-яҡ ауылдарҙы айҡап, наганы менән йөҙәрләгән башҡорттоң башына еткән, шул арҡала психикаһы зәғифләнеп, үҙе һис белештермәй, кеше менән ябай һөйләшкәндә лә ул һуҡ бармағын наган көбәгеләй тоҫҡап екеренә... уға һәр башҡорт – бандит... Әммә боевой командир. Ошо ғәййәрлеген тейешле баһалап, Дзержинский иптәш уны, ғәҙәттән тыш вәкәләтлектәр биреп, аңһыҙ алтай көтөүселәренең восстаниеһын баҫтыртырға юлландырҙы...
-- Быныһы хәтәр икән...
-- Хәтәр эштәр етерлек ул беҙҙә, брат. Тамбовтағы Антонов восстаниеһын ишеткәнһеңдер? Инде килеп һинең гүзәл Башҡортостаның болара...
-- Шул бола усағын томалау әмәлен табырға китеп барам... партиябыҙ ҡушыуынса. – Эстәрлетамаҡта бирелгән мандатын күрһәтте.
-- Дааа брат, әгәр үҙеңде электән үк белмәһәм, ары ебәрмәҫ инем. Мандатыңдың көсө бөткән – хәҙер унда власть башына кемдәр килгәнен беләһең. Һин бараһы районда яңы хәрби көстәр тәртип урынлаштыра -- һине мандатың менән ҡуша стенаға ҡуясаҡтар, тап баяғы Голиков кеүек...
-- Башҡорт мәҡәлен беләһең: бүренән ҡурҡҡан – урманға бармаған, -- тине Сәлимйән.
-- Шулай ҙа төпкә йәшер был ҡағыҙыңды, ә һәр ерҙә ҡулланмаҡҡа үҙемдең мандатты бирәм. Ҡыҙыл Армияның махсус бурыс йөкмәтелгән ғәҙәттән тыш ревизор-комиссары тип.
-- Рәхмәт, шулай итермен. Тик мине тейешле тәңгәлгәсә еткереп ҡуйығыҙ инде.
-- Һүҙһеҙ. Тик ниңә ҡоралың юҡ?
-- Хәҙер минең ҡоралым – телемдә, коммунист телмәре.
Каширин баш сайҡаны:
-- Береженного Бог бережет, тигәнде лә онотмайыҡ. Йәтеш кенә көбәк бирәйем, кеҫәңә генә һыйырлыҡ?
-- Кәрәкмәй, халҡым араһына барам.
Бронепоезда хәтһеҙ генә юл үтеп, Бөрйәнгә иң яҡын тәңгәлдә тау араһында төшөп ҡалды.
Достарыңызбен бөлісу: |