5
Кисенә ул ҡала зыялылары йыйыла торған мосолман мәғрифәт төйгенә -- Ғабдулла Туҡай исемендәге татар китапханаһына юлланды. Ҙур булмаған уҡыу залы ҡара бәрхәт кәләпүш, уҡалап сиккән таҡыялы татар сауҙагәрҙәре һәм уларҙың йылғыр ялағайҙары – эреле-ваҡлы кибеттәрендә аршинлап ситса, мыҫҡаллап тәм-том үлсәүсе һыҡмыр приказчиктар, трактир половойҙары, шулай уҡ мәҙрәсә шәкерттәре, дворниктар менән шығырым тулы; араларында йөҙҙәре төтөнгә ыҫланған бер-ике пролетарий – тимер юл депоһы эшселәре бар. Барыһының иғтибарын тартыусы – Башҡорт Милли Мәркәзенән килгән шағир Шаһизада Бәпесев һәм уға һырныҡҡан ҡыҙ-ҡырҡын – түбәләренә мәрйенле ҡалпаҡ сөйгән, ҡаштарына һөрмә тартҡан бер килке милли туташ. Сәлимйән кергәндә мәжлес аҙағына етеп, буғай, гөжләй ине: бәғзеләре хатта сығып та киткеләй. Түрҙәге йәшел буҫтау япмалы өҫтәл артында -- европаса ҡара костюм, текә тирәсле кәләпүш кейеп затлы бурҙай эттәрҙәй суҡайып ултырған икәү: ҡала байы Борһан Шәриф (“Урал” рестораны хужаһы) менән уның тоғро ялсыһы – “Мосолман шураһы” рәйесе, “Ваҡыт” гәзите мөхәррире Фатих Кәрим залдағыларҙың аҡтыҡ һорауҙарына яуап биреп, мәжлес һуҙымын йомғаҡлай:
-- Ҡабатлап тәкрарлайым: беҙ – йәмғебеҙ мосолман затлы бер үк халыҡ, бөгөнгө көндә асылы фәҡәт шыр-наҙан һәм сеп-сей хаталы рәүештә үҙҙәрен “башҡорт” тип атаған һәм берҙәм мосолман донъяһын ҡырҡҡа бүлгесләп ҡаҡшатҡан бәғзе бер йүгәнһеҙ әһелдәрҙең “башҡорт милли тупраҡлы мөхтәриәте” тигән баштан-аяҡ зыянлыҡлы идеяһына ҡырҡа ҡаршы беҙ. Ләғнәт һәм бәддоға уларға! Мосолманлыҡты емерергә, тамырынан тарҡатырға тырыша улар. Беҙ, эске Рәсәйҙең, Себерҙең вә Ҡафҡаздың әһле48 мосолмандары, әһле Исламдың йәшел әләме төбөндә бөйөк төркиселек шиғары илә мәҙәниәтле уҡмашып, һәммәбеҙгә уртаҡ булмыш, ер ҡыҫаларында нәһи сикләнмеш49 милли-мәҙәни мөхтәриәт хасил ҡылырға тейешбеҙ...
-- Татар байҙарының сауҙа даирәһен киңәйтеп, уныһыҙ ҙа күпкән ҡорһағын ҡалынайтырға, ә беҙҙәрҙәй хеҙмәтсән халыҡтың арыҡ тәнендәге һуңғы ҡанын һығып эсергәме?! – Эшселәрҙең береһе тороп бүлдерҙе.
-- Һин, кем, Сәхи Ғәйфи, һаман да шул томаналығыңа барып, көфөр һүҙҙәр һөйләйһең! -- Өҙөп алды Борһан Шәрәф. – Был болғансыҡ заманала һин – уфалы, мин – ҡазанлы, һин – бай, мин – ярлы, тип бүленергә лә, ерле мөхтәриәт сиктәре эсендә ҡамалырға ла ярамаҫ. Бөтөн төрки-татар донъяһы, туғандарса ҡулға-ҡул тотоношоп, бер ыҙандан һөрөргә бурыслы...
-- Беҙ – һөрөргә, ә һеҙ урып алырғамы? – Сәхи Ғәйфи тигәндәре тынманы.
-- Мосолманлығыбыҙ яҙмышы ҡыл осонда торғанда, беҙҙә айырмалыҡ юҡ, асы яҙмыш яғаһында барыбыҙ ҙа бер тигеҙ.
-- Һе! Ҡаланың иң затлы “Урал” рестораны хужаһы Борһан Шәрәф әфәнде лә, бына бынауы ҡалсайып ҡатҡан ҡулдарҙың эйәһе мин дә, тимәк, бер тигеҙ булып сығабыҙ?! – Көрәк ҡулдарын юғары күтәрҙе. Йәмәғәт әллә хуплап, әллә ғәйепләп шауланы. Фатих Кәрим тигәндәре туларға торған был отороларҙы еҙ ҡыңғырау шалтыратып тонсоҡторҙо.
-- Һин, Сәхи Ғәйфи, большевиктар ҡотҡоһон таратма бында! Ҡараңғы башҡорт башың менән яһил урыҫ арбаһына ултырып, урыҫ картузы кейеп, донъя болғатаһың, хәсис!
-- Ә һин, Ғәйет ауылының башҡорт аҙғыны, башың-тояғың менән татар байҙарына һатылып, таҡыр башыңа фәсле кәләпүш ҡундырып, шуларҙың оса араһын ялап йөрөйһөң, тфү! – Сикәләре ҡыҙышып, товариштары менән сығыу яғына елтерәне, шау-шоу ҡупты. Заманса ыҫпай кейемле, аҡ йөҙлө һәм һары сәсле бер азамат (Сәлимйәнгә уны ҡалабыҙҙың билдәле зыялыһы, “Хөсәйениә” мәҙрәсәһенең учителе, башҡорт казагы Ғабдулла Сибәғәт улы Дәүләтшин тип аңлаттылар) ҡалҡынып, көр тауышы менән шау-шоуҙы ҡапланы; өҫтәл артындағыларға кинәйәле баш сайҡап өндәште:
-- Әфәнделәр, бындай тупаҫлыҡ һис тә кәрәкмәҫ ине. Томана башҡорт тигәс тә, уңды-һулды зерә шәп тойомлай ул.
-- Һин дә, мөхтәрәм Дәүләтшин әфәнде, мосолман казагы башың менән ылғый шуларға эйәреп, Коростелевтар мөхитендә алйыйһың. Өҫтәүенә, тупраҡлы мөхтәриәтселәр оялаған Каруанһарай тупһаһын шымартаһың. Һин дә тупраҡ тарафдарымы әллә?
-- Эйе, йәшермәйем, мин дә башҡорт халҡының ғәзиз өмөттәрен ҡәнәғәтләндереү яҡлымын.
-- Хәсис! Автономист!
-- Эйе, автономист. Башҡорттоң тәрән тамырҙары сәмүм елдәренә осортмай тотоп торған сал Урал тупрағында Рәсәй эсендәге ерле-милли автономия төҙөргә ваҡыт. Ләкин беҙҙең ул автономия большевиктар сәйәсәтенә яраҡлы төҙөлөргә, бөгөн-иртән большевиктар яулап аласаҡ Советтар хакимиәтендәге автономия булырға тейеш. Ул хакимиәттә, әлбиттә, һеҙҙең кеүек аҡса ҡапсыҡтарына урын булмаясаҡ!
-- Һатлыҡйән! Кил, йөҙөңә төкөрәйем! – Шәриф Борһандың һимеҙ йөҙө ут ҡапҡандай ҡыҙарҙы. Ҡуштаны ауыҙ асырға өлгөрмәне – залдағы аҡ ҡалпаҡлы нәфис туташтарҙың береһе, муйылҡара оҙон толомо арҡаһына ағылып төшкән һәм ут-янып баҡҡан ҡара күҙлеһе, тулҡынланып киҫәтте:
-- Бай ағай, был ни хәл? Сығырыңдан сығаһың!
-- Һеңлем, миңә аҡыл өйрәтергә кем әле һин?
-- Мөғәллимәләр курсының уҡыусыһы. Ә Ғабдулла ағай Дәүләтшин – мөхтәрәм уҡытыусым, уға ундай тупаҫ һүҙҙәр әйтергә хаҡығыҙ юҡ! Ғәфү үтенмәһәгеҙ, нәфрәт белдереп сығып китәбеҙ!
-- Эйе, сығып китәбеҙ! -- Әхирәттәр берҙәм ҡуҙғалды.
-- Бына бит ул – большевик сире... Сәхи Ғәйфиҙән йоҡто... – Борһан Шәрәф баш сайҡаны.
-- Юҡ! Бер кемдән дә йоҡманы!
-- Сабыр итегеҙ! Ундай талаптар ҡуйырға башығыҙ йәш әле! – Тороп баҫҡан Фатих Кәрим баштар аша ҡараҡайға төбәлде. – Яңылышмаһам, Бөрйән яғының ҡарлуғасы һин, һеңлем?
-- Яңылышманың.
-- Һайрауыңдан яҡшы тойолоуынса, Каруанһарай ене ҡағылған һиңә лә?
-- Ене түгел – еле, шифалы еле!
-- Башҡорт еле! – Тотанаҡланы әхирәте.
-- Ялған ел ул, һеңлекәш: башҡорт тигән айырым ҡәүем дә, ер ҙә юҡ. Ул уйлап сығарылған.
-- Аллаһы Тәғәләнең үҙе тарафынанмы? Башҡорттоң үҙ ере лә, көнө лә, теле лә бар – ерһеҙ мөхтәриәт яҡлы татар ҡәрҙәштәребеҙҙән шул яҡлап айырылабыҙ.
-- Уйлап ҡара әле, һеңлекәш: шул ҡараңғы-төпкөл Бөрйәнеңдән ошо мәғрифәт усағына килеп, аслан кем телендә белем алғаныңды, кем хәрефтәрендә яҙғаныңды шәйләйһеңме?
-- Башҡорт шәжәрәләренең телендә. Үҙебеҙҙең яҙма тел. Бабаларыбыҙ яҙған тел! – Бөрйән ҡыҙы менән әхирәттәре залды ҡалдырып сығып барғанында Фатих Кәрим арттарынан ҡысҡырҙы:
-- Татар теле ул, һеңлем! Татар теле! Татар муллалары һеҙҙе кеше иткән, уҡырға-яҙырға өйрәткән!
-- Улар юҡта ла беҙ кеше инек! Үҙегеҙ кеше булығыҙ!
-- Ҡара-ҡара: ҡарлуғас тигәнем – ҡарсыға!..
-- Күренеп тора -- Абдулла Дәүләт шойҡаны! – Борһан Шәрәф тә үртәлде. Ҡыҙҙар артынан дәррәү ҡуҙғалған Шаһизада Бәпесев иһә эре-эре аҙымлап барышлайы әйләнеп ҡарап нәфрәтләнде:
-- Тфү! тип төкөрәйемме, әллә өшкөрәйемме? Тонсоҡтора был тынсыу татар мөхите!
-- Һин, шырмый шағир! – Борһан Шәрәф сыҙамай бармаҡ янаны. -- Иртәгә кем матбағаһына килереңде онотма!
Гәзиттең мөхәррире хужаһы янауын ҡеүәтләне:
-- “Ваҡыт” ишеге дуңғыҙ мороноң алдында уҡ ябылыр!
Елтерәп барған шағир бер мәлгә туҡталды:
-- Ҡарап-ҡарарбыҙ әле. Һөрһөп бөткән татарҙарҙың эстәрен көтөрләтеп, ерле-милли мөхтәриәт кенә яулап алайыҡ – үҙ телебеҙҙә уҡырбыҙ, үҙ телебеҙҙә яҙырбыҙ! Һәм һеҙҙең “Ваҡыт” ише серек матбағаларға яҡын да юламабыҙ!
Сәлимйән дә ҡуҙғалды:
-- Артабан бында ҡалыуҙың мәғәнәһе юҡ, киттек! – тине Ғабдулла Дәүләтшинға. Барышлайы ҡулын ҡаты ҡыҫып хупланы: – Дөрөҫ юлдан киләһең, иптәш Дәүләтшин. РСДРП(б)-ға ағза булып керәһең икән тип тә ишеттем.
-- Эйе, йыйынам.
-- Тиҙләтергә кәрәк, сөнки башҡорттарҙан коммунистар аҙ, юҡ барәбәрендә, тип әйтерлек. Үҙем тотанаҡ бирермен.
-- Рәхмәт, яҡташ.
Ҡалпаҡлы һылыуҡайҙарҙың күбеһе таралған, ишек алдында баяғы сая ҡараҡай менән Шаһизада Бәпесев йөҙгә-йөҙ килеп, шарҡылдашып көлөшөп тора. Сәлимйән ҡыҙ алдында туҡталып баш эйҙе:
-- Буржуйҙарҙың ауыҙына әсеүташты шәп ҡаптырҙың, һылыуым, маладис! Үҙеңде әллә оҙатып ҡуяйыммы?
Ҡыҙ ауыҙ асырға өлгөрмәне, Шаһизада өҙөп алды:
-- Һуңланың шул, ағайым, оҙатыусыһы эргәлә! – Ҡыҙҙы ҡултыҡлап этәрҙе. – Бисмиллаһи рахман рәхим, аҡ юл беҙгә, Әҡлимә туташ! – Һоро шинелле ағайға өндәшергә ирек бирмәй, ҡойондай өйөрөп алып китте.
-- Их, ҡайҙа беҙҙең йәш саҡтар – кеҫә тулы борсаҡтар!.. – Текләп ҡалды Ғабдулла Дәүләтшин.
-- ...Һаламдан тәртә ҡайырып, сиңерткә еккән саҡтар... -- Йөрәгендә абайлатмай татлы хис тоҡанып семеткеләгән Сәлимйән иҫен саҡ йыйҙы. -- Һылыу ҡыҙ... ҡыйыу ҡыҙ... Бирһә, бирә икән Хоҙай Тәғәлә!
-- Иң яратҡан уҡыусым. Халҡыбыҙға бынамын тигән мөғәллимә ҡайтасаҡ.
-- Ә Бәпесев менән аралары нисек? – Сәлимйән үҙ хистәрендә болғанды.
-- Бер нисек тә түгел һымаҡ. Һәр хәлдә, нуҡталанмаған тай-тулаҡ. Фатирҙаш ике шағир, ике дуҫ, ҡыҙыҡайҙың тирәһендә урала, ҡороҡларға ынтыла. Әммә, белеүемсә, һылыуыбыҙ береһенә лә баш бирмәй.
-- Икенсеһе кем?
-- Бәй, үҙеңдең яҡташ-мәҙрәсәләшең Төхфәт Сенәкәй. “Рәдүди” тип тә тамғалай шиғырҙарын.
-- Төшөндөм: Рәдүт ауылының татар казагы. Бынан туғыҙ йыл элгәре олатайың Мөхәммәткамал хәҙрәт ауылында Һаҡмар буйында шиғыр әйтешеүҙәренең шаһиты булғайным. Икеһе лә малайҙар ғына ине...
-- Эййй... һәммәбеҙ ҙә малайҙар ғына инек шул... яһилдар менән яғалашыр көнөбөҙ килеп етте.
-- Шуны аңлай алмайым, -- тине Сәлимйән, байтаҡ ҡына өнһөҙ уйланып барғас. – Татар буржуазияһы ниңә, революция тыуҙырған бөйөк форсаттан файҙаланмай, бушҡыуыҡтай тотанаҡһыҙ ерһеҙ мөхтәриәткә йәбешеп ята?
-- Сөнки тамыр тартҡан үҙ ере юҡ бит.
-- Теләктәре ҙур булһа, Ҡазан гөбөрнәһендә генә булһа ла, төпләнә алырҙар ине.
-- Теләктәре ҙурҙан да ҙурыраҡ шул: Рәсәйҙең төрки телле барса халыҡтарынан берҙән-бер милләт – татар милләте уҡмаштырып, Рәсәйҙең яртыһын татар Рәсәйе яһарға. Шул уҡ ваҡытта буржуйҙарының һәр береһенең бармағы үҙенә ҡарай кәкере – сығарып һалған бер тине йөҙ тин файҙа килтермәһә, ҡуҡыш күрһәтә милләтенә. Миңә татар капиталистарынан йыш ишетергә тура килде: “Әгәр беҙ ерле автономия алһаҡ, -- ти улар, -- тишек кәмәгә ултырыуыбыҙ ихтимал. Сөнки халҡыбыҙ фәҡир, дәүләт аппараты сығымдарын фәҡәт беҙ, бер-нисә бай, күтәрергә тейеш булабыҙ, ә был беҙҙең кеҫәгә ныҡ һуғасаҡ”. Алтын Урҙа емерелгәс төрлө төрки ярсыҡтарҙан эркелгән, үҙ дәүләте булмаған ҡәүем бит ул.
-- Ә Ҡазан ханлығысы?
-- Уныһын да башҡорт хандары төҙөгән, ә һуңынан татар хандары бөлдөргән.
-- Ерле мөхтәриәт яҡлы башҡорт буржуазияһы ла үҙ ҡалтаһын ғына ҡайғыртмаймы икән?
-- Уныһына шик тә юҡ. Әммә башҡорт ҡамғаҡтай тәгәрләп йөрөп ҡалта тултырырға күнмәгән: үҙ ерендә үҙ дәүләтен ҡороп байымаҡ уның мөҡәддәс теләге. Ерле дәүләт ҡороп, -- бына ҡайҙа айырма!
-- Минеңсә был, беҙҙең коммунистик идеялар күҙлегенән ҡарағанда ла, тәбиғи хәл, -- тине Сәлимйән.
-- Мин дә шулай уйлайым.
Муйыл күҙле, һумалалай ҡуш толомло бөрйән һылыуын күргәндән һуң, күңеле айҡал-сайҡал килеп, туңып торған йылға боҙо аҡтарылғандай булды, боҙ араһынан, йөрәк һыҙлатып, аяҙ Күктәй зәңгәр күҙле, арыш һаламылай һары ҡуш толомло Гөлсәсәге ҡалҡып сыҡты ла онотолмаҫ ҡиәфәте күҙ алдынан китмәҫкә мөһөрләнде. “Күптән тормошҡа сыҡҡан -- итәк тултырып бала ла үҫтерәлер, минең менән булғандары төш һымаҡ ҡына ҡалғандыр... ә мин...” – Ҡаты түшәгендә әйләнеп-тулғанды.
6
Дүрт йыл буйына герман һуғышының ҡанлы окоптарында дары төтөнөнә ыҫланған Сәлимйән Мырҙағолатов, фронт большевиктарынан дөйөм Рәсәй пролетариатының хәле, революцион бурыстары тураһында шөйлә төплө сәйәси һабаҡ алһа ла, бындағы тәрән тылда, йәғни үҙенең тыуған Ырымбур гөбөрнәһендә, синфи нисбәттәрҙең аслан нисек торошон, бигерәк тә Ырымбур казактарының тын алышын белеп еткермәй ине. Был хаҡта ул Коростелев иптәш менән бер осрашыуында ентеклерәк һорашты һәм, ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, ошондай мәғлүмәт алды.
Казактарҙың, бигерәк тә бай ҡатламдарының, ере күп; шул төп байлыҡты ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн, улар батша ҡушҡандың барыһын да күҙ йомоп эшләргә әҙер. 1905 – 1907 йылдарҙағы революцияны ҡанға тонсоҡтороп баҫырыуҙа казактар, шул иҫәптән Ырымбур казактары, батша самодержавиеһының төп көсөн тәшкил итте. Дөрөҫ, сикһеҙ оҙаҡҡа һуҙылған герман һуғышы, аҡ батшаны бәреп йыҡҡан Февраль революцияһы арҡаһында улар ҙа шаҡтай бөлдө, атамандарының бойороҡтарын үтәүҙән баш тартырға ла әҙер торған ярлылар ҡатламы барлыҡҡа килде. Беҙҙең бурыс – коммунистик өгөт-нәсихәт ярҙамында уларҙы нығыраҡ тарҡатыу, бигерәк тә һуғыш яфаһынан биҙгән фронтовиктарын үҙ яғыбыҙға ауҙарыу. Әммә хәҙерге моментта Ырымбур казачествоһы, дөйөм алғанда, беҙҙең өсөн ҙур ҡурҡыныс менән янай.
Ошо 1917 йылдың йәйендә Ырымбурҙа уларҙың Войсковой кругы саҡырылып, урында хакимлыҡ ҡылыу өсөн “малый круг” һәм уның тарафынан “хөкүмәт” һайланды. Шуның башында торған казак офицеры Дутов Петроградҡа барып, Ваҡытлы хөкүмәт менән уртаҡ тел табып, унда бөтә Россия казактарының хәрби Советы ағзаһы итеп һайланды; Ырымбурға ҡайтып, казак юғары ҡатламдарының контрреволюцион хәрәкәтен етәкләне. Каруанһарайҙа оялаған башҡорт милләтселәренең идеологы Әхмәтзәкир Йәлитов үҙен буласаҡ башҡорт ханлығының ханы итеп хыялланһа, Дутов Көньяҡ Уралдағы казак дәүләтенең диктаторы булырға йыйына. Уларҙың икеһе лә беҙгә, большевиктарға, ҡурҡыныслы.
-- Ә татарҙар?
-- Улар ике яҡҡа ла ҡойроҡ болғай: ысын сауҙагәрҙәрсә, ҡайһы тарафтан күберәк файҙа килер икән, тип һағалай...
Петроградта I бөтә Россия мосолмандары съезын саҡырыу алдынан Ырымбур казак ғәскәрҙәренән һайланған мосолман делегаттар ҡалабыҙҙа йыйылып, “Казак-мосолмандарҙың I ғәскәри съезын саҡырыу буйынса ойоштороу комитеты” һайлайҙар, билдәле мөғәллим Ғабдулла Дәүләтшин шуның рәйесе була. Был съезд 1917 йылдың 30 майында Ырымбурҙа эш башлап, Ырымбур мосолман казактарының Үҙәк ғәскәри комитетын төҙөй, уның рәйесе итеп Әбдерәүеф Абдулла улы Богданов, урынбаҫары итеп Ғабдулла Дәүләтшин һайлана. Ләкин комитет етәкселегенең, күп тә үтмәй, съездың шөйлә демократик ҡарарҙарынан тайпылыуы сәбәпле, елкәненә большевистик елдәр өргән Ғ. Дәүләтшин комитетта эшләүҙән тайшана...
Сәлимйән Мырҙағолатов алған тарихи мәғлүмәт булды был.
Һәм бына шул һалҡын елле октябрҙең 25-ендә Петроградта большевиктар тарафынан Ваҡытлы хөкүмәттең ҡолатылыуы, бөтә хакимиәт Советтар ҡулына күсеүе тураһындағы хәбәр, Ырымбур большевиктары, шул иҫәптән Сәлимйән дә, һағынып көткән танһыҡ хәбәр, ерҙе-күкте тетрәтеп килеп етте; күрше Өфө гөбөрнәһендәге кеүек үк, бында ла власть үҙенән-үҙе Советтар ҡулына күсер һымаҡ тойолдо. Әммә РСДРП(б)-ның Ырымбур ойошмаһы һәр яҡтан да үтә шыйыҡ булғанлыҡтан, Совет яҡлыларҙың өмөттәре аҡланмай. Октябрь түңкәрелешенән һуң ике көн үтер-үтмәҫтән, йәғни 1917 йылдың 27 октябрендә, “Ырымбур йәмәғәт ойошмаларының берләштерелгән кәңәшмәһе” йыйыла һалып, көнүҙәк саралар тураһында үҙ-ара килешә. Большевиктарға сығып һөйләргә лә ирек бирмәйҙәр. Эсерҙарҙар һәм меньшевиктар етәкселегендәге “Йәмәғәт именлеге комитеты”, татарҙарҙың Фатих Кәрим, Борһан Шәрәф башлығындағы “Мосолман гөбөрнә шураһы”, казактарҙың Войсковой кругы һәм уның эсендәге мосолман казактарҙың Үҙәк ғәскәри комитеты, Башҡорт Мәркәз Шураһы, ул саҡтағы “ҡырғыҙ” тип аталған ҡаҙаҡтарҙың Алаш-Урҙа вәкилдәре үҙ-ара уртаҡ тел табышып, хакимиәт теҙгенен “ҡала һәм гөбөрнә буйынса тулыһынса” атаман Дутов ҡулына тапшыра; урындағы большевиктар, үҙҙәренең телмәре менән әйткәндә, “иҙән аҫтына боҫорға” йәғни йәшерен эшкә күсергә мәжбүр була. Башҡорттарҙың автономия өсөн хәрәкәте бөтә башҡорт халҡы берҙәм тотанаҡлаған ҙур көс икәнлеген урындағы большевиктар ойошмаһы баһалап еткермәһә лә, Дутов быны аңланы һәм, Башҡорт Мәркәз Шураһы менән йәшерен килешеп, Рәсәй эсендәге казак дәүләте һәм Башҡортостан автономияһы өсөн көрәш хәрәкәттәрен бер-береһенә зыянлыҡһыҙ, йәнәшә алып барырға һүҙ ҡуйыштылар. Был көндәрҙең сәйәси нисбәтен ҡыҫҡа һәм аныҡ еткереү өсөн, заманының зыялыһы Кәрим Иҙелғужиндың башҡорт хәлдәренә бәйле хитапнамәһенә мөрәжәғәт итәйек:
“Мәркәз Шураның эше көндән-көн киңәйә. Башҡорттар араһында Башҡорт автономияһын төҙөү юлында эшләүгә димләүҙәр көсәйә. Мәркәз Шура, үҙ вәкилдәре арҡылы Керенский хөкүмәтенә хәбәр итеп, Башҡорт автономияһын ойоштороуға һәм башҡорт ер-урмандарын башҡорт съездары хәл итеүенсә идара ҡылыуға рөхсәт һорап ҡарай. Ләкин һөҙөмтәһе булмай. Керенский хөкүмәте башҡорт вәкилдәрен вәғәҙә менән туйҙырып, бөтә мәсьәләне Учредительный собраниеға бәйләп, шуның ҡарамағына тапшыра.
Август айында Керенский хөкүмәте бөтә ерҙәрҙе Үҙәк ерҙәр комитетына алырға бойороҡ сығара. Быға Башҡорт Мәркәз Шураһы риза булмай, Ваҡытлы хөкүмәткә телеграмма һуғып, башҡорт ерҙәрен Башҡорт Мәркәз Шураһының ер бүлегенә биреүҙәрен һорай. Ваҡытлы хөкүмәттең ерҙәр тураһында сығарған бойороғона башҡорттар күнмәйәсәк, башҡорт съездарының сығарған ҡарарҙары буйынса эшләйәсәктәр, тип аңлатыла.
Башҡорт Мәркәз Шураһы, бөтә ауылдың мулла һәм хәҙрәттәрен ойоштороп, өйәҙ һәм төбәк шураларҙы йыйнарға, һайлау эштәренә юлбашсылыҡ итеүҙе уларға тапшырып, милли флаг аҫтында милли капитал тупларға, башҡорт илен буржуаз демократия нигеҙенә ҡоролған бер хөкүмәт итеп ойошторорға тырыша.
Ауыл муллалары бөтә эштәрен дә дингә бәйләп эшләргә тырышыуҙары арҡаһында, башҡорттар араһында синфи айырымлыҡтар булмай. Башҡорт өсөн фәҡәт ерҙәрҙе ҡайтарыу, автономия алыу ул үҙе бер тарихи вазифаларҙан һанала. Төбәк һәм өйәҙ шура һайлауҙары ла, шулай уҡ дөйөм Башҡорт ҡоролтайына вәкилдәр һайлау ҙа милли тупраҡлы автономия алыу флагы аҫтында үткәрелә. Ҡоролтайға һайлау алдынан шулай уҡ Башҡортостан тупрағында йәшәгән татар халҡына айырым хитапнамәләр таратып, һайлау тәртиптәре күрһәтелә. Ләкин, башҡорт һәм татар ыҙғышы киң урын алып киткәнлектән, күп урында татарҙар һайлауға ҡатнашмай. Шулай уҡ урыҫ крәҫтиәндәре лә, Башҡорт автономияһына дошманлыҡ күҙе менән ҡарап, башҡорттар ерҙе үҙҙәре генә биләргә тырышалар, тип, башҡорт ҡуҙғалыштарына ваҡытлы бер эш итеп кенә ҡарайҙар.
Ул арала Октябрь көндәре етеп, мәркәз ҡалаларҙа власть большевиктар ҡулына күсә. Тик Ырымбурҙа һаман Ваҡытлы хөкүмәт тарафынан ҡуйылған комиссарҙар эш итә. Башҡортостандың ере икегә бүленә: Ырымбур гөбөрнәһе – ул Дутов шауҡымы аҫтында ҡала; Өфө гөбөрнәһе – уныһы өлөшләтә Совет яғында була. Мәркәз Шура, быға ҡарамаҫтан, декабргә саҡырырға билдәләгән дөйөм Башҡорт ҡоролтайын йыйнарға һаман әҙерлек күрә.
Власть Советтар ҡулына күсеү менән Мәркәз Шура, үҙенең партиялар көрәшенә ҡарашын белдереп, синыфтар көрәше мәлендә башҡорт халҡының тотҡан юлын күрһәтеп, 1-енсе һанлы фарманын сығара. Ул фарманды, Мәркәз Шураның Октябрь революцияһы һәм синфи көрәштәргә ҡарашын асып бирә торған бер тарихи документ булғанлыҡтан, бында ҡыҫҡаса булһа ла күсереп китеүҙе тейеш таптым.
Дөйөм башҡорт халҡына,
Төбәк шураларға
Фарман №150
Ошо 1917 йылдың 25 октябрендә Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәте большевиктар партияһы тарафынан төшөрөлөү айҡанлы, Рәсәйҙә үҙ-ара һуғыш китте. Большевиктар, Ваҡытлы хөкүмәтте тарҡатып, Петроград, Мәскәү, Ҡазан, Харьков, Саратов, Һамар, Өфө үә башҡа эске Рәсәй гөбөрнәләрен үҙ ҡулдарына алдылар. Күп илдәр большевиктарҙы танымай. Хәҙер үҙ-ара һуғыш китте. Рәсәйҙә кем баш, кем хужа булырын белер хәл юҡ. Большевиктар бөтә ерҙе крәҫтиәндәргә биреүҙе белдерҙеләр. Шуның арҡаһында Башҡортостандағы ерһеҙ халыҡтар менән башҡорттар араһында талаш сығырға мөмкин. Хәҙер талауҙар, үлтереүҙәр хөкөм һөрә, суд юҡ, яза юҡ. Бигерәк тә былар башҡорт халҡы һәм законға, тәртипкә буйһоноп өйрәнгән халыҡтың ҡанын ҡыҙҙыра. Фронттан ғәскәрҙәр үҙ ихтыяры менән ҡайта башланы. Большевиктар быға үҙҙәре юл ҡуя. Дөйөм халыҡ тарафынан танылған бер хөкүмәт булмауы, Ваҡытлы хөкүмәттең большевиктарға ҡарата йомшаҡлығы менән иғтибары төшкән Керенсмкий хөкүмәте лә, башҡорттарға йүнле эшләргә ирек бирмәй, өйәҙ һым ылыҫ51идараларын тамам ҡаҡшатты.
Был хәлдән нисек ҡотолорға? Ере, мөлкәте булған һәр халыҡ үҙ ҡайғыһын үҙе ҡарау, ерен, малын үҙе һаҡлау мөһимдер. Башҡортостан өсөн дә идараны үҙ ҡулына алыу тейеш. Большевиктар үҙҙәре, бөтә милләттәргә ирек, теләһәләр, автономия алырҙар, теләһәләр, Рәсәйҙән бөтөнләй айырылырҙар, ти. Украина, Бессарабия һәм Дағстан мосолмандары үҙ алдына йәшәгән бөтә идараларҙы үҙ ҡулына ала башланылар. Башҡорт халҡы дөйөм съезда ла: “Мәмләкәттә тәртипһеҙлек китһә, идараны үҙ ҡулына алыр”, -- тип ҡарарҙар сығарғайны. Хәҙер Башҡорт Шураһы, һис кемгә буйһонмай, Башҡортостанды айырым идара итеү юлына кереште. Өфө, Һамар гөбөрнәләрендә башҡорттар татар һәм урыҫтар менән бергә ерегеп ултыра. Шуның өсөн ул ерҙәрҙә Башҡортостан автономияһын хәҙерҙән иғлан итеп булмай. Ырымбур гөбөрнәһендәге башҡорттарҙың фекере асыҡ билдәле, бында автономияны иғлан итергә әҙерлек бара. Хәҙер Башҡортостан икегә бүленә. Өфө яҡтары большевик ҡулында, Ырымбур яғында казактар большевиктарҙы танымай. Шул сәбәпле Башҡортостандың һуғыш аҫтында ҡалыуы мөмкин. Башҡорттар бер-бере менән һуғышырға тейеш түгел, сөнки башҡорт большевик та, меньшевик та түгел. Ул – башҡорт. Һуң, кем яғында? Бер кем яғында ла түгел, үҙебеҙҙең яҡта. Беҙҙең был талашлы-ыҙғышлы эштәрҙә эшебеҙ юҡ. Беҙҙең эшебеҙ – үҙ мәмләкәтебеҙҙең тыныслығын һаҡлау. Ике миллионлы башҡорт халҡы, юҡ-бар сәйәси уйындарға ҡыҫылып, уйынсыҡ булыуы мөмкин түгел. Беҙҙең сәйәсәтебеҙ – фәҡәт тупраҡлы мөхтәриәт алыу. Шуның өсөн һеҙҙең Мәркәз Шурағыҙ Киевтағы милләттәр съезына инде. Унда ике вәкил ебәрҙе. Съезға кереү менән башҡорт мөхтәриәтен тормоҡа ҡуйырға бер-береһенә алмаш ярҙам итәсәктәр.
Мәркәз Шура һеҙҙең тапшырған эштәрегеҙҙе атҡарыу юлында Керенский хөкүмәтенә барып ҡараны, ләкин бер ҙә эш сыҡманы. Башҡорт идараларын зествонан айырыу тураһында саралар күреп ҡараны, бер ҙә эш сыҡманы. Ерҙәр мәсьәләһен хәл итеү өсөн Черновҡа барып ҡаралды, ул да булманы. Сөнки Керенский хөкүмәте милләттәрҙең мәсьәләһен хәл итеүҙе Учредительный собраниеға ҡалдырыуҙы һөйә ине. Керенский хөкүмәте беҙҙең теләктәрҙе атҡарырға ашыҡмаһа ла, беҙ халҡыбыҙҙы ойоштороп бөттөк.
Шуның өсөн башҡорттар һәм башҡорт һалдаттары дөйөм Рәсәй сәйәсәтендә төрлө милләттәр менән бергә булғанда ла, Керенский хөкүмәтен аяҡҡа баҫтырып тороу ихтималы юҡ. Бәлки бөтә милләттәрҙең хоҡуғын таныған, ныҡлы тәртип-низам ҡылыуға көсө еткән хөкүмәт төҙөү өсөн генә тороу тейештер. Хәҙер большевиктар бөтә халыҡтарға ирек бирә, ләкин тәртипһеҙлек менән бергә бирәләр. Башҡорт халҡы бындай бүләкте ҡабул итергә тейеш түгел. Татар ҡәрҙәштәребеҙ ҙә, башҡорттар менән бергә эшкә тотоноп, мөхтәриәт алыу юлында эшләргә тейеш. Бөтә урындарҙағы хәлдәрҙән ашығыс рәүештә Мәркәз Шураға хәбәр биреп торорға тейештәр. Учредительный собраниеға һайлау эштәре үҙ юлы менән бара. Хәҙер Мәркәз Шура төрлө ерҙәргә таралған башҡорт ғәскәрҙәрен ҡайтарыу өсөн вәкилдәр ебәрҙе. Ил араһындағы бөтә ҡорал иҫәпкә алынып башҡарып, төбәк шуралар ҡарамағына тапшырылырға тейеш. Һәр эште Мәркәз Шура менән аңлашып, һәр көндө Мәркәз Шураның бойороғон көтөп торорға тейешбеҙ.
Башҡорт Шураһының рәйесе Манатов,
урынбаҫары Зәкир Йәлитов.
Ағзалар: Фатих Дәүләтшин, Х. Әмиров, Ғ. Ғәйетбаев,
Муса Смаков, Ғ. Хәсәнов, Илдархан Мутин.
Яҙыусы Ш. Бәпес.
Ырымбур, Каруанһарай, 1917 йыл, 11 ноябрь.
Башҡорт Мәркәз Шураһы, баштан алған юлы менән барып, башҡорт ерҙәрен һаҡлау, милли капитал тыуҙырыу, буржуаз демократия нигеҙенә ҡоролған милли хөкүмәт төҙөү эшен дауам итергә тырыша. Башҡорттоң хәлле ерекмәндәре һәм ауылдарҙа эш башында йөрөгән руханиҙар өсөн милек мәсьәләһе мөҡәддәс бер эш һанала. Улар, Мәркәз Шураның шул нигеҙҙә ҡора башлаған милли ойошмаларының хеҙмәтселәре, шуның менән бөтә башҡорт халҡының теләктәре үтәлә, тип уйлайҙар. Ләкин мәсьәлә урыны менән икенсе төҫ ала. Ҡайһы бер ылыҫ һәм ауылдарҙа фронттан ҡайтҡан йәштәр һәм фәҡир башҡорт ерекмәндәре араһында большевиктар партияһына тартылыу, синфи айырмалыҡтарҙың башланыуы күренә.
Шулай ҙа күпселеге большевиктарҙың идеологияһын йәнәһе помещик-тарҙың, алпауыттарҙың барып утарын талап, ҡаралтыларын алыу, ут төртөп яндырыу тип кенә ҡабул итәләр. Октябрь революцияһы булғас та, унан һуң да башҡорттар араһында артыҡ синфи айырмалыҡтар күренмәй.
Шул хәл эсендә Башҡорт Мәркәз Шураһы, һәр ерҙә һайлауҙар уҙғарып, дөйөм башҡорт ҡоролтайына әҙерлек күрә. Үҙенең 1-енсе һанлы фарманында күрһәткәнсә, дөйөм Башҡорт ҡоролтайы үткәргәнсе үк Башҡортостанды автономиялы бер хөкүмәт итеп иғлан итергә йыйына.
Урындарҙа һайлау эштәре бөткәс, бигерәк тә Мәркәз Шура Киевтағы Милләттәр союзына ағза булып кергәс, 15 ноябрҙә башҡорт илен автономиялы бер хөкүмәт итеп иғлан итәләр. Шул айҡанлы Мәркәз Шура рәйесе Шәриф Манатов Украина үә башҡа өлкәләргә телеграмма ебәрә, башҡорттарҙың автономиялы бер хөкүмәт булып эшкә керешеүҙәрен белдерә. Ленинға һуғылған телеграмма, телеграфта Ырымбур власе кешеләре тарафынан тотолоп, тапшырылмай. Был хәбәр Ырымбур гөбөрнә эшмәкәрҙәренә һәм татарҙарҙың Мосолман виләйәт шураһына ишетелеп, башҡорттарҙы: “Әле Дутов, әле Ленин менән эш итергә тырышҡан халыҡ”, -- тип ғәйепләргә тырышалар.
Башҡорт автономияһы иғлан ителгәс, 21 ноябрҙә Ырымбур урыҫ гәзитендә Керенский хөкүмәте тарафынан ҡуйылған гөбөрнә комиссары Архангельскийҙың бер иғланы баҫылып сыға. Унда былай тиелә: “Башҡорт Мәркәз Шураһының рәйесе Шәриф Манатов Өфө, Ырымбур, Һамар һәм Пермь гөбөрнәләрендә йәшәгән башҡорттарҙы Рәсәй йөмһүриәтенең мөхтәри өлөшө итеп иғлан итә. Был турала төрлө ҡалаларға телеграммалар биргән. Ырымбур халҡына белдерәм: Ырымбур ҡалаһының мосолман халҡы Башҡорт Мәркәз Шураһының эшләгән эшенә һис риза түгел, быға уларҙың ҡатнашлығы юҡ. Мосолман милли шураһы һәм уның Хәрби комитеты тупраҡлы мөхтәриәт иғлан теүгә ҡушылмайҙар. Улар тик милли-мәҙәни мөхтәриәт алыу яғында. Был турала Мосолман виләйәт шураһы һәм уның Хәрби комитеты вәкилдәре хәбәр иттеләр миңә. Шул рәүештә Ырымбур ҡалаһының мосолман өлөшө һәм уға юлбашсылыҡ иткән виләйәт милли шураһы башҡорттарҙың хөкүмәттән айырылып эш итеүҙәренә һәм шул йөмләнән Ленинға телеграмма һуғыуҙарын яман күҙ менән ҡарай.
Ырымбур гөбөрнә комиссары Архангельский”.
Башҡортостан автономияһы иғлан ителеү менән үк, шул уҡ мәлдә уға ҡаршы татар буржуазияһының Ырымбур Мосолман виләйәт шураһы, уның Хәрби комитеты һәм Керенский тарафынан ҡуйылған Ырымбур комиссарҙары көрәш башлай. Ырымбурҙа 8 декабрҙә саҡырылырға тейеш III Ҡоролтайға ҡаршы фекер таратыу, Өфөлә татар буржуазияһы тарафынан ойошторолған Милләт мәжлесенә ҡушылырға димләү һымаҡ эштәр Мосолман виләйәт шураһының көндәлек эшенә әүерелә, хатта Мосолман виләйәт шураһы вәкиле булып килгән Фатих Кәрими, ҡоролтайға килеп: “Башҡорт менән татар айырылырға тейеш түгел. Өфөләге Милләт мәжлесенең ҡарарына ҡушылырға кәрәк. Улар – ҙур, нигеҙле һәм иғтибар-лы милләт хәҙимдәре. Шулар менән бергә барғанда ғына сәләмәтлек ярына сығырбыҙ, милләт тип сәсебеҙ ағарған”, -- тип өгөтләй.
Бына шуның һымаҡ талаштар арҡаһында Башҡорт Мәркәз Шураһына ойоштороу эшен алып барыу эше ауырға төшә. Мәркәз Шураның иҡтисади хәле сикһеҙ ҡыҙғаныс була. Бер ерҙән килер килем юҡ. Халыҡ араһынан иғәнә йыйнау өсөн кешеләр сығарыу, йән башына һалынған һалымды йыйнау өсөн айырым кешеләр билдәләү ҙә артыҡ сығымдар талап итә. Мәркәз Шура, был хәлдәрҙән ҡотолоу өсөн, йән башына һалынған 10 тин һалымды (1917 йыл 18 октябрь йыйылышында) 25 тингә еткерергә ҡарар сығара. 10 һәм 25 тинләп йыйылған аҡса башҡа ерҙән бер килеме булмаған Мәркәз Шураның иҡтисади яҡтан ниндәй хәлдә булғанлығын күрһәтә.
Икенсе яҡтан, Башҡортостан ере икегә айырыла. Өфө яҡтары большевиктар ҡул аҫтында ҡалып, Ырымбур гөбөрнәһе атаман Дутов ҡулында була. Был да күп эштә аяҡ сала, автономияны тулыһынса иғлан итеүгә ҡамасаулай”...
Шулай итеп, Ырымбурҙа атаман Дутов диктатураһы, большевиктарға рәхимһеҙ һунар...
Эшсе Сәхи Ғәйфиҙең ҡала ситендәге ышаныслы бер танышы өйөндә диктатура террорынан боҫоп ятҡан Сәлимйән Мырҙағолатов Башҡорт Мәркәз Шураһының был 1-енсе номерлы фарманын бошоноп һәм ҡәнәғәтһеҙләнеп уҡыны – бөтә Рәсәй күләмендә туҡтауһыҙ йәйелеүсе Советтар хакимиәтенә итәғәтлек белдермәүҙәре, хатта ҡарышып өтөрәйеүҙәре алдағы көндәрҙә башҡорт халҡына ҡан ҡойошло көрәш менән янай ине. Был хәтәр документта, әлбиттә, башҡорт буржуазияһының Коростелев иптәш уҫал тамғалаған идеологы Зәкир Йәлитовтың шауҡымы көслө (ә коммунист Манатов ни ҡараған?!). Артабан да былай барһа...
Сәлимйән түҙмәне, йәшеренгән төйәгенән ҡубынып, ҡаса-боҫа, тигәндәй, Каруанһарайға йүнәлде. Әхмәтзәкир Йәлитовты ул коридорҙа осратты – ҡайыш портупеялар менән ызбурыйланған ҡораллы ике егеткә хәрбиҙәрсә ҡәтғи тауыш менән бойора. Хәрбиҙәрен йәһәт ебәреп, Сәлимйәнгә боролдо:
-- Әһә, килдеңме, большевик шауҡымы? Артыңа ут ҡаптымы, шуны һүндертергәме?
-- Үҙем дә һүндерермен. Тик бына һеҙгә ҡабасаҡ зәһәр утты...
-- Һин, мырҙам, нимә һуҡалайһың?
-- Беренсе номерлы фарманығыҙ...
-- Сей елкәңә тейҙеме? Әйҙә, тегендә һөйләшәйек.
Коридор осонда боролоп, тар ғына бер аулаҡ бүлмәгә инделәр, көрән ҡара таптары менән сыбарланған яланғас таҡта өҫтәл ҡырына йәпләштеләр.
-- Йә, беҙҙең беренсе номерлы фарманға ни булған?
-- Үҙегеҙгә мәғлүм: бөтә тирә-яҡ гөбөрнәләрҙә бөтә власть пролетариат ҡулына күсте, Советтар урынлашты; дөрләү ялҡын оҙаҡламай беҙҙе лә ялмап аласаҡ, социалистик революцияның ошо еңеүле хәрәкәтен туҡтатыр көс-ҡеүәт юҡ; атаман Дутов диктатураһы ла бөгөн-иртән серек ситәндәй ауасаҡ; күрәләтә башығыҙҙы пролетариат суҡмары аҫтына ҡуйҙығыҙ! – Мейеһенә тынғы бирмәгән борсолоуҙарын бер тынанан түгелдерҙе.
Әхмәтзәкир, башын баҫып байтаҡ уйланып ултырғас, кинәт кенә һораны:
-- Ә һин үҙең нимә тәҡдим итәһең?
-- Ул фарманығыҙҙы йәһәт юҡҡа сығарығыҙ, Совет хакимиәтенең ҡанаты аҫтына инегеҙ. Урындағы большевиктар партияһы ойошмаһы менән тығыҙ берҙәмлектә эшләгеҙ.
-- Ни һөйләйһең, әллә башҡорт түгелме һин?!
-- Башҡорт булғаным өсөн әйтәм. Бөтә ҡитға ҡуҙғалғанда, беҙ бер кем яҡлы ла түгел, тип, ситтә тороп ҡалып булмай – дөйөм өйөрмә өйөрә барыбыҙҙы ла. Иртәме, һуңмы, йәмғиәттең синыфтарға бүленешен танымай әмәлебеҙ юҡ.
-- Ваҡытынан элек саҡырған кәкүктең башы ауырта. Беҙҙең Марксыбыҙ ҙа, Лениныбыҙ ҙа юҡ, хәҙергә кәрәкмәй ҙә. Башҡорт Аллаһы Тәғәлә ҡушҡан хәлендә йәшәп ята. Синфи бүленеш тигәнегеҙ – эре завод-фабрикалары, ҡеүәтле аграр тармаҡтары шәхси ҡулдарға тупланған, иҡтисади йәһәттән үҫешкән, алға киткән йәмғиәттәргә хас күренеш ул. Тап шундай булғаны өсөн дә урыҫ ҡапма-ҡаршы синыфтарға айырылып, аҡ һәм ҡыҙыл флагтар аҫтында бер-береһе менән ҡыйыша. Ҡыйышһын, ҡайһы яғы еңһә лә, урыҫтың йән һаны кәмемәҫ, сөнки улар ер сүбеләй бихисап-күмәк. Ә башҡорт йәне миллиардлаған йәнле кешелек донъяһы эсендә ни бары ике милион дана ғына; уларҙы, ҡапма-ҡаршы сафтарға теҙеп, үҙ-ара һуғыштырһаҡ, бөтөн башҡорт халҡы юҡҡа сығасаҡ. Ырымбур большевиктары беҙҙе тап ана шул юлға тарта.
-- Әммә самодержавиены кем тар-мар ҡылды? Большевиктар түгелме? Әллә батша яҡлымы һеҙ?
-- Башҡорт өсөн икеһе лә барыбер.
-- Бәй, ни өсөн?!.
-- Урыҫ батшалары Башҡортостандың бөтә ер-һыу байлыҡтарын, ер өҫтө һәм ер аҫты мәғдәндәрен үҙҙәренә бушлай тейешле, теләгәнсә таларға яраҡлы мал итеп ҡаранымы – ҡараны. Башҡорт халҡын үҙенең бөтмәҫ һуғыштарында пушка ите итеп ҡулланырға ғына лайыҡлы өнһөҙ ҡолдар итеп һананымы – һананы. Ырымбур большевиктары ла батша хәҙрәттәренең шул сикләнмәгән хоҡуҡтарынан ҡолаҡ ҡаҡмаҫҡа ҡырҡыша.
-- Ә Дутов әфәндегеҙ һеҙҙе ҡан диңгеҙенә батырасаҡ, белегеҙ!
-- Ярай-ярай, тай, мырҙам! – Йәлитов, ырғып тороп, ишеккә бармаҡ тоҫҡап күрһәтеп екерҙе. – Ыштанһыҙ малай!
-- Кем ыштанһыҙ икәнен әйтеү ҡыйын – икебеҙ ҙә бер йәштә.
-- Ошо сәғәттә үк үҙеңде бикләтеп ҡуйыр инем, ихлас башҡортлоғоңдо күреп кисерәм. Бар, аҙашҡан башҡорт балаһы, ауыртмаған яғыңа ят!
Бынан һуң Сәлимйән йәшерен еренән сыҡманы; иректәге таныш-белештәре менән, ышаныслы йомошсоһон йөрөтөп, күберәген хат аша хәбәрләште. Сөнки Дутов охранкаһы большевиктарҙы ауларға ныҡ темеҫкенде.
Достарыңызбен бөлісу: |