39. Ул пәйғәмбәрҙәр — Аллаһ индергән әмерҙәрҙе (кешеләргә) ирештереүселәр, Аллаһтан ҡурҡыусылар, Унан башҡа бер кемдән дә ҡурҡмаусылар. (Хаттин ашҡандарҙан) иҫәп-хисап алыр өсөн бер Аллаһ Үҙе етәр.
40. Мөхәммәд һеҙҙең арағыҙҙағы бер генә ирҙең дә атаһы түгел. Ул фәҡәт Аллаһтың Рәсүле һәм пәйғәмбәрҙәрҙең (мөһөрле) һуңғыһылыр. Аллаһ һәр нәмәнең асылын белеп тора. (41) Әй, иманлы халыҡ, Аллаһты һәр ваҡыт иҫкә алығыҙ. (42) Һәм Уны иртә-кис (маҡтап) тәсбих тартығыҙ.
43. Һеҙҙе ҡараңғылыҡтан (наҙанлыҡтан, динһеҙлектән) яҡтылыҡҡа сығарыу өсөн рәхмәтен һәм мәрхәмәтен һәм фәрештәләрен күндергән — Улдыр. Аллаһ мөьминдәргә сикһеҙ мәрхәмәтле.
44. Аллаһ менән ҡауышҡан Көндө уларға өндәшеү:
— Сәләм! — һүҙе булыр. Аллаһ улар өсөн бик тә мәртәбәле (йомарт) бүләктәр әҙерләне.
45. Әй, Пәйғәмбәр, Беҙ һине, ысындан да, шаһит, һөйөнсө алыусы һәм киҫәтеүсе булараҡ күндерҙек.
46. Аллаһтың фатихаһы менән (тура юлға) саҡырыусы, нур сәсеүсе бер ҡәндил (яҡтыртҡыс) сифатында күндерҙек. (47) Мосолмандарҙан һөйөнсө ал: улар Аллаһтың бөйөк Сәғәдәтенә ирешәсәктәр. (48) Кәферҙәргә, монафиҡтарға баш эймә. Уларҙың рәнйетеүҙәренә иғтибар итмә, түҙ. Аллаһҡа инан, иманыңа таян. Ярҙамсы булараҡ та, таяныс булараҡ та Аллаһ һиңә етәр.
49. Әй, иманлы ир кешеләр, мөьминәләрҙе никахлап алғандан һуң, зөфәф мөнәсәбәтенә кермәгән осраҡта (уларға теймәҫ борон), айырырға теләһәгеҙ, ул ҡатындан ғиддәт талап итергә һеҙҙең хаҡығыҙ юҡ. Был осраҡта ҡатындың күңеленә хуш килерлек мал биреп, яҡшы мөғәмәлә менән өйөнә оҙатығыҙ.
(«Зөфәф кисәһе - никахтан һуң ир менән ҡатындың бер ятаҡта төн уҙҙырыу мөддәтеҙер. Зөфәф алдынан был ҡатынды яратмаясағығыҙҙы һиҙенеп, уның һеҙгә оҡшамаған ғәҙәттәрен күреп, уның сирле икәнен белеп, енси яҡынлыҡ ҡылмайынса талаҡ итһәгеҙ, шәриғәт ҡанундары боҙолмай. Ғиддәт — айырылған ҡатындың башҡа иргә сығырға ярамаған ваҡыты». Хәсән Чантай тәфсиренән.)
50. Эй, Пәйғәмбәр, мәһерен биргән ҡатындарыңды, Аллаһ һиңә ғәнимәт булараҡ биргән (һуғышта әсир алынған) һәм һинең ҡолоң булған йәриәләрҙе, (атайың менән бер туған) ағайыңдың, (атайың менән бер туған) туғаныңдың, (әсәйең менән туған) ағайыңдың һәм (әсәйең яғынан булған) апайыңдың ҡыҙҙарын, һинең менән бергә (һижрәт иткән) күсенеп килгән ҡыҙҙарҙы һиңә никахта хәләл ҡылдыҡ. Иман килтергән мөьминә үҙен Пәйғәмбәргә (мәһер алмайынса ғына) бағышларға теләп, һин дә уны алырға теләһәң, (бындай никах) башҡа мосолман ирҙәренә харам булып, бары тик һиңә генә рөхсәт ителәсәк. Хаҡтыр, һиңә уңайһыҙ булмаһын өсөн, (башҡа мосолмандарға) ҡатындар һәм йәриәләр мәсьәләһендә Беҙ теүәл мәғлүмәт биргән инек инде. Аллаһ — сикһеҙ мәрхәмәтле һәм ярлыҡаусылыр.
51. (Ҡатындарың менән төн уҙҙырыу тәртибен һин боҙа алаһың; уларҙың бөгөн) теләмәгәнен (яңғыҙ) ҡалдырып, теләгәнен яныңа (саҡырып) алдыра алаһың. (Сираттан) ҡалғандарын яныңа алдырһаң да, зыян юҡ. Был эш уларҙың ҡыуанып, үҙ өлөшөнә тейгәндәргә шөкөр итеп йәшәүҙәренә ҡулай булыр. Аллаһ күңелегеҙҙәген белеп тора. Аллаһ — бөтөнөһөн дә белеүсе сабыр миһырбан эйәһелер.
52. Бынан һуң (һиңә тигән туғыҙ ҡатындан башҡа) ҡатын алыу һәм ошо ҡатындарыңды алмаштырыу (берһен айырып, яңыһын алыу), хатта ни ҡәҙәр генә гүзәл булһалар ҙа, (һин үлеп ғашиҡ булһаң да) һиңә хәләл булмаҫ. Ҡол рәүешендәге йәриәләреңдән башҡа. Аллаһ — барыһын да күҙәтеп тороусы.
53. Әй, иман килтергән кешеләр, мәжлескә саҡырылмаған килеш, Пәйғәмбәр өйөнә кермәгеҙ, табын әҙер булыуҙан иртә килмәгеҙ. Фәҡәт (табынға) махсус әйткәс кенә керегеҙ. Ашап-эскәс тә таралышығыҙ. Кәңәш-табыш итер өсөн дә, әңгәмә ҡорор өсөн дә (рөхсәтһеҙ) кермәгеҙ. Сөнки Пәйғәмбәрҙе ҡыйын хәлгә ҡуйыуығыҙ ихтимал, ул (һеҙҙән ҡыйынһына.) Аллаһ дөрөҫлөктө әйтеүҙән ҡыйынһынмаҫ. Берәй нәмә кәрәк булған саҡта, шаршау аша Пәйғәмбәрҙең ҡатындарынан һорап алығыҙ. Был һәм һеҙҙең өсөн, һәм дә уларҙың күңел сафлығы өсөн шулай кәрәк. Аллаһтың Пәйғәмбәрен ҡыйын хәлдәргә ҡуймағыҙ, (вафат булғандан һуң) уның ҡатындары менән никахлашмағыҙ. Был — Аллаһ ҡаршыһындағы иң ҙур гөнаһтарҙың береһе. (54) Аллаһ асыҡ ғәмәлдәрегеҙҙе лә, йәшертендәрен дә бик яҡшы белеп тора.
55. (Ҡатындарың) аталары, улдары, аға-энеләре, бер туғандарының улдары, ҡыҙ ҡәрҙәштәренең улдары, үҙ (мөьмине) ҡатындарың, хеҙмәтсе йәриәләр ҡаршыһында (пәрәнжә, чадраһыҙ) йөрөһә, гөнаһ һаналмаҫ. Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡығыҙ. Хаҡтыр, Аллаһ һәр нәмәгә шаһиттыр.
56. Шик юҡтыр, Аллаһ та, фәрештәләре лә Пәйғәмбәргә күп салауат әйтерҙәр. Әй, иман килтергән әҙәмдәр, һеҙ ҙә уға салауат әйтегеҙ. Эй, мөьминдәр, һеҙ ҙә хәҙрәти Пәйғәмбәргә салауат әйтегеҙ һәм сәләмдәр күндерегеҙ.
57. Хаҡтыр, Аллаһ һәм дә Уның Рәсүле тураһында нахаҡ һүҙ һөйләгәндәр әҙ түгел. Аллаһ уларҙы донъяла ла, Әхирәттә лә ләғнәтләне, рәхмәтенән айырҙы. Уларға интектереүсе, рәнйетеүсе яза әҙерләнгән.
58. Гөнаһ ҡылмағандары көйөнсә: был ир менән был ҡатын гөнаһ ҡылды, тип нахаҡ яла яҡҡандар, һис шикһеҙ, үҙ өҫтәренә ҙур гөнаһ алыр.
59. Әй, Пәйғәмбәр! Ҡатындарыңа, ҡыҙҙарыңа һәм барса мөьминәләргә әйт, (йомош менән урамға сыҡҡанда) өҫ кейемдәрен яҡшылап бөркәнһендәр. Был — (уларҙың затлы нәҫел ҡатыны икәнен) таныһындар һәм рәнйетмәһендәр өсөн бик тә ҡулай эш. Аллаһ — ярлыҡаусы һәм миһырбан эйәһе.
60. Хаҡтыр, ике йөҙлөләр, эстәрендә сир булғандар (енси сирҙәре булғандар), шәһәрҙә (фетнә сығарыр өсөн) яман хәбәр таратыусылар ошо ғәмәлдәренән ваз кисмәһәләр, улар өҫтөнә (яу менән) һине ебәрербеҙ. Бына шунан һуң инде улар һинең янда (күрше булып) оҙаҡ тора алмаҫтар. (61) Ләғнәтләнгән ҡәүем булараҡ, уларҙы ҡайҙа осратһалар, шунда тотоп үлтерәсәктәр. (62) Әүәл йәшәп киткәндәр хаҡындағы Аллаһтың хөкөмө шулдыр. Аллаһтың ҡанунында һис бер үҙгәреш таба алмаҫһың.
63. Кешеләр һинән Ҡиәмәт көнөнөң ҡасан киләсәге тураһында һорайҙар. Әйт һин уларға:
— Ул турала бары тик Аллаһ ҡына белә, — тип. Һин ҡайҙан беләһең уны? — Бәлки, ул оҙаҡламай килер. (64) Шуныһы хаҡтыр, Аллаһ кәферҙәрҙе ләғнәтләне. Улар өсөн хәтәр ялҡынлы ут ғазабы әҙерләне. (65) Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ һәм уларға ярҙам итеүсе бер генә дуҫ та табылмаҫ. (66) Ут эсендә йөҙҙәре бөрөшөп янғанда улар әйтер:
— Ай, валлаһи, Раббыға итәғәт иткән булһаҡ, Пәйғәмбәргә эйәргән булһаҡ, — тип үкенерҙәр. (67) — Йә, Раббыбыҙ, беҙ үҙебеҙҙең етәкселәребеҙгә һәм кәңәшселәребеҙгә эйәрҙек, улар беҙҙе юлдан яҙҙырҙы, — тип әйтерҙәр. (68) — Раббыбыҙ, уларға икеләтә яза бир һәм уларҙы ҡот осҡос итеп ләғнәтлә (рәхмәтеңдән ситкә ҡыу). 69. Әй, иман килтергән кешеләр, һеҙ ҙә Мусаны рәнйетеүселәр кеүек булмағыҙ. Барыбер Аллаһ уны һеҙ һөйләгән нахаҡтан арындырҙы. Ул Аллаһ хозурында абруй ҡаҙанды.(70) Иманлы кешеләр, Аллаһтың (язаһынан) ҡурҡығыҙ һәм дөрөҫөн һөйләгеҙ. (71) Аллаһ эшегеҙҙе уң ҡылыр һәм гөнаһтарығыҙҙы ярлыҡар. Аллаһ менән Пәйғәмбәргә итәғәт иткән кеше (хәтәр язаларҙан) ҡотолоп, Сәғәдәткә ирешәсәк.
72. Күктәргә, Ергә һәм тауҙарға Беҙ аманат тәҡдим иттек, ләкин улар (яуаплылыҡтан ҡурҡып) был йөктө үҙ өҫтәренә алманы. Әҙәм балаһы был аманатты үҙ өҫтөнә алды. Сөнки кеше — (тәбиғәте менән) залим һәм наҙандыр.
73. Монафиҡ ирҙәрҙе һәм монафиҡ ҡатындарҙы, мөшрик ирҙәр менән мөшрик ҡатындарҙы язаға тартыр өсөн, иман килтергән ирҙәр менән иманлы ҡатындарҙың тәүбәһен ҡабул итер өсөн (Аллаһ ошо аманатты кеше өҫтөнә йөкләне). Аллаһ — ярлыҡаусы, мәрхәмәт итеүселер.
34 — Сәбә, (Сәбә иле) сүрәһе
(Сәбә сүрәһе 54 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Сәбә» — бер төбәктең һәм шунда йәшәүсе бер ҡәбиләнең, исеме)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың хужаһы Аллаһҡа ғына маҡтау тейеш. Әхирәттә лә ул ғына маҡтауға лайыҡ. Ул — хикмәт эйәһе, бар нәмәнән хәбәрҙар.
2. Ер эсендәгеләрҙе лә, унан сыҡҡандарҙы ла, Күктән ингәнде лә, Күккә ашҡанды ла Ул белеп тора. Ул — миһырбан эйәһе һәм ярлыҡаусы.
3. Инҡарсылар:
— Ҡиәмәт беҙгә килмәйәсәк, — тинеләр. Әйт һин уларға:
— Яңғылышаһығыҙ! — тип. - Һис шикһеҙ, киләсәк. Барса йәшерен булғандарҙы белеп тороусы Раббы хаҡы өсөн киләсәк. Күктәрҙә һәм Ерҙә туҙан бөртөгө кеүек нәмә лә Унан ҡасып ҡала алмаҫ. Хатта унан бәләкәйерәк булған нәмәләр ҙә, унан ҙурҙары ла, хаҡтыр, ап-асыҡ итеп Китапҡа яҙылған.
4. Аллаһ иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙы бүләкләү өсөн шулай Китапҡа (Ләүхел Мәхфүзгә) яҙҙы. Улар өсөн ярлыҡау һәм ләззәтле ризыҡтар бар.
5. Аяттарыбыҙҙың тәьҫирен зәғифләндерергә маташыусылар өсөн дә, иң хәтәр — әрнеткес ғазап буласаҡ.
6. Белемле кешеләр Раббынан һиңә индерелгән (Ҡөръән) дең хаҡ икәнен беләләр; уның (Ҡөръәндең) мотлаҡ өҫтөн һәм маҡтауға лайыҡ булған юлға өндәүсе икәнен күрәләр, ләкин (7) кәферләр үҙ-ара әйтте:
— (Мәйеттәр) сереп, тетелеп тупраҡҡа әүерелгәс, яңынан тереләсәк, тип һөйләнеүсе кешенең кем икәнен күрһәтәйекме? — тинеләр. (8) — Бәлки, ул Аллаһҡа ҡаршы нахаҡ һүҙ һөйләйнер. Әллә һуң ул енләнгәнме?
Юҡ шул, Әхирәткә инанмағандар ғына (Әхирәттә) ғазапҡа дусар, (был донъяла улар) аҙашҡан хәлдә йәшәй.
9. Күккә — баш остарына, Ергә-аяҡ аҫтарына ҡарамайҙармы ни һуң улар? Әгәр Беҙ ихтыяр итһәк, (Ҡарунды йотторған кеүек) уларҙы ла ергә йотторор инек. Йәки (Әйкә халҡы өҫтөнә яуҙырған кеүек) өҫтәренә Күктән таш яуҙырыр инек. Шик юҡтыр, бында Раббыға итәғәт иткән һәр кеше өсөн (Аллаһтың бәндәләрен яңынан терелтәсәгенә) ҡәтғи дәлилдәр бар.
10. Хаҡтыр, Дауытҡа Беҙ (башҡаларҙан) өҫтөнлөк бирҙек.
— Әй, һеҙ, тауҙар, уның менән бергә тәсбих әйтегеҙ, — тинек. Ҡоштарға ла шулай ҡуштыҡ. Уға (Дауытҡа) күндәм, йомшаҡ тимер бирҙек. (11) — Тимерҙән көбөләр (һуғыш кейемдәре) яһа, үлсәп нескә итеп тек, — тинек. — Изгелек ҡылығыҙ. Сөнки Хәҡиҡәт — ул Мин. Нимә ҡылһағыҙ ҙа Мин яҡшы күреп торам.
12. Сөләймәнгә елде тәғәйенләнек, ул иртәнге ел менән бер айлыҡ юлды, төнгө ел менән бер айлыҡ юлды үтәр ине. Эрегән баҡырҙан йылға ағыҙыуҙы уға тапшырҙыҡ. Уның әмерендә Раббының рөхсәте менән күндерелгән ҡайһы бер ендәр ҙә бар ине. Уларҙың берәйһе әмеребеҙҙән баш тартһа, уға көйҙөрөүсе яза татыта инек.
13. Ул ендәр Сөләймән нимә теләһә, шуны эшләй ине: ҡалалар һала, һәйкәлдәр яһай, күл ҙурлығындағы һыу ҡойоноу һауыттары, ныҡлы терәккә ҡуйылған ҙур-ҙур ҡаҙандар, тиһеңме. Әй, Дауыт нәҫеле, шөкөр итегеҙ. Ләкин бәндәләремдән шөкөр итеүселәр бик тә әҙ. (14) Сөләймәнде үлемгә хөкөм иттек; ләкин уның үлгәнен берәү ҙә белмәне, фәҡәт уның таянған таяғын ҡорт ашап бөтөргәс, мәйете йығылып киткәс кенә ендәр уның үле икәнен аңланы. Әгәр ҙә ендәр йәшерен эштәрҙе белеүсе булһалар, меҫкен хәлдә ғазап сикмәгән булырҙар ине.
15. Хаҡтыр, Сәбә ҡәүеме йәшәгән ерҙәрҙә һабаҡ алырлыҡ ғибрәттәр бар. Береһе — уңда, береһе һулда уларҙың ике баҡсаһы бар ине. (Уларға әйтелде):
— Раббығыҙ биргәнде ашағыҙ һәм Уға шөкөр итегеҙ. Бына һеҙгә бай мәмләкәт һәм Аллаһ һеҙгә мәрхәмәтен мул бирә.
16. Ләкин улар йөҙ сөйөрҙө. Шул сәбәпле Беҙ уларға Арим ташҡынын ебәрҙек. Уларҙың ике баҡсаһын да, әсе һәм ашарға яраҡһыҙ емеш бирә торған, затһыҙ ҡыуаҡтар ғына ҡалдырып, харап иттек. (17) Бына, Беҙ уларҙы шөкөрһөҙлөктәре өсөн шулай язаланыҡ. Беҙ шөкөр итмәгәндәрҙе генә язалайбыҙ.
(Тәфсирселәр: Арим — ул бер үҙәндең исеме, ҡот осҡос мул ямғырҙарҙан һуң хәтәр ташҡын шул үҙәндә йәшәүселәрҙе һәләк итә, тип фаразлайҙар. М. Ғәли әйтеүенсә, Сәбә ул Йәмәндәге шәһәр, уның икенсе исеме лә бар — Маараб; ул Санадан өс көнлөк юлда торған Маарабтағы быуа ярылып, шәһәрҙе һыу ташҡыны баҫа, барыһы ла һәләк була. Был — тарихи ваҡиға.)
18. Уларҙың ватаны менән бәрәкәт һәм муллыҡ биргән илдәр (Сәбә менән Шам-Сүрия) араһында, күҙгә күренеп торған нисә ауыл, шәһәрҙәр һәм юлдар һалдырҙыҡ.
— Төндәр буйы, көндәр буйы һеҙ һис ҡурҡыуһыҙ йөрөгөҙ, сәйәхәт итегеҙ, — тинек.
(Ысындан да, Ҡөръәндә һүрәтләнә торған был юл, юл буйындағы ауылдар, шәһәрҙәр, сауҙа юлы булған. Был сауҙа юлының ике илде лә бик ныҡ байытҡанлығы мәғлүм.)
19. Быға ҡаршы улар:
— Йә, Раббыбыҙ, сәфәр юлындағы ауылдар араһын йыраҡлаштыр, — тип, үҙҙәренә золом ҡылдылар. Беҙ уларҙы төрлө ғибрәтле мәҙәктәргә керетеп ҡалдырҙыҡ, һәм уларҙы (ауылдарҙы) таратып, йырағайтып ултырттыҡ. Шик юҡтыр, был ваҡиғаларҙа сабырҙар, шөкөр итеүселәр өсөн һабаҡ алырлыҡ ғибрәттәр бар.
20. Хаҡтыр, Иблис уларҙың (хөсөтлө) теләктәрен изгелекле тип күрһәтте, һәм уларҙың барыһы ла уға эйәрҙе. Иман килтергән бер нисә әҙәмдән башҡалары. (21) Ләкин Иблистең уларға (иманлыларға) ҡеүәте етмәне. Әхирәт көнөнә ышаныр-ышанмаҫ булғандар менән ысын күңелдән инанғандарҙы айырып күрһәтер өсөн (Иблискә) аҙҙырыу иреген бирҙек. Һинең Раббың барыһын да күҙәтеп һаҡта тороусы.
22. (Эй, Мөхәммәд) әйт һин уларға:
— Аллаһты инҡар итеп, үҙегеҙ уйлап сығарған Илаһтарға күпме генә ялбарһағыҙ ҙа, уларҙың күктәрҙә лә, Ерҙә лә туҙан бөртөгөн ҡыймылдатырға ла көстәре етмәҫ. Күктә лә, Ерҙә лә уларҙың (Аллаһ менән) уртаҡ эше юҡ. Аллаһтың да улар араһынан ярҙамсыһы булмаҫ. (Ул ярҙамға мохтаж түгел.)
23. Аллаһ хозурында (Үҙе рөхсәт биргәндәрҙән башҡа) бүтәндәрҙең шәфәғәте файҙа бирмәҫ. Ниһайәт, уларҙың йөрәгенән ҡурҡыу киткәс, улар әйтер:
— Раббығыҙ нимә әйтте? — тип әйтерҙәр. Улар ҙа:
— Хаҡ булғанды бойорҙо, — тип әйтерҙәр. Аллаһ — бөйөктер, мөһәбәттер.
24. (Эй, Мөхәммәд) әйт һин:
— Күктәрҙе һәм Ерҙән һеҙгә ризыҡ биреүсе кем ул? — тип һора ла:
— Аллаһ, — тип әйт. Шулай булғас йәки беҙ йәки һеҙ тура юлда, йәки икебеҙҙең беребеҙ аҙашҡан. (25) Әйт һин:
— Беҙ ҡылған гөнаһтарға һеҙ яуаплы түгел, — тип. Беҙ ҙә һеҙ ҡылғандар өсөн яуап бирмәйбеҙ. (26) Әйт:
— Раббыбыҙ барығыҙҙы ла бер урынға туплаясаҡ, шунан һуң барыбыҙҙы ла хәҡиҡи хөкөмгә тартасаҡ. Ул — иң ғәҙел хөкөмдар һәм барыһын да белеп тороусы. (27) Әйт:
— Аллаһҡа тиң һанағандарығыҙҙы миңә күрһәтегеҙ әле, — тип. Юҡ шул, (күрһәтә алмаҫтар) сөнки берҙән-бер еңеүсе, барыһы менән дә хикмәт менән идара итеүсе — бары тик Аллаһ ҡына.
28. Беҙ һине бөтөн кешеләргә бары тик һөйөнөслө хәбәр бирер өсөн һәм киҫәтер өсөн генә күндерҙек. Ләкин кешеләрҙең күбеһе был турала һис нимә белмәй.
29. — Әгәр ҙә һеҙ хаҡлы икән, вәғәҙә иткәнегеҙ (Ҡиәмәт) ҡасан килер? — тип һорайҙар. (30) Әйт:
— Һеҙгә шундай бер Көн вәғәҙә ителде, уны бер генә сәғәткә лә кисектерә алмаҫһығыҙ, бер генә сәғәткә лә иртәрәк килтерә алмаҫһығыҙ, — тип. (31) Кәферҙәр әйтте:
— Беҙ бынан элек килгән китаптарға ла, Ҡөръәнгә лә ышанмаясаҡбыҙ, — тине. Раббының хозурына килтереп баҫтырғас, һин ул залимдарҙың бер-берҙәренә нисек аҡырғандарын күрһәң (иҫең-аҡылың китер ине). Зәғиф (фәҡир) һаналғандар тәкәбберҙәргә:
— Һеҙ булмаһағыҙ, әлбиттә, беҙ иман килтергән була инек, — тип ҡысҡырыр.
32. Маһайған тәкәбберҙәр иһә зәғиф һаналғандарға:
— Тура юлға саҡырылғанығыҙҙан һуң беҙ һеҙҙе аҙаштырҙыҡмы? Хаҡтыр, һеҙ үҙегеҙ гөнаһҡа баттығыҙ, — тип әйтер. (33) Зәғифтәр тәкәббер залимдарға:
— Юҡ, — тип ҡысҡырыр. — Кис-көндөҙ хәйлә-тоҙаҡ ҡороу булды эшегеҙ. Сөнки һеҙ өҙлөкһөҙ Аллаһты инҡар итеүебеҙҙе теләнегеҙ. Уға тиң башҡа Илаһтарға табынырға ҡуштығыҙ.
Ғазабыбыҙҙы күргәс, улар эстән ут янырҙар. Беҙ ҙә инҡар итеүселәрҙең муйындарына тимер бығауҙар тағырбыҙ. Улар бары тик ҡылған гөнаһтары өсөн генә язаланасаҡ.
34. Ниндәй генә шәһәргә киҫәтеүсе күндерһәк тә, бай етәкселәр:
— Беҙ һеҙгә күндерелгәнде инҡар итәбеҙ, — тинеләр. (35) Тағын әйттеләр:
— Беҙҙең малыбыҙ ҙа, балаларыбыҙ ҙа күп. Шулай булғас, беҙгә яза булмаясаҡ, — тинеләр. (36) Һин әйт:
— Раббым теләгәненә мул ризыҡ бирер һәм теләмәгәненә ризығын кәметер. Ләкин был турала күп кеше белмәй.
37. Һеҙҙе хозурыбыҙға малығыҙ ҙа, балаларығыҙ ҙа яҡынлаштырмаҫ. Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙан тыш. Уларға изгелектәре өсөн өҫтәмә бүләктәр бирелер. Улар йәннәттә именлек эсендә ҡаласаҡ.
38. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға маташыусылар язаға дусар ителәсәк.
39. Әйт:
— Раббым теләгән ҡолдарына ризыҡ бирер, теләмәгәненең ризығын кәметер. Күпме хәйер бирһәгеҙ, Аллаһ уның урынына һеҙгә ниғмәт бирер. Ризыҡландырыусыларҙың иң хәйерлеһе — Аллаһ.
40. Ул Көндө Аллаһ барығыҙҙы ла бергә йыясаҡ. Шунда Ул фәрештәләргә:
— Һеҙгә табынғандар ошолар инеме? — тип әйтәсәк. (41) Фәрештәләр:
— Һин — бөйөк, беҙҙең дуҫыбыҙ улар түгел — Һин. Бәлки, улар ендәргә табынғандыр. Күбеһе уларға табынды, — тип әйтер. (42) Бөгөн бер-берегеҙгә файҙа ла, зыян да ҡыла алмаҫһығыҙ. Залимдарға Беҙ:
— Ялғанға һанаған уттың ғазабын татығыҙ, — тип әйтербеҙ.
43. Ап-асыҡ аяттарыбыҙҙы уҡыған саҡта улар:
— Ул — һеҙҙе ата-бабаларығыҙ табынған боттарҙан биҙҙерергә теләүсе, башҡаһы түгел. (Ҡөръәнде) ул үҙе уйлап сығарған да, ялған таратып йөрөүҙән башҡаны белмәй, — тинеләр. Өҫтәренә Хәҡиҡәт (Ҡөръән) ингәс, инҡарсылар:
— Көн кеүек асыҡ, был күҙ буяуҙан башҡа нәмә түгел, — тинеләр.
44. Беҙ уларға уҡып (боҙоҡ) һабаҡ алырҙай (боттарға табынығыҙ, тигән) китап ебәрмәнек, һинән элек (мөшрик булығыҙ тип) киҫәтеүсе лә күндермәнек. (45) Уларҙан элек йәшәгәндәр (пәйғәмбәрҙәрҙе) инҡар итте. Былар (Мәккә кәферҙәре) әүәлгеләргә (бөйөк мәҙәниәткә ирешкән Сәбә, Ғәд һәм Сәмүд халыҡтарына) биргәнебеҙҙең ундан беренә лә ирешә алманылар. Пәйғәмбәрҙәремде ялғансыға сығарҙылар. Мин биргән әжер (яза) нисек (хәтәр) булып сыҡты?
46. (Эй, Мөхәммәд) әйт һин уларға:
— Һеҙгә бер генә өгөт бирәм. Икешәр, икешәр булып та, берәмләп тә Аллаһ тарафына йүнәлегеҙ ҙә, (фекерләп) уйлап ҡарағыҙ. Юлдашығыҙҙа (Пәйғәмбәрҙә) һис бер тилелек (аҡылдан яҙғанлыҡ) юҡ. Ул бары тик һеҙҙе (ваҡытында хаҡ юлға баҫмаһағыҙ) дәһшәтле яза килеп тотасағы тураһында киҫәтер өсөн ебәрелгән бер Пәйғәмбәр генә, — тип.
47. Әйт:
— Мин һеҙҙән һис бер түләү һорамайым. (Хәйерегеҙ) янығыҙҙа ҡалһын. Минең әжерем Аллаһ хозурында. Ул — һәммә барсаһына шаһит. (48) Әйт:
— Шөбһәһеҙҙер, Раббым хәҡиҡәтте уртаға ҡуйыусы. Сөнки Ул бөтөн йәшертен эштәрҙе яҡшы белеп тора. (49) Әйт:
—Хәҡиҡәт (Ислам, Ҡөръән, Пәйғәмбәр) килде, инде хәҙер яманлыҡ китер һәм кире ҡайтмаҫ.
50. Әйт:
— Әгәр ҙә хаҡ юлдан тайпылһам, үҙ башыма тайпылған булырмын. Тура юлды тапһам, мин бары тик Раббымдың уахи иткәне (Ҡөръәде) аша тура юлды табырмын. Шөбһәһеҙ, Ул бик яҡында ғына, барыһын да ишетеп тора.
51. (Эй, Мөхәммәд, уларҙың) ҡурҡыуға төшкән саҡтарын бер күрһәң ине. Инде уларға ҡотолош булмаҫ, оҙаҡламай улар барыбер йыраҡ түгел бер урында тотоласаҡ. (52) Бына шул ваҡытта инде улар:
— Беҙ уға (Ҡөръәнгә) иман килтерҙек, — тип әйтер. Ҡайҙан килеп инде (ни ҡәҙәр кәферлек ҡылған замандарҙан һуң) бөгөн генә иманға ҡайта алһын? (53) Гәрсә, улар бынан алда (Аллаһты ла, Ҡөръәнде лә, Пәйғәмбәрҙе лә) инҡар итте. Һәм ситтән генә йәшертен тоҙаҡтар (хәйләләр) ҡороп яталар ине.
54. Ләкин бынан әүәлгеләргә булған кеүек, быларҙың да (мәкерле) теләктәре араһына кәртә ҡоролдо. Шик юҡтыр, улар (Аллаһ бармы, юҡмы, Ҡөръән хаҡмы, түгелме, тип) икеләнеүҙәре арҡаһында үҙҙәрен ҡурҡыныс мөхиткә ҡуйҙылар.
35 — Фәтыр (Яралтыусы) сүрәһе
(Фатыр сүрәһе 45 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Фәтыр» — юҡтан бар итеүсе, яралтыусы, булдырыусы мәғәнәһендә килә. Күп кенә тәфсирҙәрҙә был сүрә «Фәрештәләр» исеме менән дә йөрөй.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан, фәрештәләрҙе икешәр, өсәр, дүртәр ҡанатлы илселәр иткән Аллаһҡа маҡтауҙар булһын. Аллаһ яралтылыусыларҙы, үҙе теләгәнсә (гүзәл йөҙ, матур тауыш, аҡыл, һәләттәрен) арттырып яралта, үрсетә. Шик юҡтыр, Аллаһтың һәр нәмәгә ҡөҙрәте етә.
2. Аллаһтың кешеләргә асып һала торған рәхмәтен (ниғмәт, именлек, һаулыҡ, ғилем, ризыҡ, ямғырын) бер кем дә тотҡарлай алмаҫ. Аллаһ яҡындағыларҙы Унан башҡа берәү ҙә тәғәйенләй алмаҫ. Ул — ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе.
3. Әй, кешеләр, Аллаһ хозурындағы (шул ҡәҙәр) ниғмәтте хәтерләп ҡалығыҙ, онотмағыҙ. Һеҙҙе Күктән һәм Ерҙән ризыҡландырыусы Аллаһтан башҡа (шундай ниғмәттәрҙе) барлыҡҡа килтереүсе берәй зат бармы? Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Шулай булғас, ни өсөн (Унан) йөҙ сөйөрәһегеҙ?
4. (Эй, Мөхәммәд) әгәр һине ялғансы тип атаһалар (ҡаушап ҡалма, түҙ, сабыр ит), һинән алдағы пәйғәмбәрҙәрҙе лә ялғансы, тинеләр. Бөтөн эштәр Аллаһ хөкөмөнә ҡайтарыласаҡ.
5. Әй, кешеләр, Аллаһ вәғәҙәһенең хаҡлығында шик юҡ. Шулай булғас, зинһар, һеҙ донъя тормошона алданмағыҙ. Ата ялғансы шайтан, ышанысығыҙға кереп, Аллаһ юлында һеҙҙе төп башына ултыртмаһын. (Һаҡ булығыҙ!)
6. Шайтан һеҙҙе дошман күрә. Шуның өсөн, һеҙ ҙә уны дошман күрегеҙ. Ул үҙенә эйәргәндәрҙе утлы йәһәннәмгә урынлаштырыр өсөн тырыша. (Изгелек ҡылыу, гөнаһлы эштәрҙән баш тартыу — шайтанды дошман күреү булыр.)
7. Кәфер ғәмәлдәр өсөн әрнетеүле ғазап әҙерләнгән. Иман килтергәндәргә, изгелек ҡылғандарға, матур йәшәгәндәргә ярлыҡау һәм бөйөк әжер буласаҡ.
8. Яманлыҡ ҡылып, изгелекһеҙ булғандарға:
— Ҡылмыштарығыҙ бик тә яҡшы (кәферҙе изгелек), — тип күрһәтеүсе (Иблис менән тура юлдағы әҙәм бер) булырмы? Шик юҡтыр, Аллаһ кемде шаштырырға теләһә, шуны шаштырыр, кемде тура юлға баҫтырырға ихтыяр итһә, шуны тура юлға баҫтырыр. (Эй, Мөхәммәд) шулай булғас, улар тураһында уйлап, хафаланма, йәнең көймәһен. Аллаһ уларҙың ниндәй яманлыҡ ҡылырға уйлағанына ҡәҙәр белеп тора.
9. Елдәрҙе иҫтереп, болоттарҙы ҡыуып йөрөтөүсе — Аллаһтыр. Беҙ уларҙы (болоттарҙы) үлгән тупраҡлы ерҙәргә ебәреп, тергеҙәбеҙ. Үлеләрҙең яңынан терелеүе лә нәҡ шулай буласаҡ.
10. Үҙенә абруй-дәрәжә яуларға теләгән кеше белһен: абруй һәм дәрәжә Аллаһ хозурында. Уның янына бары тик яҡшы һүҙҙәр генә барып ирешә. Уларҙы ла Аллаһҡа изгелекле ғәмәлдәр генә еткерә ала. Мәкерле тоҙаҡтар ҡороусылар өсөн хәтәр ғазаптар бар һәм уларҙың ул тоҙаҡтары емерелер.
11. Аллаһ һеҙҙе (башта) тупраҡтан, һуңынан нәҫел орлоғонан яралтты. Унан һуң һеҙҙе парлы-парлы (ирле-ҡатынлы) итте. Уның әмере булмайынса, бер генә әсә лә ауырға ҡала алмаҫ, бала таба алмаҫ. Йән эйәһенә (оҙон) ғүмер бирелеүе лә, ғүмеренең ҡыҫҡартылыуы тураһында ла (Ләүхел Мәхфүзгә) Китапҡа ап-асыҡ яҙылған. Шик юҡтыр, быларҙың барыһы ла Аллаһ өсөн бик анһат башҡарыла торған эштәр.
Достарыңызбен бөлісу: |