Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим


(Лут ялбарып): — Йә, Раббым, боҙоҡ халыҡҡа ҡаршы көрәшергә көс бир, - тине. 31



бет32/48
Дата20.06.2016
өлшемі3.18 Mb.
#148924
1   ...   28   29   30   31   32   33   34   35   ...   48

30. (Лут ялбарып):

— Йә, Раббым, боҙоҡ халыҡҡа ҡаршы көрәшергә көс бир, - тине.



31. Илсе (фәрештәләребеҙ) Ибраһимға (улдары буласа­ғы тураһында) һөйөнсө алырға килгәс, әйттеләр:

— Беҙ был төбәктең боҙоҡ халҡын һәләк итәсәкбеҙ. Сөнки, ысындан да, ул залимдар гөнаһҡа кереп батҡандар. (32) (Иб­раһим әйтте):

— Улар араһында Лут та бар бит, — тине.

— Беҙ шунда кем булғанлығын бик тә яҡшы беләбеҙ, — тинеләр. — (Һәләкәткә дусар гөнаһлылар һәм) ҡатынынан баш­ҡа, уның үҙен һәм яҡындарын, һис шикһеҙ, ҡотҡарасаҡбыҙ.



33. Илселәребеҙ (фәрештәләр) килгәс, Лут хафаға тарыны (уның өйөнә килеп кергән фәрештәләр бик тә сибәр егеттәр рәүешендә ине. Лут уларҙы ҡатын итеп файҙаланырҙар, тип) ҡур­ҡа ҡалды.

— Ҡурҡма һин, борсолма, — тине (егет ҡиәфәтендәге фәрештәләр), — беҙ һине лә, яҡындарыңды ла ҡотҡарасаҡ­быҙ. Әлбиттә, (һәләк буласаҡ) ҡатыныңдан башҡа; (34) һис шикһеҙ, был төбәктең халҡына, ҡылған гөнаһтары өсөн, Күктән хәтәр яза индерәсәкбеҙ.



35. Хаҡтыр, аҡылы башында булғандарға Беҙ ошо ваҡиғаларҙы һабаҡ булһын, тип ҡалдырабыҙ.

36. Үҙ ҡәүеменә — Шөғәйепте (күндерҙек), ул әйтте:

— Әй, ҡәүемем, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ. Әхирәт көнөнә өмөт итегеҙ (Әхирәт көнөндә Аллаһ ҡаршыһында әжер алыр өсөн, гөнаһ ҡылыуҙан һаҡланығыҙ). Ер йөҙөндә фетнә сығара торған боҙоҡлоҡтар таратмағыҙ, — тине. (37) Ләкин уны ялғансы тип атанылар. Шуға күрә, уларҙы хәтәр ер тетрәүе тотто һәм уларҙың барыһы ла үҙ өйҙәрендә муйындары аҫҡа килеп, (йөҙ түбән) харап булды.



38. Ғәд менән Сәмуд ҡәүемдәрен дә (һәләк иттек). (Улар менән нимә булғанын) һеҙ емеректәргә ҡалған өйҙәренән күреп белерһегеҙ. Уларҙың яман эштәрен шайтан яҡшы итеп, биҙәп күрһәтте һәм аҙҙырҙы. Юғиһә, улар донъяға асыҡ күҙ менән ҡарай ине.

39. Ҡарунды, Фирғәүенде, Һаманды ла (һәләк иттек). Хаҡтыр, Муса уларға ап-асыҡ дәлилдәр килтерҙе, ләкин улар донъяла тәкәбберләнделәр. Ғазаптан ҡотола алманылар.

40. Бына шулай итеп, Беҙ уларҙың һәммәһен дә гөнаһтарына күрә язаға тоттоҡ. Ҡайһыһының түбәһенә (таш яуҙыр­ған) дауыл менән (Лут халҡын), ҡайһыһын ҡот осҡос бер тауыш (Сур борғоһо) тотто (Мәдйән, Сәмуд ҡәүемдәрен), ҡайһыһын ергә йотторҙоҡ (Ҡарунды), ҡайһыһын һыуға батырҙыҡ (Фирғәүен һәм Нух тоҡомдарын), Аллаһ уларға золом килтермәне, улар үҙҙәренә-үҙҙәре золом килтерҙе.

41. Аллаһтан башҡа Илаһтар уйлап табыныусыларҙың ғәмәле пәрәүез (оя) ҡорған үрмәксенекенә оҡшаш. Әгәр улар аңлай торған заттар булһа, үрмәксе ояһы — пәрәүездең ни ­ҡәҙәр ҙә сыҙамһыҙ икәнен белерҙәр ине! (42) Аллаһ Үҙенән башҡа нәмәләргә табынғандарын, һис шикһеҙ, белә. Ул — һәр ваҡыт ҡөҙрәтле еңеүсе һәм хикмәттәр эйәһеҙер.

43. Бына беҙ был миҫалдарҙы, ғибрәттәрҙе кешеләр һа­баҡ алһын өсөн килтерәбеҙ. Уларҙы фәҡәт белемле, зиһенле кешеләр генә аңлар.

(«Ҡурайштың наҙан, башһыҙ әҙәмдәре: «Мөхәммәдтең Раббыһы, себен-серкәй, үрмәкселәрҙән миҫалдар килтерә», — тип мыҫҡыллы көлдөләр. Был миҫалдарҙың мәғәнәһен наҙандар, хайуан дәрәжәһен­дәге мәхлүҡ наҙандар аңламаҫ, әлбиттә». Ибраһим Дөнмәз тәфсиренән.)

44. Аллаһ күктәрҙе һәм Ерҙе ысынбарлыҡ булараҡ яралтты. Хаҡтыр, бында (Аллаһтың был мөғжизәле эштәрендә) иманлылар өсөн ғибрәт алырлыҡ нәмәләр бар.

45. (Рәсүлем Мөхәммәд) үҙеңә уахи ителгән Китапты уҡы һәм намаҙ ҡыл. Хаҡтыр, намаҙ бит боҙоҡлоҡтарҙан, аҡылға һәм шәриғәткә һыймаған нәмәләрҙән һаҡлай. Аллаһты зикер итеү, әлбиттә, (ғибәҙәттәрҙең) иң әһәмиәтлеһе. Аллаһ нимә ҡылһағыҙ, шуны белеп тороусы.

46. Залимдарынан башҡа, китаплылар (йәһүдтәр) менән бәхәсләшмәгеҙ, әҙәпле һөйләшегеҙ, матур мөғәмәләлә булы­ғыҙ. — Үҙебеҙгә индерелгәнгә (Ҡөръәнгә) лә, һеҙгә индерелгәнгә лә (Тәүрәткә лә) иман килтерҙек. Беҙҙең Тәңребеҙ ҙә, һеҙҙеке лә — бер Аллаһтыр. Һәм беҙ уға итәғәт иттек, — тип әйтегеҙ.

47. Шулай итеп, Беҙ һиңә (алда индерелеп тә, һуңынан кешеләр тарафынан боҙолған изге китаптарҙы дөрөҫләүсе) был Китапты индерҙек. Шуға күрә, китап әһелдәре (йәһүдтәр ҙә) быңа иман килтерҙе. Тегеләре араһында ла уға иман килтергәндәр бар. Беҙҙең аяттарыбыҙҙы кәферҙәрҙән башҡаһы, белгән көйөнсә, бер кем дә инҡар итмәҫ. (48) Һин бынан әүәл һис бер китап уҡыманың. Ҡулың менән дә китап яҙма­ның. Әгәр шулай булған булһа, мөшриктәр (аяттарҙы ялған тип), әлбиттә, шикләнер ине.

49. Юҡ шул, ул (Ҡөръән Аллаһ тарафынан бирелгән һәм) ғилем эйәләренең күңелдәрендә яҡтылыҡ булып һаҡланыу­сы ап-асыҡ аяттарҙан тора. Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ғәҙелһеҙ залимдарҙан башҡаһы инҡар итмәҫ.

50. Мөшриктәр әйтте:

— Уға (Мөхәммәдкә) Раббынан (уның пәйғәмбәрлеген иҫ­бат итә торған) мөғжизәләр индерелһә ине (беҙ иман килтерер инек), — тинеләр. Әйт һин уларға:

— Мөғжизәләр фәҡәт Аллаһ ихтыярында ғына. Мин бары тик Уның әмерҙәрен еренә еткереп киҫәтеүсе генә, — тип. (51) Һиңә индерелгән һәм уҡып аңлатыла торған Китап уларға мөғжизә түгелме ни? Уға иман килтергән ҡәүем өсөн, әлбиттә, киң рәхмәттәр һәм ғибрәттәр барҙыр. (52) Әйт һин:

— Минең менән һеҙҙең арала Аллаһтың, ысындан да, шаһит икәнлеге бик еткән, — тип. — Күктәрҙә, Ерҙә нимә булһа, Ул шуларҙы белеп тора. Ялғанға йөҙ тотоп, Аллаһты инҡар итеп, кәфер булғандар байтаҡ. Бына шулар инде зыян күрәсәк.



53. Улар һинән ғазап килеүҙе (өҫтөбөҙгә таш яуҙыр, тип) ашыҡтырыр. Әгәр ҙә махсус билгеләнгән ваҡыт булмаһа, ул (яза) әллә ҡасан килеп тотар ине. Ул (яза) уларға абайламағанда, һис шикһеҙ, кинәттән киләсәк. (54) Әйе, улар язаның тиҙерәк килеүен теләйҙәр. Гәрсә, ысынлыҡта иһә йәһәннәм кәферҙәрҙе уратып алған бит инде. (55) Шул көндә ғазап уларҙы өҫтәренән дә, аяҡ аҫтарынан да тотасаҡ. Уларға әйтеләсәк:

— Ҡылған гөнаһтарығыҙҙың язаһын татып ҡарағыҙ, -тип әйтелер.



56. Әй, иман килтергән ҡолдарым, хаҡтыр, Минең ерем киндер. Шулай булғас, бары тик Миңә генә ғи­бәҙәт ҡылығыҙ. (57) Һәр йән эйәһе үлем әсеһен татыр. У­нан һуң һәр кем хозурыбыҙға күндерелер. (58) Иман килтереп, изгелек ҡылғандар ҙа байтаҡ. Беҙ уларҙы арыҡтарынан шишмәләр ағып тороусы йәннәттең иң түренә урынлаштырырбыҙ. Улар шунда мәңгегә ҡалыр. Ғәмәл ҡылғандарҙың әжере нисек гүзәл.

59. Улар (кәферҙәр, мөшриктәрҙең ҡыйырһытыуҙарына түҙеүселәр) сабыр итеүселәр һәм бары тик Раббыға ғына инанғандар. (60) Үҙҙәренә ризыҡ таба алмаған ни ҡәҙәр йәнле мәхлүҡ бар был донъяла. Шундайҙарға ла, һеҙгә лә Аллаһ ризыҡ бирә. Ул ысыны менән ишетеүсе һәм мөкәммәл белеп тороусы. (61) Уларҙан:

— Күктәрҙе һәм Ерҙе кем яралтҡан? Ҡояшты, Айҙы буйһондороп йөрөтөүсе кем? — тип һораһаң, улар мотлаҡ:

— Аллаһ, — тип яуап бирер. Шулай булғас, ни өсөн һуң улар йөҙ сөйөрәләр?

62. Теләгән кешеһенең ризыҡтарын Аллаһ киң итер. Ҡайһы ҡолдарының өлөшөн кәметер. Шик юҡ, Аллаһ һәр нәмәне дөрөҫө менән белеп тора.

63. Уларҙан:

— Күктән һыу индереп, ҡороған тупраҡты тергеҙгән кем? — тип һораһаң:

— Әлбиттә, Аллаһ, — тип яуап бирерҙәр. Әйт һин улар­ға:

— Әлхәмдүлилләһ, бөтөн маҡтаулар ҙа Аллаһҡа ғына булһын, тип. Ләкин уларҙың күбеһе шуны аңламай.



64. Был донъя тормошо уйын ғына, күңел асыу ғына - башҡа түгел. Ысын тормош — ул Әхирәт тормошо, был турала шик булырға мөмкин түгел. Улар шуны белһә (фани донъяла гөнаһ ҡылмаҫ) ине.

(«Имам Ғәлиҙән һорағандар, имеш: донъя нимә ул? — тип әйткәндәр. Хәҙрәти Ғәли әйткән: һине Аллаһтан айырып тороусы нәмә, - тигән». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

65. Кәмәлә барған саҡта (ҡурҡыныс янағанда) улар ысын мосолман кеүек, Аллаһҡа ялбаралар. Уларҙы иҫән-һау ки­леш ҡоро ергә сығарып баҫтырғас, Аллаһтан башҡаларға табыналар. (66) Үҙҙәренә биргән ниғмәттәргә шөкөр итмәйҙәр, кәйеф-сафа ҡоралар (рәхәтләнәләр). Ләкин улар оҙаҡламай (өҫтәренә нимә килаһен) белер. (67) Мәккәнең тирә-яғында кешеләрҙе тотоп алып китәләр ине, Мәккәне Беҙ (енәйәт ҡылыу) харам ителгән именлек урыны итеп яһаныҡ. Улар шуны күрмәҫ дәрәжәләме ни? Ялғанға ышанып, Аллаһтың ниғмәттәренә кәферлек ҡылырҙармы икән?

68. Аллаһ тураһында ялған һөйләгән (Уға тиңдәш эҙләүсе) йәки үҙҙәренә Хәҡиҡәт (Ҡөръән, пәйғәмбәрҙәр) килгәндән һуң да уны ялғанға сығарғандарҙан да залимыраҡ кем бар? Йәһәннәмдә кәферҙәргә урын бөткәнме?

69. Беҙҙең юлда тырышҡандарға (Жиһадта ҡатнашҡан­дарға) Беҙ, әлбиттә, тура юлды күрһәтербеҙ. Шик юҡтыр, Аллаһ бары тик изгелек ҡылғандар менән генә бергә.
30 — Рум (Рум) сүрәһе

(Рум сүрәһе 60 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Иран ғәскәр­ҙәре менән һуғышта еңелгән Рум ғәскәрҙәре тураһында һөйләнгәнгә күрә, ошо исемде алған.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Әлиф. Ләм. Мим.

2. Румдар еңелде; (3) яҡын үҙәндә. Гәрсә улар ошо еңелүҙән һуң еңеүсе буласаҡ; (4) бер нисә йылдан һуң. Ал­дағыһы ла, һуңғыһы ла Аллаһ хөкөмөндә булыр. Ул көндө мөьминдәр ҙә ҡыуанасаҡ; (5) Аллаһтың ҡөҙрәте менән. Ул те­ләгәненә ярҙам итер. Ул мотлаҡ ҡөҙрәтлеҙер. Ярлыҡаусыҙыр.

(«Китаплы кешеләр румлылар (бизанстар) мәжүси Иран ғәскәре тарафынан еңелгәс, Мәккә мөшриктәре бик һөйөндө. Улар мосолмандарға әйтте: әгәр ҙә Аллаһығыҙ, һеҙ әйткәнсә берҙән-бер еңеүсе булһа, китаплы халыҡтан булған бизанстарҙы еңеүсе иткән булыр ине, тинеләр. Шунан һуң Ҡөръән, бер мөғжизә була­раҡ, киләсәктә буласаҡ ваҡиға тураһында хәбәр бирҙе: өс йәки ту­ғыҙ йыл эсендә бизанстар иранлыларҙы тар-мар итәсәк һәм мөьминдәр ҙә һөйөнәсәк. Ысындан да, 624 йылда бизанстар Иранға баҫып керҙеләр һәм еңделәр. Шул уҡ йылда мосолмандар Бәдер һуғышын­да ҙур еңеүгә иреште». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

6. Был—Аллаһтың вәғәҙәһеҙер. Аллаһ вәғәҙәһенән ҡайт­маҫ. Ләкин кешеләрҙең күбеһе был турала белмәй. (7) Улар донъя тормошоноң өҫкө ҡатын ғына күреп беләләр. Әхирәт мәсьәләләрендә улар — наҙандарҙың да наҙаны.

8. Аллаһтың күктәрҙе, Ерҙе һәм улар араһындағы барлыҡтарҙы Хәҡиҡәт булараҡ яралтып, Үҙенә генә мәғлүм ваҡыт биреп, уларҙың тәҡдирҙәрен алдан билгеләгәнлеге тураһында улар үҙ баштары менән уйлап ҡараманылармы ни? Кешеләрҙең күбеһе (үлгәндән һуң терелеп, Ҡиәмәт көнөндә) Аллаһ хозурына киләсәктәренә ышанмайҙар.

9. Донъя буйлап йөрөп, үҙҙәренән элек йәшәп киткәндәр­ҙең яҙмышы нисек бөткәне менән ҡыҙыҡһынманылармы? Улар (Ғәд, Сәмуд ҡәбиләләре) тегеләренән ғәйәт ҡеүәтле ине. Иген иктеләр, ерҙең аҫтын өҫкә әйләндерҙеләр (һыу эҙләп ҡойо ҡаҙынылар, каналдар төҙөнөләр). Былар (Мәккә кәферҙәре) ҡорған биналарҙан да яҡшыраҡ биналар ҡорҙолар. Пәйғәм­бәрҙәре уларға байтаҡ ҡына дәлилдәр, киҫәтеүҙәр менән кил­де. Аллаһ уларға золом итмәне, (ғәҙелһеҙлектәре, ҡылған гөнаһтары менән) улар үҙҙәренә үҙҙәре золом итте.

10. Аллаһтың аяттарын ялғанға сығарған һәм уларҙы мәсхәрә итеп көлгән һәм ғәҙелһеҙлек ҡылғандарҙың ахыры бик тә яман булды. (11) Аллаһ башта йәнлеләрҙе юҡтан бар итер. Унан һуң үлтерер һәм яңынан тергеҙер. Иң һуңын­да барыһы ла Уның хозурына килтерелер (ҡайһыһына — йәннәт, ҡайһыһына йәһәннәм бирер). (12) Ҡиәмәт ҡупҡан көндө гөнаһлылар телһеҙ-тауышһыҙ ҡаласаҡ. (13) (Аллаһҡа тиң күрелгән) яһалма Илаһтары уларға һис бер ярҙам күрһәтмәйәсәк. Һуңынан улар яһалма Илаһтарынан да баш тартасаҡ. (14) Ҡиәмәт ҡупҡан көн — (мөьминдәр менән инҡарсыларҙың) бер-берҙәренән айырыла торған көн.

15. Иман килтереп, изгелек ҡылғандар йәннәттә ниғмәттәр һәм ҡыуаныс эсендә йәшәрҙәр. (16) Инҡарсылар, аяттарыбыҙҙы һәм Әхирәт көнөн ялғанға сығарыусылар иһә рәхим­һеҙ ғазап эсендә ҡалдырыласаҡ. (17) Шулай булғас, кис еткәс тә, иртән дә Аллаһҡа тәсбих тартығыҙ (намаҙ уҡы­ғыҙ).

18. Күктәрҙә (фәрештәләр) һәм Ерҙә (мәхлүҡәт) бары тик Уға маҡтау йырлай. Көндөҙөн (икенде намаҙында ла), төш тураһында (өйлә намаҙында) ла (Аллаһты зикер итегеҙ. Уға мәдхийә әйтегеҙ). (19) Ул йәнһеҙҙән йәнлене (шәһүәттән кешене, йомортҡанан ҡошто) сығарыусы. Үлгәндән һуң терелтеү­сеҙер. Бына шулай итеп, һеҙ ҙә (үлемегеҙҙән һуң ҡәберҙәрегеҙҙән) сығарыласаҡһығыҙ.

20. Һеҙҙең тупраҡтан яралтылыуығыҙ Уның ҡөҙрәтенә дәлилдер. Һуңынан һеҙ үрсеп, Ер йөҙөнә таралдығыҙ.

(Һуңғы йөмлә М. Алидә: һуңынан һеҙ әжәлле булдығыҙ, сереп таралдығыҙ, тип бирелгән.)

21. Үҙегеҙҙән ҡатындарҙы яралтыу ҙа, ул ҡатындар менән (ләззәтләнеп) бергә йәшәүегеҙ ҙә, ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәт һәм наҙ, бер-береңдең хаталарын кисерә белеү, һис шикһеҙ, Аллаһтың ҡөҙрәтенә асыҡ дәлилдәрҙер. Хаҡтыр, был эштәрҙә фекерләй белеүсе ҡәүемдәр өсөн ғибрәттәр бар.

22. Уның күктәрҙе һәм Ерҙе юҡтан бар итеүе лә, Уға телдәрегеҙҙе, тән төҫтәрегеҙҙе төрлө-төрлө итеп яралтыуы ла - Аллаһтың бәхәсһеҙ дәлилдәреҙер. Хаҡтыр, быларҙа хәбәрҙарҙар өсөн ғибрәттәр бар.

23. Төндәрен йоҡо ләззәтен татыуығыҙ ҙа, көндөҙҙәрен ятып хәл алыу һәм (өлөшөгөҙгә тейгән) ризыҡты табыуығыҙ ҙа — Уның мөғжизәләренә асыҡ дәлилдер. Хаҡтыр, был хәлдәрҙә лә (күңел ҡолағы) һаңғырау булмағандар өсөн ғибрәттәр бар.

24. Уның дәлилдәренән берһе шулдыр. Ул йәшен йәшнә­теп, һеҙгә (йәшен һуғыр тип) ҡурҡыу һәм (ямғыр яуып, иген мул булыр тигән) өмөт бирә. Ул ямғыр яуҙырып, ҡороп үлгән туп­раҡҡа йән өрә. Хаҡтыр, фекерләй белгәндәр өсөн ғибрәттәр бар.

25. Күк менәән Ерҙең Аллаһ ихтыярына буйһоноуы ла— Раббының мөғжизәһе. Ахырҙа ул һеҙҙе саҡырыр, һәм һеҙ шунда уҡ ҡәберҙәрегеҙҙән тороп, Уның янына йыйылырһығыҙ. (26) Күктәрҙәге һәм Ерҙәге барлыҡтарҙың һәммәсе лә — Уныҡыҙыр. Барыһы ла Уға ғына буйһонған. (27) Ул иң башта юҡтан бар итеп, уны (үлтергәндән һуң яңынан) тергеҙеү­сеҙер. Уның өсөн был эштәр бик тә анһаттыр. Күктәрҙәге һәм Ерҙәге иң юғары сифат (әхләҡ, миһырбан, ғәфү итә белеү, һүҙгә тоғро ҡалыу) Аллаһтың Үҙендәҙер. Аллаһ — һәр ваҡыт еңеүсе, ҡөҙрәт эйәһе һәм хикмәттәр хужаһы.

28. Ул һеҙгә (мөшриктәргә) үҙегеҙҙең тормошоғоҙҙан миҫал килтерә:

— Һеҙҙең әмерегеҙҙә булған ҡолдар араһында һеҙгә Беҙ биргән ризыҡтарҙы тигеҙ итеп бүлешергә теләгәндәре бар­мы? Һәм һеҙ улар менән тигеҙ булып (малығыҙҙы тигеҙ бүлеп), үҙегеҙҙе хөрмәт иткән кеүек, уларҙы хөрмәт итерһегеҙме (тиңдәрегеҙҙән ҡурҡҡан кеүек, ҡурҡаһығыҙмы)? Аҡыл менән эш итеүселәр өсөн Беҙ аяттарыбыҙҙы бына шулай аңлатабыҙ.



29. Юҡ шул, (улай итмәнеләр, малдарын ҡолдарына бирмәнеләр) улар, нимә ҡыланғандарын да белмәйенсә, үҙ нәфселәренә буйһондолар. Аллаһ Үҙе юлдан яҙҙырғандарҙы кем тура юлға кертә алыр икән? Уларға һис кем ярҙам итә алмаҫ.

30. Һин (ий, Мөхәммәд) Аллаһҡа тоғро булараҡ йөҙөң­дө тура дингә тура тот. Ул кешеләрҙе ошо дин өсөн яралтты. Аллаһтың бар иткәндәрендә үҙгәрештәр булмаҫ. Был дин — ныҡ һәм иң дөрөҫ диндер. Ләкин кешеләрҙең күбеһе был турала белмәй. (Шуға күрә улар иман килтермәй.) (31) Барығыҙ ҙа Уға йүнәлегеҙ, Аллаһтан ҡурҡығыҙ, намаҙҙы дөрөҫ уҡығыҙ, мөшрик булмағыҙ.

32. Диндәрен фирҡә-фирҡәғә бүлгәләп, айырып, тарҡатып бөтөрөүселәр кеүек булмағыҙ. Уларҙың һәр береһе үҙ фирҡәһе менән (беҙҙең дин — иң яҡшы дин, тип) маҡтана.

33. Кешеләрҙең башына берәй бәлә килһә, Раббыға, бары тик Уға баш эйеп, доға уҡыйҙар. Аллаһ уларға рәхмәт (ниғмәт, муллыҡ) бирһә, күреп тороғоҙ, уларҙың бер ҡәүеме тағын Аллаһтан башҡаға табынырға тотона; (34) биргән ниғмәттәребеҙгә шөкөр итмәҫтән. Әйҙә, кәйефләнегеҙ, ләкин һеҙ оҙаҡламай нимә булаһын беләсәкһегеҙ. (35) Юҡһа, Беҙ уларға Аллаһтың тиңдәше барлығы тураһында дәлилдәр килтермәнек. (Беҙ уларҙы мөшрик булырға өндәмәнек.)

36. Кешеләргә рәхмәт (байлыҡ, ләззәт, шөһрәт) индерһәк, улар ҡыуана. Ҡулдары менән ҡылған гөнаһтарына күрә, баштарына әфәт төшһә, шунда уҡ өмөтһөҙлөккә биреләләр. (37) Әллә һуң улар күрмәйҙәрме, Аллаһ ризыҡты теләгәненә мул итеп бирә, ҡайһыларына кәметә. Шик юҡтыр, иманлылар өсөн бында ғибрәттәр бар.

38. Туғандарыңа, ярлыға, сәйәхәттәгеләргә тейешлеһен бир. Аллаһтың ризалығын ҡаҙанырға теләгәндәр өсөн бынан да изгелеклерәк эш юҡ. Бына шулар инде (язанан) ҡото­лоп, (Сәғәдәткә) ирешәсәк.

39. Байлығығыҙҙы күбәйтер өсөн, арттырып ҡайтарыу шарты менән алған керемдәрегеҙ Аллаһ ҡатында артмаҫ (һезҙҙең файҙаға булмаҫ). Аллаһ ризалығы өсөн зәкәт бирһәгеҙ, (сауаптарығыҙ, малдарығыҙ) ҡат-ҡат арттырыр.

40. Аллаһ һеҙҙе бар итеүсе, һуңынан ризыҡландырыусы; ахыр­ҙа йәнһеҙ итеп, тағын терелтер. Һеҙ табынғандарҙың берәйһе ошо эштәрҙең, исмаһам, берәйһен башҡара аламы? Аллаһ уларҙың уйҙырма Илаһтарынан паҡ һәм бөйөк.

41. Кешеләрҙең ҡылмыштары (фәхешлектәр) арҡаһында ҡоро ер өҫтөндә лә, диңгеҙҙә лә тәртип боҙолдо. Ҡыл­ған гөнаһтарына күрә (Әхирәттә) бирелә торған язалар­ҙың бер өлөшөн (был донъяла) татытыр. Бәлки, улар тәүбә итерҙәр!

42. (Эй, Рәсүлем Мөхөммәд) әйт һин:

— Донъя буйлап йөрөгөҙ һәм һеҙ әүәл йәшәп киткәндәр­ҙең ахырғы яҙмышы нисек булғанын күрерһегеҙ. Уларҙың күбеһе мөшрик ине, — тип.



43. Был донъяға кире ҡайтарылмай торған Көн иәмәт) килгәнсе һин йөҙөңдө хаҡ дингә бор. Ул Көндө кешеләр айырым-айырым төркөмдәргә бүленер.

(Мосолмандар — йәннәткә, кәферҙәр, мөшриктәр, монафиҡтар — йәһәннәмгә.)

44. Кем инҡар иткән, инҡары үҙ башына булыр. Изгелек ҡылғандар үҙҙәре өсөн йәннәт әҙерләне. (45) Иман килтереп, изгелек ҡылғандарға Аллаһ үҙ тарафыннан әжер бирер. Шик юҡ, Аллаһ иманһыҙҙарҙы яратмай.

46. Ниғмәттәремде татыһындар, Уның әмере менән йөрөй торған кәмәләргә ултырып, насип ризыҡтарын ҡаҙанһындар тип, шуларға шөкөр итһендәр тип, һөйөнөслө хәбәрҙәр килтерһен тип, елдәрҙе иҫтереү ғәләмәте лә Аллаһтың барлығына, сикһеҙ ҡөҙрәтенә шикһеҙ дәлилдәр булып тора.

47. Хаҡтыр, Беҙ һинән элек тә халыҡтарға үҙҙәре араһынан сыҡҡан пәйғәмбәрҙәр күндерҙек һәм уларға ла асыҡ дәлилдәр бирҙек. (Ул пәйғәмбәрҙәргә ышанмайынса) гөнаһ­ҡа батҡандарҙы тейешле язаға тарттыҡ. Мөьминдәргә ярҙам итеү — Беҙҙең эш.

48. Елдәрҙе иҫтереп, болоттарҙы ҡыуҙырыусы — Аллаһ. Болоттарҙы, Үҙе теләгәнсә, Күк йөҙөнә таратыусы ла, киҫәкләп-киҫәкләп ямғыр яуҙыртыусы ла—Аллаһ. Аллаһ, ямғыр яуҙырып, теләгән ҡолдарына ҡыуаныс индерә. (49) Юҡһа, оҙаҡ ямғыр яумай торһа, улар хафаға төшә.

50. Ҡара һин Аллаһ Тәғәләнең ниғмәттәренә! Ҡороп, үлгән тупраҡ нисек яңынан терелә? Шик юҡтыр, Ул мәйеттәрҙе лә шулай тергеҙәсәк, Аллаһтың бар нәмәгә лә ҡөҙрә­те етә. (51) Хаҡтыр, әгәр ҙә Беҙ ҡоро елдәр иҫтереп, бөтөн ерҙе һарғайтһаҡ, шунан һуң да улар Аллаһҡа иман килтермәҫ, шөкрәнә ҡылмаҫ.

52. (Рәсүлем) әлбиттә, һин (тере) мәйеттәргә (хаҡ һүҙҙе) ирештерә алмаҫһың, (Аллаһтан килгән хаҡ һүҙҙәреңә ышанмасҫтай) арҡа биреп китеп барған (күңеле) һаңғырауҙарға (Аллаһтың саҡыруҙарын) ишеттерә алмаҫһың. (53) Һин тура юл­дан яҙған (күңел күҙе) һуҡырҙарҙы ла һидәйәткә илтә алмаҫһың. Һин бары тик аяттарыбыҙға иман килтереп, мосолман булғандарға ғына (хаҡ һүҙҙе) ишеттерә алырһың.

54. Аллаһ һеҙҙе хәлһеҙ (бала) итеп яралтҡан. Унан һуң хәлһеҙлектән хәлләндереп, ҡеүәт биргән; ҡеүәт артынан та­ғын һеҙҙе хәлһеҙләндергән (ҡартайтҡан). Ул үҙе теләгәнде башҡара. Ул — һис шик юҡтыр, барыһын да мөкәммәл белеп тороусы ҡөҙрәт эйәһе.

55. Ҡиәмәт ҡупҡан Сәғәттә гөнаһлылар (фани донъяла, ҡәберҙә) бер сәғәттән дә артыҡ торманыҡ, тип ант итәсәктәр. Бына шулай, улар (фани донъяла алданып) боҙолған­дар.

56. Ғилемле һәм иман килтергәндәр шулай әйтер:

- Хаҡтыр, Аллаһтың китабында яҙылғанса, һеҙ яңынан терелеү көнөнә иәмәткә) ҡәҙәр йәшәнегеҙ. Бына бөгөн (Ҡиәмәт сәғәте һуҡты, һеҙ) яңынан терелдегеҙ. Ләкин һеҙ быңа ышанманығыҙ. (57) Ләкин ул көндө аҡланырға тырышыуҙары уларға файҙа килтермәҫ, һәм уларҙан Аллаһ ризалығын ҡаҙанырға маташыуҙары ла талап ителмәҫ.



58. Хаҡтыр, кешеләр (ғибрәт, һабаҡ алһын) өсөн Беҙ Ҡөръәндә төрлө миҫалдар килтерәбеҙ. Ләкин (ий, Мөхәммәд) һин уларға бер аят килтерһәң, кәферҙәр мотлаҡ әйтәсәк:

- Һеҙ ялған һөйләүҙән башҡаны белмәйһегеҙ, - тип әйтерҙәр. (59) Бына, белмәгәндәрҙең (итәғәт итергә теләмәгәндәрҙең) күңелдәренә Аллаһ шулай итеп мөһөр һуға.



60. (Эй, Мөхәммәд) һин хәҙергә сабыр ит. Шик-шөбһә юҡ, Аллаһтың вәғәҙәһе хаҡтыр. Һаҡ бул! Быңа инанмаған­дар һинең иманыңды ҡаҡшатмаһын!
31 — Лоҡман (Лоҡман) сүрәһе

(Локман сүрәһе 34 аяттан тора. Мәккәлә ингән.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Әлиф. Ләм. Мим. (2) Бына был аяттар хикмәт тулы Ҡөръәндең аяттарыҙыр. (3) Изгелек ҡылһындар тип, тура юлға баҫһындар өсөн, (Аллаһтың) рәхмәт(е) булараҡ (индерелде). (4) Улар (мөьминдәр) намаҙ уҡыйҙар, зәкәт бирәләр, Әхирәт көнөнә ысын күңелдән инаналар. (5) Бына шундай әҙәмдәр Раббы күрһәткән тура юлдан йөрөйҙәр һәм (яза­ларҙан) ҡотолоп, Сәғдәткә ирешерҙәр.

6. Бәндәләр араһында шундайҙары ла бар: бер нәмә лә белмәгән баштары менән кешеләрҙе Аллаһ диненән ситкә алып китергә маташып, ул динде мыҫҡыл итер өсөн, уйҙырма-буш һүҙҙәр (яҙылған китаптарҙы һатып алып) һөйләүсе күпме әҙәмдәр бар. Бына шундайҙарҙы, әлбиттә, рисуай ҡылыусы язалар көтә.

7. Уларға аяттарыбыҙҙы уҡый башлаһаң, ишетмә­мешкә һалышалар, әйтерһең дә, ҡолаҡтарында һаңғыраулыҡ бар һәм улар танау сөйөрөп, тәкәббер рәүештә китеп баралар. Бына һин шундайҙарҙы хәтәр ғазап тотасағы тураһында һөйләп «ҡыуандыр».

8. Иманлыларға һәм изгелек ҡылғандарға — йәннәт баҡсалары. (9) Улар шунда мәңге ҡаласаҡ. Был — Аллаһтың хәҡиҡи вәғәҙәһе. Аллаһ — ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе.

10. Ул (Аллаһ) һеҙгә күренеп тороусы күктәрҙе терәкһеҙ (торорлоҡ) итеп яралтты. Һеҙ сайҡалмаһын өсөн, Ерҙе ҡаты-ныҡ бағаналар (тауҙар) менән терәтте, һәр бер йәнленән нисә төрлө тоҡомдар үрсетте. Беҙ Күктән ямғыр яуҙыр­ҙыҡ, тупраҡта һәр енестән гүзәл үҫемлектәр етештерҙек.

(Ошо аятта ғәләмдәрҙең сере асыла. Терәкһеҙ күктәр, Ерҙе ғарасатлы ҡалтыраныуҙарҙан тотоп тороусы тауҙар, ғәләмдең гра­витацион тартыу көстәре, үҙәктән ҡыуыу, үҙәккә тартылыу ҡеүәттә­ре, тауҙарҙың тамыры, ысындан да, Ерҙең үҙәгенә ҡәҙәр һуҙылғанлыҡтары, шуның арҡаһында Ер өҫтөндәге хәтәр хәрәкәтләнеүҙәрҙе тыйып тороуҙары Ҡөръән ингән заманнарҙан күп уаҡыттар уҙғас ҡына, ысын фәнни асыштар менән раҫлана килде.

Материалы Пятой Конференции международной комиссии по научным знакам в Коране и Сунне. 1993 г.)




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   28   29   30   31   32   33   34   35   ...   48




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет