Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим



бет15/48
Дата20.06.2016
өлшемі3.18 Mb.
#148924
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   ...   48

8 — Әнфәл (Табыш малы) сүрәһе.
(Әнфәл сүрәһе 75 аяттан тора. Мәҙинә-и Мөнәүүәрәлә ингән. Әнфәл — һуғышта ҡулға төшөрөлгән байлыҡ, ғәнимәт тигән һүҙ.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Һуғышта алынған ғәнимәт тураһында һинән һорайҙар, әйт һин уларға:

— Ғәнимәттәр Аллаһ менән Пәйғәмбәр ҡарамағында, —тип. — Шуға күрә, әгәр ҙә һеҙ мөьмин булһағыҙ, үҙ-ара татыу булығыҙ, Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм Рәсүленә итәғәт итегеҙ.



(«Бәдер һуғышында мосолмандар еңеп, кәферҙәр ҡаса башлағас, мосолмандарҙың бер өлөшө кәферҙәрҙе ҡыуа китә, икенсе төркөм Рәсүлде һаҡлап ҡала, өсөнсөһө иһә табыш йыйыу менән мәшғүл була. Һуңынан барыһы ла бер урынға йыйылғас, мал хаҡында һүҙ сыға. Был аят шул хаҡта».Хәсән Чантай тәфсиренән.)

2. Аллаһты зикер иткәндә уларҙың йөрәктәре тетрәр, уларға Уның аяттары уҡылғанда уларҙың имандары артыр, улар бары тик Аллаһ хөкөмдәренә генә таянып эш итәләр. Бына шулар була инде ысын мөьминдәр. (3) Улар намаҙҙа­рын дөп-дөрөҫ уҡыйҙар һәм үҙҙәренә индерелгән ниғмәттәр­ҙе (Аллаһ юлында) сарыф итәләр. (4) Бына шулар була инде ысын мосолмандар. Улар өсөн Аллаһ ҡатында оло дәрәжәләр, ярлыҡауҙар һәм йомарт ризыҡ бар.

5. (Бәдер һуғышында ҡулға төшкән ғәнимәтте бүлешкәндә, ҡайһы бер мосолмандар: мал дөрөҫ бүленмәне, тип ризаһыҙлыҡ бел­дерделәр.) Раббың (дошмандарға ҡаршы һуғышыр өсөн) һине хаҡлыҡ менән өйөңдән сығарҙы, ләкин ҡайһы бер мосолмандар (һуғышҡа барырға) һис теләмәне. (6) Дөрөҫлөк уртаға сыҡҡандан һуң да улар һинең менән бәхәсләшә, әйтерһең дә, уларҙы күренеп торған үлемдең күҙенә һөйрәп алып баралар. («Һижрәттең икенсе йылында Мәккә кәферҙәренең сауҙа карауанын Әбү Суфьян Шамға алып китә. Былар элегерәк мосолмандарҙың малын талап, ватандарынан ҡыуған ҡурайштар ине. Карауандың юлға сыҡҡанлығы тураһында хәбәр алғас, Мөхәммәд Рәсүлүллаһ (с.г.с.) был карауанды ҡулға төшөрөү өсөн, өс йөҙҙән артыҡ һуғышсы менән юлға сыға. Был турала хәбәр алғас, Әбү Суфьян ҡурҡы­ныс тураһында Мәккәгә хәбәр юллай һәм карауанды башҡа юлдан алып китә. Шулай итеп, ул карауанды ҡотҡара. Мөшриктәр мең кешелек ғәскәр менән юлға сыға. Мосолмандар карауан менән түгел, мөшрик ғәскәре менән осрашыу мәжбүрендә ҡала. Аранан береһе:

Беҙ һуғышыр өсөн әҙер түгел, беҙ бары тик карауанды талар өсөн сыҡтыҡ, — тине һәм ҡайһы берҙәре һуғышмаҫҡа теләп, сигенә башланы.



Тора-бара бөтөнөһө бергә һуғышырға булды һәм һуғышта мосолмандар еңеү ҡаҙанды».Хәсән Чантай тәфсиренән.)

7. Иҫегеҙҙәме, Аллаһ, табыш булараҡ, һеҙгә ике төркөм­дөң берһен вәғәҙә иткән ине, һеҙ ҡоралһыҙ карауанды алырға теләнегеҙ. Аллаһ үҙ һүҙҙәре менән Хәҡиҡәтте өҫкә сыға­рырға теләп, ҡораллы (Ҡурайш ғәскәрен) кәферҙәрҙе ҡырып бөтөрөргә ҡушты. (8) Кәферҙәр быны ярамаҫ эш тип һанаһалар ҙа, Аллаһ Хәҡиҡәтте өҫкә сығарыр өсөн, яманды бөтөрөү өсөн шулай мәғҡуль күрҙе. (9) (Һуғышҡа керер алдынан) һеҙ Аллаһтан ярҙам һорап, доға ҡылдығыҙ, Аллаһ доғағыҙҙы ҡабул итте һәм әйтте:

— Һеҙгә ярҙам итер өсөн мин һеҙгә бер-бер артлы мең фәрештә ебәрәм, — тине.



(Мосолмандар өс йөҙ кеше булып, мөшриктәр мең кеше ине. Шуға ла ҡарамаҫтан, мосолмандар еңеү яуланы.)

10. Аллаһ быны һеҙҙең күңелдәрҙе ҡыуандырыр өсөн, ты­нысландырыр өсөн эшләне. Сөнки ярҙам бары тик Аллаһ­тан ғына. Аллаһ — мотлаҡ еңеүсеҙер, ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһеҙер. (11) Шул ваҡытта (һуғыш алдынан) үҙ тарафынан миһырбанлыҡ менән һеҙҙе (ял итеп алһындар, ҡеүәт йыйһындар өсөн) йоҡоға талдырҙы; һеҙҙе сафландырыу-пакландырмыу өсөн, шайтандың вәсүәсә юшҡынынан таҙартыр өсөн, күңелдәрегеҙҙе бер-берһенә яҡынайтыу өсөн, аяҡ баҫҡан ерегеҙҙе (теҙ быуындарығыҙҙы) нығытыр өсөн, Күктән ямғыр яуҙырҙы.

(«Ҡурайш ғәскәре алданыраҡ килеп, Бәдер ҡойоһы янында урынлаша. Ислам мөжәһиттәре иһә һыуһыҙ ҡала Ҡомло ерҙә йөрөү ҡыйынлаша, иркенләп хәрәкәт итергә мөмкинлек булмай. Шайтан мосолмандар күңеленә вәсүәсә һала: үҙегеҙ Аллаһтың һөйөклө кешеләребеҙ, тип әйтәһегеҙ, үҙегеҙ һыулы урынға ла ерләшә алмағанһығыҙ, ти. Ямғыр яуғас, мосолмандар һыуға туйыналар, шайтандың вәсүәсәһе юҡҡа сыға. Ямғырҙан һуң ҡом тығыҙлана, һуғышыр өсөн, йөрөр өсөн уңай була. Мосолмандарҙың күңеле күтәрелә». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

12. Бына Раббы фәрештәләренә бойороҡ күндерҙе: — Ышанығыҙ, мин һеҙҙең менән бергә булырмын; бары­ғыҙ, иман килтергәндәргә ярҙамсы булығыҙ; Мин кәферҙәрҙең йөрәгенә ҡурҡыу һаласаҡмын; уларҙың муйын тамырҙары­на һуғығыҙ; уларҙың бөтөн бармаҡтарына сабығыҙ, — тине. (13) Бының сәбәбе шулдыр: улар Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә ҡаршы төштөләр. Кем Аллаһҡа һәм Рәсүленә ҡаршы төшә, уларға Аллаһтың хәтәр язаһы иңәсәк. (14) Бына, был язаны күргәнһегеҙҙер бит, хәҙер шул ғазаптарҙы татып ҡарағыҙ. Кәферҙәргә (йәһәннәм) ут әҙерләнгән. (15) Әй, мөьминдәр, кәферҙәр ғәскәре менән йөҙгә йөҙ осрашҡан саҡтарҙа ҡурҡып ҡасмағыҙ. (16) Яңынан һуғышыр өсөн сигенеү, үҙегеҙҙекеләр менән ҡушылыу йәки уңай урын алыу өсөн, ваҡытлыса һуғыш ҡырынан китеү ярай. Әммә башҡа шарттарҙа сигенеү — Аллаһтың язаһына дусар булыу, тигән һүҙ. Уларҙың урыны — йәһәннәмдер. Ул бик тә хәтәр яза урыны.

(Бәдер һуғышы ваҡытында Мөхәммәд (ғәләйһиссәлләм) мөшриктәргә ҡаршы бер ус тупраҡ һипте, шуның менән дошмандарҙың күҙе томанланды, ғәйрәттәре шиңде, мосолмандар хәтәр һуғышып, етмеш дошманды үлтерҙе, етмешен әсир итте. Мин фәлән ҡәҙәр дошманды үлтерҙем, мин төгән ҡәҙәреһен үлерҙем, тип маһай­ғандарға Аллаһ әйтте):

17. - Уларҙы һеҙ үлтермәнегеҙ, фәҡәт Аллаһ үлтерҙе; (туп­раҡ) һибеүҙе лә һин һипмәнең, Аллаһ һипте; был эштәрҙе Аллаһ мөьминдәрҙе һынар өсөн башҡарҙы. Шик юҡ, Аллаһ барыһын да ишетеп тороусы, белеп тороусы. (18) Барыһы ла нәҡ шулай. Шик юҡ, Аллаһ кәферҙәр ҡорған тоҙаҡтарҙы емерә.

19. (Әй, кәферҙәр) һеҙ еңеү теләгән инегеҙ, (мосолмандар­ға) еңеү килде. Әгәр ҙә һеҙ (Аллаһты инҡар итеүҙән) уаз кисһәгеҙ (йәки мосолмандарға ҡаршы һуғыштан баш тартһағыҙ) үҙегеҙ өсөн хәйерле булыр. Әгәр йәнә һуғыш башлаһағыҙ (Пәйғәмбәргә дошманлыҡты дауам итһәгеҙ), Беҙ ҙә уға ярҙамға килербеҙ. Ғәскәрегеҙ ни ҡәҙәр күп булһа ла, файҙа булмаҫ. Аллаһ мөьминдәр менән бергә.

20. Әй, мөьминдәр, Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә буйһоно­ғоҙ; (вәғәзләрен, Ҡөръән сүрәләрен) ишеткән хәлдә, Унан йөҙ сөйөрмәгеҙ. (21) Ишетмәгән килеш тә: ишеттек, тигәндәр кеүек булма. (22) Шөбһәһеҙ, Ер йөҙөндәге йән эйәләренең Аллаһ ҡаршыһында иң әшәкеһе — фекерләй белмәгән телһеҙ-һаңғырауҙар кеүек кешеләр. (Ишетһәләр ҙә - һаңғырау, һөйләшһәләр ҙә - телһеҙ мәхлүктәр.) (23) Аллаһ улар күңелендә берәй төрлө изгелек күрһә ине, шикһеҙ, уларҙы ишетерлек, һөйләшерлек итер ине. Ләкин, ишетһәләр, улар барыбер йөҙ сөйөрәсәк.

(«Был аяттар Аллаһ илсеһенең һүҙен, вәғәздәрен ишетеп тә, ишетмәгәнгә һалышғандарға ишараҙыр. Ишеткәндәрен дөрөҫ мәғәнәлә аңламағандарына күрә, һүҙ аңламаусы, һаңғырау, телһеҙ-һаңғырау хайуандарға оҡшатыла. Уларҙа изгелек һәләте юҡ».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

24. Әй, иманлы кешеләр, ул һеҙҙе тереклек сығанағына (Ҡөръәнгә) саҡырһа, Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә буйһоноғоҙ, һәм белеп тороғоҙ: Аллаһ кеше менән уның күңеле араһында торор һәм һеҙ, һис шикһеҙ, Уның янына тупланасаҡһығыҙ.

(«Аллаһ кеше менән уның күңеле араһында торор» йөмләһен шәрех­ләүҙе тәфсирселәр үҙ өҫтәренә алмайҙар. Ләкин аңлатырға тырышыусылар бар. Башҡа бер аятта: Беҙ инсанға шаһ тамырынан (аортанан) да яҡын торабыҙ, тип әйтелгән. Аллаһ кешенең мөмкинлегенә (һәләтенә) күрә, уның күңелен теләгән та­рафҡа йүнәлтә. Пәйғәмбәребеҙ былай доға ҡылды: Әй, күңелдәрҙе йүнәлтеүсе Аллаһ, минең күңелемде Үҙеңдең динең тарафында ны­ғыт. Исемдәре телгә алынған тәфсирселәр яҙыуы буйынса ул йөмләне былай аңлап булыр ине. Аллаһ кешенең мәтди, бәдәни теләктә­ре менән уның рухи ынтылыштары араһында. Кеше ике юл сатын­да тора. Бәдәни, физиологик теләктәр һәм рухийәт ихтыяждары. Ҡайһы теләк еңһә, кеше шул юлдан китә. Аллаһ кешегә ирек ҡуйып, шул юл сатында кешенең ҡылғандарын күҙәтә.)

25. Һеҙ шундай фетнәләрҙән ҡурҡығыҙ, ул фетнәләр бары тик залимдарға ғына ҡағылмаҫ (барығыҙҙы ла тар-мар итер). Белегеҙ, Аллаһтың ғазабы дәһшәтлеҙер.

26. Ер йөҙөндә һеҙ әҙ һанлы инегеҙ, хәтерләйһегеҙме? Башҡалар һеҙҙе килеп баҫыр, (талар, әсир итер) йорто­боҙҙан ҡыуып сығарыр, тип ҡотоғоҙ оса ине. Аллаһ һеҙгә һыйыныр урын бирҙе. Ярҙамы менән һеҙҙе ҡәүәтләндерҙе, һеҙгә саф, татлы ризыҡтар бирҙе. Бәлки, шөкөр итерһегеҙ. (27) Әй, иман килтереүсе халыҡ, Аллаһҡа һәм уның пәйғәмбәренә хыянат итмәгеҙ. Белгәнегеҙ килеш, (уларға хыянат итһәгеҙ), үҙегеҙҙәге аманатҡа хыянат иткән булырһығыҙ. (28) Белеп то­роғоҙ, малдарығыҙ һәм балаларығыҙ һеҙҙе һынау өсөн генә бирелә һәм бөйөк әжер Аллаһ янындаҙыр. (29) Эй, иманлы халыҡ, әгәр Аллаһтан ҡурҡһағыҙ Ул һеҙгә ямандан яҡшылыҡты айырырлыҡ зиһен бирер, хаталарығыҙҙы кисерер, һеҙҙе ярлыҡар. Аллаһ — бөйөк миһырбан эйәһе.

30. Кәферҙәр һине үлтерергә ниәтләп, аяҡ-ҡулыңды бығау­лап, өйөңдән алып сығыр өсөн, тоҙаҡ ҡорғандарын иҫеңә төшөр. Улар тоҙаҡ ҡора икән, Аллаһ та уларға тоҙаҡ ҡорор. Тоҙаҡ ҡороусыларҙың иң оҫтаһы — Аллаһ Тәғәлә!

31. Аяттарыбыҙҙы тыңлағас, әйттеләр:

— Ишеттек, әгәр теләйбеҙ икән, беҙ ҙә шулай һөйләй ала­быҙ. Был боронғолар һөйләгән әкиәттән башҡа нәмә түгел, -тинеләр. (32) Йәнә иҫеңә төшөр әле, улар нимә тине?

— Йә, Аллаһым, әгәр был китап Һинең ҡатыңдан килгән бер Хәҡиҡәт икән, Күктән таш яуҙыр йәки беҙгә хәтәр яза бир, — тинеләр. (33) Һин улар араһында саҡта Аллаһ уларға яза бирмәҫ. Улар араһында ярлыҡау һорағандар булғанда ла яза бирмәҫ. (34) Харам мәсетенең һаҡсылары булмаған­дары килеш, улар мосолмандарҙы мәсеткә кертмәй. Нисек итеп һуң Аллаһ уларҙы язаға тартһын ти!

— Шунда бары тик тәҡүә кешеләр генә һаҡсы булып тора ала. Ләкин уларҙың күпселеге быны белмәй. (35) Уларҙың Бәйтулла янындағы доғалары ла һыҙғырыу йәки ҡул сабыуҙан башҡа нәмә түгел. (Әй, кәферҙәр) инҡар итеүегеҙгә күрә, хәҙер инде ғазабын да татығыҙ.



36. Шик юҡ, инҡар итеүселәр малдарын кешеләрҙе Аллаһ юлынан яҙҙырыр өсөн сарыф итәләр. Алға табан да шулай сарыф итәсәктәр. Әммә һуңынан был уларҙың үҙ баш­тарына йөрәк әсеһе булып, иң ахырҙа еңелеү ғазабы бу­лып төшәсәк. Иманһыҙҙар иһә йәһәннәмдә тупланасаҡ.

(«Бәдер һуғышында, унан һуң булған һуғыштарҙа ла мөшриктәр бөтөн байлыҡтарын уртаға һалып, Исламды еңергә тырышып ҡаранылар, ләкин ахырҙа бөтөнөһө лә тар-мар ителде».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

37. Аллаһ насарҙы яҡшынан (кәферҙе мосолмандан) айыр­ҙы; бөтөнөһөн бер юлы йәһәннәмгә атыу өсөн, ямандарҙың бер өйөрөн икенсеһенә ҡушты. Бына, зыян күрәсәктәрҙең үҙҙәре шулар була инде. (38) Инҡар иткәндәргә һөйлә: (һиңә дошман булыуҙан) уаз кисһәләр, ҡылғандарын (гөнаһтарын) кисерәсәкмен. Киреһенсә булһа, улар менән үткәндә нимә булғанын күреп тора. (39) Фетнәләр бөткәнсегә саҡлы, Аллаһтың дине тулыһынса урынлашҡанға саҡлы улар менән һуғыш. Инҡар итеүҙән туҡтаһалар (Аллаһҡа иман килтерһәләр), Аллаһ уларҙың ғәмәлен хуп күрер. (40) Әгәр (имандан) баш тартһалар, белеп тороғоҙ, Аллаһ һеҙҙең яҡлаусығыҙ. Ул ниндәй ҡөҙрәтле яҡлаусы һәм Ул мөкәммәл ярҙамсы! (41) Әгәр ҙә Аллаһҡа (иман килтергән булһағыҙ), нәжес менән паҡлыҡты айырған Көндө, ике ғәскәрҙең (Бәдер һуғышында) бер-берһенә ҡаршы килгән көндө, ҡолобоҙға (Мөхәммәдкә) индергәнебеҙгә (аяттарға) инанған булһағыҙ, белеп тороғоҙ, ғәнимәт (еңелгән дошмандың малы) сифатында алған һәр нәмәнең теүәл биштән бере Аллаһтыҡы, Рәсүлдеке, уның яҡын ҡәрҙәштәренеке, йәтимдәрҙеке, мохтаждарҙыҡы, юл­сыларҙыҡы. Аллаһ һәр нәмәгә ҡөҙрәтле, хаҡтыр. (42) Иҫегеҙҙәме? (Бәдер һуғышы ваҡытында) Һеҙ үҙәндең был яғын­да (Мәҙинә тарафында) инегеҙ, тегеләр йыраҡ тарафта (Мәккә яғында) ине. Карауан иһә һеҙҙән аҫҡы яҡта (диңгеҙ буйында) ине. Әгәр һеҙ был урында осрашырға алдан уҡ һүз ҡуйышҡан булһа­ғыҙ, аймылышҡан булып шөбһәгә төшкән булыр инегеҙ. Ләкин Аллаһ кәрәкле бойороғон еренә еткерҙе; һәләк буласаҡ кешенең (мөшриктәрҙең тар-мар ителеүе) үлеме күренһен өсөн, иҫән ҡалғандың (еңеүсе мосолмандарҙың) иҫән икәне ап-­асыҡ дәлил булһын өсөн, Аллаһ шулай ҡылды. Аллаһ ишетеп-белеп тороусы. (43) Иҫеңә төшөр әле, Аллаһ һинең төшөңдә уларҙы әҙ итеп күрһәтте. Әгәр уларҙы күп итеп күрһәткән булһа, һеҙ ҡаушап ҡалыр инегеҙ, (һуғышырғамы, һуғышмаҫҡа­мы, тип) талаша башлар инегеҙ. Ләкин Аллаһ (һеҙҙе үҙ-ара дошманлашыуҙан) ҡотҡарҙы. Шик юҡ, Ул кешеләрҙең күңелендәгеләрҙе белеп тора. (44) Башҡарыласаҡ эште еренә еткерер өсөн, Аллаһ (һуғыш ҡырында) ҡапма-ҡаршы килгәс, уларҙы әҙ һанлы итеп күрһәтте, уларға ла һеҙҙе әҙ итеп күрһәтте. Бөтөн эштәр Аллаһ ҡарамағындалыр. (45) Әй, мосолмандар, (дошмани) ғәскәр менән йөҙгә-йөҙ осрашҡан сағы­ғыҙҙа (ҡаушамағыҙ) ҡаты тороғоҙ һәм туҡтауһыҙ Аллаһ исе­мен телгә алығыҙ, уңыштарға ирешерһегеҙ.

46. Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә буйһоноғоҙ, үҙ-ара ғауға­лашмағыҙ, юҡһа, рухығыҙ төшөр һәм ҡеүәтегеҙ китер. Түҙе­геҙ! Аллаһ түҙемлеләр яғында.

(Ҡәрҙәштәр, мосолмандар араһындағы ыҙғыш, талаш, ғауға, иҫке сабатаға ла тормаған мал өсөн дошманлашыу кеүек нәмәләр ғәйләне лә, халыҡты ла, дәүләтте лә, Исламиәтте лә зәғифлән­дер». Дошмандарҙың ҡеүәтен арттыра. Ундай ғәйләләр, ундай дәүләттәр, ундай мосолман өммәте еңелергә мәжбүр була, ҡоллоҡта йәшәргә дусар ителә. Был да Аллаһтың фани донъяла шундай ганаһтарыбыҙ өсөн бирелгән ғазабыҙыр.)

47. Күкрәк ҡағып, (урынһыҙға кәпрәйеп), халыҡты Аллаһ юлынан яҙҙырырға тип, өйҙәренән сыҡҡандар (кәферҙәр) кеүек була күрмәгеҙ. Улар ҡылғандарҙың, барыһын да Аллаһ сорнап алды.

(«Ҡурайш кәферҙәре: халыҡ араһында шөһрәтебеҙ артһын тип, һуғышҡа рия менән тәкәберләнеп сыҡтылар». Шәйх Ноғмани тәфсиренән.)

(«Мөшриктәрҙең карауаны ҡурҡынысһыҙ урынға килеп еткәс, Әбү Суфьяндың илсеһе килеп: барығыҙ, карауанығыҙ һау-сәләмәт килеп иреште, тине. Әбү Джәһил әйтте: Бәдергә барып, шунда шәрәбтәре­беҙҙе эсмәйенсә, йәриәләр ҡаршыбыҙҙа бәйеттәр йырламыйынса тороп, яныбыҙҙағы ғәрәптәрҙе (туҡмау менән) туйындыр­майынса, мотлаҡ, бармайбыҙ, тине. Ләкин улар еңеү шәрәбе урыны­на туҫтаҡтарҙан үлем әсеһен эстеләр. Һәм уларға еңеү бәйеттә­ре урынына еңелеү һәм зар йылаған ҡатындарҙың йылауҙары булды».Хәсән Чантай тәфсиренән.)

48. Шайтан улар ҡылғандарҙы (маһайғандарын) яҡшы эш итеп күрһәтте.

— Бөгөн һеҙҙе еңә ала торған һис бер ҡеүәт юҡ, мин һеҙгә ярҙам итермен, — тине.

Ләкин ике ғәскәр ҡапма-ҡаршы килеп баҫҡас, ул артына әйләнеп ҡарамайынса, ҡасып китте.

— Мин һеҙҙән йыраҡ, мин һеҙ күрмәгәндәрҙе (фәрештәләр­ҙе) күрәм, мин Аллаһтан ҡурҡам, Аллаһтың ғазабы бик тә хәтәр, — тине.



49. Монафиҡтар менән күңелдәрендә (хөсөтлек) сире булған кешеләр (ысын мосолмандарға ҡарап) әйтте:

— Быларҙы диндәре алданы, — тинеләр.

Әммә, кем Аллаһҡа һыйына, белеп торһон, Аллаһ — мотлаҡ еңеүсеҙер, хикмәт эйәһеҙер.

Күңелдәрендә сир булғандар»ҙың мәғәнәһе шул. Ҡурайштағыларҙың бер өлөшө Исламды ҡабул итеп тә, мосолманлыҡтарын нығытманылар. Ҡурайш Бәдер һуғышына сыҡҡанда былар теләр-теләмәҫ кенә, ирекһеҙҙән генә һуғышҡа китте. Улар мосолмандар­ҙың әҙлеген күреп, ҡурҡыуға төштөләр. Мосолмандар, һис шикһеҙ, еңеләсәк, тип хәбәр тараттылар. Ысындан да, ул саҡта мосолмандарҙың һуны өс йөҙ ун өс булып, кәферҙәр бер мең һуғышсы ине. Ләкин Аллаһ ярҙамы менән мосолмандар еңеү ҡаҙанды». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

50. Фәрештәләр:

— Бына, татығыҙ йәһәннәм ғазаптарын, — тип, уларҙың биттәренә, арҡаларына килтереп һуҡҡанда, кәферҙәрҙең йәндәрен алғанда ҡарап торһаң икән! (51) Бына был (яза) ҡылған золомоғоҙ өсөн. Аллаһ (гөнаһаһыҙ) ҡолдарына яза биреүсе түгел. (52) Уларҙың ғәмәле нәҡ фирғәүен тоҡомо­ноҡо кеүек һәм уларҙан элек йәшәгәндәрҙеке шикеллеҙер. Улар ҙа Аллаһтың аяттарын инҡар иткәндәр ине. Шул гөнаһтары арҡаһында уларҙы Аллаһтың ғазабы тотто. Аллаһ көслөҙер. Уның язаһы хәтәр. (53) Ни өсөн Аллаһ шу­лай ҡылды? Сөнки Аллаһ бер ҡәүемгә биргән ниғмәтен (ҡарарын) үҙгәртмәй, үҙҙәре үҙгәрмәйенсә тороп. Хәҡиҡәтен, Аллаһ ишетеп-белеп тороусы. (54) Уларҙың ғәмәле нәҡ фирғәүен тоҡомоноҡо кеүек һәм уларҙан элек йәшәгәндәрҙеке шикелле. Улар Раббының аяттарын ялғанға сығарырға теләнеләр, Беҙ ҙә уларҙы гөнаһтары арҡаһында һәләк иткән инек һәм Фирғәүен нәҫелен (диңгеҙгә) батырҙыҡ. Улар­ҙың барыһы ла залим ине.



55. Ер йөҙөндә йәшәй торған йәнлеләрҙең Аллаһ ҡаршыһында иң яманы — кәферҙәр. Сөнки улар барыбер иман­ға киләсәк түгел..

(Күп тәфсирҙәрҙә «йәнлеләр» һүҙе урынына «хайуандар» һүҙен ҡулланғандар. Беҙ Садретдин Ғүмүш тәржемәһен алдыҡ.)

56. Улар үҙҙәре менән килешеү төҙөгәндән һуң, Аллаһтан тартынмайынса, һәр ваҡыт ант боҙа торған халыҡ. (57) Шуға күрә, әгәр һуғышта уларҙы еңһәң, уларға шундай яза бир, (ант боҙғандары өсөн улар артындағыларға) башҡаларға ла һабаҡ булһын.

58. Әгәр берәй халыҡ (ант боҙоп) хыянат итер тип, шикләнһәң, дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек менән алдан киҫәтеп, арағыҙҙағы килешеүҙе (антты) боҙ. Аллаһ хыянат иткәндәрҙе яратмай. (59) Иманһыҙҙар: беҙ еңдек, тип ҡыуанмаһындар. (Мосолмандар­ҙы) еңә алмаҫтар.

60. Уларға ҡаршы, көсөгөҙҙән килгәнсә, ҡеүәт туплағыҙ, Жиһад өсөн яҡшы аттар әҙерләгеҙ, шулай итеп, Аллаһтың дошмандарын, үҙегеҙҙең дошмандарығыҙҙы һәм үҙегеҙ белмәгән, әммә Аллаһҡа мәғлүм дошмандарығыҙҙы ҡурҡытығыҙ. Аллаһ юлында сарыф иткәндәрегеҙ кәмселекһеҙ үҙегеҙгә ҡайтыр, һеҙ ғәҙелһеҙлеккә дусар булмаҫһығыҙ.

61. Улар килешеү теләһә, һин дә риза бул һәм Аллаһҡа тәүәк­кәл ит. Ул ишетеп-белеп тора. (62) Әгәр улар һиңә хәйлә ҡора башлаһа, Аллаһтың яҡлауы һиңә етәр. Ул һине мөьминдәр аша килгән ярҙамы менән һаҡлар. (63) Ул уларҙың күңелдәрен берләштерҙе. Һин Ер йөҙөндәге бөтөн нәмәне сарыф итеп бөтөргән булһаң да, уларҙы берләштерә алмаған булыр инең. Аллаһ уларҙың араһын татыулаштырып, берләштерҙе. Ул — мотлаҡ еңеүсе, хикмәт эйәһе.

(«Мәҙинәле Әүес менән Хәзрәж ҡәбиләләре араһында бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәһшәтле бер дошманлыҡ бар ине. Араларында ҡанлы һуғыштар булып, һәр тарафтың алдынғыларынан байтағы үлде. Оҙаҡ замандар бер-берҙәренән ҡан үсе алыу менән мәшғүл булды­лар. Аллаһ уларҙы Ислам менән шәрәфләндереп, үс алыу маҡсатын юҡҡа сығарҙы, улар берләшеп, дуҫлаштылар»Садретдин Ғүмүш тәфсиренән )

64. Эй, Пәйғәмбәр, (ярҙамсы булараҡ) һиңә эйәргәндәргә бер Аллаһ етәр. (65) Эй, Пәйғәмбәр, мөьминдәрҙе (азат­лыҡ өсөн) һуғышҡа өндә, әгәр һеҙҙең арала сабыр-сыҙам хо­лоҡло егерме кеше булһа, ике йөҙ (иманһыҙҙы) еңәсәкһегеҙ. Әгәр һеҙ йөҙ кеше булһағыҙ, мең дошманды еңә алырһығыҙ. Сөнки улар — бер нәмә лә аңлаумаусы өйөр. (66) Инде Аллаһ йөгөгөҙҙө еңеләйтте. Һеҙҙең зәғифләнгәнегеҙҙе белде. Шулай ҙа, арағыҙҙа сыҙам-ныҡ йөҙ кеше булһа, ике йөҙ дошманды еңәр. Һеҙ мең кеше булһағыҙ, Аллаһ ярҙамы менән, ике мең дошманды еңәрһегеҙ. Аллаһ сыҙамдар янында.

67. Ер йөҙөндәге барлыҡ дошмандарын еңгәнсегә ҡәҙәр, һис бер пәйғәмбәр (кәферҙәрҙе) әсир алырға тейеш түгел. (Әсирҙәрҙе түләү хаҡына азат итеп) һеҙ донъя малы ҡаҙанырға булаһығыҙмы? Гәрсә, Аллаһ Әхирәтте теләй. Аллаһ — көслөҙер, хикмәттәр эйәһеҙер. (68) Аллаһ тарафынан башта уҡ әмер килгән булмаһа, алған йоломдарығыҙ арҡаһында, һеҙ хәтәр язаға тартылған булыр инегеҙ. (69) Хәҙер инде ҡулығыҙға төшкән ғәнимәттән хәләл һәм паҡ булғандарын ашағыҙ. Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ. Шик юҡ, Аллаһ ярлыҡаусы һәм мәрхәмәт итеүсе. (70) Эй, Пәйғәмбәр, ҡулығыҙға төшкән әсирҙәргә әйт:

— Әгәр күңелдәрегеҙҙә яҡшы ниәт булһа, һеҙҙән алынған (йолом)дан да хәйерлеһен һеҙгә Аллаһ бирер һәм һеҙҙе ярлы­ҡар, — тип. Аллаһ ярлыҡаусы, кисереүсе. (71) Әгәр һиңә хыянат итәһелөрен алдан белһәң (аптырама), бынан алда ла Аллаһҡа хыянат иттеләр. Аллаһ уларға ҡаршы һуғышыр өсөн һиңә мөмкинлек һәм ҡөҙрәт бирҙе. Аллаһ — белеп тороусы, хикмәттәр эйәһеҙер.



72. Иман килтереп, һижрәт иткәндәр (ватандарын, йортон-ерен, малдарын ташлап киткәндәр), Аллаһ юлында изгелекле ғәмәл ҡылған, йәндәре (малдары) менән Жиһадта ҡатнашҡан кешеләрҙе һыйындырып, уларға ярҙам иткәндәр бер-берһе менән дуҫ булырҙар. Иман килтереп тә, һижрәт итмәгәндәр иһә, һижрәт иткәндәренә саҡлы һеҙгә яҡын була алмайҙар. Улар өсөн яуап тотолмай. Әгәр ҙә улар (күсен­мәгән мосолмандар) дин өсөн (кәферҙәргә ҡаршы һуғышта) ярҙам һораһалар, уларға ярҙам итеү һеҙҙең бурысығыҙ. Ләкин һеҙҙең менән килешеү төҙөгән (кәфер) халыҡҡа ҡаршы һеҙ ғәскәр бирмәйһегеҙ. Аллаһ һеҙҙең нимә ҡыласағығыҙҙы алдан уҡ күреп тора.

73. Кәферҙәр үҙ-ара ярҙамлашып, бер-береһе менән татыу йәшәй. Әгәр һеҙ ҙә шулай (татыу) булмаһағыҙ, Ер йөҙөндә фетнә (иман зәғифлеге, кәферлек) һәм (дин майҙанында) сыуалыштар, аҙғынлыҡтар буласаҡ.

74. Иман килтереп тә, Аллаһ юлында һижрәт һәм Жиһад итеүселәр, үҙ яндарына һыйындырып, уларға ярҙам итеүселәр — бына ысын мөьминдәр шулар була инде. Ярлыҡауҙы ла, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ризыҡ алыусылар ҙа шулар булыр.

75. Иман килтереп, һуңынан һижрәт итеп, һеҙҙең менән бергә Жиһадта ҡатнашҡандарҙың барыһы ла һеҙҙең ҡәүем булыр. Аллаһтың Китабына күрә, яҡын туғандар бигерәк тә бер-береһенә яҡын булалар. Хаҡтыр, Аллаһ барыһын да теүәл белеп тора.

(«Был аят ингәнгә ҡәҙәр мираҫҡа вәриҫлек бары тик ҡан ҡәрҙәштәр араһында ғына ине.» Садретдин Ғүмүш тәфсиренән)
9 — Тәүбә (Тәүбә) сүрәһе
(Тәүбә сүрәһе 129 аяттан тора. Был — бисмиллаһыҙ башла­на торған сүрә. Ҡайһы берәүҙәр: был Ғәнимәт-Әнфәл сүрәһенең дауамы; айырым, мөстәҡийл сүрә түгел, тип бәхәсләшәләр. Шуға курә, уның башында бисмилла уҡылмай, тип әйтәләр.

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Мөшриктәр менән булған килешеүҙәрегеҙ Аллаһ менән Рәсүлүллаһ тарафынан ҡәтғи киҫәтелә.

2. (Әй, мәжүсиләр) Ер йөҙөндә дүрт ай буйы (теләгәне­геҙсә) йөрөп тороғоҙ. Тик аң булығыҙ, һеҙ Аллаһты сараһыҙ ҡалдыра ала торғандарҙан түгел. Хаҡтыр, Аллаһ үҙе кәферҙәрҙе тар-мар килтерәсәк.

3. Хаж-и Әкбәр көнөндә Аллаһ менән Рәсүлүлланың кешеләргә белдереүе:

— Аллаһ һәм уның илсеһе мөшриктәр менән араны өҙә. Әгәр тәүбә итһәгеҙ, һеҙҙең өсөн иң хәйерлеһе булыр. Йөҙ сөйөрһәгеҙ, белеп тороғоҙ, һеҙ Аллаһты сараһыҙ хәлдә ҡалды­ра аласаҡ түгел. (Эй, Мөхәммәд) ул кәферҙәргә биреләсәк яза барлығы тураһында әйтеп, «һөйөнсө» ал.




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   ...   48




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет