Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим
1. Әлиф. Ләм. Ра. Былар Китаптың ап-асыҡ аяттарыҙыр. (2) Һеҙ аңлаһын тип, Беҙ уны ғәрәп телендә, Ҡөръән булараҡ, индерҙек. (3) (Ий, Мөхәммәд) Беҙ һиңә был Ҡөръәнде уахи итеп, йәшәп уҙған ҡәүемдәрҙең хәлдәре тураһында гүзәл һүрәттә аңлатабыҙ. Шуныһы хаҡтыр, һин быңа саҡлы (башҡалар кеүек үк, уларҙың хәлдәре тураһында) белмәй инең.
4. Бер ваҡыт Йософ атаһына (Яҡупҡа) әйтте:
— Атаҡайым, мин төшөмдә ун бер йондоҙ менән Ҡояшты һәм Айҙы күрҙем. Улар миңә сәждә итте.
5. — Улым-балам, — тине атаһы. — Һаҡ бул! Төшөңдө ағайҙарыңа һөйләй күрмә. Юҡһа, улар һинән көнләшерҙәр, һиңә хәйлә ҡора башларҙар. Сөнки шайтан (көнсөллөк, хөсөтлөк) кешеләргә хәтәр дошман. (6) Былай булғас, Раббың һине һайлаясаҡ, һиңә төш юрау хикмәттәре өйрәтәсәк, һинә һәм Яҡуп тоҡомона, ике бабаң: Ибраһим менән Исхаҡҡа биргән ниғмәттәрен һиңә лә биреп бөтөрәсәк икән. Раббың барыһын да бик яҡшы белеп тороусы хикмәт эйәһеҙер.
7. Хаҡтыр, Йософ һәм уның ағалары менән булған был ваҡиғала ғибрәт-һабаҡ алырға теләгәндәр өсөн хикмәттәр бар. (8) Ағалары әйтте:
— Йософ менән төпсөк туғаныбыҙҙы (Бинийәминде) атайыбыҙ беҙҙән артыҡ ярата. Гәрсә, беҙ күберәк һәм көслөрәк булһаҡ та. Ысынын да, атайыбыҙ бик ныҡ яңғылыша (ул беҙгә ғәҙел түгел).
(Йософ менән Бинийәмин бер әсәнән, ағалары бүтән әсәнән тыуған ине)
9. — Йософто үлтерергә кәрәк йәки уны йыраҡ ергә илтеп ташларға, аҙаштырырға кәрәк. Шунан һуң атайыбыҙ йөҙө менән беҙгә генә ҡарап торор. Ахырҙа (тәүбә итербеҙ ҙә,) изгелекле кешеләр булып китербеҙ.
10. Аранан береһе. «Әгәр был эште башҡарырға булһағыҙ, һеҙ Йософто үлтермәгеҙ, ҡойоға ташлағыҙ. Уҙып барыусы (карауандағыларҙың) берәйһе уны табып алыр», — тине.
11. Әйттеләр:
— Ий, атабыҙ! Һин ни өсөн Йософто беҙгә ышанып тапшырмайһың? Беҙ уға бары тик изгелек кенә теләйбеҙ. (12)
— Иртәгә һин уны беҙҙең менән (сәхрәгә) ебәр: рәхәтләнеп (ашап-эсеп), уйнаһын. Шикләнмә, беҙ уны (бәлә-ҡазанан күҙ ҡарабыҙ кеүек) һаҡларбыҙ, — тинеләр. (13) Ата кеше әйтте:
— Уны алып китһәгеҙ, миңә ҡыйын булыр. Һеҙ абайламаған саҡта уны бүре ашар, тип ҡурҡам. (14) Әйттеләр:
— Беҙ ҡеүәтле төркөм (ошо ҡәҙәр ҙә күп кеше) була тороп, уны бүре ашап китһә, әлбиттә, был ҙур кәмселек булыр ине (ояты ғына ни тора!)
15. Уны алып китеп, ҡойо төбөнә һалырға ҡарар ҡылғандан һуң, Беҙ Йософҡа уахи күндерҙек:
— Һис шикһеҙ, һин ҡасан да булһа, үҙҙәренең уйында ла булмаған саҡта (һине танымаған саҡта) уларға был ҡылғандары тураһында һөйләп бирерһең, — тинек.
(16) Кис еткәс, йылай-йылай аталары янына ҡайттылар. (17) — Ий, атайыбыҙ, — тинеләр. — Беҙ әйберҙәребеҙҙе Йософ янында ҡалдырҙыҡ та, ярышҡа-уҙышырға киттек. (Әйләнеп килһәк, ниндәй ҡайғы) уны бүре ашап киткән. Дөрөҫөн һөйләһәк тә һин беҙгә ышанмаҫһың инде.
18. Йософтоң бүтән төрлө ҡанға буялған күлдәген ата кешегә тоторҙолар.
(Яҡуп ҡанға буялған күлдәкте алып йөҙөнә ҡапланы: «Быңа саҡлы ошондай ҙа рәхимле бүрене күргәнем булманы. Улымды ашаған, күлдәген йыртмаған да», - тине. Алдағандарын ул шунан һиҙенде һәм әйтте):
— Һеҙҙең мәкерле нәфсегеҙ яман эште яҡшы итеп күрһәткән. Хәҙер миңә күркәм сабырлыҡ кәрәк. Һеҙ миңә төшөндөрөп бирҙегеҙ: миңә ярҙам (һеҙҙең тарафтан түгел) бары тик Аллаһтан ғына киләсәк.
19. Бер карауан туҡтаны; һыу алып килергә хеҙмәтсене ҡойоға ебәрҙеләр. Ул күнәген ҡойоға төшөрҙө. Йософто күргәс:
— Һөйөнсө! Бына Һиңә бер ул! - тине. Уны һатып ебәрер өсөн, хазина кеүек һаҡлап алып киттеләр. Аллаһ уларҙың нимә ҡылғанын бик яҡшы белә ине. (20) Уны арзан ғына хаҡҡа, бер нисә дирһәмгә һатып ебәрҙеләр. Һатыулашып торманылар. (21) Уны һатып алған Мысыр кешеһе ҡатынына әйтте:
— Быңа иғтибарлы бул! Яҡшылап ҡара! — тине. — Күңелем һиҙә, беҙ унан файҙа күрәсәкбеҙ, һис юғында беҙ уны уллыҡҡа алырбыҙ.
Бына шулай итеп, Беҙ төшөндә күргәндәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн, төш юрау хикмәттәрен өйрәтер өсөн, уны шундай ергә урынлаштырҙыҡ. Аллаһ үҙ әмерен еренә еткереп үтәрҙәй ҡөҙрәт эйәһе. Ләкин кешеләрҙең күбеһе был турала белмәй.
(«Риүәйәттәргә күрә, хәҙрәти Йософто үҙенә алған зат Мысырҙың мал менән сауҙа итеү эштәренең башлығы ине. Ул Йософтоң зиһенле һәм һәләтле бала икәнен һиҙенә. Алға табан ул уны дәүләт эштәрендә файҙаланырға уйлай ине. Балалары булмау сәбәпле, һөйкөмлө Йософто был ғаиләлә бик яратып ҡаршылайҙар».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
22. Бәлиғ булғанына саҡлы уға хөкөм эштәрендә уңыш ҡаҙанырлыҡ ғилем бирҙек. Бына шулай итеп, Беҙ гүзәл холоҡлоларҙы бүләкләйбеҙ. (23) Өйҙөң хужабикәһе нәфсеһен Йософ менән ҡәнәғәтләндерергә теләп, ишек-ҡапҡаларҙы бикләтте һәм:
Йософ әйтте:
— Аллам һаҡлаһын! — тине. — Ирегеҙ минең хужам. Ул миңә яҡшылыҡ ҡылды. Хаҡтыр, кәферлек ҡылғандар бәхеткә ирешмәҫ. (24) Ҡатын һәр ваҡыт Йософто теләй ине. Раббының (зина ҡылыуҙың ҙур гөнаһ икәнен) дәлилен күрмәгән булһа, уны яуызлыҡ һәм нәжес ғәмәлдәрҙән ҡотҡарырға теләүен һиҙенмәгән булһа, бәлки Йософ та был ҡатынды теләгән булыр ине. Шик юҡ, ул ихлас ҡолдарыбыҙҙан ине. (25) Икеһе лә ишеккә табан йүгерҙе. Ҡатын уның күлдәгенең артҡы итәген йыртып төшөрҙө. Ишек төбөндә улар ҡатындың ире менән осрашты. Ҡатын әйтте:
— Һинең ғаиләңә зыян һалырға теләгән кешене ниндәй яза көтә? Зинданмы, әллә сыҙап булмаҫ язамы? — тине.
26. Йософ:
— Ул мине аҙҙырырға теләне, — тине. Ҡатындың туғандарынан береһе шаһитлыҡ итте:
— Әгәр уның күлдәге алғы яҡтан йыртылған булһа, ҡатын дөрөҫөн әйткән булыр. Был иһә ялғанлаған булыр, — тине. (27) — Әгәр күлдәк артҡы яҡтан йыртылған булһа, ҡатын ялғанлай. Был иһә дөрөҫөн әйтә. (28) Күлдәктең артҡы тарафтан йыртылғанын күргәс, (хаҡим) ҡатынына:
— Шик юҡ, был һеҙ — ҡатындарҙың мәкерле хәйләһелер. Ысындан да, һеҙҙең хәйлә иң шәп ҡаптыра торғандарҙан була, - тине. (29) - Әй, Йософ! Һин быны башҡаларға һөйләмә. Ә һин, ҡатын, гөнаһың өсөн ғәфү үтен. Сөнки Һин гөнаһлы булдың. (30) Шәһәр ҡатындары әйтте:
- Ғәзиздең ҡатыны егетте аҙҙырырға уйлаған. Ул Йософҡа муйынынан ғашиҡ икән. Ул, ысындан, да мөхәббәтенән хыяланғандыр, - тинеләр. (31) Шәһәр ҡатындарының ғәйбәтен ишетеп, хужабикә уларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы: янтайып, (терһәктәр менән таянып) ял итер өсөн, яҫтыҡтар-мендәрҙәр әҙерләтте. Уларҙың һәр берһенә бысаҡ бирҙертте. (Ҡатындар бысаҡ менән емеш киҫә башлауға уҡ, хужабикә Йософҡа):
— Бар, улар янына сыҡ! — тип бойорҙо.
Йософто күреүгә, ҡатындар уның мөһабәт икәнен аңланылар. (Үҙҙәре лә белмәй) бармаҡтарын турайҙар ине. Һәм әйттеләр:
— Йә, Раббым, сөбхәналлаһ, был әҙәм заты түгелдер, был мөһабәт бер фәрештәҙлр, - тинеләр. (32) Шунан һуң хужабикә әйтте:
— Бына, шуның арҡаһында һеҙ минең ғәйбәтемде һаттығыҙ. Әйе, мин нәфсемде уның менән ҡәнәғәтләндерергә уйлаған инем. Ләкин ул был эштән ҡәтғи баш тартты. Әгәр ҙә ул минең теләгемде үтәмәһә, һис шикһеҙ, зинданға ябыласаҡ; һәм, әлбиттә, мәсхәрәгә ҡалып (һарайҙан) ҡыуыласаҡ, — тине. (33) — Йә, Раббым, — тине Йософ. — Минең өсөн зинадан зиндан яҡшыраҡ. Әгәр ҙә улар ҡорған хәйләләрҙән мине ҡотҡармаһаң, мин уларға тартылып, юлдан яҙғандар араһында ҡалырмын. (34) Раббы уның доғаһын ҡабул итте. Тегеләрҙең хәйләһен емерҙе. Аллаһ барыһын да ишетеп, яҡшы белеп тора. (35) (Ғәйепһеҙ икәнен белһәләр ҙә, ғәйбәтселәрҙең ауыҙын томалар өсөн, хужалай ҡатынының күңеле булһын, тип) Йософто ваҡытлыса зинданға ташларға булдылар. (36) Уның менән бергә зинданға тағын ике егетте ултырттылар. Шуларғың береһе әйтте:
— Мин төшөмдә шәрәб (хәмер) яһағанымды күрҙем, — тине.
— Мин баш осомда икмәк күтәреп барам икән тип. Икмәгемде ҡоштар соҡой, имеш, — тине икенсеһе. — Төшөбөҙҙө юрап бир. Беҙ һине бик изгелекле кеше, тип уйлайбыҙ. (37) (Йософ) әйтте:
— Беҙгә һәр көндө килтерелә торған аш килеп еткәнсе, мин, һис шикһеҙ, төшөгөҙҙө юрармын, — тине. — Был — Раббымдың өйрәткәндәрендәндер. Хаҡтыр, мин Аллаһҡа ышанмаған халыҡтан йыраҡҡа киттем. Әхирәт көнөн инҡар итеүселәр ҙә улар ине. (38) Бабаларым Ибраһим менән Исхаҡ һәм атайым Яҡуп тотҡан динде тотам, һис бер нәмәне, һис бер кемде Аллаһ менән тиң күрергә ярамай. Был — Аллаһтың беҙгә — кешеләргә биргән бәрәкәтеҙер. Тик кешеләрҙең күбеһе (Аллаһҡа) шөкөр итмәй. (39) Әй, ике зиндандашым, төрлө уйҙырма тәңреләргә ышаныу яҡшымы, әллә бер кемдең дә көсө етәлмәҫ, берҙән бер Аллаһҡа инаныумы? (40) Аллаһтан башҡаларға табыныуығыҙ һеҙҙең һәм аталарығыҙ уйлап сығарған бер нисә исем генә бит. Аллаһ уларға бер ниндәй ҙә вазифа бирмәне. Хөкөм бары тик Аллаһ ихтыярында. Ул Аллаһтан башҡаһына ғибәҙәт ҡылмаҫҡа әмер итте. Бына, иң дөрөҫ дин шул булыр. Ләкин кешеләрҙең күбеһе быны белмәй. (41) Әй, ике зиндандашым, (төштәрегеҙ тураһында әйтәйем) берегеҙ (баштағы кеүек үк) Хужаһына шәрәб (хәмер) эсерәсәк; икенсегеҙҙе иһә аҫып ҡуясаҡтар һәм ҡоҙғондар уның башын соҡоп, тамаҡ туйҙырыр. Һорағандарығыҙҙы юрау ошоның менән тамам булды. (42) Зиндандан ҡотоласағына ул әйтте:
— Хужаң янына ҡайтҡас, һин мине иҫеңә төшөр (бәлки ул мине зиндандан ҡотҡарыр), — тине. Ләкин шайтан (ул әйткәндәрҙе) онотторҙо. Шуға күрә, Йософ бер нисә йылға зинданда ҡала бирҙе.
43. Бер уаҡыт Мысыр батшаһы әйтте:
— Мин төшөмдә ете ябыҡ һыйырҙың ете һимеҙ һыйырҙы ашағанын күрҙем. Унан һуң ете йәшел башаҡ менән ете ҡоро башаҡ күрҙем. Ярандарым, юрай алһағыҙ, төшөмдө юрап бирегеҙ, — тине. (44) (Юраусылар) әйтте:
— Былар, бары тик һаташыу ғына, — тинеләр. — Беҙ бындый буталсыҡ төштәрҙе юрай алмайбыҙ.
45. Зиндандан ҡотолған кеше байтаҡ ваҡыттан һуң Йософто иҫенә төшөрөп әйтте:
— Мин һеҙҙең төшөгөҙҙө юрата алам, — тине. — Мине зинданға алып барығыҙ. (46) (Зинданға кергәс, ул) әйтте:
— Әй, Йософ, һин тура һүҙле кеше. Ете ябыҡ һыйырҙың ете һимеҙ һыйырҙы ашауы тураһында, ете йәшел башаҡ менән ете ҡоро башаҡ тураһындағы төштө юрап бирһәңсе, — тине. — Юрауыңды ҡайтып кешеләргә һөйләрмен, бәлки, улар ҙа аңлар. (47) Йософ әйтте:
— Ете йыл тоташтан ғәҙәттәгесә иген игегеҙ. Әҙ миҡдарҙа ғына ашап, ҡалғанын башаҡта ҡалдырығыҙ. (48) Шунан һуң ете йыл рәттән аслыҡ булыр. Ашлыҡты орлоҡлоҡ ҡына ҡалдырып, ете йыл буйына ашағыҙ. (49) Шунан һуң тағын бер йыл киләсәк, ул йылда кешеләргә (Аллаһтан) мул ямғыр яуасаҡ һәм ул йылда (емеш һуттары менән үҫемлек майы) һығып, (һыйыр, кәзә, дөйә, һарыҡтарҙы) һауырҙар.
(И. Крачковскийҙа: они будут выжиматъ, тип кенә яҙылған. Ш. Ноғманиҙа: емештәр һығып, шәрәбтәр яһарҙар. Т. Кочигит, X. Ҡараман тәфсирҙәрендә иһә фәҡәт емеш һуты һығыу, шәрбәт алыу тураһында ғына әйтелә. Мәүләне М. Алиҙа: давить виноград, тип әйтелгән. X. Чантайҙа киңерәк аңлатыла. Беҙ X. Чантай тәфсирен мәғҡүл күрҙек.)
50. Был юраманы һөйләгәс, батша әйтте:
— Уны минең янға алып килегеҙ, — тине. Йомошсо зинданға кергәс, Йософ әйтте:
— Батша янына ҡайт: бармаҡтарын бысаҡ менән турай башлаған ҡатындарға нимә булды? - тип һора. Шик юҡ, Аллаһым уларҙың хәйләһен бик яҡшы белеп тора. (51) Батша ҡатындарға әйтте:
— Йософ менән ләззәт кисергә теләгән сағығыҙҙа һеҙ ниндәй хәлдә инегеҙ? - тине.
Ҡатындар әйтте:
— Аллам һаҡлаһын, беҙ унан һис бер яманлыҡ күрмәнек, - тинеләр.
Ғәзиздең ҡатыны әйтте:
— Бөгөн дөрөҫлөк уртаға сыҡты. Мин уны аҙҙырырға теләнем. Шик юҡ, ул — ғәҙел кеше, — тине. (52) Йософ әйтте:
— Ғәзиз өйҙә юҡ саҡта уға хыянат итмәгәнемде һәм Аллаһтың ысын хыянатсылар ҡорған хәйләһен юҡҡа сығарасағының барыһын да ул белеп торһон, — тине. (53) (Ҡатын әйтте):
— Мин үҙемде аҡларға тырышмайым, сөнки нәфсеңде тыя алмау яманлыҡҡа этә, әгәр ҙә Аллаһ һаҡламаһа. Шик юҡ, Раббым ярлыҡаусы, ғәфү ҡылыусы. (54) Батша әйтте:
- Уны бында алып килегеҙ, - тине. - Мин уны үҙ яныма алам.
Уның менән һөйләшкәс:
— Бөгөндән һин янымда юғары дәрәжәле һәм ышаныс ҡаҙанған вазифалы кеше һаналырһың, — тине. (55) Йософ әйтте:
— Мине өлкәнең ер байлыҡтарына (иген баҫыуҙарына) башлыҡ ит. Мин уларҙы яҡшы һаҡлармын, сөнки мин был эштәрҙе яҡшы беләм, — тине. (56) Бына шулай итеп, Беҙ Йософто үҙе теләгәнсә ғәмәл ҡылырлыҡ вазифалы иттек. Үҙебеҙ ихтыяр иткән һәр кешегә рәхмәтебеҙҙе бирҙек. Изгелек ҡылғандарҙың изгелектәрен заяға сығармайбыҙ. (57) Иман килтереп, яманлыҡтарҙан һаҡланғандар өсөн Әхирәт бүләге тағын да хәйерлерәк. (58) (Аслыҡ йылды Яҡуптың улдары икмәк һорап, Мысырға килде.) Йософтоң ҡәрҙәштәре килеп, уның хозурына керҙе. Йософ уларҙы таныны. Улар уны таныманы. (59) Йөктәре төйәлеп бөткәс: Йософ әйтте:
— Бер атанан тыуған туғанығыҙҙы минең янға алып килегеҙ,— тине. — Күреп тораһығыҙ бит, мин һеҙгә дөрөҫ үлсәтеп бирҙем. Мин ҡунаҡсылдарҙың иң йомарты. (60) Әгәр уны минең янға алып килмәһәгеҙ, ҡабат мин һеҙгә бер үлсәм дә (ашлыҡ) бирәсәк түгелмен. Ҡабат килеп йөрөмәгеҙ! (61) Әйттеләр:
— Уны атабыҙҙан һорап алырға тырышырбыҙ. Әлбиттә, беҙ быны эшләйәсәкбеҙ, — тинеләр. (62) Йософ хеҙмәтселәренә әйтте:
— Ашлыҡ өсөн биргән тауарҙарын (аҡсаларын) йөктәре эсенә йәшереп ҡуйығыҙ. Өйҙәренә ҡайтып еткәс, улар шул тауарҙарҙы табып алыр ҙа, бәлки, яңынан (икмәк һатып алыр өсөн) бында килерҙәр, — тине.
63. Ата кеше янына ҡайтып еткәс, әйттеләр:
— Эй, атабыҙ, икмәк алыу юлы беҙгә ябылды. Туғаныбыҙҙы (Бинийәминде) беҙгә эйәртеп ебәрһәң генә, беҙгә икмәк бирерҙәр. Ысынлап та, беҙ уны яҡшы һаҡларбыҙ, — тинеләр. (64) Яҡуп әйтте:
— Бынан алда ла ҡәрҙәшегеҙҙе ышанып тапшырғаным кеүекме? — тине. — Быныһын да шулай итеп һеҙгә ышанып тапшырайыммы? (Мин уны фәҡәт Аллаһҡа ғына ышанып тапшыра алам.) Аллаһ иң ышаныслы һаҡлаусы. Мәрхәмәтлеләрҙең мәрхәмәтлеһе — Аллаһ.
65. Йөктәрен сискәндә улар үҙҙәренең тауарҙарын таптылар. Һәм әйттеләр:
— Эй, атаҡайыбыҙ, нимә эшләйбеҙ? Тауарҙарыбыҙ кире үҙебеҙгә ҡайтҡан, был аҡсаларға тағын бер дөйә йөгө икмәк алып ҡайтырбыҙ. Алып ҡайтҡан икмәгебеҙ бик тә әҙ миҡдарҙа бит. Туғаныбыҙҙы һаҡлап ҡына йөрөтөрбөҙ, - тинеләр. (66) Яҡуп әйтте:
— Бәләгә юлыҡтырмайынса, уны һау-сәләмәт килеш алып ҡайтасаҡбыҙ, тип, Аллаһ исеме менән ант итмәһәгеҙ, мин уны һеҙгә биреп ебәрмәйем, — тине.
(Ул теләгәнсә) ант иттергәндән һуң, тағын әйтте:
— Беҙҙең һөйләшеүгә Аллаһ шаһит, — тине. (67) Унан өҫтәне: — Улдарым, шәһәргә бөтәгеҙ ҙә бер ҡапҡанан кермәгеҙ. Айырым-айырым, төрлө ҡапҡаларҙан керегеҙ! Юҡһа, мин һеҙҙе бер нисек тә Аллаһтың язаһынан ҡотҡара алмаҫмым. Хөкөм Аллаһтан башҡаға бирелмәгән. Шуға күрә, мин бары тик Уға ғына ышанам. Тәүәккәл итеүселәр бары тик Уға ғына баш эйһендәр.
68. Улар, аталары ҡушҡанса, төрлөһө төрлө ҡапҡаднан керҙе. Ләкин был (һаҡлыҡ саралары) Аллаһтан киләсәктәрҙән ҡотҡарып ҡала алманы. Был эш (төрлө ҡапҡаларҙан кереү) бары тик Яҡуптың йән тыныслығы өсөн генә башҡарылды. Ысынлыҡта, ул (Яҡуп) ғилемгә эйә кеше ине. Сөнки Беҙ уны өйрәттек. Ләкин кешеләрҙең күбеһе быны белмәй. (69) Ҡәрҙәштәре Йософ янына кергәс тә, ул туғанын үҙ хозурына алдырҙы.
- Беләһеңме, мин һинең туғаның бит, - тине. - Уларҙың ҡылғандары өсөн һин бик ҡайғырма.
(«Риүәйәттәргә күрә, ҡәрҙәштәрен һыйларға тип, хәҙрәти Йософ табын әҙерләтә. Уларҙы табын янына икешәр-икешәр итеп ултырта. Бинийәмин яңғыҙы - шаҡ ҡала ла, йылап ебәрә: ағайым Йософ иҫән булһа ине, беҙ бергә ултырған булыр инек, - ти. Хәҙрәти Йософ уны үҙ табынына ала. Ашап-эскәндән һуң, хәҙрәти Йософ ҡәрҙәштәрен икешәр-икешәр итеп фатирҙарға урынлаштыра. Бинийәмин тағын яңғыҙы ҡала. «Һиңә пар юҡ, улайһа, һин минең янда ҡалырһың», - тине. Бинийәмин әйтте: «Һинең кеүек ҡәрҙәшең булһа ине ул. Ләкин бит һине атайым Яҡуп менән әсәйем Рәхилә тапмаған». Быны ишеткәс, хәҙрәти Йософ. Бинийәминде ҡосаҡлап ала һәм: «Мин һинең ағайың», — ти».
Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
70. Йөк төйәгәндә (Йософ) туғанының әйберҙәре араһына затлы һауыт йәшерҙе. Юлға ҡуҙғалғас, Йософтоң йомошсоһо:
- Әй, карауансылар, һеҙ бурҙарһығыҙ! - тип ҡысҡырҙы. (71) (Карауансылар боролоп):
— Һеҙ нимә юғалттығыҙ?-тип һоранылар. (72) Былары әйтте:
— Батшабыҙҙың һыу эсә торған затлы һауытын эҙләйбеҙ; уны табып килтергән кешегә бер дөйәгә төйәрлек ашлыҡ бирәсәкбеҙ. Был эшкә мин яуаплы, — тине йомошсо.
73. — Валлаһи, беҙ бур түгел! — тинеләр карауансылар, — Беҙҙең ғауға-фетнә сығарырға килмәгәнебеҙҙе һеҙ бик яҡшы беләһегеҙ бит. Ҡараҡтар ҙа беҙ түгел. (74) (Ҡыуа сығыусылар) Әйтте:
—Ярар, ялғанығыҙ тотолһа, нимә буласаҡ (һеҙ шуны беләһегеҙме)?—тинеләр. (75) Уның язаһы, юғалған һауыт кемдең йөгөндә табылһа, шул кеше үҙе түләү буласаҡ. Беҙ ғәҙелһеҙҙәрҙе шулай язалайбыҙ.
76. Йософ шунан, туғанының йөгөн түгел, башҡаларҙыҡын аҡтара башланы. Унан һуң ғына туғанының йөгөнә тотондо һәм юғалған һауытты тартып сығарҙы. Бына шулай итеп, Беҙ Йософҡа бер хәйлә өйрәттек. Юҡһа, батшаның ҡанундары буйынса, ул туғанын, Аллаһ рөхсәтенән башҡа, алып ҡала алмаған булыр ине. Кемгә ихтыяр итһәк, Беҙ шул кешене дәрәжәләргә күтәрәбеҙ. Сөнки ғилемгә эйә һәр кешенең өҫтөндә унан да яҡшыраҡ Ғалим тора. (77) (Ҡәрҙәштәре) әйтте:
— Ул урлаған булыуы ла бик ихтимал, уның ағаһы ла ҡараҡ ине, — тинеләр.
Йософ һис нимә һиҙҙермәне, әммә эсенән генә уйлап ҡуйҙы: һеҙ әле һаман да шундай уҡ яман заттар икәнһегеҙ. Аллаһ һеҙҙең нимә һөйләгәнегеҙҙе бик яҡшы ишетеп тора. (78) Әйттеләр:
— Әй, Ғәзиз, ысындан да, уның бик ҡарт атаһы бар. (Төпсөгөн юғалтыуға ҡарт түҙмәҫ) бының урынына беҙҙең берәйебеҙҙе алып ҡал. Сөнки беҙ һине изгелек ҡылыусы, тип беләбеҙ. (79) Ул әйтте:
— Әйберебеҙҙе йөгөнән тапҡан кешенән башҡаһын алып ҡалыуҙан Аллам һаҡлаһын. Шулай итһәк, беҙ, ысындан да, ғәҙелһеҙлек ҡылған булыр инек.
80. Өмөттәре өҙөлгәс, улар бер аҙ ситкә китеп кәңәшләштеләр. Олораҡтарынан берһе (Йәһүдә) әйтте:
— Атайыбыҙ беҙҙе Аллаһ исеме менән ант иттерҙе. Уҙғанында ла Йософ менән нисек итеп ғәҙелһеҙлек ҡылғанығыҙҙы оноттоғоҙмо ни? Атайыбыҙ рөхсәт иткәнсегә саҡлы йәки Аллаһ үҙе хөкөм сығарғанға ҡәҙәр, был ерҙән китмәйем. Аллаһ хөкөм сығарыусыларҙың иң ғәҙеле. (81) Ҡайтҡас атайыбыҙға әйтегеҙ: әй, атаҡайыбыҙ, шик юҡ, ул бурлыҡ ҡылды. Беҙ күргәнебеҙгә генә шаһитлыҡ итәбеҙ. Күрмәгәнебеҙҙе белмәйбеҙ. (82) Беҙ булып ҡайтҡан шәһәргә барып, үҙең белешә алаһың. Йәки шунан килә торған карауансыларҙан һораштыра алаһың: беҙ дөрөҫөн һөйләйбеҙ, тип әйтегеҙ, зинһар. (83) Ата кеше (Яҡуп) әйтте:
— Нәфсегеҙ һеҙгә ошо яман эште яҡшы итеп күрһәткәндер. Миңә тағын сабыр итергә генә ҡала. Өмөт итәм, уларҙың һәр берһен Аллаһ миңә ҡайтарып бирер. Аллаһ барыһын да белеүсе хикмәттәр эйәһе. (84) Уларҙан ситкә боролдо һәм әйтте:
- Аһ, Йософом хәсрәте! - тине. - Ул хәсрәтен көскә тыйып тора ине. Йылай торғас, уның ике күҙенә лә аҡ төштө. (85) (Улдары):
— Һин әле һаман Йософто онота алмайһың. Валлаһи, былай булһа, һине бөтөнләй сир баҫыр йәки ҡайғыңдан үлеп тә китерһең. - тинеләр. (86) (Яҡуп):
— Дөрөҫ, ҡайғымды бары тик Аллаһҡа ғына һөйләйем. Һеҙ белмәгәндәрҙе мин Аллаһтан килеүсе хәбәрҙәр аша беләм, — тине. — (87) Ий, улдарым, барығыҙ, Йософ менән туғанын яҡшылап эҙләгеҙ. Аллаһтың ярҙамынан өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ. Хаҡтыр, кәферҙәрҙән башҡалар Аллаһ ярҙамынан өмөтөн өҙмәҫ.
88. Йософ янына кергәс, әйттеләр:
— Эй, бөйөк түрә, ғаиләбеҙгә-илебеҙгә аслыҡ килде. Беҙ әҙ генә аҡса менән килдек. Тейешлебеҙҙе теүәл үлсәп бир, зинһар. Беҙгә йомарт бул. Шик юҡ, Аллаһ хәйер биргәндәрҙе бүләктәр. (89) Йософ әйтте:
— Һеҙ, наҙанлығығыҙ арҡаһында, Йософ менән туғаны нимә эшләткәнегеҙҙе беләһегеҙме? — тине.
90. — Һин әллә, ысындан да, Йософмы? — тинеләр. Ул да:
— Әйе, мин Йософ булам, — тине. — Быныһы минең туғаным (Бинийәмин). Хаҡтыр, Аллаһ беҙгә мәрхәмәтле булды. Кем Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ эшләүҙән ҡурҡа, кем сабыр итә, шул, һис шикһеҙ, Аллаһ тарафынан бүләктәр алыр, изгелек ҡылғандарҙың изгелеге заяға китмәҫ. (91) Әйттеләр:
— Валлаһи, ысындан да, Аллаһ Тәғәлә һине беҙҙән өҫтөн ҡуйҙы. Хаҡ, беҙ гөнаһлылар булдыҡ. (92) Йософ әйтте:
— Бөгөн мин һеҙгә үпкәләмәйем инде, Аллаһ һеҙҙе ғәфү итһен ине. Ул, миһырбанлыларҙың да миһырбанлыһылыр. (93) Минең ошо күлдәгемде алып ҡайтығыҙ ҙа атайымдың йөҙөнә ҡаплағыҙ, ул күрә башлар. Һәм бөтөн ғаиләбеҙҙе бында алып килегеҙ, — тине. (94) Карауан Мысырҙан киткәс, ата кеше әйтте:
— Был инде һаташа башлаған, тип әймәгеҙ. Әйтәм, мин Йософ улымдың рухын һиҙәм.
95. — Валлаһи, был һинең электән килгән һаташыуың ғына, — тинеләр өйҙәгеләре.
96. Һөйөнөслө хәбәр килтереүсе (Яһүдә) уның йөҙөнә күлдәкте ҡаплауға уҡ, (Яҡуптың) күҙҙәре күрә башланы. Ул:
— Мин һеҙгә: Аллаһ тарафынан килгән хәбәрҙәр аша һеҙ белмәгәндәрҙе беләм, тип әйттемме, юҡмы? — тине.
97. Әйттеләр: — Эй, атайыбыҙ, беҙҙе ғәфү итһен тип, Аллаһҡа доғалар уҡы, зинһар. Сөнки беҙ, ысындан да, гөнаһлы булдыҡ.
98. — Һеҙҙең өсөн Раббымдан ярлыҡау һорап, ялбарасаҡмын. Хаҡтыр, Аллаһ ярлыҡаусы, ғәфү итеүсе, — тине Яҡуп.
99. (Йософтоң ата-әсәһе — бөтөн ҡәрҙәштәре Мысырга килә) Йософ янына кергәс, ул ата-әсәһен ҡосаҡлап алды:
— Аллаға тапшырып, Мысырға именлек менән, төклө аяғығыҙ менән керегеҙ, — тине.
100. Ата-әсәһен ул абруй тәхетенә ултыртты, ҡауышыу һөйөнөсөнән уларҙың барыһы ла (Йософтоң шөһрәте алдында) баш эйҙеләр. Йософ әйтте:
— Ий, атаҡайым, бына был эштәр әллә ҡасан күргән төшөмдөң юралыуы булыр, — тине. — Раббым уны, ниһайәт, тормошҡа ашырҙы. Дөрөҫө шул: Аллаһ миңә рәхмәтен яуҙырҙы. Мине зиндандан сығарҙы. Ҡәрҙәштәрем менән минең араны шайтан боҙғандан һуң, һеҙҙе сүл аша имен сығарҙы. Шик юҡтыр, Раббым ихтыяр иткән ҡолона мәрхәмәтле. Хаҡтыр, Аллаһ барыһын да белеп тороусы хикмәт эйәһе. (101)
— Йә, Раббым, милкеңдән миңә (насибын) бирҙең һәм (төштә күрелгән) ваҡиғаларҙың нисек юраласағын өйрәттең. Эй, Күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан, Һин донъяла ла, Әхирәттә лә минең яҡлаусым. Мосолман булған хәлемдә йәнемде ал, зинһар. Һәм мине изгеләр рәтенә ҡуй.
(«Риүәйәттәрҙә һөйләнгәнсә, хәҙрәти Яҡуп Мысырҙа, улы Йософ янында 24 йыл йәшәп вафат була. Васыятына күрә, гәүҙәһе Шомда, атаһы Исхаҡ янына ерләнә. Хәҙрәти Йософ та атаһынан һуң 23 йыл йәшәй, 120 йәшендә вафат була. Уның гәүҙәһен Мысыр халҡы мәрмәр һандыҡҡа һалып, Нил йылғаһына батыра. Байтаҡ йылдар уҙғас, хәҙрәти Муса һандыҡты алып, Яҡуп (ғәләйһиссәлләм) янына ерләй».
Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
102. (Мөхәммәд) бына һиңә таныш булмаған хәбәрҙәрҙән ҡисса ошо булыр. Уны һиңә уахи итәбеҙ. Улар фетнә эшләргә йыйынғанда һин улар араһында түгел инең. (103) Һин ни ҡәҙәр генә тырышһаң да, кешеләрҙең күбеһе иман килтермәйәсәк. (104) Гәрсә, һин был эштәрең өсөн уларҙан түләү һорамайһың. Ҡөръән ғәләмдәр өсөн өгөт-нәсихәттер. (105) Күктәрҙә, Ерҙә күпме дәлилдәр бар, улар был дәлилдәрҙән йөҙ сөйөрөп китәләр. (106) Уларҙың күбеһе Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылып та, Аллаһҡа тиңдәш итеп, әллә нәмәләргә табыналар. (107) Аллаһ тарафынан көтмәгәндә килә торған һәләкәттән йәки абайламаҫтан Ҡиәмәт көнө килеүҙән ҡотолоп ҡалырбыҙ, тип өмөт итәләрме икән улар?
Достарыңызбен бөлісу: |