108. (Ий, Мөхәммәд) әйт:
— Бына был — минең юлым, — тип. — Мин һеҙҙе асыҡ күҙ менән Аллаһ тарафына саҡырҙым. Мин үҙем һәм миңә эйәргәндәр. Әлхәмдүлиллә, мин мөшриктәр менән бергә түгел. (Аллаһтың тиңдәштәре юҡ, Ул кәмселектәрҙән азат), — тип. (109) Һинән элек тә (пәйғәмбәр итеп) ебәргән илселәребеҙ (әллә ҡайҙан түгел, үҙ араларындағы) шәһәр кешеләренән һайланған ине. Шул ир кешеләргә уахи күндергән инек. (Ни ғәжәптер) әллә һуң (мөшриктәр) Ер йөҙөндә ил гиҙеп, донъя күреп йөрөмәйҙәрме, үҙҙәренән әүүәл йәшәгән (мөшриктәрҙең) ҡара тәҡдиренең нисек тамамланғанын белмәйҙәрме? Әхирәт йорто (нәжестән, гөнаһтарҙан) һаҡланғандар өсөн, әлбиттә, иң яҡшыһы булыр. Һеҙ әле һаман шуны аңлап бөтөрмәйһегеҙме ни һуң?
110. (Әй, пәйғәмбәрҙәрем!) Инде өмөт киҫелде, беҙҙе ялғансыға сығарҙылар, тигән уаҡытта һеҙгә ярҙамым килде һәм Беҙ теләгән кешебеҙҙе ҡотҡарып ҡалдыҡ. Ләкин гөнаһлы халыҡ өҫтөнән язабыҙ алынмаҫ.
111. Хаҡтыр, был ҡиссаларҙа аҡылы булғандар өсөн бик күп ғибрәттәр бар. Был (Ҡөръән) уйлап сығарылған ғына нәмә түгел. Унан элек килгәнде (башҡа китаптарҙы раҫлаусы) дөрөҫләүсе, һәр нәмәне асыҡлаусы. Иман килтергән халыҡ өсөн мәрхәмәтле һәм тура юл күрһәтеүсе ул (Ҡөръән-и Кәримдер).
13 — Рәғид (Күкрәү) сүрәһе
(Рәғид сүрәһе 43 аяттан тора. Мәккәлә һәм бер өлөшө Мәҙинәлә ингән, тип яҙыусылар бар. Сүрәнең 13 нсе аятында күк күкрәү мәғәнәһенә тура килә торған «Рәғид» һүҙе бар, шул һүҙ сүрәнең атамаһы булып киткән.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әлиф. Ләм. Мим. Ра. Былар (изге) Китаптың аяттарыҙыр. Аллаһтан һиңә индерелгән (Ҡөръән) хаҡтыр, ләкин әҙәмдәрҙең күбеһе быңа ышанмай. (2) Аллаһ шулдыр: күктәрҙе һеҙ күреп торғанса, терәкһеҙ бейектә тотоусы; һуңынан Ғәрештә хаким булды; Ҡояшты, Айҙы үҙенең әмеренә ҡуйҙы. Билгеләнгән уаҡытҡа саҡлы улар йөрөп торорҙар. Раббы менән ҡауышасаҡтарын яҡшы белеп торһондар, тип Аллаһ, һәр эште еренә еткереп идара итә һәм аяттарын аңлата. (3) Ул — Ерҙе яһаусы, шунда тауҙарҙы, йылғаларҙы барлыҡҡа килтереүсе һәм Ул — емештәрҙең һәр берһен, үҙ орлоҡтарынан пар-пар итеп яралтыусы. Төн менән көндө ҡаплаусы. Аңлай белгәндәр өсөн был хикмәттәрҙә ғибрәттәр бар. (4) Ер йөҙөндә бер-берһенә күрше ҡитғалар (иҡлимдәр, материктар), йөҙөм баҡсалары, игендәр, бер тамырҙан һәм төрлө тамырҙарҙан үҫеп сыҡҡан хөрмә ағастары бар. Быларҙың барыһы ла бер һыу менән һуғарыла. Шуға күрә, емештәрен дә берһенән икенсеһен өҫтөнөрәк ҡуябыҙ. Бына быларҙың барыһы ла уйлай белгәндәр өсөн бер ғибрәттер.
5. (Эй, Мөхәммәд, кәферҙәрҙең иман килтермәүҙәренә) аптыраһаң, тағын да аптырарлығы бар:
— Үлеп тупраҡ булғас, беҙ яңынан тереләсәкбеҙме ни? — тип әйтеүҙәре. Бына шулар бит инде Аллаһты инҡар итеүселәр. Ҡиәмәт көнөндә уларҙың муйынында сылбырҙар булыр. Улар — тамуҡ киҫәүе. Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ. (6) Улар һинән изгелек түгел, ашҡынып яманлыҡ көтә. Гәрсә, уларҙан элек тә ғибрәт булырлыҡ байтаҡ ҡына ғазап ваҡиғалары булып уҙҙы. Ысындан да, кешеләр яманлыҡ ҡылһа ла, Раббың уларҙы ярлыҡаны. (Ләкин) Раббыңдың язаһы ла бик хәтәр буласаҡ. (7) Кәферҙәр әйтте:
— Раббыңдан бер мөғжизә индерелһә ине, — тинеләр. — Һин бит бары тик вәғәз уҡыусы ғына. Һәр халыҡтың бар үҙенең вәғәзселәре. (8) Һәр әсә (ҡатын, бейә, һарыҡ...)тың ҡарынында нимә яралғанын һәм яралғының кәмселеклеме, әллә мөкәммәлме икәнлеген Аллаһ белеп тора. Уның һәр эше теүәл үлсәнгән.
9. Аллаһ күренгәндәрҙе лә, күҙгә күренмәгәндәрҙе лә белеп тора. Аллаһ мәртәбәле һәм бөйөк.
10. Тел йәшергән кеше лә, асыҡтан-асыҡ һөйләгән дә, төндә йәшертен йөрөгән дә, көндөҙөн ғәмәл ҡылған кеше лә Аллаһ өсөн барыбер (Ул барыһын да күреп, белеп, ишетеп тора.) (11) Һәр кешенең алдында да, арҡа тарафында ла Аллаһ әмере менән һаҡларға (һәм нимә ҡылғандарын яҙып барырға) ҡуйылған фәрештәләр бар. Берәй халыҡ үҙе үҙгәрмәһә, Аллаһ уларҙы үҙгәртмәҫ. Аллаһ берәй тоҡомға яза бирергә теләнеме, ул яза, һис шикһеҙ, биреләсәк (кире сигенеү булмаҫ). Аллаһтан башҡа зат уларға ярҙам итә алмаҫ.
12. Ул һеҙҙе ҡурҡыу менән өмөт араһында тотар өсөн, йәшенле, дәһшәтле ямғырлы болоттар хасил итте. (13) Күктәр күкрәп, Аллаһты маҡтай һәм Уны мәртәбәләй. Фәрештәләр ҙә Уның дәһшәтенән ҡурҡып, тәсбих әйтә. Аллаһ тураһында зарарлы һүҙ көрәштергән уаҡытта, Аллаһ йәшен йәшнәтә, теләгәнен йәшендән һуҡтыра. Уның язаһы бик тә хәтәр. (14) (Ҡул һуҙып) ялбарырға бары тик Аллаһ ҡына лайыҡ. Унан башҡа берәү ҙә (таш һындар ҙа, боттар ҙа, тимер-баҡыр һәйкәлдәр ҙә) ҡул һуҙып ялбарғанға ярҙам итмәҫ. Улар: ауыҙыма һыу килһен, тип һыуға ҡарап, ике ҡулын һуҙып ялбарыусылар кеүектер. Улар ни ҡәҙәр генә ялбарһа ла, һыу үҙе килеп, уларҙың ауыҙына кермәҫ. Кәферҙәрҙең доғалары буш һаташыу ғына. (15) Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандар иртә-кис, теләһә-теләмәһә лә, Аллаһка сәждә итә, улар менән бергә күләгәләре лә. (16) Һора һин уларҙан:
— Күктәрҙең һәм Ерҙең хужаһы кем? — тип әйт тә, яуабын әйт:
— Аллаһ! — тип. — Уны инҡар итеп, файҙа ла, зыян да эшләрҙәй көсө булмаған дуҫтар (башҡа яһалма Илаһтар) эҙләйһегеҙме? — тип.
Тағын әйт:
— Һуҡыр кеше менән күҙе күргән кеше бер була аламы? -тип. —Йәки ҡараңғылыҡ менән яҡтылыҡ берме? Әллә һуң улар табынған (һындар, таштар) Аллаһ яралтҡан кеүек нәмәләрҙе яралта ала кеүек күрендеме? Әйт һин:
— Бөтөн нәмәне яралтыусы бер Аллаһ. Ул — берәү генә. Аллаһҡа ҡаршы торорлоҡ ҡөҙрәт эйәһе юҡ.
(«Һуҡыр кеше менән күҙе күрә торған кеше», «ҡараңғылыҡ менән яҡтылыҡ» сағыштырмалары, әлбиттә, күсермә мәғәнәләрҙә алынған. Наҙан кеше, Ҡөръәнде белмәгән, динһеҙ кешенең күңел күҙе һуҡыр; иманлы кеше, белемле кеше — күҙле. Ҡараңғылыҡ иһә томаналыҡ, наҙанлыҡ; яҡтылыҡ — Аллаһтың нуры, Ҡөръән, иман нуры, тип аңларға кәрәк.)
17. Ул Күктән һыу индерҙе лә, йылғалар үҙ ярҙарында ташҡын булып аҡты. Был ташҡын ҡайнап өҫкә сыҡҡан яман күбекте лә үҙе менән алып китте. Биҙәнеү әйберҙәре, кәрәк-яраҡ ҡоралдары эшләгәндә эретелгән алтын-көмөш өҫтөндә лә шундай күбек хасил була. Бына шулай итеп, Аллаһ яман менән яҡшыны айырыр өсөн миҫалдар бирә. Күбек (ашлыҡ өҫтөндәге кибәк тә) кибеп-осоп китә. Кешеләр өсөн файҙалыһы Ер өҫтөндә ҡала. Бына Аллаһ шундай сағыштырмалар бирә.
18. Раббының әмеренә буйһонғандар өсөн иң гүзәл (әжер) бар (йәннәт). Уға буйһонмағандарға килгәндә, улар Ер йөҙөндә булған байлыҡтары өҫтөнә тағын да шуның ҡәҙәр малдарын фиҙа итеп ҡотолор ине (ләкин ул малдар ҡабул ителмәйәсәк). Уларҙың бараһы ере — йәһәннәм. Ул бик тә хәтәр урын.
19. Раббыңдан һиңә индерелгән (Ҡөръән)дең хаҡ икәненә инанған кеше менән (күңел күҙе) һуҡыр кеше (инҡар итеүсе) бер булырмы? Ләкин быны зиһенле кешеләр генә аңлай. (20) Улар Аллаһтың әмерҙәрен еренә еткереп үтәүселәр һәм һүҙҙәрендә тороусылар. (21) Улар Аллаһ ҡушҡанды еренә еткереүселәр (ҡәрҙәштәр, мосолмандар менән дуҫ быулыу — берләшеү, үҙ-ара ярҙамлашып, хөрмәт итеп йәшәүселәр), гөнаһ ҡылыуҙан һаҡланған, (Ҡиәмәт көнөндә) язанан ҡурҡҡан кешеләр. (22) Йәнә улар Раббының ризалығын алырға теләүсе, сыҙам-сабыр кешеләр, намаҙҙы ҡалдырмайынса, дөрөҫ итеп уҡығандар, үҙҙәренә бирелгән ризыҡты йәшереп тә, асыҡ рәүештә лә (Аллаһ юлында) сарыф иткәндәр, изгелек менән яманлыҡты ҡаплаған кешеләр. Бына шулар өсөн Әхирәттә гүзәл йорт әҙерләнгән. (23) Ул — Ғәден йәннәттәрелер. Шунда саф мосолман булған аталар, әсәләр, ҡатындар һәм балалар ғына керә алыр. Фәрештәләр барса ҡапҡаларҙан улар янына уҙыр. (24) Һәм әйттеҙәр:
— Сабырлығығыҙға яуап булараҡ, һеҙгә сәләмдәр булһын. Донъя йортоноң һуңғы нәтижәһе (ожмах) ниндәй гүзәл урын, — тип әйтерҙәр.
25. Аллаһҡа ант итеп тә, һүҙҙәрендә тормағандар, Аллаһ тарафынан (ҡәрҙәштәрен, мөьминдәрҙе хөрмәт итеп, берләшеп йәшәргә) ҡушылғанды үтәмәгәндәр (мосолманлыҡтан айырылғандар) һәм Ер йөҙөндә фетнә сығарғандар өсөн ләғнәт булыр һәм яман йорт (тамуҡ) уларҙың урыны булыр. (26) Аллаһ Үҙе ихтыяр иткәнгә ризыҡты мул бирер йәки әҙ миҡдарҙа бирер. Улар донъя тормошонда маһайҙылар. Донъялағы тормош, Әхирәттәгеһе менән сағыштырғанда, мәшәҡәт менән уҙып китеүсе (ләззәт).
27. Кәферҙәр әйтә:
— (Мөхәммәдкә) Аллаһтан бер мөғжизә индерелергә тейеш ине бит инде, — тинеләр.
Әйт:
— Һис шикһеҙ, Аллаһ Үҙе теләгәнде (киреләрҙе) юлдан яҙҙырыр, Үҙенә буйһонғандарҙы тура юлға күндерер, — тип әйт. (28) Былар иманлы кешеләр, күңелдәре менән Аллаһты зикер иткәндә, тын ҡалыусылар (ғибәҙәт ҡылыусылар). Мәғлүмдер, Аллаһ тураһында уйлағанда күңелдәр рәхәт тыныслыҡҡа ирешә. (29) Иман килтереп, изгелек ҡылыусыларҙан да бәхетле кем булыр! Гүзәл йорт (йәннәт тә) улар өсөн.
30. (Ий, Мөхәммәд) шулай итеп, килеп-киткән башҡа халыҡтарға пәйғәмбәрҙәр ебәргәнем кеүек, үҙенә күндерелгән Китапты уларға уҡыһын тип, һине лә үҙ халҡыңа Пәйғәмбәр иттек. Улар Рахмәәнды инҡар итә. Әйт һин уларға:
— Ул — минең Раббым. Унан башҡа тәңре юҡ. Бары тик мин Уға ғына тәүәккәл иттем һәм бары тик уның хозурына ғына барасаҡмын, — тип.
31. Китап ҡөҙрәте менән тауҙар күсерелһә лә, Уның көсө менән Ер шартлаһа ла, Уның ҡеүәте менән мәйеттәр һөйләшә башлаһа ла — бөтөн эштәр ҙә Аллаһ ихтыярында. Иман килтергәндәр әле һаман аңламанылармы ни? Әгәр Аллаһ ихтыяр итһә, барса халыҡтарҙы ла тура юлға күндерә алған булыр ине. Кәферҙәр, Аллаһтың әмере килгәненә саҡлы ҡылған гөнаһтары өсөн көтмәгәндә, өҙлөкһөҙ бәләгә тарасаҡтар. Йәки әфәт уларҙың баш осонда ғына, өй түбәһендә генә һағалап торасаҡ, һис шикһеҙ, Аллаһ Тәғәлә вәғәҙәһенән кире ҡайтмаҫ.
32. Ысындан да һиңә ҡәҙәр килгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә мыҫҡыл иттеләр һәм Мин инҡар итеүселәргә (иманға килеү өсөн) форсат бирҙем. Ләкин һуңынан (улар иманға килмәгәс) барыбер язам менән тоттом. (Һеҙгә) ундай ғазапты күрергә яҙмаһын.
33. Һәр йән эйәһенең нимә ҡаҙанғанын күҙәтеп, белеп тороусы (Аллаһ) быларҙы эшләй алмаған зат (йәғни яһалма тәңре) менән тиң булырмы? Улар (таш һындарын) Аллаһҡа тиңләп маташтылар. Әйт:
— Уларҙың исемдәре нисек, (ул таштарҙың, ағастарҙың, һәйкәлдәрҙең) ҡөҙрәте нимәлә? Әллә һеҙ Ер йөҙөндә Аллаһ белмәгән серҙәрҙе асыҡ итеп һөйләп бирә алаһығыҙмы? Әллә һеҙ буш һүҙ һөйләйһегеҙме?
Ысынында инҡар итеүселәргә уларҙың яман эштәре яҡшы булып күренде һәм улар тура юлдан яҙҙы. Аллаһ юлдан яҙҙырған кешене тура юлға бер кем дә күндерә алмаҫ.
34. Фани донъяла улар өсөн бары тик бер яза бар. Әхирәт ғазабы иһә тағын да хәтәрерәк. Уларҙы Аллаһтың язаһынан ҡотҡарыусы зат булмаҫ. (35) Саф мосолмандарға вәғәҙә ителгән йәннәттең сифаттары бына быларҙыр. Арыҡтарынан һыуҙар ағып торор. Емештәре, ағас күләгәһе мәңгелектер. Тәҡүәләр (яманлыҡ ҡылыуҙан тыйылғандар) өсөн был—бәхетле нәтижәҙер. Кәферҙәрҙең ахыры тамуҡтыр.
36. Үҙҙәренә китап индерелгәндәр һиңә индерелгәнгә (Ҡөръәнгә) һөйөндөләр. Ләкин фирҡәләр (төркөмдәр) араһында (Ҡөръәндең) ҡайһы бер өлөштәрен инҡар итеүселәр ҙә бар. Әйт:
— Миңә бары тик Аллаһҡа ҡоллоҡ итергә һәм Уға иш һайламаҫҡа бойоролдо. Мин бары тик Уны (ярҙамға) саҡырам һәм ҡайтыуым да Уның хозурына ғына буласаҡ, - тип. (37) Шулай итеп, Беҙ уны хөкөм (хикмәтле һүҙ) сифатында ғәрәпсә индерҙек. Әгәр һиңә килгән был ғилемдән һуң, уларҙың йоғонтоһона бирелһәң, Аллаһ тарафынан һиңә ярҙам да, Һине яҡлаусы дуҫың да булмаясаҡ. (38) Хаҡтыр, һинән алда ла Беҙ пәйғәмбәрҙәр күндерҙек һәм уларға ҡатындар һәм балалар бирҙек. Аллаһтың рөхсәтенән башҡа һис бер пәйғәмбәргә мөғжизә эшләү һәләте бирелмәне, һәр замандың үҙ китабы (үҙ тәҡдире) бар. (39) Аллаһ Үҙе теләмәгәнен (иҫкергән ҡәғиҙәләрҙе) юҡ итер, теләгәнен бар ҡылыр. Бөтөн китаптарҙың китабы (китаптарҙың әсәһе — Ләүхел Мәхфүҙ) Уның янындаҙыр.
40. Беҙ уларға вәғәҙә иткән (язабыҙҙың) бер өлөшөн (был донъяла) күрһәтербеҙ ҙә, һине уға саҡлы вафат иттерербеҙ. Һинең вазифаң фәҡәт (Аллаһ әмерҙәрен кешеләргә) еткереү генә. Иҫәп-хисап өҙөү Беҙҙең ихтыярҙа.
41. Беҙ, Ер йөҙөнә төшөп, яҡ-яҡтарынан кәметә барғаныбыҙҙы улар үҙ күҙҙәре менән күрмәйҙәрме ни һуң? Аллаһ Үҙ ихтыяры менән хөкөм сығара. Уның хөкөмөн боҙа ала торған зат юҡ. Аллаһ бик йәһәт иҫәп-хисап итә.
(«Ер йөҙөн яҡ-яҡтарҙан кәметәбеҙ» ғийбәрәһен төрлөсә шәрехләйҙәр. Имеш, мосолмандар күбәйә барып, уларҙың биләй торған ерҙәре-тупраҡтары ла арта, кәферҙәрҙең ере кәмей бара. Был — бер шәрех. Икенсеһе иһә, эрозия, һыу баҫыу, ел-дауылдар арҡаһында яраҡлы ерҙәр кәмей. Ер шарының ҡабығы, яҡ-яҡтары үҙгәрә бара.
Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
42. Уларҙан алда йәшәгәндәр ҙә (үҙ араларынан сыҡҡан) пәйғәмбәрҙәргә хәйлә ҡорҙолар. Гәрсә, бөтөн хәйләләр ҙә Аллаһ ихтыярында. Сөнки Ул һәр кемдең нимә ҡыласағын, нимә ҡаҙанасағын белеп тора. Был йортта (фани донъяла) ҡылғандарҙың әжере буласаҡ, нимә буласағын кәферҙәр оҙаҡламай беләсәк.
43. Кәферҙәр:
— Һин пәйғәмбәр булараҡ күндерелгән кеше түгелһең, — тип әйтәләр.
Әйт һин уларға:
— Минең менән һеҙҙең аралағы бәхәсте хәл итер өсөн бер Аллаһтың шаһит булғаны һәм (пәйғәмбәрлек билгеһе булған) Китап етәр, — тип.
14 — Ибраһим (Ибраһим) сүрәһе
(Ибраһим сүрәһе 52 аяттан тора. Бер өлөшө Мәҙинәлә, бер өлөшө Мәккәлә ингән. Ибраһим Пәйғәмбәрҙең доғаларын үҙ эсенә алғанға күрә, сүрә шулай аталған.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әлиф. Ләм. Ра. Раббының рөхсәте менән кешеләрҙе ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа әйҙәп, һәр нәмәне еңеүсе, маҡтауға лайыҡ Аллаһтың юлына сығарыу өсөн һиңә индергәнебеҙ бер Китап ул — Ҡөръән.
2. Аллаһ ул шундай, күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа, шуларҙың барыһы ла Аллаһтыҡы. Дәһшәтле ғазап кәферҙәргә ҡайғы килтерәсәк. (3) Донъя тормошон Әхирәттәгеһенә ҡарағанда өҫтөн ҡуйыусылар — Аллаһ юлынан яҙҙырыусылар; шул юлды кәкерәйтергә теләгәндәрҙең барыһы ла Хаҡтан йыраҡта аҙашып ҡалдылар.
4. (Аллаһтың әмерҙәрен) Уға телендә яҡшылап аңлатһындар тип, (үҙ араларынан) пәйғәмбәрҙәр күндерҙек. Аллаһ (мосолман булырға) теләмәгәнде аҙаштырыр, теләгәнен тура юлға сығарыр. Аллаһ көс һәм хикмәт эйәһе.
5. Мусаны ла Беҙ:
— Халҡыңды ҡараңғылыҡтан (наҙанлыҡтан) алып сыҡ, уларҙы (элек йәшәгән халыҡтарҙың башына Аллаһ килтергән һәләкәт көндәре тураһында) иҫкәрт, — тип аяттар биреп күндерҙек, һис шикһеҙ, бында (был хикмәттәрҙә) сыҙам-сабыр, итеп, шөкөр ҡылыусылар өсөн ғибрәттәр бар. (6) Шунан һуң Муса үҙ халҡына былай тине:
— Аллаһ биргән ниғмәттәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Ул һеҙҙе хәтәр язалар менән язалаусы, улдарығыҙҙы һуйып, ҡатын-ҡыҙҙарығыҙҙы ғына иҫән ҡалдырыусы Фирғәүен тоҡомонан ҡотҡарҙы. Бына, һеҙгә һөйләгәндәрҙәгесә, Раббығыҙ һеҙҙе шулай һынау менән һынаны. (7) Иҫегеҙҙәме, Раббығыҙ һеҙгә:
— Шөкөр итһәгеҙ, әлбиттә, һеҙгә (ниғмәтте) арттырасаҡмын, әгәр ҙә кәферлек ҡылһағыҙ, һис шикһеҙ, бирәсәк язам бик тә хәтәрҙер, — тип хәбәр итте.
8. Муса тағын әйтте:
— Әгәр ҙә Ер йөҙөндә һәр берегеҙ һәм барса кешеләр ҙә кәферлек итһә, белеп тороғоҙ (берегеҙ ҙә Уға зыян итә алмаҫ). Аллаһ (һеҙгә) мохтаж түгел. Ул маҡтауға лайыҡ, — тине.
9. Һеҙҙән элек йәшәп киткәндәр: Нух, Ғәд, Сәмуд халыҡтары һәм уларҙан һуң йәшәгәндәр тураһындағы хәбәрҙәр һеҙгә килеп ирешмәнеме ни? Уларҙы Аллаһтан башҡаһы белмәҫ шул. Пәйғәмбәрҙәре уларға мөғжизәлар (аяттар) килтерҙе. Улар үҙ ҡулдары менән шул пәйғәмбәрҙәрҙең ауыҙын томаланы, һәм улар әйтте:
- Һеҙ алып килгәндәрҙе беҙ инҡар иттек һәм ышанырға ҡушҡанығыҙға (Аллаһҡа, Әхирәт көнөнә) ышанмайбыҙ, — тинеләр.
(«Үҙ ҡулдары менән шул пәйғәмбәрҙәрҙең ауыҙын томаланы» ғийбәрәһе башҡаса ла тәржемә ителгән. Мәҫәлән, они ж к устам своим протягивали руки (персты кусая от досады). Ш. Ноғманиҙа ла шуға яҡын тәржемә: Рәсүлдәренә асыуланып, бармаҡтарын тешләнеләр. И.Крачковскийҙа: они вложили руки в уста свои. X. Чантайҙа: ҡулдарын ауыҙҙарына этеп, тип әйтелгән. Беҙ С. Ғумуш фаразын алдыҡ.)
10. Пәйғәмбәрҙәре әйтте:
— Күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан Аллаһ хаҡында шигегеҙ бармы? Гәрсә, Ул һеҙҙең гөнаһтарығыҙҙың бер өлөшөн ярлыҡап, һеҙҙе мәғлүм бер вуаҡытҡа ҡәҙәр йәшәтер өсөн, һеҙҙе (хаҡ дингә) саҡыра.
Тегеләре әйтте:
— Һеҙ ҙә беҙҙең кеүек үк әҙәм заттары ғына. Һеҙ беҙҙе аталарыбыҙ табынған нәмәләрҙән биҙҙерергә тырышаһығыҙ. Шулай булғас, беҙгә ап-асыҡ (беҙ ышанырлыҡ) дәлилдәр килтерегеҙ, — тинеләр. (11) Пәйғәмбәрҙәре уларға әйтте:
— Әлбиттә, беҙ һеҙҙең кеүек үк әҙәм заттары ғына. Аллаһ Үҙе теләгән (гөнаһаһыҙ) кешеләргә ниғмәтен (пәйғәмбәрлекте) бирә. Аллаһтың рөхсәтенән башҡа беҙ һеҙгә бер ниндәй ҙә дәлил килтерә алмайбыҙ. Мосолмандар бары тик Аллаһҡа ғына һыйынһындар. (12) Тура юлды күрһәткән Аллаһҡа ни эшләп әле без ышанмаҫҡа тейеш? Һеҙ килтергән яфаларға беҙ түҙәрбеҙ. Тәүәккәл итергә теләгәндәр бары тик Аллаһҡа ғына тәүәккәл итһен.
13. Кәферҙәр пәйғәмбәрҙәренә әйттеләр:
— Һеҙҙе йортоғоҙҙан ҡәтғи ҡыуасаҡбыҙ йәки үҙебеҙҙең дингә кертәсәкбеҙ, —тинеләр. Раббы уларға:
— Залимдарҙы, һис шикһеҙ, харап итәсәкбеҙ, — тине. (14) — Уларҙан һуң ул ерҙәргә һеҙҙе урынлаштырасаҡбыҙ. Ҡаршымда баҫып (яуап биреп) тороуҙан һәм вәғәҙә иткән язанан ҡурҡһындар өсөн.
15. (Пәйғәмбәрҙәр) еңеү теләне (Аллаһ ярҙамында улар еңде). Йәберләүселәр иһә бөлдө. (16) (Үҙ һүҙле ул йәберләүселәрҙең) артында йәһәннәм тора. Шунда уларға эренле ҡайнар һыу эсерәсәктәр. (17) Һыуҙы улар йотомлап эсергә маташасаҡ, ләкин йота алмаясаҡ (тамаҡтарынан уҙмаясаҡ), уларға һәр яҡтан үлем килгән кеүек булыр, ләкин улар үлмәҫ. Бындай ғазаптарҙан башҡа ла (улар өсөн) хәтәр язалар бар. (18) Динһеҙҙәрҙең яҙмышы дауыллы көндә өйөрмә туҙҙырып алып киткән көл һымаҡ. (Ғәҙелһеҙлек менән) йыйған байлыҡтарынан һис нимә ҡалмаҫ. Был — Хаҡтан йыраҡҡа китеп аҙашыу булыр.
19. Күктәрҙе, Ерҙе, ысындан да, Аллаһ яралтҡанын күрмәйһегеҙме? Әгәр Ул ихтыяр итһә, һеҙҙе юҡҡа сығарып, урынығыҙға башҡаларҙы бар итә ала. (20) Быны башҡарыу Уның өсөн һис тә ауыр түгел.
21. Бөтөнөһө лә Аллаһ хозурына килеп баҫасаҡ. Фәҡирҙәр тәкәбберҙәргә (байҙарға, көс менән маҡтаныусыларға) әйтерҙәр:
— Беҙ һеҙгә табынып, артығыҙҙан эйәреп йөрөнөк. Хәҙер һеҙ беҙҙе Аллаһтың язаһынан ҡотҡара алаһығыҙмы?
Улар әйтәсәк:
— (Бер нимә эшләр хәл юҡ) Аллаһ беҙҙе тура юлға күндергән булһа, беҙ ҙә һеҙҙе тура юлдан йөрөткән булыр инек. Хәҙер һыҙланһаҡ та, сабыр булһаҡ та барыбер файҙаһы булмаҫ инде. Сөнки беҙҙең өсөн һыйыныр урын юҡ.
22. Иҫәп-хисап бөткәндән һуң, (иманлылар - йәннәттәргә, гөнаһлылар йәһәннәмдәргә урынлаштырылғас) шайтан әйтер:
— Һис шикһеҙ, Аллаһ һеҙгә вәғәҙә иткәнде еренә еткерҙе. Мин дә һеҙгә вәғәҙә иттем, әммә һеҙҙе алданым. Һеҙгә ярҙам итерлек көс миндә юҡ. Мин бары тик һеҙҙе инҡарға саҡырҙым. (Аллаһҡа ышанмаҫҡа өндәнем). Хәҙер мине ғәйепләмәгеҙ инде, үҙегеҙҙе ғәйепләгеҙ. Мин һеҙҙе ҡотҡара алмайым, һеҙ ҙә мине ҡотҡара алмаҫһығыҙ. Һеҙҙең мине Аллаһҡа тиңләүегеҙҙән бөгөн мин ваз кисәм, — тип әйтер.
Шик юҡ, залимдар өсөн әрнетеүле язалар бар.
23. Иман килтереп, изгелек ҡылғандар, Раббының рөхсәте менән арыҡтарынан йылғалар аға торған йәннәттәрҙә мәңге йәшәп ҡаласаҡ. Шунда барыһы ла ҡапма-ҡаршы осрашҡас:
— Сәләм! — тип күрешәсәк. (24) Аллаһтың ниндәй миҫал килтергәнен һин белмәйһеңме ни? Яҡшы һүҙҙе Ул тамыры ерҙә, ботаҡтары юғарыла булган ниғмәт ағасына оҡшата. (25) (Ул ағас) Раббының рөхсәте менән һәр ваҡыт емеш бирә. Үрнәк-ғибрәт алһындар һәм иҫтә тотһондар тип, Аллаһ кешеләргә шундай миҫалдар килтерә. (26) Яман һүҙ (нахаҡ һүҙ, яла һүҙе, кәфер һүҙ) төбө-тамыры менән ҡуптарылып, ергә ауҙарылған затһыҙ ағасҡа оҡшаш. (27) Паҡ һүҙҙәр менән иман килтергәндәрҙе Аллаһ Тәғәлә һәм фани донъяла, һәм Әхирәттә лә нығытыр. Залимдарҙы иһә аҙаштырыр. Аллаһ Тәғәлә теләгәнен башҡара. (28) Аллаһтың теләгәненә ҡаршы кәферлек ҡылған һәм һуңынан үҙ халыҡтарын һәләкәт йортона һөйрәгән (етәкселәр)ҙе күрмәйһеңме? (29) Улар йәһәннәмгә керәсәк. Ул — ҡот осҡос әшәке урын. (30) Кешеләрҙе Аллаһтың тура юлынан яҙҙырыр өсөн, Уға «тиң» (уйҙырма) тәңреләр таптылар. Әйт һин уларға:
— (Теләһәгеҙ нисек) йәшәгеҙ. Ҡайтышығыҙ барыбер тамуҡҡа булыр, — тип.
31. Иман килтергән кешеләремә әйт: намаҙҙарын ҡалдырмайынса, дөрөҫ уҡыһындар, алыш-биреш һәм үҙ-ара дуҫлыҡ булмай торған Көнгә (Ҡиәмәткә) саҡлы үҙҙәренә тапшырылған ризыҡтарын (Аллаһ юлында) кешегә күрһәтмәйенсә лә, кешеләр күргәндә лә сарыф итһендәр.
32. Аллаһ күктәрҙе һәм Ерҙе яралтты. Күктән ямғыр яуҙырып, дым менән үҫтереп, һеҙгә төрлө ризыҡ, емештәр бирә. Рөхсәте менән диңгеҙҙә йөҙөп йөрөһөндәр өсөн, һеҙҙең ҡарамаҡҡа кәмәләр (яһау һәләте) бирҙе. Һеҙгә ҡулай итте йылғаларҙы.
33. Теүәл тәртип менән гиҙеүсе Ҡояшты һәм Айҙы файҙалы ҡылды. Төндө һәм көндө һеҙгә ҡулай итте. (34) Ул һеҙгә нимә теләһәгеҙ, шуны бирҙе. Аллаһтың ниғмәттәрен һанарға ни ҡәҙәр тырышһағыҙ ҙа, осона сыға алмаҫһығыҙ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, кеше ул — залим, уйы гел кәферлектә булыр (булғанына шөкөр итмәүсе зат).
35. Иҫегеҙҙәме, Ибраһим ғәләйһиссәлләм былай тигән ине: - Раббым, был шәһәрҙе (Мәккәне) имен ҡыл. Мине һәм улдарымды һындарға (таштарға, һәйкәлдәргә) табыныуҙан йыраҡ тот. (36) Сөнки боттар, һындар байтаҡ ҡына кешеләрҙең тура юлдан яҙыуына сәбәпсе булды. Хәҙер кем миңә эйәрә, шул минең тарафдарым булыр. Кем ҡаршы төшә... Һин, ысындан да, ярлыҡаусы, мәркәмәтле. (37) Йә, Раббыбыҙ, әй, Хужабыҙ, намаҙҙы дөрөҫ уҡыһындар өсөн, мин ҡәрҙәштәремдең бер нисәһен Һинең Бәйт-и Харам (Кәғбә) янындағы таҡыр ерҙә урынлаштырҙым. Кешеләрҙең күңелдәрендә уларға ҡарата мәрхәмәт урынлаштыр, емештәреңдән ризыҡ бир, зинһар. Өмөт итәм, улар шөкөр итәсәктәр. (38) Йә, Раббыбыҙ, шөбһәһеҙ, Һин беҙҙең йәшерен эштәребеҙҙе лә, асыҡтарын да белеп тораһың. Ерҙә лә, Күктә лә Аллаһ белмәгән серҙәр юҡ. (39) Ҡартлыҡ көнөмдә миңә Исмәғил менән Исхаҡты биргән Аллаһҡа барса маҡтауҙар булһын. Шик юҡ, Аллаһ доғаларҙы ишетеүсе.
40. Йә, Раббым, мине һәм минең нәҫелдән булғандарҙың барыһын да өҙлөкһөҙ намаҙлы ит. Йә, Раббым, доғаларымды ҡабул әйлә. (41) Йә, Раббыбыҙ, хисап Көнөндә мине, атам-әсәмде һәм мөьминдәрҙе ярлыҡа.
42. (Ий, Рәсүлем) залимдарҙың нимә ҡылғандарын Аллаһ белмәй, тип уйлама. Ләкин Аллаһ уларға яза биреүҙе ҡурҡыуҙан күҙҙәре аҡайған Көнгәсә (Ҡиәмәткәсә) кисектерә килә. (43) Баштары артҡа ташланған хәлдә, аҡайған күҙҙәре, аҡ-ҡара күрмәҫтән, Күккә табан текәлгән килеш, ҡурҡыуҙан бушап ҡалған күңелдәре менән улар саҡырыусы (Аллаһтың) янына йүгерешеп килер. (44) Шуға күрә, һин уларҙы бөгөндән үк киләсәк ғазаптар тураһында һөйләп, киҫәтә башла. Ул Көн килгәс, улар әйтер:
— Йә, Раббыбыҙ, исмаһам, беҙгә ҡыҫҡа ғына вуаҡытҡа форсат бир, Һинең саҡырыуҙарыңа эйәрер инек, пәйғәмбәрҙәрҙе лә ҡабул итер инек, — тип әйтерҙәр. Шул саҡта уларға әйтелер:
— Теге саҡта һеҙ: беҙгә яза булмаясаҡ, (беҙҙең байлығыбыҙ сикһеҙ, беҙ Ҡиәмәт көнөнә ышанмайбыҙ), тип ант итмәнегеҙме?
Достарыңызбен бөлісу: |