ЫРҒЫҘ беренсе киҫӘк көтөүселәр



бет23/26
Дата06.07.2016
өлшемі1.92 Mb.
#181398
1   ...   18   19   20   21   22   23   24   25   26

3

Иртәгеһенә Айбулат, үҙе өй беренсә йөрөп, ауылдағы ағай-эне, туғандарын күрҙе.

Ауырыуҙан саҡ төҙәлеп, өйҙә көскә кәңгерләп йөрөгән Хәмдиәнең ҡыуанысынан тағы ла нығыраҡ хәле бөткәндәй булды. Шулай ҙа ул, тороп ултырып, ябығып, ап-аҡ булған битенең сирыштарын йыйырып, шатлыҡлы йылмайҙы.

— Эй Раббым, кейәү, һин бит, һау ҡайттыңмы?

— Бик шәп ҡайттым. Дыу һелкетеп. Үҙең ни хәлдәһең, ҡәйенйеңгә?

— Кисә үк ишетһәм дә, ауырығас ни, бара алманым. Бер ҙә хәлем юҡ. Йә анау балалар ҙа яталар. — Ул мөйөштә бер мендәр һалып, бер ҡыптыр тун аҫтында ҡуҙғалмай ятҡан оло улы менән ҡыҙына күрһәтте. — Йоманан артты инде.

— Йә, һин бара алмаһаң, мин килдем. Ауырыуҙан төҙәлеп бөтмәй тороп сығырға ярамай. Өҙлөкһәң — төҙәлеүе ауырыраҡ була ул. Ҡайнағанан хат алаһыңмы?

— Бер йома тирәһендә килгәйне. — Ул хатты эҙләп, яҫтыҡ аҫтын, кейеҙ ситтәрен һыйпаны. — Әллә ҡайҙа ҡуйғанмын. Башым аңғы-миңге. Бер ҙә хәтерем юҡ.

— Йә, ярар. Мин икенсе килгәнсе табып ҡуйырһың.

— Ярар, улай булһа. Хаты бик ҡыҙыҡ. Бер туҡтамай буржуйҙарҙы өтөп алып барабыҙ, тип яҙған. Күрәһең, гел һуғышта инде. — Ул һораулы ҡараш менән Айбулатҡа текләне.

Айбулат был һуңғы айҙарҙа Ҡыҙыл Армияның Орел, Воронеж ҡалалары янында, Деникиндың ҡаты ҡаршылығын еңеп, уны емереп ҡыуғанын хәтерләп уйланды. Ул Әхмәҙиҙең ошо фронтта икәнен белә ине.

Айбулат тағы бер аҙ һөйләшеп ултырҙы ла ҡайтырға ҡуҙғалды.

— Һин, ҡәйенйеңгә, тиҙерәк төҙәлергә тырыш инде.

— Шулай тип тырышам да инде. Былай ятыу эш түгел.

Айбулат сығыр алдынан тынын өрөп ҡараны. Тын, тәмәке төтөнө һымаҡ быуланып, һауала тәгәрәне. Ул өйҙөң былай һыуыҡлығынан Хәмдиәнең бер киҫәк тә утыны булмағанын аңланы. Нисек булһа ла ярҙам итергә ҡарар итте.

Ҡайны-ҡәйнәһен күрергә ул Гөлйөҙөм менән бергә китте. Улар бер аҙ атлауға Шәрифә әбей ҙә осраны. Ул тау яҡ тыҡрыҡтан күренде. Ҡырҡ ямаулы ҡыҙыл көпөһөн ҡымтып элеп, дөйә йөнөнән бәйләнгән ҡыҙғылт һары шәлен ауыҙынан ҡаплап бәйләп, иҫке ҡара ситек өҫтөнән кейгән ҡуныслы күн ҡатаһы менән көрт йырып, шәпләп атлап килә ине. Гөлйөҙөм уны байтаҡ ерҙән үк абайлап, Айбулатҡа күрһәтте:

— Ана, Шәрифә апайым, һине күрергә тип килә, ахырыһы. Айбулат, туҡтап, уны көттө:

— Ә ул бирешмәгән икән әле.

— Юҡ, бирешмәй. Ауылда ике әбей бик ныҡҡа сыҡтылар. Шәһиҙә инәй ҙә ул.

— Ул да бармы ни әле?

— Бар. — Гөлйөҙөм көлөп ебәрҙе. — Ғазраилдың исемлегенән төшөп ҡалғанмын, ти. Ул да, һуғыштан бушап, килеп тикшерергә ваҡыт тапмай, тип көлә. — Улар көлөшә, һөйләшә әбейҙе ҡаршы алдылар.

— Ай, кейәүгенәм, — тип ул ике ҡуллап күреште лә, — йә, һау ғына ҡайттыңмы? — тип тешһеҙ ауыҙын асып йылмайып, ҡояштың нурына ҡулын ҡуйып, үҙенән әллә ҡайҙа оҙон Айбулатҡа үрелеп ҡараны. Айбулат уға ҡыуанып, көлөп яуапланы:

— Бик шәп ҡайттым, ҡәйенбикә. Үҙең һау ҡартаяһыңмы?

— Шәп булғас, бик ярай. Башың һау ҡалғас, ҙур бәхет инде. Мин дә шәп ҡартаям. Миңә ни нәмә булыр тиһең. Бирешмәй йөрөп ятам әле. Ҡайҙа бараһығыҙ, Муйылбикәгәме?

— Эйе, шунда хәл белергә барайыҡ тип сыҡтыҡ.

— Әйҙәгеҙ улай булһа, бергә барайыҡ. Тәүҙә һине барып күреп, шунан уларға китермен, тип килә ята инем әле.

Улар көрт баҫҡан берләм юлдың ҡарын йыртып, аллы-артлы өсәүләп, урамдың үр яғына ыңғайланылар.

Урам тын. Анда-һанда алыҫта ғына бер-ике әҙәм күренә лә, тиҙерәк өңөнә йомолған йомран һымаҡ, ҡар баҫҡан өйҙәренә инеп юғалалар. Айбулат был сығыуында уҡ байтаҡ кешене күреп, ауыл хәле менән танышырға уйлаһа ла, тура килмәҫен иҫәпләне. Берәмләп өйҙән-өйгә йөрөп, шунан берәй көн йыйылыш үткәреп алырға уйланы.

Алдан елтәңләп барған Шәрифә әбей үҙенең һүҙен дауам итте:

— Гөлйөҙөм, әсәйеңде ҡөрьән дә уҡытып өшкөрттөк, шифаһы булманы. Инде тирегә һалып ҡарайыҡ әле. Тир ауырыуына шул килешә торғайны.

— Ни нәмә һуйырбыҙ һуң инде. Һарыҡ юҡ та?

— Ниңә, минең аҡ һарығым бар бит. Бына кейәү ҙә ҡайтты. Бер ыңғай уны ла ҡунаҡ итергә булыр.

— Яңғыҙ һарығыңдымы?

Әбей асыулана яҙҙы. Тауышын күтәрҙе:

— Бына тағы бер һүҙ! Яңғыҙ булһа, йәндән аяулымы? Урта бармаҡтай кейәүем ҡайтып килһен дә, мин шуны һанашып торайыммы, юҡты һөйләйһең, килешмәгәнде! — тип Гөлйөҙөмдө орошоп бөткәс, Айбулатҡа ҡараны: — Кейәү, хәҙер үк шул һарыҡты салып ташласы.

Айбулат әбейһенең был уйына төптән ҡаршы булһа ла, уның әле генә үпкә ҡатыш әйткән һүҙҙәренән һуң, ҡаршылыҡ күрһәтеүҙең файҙаһыҙлығын аңланы. Шулай ҙа бер уҡталды:

— Ҡәйенбикә, тоҡомон өҙмәҫкә кәрәк ине лә...

— Быныһы ла шуны һөйләй. Тоҡом кәрәк булһа, яҙ берәй бәрәс табылыр әле. Минең һүҙемде йыҡмағыҙ әле икәүләп тороп!

Айбулат был эштең дә, Муйылды тирегә һалыуҙың да юҡҡа маташыу икәнлеге тураһында әбейгә аңлатыуҙың файҙаһыҙ булырына ышанды ла уны үпкәләтмәне.

— Ярар инде, һин тигәнсә булһын, — тине.

Улар барып ингәндә, өй тын ине. Ишек асҡан тауышҡа ла баш ҡалҡытыусы булманы. Улар өсәүһе лә сисенделәр. Шәрифә әбей мейес эргәһендәге ҡораҡлы юрғанды ипләп кенә асты. Керҙән йышылып, биҙәге лә айырылмаҫлыҡ булған ала яҫтыҡта сал сәстәре туҙып, башын артҡа ташлап, Муйылбикә ята ине. Ул, күҙен асмай, ауыр ыңғырашты. Гөлйөҙөм уның битенә яҡын эйелеп: “Әсәй, әсәй”, — тип ҡараһа ла, Муйыл ыңғырашып, эҫегә өтөлөп, ярылып бөткән ирендәрен ап-аҡ теле менән яланы ла башҡа яуап бирә алманы. Уның ауыҙына ҡалаҡ менән һыу тамыҙҙылар. Ул тағы яланды ла ҡылҡынып йотто. Уның тирәһенән эҫе ялҡын еҫ бәрелеп тора ине.

Шәрифә уның ҡулын тотоп ҡарап:

Янып бара, — тине. — Төн буйы күҙен асманы, йоҡламай ултырып сыҡтым, — тип өҫтәне. Ул быларҙы килеп ҡарай ине. Муйылдың өҫтөн тағы ла ҡымтып ябып, Үмәрҙе барып уяттылар. Ул, тун аҫтынан башын сығарып, әбей яғына ҡараны. Шунан, Айбулатты күреп ҡалып, аптырап ҡараны ла, көсһөҙ кәүҙәһен ҡапыл ҡуҙғатып, тырмашып тороп ултырҙы. Айбулат уға торорға ярҙамлашып арҡаһынан ҡалҡытты ла, ике ҡуллап күрешеп:

— Ҡайным, һаулығың нисек? — тип ҡысҡырҙы.

— Кейәү, һин дә баһа, балам!

Айбулат баш ҡағып яуап бирҙе лә ымлап хәлен һорашты. Башын, кәүҙәһен күрһәтте. Үмәр ҡарт быны төшөнөп, яңы һаңғырауланған кешеләр тауышы менән ҡысҡырып һөйләне.

— Үҙем арыуландым. Тик хәл генә юҡ. Һаташмайым да хәҙер. Тик ана ҡәйнәң йән белмәй ята. Әҙәм буламы, юҡмы инде. Үҙең һау ҡайттыңмы? Сәпсимгәме? Бик оҙаҡ һуғыштығыҙ инде. Алла ярҙам бирһен. Беҙ бында тупалам тейеп, барыбыҙ тигәндәй ауырышып киттек.

Айбулат, уның менән ҡысҡырып та, ымлап та һөйләшеп, янында байтаҡ ултырҙы. Ул арала Гөлйөҙөм Тимерғәле ҡартты, Сәғиҙә әбейҙе ярҙамға алып килде. Шәрифә күрше малайҙарын үҙ өйөнә йүгертеп, һарығын тотоп алып килергә ҡушты.

Тимерғәле ҡарт та, Сәғиҙә лә Айбулат менән илашып күрештеләр. Ҡарт бик бирешкәйне. Айбулат уларҙы йыуатты. Һаулыҡтарын һорашты. Улар аҙыраҡ тынысланып, үҙ хәлдәрен һөйләнеләр.

— Былай арыу торабыҙ ҙа, ҡайғы баҫты. Шуның менән бик ҡаҡшаныҡ. Исхаҡтан хәбәр юҡ, йылдан артты инде.

— Яланбикәбеҙ анаулай булып үлеп ҡалды. Кейәүен аҡтар атҡан, ти. Балалар үкһеҙ етем ҡалдылар, — тип өҫтәне Сәғиҙә.

Айбулат Тимерғәлене баштан-аяҡ ҡараны. Алама көпө, тишек быйма, ҡырҡылып бөткән бүрек аҫтынан күренеп торған ап-аҡ сәс, үҙе ябығып, яңаҡтары сурайып сыҡҡан да эйәге һаҡал менән ослайып барып бөткән. Ҡаштары салланып, күҙ ҡабағына аҫылынғандар.

Айбулат уны бик йәлләне. Бала кеүек әүрәткеһе килде.

— Ҡайғырма, олатай. Инде тыныс көндәрҙе быға тиклем көткән кеүек оҙаҡ көтмәбеҙ. Исхаҡ та ҡайтыр. Хәҙер инде буржуйҙарҙың хәлен бөтөрҙөк. Ҡалғандарын таҙартһаҡ, бөтәһе лә яҡшы булыр. Уға хәҙер күп ҡалманы инде, — тине ул.

Тимерғәле ҡарттың алдында йылы өмөт нурҙары сатҡыланып ялтырағандай булды. Ул Айбулаттың һүҙҙәрен, уның күҙҙәренә ҡарап, өмөт осҡоно менән тыңланы.

Сәғиҙә әбей ҙә шыбырлап ҡына ниҙер теләп ҡуйҙы.

Тимерғәле ҡарт:

— Шул көндәргә тиҙерәк ирешһәк ине инде. Һин дә, Исхаҡ та Лениндың үҙен күргән кешеләр, беләһегеҙ инде. Өмөт ҙур. Тик бына тиҙерәк еңһәк ине инде. Һау ҡалһағыҙ ине. Заһидулла кейәү ҙә шулай тип яҙа. Ул Чапай менән үҙе теләп китте. Ярман һуғышынан ҡайтып йыл ярым ғына өйҙә торҙо ла үҙе теләп китте.

— Еңеүҙәргә еттек инде, олатай, күп ҡалманы. Заһит бик һәйбәт иткән. Миңә лә бик йыш хат яҙа торғайны. Был арала ғына алғаным юҡ. Сафура киләме?

— Килә, килә. Ике өйҙөң ҡарттарын ул ғына күтәрмәләп йөрөй әле. Бик шәп ул. Әллә ни, һалдатка булып алғайны, батырайҙы ла китте.

— Һуң Исхаҡ кәләше Зәлифә бында тормаймы ни?

— Юҡ әле. Исхаҡ үҙе киленде төшөрөп өлгөрмәне, һуғышҡа китте. Юғиһә ул килен дә бик уңған, үткер бала.

— Хәҙер бөтә йәштәр шулай булырға тейеш. Шулар өсөн ирек алабыҙ тип һуғышабыҙ бит.

— Эйе, шулай инде. Күҙ ҡара танымаһа ла, эштең ҡалайға табан барғанын төшөнөп ултырабыҙ ғуй.

Айбулат ҡарттың хәлләнеп, көрәйеп киткән тауышына кинәнде. Уның әле генә болот һымаҡ баҫҡан ауыр уйҙарын тарата алыуына эсенән ҡыуанып, ҡартты тағы ла йөпләне:

— Юҡ, олатай, әле һин, ҡарт булһаң да, Совет власына тырышып ярҙам итеп ятҡаныңды беләбеҙ. Ярлылар комитетында эшләгәнһең бит әле.

Ҡарт тағы йылмайып ҡалҡынды.

— Хәлдән килгәнен аямайбыҙ ҙа уныһын. Күберәк кәрәк ине ярҙам, күберәк. Ҡартайғанда күргән үҙ власыбыҙ бит.

Ике малай, аҡ һарыҡтың муйынына еп бәйләп, һөрмәкләтеп алып килеп, лапаҫ аҫтына бағанаға бәйләнеләр.

Шәрифә Айбулат менән Тимерғәле ҡартты ҡабаландырҙы.

— Йәгеҙ, йәһәт булайыҡ. — Ул ҡулындағы өлкән бысаҡты уларҙың ҡайһыһына тотторорға тип уйланды ла, Айбулатҡа ҡарап, уны мейес аръяғына саҡырҙы. Аҡрын тауыш менән: — Кейәү, күңелеңә ауыр алма, һарыҡты мин һинең ҡайтыуыңа ла, Муйылдың һаулығына ла булһын тип аҡ ҡорбан итеп салдырам, — тине. Айбулат, уның был һүҙҙәренә аптырап:

— Ни эшләп, ҡәйенбикә, уны күңелгә ауыр алайым. Рәхмәт инде. Минең өсөн бер ҙә мәшәҡәтләнмәһәң дә ярар ине. Тик ҡәйнәмде тирегә һалабыҙ тигәс, мин ҡаршы төшмәнем.

— Юҡ, әле хикмәт унда түгел. Мин үҙем әйткәс, үҙем эшләйем инде, — ул тағы бер аҙ туҡталып торҙо. — Тик бына һарыҡты салғанда Тимерғәле ҡоҙа салһын, тим. Һин, коммун кешеһе, алланы бар тип белмәйһеңдер ул?

Айбулат әбейҙең борсолоуын әле генә аңлап, көлөп ебәрҙе.

— Ә, һин шуға шикләнеп тораһыңмы ни әле? Ярар, ярар, олатайым үҙе генә салһын, — тине ул.

Улар икәүләп ишек алдына сыҡтылар. Тимерғәле һарыҡты йыҡты, малайҙар уның аяҡтарын бәйләштеләр.

Гөлйөҙөм, көйәнтәләп һыуҙан ҡайтып, эсәк-ҡарын йыуырға әҙерләнде.

Ул арала Мәғфүрә лә килеп етеп ярҙамлашты. Һарыҡтың тиреһен тунап алыу менән, уны тиҙ генә өйгә алып инеп, Муйылды сисендерә һалып, Мәғфүрә менән Сәғиҙә баш яғынан, Шәрифә менән Гөлйөҙөм аяғынан тотоп күтәреп йылы тирегә һалдылар ҙа, уны, бала биләгән һымаҡ итеп, юрған менән ҡапланылар.

Муйылды тирелә кискә тиклем тотһалар ҙа, улар көткән һөҙөмтә килеп сыҡманы. Ул тирегә һалыу менән боҫо борҡорап тирләп китергә лә, эҫелеге төшөп, төҙәлә башларға тейеш ине. Ләкин ул бер тамсы ла тирләмәне. Күҙен дә асмаған көйө ыңғырашып, эҫелеге тағы ла нығыраҡ көсәйеп, хәле бөттө.

Буранлы кистәрҙә

1

Улар олостоң алты тәҙрәһе урамға ҡараған оло бүлмәһе кәрәсин лампаһының һөрөмө, махорка төтөнө менән ерҙән ала тулғансы, оҙаҡ итеп һөйләштеләр. Хәл итергә тейешле мөһим мәсьәләләр бик күбәйгәйне. Ҙур өҫтәл әйләнәһендә, ҡайһылары стена, мейес буйҙарында теҙелеп ултырған был ҙур төркөм һигеҙ-туғыҙ ауылда, бер нисә утарҙа совет һәм партия эштәрен алып барыусы работниктар активы ине.

Айбулат ревком председателе вазифаһын ең һыҙғанып алып бара. Күптән түгел фронттан ҡайтҡан военком Петров ваҡытлы рәүештә ревком эшен алып бара ине. Ул Айбулат килеүгә ысын күңелдән шатланды.

— Ну, хәҙер беҙ һинең менән эште юлға һалырбыҙ. Юҡһа бер үҙемә ике яуаплы эш, етмәһә, яңы урын, уның өҫтәүенә, күбеһе башҡорт халҡы, телдәрен белмәгәс, масса араһында эште нығытып алып китергә яйһыҙ ине. Һин бындағы кеше лә булғас, бик уңайлы эшләрбеҙ инде, — тине.

Айбулат уға ныҡ ярҙамсыл буласағын, уның да үҙенең тәжрибә яғынан ҙур иптәш икәнен әйтте.

Петров ҡуйы ҡуңыр сәсе, киң маңлайы, тәрән мәғәнәле үткер һоро күҙҙәре менән дә, һүҙҙе һөйләгәндә ҡырҡа, ҡыҫҡа һөйләп, уң ҡулының усы менән һәр һөйләменең аҙағын өҫтәлгә һуғып нығытып ҡуйыуы менән дә, хатта тауышы менән дә Айбулаттың йөрәгендә тәрән хөрмәт һәм яҡшы иҫтәлек ҡалдырған фронттағы иптәше большевик-агитатор Титовҡа оҡшай ине.

Йыйылышта Айбулат ауылдағы контрреволюцион элементтар менән көрәште көсәйтеү, комбедтарҙың эшен нығытыу һәм партияның һигеҙенсе съезының урта хәллеләр тураһындағы ҡарарҙарын тормошҡа үткәреүҙең әкрен барыуы тураһында һөйләгәндән һуң, Ныязғол тураһында туҡталды. Уның әле булһа иркенләп йөрөп, продразверсткаға аяҡ салыуы, аҡтарға ярҙам йыйып ебәреп ятыуы; халыҡ араһында Совет власына ҡаршылыҡ йоғонтоһо таратып ятҡан был өлкән кулактың эштәре тураһында бер сара ла күрмәү волком тарафынан ысҡындырылған ҙур хата икәнен әйтеп, мәсьәләне асыҡ һәм ашығыс хәл итеүҙе талап итте.

Уның артынса һүҙ алған Баҡый, Ныязғолдоң халыҡтан буш хаҡҡа вечныйға алған ерҙәренең әле тулыһы менән ҡайтарылып, бүленеп бөтмәгәнлеген һөйләп, яҙғы сәсеүгә тиклем посевком Солтанов был эште яҡшыртырға һәм киләһе йыйылышта уҡ күрелгән сараларынан отчет бирергә тейеш, тине.

Посевком, ҡара ялпаҡ йөҙлө, көләс күҙле, ҡыҫҡа мыйыҡлы, ситтән килгән бер егет ине. Ул, һөйләгәндә әҙерәк елкәһен сығарып, йәшел гимнастеркаһы өҫтөндәге ҡайышын төҙәтә биреп һөйләне. Уның һүҙен тыңлағанда Айбулат әллә ҡайһы ерен оҡшатманы; әллә йәшерәк, әллә йомшағыраҡ. Әллә икеһе лә бергәме? Ул, уның менән нығыраҡ танышырға, һөйләшергә кәрәк, тип уйлап ҡуйҙы.

Партияның олоҫ комитеты секретары Мурзин Зөфәр йыйылышта председателлекте үҙе алып барҙы. Айбулат уны фронтҡа киткәне бирле күргәне юҡ ине. Ул һуғыштан күптән түгел ҡаты яранан төҙәлеп ҡайтҡайны. Күп тә үтмәне, уны элекке эше — партияның волком секретары итеп һайлап ҡуйҙылар.

Айбулат уны бөгөн айырым бер һағынған иғтибар менән ҡарап ултырҙы.

Ул башҡаларға ҡарағанда төҫкә һылыулығы менән дә айырылып ултыра. Ҡара оҙон ҡаштары, төҙөк һылыу бите, ирҙәрсә энергичный соҡор эйәкле, тигеҙ ҡыр танаулы, мыҡты буйлы ине. Һөйләгәндә үткер һәм тапҡыр һүҙҙәр ҡуллана. Урыны менән көлдөрә, кәрәк ерендә әсе әйтә. Уның шоморт ҡара күҙҙәре кешегә тура ҡарайҙар, үҙенең фекер ағымына ҡарап, бер йылы нур алалар, бер ут уйнатып яналар. Айбулат Петров менән Мурзин тураһында һөйләшкәндә, Петров уны ысын талант, самородок һәм ныҡ ышанған большевик, тип ҡылыҡһырланы.

Ҡалғандарҙың күбеһе уҡытыусылар. Улар араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙан дүрт кеше. Быҙаулыҡ яғынан килгән Таллы уҡытыусыһы Йәмилә, Плаксиндан Нина Шестакова, Украина ауыл Советы секретары Нюра, уның ҡатарында өлкән кешеләр һымаҡ етди төҫ менән, алдындағы блокнотына ниҙәрҙер яҙғылап Дилә ултыра. Ул, ысынлап та, уҡытыусылар һәм партактив араһында иң йәш, иң бала кеше. Ләкин уның төплө аҡыллылығы, әҙәплелеге, эшмәкәрлеге уны шулай алдынғы кешеләр араһына ҡуйған ине.

Күп мәсьәләләр ҡаралғандан һуң, Нина менән Йәмиләнең тәҡдимдәре буйынса, һәр ял көнө бер ауылға сығып, доклад, концерт, спектакль ҡуйырға булдылар.

Улар ҡайтырға сыҡҡанда, күҙ асҡыһыҙ әсе буран донъяны ҡаплап алғайны.

Айбулат Баҡый менән китте. Буран аяҡтан йығырҙай булып бәрелә лә, әллә ҡайҙа бикләнмәй ҡалған ағас ҡапҡаларҙы шығырлатып асып, бөтә көсө менән хупылдатып ябырға ашыға. Ел ыңғайына башты, кәүҙәне эйеп өлгөрмәйһең, шуны ғына көтөп торған һымаҡ, икенсе яҡтан өйөрөлтөп һуғып, ҡар бөртөктәрен биткә һибә.

Баҡый үҙенең ҡалын тауышы менән буран гөжләүен еңеп:

— Әллә ысҡынғанмы бауҙан Ҡаф тау арты ендәре, әллә йыртылғанмы хоҙайҙың бихисап ҙур мендәре, — тип декламировать итеп ебәрҙе.

Был Айбулатҡа бик оҡшаны. Ул, рәхәтләнеп көлөп, ҡыҙыҡһынды.

— Йә, йә, ҡалай тура әйтелгән, тағы бер һөйлә әле. Баҡый инәлтмәне. Туҡайҙың буран тураһындағы был шиғырын ҡат-ҡат һөйләне.

— Үҙең сығарҙыңмы әллә был шиғырҙы, Баҡый?

— Юҡ, Айбулат, Ғабдулла Туҡаевтыҡы бит.

Айбулат үҙенең ғүмерендә татарса матур әҙәбиәттән “Таһир — Зөһрә”, “Буҙйегет” һымаҡ китаптарҙы ғына уҡығанын уйлап ҡуйҙы. Туҡайҙың “Йәшен таштары”, “Күңел емештәре” тигән бер нисә бәләкәй китаптарын уҡығанын хәтерләне. Ваҡыт булғанда, уның башҡа нәмәләрен дә табып уҡырға кәрәк, тип уйланы.

— Әйткәндәй, беҙҙә библиотека мәсьәләһе ҡуйылманы? Китап тирәһе насарҙыр инде?

— Әлбиттә, етешһеҙлек ҙур. Шулай ҙа партияның Пугачевҡа өйәҙ комитеты ебәргән “Ҡыҙыл повозка” байтаҡ китап ҡалдырып китте. Олостоң алғы бүлмәһендәге шкафта. Пьеса-маҙарҙарҙы беҙ шунан алып ҡуябыҙ. Китаптарҙы ла ҡулдан-ҡулға йөрөтәбеҙ. Бөтөнләй юҡ ише түгел.

Улар ҡайтып еткәндә, Баҡыйҙың кәҫтән һалынған тәпәш өйөнөң алғы тәҙрәһендә картуфҡа филтә үткәреп яһалған май шәме генә бызылдап янып ултыра ине. Улар ишек асып ябыуға, ул да йылт итеп һүнеп ҡуйҙы.

Баҡый кейемен сисә-сисә һөйләнде:

— Мә, кәрәк булһа. Ынйыбикә, тор әле. Шырпың бармы? Ынйыбикә йоҡоло тауыш менән иҫнәне лә:

— Юҡ, — тине.

Айбулат кеҫәһенән зажигалка сығарҙы. Ул да, әллә нисә ҡабат сыртылдатып сирткәс кенә, саҡ тоҡанды. Картуф лампаһын тағы ҡабыҙҙылар. Ынйыбикә тороп, әллә ҡасан һүнеп ҡалған самауырын яңынан тоҡандырып, соҡалаҡҡа ултыртты.

Баҡый шаяртып һөйләнде:

— Бына хәҙер, боронғо әҙәмдәр һымаҡ, саҡма сағып, быҙыҡ яндырып көн итәбеҙ инде.

— Ярар әлегә. Донъяларҙы төҙәтә башлаһаҡ, яҡтыртырбыҙ. Баҡый уйланды.

— Эйе. Ул көндәрҙе тиҙерәк еткереп күрә алһаҡ, бөтә донъяға үҙебеҙҙең кем икәнде танытыр инек, Айбулат.

— Шик тә юҡ. Һуғыш бөтөү менән тотонабыҙ инде. Ер үҙебеҙҙең ҡулда, заводтар, фабрикалар үҙебеҙҙә. Коммуналар төҙөп тороп, геүләп эшләй башлаһын әле крәҫтиәнең, күрерһең шунда.

— Ысынлап та, күрербеҙ бит, Айбулат, ул көндәрҙе. Халыҡ, бал ҡорто һымаҡ йөрөп, донъя көтә башлар. Эйе. — Ул үҙенең ҙур күҙҙәрен ялтыратып, матур киләсәкте күргән кеүек, һоҡланып һөйләй ине.

Улар һөйләшкән арала Ынйыбикәнең самауыры ҡайнап сыҡты. Ул урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп сәй әҙерләне. Сөсө күмәс бүлгеләп һалды. Май ҡуйҙы. Китек-ҡотоҡ өс шәшке ултыртып, ҡалай менән моронлаған сәйнүктән сәй яһай башланы. Баҡый Айбулатты юғарыраҡ ултыртты.

— Әйҙә, әйҙә, түрҙәнерәк, — тине ул, үҙе уның янына ултырып. — Сәй эсеп, бер-ике сәғәт йоҡларбыҙ ҙа йүнәлербеҙ, миңә сәғәт 9-ға дәрескә өлгөрөргә бит. Ә һин ҡайтаһыңмы? — тип һораны ул.

— Юҡ, бер нисә көн бында булам әле. Һин унда ҡайтыу менән Асатайҙы бында ебәр. Иртәгә кискә килеп етһен. Өйҙә лә хәҙергә мине көтмәһендәр.

— Ярай, әйтермен. Хәҙер һин дә минең һымаҡ, ике арала бүленеп йәшәйһең инде. Мин дә бит, ҡартайған көндә, Ынйыны яңынан кейәүләп, йомаһына бер, ике йомаға бер килеп йөрөйөм. Ике йыл инде шулай. Минең менән күсеп барғыһы килмәй.

Айбулат, Баҡыйҙың был һүҙенән көлөп, Ынйының ниңә бармағанын һораны.

Ынйы ҡул ғына һелтәне.

— Уның артынан ун биш йыл эйәреп йөрөнөм инде, етер. Гел күсеп йөрөү арҡаһында балаларҙы әрәм итеп бөттөк. Һыуыҡ тейһенме, башҡа ауырыу эләкһенме. Хәҙер бер бәләкәсе генә булһа ла һау үҫһен тип тик ятам.

— Эйе, был ғәфү ителерлек сәбәп инде. Минең Гөлйөҙөм дә ҡуҙғалмаҫ, ахыры. Өс бала менән тиер.

— Ниңә, шулай шул. Һеҙгә ни, ирҙәргә, ярай ҙа ул. Эш тип, барыбер өйҙә тормайһығыҙ.

Таң һыҙылғанда Баҡый сығып китте. Ынйы ирен оҙатҡас, Айбулатҡа самауыр ҡайнатырға уйлаһа ла, Айбулат уға борсолмаҫҡа ҡушты.

Әсәһе менән бергә тороп, әллә ниҙәр бытылдап һөйләнә-һөйләнә имгәкләп килгән ҡара малайҙы Айбулат ҡулына алып һикертеп-һикертеп һөйҙө. Малай, был рәхәттән шарҡылдап көлөп, алдағы аҫлы-өҫлө сыҡҡан ваҡ ҡына аҡ тештәре менән Айбулаттың маңлайын тешләп кинәнде. Айбулат уны кире урынына ултыртып кейенә башлағас, малайға был оҡшап етмәне, ул ҡаштарын йыйырып, ҡулдарын һуҙып, тағы ла уйнарға саҡырҙы.

Айбулат уның маңлайынан үпте лә:

— Юҡ инде, Марат Баҡиевич, уйын күп булмай ул, — тип, баланы әсәһенә тоттороп сығып китте.

Айбулат килеп ингәндә, Мурзин олоҫ өйөндә ине инде. Ул өҫтәлдәге шәмде үҙенә яҡын ғына ултыртып, ҡара пальтоһын яурынына һалып, ниндәйҙер бер китапты ҙур иғтибар менән уҡып ултыра ине.

Айбулат уның менән һаулашҡас:

— Бик иртә килгәнһең, ахыры, Зөфәр, — тине һәм уның ниндәй китап уҡығанын һорашты, ҡыҙыҡһынды.

Мурзин, асыҡ йөҙ менән йылмайып, Айбулатҡа боролдо ла усы менән китапҡа һуғып ҡуйҙы.

— Сәғәт биштә килдем. Кисә бынау китапты уҡый башлағайным, айырылып булмай. Өсөнсө ҡат тикшерәм инде. Уҡыған һайын яңы бер нәмә сығып тора, уйлаған һайын мәғәнәһе тәрәнәйә бара, — тине Мурзин һәм китапты ябып, һыртын Айбулатҡа күрһәтте. — Ҡара әле.

Айбулат, “Манифест Коммунистической партии”, тип уҡыны.

— Ә, бына был китапты мин быйыл күпме эҙләп тә ҡулға төшөрә алманым. Һамарҙа Волгин иптәштән алып бер уҡығайным да мин уны, ҡулға ҡәләм тотоп уҡымағас ни, хәтерҙән сыҡҡан. Ҙур китап, тәрән китап. — Ул тиҙ генә сисенде лә Мурзин янына ултырҙы. Улар икәүләп уҡый башланылар. Мурзин үҙенең айырыуса ҡыҙыҡһынған ерҙәрен уҡып күрһәтеп:

— Бына ошонда инде коммунистар өсөн булған ғилемдең үҙәге. Бына ниндәй даһи кешеләр, ә? 1848 йылда яҙғандар, уйлап ҡара, етмеш йыл элек. Бөгөнгө кеүек әйтәләр. Ә киләсәктә нисәмә быуындарға был теория ҡалыр әле. Юҡ, Айбулат, беҙҙең юлдан да дөрөҫ юл юҡтыр, беҙҙе һис бер ваҡытта ла был юлдан тайҙыра алмаҫтар, — тине. Ул үҙенең был уйҙарын әллә ни саҡлы халыҡ алдында иҫбат иткән һымаҡ, әллә ҡайҙа алыҫ бер нөктәгә текләп, ҡулын һелтәп һөйләне.

Уларҙың был эшен Петров килеп инеп бүлде:

— Ә, һеҙ партучеба менән шөғөлләнәһегеҙ, ахыры. Яҡшы эш.

— Ул да китапҡа күҙ ташланы. — Бына һеҙ ниндәй хазина тапҡанһығыҙ! Мин дә уны байтаҡтан ҡабатлағаным юҡ. Кемегеҙҙең китабы, миңә лә биреп тороғоҙ, — тине. — Миндә Маркстың “Капиталы” бар, — тип өҫтәне. Мурзин вәғәҙә бирҙе.

— Тик тәүҙә Айбулаттың сираты. Ә “Капиталды” миңә бирерһең.

— Бөгөн үк алырһың.

Улар, өҫтәл тирәләй ултырып, кисәге һөйләшеү буйынса йыйылыш һәм бюро ҡарарҙарын алып, ашығыс һәм мөһим эштәргә керештеләр.

2

...Айбулат төштән һуң һыбай сабып килеп еткән Асатайҙан ҡәйнәһенең үлгән хәбәрен ишетте. Өйҙән: “Берүк өҫтөнә тупраҡ һалырға ҡайтып етһен”, тигән үтенес ебәрһәләр ҙә, уның ваҡыты юҡ ине. Шуға күрә ул үҙенә паекка тейгән ярты боттай кукуруз онон, бер әсмүхә сәйен, башҡа ваҡ-төйәктәрен төйнәне лә юлаусы менән Гөлйөҙөмгә оҙатты. Үҙенең ҡайта алмаясағын әйтеп, көтмәҫкә ҡушты. Шуның артынса уҡ Асатайҙы волисполком аттарынан иң яҡшы парҙы ектереп, йәшерен пакет менән Һамарға губчекаға оҙатты. Ул Асатайға:

— Йөҙ илле саҡрым. Дүрт көн срок. Көнө-төнө сап. Һаҡ бул. Унан ниндәй әмер булһа ла, иҫән-һау көйө миңә алып ҡайтып тапшыр. Әгәр ҙә кеше килергә булһа, бергә алып кил. Эштең ниҙә торғанын үҙең беләһең, үҙеңдең йәш большевик икәнеңде күрһәт, — тине. Айбулат уны үҙе сығып оҙатып ҡалды.

Буран өйөрөлтөп һуға. Күк менән ер бергә тоташҡан кеүек. Ошо киске монар, ҡар томаны эсенә елеп кереп юғалған пар аттың артында Асатайҙың толобо ғына бер аҙ ҡара тимгел булып барҙы ла тиҙ үк ул да күҙҙән юғалды.

Айбулат тәрән тын алды. Уның йөрәгендә әллә ниндәй хәл иткес ҡырҡыулыҡ та, шуның менән бергә талғынлыҡ та бар ине. Ул быны үҙенә нисек тә асыҡлай алманы. Эштәрҙең мөһимлегеме, ҡәйнәһенең үлеү хәбәренәнме, аяғындағы яраның кисәнән бирле һыҙлап тороуымы, әллә барыһы ла бергәме икән, тип уйланды ул.

Ул яңынан боролоп ингәндә, Петров та, Мурзин да ҡайтырға йыйынғайнылар. Айбулат улар менән махорка төрөп ҡапҡас, Петров:

— Әйҙәгеҙ, Айбулат, Мурзин, беҙгә барып кискегә ашап алайыҡ. Шунан бергә килербеҙ, — тине.

Айбулат шунда ғына үҙенең бөгөн ауыҙына бер ҡабым нәмә алмағанын хәтерләне. Ас ҡарынға ҡапҡан тәмәке уның күңелен бутаны. Ул тәмәкеһен тартмай иҙәнгә ырғытты ла:

— У, бик була, әйҙә барабыҙ, — тине.

Улар оло урамға өсәүләшеп төшөп киттеләр



3

Асатай һүҙендә торҙо. Үҙенә бирелгән заданиены өс көн эсендә үтәп, дүртенсе көн тигәндә Һамарҙан губчека кешеләре менән олосҡа ҡайтып та төштө. Эште оҙаҡҡа һуҙманылар. Юлдан килгән иптәштәрҙе тамаҡландырып, аҙыраҡ ял иттерҙеләр ҙә, аттарҙы алыштырып, эңерҙән үк Айҙаҡайға юл алдылар.

Һауа, һалҡынайып, аяҙға тартты. Йома буйына уйнаған томра бурандарҙан йәшенеп, болоттар араһында күренмәй йөрөгән ай, тулы битен шаян ялтыратып, әллә ҡайҙан ҡапыл килеп сыҡты ла нуры менән ерҙең аҡ юрғанын балҡытып ебәрҙе. Уның тирә-яғынан ҡараһыу зәңгәр күкте биҙәкләп сәселгән Етегән, Арҡысаҡ, Өлкәр йондоҙҙары, айҙың ошо матур нурҙарына ҡушылырға, улар менән бергә ерҙе иркәләргә ынтылған һымаҡ, дөрөм йылмылданылар. Аллы-артлы ике саналағы кешеләр ҙә, танауҙарынан сыҡҡан аҡ быуҙы һауала таратып, ушҡыра-ушҡыра алға ынтылған аттар ҙа хәҙер асыҡ күренәләр. Ат тояҡтарының зыйҡылдауы менән сана табандарының жыйылдауы ғына тын ятҡан ҡар далаһының тыныслығын боҙа ине. Алдағы саналағы чекист Доронин ухылдап кирелеп ҡуҙғалды. Дилбегә ҡағып һуйтылдаған Асатайға ул:

— Мин бер аҙ йоҡлап киткәнмен, ахыры, — тине.

— Эйе, аҙыраҡ йоҡлап алдың шул, иптәш Доронин. Ул яҡшы эш. Ял иттең. — Ул атын ҡыуаланы: — На-на-на!

Доронин, толоп салғыйын күтәреп, шинель кеҫәһенән махорка сығарып, уны гәзит ҡағыҙына ҡалын итеп урап һыҙғас, бер талай күтәреп торған һаҫыҡ ялҡынлы шырпыһын тоҡандырҙы. Асатай аттарҙы аҡрынайтты. Доронин тирә-яҡҡа күҙ ташлап:

— Бына ошо икән Һамарҙың иген уңдыра торған ҡара тупрағы, — тине.

Асатай уның артынан тирә-яҡҡа ҡаранып:

— Ошо инде. Был әле бер яҡ мөйөшө генә, — тине. Уларҙың гөмбөрләшкән тауышына арттағы сананан икенсе чекист Волков быларҙы һикереп төшөп ҡыуып етте лә сана эргәһенән йәйәүләне:

— Ух, көн һыуыҡ. Аяҡ өшөй башланы, — тине ул. Уның янына Асатай ҙа төшөп йәйәүләне.

Улар был тирәнең тәбиғәте тураһында, ниндәй януарҙар барлығы тураһында һораштылар.

Асатай үҙ байлығы тураһында һөйләгән ҡиәфәт менән:

— У, бында барыһы ла бар, бүре лә, төлкө лә, ҡуян да, — тине.

— Ә айыу?

— Айыу юҡ.

Чекистар артабан ҡыҙыҡһындылар.

— Был яландар кем ҡулында ине?

— Был тирәләр Расторгуев ҡулында ине. Ана, бая үткән утар уныҡы. Үҙе аҡтар менән ҡасты. Ә бынау үҙәктән сыҡҡас, Ныязғол ере башлана. Ике меңләп десятина ине барлығы. Уның еренең иң яҡшыһы, иң күбеһе Ырғыҙ йылғаһы аръяғынан китә.

— Ул ҡайҙан алған ул ерҙәрҙе?

— Ҡайҙан булһын, беҙҙеке. Үҙебеҙҙең башҡорттарҙан бишнәккә тип алдап-йолдап алып бөткәйне.

— Ә хәҙер кире алдығыҙмы һуң?

— Алмай ни! — Асатай бер һүҙ менән яуапланы ла ҡайҡайып атлап китте.

Айбулатҡа һыуыҡ ине. Арҡаһын буйлаған һыуыҡ, аяҡтарына йүгереп, аяғының яраһына төшөп, уны һыҙлата ине. Ул, кәйефһеҙләнеп, үҙ алдына һүгенде.

— Ай, ҡороғоро. Тапты ваҡыт һыҙларға. — Ул баҫып ҡарап, шәп атлап йылынырға уйлаһа ла, был эштең барып сыҡмаясағын белде. Ҡуҙғалманы.

Алдағы саналағылар уға өндәштеләр:

— Иптәш ревком, йоҡоға киттеңме әллә, әйҙә тәмәке тартырға.

— Юҡ, иптәштәр, йоҡо баҫмай әле, эш насарыраҡ. — Ул ҡуҙғалып тора алмағас, үҙенең күңелһеҙ хәлен әйтергә булды. — Аяҡтың яраһы аҙыраҡ шаярта.

Уның аяғы яралы икәнен, әле ауыртып һыҙлап килгәнен яңы ғына ишеткән иптәштәре Асатайҙы ҡапыл ашыҡтырҙылар:

— Әйҙә, улай булғас, тиҙерәк ҡыуала!

Волков, ҡыҙыулаған аттарҙың арттағыһы үҙ тәңгәленә килеп етеү менән, Айбулат янына һикереп менеп ултырып, дилбегә менән сыбыртҡыны үҙ ҡулына алды.

— Йәле, иптәш Айдаров! Һинең хәл бик маҡтанырлыҡ түгел, ахыры. Бая уҡ әйтәләр уны. Минең янда әҙерәк дарыу бар, һиңә барып төшөү менән эсерермен.

Айбулат, үҙенең ауырыуынан уңайһыҙланған һымаҡ, тағы ла һүгенде:

— Шайтан алғыры, ҡайтҡаны бирле бер ҙә белгертмай ине. Ә көнө килгәс, ҡара инде.

— Борсолма, иптәш, бөтәһе лә тәртиптә булыр. Мин һиңә бына тигән перевязка яһармын. Минең янда аҙыраҡ бинт та бар. — Ул Айбулаттың аптырау ҡатыш һораулы ҡарашына яуап итеп дауам итте. — Ысын-ысын, иптәш ревком, аптырама. Мин һуғышта санитар булдым, ә граждандар һуғышында хатта фельдшер урынында ла эшләргә тура килде. Шуға күрә, үҙемдең ғәҙәт буйынса, һәр ваҡыт беренсе ярҙамды күрһәтә алам, — тине лә үҙенең ауырыуҙар һәм яралылар менән булған сикһеҙ күп эпизодтарын һөйләп китте.

Айбулат был бәләкәй буйлы, ҡаҡса, үткер зәңгәр күҙле, уйын-көлкө ҡатыштырып, үткер һүҙҙәр ҡулланып һөйләргә оҫта кеше менән бик дуҫлашып китте. Үҙе лә шул әңгәмәгә әүрәп, аяғы ауыртҡанын да онотоп, баштан үткәндәрен һөйләп алды. Улар күптәнге дуҫтар кеүек яҡынлаштылар.

Саналар һаман алға шыуҙылар. Һауа сатлама һыуыҡҡа әйләнде.

Төндә, көтмәгәндә, тыштағы һыуыҡты ҡосаҡлап алып ингән һымаҡ, шағырлатып килеп тулған был юлсыларҙың төҫтәре етдилеге, ҡуҙғалыштарҙың йәһәтлеге, Айбулаттың, ауыртыныуын йөҙөнә сығармаҫҡа тырышып, аҡһай-аҡһай тәҙрәләрҙе кейем-һалым менән ҡороп ташлауы, ниндәйҙер бер мөһим эште хәл итер алдынан була торған был ҡиәфәттәр Гөлйөҙөмдө албырғатып ебәрҙеләр. Ҡунаҡтар уның менән:

— Ә, хозяйка, һаумы! — тип көлөшөп ҡул биреп күрешһәләр ҙә, кейемдәрен сисеп, түргә менеп китеп, яйлап тәмәке урарға тотонһалар ҙа, Гөлйөҙөм үҙенең тынысһыҙ тойғоһонан айный алманы. Ашығып ут яҡты. Аш һалды, самауыр ҡуйҙы.

Айбулат, Асатай артынан соланға сығып, Ныязғол менән Имайҙың өйҙәме, ҡайҙа икәнлеген тағы бер аныҡларға һәм улар алдан бер-бер нәмә һиҙенеп шылтайып сығып китмәһендәр тип, күҙәтергә ҡушып ебәрҙе.

Волков, урындыҡтан төшөп, тәмәке төпсөгөн усаҡ алдына ырғытты ла, Айбулатҡа аяҡ кейемдәрен сисеп ташларға ҡушып, үҙе полевой сумкаһынан ҡуңыр дарыулы бер шешә, бинт, мамыҡ алып, уның яраһын бәйләргә әҙерләнде. Ысынлап та, Айбулаттың уң аяғының бөгәр аҫтындағы яраһы асылып, балтыр буйлап ҡуйы ҡыҙыллыҡ таратып шешкәйне. Волков яраның тирә-яғына бармаҡтары менән баҫып ҡараны ла башын сайҡаны:

— Эһе, иптәш, эшең шәптән түгел бит. Әйтәм ерле бик сытыраяһың.

— Әйтмә инде, шайтан алғыры, тапҡан ваҡыт!

Гөлйөҙөмдөң эсе һыҡрап китте. Ул, үҙ яраһы ауыртҡан һымаҡ, тешләнеп ҡуйҙы. Волков, тәжрибәле врачтар һымаҡ, үҙенә ныҡ ышанған төҫ менән ҡулдарын һабынлап йыуып, эшкә кереште.

— Зарар юҡ, туған, иртәнгә хәтлем ҡыҙыллығы бөтһә, унан ҡурҡыныс та бөтә. Бойоғорға ярамай, — тип врачтар тоны менән һөйләнде.

Уның был ҡыланыштарына Айбулат көлөмһөрәп ҡараны. Әллә дарыу бик тура килдеме, әллә Волковтың, әңгәмә ҡатыш төрлө һүҙҙәр һөйләп көлдөрә-көлдөрә йәлтелдәп тороуымы — ул тынысланып ҡуйҙы. Ул аҡ бинтлы аяғын мендәр өҫтөнә һуҙып, ял итергә ҡырынайҙы.

Ул арала йоҡонан тороп быларҙы ентекләп ҡарап торған Тимербулатты Доронин саҡырып алып янына ултыртты.

— Иптәш Айдаров, еткән улың бар икән дә баһа.

— Бар, өлкәне был. Ҡалғандары ана яталар, ваҡтар әле, — ул ҡашаяҡҡа, ятҡан балаларына, күрһәтте.

— Исеме Тимербулат тиһеңме? Йә, иптәш Тимербулат, эштәр нисек һуң? Уҡыйһыңмы?

Тимер үҙенең ватыҡ-һыныҡ урыҫсаһы менән дүртенсе класта уҡыуын, күптән түгел союз молодежиға кереүен һөйләне.

— Шулаймы ни? Яҡшы, яҡшы. Минең дә һинең һымаҡ улым Саратов губернаһында әсәһе менән тора. Ул да уҡый. Тик мин уны дүрт йыл күргәнем юҡ. Хәҙер ҙур булғандыр инде. — Ул, Тимерҙең ҡара сәстәрен һыйпай-һыйпай, бер талай ситкә ҡарап уйланды. Шунан ул, ҡуйы һары керпектәрен һирпеп, зәңгәр күҙҙәрен көлдөрөп, уң ҡулы менән Тимербулаттың башын артҡа салҡайтып, уның йөҙөн нығыраҡ хәтерләргә тырышҡан кеүек текләне лә: — Ә һин союзда ниндәй эштәр алып бараһың һуң? — тине.

— Беҙме? Беҙ бөтәһен дә эшләйбеҙ, — тине Тимер. — Ни ҡушһалар ҙа. Мәктәпкә утын ташыйбыҙ, ҡыҙыл армеецтар ғаиләләренә бесән килтерешәбеҙ, ауыл Советының бөтә йомоштарын үтәйбеҙ, байҙарҙың йәшергән игендәрен табабыҙ. Шунан Яйыҡтан килгән тоҙҙо конфисковать итәбеҙ.

— Ниндәй тоҙҙо, ниңә конфисковать итәһегеҙ?

— Бәй, спекулянттар Яйыҡҡа барып тоҙ тейәйҙәр ҙә, йәшереп алып ҡайтып бында ҡыйбатҡа һаталар. Ә беҙ күпер төбөндәме, юлдамы, боҫоп, ҡарауыллап ятабыҙ ҙа тотоп алып барып Советҡа тапшырабыҙ.

Улар шулай әңгәмәләшкәнсе, Гөлйөҙөмдөң ашы ла өлгөрҙө. Ҡунаҡтар был эҫе аш, йылы өй, ҡайнар сәйҙән бөтөнләй йылынып, иреп киттеләр. Улар, йоҡоға талсығып, мендәрҙәргә ҡыйшайҙылар ҙа тынып ҡалдылар. Айбулат аҙыраҡ хәл алғандай булып китте.

Ләкин былай иркенләп, йәйрәп ятып йоҡларға ваҡыт юҡ ине. Айҙың ҡобараһы осоп, күк итәгенә һарҡып, йондоҙҙар берәмләп һүнә башлап, таң һарғайғанда, Асатай килеп етте.

Айбулаттың:

— Йә, ни? — тиеүенә, Асатай:

— Бөтәһе лә урынында, ҡуҙғалырға мөмкин, — тине.

Улар өсәүһе бер юлы кейенә башланылар.

Улар ни тиклем шым маташһалар ҙа, йоҡоға сос Тимербулат тағы ла ырғып тороп ултырҙы. Кейенеп бөткән атаһына ҡарап:

— Атай, тағы китәһегеҙме ни? — тине.

— Китәбеҙ, улым.

— Ҡайҙа?


— Эш менән, улым. Юҡты төпсөмә, ятып йоҡла.

Тимерҙе үпкәләү хисе ҡаплап алды. Ул, иларға етешеп ҡыҙарып, арты менән боролдо. “Ярар, мин уларҙан бер нәмә лә йәшермәнем. Ә улар, мине малай һанап, ҡайҙа барғандарын да әйтмәгән булалар. Ярар... Икенсе юлы мин дә әйтмәм әле”. Ул ошо хәсрәтле уйҙарын ослап өлгөрмәне, уның артынан Доронин ҡосаҡлап үҙенә әйләндерҙе лә, ҡыҫып ҡосаҡлап, маңлайынан үпте.

— Йә, Тимер, хуш! Ҙур үҫ. Большевик булып, батыр көрәшсе булып үҫ, — тине.

Волков та уға ҡул биреп һаубуллашты.

Тимерҙең күңеле ҡапыл күтәрелде. Улар менән ҡат-ҡат ҡул биреп күреште лә, уларҙың теләк-кәңәштәрен йәне-тәне менән үтәргә әҙерлеген белдергән ихлас тауыш менән:

— Обязательно! Ярар! — тине.

Ололар сығып киттеләр. Бындай бер күргәндә үк үҙҙәренә ылыҡтыра торған яҡшы кешеләрҙең шулай тиҙ китеүҙәренә эсе бошоп, Тимербулат, әсәһе янынараҡ шыуып, уның яҫтығына башын ҡуйып көрһөндө.

— Әсәй, ниңә инде улар иртәгә тиклем дә торманылар икән?

— Эштәре ашығыстыр шул. Торорға ярамай инде. Бахырҙарҙың, исмаһам, йоҡолары ла туйманы. Атайың берәй ерҙә ауырып ятып ҡалмаһа ярар ине, ут кеүек янып бара. Тиф булмаһа ярар ине, тигәйнем, юҡ, аяҡтың яраһы һыҙлай, шуныҡылыр, ти.

— Атайым да инде. Үҙе ауырығас, урынына мине генә ебәрһә ни була!

Гөлйөҙөм улының был балаларса һөйләшеүенә ҡыуаныслы көлдө:

— Эй улым, улым, тағы саҡ ҡына үҫә торғаның бар шул әле. — Уны бәләкәй сағындағы һымаҡ итеп муйынынан ҡосаҡлап ятып яратты. — Йә, йоҡлайыҡ инде, — тине.

Тимербулат тиҙ үк йоҡлап китте. Ул, бәләкәй сағындағы кеүек, әсәһенең күкрәгенә танауын терәп ятып, тыныс ҡына тын алып йоҡланы.

Гөлйөҙөм, улының ҡалын ҡара сәстәрен артҡа табан һыйпай-һыйпай, күҙен дә йоммай, уйға сумды. Борсоулы уйҙар уға йоҡо бирмәнеләр. Бигерәк тә Айбулаттың уға “төпсөнмә” тип әйтеүе уның тыныслығын алды. Айбулат Гөлйөҙөм менән һаулашҡанда бик ашығыс ҡына: “Йөҙөкәй, һин беҙҙең килгәнде, киткәнде, кемдәр булғанын берәүгә лә асаһы булма. Һорашып килеүселәр булһа ла, белмәйемдән башҡаны әйтмә, яраймы. Йә, һау бул”, — тигәйне. Гөлйөҙөм ярар, тиеүҙән башҡа бер һүҙ ҙә ҡуҙғатманы. Ә баштағы оҙон, буталсыҡ уйҙар, умарта ҡорто ояһындағы кеүек,ҡапыл гөжләп киттеләр. Гөлйөҙөмдөң зирәк күңеле, һиҙгер йөрәге бөтәһен дә асыҡ аңлай ине.

Беҙҙең иреккә сыҡҡан илебеҙгә әле өс йәш тә тулмаған. Йәш Совет власының нығыуын, ҡағынып-талпынып үҫеүен тирә-яҡтан ҡамап килгән ете башлы ялмауыҙҙай интервенттарҙың береһе лә күрә алмай. Ә бында үҙ халҡыбыҙ араһында оялаған ҡарт бүре — капиталистар, помещиктар, байҙар, түрәләр — үҙенең ағыулы ауын һуҙып, донъяны дөрөҫ аңлай алмаған саф йәштәрҙе аулап ята. Шулар араһында хәҙер иң ныҡ зыян яһап ятҡан Ныязғол бай тыштан йылмая, эстән өшөй, ҡалтырай, улы Имай менән икәүләп дүрт күҙ менән Рәсәйҙә булған бөтә контрреволюцион көстәрҙең берләшеүен көтәләр. Ошо Ныязғол ҡотҡоһона бер нисә кеше эләгеп китеп харап булдылар. Хәҙер уларҙың ҡатындары, бала-сағалары асығып, илашып, Ныязғолға баралар. Ул башта уларҙы йыуатҡан булды, йылмайҙы, аталарының өлкән, бай кешеләр булып ҡайтасағын һөйләне, хәйер биргән кеүек итеп, ваҡ-төйәк аҡсалар ҙа биргеләне. Ә хәҙер уларҙан һырт биреп ҡаса, һөйләшеп тә тормай. Гөлйөҙөм был турала күп кешеләрҙән ишеткәне бар. Ә Айбулат, Асатай, Баҡыйҙар бик йыш ҡына: “Етте инде ул хаинға, күҙендә уғы булһа, беҙҙе берәмләп атырҙай булып ҡарап йөрөй, тик ҡулы ғына ҡыҫҡараҡ”, — тиҙәр ине.

Ул күп уйланды. Осона сыға алмаған кеүек икенсе яҡҡа боролоп ятты ла Айбулаттың һыҙланып сығып китеүенә йәне һыҡрап китте. Һаман да шул байҙар этлеге тип уйланып ғазапланды. Әллә шунан ҡотолһалар, был тирә-яҡ тынып ҡалыр ине, тип ҡарарланы ла йоҡоға китте.

Таң атыуға, ут алырға йүгереп ингән Сабира Гөлйөҙөмдөң төндәге уйҙарын нығытты. Ул:

— Ай, Гөлйөҙөм еңгә, бөгөн Ныязғол менән Имайҙы риставайт итеп алып киткәндәр бит, ишетмәнеңме әле? — тине. Гөлйөҙөм:

— Юҡсы... — тине. Һорауҙар ҙа бирмәне.

Сабира, сыбыҡҡа ҡыҫтырып алған тиҙәк ҡуҙын һүндермәҫкә тырышып өрә-өрә, хәбәрен тағы ла тултырып ҡуйҙы:

— Ныязғолдоң әсе телен, батырлығын әйт әле. Һамарҙан килгән кешеләр менән сатылдап ирешә, ти. “Мин китһәм дә, минең елем ҡалыр әле, мине ағай-эне онотмаҫ”, — тип әйтә, ти. Ә тегеһе, быға тиклем башын сумашашҡа һалып ултырған Имайы: “Ай, совет власы күпкә түгел ул, тауҙан аҡҡан ямғыр һыуы ни, ул ни”, — тип әйтә, ти. Иллә этләштеләр ҙә инде. Ҡәһәр һуҡҡыр, ҡарундар!

Был хәбәрҙән Гөлйөҙөм иркенләп көрһөндө лә тәҙрәгә ҡарап ҡуйҙы. Инде Айбулат ҡайтһа, аҙыраҡ өйҙә тыныслап торор, ил дә тыныс ҡалыр, тип уйланы.




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   18   19   20   21   22   23   24   25   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет