Тақырыбындағы халықаралық ғылыми-практикалық конференция материалдары



Pdf көрінісі
бет42/181
Дата27.05.2023
өлшемі4.33 Mb.
#474356
1   ...   38   39   40   41   42   43   44   45   ...   181
1 2019

 
 
РИТОРИК ҺОРАУ ҺӨЙЛӘМДӘРҘЕҢ ПЕРСОНАЖДАРҘЫҢ
ЭСКЕ МОНОЛОГЫН БИРЕҮҘӘГЕ РОЛЕ
(Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» трилогияһы миҫалында) 
Роль риторических вопросительных предложений в передаче
внутреннего монолога персонажей
(на примере трилогии Зайнаб Биишевой «К свету») 
Хөснөтдинова Р.Я.
филология фәндәре кандидаты, доцент,
Башҡорт дәүләт университеты,
Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы 
Аннотация: В данной статье рассмотрены риторические вопросительные предложения и их роль в 
передаче внутренней речи персонажей. Проанализированы и приведены примеры характерных 
особенностей использования данных предложений во внутреннем монологе. Фактическим материалом 
послужили примеры из трилогии З.Биишевой «К свету».
Ключевые слова: предложения, персонаж, характер, трилогия.
Башҡорт телендә аралашыу, йәғни (коммуникатив) маҡсаты яғынан һөйләмдәрҙең дүрт төрө 
ҡулланыла:
1) 
хәбәр һөйләмдәр; 2) һорау һөйләмдәр; 3) бойороҡ-өндәү һөйләмдәр; 4) тойғо һөйләмдәр [3]. 
Һорау һөйләмдәр башҡа төр һөйләмдәрҙән үҙенең аныҡ һорау интонацияһы булыуы менән айырылып 
тора. Һорау интонацияһы йыш ҡына һорау һөйләмдең берҙән-бер билдәһе була. Һорау дөйөм һәм конкрет 
формала булырға мөмкин. Дөйөм һорау һөйләмдәрҙә берәй эш-хәл, ваҡиға, әйбер хаҡында ни ҙә булһа 
белеү, уларҙың булыу-булмауын асыҡлау маҡсаты ҡуйыла. Һөйләүсе һорау һөйләмдәр ярҙамында теге 
йәки был мәсьәләне асыҡларға, берәй төшөнсәне аңларға теләген белдерә.  
Хәл-ваҡиғаның ҡасан, ҡайҙа, нисек, ни рәүешле, кем тарафынан башҡарылыуын һ.б. асыҡларға 
теләгәндә конкрет һорау һөйләмдәр барлыҡҡа килә. – Ниңә тип ни, күпмегә хәтле былай һыҙланып 
йөрөмәксе булаһың? – тине Сыуаҡай әбей, ҡаты итеп («Кәмһетелгәндәр»). – Ҡыҙҙарым, – тине ул, 
тауышын көскә сығарып. Ҡыҙыҡайҙарым, һеҙ ҡайҙа?.. («Кәмһетелгәндәр»). – Һиңә берәй изге йән 
осраманымы? – тип ныҡышҡан, ти, әбей («Кәмһетелгәндәр»). – Ә балалар? – тине Байгилде ағай, 
аптыранып. – Балаларымды ҡайҙа ҡуям?! («Кәмһетелгәндәр»). 


49 
Һорау һөйләмдәрҙә һорауҙы белдергән махсус грамматик саралар ҙа бар. Мәҫәлән, бындай 
һөйләмдәрҙә һорау киҫәксәләре ҡулланыла: Бабай, атыңды туғарайыҡмы? («Кәмһетелгәндәр»). Сәғүрә 
еңгә уның яғына көскә башын бороп: – Ҡыҙыҡайым, бәпесем, ауырып киттеңме әллә? – тип һораны 
(«Кәмһетелгәндәр»). – Килдегеҙме, ҡыҙҙарым? – тине Шәһит бабай («Кәмһетелгәндәр»). 
Хәл-ваҡиғаның ҡасан, ҡайҙа, нисек, ни рәүешле, кем ҡатнашлығында башҡарылыуын һ.б. асыҡларға 
теләгәндә һорау алмаштары бик актив ҡулланыла. Мәҫәлән: – Ниңә оло кешене үсекләйһең? – тип 
шыбырланы Сәғүрә еңгә. – Үсегеп килмәй ҡуйһа, мине кем ҡарар? («Кәмһетелгәндәр»). Ҡайҙа 
ҡабаланаһың? («Емеш»). Ниңә алып сыҡманың? («Оло Эйек буйында»). «Эй-й, Байрас, ниңә һин бында, 
Ырымбурға, килмәнең икән?» («Емеш»). – Тик ҡасан ғына үҫеп, ҡул араһына инер һуң ул?! 
(«Кәмһетелгәндәр»). 
Һорау һөйләмдәр төп һорау һәм риторик һорау һөйләмдәргә бүленә. Төп һорау һөйләмдәргә үрҙәге 
миҫалдарҙы килтерергә мөмкин.
Риторик һорау һөйләмдәр хәҙерге башҡорт телендә семантик йәһәттән бик күп төрлө. Риторик һорау 
һөйләмдәрҙең семантик үҙенсәлектәрен был мәҡәләлә Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» трилогияһы 
миҫалында (Емеш. Роман. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. – 496 бит; Кәмһетелгәндәр. Роман. 
Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. – 432 бит; Оло Эйек буйында. Роман. – Өфө: Башҡортостан 
китап нәшриәте, 1990. – 288 бит) ҡараныҡ.
Риторик һорау һөйләмдәр әҙәби әҫәрҙәрҙә, шул иҫәптән «Яҡтыға» трилогияһында йыш осрай. Бындай 
һөйләмдәр мәғәнә яғынан хәбәр һөйләмдәргә лә яҡын була: Ҡарасы, ҡайһы арала был болот ҡалҡып 


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   38   39   40   41   42   43   44   45   ...   181




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет