сыҡҡан? («Кәмһетелгәндәр»). Эй әҙәм аҡтығы, ҡулынан килмәгәс, исмаһам, тик кенә торһа ни була
икән? Үҙ һүҙеңдән үҙең баш тартыу кешелекме ни?! («Емеш»). Тик Сыуаҡай әбей генә, ҡаты шомланып:
–
Китсе, кит! Дүрт йәшлек бала белә торған эшме ни инде был?! Һай, ахыр заман балаһы... – тип
һөйләнде («Кәмһетелгәндәр»). Байгилде ағай башҡа ваҡыт булһа: – Сыуаҡай еңгә, бәй-бәй, һиңә ни
булды? Һин дә аллаға үпкәле һүҙҙәр әйтә башланың түгелме һуң? – тип мәрәкәләмәй ҡалмаҫ ине,
әлбиттә («Кәмһетелгәндәр»).
Художестволы әҫәрҙәрҙә персонаждарҙың эске телмәре күп осраҡта риторик һорау һөйләмдәр менән
бирелә [1]. Риторик һорау һөйләмдәр хис-тойғоло була, текстың йөкмәткеһенә экспрессивлыҡ,
эмоционаллек өҫтәй. Йәнле телмәрҙән айырмалы рәүештә, монологик типтағы әҫәрҙәрҙә һорау һөйләмдәр
өҫтәмә функция ҡабул итә, сөнки уларҙа һорау һәм һөҙөмтә, раҫлау һәм кире ҡағыу, аптырау һәм
һоҡланыу һ.б. мәғәнәләр бергә килә.
Миҫалдар: Ниндәй яҙмыш көтә уларҙы киләсәктә?.. Нимәләр күрергә, ниҙәр кисерергә тура киләсәк?..
Улар әле был хаҡта уйлай белмәйҙәр («Кәмһетелгәндәр»).
«Нисек өйгә ҡайтырға хәҙер?! Ни тип яуап бирергә?! Исмаһам, атайым да өйҙә юҡ бит әле... Ағайым
да... ... Йә, ярар, ни булһа булыр, ҡайтайым, тип уйланы ахыр Емеш. Өшөп-туңып үлергәме ни былай?..»
(«Кәмһетелгәндәр»).
«Йә, бынауындай сүмәлә төҫлө өҫ-башым менән ни тип кешегә килеп индем икән? Тиҙерәк, йәһәтерәк
сығып китергә кәрәк бынан!..» — тип, кәмһенеп уйланды ул (Емеш) («Оло Эйек буйында»).
Емешкә тағы ла күңелһеҙерәк, моңһоуыраҡ булып китте. «Нимә эшләргә? Ҡалайтып көн үткәрергә?!
Туҡта, бынауы тирәк башына менеп тирә-яҡты ҡарайым, исмаһам... Ҡыҙҙар тауы күренмәҫме икән?..»
(«Оло Эйек буйында»).
Был әҫәрҙә риторик һорау һөйләмдәр күп осраҡта эске монолог рәүешендә ҡулланылған. Ул эске
телмәрҙең иң ҡатмарлы формаһы булып һанала. Мәҫәлән:
...
Ҡайҙа барырбыҙ? Нисек урынлашырбыҙ?.. Айһылыу ауырлыҡҡа сыҙармы? Нисек әйтһәң дә,
берәүҙәрҙең берҙән-бер иркә ҡыҙы бит...» Иштуғандың күҙ алдында ваҡыт-ваҡыт Емеш менән Йәнеш тә
килеп баҫҡыланы. «Инде улар ни эшләрҙәр?.. Атайым да өйҙә юҡ бит, исмаһам. Ә мин уларҙы үгәй
ҡулына ташлап ҡастым... Их, оятһыҙ... Йә, ағай кеше шулай буламы инде? Атайымдың күҙенә мин нисек
күренермен?..» Был уйҙарға әлеге-баяғы ат урлау мәсьәләһе лә килеп ҡушылып киткеләне. «Ауылда беҙҙе
хәҙер ат ҡарағы тип йөрөтәләр инде... Их, үҙ атым булһа, был эште эшләр инемме ни мин?.. ... Ҡайҙа
ҡуйырға, нимә эшләтергә был аттарҙы? Әллә һатып ебәрергәме?.. («Кәмһетелгәндәр»).
Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» трилогияһында риторик һорау һөйләмдәрҙе ҡулланыу
персонаждарҙың, нигеҙҙә төп героиня Емештең эске донъяһын асыуҙа ҙур роль уйнай. Уның ҡапма-
ҡаршылыҡлы ҡылыҡтарына һәм ҡарарҙарына бөтә әҫәр буйы эске телмәр ҡушылып килә, һәм был
уҡыусыға Емештең конкрет ваҡиғала ниндәй эмоциональ торошта икәнен күрһәтергә ярҙам итә:
«Өйрәк бәпкәләренең суҡыштары ниңә былай йәмһеҙ, тупаҫ икән? Үҙҙәре, етмәһә, шундай ҡомһоҙҙар.
Туйыуҙы ла белмәйҙәр. Ни һалһаң, шуны һоғаланып сәйнәмәй йотоп бөтөрәләр... Тауыҡ себештәре тәүҙә
бик матур булалар. Суҡыштары беҙ кеүек, күҙҙәре елбәҙәк кеүек кенә була. Кәүҙәләре уларҙың һары
күбәләккә, тәпәйҙәре ҡыҙыл сәскәгә оҡшай. Ә аҙаҡтан, үҫә-үҫә йәп-йәмһеҙ тауыҡҡа әйләнәләр. Йә, ниңә
50
үҫәләр икән инде? Шул матур ғына көйө ҡалһаларсы инде... Бөтә нәмә лә шулай тыуа, үҫә, үләме икән
ни?.. Хатта бынауы ағастар ҙа... Ниңә былай? Ни өсөн? Уны үҙгәртмәй, иң матур бер сағында ғына
туҡтатып булмаймы икән ни? Мин дә шулай үҫермен, ҡартайырмын... унан үлерменме икән? Уй, ниндәй
ҡурҡыныс!.. Былай булғансы, тыумаған ғына булһамсы мин!..» Емеш ошондай аңлайышһыҙ, ҡатмарлы
уйҙарҙан арына алмай ултырғанда, бер ҡаҙ бәпкәһе уның эргәһенә килде («Кәмһетелгәндәр»).
Был форма ярҙамында Емеш үҙенең уйлау процесының төп һөҙөмтәләрен туплай, шуның өсөн уларға
теүәллек, тамамланғанлыҡ һәм өҙлөкһөҙлөк хас. Эске монолог героиняның үҙ-үҙен тынысландырыу,
йыуатыу, үҙенең ҡылыҡтарына баһа биреү сараһы булып та хеҙмәт итә [2]. Мәҫәлән:
Етмәһә бая Байрас биргән кескәй ҡағыҙ киҫәге лә уның йөрәген үтә йыш, ярһыу тибергә мәжбүр итә
ине. Усын көйҙөрөп, йөрәген яндырып, йөҙөнә эҫе нур бөркөп тора һымаҡ, һәм ул үҙенең нисек әле был
ҡағыҙҙы киреләнмәй, икеләнмәй генә түгел, ә ниндәйҙер бөткөһөҙ кинәнес, ҡыуаныс менән алыуына һис
тә төшөнә алмай ыҙаланды. «Нисек былай булды һуң? Ниңә Емеш уны алды? Ниңә ташламаны? Ниңә
ниндәйҙер сиктән тыш яҡын, ҡөҙрәтле нәмә һымаҡ күреп ҡәҙерләп юбкаһындағы кескәй генә кеҫәгә
йәшереп ҡуйҙы? Бер саҡ Моратшаның уҡ менән атып биргән хатын ул шунда уҡ йыртҡылап
ырғытҡайны лабаһа? Ниңә Байрастың хатын ташларға уның көсө етмәй? Улай ғына ла түгел, ниңә
кескәй генә ҡағыҙ киҫәге уның йөрәгендә тау хәтле тулҡын тыуҙыра?» («Емеш»).
Риторик һорау һөйләмдәр иһә төп һорау һөйләмдәрҙән айырылып тора, сөнки улар тыңлаусынан яуап
талап итмәй һәм был осраҡта тыңлаусының булыуы ла шарт түгел. Миҫалдар: Бына бит, әҙәмгә күпме
кәрәк? Бүтән һүҙ тиген, ә? Ниңә ағайым яратмай икән уларҙы?.. Айһылыу еңгәне күрәләтә ата-әсәһенән
шулай бөтөнләй айырыу яраймы икән ни? («Емеш»). Үҙе әленән-әле көрһөнөп: – Эй-й, тулғаҡ аҙабын да,
әсәлек ләззәтен дә татымаған кеше балаларҙы йәлләй белерме лә, ҡарай белерме? Булмаҫ, йүне булмаҫ, –
тип һөйләнде («Кәмһетелгәндәр»).
Емештең эске монологтарында ла беҙ уның икенсе кешеләрҙең әйтелгән һүҙҙәренә һәм эшләгән
ҡылыҡтарына яуап түгел, ә уның реакцияһын ғына күрәбеҙ.
–
Бәй, мин һине сиған ҡыҙылыр тип торһам... – тине ағай, ҡашын яҙмай ғына. Бүтән һүҙ өҫтәмәне,
һаман шул ҡараңғы сырай менән бал һатыуында булды. Емеш эстән генә йылмайып ҡуйҙы. «Моғайын,
был ағайҙың балға асыуы киләлер. Ҡумыҡҡан йүкә балы тәпәндән сыҡмай ыҙалай ҙабаһа! Шул юҡ нәмә
менән һатыу итеп тороуына йәне көйәлер уның. Ысынлап та, шундай олпат, етди кешенең эшеме ни
инде был?! Кем белә, бәлки, Емеш шикелле үк уның да был баҙар тигән нәмәне йәне һөймәйҙер?..»
(«Емеш»).
Ахыр, мейес артынараҡ инеп ултырған ерҙән кемдер күтәрелеп баҫты:
–
Бер һүҙ әйтәйем әле. «Аһа, Бибеш апайым даһа?! – тип тамам аптырап китте Емеш. Нимә
һөйләмәксе икән? Әле ағайым ҡасан ғына, Бибеш ширҡәткә инергә теше-тырнағы менән ҡаршы тора,
бер нәмәгә ҡатнашмай, бер ергә йөрөмәй, тип яҙғайны. Әле инде ниндәйҙер һүҙ әйтмәксе. Баҙыян
еңгәмдән өлгө ала, күрәһең» («Емеш»).
Шулай уҡ Емештең монологтары аша беҙ уның күңел торошо тураһында ла мәғлүмәт алабыҙ. Ул
ҡайһы ваҡыт шат, ҡайһы ваҡыт ҡайғылы, бошонҡо һәм дә аптыраған хәлдә сағылдырыла:
«Көрән бейәнең атлауы ырамлы, тигән була ағайым, – тип инде бошоноп уйланды Емеш. – Ҡайҙан
ырамлы булһын? Бер аяғын алға баҫһа, икенсеһен артҡа баҫа һымаҡ. Эй-й, был икһеҙ-сикһеҙ ялан
яҡтарын беҙ нисек уҙып бөтөрбөҙ ҙә, ҡасан барып етербеҙ?» («Кәмһетелгәндәр»).
«Ниңә Иштуған ағайым бер һүҙ ҙә әйтмәй икән, исмаһам? Айһылыуҙы мин яратам бит уны! – тиһә
лә ҡуйһа ни була икән?.. Айһылыу апай ҙа өндәшмәй. Бына Таһир менән Зөһрә бит улай булмаған... Аҡтыҡ
һулыштарына тиклем тартышҡандар. Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу ҙа шулай... Әллә әкиәттә,
китапта ғына кеше ҡыйыу буламы икән?» – тип өҙгөләнеп, бөтә йөрәктән көйөнөп уйланды Емеш
(«Кәмһетелгәндәр»).
Әҫәрҙәге эске телмәр Емештең серҙәренең сиселеше кеүек ҡабул ителә. Уҡыусылар Емештең хис-
тойғоларын асыҡтан-асыҡ уҡый, ә был инде авторҙың әйтергә теләгән ниәттәрен яҡшыраҡ аңларға ярҙам
итә.
Эске монологтарҙа ҡулланылған риторик һорау һөйләмдәр әҫәрҙәрҙең психологизмын көсәйтә,
ваҡиғалар менән хис-тойғолар араһындағы бәйләнеште тәрәнәйтеп күрһәтә һәм персонаждарҙың ауыр
характерын асҡанда төп роль уйнай.
Йомғаҡлап әйткәндә, эске телмәрҙе кешенең туҡтауһыҙ үҙ-үҙе менән аралашыу процесы тиергә
мөмкин, йәғни ул кешенең аңындағы төрлө позицияларҙың үҙ-ара диалогҡа инеүе. Төҙөлөшө яғынан
монолог эсендәге һөйләмдәргә ҡыҫҡалыҡ, һүҙҙәрҙең ҡабатланыуы хас. Һөйләм киҫәктәренең күбеһе
төшөп ҡалырға мөмкин, әммә әйтелергә теләгән уйҙы еңел генә аңлап була. Үҙ-үҙең менән диалог асыҡ
яуап талап итмәгәнлектән, эске телмәрҙә риторик һорау һөйләмдәр йыш осрай.
Достарыңызбен бөлісу: |