Программа "Мәғариф тураһында"ғы законға, "Дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге"



бет2/3
Дата17.07.2016
өлшемі424.21 Kb.
#204475
түріПрограмма
1   2   3

2-се класс

1. Графика. Өн һәм хәреф. (13 сәғәт)Хәреф һәм өн. Ике өндө белдереүсе хәрефтәр : я, е, ё, ю. У, ү хәрефтәренең ике өндө белдереүе. В хәрефенең үҙенсәлеге. Һуҙынҡыларҙың һүҙҙәрҙе үҙгәртеүҙәге, яңы һүҙҙәр яһауҙағы һәм үҙҙәренең янында торған тартынҡыларҙың ҡалынлығын йәки нәҙеклеген билдәләүҙәге әһәмиәте. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү, абзац. Һүҙҙең өн моделе.

2. Морфология.Һүҙ төркөмдәре.

Предмет атамаһын белдереүсе һүҙҙәр. (17 сәғәт) Кем? Кемдәр? Нимә? Нимәләр? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр. Уларҙың белдергән мәғәнәһе. Кешенең исем – фамилияһын , хайуандарҙың ҡушаматтарын, ер – һыу атамаларын белдереүсе һүҙҙәр, уларҙы хәреф менән яҙыу.

Предметтың хәрәкәтен белдереүсе һүҙҙәр.(2 сәғәт) Уларҙың белдергән мәғәнәһе. Ни эшләй? Ни эшләне? Ни эшләр? һорауҙарына яуап биреүсе һүҙҙәр. Уларҙың һөйләмдәге әһәмиәте һәм урыны.

Предмет билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. (2 сәғәт) Уларҙың аңлатҡан мәғәнәһе, әһәмиәте. Предмет билдәһен белдереүсе һүҙҙәре булған һүҙбәйләнештәр.

3. Һүҙьяһалыш. (18 сәғәт)Тамырҙаш һүҙҙәрҙе уҡыу, яҙыу, төркөмләү.

4. Синтаксис. (16 сәғәт) Һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм. Уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһы. Әйтеү маҡсаты буйынса һөйләм интонацияһы һәм төрҙәре. Хәбәр һөйләм. Һорау һөйләм. Өндәү һөйләм. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Эйә, хәбәр, эйәрсән киҫәктәр.

5. Орфография һәм пунктуация. (25 сәғәт)Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен өйрәнеү һәм ғәмәли ҡулланыу. Йә, йө, йү, йе, йо, йы ҡушымсалы һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙә ике өндө белдергән я, е , ё,ю хәрефтәрҙе. Һүҙ башында [уы],[ үэ] өндәре , в хәрефе. Һөйләмдең баш хәреф менән яҙылышы. Кешенең фамилияһы һәм исеменең, хайуан ҡушаматтарының, ер –һыу атамаларының баш хәреф менән яҙылышы. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр аҙағында тыныш билдәләре. Һаналып киткән һүҙҙәр араһында тыныш билдәләре.

6. Телмәр үҫтереү. (20 сәғәт) Аралашыу ситуацияһы. Уға ярашлы һөйләшеү (диалог) төҙөү. Текст. Тексты таныу. Текстың атамаһы. Текст төҙөү. Монолог. Аралашыу этикеты.

7. Универсаль уҡыу эш төрҙәре. Үҙ аллы белем алыуҙың башланғыс алымдарын өйрәнеү. Уҡыу эшмәкәрлеге буйынса башланғыс күнекмәләр алыу. Аралашыу мәҙәниәте.

3-сө класс

1.Фонетика һәм орфоэпия.

Өндәр һәм хәрефтәр.Һүҙ моделе. Нәҙек ҡалын һуҙынҡылар.Һуҙынҡылар таблицаһы. Тартынҡылар. Уларҙың таблицаһы. Яңғырау- һаңғырау тартынҡылар. Талғын (сонор) өндәр. Һүҙҙә сиратлашыпкилгән тартынҡылар (теләк-теләге) , тараҡ-тарағы, китап-китабы) һ.б. Нәҙек ҡалын әйтелешле һүҙҙәр. Һүҙҙең өн-хәрефенә(фонетик) анализ .



2.Һүҙ составы (морфемика).

Һүҙ составы(тамыры һәм ялғауҙары). Тамырҙаш һүҙҙәр. Уларҙың тамыры. Яһаусы ( суффикс), үҙгәртеүсе ялғауҙар. Һүҙьяһалыш. Ҡушма һүҙҙәр. Ҡушылып яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр. Ҡабатлау йәки ишләү юлы менән яһалған ҡушма һүҙҙәр. Уларҙың һыҙыҡса аша яҙылышы. Ҡушма һүҙҙәргә нәҙек айырыу ҡалын айырыу билдәләренең яҙылышы. Һүҙ составы буйынса анализ.



3. Орфография һәм пунктуация.

Ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы. Ялғауҙарҙың ҡушылып яҙылыуы. Ялғау ҡушҡанда бер иш ҡуш тартынҡы барлыҡҡа килеүе.

Тамыр һүҙҙәрҙәге о-ө, ы-е хәрефтәренең ялғау ҡушҡанда ла һаҡланыуы. О-ө, ы-е хәрефтәренең тамыр һүҙҙәрҙә яҙылмау осраҡтары. Нәҙеклек билдәһенә бөткән һүҙҙәрҙә ялғауҙарҙың яҙылышы.

Грамоталы күсереп яҙыу. Диктант, өйрәтеү изложениеһы, миниатюр инша.



4.Синтаксис.

Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнеште, һөйләмдәрҙе айырыу. Уларҙың оҡшашлыҡтары, айырмалылыҡтары. Һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатыу. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен үҙләштереү. Һөйләү маҡсатына ҡарап, һөйләмдәрҙе өс төргә айырыу: хәбәр, һорау һәм өндәү һөйләмдәр.Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Һөйләмдең тиң киҫәктәре. Һөйләмгә синтаксик анализ.



5. Морфология.

Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. Ярҙамсы һүҙҙәр.

Предмет атамаһы. Уны һөйләмдә ҡулланыу. Исемдең һорауҙары. Яңғыҙлыҡ исемдәр. Кеше исем-шәрифтәренең, хайуан ҡушаматтарының, ер-һыу атамаларының, китап, газета-журнал исемдәренең ҙур хәрефтән яҙылышы. Мәғлүмәт алыу ысулдары Күренекле кешеләр тураһында белешмә алыу. Улар тураһында текст төҙөү.Алты-ете балалар яҙыусыларының исем-шәрифтәрен белеү.

Билдәне белдергән һүҙҙәр. Уларҙың исем алдынан килеүе. Һөйләмдә аныҡлаусы ролен үтәүе.

Хәрәкәтте белдергән һүҙҙәр. Һөйләмдә уларҙы таныу , моделен һыҙыу. Уларҙың һөйләмдә хәбәр ролен үтәүе.Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

6. Лексика. Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе.Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Омонимдар , синонимдар, антонимдар. Нығынған һүҙбәйләнештәр менән һөйләмдәр төҙөү.

7. Телмәр һәм уның төрҙәре.

Һөйләү телмәре.Диалог. Әңгәмәсе менән диалог ҡороу. Аралашыу оҫталығын шымартыу. Монолог. Уны һөйләү оҫталығы. Эске телмәр. Ым-ишара.Уйлау,хыял итеү. Хикәйә. Әкиәт. Шиғыр.

Тексты логик яҡтан тамамланған өлөштәргә бүлеү. Уларға исем ҡушыу. Абзац. Ҡыҙыл юл. Бәләкәй күләмле хикәйәләрижад итеү.Тексҡа ҡарата 4-5 һөйләмдән торған баһалама яҙыу. Әкиәт ижад итеү. Шиғыр төҙөлөшөн өйрәнеү. Шиғыр яҙыу үҙенсәлектәре. Шиғырҙы күсереп яҙыу ҡағиҙәләре.

Телмәр үҫтереү.

Телмәр мәҙәниәте. Темаға ярашлы тәбиғәт обьекттары, күренештәре, ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында 5-6 һөйләмдән торған мажаралы хикәйә йәки әкиәт төҙөү.

Тексҡа план төҙөү .Текстың өлөштәре һәм һөйләмдәр араһындағы мәғәнәүи эҙмә-эҙлеклелек. Текстың идея-тематик йөкмәткеһе . Текстың төҙөлөш схемаһы(башы, уртаһы-төп өлөш, аҙағы).Әҙер йәки коллектив төҙөлгән план буйынса хикәйәләү. Бирелгән тексты (50-60һүҙ) изложение итеп яҙыу. Хикәйә ижад итеү. Инша яҙыу (65-70).

Сәғәттәр бүленеше түбәндәгесә:

Баш хәреф - 10 сәғәт, башҡорт теленең төп законы - 8 сәғәт, сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр - 8сәғәт, ике өндө белдереүсе хәрефтәр-5сәғәт, һүҙьяһалыш-7 сәғәт, әйтелгәнсә яҙылмай торған һүҙҙәр -5 сәғәт, ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр-7 сәғәт, ҡушма һүҙҙәр-9 сәғәт,һөйләм,баш һәм эйәрсән киҫәктәр-6 сәғәт,һөйләү телмәре- 6 сәғәт,яҙма телмәр-17 сәғәт,телмәр төрҙәре-8 сәғәт.


4-се класс


Аҙнаға 3 сәғәт, йылына 105 сәғәт
Дүртенсе класс уҡыусыһы алда үткән барлыҡ белемдәрен дөйөмләштерә һәм билдәле бер эҙмә-эҙлектә шуларға нигеҙләнеп яңыһын өйрәнергә тейеш.Өйрәнелгән орфограммаларға таянып, хатаһыҙ рәүештә күсереп яҙырға, диктант, изложение һәм инша кеүек эштәрҙе үтәй алырға бурыслы.
һүҙҙе ижектәргә бүлеү, баçымлы һәм баçымһыҙ ижектәрҙе айыра белеү, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙы дөрөç билдәләй алырға, өн һәм хәреф айырмаһын белергә тейеш.
Шулай уҡ һүҙ составын (тамыры һәм ялғауы), һүҙҙең мәғәнә-ләренә ҡарап төрлө төркөмдәргә бүленеүен, һәр төркөмдөң үҙенсәлектәрен уҡыусының аңлы үҙләштереүе мотлаҡ.
Уҡылған әçәр планын төҙөү, планға ярашлы тексты тулы килеш һәм ҡыçҡартып һөйләргә өйрәнеү, картинаның йөкмәткеһен һөйләй белеү, шуны дәфтәргә изложение, инша итеп яҙа алыу өйрәтелә.
Уҡыусы башланғыс кластарҙа биография, автобиография, һүрәт-ләмә, мәҡәлә, инша яҙыу күнекмәләрен дә үҙләштерергә бурыслы.
Экскурсиялар, күҙәтеүҙәр, коллектив эштәр хаҡында бала телдән тасуир итә белергә һәм шуларҙы яҙма рәүештә лә һүрәтләй алырға тейеш.
Дөйөм алғанда, бала программа материалын тулы килеш үҙләштерергә, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белергә, үҙендә тыуған хис-тойғоларын яҙма рәүештә лә бирә алырға бурыслы. Был программа әле һанап кителгән талаптар, бурыстар нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Тейешле кимәлдә дәресте ойошторғанда, һәр уҡыусы уны, һис шикһеҙ, яҡшы үҙләштерә ала.

I. Сингармонизм күренеше, һүҙҙең тамыры һәм ялғауы. Орфограммалар (35 сәғәт).
Ялғауҙарҙың үçеүе, йәбешеүсәнлеге. Ялғау төрҙәре һәм мәғәнәләре. Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар.
Й хәрефе һәм өнө, й өнөнөң һүҙҙә урыны, нәҙек һәм ҡалын өндәр менән бергә килеүе. Й өнөнөң хәрефтәр аша яҙылышы [й] өнө һәм я, ю, е, ё хәрефтәре.
[йалғаш\ [ҡайала\ [йегәрле] [йулдаш\
ялғашҡаяла егәрле юлдаш
[э] өнө, уның яҙыуҙағы тамғалары.
эремсек [бэлэмлэ] [бәлэш]
емешле белемле бәлеш
[у] һәм [ү] өнө, уларҙың яҙыуҙағы тамғалары.
һүҙбашы: \уалсыҡ] [Үәкил] [Уатан] [Үәли]
валсыҡВәкил Ватан Вәли
һүҙ уртаһы: ҡа-у-ын, ҡы-у-ыш Һүҙ аҙағы: тау, тәү
Ҡушма һүҙҙәр яҙылышы.
[ашйаулыҡ] — ашъяулыҡ, [көнйаҡ] — көньяҡ,ҡош-ҡорт, ҡарт-ҡоро, һауыт-һаба
Ҡуш тартынҡылар.
Ҡаҙ-ҙар, хат-тар, ел-ле, Ғәз-зәли, дәр-рәү
Алфавит.
П. Һүҙ төркөмдәре (64 сәғәт).
1) Предметлы
ҡ төшөнсәһе бирелеше.
Исем (15 сәгәт).
а) Уҡыу кәрәк-яраҡтары атамалары:
ҡәләм, дәфтәр, китап, ручка, пенал, юйғыс, буяу, сумка һәм башҡалар.
б) Өç-баш кейемдәре:бүрек, шарф, кулдәк, шәл, яулыҡ, кофта, ойоҡбаш һәм башҡалар.
в) Һауыт-һаба, ҡашығаяҡ атамалары:туçтаҡ, сеүәтә, сүмес, ижау, тәпән, тәрилкә һәм башҡалар.
г) Тәбиғәт күренештәре, күк есемдәре атамалары:
һауа, ай, ҡояш, йондоҙ, етегән, тимерғаҙыҡ һәм башҡалар.ғ) Эсемлек атамалары:буҙа, һурпа, һыра, кеүәç, аш, өйрә һәм башҡалар.
д) Ат еккәндә еп-ҡайыш атамалары:дуға, йүгән, ауыҙлыҡ, нуҡта, ҡамыт һәм башҡалар.
е) Сәскә, үлән, ағас, үçемлек атамалары:аҡсәскә, мәк, кугәрсен күҙе, йүкә, имән, тал һәм башҡалар

ё) Йәшелсә атамалары:ҡыяр, кишер, һуған һәм башҡалар.
ж) Емеш-еләк атамалары:ҡарағат, алма, груша һәм башҡалар.
2) Телмәрҙә һүҙҙәр бәйләнеше.
з) Башҡорт телендә килеш төшөнсәһе.
4) Исемдәрҙең һанда үҙгәреше.
5) Һан тураһында төшөнсәне йомғаҡлау.
6) Исемдәрҙең эйәлек төшөнсәһе.
7) Исемдәрҙә нәҙеклек билдәһе.
8) Тамырҙаш һүҙҙәр.
9) Ҡуш тартынҡылар.
10) Исем тураһында йомғаҡлау. Ижади эштәр. Бала телмәрендәге күп төрлө атамаларҙың киң, иркен ҡулланылышы.
2) Эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр.
Ҡылым (18 сәгәт).
1) Эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр.
а) Кешенең эш-хәрәкәте: йугерә, атлай, һикерә, имгәкләй, яҙа, һурәт төшөрә, иçәпләй, һөйләй, йырлай, урә, йыуа, тарай, тегә, һутә, бешерә, ҡыҙҙыра, супләй, турай, киçэ, болғай, һелтәй һәм башҡалар.
б) Кешенең торошо: йоҡлай, төш курә, һыҡтай, болоҡһой, илай, көлә, йылмая, утенә, һорай, борсола, ятлай, уйнай, белә, төшөнә, һиҙә, шатлана, үкенә, үкһей, йәберләй, еңешә, төйгөсләй һәм баш-ҡалар.
в) Ҡош-ҡорт, хайуандар: һайрай, ҡытҡылдай, саҡыра, сүпләй, баҡыра, бышҡыра, сүкетә, тарта, тибенә, һөҙөшә, сыйылдай, шыуыша, үкерә, көйшәй, аунай, ҡағына, талпына, мөңрәй, ыçылдай, баҡылдай, ялай, сутылдай һәм башҡалар.
г) Тәбиғәт күренештәре: яҡтырта, ҡыҙҙыра, иçә, өйрөлтә, йылыта, күҙе төшә, ҡоя, шыбырлай, үçә, ҡалҡа, байый, йөҙә, күтәрелә, кибә, селтәрләй һәм башҡалар.
ғ) Бөжәктәр донъяһы: безелдэй, оса, саға, тешләй, шыуыша, ҡағына һәм башҡалар.
д) Аш-һыу: бешә, ҡайнай, күмһей, эрей, таша, көйә, ҡурыла, быҡтырыла, әсей, йэбешә һәм башҡалар.
2) Хәрәкәтте аңлаткан һүҙҙәрҙең ваҡытҡа мөнәсәбәте (3 сәғәт).
а) Эште башҡарыусы үҙе һөйләй: эшләнек, һеперҙек, уйнаныҡ, сүпләнек, утаныҡ, йыуҙым, үтеклэнем.
Эште башҡарыуҙа ҡатнашмай, тик күҙәтеүсе булараҡ һөйләй: ҡайт-ты, йөрө-нө, һөйрә-не, сэс-те.
Эш-хәрәкәттә ҡатнашмай, ишетеү буйынса ғына һөйләй: бешергән  бешермәгән, сүпләгән  сүпләмәгән, йырлаған — йырламаған.
б) Эш-хәрәкәт һөйләү ваҡытында үтәлә (хәҙерге заман) (3 сәғәт). һөйләүсе эле башҡарған эше хаҡында һөйләй: йөрө-йөм, һөйлә-
йем, сәс-дм, киç-әм, тег-әм.
Тыңлаусының эш-хәрәкәтен һүрәтләү: сайҡай-һың, уҡый-һың, йүгерә-һең, һөртә-һең.
Һөйләү ваҡытында бөтөнләй ҡатнашмаған кешенең эш-хәрә-кәте: уҡый, һөйләй, килә, ҡаҙа, бешерә, уҡыйҙар, һөйләйҙәр, киләләр, ҡаҙалар, уҡымайҙар, һөйләмәйҙәр.
в) Һөйләүсе эш-хәрәкәттең киләсәктә үтәләсәгенә ышандыра (3 сәғәт).
Уҡыясаҡ  уҡыясаҡтар, барасаҡ  барасаҡтар, һөйләйәсәк  һөйләйәсәктәр.
Уҡыр  уҡырҙар, һөйләр  һөйләрҙәр, барыр  барырҙар. Был осраҡта һөйләүсе эш-хәрәкәттең киләсәктә үтәләсәгенә икеләне-берәк ҡарай. 
3) Һөйләүсенең эш-хәрәкәткә мөнәсәбәте.
а) һөйләүсе эш-хәрәкәтте үтәүҙе үтенә, ҡуша, һорай, бойора (бойороҡ һөйкәлеше): бар  барығыҙ, ҡара  ҡара-ғыҙ, иçәплә  иçәпләгеҙ, бешер  бешерегеҙ. 4 сәғәт
б) Эш-хәрәкәттең үтәлеү-үтәлмәүен хәбәр итеүсе ҡылымдар (хәбәр һөйкәлеше). 1 сәғәт
— Элек үтәлеүен хәбәр итеүсе һүҙҙәр. 1 сәғәт
— Эш-хәрәкәттең хәҙер үтәлеүен хәбәр итеүсе һүҙҙәр. 2 сәғәт
— Эш-хәрәкәттең киләсәктә үтәләсәген аңлатҡан һүҙҙәр. 2 сәғәт
в) Бер-береһенә шарт ҡуйыусы эш-хәрәкәт һүҙҙәре. Ҡайтһа, килербеҙ; килмәбеҙ. Йөрөһә, күрербеҙ; күрмәбеҙ. Яуһа, ҡайтырбыҙ', ҡайтмабыҙ. 4 сәғәт
г) Берәй эште эшләргә теләк белдереүсе хәрәкәт һүҙ­ҙәре. Килмәксе булғайным, йөҙмәксе булғайным, әйтмәксе булғайным, уҡымаҡсы инем, китмәксе инем. 3 сәғәт
ғ) Эш-хәрәкәтте белдергән һүҙҙәрҙең башҡа һүҙҙәр менән оҡшашлығы. Алға ҡара  ҡара тауҙар. Эше аҡлан-ды  аҡланды үтеп киттек. Артҡа ҡарама  ҡарама ныҡ ағас. 2 сәғәт
4) Эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙе йомғаҡлау (2 сәғәт).
3. Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.
Сифат (12 сәгәт).
Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнәүи үҙенсәлектәре.
а) Мал-тыуар, ҡош-ҡорт атамаларын үҙ итеүсе һүҙҙәр: һөҙгәк һыйыр, саптар ат, һары бейә, алма сыбар дүнән, шаян ҡолон, иркә кәзә, йыуаш һарыҡ, дебетле кәзә, уçал ҡаҙ, баҡылдаҡ өйрәк һәм башҡалар.
б) Предметтың төçөн, тәмен, нимәнән эшләнгәнен аңлатҡан һүҙҙәр: аҡ яулыҡ, йәшел елән, әсе һуған, баҡыр аҡса, еҙҡомған, еҙ тас, ағас көрәк, тимер һәнәк, үткер балта. (1 сәғәт)
в) Кеше характерын төçмөрләүсе һүҙҙәр: аҡыллы кеше, тыныс бала, уçал ағай, йүнсел апай, илаҡ бала, үсексән бала, батыр ағай, ялҡау малай, уңған ҡыҙ, һүҙсән бабай, йомарт әсәй, көләс бала, ярһыу инәй, шаян еңгә, йырсы ҡоҙаса, бейеүсе ҡоҙа, баҙнатһыҙҡоҙа. 1 сәғәт
г) Кәм дә, артыҡ та түгел, кәрәгенсә икәнде белдерә: йәшел камзул, йомшаҡҡата, ҡыҙыл шарф, һары сәс, аҡҡағыҙ. 1 сәғәт
г) Бер предметтағы билдә икенсеһе менән сағыштырыла: йәшел — йәшелерәк, уçал — уçалыраҡ, йәш — йәшерәк, шаян — шаяныраҡ. 1 сәғәт
д) Предметтағы билдәнең артыҡ булыуы: йәм-йәшел, бик уңған, һап-һары, зәп-зәңгәр, бигерәк һөйкөмлө, утә матур, утә иркә, бик сибәр, бик сабыр, йоп-йомшаҡ, кәп-кәкре, ифрат шаян, иң матур (дөрөç яҙылышына ла иғтибар итергә). 1 сәғәт
ҙ) Предметтың билдәһе ғәҙәттәгенән аҙ: ҡараһыу шәл, ҡыҙғылт алъяпҡыс, алһыу офоҡ, зәңгәрһыу кук, һарғылт бәпкә, йәшкелт куҙ, һорғолт бейәләй. 1 сәғәт
4. Йомғаҡлау. Ижади эштәр. 2 сәғәт
а) Һүрәт буйынса инша.
б) Баланың күҙәтеүе буйынса инша.
в) Тәбиғәтте күҙәтеү, хикәйә яҙыу.
г) Ата-әсәнең эш шөғөлө, йәшәйеше хаҡында ижади эш.
ғ) Минең әхирәтем, дуçым.
д) Минең каникулым. Хәтерҙә нимә ҡалды?
5. Предметтың иçәбен белдергән һүҙҙэр. Ьан (8 сәгәт).
1) Мәғәнәүи төркөмдәре.
а) Предметтың иçәбе, һаны: ике ҡәләм, биш алма, өс ҡаҙ. 1 сәғәт
б) Урынлашыу рәте: беренсе рәт, һигеҙенсе урын, туғыҙынсы булмә, егерменсе быуат. 1 сәғәт
в) Төркөмләү : унау, етәу, бишәу, өсәу, алтау. 1 сәғәт
г) Самалау: етеләп, бишләп, унлап, туғыҙлап.
ғ) Бүлеү, төркөмдәргә тигеҙ бүленеү: икешәр, өсәр, туғыҙар, унар, етешәр. 1 сәғәт
д) Тигеҙ өлөштәргә бүлгәндең нисәлер өлөшөн алыу: икенән бер, өстән ике, биштән бер. 1 сәғәт
2) Предметтың иçәбен белдергән һүҙҙәрҙец башҡа һүҙҙәр менән оҡшашлыгы. 2 сәғәт
а) Исем менән оҡшашлығы: икегә икене ҡушһаң, дурт була.
б) Билдә менән оҡшашлығы: бишенсе мәктәптә уҡый.
в) Рәүеш менән оҡшашлығы: икешәрләп йугерҙеләр.
3) Предметтың иçәбен белдергән һүҙҙәрҙең дөрөç яҙылышы. 4 сәғәт
а) Айырым яҙылыуы: алты тауыҡ, биш ҡаҙ, егерме биш бала, һикһән ике китап, өс йөҙ егерме ике уҡыусы.
б) Миллион, миллиард һүҙҙәренең яҙылышы.
в) Ғәрәп һәм рим һандары: IX, VIII, 2007, 35, 78.
г) Йыл, дата яҙылышы: 5март, 1999 йыл.
4) Йомғаҡлау. Эш ҡагыҙҙары. Ижади эштәр. 2 сәғәт
а) Иғландар, белдереүҙәр яҙыу өлгөһөн биреү.
б) Автобиография, биография, адрес яҙырға өйрәтеү.
в) Ижади эштәр.
6. Эш-хәрәкәттең билдәһен белдергән һүҙҙәр. Рәүеш (7 сәғәт).
1) Мәғәнәүи төркөмдәре.
а) Эш-хәрәкәтте белдергән һүҙҙәрҙең үтәлеү рәүеше, сифаты. 1 сәғәт
б) Үтәлеү ваҡыты: иртукуянды, былтыр булды (ҡасан?). 1 сәғәт
в) Үтәлеү урыны: өйҙә ултыра, баҡсала һайрай, ботаҡта ултыра. 1 сәғәт
г) Үтәлеү ваҡыты оҙонлоҡ берәмеге менән килеү күренеше: ҡояш арҡан буйы ҡалғас, ҡайтты; ҡояш дилбегәләй кутәрелгәс, торҙо\ куләгә ҡыçҡарғас, сәй эсте. 1 сәғәт
ғ) Хәрәкәттең үтәлеү рәүеше, хәрәкәттең сағышты-рылыуы, хәрәкәттең билдәһе. 1 сәғәт
д) Хәрәкәттең үтәлеү рәүешен белдергән һүҙҙәрҙен яҙылышы: арлы-бирле, илке-һалҡы, тып-тын, иртәле-кисле, ҡабалан-ҡарһалан, ялан аяҡ, ялан баш, баш түбән, йөҙ тү бән. 1 сәғәт
2) Ижади эштәр.
7. Алмаш (4 сәгәт).
III. Бөтә үтелгәндәрҙе йомғаҡлау (3 сәғәт).


Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет