Программа по родному (башкирскому) языку для 5 классов 2015-2016 учебный год Аңлатма яҙыу Эш программаһы «10-сы һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе»


Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар



бет8/8
Дата27.06.2016
өлшемі0.8 Mb.
#161167
түріПрограмма
1   2   3   4   5   6   7   8

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар


  1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.

  2. Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.

  3. Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға характеристика биреү.

  4. Тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү.

  5. 7-8 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

  6. Эпик, лирик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

  7. Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү.

  8. Уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.

  9. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү.

  10. Диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү.

  11. Һүҙлектәр менән файҙалана белеү.

  12. Иншалар яҙыу.

  1. Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе айыра белеү

  2. Эйәрсән һөйләм төрҙәрен белеү

  3. Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләрҙе һәм күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәрҙе белеү

  4. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү

  5. 90-100 һүҙ күләмендә диктант яҙыу; ошо уҡ күләмдә изложение, инша яҙа белеү

  6. Һыҙыҡ, нөктәле өтөр, ике нөктәнең ҡуйылыу осраҡтарын белеү.



Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Башҡорт халыҡ ижады тураһында үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү, халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар тураһында белешмә биреү. “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”эпостары. Һүҙлек менән эш. Ҡобайырҙарҙа күтәрелгән философик, педагогик һәм әхлаҡ-этик проблемалар.

Ҡушма һөйләм синтаксисы һәм пунктуация. Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә. Ҡушма һөйләм һәм уның төрҙәре. Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.

Теҙмә ҡушма һөйләмдәр.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.

Баш һәм эйәрсән һөйләм.

Боронғо әҙәби ҡомартҡылыр. Ҡол Ғәли. “Ҡиссаи Йософ”. Ҡиссаның идея тематик йөкмәткеһе. Әҫәрҙә туғанлыҡ, ата һәм балалар мөнәсәбәте. Йырыуҙар. Йырауҙар тураһында төшөнсә.

Сәсәндәр ижады .Сәсәндәр ижады тураһында белешмә. Әҫәрҙәрҙең төп идеяһы, образдар системаһы, сағыштырмаса характеристика. Әйтеш тураһында төшөнсә.

Шәжәрәләр.

Шәжәрә тураһында төшөнсә..Шәжәрәләрҙең идея-тематик йөкмәткеһе. Эйәрсән һөйләм төрҙәре (эйәрсән эйә һөйләм, эйәрсән хәбәр һөйләм, эйәрсән аныҡлаусы һөйләм, эйәрсән тултырыусы һөйләм, эйәрсән хәл һөйләмдәр, эйәрсән урын һөйләмдәр, эйәрсән рәүеш һөйләмдәр, эйәрсән сәбәп һөйләмдәр, эйәрсән маҡсат һөйләмдәр, эйәрсән шарт һөйләмдәр).

Салауат Юлаев.

Яугир-шағирҙың тормошо һәм яҙмышы. Салауат – яугир, шағир, сәсән. Шиғырҙарының тематикаһы һәм проблематикаһы. Тыуған ил, тәбиғәт, мөхәббәт, азатлыҡ һәм батырлыҡ тураһындағы шиғырҙары. Тарихи шәхес, әҙәби герой, тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр тураһында төшөнсә. Картиналар буйынса эш.

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.

Аҡмулла.

Биографик белешмә. Философик лирика. Тәбиғәт лирикаһы. Шиғыр-ҡобайырҙар.

Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.

М.Өмөтбаев.

М. Өмөтбаевтың ғилми-ағартыу, тарих, этнография, фольклор, тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге.

Һыҙыҡ, нөктәле өтөр, ике нөктәнең ҡуйылыу осраҡтары

Сафуан Яҡшығолов.

Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә.

Фәтҡелҡадир Сөләймәнов. “Тимербай ҡурайсы” хикәйәһенең төп идеяһы. Тимербай образы

Йәйәләр һәм тырнаҡтар ҡуйылыу осраҡтары.

Мәжит Ғафури.

Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Әҫәрҙәрендә социаль тигеҙһеҙлекте, ғәҙелһеҙлекте фашлау. Художество методы, художество образ тураһында төшөнсә. Рәшит Нурмөхәммәтовтың картинаһы буйынса эш.

Синтаксис һәм пунктуация буйынса үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү һәм системаға һалыу.

Ш.Бабич.


Шағирҙың тормош һәм ижад юлы тураһында белешмә. Шиғырҙарында Башҡортостан, азатлыҡ өсөн көрәш, тәбиғәт, мөхәббәт темаһы.

Эш ҡағыҙҙары төҙөү буйынса эштәрҙе дауам итеү. Ижади һәм стилистик – синтаксис күнегеүҙәр эшләтеү.



Яҡынса уҡыу - тематик план



Бүлек

Сәғәттәр һаны

Иҫкәрмә

Башҡорт халыҡ ижады

1




Ҡушма һөйләм синтаксисы һәм пунктуация

6




Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар

5




Эйәрсән һөйләм төрҙәре

6




Боронғо әҙәби ҡомартҡылар

1




Ҡол Ғәли. «Ҡиссаи Йософ»

3




Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр

7




Йырауҙар

2




Сәсәндәр

1




Шәжәрәләр

1




Теҙемдәр

6




Салауат Юлаев

3




Һыҙыҡ, нөктәле өтөр, ике нөктәнең ҡуйылыу осраҡтары.

6




Мифтахетдин Аҡмулла

4




М.Өмөтбаев

2




Р.Фәхретдин

2




С.Яҡшығолов

2




Ф.Сөләймәнов

2




М.Ғафури

3




Эш ҡағыҙҙары, уларҙың төрҙәре

3




Ш.Бабич

4




Бөтәһе

68





Уҡыу-уҡытыу дидактик ҡулланмалары исемлеге
1. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар. - Өфө: Китап, 1996

2. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994



  1. Башҡорт шиғриәте антологияһы. Тарих, тел һәм әҙәбиәте институты. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар. Рауил Бикбаев. - Өфө: Китап, 2001.

  2. Башҡорт әҙәбиәтенән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө: Китап, 2005.

  3. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап. - Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, 2005.

  4. Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.

7. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

8. Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.

9. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

10. Закон Республики Башкортостан от 15.02.1999 г. № 216 –з “О языках народов Республики Башкортостан”.

11 Псәнчин В.Ш. Телдең күркәмлек саралары. - Өфө: Китап,

12. Саяхова Л.Г., Ураҡсин З.Г. Русско-башкирский учебный словарь. - Уфа: Китап, 2001.

13. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

14. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Урыҫ мәктәптәренең 9-сы синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. - Өфө: Китап.

15. Ураҡсин З. Ғ. Башҡорт теленең фразеология һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2006.

16. Усманова Н. Г. Башкирско-русский и русско-башкирский словарь. Башкирско-русский разговорник. - Уфа: ГУП РБ “Уфимский полиграфкомбинат”, 2008.

17. Харисов Ә.И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы: XVIII-XIX быуаттар. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1965.

18. Хисәметдинова Ф. Г., Муратова Р. Т. Русско-башкирский, башкирско-русский словарь. – Уфа: “Маленький гений Башкортостана”, Учебно-методический центр “Эдвис”, 2007.

19. Хөсәйенов Ғ. Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2006.

20. Хөсәйенов Ғ.Ғ һ.б. Башҡорт әҙәбиәте тарихы (6 томда). - Өфө: Китап, 1990-1996.

21. Шарапов И. Ә. Дәрестәрҙә әҙәбиәт теорияһын һәм тыуған яҡты ѳйрәнеү/ Ишмѳхәмәт Шарапов. – Ѳфѳ: Китап, 2008.

22. Шәхиев Р.В. Әҙәбиәттә герой орбитаһы: әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, рецензиялар, ижади портреттар. - Өфө: Китап, 2010.

23. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым. – Өфө: Китап, 2007.

24. Әүбәкирова З.Ф.Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә.– Өфө, 2006.

25. Әхмәҙиев Р.Х. Драматургияла жанр формалары. - Өфө: Китап, 2003.

26. Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. 3-сө баҫма. - Өфө: Китап, 2004.

27. Юлмөхәмәтов М. Б. Башҡорт теле һәм туған әҙәбиәт дәрестәрен үҙ-ара бәйләнештә уҡытыу. – Өфө: Китап, 2008.

Электрон – уҡытыу ресурстары:

1. http://tel.bashqort.com

2. http://tel.bashqort.com/hisamitdinova

3. http://tel.bashqort.com/usmanova

4. http://tel.bashqort.com/index.php

5.tugantel.ru

6. tel.bashqort.com

7. dicto.org.ru

8. www.yeshlek.ru/kitap/

9. www.husainov.com

10. www.akmulla.ru

11. www.bashskazki.ru

12. www.mp3.yeshlek.ru



13. www.bashkort.com




Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет