Программа по родному (башкирскому) языку для 5 классов 2015-2016 учебный год Аңлатма яҙыу Эш программаһы «10-сы һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе»



бет2/8
Дата27.06.2016
өлшемі0.8 Mb.
#161167
түріПрограмма
1   2   3   4   5   6   7   8

Контроль диктант текстары


Көҙ күренештәре.

Һары ҡанаттарыын йәйеп, тағы ҡөҙ килде. Ул нисәнсе көҙҙөр инде, тик уҙған ҡөҙҙәрҙән бер яғы менән дә айырылмай кеүек. Әүәлгесә көндәр йылы ҡоро тора. Әүәлгесә бульвар, аллеяларға һары, ҡыҙғылт япраҡтар ҡойола тын ғына. Ҡала өҫтөнән ҡыр ҡаҙҙары ла осоп үтте. Улар болон, урмандар шауын, тауҙар йәшеллеген үҙҙәренән йылы яҡтарға, диңгеҙ буйҙарына алып китте. Ҡөрһөнөп тә ҡуяһың. Ни эшләйһең, һәр нәмәнең үҙ выҡыты бар, әммә бойоғорға һис урын юҡ, сөнки тыуасаҡ көндәр менән хыялланып йәшәйһең.


Бына бөгөн дә мәж киләбеҙ, газондарҙағы түтәлдәрҙе ҡаҙыйбыҙ, йомшартабыҙ, ағас ултыртабыҙ.

Баймаҡ.
Баймаҡ – беҙҙең тыуған ҡалабыҙ. Ул Ирәндек тауы итәгендә урынлашҡан. Тыуған ҡалабыҙҙа икегә бүлеп, Таналыҡ йылғаһы аға. Ҡаланың уртаһында ҙур быуа бар.

Беҙҙең ҡалала эшһөйәр, уңған, ҡунаҡсыл кешеләр йәшәй. Улар матур йорттар, юлдар, мәктәптәр төҙөй, рудникта алтын сығара.
Баймаҡты бай яҡ тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Уның тирәһендәге урмандарҙа йәнлек, ҡош-ҡорт күп. Ер аҫты байлыҡтарын һанап бөткөһөҙ. Беҙ Баймағыбыҙҙы бик яратабыҙ.

Календарь – тематик плалаштырыу






5-се ВГ

Иҫкәрмә

Тема

Уҡыусының эшмәкәрлеге

План-н

Фактик

1

2.09







Башланғыс кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Телмәр өндәренең яһалышы

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, дөрөҫ әйтеү


2

7.09







C.Муллабаев. "Шатлыҡлы иртә" шиғырында балалар образы. А.Волковтың "Беренсе сентябрь" картинаһы

Йәйге тәьҫораттар менән уртаҡлашыу, уҡыу, белем, яңы уҡыу йылы тураһында әңгәмәләшеү

3

9.09







Башҡорт һәм рус телдәрендә өндәр системаһын сағыштырыу

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, дөрөҫ әйтеү, башҡорт һуҙынҡыларын рус телендәге һуҙынҡылар менән сағыштырыу һәм айырмаһын күреү

4

14.09







Б.Бикбай. "Туған тел", Р.Ғарипов. "Туған тел" шиғырҙарында туған телде данлау мотивтары

Туған телдең кеше тормошондағы ролен, туған телде белеүҙең мөһимлеген аңлау, яттан тасуири һөйләү

5

16.09







Һуҙынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәрҙең үҙгәреше

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, башҡорт һуҙынҡыларын рус телендәге һуҙынҡылар менән сағыштырыу һәм айырмаһын күреү

6

21.09







"Әминбәк" әкиәтенең идея - тематик йөкмәткеһе, образдар характеристикаһы

Башҡорт халыҡ ижадына дөйөм төшөнсә алыу, ҡыҫҡа теҙмә әҫәр, әҙәбиәт теорияһы, әкиәт төҙөлөшө менән танышыу

7

23.09







Тартынҡы өндәр, уларҙың яһалышы

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, дөрөҫ әйтеү

8

28.09







К.Кинйәбулатова, Ф.Рәхимғолова шиғырҙарында көҙгө тәбиғәт. Б.Ноғоманов. "Йәйбикә менән Көҙбикә»

Тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү, көҙ тураһында әңгәмәләшеү

9

30.09







Башҡорт һәм рус телендәге өндәрҙең әйтелешен сығыштырыу

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, дөрөҫ әйтеү

10

5.10







А.Йәғәфәрова. "Яҡшылыҡ". Әкиәттә Фәрит менән Фәһим образдары

Кешенең яҡшы сифаттары тураһында әңгәмәләшеү

11

7.10







"Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр" темаһы буйынса контроль күсереү. "Хат"

Яҙма телмәр үҫтереү, һөйләмдәрҙе матур, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу

12

19.10







Сағыштырыу тураһында төшөнсә. М.Кәрим. "Сыйырсыҡ балаһы»

Сағыштырыу тураһында төшөнсә алыу. Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Хикәйә менән әкиәтте сағыштырыу

13

21.10







Синонимдар, антонимдар тураһында төшөнсә

Синонимдар, антонимдар тураһында төшөнсә алыу, рус теле менән сағыштырыу. Кәрәк һүҙҙәрҙе текстан табып билдәләү, һорауҙар ҡуйыу һәм телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу

14

26.10







Д.Бураҡаев. "Урал тауҙары". "Тыуған ер". Әҫәрҙәрҙә тыуған яҡты данлау мотивтары

«Минең тыуған төйәгем» темаһына әңгәмәлә ҡатнашыу. Тасуири уҡыу күнекмәләрен башҡарыу. Тыуған ер, тыуған төйәк, Башҡортостан, Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү.

15

28.10







Омонимдар тураһында төшөнсә

Омонимдарҙы текстан табып билдәләү, һорауҙар ҡуйыу һәм телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу



16

2.11







Т.Ғәниева. "Уралиә тигән ил" әкиәтенең идея - тематик йөкмәткеһе

Уҡытыусы, класташтар һөйләгәнде ҡабул итеү, аңлау.

17







4.11 өсөн

Башҡорт телендә сингармонизм законы. Ижектәр.

Башҡорт телендә сингармонизм, төрҙәре менән танышыу. Фонетик күнегеүҙәр башҡарыу. Башҡорт һәм рус телдәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу

18

9.11







Р.Ниғмәти. "Йәмле Ағиҙел буйҙары", Ф.Рәхимғолова. "Мин Башҡортостандан". Әҫәрҙәрҙә Ағиҙел образы

Уҡытыусы, класташтар һөйләгәнде ҡабул итеү, аңлау. Яттан тасуири һөйләү

19

11.11







Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү ҡағиҙәләре

Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү ҡағиҙәләрен ҡабатлау

20

16.11







Ә.Вәхитов. "Аҡһаҡал аманаты". Әҫәрҙәге тарихи осор

«Минең тыуған төйәгем» темаһына әңгәмәләшеү

21

18.11







Башҡорт телендә баҫым. Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә баҫым үҙенсәлектәре

Башҡортса баҫымды дөрөҫ ҡуйырға өйрәнеү

22

30.11







А.Йәғәфәрова. "Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар". Әкиәттә ыңғай һәм кире образдар

Тасуири уҡыу. Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

23

2.12







"Ижектәр" темаһы буйынса һорауҙарға яуаптар

Яҙыу күнемәләрен нығытыу

24

7.12







Ф.Иҫәнғолов әҫәрҙәренең идея-тематик йөкмәткеһе

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

25

9.12







Интонация һәм уның төрҙәре. Башҡорт һәм рус телдәрендә интонацияның үҙенсәлектәре

Башҡорт һәм рус телдәрендә интонацияның үҙенсәлектәрен үҙләштереү

26

14.12







С.Әлибаев. "Ҡыш", В.Әхмәҙиев. "Ҡышҡы урманда". Шиғырҙарҙа ҡыш миҙгеленең һүрәтләнеше

Шиғырҙарҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының, шыршы байрамының тасуирланыуын күреү. Тасуири уҡыу. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү

27

16.12







"Башҡорт телендә баҫым" темаһы буйынса контроль диктант. "Көҙ күренештәре"

Яҙыу күнекмәләрен нығытыу

28

21.12







Н.Мусин. "Ҡоралайҙар". Әҫәрҙә Әбделнәғим бабай образының характеристикаһы

Уҡытыусы, класташтар һөйләгәнде ҡабул итеү, аңлау.

29

23.12







Хаталар өҫтөндә эш. Төп башҡорт һүҙҙәре

Кәрәк һүҙҙәрҙе текстан табып билдәләү, һорауҙар ҡуйыу һәм телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу


30

28.12







Хикәйәләү тураһында төшөнсә. М.Кәрим. "Ҡыш бабай бәләкәй саҡта"

Тасуири уҡыу. Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү

31

30.12







Үҙләштерелгән һүҙҙәр

Кәрәк һүҙҙәрҙе текстан табып билдәләү, һорауҙар ҡуйыу һәм телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу

32

11.01







Ҡ.Даян. "Шыршы". Б.Домашниковтың "Ҡар яуғас" картинаһы. Әҫәрҙәрҙә ҡыш һүрәтләнеше

Шиғырҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының, шыршы байрамының тасуирланыуын күҙәтеү. Тасуири уҡыу. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү

33

13.01







Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр

Тема буйынса лексиканы үҙләштереү. Һорауҙарға яуап биреү. Һүҙбәйләнеш, һөйләмдәр төҙөү.

34

18.01







"Аҡъял батыр" әкиәтендә образдар системаһы

Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре башҡарыу. Әкиәт геройҙарына характеристика бирергә өйрәнеү

35

20.01







Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәһе

Тема буйынса лексиканы үҙләштереү. Һорауҙарға яуап биреү. Һүҙбәйләнеш, һөйләмдәр төҙөү.

36

25.01







"Ҡамыр батыр" әкиәтендә яҡшылыҡ менән яманлыҡ

Әкиәттәрҙең тематик төркөмдәрен ҡарау. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре башҡарыу. Әкиәт геройҙарына характеристика бирергә өйрәнеү

37

27.01







"Күп мәғәнәле һүҙҙәр" темаһы буйынса диктант. "Ҡояш"

Яҙыу күнемәләрен нығытыу

38

01.02







Афористик ижад төрө булараҡ йомаҡтар, мәкәлдәр. Таҡмаҡтар. Йырҙар. Оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙар

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу. Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә алыу, уның традицион жанрҙарын барлау, һәр жанрға хас үҙенсәлектәрҙе аңлау.

39

3.02







Хаталар өҫтөндә эш. Һүҙбәйләнеш

Тема буйынса лексиканы үҙләштереү. Һорауҙарға яуап биреү. Һүҙбәйләнештәр төҙөү.

40

8.02







Р.Солтанғәрәев, З.Биишева әҫәрҙәрендә хеҙмәт темаһының һүрәтләнеше

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу. Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына әңгәмә. Төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйыу, йырҙар тыңлау

41

10.02







Һүҙъяһалыш. Һүҙҙәрҙең яһалыу юлдары

Һүҙъяһалыш, һүҙҙәрҙең яһалыу юлдары тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау

42

15.02







"Кәмән менән Сәлмән, картуф сәскән Сәлмән" әкиәтендә Сәлмән образының характеристикаһы

Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына әңгәмә. Төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйыу, йырҙар тыңлау.

43

17.02







Һүҙ составы. Тамыр һәм нигеҙ һүҙҙәр

Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең тамыры, ялғауҙар тураһында төшөнсә алыу

44

22.02







Д.Бүләков. "Яралы китап" әҫәрендә Фәғилә апай образы

Уҡытыусы, класташтар һөйләгәнде ҡабул итеү, аңлау

45

29.02







Ғ.Рамазанов. "Ағайым хаты". Шиғырҙа хәрби хеҙмәтенең һүрәтләнеше

Уҡытыусы, класташтар һөйләгәнде ҡабул итеү, аңлау

46

2.03







Инша. "Минең яратҡан һөнәрем»

Ижади һәләтлек үҫтереү, яҙыу күнемәләрен үҫтереү

47

7.03







Ф.Әминев, К.Кинйәбулатова әҫәрҙәрендә әсә бөйөклөгөнең тасуирланыуы

Әҫәрҙәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Тасуири уҡыу. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү

48

9.03







Яһалма һүҙҙәр. Хаталар өҫтөндә эш

Тамырға ялғау ҡушҡанда һүҙҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәреүен күҙәтеү, күнегеүҙәр эшләү

49

14.03







Ә.Вәхитов "Өс бөртөк бойҙай". Әҫәрҙә Әсҡәт менән Әхәт образдары

Әҫәрҙә һуғыш темаһының бирелешен, фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәшен күҙәтеү. Образдарға характеристика биреү. Әҫәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек өҫтөндә эшләү. Тәржемә күнекмәләрен башҡарыу

50

16.03







Ялғауҙарҙың төрҙәре. Һүҙ яһаусы ялғауҙар

Тамырға ялғау ҡушҡанда һүҙҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәреүен күҙәтеү, күнегеүҙәр эшләү

51

21.03







Н.Мусин "Атайымдың ос һәнәге". Әҫәрҙә образдар системаһы

Уҡытыусы, класташтар һөйләгәнде ҡабул итеү, аңлау.

52

23.03







Изложение. " Юлбарыҫ менән Төлкө"

Ижади һәләтлек, яҙыу күнемәләрен үҫтереү

53

28.03







Ғ.Аллаяров. "Таҫтамал". Әҫәрҙә һуғыш темаһының һүрәтләнеше

Әҫәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Тасуири уҡыу. Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү

54

30.04







Хаталар өҫтөндә эш. Һүҙ үҙгәртеүсе ялғауҙар

Тамырға ялғау ҡушҡанда һүҙҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәреүен күҙәтеү, күнегеүҙәр эшләү

55

04.04







Йәнләндереү тураһында төшөнсә. Яҙ тураһында шиғырҙар

Әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу. Шиғырҙарҙа миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү

56

11.04







Ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы. Тартынҡы өндәрҙең төшөп ҡалыуы

Уҡытыусы, класташтар һөйләгәнде ҡабул итеү, аңлау

57

13.04







“Һүҙьяһалыш” темаһы буйынса контроль диктант. "Баймаҡ"

Яҙыу күнемәләрен нығытыу

58

18.04







"Айыу менән бал ҡорттары", "Ҡарһылыу менән Яҙһылыу" әкиәттәрендә хеҙмәт темаһы

Уҡытыусы, класташтар һөйләгәнде ҡабул итеү, аңлау.

59

20.04







Ғ.Хисамов. "Аҡъяурын сал бөркөт". Әҫәрҙә идея-тематик йөкмәткеһе

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу

60

25.04







Хаталар өҫтөндә эш. Ҡ-ғ, к-г, п-б өндәренең сиратлашыуы

К-г, ҡ-ғ, п-б өндәренең сиратлашыуы тураһында мәғлүмәт алыу һәм практикала ҡулланыу: миҫалдар ярҙамыда һөйләмдәр төҙөү.


61

27.04







Инша. «Йәмле яҙ килде».

Яҙыу күнекмәләрен нығытыу

62

4.05







Хаталар өҫтөндә эш. -нг, -нк, -ск тартынҡыларына бөткән һүҙҙәргә ялғауҙар ҡушыу ҡағиҙәләре

Ҡағиҙәләрҙе үҙләштереү

63

11.05







А.Игебаев. "Еңеү көнө". Р.Ниғмати. “Еңеүселәргә дан”. Шиғырҙарҙа ватансылыҡ тойғоларының сағылышы

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, тәржемә итеү, яттан тасуири уҡыу

64

16.05







Ауыҙ тел ижады һәм әҙәбиәт. М.Кәримдең "Өс таған” әҫәрендә ысын дуҫлыҡтың һүрәтләнеше

Өҙөктәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, ҡысҡырып, дөрөҫ интонация менән уҡыу. Әҫәрҙә ысын дуҫлыҡтың сағылышын ҡарау, дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойоштороу. Ғабдулла, Вәзир, Айҙар образдарына характеристика биреү

65

18.05







Аллегория һәм мәҫәл тураһында төшөнсә. М.Ғәфүри. "Һарыҡты кем ашаған" әҫәренең жанр үҙенсәлектәре

Мәҫәлдәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү, йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәреү менән һөйләп өйрәнеү. Әҫәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу, образдарға характеристика биреү


66

23.05







Грамматиканан үткәндәрҙе ҡабатлау

Башҡорт теле буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау

67

25.05







Йәй. Б.Рафиков. "Йондоҙ һанаусы малай". Әҫәрҙә Азамат образының тасуирланыуы

Әҫәрҙәрҙә йәйге тәбиғәттең тасуирланыуын, үҫемлектәрҙең, бөжәктәрҙең тормошон күҙәтеү. Йәй, йәйге каникул, йәйге эштәр тураһында әңгәмәләшеү, ижади эштәр башҡарыу. Тасуири уҡыу. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарға характеристика биреү, яҙма эштәр эшләү

68

30.05







Үткәндәрҙе дөйөмләштереү

Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Орфоэпик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланыу, тексты интонация менән уҡыу


Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет