Закондары талаптары тормошҡа ашырыла: «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы; «Рәсәй Федерацияһының Мәғариф тураһында»



жүктеу 225.09 Kb.
Дата04.07.2016
өлшемі225.09 Kb.


Башҡорт теленән эш программаһының маҡсаты һәм бурыстары

«Башҡорт теле» буйынса 10-сы кластарҙа башҡорт телен уҡытыу өсөн тәғәйенләнгән был эш программаһы милли мәктәптәр өсөн эшкәртелгән уҡыу планына таянып ҡоролдо.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

«Рәсәй Федерацияһының Мәғариф тураһында»ғы Законы;

«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында»ғы Законы;

Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Мәктәпкә юғары мәҙәниәткә эйә булған, грамоталы, һәр яҡлап камил булып өлгөргән, ил алдындағы изге эштәрҙе башлап йөрөүсе кешеләр әҙерләп сығарыу йөкмәтелгән. Ул мөһим бурысты заман талабынса хәл итеүҙә әсә теле ҙур роль уйнай.

Башҡорт әҙәби теле - башҡорт милли мәҙәниәтенең нигеҙе, шуға күрә мәктәптәрҙә уны өйрәнеүгә төп урын бирелә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә белем менән бер рәттән тәрбиә биреүҙе тығыҙ бәйләнештә алып барыу мөһим.

Программала уҡыусыларғыҙ туған телгә, һүҙгә булған ҡыҙыҡһыныуын һәр саҡ үҫтерә барыу, телдең байлығын, һүрәтләү сараларын күрһәтеү, һүҙ һәм уның формалар төрлөлөгөн телмәрҙә ҡулланыуға ынтылыш тәрбиәләү, уҡыусыларҙы туған телдән ныҡлы, аңлы белем алырлыҡ итеп уҡытыу бурысы ҡуйыла.

Туған тел программаһының һәр бүлеген, һәр темаһын өйрәнеү уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, телмәрен үҫтереүгә ныҡлы ярҙам итергә тейеш.

Башҡорт телен әйрәнеү буйынса түбәндәге етди бурыстар йөкмәтелә:


  • уҡыусыларға телдең ижтимағи тормоштағы функцияһы, телдең үҫеше хаҡында программала билдәләнгән күләмдә ныҡлы белем биреү;

  • уҡыусыларҙың фекерләүен, танып- белеү һәләтлеген үҫтереү;

  • уҡыусыларға әсә теленең һүҙ байлығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;

  • уҡыусыларҙы, телдең орфоэпик, интонацион нормаларын күҙәтеп, дөрөҫ, асыҡ һәм тасуири уҡыу күнекмәләре менән ҡоралландырыу;

  • уҡыусыларҙың орфографик һәм пунктуацион күнекмәләрен үҫтереү;

  • уҡыусыларға телдең байлығын, тасуирлау мөмкинлектәрен асыу аша телде өйрәнеүгә әүҙем ҡыҙыҡһыныу, туған телгә, халыҡҡа, Ватанға тоғролоҡ һәм һөйөү, ғәҙеллек, кешеләр араһында татыулыҡ, ата- әсәгә, туған халыҡтың быуаттар буйына тупланған тормош ҡағиҙәләренә, әхлаҡ нормаларына хөрмәт тәрбиәләү.



Тел белеме һәм телмәр күнекмәләре

10-сы класс уҡыусылары белергә тейеш төшөнсәләр:
- һүҙҙәрҙең грамматик һәм лексик мәғәнәһе; тулы мәғәнәле һүҙҙәрҙең һан, эйәлек, килеш, хәбәрлек менән үҙгәреүе; сағыштырыу, артыҡлыҡ, аҙһытыу дәрәжәләре; һөйкәлеш, зат һәм заман; һүҙ төркөмдәрен классификациялау принциптары, үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре; һүҙ төркөмдәре булараҡ исем, сифат, һан, рәүеш, алмаш, ҡылым;

- рус теленән үҙләштерелгән исемдәрҙең, сифаттарҙың дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы;

- Фонетика һәм графика, офография кеүек төшөнсәләр.

Күнекмәләр:

- һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәһен билдәләү;

- үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен айыра белеү;

- тура телмәр, диалогтарҙың дөрөҫ яҙылышы;

- Һөйләмдең баш киҫәктәрен, һөйләмдең эйәрсән киҫәктәрен өйрәнеү, дөрөҫ һорау ҡуя белеү. (Аныҡлаусы. Тултырыусы. Хәлдәр.)


Ҡулланылған әҙәбиәт:


  • Аҙнағолов Р.Ғ. “5-9-сы кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы”. Өфө, “Китап”, 1996 йыл

  • Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. “Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу”. Өфө, З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте , 2009

  • Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. “Уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эшен ойоштороу ”. Өфө, БМҮИ нәшриәте , 2007

  • Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. “Инша яҙыу серҙәре ”. Өфө, БМҮИ нәшриәте , 2004

  • Бикбаева Т.Я., Ҡунафина Т.Ы. “Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы. 5-11-се кластар”. Өфө, “Эдвис” уҡытыу- методика үҙәге, 2008

  • Ғималова М.Ғ., Рәхимова С.М. “Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы. 5-9-сы кластар”. Өфө. “Китап”, 1996

  • Толомбаев Х.А., Атнағолова С.В. “Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. 5-9-сы кластар”, Өфө, З.Биишева исемендәге “Китап”нәшриәте, 2009

  • Дәүләтшина М.С., Раҡаева Ә.С. “Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы” . Өфө, Педкнига, 2008

  • Исҡужина Ф.С.,Вәлиева Г.Д. “Башҡорт телендә текст теорияһы һәм методикаһы”.Өфө, З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, 2011

  • Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. “ Башҡорт теле. БДИ (ЕГЭ) Ҡағиҙәләр, тестар”. Өфө, ООО УМЦ “Эдвис”, 2008, 2009

  • Усманова М.Г. “Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа”. Өфө. “ Китап”, 2007

  • Шарапов И.Ә. “Дәрестәрҙә әҙәбиәт теорияһын һәм тыуған яҡты өйрәнеү”. Өфө, З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, 2008

Календарь-тематик планлаштырыу



Үтәлеү ваҡыты

Бүлек исеме

Дәрес темаһы

Йөкмәткенең өлөштәре

Дәрес төрө

Тикшереү һәм үҙ аллы эш төрҙәре

Уҡыусыларҙың белеменә талаптар

УМК

Өйгә эш

1-се ярты йыллыҡ

16 сәғәт


1.

1-6.09

Тел һәм телмәр. Тел һәм уның вазифаһы. Башҡорт теленең функциональ үҫеше. Донъя телдәре. Телдәрҙең күп төрлөлөгө. Башҡорт теле ҡәрҙәш телдәр араһында.

Телдең төп вазифалары, функциялары. Уның функциональ үҫеш осорҙары. Урал-Алтай телдәренең төрки телдәр ғииләһе.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау, телмәр үҫтереү

Карточкалар менән эш,

тасуири уҡыу,

һорауҙарға яуап биреү.


Һорауҙарға дөрөҫ яуап бирә белеү, Тел тураһында белемде күрһәтеү, мәҡәлдәр туплау

Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма, тел тураһында мәҡәлдәр, афоризмдар

6-сы күнегеү

2.

8-13.09

Инеш контроль диктант. Николай Островский


Уҡыусыларҙың белемен баһалау. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, системалаштырыу.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау,телмәр үҫтереү

Диктант

Үтелгәндәрҙе системалаштырыу

Диктанттар йыйынтығы

Теоретик белешмәне белергә

3.

15-20.09

Хаталар өҫтөндә эш.

Үле һәм тере телдәр. Тәбиғи һәм яһалма телдәр. Тел төҙөлөшө һәм тел тураһындағы фән бүлектәре.



Уҡыусыларҙың эш-тәренә анализ яһау,

етешһеҙлектәрен күр-һәтеү. Ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөү, ҡабатлау, система-лаштырыу.



Үле төрки телдәр. “Тәбиғи тел” төшөнсәһе. Яһалма телдәр: эсперанто, идо, интер-лингва. Тел ҡоролошоноң фонетик, морфологик, синтаксик һәм лексик-мәғәнәүи кимәлдәре.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау, телмәр үҫтереү

Фонетик, морфологик, синтаксик, лексик анализ.Танылған төркиселәр Н.К.Дмитриев, Ж.Ғ. Кейекбаев тураһында мәғлүмәт табыу.

Кеше һәм йәмғиәт тормошондағы телдең роле тураһында ҡараш булдырыу. Тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү. Алынған белемде көндәлек тормошта ҡуллана белеү.

Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма.




4.

22-27.09

Тел һәм телмәр. Әҙәби тел. Телмәр мәҙәниәте. Дөрөҫ әйтелеш нормалары. Баҫым.

Тел – билдәләрҙең үҙенсәлекле системаһы. Телмәр эшмәкәрлеге – кеше эшмәкәрлегенең бер формаһы. Монологик телмәр. Әҙәби тел – нормалаштырылған тел. Телмәр мәҙәниәте. Яҡшы телмәр төшөнсәһенең өс билдәһе - аныҡлығы, дөрөҫлөгө, тасуирилығы. Башҡорт теленең орфоэпипик нормалары. Һүҙ эсендәге баҫым, телмәр мелодикаһы.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау, телмәр үҫтереү

Айырым һүҙҙәрҙең баҫымын дөрөҫ ҡуйып яҙыу, 25-се биттәге контроль һорауҙарға яуап биреү.


“Тел - кешенең мәҙәнилеген күрһәтеүсе билдә” тигән темаға әңгәмәлә ҡатнашыу, фекерҙәр менән уртаҡлашыу. Һөйләмдәрҙе логик баҫым менән дөрөҫ итеп уҡыу.


Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма.

Тасуири уҡыу өсөн текст әҙерләү, монологик телмәр төҙөү.

5.

29-4.10

Лексика. Һүҙҙәрҙең күп мәғәнәлелеге. Омонимдар. Омофондар. Синонимдар. Антонимдар. Төп башҡорт һүҙҙәре. Үҙләштерелгән һүҙҙәр.

Лексика. Лексик һәм грамматик мәғәнә. Һүҙҙәрҙәең күп мәғәнәлеге. Метафора, метонимия, синекдоха перифраз, эвфемизм тураһында төшөнсә. Омонимдар, омоформалар, омографтар. Омофондар тураһында. Идеографик, стилистик, контекстуаль синонимдар. Саф антонимдар һәм контекстуаль лексик берәмектәр. Төп башҡорт һүҙҙәре – дөйөм алтай һәм дөйөм төрки сығанаҡлы һүҙҙәр. Ғәрәп, фарсы, рус һәм рус теле аша башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау, телмәр үҫтереү

Һүҙҙәрҙе лексик-семантик төркөмдәргә бүлеү. “Башҡорт теленең һүҙлеге”, “Башҡорт теленең синонимдар һүҙлеге”, “Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге”, “Башҡорт халыҡ ижады”, “Әйтемдәр һәм мәҡәлдәр һүҙлеге” буйынса эш. Текст буйынса эш.

Һүҙлектәр менән эшләү. Һүҙгә лексик анализ яһау.Уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота, уны баһалай белеү.

Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма, һүҙлектәр.

М.Ҡулаев тураһында белешмә. Һүҙлектәр буйынса эш.

6.

6-11.10

Калькалар. Неологизмдар. Профессионализмдар. Диалект һүҙҙәре. Терминдар. Һүҙлектәр. Эмоциональ-экспрессив һүҙҙәр.

Калька тураһында төшөнсә. Актив һәм пассив лексика.Терминология тураһында.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау, телмәр үҫтереү

Бирелгән текстарҙан актив һәм пассив лексикаға ҡараған һүҙҙәрҙе табыу. “Башҡорт теленең диалекттар һүҙлеге” буйынса эш.

Башҡорт теле лексикаһының төп стилистик ресурстарын үҙләштереү. Алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү.

Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма, һүҙлектәр.

М.Кәримдең “Таныш булмаған ҡунаҡ” поэмаһынан үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе күсереп алыу. Үҙ яғыңда ғына ҡулланылған диалект һүҙҙәрҙе яҙыу. 64-се күнегеү.

7.

13-18.10

Фразеология

Фразеологик берәмектәрҙең килеп сығышы, төҙөлөщө, стилистик биҙәктәре буйынса күп төрлөлөгө: ябай фразеологик ҡушылмалар, идиоматик әйтемдәр, мәҡәлдәр һәм тапҡыр һүҙҙәр.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау, телмәр үҫтереү

“Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге”, карточкалар буйынса эш.

Башҡорт теле фразеологияһының төп стилистик ресурстарын үҙләштереү.

Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма, һүҙлектәр.

Фразеологизмдарҙы ҡулланып текст төҙөү.




20-25.10

Телмәр үҫтереү дәресе. Изложение. Ауылда айыу.

Уҡыусыларҙың белемен баһалау. Үтелгәндәрҙе системалаштырыу. Текст менән эшләү күнекмәләрен үҫтереү

Яҙма эш

Индивидуаль эш

Һөйләмдәрҙең стилистик яҡтан дөрөҫ төҙөлөүенә иғтибар итеү

5-9-сы кластар өсөн изложение-лар йыйын-тығы

Грамматик материалды ҡабатларға

8.

27-8.11

10-15.11



Фонетика. Орфоэпия.

Интонация. Телмәр такты. Ижек. Баҫым. Һуҙынҡы өндәр. Редукция. Протеза. Эпентеза. Элизия.



“Фонема” төшөнсәһе. Телмәр аппараты. Интонацияның берәмектәре: телмәр мелодикаһы, телмәр ритмы, телмәр темпы, телмәр тембры. Асыҡ һәм ябыҡ, баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәр. Логик һәм эмфатик баҫымдар. Сингармонизм. Киң һәм тар һуҙынҡылар. Тулы һәм тулы булмаған редукция. Протеза һәм эпентеза күренештәре.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау, яңы тема үҙләштереү

Фонетик анализ. 58-се биттәге һорауҙарға яуап биреү. Дәреслек буйынса эш.

Тасуири уҡыу күнекмәләре. Төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу. Аралашыуҙың орфоэпик нормаларын һаҡлау.

Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма.

87-се күнегеү.

9.

17-22.11


Тартынҡы өндәр. Офоэпия. Орфография. Графика.

Тел белемендә тартынҡыларҙың төркөмләнеү принциптары. Орфоэпия, орфоэпия төшөнсәләре. Башҡорт теленең дөрөҫ яҙылышының фонетик-орфоэпик принципҡа ҡоролоуы. Пиктографик, идеографик, ижек, хәреф-өн яҙыуҙары. Башҡорт теле графикаһының үҫеш-үҙгәреш тарихы, Орхон-йәнәсәй, уйғар, ғәрәп, латин, рус графикалары.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау, телмәр үҫтереү

Фонетик анализ. Дәреслек буйынса эш.

Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау. Тексты мөхәррирләй һәм камиллаштыра белеү. Телмәр этикет нормаларын һаҡлап аралаша белеү.

Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма

101-се күнегеү.

103-сө күнегеү.

М.Ә. Әхмәтов тураһында белешмә.


10.

24-29.11


Һүҙ составы һәм һүҙьяһалыш.

Телдә һүҙьяһалыш ысулдары. Һүҙьяһалыш һәм стилистика.



Морфема тураһында төшөнсә. Һүҙ яһаусы һәм форма яһаусы, үҙгәртеүсе аффикстар. Морфологик, лексик-семантик, фонетик, лексик-морфологик һүҙьяһалыш.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау, телмәр үҫтереү

78-се биттәге һорауҙарға яуап биреү. Һүҙҙәргә һүҙьяһалыш буйынса анализ яһау. “Башҡорт теленең орфографик һүҙлеге” буйынса эш.

Башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау. Телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте адекват ҡабул итеү. Һүҙьяһалыш буйынса анализ яһау.

Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма.

106-сы,

115-се күнегеүҙәр.



11.

1-6.12

Грамматика. Морфология.

Башҡорт телендә һүҙ төркөмдәре.



Исем. Исемдәрҙең эйәлек һәм хәбәрлек категориялары.

Тел белеменең бүлеге булараҡ грамматика. Грамматик категорияның ике яғы – грамматик мәғәнә, грамматик форма.Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Исемдең морфологик категориялары:һан, эйәлек. Уның мәғәнәләре яғынан төркөмсәләргә бүленеше.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау, телмәр үҫтереү

88-се биттәге һорауҙарға яуап биреү. Исемдәрҙе һүҙьяһалыш буйынса тикшереү.

Телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау.

Текстың телмәр төрөн (тасуирлау, хикәйәләү, хөкөм йөрөтөү) билдәләү.



Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма

119-сы күнегеү, таблица тултырыу; әҫәрҙәрҙән исемдәрҙең эйәлек һәм хәбәрлек категорияларына миҫалдар менән һөйләмдәр күсереп яҙыу

12.

8-13.12


Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүе.

Исемдең төп грамматик категорияларының береһе булараҡ килеш. Килештәрҙең мәғәнәләре. Төшөм килештең билдәле һәм билдәһеҙ объектты белдереүе.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау,телмәр үҫтереү

Исемдәрҙе килештәрҙә үҙгәртеү – 136-сы күнегеү. Текст төҙөү.

Морфологик белем һәм күнекмәләрҙе дөрөҫ яҙыу практикаһында ҡулланыу.

Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма

Һүҙҙәрҙе килештә үҙгәртеү. Текст буйынса эш.

13.

15-20.12


Килеш формаларын стилистик файҙаланыу мөмкинлектәре

Телдең стилистик үҙенсәлектәре булараҡ килеш формаларын файҙаланыу.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау,телмәр үҫтереү

Һөйләмдәр төҙөү.

Текста килеш формаларын стилистик йәһәттән файҙалана белеү.

Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма

Килеш формаларын стилистик ҡулланыуға ҡоролған һөйләмдәр яҙыу.

14.

22-27.12


Контроль диктант.



Уҡыусыларҙың белемен баһалау. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, системалаштырыу.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау,телмәр үҫтереү

Диктант

Үтелгәндәрҙе системалаштырыу

Диктанттар йыйынтығы

Теоретик белешмәне белергә

15.

29.12-17.01


Хаталар өҫтөндә эш. Тест һорауҙарына яуап биреү.

Уҡыусыларҙың эш-тәренә анализ яһау,

етешһеҙлектәрен күр-һәтеү. Ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөү, ҡабатлау, система-лаштырыу. Уҡыусыларҙың белемен баһалау.



Үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Алған белемде баһалау



Индивидуаль эш

Үтелгәндәрҙе системалаштырыу, белемде тикшереү һәм баһалау.

“Башҡорт теленән тестар” йыйылмаһы

Грамматик материалды ҡабатларға

2-се ярты йыллыҡ

18 сәғәт


16.

19-24.01


Сифат.

Сифатты телмәрҙә ҡулланыу.



Сифаттың лексик – грамматик мәғәнәһе. Төп һәм шартлы сифаттар. Сифат дәрәжәләре. Сифаттарҙың телмәрҙәге роле.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау,телмәр үҫтереү

Сифаттарҙың телмәрҙәге ролен асыҡлау.”Урал батыр” эпосынан һынлы тасуирлауы булған урындарҙы табып уҡыу.

Сифаттың морфологик һәм синтаксик үҙенсәлектәрен, дөйөм категориаль мәғәнәһен белеү. Алынған белемде көндәлек тормошта файҙалана белеү. Сифатҡа грамматик анализ яһау.

Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма

141-се күнегеү, морфологик анализ

17.

26-31.01


Һан.

Һанды телмәрҙә ҡулланыу.



Һандың лексик-грамматик мәғәнәһе. Һан төркөмсәләре: төп, тәртип, бүлем, йыйыу, сама, кәсер, үлсәм һандары. Сама, кәсер, һандарының яһалышы: лексик-синтаксик, лексик-грамматик, синтаксик юлдар.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау,телмәр үҫтереү

Һандарҙың һөйләмдәге вазифаһын аңлата белеү. Даталарҙың, цифрҙар менән бирелгән һандарҙың дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү. Мәҡәл һәм башҡа халыҡ ижады төрҙәренән һандарҙы табыу, мәғәнәләрен аңлатыу.

Һандың морфологик һәм синтаксик үҙенсәлектәрен, дөйөм категориаль мәғәнәһен белеү. Алынған белемде көндәлек тормошта файҙалана белеү. Һанға грамматик анализ яһау.

Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма

147-се күнегеү,

текстар өҫтөндә эш.






2-7.02


Алмаш.

Алмаштың стилистик мөмкинлектәре.



Алмаштарҙың лексик – грамматик билдәләре, алмаш төркөмсәләре.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау,телмәр үҫтереү

Төрлә рәсми эш ҡағыҙҙарын яҙғанда алмаштарҙы ҡуллана белеү.

Әҫәрҙәрҙән өҙөктәр һайлап, алмаштарҙың текста һөйләмдәрҙе бәйләп-тоташтырып килеү үҙенсәлектәрен асыу һәм яҙып алыу.



Алмаштың морфологик һәм синтаксик үҙенсәлектәрен, дөйөм категориаль мәғәнәһен белеү. Алынған белемде көндәлек тормошта файҙалана белеү. Алмашҡа грамматик анализ яһау.

Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма, дидактик материалдар

154-се күнегеү, миҫалдар яҙырға




9-14.02



Инша. Ир-егетәр бурысы – тыуған ил тыныслығын һаҡлау.

Уҡыусыларҙың белемен баһалау. Үтелгәндәрҙе системалаштырыу

Телмәр үҫтереү дәресе

Индивидуаль эш

Иншаның тулы булыуына, эҙмә-эҙлекле аслыуына һәм һөйләмдәрҙең стилистик яҡтан дөрөҫ төҙөлөүенә иғтибар итеү

Ҡараламанан күсереп яҙыу. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Ҡылым һүҙ төркөмөн ҡабатлау.




16-21.02


Ҡылым. Ҡылымдарҙың лексик-семантик төркөмдәре. Күсемле, күсемһеҙ ҡылымдар.

Үҙ аллы һүҙ төркөмө булараҡ ҡылым. Уның лексик-семантик төркөмдәре. Ярҙамсы ҡылымдар. Күсемле һәм күсемһеҙ ҡылымдарҙың үҙенсәлектәре.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау, телмәр үҫтереү

Лексик-семантик төркөмдәргә бүленешен схемала күрһәтеү.Үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү.Күнегеүҙәрҙән ҡылымдарҙы таба белеү.

Телдең стилистик ресурстарын, әҙәби тел номаларын күҙәтергә өйрәнеү. Туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү. Киң мәғлүмәт саралары һәм интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү.

Төрлө стилдәге, жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү. Телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша белеү. Аудиторияла ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау. Һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, телмәрҙе баһалай белеү. Ҡылымдың морфологик һәм синтаксик үҙенсәлектәрен, дөйөм категориаль мәғәнәһен белеү. Алынған белемде көндәлек тормошта файҙалана белеү. Телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде еткерә белеү. Тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара ҡулланыу. Ҡылымға грамматик анализ яһау.



Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма, дидактик материалдар

Художестволы әҙәбиәттән миҫалдар табып, яҙып алыу.

22.

23-28.02

2-7.03




Ҡылымдарҙың грамматик категориялары. Һөйкәлеш.

Үткән заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының стилистик мөмкинлектәре. Хәҙерге һәм киләсәк заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының стилистик мөмкинлектәре. Бойороҡ һөйкәлеше. Шарт һөйкәлеше. Теләк һөйкәлеше.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау, телмәр үҫтереү

Хәбәр, бойороҡ, шарт, теләк - өндәү һөйкәлешен айыра белеү. Тәҡдим ителгән халыҡ ижады әҫәрҙәренән уларҙы таный белеү.

Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма, дидактик материалдар

62-се, 171-се, 180-се күнегеүҙәр.




9-14.03

16-21.03



Йүнәлеш категорияһы.

Субъект, хәрәкәт(процесс) һәм объект араһындағы мөнәсәбәттәрҙе белдереүсе лексик-грамматик категория булараҡ ҡылым йүнәлеше: төп, ҡайтым, төшөм, уртаҡлыҡ, йөкмәтеү. Уның яһалышы.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау,телмәр үҫтереү

Йүнәлештәрҙең үҙенсәлеге; яһалышын аңлатыу.

Ҡайтым, төшөм, уртаҡлыҡ, йөкмәтеү йүнәлешенә бирелгән күнегеүҙәрҙән миҫалдар табыу.




Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма, дидактик материалдар

Миҫалдар яҙыу, 192-се күнегеү

23.

1-4.04


Ҡылым төркөмсәләре. Сифат ҡылым.

Башҡорт теленең затһыҙ ҡылымдары. Уларға барлыҡ-юҡлыҡ, күсемлелек һәм күсемһеҙлек, йүнәлеш һәм күләм категорияларының хас булыуы.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау,телмәр үҫтереү

Затһыҙ ҡылымдар,сифат ҡылымдарҙың формалары, категориялары тур-да яҙып алыу.Улар менән һөйләмдәр төҙөү.

Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма, дидактик материалдар

Текс өҫтөндә эш.

24.

6-11.04


Хәл ҡылым.

Хәл ҡылымдың һан менән үҙгәрмәйенсә, икенсе бер ҡылымдан аңлашылмаған эш-хәлдең, хәрәкәттең башҡарылыу рәүешен сағылдырыуы. Уға хас булған ҡылым билдәләре.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау, телмәр үҫтереү

Хәл ҡылымдарҙың ялғауҙарын яҙып алыу.Бирелгән текстан хәл ҡылымдарҙы табыу.Уларҙы ҡулланып “Башҡортостан-алтын бишегем” темаһына телдән инша яҙыу.

Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма, дидактик материалдар

Шиғри әҫәрҙәр буйынса эш.

25.

13-18.04



Исем ҡылым.

Исем ҡылымдарҙың исем менән ҡылымдың грамматик үҙенсәлектәрен берләштереүе. Уларҙың яһалышы.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау, телмәр үҫтереү

Исем ҡылымдарҙы ҡулланып диалог төҙөү.


Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма, дидактик материалдар

Текст буйынса эш.




20-25.04



Уртаҡ ҡылым.

Уртаҡ ҡылым формаларының, ярҙамсы ҡылымдар менән бергә килеп, эш-хәрәкәттең, тороштоң маҡсатын сағылдырыуы.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау, телмәр үҫтереү

Текстан уртаҡ ҡылымдарҙы табыу.

Уларҙы ҡулланып, текст төҙөү.



Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма, дидактик материалдар

“Әҙәп төбө - ғәҙәт” темаһына инша.

26.

27.04-2.05


Ҡылым күләмдәре.

Арауыҡ һәм ваҡыт эсендә аңлашылған эш-хәрәкәттең, тороштоң, хәлдең башҡарылыу дәрәжәһен күбәйтеү йәки әҙәйтеү, дауамлы булыу йәки бөтөү, бер йәки бер нисә ҡабат эшләнеү йәһәтенән күрһәтеүсе ҡылым формалары булараҡ ҡылым күләмдәре. Уларҙың яһалышы, мәғәнә биҙәктәре.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау, телмәр үҫтереү

Ҡылым күләмдәренең яһалыу формалары, мәғәнә биҙәктәре тур-да яҙып алыу.


Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма, дидактик материалдар

205-се күнегеү

27.

4-9.05



Ҡылым рәүешлеге.

Һөйләүсенең ысынбарлыҡта булып торған эш-хәрәкәткә, төрлө хәл-ваҡиғаларға мөнәсәбәтен сағылдырыусы лексик-грамматик категория булараҡ ҡылым рәүешлеге. Рәүешлек формалары.




Ҡылымдың һәр бер категория формаларының күркәм әҫәрҙәге стилистик мөмкинлектәрен асыҡлау. Күнегеүҙәрҙән уларҙы таба белеү.

Интерактив таҡта, проектор. Методик ҡулланма, дидактик материалдар

209-сы күнегеү, миниатюр инша.

28.

11-16.05



Контроль диктант.

Уҡыусыларҙың белемен баһалау. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, системалаштырыу.

Үтелгән-дәрҙе ҡабатлау,телмәр үҫтереү

Диктант

Үтелгәндәрҙе системалаштырыу

Диктанттар йыйынтығы

Теоретик белешмәне белергә

29.

18-23.05

Хаталар өҫтөндә эш. Тест һорауҙарына яуап биреү

Уҡыусыларҙың эш-тәренә анализ яһау,

етешһеҙлектәрен күр-һәтеү. Ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөү, ҡабатлау, системалаштырыу. Уҡыусыларҙың белемен баһалау. Үтелгәндәрҙе



Ҡатнаш дәрес

Индивидуаль эш

Тест һорауҙарына яуап биреү. Уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү. Анализлау. Үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

“Башҡорт теленән тестар” йыйылмаһы

Грамматик материалды ҡабатларға

30.

25-30.05

Йомғаҡлау дәресе. Зачет.

Ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөү, ҡабатлау, системалаштырыу. Уҡыусыларҙың белемен баһалау. Үтелгәндәрҙе




Тест һорауҙарына яуап биреү. Уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү. Анализлау.














©dereksiz.org 2016
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет