Зәйнәб Биишева Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



бет12/21
Дата04.07.2016
өлшемі2.46 Mb.
#176464
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   21
көлдө.

  • Бына әйтте, Ғарифҡа өйрәнгәс, ниндәй отличник булаһың, ти, һин? Кин уны үҙең кеүек уҡырға өйрәт, үәт.

Зарифа, өмөтһөҙләнеп:

  • Үҙе тырышмағас, дәресте уның ауыҙына тылҡап һалып булмай ҙа баһа. Ҡыҙырас менән Ғарифтың уйында гел шаярыу, кеше көлдөрөү генә лә баһа. Уҡыуҙы улар бар тип тә белмәйҙәр, — тип һөйләнде.

Ҡыҙырас та, Ғариф та Зарифаның был һүҙҙәренә бер ни тип тә яуап ҡайтарманылар. Тик, уңайһыҙланып, баштарын ғына эйҙеләр. Ҡыҙырас ул Зарифаны хөрмәтләй, бер ҡасан да уға ҡаршы һөйләмәй. Э Ғариф, Ҡыҙырас кемгә нисек ҡараһа, ул да шулай ҡарарға өйрәнгәйне.

Гөлкәй Зарифа алдында башын эйеп торған Ҡыҙырастың танауына үҙенең нәҙек кенә бармаҡтары менән әкрен генә сиртеп алды.

  • Юлдаштан көлөргә түгел, унан өйрәнергә кәрәк һиңә, алйот малай!

Унан үҙе, ырғып-һикереп, шарҡылдап көлә-көлә, кластан сығып китте. Ҡыҙырас менән Ғариф та уның артынан йүгерҙе.

  • Туҡта, остоҡай!

Күп тә үтмәй Гөлкәйҙең Ҡыҙырасты үсекләп таҡмаҡлаған тауышы коридорҙа яңғыраны:

Һис тә генә тырышмай был Ҡыҙырас, шаян бала!

Уҡытыусы һорау бирһә,

Аптырап, алйып ҡала!

Был көн дәрестән һуң Ғилман, Зарифа, Талип мәктәптә ҡалдылар. Уларға класс стена ғазетаһының беренсе номерын сығарыу хаҡында һөйләшеп алырға кәрәк ине.

Юлдашҡа яңғыҙы ғына ҡайтып китергә тура килде. Уға күңелһеҙ ине. Ҡыҙырастың бөгөнгө ҡыланышы уның кәйефен ныҡ боҙғайны. Ул тағы элекке мәктәбен, үҙе менән бергә үҫкән күрше малайы Кольканы һағы

185




нып китте. Нисә көн буйы бер өҙлөкһөҙ ҡойған ямғыр туҡтап, ҡала урамының байып барған ҡыҙғылт ҡояш нурҙары аҫтында күңелле йылҡылдап ятыуы ла уның күңелен аса алманы. «Колька менән гел бергә уйнай торғайныҡ, уҡырға ла бергә йөрөй инек. Русса һөйләшергә лә иң тәүҙә мин унан өйрәнгәйнем. Ауылдан тәү килгән йылда мин рус телендә һөйләшә белмәһәм дә, ул бер ҙә минән көлмәй торғайны. Аҙаҡтан, мин дә уның шикелле үк һөйләшә башлағас, беҙ уның менән тағы ла нығыраҡ дуҫ булғайныҡ. Ә бында бынауы Ҡыҙырас ниндәй һөмһөҙ!.. Ниңә атайымды бында күсерҙеләр икән?!» — тип бошоноп уйланы ул.

Уға ҡарышҡан һымаҡ, тап ошо ваҡытта, Ғариф ын эйәртеп, Ҡыҙырас уның янынан йүгереп үтеп китте.

Юлдаш: «Ҡайҙа ҡарама, ул гына!..» — тип һуҡрана- һуҡрана, урамдың икенсе яғына сыҡты. Шунда уҡ Бо- рисҡа осраны. Борис та мәктәптән ҡайтып бара икән. Юлдаш ҡыуанысынан уны хатта ҡосаҡлап уҡ алды ла:

  • Бориска, ҡайһылай әле һин минең Ишембайҙағы бер дуҫыма — Колькаға оҡшағанһың, — тип ҡуйҙы.

Борис көлөп:

  • Яҡшы. Улай булғас, мине лә Колька кеүек дуҫ ит, — тине.

  • Әйҙә, беҙгә барайыҡ, — тине Юлдаш, ҡыуанып. — Баянда мин кисә, һин киткәс, пионерҙар маршын уйнарға өйрәндем.

  • Ә мин кисә кравовякты нисек шәп өйрәнгәйнем, ә? — тип көлдө Борис. — Хәҙер барып тағы уйнап ҡарармын әле, онотманыммы икән.

Юлдаш, уның кисә кис гел бер көйҙө ҡысҡыртып, үҙҙәрен ялҡтырып бөтөрөүен, ахыр Ғилман баянды уның ҡулынан көскә тартып алып ҡу йыу ын хәтерләп:

  • Бөгөн дә шуны ғына уйнарһыңмы икән? — тип көлөп ҡуйҙы.

  • Юҡ, икенсе көйҙө өйрәнәм.

  • Йә, улай булғас, киттек.

Улар, Юлдаштарға килгәс, сумкаларын өйгә индереп ырғыттылар ҙа, баянды күтәреп, дөбөр-шатыр йүгереп сығып та киттеләр.

Юлдаштың әсәһе Биби апай:

186




  • Туҡтағыҙ, балалар, тамағығыҙға ашап сығығыҙ! — тип ҡысҡырып ҡарағайны ла, булманы.

Юлдаш:

  • Аҙаҡтан, әсәй, аҙаҡтан, — тип ҡул ғына һелтәне. Э Борис, баяндың ҡайышын яурынына кейеп, бөтә телдәренә бармаҡ йөрөтөп сыҡты ла:

  • Ҡайҙа ултырабыҙ, Юлдаш? — тип һораны.

Юлдаш уны өй артындағы баҡсаға эйәртеп алып

инеп китте. Улар ҡеүәтле ботаҡтарын киң йәйеп, мөһабәт тынып ҡалған бейек тирәк аҫтына барып ултырҙылар. Бында бәләкәс кенә ширлек тә эшләнеп ҡуйылғайны.

  • Был ширлекте мин үҙем бында килгәс тә яһап ҡуйҙым, — тине Юлдаш, ниңәлер уйсан ғына итеп. — Йәтешме, ә, Борис?

Борис баян ҡысҡыртыуҙан туҡтамай, иғтибарһыҙ ғына:

  • Йәтеш. Шәп, — тип ҡуйҙы.

Бынан һуң Юлдаш өндәшмәй, бер аҙ тик кенә ултырҙы ла тағы:

  • Ьин ниндәй ағасты яратаһың, Борис? — тип һораны.

Борис был һорауға ни тип яуап бирергә лә белмәй аптырап ҡалды. Сөнки, берҙән, уйы баянда, икенсенән, ул быға тиклем үҙенә ниндәй ағас күберәк оҡшауы хаҡында бер ҙә уйлап ҡарағаны юҡ ине әле. Ахыр ул, зәңгәр күҙҙәрен киң асып, тирә-яғындағы ағастарға алмаш-тилмәш ҡарап алды ла:

  • Ағас — ағас инде ул. Йәшел булғас, барыбер. Уның нимәһен айырып яратаһың? — тине.

  • Ә мин тирәкте күберәк яратам, — тине Юлдаш. Унан, аңҡайып, тирәктең иң осона ҡараны. — Бына ул ниндәй бейек. Олоно, ботаҡтары ниндәй ҡеүәтле, мөһабәт. Япраҡтары ла уның йәй көнө, көмөш тәңкәләр кеүек ялтырап, һәр ваҡыт елберләп кенә тора. Әйтерһең дә, нимә тураһындалыр шыбырлап, өҙлөкһөҙ һөйләшәләр ҙә һөйләшәләр...

Юлдаштың был һүҙенән һуң Борис та, башын артҡа ташлап, тирәккә ҡараны ла ғәмһеҙ генә тауыш менән:

187


  • Хәҙер инде уның япраҡтары һарғайған, — тип яуапланы.

  • Эйе шул, — тине Юлдаш та.

Малайҙар тынып ҡалдылар. Юлдаш тағы бөгөнгө дәрес, Ҡыҙырастың насар ҡыланыштары тураһында бошоноп уйланды. Э Борис ап-арыу ғына итеп «Рябинушка» көйөн уйнаны. Тирәк япраҡтары берәм-берәм өҙөлөп сыҡтылар ҙа, байып барған ҡояштың ҡыҙғылт нурҙары аҫтында йылҡылдап, һары күбәләктәр кеүек оса- оса, ергә төшөп яттылар. Аҫтағы ботаҡтан өҙөлгәндәре тирәктең төбөнәрәк ятты. Өҫтән, иң бейек ботаҡтан осҡандары алыҫҡараҡ осоп барып төштөләр. Ләкин барыһы ла ергә ятты. Уларҙың береһе лә инде бер ҡасан да ҡабат тирәк ботағына ултырып елберләмәҫ. Улар үҙ урындарын киләһе яҙ сығасаҡ йәм-йәшел йәш япраҡтарға ҡалдырҙылар.

Юлдаш, тирәк япраҡтарының был гүзәл, һуңғы сәйәхәтен ҡарап, һаман шулай тын ғына ултырҙы. Ул көҙҙөң алтын япраҡлы, ҡояшлы көнөн яҙҙы яратҡан кеүек үк ярата ине.

Бер аҙҙан һуң ул уйсан ғына тауыш менән:

  • Бориска, һин ҡыш көнө нимәлә уйнарға яратаһың? — тип һорап ҡуйҙы. Күрәһең, уның уйҙары мәктәп менән Ҡыҙырастан ҡышҡы уйындарға күсеп киттеләр.

Борис, шаян йылмайып:

  • Таратайкала шыуып уйнарға яратам, — тип яуап бирҙе.

  • Таратайка нимә һуң ул?

  • Шуны ла белмәйһеңме? — тип аптыраны Борис. — Таратайка бик шәп нәмә ул: уға ултырып та, ятып та шыуып була. Ике-өс малай бергә тейәлеп китергә лә уңай. Уны — таратайканы — беҙ, малайҙар, үҙебеҙ яһап алабыҙ. Ике-өс таҡта ҡағаһың да, коньки беректерәһең дә, эше лә бөттө. Мин уны, таратайканы...

Борис таратайканың шәплеге тураһында ярһып-яр- һып тағы нимәләрҙер һөйләмәксе булғайны ла, Юлдаш уны:

  • Мин саңғыла шыуырға яратам. Саңғыла шыуырбыҙ, йәме? Таратайка кәрәкмәй, — тип бүлдерҙе.

188


Борис:

  • Ярар, улай булғас. Әсәйем дә, таратайкала шыуып еҫтөңдө бөтөрәһең, тип әрләмәҫ, исмаһам... — тине лә ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.

  • Ниңә көләһең? — тип аптыраны Юлдаш.

  • Көлмәй ни, ышандың да бит.

  • Ышанмай ни. Ҡайҙан мин һине юрый һөйләр, тип уйлай алайым, — тине Юлдаш.

Борис, көлөүҙән туҡтап, уның арҡаһынан дуҫтарса ҡағып ҡуйҙы:

  • Юрый әйтәм, Юлдашка. Таратайканы Ҡыҙырас ҡына ярата ул. Саңғыһын ташлай ҙа, түше менән ятып, таратайкала шыуа башлай. Мин саңғыла һинең менән ярышып ҡарармын әле. Күрерһең, мин нисек шыуам...

  • Ярышырбыҙ, — тине Юлдаш та, рухланып. — Их, тиҙерәк ҡар яуһын ине. Ҡыш етһен ине тиҙерәк!..

Борис тағы «Рябинушка»ны уйнарға тотондо.

  1. Уйларһыңмы?

Пионерҙар буровойға экскурсияға барған көндө башланған ямғыр һаман туҡтаманы. Ҡыҙырастың әсәһе:

  • Кесаҙна көндө башланды, кесаҙнаға хәтле яуыр, ахырыһы, — тиһә лә, дөрөҫ килмәне. Инде икенсе кесаҙна етеп килә, ә ямғыр быҫҡаҡлап яуа ла яуа. Көндөҙ ҙә, кисен дә туҡтамай тиерлек. Бындай ямғырҙа, дәрес әҙерләп, төрлө ҡыҙыҡлы китаптар уҡып, рәсемдәр төшөрөп, йылы өйҙә ултырыу ниндәй рәхәт була бит. Шуға күрә балалар урамда, ишек алдында күренмәй. Өйҙә йәмле хәҙер. Ләкин Ҡыҙырас барыбер өйҙә ултырып түҙә алмай. Тынғыһыҙ күңеле, уны һаман ҡайҙалыр өндәп, елкендереп кенә тора. Бына әле лә ул дәрестәрен ҡараштырып аҙ ғына ултырҙы ла ашығып тышҡа сығып та китте. Унан күп тә үтмәй, оҙон йөндәре ямғырға еүешләнеп тәненә һылашҡан, тәпәйҙәре бысранған Йомғағын эйәртеп, Ғарифтарға килеп инде. Был ваҡытта Ғариф бер үҙе генә өйҙә, диванда әкиәт китабы уҡып ултыра ине. Көтөлмәгәндә Ҡыҙырасты үҙ янында күргәс, ул ҡыуанысынан ни эшләргә белмәне.

189




Китабын ташлап, ырғып торҙо ла Ҡыҙырастың алдында һикергеләп, тәтелдәргә кереште:

  • Эй, Ҡыҙырас килде! Шәп булды. Нимә уйнатабыҙ? Патефонмы әллә приемниктымы, ә?

Ҡыҙырас эре генә дуҫының яурынынан ҡаҡты:

  • Йә, ни, ашыҡма. Ултыр, ни, әсәйең өйҙәме? Атайың эштән ҡайтманымы әле?

Ул Ғариф менән һәр ваҡыт шундай өлкән кеше тонында һөйләшә ине.

Ғариф, һүрелеп, «ю» хәрефен кәрәгенән артыҡ һуҙып, көйләп кенә яуап бирҙе:

  • Ю-юҡ... Эсәйем тағы ауырый. Врачҡа китте. Атайым, бөгөн эштән тиҙ ҡайта алмайым, кәңәшмә була, тине.

Ҡыҙырас, Ғарифтың ҡайғыһын уртаҡлашыу, бошоноу күрһәтәһе урынға, ҡыуанып:

  • Улай икән... Һәйбәт... Ни, Ғариф, беләһеңме, мин һиңә ни өсөн килдем?.. — тип һораны.

Ғариф сығынҡы маңлайлы, ҙур башын һалмаҡ ҡына сайҡап ҡуйҙы:

  • Белмәйемсе...

  • Ә, ни, белмәйһеңме? Белмәһәң, ни, хәҙер белерһең, ҡустым, — тине Ҡыҙырас тағы эре генә. Унан калушын сисеп, һыу тамсылары тамып, йылтырап торған ҡара кепкаһын ҡулына тотоп түргә уҙҙы. Ғарифтың дәрес әҙерләй торған өҫтәле янына, мөйөшкә, барып ултырҙы.

  • Ни, кил ултыр, һөйләйем.

Ғариф ҡыуанып, уға ҡаршы өҫтәл башына килеп таянып торҙо. Э Йомғаҡ, ишек төбөнә һуҙылып ятып, ялбыр йөндәрен яларға кереште. Бында уның тәүге генә килеүе булмағанға, ул үҙен бик иркен һиҙә ине.

Ҡыҙырастың сырайы тағы бер көнгө, мәктәптән тәү ҡайтҡандағы кеүек серьез, күҙҙәре уйсан төҫ алды. Тауышында ниндәйҙер серлелек һиҙелә ине.

Ғариф, дуҫының бындай сағын элек күргәне булмағанға, уның менән нисек һөйләшергә белмәй, тағы уңайһыҙланып ҡалды. Ул уҫал, сая Ҡыҙырасты ғына белә. Ундай Ҡыҙырас менән нисек һөйләшергә, уның янында үҙен ҡайһылай тоторға ла өйрәнгән.

190


«Э был...» — тип Ғариф башлаған уйын уйлап бөтөрөргә лә өлгөрмәне, Ҡыҙырас ҡыҫҡа бармаҡлы, йыуан, тос ҡулын тағы уның яурынына һалды ла һүҙҙе нисек башлап китергә белмәй тағы:

  • Ҡара әле, ни, әсәйең тағы ауырый тиген, ә? — тип һорап ҡуйҙы.

  • Ауырый шул, — тине Ғариф, һуҙып ҡына.

  • Ни, ул, быйыл Йоматауға барып, дауаланып ҡайтҡайны түгелме һуң?

Ғариф уның был хәстәрле һорауына борсолоуһыҙ ғына яуап бирҙе.

  • Барҙы ла бит... Әсәйем әйтә, бер ауырымаҫҡа кәрәк, ти. Ауырығас, һауығыуы ҡыйын, ти.

Ҡыҙырас, Ғарифтың һүҙҙәре менән килехпкәнлеген белгертеп, баш ҡағып ҡуйҙы.

Әсәһенең күптән бирле ауырып, һыҙланып йөрөүенә күнегеп бөткән Ғариф быны шулай булырға тейешле ғәҙәти хәл кеүек тоя башлағайны инде. Дөрөҫ, әсәйҙең һау булмауы күңелле эш түгел. Ғарифҡа ҡайһы саҡта ҡыйын да булып китә. Әйтәйек, йәй көнө әсәһе курортҡа киткәс, өй ҡарап, аш-һыу бешереп, асылда уларҙың бөтә донъяһын көтөп тороусы Шәфиҡә апай, бер ҙә уны әбеүләп, теләгәнен эшләп кенә торманы. Хатта ҡарышып гел киреһен эшләне.

  • Ьин иркә, мыжыҡ малай, һинең әсәйең булһам, мин һине сыбыҡлап аҡылға өйрәтер инем, — тип әрләп тә ташлағыланы. Ҡыйын булды Ғарифҡа. Ул әсәһен һағынып көттө. Әсәһе уны бик ярата, ни теләһә, шуны алып бирә. Шуның өсөн уның велосипеды ла, шахматы ла, приемнигы ла, фотоаппараты ла — бөтәһе лә бар. Тик ул быларҙың бөтәһен дә һатып алғанға хәтле генә яратты. Алғас, улай-былай тотҡолап ҡарағас та, күңеле ҡайтты. Икенсе әйберҙәр алдырғыһы килә башланы. Тик нимә алдырырға икәнен генә белмәй әле.

Әсәһе уға теге-был ашты яратмай мыжығаны өсөн дә, булмағанды таптырғаны өсөн дә асыуланмай. Ул уның уҡыуына ла, уйынына ла ҡатнашмай. Шуға күрә Ғариф әсәһен бик ярата.

  • Минең әсәйем харап һәйбәт ул. Ни әйтһәм, шуны

191




тыңлай, — тип маҡтана. Э атаһын ул йүнләп күрмәй ҙә тиерлек. Атаһы уның треста иҫәп эшендә эшләй. Бухгалтер. Ул эштән һис тә бушамай. Бушаған арала ла йүгереп кенә ҡайта ла йүгереп сыға ла китә. Әсәһе уны:

  • Эше бик күп шул атайыңдың. Йонсоп та бөтә инде, бахыр, — тип йәлләй. Ләкин Ғариф ошондай шып- шыма, ялтырап торған ҡыҙыл йөҙлө, мыҡты кәүҙәле, һәр ваҡыт таҙа, шәп кейенгән кешенең йонсоп бөтәүенә һис тә төшөнә алмай. Ниңәлер атаһын бик үк яратып бөтмәй. Атаһы ла уға әсәһе кеүек үк өҙөлөп тормай. Улар һирәк осрашалар. Осрашҡанда ла, атаһы Ғариф- ҡа, Ғариф атаһына һөйләргә һүҙ таба алмай. Улар, нисектер бер-береһенә ят булып, уртаҡ һүҙ таба алмай йәшәйҙәр ине. Ә әсәһе уның улай ғәмһеҙ түгел. Ул орошоп ҡушмаһа ла, әленән-әле:

  • Улым, дәрестәреңде әҙерләнеңме? — тип һорап тора.

  • Әҙерләнем, — ти Ғариф.

  • Әҙерлә, тырыш улым, белем кәрәк булыр, — ти әсәһе. Шуның менән һүҙ бөтә. Сөнки ул улына артыҡ ныҡ ышана. Ә Ғариф өҫтәл янында, дәрес әҙерләүгә ҡарағанда, рәсем төшөрөп, ҡағыҙҙан самолеттар, ҡарғалар, әтәстәр яһап ултырырға ярата. Ошо арҡала дәрестә өс йәки ике билдәһе алған саҡтары ла йыш була ине.

Ҡыҙырас килгәндә лә, улар, дәрес хаҡында түгел, ә башҡа ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс нәмәләр тураһында һөйләшеп ваҡыт үткәрәләр. Быйыл бишенсе класта Ҡыҙырас менән Ғариф үҙҙәрен айырата ирекле һиҙәләр ине. Элек, быға хәтле уларҙы Мәрйәм апай яңғыҙы ғына уҡыта, һәр көн, һәр сәгәт күҙәтеп, күреп кенә тора ине. Ә быйыл бишенсе класта әллә нисәмә уҡытыусы. Ҡайһы бер дәрестәр көн һайын да булмай. Шуның өсөн Ҡыҙырас менән Ғариф быны үҙҙәренә тулы иркенлеккә сығыу тип аңлайҙар ине.

Ҡыҙырас был арала киноға йылдағыға ҡарағанда ла йышыраҡ йөрөй башланы. Үҙҙәренә яҡын ғына Нефтселәр клубында барған бөтә яңы картинаны ҡалдырмай ҡарай. Унан һәр береһен Ғарифҡа килеп һөйләй ине. Ә Ғариф, серен белмәһә лә, фотоаппараты менән булашып

192




йәки патефон уйнатып, өйҙә ултырырға яратҡанлыҡ- тан, киноға һирәк бара. Шулай ҙа ҡыҙыҡлы картина хаҡында Ҡыҙырастың һөйләгәнен мауығып тыңлай ине. Ул әле лә, ҡыуанып: «Ҡыҙырас, моғайын, берәй яңы картина ҡарағандыр», тип өмөт итте.

Ләкин Ҡыҙырастың уйҙары бөгөн бөтөнләй икенселә ине. Ул Ғарифҡа күҙҙәрен сәйер төбәп ҡарап алды ла:

  • Ни, беләһеңме, мин һиңә бөгөн ниңә килдем? — тип ҡабатланы.

Ғариф тағы башын ғына сайҡап ҡуйҙы.

  • Белмәйемсе...

Ҡыҙырастың теремек ҡара күҙҙәре ҡыйыу янып, ваҡ һоро һипкелле йомро бите алһыуланып китте. Ул томтоғораҡ йыуан бармаҡтарын тырпайтып торған ҡуйы сәстәре араһына батырҙы ла ҡош булып оҙаҡ ҡына һайрап ултырҙы. Ҡыҙырастың был һәнәрен әле белмәгән Ғариф аптырауҙан ни әйтергә, ни ҡыланырға белмәне. Ахыр Ҡыҙырас, бик серьез итеп, тағы:

  • Ни, Ғариф, беләһеңме, беҙгә шундай шәп, ғәҙәттән тыш шәп бер эш эшләргә кәрәк! — тине.

Ғәжәпләнеүҙән Ғарифтың аҡһыл йоҡа ирендәре асылып китте. Уның ниндәйҙер асыҡ билдәле төҫтә булмаған күгелйем йәшкелт күҙҙәренә осҡон йүгерҙе. Ул, тыны бөтөп:

  • Ҡайһылай итеп эшләйбеҙ һуң?! — тип һораны.

  • Кешеләр бит, ни, шундай эштәр эшләйҙәр, — тип дауам итте Ҡыҙырас. — Әйтәйек, бына, ни, Александр Матросов...

Ул Ғарифтың өҫтәле өҫтөндә эленеп торған бер төркөм йәш батырҙар рәсеменә төртөп күрһәтте.

  • Ни, бына улар кеүек!..

  • Ул бит һуғышта, — тине Ғариф яйлап ҡына. — Ьуғышта була ул. Э бында, хәҙер, нимә?

  • Ни, бында ла, хәҙер ҙә була, — тип ҡаршы төштө Ҡыҙырас. — Бына, әйтәйек, — Банат Батырова. Ул Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөн ҡайһылайыраҡ үҫтергән бит, ә? Шуның өсөн, ни, уға Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән исем биргәндәр.

  • Ул бит колхозда, — тине Ғариф тағы ла, һуҙа биреп. — Колхозда була ул.

7-1.0004.08

193




  • Э, ни, бында минең атайым һуң, бер көндө күрҙең бит, нисек эшләй?! Ни, атайым хатта скважинаны һыу менән быраулауҙы уйлап сығарған бит. Ниндәй рекорд биргән! Ни, был методты ҡулланған бөтә быраулаусылар хәҙер девон ятҡылығына элеккенән ике-өс тапҡыр тиҙерәк етәләр, ти. Белдеңме?

  • Ул бит буровойҙа, — тине Ғариф, бөтөнләй өмөтһөҙләнеп. — Ә һинең менән беҙ нимә?

Ҡыҙырас ҡыҙып китте.

  • Беҙ нимә! Беҙ нимә!.. Ни, һин, әллә минең менән бергәләп, был эште уйлап табырға теләмәйһеңме?

  • Беҙ бит әле бәләкәс малайҙар ғына. Бына үҫкәс, мин үҙем...

Ҡыҙырас уның һүҙен ҡырҡа бүлде:

  • Йә, әйт, һин ризамы, түгелме? Юҡһа, ни, мин киттем.

Ғариф ҡулдарын йәйеп, Ҡыҙырастың юлына арҡыры төштө.

  • Бөттө, бөттө, Ҡыҙырас! Йә, нимә уйлап сығарабыҙ һуң? Мин бит былай ғына, бәләкәсбеҙ әле тип кенә... Ә һин...

Ҡыҙырас дуҫының арҡаһынан тағы ҡағып ҡуйҙы.

  • Бәләкәс, бәләкәс. Их, ни, беҙ, ошо ике бәләкәс, шундай бер шәп эш уйлап сығарһаҡ!.. Ә?..

  • Ниндәйҙе һуң?!

  • Бына, әйтәйек, ни, һин һәйбәт уҡырға, дәресеңде бик яҡшылап әҙерләргә теләйһең, ти. Бына шул саҡта, ни, мин киләм дә һине уйнарға алып сығам да китәм, ти.

  • Шунан? Китһәң ни?..

  • Ни, һин сыҡмай бер ҙә булдыра алмайһың, ти. Сөнки, ни, дәрес әҙерләүгә ҡарағанда, уйнау шәберәк бит инде...

  • Шулай шул.

  • Э, ни, дәрес әҙерләргә кәрәкме?

  • Кәрәк.

  • Э ултырып булмаймы?

  • Булмай.

  • Класта, ни, уҡытыусы дәресте аңлатҡанда, тыңламай, икенсе нәмәләр уйлап ултырыламы?

194


  • Ултырыла.

  • Шулай булғас, ни, үҙең теләмәһәң дә, һине көсләп, уҡытыусының дәресен тыңлата, ни, өйҙә, дәресте әҙерләп бөтмәй тороп урындан ҡуҙғатмай торған бер, ни, аппарат уйлап сығарырға кәрәк ине.

  • Эйе шул, әй!

  • Йәки, ни, бына шундай аппарат кәрәк ине: әйтәйек, ни, һинең алдында ботаника китабы ята, ти. Иртәнге дәресте белер өсөн, ни, һиңә әллә нисәмә бит дәресте бер нисә ҡат уҡып сығырға кәрәк, ти. Ә һинең, ни, ваҡытың юҡ, ти. һин, ни, талдан һыҙғыртҡыс яһап ултыраһың, ти. Бына шул саҡта һин, ни, теге аппараттың бер башын китапҡа һалдың, икенсе осон үҙеңдең башыңа кейҙең, ти. Шунан китаптағы бөтә нәмә һинең мейеңә инде лә тулды, ти. һин теге һыҙғыртҡысты яһап бөткәнсе, дәрес тә әҙерләнеп бөттө, ти. Унан, ни, әйҙә һыҙғыртҡысыңды теләгәнсә һыҙғыртып йүгереп йөрөй бир! Эйе бит, ә!

  • Но шәп булыр ине, әй! — тип ҡуйҙы Ғариф та, дәртләнеп.

Ҡыҙырас рухланып дауам итте.

  • Йәки шундай ғәжәп шәп бер, ни, аппарат булһын ине: әйтәйек, ни, мин яҙырға яратмайым, һин дә шулай. Бер көнгө «Мин йәйҙе нисек үткәрҙем» тигән инша өсөн беҙгә Ғәбит ағайҙан нисек эләкте: «Ғариф, ни, һинең яҙыуың яҙыу түгел, тараҡан юлы», — тине түгелме һуң әле ул һиңә?

  • Әлләсе. Мин уныһын ишетмәнем. Ә «Ҡыҙырас, һин өсөнсө класс уҡыусыһы хәтле лә яҙа алмағанһың» тигәне иҫемдә ҡалған.

  • Бына шул-шул, — тип йәнләнеп дауам итте Ҡыҙырас. — Бөтә бәлә лә, ни, бына шунда шул. Мин яҙырға яратмайым. Ә уйларға, һөйләргә әллә ни хәтле булдырып була.

  • Эйе шул.

  • Бына шул, уйлағанды яҙып бара торған, ни, аппарат булһа, мин инша ғына түгел, бер ҙур китап уйлап сығарыр инем, беләһеңме?

  • Эйе шул, Ҡыҙырас!

  • Ни, Ғариф, шәп булыр ине бит, ә?

7*

195


  • Шәп булыр ине лә...

  • Ул беҙҙең өсөн, ни, бөтә дәрестәрҙе әҙерләп, яҙаһы әйберҙәрҙе яҙып торор ине, эйе бит?

  • Эйе шул.

  • Йә, беҙ, ике бәләкәс, шундай шәп, ни, аппарат уйлап сығарайыҡ!

  • Беҙме?!

  • Беҙ шул. Их, ул саҡта отличниктар тип маһайып йөрөгән теге, ни, Ғилман менән Юлдаш та аптырап ҡалыр ине, эйе бит, әй!

Отличниктарҙы таң ҡалдырыу теләге Ғарифты ла мауыҡтырҙы. Ул, йәнләнеп, устарын ыуалап ҡуйҙы.

  • Шулай булыр ине шул... Тик нисек уйлап табабыҙ һуң уны, ә? Ҡыҙырас!

  • Ни, мин үҙем дә шуны ғына уйлап еткерә алмайым әле, — тине Ҡыҙырас инде төшөнкөрәк тауыш менән. — Ни, Ғариф, йә, һин дә уйлаш. Беҙ, ни, уны икәүләп табайыҡ, хәҙер үк уйлайыҡ, йәме?


    Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   21




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет