Зәйнәб Биишева Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



жүктеу 4.44 Mb.
бет9/21
Дата04.07.2016
өлшемі4.44 Mb.
1   ...   5   6   7   8   9   10   11   12   ...   21
4*

99




  • Ҡур тип бына шул яңы һөттәрҙе ҡымыҙға әйлән- дерер өсөн көбө төбөндә ҡалдырылған әҙ генә ҡымыҙға әйтәбеҙ беҙ. Ҡымыҙ бына шул баяғы бейәләрҙең һөтөнән ошо көбөләрҙә эшләнә. Ҡымыҙҙың шәп йәки хөрт булыуы ла ана шул ҡурҙың нисек ҡалдырылыуына, көбөләрҙе ваҡытында ҡарап, бешеп тороуға бәйләнгән, — тип һөйләп бирҙе. Унан, ҡапыл нимәлер иҫенә төшөп, тирә-яғына ҡаранып алды ла, — эйе, ҡымыҙҙы гел тынысһыҙлап ҡына торорға кәрәк уны. Уға тынғы бирергә ярамай. Бешеп тормаһаң, ҡымыҙ шәп булмай ул. Эй, ҡара әле, килен, анау һабалағы ҡымыҙҙы бешеп ебәр әле. Шаулауы тынып киткән һымаҡ күренә! — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Оҙон буйлы, шоморт ҡара күҙле йәш кенә бер еңгә, аласыҡ мөйөшөндә бер үҙе бер ерҙә ултырған түмәр умарта һымағыраҡ бер сәйер һауыт янына барып, гөбөрләтеп ҡымыҙ бешә башланы. Юлдаш менән Ҡыҙырас та унда йүгерҙеләр. Ҡыҙырас ул һауытты, ҡапшап, ҡосаҡлап ҡарай-ҡарай:

  • Абау, ни, Юлдаш, тот әле, ҡайыш кеүек йомшаҡ ҡына! Үҙе ҡап-ҡара... — тип һөйләнде.

  • Һаба, һаба, — тип көлдө Юлдаш та. — Нимәнән эшләнгән был һаба-көбө, өләсәй?

  • Йылҡы тиреһенән эшләнгән, — тине Зөләйха әбей ғорурлыҡ менән. — Боронғо эш. Һабала эшләнгән ҡымыҙ хайран тәмле була. Көбөләге ҡымыҙға ҡайҙа ти уға етеү!.. Мин табып алып килеп ҡуйҙым был һабаны, — тип тағы ла нығыраҡ ғорурлыҡ менән һөйләп китте Зөләйха әбей. — Брсиҙәтел башта: «Ташла, инәй, шул иҫке ҡалдығын, кәрәкмәй, мин һиңә бына тигән көбөләр эшләттем», — тип ҡаршы килеп ҡарағайны ла, мин тыңламағас, хәҙер өндәшмәҫ булды.

  • Өндәшмәй генә тиһеңме, хәҙер үҙе, «һаба ҡымыҙы эсерегеҙ», тип килеп етә, — тип ҡымыҙ бешеп торған теге оҙон буйлы еңгә лә һүҙгә ҡушылды. Зөләйха инәй күңелләнеп китте:

  • Эйе шул, хәҙер харап ярата һаба ҡымыҙын. Яратмай ни, мин ул һабаны боронғоса әленән-әле ыҫлап ҡына торам бит. Ә ыҫланған һаба ҡымыҙы ул телеңде йотоп ебәрерлек тәмле була. Ышанмаһағыҙ, бына үҙегеҙ эсеп ҡарағыҙ.

100




Ул, ағастан юнып, семәрләп эшләнгән оҙон һаплы ағас сүмес менән һабанан ҡымыҙ һоҫоп алып, туҫтаҡтарға ҡойоп өләште лә, сүмесен Юлдашҡа күрһәтеп:

  • Был ижау тип атала. Уны ла мин Ибраһим олатайыңдарҙың өй ҡыйығында аунап ятҡан ерҙән алып килдем, — тип маҡтана биреп ҡуйҙы. Ҡыҙырас менән Гөлйөҙөм еңгә һаба ҡымыҙын маҡтап, ҡабатлап һалдырып эстеләр. Тик Юлдаштың ғына был сәйер, боронғо һауыттан эскеһе килмәне.

  • Ҡуй, кәрәкмәй, мин бынау ы көбөләге ҡымыҙҙы ғына әсәм, — тине. Зөләйха әбей тағы:

  • Һай, алйот, — тип көлдө лә, көбөләге ҡымыҙҙы гөбөрләтеп бешеп, уға ла ҡымыҙ бирҙе. Бынан һуң улар, еңгәләр менән хушлашып, ҡымыҙ өсөн рәхмәт әйтеп, йүгерешеп аласыҡтан сығып киттеләр.

  • Йә, ҡымыҙҙың нисек яһалғанын белдегеҙме инде? — тип көлдөләр еңгәләр.

  • Белдек.

  • Белмәнек! — тип шаярып яуап бирҙеләр малайҙар. Тышҡа сыҡҡас, Зөләйха әбей уларға был өлгөргән мис- кә-мискә ҡымыҙҙарҙы баҫыуҙа, эштә йөрөгән колхозсыларға нисек ташып эсереүҙәре, артҡан ҡымыҙҙы руд- никка, эшселәр араһына ебәреп һаттырып, колхоздың күпме аҡса алыуы тураһында һөйләне, һүҙенең ахырын ул һәр ваҡыттағыса:

  • Ҡымыҙ бик шәп нәмә ул. Колхозға уның файҙаһы бик ҙур. Кәзә-мәзә, дебет-мебет ише түгел, — тип ҡымыҙ оҫтаһы булырға теләмәгән килененә төрттөрҙө. Ул бая килененең был эштән баш тартыуы менән ризалашһа ла, үҙенең кәзәләргә булған хөрмәтһеҙ ҡарашын һаман йәшерә алмай ине. Быны аңлап торған Гөлйөҙөм еңгә бер ни ҙә өндәшмәй көлөп кенә ҡуйҙы.

Бынан һуң өләсәй янында ла эш бөттө. Малайҙар Гөлйөҙөм еңгәне кәзә фермаһына хәтле оҙаттылар ҙа ауылға ҡайтып киттеләр. Ә көн һаман иртә ине әле. Юлдаш, ҡалған көндө лә тиҙерәк үткәрер өсөн, баҫыуға Кинйәбай ағай янына барырға, йәки, Хәмит ағайҙың машинаһына ултырып, ырҙындан пунктҡа арыш тапшырып йөрөргә, тип уйлағайны ла, Ҡыҙырас теләмәне:

101


  • Ни, мин эш кешеһен ҡамасаулап йөрөргә яратмайым, — тине.

Юлдаш уны ҡыҙыҡһындырыр өсөн:

  • Ағайым янына, комбайнға ултырып йөрөрбөҙ. Штурвалсы булып ҡарарбыҙ. Иген тултырылған тоҡтарҙы күтәрешеп, көс һынашырбыҙ, — тип ҡарағайны ла, булманы.

Өйгә ҡайтҡас, Ҡыҙырас лапаҫ башына менеп ҡурай һыҙғыртырға тотондо. Ул, бында килгәне бирле, тыры- шып-тырышып ҡурайға өйрәнеп маташа ине. Сөнки был ауылда ҡурай тартмаған кеше юҡ тип әйтерлек. Һәр бер өйҙөң ишек башында бер нисә ҡурай ята. Бында бөтәһе лә, ҡарты, йәше, йыр-бейеү, уйын-көлкө ярата. Әҙ генә эштән бушаһа, ҡурайға ҡушылып, бейеп, йырлап алырға әҙер тора. Ҡыҙырас та хәҙер ошо һәнәр менән ҡыҙыҡһынып китте. Тик уның был эше ниңәлер барып сыҡмай әле. Ҡош булып һайрауҙы ул шәп сығара, ә ҡурайҙы ниңәлер ул тиклем итә алмай. Юлдаш, уның уйнағанын тыңлап, лапаҫ аҫтында күләгәлә бер аҙ торҙо. Уға — үҙенең йырсы Сәлмән олатаһының, йырсы- ҡурайсы Хәмит ағаһының һәнәрҙәрен ишеткән кешегә, Ҡыҙырастың уйнауы оҡшамай ине, әлбиттә. «Уйнағас, уны Хәмит ағайым шикелле, кешене таң ҡалдырырлыҡ итеп уйнаһын ине», — тип уйлай ул. Үҙенең ҡурайҙы улай уйнай алмаҫын белгәс, уға тотонмай ҙа.

Ҡыҙырастан да ҡурайсы сыҡмаҫы күренеп торғас, уны оҙаҡ тыңлай алмай, эсе бошоп, ул өйгә инеп китте. Ә өйҙә уны күптән башлап та ошоғаса бөтөрә алмаған бер эше көтөп ята ине. Ул, ниндәйҙер бер балалар журналында бирелгән моделгә ҡарап, детекторлы радиоалғыс яһай ине. Бәхеткә ҡаршы, был эш уны бик ныҡ мауыҡтырып алып китте. Уға айырыуса оҙон, икһеҙ- сикһеҙ тойолған бөгөнгө көндөң үткәне инде һиҙелмәй ҙә ҡалды. Эңер төштө. Өләсәһе эштән ҡайтты. Юлдаш ҡыуанып уны радио тыңларға саҡырҙы:

  • Өләсәй, өләсәй, кил әле, тиҙерәк бул!.. Мин һиңә Өфөнән концерт тыңлатам, — тип ҡысҡырҙы ул. Зөләйха әбей ныҡ ҡына арыған булһа ла, ҡыҙыҡһынып, өҫтәл янына барып ултырҙы ла, Юлдаш биргән наушникты ҡолағына ҡуйып:

102




  • Йә һуң, йырлатып ебәр, — тине. Юлдаш ашығып, ҡыуанып өҫтәл тирәһендә өйөрөлдө. Радиоалғысты төрлөсә борғолап һыҙғырта, шыжылдата торғас, Өфө тулҡынына тигеҙләне. Был ваҡытта Өфө концерт тапшыра, кемдер бик моңло итеп йырлай ине.

...Йырла, егет, киреп киң күкрәгең, Яңғыратып Урал буйҙарын.

Ҡайнар йөрәгеңдән сыҡҡан йырың Дәртләндерһен Урал улдарын...

Быны ишеткәс, Зөләйха әбейҙең йөҙө ғәҙәттән тыш яҡтырып, күҙҙәре тағы ла нығыраҡ көләсләнеп китте. Хатта ул дәртләнеп:

  • Аһа-һа, ҡайһылай матур йырлай. Тап ысын кеүек тә баһа! — тип ҡуйҙы. Юлдаштың ҡыуанысының сиге булманы. Ул бит радиоалғысты яһаны. Өләсәһенә концерт тыңлатыусы ул бит!..

Тик был юлы уның үҙенә генә тыңларға тура килмәне. Урамда, тәҙрә төбөндә генә, өҙөлөп-өҙөлөп сыйырсыҡ һайрап ебәрҙе. Зөләйха әбей ҡолағынан наушникты алмай ғына:

  • Бар, турғайың саҡыра. Көтөү ҡаршыларға барайыҡ, ти торғандыр, — тине. Юлдаш, өләсәһенә тыңларға ҡамасауламаҫ өсөн, йомшаҡ ҡына баҫып, йүгереп сығып китте.

Ул урамға сыҡҡанда, көтөү әле күренмәй, тик ауыл артында һауаға күтәрелгән һоро туҙанға, көтөүселәрҙең һайтлап ҡысҡырыу, сыбыртҡы шартлатыу, һыҙғырыу тауыштарына ҡарап ҡына уның яҡын икәнен белеп була ине. Шулай ҙа Ҡыҙырас Юлдашты ашыҡтырҙы.

  • Ни, Юлдаш, әйҙә, йүгерә һалайыҡ! Ату беҙҙең теге оздой һарыҡ һаҡмар буйына ҡаса ла китә торған, — тине.

  • Остоҡ! — тине Юлдаш, үҙендә һирәк була торған теремеклек менән. — Кем элек үрге осҡа барып етер!..

Улар, ҡулдарына тотҡан талсыбыҡтарын болғай-бол- ғай, көтөүгә ҡаршы йүгерҙеләр. Малайҙар барып етеүгә, көтөү ҙә ауылға килеп инде. Урам бер аҙға һыйыр мөңрәгән, үгеҙ үкергән, кәзә-һарыҡ баҡырған, көтөү

103




ҡаршылаусы балалар шаулашҡан тауыш менән тулды. Юлдаш менән Ҡыҙырас та малдарын талсыбыҡ менән һыҙыра-һыҙыра саптырып алып ҡайтып киттеләр.

Ҡыҙырастың апалары Зөләйха әбейҙән ике өй аша ғына тора ине. Шулай булғас, Ҡыҙырас Юлдаш янына тиҙ үк әйләнеп килеп тә етте...

  • Ни, мин малдарҙы кәртәгә бикләнем дә тайҙым. Апайым: «Ни, Ҡыҙырас, китмә, аш өлгөртәм!» тип ҡысҡырып ҡалды, — тине.

Ҡыҙырастың шулай тиҙ үк килеүенә Юлдаш та ҡыуанды. Сөнки иртәгә иртүк Уртаташҡа барыу тураһында уның менән тағы бер ҡат ныҡ ҡына һөйләшеп ҡуймаҡсы була ине ул. Ләкин тура килмәне. Өләсәһе уны мал-тыуарҙы бикләргә, утын сарпаҡлап бирергә, самауыр ҡайнатышырға, картуф әрсешергә, тағы шундай әллә ни хәтле ваҡ-төйәк эштәргә ҡушты. Быларҙы бөткәс, уга өләсәһе аш бешергәнсе, ишек алдына йәшел үлән өҫтөнә балаҫ түшәп, ашъяулыҡ йәйеп, аш урыны әҙерләргә тура килде. Бынан һуң Кинйәбай ағаһы менән Гөлйөҙөм еңгәһе лә ҡайтып килде. Шунан улар күмәкләп аш ашарға ултырҙылар. Күп итеп картуф турап, һөткә генә бешерелгән туҡмас шул тиклем тәмле булды. Юлдаш менән Ҡыҙырас икешәр тәрилкә аш ашанылар. Аштан һуң оҙаҡ итеп сәй эстеләр. Сәй аштан да тәмлерәк булды. Юлдаш өләсәһенең ҡаймаҡ һалып яһаған ҡуйы сәйен, майға бешерелгән кәлсәһен бик яратты. Ул хатта:

  • Өйгә ҡайтҡас та, әсәйемдән гел ошондай кәлсә бешертеп ашайым, ҡуйы сәй яһатып әсәм, — тине.

  • Унда ҡайтҡас, икенсерәк тәмле әйберҙәр һорарһың әле. Быларҙы оноторһоң, — тип көлдө өләсәһе. Бәлки, шулай ҙа булыр. Ә хәҙергә уға ҡаймаҡлы сәйҙән, майға ҡайнап бешкән кәлсәнән дә тәмле нәмә юҡ. Ҡыҙырастың холҡо ла был яҡтан Юлдашҡа оҡшаған. Ул да Зөләйха әбейҙең аш-һыуын бик ярата. Зөләйха әбей быға ҡыуанып бөтә алмай.

  • Ҡаланан килгән улдарымдың күңеле булғас, миңә бүтән ни кәрәк?! — ти. Малайҙар уның һайын нығыраҡ ашарға, ҡаймаҡлы сәйҙе тағы күберәк эсергә тырышалар. Эле лә улар, бына эштән ҡайтҡан кешеләр

104




туйғансы, Ҡыҙырас бейеклеге еҙ самауырҙы түңкәргәнсе ашъяулыҡ янынан китмәнеләр. Сәс араларынан тиргә ҡушылып кер аҡҡансы, сәй эстеләр. Шулай итеп, бер ҙә үтмәҫ кеүек тойолған оҙон көн үтеп, төн етеп, ҡараңғы төшөп тә китте.

  1. Өләсәйҙең әкиәте

Сәйҙән һуң Зөләйха әбей Кинйәбай ағай менән Гөлйөҙөм еңгәгә:

  • Барығыҙ, ял итегеҙ, балалар. Иртәгә иртүк йәнә эшкә китәһегеҙ бит, — тине. Кинйәбай ағай уның иң кинйә балаһы, яратҡан улы ине. Ул инде быйыл кәләш тә алғайны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Зөләйха әбей уны һаман йәш бала кеүек итеп ҡурсып тора, бер ыңғайҙан улы менән бергә киленен дә иркәләй, ҡәҙерләй ине. Йәштәр, Зөләйха әбейҙең әйтеүен көтөп кенә торған һымаҡ, ҡыуанышып өйгә инеп китте. Бынан һуң Юлдаш өләсәһенә сәй урынын йыйырға булышты. Унан, өйҙән юрған, түшәктәр сығарып, ишек алдына, йәшел үлән өҫтөнә урын йәйҙе. Ҡыҙырас менән Юлдаш бында килгәне бирле гел шулай тышта йоҡлайҙар. Уның өләсәһе лә тышта йоҡларға ярата.

  • Борон, беҙ йәш саҡта, йәй көнө өйҙә ятҡан кеше булмай торғайны. Бөтә ауыл ишек алды тулып тышта йоҡлар ине, — тип һөйләй ул. Хатта, «Тыштағы йоҡоноң бер сәғәте өйҙәге йоҡоноң биш сәғәтенә торошлоҡ итә», — тип тә раҫлап ҡуя. Ьәм: «Хәҙерге йәштәр өйҙә, сиртмәле карауатта ғына йоҡларға ярата», — тип һуҡранып та ала.

Юлдаш та өләсәһе кеүек тышты ярата. «Ҡалага ҡайтҡас, иң һағындырғаны, өләсәйемдең әкиәттәрен тыңлап, йондоҙҙарға ҡарап ятҡан сағым булыр», тип уйлай ул. Бына бөгөн дә улар Ҡыҙырас менән икәүләп, аҫҡа аҡ кейеҙ, баш аҫтына эре биҙәкле ҡыҙыл сатин тыш кейҙерелгән ҙур яҫтыҡ һалып, икеһе бер юрған ябынып яттылар. Юлдаш өләсәһенең аҫтына кейеҙ өҫтөнә ҡаҙ йөнөнән эшләнгән йомшаҡ түшәк тә йәйҙе. Хәҙер бына өләсәһе лә ике ҡат мамыҡ мендәргә сумып, Юлдаш эргәһендә ята. Күк йөҙө шундай аяҙ, яҡты,

105




икһеҙ-сикһеҙ тәрән. Ирәндек артынан түңәрәк, ҡыҙыл күл кеүек булып, бик ҙур ай ҡалҡып килә. Офоҡҡа унан ялҡын телдәре һымаҡ ҡыҙыл нур таралған. Малайҙарҙың баш осонан ғына, айырса ҡойроҡло көмөш йылан кеүек булып, Ҡош Юлы үтә. Ҡояш байышы яғында эңер сулпаны йымылдап тора. Йылымса, йомшаҡ төнгө ел уларҙың биттәренән, сәстәренән һөйә. Үлән араһында сиңерткәләр сиңкелдәшә. Ҡайҙалыр, яҡында ғына:

  • һи-һа-һа!.. — тип тартаймы, ябалаҡмы көлөп ебәрә.

  • Бала саҡта беҙҙе ана шуны шүрәле көлә тип ҡурҡыта торғайнылар, хәҙер һеҙҙе ышандырырһың, ышандырмай ни, — ти Зөләйха әбей уйсан ғына.

Малайҙар унан шул хаҡта, шүрәле хаҡында, әкиәт һөйләүен үтенәләр. Зөләйха әбей тағы бер аҙ уйланып ята ла:

  • Юҡ, бөгөн мин һеҙгә әкиәт түгел, булғанды һөйләйем. Әкиәтте күп һөйләнем, етәр, — ти.

Малайҙар быға ла риза булалар.

Зөләйха әбей, яңы ғына ҡалҡып килгән тулған ай нурҙарына ҡойоноп, алтын таж кейгән тауҙар батшаһы шикелле ғорур, тын ятҡан Ирәндеккә күрһәтеп:

  • «Өйрәндек» булған уның тәү исеме, бына мин һеҙгә шул хаҡта һөйләйем, — тип ҡуйҙы. Унан әкрен, ашыҡмай ғына артабан һөйләп китте: — Борон, борон заманда беҙҙең ата-бабалар киң далаларҙа йәшәгән, ти. Аҙаҡ, был далаларҙы баярҙар, тархандар баҫып алып бөткәс, ошо Урал тауы араһына килеп сыҡҡандар, ти. Башта уларға бик ҡыйын булған, ти. Иркен далаға өйрәнгәнгә бында тындары ҡыҫылған, ти. Улар, шулай был ерҙе ерһенмәй, тауҙар араһында ары-бире күсеп йөрөй торғас, ошо Ирәндек буйына килеп еткәндәр, ти. Унда төрлө-төрлө кейектәр, тәмле-татлы емештәр тулы булған, ти. Талҡаҫында суртандар, йәйендәр бик күп булған, ти. Ошоноң өсөн улар был тауҙы яратҡандар, ти. Уның янында ғүмергә ерләшеп ҡалғандар, ти. Ошонан алып яңы ергә эйәләшеп, өйрәнеп киткәндәр, ти. Үҙҙәрен тәү башлап ылыҡтырған был тауға «Өйрәндек» тип исем ҡушҡандар, ти. Шунан замандар уҙа килә

106


үҙгәреп, Ирәндек булып киткән, ти, уның исеме...

Зөләйха әбей, һүҙенең ошо урынында бер аҙ туҡтап, нимәлер хәтерләргә тырышып ятты ла:

  • Дөрөҫ шул. Бик яратҡан шул был ерҙе беҙҙең халыҡ... Уға ҡарап, ниндәй генә йыр йырламаған ул... Ирәндектең анауы болотҡа тейеп торған бейек сағылдарына һоҡланып:

Алыҫтарҙан ағарып, һай, күренә,

Ирәндеккәй тауҙың аҡ. ташы.

Ҡайҙа ғына йөрөмәй, ниҙәр күрмәй Ир-егеткәй менән ат башы,

тип тә йырлаған ул, — тип һөйләп китте.

  • Саңҡ! Саңҡ! та ғына итеп төлкө тибә, Ирәндеккәй тауҙың бөркөтө...

тип сағылдар араһына оялаған бөркөттө лә үҙ йырҙарына ҡушҡан ул. Хәҙер бына һеҙҙең кеүек йәштәр:

Бәхет ҡояшы яҡтырҙы Ирәндек буйҙарында.

Тыуған илемә ҙур рәхмәт, һөйөү гел уйҙарымда,

тип йырлайҙар бит. Эйе бит, балалар?!

Малайҙар, Зөләйха әбейҙең һүҙҙе ҡайҙа алып барып сығарасағына тиҙерәк төшөнөргә тырышып:

  • Эйе, өләсәй.

  • Ни, инәй, шулай шул, — тиештеләр. Зөләйха әбей, тағы бер аҙ тынып ятҡас, ҡаты ғына итеп:

  • Ьеҙ тағы был Ирәндек буйында гел генә рәхәт булған икән дә баһа, кешеләр гел йырлап, бейеп кенә йәшәгәндәр икән, тип уйлай күрмәгеҙ, балаҡайҙар, — тип ҡуйҙы. Унан: — Эй, ҡайҙа ул улай булыу!.. Эҙме ҡан илап, ут йотоп йәшәгән бында халыҡ... Хоҙай үҙе күрһәтмәһен ҡабат ундай көндәрҙе!.. Бына мин һеҙгә ул саҡта беҙҙең ата-бабалар күргән этлектәрҙең береһен генә булһа ла һөйләйем әле, шунан үҙегеҙ белерһегеҙ.

107


Брагин мажараһын һөйләмәксе булам мин... Халыҡ, тамам үҙәгенә үтеп, һарыуы ҡайнауы етмәһә, ошондай эште эшләйме ни?! Артабан түҙер әмәле ҡалмағанға, «ни булһа булыр, барыбер бөткән баш бөткән» тигән уйға килеп еткәнгә эшләгән инде ул быны... — тип көйләй биреп һөйләп китте. Малайҙар, был турала бында, ауылда әҙ-мәҙ ишеткеләп ҡалғанлыҡтан, бигерәк тә был үҙҙәре барасаҡ Уртаташ менән бәйләнешле булғанлыҡтан, бик ныҡ ҡыҙыҡһынып:

  • һөйлә, өләсәй!

  • Ни, инәй, йә, һөйләп ебәр! — тип шаулашып алдылар. Зөләйха әбей, ғәҙәтенсә, әкиәтте үҙенә генә хас бер көйгә һалып, баҫынҡы ғына тауыш менән һөйләй. Был тауыш Юлдашҡа ҡырсынташтары араһынан бер өҙлөкһөҙ сылтырап ағып ятҡан тау йылғаһын хәтерләтә.

  • Элек, батша заманында, бында Брагин тигән бер баяр булған, ти. Бик уҫал, ҡанһыҙ, ҡомһоҙ булған, ти, ул, — тип һөйләп китте Зөләйха әбей, — Урал ҡу- йынындағы бөтә алтынды алып, үҙ ҡуржынына һалып бөтөр өсөн төрлө-төрлө заводтар ҡорған. Эшселәрҙе көн- төн эшләтеп, ер соҡотоп, ҡоро һөйәккә ҡалдырған, ә үҙе байыған да байыған, ти. Эшселәрҙең был баярға бик ныҡ асыуҙары килгән, ти. Шунан улар Брагиндан үс алырға булғандар, ти. Аранан бер батыр ҙа табылған, ти. Бынан аҙ ғына элек, Брагин был батыр егет тапҡан ат башындай саф алтынды, әҙ генә аҡса биреп, алдап, ҡурҡытып үҙенә алған икән, ти. Шуның өсөн был егет Брагинға айырыуса ныҡ асыулы булған, ти. Бына бер ваҡыт ул баярҙы Уртаташҡа барырға димләй башлаған, ти.

  • Мин теге хазинаны Уртаташтан таптым бит. Унда ошондай хазиналар сикһеҙ күп. Тик уларҙы табыу өсөн көндөҙ барырға ярамай. Көндөҙ улар йәшеренә, ә кисен ай яҡтыһында, һәр бер таш аҫтында янып, баҙлап ята. Ташты ҡалҡытаһың да алаһың, ҡалҡытаһың да алаһың, тигән, ти. Ысынлап шулай, ти, ул, кисен унда алтындар йымылдашып яталар, ти. Тик ул бөтә кешегә лә күренмәй, ти, шул. Иң батыр, иң тоғро, иң ғәҙел, иң намыҫлы кешеләргә генә күренә, ти... — тип янында

108




ятҡан Юлдаштың башынан һыйпап ҡуйҙы Зөләйха әбей. Унан артабан дауам итте. — Бына шулай алтын, хазина тигән һүҙҙе ишеткәс, теге ҡомһоҙ баярҙың күҙҙәре ут кеүек янып киткән, ти. Уртаташҡа барыуҙың, бигерәк тә төндә барыуҙың, үҙе өсөн бик үк хәүефһеҙ түгеллеген дә онотҡан, ти, хатта.

  • Барам. Әйҙә, алып бар. Әгәр ул хазиналарҙы алып ҡайтһам, үҙеңә бер әсмүхә сәй, бер ҡаҙаҡ шәкәр бүләк итермен, — тигән, ти. Ә үҙе, бик ҙур бүләк вәғәҙә иткәндәй тойоп, эстән:

«Барып алтындың ояһын гына белеп алайым әле, унан һуң мин һиңә әсмүхә сәйҙе әрәм итерменме, юҡмы, күҙ күрер», — тип уйлаған, ти. Шулай берҙән-бер төндө, үҙенең иң яҡын бер-ике кешеһе менән кәмәләргә ултырып, Уртаташҡа киткән, ти, был. Теге батыр егет юл башлап иң алғы кәмәлә барған, ти. Билдәле инде, утрауҙа батырҙың рудникта бергә эшләгән иптәштәре — рус, башҡорт эшсе егеттәре көтөп торған, ти.

Ошо көндән һуң Брагин баярҙың ҡайҙа булыуын бер кем дә белмәгән, ти. Сөнки ул, ҡомһоҙлоғона барып, «алтын ояһын башҡалар белеп ҡуймаһын» тип, ҡайҙа барырын бер кемгә лә әйтмәй киткән, ти. Ә теге егеттәр, таң атҡансы, баярҙың үҙен дә, бөтә алтынын да ошо Талҡаҫ күл енең төбөнә ташлап бөткәндәр, ти. Ошонан һуң Талҡаҫ төбөндәге алтын үрсеп, бик күбәйеп киткән, ти. Ана теге Түбә руднигында сыға торған алтындар ошо Талҡаҫ төбөндәге алтын тауының үҫентеләре генә, ти ул. Төп хазина, оя-оя булып, күл төбөндә ята, ти. Ҡайһы бер кешеләр: «Әгәр Талҡаҫты бынауы Таналыҡ йылғаһы яғына тәрән йырып, ағыҙып ебәрһәң, күл төбөнән алтын тауы килер ҙә сығыр ине», — тип тә һөйләйҙәр ине, ти, ул саҡта. Сығыр ҙа ине шул. Алтын да ағас кеүек тармаҡланып, үҫентеләнеп үрсей, ти, бит ул...

Зөләйха әбейҙең, шулай ысынды әкиәт итеп, әкиәтте тап ысын итеп һөйләп, кеше ышандыра торған ғәҙәте бар ине. Әле лә ул, Брагин тураһындағы булған хәлде лә ошолай әкиәт менән ысынды ҡушып, малайҙарға һөйләп бирҙе.

109


  • Бына шулай булған ул ҡомһоҙ баяр менән, — тип әкиәтен дауам итте ул. — Ҡомһоҙ булмаһын үҙе. Байлыҡ ул ҡомһоҙ кешенең күңелен ташҡа, күҙен аҡҡа әйләндерә, ти, шул. Ҡомһоҙлоғо уның башына еткән дә инде. Бында халыҡтың ни ғәйебе бар, ә? Халыҡты бының өсөн ҡан илатып, ҡан төкөрткәндәр, ти. Атлы казактар, урядниктар килеп тулған, старшиналар, зем- скийҙар, бөтәһе ҡотороноп, халыҡҡа ташланған, ти.

  • Әйтегеҙ, Брагин баярҙы ҡайҙа ҡуйҙығыҙ? Кем үлтерҙе? Үлтереүсене тотоп бирегеҙ?! — тип ныҡышҡандар, ти, улар. Ғәйепһеҙҙәрҙе аҫҡандар, киҫкәндәр, ти. Халыҡ араһынан ундай һатлыҡ кеше табылмаған, ти. Халыҡ ул, балалар, бер ҡасан да һатылмай, үҙенең тоғро улдарын һатмай.

Был мажараның ауырлығы ошо үҙебеҙҙең власть булғанға тиклем һуҙылып килде. Брагинды үлтереүсе кешене һаман эҙләнеләр, һаман таптырҙылар, тик совет власы булғас ҡына, халыҡ иркен тын алды...

Халыҡты иҙеүсе был яуыз баярҙан үс алған батыр егеттәрҙең исемен Юлдаштың да белгеһе килгәйне лә, тик өләсәһе уға ла әйтмәне.

  • Кем белһен уныһын. Улар бит «быны беҙ эшләнек» тип ҡултамғаларын һалып китмәгәндәр, — тип кенә ҡуйҙы. Бәлки, ул, ысынлап та, белмәйҙер...

Шулай итеп, Зөләйха әбей әкиәтен һөйләп бөттө лә: «Пөф-ф!.. Пөф-ф!» тип, ауыр тын алып, ойоп та китте. Ә Ҡыҙырас ул һөйләгән саҡта уҡ йоҡлағайны инде. Гел шулай ул: «Инәй, һөйлә, тыңлайбыҙ», — тип үтенеп һөйләтә лә унан үҙе рәхәтләнеп йоҡлай ҙа китә. Юлдаш улай итә алмай. Өләсәһе таңға хәтле һөйләһә лә, тыңлап ятыр ине ул. Әкиәтте бик ярата ул. Бигерәк тә ошолай күккә ҡарап, тышта ятҡан саҡта әкиәт тың- лауы ҡыҙыҡ тойола уға. Әле лә ул өләсәһе йоҡлап киткәс тә, бик оҙаҡ күкте күҙәтеп ятты. Йәйге төн уның өләсәһенең әкиәттәре кеүек серле, матур ине. Тирә-яҡта бер өҙлөкһөҙ йондоҙ атыла. Көньяҡта, офоҡта, Салауат батырҙың алтын ҡылысы кеүек, ялағай уйнай. Юлдаштың биттәренә, сәстәренә әкрен генә ысыҡ саңдары ултыра. Э ул өләсәһенең әкиәтенән һуң тағы ла серлерәк булып киткән Уртаташ тураһында уйлай. «Әгәр

110




иртәгә унда төнгә хәтле ҡалғанда, ысынлап та, таштар аҫтынан алтындар йымылдап күренмәҫ инеме икән? Бәләкәсһең, батыр түгелһең әле, тиерҙәрме икән?.. Күренһен ине... Һәр бер таш аҫтында йымылдап ятһын ине... Их, ысын булһын ине өләсәйемдең был әкиәте... Юҡ, әле күренмәһә лә, мин уны барыбер бер ваҡыт күрермен. Өләсәйем әйткәнсә, иң батыр, иң тоғро, иң намыҫлы, иң ғәҙел егет булырмын да күрермен...»

Шулай уйланып ята торғас, ул, сәңгелдәктә ятҡан һымаҡ, рәхәтләнеп кенә тирбәлеп йоҡлап китте. Тулған ай ҙа, иҫәпһеҙ-һанһыҙ йондоҙҙар ҙа, уның тыныс йоҡоһона һоҡланып, таң атҡансы, керпек тә ҡаҡмай ҡарап торҙолар.

  1. Көтөп алған иртә

Юлдаш йоҡонан уянып һикереп торғанда, Ирәндек артынан, кисә ай ҡалҡҡан урындан, утлы шар булып ҡояш күтәрелеп килә ине. Ә көн бик иртә ҡыҙҙыра башлағайны. Юлдаштың ҡолағына аласыҡта өләсәһенең дә ошо эҫелек хаҡында кем менәндер һөйләшкән тауышы ишетелде.

  • Бындай ямғырһыҙ ҡоро йылда борон илгә бик яман йотлоҡ килә торғайны, — тип һөйләй өләсәһе. — Ә хәҙер бына колхоз булғас, һаҡмарҙы быуҙыҡ та, баҫыуҙы ғына түгел, сабынлыҡтарҙы ла һуғарып ҡуйҙыҡ. Бойҙай ҙа, бесән дә үҫте. Бына ниндәй заман килде. Кешеләр йотлоҡто ла еңә башланы... Шулай ҙа әҙ генә ямғыр кәрәк ине. Тын иркенәйеп китер ине, исмаһам.

Өләсәһенең һүҙҙәренән һуң Юлдашҡа көн тағы ла томра булып киткәндәй булды. Бының өҫтәүенә көтөп алған иртәнең килеп етеүе лә уны елкендерә ине. Ул, ашығып, тартҡылап Ҡыҙырасты уята башланы.

  • Турғай, тор! Ана, күрәһеңме, бүтән турғайҙар әллә ҡасан уянып, сипылдашып ситән башында ултыра. Тиҙ бул, һуңға ҡалабыҙ!

Түбәһен ҡояш ҡыҙҙырһа ла, уянмай рәхәтләнеп йоҡлап ятҡан Ҡыҙырас, ярылып, ҡарайып ҡатҡан йоҙроҡтары менән күҙҙәрен ыуалап:

ш




  • Ни, Юлдаш, ҡайҙа һуңға ҡалабыҙ? — тип аптыраны. Юлдаш рәхәтләнеп көлдө.

  • Ай иҫәр, оноттоң дамы ни?

Ҡыҙырас, йоҡоһон аса алмай иҫнәп:

  • Ни, оноттом шул... — тине. Юлдаш, уның ҡолағына яҡын килеп:

  • Кисә ҡайҙа барырға һөйләштек һуң? — тип шыбырланы. Ҡыҙырас ҡапыл иҫенә төшөп, тамам уянып китте.

  • Әй, ни, иҫемә төштө! Беҙ бит әле, ни...

Юлдаш уның һүҙен ярты юлда бүлдерҙе:

  • Сеү! Шаулама! Өләсәйем ишетер... Тор, тиҙ бул! Кәмә алырға өлгөрмәй ҡалырбыҙ...

Ҡыҙырас, шаярып, яңынан юрғанға уранып ятты. Юлдаш уны тартҡылап торғоҙоп урын-ер йыйғансы, ҡояш арыу уҡ юғары күтәрелде. Кинйәбай ағай менән Гөлйөҙөм еңгә был ваҡытта әллә ҡасан эшкә киткәйнеләр инде. Зөләйха әбей ҙә, фермаһына барып, иртәнге эшен бөтөрөп ҡайтҡайны. Хәҙер аласыҡта һөт бешереп, иртәнге тамаҡҡа әҙерләп йөрөй ине. Ул малайҙарҙы:

  • Ай-Һай, минең улдарым ҡайһылай етеҙҙәр, торғандар ҙа. Әллә минең урынға эшкә барырға уйлайҙармы икән былар? — тип ҡыуанып ҡаршы алды. Юлдаш, ихлас итеп:

  • Өләсәй, ебәрһәң, барырбыҙ ҙа! — тигән булды. Ҡыҙырас та:

  • Бармай ни, барабыҙ ҙа шул, — тине.

Зөләйха әбей ике малайҙың да баштарынан һыйпап иркәләне лә, ниңәлер көрһөнөп:

  • Әҙ генә ҙурая төшөгөҙ әле, йәме, — тип ҡуйҙы. Малайҙар:

  • Йә, — тип бик тиҙ ризалаштылар һәм уға үҙҙәренең балыҡ ҡармаҡларға китергә теләүҙәрен белдерҙеләр.

  • Ҡасан? Хәҙер үкме? Тамаҡ туйҙырмайынса уҡмы? — тип аптыраны Зөләйха әбей.

  • Беҙ унда ашарбыҙ, — тинеләр малайҙар. Зөләйха әбей ҡаршы килмәне.

  • Тик алыҫ китмәгеҙ, яр ситендә генә ҡармаҡлағыҙ, йәме, — тине.

112




Ҡыҙырас, шулай еңел рөхсәт алыуға ҡыуанып, турғай булып сипылдап ебәрҙе лә:

  • Ярай, инәй, ни, беҙ ярҙың ситендә генә йөрөрбөҙ, — тине. Юлдаш һүҙһеҙ генә баш ҡаҡты. Күңелендә хәтәр юлға сығыу, Уртаташҡа барыу уйы булғанлыҡтан, өләсәһенең күҙенә туп-тура ҡарап:

  • Ярар, шулай итербеҙ, — тип әйтергә теле барманы уның. Э рөхсәт һорап китергә мөмкин түгел ине. Өләсәһе быны күптән тыйғайны инде. «Уртаташҡа барып йөрөйһө булмағыҙ, балаҡайҙар. Батып үлерһегеҙ, балыҡҡа ем булырһығыҙ», — тигәйне.

Юлдаш менән Ҡыҙырас башҡа ваҡытта ла иртәнсәк ишек алдында йәшел үлән өҫтөндә зарядка яһайҙар ҙа, таҫтамал, һабын алып, Талҡаҫҡа йүгерәләр. Зөләйха әбей иртәнге тамаҡҡа әҙерләгәнсе, һыу инеп, матурланып, асығып ҡайталар ине. Бөгөн улар ҡайтып йөрөмәҫкә булдылар. Зөләйха әбей яулыҡҡа бер бөтөн сөсө икмәк, бер тиҫтә бешкән йомортҡа төйнәп, Ҡыҙырасҡа тотторҙо:

  • Иә, ярар, балаҡайҙар, йөрөһәгеҙ йөрөп ҡайтығыҙ, — тине.

Юлдаш ҡармаҡлы аҡ ҡыуалдарҙы яурынына һалды ла атаһының һуғыштан алып ҡайтҡан алюмин котело- гын ҡулына тотто. Зөләйха әбей уларҙы:

  • Ысын балыҡсылармы ни, — тип көлөп оҙатып ҡалды. Малайҙар:

  • Ысҡындыҡ! — тип ҡыуанышып, күл яғына йүгерҙе.

  1. Уртаташ

Юлдаш менән Ҡыҙырас, кәмә янына килеп еткәс, әйберҙәрен ергә ырғыттылар ҙа, иртәрәк булғанға һыуға төшөргә сирҡанып, аяҡтарын күлдең йомшаҡ һары ҡомона батырып, оҙаҡ ҡына ҡарап торҙолар. Талҡаҫ буйы һоҡланып бөткөһөҙ матур ине. Иртәнге саф һауа, көслө яңғырап, ҡырҙарҙан төрлө тауыштарҙы алып килә. Бына ҡайҙалыр алыҫта, Ьаҡмар буйында, трактор геүләй, комбайн шаулай, йәштәрҙең эш араһында йырлаған, көлгән тауыштары ишетелә. Иген, руда тейәлгән автомашиналар оло юлдан бер өҙлөкһөҙ выжлап уҙып

113




тора. Күктә бик бейектә самолет осоп бара — Өфөнән Баймаҡҡа почта килтерә. Ә бында Талҡаҫ — Юлдаштың күңелен һәр ваҡыт үҙ киңлегенә тартып торған гүзәл күл. Ул, Ирән д ектең ҡеүәтле ҡуйынына һыйынып, тынып ята. Күк йөҙөнә яңы ғына күтәрелеп килгән ҡыҙыу ҡояш, күл төбөнә алтын бағана булып һыҙылып, уға тағы ла матурлыҡ, серлелек өҫтәй. Яр ситендәге ҡуйы ҡамышлыҡтар өҫтөндә ҡыр өйрәктәре өйөрөлә. Аҡсарлаҡтар, сыр-сыу килеп, күл уртаһында әйләнә, суртандан ҡасып өҫкә һикергән сабаҡтарҙы аулай. Ирән- дектең зәңгәр күк йөҙөнә эре аҡ биҙәк булып төшкән өйкөм болоттарға аралашҡан мүкле ҡаяларына тейә яҙып, иренеп кенә бөркөт кәйелә. Күлдең уртаһында, алыҫта, күкһел томан эсендә, бик бәләкәй генә ҡара нөктә булып, Уртаташ күренеп ята. Юлдаш, уға ҡарап, өләсәһенең кисәге әкиәтен хәтерләй. Был Уртаташ уға хәҙер тағы ла серлерәк, тағы ла мауыҡтырғысыраҡ булып күренә. Ул ғәҙәттә булмаған ярһыулы тауыш менән:

  • Йә, киттекме инде?! — тип ҡысҡырып ебәрә. Тик Ҡыҙырас ҡына был яҡтың һөйләшеүенсә, «д» урынына «т» әйтеп, йомшаҡ ҡына итеп:

  • Ни, Юлдаш, тауыл сыҡһа, ни эшләрбеҙ? — тип ни өсөндөр бөгөн икеләнә. — Тауыл сыҡһа, Талҡаҫ, а-ай, уҫал ул, кәмәне күтәрә лә һуға, ти, ул. Унан, ни, өләсәйең дә унда барырға ҡушмай бит әле... — ти.

  • Э беҙ кисә, нисек кенә булһа ла, барырға тип һөйләштек тә баһа! — тип аптырай Юлдаш. Ҡыҙырас һаман:

  • Ьөйләштек тә ни. Өләсәйең ҡушмағас ни... — ти.

  • Уныһы шулай... — тип ҡуя Юлдаш та. Улар,

Уртаташҡа нисек барырға, нисек итеп балыҡҡа ем булмаҫҡа кәрәклек тураһында уйлап, тағы бер аҙ тик кенә торҙолар. Э Талҡаҫ, уларҙы үҙ ҡуйынына саҡырып, һаман шулай тын ғына йымылдап ята бирҙе. Ахыр, Юлдаштың иҫенә кисә үҙҙәренең: «Башта барырға.

Аҙаҡтан өләсәйгә әйтеп, ғәфү үтенергә», — тип һөйләшеүҙәре килеп төштө. Ҡыҙырас та бүтән ҡаршы килмәне. Улар йүгереп барған ыңғайға майкаларын яр ситенә ырғытып, кемуҙарҙан, һыуға һикерҙеләр. Унан,

114





өйрәк балалары шикелле, сумыша-ҡыуыша һыу инергә тотондолар. Тымыҡ, хәрәкәтһеҙ ятҡан күл өҫтө тулҡынып, сыбарланып китте. Иртәнге һауа уларҙың сағыу тауыштарын алыҫтарға алып китеп яңғыратты.

Быу инеү оҙаҡҡа һуҙылманы. Ун-ун биш минут үтеүгә, улар, ике ишкәкле бәләкәйерәк кәмәгә ултырып, Уртаташҡа ҡарай китеп тә барҙылар. Был ваҡытта ҡояш та арыу уҡ юғары күтәрелергә өлгөрҙө. Талҡаҫтың Таналыҡ йылғаһы башланып киткән яғында, Ҡараташ тауының ҡалын ҡарағайлы итәгендә, ятҡан ял йортонда ла иртәнге хәрәкәт башланды. Ял итеүселәр, йоҡоларынан тороп, һыу инергә, йыуынырға тип, күлгә килә башланы. Ниндәйҙер бер ҙур кәүҙәле, ҡара мыйыҡлы ағай, малайҙарға ниҙер ҡысҡырып, бармаҡ янап ҡуйҙы. Ҡыҙырас уны нисектер танығандай булды.

  • Ял йортоноң директоры. Ул, ни, кәмәне алыҫ алып киткәнгә асыулана. Кәмәлә яҡын тирәлә, яр буйында ғына йөрөргә рөхсәт итә, ти, ул. Алыҫҡа алып китеп йөрөмәгеҙ, батып ҡуйырһығыҙ тип әйтә, ти, — тип әллә белеп, әллә былай ҡурҡыуҙан ғына үҙенән сығарып һөйләнеп ҡуйҙы. Юлдаш бер һүҙ ҙә әйтмәй ишеүендә булды. Инде кире боролоу юҡ. Уйланған эш аҙағына тиклем еткерелергә тейеш. Бер кем дә, бер ниндәй ҡурҡыныс та уны хәҙер кире бора аласаҡ түгел ине.

Тымыҡ күлдә кәмә ғәжәп шәп алға барҙы. Бына улар, яр буйы ҡамышлыҡтарын артта ҡалдырып, күлдең көҙгө кеүек ялтырап, мөһабәт тынып ятҡан иң киң, иң тәрән урынына ла килеп еттеләр. Яр буйҙары бик алыҫта ҡалды. Юлдаш шәп, оҫта ишә. Ҡыҙырас ҡына белмәйме, әллә ялҡауланыпмы, ҡойроҡто насар тота. Шул арҡала кәмә, Уртаташҡа барырға теләмәгән һымаҡ, былай ҙа, тегеләй ҙә боролоп, кәрәкһеҙ йөрөш яһай ине.

Ҡояш тағы ла юғарыраҡ күтәрелде. Елһеҙ тымыҡ күл өҫтө тағы ла зҫерәк, бөркөүерәк булып китте. Кәмәнең ишкәктәре лә бала кеше өсөн еңел түгел ине. Юлдаштың сәс араларынан шыбаҡшып тир аҡты. Тик ул быны һиҙмәне, был минутта ул үҙен күктә осҡан ҡыйғыр ҡарсыға кеүек тоя. Икһеҙ-сикһеҙ киң, тәрән

116




был һыу донъяһын ярып, йөҙөп барыу уға бөткөһөҙ шатлыҡ, ғорурлыҡ бирә ине.

Тымыҡ, ҡояшлы көндәрҙә Талҡаҫ күле иҫ киткес матур була шул. Был гүзәллек хатта Ҡыҙырастың да. ҡурҡыуын оноттороп, осондороп ебәрҙе. Ул, тамам йөрәкһеп:

  • Их, моряк булып, ни, бөтә диңгеҙҙәрҙе гиҙеп сыҡһаң ине, эйе бит, Юлдаш! — тип ҡуйҙы. Унан һуң моряк булыу тураһындағы күптәнге хыялын сер итеп, Юлдашҡа ла һөйләп бирҙе. Уның теремек күҙҙәре бер генә минутҡа йүгереүҙән туҡтап, алыҫҡа, күл киңлеге өҫтөнә текләп, тынып ҡалды.

  • Ни, Юлдаш, беләһеңме, — тине ул, серле итеп, — диңгеҙҙә бер бик ҙур крейсер йөҙә, ти. Теге батша һарайына тәү башлап атҡан крейсер һымаҡ, ти. Ни, Юлдаш, уның исеме нисек ине әле?

  • Аврора.

  • Э, эйе, ни, тап бына шуның шикелле, ти. Үҙе бик көслө, эй шәп крейсер, ти. Дошман караптары, уны күрһә, ҡурҡышып, ни, тырьш-тырагай ҡасалар ҙа китәләр, ти. Ошо крейсерҙа, ни, беҙҙең Уралдан да бер шәп егет, йәш матрос бар, ти. Ул егеттең башында ла, ни, шул бескозырка, өҫтөндә аласа тельняшка, ти. Күҙҙәре уның шундай уяу, йөҙө шундай көләс, үҙе шундай ҡыйыу, ти. Ҡурҡыуҙың ни икәнен дә белмәй, ти, ул. Ни, мин һиңә әйтәйем, бына шул крейсерҙың үҙе кеүек көслө, батыр, ти. Ул, ни, матростың исемен әйтәйемме һиңә, Юлдаш?

Юлдаш, йылмая биреп:

  • Әйт, әйт, — тине.

  • Йә, ни, ҡустым, улай белгең килгәс, әйтәйем инде, — тигән булды Ҡыҙырас эре генә. — Ҡыҙырас Батыров тигән йәш матрос, ти ул!.. Белдеңме?

  • Белдем, — тине Юлдаш, рәхәтләнеп көлөп. Ҡыҙырас үҙе лә көлөп ҡуйҙы. Бынан һуң Юлдаш етди генә итеп унан:

  • Моряк булырға һин штормдан ҡурҡмаҫһыңмы һуң? — тип һораны. Ҡыҙырас, турғай кеүек, ҡабарына биреп:

  • Ҡурҡырға, ни, мин ҡыҙыҡайҙыр шул?! — тип йә

117




берһенде. — Ни, диңгеҙҙе күрмәһәм дә, унан да ҡурҡы- нысыраҡ урында, теге, ни, ҡаҙан кеүек урғып ҡайнап ятҡан нефть күлендә йөҙгән кеше бит мин, — тип маҡтанып ҡуйҙы. Юлдаш:

  • Ундай күл ҡайҙа һуң ул? — тип аптыраны.

  • Беҙҙә, — тине Ҡыҙырас. — Ни, беҙҙең Октябрь- скиҙа ул...

Юлдаш, үҙенең географияны шулай насар белеүенә, ошоғаса ул нефть күле тураһында ишетмәүенә ғәрләнеп, ҡабат һорау бирмәне. Э Ҡыҙырас, Юлдашты аптыра- тыуына ҡыуанып, тағы ла нығыраҡ рухланып, дәртләнеп, ул күлдең шәплеген һөйләргә керешеп китте.

  • Ни, Юлдаш, беләһеңме, төпһөҙ күл ул. Үҙенең бер яғынан икенсе яғы күренмәй ҙә, харап киң. Үҙе, ни, ҡайһы саҡта, беләһеңме, шундай урғып ҡайнай башлай, хатта тулҡындары фонтан кеүек атылып тора. Ни, һин үҙенең тирә-яғының матурлығын белһәң, иҫең дә китер ине. Был Талҡаҫ күле шикелле, ни, ҡола яланда түгел ул. Йәм-йәшел ҡарағай урманы уртаһында, ҡара алтын тәңкә кеүек булып, баҙрайып ята ул...

Юлдаш уның һүҙен ысын күңелдән ҡыҙыҡһынып, ғәжәпләнеп тыңланы һәм уға: «Мин дә тиҙҙән Октябрь- скиға күсеп барам бит, һин миңә лә ул күлде күрһәтерһең, йәме», — тимәксе булғайны ла, Ҡыҙырас, тағы ла нығыраҡ ҡанатланып, хатта ҡойроҡ тотоуҙы ла онотоп, артабан һөйләп китте.

  • Ни, Юлдаш, беләһеңме, бүтән кешеләр унда һыу инергә ҡурҡалар. Ни, ул кешене төпкә һөйрәп ала ла китә, тиҙәр. Э мин ҡурҡмайым. Хатта ул күлде әллә нисәмә тапҡыр арҡыры-буй йөҙөп, дегет кеүек ҡап- ҡара булып сыҡҡаным бар минең... Шулай булмай ни, миңә ни, моряк була торған кешегә, ул күл нимә ул?.. Эйе бит, әй?..

Юлдаш, дуҫының шундай батыр булыуына һоҡланып, артабан бер һүҙ ҙә әйтә алмай иште лә иште. Ул үҙе бындай батырлыҡ менән дә, ҡыйыулыҡ, һөйлән- сәклек менән дә маҡтана алмай шул. Әсәһе унан: «Эй, был тиклем атайыңа оҡшап, өнһөҙ-һүҙһеҙ булырһың икән. Өйҙә үҙем һөйләп, үҙем көлөп йөрөмәһәм, атаһы

118




ла, улы ла көн буйы бер һүҙ өндәшмәҫ», — тип юҡҡа ғына зарланмай шул. «Ысынлап та, Юлдаш кеүек баҫалҡы кешенән моряк сығырмы икән һуң?..»

Ләкин бара-тора Ҡыҙырас, Юлдаштың был икелә- неүҙәренең көлөн күккә осороп, уны ла үҙе артынан эйәртте. Улар хатта: «Үҫкәс, обязательно, моряк булырға!» — тип һүҙ ҙә ҡуйыштылар. Ҡара диңгеҙҙәме, Бал- тиктамы, әллә Төньяҡ Боҙ океанындамы йөҙөү мәсьәләһенә тиклем тикшерелде. Юлдаш башта Ҡара диңгеҙҙе һайлағайны ла, Ҡыҙырас ысын батырлыҡты Боҙ океанында, ледоколда ғына күрһәтеп була тигәс, ул да быға риза булды. Ул арала кәмә Уртаташтың һыу эсенә ослайып инеп торған гранит ҡаяһына барып та төртөлдө. Ҡыҙырастың күҙҙәре тағы ла ғорурыраҡ яҡтырып китте. Ул:

  • Бына беҙ, егет кешеләр булғас, ни, ҡайҙа ла килеп еттек!.. Бында, ни, беҙҙән башҡа бер малай ҙа килә алмай бит. Эйе бит, Юлдаш? — тип ҡыуанып һөйләнде. Юлдаш та, утрауға аяҡ баҫып, кәмәне ослайып торған гранит ташҡа бәйләгәс, маңлайынан тамсылап аҡҡан тирҙәрен ҡулының һырты менән һыпырып алды ла, һалмаҡ ҡына итеп:

  • Уртаташ тигәндәре ошо икән?! — тип ҡуйҙы. Ҡыҙырас, һикереп ярға сыҡҡас, бөтөнләй йәнләнеп:

  • Ур-ра! Еңеүселәргә дан! — тип ҡысҡырып ебәрҙе.

Юлдаш та, шаярып:

  • Дан! Дан! — тип күтәреп алды. Уларҙың тауыштары бик алыҫҡа, Ирәндек ҡаяларына, барып ҡағылып кире ҡайтты. Бынан һуң малайҙар ниәтләгән эштәрен эшләү ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй ҡысҡырып йырлай-көлә, утрауҙы күрергә китеп барҙылар. Ҡыҙырас Зөләйха әбейҙән отоп алған Салауат шиғырын ярһып, ҡысҡырып һөйләне:

Батырмын, тип кем әйтмәй,

Яу сапҡанда, йүне юҡ,

Сәсәнмен, тип кем әйтмәй,

Дау сыҡҡанда, өнө юҡ...

119




Юлдаш Лебедев-Кумачтың Тыуған ил тураһындағы йырын рус телендә йырланы. Аҙаҡ Ҡыҙырас та уға ҡушылды.

Утрау менән танышыу күп ваҡыт алманы. Ул өҫтө- өҫтөнә өйөлөп ятҡан эре-эре гранит таштарҙан торған кескәй генә ҡоро ер ине. Малайҙар, уны бер нисә ҡат уратып, арҡырыға ла, буйға ла йөрөп сыҡҡас, уның урындыҡ һымаҡ йәйелеп ятҡан киң, яҫы ташына баҫып, күл өҫтөнә ҡарап торҙолар. Утрау бөтә яҡтан да, киртләс-киртләс булып, һөҙәкләнә барып һыу эсенә инеп юғала ине. Юлдаш уйсан тауыш менән:

  • Ҡыҙырас, моғайын, был урында ҡасандыр бер ваҡыт ошо Ирәндек кеүек бейек тау булғандыр, — тип ҡуйҙы. — Аҙаҡ ул тау батып киткәндер ҙә, уның урынына ошо Талҡаҫ сыҡҡандыр. Бынауы Уртаташ, моғайын, шул батҡан тауҙың түбәһелер...

Ҡыҙырас, көтөлмәгән был яңы фекергә үҙенең дә ҡушы лыуын аңлатып:

  • Фейеү-фейт-фейт! — тип сыйырсыҡ булып һыҙғырып алды ла:

  • Улай булғас, ни, мин хәҙер күл төбө тауының тү- бәһендә осоп йөрөйөм булып сыға бит!.. — тип көлдө.

  • Шулай була шул, — тине Юлдаш. Үҙенең был уйын дөрөҫләр өсөн, ниндәйҙер яңы дәлилдәр табылмаҫмы тип, утрауҙы тағы бер-ике әйләнеп сыҡты. Яр ситенә баҫып, оҙаҡ-оҙаҡ күл төбөнә текләп торҙо. Ләкин ошонан артыҡ бер ни ҙә күрә алманы. Талҡаҫ унан бөтә серҙе йәшереп, зәңгәрләнеп, ғәмһеҙ тынып тик ятты. Яҫмаҡ-яҫмаҡ эре һуйырташтар аҫтында һис тә алтын үҫентеләре йымылдап ятыр һымаҡҡа оҡшамай ине. Ләкин былар береһе лә Юлдаштың унда килеү шатлығын кәметмәне. Киреһенсә, ул үҙҙәренең бөгөнгө сәйәхәтенән бик ҡәнәғәт ине.

  1. Балыҡсылар

Балыҡ ҡармаҡларға тотонорға күптән ваҡыт ине. Юлдаш, йәтеш кенә һикәлтә булып һыу эсенә ослайып ингән яҫмаҡ ташҡа атланып ултырҙы ла аяҡтарын һыуға тыҡты. Ҡыҙыҡһыныпмы, әллә суртандан ҡасып-

120


мы таш араһында емһәнеп йөрөгән ҡыҙылғанаттар, алабуғалар уның аяғы тирәһенә йыйылды. Ҡыҙырас унан аҙ ғына арыраҡ ултырҙы. Улар, кисә тиреҫлектән ҡаҙып әҙерләп ҡуйған бер банка селәүсендең иң һимеҙҙәрен ҡаптырып, ҡармаҡтарын һыуға ырғыттылар. Бында балыҡ ҡармаҡлауы бик ҡыҙыҡлы ине. һ.ыу көҙгө кеүек яҡты, үтә күренмәле. Бик алыҫҡа тиклем ҡайҙа ниндәй балыҡ йөрөгәне тотош күренеп тора. Хатта ҡармаҡ та күренә. Шулай ҙа балыҡтар һис тә абайлап тормай килә лә ҡаба. Тимәк, уларҙың бында, ҡармаҡ ҡабып, ауыҙҙары бешмәгән әле.

Малайҙар бик оҙаҡ тауыш-тынһыҙ ултырҙылар. Тик Ҡыҙырас ҡына йә һандуғас, йә һабан турғайы булып ара-тирә һайрап ебәргеләне.

  • Фью... фит-фить! Си-си-си-и!..

Бына төш яҡынлашты. Ҡояш, күктең тап уртаһынан тороп, айырата ныҡ ҡыҙҙырырға тотондо. Ҡыҙырас асығып китте шикелле. Ҡапыл:

  • Юлдаш, ни, балыҡ ярты котелок булды, — тип ҡыуанып, ҡысҡырып ебәрҙе. Юлдаш өндәшмәне. Уның атаһы, балыҡ ҡармаҡлағанда, ҡысҡырып һөйләшкәнде яратмай торғайны. Ахырыһы, Юлдаш та шулайҙыр. Бер аҙ ултырғас, Ҡыҙырас тағы һүҙ башланы:

  • Ни, Юлдаш, был балыҡтарҙы бешереп ашайыҡ та унан тағы ҡармаҡларбыҙ, йәме.

Юлдаш тағы өндәшмәне. Ҡыҙырастың бөтөнләй кәйефе боҙолдо. Хатта ул ҡош булып та һайрамай башланы. Дөрөҫөн әйткәндә, Юлдаштың үҙенең дә ҡарыны асҡайны инде. Тик, ғәҙәте буйынса, берҙән, түҙемһеҙлек күрһәтергә яратмай, икенсенән, шундай ирмәк эште ҡалдырырға теләмәй ине ул. Ләкин Ҡыҙырас был турала өсөнсө тапҡыр һүҙ башлағас, ул да түҙмәне. Ҡармағын ташлап, Ҡыҙырас янына килде. Улар, өҫтәл кеүек киң, шыма таш өҫтөнә ултырып, балыҡ таҙартырға тотондолар. Ҡыҙырас күңелләнеп, ҡыуанып:

  • Ни, был мин тотҡан сабаҡ бит ул. Бынауы алабуғаны, ни, Юлдаш, һин тоттоңмо? Был өлкән ҡыҙылғанатты ла мин тоттом бит ул, — тип һөйләп кенә ултырҙы.

121




Юлдаш, уның һүҙен хуплап, ара-тирә баш ҡағып ҡына ҡуйҙы. Ул үҙе күп һөйләшмәһә лә, кешенең һөйләшеүенә һис тә ҡамасауламай, хатта үҙ эргәһендә Ҡыҙырас кеүек һөйләнсек берәй Кешенең булыуын ярата ла ине.

Балыҡтарҙы таҙартып бөткәс, улар ятып үҫкән муйыл ботағына котелокты элделәр ҙә, аҫтына сытыр-мы- тыр һалып, ут төртөп ебәрҙеләр. Унан, ҡарт балыҡсы- ларса уйсан, тын ултырып, балыҡтың бешкәнен көттөләр.

  • Ашап алғас, ни, тағы ҡармаҡларбыҙ, йәме, — ти Ҡыҙырас, Юлдашҡа ҡарап.

Юлдаш, йымылдап ятҡан күл өҫтөнән күҙен алмай ғына:

  • Уныһын өләсәйемә алып ҡайтырбыҙ, — ти.

Ҡыҙырас, был фекергә ҡыуанып, тағы ла күтәрелеп

китә:

  • Эйе шул, эй-й, әле бит, ни, бик иртә. О-о... Беҙ әле, ни, күпме балыҡ тоторбоҙ. Эйе бит, Юлдаш?..

  • Кискә, көтөү төшөүгә ҡайтһаҡ, ярар, — ти Юлдаш. — Өләсәйемә балыҡты күберәк алып ҡайтырға кәрәк.

  • Эйе шул, — ти тағы Ҡыҙырас ҡабаланып, — Зөләйха инәй: «Уй, бынауы хәтле күп балыҡты, ни, ҡайҙан алдығыҙ?» — тип аптырар әле, эйе бит, Юлдаш? Үҙе ҡыуаныр ҙа. «Бик шәп, бик һәйбәт», — тиер. Шунан, ни, беҙ уға Уртаташҡа барыуыбыҙҙы әйтербеҙ. Шунан ул беҙҙе ороша башлар, эйе бит? Эй орошор, эй асыуланыр. Э үҙе эстән: «Ҡара һин уны, ниндәй ҙур, батыр малайҙар икән дә баһа былар?..» — тип уйлар, эйе бит, Юлдаш? Ә беҙ өндәшмәй генә тик торорбоҙ. Ғәйепле булғас, ни нәмә өндәшәһең?! Эйе бит, Юлдаш?

  • Эйе, — ти Юлдаш, серле генә йылмайып. Ә үҙе күл өҫтөнән күҙен алмай ғына: «Кем белә, бәлки, әле беҙ бында ҡуна ҡалып, ай нуры аҫтында йымылдап ята торған теге алтын таштарҙы ла эҙләп ҡарарбыҙ...» тип уйлай.

122


  1. Дауыл

Аҡ төтөнөн аҡрын ғына тирә-яҡҡа таратып, костер һүрелде. Малайҙар, урындыҡ шикелле түшәлеп ятҡан яҫы эҫе таш өҫтөнә аяҡ бөкләп ултырып, балыҡ ашарға тотондолар. Бер нисә минутҡа тирә-яҡ тып-тын булып ҡалды. Сөнки Ҡыҙырастың һөйләшергә лә, һандуғас булып һайрарға ла ваҡыты юҡ. Ул әле икмәкте, әле йомортҡаны, әле балыҡты ҙур ҡабып сәйнәүҙән бушамай ине. Э Юлдаш былай ҙа аҙ һүҙле малай инде ул. Шулай ҙа ул, аҙаҡҡы балыҡтың башын сәйнәп ташлағас:

  • Бындай тәмле балыҡты бер ҡасан да ашағаным юҡ ине. Хатта әсәйем майға ҡурған балыҡ та былай тәмле булмай торғайны, — тип ҡуйҙы. Бер йомортҡаны тотош көйө ауыҙына ҡапҡан Ҡыҙырас, телен әйләндереп һөйләй алмай, һаҡау итеп:

  • Ҡы-ҡырҙа, ш-шай, ба-ул, — тине.

Ашап туйғас, малайҙар, күл өҫтөнә текләп, тын ғына тик ултырҙылар. Ошо ваҡыт Юлдаш кисәнән бирле үҙенә тынғы бирмәй йөрөгән һүҙен нисектер ҡыйыулығы етеп әйтте лә һалды:

  • Ҡыҙырас, беҙ ҙә быйыл Октябрьскиға күсеп барабыҙ бит, — тине ул. Унан Ҡыҙырастың быға нисек ҡыуанасағын, унда барғас та, ошолай дуҫ булып бергә йөрөйәсәктәрен һөйләй башлаясағын көтөп, күңелле йылмайып уға текләне. Ләкин Ҡыҙырас, ниңәлер ҡапыл ҡурҡҡан һымаҡ итеп:

  • Ни... Ҡа-сан? Ни-ңә? — тип тотлоға биреп ҡысҡырып ебәрҙе. Юлдаш, быны ул ҡапыл ныҡ ҡыуаныуҙан дыр тип уйлап, тағы ла шатыраҡ тауыш менән:

  • Ошо арала. Быйыл. Атайым мине килеп алып ҡайта ла, күсәбеҙ, — тине. Унан Ҡыҙырасҡа тағы күңеллерәк текләп: — Һин мине теге нефть күленә алып барырһыңмы, Ҡыҙырас? — тип һораны. Ә Ҡыҙырас:

  • Эй, ни, Юлдаш, ниңә беҙ һаман балыҡ ҡармаҡламайбыҙ? — тип йәмһеҙ тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе лә, ел өрөп осорған ҡамғаҡ шикелле, ҡапыл һикереп тороп, ҡармағы яғына осто ла китте. Юлдаш бер ни ҙә

123




аңламай, аптырап, урынынан ҡуҙғала алмай ултырҙы. Унан, күңелһеҙ генә тороп, күл буйына табан китте. Уның был күңелһеҙлеге сабаҡ менән емләп һалынған ҡармағына ҙур бер шамбы ҡапҡас ҡына бөттө. Бынан һуң улар тағы, бөтәһен онотоп, балыҡ ҡармаҡларға керешеп киттеләр. Бара-тора хатта көндөң кискә һарҡа башлауын да тойманылар. Котелокта балыҡ та арыу уҡ булды. Шулай ҙа уны тултырырға ла, ҡуна ҡалып, ай нуры аҫтында йымылдап күренә торған алтын таштарҙы ҡарарға ла тура килмәне. Бына көтмәгәндә күл өҫтөнән еңелсә генә ел үтте. Уның артынан икенсеһе, өсөнсөһө йүгерҙе. Күл өҫтө аҙ ғына көңгөртләнә, шаҙралана төштө. Юлдашты был, әлбиттә, һис тә борсоманы, киреһенсә, уға рәхәт, еләҫ булып китте. Ләкин Ҡыҙырас ниңәлер борсола башланы. Әлдән-әле тирә-яғына ҡаранды, тынысһыҙланды. Юлдаш хәҙер уның был ҡыланышын да аңламаны. Тамам аптырап: «Ни булды быға? Бөтөнләй икенсе малайға әйләнде...» — тип уйланы. Э көн, ысынлап та, боҙолдо. Күҙ күреме ерҙәге бөтә нәмә ашығып үҙгәрә, сәхнәләге кеүек һаман-һаман икенсе күренеш менән алмашына барҙы. Әле генә саф, аяҙ, көләс булып торған зәңгәр күк йөҙө һөрөмләнде. Ирәндек өҫтөндә аҫылынып торған хәрәкәтһеҙ аҡ болот һорголт- ланып, ҡуйырып, ҡаяларға һырыша башланы. Талҡаҫ өҫтө, үҙенең күгелйем яҡтылығын юғалтып, ҡараһыу төҫкә инә барҙы.

  • Ай-Һай, — тип борсолдо Ҡыҙырас. — Ни, Юлдаш, ел көсәйергә уйлай, ахырыһы.

Уның һүҙен дөрөҫләргә теләгән һымаҡ, кескәй генә тулҡындар сәп-сәп итеп улар ултырған ташҡа килеп бер-бер артлы бәрелеп сәсрәнеләр.

  • Ни, ҡара әле, Юлдаш, ҡайтайыҡ! — ти башланы Ҡыҙырас. Ел сыҡһа, Талҡаҫ харап яман, ти, ул.

Юлдаштың ҡармаҡҡа текләп тик ултырғаның күргәс, ул, тағы ла нығыраҡ түҙемһеҙләнеп:

  • Ҡайтайыҡ, тим! Ни, Юлдаш, тим, ҡайтайыҡ, тим, — тип татылданы. Юлдаш, ҡоро ғына итеп:

  • Сәбәләнмә, тик кенә ултыр, — тип ҡуйҙы. Бынан һуң Ҡыҙырас оҙаҡ ҡына түҙеп ултырҙы. Ә Талҡаҫ өҫтө

124




ҡараңғылангандан-ҡараңғылана, Ҡыҙырастың төҫөнә сыҡҡан ҡурҡыу артҡандан-арта барҙы. Ахыры ул тағы түҙемдән сығып һөйләнә башланы:

  • Ьин, ни, Юлдаш, белмәйһең әле. Әҙ генә ел сыҡһа ла, Талҡаҫ өҫтөндә ул тауылға әйләнә, ти. Ул, ни, был Уртаташты тотош күмеп ташлай, ти. Ни, хатта инде кәмәләрҙе лә күтәреп һуҡҡан сағы була, ти, уның. Шулай яман ҡоторона, ти, ул Талҡаҫ. Ни, Юлдаш, әйҙә ҡайта һалайыҡ, йәме...

Юлдаш тағы, ҡоро ғына итеп:

  • Өләсәйемә балыҡ алып ҡайтмайбыҙмы ни? — тип һораны.

Ҡыҙырас тағы тынды. Ә Юлдаштың ошондай күңелле урынды ҡалдырып һис тә ҡайтҡыһы килмәй ине. Талҡаҫтың шундай яман ҡоторона алыуына ла ышанмай ине ул. Шулай итеп, тағы арыу уҡ ваҡыт үтте. Котелокта балыҡ та байтаҡ булды. Ләкин уға тулырға күп кәрәк ине әле. Ә Юлдаш өләсәһенә бер котелок туп- тулы балыҡ алып ҡайтырға теләй ине. Ҡыҙырас та шулай теләй ине лә бит, тик бынауы көсәйә барған ел генә уға тынғы бирмәй шул. Бара-тора ул, ысын-ысындан ҡурҡып, бер туҡтауһыҙ тәтелдәргә тотондо:

  • Эй, ни, ҡара әле, Юлдаш, тим, ҡайтайыҡ, тим, ишетәһеңме?! Тауыл сыға бит. Ана, ҡара, Талҡаҫ нисек сайҡала!..

Ел, ысынлап та, бик тиҙ көсәйҙе. Көн тамам күңелһеҙләнеп, һалҡынсаланып китте. Ҡояш нурҙары тоноҡланды. Ирәндек тотош аҡһыл һоро болот менән ҡапланды. Юлдаш ҡайтырға әҙерләнергә мәжбүр булды. Улар йыйынып кәмәгә ултырғансы, ел тағы ла ҡотора төштө. Тулҡындар, бер-бер артлы Уртаташҡа килеп бәрелеп, шаулап ауып төшә башланы. Ҡыҙырас, тамам ҡалтыранып:

  • Ярға сыгып ҡына өлгөрһәк ярар ине. О, ниндәй ҡурҡыныс! — тип һөйләнде. Юлдаш тешен ҡыҫып өндәшмәне. Уның ошондай матур көндө боҙған елгә лә, ҡапыл ҡурҡаҡ малайға әйләнгән Ҡыҙырасҡа ла асыуы килә ине. Ә Ҡыҙырастың ҡурҡыуы артҡандан-арта барҙы. Ул хәҙер тап бәләкәй малай булып:

  • Ҡара, ҡара, нисек көсәйә! Бына, ни, күрерһең

125




әле, ул беҙҙең кәмәне күтәреп тә һуғыр... — тип тәтелдәне. Ахыр Юлдаш, һалҡын, мыҫҡыллы йылмайып:

  • Тапҡанһың диңгеҙ. Күтәреп һуға, имеш. Шторм да булалыр әле бында? — тип ҡуйҙы.

Ләкин Талҡаҫ оҙаҡламай Юлдашты ла Ҡыҙырастың һүҙҙәренә ышанырға, һиҙҙермәй генә борсолорға мәжбүр итте. Ел көсәйгәндән-көсәйҙе, тулҡындар эреләнә, йы- шая барҙы. Кәмәне ауыл яғына тура алып барып булмай башланы. Сөнки тулҡын ҡабырғаға килеп бәрелгән һайын, кәмә ауып китә яҙа ине. Э кәмәне тулҡынға ҡаршы алып барырға Юлдаштың көсө етмәне. Шунан ул: «Йә, ни булһа булыр» тип, Ҡыҙырасҡа:

  • Кәмәне көнбайышҡа бор. Елгә арт менән барайыҡ! — тип ҡысҡырҙы.

Ҡыҙырас:

  • Улай, ни, кәмәне ел ауҙара һуғыр бит, — тип ҡаршы төшмәксе булғайны ла, көслө тулҡын килеп бәрелеп, кәмәне тапсыҡ шикелле итеп, үҙе үк бороп ебәрҙе. Юлдаш уға:

  • Ҡойроҡто яҡшы тот! — тип ҡысҡырҙы. Уның тауышында ла ҡурҡыу һиҙелә ине хәҙер. Сөнки ел ҡотороноп көсәйә. Күк йөҙө ҡара болот менән ҡуйыраҡ ҡаплана бара, ә улар һаман Уртаташ янында гына сыуалалар ине әле. Юлдаш, әлбиттә, ҡурҡып ҡул ҡаушырып ултырманы, бар көсөнә тырышып иште. Тик былай ҙа бик үк оҫта булмаған ҡойроҡсо хәҙер аҙ-маҙ ғына беле- үен дә онотто. Э ел шаулап, ажғырып уны һыу менән ҡойондорҙо. Малайҙарҙың өҫтөнә лә, кәмәгә лә бер өҙлөкһөҙ һыу һипте. Ҡыҙырас ҡурҡыуҙан ни эшләргә белмәй:

  • Батабыҙ, әй, ни, Юлдаш, батабыҙ! — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Ул гына ла түгел, тамам өмөтһөҙләнеп, көрәген кәмә төбөнә ырғытып бәрҙе лә ҡалтыранып бөршәйҙе лә ултырҙы. Ҡойроҡсоһоҙ ҡалған кәмәне аҡбаш тулҡындар, уңға ла, һулға ла борғолап, сайҡалта-сай- ҡалта ярға ҡыуып алып китте. Ҡыҙырас, күҙҙәрен сырт йомоп:

  • Бөттөк! Баттыҡ! Үлдек!.. — тип ҡабатланы. Уның йөҙө, ирендәре ағарынды. Юлдаш, уға ышанып, ошондай хәтәр юлға сығыуы өсөн үкенде. Ләкин һуң ине инде. Үкенеп, ҡурҡынып ултырырға түгел, көрәшергә,

126




еңеп сығырға кәрәк ине. Шуға күрә, ул үҙенең ҡурҡыуын ғына еңеү түгел, Ҡыҙырасты ла йыуатырға, уны ҡойроҡ тоторлоҡ хәлгә килтерергә теләп, ҡыйыу тауыш менән:

  • Их, шәп тә һуң, Ҡыҙырас! Беҙҙе ел хәҙер ярға үҙе үк сығарып ташлаясаҡ! — тип ҡысҡырҙы. Ләкин уның һүҙен Ҡыҙырас ишетмәне. Ул, ҡурҡыуынан бер ни ҙә әйтә алмай, кескәй күҙҙәрен мәғәнәһеҙ йүгертеп тик ултырҙы. Э Юлдаш аяҡтарын кәмәнең арҡыры ағасына ныҡ терәп, салҡайып, бөтә көсө менән тырышып иште. Кәмәне, бер тулҡындан икенсеһенә һикертеп, тиҙерәк ярға алып барып сығарырға тырышты. Ә үҙенең нимәнән дер күңеле күтәрелеп киткән һымаҡ булды. Уның ирендәре ныҡ ҡыҫылды, ғәҙәттәге йыуаш, уйсан күҙҙәре ысын ҡыйыулыҡ менән балҡып янды. Ҡояшҡа бешеп, баҡыр төҫөнә ингән битенә ҡуйы ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Тулҡын менән көрәшеү уны рухландырып, һабантуйҙа, атта ярышҡан сая егет кеүек ҡырағай ҡыуаныс менән ашҡындырып ебәрҙе. Ҡыҙырас уның бындай матур сағын бер ҡасан да күргәне юҡ ине әле. Бына ул тағы, Ҡыҙырасҡа ҡарап:

  • Эй-әй! Беҙгә, моряк була торған кешеләргә, был тулҡын шаймы ни ул?! — тип ҡысҡырып ебәрҙе. — Диңгеҙҙә тулҡындар ана теге Ирәндек тауы хәтле булалар, ти. Ә был нимә?!

Ул, тап өләсәһе шикелле, һалҡын, мыҫҡыллы йылмайып, тәгәрмәс кеүек тәгәрләп, кәмәнең өҫтөнә менеп килгән аҡбаш тулҡын өҫтөнә төкөрҙө.

  • Тфү!..

Ләкин Ҡыҙырас тағы бер нәмә лә ишетмәне. Э тулҡын һаман ҡотороноп кәмәне алға ҡыуҙы. Юлдаш та, уға өндәшеп хәл бөтөрөүҙең файҙаһыҙлығын аңлап, бынан һуң һүҙһеҙ генә ишеүендә булды. Ахыр бына яҡында ғына яр буйы ҡамышлыҡтары күренде. Ҡото осоп, бөршәйеп ултырған Ҡыҙырас, ҡапыл йәнләнеп, ҡыуанысынан ни эшләгәнен белмәй һикереп торҙо.

  • Юлдаш! Ни, Юлдаш, тим! Яр!.. Ярға ет...

Ошо ваҡыт, артыҡ асыулы килеп бәрелгән тулҡынданмы, әллә Ҡыҙырастың кәүҙә туралығын һаҡлай алмай, ел ыңғайына янтайыуынанмы, күҙ асып йомғансы

127




кәмә бер яҡҡа ауып китте. Малайҙар, ботаҡтарынан тирелгән алмалар шикелле, суп-суп итеп һыуға йығылып төштө. Аҡбаш тулҡындар, ҡырағай шатлыҡ менән ҡотороноп, шаулап, улар сумған урында бейергә керештеләр. Көн тағы ла ҡараңғыланып киткән һымаҡ булды. Ҡайнап торған аҡһыл һоро болоттар менән ҡапланған асыулы күктә ҡояш бөтөнләй күренмәй ине инде.

Бер аҙҙан һыу өҫтөнә Юлдаш ҡалҡып сыҡты һәм, тирә-яғына ҡаранып:

  • Ҡыҙырас, Ҡыҙырас! — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Тик уның тауышы үҙенән башҡа бер кемгә лә ишетелмәне. Тулҡындар шау-шыу килеп уның башы аша һикерешеп уйнарға керештеләр. Әйтерһең дә, уны тиҙерәк күл төбөнә, йәки ярға ҡыуырға тырыштылар. Тик Юлдаш күл төбөнә лә, ярға ла ынтылырға ашыҡманы. Уға, нисек кенә булмаһын, Ҡыҙырасты табырға кәрәк ине. Ул үҙҙәре ауып төшкән ерҙә әйләнеп йөҙөргә кереште. Үҙе һаман:

  • Ҡыҙырас! Ҡыҙырас! — тип ҡысҡырҙы. Шулай йөҙә торғас, Юлдаштың күҙе алыҫ түгел бер ҡара нөктәгә төштө. «Был ни? Әллә ярҙамға берәйһе киләме?..» — тип уйланы ул.

Юҡ, был уларҙың үҙ кәмәһе ине. Ул, малайҙарҙы һыуға түккәс, үҙе нисектер ҡайтанан турайып ултырған да, тулҡындар өҫтөндә сайҡалып, һикергеләп йөрөй ине. Юлдаш, тағы өмөтләнеп: «Бәлки, Ҡыҙырас кәмәлә ҡалғандыр», — тип уйланы. Унан, бар көсөн йыйып, кәмәгә табан йөҙә башланы. Ә ул, ҡарышҡан шикелле, уңға, һулға янтайып, ситкә тайшанды. Йыл кеүек оҙон тойолған бер-ике минут эсендә Юлдаш кәмәне ҡыуып етте. Ләкин Ҡыҙырас унда ла юҡ ине! Юлдаштың йөрәге өҙөлөп төшкән һымаҡ булды. Хәле бөтөп, беләктәре талып китте. Ул йән асыуы менән тағы бер-ике ҡат: j


  • Ҡыҙырас! — тип ҡысҡырҙы. Кәмә борғоланды, Юлдаштың ҡулынан ысҡынып китергә тырышты. Ошо ваҡыт ул:

  • Юлдаш! — тигән хәлһеҙ генә бер тауыш ишетеп ҡалды. Шул уҡ ваҡытта үҙенән ҡырҡ-илле метр алыҫлыҡта, тулҡын эсендә, бер күренеп, бер юғалып, Ҡы

128




ҙырастың ярға табан йөҙөп барғанын күреп ҡалды. Юлдаштың беләктәренә хәл кире ҡайтты. Ул тейен етеҙлеге менән тырмашып кәмәгә менде.

«Яр алыҫ. Йөҙөп барып сығырға Ҡыҙырастың хәле етмәҫ, тиҙерәк ҡыуып етеп ҡотҡарырға кәрәк!..»

Ул, ишкәктәрҙе ҡайырып алып, үҙендә бығаса бер ҡасан да булмаған көс менән ғәйрәтләнеп ишергә тотондо. Яртылаш һыу баҫҡан кәмә тыңлаусан алға атылды. Үҙенә ярҙам килгәнде күргәс, Ҡыҙырас та, ярға ынтылыуҙан туҡтап, кәмәгә табан йөҙә башланы. Күп тә үтмәй ул ағарынып-күгәренеп кәмәгә менде. Тик балыҡлы котелок ҡына кәмәлә юҡ ине хәҙер. Малайҙар менән бергә ул да күлгә сумғайны. Ләкин Ҡыҙырас менән Юлдашта хәҙер уның өсөн үкенерлек хәл юҡ ине. Әле генә кисергән ҡурҡыныс һәм ҡотолоу шатлығы ҡаршыһында был бик кескәй генә нәмә булып ҡалды. Батып үлмәй, һау ҡайтҡан малайҙар өсөн өләсәйҙең балыҡһыҙ ҙа шатланасағы асыҡ ине.

Бынан ары тулҡын уларҙы бик тиҙ ярға сығарып ташланы. Улар, кәмәне яр ситендәге тирәккә бәйләгәс, ҡыуанып, йүгереп һыртҡа менделәр. Үҙҙәрен шундай көләс, наҙлы йымылдап саҡырып алып та аҙаҡтан йота яҙған мәкерле күл өҫтөнә текләп тынып ҡалдылар. Ә Талҡаҫ һаман тулҡынлана, ҡайнай, үкерә ине. Хәҙер уның, бөгөн иртәнсәк кенә төбөнә хәтле үтә күренеп, тып-тымыҡ булып ятҡан яҡты күл булыуына ышаныу ы ла ҡыйын ине. Ирәндек өҫтөндә лә, ҡая таштарға һырышып, аҡһыл һоро болот өйөрөлә. Был болоттар нисектер ҡая ярыҡтарынан боҫрап сыҡҡан һымаҡ күренәләр. Шул аҡһыл һоро болоттарҙы ҡыуып сығарған көслө һалҡын ел Талҡаҫ өҫтөнә тәгәрәп төшә лә күлдең аҫтын-өҫкә әйләндерә. Бер-бер ярым метр бейеклектәге аҡбаш тулҡындар, ел өргән һайын, үкереп, шаулап ярҙарға килеп бәрелә. Күл өҫтө аҡ күбек сәсеп шаулай, геүләй ине.

«Ни тиклем тиҙ үҙгәреш, — тип уйлай Юлдаш, ғәжәпләнеп. — Көҙ көнө бындай елдә нисек була икән күл өҫтө?..»

Ҡыҙырас, уның уйын аңлаған шикелле:

  • Гел шулай, ти, ул Талҡаҫ. Ни, ҡапыл ҡоторона

  1. 1.0004.08

129




ла китә, ти. Бер ҡоторонһа, ике-өс көн, аҙна буйына туҡтамай. Унан тағы бер ни ҙә булмаған кеүек тынып ҡала, ти. Минең апайым әйтә, ни, Талҡаҫ буйындағы кеүек, ел-буран беҙҙең райондың башҡа бер ерендә лә юҡ, ти. Беләһеңме, Юлдаш, ҡыш көнө, ни, бында буран нисек көслө була, ти, — тип һөйләнде. Унан, тауышын нығыраҡ күтәрә биреп: — Аҡман-тоҡман буранында бында кешеләр хатта өйҙәренән дә сыға алмайҙар, ти, во!.. — тип ҡуйҙы.

Ҡурҡыныс уҙғас, Ҡыҙырасҡа ғәҙәттәге һүҙсәнлек кире ҡайтты. Иҫән-Һау ҡалыу ҡыуанысынан ул хәҙер бер туҡтамай һөйләргә, көлөргә, шаярырға әҙер ине. Тик Юлдаш ҡына бик ныҡ арығайны инде. Аяҡтарында көскә баҫып тора ине. Уға хәҙер ҡайтырға ла ятырга кәрәк ине. Ләкин улар ҡайтып китергә генә торғанда, яҡында ғына асыулы ҡалын бер тауыш ишетелде.

  • Ах, кәмәне бына кемдәр алып киткән икән?.. Ә мин уны эҙләп бөтә Талҡаҫты урап сыҡтым!..

Малайҙар икеһе бер юлы тауыш килгән яҡҡа боролдо. Унда, яр буйлап йүгерә-атлай, бая, кәмәне алып киткән саҡта, бармаҡ янап ҡалған ҡара мыйыҡлы, ҙур кәүҙәле ағай килә ине. Ҡыҙырас, уны күреү менән, өрккән ҡыр кәзәһе шикелле, ырғып-һикереп, ауыл яғына йүгерҙе лә китте. Юлдаш, аптыранып, бер үҙе тороп ҡалды. Кәмәне һорамай алған өсөн яуап бирергә кәрәк булғанда ҡасып китеүҙе ул башына ла килтерә алманы, әлбиттә. Шулай ҙа үҙенә ни эшләргә, Ҡыҙырастың был ҡылығына нисек ҡарарға икәнен уйларға ла өлгөрмәне, теге ағай, килеп етеп, уның ҡолағына ла йәбеште.

  • Ниңә кәмәне алып ҡастың?! Ниңә һорамай алдың, собака малай!

Ул, ошо һорауын бер нисә тапҡыр ҡабатлап, айыу тәпәйендәй ҙур, ҡаты ҡулдары менән Юлдаштың ике ҡолағын да матҡып тотоп борғоланы-борғоланы ла, малайҙың өндәшмәүен, урынынан да ҡуҙғалмауын күреп, аптырап туҡтап ҡалды.

  • Бәй, атаҡ-атаҡ, ниңә иламайһың, собака малай? Телең юҡмы әллә һинең?

Юлдаш, ғәҙәтенсә, һалҡын ғына йылмайып, ашыҡмай ғына:

130




  • Ниңә булмаһын, бар. Тик ярай әле ул ауыҙ эсендә. Юҡһа, ағай, һеҙ телдән дә тотоп алыр инегеҙ, — тине.

Ағай, ҡыҙыҡһынып, уға текләп ҡарап торҙо ла түш кеҫәһенән блокнот менән ҡәләм алды.

  • Ҡара һин уны, нимә ти!.. Уҫал малай икәнһең дә баһа. Исемең нисек һинең?

  • Юлдаш.

  • Фамилияң?

  • Әлимов.

Ағай, ҡәләмен төкөрөкләй биреп, блокнотына Юлдаштың исем-фамилияһын яҙып ҡуйҙы ла:

  • Уҡытыусығыҙға, вожатыйығыҙға хәбәр итәсәкмен. Улар һеҙҙе бик һәйбәтләп кенә бешереп алһындар әле, — тине. Унан тағы:

  • Кем улы һин? — тип һораны.

  • Буранбай улы, — тине Юлдаш.

  • Ә-ә, Зөләйха әбейҙең ейәнеме ни? — тип ҡыуанып ҡысҡырып уҡ ебәрҙе ағай. Юлдаш тағы, түбән ҡарап, һүрән генә:

  • Эйе, — тине.

Был яуаптан һуң ағайҙың асыулы йөҙө яҡтырып, көләсләнеп китте. Хатта ул Юлдаштың арҡаһынан дуҫтарса ҡаға биреп тә ҡуйҙы.

  • Беләм, беләм. Зөләйха инәй ейәне булғас, һәйбәт. Үҙең, уға оҡшап, уҫалһың да икән.

Юлдаш өндәшмәне. Ағай тағы һорауға күсте:

  • Ә теге, ҡасып киткән кем малайы? Уны ла мин бынауында һинең яныңа яҙып ҡу яйым.

Юлдаш күңелһеҙ генә итеп:

  • Белмәйем, — тине.

  • Әйтергә теләмәйһең инде, ә?

Юлдаш, үҙһүҙләнеп:

  • Белмәйем, — тип ҡабатланы.

Ағай йәнә бер тапҡыр Юлдашҡа ентекләп ҡараны ла:

  • Иптәште һатмайһың икән. Яҡшы, яҡшы. Ә ул, собака малай, һатты: ташланы ла ҡасты. Хәҙер кәмә өсөн һинең бер үҙеңә генә яуап бирергә тура киләсәк бит инде, — тине. Юлдаш, күтәрелеп ҡарамайынса ғына:

  • Эйе. Киләсәк, — тип яуап бирҙе. Үҙе, ут кеүек

5*

131


янып барған ҡолаҡтарын баҫып ҡарағыһы килеүен көскә тыйып:

  • Хәҙер миңә ҡайтырға мөмкинме инде? — тип һораны.

Ағай, мыйыҡ аҫтынан дуҫтарса йылмайып:

  • Мөмкин. Бар, ҡайт, ҡустым, ҡайт, — тине.

Юлдаш ашыҡмай ғына ауыл яғына китте. Э теге

ағай уның артынан:

  • Эй, ҡара әле, ҡустым, һин миңә үпкәләмә. Мин һинең Зөләйха әбей ейәне икәнеңде белмәнем. Юҡһа, һиңә бер кәмәне көн дә йөрөргә биреп ҡуйыр инем! — тип ҡысҡырып ҡалды.

Юлдаш, бара биргәс, «рәхмәт» тип әйтер өсөн артына әйләнеп ҡарағанда, ағай кәмәһе янына төшөп китмәй, һаман уның артынан ҡарап тора ине әле.

Бынан һуң Юлдаш, өйҙәренә ҡайтып еткәнсе: «Ҡыҙырас берәй ерҙә көтөп тормаймы икән?» — тип, тирә- яғына ҡарана-ҡарана барҙы. Ләкин ул бер ерҙә лә юҡ ине. Юлдаш, ниңәлер ҡапыл күңелһеҙләнеп, ата-әсәһен һағынып:

«Их, тиҙерәк кенә ҡайтып китергә ине», — тип уйлап ҡуйҙы.

Бәхеткә ҡаршы, ул ҡайтыуға, атаһы килеп торғайны уның. Юлдаштың ҡыуанысының иге-сиге булманы. Башҡа ваҡытта ҡырыҫланып, кеше янына бармай торған малай:

  • Атай, килдеңме ни?! — тип атаһының ҡосағына нисек ташланғанын белмәй ҡалды.

  • Килдем, улым, килдем, — тине Буранбай ағай ҙа ҡыуанып, — әллә һағындырҙымы, улым?

Юлдаш «эйе» тигәнде белдереп, баш ҡына ҡаҡты. Юҡһа, тағы бер һүҙ әйтһә, ҡыуанысынан илап ебәрер һымаҡ тойҙо ул үҙен. Атаһы уны бәләкәс бала кеүек итеп күтәреп алды ла урындыҡҡа баҫтырҙы. Унан:

  • Әсәй, ҡара әле, был ни эшләгән?! Өшөп, күгәренеп бөткән бит был!.. — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Өләсәһе лә, йүгереп килеп, уны төрлөсә ҡапшап, һыйпаштырып ҡараны.

  • Ай, балаҡайым, һин ни эшләнең? Туңып, ҡобараң осоп бөткән дә баһа, — тип өҙәләнде. Унан, ашыға-

132




ашыға, уға ҡоро, йылы кейемдәр бирҙе. Бынан һуң улар өсәүләп өйҙә сәй эсергә ултырҙылар. Тышта инде көҙ көнө кеүек һалҡын ине. Өләсәһе Юлдашҡа, ҡарағат ҡағы һалып, тирләткәнсе сәй эсерҙе. Сәй янында ул атаһы менән өләсәһенә бөгөн үҙ башынан кискәндәрҙе ҡыҫҡа ғына һөйләп бирҙе. Унан һүҙ уны орошоу өсөн өлкәндәргә күскәс, ул атаһының тубығына башын һалып йоҡлап та китте. Сәй эсеп бөткәс, атаһы, күтәреп, өләсәһе йәйгән урынға алып барып һалғанды ла тойманы. Ә иртәнсәк, ул уянғанда, атаһы ҡайтырға әҙерләнеп бөткәйне инде. Өләсәһе:

  • Быныһы ҡарағат ҡағы, һалҡын тейгәндә, сәй итеп эсерһегеҙ. Бынауы муйыл майы. Килен унан ләүәш бешерер. Ә тоҡсайҙа ҡорот. Килен, һалма бешергәндә, ҡорот лап һурпа эсергә ярата торған. Ә быныһы, Буранбай, һин яратҡан еләк ҡағы, — тип һөйләнә-һөй- ләнә, Юлдаштың сумаҙанына күстәнәстәр тултыра. Атаһы уға:

  • Әсәй, әсәй, тим, кәрәкмәй. Күстәнәс һалғансы, әйҙә, үҙең бар. Алып ҡайтам, ял итерһең. Беҙ яңы ҡалаға күсәбеҙ. Ьинһеҙ унда Юлдашҡа ла күңелһеҙ булыр, — ти.

  • Юҡ, улым, булмай, быйылға бара алмайым. Үҙегеҙ йышыраҡ килеп йөрөгөҙ, — ти Зөләйха әбей. Юлдаштың атаһы уға:

  • Кин, әсәй, колхозыңды беҙҙән артыҡ күрәһең, — тип шаярта. Зөләйха әбей:

  • Улайын улай уҡ түгел дә. Шулай ҙа, үҙ урыныма бик шәп ҡымыҙ оҫтаһы өйрәтеп ҡалдырмайынса, китә алмайым шул, балам, — ти. Юлдаштың атаһы, бөтөнләй бала шикелле иркәләнеп:

  • Әсәй, һин тиҙерәк өйрәт тә тиҙерәк буша, йәме, —

ти.

Өләсәһе:

  • Ярар, балам, ярар, — тигән була.

Ә Юлдаш, уянғанын белдермәҫ өсөн, күҙен ҡыҫып ҡына ҡарап, уларҙың һөйләшкәнен тыңлап ята. Уға шундай рәхәт, күңелле. Бындай рәхәтлекте ул бер ҡасан да татығаны юҡ ине шикелле.

133


  1. Яңы ҡалала

Талҡаҫ буйында үткәргән ул дауыллы көнгә айҙан ашыу ваҡыт уҙып та китте. Был осор эсендә Юлдаштарҙың тормошонда күп кенә үҙгәрештәр ҙә булып алды: уның атаһын, инженер Буранбай ағайҙы, баш инженер итеп, Октябрьскига күсерҙеләр. Улар бына бер айға яҡын инде ошо яңы ҡалала йәшәйҙәр. Атаһы ла, әсәһе лә быға бик шат. Яңы донъя көтә башлаған йәш-елкен- сәктәр кеүек ҡыуанышып йөрөйҙәр. Күрәһең, бында күсеү уларҙың күптәнге теләктәре булғандыр. Юлдаш та, ғәҙәттә, ошондай яңылыҡлы, үҙгәрешле көндәрҙе ярата. Бындай саҡта ул йәнлерәк, теремегерәк, уяуы- раҡ булып киткән һымаҡ була. Тик бында күсеп килеү уға ундай күңелле йәнлелек биргәне юҡ әле. Киреһенсә, уға бында күңелһеҙ, бөтә нәмә насар, йәмһеҙ кеүек тойола. Дөрөҫ, был ҡала уларҙың Ишембайынан ҙурыраҡ та, матурыраҡ та. Тик шулай ҙа Юлдаш быны бер ҙә ерһенмәй әле. Әллә инде дүрт йыл буйы бергә уҡыған иптәштәре, яратҡан мәктәбе, уҡытыусылары ҡалғанғамы икән, Ишембайҙы һағынып тик йөрөй әле ул. Бында йүнләп малайҙар менән дә танышып еткәне юҡ әле уның. Етмәһә, бынауы Ҡыҙырасы ауылдан һаман ҡайтмаған була. Исмаһам, анауы нефть күленә алып барыр ине. Дөрөҫ, теге Талҡаҫ буйындағы ваҡиғанан һуң Юлдаштың уға ҡарата булған һоҡланыуы бер тиклем ҡаҡшағайны инде. Хәҙер ул Юлдаштың күҙ алдында ҡыйыу, баҙнатлы, йылғыр егет булып түгел, ә тел менән яңаҡҡа ғына һалышҡан, ҡурҡаҡ, тәпей малай булып килеп баҫа. Ә Юлдаштың ундайҙарҙы йәне һөймәй. Шулай ҙа бында, ят ерҙә, хәҙер Ҡыҙырас булһа, уға унан да яҡын кеше булмаҫ ине. Шуның өсөн ул Ҡыҙырастың ҡайтыр көнөн түҙемһеҙлек менән көтә иңе. Шуныһы ҡыҙыҡ: ул Октябрьскига күсеп килеү генә түгел, Ҡыҙырас менән бөтөнләй бер ишек алдында ла булып сыҡты бит. Ана бит уларҙың квартираһы Юлдаштарҙың квартираһына ҡаршы ғына ҡарап тора. Ҡыҙырастар ҡапҡаның уң яғында, Юлдаштар һул яғында. Ишек алдына ҡараған тәҙрәләр генә түгел, ишектәргә хәтле ҡара-ҡаршы. Үткән-Һүткән һайын бер-береһен кү-

134


реп кенә торорлоҡ. Ул гына ла түгел, улар хатта бер класта ла уҡыясаҡтар. Кисә, 5 «А» класының етәксеһе Ғәбит агай үҙенең буласаҡ уҡыусылары менән танышып йөрөгәндә, Юлдаштан һуң Ҡыҙырастарға ла инеп сыҡты. Бының өҫтәүенә Ҡыҙырастың әсәһе менән Юлдаштың әсәһе әллә ҡасанғы әхирәттәр шикелле дуҫлашып та алдылар. Бер-береһенән сығышмайҙар. Осрашһалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Ял көнө һайын бешергән тәм- ле-татлы әйберҙәрен бергәләп ашайҙар. Э аталары тураһында һөйләп тораһы ла юҡ. Улар күптән бергә. Бер буровойҙа эшләйҙәр. Хатта быраулау эшенә ниндәйҙер бер яңы технология индереү тураһында дәртләнеп-дәрт- ләнеп кәңәшләшәләр. Уларҙың бөтәһенә лә күңелле. Тик бына Юлдаш ҡына яңғыҙ. Шуның өсөн гел бошоноп тик йөрөй. Бер нәмәнән дә йәм тапмай. Юлдаштың былай бойоҡ йөрөүен атаһы ла һиҙә башланы шикелле инде. Ул төрлөсә уны йыуатырға тырыша һымаҡ күренә. Бында килгәс, ул Юлдашҡа өр-яңы велосипед та алып бирҙе. Юлдаш күптән һораһа ла, «бәләкәсһең әле» тип алмаған баянды ла бер көн Өфөнән үҙе үк алып ҡайтты. Әле бөгөн бына эштән һуң машина менән өйгә ҡайтты ла:

  • Әйҙә, улым, һиңә ҡаланы күрһәтәм, — тине. Юлдаш быға бик ҡыуанды. Ҡаланы, уның тирә-яғын күреп йөрөргә күптән теләй ине инде ул. Бигерәк тә теге, Ҡыҙырас әйткән нефть күленә тиҙерәк барып, һыу инеп, үҙенең дә Ҡыҙырас кеүек батырмы, түгелме икә- нен һынап ҡарағыһы килә ине уның. Шулай булғас, нисек ҡыуанмаһын! Етмәһә, машинаны атаһы үҙе йөрөтә. Ул шофер урынында, ә Юлдаш атаһының урынында ултыра. Улар ашыҡмай ғына, ян-яҡтарына ҡаранып баралар. Башта улар ҡаланың үҙәк урамдары буйлап үттеләр. Буранбай ағай, асфальтлы киң урамдарҙың ике яғынан теҙелеп киткән береһенән-береһе матур, өр-яңы йорттарға күрһәтеп:

  • Бынауы дүрт ҡатлы таш йорт — мәктәп. Ьин шунда уҡыясаҡһың. Анауы баҡса эсендә ултырған аҡ йорттар — больница. Теге колонналап эшләнгән һәйбәт йорт — Нефтселәр клубы. Ә бына былары — эшселәрҙең торлаҡтары... — тип таныштыра барҙы.

135


Бында әле яңы төҙөлөп ятҡан йорттар ҙа күп ине.

Ҡаланы ҡарап бөткәс, улар ҡырға ҡурғаш таҫма кеүек ялтырап ятҡан киң асфальт юл менән тауға ҡарай киттеләр. Ҡала артта ҡалды. Юлдың ике яғынан һанһыҙ күп скважиналар күренде. Буранбай ағай тағы:

  • Бына был, һул яҡта бормаланып ятҡан, Ыҡ йылғаһы. Был, беҙ хәҙер менеп барған, Нарыштау. Ана тегеһе — Төрөкмәнтау, — тип таныштыра барҙы. Улар тиҫтәләрсә километрҙарға һуҙылған промыслалар, буровой- ҙар араһынан үттеләр. Ахыр Буранбай ағай машинаны Нарыштау ҙың көнсығыш битенә, бында иң тәү башлап нефть биргән скважина янына, алып барып туҡтатты. Бынан Нарыш, Япраҡ тауҙары араһындағы киң уйһыулыҡҡа тотош йәйелгән яңы, йәш ҡала ап-аҡ булып ялтырап ята. Байып барған ҡояш нурҙары уның бейек йорттарының ҙур тәҙрәләренә төшөп сағыла ла тирә-яҡҡа алтын сатҡы сәсеп балҡый. Юлдаш та, атаһы ла, һоҡланып, киске ҡалаға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙолар. Ахыр Буранбай ағай, улының яурынынан ҡосаҡлап:

  • Инде һине ҡайҙа алып барайым, нимә күрһәтәйем икән? — тип һораны. Юлдаш ашығып:

  • Атай, теге ҡарағай урманы эсендәге нефть күленә алып бар ҙа, унан һуң ҡайтырбыҙ, — тип яуап бирҙе. Ғәҙәттә, һалҡын гына йылмайып ҡуйыу менән ҡәнәғәтләнә торған Буранбай ағай тау битен яңғыратып көлөп ебәрҙе.

  • Нимә, нимә?! Нефть күленә, тиһеңме? Ҡарағай урманы эсендә нефть күле, тиген, ә?.. — тип һөйләнә- һөйләнә рәхәтләнеп көлдө ул. Унан Юлдаштың ҡып- ҡыҙыл булып түбән ҡарап тик тороуын күргәс, көлөүҙән туҡтап, серьез тонға күсте:

  • Эй, улым, улым. Ундай күл булһа, беҙ бында, ике-өс мең метр ер тишеп, девонға төшөп маташмаҫ инек. Нефтте шлангылар менән күлдән туп-тура цистерналарға тейәр ҙә оҙатыр инек, — тип ҡуйҙы.

Юлдаш оялышынан ер ярығына инеп китерҙәй булды. Етмәһә, атаһы:

  • Бындай һаташыу ҡайҙан килде һинең башыңа? — тип ныҡыша бит әле. Ярай әле Юлдаш:

  • Юрый ғына әйттем дә, — тип ҡотолдо. Юҡһа,

136




атаһы: «Ҙурайган улым бар тип, мин уға промыслалар күрһәтеп йөрөгән булам тағы. Ә ул иҫәр малай икән», тип уйлап та ҡуйыр ине.

Бынан һуң Юлдаш, өйгә ҡайтып еткәнсе, Ҡыҙырас тураһында ғына уйланы: «Алдаған бит, яуыз... Ал

даҡсы... Бының өсөн уны хәҙер үк, бөгөн үк, тотоп, сырылдатып туҡмарға кәрәк ине... Өйҙә юҡ бит, яуызың...» — тип асыуланды ул.

  1. Бына ул ниндәй малай икән?!

Оҙаҡламай Ҡыҙырас та ауылдан ҡайтып төштө. Шул көндө үк Юлдаш янына йүгереп килеп тә етте. Үҙе элеккесә шундай уҡ алсаҡ, илгәҙәк, теремек. Әйтерһең, «нефть күле бар», тип Юлдашты һис тә алдамаған. Ул турала хатта иҫкә алмай ул, бар тип тә белмәй. Етмәһә, үҙен ауылда уның өләсәһенән яраттырған шикелле, бында ҡайтыу менән, Биби апайға ла оҡшарға өлгөрҙө ул. Әсәһе лә хәҙер, өләсәһе кеүек, Ҡыҙырасты маҡтап бөтә алмай. «Был Ҡыҙырас бигерәк алсаҡ малай. Көнгә нисә күрһә, шунса иҫәнләшә, берәй ярамаған эш эшләһә, тттунда уҡ ғәфү үтенә. Ә беҙҙең Юлдаш бигерәк ҡырыҫ. Ауыҙынан бер һүҙ сыҡмай», — тип зарлана. Бер көн хатта, йоҡларға ятҡас, Юлдаш әсәһенең ошо хаҡта атаһына һөйләп ултырғанын да ишетеп алды.

  • Шулай ҡырыҫ ул беҙҙең Юлдаш, — ти әсәһе. — Бәләкәстән үк шулай булды. Бер ваҡыт, алтымы, етеме йәшлек кенә сағында, ул мине ошо һере холҡо менән бөтөнләй аптыратҡайны бит. Ьин өйҙә юҡ саҡта, бер көн мәктәптән ҡайтып инһәм, иң яратҡан, теге ҙур фикусым иҙәндә аунап ята. Ботаҡтары һынып бөткән. Көршәге ярылған. Иҙән тупраҡ менән тулған. Өйҙә бер Юлдаш ҡына. Ай, мин әйтәм, ниңә гөлдө йыҡтың, шаҡшы малай?! — тим, ә ул, иренен бүртәйтеп, түбән һөҙөп ҡараған да тик тора. Ниңә шаярҙың? Ниңә өйҙө боларттың? — тим. Ә ул һаман өндәшмәй. Мин ул көндө эштән дә әсем бошобораҡ ҡайтҡайным. Шунан, бөтә асыуҙы уға төшөрөп, шыйыҡ сыбыҡ менән уны һыҙыра башланым.

  • Әйт, ниңә йыҡтың? Икенсе шаярмайым, тиген,

137




ғәфү үтен, тим, — тип һөйләй әсәһе. Атаһы, йылмая биреп, тыңлап тик кенә ултыра. Әсәһе тағы:

  • Ә ул, ҡып-ҡыҙыл булып бүртенеп, сыбыҡ тейгән бер ерен ҡулы менән ыуалай ҙа тик тора, — тип, көлә биреп, артабан һөйләп китә. — Мин тағы һыҙырам. Өндәшмәй бит, нимә эшләргә? Артабан һуғырға хәлем ҡалманы. Йәлләйем, үҙем илар хәлгә еттем. Ә үҙемдең үҙ һүҙемде һүҙ итмәй туҡтағым да килмәй. Ахыр барыбер мин еңелдем. Ул, миңә күҙҙәрен бер тултырып ҡарап:

  • Илата ла алманың әле, тине лә тышҡа сығып китте. Шунан бик оҙаҡ юҡ булып торҙо. Моғайын, берәй ергә йәшенеп илап ултырғандыр әле, балам. Әле булһа йәлләйем. Аҙаҡтан мин уның был эштә ғәйебе булмауын, шуның өсөн ғәфү үтенергә лә, фикусты йығып сығып ҡасҡан апаһын ошаҡларға ла теләмәүен белдем, — тип бөтөрҙө әсәһе һүҙен. Атаһы, кинәнеп, уйсан ғына тауыш менән:

  • Нәйбәт... һәйбәт... — тип ҡуйҙы. — Улым ғорур, тоғро холоҡло буласаҡ... Беҙҙең халыҡ шулай ул. Уны һин туҡмау түгел, үлтерһәң дә, ошо холҡонан ситкә тайҙыра алмайһың, — тине.

Әсәһе, шаяртып:

  • Кире лә, ҡырыҫ та, һәлкәү ҙә, — тип өҫтәне.

  • Дөрөҫ, — тине атаһы тағы уйсан ғына. — Ул яғы ла барҙыр. Дыуамал да, тура һүҙле лә ул. Хәйләне, ярамһаҡланыуҙы, алыш-биреш итеүҙе лә белмәй ул беҙҙең халыҡ. Ошо арҡала ҡайһы саҡта уға йәшәү ҙә бик үк еңел түгелдер, бәлки. Но... Зато яҡшы... Намыҫлы, ғәҙел, тоғро, ғорур...

Юлдаш ауылда өләсәһенән ишеткән был һүҙҙәрҙе бөгөн атаһынан да ишетеүенә сикһеҙ ҡыуанды ла күңеленән: «Намыҫлы, ғәҙел, тоғро, ғорур... Еңел түгел, зато яҡшы... Мин гел шулай булырмын, атай. Бер ҡасан да, бер кемде лә алдамам... Бушты һөйләмәм... Иң батыр, иң тоғро, иң ғәҙел кеше булырмын... Йәме, атай... Йәме, өләсәй. Мин һеҙҙең кеүек булырмын... Йәме...» — тип ҡабат лай-ҡабат лай, бәхетле йылмайып йоҡлап китте.

Иртәгеһен иртәнсәк тә ул күңеле күтәренке, көләс булып килеп уянды һәм, ашап-эскәс, бында килгәне

138




бирле беренсе тапҡыр, ҡаласа кейенеп, аҡ күлдәк, ҡара салбар кейеп, өр-яңы ҡыҙыл ебәк галстук тағып,
1   ...   5   6   7   8   9   10   11   12   ...   21


©dereksiz.org 2016
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет