Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IV пены на волнах тулҡын өҪТӨНДӘге күбектәР



бет21/25
Дата04.07.2016
өлшемі1.75 Mb.
#176465
1   ...   17   18   19   20   21   22   23   24   25

Нескәлек
Ҡаты холоҡло сатира журналының нескә күңелле штаттан тыш хәбәрсеһе, ә ҡалабыҙҙың нескә еп иләү фабрикаһының штаттағы механигы Ҡәҙермәтев көтмәгәндә бер һылыуға тилереп ғашиҡ булды. Йөрәге уттай яна, теле осонда “ғүмерлеккә!” тип әтер һүҙе өҙөләм тип кенә тора, тик, аяныс! -- өҙөп әйтә генә алмай. Һылыуҡайҙы ситтән генә күҙәтеп йөрөп һөйә, ә тегеһе уны бар тип тә белмәй, буғай... Күңелдең иң нескә ҡылдарымы, ептәреме шартлап өҙөлдө тигәндә, ярай әле егетебеҙҙең йән дуҫы шул ҡыҙ менән бер сменала бер цехта эшләй икән: икеһен фәләнсә сәғәттә фәләнсә баҡсала күрештерергә, таныштырырға һүҙ бирҙе. Сер итеп кенә ул һылыуҙың, Ҡәҙермәтев фабрикаһы иләгән иң нескә ептәй, үтә нәҙек-нәҙберек күңеллелеген, көйәҙлеген киҫәтеп, Ҡәҙермәтев иптәшкә лә егет бәҫен һаҡларға – осрашыуға нескә заттың һушын алырлыҡ шау энәнән-ептән генә кейенеп килеүен шарт итеп ҡуйҙы. Ни эшләргә? Гардеробында ул тиклем үк иҫ китерлек кейем юҡ. Ә шуның арҡаһында ғына мөхәббәттән ҡолаҡ ҡаҡһа?!. Бына ниңә Ҡәҙермәтевтең дә күңелкәйе иң-иң нескә энә күҙәүенән үтәсәк аҫыл ептәй нескәргән мәл ине. Ғишыҡ тигән нескә нәмә хатта механик-сатириктарҙы ла саманан тыш нескәртеп ҡуя икән шул. Сәғәтенә ҡараны ла ҡала универмагына йүгерҙе, нәҙек-нәҙберек ҡулдар теккән иң нескә йөн туҡыма костюм һайлап алды. Касса менән хисаплашты. Йә Хоҙай, күрешергә бер һаплам ептән дә ҡыҫҡараҡ минуттар ҡалғанда, мораҙына иреште! Ошо мәлдә Ҡәҙермәтевтең ҡыуанысы кисә генә цехтарында үҙе көйләп ебәргән “заграничный” машинала иләнеп йомғаҡланған ептәй йоморо ине. Ләкин... аһ, ошо хәтәр “ләкин”де!..

Күрешеү мәле орсоҡҡа уралған еп тиҙлегендә осланып килгәнлектән, иңендәге иҫке костюмды тиҙ генә “дипломатка”һына йәшереп, яңыһын кейеп алды ла сығып һыҙайым тигәйне, иңендәге ошо өр-яңы пинжәгенең дә, салбарының да иң-иң нескә яуаплылыҡлы урындарындағы төймә шәрифтаре... “шырт!” өҙөлөп төшмәһенме!.. Ҡалғандары ла, ағасында бешеүе үткән алмалай, бына-бына өҙөләм, тәгәрләп китәм-китәм тип кенә тора...

Күҙҙәре төймәләй түңәрәкләнеп аларған Ҡәҙермәтев, икешәр төймәне ике усына ултыртып, күңел сазының иң нескә еп-ҡылҡайын әрнетеп-тирбәлдертеп өндәште һатыусыға:

-- Әйтегеҙсе, был... был нимә?!.

-- Төймә, -- тине һатыусы ханым, үҙ сиратында ике күҙен төймәләндереп.

-- Ниңә улар минең ҡулда?

-- Үҙегеҙ һатып алғас ни, минең ҡулда булмаҫ инде! – Һулышынан шундай һалҡынлыҡ бәрелде – иң нескә ҡылды һуйыл менән һуғып өҙҙөләрме ни!

Рәнйетелгән Ҡәҙермәтев бүлек мөдирен таптыртып, һөжүм ҡеүәһен нығытмаҡҡа үҙенең штаттан тыш сатириклыҡ танытмаһын да күрһәтергә уҡталғайны, һиҙгер мөдир үҙ күңеленең нескә ҡылдарын өҙҙөртмәй һаҡлап ҡалдырҙы – Ҡәҙермәтевте, ҡупшы ҡултыҡлап ҡына, костюмдар һәм пальтолар теҙелгән хәтәрлекле аранан алып китте:

-- Ҡәҙерле сатирик иптәш, төймәләргә үсегеп, беҙҙең ике аралағы нескә епте тотҡан тәңгәлдән өҙөргә ашыҡмағыҙсы әле! Алйот ата-бабалар ғына бит хөлләләренә төймәне ул үҙе ярылып төшкәнсе түҙерлек тарамыш еп менән һипләп таҡҡандар. Ә хәҙерен – аҡыллы замана! Бына ҡарағыҙ: һәр төймәне ике бөртөк нескә еп кенә тота... Әлбиттә, һәр нәмә лә нескә урындан өҙөлә!

-- Ә ниңә ике еп кенә?

-- Уныһын, ҡустым, тегенселәрҙән һорағыҙ.

-- Ә ниңә шуны үҙегеҙ тегенселәргә әйтмәнегеҙ?

-- Беҙ әйтеүҙән ни фәтүә, улар ҡағыҙ инструкцияға таянғас. Йәнәһе һәр һатып алыусы һәр төймәне үҙенең тән ағзалары төрткән тәңгәлгә күсереп тағырға тейеш...

-- Төймәләрҙе шулай күсереп таҡҡас, фасон-масондан ни ҡала?..

-- Ә уныһы, ҡәҙерле Ҡәҙермәтев иптәш, икебеҙҙең хәсрәт түгел – фасонсылар баш ватыр нескә урын.

Мөхәббәте менән күрешергә ашҡыныусы Ҡәҙермәтев һуңғы минуттарын һанап ҡарышты:

-- Ләкин төймә тигәнегеҙ, нисек кенә тағылһа ла, иң кәмендә минең өйгә ҡайтып етергә тейеш!

-- Әлбиттә, әлбиттә! Усығыҙға йомоғоҙ ҙа алып ҡайтып еткерегеҙ. Тик ҡарағыҙ уны – юлда төшөрөп ҡалдырмағыҙ! – Мөдир ике күҙен төймәләндереп, Ҡәҙермәтевкә моңһоу тултырып ҡараны. – Зинһар, тим, артыҡ ярһымай ғына сыға күрегеҙ, баҫҡысты ипләп төшөгөҙ – усығыҙҙағыларҙан башҡа ла төймәләрегеҙҙең яҙмышын ҡайғыртығыҙ!

-- Минең үҙемдең яҙмышым хәл ителә! Беләһегеҙме, хәҙер үк миңә ҡайҙа барып етергә кәрәк?

-- Әлбиттә, әлбиттә! – нескә тойомлаусы бүлек мөдире уны оло тәҙрә ҡаршыһына килтереп, офоҡ ситендә һерәйеп ҡатҡан нәҙек мөрйәле бинаға төртөп күрһәтте. Ана тора кейем тегеү фабрикаһы, үҙегеҙ барып тылҡығыҙ. Зинһар, беҙҙең ялыуҙар кенәгәһен буяй күрмәгеҙ!

Ҡәҙермәтев мәсьәләне нескәлекле төшөнөп, сәғәтенә ҡараны ла бер ҡулына иҫке костюм йәшерелгән дипломатын, икенсеһенә төймәләрҙе услап тотоп, ах-вах килеп йүгерҙе, тегенселәр янына барып керҙе.

-- Был нимә?! – Һушын алмаҡ булды цех башлығының.

-- Төймә.

-- Ҡайҙа урынлашҡан, тим?

-- Бәй, һиммәтле усығыҙҙа.

-- Ләкин улар ҡайҙа теҙелеп торорға тейеш?!

Цех башлығы ғауғасының иңендәге йылҡылдауыҡ костюмға, ундағы төймә урындарындағы бушлыҡҡа күҙ һалды ла, әйтергә теле бармай, ялыусы ҡуйған мәсьәләнең нескәлеген төшөндө:

-- Ауыр хәлгә ҡалыуығыҙҙы аңлайым, ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам, әммә һис тә ярҙам итә алмайым. Беләһегеҙме, ҡайһы заманда йәшәйбеҙ? Үкенескә ҡаршы, егерменсе быуат аҙағында шул... Йәғни бөтә эш алымдары ла юғары дәрәжә механикалаштырылған, цехта, хата фабрикала бер генә дана ла ҡул энәһе юҡ... Ә автомат линиябыҙ ике бөртөк еп үткәреп һәлендереүҙән артығын һис тыңламай. Бер генә юл ҡала: бөтәһе лә өҙөлөп төшмәҫе элек ҡатынығыҙға ҡайтып йығылыу.

-- Ә минең ҡатыным юҡ.

-- Ҡыҙғаныс, бик ҡыҙғаныс. Яңы костюм кейергә теләһәгеҙ, кисекмәҫтән өйләнергә кәңәш итәм, егетем.

-- Дөрөҫ! Ләкин миңә хәҙер үк, ошо ҡылдан нескә, ҡылыстан үткер минуты-секундында уҡ, шул буласаҡ кәләшем эргәһенә ошо яңы костюмымдың төймәләрен элеп барырға кәрәк, беләһегеҙме шуны?! – Тыны быуылып һыҡтанды яҙмышҡайы ысынлап та төймәләр аша үткәрелгән хәтәр нескә ике епкә эленеп бәүелгән ғашиҡ йән. – Ниңә ат күҙендәй төймәләрҙе үрмәксе ебе менән ике тапҡыр ғына үткәреп таҡтығыҙ?!

-- Аңлайым. “Нескә урындан өҙөлә” тип әйтмәксеһегеҙ, -- тине цех башлығы тыныс ҡына. – Тик мәсьәлә нескә ептә түгел, ә йыуан энәлә, туған.

-- ?! – Ҡәҙермәтев-механиктың ике күҙе аҡайҙы.

-- Бына ҡарағыҙ, -- тип аңлатты цех башлығы, тап Ҡәҙермәтев өҫтөндәгеләй һуңғы фасон йөн костюмға төймә ҡаҙап сытырҙаған машинаға төртөп күрһәтеп. – Нескә епте лә йыуанайтып булыр ине лә ул, туған, әгәр төймә тишегенә энә һыйһа...

-- Нескәрәген ҡуйығыҙ.

-- Ҡайҙан алайыҡ уны, энә заводынан фәҡәт йыуан энәләр сыҡҡас? – Ҡәҙермәтевте быныһы ла үҙ сиратында, еңенән тартып, тәҙрә эргәһенә килтерҙе, Күккә зәңгәр ебен һуҙған йыуан энәләй төтәп тороусы завод мөрйәһен күрһәтте:

-- Ана тора үҙе, шунан барып һорағыҙ: ниңә нескә энә сығармайҙар икән?

Ҡәҙермәтев сәғәтенә ҡарағайны, йөрәге төймәләй өҙөлөп төшә яҙҙы – һылыу ҡыҙ менән күрешеү мәле иң нескә урындан өҙөлгән... Үҙен тамам һәләк итешкән энәселәрҙең иң-иң нескә урындарына һуғылырға тип елләнеп барып кергәйне, ундағы башлыҡ кабинетының бикле ишеген нәфрәтләнеп тартҡанында һуңғы төймәләре шыртлап өҙөлдө лә пинжәк сабыуҙары асылды, салбары тубыҡтарынаса һыпырылды.

-- Хи-хи-хи... – Көлә-көлә ярҙамға килгән һылыу ханым хәйерһеҙ кейемде алйыу механик-сатириктың биленәсә күтәреште, булавкаһы менән нығытып та ҡуйҙы.

-- Был ишекте тиҙ генә аса алмаҫһығыҙ, директор кәңәшмәгә китте, -- тине ул.

-- Ғәфү итегеҙ, үҙегеҙ кем булаһығыҙ?

-- Энәләр цехы башлығы.

-- Әһә, эләктегеҙ! – Ҡәҙермәтев ҡулындағы төймә тишегенә бармаҡ төртөп һораны. – Ниңә ошо тишекте биш-алты ҡабат типсерлек нескә энә яһамайһығыҙ?

-- Яһаһаҡ, планды кем үтәр һуң? Беҙҙең продукция бит һан менән түгел, ә тонналар менән үлсәнә. Энә йыуан булған һайын, план тиҙерәк тула. Шуға күрә конструкторыбыҙ станоктарҙы йыуан энәгә көйләгән. Бына ниҙә ул мәсьәләнең нескәлеге.

-- Ә ул конструкторығыҙ әле ҡайҙа?

-- Фатирында.

-- Ә?! Ошо эш сәғәттәрендәме?

-- Ул бит әсә кеше, бала бағып ултыра. Эштәрен дә өйҙә эшләп килтерә.

Ҡәҙермәтевтең һәүәҫкәр сатириктарға хас яҡшы сифаты бар ине: башлаған эшен аҙағынаса еткерә. Конструкторҙың фатирын эҙләп табып, ишеген астыртып керҙе тәки. Ҡаршыһындағы йәш ханымдың һылыулығынан шаңҡый биреп, иҫен йыя алмай торҙо. Ишек төбөндә, Ҡәҙермәтевтең балаҡтары эргәһендә йәшел һаплыҡай сүлмәгенең өҫтөнә бөксәйеп ултырып, ых-бых килеп, ике күҙе уттай янған ике йәшлек ҡара малай донъялағы иң мөһим хәжәтен башҡарып маташа ине. Инеүсе саҡ һушына килеп, конструкторбикәне шаңҡытырға кеҫәһендәге штаттан тыш сатириклыҡ танытмаһын һурып ҡына сығарғайны, абау ғынам! – сүлмәк эйәһе көр ауаздан яугир “ура!” ҡысҡырҙы ла, ҡуш ҡуллап йәбешеп, ағай кешенең ике балағынан шытырҙатып аҫҡа тартты. Һуңғы нескә тотанаҡта саҡ эләгеп торған салбар, булавкаһы сирғып китеп, йәнә баяғы мәсхәрәле фажиға ҡабатланды. Шуның менән Ҡәҙермәтевтең ажары ла, абруйы ла юҡҡа сыҡты – ҡатын кеткелдәп көлдө.

-- Етте! Һеҙҙе илатырлыҡ итеп, журналға фельетон яҙам! – Ҡәҙермәтев, һыңар ҡулы менән салбар бөрмәһен бөрөп тотоп, малайҙарса иҙән буйлап мүкәйләне – сирғып киткән булавкаһын эҙләне. Табып алып, үҙен саҡ ипкә килтерҙе.

-- Етте, бөттө -- фельетон яҙасаҡмын!

-- Ә?! Фельетон? – Ханым иһә эшен бөтөрөп торған малайын тәрбиәләп маташты. – Бынауы “ура!” һөрәнләүсе баһадир тураһындамы? Яҙығыҙ, яҙығыҙ! Үҙебеҙҙең дә баштар зырлап әйләнә! Беләһегеҙме, икебеҙҙе тиң нисек бейетә был герой?

-- Унығыҙҙа эшем юҡ, -- тине Ҡәҙермәтев. – Мәгәр нескә энә-менә мәсьәләһе һеҙгә килеп төртөлдө. Эш урынында ла булмайһығыҙ икән.

-- Әһә, нескә энә мәсьәләһе генә борсоймо һеҙҙе? Улайһа, бер көнгә генә ошо геройым менән ултырып ҡарағыҙ.

-- Башымды әйләндермәгеҙ! Ниңә станоктарығыҙҙы ылғый йыуан энәгә көйләнегеҙ, тонналар биреп план тултырырғамы?!

Һылыу ханымдың күҙҙәренән йәш бытлыҡты:

-- Дөрөҫ, беләм, беҙҙең автомат линияһында хата киткән – нескә урынына йыуан итеп көйләнгән. Ләкин мин мәжбүр ителдем...

-- Кем ул мәжбүр итеүсе? Исем-фамилияһы?! – Ҡәҙермәтев шул яһилды нескә үңәсәненән тешләп сәйнәп ташларҙай ярһыны. -- Әйтегеҙ, мин ул бәндәнең тарамышынан еп һуҙам, энә күҙәүенән үткәрәм!

-- Бына ултыра ул, бына! – Ҡатын, бәхетле күҙ йәштәренә төйөлөп, малайҙың башынан һыйпаны. – Шул хәйерһеҙ линияның энәгә бәйле бер узелын ватман ҡағыҙына анауы өҫтәлдә һыҙғайным, бөтөрөп кенә барғанда... күҙ менән ҡаш араһында балконға сығып һыҙған. Кирелдертеп елләтергә ҡуйған зонтигымды алған да, “ура!” ҡысҡырып, телевизорҙағы Карлсондай осоп төшкән дә киткән... Тап ошоноң шойҡанында чертежда хата һыҙылған...

-- Ә баш конструктор, башҡа яуаплы иптәштәр ни ҡараған?

-- Улар ҙа, моғайын, минең һымаҡ уҡ өйҙәрендә бала бағып ултырған... Беҙҙең завод әһелдәре, беләһегеҙҙер, -- һылыу ханым ауыҙын мыҫҡыллы бүлтәйте, -- яңы цехҡа нигеҙ һалырҙан элек балалар яслеһе, балалар баҡсаһы төҙөтөргә онотҡандар... һантыйҙар.

Ҡәҙермәтев ҡатындың һуңғы һөйләмдәрен ҡолағына элмәне – үҙенә ҡалһа, мәсьәләнең нескә урынын тотто:

-- Завод директоры ниңә ҡылын да һелкетмәгән? “Герой”-ығыҙҙың тыумаҫы элек үк ясле төҙөтмәгәне өсөн ул яуап бирергә тейеш. Иң нескә урынынан энә осона элергә!

-- Их иптәш, иптәш, нескә урын һеҙ тигәнсә генә булһа икән ул... Ошо улыбыҙҙың атаһы, минең хәләл ефетем бит ул директор – бына ҡайҙа ул иң-иң нескә урын... Бәлки, ҡәҙерле Ҡәҙермәтев, бынауы геройым хаҡына директорҙы кисереп, үҙегеҙгә кәрәкле нескәлектәрҙе ҡаланың Химия заводынан табырһығыҙ? Әйтәйек, ниңә төймәләр ҡойғанда тишектәрен киңерәк ҡалдырмайҙар?! Юҡ-юҡ, иң дөрөҫө ҡалабыҙҙың еп иләү фабрикаһын ҡыҙыу табаға баҫтырығыҙ – нескә епте тарамыштай ныҡ итеп иләмәйҙәр!..

Нескә күңелле һәүәҫкәр сатиригыбыҙ һылыу ҡатындың ҡойто хәлен үҙенекенән дә ҡыҙғанысыраҡ тойоп, ул әйткән юҫыҡҡа уҡталғайны ла ярты юлда туҡталды. Сөнки еп иләүсе лә бил тайҙыртыр – сифаты түбән вискоза ғәйепле, тир. Химия заводындағы вискозасылар насар иһә сеймал өсөн нефтселәргә һылтаныр, ә улары девон ҡатламына уҡ оҙатһа?.. Бына ҡайҙа ул нескәлек!

Ҡырт боролоп, һөйгәне менән күрешергә вәғәҙәләшкән, ләкин барып сыҡмаған баҡса алдына килде. Һәм тертләне. Әйтәйек, костюмының төймәләре ҡырылмай, бөгөн осрашҡан булһа... өйләнешһәләр... бала тыуһа... икенсе бер түрә иптәш үҙенең дә, уларҙың да ҡәҙерле улы өсөн алдан уҡ ясле-фәлән төҙөтөп ҡуйырға онотһа... уланды алмашлап өйҙә тәрбиәләргә тура килһә?.. Ҡәҙермәтев үҙ ғүмерендә иң яуаплы фельетонын яҙып ҡына ултырғанында шул “герой”ы эш бөлдөрөп, баш китерлек берәй хата ебәртһә?.. Бына ҡайҙа бит ул ҡот осҡос нескәлек! Ярай, Хоҙай аралаған!

Юҡ, донъялар баш-күҙ алғансы, түрә-ҡаралар кеше күңелендәге нескәлектәрҙе аңларҙай иҫ йыйғансы, һөйөшмәй һәм өйләнешмәй тороуыбыҙ хәйерле, тип һөҙөмтә яһаны Ҡәҙермәтев. Нескәлекле донъялағы йоморо ғына бер бәхет йомғағы ана шулай һүтелмәҫтән симәлде.
1980.

Ҡом һәм табан
Урындағы сауҙа селтәрендә электр изолентаһы һәм медицина лейкопластыре ҡапыл һатылып бөтөп, дефицитҡа әйләнеүен ишеткәс (уларҙы, боҙлауыҡта тайып йығылмаҫ өсөн, граждандар табандарына йәбештерә!) ҡала башҡармаһы рәйесе (йәғни “мэр” була инде!) Таймаҫ Бөркөтбаев иптәш ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. Сөнки шул ябай ғына ике таҫмаға бында баш китерлек эштәр бәйле. Бәләкәйҙән бәлә сыға, тигәндәй, бәләкәй генә Төбәк ҡалаһының үҙенә күрә ҙур ғына бәләһе ул. Төптән уйлап ҡараһаң, бөтәһенә ата-бабалар ғәйепле: ниңә бында нигеҙләнергә инде! Урал армытының төньяҡ битләүендә ултырғас, ҡотоп һөстөрткән көллө боҙлауыҡ ҡалаға һуғылып үтә лә урамдарҙы себен тайып йығылырлыҡ быяла итеп ҡатыра. Был бәлә урам ҡыҙырған мирҙың ғына түгел, йылы кабинетындағы “мэр”ҙың да (ҡала башлығы Бөркөтбаев була инде!) тере теңкәһенә тейә. Сөнки кемдер табаны тайып йығыла ла аяҡ-ҡулы һына, ә Бөркөтбаев яуап бир. Аңышһыҙ граждан аяғы аҫтына ҡарамай тәкмәс ата ла муйынын йә ҡабырғаһын имгәтә, ә юғарынан һорау бер: ни ҡараған “мэр”?!. Эйе, һатыуҙа баяғы ике тауар бөттөмө, метеосводкаһыҙ уҡ, иртәгә нисә тиҫтә әрпештең юл түтәһен танауы менән һөрөүөн, йәки маңлайы урам сутырмағын тигеҙләрен көт тә тор. Ул ғына ла етмәһә, ҡаҡ елкәгә боҙлауыҡтай һыланырға аҡайкүҙ дворник Һөймәнбайы һағалап тора бит әле! Күктән төшмәгән ике аяҡлы бәлә булды быныһы! Яҙлы-көҙлө баяғы ике нәмәгә ҡытлыҡ тыуҙымы, урамдарҙа себен тайып йығылыр ҡиәмәт көн килдеме, изолента һәм лейкопластырь етешмәүҙән ҡороғул ҡалған электрик һәм медиктарҙың әлеге шул таҫмаларҙы таптыртып теңкәгә тейеүҙәре етмәгән, теге Һөймәнбай Шоңҡаров тигән һөмһөҙ дворниктың илаһи илһамы ҡуҙғала ла шикәйәттәр яҙыу өсөн ҡулы ҡәләмгә үрелә. Йәнәһе ҡала гөрләп үҫә, ә әҙәм табандарына иғтибар кәмей. Йәғни “мэр”ыбыҙ һауаланып күккә баҡҡан, ә ергә эйелеп тә ҡарамай... Бына хәҙер ҙә, ҡала әле йоҡоһонан да уянмаған, ә Һөймәнбай, моғайын, һепертке-көрәк келәтендә мауығып ултырып нәүбәттәге шикәйәтнамәһен яҙа. Серелдәүек серәкәй генә тип ҡул һелтәп ҡара – үҙеңдән юғарыраҡҡа осоп ҡуныр, ҡуҙғалмаған креслоларҙы ҡуҙғалтыр. Серәкәй ул, бер ҡаныҡһа, һағыҙаҡтан яманыраҡ тейә йәнгә. Һәүетемсә тыныс ҡына ултыраһы креслоның ҡотон ебәрҙе Һөймәнбай...

Аэродромдай өҫтәлендә “донъя әһәмиәтендәге” эштәр – ҡул ҡуяһы ҡағыҙ тауы зарығып көтөп ятһа ла, “мэр”ыбыҙҙың ҡулына эш барманы – һөмһөҙ Һөймәнбай тураһындағы уйҙары бығауланы... Хәтерҙә: Бөркөтбаев рәйес итеп һайланған көндә үк өҫтәленә шул дворник Шоңҡаров Һөймәнбайҙың һөймәндәй оторо талапнамәһе төнгө ябалаҡтай осоп инеп ятты: “Етәкселек йоҡлай, ҡышҡылығын ҡайғыртмай. Кисекмәҫтән ҡалабыҙға фәләнсә йөк ҡом килтереп ҡалмаһаҡ, көҙгө-яҙлы боҙлауыҡтарҙа тайып йығылып, фәләнсә йөҙ кешенең, фәләнсә мең баш малдың аяҡ-ҡулы, ҡабырғалары һынасаҡ, баштары ярыласаҡ. Фәләнсә йөҙ машина түңкәреләсәк”... Әйтерһең, Бөркөтбаевҡа тиклем түрәләр булмаған – инде бөтәһен Бөркөтбаевҡа өйөргә, фәҡәт Таймаҫ Бөркөтбаевтан башлап ҡом ташытырға!.. Шул һөймәндең төрткөләүе арҡаһында бит йыл да, башҡа эштәре ҡырылып ятмағандай, илдән элек ҡом әҙерләү, урамдарға ҡом һиптертеү мәшәҡәттәрен көн элгәре ҡайғыртып, “мэр”ҙың ике сикәһендә нисәмә тиҫтә сәс бөртөгө ағарҙы...

Йылдар йүгереп, ҡалаға ҡом тейәгес һәм һиптерткес махсус машиналар ҡайтартылып, иркенерәк һуларға ла өлгөрмәне, Һөймәнбайҙың башына тағы тай типте: “Ҡом бик ҡиммәткә төшә, ғәмәлдә “мэр” урамдарҙы алтын менән түшәтә!” – Бына ниндәй этлекйән! Был юлы үҙенең кәкес-бөкөс ҡулдан сыймаҡлаған ялыунамәһен түгел, ә заманса ташҡа баҫҡан гәзит биттәренән хеҙмәтсәндәрҙең күҙҙәренә, ә “мэр”ҙың сей яраһына ҡом ҡойҙо.

Ҡомдай ваҡ-төйәк юҡ-барға күҙе тоноп, мәсьәләгә дәүләт юғарылығынан ҡарай белмәгән һөймәнсене “мэр” үҙенең кабинетына саҡыртты. Сеймәлгән мейе юлаҡтарын туралап, аҡылға ултыртырға. Алйып йөрөмәһен өсөн. Энә осондай ҡом бөртөгөнә ымһынып, донъяла дәү күбәташтар ҙа барлығын онотмаһын. Һөймәнбайҙан былайыраҡ аҡыл эйәләренең был тәңгәлдә ең һыҙғанып эшләүен, урамдарҙағы күкбоҙҙо ут-ялҡынлы комбайн ярҙамында иретә барып, ыңғайында түтәгә ҡомдо наждак һымаҡ йәбештереп китеү әмәлен уйлап табыуҙарын кино таҫмаһынан аҡ экранға мөһөрләтеп күрһәттерҙе. Һөймәнбай иптәш әгәр үҙенең һепертке-көрәк келәтендәге урынын ғына белеп, яман аттай сапсынмай, үҙен ипле генә тотһа, етәкселек тәгәрмәсенә һөймәнен арҡыры тыҡмаһа, яҡындағы киләсәктә уны шул аҡыллы тимер айғырҙың эйәренә ултыртасағын тумбытты. Шуның менән мәсьәләнең көн тәртибенән алынасағына, йәне тынысланасағына өмөт ҙур ине. Ләкин...

-- Ә ул аҡыллы айғырығыҙҙың ал яғынан тәүлегенә нисә тонна яғыулыҡ матдә кереп, арт яғынан күпме кубометр ҡара төтөн урғыласағын иҫәпләп сығарҙығыҙмы? Юҡ, Бөркөтбаев иптәш, бөркөттәрсә түгел был! – Һөймәнбай һануз мәсьәләгә үҙ һөймәнен ҡыҫтырҙы...

Бына бөгөн дә рейес, әйтерһең, ҡуҙ өҫтөндә ултыра, нәүбәттәге һөймән этлеген көтә...

Ҡунаҡсалағы тауыҡтарҙай теҙелешкән биш телефон аппараты араһынан әтәс кикерегеләй сөм-ҡыҙылы ҡолаҡ ярып шылтыраны, баш ҡалалағы олораҡ етәксенең ҡырыҫ тауышы яңғыраны:

-- Йә, Таймаҫ, ни яңылыҡ менән шатландыраһың? Тайып йығылманыңмы әле?

-- Боҙлауыҡ... – “Мэр”ҙың теле тотлоҡто.

-- Быныһы яңылыҡ түгел!

-- Халыҡ тая... Табандарға арҡыс-торҡос йәбештерергә изолента менән лейкопластырь етешмәй. Юғарынан ярҙам кәрәк...

-- Түбәнгәрәк эйелеп ҡарамайһыңмы? Әллә башың урынында кәбеҫтә күсәнеме?

-- Баш бар ҙа ул...

-- Булғас, стратегик пландарыңды еткер, ҡыҫҡараҡ!

Бөркөтбаев, ҡабаланып, ҡыҙыл тышлы ҡалын папкаһын асты, кәрәкле ҡағыҙын алды:

-- Ҡыҫҡараҡ әйткәндә, ул түбәндәгеләрҙән ғибәрәт: 1. Ҡаланың үҙәк урамдары түтәһен көслө электр ярҙамында асфальт аҫтынан йылытып боҙлауыҡты юҡ итеү; 2. Йылытылмаған юлдарҙа тайып йығылмаҫ өсөн, ҡәҙерле граждандарыбыҙҙың һәр береһен табанға һөртмәле елемле ҡом һалынған шәхси пакеттар менән тәьминәтләү...

-- Шунан?! – Етәксенең тауышы йәшендәй күкрәне.

-- Шунан ни... беҙҙең Төбәк бюджетына йоморо ғына өҫтәлмә сумма бүлеү йәғни... баяғыларға етерлек итеп...

-- Сумма һорарҙан элек, үҙеңдең ҡул аҫтыңдағы белгес менән кәңәшләшеп ҡараныңмы?

-- Ғәфү итегеҙ, ҡайһы белгес?

-- Бәй, әллә ҡалаңда Һөймәнбай Шоңҡаров тигән шундай ҙур белгес барын да белмәйһеңме? Саҡыртып алып һөйләш, уның әүҙемәл диплом эше менән таныш! – Ошо урында өҙөлдө баҡыр сым күкрәүе. “Мэр”ҙың сәстәре үрә торҙо: һепертке-көрәк эйәһе һәм... “диплом эше”! Баҡһаң, бәләле был Һөймәнбай, һөймәненә ышыҡланып, ҡаш менән күҙ араһында вуздың химия факультетын ситтән тороп тамамлаған, ҡышҡы аяҡ кейемдәре өсөн таймаҫ синтетик табанды ла диплом эше итеп яҡлап өлгөргән... Әле килеп, Төбәктең аяҡ кейемдәре фабрикаһында шул ҡытыршы табандарҙы ғәмәлләштереү йәһәтенән ҡырҡышып йөрөй...

Ошоғаса ҡотһоҙ ҡағыҙҙары аша ғына белгән Һөймәнбай Шоңҡаровтың, ҡултығына күн тышлы папкаһын ҡыҫтырып, эксперимент үткәрергә ҡала бюджетынан ярҙам ныҡып интектереүен һорашып ишеткәс, “мэр”ҙың күҙ алдары ҡараңғыланды: был ни хәл?! Ҡайҙан шытҡан алхимик?! Дәүләт аҡсаһын табан аҫтына һалып тапатырғамы?! Кемдәргәлер эксперимент, ә миңә экскримент, тфү! Бик шәп булһалар, Госплан аша үткәртеп, юғарынан күрһәтмә бирҙертһендәр! Йыл аҙағында минән табанды түгел, ә юғарынан төшөрөлгән планды һораясаҡтар! Их, пенсияғаса ҡалған һуңғы ғүмерҙе лә тыныс ҡына ултырып үткәрергә бирмәйҙәр!

Телефондарҙың тағы береһе йәнде өҙгөс хәбәр һалып шылтыраны: “ЧП”! Дворниктарҙың береһе, граждандарҙан элек үҙе тайып йығылып, түбә ҡапҡасын күсерткән...

-- Кем? Һөймәнбай Шоңҡаровмы? – Мәсьәләнең көтмәгәнсә йәһәт теүәлләнерен өмөт итеп, “мэр”ҙың һулышы ҡыҫылды.

-- Юҡ, башҡа берәү.

-- Их-ма! – Телефон трубкаһы кире тәгәрәне. – Ике аяҡлы ҡаза булды был Һөймәнбай Шоңҡаров!.. Көт тә тор: күҙ менән ҡаш араһында һөмөрәйеп килеп инер!

Шуны иҫбатлағандай, ишектән Һөймәнбай Шоңҡаров үҙе күренде – ысын ғалим ҡиәфәтле лә имеш... Яҙыулы ҡағыҙ ярпыһын болғай-болғай, тура түргә ябырылды:

-- Таймаҫ Бөркөтбаев иптәш, һандарға иғтибар итегеҙ, һандарға! Ғәжәп һандар! Кешеләрҙең дә, машиналарҙың да табандарын таймай торған яһаһаҡ, ҡом бөтөнләй кәрәкмәҫ! Күпме фонд янға ҡалыр! Урамдарҙа саң кәмер, нисәмә тиҫтә машина, эш ҡулдары бушаныр! Ә быны бөтә ил күләмендә иҫәпләп сығарғанда...

-- Йә, шунан?

-- Шунан ни, һис кем тайып йығылмай, автобустар ҙа бер урында ғыжылдашып ултырмай.

“Мэр” Һөймәнбай Шоңҡаровты бер ҡарауҙан аңланы. Ҡағыҙын ҡулынан алып, ҡатырға тышлы ҡалын папкаға текте. Еңел һулап, аяғөҫтө тороп, ҡуш ҡуллап ҡулын ҡыҫты:

-- Маладис, изге ынтылышың тарихҡа керҙе, юғалмаҫ. Хәҙергеләр аңламаһа, килер быуындар аңлар. Ә бөгөн баш ватмайыҡ, халыҡ менән дуҫтарса килешеп йәшәйек. Мә, дуҫ кеше! -- Өҫтәл тартмаһынан алып, уҙамандың ике ҡулына ике дефицит тотторҙо – изолента менән лейкопластырь. – Һеҙ уйлап сығарып ҡаңғыртҡан ҡытыршы табан түгел был -- халыҡ үҙе ҡулланған иң йәтеш сара. Бейек тупһаларҙан менгәндә тайып йығылмаҫ өсөн, табандарығыҙға арҡыс-торҡос йәбештереп алығыҙ. Бына тап минең кеүек. – Креслоһына әүшәрелеп, табандарын күтәреп күрһәтте. – Беҙгә генә эшләп бөтөрөргә тимәгән – беҙҙән һуңғыларға ла ҡалһын. Бөркөт менән шоңҡар кеүек бер ҡор булып талпынһаҡ, икебеҙ тиң таймай ғына пенсияға тиклем барып етербеҙ, аҡһаҡалдар булырбыҙ!

Һөймәнбай өндәшмәне. “Мэр” услатҡан түңәрәктәрҙе өҫтәленә быраҡтырып, сығырға ыңғайланы. Тупһаны ашҡанда ҡапыл боролоп ҡарап, һөймән осон ҡаҙағандай киҫәтте:

-- Ә шулай ҙа һеҙҙең ҡомо койолған заман үтә, минең таймаҫ табан заманы етә!

1980.

Ҡөҙрәт вулканы
Ҡөҙрәт уның исеме. Исеменә тура килә есеме.

Ни өсөн, тиһегеҙме?

Үҙ вулканын аттырғаны өсөн. Эйе-эйе, Ҡөҙрәт вулканын. Алыҫ Сахалин йәки Курил утрауҙарында түгел, ә тыуған төйәгендә. Ҡаланың үҙәк майҙаны уртаһында. Шул тиклем дә ниндәй ҡөҙрәт эйәһе ул, тиһегеҙме? Күңелегеҙ ҡытыҡланмаһын өсөн, ҡиәфәтен тасуир ҡылып бирәйем.

Тәгәрмәстәй түп-түңәрәк ирекәй ул Ҡөҙрәтебеҙ. Йәғни алдан – ҡап ҡорһағы, арттан ултырмаҡлы ҡалҡыу ҡуш “мендәр”е үҫкән убалай өрөлөп. Күкрәк – тәгәрмәстең туғыны. Ике бөйөр тәңгәле иһә ҡара-ҡаршы ҡауыштырып түңкәрелгән ҡоштабаҡ. Күңел донъяһы ла тымыҡ күлдәй теүәл-түңәрәк уның. Сөнки тәбиғәте шундай – арҙаҡлы.

Ҡала буйлап атлағанығыҙҙа суйын ҡапҡаслы түңәрәк ҡоҙоҡтар тәңгәлендә ваҡыт-ваҡыт талғын ғына дөһөрҙәү-геүләү йәки шыжылдау ишеткәнегеҙ барҙыр? Заманабыҙҙың йәшәйеш тамырҙары – тулыш торбалар улар, шуларҙың һулҡылдап тибеше. Завод-фабрикаларҙың, зиннәтле һарайҙарҙың, үҙебеҙ йәшәгән торлаҡ йорттарҙың тере кендектәре тоташҡан урын. Шул кендек өҙөлдөмө, ҡайҙа ла булһа бер төбәк йә йәмәғәт ут-һыуһыҙ ҡала, йәиһә, киреһенсә, утҡа-һыуға күмелә. Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, тормош пульсе болара. Ҡөҙрәт бына шул мөҡәддәс кендектең мәңге тоташ булыуын, һулҡылдап тибеүен ҡурсалаусы эшем эйәһе бригадир, ватылмаҫ элек йүнәтеүсе “ремонтир”.

Әллә шуғамы икән, иллә дуҫ-иш-тамырҙары күп уның, Ҡөҙрәттең. Шуның менән ҡөҙрәтле. Ҡулындағы бармағы һайын етмеш ете дуҫ-иш тә таныш, яҡын-белеш. Бармаҡтарының береһен генә һелкетһә лә, етмеш ете ектән кемдәрҙер елтерәп килеп етә, Ҡөҙрәт ымын өлтөрәп көтә.

Бармаҡ һелкетмәгәндә лә ҡырмыҫҡалай мыжғып йөрөй бит улар, бәҫле дуҫ-иш-тамырҙар. Һәр береһендә ҡармауыс-ҡул йәбе – икешәр, ҡул бармаҡтары бишәр. Ҡөҙрәтте тырнап-тартҡылай башлаһалар, ер аҫтында кендек һәрмәп һуҡыр сысҡандай соҡсонорға форсат ҡайҙа!

Береһенә түбә ябырға шып-шыма ҡалай кәрәк.

Икенсеһе баҡсаһындағы ҡоҙоғона бетон тирәстәр һорай.

Өсөнсөһө һыу үткәргес торба-торпо тамшана.

Дүртенсеһе ҡыҙыл кирбес гараж бурарға самалай.

Бишенсеһенә бер нәмә лә кәрәкмәй, тик бер-ике йөк асфальт менән цемент ҡына бирә тор. Ниңә бирмәҫкә, өлтөрәүек дуҫ-иштәрҙең һауаптарын алмаҫҡа ла үҙең һауаплы булмаҫҡа?! Ер аҫтында торбаланып ятып серей күпме мал!.. Ер өҫтөндә елле дуҫтар ҡулына йомарланһын – күңелдәр ҡомарланһын! Бына һеҙгә игелекле Ҡөҙрәтбайҙың һул ҡулындағы биш бармаҡ йомарт һелкенде, баяғы ер аҫтына керергә тейешле тимер-томор, кирбес-мирбес дәүләтебеҙ келәтенән “шалт!” – “һул”ға ҡарай аяҡланды ла осто. Ҡөҙрәт ҡайһындай һауаплы, арҙаҡлы!

Инде уң ҡул дуҫ-иштәр, таныш-белештәр арҙаҡланып күҙ төбәп килеп етә. Ҡөҙрәт уҙаман уларҙы, уң ҡулын һелтәп кенә, ауыҙлыҡһыҙ айғырға атландыра – баяғы һул ҡул бармаҡтарының игелеген күреп киткән йән дуҫтарына ебәрә, ҡулға ҡул тоташтыра. Баҡһаң, уларында ла шул уҡ дәүләт келәте, усты усҡа ышҡып дуҫлашыу һәләте. Аҫыл малдар күлкеп-күлкеп һул ҡулдағы дуҫ-иштәрҙән -- уң ҡулдағы әшнәләрҙең, ә уларҙан Ҡөҙрәттең үҙенең кәкре бармаҡлы устарына ултыра ла келтерҙәп “һул”ға оса.

Ҡөҙрәттән шыма ҡалай шылдырып киткән – промтауарҙар кибетендә мөдир икән, прилавка аҫтына аҫыл мал өйгән.

Ҡоҙоғо өсөн “һул”ға ҡарай бетон тирәстәр тәгәрләткән ағай-эне – февралдән үк теплицала йәш ҡыяр өлгөртөүсе.

Торба-торпо һәрмәп тайған уҙаман – румын гарнитурҙарына юл аса икән һаман.

Машинаға ҡайнар асфальт артып һыпыртҡан өлгөр – күҙ асып йомғансы гараж өлгөртөү ҡеүәһенә эйәлер.

Ҡузлаһына ҡыҙыл кирбес өйөп эҙ һеперткән мыҡты, ай-һай, майлы бөйөр булып сыҡты: ҡаҙы-ялылар менән һуҡты ла йыҡты. Бына һеҙгә һелкенде тағы ла биш бармаҡ, йәмғеһе баяғы ун бармаҡлы ике ҡул. Дәүләтебеҙ менән сикһеҙ ҡеүәтле, киң ҡоласлы дуҫлыҡ ҡулы, Ҡөҙрәт ҡулы! Бәй, дәүләт келәткәйе барҙа Ҡөҙрөт йомарт булмайынса кем булһын?!

Ана шулай йырлай-йырлай, майлаған тәгәрмәстәй, тәгәрләп кенә бара ине Ҡөҙрәттең ҡөҙрәтле көндәре. Һил ине донъялары. Ун бармаҡлы йомарт ҡуш ҡулын алпауытса артҡа олпат ҡайырып, сәмле үҙәк төбөнән өзөлдәп кенә көйләп, ҡайтып бара ине Ҡөҙрәт-арҙаҡлы. Тағы ла нисәмә-нисә ҡулды ҡулға тоташтырғанын, был донъяға күпме игелек арттырғанын самалап, йөрәккәйе лөбөр-лөбөр талпынып тибә ине. Ялтыр штиблет кейгән ҡупшы аяҡтары, ҡәҙерле уҡыусыҡайым, тап һеҙҙең менән беҙ торған билдәле туғыҙ ҡатлы йорттоң кендеге тоташҡан ер аҫты тәңгәленә тиңәлеп килә ине. Киске сәғәт теүәл алты ла ун минутын һуҡҡайны. Иҫегеҙҙәме, тап шул тарихи мәлкәйҙәрҙә тап һеҙҙең менән беҙ йәшәгән туғыҙ ҡатлы йорт подвалына күңелдәрҙе болғатҡыс һәм уҡшытҡыс туфан ҡалҡып, фатирҙарҙың “аҡҡош” сүлмәкле хәжәтхана түрҙәренә йән тетрәткес шомло “зәхмәт-зат” ҡойтоһо урғылды. Нимә тығып туҡтатырға саралар таба алмай, ауыҙҙарға бармаҡты ҡабып ҡаттыҡ. Тап шул ҡөҙрәтле мәлдә, күңелкәйе тулыр-тулмаҫ өзләп кенә, майҙан аша Ҡөҙрәт ҡайтып бара ине. Сетерекле бүлкелдәгән суйын ҡапҡас тәңгәлендә аҙымын аҡрынайтып, донъяһы иң теүәл йәндәй йылмайҙы. Былтыр бында, тап ошонда, кендек ямарға килтертелгән нисәмә ҡорос торба менән бетон тирәсте фәлән яҡтың фәләндәренең шыма устарына йомдортоп, фәлән-төгән туғандарҙың күңелкәйен иреткәйнем бит әле, тип кинәнеп иҫләгәндер, моғайын. Бүлкелдәүҙең саяланыуын абайлап, бер мәлгә генә беҙҙе лә иҫкә алғандыр. Тик иҫе китмәгәндер: беренсе генә тапҡыр түгел, меңенсе тапҡыр һыналған билдәле хәл – торбалар менән тирәстәр беҙҙә, ғәзиз совет илендә, бишләтә артыҡ ныҡлыҡ менән эшләнә, туҙҙы-бөттө тигәс тә, бүлкелдәй башлағас та, тағы биш йыл буйы һулҡылдап түҙә. Сөнки серек капитал иленеке түгел – хәләл үҙебеҙҙеке! Түҙегеҙ, ғәзиздәрем, түҙегеҙ – үҙебеҙҙеке бит һеҙ!..

Тап шул мәлдә уҙамандың аяҡ аҫтында бүлкелдәү томаланып, дөһөр-шатор итеп шаулау, артынса уҡ аждаһа-йыландай зәһәр ышылдау асфальт аҫтын тетрәтте. Әммә баллы хыялдарҙан мәлйерәгән Ҡөҙрәт иғтибар итмәне, сөнки илаһи ирәүәнлек – бөркөт ҡанаттарылай киң йәйелгән ике ҡулы тирәһендә баяғы дуҫ-иштәрҙең, туған-тыумасаларҙың, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙың мөләйемләнгән түп-түңәрәк, ҡәнәғәт йөҙҙәре һүрәтләнеп, татлы хистән эс-бауырын “сем!” иттереп, рәхәтләндереп ебәрҙе. Ысынлап та, ҡайһындай ҙа игелекле ул, ҡөҙрәтле ул! Ҡәнәғәтлек сәме ирҙең нескә мейе юлаҡтарын һулҡылдатып, таңғы шифалы елдәй ҡытыҡлап үтте:


Вулкандарҙы бөрөп ҡулда тотам,

Ҡулда ҡөҙрәт, дуҫтар барында!


Йыры менән ҡуша үҙе лә зәңгәр күккә осоп китерҙәй талпынып, йылтыр штиблетлы һул аяғы аңғармаҫтан түңәрәк ҡоҙоҡ ҡапҡасына баҫҡайны, шул урында ете ҡат ер йәһәндәмгә ишерелеп, дөһөр-шатор итеп вулкан атылды – Ҡөҙрәт вулканы! Йылтыр штиблеттың суртандай башы, эсендәге игелекле биш бармағы менән ҡуша суйын ҡапҡас менән бергә умырылып, әле генә Ҡөҙрәт бағып хозурланған зәңгәр күккә сорғолдо ла әллә ҡайҙа йорттар башына олаҡты, ер аҫтынан тын алғыһыҙ зәһәр туфан ағылды...

Ҡөҙрәтме? Больницанан ямалып сыҡты Ҡөҙрәт. Дуҫ-иштәре арҡаһында “йыйын юҡ-бар” бәләләрҙән, тел-тештән дә араланды. Үҙен хатта йыйылышта президиумға ла һайлағандар, тинеләр. Булһа булыр, һауаплы шул...

Илдә яңы елдәр иҫеп, иҫке-миҫкене осортоп, заманалар үҙгәрһә лә, сатанлай-туйтаңлай, әлегәсә игелекле шул тирәлә уралыпмы-уралыуы – дуҫ-иш күңелен күрергә тырышыуы. Йәнәһе, йәмәғәт өсөн өҙҙөрткән аяҡ бармаҡтары йәл түгел – ил хаҡына хатта ҡуш ҡулындағы ун бармағы ла... дәүләт келәте генә һау булһын. Был заманда тик бер генә хәүеф бар: вулкан атылғандағылай, бәғзеләрҙең урындарынан башкөлләй осҡан сағы. Ҡөҙрәтебеҙ ҙә, тибеҙ, вулканһыҙ ҙа ҡубынып, һәр бармағы һайын бер йыл ураҙа тотоп ултырмаға рәшәткәле ҡаҙна йортона ҡапмаһа ярар ине...

1988.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   17   18   19   20   21   22   23   24   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет