* * *
Ә тышта, урам-тыҡрыҡтары бысраҡ, ҡойма буйҙары ҡараңғы-шомло булһа ла, дөйөм алғанда йылы, күңелле май төнө көлә ине. Буйға еткән тополдәр, донъяның бөтә ҡараңғылығын ҡуйы һалма япраҡтары араһына йыйғандай, хәлһеҙ ауырайып, һалынышып ултыралар. Клуб баҡсалығындағы ҡуйы ҡыуаҡтар араһында, киҫәк-киҫәк сыңғырлап, ҡыҙҙарҙың хыялсан-тотанаҡлы көлөүе ишетелгеләй. Урам ашаһындағы ағас өйҙөң икенсе ҡатында, тәҙрә асып, кемдер моңло итеп гармун уйнаны. Клубҡа яҡын бағаналарҙағы лампаларҙан сағыу яҡтыртылған ҡыҫҡа ғына таҡта тротуарҙы оҙон ҡуныслы ботикаларының беҙ үксәләре менән тыҡылдата баҫып, көлөшә-көлөшә үтеүсе йәштәр төркөмө яҡынлашты. Ошо хозур минуттарҙа һәр ҡайҙа ла тыныслыҡ, гармония хөкөм һөрә ине.
Күңел йыутҡыс һиллекте тыныҡ һыу битенә ырғытылған тупаҫ суйырташтай боҙоп, кинәт кенә, матур таҡта тротуарҙың ярымҡараңғылыҡтағы арғы башын:
-- Зар-режу! – тигән йән тетрәткес таныш ажғырыу телгеләне. Көллө тереклек атып-бәрелгән бер ус борсаҡтай ситкә һибелеп, тротуарлы урам күҙ асып йомғансы шәп-шәрә ҡалды, күңелдәргә шом һарыны. Бына дөйөм паниканың ғәйеплеһе ҡалҡып сыҡты: электр яҡтыһы һүрелеп бөткән ҡуйы ҡараңғылыҡтағы шомло шәүлә -- әлеге лә баяғы шул Дөмпөш Имай ине. Өйөнән сығып китере алдынан бер шешә “аҡ”ты болғап-болғап “гурлы”һынан боғаҙына ҡойғанынан һуң, ярһыу йәнен тындырмаҡҡа ҡараңғы тыҡрыҡтар ҡыҙырмалы был сәйер йән, ни сәбәптәндер, ҡапыл яҡтылыҡҡа килеп сыҡҡайны һәм был яҡтылыҡ уның теңкәһенә тейә ине, буғай – шуға ла “зар-режу!” ораны оролғандыр... Ҡултыҡ ҡасабаһының ул, ҡарасҡы, кире ҡаҡҡыһыҙ бер тәбиғи өлөшө булғанлыҡтан, ҡәҙерле уҡыусыбыҙҙы шул фигура менән ҡыҫҡаса ғына таныштырып үтәйек.
Дөмфиулла Имаев, йәки Дөмпөш Имай, Баҡалы районының баҡалары хайран йырсан бер ауылында тыуып үҫте. Бала сағынан уҡ тыуҙырыусыларын үҙенең зерә зирәклеге менәнхайран ҡалдырҙы: уға ҡағылырҙай берәй йорт эше моронлаһа, был шылма ҡараморон, һис кемгә һиҙҙертмәйенсә, көнэлгәре өйҙән зым-зыя булыр, донъя аҡтарып эҙләһәләр ҙә һис кенә лә таба алмаҫтар; баяғы йорт эшенең осона сығып, инде юғалды балабыҙ, харап ҡына булды, тип, ҡайғырышып тамаҡ ялғарға ғына ултырһалар, ғәзиз Дөмфиуллалары, китеп юғалғанындағы һымаҡ уҡ һиҙҙертеүһеҙ, иң ҙур ҡалаҡлы табын түрендә ҡурпыр ҙа ҡуйыр ине... Сабый саҡтан уҡ ул йәй көнө -- ағас күләгәһе, ә ҡышҡыһын мейес башы һаулыҡ өсөн ифрат файҙалы икәнлеген төшөндө; ә мәктәптә белем ала башлағас, дәфтәренә шаҡырайтып ялған билгеләр ҡуйыу, шпаргалкалар ҡулланыу өлкәһендә ҙур уңыштар ҡаҙанды. Мәктәп баҡсаһындағы хеҙмәт дәрестәрендә шуҡ малайҙың көрәк тотоп түтәл соҡоғанын һис кемең күрмәй, әммә уҡытыусы биргән йөкләмәләре ялтлатып үтәлә ине – юҡ ҡына әжергә башҡаларҙан эшләттерергә шымарҙы. Был осорҙа уның тормош хыялының иң юғары нөктәһе – иҫке ботинканың ҡалын резинкә табанынан киҫеп колхоз мисәтенә иш мисәт яһау һәм шул мисәт баҫылған ҡағыҙ ярҙамында колхоз келәтенән татлы бал сәлдереү ине...
Ауыл мәктәбенең дүртенсе синыфын яҙа-йоҙа тамамлағас, Дөмфиулла, ғәжәп иркен тын алып, кешелек донъяһы туплаған барлыҡ ғилем даръяһын арҡыры-буй йөҙөп сыҡтым тип ҡыйыу ҡарар ҡылды ла, был мөһим факт бүтәндәргә лә билдәле булһын өсөн, атаһы алдында тәмәке урап тартты. Шул тарихи ваҡиғанан һуң шаҡ-ҡатҡан атай әленән-әле улына өҫтәлмә һабаҡ биреү өсөн ҡулланған яҫы бил ҡайышын артабан ҡулына алмаҫ булды; танауы аҫтында ваҡытынан элек ҡара төктәр ҡуйырып, шөйлә йыш ҡына ауыҙынан асы апара еҫе лә аңҡыр булғас, бөтөнләй ҡул һелтәне. Дөмфиулла ҡаршыһында, күңелен елкендертеп, ҡолас ташлап үҙалдына үҫеү форсаты асылды, тирмәнсе урыҫтың үткән-һүткәнгә һатырға тауыҡ буғы ҡушып яһаған “сәмиғулла”һын да ауыҙ иткеләне ул. Шыйыҡ ҡына тороғо менән мыҡты ирҙәрсә ҡыланып, күрше утарҙың Маша тигән тол мәрйәһе ҡуйынында тейешле һабаҡ алғандан һуң, тыуған ауылдың да яңғыҙаҡ бисәләр ишеген йыш ҡаға башлағас, “Кәзәтәкә” тигән ғәжәб ләҡәп тә йөкмәне. Ауылдаштарының, көрәк-һәнәк тотоп, ҡара хеҙмәттә көн күргән ябай тормош юлы һис кенә лә рухландырманы уны. Күҙ алдында, татлы идеал булып, бер ниндәй көс сығармайынса ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйып ҡына өҫтәл артында ултырған, персональ автомобиль “Победа”лы (һис юғында яҡшы ҡырандасҡа егелгән атлы), әйткән һүҙе ҡеүәткә эйә түрә образы һүрәтләнде. Ошо хыялына ирешеү өсөн, йәштән үк бөтә һәләтен һалып көрәште. Әммә, ни ҡәҙәре фантазияға бай тәбиғәтле булмаһын, дүрт синыф ҡынаһы ауылдан сығып китергә ҡамасаулауын, һәм үҙ ауылыңда ла, “һулға” тайпылмайынса түтә юлдан ғына барһаң, бер ырғыуҙа йылы өҫтәл артына менеп ултырыу бәхете ғәмәлдә бик һирәк булыуын белә ине. Шуға күрә лә ҡорос сабырлыҡ һаҡлап, тормош тигән ҡаты ташты тамған тамсылай аҡрынлап ҡына тишергә ҡарар ҡылды. Колхоз түрәләре тәбиғәтен ярайһы өйрәнеп алғас, һынау өсөн тактика итеп ялағайлыҡ ысулын үҙләштерҙе. Тәүге тәжрибәләре үк бай уңыш килтерҙеләр: “яғаһы аҫтына төшөрөргә” ифрат яратҡан колхоз председателенең ышаныслы шешә ташыусыһы – кучеры итеп тәғәйенләнде.
Был хөрмәтле бейек ҡузланы ул теүәл бер йыл биләне, шул арала үҙен ифрат тыңлаулы, олоно ололаусан һәм, иң мөһиме, юғары хужалары араһындағы ҡыйыш-мыйышты күрмәүсән-ишетмәүсәнлеге менән танылып өлгөрҙө. Октябрь байрамында уны шалтылдап торған “Кировский” кеҫә сәғәте менән бүләкләнеләр ҙә колхоз полеводы дәрәжәһенә үрләттеләр. Тағы ла ике йыл үткәс, ул үҙенең персональ ат-арбаһына ултырып йөрөй ине инде: күпте өмөт иттертеүсе йәш кадр сифатында уны председателдең урынбаҫары итеп үк һайлағайнылар. Хәҙер инде асы менән татлыны һөйгән Дөмфиуллаға тирә-яҡ ауылдарға ла йөрөп шешә асыу, бисә ҡосоу мөмкинлектәре асылды, “Кәзәтәкә” ҡушаматы үҙен ныҡ аҡлай башланы.
Бармағы үҙенә ҡарай кәкре ҡайбер түрәләр тирәһендә оҙаҡ сыуалыу Дөмфиулланы тормош тәжрибәләренә байытты. Колхоз келәте, йәки ырҙын табағы тирәһендә “эйәһеҙ”ерәк ятҡан арыу нәмәләр, кисекмәҫтән, ҡаш менән күҙ араһында уның йортона күсенә торған булды. Күҙе сыҡҡыры бәғзе бер яһилйән күреп:
-- Ҡулыңды оҙонайтаһың! – тиһә, һис иҫе китмәй генә:
-- Бында барыбер әрәм булып ята бит, -- тип кенә мығырҙар ине. Осрағы сыҡҡан һайын, колхоз кассаһын да тиген ҡалдырманы ул. Күҙе-башы тоноп, бисә-сәсә юҫығындағы ҡараңғы урамдарҙа кеше туҡмап йөрөүҙәре йышайҙы. Ҡунысына башлап бысаҡ тығыуы ла тап шул осорға тоташалыр, моғайын...
Урындағы һөрһөгән һәм килгән-киткән түрә-ҡараның һөмһөҙ өҙөп-йолҡоуынан, эшләп тә тамағы туймаған колхозсыларҙың үтә лә ялҡауланып китеүенән ҡаҡшаған колхоз килемен күтәреү өсөн, яҡшы тоҡом йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнергә ҡарар ҡылды ауылдаштар. Иң беренсе эш итеп, имеш, бәйгеләрҙә ал бирмәүсе Дон юрғаһы айғырын алдыртыу, уны түҙемле башҡорт тоҡомо бейәһенә ҡушыу бурысы тора ине. Бер үк ваҡытта Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының кавалерияһын яңы сифатҡа күтәреү мәнфәғәттәре лә талап итә ине быны. Ауылдаштар, уйланылар-уйланылар ҙа, усына ҙур суммалы аҡса йомарлатып, зәһәр тоҡом айғыры алырға йыраҡ Дон тамағына һәр яҡтан да йылғырланған, ҡатын менән ат нәҫелен бер ҡарауҙан уҡ таныған Дөмфиулла Имаевты фатихалап юлландырҙылар. Кеше күҙенә күренерлек булһын, тип, колхоз иҫәбенән шевьет йөн салбар һатып алып кейҙерҙеләр. Иңендә биш былтыр әсәһе бәйләп биргән, ике терһәге ашалып бөтөп биш урындан ямалған, алғы итәге таушалып бөтөп бысранған йөн күлдәге күрер күҙҙе әллә ни иркәләмәһә лә, аҫҡы яғын шевьет салбар харап балҡыта ине. Айғыр алырға тәғәйенләнмеш сумма менән юллама-дөкәмиттәрҙе ул ошо салбарҙың эске яғына кеҫә әтмәләп текте, ә юл сарыфына тейешлеһен йөн күлдәктең йәшерен бер егенә йәтешләтеп, булавканан ҡаптыртып ҡуйҙы ауыҙын.
Эҫегә көйгән Дон далаларын вагонда елдереп үтеп, Ҡафҡаз яғына ауышҡас, тауҙар араһында көтмәгәндә үрҙән таш ишерелеп, тимер юлды ҡапланы, поезд тигәнең кескенә бер станцияла күпмелер ваҡытҡа туҡтаны. Ир-ат йораттары вагондарҙан һеперелешеп төштөләр ҙә тамаҡ сылатырға вокзалдағы кафеға эркелделәр. Ишектән барып инеүе менән Дөмфиулланы баштарына аэродромдай яҫы түбәле ҡалын кепкалар кейгән мыҡты кәүҙәле ике грузин ирекәйе һәләт ҡосаҡлап алды ла, “батони!” ҙа “батони!” тип иркәләп, көрән-һары эсемлекле йылтыр шешә суҡайтылған табын түренә ултыртты, бер-бер артлы ҡойоп биреп, ғәжәп ихлас күңелдән һыйларға тотондо. “Көньяҡ” тигән ҡеүәтле был нәмәҫтәне Дөмфиулла үҙ ғүмерендә тәүге ҡат татый ине һәм ул уға ифрат та оҡшап ҡалды. Ҡойған берен ҡолҡолдатып йота торғас, поездың ҡуҙғалыуын, яғымлы ике табындашының юҡҡа сығыуын да һиҙенмәй ҡалған. Өҫтәл ҡырыйына һалған ғәзиз башын күтәреп, күҙен асып ҡарауға, гөрләп торған кафе эсе бушанған, йөн күлдәк егендәге юллыҡ аҡса менән дөкәмиттән дә елдәр иҫкәйне. Ә иң мөһиме – башы сатнап ауырта, ярылып ҡына бара. Салбар эске кеҫәһендәге мөлкәт һау икән алайҙа – бармаҡҡайын йүгертеп кенә ун тәңкәлек ҡыҙылды һурып алды ла өҫтәл һөртөштөрөп йөрөгән ҡыҙыл иренле ханымды ымлап саҡырҙы. Ләкин кафе төнгөлөккә ябылған, буфетсы ҡайтып киткән – баш төҙәтер әмәл юҡ. Ярай әле ҡыҙыл иренле ханым ярҙамға килде:
-- Киттек, әйҙә, минең өйгә -- бер әмәлен күрербеҙ, -- тине. Ә унда ҡәҙерле мосафирҙы баяғы ике грузиндан да олпатыраҡ һәм яғымлыраҡ бер-нисә ир көтөп үк ултыра имеш... Шулай итеп, эске кеҫәнән унарлыҡтарҙы ла йөҙәрлектәрҙе һура-һура ханым өйөндә күпме типтереп ятҡанын, нисә көндәр, аҙналар үткәнен Дөмфиулла бөтөнләй абайламаны, әйтерһең, ожмах ҡосағынан сыҡмаҫҡа кергән...
Әммә алыҫ Баҡалылағы ауылдаштары уйға ҡалды, сөнки Дөмфиуллары китте лә юғалды бит. Аҙна көттөләр, ун көн көттөләр, әммә барып еттем тигән хат-хәбәре килмәне. Өс аҙна үтте, ай үтте – Дөмфиулла мырҙа әйләнеп ҡайтманы. Сөнки ҡайтырлыҡ та түгел ине шул: кеҫәлә төбө таҡырланғас, хатта айныуын да көтмәй, ҡыҙыл иренле ханым уға өйҙән сығып китеү юлын күрһәтте, ә мыйыҡлы ике әзмәүер ике яҡтан осаларына шап та шоп тибеп ҡалды...
Ҡабат вокзалға ҡунаҡлаған йомартйәнде инде берәү ҙә һанларға теләмәне, күрһәләр ҙә, күрмәй үтәләр ине. Ниһайәт, асы үкенес әрнетте мосафирҙы: нисек тә кире ауылға ҡайтып йығылғыһы, барыһын да илай-илай һөйләп биреп, барыһынан ғәфү үтенгеһе килде. Аҡтыҡ байлығы шевьйот салбарын һатып, һоро һурғыс башлы урыҫ араҡыһы менән башын төҙәткәс, керләнеп бөткән оҙон бөрмә балаҡлы аҡ кальсонда ғына ҡалып, һуңғы һумдарына телеграмма һуғырға тәүәккәлләнде. Булған хәлде һис кенә лә йәшермәй, дерелдәгән ҡулында саҡ ҡәләм тотоп һәм, әлбиттә, үҙенә хас орфографик хаталар менән моңло-зарлы үкенесен бланкыға күсерҙе:
КАМАНДИРОВКА АКУНЧЕНА ЗАГНАЛ БРЮКИ ЕДУ КАЛЬСОНАХ ТЧК 26 ИМАЙ.
Телеграфсы мәрйә ханым, ярай, аслан үҙебеҙҙең яҡтыҡы икән – Рәсәй кешеһенең әхүәлен аңланы. “Нисә һумың ҡалды, бедняжка?” – тип һорап белгәс, ҡыҙғаныулы баш сайҡап, аҡыллы кәңәш бирҙе:
-- Тексың оҙон, ҡыҫҡараҡ тот дилбегәне, был ғына аҡсаң етмәҫ.
-- Нисегерәк итәйем һуң?
-- Точка бөтөнләй кәрәкһеҙ, ә шуға тиклемге һүҙҙәреңдең баш хәрефтәрен генә ҡалдырһаҡ та етеп торор – тулыһын үҙең ҡайтып төшкәс тирерһең. Иң мөһиме – 26 менән Имай ҡалһын, шул числола Имайҙың ҡайтып етере аңлашылыр.
--Рәхмәт төшкөрө земляк, мең йәшә! – тине Дөмфиулла Имаев һәм телеграмма тап шулай һуғылды ла.
-- Аҡсаңдың ҡалғанына беренсе станцияға тиклем генә билет ал да, иң тығын вагонға үтеп, кешеләр аяҡ һәлендереп ултырған оҙон һәндерә аҫтына үрмәләп инеп ят. Төндәрҙә проводница үҙ купеһына бикләнгәс кенә, бәҙрәф-мәҙрәфеңә барып кил, крандан туйғансы һыу эс. Кимереп ятырға бына был ҡаласты ал! – тип, ҡатҡан бер бөтөн арыш икмәген һондо...
Донъя тулы яҡшы кешеләр бит ул – һәндерәлә аяҡ һәлендереп ултырыусылар ҙа йәлләне Дөмфиулланы – юл буйынса ҡалған-боҫҡанын ҡаптырҙы...
Ә ауылда яҡшы айғырҙың ҡайтыуын көн дә, көн дә өҙөлөп көтәләр ине. Юламандың китеүенә ике ай тулып килгәндә, колхоз идараһы исеменә ифрат сәйер эстәлекле телеграмма килеп төшөп шау-шоу ҡуптарҙы:
КАЗБЕК 26 ИМАЙ.
Бөтә идара ағзалары һалҡын хәрефтәр төркөмөнән 26 менән Имайҙан башҡаһын аңлай алмай баш ваттылар. Экспертизаға саҡыртылған “Этморон” ҡушаматлы мөғәллим дә, тойғор моронон һуҙып күпме генә еҫкәп ҡараһа ла, аныҡ фекергә килмәй, ҡул һелтәп сығып китте. Бейек Ҡафҡаз тауы исеме менән йоҙаҡланмыш серле шифрға асҡыс таба алмайынса йөҙәнеләр. Ахыры, төн йоҡоһон керпек ҡаҡмай үткәргән председатель, иртүк килеп, ауылдың барлыҡ әүҙемистарын идараға йыйҙыртты. Көн тәртибенә бер генә мәсьәлә ҡуйҙылар, ул да булһа телеграмманың сихырлы серен сисеү. “26 Имай” тигәнен “26-һында ҡайтып төшәм, Имаев” тип дөрөҫ юраһалар ҙа, “Казбек” тигәне тамам ҡатырҙы баштарҙы һәм фекерҙәр ҡапма-ҡаршы ике лагерға бүленде:
-- Донда айғыр таба алмай, Казбек тауына барып юлыҡҡан икән...
-- Казбек тауындай оло шатлыҡ алып ҡайтып киләм һеҙгә, тип әйтеүелер...
-- Юҡ, егеттәр, “Казбек” ҡушаматлы айғырҙыр ул!
Билдәһеҙлектә тотҡан өсөн колхозсыларҙан идараға дәғүә билдәләре ләүкей башлағас, хисапсының аҡыллы тәҡдиме буйынса, һуңғы ике фекерҙе дөйөм тауышҡа ҡуйҙылар, ләкин яҙмыштың уҫал көлөүенә тарып, ике яҡтың да тауышы бер тигеҙ булып сыҡты. Мәсьәләне ҡайһы тараф файҙаһына хәл ҡылырға белмәй аптырап ултырғанда, идараға баяғы тирмәнсе урыҫ килеп инде лә, түш кеҫәһенән ғәжәп матур ҡағыҙ ҡумта сығарып, председателгә оҙон мөштөклө папирос тәҡдим итте. Шуны ла әйтергә кәрәк: ул саҡтарҙа ауылда ни бары ике кеше – председатель үҙе лә урынбаҫары Дөмфиулла ғына тәмәке тарта һәм улары ла урыҫтың Усман ҡалаһында һары ҡағыҙ ҡапҡа тултырылған тупаҫ махорканан башҡаны белмәй ине. Һәм бына осло күҙ хисапсы, тирмәнсе ҡулындағы матур ҡумтаны һорап алып, әҫәрләнеп һүрәтенә текләне.
-- Ҡафҡаздағы атаҡлы Казбек тауы һәм Дон айғырын менгән абрек! Донъялағы иң яҡшы папирос! – тип ғорурланып аңлатҡайны тирмәнсе, мәсьәләне үҙенсә сискән хисапсы:
-- Эврика! -- тип һөрәнләп, һүрәтле ҡумтаны башы өҫтөнә тантаналы күтәрҙе лә башҡаларҙы ла шаҡ-ҡатырҙы: һүрәттәге осло башлы тауҙар араһында ысынлап та илгә таныш Дон айғырын менгән мыҡты һыбайлы елә һәм ул, өҫтәүенә, осло суҡыш танауы менән тап үҙебеҙҙең Дөмфиуллаға оҡшағайны. -- Казбек! Бына ул беҙҙең Казбек! – тип сәмләнде хисапсы.
-- Казбек! Казбек! – Бер тауыштан шауланы йәмәғәт тә. Эштең асылын дәррәү тойған председатель тылсымлы ҡумтаны хисапсыһы ҡулынан ала һалып, аяғүрә баҫып, башы өҫтөндә һелкә-һелкә иғланланы:
-- Иптәштәр, табылды, ниһәйәт, асылмаҫ йоҙаҡтың асҡысы! Беҙҙең хөрмәтле Дөмфиуллабыҙ “Казбек” ҡушаматлы иң яҡшы айғырҙы йүгәнләп алып ҡайтып килә! 26-һында станцияға сығып, үҙенә лайыҡлы һый-хөрмәт менән ҡаршыларға тейешбеҙ!
Ауылдың иң күренеклеләренән һайланған халыҡ вәкилдәре, байрамдағыса яҡшы кейенеп, биҙәнеп-төҙәнеп, ҡыҙыл флагтар елберҙәтеп, 26-нсы числола егерме биш саҡрымды еңеп тимер юл станцияһына килеп еттеләр. Ҡырсынташ һибелгән платформаға ҡаҙ бәпкәләреләй теҙелеп, алыҫтағы боролоштан паровоздың ҡара-ялтыр маңлайы күренеү менән үк, таҡыя сөйөп алҡышларға, тибенеп бейергә керештеләр. Ҡасаба пожарниктарының колхоз яллаған иҫерек-миҫерек ҡорло тынлы оркестры, яҙа-йоҙа яңылышып, “похоронный марш” уйнап ебәрҙе лә, тиҙ үк иҫтәренә килеп, тантаналы “Советтар Союзы Гимны”н гөрөлдәтте. Уны ла шулай уҡ тиҙ генә өҙә һалып, махсус ошо тантаналы мәл өсөн колхоздың һәүәҫкәр композиторы сығарған шатлыҡлы маршты гөрөлдәтте. Ҡаршылаусылар, оркестрға ҡушылып, көр тауыш менән йырланылар:
Тояҡтарың алтындыр һинең,
Аҫыл малҡай, һай, Дон айғыры!
Һине менеп ҡайтҡан Имайҙың
Ғүмеркәйе оҙон булғыры!..
Тап ошо тантаналы тәңгәлдәге вагон тәҙрәһендә, “йылп!” итеп, оҙаҡ көтөлгән Дөмфиулла Имаевтың туҙғыған сәсле яланбашы салынды, ҡаршылаусыларға ул, ни өсөндөр, йонсоған һәм ҡурҡынған төҫлө күренде.
-- Әнә беҙҙең һөйөклө азаматыбыҙ, әнә! – тип хистәрен түгелдерҙе председатель һәм еҙ тамаҡтарын тыйып көтөп торған оркестрға бойороп ҡул һелекте. Еҙ торбалар шунда уҡ бөтә ҡеүәтенә икенсе маршты осоноп яңғыратты:
Хуш килдегеҙ! Төклө тояғың
Менән атла, Казбек, колхозға!..
Ләкин председатель көтмәгәндә шиңде, оркестр ҙа ҡапыл тынды. Сикһеҙ ғәжәпләнеүҙәренә ҡаршы, таушалғаныраҡ йөн күлдәк менән шевьет салбар кейеп киткән азаматтары һис кенә лә көтөлмәгән һүрәттә килеп сыҡты: башында кемдеңдер сумаҙанынан сәлдергән ҡарайылтыр атлас цилиндр, иңендә бостон френч ә ботонда... керләнеп бөткән ябай сепрәк кальсон ине, уныһының да әле генә вагондан сығып барғанында ишек тотҡаһына эләгеп тап оса тәңгәле айырылып төшкәнлектән, азаматыбыҙ оятлығын усы менән ҡаплап маташа ине... Өҫкө кейемдәргә генә күҙ текләгән ауылдаштар аҫҡы яҡҡа әллә ни иғтибар итмәнеләр: ҡәҙерлене дәррәү күтәреп алдылар ҙа “ур-ра!” ҡысҡырып күккә сөйҙөләр. Ҡаты ергә табандарын баҫтыртҡас, аҡылын юймаған председатель төп һорауҙы күндерҙе:
-- Ҡайҙа айғырыбыҙ?
-- Самара станцияһының ветеринария хеҙмәте уны карантинда ҡалдырҙы... иң күбе аҙна-ун көнгә тотҡарланыр.
-- Ә колхоздың шевьет салбары ҡайҙа? – тип йәнгә тейҙе хисапсы.
-- Уны мин ҡайыш йүгәнгә алмаштырҙым, аҡсаны етерлек биреп ебәрмәгәнһең! – тип һөжүмгә күскәйне азамат, барыһының өнө бер юлы тығылды. Колхозға ҡайтып етеп, бара-тора эштең яман асылы асылһа ла, йылғырйәндең аяҡ-ҡулын ҡыҫҡартаһы урында, ҡыҙғанып, Дөмпөш Имай тип исем-фамилияһын сонторайтыу менән генә сикләнделәр...
Әммә тап шул заманала аҡ айыуҙар ғына йөрөгән алыҫ төнгө яҡта Беломор – Балтик каналын ҡаҙҙырта башлаған эшсе-крәҫтиән хакимиәте үтә һиҙгер ҙә, сос та булып сыҡты – яҡты социализмдың шул бөйөк төҙөлөшөн төҙөттөрөргә һәм үҙҙәрен дә төҙәлдерергә хас та ошо Дөмпөш Имай ише растратчиктар бигерәкйәтеш, имеш. Күҙ менән ҡаш араһында райондан осоп килеп еткән алтатарлы уҙамандар төн эсендә аяҡ-ҡулын бығаулап алып киттеләр ҙә, дәүләт иҫәбенән поезға тейәп, һалҡын Двина яҡтарына олаҡтырҙылар. Бөйөк пролетар яҙыусыһы Горький үҙе маҡтап атаған -- холоҡһоҙҙарҙың холҡон төҙәтеп, ысын совет кешеһенә әйләндереп сығара торған тәрбиәүи социализм конвейерында бер-нисә йыл эшкәртелеп, Дөмпөш Имай отолмай кәрт уйнарға, араҡыны “гурлы”һынан ғорҡолдатып боғаҙына ҡойорға, ҡурғаш кастет һәм ҡорос бысаҡ менән күҙ эйәрмәҫ йылдам эш ҡылырға оҫтарҙы. Беренсе шлюздарҙан беренсе суднолар киткәс, бөйөк канал буйҙарында гүргә кермәй ҡалғандарҙы иреккә сығарҙылар һәм Дөмпөш, пароходта Иҙелде буйлап килеп, заманса эш ҡайнаған һәм уның үҙе кеүектәрҙе тылсымлап тартҡан Ҡултыҡ ярына төштө.
Тәүге йылдарҙа ул, ябай матрос булып, буксир теплоходында эшләне. Команда ни бары алты кешенән хасил һәм береһенән-береһе ажар эскесе ине. Һыу үренә -- баржа, түбәнгә һал тартып, Ҡариҙел, Сим йылғаларын гиҙҙеләр. Рейс һайын “һулаҡай” пассажирҙар тейәп, уларҙан хаҡ алдылар – аҡсалары, әлбиттә, шунда уҡ шешәгә сумды. Йылғасылар әйткәнсә, “ҡалым”дың иң төшөмлөһө һал йөрөткәндә ине. Үҙбелдекле һал ағыҙыусыларҙы дәүләт һалына тағып, өҫтәүенә, юл буйы дәүләт бүрәнәләрен “һулға осороп” кинәнәләр. Һис бер ниндәй уставты, ҡанунды таныманылар, теләгән ерҙә туҡталып, араҡыға саптылар. Бөтә команда иҫереп, ҡыҙыу йөрөштә ярға килеп төкәлеү, ҡомға ултырыу кеүек ваҡиғалар улар судноһында йыш ҡабатланды. Навигация планын үтәмәү һәм һәр төрлө аварияларға тарыу буйынса пароходствола беренсе урын тоттолар. Хулиганлыҡ өлкәһендә лә ҙур уңыштар ҡаҙанылды: капитандан алып һуңғы матросҡаса экипаждың һәр ағзаһы милиция бүлегендә айырым иҫәптә торҙо, халыҡ уларҙы “пираттар” тип тамғаланы. Ләкин аяҡ-ҡулдарын ҡыҫҡартырға, йәки ҡыуып таратырға бер кемдең дә көсө етмәй, сөнки Дөмпөш бысағының милиционерҙан башлап пароходство етәксеһенәсә теләгән бер боғаҙға барып етәсәге һәр кемгә билдәле ине.
Шулай ҙа ҡоҙғондар ояһының йәшәүенә Хоҙай үҙе сик ҡуйҙы: тәрбиәһеҙлек арҡаһында тамам тутығып, төбө арандай асылған теплоходты ғәмәлдән сығарҙылар ҙа бер ыңғайҙан данлы команданы ла һепереп түктеләр. Әммә һәр шартҡа яраҡлашырға күнеккән Дөмпөш Имай юғалып ҡалманы – суднолар йүнәтеү цехында балға һуғыу эшенә йәтешләнде. Шунан башлап тормошо икегә бүленде: береһе менән көндәлек эш нормаларын тултырып, хатта арттырып үтәүсе аңлы эшсе ҡиәфәтендә цехта, икенсеһе менән төнгө ҡараңғы урамдарҙа йәшәне һәм унда тиҙ үк үҙенә лайыҡлы әшнәләрен дә табып, өйөрҙөң дәһшәтле атаманына әүерелде. Тутыҡ ҡаҙау ҡайнатырлыҡ ашҡаҙаны асы хәмер касафатынан бирешмәне, бала башындай йоҙроҡтары иһә Ҡултыҡ стилягаларының бөтәһенең, тип әйтерлек, ҡабырғаларын һанап сығыу ләззәтен татыны. Үҙҙәрен баһадир һанаусылар ҙа аҡрынлап Дөмпөш абруйына баш эйҙе, уның кастет һәм бысағын таныны. Бына бөгөн дә ул Ҡултыҡ урамдарының короле булып кинәнеп китеп бара.
-- Зар-режу! – тип үҙе лә һиҙмәй тағы һөрәнләне Дөмпөш, тыҡрыҡ батҡағынан арынған аяғы ҡапыл тротуарҙың яҡты ҡатылығын тойоп. Был юлы ҡурҡып сарбайлаусылар ҙа, баш баҫып ҡасыусылар ҙа булманы – йән эйәләре ул күренгәс тә ышаныслы ек-япҡытҡа боҫоп бөткәйне. Ғәжәпләнеүенә ҡаршы, бер генә бәндә, ул тыуҙырған һил күренеште боҙоп, ниндәйҙер ишектән атлығып сығып йүгерҙе, ул да булһа Ҡултыҡтың был төбәгендәге берҙән-бер именлек һаҡсыһы – участка милиционеры Ҡатыморонов ине. Янбашын туҡмап йүгерергә ҡамасаулаған ауыр кобураһын ҡулы менән тотанаҡлай биреп, ышылдай-ышылдай клубҡа килеп етте лә шуның яҫы ишегенә, ут сыҡҡандай ҡабаланып, белдереү ҡағыҙы йәбештерҙе:
Хөрмәтле граждандар! Урамдан Дөмпөш килә. Һаҡланыу сараларын күрегеҙ. Насар эҙемтәләр өсөн милиция яуап бирмәй. Ҡатыморонов.
Бер аҙым ситкә баҫып, әҫәренә кинәнесле ҡарай биреп торҙо ла “йылп!” итеп клубҡа инеп китте. Ҡыҙыл тирәсле фуражка залда күренеү менән дәртле музыка киҫелде, бейеүселәр уңайһыҙлыҡта ҡалды. Ҡатыморонов директор бүлмәһенә елтерәп инеп киткәс, репродукторҙан ашығыс иғлан тапшырылды:
-- Иптәштәр, иптәштәр, һаҡ булығыҙ! Клуб территорияһында Дөмпөш! Рухығыҙҙы төшөрмәгеҙ, коммунистик принципиаллек һәм ҡорос ныҡлыҡ һаҡлағыҙ!
Әммә халыҡ был аҡыллы киҫәтеүҙе тейешенсә аңламаны, күрәһең, һағыҙаҡ ояһына таяҡ тыҡҡандай шау-шоу килеп ҡайнашты. Шулай ҙа ҡайтып китеүселәр табылманы, сөнки Дөмпөш һәм уның шайкаһынан ҡурҡмай яңғыҙ урамға сығыу өсөн арыҫлан йөрәкле булырға кәрәк ине. Сығып баҫып торған милиционер кокардаһы артында Шымарғановтың бриллиантинланған ялтыр башы күренде лә кабинетының бронләнгән ишеге артына ҡапланды. Шул уҡ мәлдә милиционер ҙа ҡайҙалыр һеңеп юҡ булды. Яңы һулыш алған репродуктор моңло көй ағылдырҙы:
Илама, бәғерем, илама, илама,
Ҡауышырбыҙ теге донъяла...
Нескә күңелле ҡатын-ҡыҙ, шыма-ебәк ҡулъяулыҡтарын сығарып, йәшле күҙҙәрен һөрттө. Колхоз ревизия комиссияһы председателенең акушеркаға тотҡан бәхетһеҙ мөхәббәте, араларына “көҙән тешле финагент”тың кереүе арҡаһында “ике һандуғас”тың, ҡауыша алмай, Саҡ-Суҡ һымаҡ илашып йөрөүҙәре тураһында шыңшыны радиола.
Тышта ла үҙенә күрә хисле-моңло төнгө тормош ағыла ине. Дөмпөш Имай, милиционер белдереүе йәбештерелгән ишеккә килеп терәлгәс, ҡуш бармағын ҡабып бик әсе һыҙғырҙы. Яуап булып төрлө тарафтан шундай уҡ шомло һыҙғырыуҙар яңғыраны. Тиҙҙән Дөмпөш тирәһенә үҙе кеүек үк ярымҡыҙмаса бәндәләр өйөрөлдө, береһе атаман өҫтөндәге батҡаҡты ағас ботағы менән ҡырғыслап таҙартты. Баҫып торған килеш осҡор кәңәшмә үткәрҙеләр. Дөмпөш Имай, ни юл менән булһа ла, бөгөн күмәкләп типтерерлек аҡса табыу бурысын һөрҙө алға.
Ресторандағы уларға тейешле аулаҡ мөйөш, затлы-татлы араҡылар һәм тәмле ҡабымлыҡтар ошо минутта ошо тансы залында – портмонеттарҙағы һумдар, сәғәт, беләҙек, яҡшы кейемдәр рәүешендә башҡаларҙа йөрөй ине. Пираттарҙың еңел йәшәргә теләүен аңламаған алйот граждан һәм гражданкаларҙан был байлыҡты ҡайырып алырға кәрәк ине. Үс иткәндәй, күпме һағалаһалар ҙа, ишек тышына сыҡҡан кеше булманы. Ахырыһы күмәкләшеп клубҡа инеп киттеләр. Пираттарҙың береһе, моңға ойоған тансы майҙанына үтеп, иҙәнгә онтаҡ һипкәйне, бейеүселәр буҫлығып-буҫлығып сөскөрөргә, сәсәргә керештеләр, тәндәренең тиргә сыланған өлөштәрен, яман әсетеп булһа кәрәк, түҙә алмай ыуаланылар.
-- Борос һиптеләр иҙәнгә, борос! – тип сыйнаны береһе. Ҡыҙ-ҡырҡын, танауҙарын ҡулъяулыҡ менән баҫып, туалет бүлмәһенә ташланды. Гардеробҡа сират һуҙылды (кейеп килгән итектәрен алырға кәрәк ине). Дөйөм аймылыштан файҙаланып, пираттар асыҡ ауыҙҙарҙы тунарға керештеләр. Күҙ алдында уҡ бер ҡыҙыйҙың ҡул сәғәтен киҫеп алдылар, шуны күреп торһалар ҙа, янындағылар ауыҙ асып һүҙ әйтмәнеләр – күрмәмешкә һалыштылар. Ҡыҙ иланы-иланы ла ҡайтып китте. Дөмпөш Имай, өҫтөндәге батҡаҡтарын кешеләргә ышҡый-ышҡый түргә уҙып, гардероб янындағы йәшел хәтфәһе ҡырылып бөткән диван янында туҡталды, унда сит ҡаланан улына килгән һәм кеше күрергә сыҡҡан бер ханым хәл йыйып ултыра ине.
-- Эй, убырлы ҡарсыҡ, тор! Һиңә йомшаҡ кәнәфигә түгел, гүргә ятырға ваҡыт!
Үҙ ғүмерендә бындайҙы күрмәгән ханым, теле таңғайына йәбешеп, өнһөҙ ҡалды.
-- Тор, тор, ниңә аңғыраландың? Сүплеккә сығарып ташлағанды көтәһеңме әллә?! – Дөмпөш Имай, уны яурыны менән этәреп, диван уртаһына ларҡайҙы, шул ыңғайы ғарҡылдап ҡоҫоп та ебәрҙе. Сират торған улы килеп, ханымды торғоҙҙо ла, етәкләп, директор кабинетына алып инеп китте. Ул быйыл вуз тамамлағандан һуң бында эшкә ебәрелеп, Дөмпөштө һанларға өлгөрмәгәйне әле: Шымарғановты, яңағы аҡ марля менән бәйле Бикләмешевте эйәртеп кире сыҡты. Хырылдап йоҡлап киткән Дөмпөштө танығас та Шымарғанов:
-- Э, юҡҡа маҙаһыҙлап йөрөмә! – тип, ҡулын һелтәп китеп барҙы.
-- Һин был кемгә яла яҡма. Уның фотоһы “Доска почета”ла тора! – тип аҡыл бирҙе теше һындырылған комсорг.
-- Күрәләтә хулиганды яҡлайһығыҙ! Нисек намыҫығыҙ етә? – тине уллыҡ тойғолары ҡыйырһытылған йәш кеше.
-- Ипләп һөйләшегеҙ, гражданин! Заводыбыҙҙың танылған балғасыһы ул. Производство ударнигын “хулиган” тип атағанығыҙ өсөн закон ҡаршыһында яуап бирергә тура килмәһен.
-- Минән алда “ударниг”ығыҙ яуап бирер, рәшәткә артына ултырыр!
Йоҡлағанға һалышып тыңлап ултырған Дөмпөш комсорг киткәс тә керле башын күтәреп, үҙенә тел тейҙерергә батырсылыҡ иткән фетнәсене зәһәр ҡарашы менән киҫте:
-- Беләм мин һинең, Әхмәтушка, ҡайҙа йәшәгәнеңде – ояңа юл табырмын. Ҡайт та көт: бөгөн үк минән тулы расчет алырһың! – Дөмпөш шуны яҡшы белә һәм башҡаларға ла белдерә: бығаса Ҡултыҡта бер кемдең дә уға ҡаршы һүҙ әйткәне юҡ, ә әйткәне арҡаһына бысаҡ алырға тейеш! – Бөгөн үк көт, падло! -- Бармаҡ янаны ла Дөмпөш, хырылдап йоҡлап китте. Был янауҙың ысынлығын тойоп шомлана башлаған Әхмәт әсәһен таныш ҡыҙының фатирына йоҡларға оҙатты ла яңғыҙ үҙе генә ҡайтырға сыҡты. Тап ул уҙаһы йүнәлеш төн буйына дөмә ҡараңғылыҡта тора, ниңә, тиһәгеҙ, Ҡултыҡ пираттарының эш итеү зонаһына ингәнлектән, бағаналарҙағы лампаларҙы ҡыра һуғып бөтөргәндәр. Үс иткәндәй, өҫтөндә лә йылы май айының костюмы – аҡ фигураһы теләһә ниндәй ҡараңғылыҡта ла йөҙ метрҙан айырым-асыҡ күренә. Клуб яҡтылығынан яҙлығып, ҡарт тополдәр ышығына ингәс тә ул артында аҫтыртын ҡыштырҙауҙар ишетте. Шуларҙан арыныр өсөн, ҡоймалағы бер тишектән завод ихатаһына үтте, ҡаса-боҫа, ярыҡ-йороҡ суднолар торған яр ситенә барып сыҡты. Бәхеткәме, әллә бәхетһеҙлеккәме ҡаршы, прожектор фокусына алынғайны был тәңгәл. Ҡоймалағы ҡурҡыныслы белдереүҙәр бер-бер артлы барып керҙе аңына:
Достарыңызбен бөлісу: |