Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том V на память для памятливых ятлағандарға ядкәР



бет7/26
Дата19.06.2016
өлшемі4.1 Mb.
#147923
1   2   3   4   5   6   7   8   9   10   ...   26

ҺИГЕҘЕНСЕ СӘХИФӘ
«Беҙгә ул ҡыйын ине, ә хәҙер... Ыңғырсаҡ-Ҡамырбайҙарҙы хатта өрмәгән ергә ултыртмайҙар — обком секретары шәхсәнә ҡайғырта, фатир юллашып йөрөй... — Ҡайтыр юлда оло түрә «Волга»һының йомшаҡ-йәтеш креслоһында радио моңо ыңғайына иҙрәп тә бәүелеп, алда ғәмһеҙ тирбәлеп барған Ҡыҙыл Башҡорттоң уттай ерән сәстәре һаман салланмаған тиртеү елкәһенә ҡарап, шул күренеш зитына тейгән Мотал ана шулайыраҡ хитланды. — Иллә үҙебеҙ сабыр булғанбыҙ икән, — тип кинәнеп тә ҡуйҙы. — Мөхлисә менән кинәт кенә никахлашҡас, ҡайһындай этлекле шарттарҙа — студент ятаҡханаһының шырпы ҡабындай ғына бүлмәһендә шаршау аша ике ғаилә йәшәнек, әммә револьверлы шиғыр-миғыр яҙып зарланышып йөрөмәнек... Һәм ҡапылтын һиҫкәнде: сеү!.. Беҙҙең быуын менән хәҙерғе быуын... был бит роман темаһы! «Аталар һәм балалар» проблемаһын, бер-береһенә сағыштырып, өр-яңынан күтәрергә лә ошоғаса һис кем хәл итмәгәнсә — заманаса сисергә был сеймәлгән иҫке епте...»

Оло йортҡа кире әйләнеп ҡайтып, ҡорос арғымаҡтан төшөп, бажаһы менән ҡул ҡыҫышып хушлашҡас, дәртле аҙымдар менән йортона ыңғайланы.

Мөхлисәһе, ғәҙәтенсә, «Ярлауығ»ынан ныҡ һуңлап ҡайтҡас, койканың ян ҡанатында, һис ни белмәй, йәш ҡыҙҙарса бөгәрләнеп ятып йоҡо һимертә.

Яҙыласаҡ яңы романы хаҡында төндөң икенсе яртыһынаса уйланды, ҡатынының ҡасан ҡайтып ятҡанын да белмәне. Төшө өнгә ялғанып, романдың сюжет һыҙыҡтары мейеһен симәлткән хәлдә, ғәҙәттәгеһенән иртәрәк уянып, Мөхлисәһен борсомаҫҡа тырышып, кофе бешереп эсте лә йәһәт кейенеп ҡуҙғалды. Йоҡлай тигән яртыһы кинәт туҙғаҡ башын ҡалҡытып: «Обкомғамы? Онотма, Ҡыҙыл башҡортто «Ярлауыҡ»ҡа ҡунаҡҡа саҡырып ҡайт!» тип тизып ҡалды – Басир-ҡәйнешенең ҡайтыуы хөрмәтенә үҙенең ресторанында оло табын ҡорорға йыйына ине. Әҙип иртәнге яңы яуған, әскелтем-сөскөлтөм аңҡышлы көрпәк ҡарҙан эре аҙымлап гаражына ыңғайланы -- мейеһен йәшендәй телеп тыуған әҫәр планын Ҡыҙыл Башҡортҡа тирергә, фатихаһын алырға! Обком секретары үҙе хуплаһа, журналда ла, нәшриәттә лә тотҡарлыҡ булмаясаҡ – яңы китап табанан ҡупҡан уңған ҡоймаҡтай тыуасаҡ.

Киоскынан «Литературная газета»ның әлегәсә өйгә килеп етмәгән һуңғы һанын һатып алып, ғәҙәттә төбәктәрҙәге әҙәби ваҡиғаларҙы яҡтырта торған битен асҡайны, «Башҡорт АССР-ының совет халыҡ шағиры Мәрүән Карами менән әңгәмә» тигән күләмле мәҡәләгә иғтибар итеп, баҫып торғаны килеш күҙ йүгертеп сыҡҡас, бер абзацын, кеҫәһендәге ҡәләмдәренең береһен (ул бер-нисә ҡәләм йөрөтә ине) һәрмәп алып, тексҡа үҙ аңлатмаларын бирә-бирә һәм йәненә тейгән ҡайһы бер һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙа-һыҙа, тулыһынса уҡыны:

«По обе стороны от Урала — от Волги до Иртыша (тинтәк: шулай ҙа йәшерә алмаған бит тарихи Башҡортостаныбыҙҙың сиктәрен – шуға ла башы етмәгән!) — на протяжении тысячелетия скитались башкирские племена, гонимые всеми ветрами исторической судьбы (Башҡортостан тигән илебеҙ булмаған!..)... Вплоть до 1919 года... не имели ни своей собственной крыши над головой, ни прочной ограды на рубежах, иными словами, не имели своей государственности. Мы были нищими и убогими... Мы были отсталыми... Мы были необразованными... Конечно, и в те далекие времена бывало, например, привозили нашего певца или кураиста Исянбаева в Париж, но только для того, чтобы удивить публику демонстрацией перед миром человека-дикаря».

Бына һеҙгә, кәрәкһә, иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ!..

Алғы бүлмәлә Һылыуҡай йылы теплицала үҫкән гөл-сәскәләй алсаҡ балҡып ҡаршыланы, серле йылмайып, күҙҙәрен мызылдатты:

-- Әҙиптәрҙең араһында иң йөрөмтәле, ахыры, һеҙ, Мотал Булаттимерович!

Мәрүән болартҡан эске ярһыуын көскә баҫып, алсаҡланырға тырышып, Мотал уның тәңгәлендә туҡталды:

-- Абауҡайым, саҡ ҡына беҙҙе лә йәлләһәгеҙсе!.. — Күнегелгән хәрәкәт менән туташ алдына алтын буталлы Мәскәү шоколадын һалды. Тегеһе уны нәфис бармаҡ осо менән генә өҫтәл тартмаһына төшөрҙө:

-- Бәрәкалла, йәлләр өсөн һеҙгә ни булған тағы?

-- Һеҙ, Һылыуҡай, көндән-көн һылыуыраҡ, тылсымлыраҡ!

-- Абау, гонаһтан ҡурҡығыҙ, Мотал Булаттимерович! — Күк божоралап кершәнләгән күҙҙәрен шарландыртып, ҡыҙыл маникюрлы бармаҡ янап киҫәтте. — Һеҙҙең есөн был донъяла Мөхлисә ханымдан да һылыуырағы юҡтыр!

-- Үҙендәме? – тине, ҡыҙғылт көплө ишек яғына ымлап.

-- Үҙендә.

-- Кәйефе?

-- Ал да гөл – һеҙҙе генә көтә кеүек. Хәҙер! – Телефондан кем килгәнен белдертеп, үткәреү рөхсәтен алғас, Мотал, лап-лоп атлап, төпкә уҙҙы, хәйерһеҙ гәзитте секретарь алдына ырғытты.

-- Нимә? – Шулай тине лә онотто Ҡыҙыл башҡорт, сөнки үҙенең сәсе кеүек үк ҡып-ҡыҙыл телефон трубкаһына ярһып ҡысҡыра ине; Моталға әйләнеп ҡарап, ултырырға ымланы. Һөйләшеүе шаҡтай оҙонға һуҙылғанлыҡтан, әмәлһеҙҙән, Мотал да һүҙ ағышына ылығып ҡолаҡ һалды.

—Нимә? Бәндәбикә кирбесе, тиһегеҙме? Ниндәй Бәндәбикә? Туҡтағыҙ. — Трубка микрофонын усы менән ҡаплап, бажаһына өндәште. — Үҙеңә мәғлүм Йыһандар Илһамдар улы Хәкимуллин... хөрмәтле тарихсыбыҙ. Гәзиттәге фельетон өсөн дыу-ҡуба, Вилор Иҫәрғәповичҡа барып етеү менән янай... — Ҡунағының һораулы ҡарашын ҡул ишараһы менән туҡтатты. — Йә, тыңлайым. Алло, ҡайҙа юғалдығыҙ, Йыһандар Илһамдар улы? Эйе, тыңлайым. Һем, шулай тиһегеҙме! Ысынлап та, башығыҙға һуҡҡан икән, әй, Бәндәбикә, ха-ха-ха! Вуздан ҡыуҙыртырға?!. Кемде, Таңатарованы? Юҡ, хөрмәтле профессор, быныһы ҡулдан килмәй. Эйе, минең дә, һеҙҙең дә! Беҙҙә демократия. Эйе, дөрөҫ: социалистик демократия. Ә шулай ҙа һәр мәсьәлә буйынса һәр кем үҙ фекерен ярып әйтергә хоҡуҡлы. Эйе, Конституция буйынса. Шул иҫәптән матбуғатта ла. Опровержение? Юҡ, булдыра алмайым, хөрмәтлем. Был мәсьәлә буйынса бында төбәлеп яңылышҡанһығыҙ. Минме? Юҡ, мин бында көсһөҙ. Вилор Иҫәрғәповичты ла юҡ-бар менән борсомағыҙ. Туранан-тура редакцияға мөрәжәғәт итегеҙ. Хушығыҙ! — Трубканы ҡаптыртып, дөрләп торған ҡарыш сәстәрен биш бармағы менән артҡа һыпырҙы, Мотал килтергән гәзиткә һалды ҡулын:

-- Йә, нимә әйтергә теләйһең?

-- Хурлығынан үлерһең! Уҡып ҡара бына бынауы урынын: сығырынан сыҡҡан бит.

-- Беләм.

-- Белгәс, ниңә ҡулына һуҡмайһың бәдбәхеттең?

-- Ҡулым ҡыҫҡа.

-- Һинеңме? – Ауыҙын ҡыйшайтып көлдө. – Беҙҙең кеүектәргә генә етә шул.

-- Үҙеңә яҡшы мәғлүм, уны Вилор Иҫәрғәпович шәхсән үҙе ярлыҡай. Һеҙҙең кеүектәр күп, ә ул берәү генә.

-- Берәү генәлер шул... Мәсхәрә: тап килешкәндәре һайын, урыҫ менән мәрйә кеүек, ҡултыҡлашып йөрөйҙәр, әллә икеһе тиң зәңгәрҙәрме икән?..

Ҡыҙыл башҡорт ырғып тороп екерҙе:

-- Етте! Ауыҙың ни һөйләгәнде ҡолағың ишетмәй – көфөр һүҙҙәр ысҡындыраһың. Һин үҙең ул тамам сығырыңдан сыҡҡан! – Һыуына төшөп, кире ултырҙы, быға ла урын күрһәтте. – Гәзитеңде кире ал, Мәскәүҙә генә түгел ул яңылыҡ. Хәкимуллинды әйтәм, аяҡ тибеп дау һала...

-- Уға ни булған тағы?

-- Үҙебеҙҙең гәзиттәрҙе уҡымайһың дамы әллә?

-- Бөгөнгөһөнә өлгөрмәнем шул әле.

-- Балдыҙыңдың ни яҙғанын да белмәйһең. Мә, матбуғатыбыҙҙың ҡәҙерле уҙаманы! — Асып һалынған баҫманы әҙиптең алдына ышырҙы. «Башҡа төшкән кирбес» тигән фельетондың бер өлөшө ҡыҙыл ҡәләм менән уратылғайны:

«Ярай, атаҡлы профессор-тарихсыбыҙҙың эрудиция тәрәнлегенә ышанып таянайыҡ. Ошоғаса һис кем Бәндәбикә кәшәнәһе кирбестәренең есеменә һәм Һаҡмар — Эйек аралығында тоташ тауҙар хасил иткән ҡыҙыл балсыҡҡа сағыштырма анализ үткәрмәгәнлектән, быны кескәй етешһеҙлек иҫәпләп, ҡыҙыл кирбестәр, атаҡлы ғалим әйткәнсә, сит мәмләкәт уңғандары тарафынан алыҫ Амударъя һәм Сырдаръя аралығындағы хөрәсән балсығынан һуғып яндырылған да мәҙәниәтле дөйәләрҙең үркәстәрендә артмаҡлап ҡырағай Урал итәгенә килтерелгән, тип һанайыҡ. Профессор Хәкимуллиндың: «XI быуатҡаса Уралда ғөмүмән төркиҙәрҙең хатта еҫе-ҡоҫо ла булмаған, ә башҡорттар — бынан дүрт быуат элек кенә уҡмашҡан халыҡ» тигән мәшһүр концепцияһының мәғрүр фәнни бинаһы олғашып үҫһен өсөн, шул ғалимыбыҙ тирләп-бешеп әтмәләгән тәғлимәт кирбесен һиммәтле фән диуарына күтәреп һалышайыҡ. Ләкин шул саҡ ул бинанан көтмәгәндә Бәндәбикә ханым өйөнөң иҫкереп бөткән ҡыҙыл кирбесе нәфрәтле ҡубынып, концепция нуры яҡтыртҡан маһир баштың ҡаҡ түбәһенә «дыңҡ!» итеп килеп төшһә?! «Килмешәктәр түгел беҙ — беҙҙе ошондағы халыҡ урындағы ҡыҙыл балсыҡтан баҫып һуҡты!» — тип һөрәнләп ебәрһә? Кирбес шауҡымы төшкән ғалим мейеһен, моғайын, йәшен тиҙлегендә фекер осҡоно ярып үтер: «бөйөк тарихи концепция»ны төҙөгәндә бер бәләкәй генә нәмә күҙ уңынан ысҡындырылған — кирбестең өс үлсәме! Йәғни был кирбес-ҡартластың ябай арҡырыһы, буйы, бейеклеге нисәшәр иле тәшкил итә лә профессор таянырға яратҡан «алыҫ Афросиаб иле»ндәге һәм донъяның башҡа урындарындағы дәүер-дәүер ҡатламдарҙан археологтар соҡоп сығарған кирбестәрҙең шул уҡ үлсәмдәре ниндәй?.. Һөҙөмтәлә Бәндәбикә кирбесе — үҙенсәлекле бөтөнләй икенсе ҡалып — Ер менән Күк араһы икәненә инаныр ине халъгк. Йәғни мәҫәлән, тибеҙ, ете үлсәп бер киҫмәйенсәрәк «атаҡлы концепция» тыуҙырған мөхтәрәм профессорыбыҙҙың яҫы эшләпә шүрлегенә ана шулай шифалы ҡағылһа ярар ине лә ул Бәндәбикә кирбесе!..»

Мотал гәзитте этәрҙе:

-- Диләфрүз балдыҙымдың саялығы билдәле, әммә фельетон ише фельетон яҙғанын һис белмәгәйнем. Бында, минеңсә, Хәкимуллинға туҙынырға урын юҡ: Күк төбөнә сөйгән кирбесе емерә төшкән башына.

-- Шулай ҙа ҙур ғалим, ул.

-- Бәләкәс кенә диктатор. Һәр тарихи тәғлимәтте үҙенең серек концепцияһына һалып үлсәй.

-- Ярай, ул турала ҡуйыртмайыраҡ торайыҡ. Әгәр ул диктатор икән, башҡа аҡыллы баштар булһын революционер. Фәндә бер кемдең дә зиһене бығауланмаған, ауыҙына келәп һалынмаған.

-- Уныһы шулай ҙа бит, ләкин... революционер булыу өсөн дә тәүшарт кәрәк. Бына минең бер туған кейәүем, үҙеңә мәғлүм Йәүҙәт Ҡондоҙбаев, мәҫәлән, тап шул юҫыҡлы диссертацияһын Хәкимуллин етәкләгән ғилми советтан үткәрә алмай аҙаплана. Дәрте бар ҙа, дарманы юҡ.

-- Ә һин нимә ҡарайһың, бир дарман! — Бүлмә хужаһы, моғайын, уйынға һабыштырырға самаланы, әммә әҙип-ҡорҙашы етди ҡалды:

-- Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй, тигәндәр.

-- Бына һиңә бер туған ҡайнаға! — Үҙ уйҙарына күмелгән Димустандың боҙҙай һалҡын күҙҙәрендә, тап йәш студент саҡтарындағылай, ҡапыл ғына зәһәр сәм ҡуҙыраны. — Һин үҙең бит фигура — ҡырмыҫҡа иләүен таяҡ тығып болғатырлыҡ. Ҡуҙғалт йәмәғәт фекерен! Ҡарттар әйтмешләй, ғәҙеллекте юллап ниңә сың ормайһың, ер һелкетеп сыңылдатмайһың?

-- Һе! Каждый сверчок да знай свой шесток, тигән урыҫ туғандар. Әле генә һандуғастай һайрайһың да бит, яңы һепертке ҡайһылай һеперер икән, тип шөрләйһең

-- Ә үҙең, ҡойроҡто бот араһына ҡыҫып, ҡыуаҡ аҫтына боҫорға уйлайһыңмы?

-- Мин тарихсы түгел — яҙыусы, беләһең.

-- Ысын яҙыусы — бер үк ваҡытта тарихсы ла, филолог та, этнограф та, ҡыҫҡаһы, үҙенә күрә энциклопедист ғалим булырға тейеш түгелме ни? Әллә яңылышаммы?

-- Ҡәҙерле дуҫ, юрғаныма ҡарап аяҡ һуҙамын. Бөйөк энциклопедистар дәүере тарихта ҡалды. Махсуслашыу, махсуслашыу һәм тағы ла махсуслашыу! Шулай талап итә беҙҙән замана!

Секретарҙың ултырғысы шығырланы — арҡаһын ныҡҡа терәп, кирелеберәк алды:

-- Модалы һүҙ фәстерәһең! Инде килеп ФТР26-ға ла һылтанһаң...

-- Эйе, хәҙер ФТР заманы — хатта тарихсылар ҙа көллө тарихты иңләй алмай. Физиктар, химиктар, математиктар тураһында әйтеп тә тормайым. Һәр белгес үҙенең тар ғына бер секторында соҡсона ла бары шуның өсөн генә яуап бирә, ти минең Йәүҙәт-кейәү.

-- Бына-бына, — Бикләмешев һуҡ бармағын башы өҫтөнә һөңгөләндертеп сөйҙө, — «шуның өсөн генә яуап бирә» шул! Бына һеҙ – яҙыусылар ҙа шулай: обкомға ла хөкүмәткә япһара. Яуаплылыҡты күберәк тә киңерәк йөкмәүҙән ҡасыу ысулы түгелме был?..

-- Һе, ырғып ҡара кендегеңдән юғарыраҡ...

-- Шуға күрә лә Хәкимуллиндар ҡаршылыҡҡа осрамай – үҙен акула итеп тоя.— Уйланды. — Атайҙар һабағын онотоп барабыҙ, әшнә: улар бер ҙә киңерәк тә тәрәнерәк алдырыуҙан, ауырыраҡ күтәреүҙән ҡурҡмаған...

-- Күтәрер инек тә ул, башҡа һуғып сүктертмәһәгеҙ...

Тик секретарь быныһын да ишетмәгәнгә һалышты:

-- Хәтерләйек саф ленинсы Шәһит Хоҙайбирҙинды... Ал үҙеңдең ғәзиз атайыңды -- мөхтәрәм Булаттимер Ташбулат улы Шаһибәрәковты! Йәш республикабыҙҙағы иң күренекле химик-инженер, химия промышленносын ойоштороусы — биш йыллыҡтарҙың төҙөлөш ҡаҙандарында көнө-төнө ҡайнаусы. Ләкин бер ҙә «был минең эш түгел» тип янтаймаған — заманаһының әҙәбиәт, тел, тарих фәндәре усағында ла большевиктарса янған. Беләһеңме бөгөнгө мәшһүр тарихсы-филологыбыҙ профессор Йәмил Ҡотлой улы Ҡотлоевты ла, иҫке башҡорт телен өйрәнеү өлкәһендә уның менән ең һыҙғанып алышҡан етди белгес Таһир Ғөләм улы Баҡишевты ла атайың нисек ижадҡа дәртләндертеп, шул уҡ ваҡытта ниндәй дыуамаллыҡтарҙан, бәлә-ҡазаларҙан аралап ҡалғанын? Әйткәндәй, һинең ише киң ҡоласлы яҙыусыға роман өсөн үҙе бер ҡыҙыҡлы тема был һәм ул хаҡта партархивта бик күп мәғлүмәттәр бар — иренмәй генә ултырып соҡсон әле...

Аҡыл өйрәтеүгә әүерелә барған монологтан биҙә башлаған әҙип үҙенең бында килеү маҡсатын иҫкәртергә теләне:

—Минең һуңғы һәм төп роман...

Бүлмә хужаһы ишетмәгәндәй бүлдерҙе:

—...Бының менән нимә тимәксемен? Киңерәк ҡоласлы булған ул беҙҙең атайҙар, куҙҙәре дүрт офоҡто ла иңләгән!

— Ә һөҙөмтәһе?.. —Мотал түҙемһеҙләнде. — Улар иңләгән проблемалар ошоғаса хәл ителмәй ҡала бирә: атай нигеҙләгән Иҫке химия заводының мөрйәләренән саф зәңгәр Күккә һаман ағыулы төтөн бөркөлә, көмөш һыулы Ағиҙелгә ҡара ыу ағыла, ә атай дуҫтары сәкәләшкән тарих һәм тел белеме өлкәләрендә шул уҡ айпалашыу бара...

-- Шул уҡ түгел. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәр бит.

-- Заман заңы ла фәхишәгә әүерелде: оло түрә креслоһында кем ултырыуға ҡарап үҙгәрә...

Ҡыҙыл Башҡорт, шикләнеп, берсә -- Моталға, берсә ишеккә йылт-йылт күҙ һалды ла түшәмгә -- өҫтә тап оло түрә ултырған тәңгәлгә бармаҡ төртөп, тауышын аҡрынайтты:

-- Көфөр һүҙҙәреңде әйтмәнең, ә мин ишетмәнем.

Берауыҡ тындылар, күңелһеҙ уйландылар.

-- Тимәк, ауыҙ асырға ла ярамай? – тине әҙип.

—Тимәк, һинең менән минең елек шыйыҡланған, сөнки атайҙар өлгөрмәгәнде беҙ еренә еткереп өлгөртмәнек... Башланған эш яртылаш килеш ҡалды.

-- Йәғни?

-- Йәғни, үҙеңә мәғлүм: заманында Ҡотлоев һәм Баҡишевтың ҡара-ҡаршы алышының төп асылын тәшкил иткән автохтонлыҡ һәм мигрантлыҡ теориялары...

-- Ҡотлоевҡа Баҡишевты тар-мар ҡылырға обком үҙе ярҙам иткән дәбаһа, хатта Ҡотлоев шуның өсөн Ленин ордены алған!

... Шулай ҙа булһын, ти... Ләкин яңы заман өсөн дә Ленин ордены бар бит.

-- Заман башҡа – заң башҡа, тимәксеһең?

-- Эйе... Ҡотлоев уҙаман тарафынан тар-мар ҡылынған Баҡишев ғилми мәктәбе күҙ алдыбыҙҙа ирәбеләнеп терелә — яңы быуын ғалимдары аңында.

-- Ҡондоҙбаев-ҡәйнешемде әйтәһеңме?

-- Ул да, башҡаһы ла... Әллә ҡасан туҡталды, ҡыйралды тигән тирмән ташы уның һайын ҡеүәтләнеп әйләнә... Ә һин, күренекле яҙыусы, ниңә тормош ҡуйҡымына кермәйһең, шуларҙы ярып һалмайһың? «Моя хата с краю» тип, кемдер әйтмешләй, «рапс-вика-кукуруза серияһы»нан бүртек томдар ыратып, ҡыуаҡ төбөндә боҫоп ятаһың...

Мотал йәберһенмәне:

—Ярай, әйттем дә бөттөм, тигәндәй... Минең «рапс-вика-кукуруза серияһы»н заманында, хәҙер ауыл хужалығы темаһына көн ҡаҙағына һуҡҡан әҫәрҙәр кәрәк, тип, үҙегеҙ – обком йәһәтләткәйне, урыҫсаға тәржемәләтеп, ВЦСПС27 премияһын да бирҙерткәйне бит... Ә Ҡотлоев – Баҡишев темаһына килгәндә, бутҡаны кем күрәләтә күмһеткән — үҙе һоҫоп ашаһын. Һин әйткән ул ҡыуаҡ төбөндә минең үҙ эш ыҫтаным — яҙыу өҫтәлем бар, эйе. Хәкимуллин да, Ҡондоҙбаев та минең өсөн роман яҙып бирмәҫ.

Секретарҙың иҫенә төштө:

-- Әйткәндәй, ни хәлдә әле һинең шул атаҡлы роман — бөтәме, юҡмы инде, ниһәйәт!? «Эшсе ғәли йәнәптәре», тим?

-- Ниһәйәт, бөттө... -- Әҙип тәрән көрһөндө.

-- Журналға тапшырҙыңмы, әллә тура нәшриәткә?

-- Аллаға тапшырҙым мин уны, арҡыры сатраш тартып. Етте, үҙемсә яҙырға ваҡыт.

-- Бәй, быға тиклем кемсә яҙҙың һуң?

-- Һеҙҙеңсә, партия ҡушҡанса, әлбиттә. Шуға күрә лә «рапс-вика-кукуруза» трилогияһын тыуҙырҙым, шунан һуң хатта пенталогия яҙырға дәртләндерҙегеҙ... Инде мин...

Телмәр тоторға сәме ҡомарған бүлмә хужаһы был юлы ла ҡорҙашының фекерен үҫтертергә, бөгөн генә ижадының күк ҡабағы асылыуын — иң һуңғы тип һанаған төп романының концепцияһы яралып, иҫ киткес мөһим проблемаға күсәрләнеүен ауыҙ тултырып әйтергә форсат бирмәне:

-- Маладис, ҡотлайым! Тимәк, һинең, ниһәйәт, һөрһөп бөткән темаларҙан арынып, тере тормош ҡаҙанында ҡайнарға, көнөбөҙҙөң иң-иң киҫкен проблемаларына сумылырға форсатың киң.

-- Форсатыбыҙ киң дә бит, ғүмеркәйҙәр бик тар шул...

-- Эшең менән киңәйтә бел тарлыҡты. Әле әйткән тирмән таштары һөйәк онтап әйләнһен, ҡойон ҡуйыра бирһен, тимәйһеңдер бит? Кейәүкәйең, балдыҙҡайың...

-- Һәр хәлдә, ике ҡойон өйөрмәһе ҡара-ҡаршы бәрелешкәндә араларында онталыу теләгем юҡ. Хатта һылыу балдыҙҡайҙы, йәки кейәү-балаҡайҙы ҡаплап ҡалыу өсөн дә... Бының мәғәнәһеҙлеген шул уҡ атайҙар тәжрибәһе иҫбатлай.

-- Тимәк, һәр кем үҙенең мөйөшөнә ышыҡлана -- ҡалған мөйөштәрҙә нимә булғанын күрмәйем дә, белмәйем дә: миңә тимәгәйе, ут ҡапһын, янып юҡҡа сыҡһын өйҙөң һинән башҡа яҡтары?..

-- Шуны булдыртмаҫ өсөн өйҙөң түбәһе бар, түбә сарҙағында бейек креслола бөтәһен күреп, етәкләп ултырыусыларыбыҙ — һеҙ бар.

-- Ғәфү ит, дуҫҡайым, торған һайын оҡшамай бараһың миңә. — Бүлмә хужаһы алдындағы ҡағыҙҙар өйөмөн ҡыштырҙатты. — Шайтан төкөрҙөмө әллә телеңә?

-- Ә һин үҙең әллә миңә оҡшайһың тип уйлайһыңмы? — Мотал да үҙ сиратында, яйы тура килгән һайын ҡолағына һөйөклө ҡатыны туҡығандай, «үҙ һүҙле, үгеҙ күҙле» бүгәйҙәй һөҙөп ҡараны. — Ниңә, ауырыу баштан алып, ауырымаған башҡа ауҙармаҡсыһың? Улай бик йәнең көйгәс, ниңә ғалимдарҙың үҙҙәрен ҡыҙыу табала бейетмәйһең?

—Әл-лә-лә! — Бикләмешев, ултырғысының арҡаһына салҡайып, яһалма кинәнеп көлдө. — Вәт, әй! Ниңә улай сығынсы аттай сапсынаһың, ҡойошҡаның аҫтына... теге нәмәкәй ҡыҫылдымы әллә, тигәндәй, ха-ха-ха! — Ҡулъяулығы менән күҙҙәрен һөртөп, йәһәт етди төҫ алды. — Ғәфү ит, туған, ҡайһы бер мәсьәләләрҙә һин минең өсөн, бәлки, академиктарҙан да мөһимерәктер: иҫке дуҫ, ҡорҙаш, уткер ҡәләмле публицист — ни тиһәм дә һүҙем үтә. Өҫтәүенә, ярып һалғыс тура һүҙле Булаттимер Ташбулатовичтың улы ла. Һине күрһәм, беләһеңме, шайтан алғыр Манара, — студент саҡтың ләҡәбен иҫкә алды, — мин бит уны, атайыңды, күҙ алдыма килтерәм — архивтағы документтар аша ғына белгән кешем тере булып алдыма килә лә баҫа! Һәм уның үҙе менән кәңәшләшкәндәймен! Беләһеңме, дуҫҡайым, атайың ҡайһындай шәхес? Юҡ, белмәйһең! Мин һиңә әйтәйем, партия өлкә комитетының даими ағзаһы булған ул; беҙҙең кеүек ҡурҡып-нитеп тормайынса, бөтә киҫкен мәсьәләләр буйынса ла ҡыйыу фекерен үткәргән. Уның сығыштарынан мин нисек эшләргә өйрәнәм — большевиклыҡ һабағы алам. Дөрөҫөн генә әйткәндә, һине лә мин шанлы атайыңдай ҡайнап-ташып торған ирәбе, киң ҡоласлы эшмәкәр итеп күрергә теләр инем... Ә һин... мин тарихсы түгел, тиһең...

Туплап килгән мөҡәддәс фекеренә юл аса алмай тамам йөҙәгән әҙип, интегеп, ике ҡулын әмәлһеҙ йәйеп әйтте:

-- Эйе, мин тарихи темаларға яҙмайым.

-- Ләкин халыҡты, йәш быуынды тарих менән тәрбиәләүҙең мөһимлеген беләһеңме?

-- Беләм. Тик уның өсөн үҙенең ҡәләмдәре — ылғый тарихи темаларға яҙыусылар етерлек. Ҡабатлап әйтәм: мин — башкөлләйгә бөгөнгөлә ҡайнаусы!

— Туҡта-туҡта! — Бикләмешев тырпай бармаҡлы ерән-йөнтәҫ ҡулын һауала болғаҡланы. — Бөгөнгөнө һәм киләсәк-перспективаны дөрөҫ һынландырыу өсөн, беләһеңме, Горький нимә кәрәк тигән? Иң кәмендә ике мең йыллыҡ ретроспективаны артыңда тотоу мотлаҡ! Башкөлләй бөгөнгө юҡ ул, булмаҫ та: бөгөнгөнөң дә һауаһына үтәнән-үтә тарих дарыһы һеңешкән: урамға сығып шырпы һыҙ — гөлтләп тоҡаныр һымаҡ. Ә һин, дуҫҡайым, күрмәйем дә, белмәйем дә, тимәккә бармаҡсыһың?.. Яҙыусы тиклем яҙыусының шундай тайғаҡ позицияла тороуы шомландыра, ғәфү ит.

Һуңғы баһанан әҙиптең һыртарҡаһы ҡабарҙы («Булаттимер шауҡымы»!), мейеһендә сәғәт һуҡҡандай дыңғылданы, шулай ҙа тышҡа сығармаҫҡа тырышты:

-- Һин, хөрмәтле етәксе иптәш, артығыраҡ ысҡындырҙың түгелме? Ниндәй тайғаҡ позиция?

-- Тыныслан, бер һиндә генә түгел. Әгәр шунан ғына еңеллек тапһаң, йәшермәй әйтә алам: бөгөн ул беҙҙең барыбыҙға ла шойҡан-касафатын һала. Бик тә белгең килһә, сер итеп кенә сисәйем: мин үҙем дә ҡайсаҡ табан аҫтарымда тап ана шул тайғаҡлыҡты тойоп яфаланам: башҡа берәү йөкмәп алыр әле йөктө, йәнәһе — ниңә ауыр күтәреп биртенергә?.. Рәхәт тә, йәтеш тә фәлсәфә... Ҡара ҡырғын-үләт кеүек, һиҙҙертмәй генә табандан үтеп инеп, намыҫтарын ҡаҡшата ул бәғзеләрҙең. Кешенән бәндә яһай.

-- Шуны яңы күрҙеңме? Бәндәғолдар булып бөткәнебеҙгә биш былтыр инде!

-- Шуны яҡшы белгәнгә лә әсенәм... Ғибрәт өсөн бер генә миҫал килтерәйем: күргәнең барҙыр урамда тротуар уртаһында кеше йығылып ятҡанын? Ашығыс ярҙам кәрәктер уға, бәлки, ғүмерен һаҡлап ҡалырға. Ул ята, ә бәндәғолдар, һарык көтөүе һымаҡ, тыпыр-тыпыр ике яғынан ағылып ҡына тора. Һис кемдең ҡатнашы юҡ. Сөнки үрелеп ҡул биреү — бер кемдең дә вазифаһына кермәй. Тимәк, яуап та бирмәй. Бер генә көс, ғәли йәнәп, даулай алыр ине унан яуапты — Намыҫ, әммә уныһын әлеге үләт ҡаҡшатҡан... Хәтерләйһеңме, дуҫҡайым, үҙебеҙҙең студент саҡтағы атаҡлы Һаҙ биҫтәһен? — Мотал терт-итеп ҡалды, арҡаһы буйлап һалҡын тараҡан йүгерҙе — нисек хәтерләмәҫкә?!. Был ғына аҙ, тигәндәй, Бикләмешев өҫтәкләне: — Шул Һаҙ биҫтәһе ҡаршыһында һыуға батып барғаныбыҙҙа ишкәктәрен йөкмәп ҡасҡан бәндәне? — Мотал маңлайына ҡалҡҡан һалҡын тирҙе усы менән һыпырҙы. Бикләмешев йәһәт уның күҙҙәренә бағып алды: — Ә минең ул хәтерҙә, хәтерҙә — нисәмә йылдар уҙһа ла... Һаҙ биҫтәһен асфальт ҡапланы хәҙер. Йорттары ла күккә олғашып ҡалҡынды: туғыҙ ҙа ун алты ҡат, егерме дүрт ҡат... Кешеләре техникум, вуз танытмалары алды. Хәҙер инде был әҙәмдәр, замандаштар, күреүебеҙсә, Һаҙ биҫтәһе яманатын иҫкә лә төшөрөрлөк түгел. Үҙ-үҙҙәрен тотош та, кейем дә, фиғыл да, һөйләш тә — тап юғары культура ҡалыбында. Әммә ҡарыйҙың ҡара һаҡалы ҡайҙа ла ҡалмай, тигәндәй, Һаҙ биҫтәһе шойҡанын елләтеп ташлап булмай бәғзе бер аңдарҙан һаман... Бына һин, яҙыусы, шул турала уйланып ҡарағаның бармы?

-- Уйламаһам да беләм.

-- Һаҙ биҫтәһе мөхите бит саф тәбиғәтле тормошобоҙҙа, күҙгә төшкән дегәнәктәй, өҙлөкһөҙ ҡырып тора... Әйтәйек, әҙәмдәр бер-береһенә иғтибарһыҙыраҡ, үҙҙәренә иғтибарлыраҡ була барһа, бел дә тор: Һаҙ биҫтәһе мөхите! Кемдеңдер күҙендә кеше баһаһы түбәнәйһә, шул уҡ ваҡытта шул уҡ миҡдарҙа алтын хаҡы күтәрелһә, тимәк, алдыбыҙҙа Һаҙ биҫтәһе бәндәһе. Ундай бәндә намыҫын да алтынға алмаштырыр... Алтын әйбер магазины алдында, хас та һуғыш ваҡытында карточкаға дүрт йөҙ грамм ҡара икмәк көткәндәй, ҡырҡ градуслы һыуыҡтарҙа ҡырҡ градуслы «йәшел йылан» менән тәнен йылытып, ҡара төндән шыҡырлап сират торор. Ҡала магазиндарының, тауар базаларының артҡы ишек арттарында шул бәндәләр уралыр, салғый аҫтынан юллап, «һин — миңә, мин — һиңә» ҡағиҙәһендәге ҡара баҙарын ҡорор. Тик ул артҡы ишек менән генә сикләнһә икән – парадныйҙарыңдан ғорур атлап инә, түргә менеп ултыра!.. Ундайҙарҙың аңында хатта донъяның мөғжизәһе — кеше ғүмере лә һары шайтан-металдың һалҡын балҡышы алдында тоноғайып, кесерәйеп ҡалғандай... — Бикләмешев, ике усында уйнаҡлаған киң тирәсле күҙлек быялаларын ҡулъяулығы менән оҙаҡ таҙартып, уйланыңҡырап алды. — Ләкип баяғы урамда йығылып ятыусы менән генә осланһа икән был ҡойто хөсөт! Донъяның уғата хәтәрерәк яҡтары — намыҫы ҡауыҡланған буш йәндәрҙең юғарыға, хужалыҡтың идара итеү урындарына үрләүе бар бит әле, әлеге лә баяғы шул «һин — миңә, мин — һиңә» юлы менән...

-- Теңкәгә тейгәне шул.

-- Алайыҡ үҙеңә яҡшы таныш өлкәне — әҙәбиәтте. Үҙ эшенең ысын маһирҙары менән бер ҡатарҙан, классиктар дәрәжәһенә күтәреп йөрөтөлгән ҡыуыҡ абруй — ҡағыҙҙан ҡабартып яһалған бәғзе бер арыҫландарыбыҙ юҡмы ни?!.

Мотал йәнләнеп ҡыбырланы:

-- Үҙе ҡултыҡлап йөрөткән Мәрүәнде әйтәһеңме?

Тегеһе был репликаны, әсеүташ ҡапҡандай сырайын һытып, ҡолағы һыртынан уҙҙырҙы:

-- ...Шуларҙың һыу менән тулған, баҫманан өҙлөкһөҙ тупырлап төшөп торған кирбес ҡалынлыҡ томдарын бер-бер артлы ыратып, былай ҙа мул макулатура даръяһын арттырмайбыҙмы ни?..

Мотал түҙә алманы:

-- Кем ғәйепле? Ни өсөн минең ҡолағыма туҡыйһың? Совет халыҡ шағирығыҙҙың, мәҫәлән, кибеттәрҙә саңланып ятҡан ике томлығының тиражын киҫкес-станокта макулатураға туратып, шул уҡ текстарын өс томлыҡ итеп сығарырға тотондоғоҙ түгелме ни, сөнки совет халыҡ шағирына өҙлөкһөҙ баҫылырға, гонорар алырға кәрәк...

-- ...Ул томдарҙың Ағиҙел һыуы тултырып ҡабартылғанлығын, иң яҡшы тигәндәребеҙ — урта ҡул, йәки икенсел нәмә икәндәрен күрә-белә тороп, кемебеҙҙең шул хаҡта бер ауыҙ асып әйткәне, бушҡыуыҡ арыҫландың кәперәйгән ҡағыҙ һынын төртөп йыртҡаны бар?.. Мәҫәлән, һин?!

-- Һе, әйтеп ултырам даһа!

-- ...Һәм шулай уҡ ғалим исемен йөрөткән ҡағыҙ фил академия филиалына оялап алһа, фәндәр буйынса фарман йөрөтә башлаһа?..

-- Йыһандар Илһамдар улы Хәкимуллин был!

-- ...Уның бушҡыуыҡ тәғлимәттәре юлбыуар йыланға -- «фәнни ҡанун»ға әйләнһә?..

-- Мәҫәлән, төрки телле башҡорттарҙың ҡырағай ҡамғаҡ-күскенселәр сифатында урта быуаттарҙа ғына Алтайҙан килеп юлығыуы, Уралдағы сал-боронғо ҡәберлектәрҙән соҡоп сығарылған һөлдәләрҙең барыһы ла иран телле булыуы...

-- ...Аҡты ҡара тип танып-хуплап йәшәүҙең йөрәк өсөн дә тыныс, ҡорһаҡ өсөн дә рәхәт, кеҫә өсөн дә төшөмлө икәнен яҡшы тойоп, ялғансыларға ялғанып, башҡаһында минең эшем юҡ, тип эш ҡылһа?..

-- Әйтәйек, «башҡорт белинскийы» тигән ҡағыҙ арыҫлан-профессор Ғаяс Хөсни...

-- ...Шулай итеп, тора-бара яҙмышыбыҙ ҡыуыҡ йәнлеләр ҡулына күсһә?..

-- Кем ғәйеле һуң быға? Әлеге лә баяғы шул Һаҙ биҫтәһе бәндәғоломы?

Ҡыҙыл башҡорт күҙлеген кейеп, Моталға тура ҡараны — быяла үтә күҙ һоролары ҙурайып, зәһәрләнеп, яндырғыс ҡуҙ киҫәктәреләй тызырайҙы:

— Үҙебеҙ ул бәндәғолдар, бөтәбеҙ ҙә бер сыбыҡтан ҡыуылған! Бына тайғаҡ позициялы һине генә алайыҡ...

-- Ниңә мине? Ниңә үҙеңде түгел? Һин бит ул юғары етәксе!

Бына-бына! «Нимә ҡарай милиция?!» тип һөрәнләйһең генә ҡалды!

Һәр хәлдә, юғарынан бойороп ултырыусы мин түгел.

-- Кем һуң һин?

-- Совет халыҡ шағирығыҙ әйтмешләй, «партияның рядовойы», ябай яҙыусы-публицист. Минең бурыс...

-- Ярай, алайһа үҙ бурысыңды иҫләтәйем. Теге көндә боҙ аҫтынан балыҡ ҡармаҡларға барғанда уйған мәкеңде оноттоңмо? Ниңә аҡбалыҡ урынына «ҡара шамбы» ҡарпыны, хатта мазутлы ҡойроғон битеңә сәпәне?! Ә, ҡәҙерле публицисым?!.

-- Бында минең публицислығымдың бер иле лә ҡыҫылышы юҡ.

-- Шулаймы? «Ағиҙелем — аҡ көмөш һыу» тип мәҙхиәләр йырларға беләһегеҙ, ә ниңә шул көмөш һыуҙы ҡаралаған ыу хаҡында яҙмайһығыҙ? Теге саҡта һыуға батып барғаныбыҙҙа ишкәктәрен йөкмәп ҡасҡан бәндәғоллоҡ түгелме был? «Атайың урынына ҡалған» Хөппөлгәрәй Шәңгәрәй улы Яубаҫаровтан ҡурҡтыңмы? Әллә уның да «үҙ кеше» -- бер туған бажаң икәнен хәтерләп шиңдеңме? Ниңә үткер ҡәләмеңде һөңгө итеп төртмәнең? Туған-тыумасалыҡ, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡмы?

«Ҡара шамбы»ны иҫкәртеү әҙиптең арҡа буйын яғымһыҙ сымырлатты, маңлайынан, ирен өҫтөнән бөрсөк-бөрсөк һалҡын тир бәреп сыҡты.

Яубаҫаров ише аждаһаларҙың айғолағынан матҡып алырға тейешле органдар бар. Һис юғында, — Мотал баш бармағын түшәмгә — беренсе секретарь ултырырға тейешле тәңгәлгә тоҫҡаны, — уны һеҙ эшләргә тейеш, эйе. Һуңлатмай һәм кисектермәй. Хөкөм һеҙҙең ҡулда бит.

-- Ә бына балдыҙҡайың... — Секретарь ҡыҙыл-йөнтәҫ һыртлы ҡулын баяғы ҡыҙыл ҡәләм осо уратҡан мәҡәлә өҫтөнә һалды.

-- Һинең дә балдыҙҡайың! – тине һарыуы ҡайнай башлаған Мотал.

-- ...Бына шул Диләфрүз Таңатарова тигән ҡыҙый, студент ҡына башы менән, ҡурҡып-өркөп тормаған, юғарылағы етәкселәрҙең ҡыбырлауын да көтмәгән — атаҡлы тарихсы-профессорҙың үҙенә — иң ауыртҡан еренә — дәү кирбес менән тондорған! Ҡартлас, ниңә тырпаяһың, әллә хаҡлы түгелме?

-- Ниңә хаҡлы булмаһын инде, хаҡлы! — тине Мотал.— Үҙемдең «тайғаҡ позициямда» тороп ҡына булһа ла, шөкөр, мин дә аҡты — ҡаранан, бойҙайҙы кәбәктән айырам. Хәкимуллиндарҙы ла асыҡ таныйым.

-- Таныу ғына етәме?

-- Етмәй шул. Хәкимуллиндар тәғлимәте биш былтыр иҫкерҙе инде. Әйтеүе имәнес: беҙҙең эраның ун беренсе быуатына тиклем Урал — Волга арауығында башҡорттарҙың ғына түгел, ғөмүмән, төркиҙәрҙең еҫе-ҡоҫо булмаған, ә башҡорт халҡы ни бары ун алтынсы быуаттың икенсе яртыһында ғына дала буйлап аҙып йөрөүсе туҙғаҡ күстәрҙән йыйылып уҡмашҡан булып сыға. Ә унынсы быуат башындағы Ибн-Фаҙландың, бишенсе быуат башҡа сит ил тарихсыларының шаһәҙәтнамәләрен ҡайҙа ҡуйырға? Үҙегеҙ фән докторы итеп етештерткән, башына тай типкән бер әһел кеүек, ул шаһәҙәтнамәләр — фантазия, ни бары әҙәби образ28, тип нарыҡларғамы? Бындай «ғилми» раҫлауҙарҙан уҡымышлы халыҡ ҡына түгел, тауыҡ та кеткелдәп көлә! Башҡорт тарихын ботарлаған «арыҫлан»дың — һеҙҙең һөйөклө Хәкимуллиндың! — оло табында кимереп ташланған һөйәктәрен йыйып алып сәйнәү менән шөғөлләнә тарихсы һәм филолог исемен йөрөтмөш сәүек-шакалдар... — Ҡатыраҡ ысҡындырып ташламаныммы икән, тигәндәй, тынып, серҙәшенә күҙ һирпене.

-- Дауам ит, дауам ит! — тине секретарь ғәмһеҙ тыныс тауыш менән, ә эсенән: «Ниһәйәт, һинең дә ҡалын тиреңде төртөп тиштек — уҡтың осо тере йәнеңә тейҙе!» — тип ҡәнәғәт һөҙөмтәләне.

-- Гөлтләп ҡабынырҙай тарих дарыһы һеңешкән урам хаҡында һәйбәт әйттең әйтеүен, тулыһынса килешәм. Ләкин тарих фәне менән шөғөлләнеүҙең урамдарға һарҡылыуы ифрат һағайта мине... Алайыҡ шул уҡ бер туған кейәүем Йәүҙәт Ҡондоҙбаевты... Әле генә һин минән, ниңә уның диссертация темаһын яҡлашмайһың, тип һораның. Әммә уның, эстрада артисының, эше инеме ни иҫке тарихҡа барып тығылыу, диссертация яҙыу?! Әллә артистарҙан башҡа кеше ҡалмағанмы ул өлкәлә?! Шул дыуамалға ғилми етәксе булырға ризалыҡ биргән профессор-аҡһаҡал Ҡотлоевты ла әйтер инем инде... Ярай, тема — шәп, актуаль икән, ти. Ниңә уны, тикшеренеүсене, шул уҡ тарих институтындағы ҡәбилиәтле кешеләр араһынан һайлап алмаҫҡа? Никахлы ҡатыны әйтмешләй, «ни боламыҡ, ни талҡан» булып буталып йөрөүе хәҙер... мәке өҫтөндә өйөрөлгән билдәле нәмәләй... Йәүҙәт кейәүҙе әйтәм. Юҡ, фән — фән көйөнсә ҡалырға, институт кабинеттарында профессионалдар тарафынан хәл ителергә тейеш, минеңсә. Әгәр ҙә шулай булһа, Йәүҙәт Ҡондоҙбаев кеүек, көллө донъяны иңләп алырға маташып, һөҙөмтәлә маңлайына күк оролар ғына арттырған «артыҡ бүрәнә баштары» ла аҙайыр ине. Емерелгән ғаиләләр кәмер ине.

Көлөмһөрәп тыңлаған Димустан тыныс ҡына киҫәтте:

— Ғәфү ит, үҙ-үҙеңә ҡаршы киләһең, буғай. Айныҡ аҡыллы олпат әҙип Шаһибәрәков түгел, ә бер туған һеңлеһенең ҡотҡоһона бирелгән ҡайнаға Шаһибәрәков һөйләне быны. Беренсенән, һин атаған Хәкимуллин да һәм башҡа бәғзе берәүҙәр ҙә беҙҙең өсөн һөйөклө лә, көйөклө лә түгел — барыһы бер. Тәүге сиратта һәр кем үҙенең эшләгән эшенә ҡарап баһалана. Икенсенән, халыҡтың тарихҡа иғтибары — тәрән тамырын юллауы ла аңлайышлы һәм тәбиғи: Совет хакимиәте уға юғары белем бирҙе, донъя мәҙәниәтенә еректерҙе — шул белем һәм культура уны үҙ-үҙен төбө-тамырынан танып белергә этәрә, белем үрҙәренең яңы артылыштарына үрләтә. Ә Бөйөк Октябрь революцияһына тиклем халыҡтың ни мөмкинлеге бар ине был тәңгәлдә?! Һин өнәмәгән уҙамандың һүҙендә лә күпмелер дөрөҫлөк бар: күпселек халыҡ массалары аңһыҙ ҡара наҙан булды, батша хөкүмәте, колонизаторҙар һәм үҙенең милли иҙеүселәре ябай-ялпыны алдап, уны тарих-тамырһыҙ, сал һәм бөйөк үткәнһеҙ бер диуана — меҫкен ғөләмә хәлендә күрһәтеп килде...

-- Ә баяғығыҙ әле лә шуны тылҡый бит!

-- ...Эксплуататорҙар синыфы өсөн был бик файҙалы ине — халыҡты «малай» урынына йомошҡа йүгертергә, уны теҙгендә тоторға...

-- Ә хәҙер?..

Ҡыҙыл башҡорт саҡ ҡына сигенә бирҙе:

— Әлбиттә, бер тәңгәлдә һин хаҡлы: халыҡты меҫкен, тамырһыҙ ҡылып раҫлауы ҡыйын түгел — бының өсөн дәлилдәр табыу еңел. Һәм берәү ҙә ауыҙға һуҡмай. Ә бына һин, шәп булһаң, шуның киреһен иҡрар итеп ҡара!..

-- Профессионал тарихсыларҙың эше!

-- Профессионалдар араһынан ҡыйыуҙар табылмаһа?.. Әгәр берәй көтөлмәгән Эдисон29 килеп сыҡһа? Һинең бер туған кейәүең дә, бәлки, тап шундай эдисондыр30! Эдисондар кәрәкмәй беҙгә, бар, кире эстрадаңа кит, тип юлын кәртәләргәме? Уның университет белемле булыуына ла төкөрөп?.. Улайһа кем таяҡ тығып болғатыр тонйораҡ һаҙҙы, таратыр торғонлоҡто?! Хәкимуллинмы? Беләһеңме, балдыҙҡайыңдың ана шул кескәй генә тәнҡит һүҙен сығарыу юлында ла күпме уҡ һәм һөңгөләр һындырылды?.. Доктор һынлы докторҙарҙың бер туҡтауһыҙ редакцияға, дәүләт һәм партия органдарына шылтыратыуы тиһеңме... Туған-тыумасаларҙан, таныш-тоноштарҙан әйттертеү тиһеңме... Хатта, нәүбәттәге ялын алып, Йоматау санаторийында хәл йыйып ятҡан редакторҙы һөйрәтеп ҡайтарғандар — гәзиттең шул сығасаҡ һанына ҡул ҡуйған урынбаҫарына ҡыҫым яһатыр өсөн. Аныһы материалды алып ташлауҙан баш тартҡас, ҡурҡышынан ҡойолоп төшкән Әбсәләмов — беләһең бит Мотиҡ Камиловичты! — хәле бөтөп ошонда килеп керҙе: редакцияла бунт — баш редакторҙың башын ашарға йыйыналар, йәнәһе. Гәзит өсөн был осраҡта һин түгел, ә һинең урыныңда ҡалған, ҡул ҡуйған иптәш яуап бирә, тигән һүҙҙе үҙ ауыҙымдан әйттертеп ишеткәс кенә, тынысланып сығып китте... Эш шуға барып етте: төнгө сәғәт ун икеләге, — Димустан мут күҙ ҡыҫты, хас та тиле студент саҡтары тиерһең, — үҙеңә билдәле иң-иң изге минуттарҙа Сәлимәкәйемдең ауыҙынан ҡолағыма өрҙөртмәһендәрме!..

-- Бына бит ул! Тура һүҙҙе әйтеүе ҡыйын беҙҙә...

-- Әйтелгәне алдыңда ята лаһа! Асыбыраҡ ҡара әле күҙеңде, ҡартлас! Бынан, бәлки, үҙеңә яраҡлы нәмәләр ҙә табырһың, тыуасаҡ романыңа, тим! Дөрөҫ, фельетон жанры тема өсөн уңышлы ла түгелдер — хиссиәткә күберәк урын ҡалдыра. Ләкин унда тос шытымлы бөртөк бар. Ысынлап та: фәндә ниңә бер кешенең генә фекере өҫтөнлек итергә тейеш әле? Ә башҡаларҙың ауыҙына һуғырғамы? Бында һинең менән килешәм, туған. Сәкән31 уйыны түгел был, көс ҡулланыу алымы менән мәрәйҙәрҙе йыйырға! Фәнни хәҡиҡәт — бөтәбеҙ өсөн дә бер һәм ул бер кемдең дә монополияһы түгел. Монополияға әйләнһә, бәйге ҡырын һаҙ баҫа, баяғы һаҙ «арыҫлан»дары һәм «шакал»дары ярала. Әйтәйек, алғыр ғалим мәсьәләгә үҙ мөһөрөн сәпәһә, ҡалғандары уны, уйлап-тикшереп тормай, һуҡыр рәүештә күтәреп алып табына ла ҡабатлай — ҡанунға әйләндерә. Ә кем белә, бәлки, алғыр яңылышҡандыр? Ул да әҙәм балаһы бит.

-- Бәндәләрҙән алла яһау заманаһы килде шул...

-- Балдыҙыбыҙ күтәргән шул проблеманы ғына алайыҡ. Мәҫәлән, шундай алғыр-археолог, илгә мәғлүм Бәндәбикә һөйәктәрен аҡтарып, кәшәнәнең ҡоролоу осорон һәм ҡороусыларын үҙенсә билдәләгәйне, «хәҡиҡәт»кә әйләнде. Хәҙер инде бөтәһе лә шул датаны ҡабатлай ҙа ҡабатлай — мосолманлыҡ осоро. Археолог быны, һис бер дәлил килтереп мәшәҡәтләнмәй, Бәндәбикә мосолманса ерләнгән, тип кенә нигеҙләмәксе. Ләкин тәнҡитсән тарихсы бының менән килешеп бөтмәйәсәк. Сөнки мәрхүмә төптө мосолманса түгел, ә бәлки, беҙҙең эраға тиклемге мәжүси бабаларса — «таш ҡумта»ға һалынған. Өҫтәүенә, әгәр ҙә ул, халыҡ хәтерендә тәрән эҙ ҡалдырған һәм үҙе тере сағында уҡ «Ил Инәһе» тип аталған бөйөк шәхес, ҡул һуҙымы урта быуаттарҙа ғына һәм мосолманса күмелһә, кәшәнәлә уның рухына, һис шикһеҙ, шул заманда киң таралған ғәрәп хәрефле яҙыу — ҡәбер ташы-эпитафия ишараты ла ҡуйылыр ине. Бәндәбикәгә ҡарағанда шаҡтай вағыраҡ шәхестәрҙең дә яҙыулы ҡәбер таштары бар!

Монологсыны бер аҙ хәүефкә һалып, яҙыусы ҡысҡырып көлдө:

—Һинең менән минең һымаҡтарҙың, тип әйтмәксеһең?

Бикләмешев, күҙен тултырып, ҡорҙашына ҡараны:

—Әйтеп тораһы ла түгел. – Фекерҙәре үҙенең ғүмер ағышына йүгерҙе. -- Их ғүмер-ғүмеркәйҙәр!.. Ҡайҙа убыла был ваҡыт, ҡайҙа ағыла йылдар?!

-- Әйтмә лә, ҡырҡтың ҡырлаһына ла артылдыҡ бит!.. -- Ҡан тамырына күптән кереп оялаған — ҡаны менән ҡуша ағылып йөрөгән осло энә сәнсте Моталдың йөрәген: «Ярай, һинең ғүмер дауамың -- бала-сағаларың бар! Ә миңә, миңә ҡайһылайыраҡ?!.»

-- Ә бит, — Бикләмешев гәзиткә күҙ һирпене, — Ил Инәһе Бәндәбикә менән Ил Ағаһы Ерәнсә-сәсән ҡырҡҡа ла етмәгәндер...

-- Уның ҡарауы эштәре һәм исемдәре ҡырҡ быуындарҙы уҙған.

-- Ҡартлас, суҡынып китмәгере! — Ҡыҙыл башҡорт хисләнеп дымланған тырпаҡ-ҡыҙыл керпектәре ҡыҫығынан төбәлде. — Иҫләйһеңме үҙеңде илертеп-тилерткән Бәндәбикәңде?! Ә!?.

Баяғы осло энә, әйтерһең, йөрәкте үтәләй тишеп сыҡты ла, меңәрләгән ваҡ ҡылсыҡтарға сәрпәкләнеп, күкрәк ситлеген пыр-туҙҙырып айҡалырға кереште.

—Хәтерләмәгән ҡайҙа ул...

Бүлмәгә секретарҙың кесе хеҙмәттәше — пропаганда бүлеге мөдире Урал Ҡылғанбай улы Аралйәнов килеп инеп, яңы йүнәлеш алырға торған әңгәмәне бүлдерҙе. «Уран Ҡылғанбаев» псевдонимы менән гәзит һәм журналдарға һәйбәт һүрәтләмәләр яҙа, етмәһә, сығышы менән Моталдың ата-бабаларының тыуған яғы — даланан, шуға күрә яҙыусыға яҡын таныш ине был нәҙек оҙон буйлы, ҡыуан ел өткән ҡырыҫыраҡ йөҙлө, аҙ һүҙле, янып торған ҡара күҙле, шоморт-ҡара сәстәрен, маңлайын ҡаплатып, аҫҡа ҡарай ҡырын һыпырған егет. Моталдың ҡулын ҡаты ҡыҫып күрешкәс, кабинет эйәһе алдына — үҙҙәренә генә мәғлүм эштер инде — яҙыулы ҡағыҙ һалды, шул арала яҙыусының хәл-әхүәлен һорашты:

-- Роман ни эшләй, Мотал Булаттимерович?

-- Ҡайһыныһын әйтәһең?

-- Ҡайһы, тип ни, һәммәбеҙ көткән төп романығыҙҙы инде — «Эшсе синыф ғәли йәнәптәре»н.

-- Һе... — «Төп роман» тип баҫымлыҡлау әҙиптең һушын һүрҙе — был идеология көрәшсеһе әллә упың эске уйҙарын да белеп торамы?! Хәйер, Мөхлисәһе, ярыҡ барабан, таратҡандыр был серҙе. — Ә улмы? Ул һәүетемсә бара... яҙыла... — тигән булды, әммә ни әйткәнен үҙе аңлаштырмай, зиһене тарҡалып, ҡағыҙға эйелгән секретарҙың ҡулында сағыу ялтырамыш алтын авторучкаға күҙе төштө лә, шуның ҡыҫтырғысы аҫтындағы ҡулдан сыйып яһалған тамғаны абайлағас, сәмләнеп, үҙенең түш кеҫәһен һәрмап ҡараны, ләкин ручка унда юҡ -- өйҙә тороп ҡалғандыр...

-- Оҙаҡ көттөрҙөгөҙ, ағай, тиҙерәк тамамлағыҙ инде, — тине дала егете.

-- Эйе, оҙаҡ... — Баяғы алтын авторучка яҙыусының һаман зиһенен һүрҙе. Ғәжәп: Моталдыҡы менән бер иш тә ҡуш – ҡайҙан эләктергән был?! Ә бит завод ысулы түгел, ә тап капиталистарса бөхтәлек менән берәмтекләп кенә сифатлы яһалған, салғый аҫтынан ғына таратылған зат, һанаулы ғына данала, тигәйнеләр. Тыуған көнөндә тантаналы тоттортоп, бындайҙы башҡа бер ҡайҙа ла тапмаҫһың, бер кемдә лә күрмәҫһең, тигәйне Мөхлисәһе. Ошонан һуң Мотал уйланып йөрөнө: тимәк, ысынлап та, социалистик планда ҡаралмаған затлы тауарҙы етештереүсе йәшерен урын, көстәр, белгестәр, оҫталар — йәшерен экономика бар булып сыға ҡалала?.. Асыҡ ҡына әйткәндә, закондан тыш яралған, нэп осорон хәтерләткән шом-шауҡым. Бәлки, ҡара мафиялыр ул, тормошобоҙ нигеҙҙәрен ҡаҡшатыусы ғилләлер? Мөхлисәһе лә ылыҡтымы шуларға?.. Һәр хәлдә, салғый аҫты тауарҙары социалистик сауҙаны аша атлап, зыялы зат Моталыбыҙҙың ҡуйын кеҫәһенә генә түгел, Оло йорттоң үҙенә лә килеп кергән, юл ярған булып сыға. Был ни хәл, ҡайҙа бара был донъя?! Балыҡ баштан сереүе — йәмғиәттең эстән ҡаҡшап тарҡалыуының башымы?..

Заводта эшләгән йәш сағында күп тонналы пресс ыҫтанының ултырған ерендә үҙ-үҙенән селпәрәмә килеүен күргәйне Мотал. Аҙаҡ белгестәр әйтте: ыҫтандың монолит ҡорос һынында ҡылдай ғына рыялы урын булған, ана шул рыя үҙенән-үҙе ҙурайып, корпус буйынса таралып, селпәрәмә килтергән...

Яҙыусы был шомланыуын сығармаҫҡа тырышты, затлы алтын ручканы ла күрмәмешкә һалышты, сөнки коммунист башы менән ошо йүнәлештә уйлауы ла хәтәр һәм дә әхләҡһеҙлек һымаҡ ине («бөтәбеҙ ҙә бер сыбыҡтан ҡыуылған»...). Әммә ихтыярынан тыш зиһене йәнә ҡаҡшап, ручканың ялтыр бутал ҡыҫтырғысы аҫтындағы күҙгә күренер-күренмәҫ сыйылған «Ҡойошҡан» тамғаһын абайланы ла көллө тәне эҫеле-һыуыҡлы булды: «Бәй, минеке менән бер иш кенә лә түгел, бер үк тамғалы ла бит был!..» Шуныһы ифрат сәйер: ҡатыны бүләк иткән яҙыу ҡорамалына ырыу тамғаһын Мотал үҙе сыймаҡлағайны, бала саҡтан ҡалған ғәҙәте буйынса. Димустан да ошоно уҡ эшләгән булып сығамы?.. Әгәр ҙә шулай икән, икеһенең дә тамғалары бер үкме?.. Әллә күҙенә яңылыш салынамы?.. Мотал кешеләрсә ихлас көйәләнеп сәмләнде — дуҫыныҡын һорап алып, үҙенекенә сағыштырғыһы килде...

Үкенескәме, әллә бәхеткә күрә, серле ҡәләм Димустандың ҡуйын кеҫәһенә сумды, резолюция һалынған ҡағыҙҙы Аралйәнов иптәш елдертеп алып сығып китте. Секретарь йәнә иғтибарын серҙәшенә төбәне:

— Эйе, ғүмеркәйҙәр ағыла ғына, малай... — Һиҙҙертмәй генә төймәгә баҫтымы әллә — ярым ҡыҫыҡ ишектән йылмайып һонолоусы гүзәл затҡа өндәште. — Һылыуҡай, ҡәҙерлем, сәй килтерегеҙ, зинһар.

-- Айн момент, Димустан Шиһапович!

Бүлмәне нескә хушбый еҫе ҡатыш сәй аңҡына32 ҡандырған егәрле зат артынса ишек ябылғас, үҙенә тейеш стаканды йәһәт ҡармап, баҡырсыбыҡ щетка һымаҡ емелдәгән ерән-ҡыҙыл ҡаштары аҫтынан күҙҙәрен секерәйтеп, боҫло сәйен көмөш ҡалаҡлап болғата-болғата һөйләнде. — Тот, әшнә, тот — эләккәндә ялмап ҡал. Һинең хәләл ефетеңдең фирменныйы түгел дә түгеллеген, их-ма!.. Мөхлисә ханымдың тылсымлы ҡулы ҡағылған ул эсемлекте уртлағанда бар донъяңды онотоп, баш тигәнең зыр-әйләнеп китер ине... — Ошоларҙы әйтте лә бүлмә хужаһы, ҡунаҡ ҡулында балғашыҡтың стаканға бәрелеп уҫал сиҡылдауын, Моталдың, йөҙө суйындай ҡарайып, түбән ҡарап ултырыуын абайлап хафаланды — әллә ҡасанғы Бәпембәне иҫенә төшөрөп үпкәләттем, буғай, һантыйҙы, тип үкенде, «Их был ҡорт саҡҡыр телде!» — тип эстән көйөндө. Юҡҡа үпкәләп барырға бала-саға йәшенән уҙғанбыҙ инде. Ошо булдымы дуҫлыҡ, әшнәлек?! Ә бит дуҫының ҡаршыһында тырнаҡ ҡараһындай ҙа ғәйебе юҡ. Дөрөҫ, теге йылда, ахмаҡ осраҡлыҡтың бәләһе булып, санаторийҙа Мөхлисә ханымдыҡы менән бер миҙгелгә тура килде ялдары — быға хатта үҙе лә, ханым да аптыраны. Дөрөҫ, кипарислы һуҡмаҡтарҙа һауа һулап бергә йөрөгән саҡтары ла булғандыр: күрәләтә яҡташыңды, ҡатыныңдың ике туған апаһын, сит ерҙәрҙә күрмәгәнгә һалышып ҡыланыу кемдең хәленән килһен? Их, һөҙөмтәһен алдан уҡ тоҫмаллаһасы!.. Сәлимәкәйе лә, тап ошо Мотал һымаҡ, ауыҙлығын тешләп, төтөнһөҙ ерҙән ут эҙләп маташты... Их-ма!.. Ҡатын-ҡыҙ бит утыҙ йәшкә тиклем һөжүм ҡайтара, утыҙҙан уҙғас үҙе һөжүмгә күсә, тигәндәре ошолор... Бына ниндәй ситен хәл: үҙеңдең гонаһһыҙ икәнеңде лә беләһең, әммә барыбер гонаһлы итеп тояһың...

Икеһе тиң албырғанды, осон-осҡа ялғау әмәлен таба алмағандай ыҙаланды — ауыр тынлыҡлы бүлмәлә икеһенең ғорполдатып сәй уртлауы ғына ишетелә ине. Телефоны ла шылтырамай, исмаһам! Өҙөлгән епте төйөнһөҙ генә тоташтырырға ниәтләп, ҡапыл өнө тығылыуын йәшерергә тырышып, Бикләмешев, һис ни булмағандай, дуҫтарса шаян-күтәренке өн алды:

— Эйе... Ул сәй иҫкә төшкән һайын, ауыҙҙан һыу ҡойолоп, һеҙгә барғы килеп тора — академик Павловтың шартлы рефлексына буйһондоролған бурҙай-эте тиерһең... Ләкин көн етмәй ҙә ҡуя. Килһәң — эш, ҡайтһаң — ҡатын, бала-саға, тигән йүләр бер йәндәй...

«Рәхәт һиңә — тулған Айҙай алсаҡ йөҙлө, Ҡояштай ҡайнар-йомарт ҡосаҡлы Сәлимәкәйең барҙа!» — тип һарыуы ҡайнаны быныһының. Һәм, йәшермәйек, шундай бәхеттән үҙенең мәхрүм ҡалыуына үкенеү, көллө тән күҙәнәктәренә яман ыуҙай һарҡылған көнләшеү тойҙо. Ҡыҙыл башҡорттоң Сәлимәкәйе теге саҡта ярһып-сәсәп Моталға йүгереп килгәс, дөрләп янған ут өҫтөнә май ҡояһы урынға, ниңә уны һүрелтеп маташты һуң? Икәүләшеп ябырылайыҡ, оятһыҙ ғишыҡ-ғишрәттәре өҫтөндә аңдып тотайыҡ, тип, ҡулына ике билет (самолетҡа) йомарлап, мәсхәрәле хәсрәтенә теләктәшлек өмөт итеп килгәйне бит ул бисара, Мөхлисәһенең яҡын ғына һеңлекәше. Икәү-ара алдан уҡ һүҙ ҡуйышып, путевкаларын бер үк ваҡытҡа, бер үк санаторийға тура килтереп алғандар — аҙғын бесәйҙәрҙәй мауығып яталар, тип тупаҫ һәм оятһыҙ ныҡыны көнсөллөктән аҡылын юйған бисә. Йөрәк төбөн ҡара бесәй тырнаһа ла, ауыҙына ҡан тулһа ла, Мотал тышҡа төкөрмәне:

-- Булмаҫ. Ышанмайым. Апағыҙҙың һөттәй паклығына иманым камил!

-- Ебек ауыҙ! Улайһа үҙем осам. Һәм «һөттәй пак» кәнтәйеңдең дегеткә батҡан ҡара йөрәген ҡайтарып һалам алдыңа!

Енләнеп сығып киткәс, хәтһеҙ шомланып ҡалды: бындайҙан көтөргә була! Бәлки, хаҡлылыр ҙа ул, ләкин ни ҡылмаҡ кәрәк?.. Моталдың былай ҙа ҡыл осонда торған сағы: нәшриәттә «Әҫәрҙәр»енең яҙмышы хәл ҡылына. Ә күҙе-башы аларған Сәлимәкәй санаторийҙан, ысынлап та, бөтә ҡаланы шаулатырлыҡ бәлә-ҡаза ҡуптарып ҡайтһа? Һәүетемсә генә барған ғаилә карабың ҡапыл өҫтө-аҫҡа килеп түңкәрелһә?.. Томдарыңдың пландан осоп төшөрөн, биш-алты йылға кисектерелерен көт тә тор. Ә был иһә яҙыусыға тереләй ҡәбергә кереү менән бер. Юҡ, янағыс ҡазаны Мотал тап шул сәғәттәрҙә, төбөнән үк сабып өҙөргә тейеш. Ләкин ни хәлдәр ҡылып?!

Сәлимәкәйҙе төңөлдертөү мөмкин булмағанлыҡтан, бер генә юлы ҡалды — ваҡиғалар теҙгенен ҡулға алыу. Һәм курортҡа ҡатыны исеменә бик ашығыс телеграмма һуғылды: «Ҡапыл ҡаты ауырыным, хәл насар, ҡайтып ет, көмөшкәйем»... Һәм иртәгәһенә үк, ял итеүен өҙөп, Мөхлисәһе осоп ҡайта, ҡаты сирләү урынына, тештәрен ҡаты ҡыҫып көтөп ултырған хәләл ефетенең күкрәгенә үкһеп ҡаплана... Бына донъяның мөғжизәһе: таштай ҡатҡан Мотал йөрәген балауыҙҙай иретергә уның бер генә тамсы йәше лә етте — ҡатынының ҙур асылған болан күҙҙәре шундай ҙа тәрән ҡайғы, миһырбанлыҡ менән баға: «Йәндәремде бүлеп бирәйемме икән һиңә, алтынҡайым?!»

Ә дыуамал Сәлимәкәй, ире янында сит тарафта аҙна-ун көндәй башы ҡатып ҡаңғырғас, ташҡан талағы шиңеп, ярһыуҙары баҫылып, һыуынып, Ҡыҙыл башҡорто менән һин дә мин ҡултыҡлашып, шып-шым ғына ҡайтып төшә лә ҡашығаяҡ шалтыратмайынса ғына әлегәсә көн итә...

—Туҡта-туҡта, ҡартлас, танауың ник һәленде? Дөрөҫөн әйткәндә, танымай башланым һине: бая ғына миңә, романым яҙылып бөттө, тип рапорт биргәйнең, әле килеп Аралйәновҡа башҡасараҡ һайраның. Ҡайһыһына ышанырға? Бөттөмө, бөтмәнеме?

«Һе! Иҫәүәнгә -- төштән һуң!..». Тап атаһы мәрхүмдәй (әсәһенең ләҡәбе), ҡырыҫ тамаҡ ҡырып яуапланы:

-- Бөттө. «Эшсе синыф ғәли йәнәптәре» тыумаҫы борон , үлде.

-- Бәй-бәй, быны нисек аңларға?

—Нисек бар — шулай. Бер төрлө уйлап, икенсе төрлө яҙыу, шамбылай шып-шыма әҫәрҙәр әтмәләү еләтте. Ҡытыршыланыр ваҡыт!

-- Бәй, ниндәй ҡытыршылыҡ? Социалистик реализм ҡанундарын танымай башланыңмы әллә?

Социалистик илдәрҙә йәшәүсе бөтә яҙыусыларҙың да теңкәһенә тейеп бөткән сетерекле йөмләне һөмһөҙ ҡиәфәттә ҡолағы һыртынан уҙҙырып, фекерен дауамланы:

-- Мин инде өр-яңы әҫәр ижад итеү өҫтөндә. Әйттем бит: һуңғы һәм төп романым...

Секретарь баш сайҡаны:

—«Төп» тигәнеңде ҡабул ҡылам, әммә «һуңғы» тип әйтергә тел бармай. Ниңә һуңғы?

-- Сөнки шунан һуң ҡул бармаҫ: үҙегеҙҙең социалистик реализм менән тамам төңөлдөрөрһегеҙ.

-- Аҡрын! Дуҫ тигәс тә, тыйылыбыраҡ һөйләшергә кәрәк! – Ишек яғына ымланы.

-- Күп тыйылдым инде. Ҡалын томдарымды яҙып тыйылдым. Аҡтығымда үҙ тауышым менән һайрап ҡарайым. Дуҫ булараҡ, әгәр ҙә ҡаршы килмәһәң...

-- Ниндәйерәк булыр икән ул һайрау? Ҡарға булып ҡарҡылдамаһаң ярай ҙа...

-- Ҡарҡылдаһам да – үҙ тауышым! Ҡалыптарға ҡыҫылып ҡалғыуҙар бөттө, минең үҙ концепциям.

-- Белергә ине ул шаҡ-ҡатырғыс «концепция»ны!

Яҙыусының маңлайы йыйырылды:

—Мин инде малай түгел — өлгөрҙөм. Һәр өлгөргән әҙип аңында үҙенсә донъя моделе — ғүмеренең берҙән-бер роман концепцияһы ярала. Мин нәҡ шул дәүеремде кисерәм шикелле.

-- Ғәфү ит мин белекһеҙҙе — ниндәйерәк ул модель?

-- Әлбиттә, юғарынан төшөрөлгән стандарт түгел.

-- Һем, тыңлап ҡарайыҡ алайһа, – сәғәтенә күҙ һалды. – Эш көнөмдөң сирек өлөшөн умырып урлаһаң да. Тик дилбегәңде ҡыҫҡараҡ тотһаң ине.

Ниһәйәт, уға ла форсат тейҙе!

— Ярай, тырышырмын. Бына уның умыртҡаһы: Ер шарында бөтә донъя һәм бөтәһен тигеҙлектә тотоп торған төп күсәр — рухосфера ул...

— Нимә-нимә?!

-- Рухосфера.

-- Ниндәй әкәмәт тағы?

-- Мин уйлап тапҡан нәмә түгел – академик Вернадский термины. Ә мин уны үҙемдекенә мас килтереп ҡулландым. Рухосфера ул планетаның биосфераһын – бөтә органик донъяны уратып алған күҙгә күренмәҫ ҡыртыш-ҡатлам — кешелек донъяһының рухи донъяһы. Һәм ул, рухосфера, яҙыласаҡ төп романымдың да үҙәк проблема-күсәре булып тора!

-- Ҡалайыраҡ күҙалларға?

-- Түңәрәкте хасил ҡылмыш өҙлөкһөҙ сылбыр итеп: шәхес рухы — халыҡ рухы — кешелек донъяһы рухы, бына уның өҙөлмәҫ ҡулсалары. Тап шуларҙың өсөһөнөң бер-береһенә үтеп инеп ялғанышы һәм тәьҫир көсө йәмғеһе бергә планетаның рухосфераһын тәшкил итә лә инде...

-- Өс таған, тимәксеһең?

-- Бер бөтөн. Өсөһө лә бер-береһенә тығыҙ бойондороҡло: теләгән береһенең төҙөклөгө ҡалған икеһенә ыңғай йоғонто яһай, ә теләгән береһенең боҙоҡлоғо ҡалған икеһенә кире тәьҫир ҡыла, ә глобаль дөйөм сифат үҙ сиратында айырым шәхестәр сифатынан уҡмаша. — Мотал, фәлсәфәһенең ағылышынан ләззәтләнеп, ҡәнәғәт тамаҡ ҡырҙы. — Бына шулай, уҙаман. Академик Вернадский биосфераны ноосферағаса материаллаштырып бирһә, ә мин кешелек донъяһының шул ике сфера араһындағы рухосфераһының структураһын астым!

-- Ай-буй, тимме, ниндәй философия! — Димустан маңлайын ышҡыны. — Был тубалға һеңдереүе лә ҡыйын — тарҡатыбыраҡ тылҡы!

-- Баш өҫтө, тәҡсир. Бөгөнгө ныҡ үҫешкән фән һәм техника заманында бөтә нәмә (Ер ҡыртышы, биосфера, рухосфера, атмосфера, стратосфера, хатта йыһан бушлығы) бөтәһе бергә рухосфера ярҙамында тығыҙ үрелеп тоташҡан — рухосфера бөтә сфераларҙы ла үтәнән-үтә үргән, бөтәһенең именлеге уға буйһондоролған. Ер ҡыртышының уңдырышлылығы йәки үлеүе, биосфера экологияһының именлеге йәки именһеҙлеге, атмосфераның сафлығы йәки ағыуланыуы, стратосфераның, йыһандың Ер һәм тормош файҙаһына эшләүе йәки һәләкәт килтереүе, тимәк, бөтәһе лә кешеләрҙең үҙҙәренә, уларҙың рухи донъяһының төҙөклөгөнә, йәғни кешелек донъяһының рухосфераһы таҙалығына бәйле. Рухосфера имгәнһә, кешелек донъяһы үҙ-үҙен һәм Ер шарын йә ағыулап, йә шартлатып юҡҡа сығарасаҡ. Шуның өсөн беҙ рухосфераны бысратыусы зыянлы фекер сығанаҡтарын (коллектив йәки айырым шәхес булыуы мөмкин) аныҡ билдәләй белергә лә уларҙы һауыҡтырыуға йәмғе көстө һала алырға тейеш. Рухосфера зәғифлеге, вируслы эпидемиялай, хатта ғаилә эсендә лә башланырға һәм артабан ғаләмдәргәсә йәйелергә, быуындан-быуынға күсергә лә ихтимал, әгәр ҙә ки үҙ ваҡытында сара күреп өлгөрөлмәһә. Халҡыбыҙҙың «Урал батыр» эпосында был Урал-бабаның Шүлгән-баба менән дәһшәтле ҡаршылығы рәүешендә асыҡ сағылған.

-- Әллә ҡайҙарҙан соҡоп сығарып табаһың бит, әй, шуларҙы! Ҡайҙан алып уҡырға – ташҡа баҫып сығарылғанмы ул эпос?

-- Мин уны ҡаса-боҫа, тигәндәй, архивтан алып уҡыным -- әлеге лә баяғы шул башы төрмәнән ҡайтмаған Буранғоловтың ҡулъяҙмалар фондынан.

-- Ниңә ташҡа баҫтыртыу сараһын күрмәйһең?

-- Үҙең әйтмешләй, ҡулым ҡыҫҡа. Мәрүән Карамиҙарығыҙ, Хәкимуллиндарығыҙ обкомға һәм Үҙәк Комитетҡа башҡорт милләтселеген фашлаусы шикәйәтнамәләр яуҙырып, Буранғоловтың башын төрмәлә сереткәндәй...

-- Күңелһеҙ үткәндәрҙе ниңә туҡтауһыҙ ҡабатларға – аҡланып ҡайтты бит инде Буранғоловығыҙ! – Ҡәнәғәтһеҙләнеп бүлдерҙе бүлмә хужаһы.

-- Ҡайтты ла ул, ләкин «Урал батыр» ҙа, башҡалары ла ҡаты бик аҫтында ҡала бирә, үҙеңә яҡшы мәғлүм.

-- Сабыр итә бирәйек,. – күн тышлы ҡалын дәфтәренә нимәлер яҙҙы, -- алары ла ҡайтарылыр.

-- Сабыр итә-итә сәстәр ағарҙы...

-- Сабырлыҡ төбө – саф алтын, тигән боронғолар. Ярай, аныһы тороп торһон. Ҡыҫҡаһы, һинең дөйөм концепцияға ҡаршы килмәйем, унда фәһем алырлыҡ урындар күп. Рухосфера проблемаң бик ҡыҙыҡлы. Мәгәр, минеңсә, һин үҙеңдең стратегик һөжүмеңдең төп йүнәлешен билдәләмәгәнһең. Шунһыҙ һинең рухосфера өсөн һуғышың карта өҫтөндә генә бөхтә башҡарылған, ә ғәмәлдә башланмаған хәрби уйын ғына булып ҡаласаҡ.

-- Минең төп йүнәлеш асыҡ: иң элгәре һәр бер шәхси рухосфераны бысраныуҙан һаҡлап ҡалыу өсөн аяуһыҙ алыш ул. Шәхес өсөн көрәш кәрәк тигән һүҙ.

-- Быныһы менән дә килешәм. Тик нисек итеп? Кемгә ҡаршы кем алышырға тейеш?

Яҙыусы, ултырғысын артҡараҡ шыуҙырып, тубығын тубыҡҡа һалды:

-- Бына, мәҫәлән, миңә ҡаршы — һин, һиңә ҡаршы — мин. Дөрөҫөрәге, бер-беребеҙҙең эсендәге боҙоҡлоҡтарға ҡаршы.

Юҡ инде, туғанҡайым, мине бәхәс шырлығында аҙаштырып ҡотолма. Әгәр белгең килһә, донъя яратылғандан — үҙең иҫкә төшөргән Урал батыр менән Шүлгән батыр заманынан уҡ әҙәм балалары бер-береһенә ҡаршы зыҡ-ҡубып көрәшә, караңғылыҡты — яҡтылыҡ, яманлыҡты яҡшылыҡ еңһен тип ҡырҡыша. Әммә яманлыҡ еңелгәне юҡ әле. Киреһенсә, үҫкәндән-үҫә генә кеүек... Бөгөн бөтә кешелек донъяһын (һинең йәмғе сфераларың менән ҡуша) күҙ асып-йомғансы бер юлы юҡ итерлек термойәҙрә ҡоралы етештерелгән...

Секретарҙың киҫәтеүендә ысынлап та хаҡлыҡ бар ине, буғай; шулай ҙа был Моталға оҡшаманы — тауышы ҡалтыраны:

-- Ә нисек аңларға быны?

-- Бөгөн кеше үҙ-үҙенә ҡаршы көрәшергә тейеш, бына нәмә! Заманы килеп етте! Шул сүрәттә генә дөйөм рухосфераң һаҡлана!

Тауҙай олпат концепция ҡороп та, шул яп-ябай һәм иң мөһим нәмәне уйлап еткермәүенә аптырап, уғата ҡыйырһынып, Мотал ҡаушабыраҡ ҡалды, сөнки зитына тейҙе. Өҫтәүенә, күпме күңел ғазаптары аша юлланылған асышына тейешле баһа ла бирелмәй...

-- Йә, обком ғәли йәнәптәре, буласаҡ романды нисегерәк нарыҡлайһың, алайһа? Әйт партия һүҙеңде!

-- Буласаҡ роман тыуһын әле, ҡулға тотоп ҡарайыҡ.

-- Ә шулай ҙа?

— Ә шулай ҙа... Һуңғы һүҙебеҙ ана ҡайҙан әйтелә, -- ҡыҙыл-йөнтәҫ баш бармағын түшәмгә тоҫҡаны йәнә. – Уға оҡшармы? Үҙең беләһең...

-- Уға оҡшамаҫлыҡ ниндәй сөй бар тағы?

-- Заманында оторо мыйыҡлы бабайыбыҙ Александр Фадеевтың «Йәш гвардия» романына ҡарата әйткәндәй, һиндә партия етәкселеге күренмәй, ғәфү ит.

Мотал, ҡайҙа ултырғанын онотоп, шыйылдатып һыҙғырҙы:

-- Әл-лә-лә, әттә генәһе! Ғәләм масштабындағы партия етәкселегеме? Ғәләмдәрҙең бойороусыһын – Хоҙайҙы ла алмаштырырға итәбеҙме?!

-- Тссс, шым! – Күҙҙәрен алартып, ирендәренә һуҡ бармағын арҡыры ҡуйҙы. – Дуҫлыҡтың да сиге бар, әгәр минең урында башҡа берәү булһа...

-- Ауыҙ ҙа асмаҫ инем.

-- Атайың бахырҙың асы яҙмышын иҫтә тот.

-- Бәй, утыҙ етенсе йыл киләме әллә, -- бүлмә хужаһы һымаҡ уҡ, бармағын түшәмгә тоҫҡаны Мотал, -- унда Жданов-ғазраил33 ултырамы?

-- Әгәр күңелең тартһа, Намыҫ ғәли йәнәптәре тип һана! – Тороп, әңгәмәнең осланыуын белдереп ҡул бирҙе, әйтерһең дә, Намыҫ ғәли йәнәптәре тап үҙе. – Биғәйбә. Романды бит, концепциянан да бигерәк, романтика бар итә, партиялалыҡ уны ауыҙлыҡлап тота.

-- Ауыҙлыҡтарҙы сәйнәп өҙөр ваҡыт!

-- Һаман телеңә һалышаһың! -- Бикләмешевтың аттай аран киреп иҫәннәүенән яҙыусының йөрәк ҡуҙы һүрелде, күңеле ныҡ рәнйене. Өҫтәлдәге гәзитен һыпырып алып торҙо. -- Бар, ҡайт, -- тип, бармағын ишек яғына тоҫҡаны Димустан. --Мөхлисәңде ҡосаҡлап ятып уйлан. Коммунист икәнеңде ныҡ иҫтә тотоп! -- Баш бармағын тағы түшәмгә мәғәнәле тоҫҡаны.

-- Тфү! Педерастар хужа икән был донъяға! -- Таҫыллылығын онотоп, елтерәп, Һылыуҡай менән хушлашмай ҙа сығып китте. Үтә күренеп тора: уңышһыҙ шиғыр яҙып маташҡан Ҡыҙыл башҡорт уның әҙәби отҡорлоғонан, асышынан көнләшә. Хәҙер бер кем дә бер кемдең, хатта яҡындарының да уңышына ҡыуанмай, ә зыялылар араһында уғата: «Ни өсөн был асыштың эйәһе — ул булырға тейеш әле, ә мин түгел?!.» Ҡунаҡ табыны йыйырға, ошондай ҙа отороно ҡунаҡҡа саҡырырға ҡызырыҡлай Мөхлисәһе... Әйтерһең, улар унан ғәфү үтенергә тейеш... ниндәй түбәнселек, хурлыҡ... Юҡ!»

Лифтта шыуып төшөп, кейенеп, милиционер янынан үтеп, тышҡа сыҡҡас артына әйләнеп ҡарап, Мотал көллө эс-бауырын ҡалтыратҡан тойғоһона бирелде:

—Тфү! — Күҙ алдына һаман, әйтерһең, һөңгөләнгән баш бармағын үргә һонмош Ҡыҙыл башҡорт һерәйеп тора. «Шөҡәтһеҙ! Намыҫ ғәли йәнәптәре, имеш!..» Күҙе тоноп, үҙ-үҙен белештермәй, бина алдындағы майҙанды арҡыры киҫеп атланы, мейеһендә береһенән-береһе буталсығыраҡ уйҙар ҡайнаны.

Яҙ еле ырғып-елә — көндөң йылы һулышын ул Ағиҙелдең аръяғында йәйрәп ятҡан тауҙарҙан, урмандарҙан бөркөлдөрә. Оло йорттоң мөһәбәт аҡ стеналарын йыуып, йөҙәрләгән тәҙрәләренең төндөктәренә34 урғылып, йәшлек көсөн ҡайҙа ҡуйырға, сарыф итергә белмәй, бина көмбәҙенең суҡайында тере йәндәй талпыныусы ал байраҡтың ҡанатын кирә. Битендә шул яҙ еленең ҡыштырлауын тойған хәлдә, Мотал оло майҙанды йылдам үтеп, ҡыҙыл гранит көпләгән яр ситендә туҡталды, яландай йәйрәгән йылға еҫтөнә баҡты. Бейек тә һуң был тәңгәлдә Ағиҙелдең сағылы! Күҙ күреме аҫта — сағыл итәгендә — Мөхлисәһе тырышып-тырмашып директорлыҡ иткән «Ярлауыҡ» йәштәр рестораны. Машинаға ултырмай ҙа, эскалаторға тәпәй баҫып төшөрлөк — тап Мәскәү метроһындағылай. Ҡатыны, моғайын, энэ еҫтөндәгеләй ыуаланып, уны көтә. Дөрөҫөрәге, обком секретарының үҙҙәренә ҡунаҡҡа килерен, шул турала ризалыҡ биреүен ишетергә өмөт итәлер. Сәсрәп кенә китмәгәйе был бөтмәҫ ҡунаҡтары!..

Ағиҙел күпере аҫтындағы боҙҙарҙы шартлатҡандар — бығауынан арынған һыу өҫкә ҡалҡынып аға, йылға уртаһынан оҙон ҡара шәре һуҙылған. Шуны күреү менән Мотал ытырғанып ҡалтыраны — Ҡыҙыл башҡорт күҙенә төртөп битәрләгән «ҡара шамбы»ны хәтерләне.

«Юҡ! — тип ҡырҡа ҡарарға килде яҙыусы, гранит ярҙан тороп Ағиҙел күпере аҫтындағы ҡаранға бер талай баҡҡас. — Яңылышаһың, дуҫ кеше! Үҙ-үҙең менән түгел, бер-беребеҙгә ҡаршы көрәшеп тә бөтмәгәнбеҙ әле беҙ. Бөтмәгәнбеҙ генә түгел, хатта башламағанбыҙ ҙа! Юғиһә, һөттәй аҡ иҙелдә «ҡара шамбы»лар ҡарпымаҫ ине. Иң элек шул көрәште көсәйтергә, шунан һуң да үҙ-үҙебеҙгә сират етер. Әшәкенең сығанағын кәртәләргә — «ҡара шамбы» ҡарпытыусының айғолағынан алырға! Быны мин башларға тейеш. Һәр хәлдә, был минең төп романымдың сюжеты өсөн зарур».

Иҙелгә ҡара ыу урғылтыусы Иҫке химия заводына барып етергә ҡыҙышып, машинаһының моторын гөрләтте Мотал.



Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   10   ...   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет