ӨС ТАҒАН ХАҠЫНДА ХИКӘЙӘТ
Борон-борон, бик борон замандарҙа булған, ти, был хәл. Бер диңгеҙҙең яр яҡаһында өстаған — Айыу, Ҡондоҙ һәм Дельфин йәшәгән, ти. Өсәүһе өс төбәктә, өс нәүбәттә торһа ла, өс төрлө тормош ҡорһа ла, өсөһө тиң бер һыу эсеп, бер һауанан тын ала, йәндәре гел бер тирәлә генә урала икән. Эштән талып, зәңгәр диңгеҙ ситендә ял итергә туҡтаһалар, күҙҙәре гел бер нөктәгә генә төбәлә имеш. Өсөһө тиң бер ыңғайҙан, шул нөктә яғына күрһәтеп: «Их, шунда етергә ине, шунда йәшәргә ине!» — тип, өсөһө бер ауаздан бер һүҙ ҡысҡырып ебәрәләр икән дә! Ә ул яҡта, зәңгәр диңгеҙ аръяғында, ҡыҙарып Ҡояш байый ҙа офоҡ ситендә алһыуланып һүрәтләнмеш гүзәлдәрҙән-гүзәл ил — Ҡояш иле булған, ти.
Бер көн шулай диңгеҙ ситендә хыялланып уйланғас, есөһөнөң дә башына бер юлы бер аҡыллы уй төшмәһенме:
— Туғандар, ниңә беҙгә, өсәүләшеп, бергә диңгеҙ кисмәҫкә, арғы ярға күпер һалып сыҡмаҫҡа, ҡояш иленә етмәҫкә?!
Шулай тигәндәр ҙә, ти, өсөһө тиң бер юлы ең һыҙғанып, эшкә лә керешкәндәр. Ҡондоҙ, үткер бысҡы тештәре менән кимереп, ағас йыға ла юна, Айыу бүрәнә түңәрләтә, Дельфин уларҙы һыуға тарта; һыуға төшкән бүрәнәне Ҡондоҙ килтереп еткерә, Дельфин, һыу төбөнә сумып, сыуай төптәрен турылап тотоп тора, ә Айыу йән көскә сыуай ҡаға икән. Бер һүҙ менән әйткәндә, өсөһө лә үҙ урынына мас килгән, биғәйни үҙ бурыстарын әсәнән үк белеп тыуған. Шулай берҙәм тырышып тир түгә торғас, диңгеҙ аша рәт-рәт сыуай ҡағылып, ҡояшлы арғы ярға ла яҡынлағандар, инде күпер өҫтөн түшәйһе генә, түшәм осон ярға тоташтыраһы ғына ҡалған, ә шунан һуң, йырлай-йырлай, күмәкләшеп тә берләшеп, диңгеҙ аша һалынған күперҙән Ҡояш иленә күсен дә күсен,әйҙә!
Башлаған эш — бөткән эш, тигәндәй, оҙаҡ уйлап тормағандар: күпер өҫтөн өсәүләшеп түшәй ҙә башлағандар. Эш тигәнең бик тә ҡыҙып, ырамлы ғына барғанда, ҡаршы ярҙар бына-бына тоташырға торғанда, әллә ҡайҙан ҡоторонҡо ел ҡубып, ишетелмәһенме зәһәр ағыулы тауыш:
—Хе-хе! Өсәүләшеп күпер һалабыҙ, тиһегеҙ инде, ике ярҙы тоташтырабыҙ, тиһегеҙ инде? Әммә ләкин иң мөһимен уйлап ҡаранығыҙмы? Күпер һалынып бөткәс, көллө кейектәр Ҡояш иленә күсенгәс, күпер һалыуҙың даны кемгә ҡалыр икән?..
Ҡондоҙ, Дельфин, Айыу тауыш килгән яҡҡа бер юлы әйләнеп ҡараған, тауыш биреүсенең кем икәнлеген таныған: үле балыҡ арҡаһын суҡып ултырыусы ала-ҡола Диңгез Ҡоҙғоно икән, ти, ул.
—Беҙ дан тураһында баш ватмайбыҙ, — тигәндәр өсөһө лә.
—Э, алдан ҡысҡырмай тороғоҙ! Һеҙ уйламайбыҙ тиһәгеҙ ҙә, күпер һалынып бөткәс, баш ватыусылар табылыр, иҫегеҙгә төшөрөр.
Был юлы ла өс дуҫ ҡара кискәсә, бик тырышып, бил яҙмай эшләгәндәр, берҙәм генә эшләһә лә, өйҙәренә өсөһө өс төрлө хәүеф-уй йөкмәп ҡайтҡандар, төнө буйы, йоҡлай алмай, уфтап-борһаланып ятҡандар.
Иртәгәһен, эштең иң ҡыҙган мәлендә генә, тағы әлеге Диңгеҙ Ҡоҙғононоң аҫтыртын ауазы ишетелмәһенме:
-- Был күперҙе һалыуын һалаһығыҙ ҙа ул, әммә данын нисек бүлешерһегеҙ?
-- Даны өсөбөҙгә лә! — тигәндәр хеҙмәттәштәр.
-- Э, алдан ҡысҡырмай тороғоҙ! Хәҙерҙән үк кейек-хайуандар араһында һүҙ бара: күпер һалынып бөтөү менән, өсөгөзҙөң ҡайһыһын иң беренсе күперсе тип танырға?
-- Беҙ күперҙе өсөбөҙ бергә һалдыҡ, өсөбөҙ бер тиң тирләп яндыҡ.
-- Э, бер тиң, тимәйҙәр шул әле. Кейек-хайуандар араһында һүҙ бара: ҡай берәүҙәр был күперҙе һалыуҙың иң мөһиме — төҙ бүрәнә әҙерләү, тиҙәр. Икенселәре — бүрәнәне сыуай итеп көсәнеп ҡағыу, тип ҡыйышалар. Өсөнсөләре — бүрәнәне сыуай итеп ҡаҡҡан саҡта һыу аҫтында төҙләп тотоп тороу, тип еңешәләр...
Был юлы эште көндәгенән шаҡтай иртә туғарып, өс төҙөүсе, уфтай-уфтай, баштары ҡатып ҡайтып киткән. Төнө буйы тыныслана алмай, алпан-толпан йөрөп сыҡҡандар.
Таң-иртәнән таныш тауыш ишетелгән:
-- Хе-хе! Ни эшләрһегеҙ икән инде: өсөгөҙҙөң береһе — һанланырға, икеһе һанланмаҫҡа дусар ителгән, тиҙәр.
-- Һанланһаҡ та, һанланмаһаҡ та, беҙ өсөбөҙ ҙә бергә! — тигәндәр төҙөүселәр.
-- Бергәлеген бергә лә ул, ғәйре төҫтәрегеҙ-тиреләрегеҙ башҡа шул. Һыуҙың йөҙөн көҙгө итеп бағып ҡарағыҙ әле: өсөгөҙҙөң өс төрлө тиреһенән өс башҡалыҡ шаҡырайып күренә!..
Был юлы Айыу, Ҡондоҙ, Дельфин, эшкә лә тотона алмай, яр башында шаҡырайып ултырып, өс төрлөлөк мәсьәләһен алға һөрөп тикшергәндәр, башҡалыҡты бөтөрөү өсөн баш вата башлағандар. Шулай итеп, бөтөнләй уйламаған ерҙән, Ҡояш иленә тырышып күпер һалыуҙы дауам итеү урынына, тире мәсьәләһе өҫкә ҡалҡып сыҡҡан, өсөһөн дә алйытҡан. Иртәнән кискә тиклем туҡтауһыҙ өсәүләп уйлаһалар ҙа, осона сыға алмай, ала-ҡола Диңгеҙ Ҡоҙғоно үле балыҡ арҡаһын суҡып ултырған яҡҡа күҙ атыр булғандар. Ә теге ошоно ғына зарығып көтә имеш.
Ала-ҡола Диңгеҙ Ҡоҙғоно төнө буйы йоҡламай йөрөп сыҡ-кан, өс төҙөүсенең өсөһөнөң дә сиратлап күңел ишеген ҡаҡҡан, ҡаса-боҫа ҡолағына бышылдаған.
Иң элек ул Ҡондоҙға килеп ҡотҡо һалған:
— Әгәр ҙә һин булмаһаң, бүрәнә ҡырҡып ташымаһаң, күпер ҙә булмаҫ ине. Ләкин Айыу менән Дельфин, үҙҙәренең олпат кәүҙәле булыуҙарынан файҙаланып, оҫтөнлөктө икеһенә генә ҡалдырмаҡсылар.
Унан һуң Дельфинға барған:
— Ишеттеңме әле һин бер яңылыҡ? Айыу менән Ҡондоҙ, һинең һыуҙа ятыуыңдан файҙаланып, күпер һалыу эшеңде юҡҡа сығарырға, үҙҙәрен генә өҫтөн итеп ҡуйырға маташа, ти.
Айыуҙы ла кәрәгенсә албырғатҡан:
— Ах Айыу ағай, ошо алыптай кәүҙәң менән мәсхәрәгә ҡалмаһаң! Дельфин менән Ҡондоҙ, күперҙе беҙ икәү генә төҙөнөк, ә тайыш аяҡ ҡамасаулап ҡына йөрөнө, тип әйтәләр, ти, бит әле.
Төҙөүселәрҙең өсөһө өс башҡа булып, өс башҡа тыңлағанлыҡтан, өсөһө лә тәрән хәүефкә төшкән, бер-береһе хаҡында: «Ысынлап та теге икәү мине төп башына ултыртырға йыйынамы икән ни?» — тип икеләнеп уйлаған. Өсөһө лә, бышылдап ҡына, ала-ҡола Диңгеҙ Ҡоҙғонона һорау бирә һалғандар:
-- Ни эшләргә?
-- Өсөгөҙгә лә бер үк төҫкә керергә — тиреләрҙе бер төрлөгә әйләндереүҙе шарт итеп ҡуйырға, — тип ҡотҡо ҡойған теге.
Иртәгәһен өс төҙөүсе бер ауаздан берәгәй ҡарар ҡабул ҡылған: ғәйбәткә аҙыҡ бирмәҫ өсөн, араларға ел-ямғыр үткәртмәҫ өсөн, өсөһө лә артабан бер төрлө тирегә төрөнөргә, бер нәҫел төҫөнә керергә — шуның менән берәгәйлекте ныҡлап мәңгелештерергә. Күпер асыу тантанаһына шул рәүешле килергә һүҙ беркетешеп, Айыу, Дельфин, Ҡондоҙ күперҙе арғы ярға һуҙып тоташтырғандар.
Бына бөйөк тантана көнөндә барса кейек-януарҙар ҙа күрәләр: күпергә арҡыры тартҡан ҡомас таҫма янында арҙаҡлы өс төҙөүсе тора маһайып — Айыу, Ҡондоҙ, Делъфин. Береһен дә береһе менән бутарлыҡ түгел: өсөһөнөң дә үҙ төҫө, элеккесә, әсәнән кейгән тиреһе. Беркетелгән һүҙ барып сыҡмағанға бер аҙ ғына бошоноп, өс төҙөүсе, ҡолаҡтан ҡолаҡҡа ғына, үҙ-ара бышылдаша:
—Шартына килтерелмәгән. Ниңә, кисә һүҙ ҡуйышҡанса, өсөбөҙ ҙә бер төҫ тирелә түгел?
-- Кем ғәйепле?
-- Ғәйеплене табайыҡ!
Күҙгә-күҙ ҡарашып алғас, үҙҙәре үк һорауға яуап та биргәндәр:
-- Һем... Икегеҙ ҙә тирегеҙҙе тунатып ташлап, бынамын тигән йылтыр ҡондоҙ тиреһенә төрөнөп килерһегеҙ, өсөбөҙ ҙә ҡондоҙ булырбыҙ, тип уйлағайным, — тигән Ҡондоҙ.
-- Һеҙ икәүҙе иҫ китмәле шыма Дельфин тиреһенә көпләнә тип аңланым, — тигән Дельфин.
-- «Йылы һөйәк һындырмай» тигән дөйөм мәҡәлдән сығып, өсөбөҙ ҙә майҙай йылы айыу тиреһен үҙ итер тип белгәйнем, — тигән Айыу.
Әммә ғәйбәт теленә аҙыҡ бирмәгәндәр: яңы асылған күпер өҫтөнән Айыу, Дельфин һәм дә Ҡондоҙ, өстағандай берегешеп, бер туғандай ҡосаҡлашып, берҙәм баҫып үткәндәр, Ҡояшлы ярға еткәндәр. Ала-ҡола Диңгеҙ Ҡоҙғоно, өс дуҫтың өс төрлө тиреһенә айырыуса диҡҡәт атып, «әһә!» тип тамаҡ ҡырып ҡалған, үле балыҡ арҡаһында талпынып, ҡанат ҡағып алған. «Былар берегеп яңы эшкә тотонған һайын, тире мәсъәләһен килтереп сығарырмын, ҡолаҡтарына мыжып, араларына ҡотһоҙ ҡотҡо һалырмын да эштәрен тарҡалдырырмын» тип, суҡышын ҡайрап ҡуйған. Ул мәкерйән шуны белеп эш ҡыла: бер кемгә лә, башҡалар менән бер төҫкә кереү өсөн, тере килеш үҙ тиреһен тунатыу еңел түгел; таймаҫтай ҙа өстағанды тайҙыртҡың килһә, тиреләренә йәбеш — бер-береһен тунаттырырға кереш... Көллө кейек-януар байрам иткән тантаналы көндә, үле балығының өҫтөндә ала-ҡола йән эйәһе ошолай тип ялманған: «Салғый аҫтынан салып, өстағанды тайҙыртырмын, Ҡояшлы ярға илткән күпер быуындарын үҙҙәренән быстыртырмын; ул бысылһа, ек асылһа, үле балыҡтан ғына түгел, Айыу, Ҡондоҙ, Дельфин итенән дә ауыҙ итермен»... Һәм тап шулай булған да: көндәрҙән бер көн берҙәй тире мәсьәләһе өсәүҙең көн ҡаҙағына ҡағылып, оло низағ тыуҙырып, мәңге таймаҫтай өстағанды тайҙыртҡан, тарҡатҡан – бер-береһенә дошман яһап айырған. Айыу ярҙарға беркетелгән бүрәнәләрҙе туҙҙырған да күпер өҫтөндә бейегән, Ҡондоҙ күпер аҫтында сывайҙарҙы бысҡан, Дельфин уларҙы ауҙартҡыс тулҡын тулҡытҡан – күпер шатор-шотор итеп Айыу менән ҡуша Ҡондоҙ, Дельфин өҫтөнә ауған да өсөһө лә бүрәнәләр араһында иҙелгән – ала-ҡола Диңгеҙ Ҡоҙғонона ем булған...
Хикәйәттең хикмәтле тел төбө шуға ишара: төҫтәр төрлөлөгөнә киҙәнмәгеҙ! Төҫтәр төрлө булһа ла, төҫ биреүсе Ҡояш ерҙә бер төрлө: һәр кемгә ул бер төҫ менән яҡтырта, һәр кем уға төҫтәр йәйғоро тыуҙырған дөйөм күперҙән үтә...
АЛТЫНСЫ СӘХИФӘ
Обкомдың оҙон табутҡа оҡшаш габаритлы ҡарайылтыр «Волга»һына ултырғас та, Мотал Шаһибәрәковты үҙ-ара сәнсешеүсе ҡаршылыҡлы хәүефтәр сорнап алды, урыҫ туғандар әйтмешләй, күңеленең нескә ҡылын «ҡара бесәйҙәр тырнаны». Ни өсөн был Бикләмешев уны ниндәйҙер тресҡа алып китте, таң тишегенән саҡыртыуы шуның өсөн инеме? Тырнаҡтарына ҡапҡан сысҡанды һелккеләүсе бесәй уйыны түгелме был?.. Һәр хәлдә, ҡырҡ йәшенә лә етмәҫ элек ҡырҡҡа төрләнде ҡорҙашы Ҡыҙыл башҡорт, аңлауы ла ҡыйын була башланы, элекке дуҫлыҡ хистәре лә төтөн һымаҡ таралып Күккә осто. Хәйер, булдымы икән һуң әле ул ысын дуҫлыҡ?!.
Трест идаралығы ҡаланың арғы башында урынлашып, арауыҡтың эт эсәгеләй оҙон юлы ике тарафҡа бер туҡтауһыҙ ағылыусы «тәгәрмәсле шайтандар» менән тыңҡысланып тулғанлыҡтан, шофер иҙел аръяғындағы урауҙан алдырҙы ла был ифрат дөрөҫ ине. Шофер менән йәнәшә төпләнгән Димустан, радиоалғысты көйләп, донъя яңылыҡтарына ылыҡты, ә уның арҡа тәңгәлендәге яҙыусы осһоҙ-ҡырыйһыҙ уйҙарына күмелде. Әле бер, әле икенсе ярға һуҡлыҡты зиһен ҡанаттары. Ыңғырсаҡ Уралъский мәсьәләһе лә тынғы бирмәй йөҙәтте. Обком секретарына еңел дә ул, партиябыҙ бойорғанса, һәр талант эйәһен иғтибар менән сорнағыҙ, тип кенә әйтеүе. Бына үҙең иғтибарлы булып ҡара! «Таш йөрәкле таш бәғер...» -- Моталғамы япһара ул? Ялан ҡул ғына тейгәндә лә ҡанһырап торған саҡтары бар ине бит... Хәҙерге заман йәштәрен дә әйтер инем инде. «Ғашиҡ йәндәргә һалам ҡыуыш та ожмах һарайы», — тигән ата-баба мәҡәлен оноталар, йүнле фатир юҡ, тигән булып, профсоюздың теңкәһенә тейәләр, юҡ ҡына сәбәп арҡаһында бер-береһенең яҙмышын емерәләр. Хәйер, күңел тигән нескә ҡылды өҙҙөртмәккә күҫәк менән һуғыу ғына мотлаҡмы ни? Үҙ мөхәббәт һарайыңдың, һине таш бәғергә әүерелдертеп, ни сәбәптән генә ҡыйралып емерелеүен оноттоңмы ни, Мотал? Бына яңы асыҡ тоя башланың: тәүге ҡайнар мөхәббәтте юғалтҡанда, хыялдарың боҙ булып ҡатҡанда яралалыр таш бәғер...
Хәҙер инде ҡырҡҡа етеп төрләнгән, ҡырау юлаҡтары ике сикәһен көлһөүләткән Мотал Шаһибәрәков, сыуаҡ иртәләрҙә тороп, фатирының балалар баҡсаһына ҡараған балконына сыҡҡаны һайын, йәшлек-йүләрлектә тороп ҡалған төпкөл-ҡараңғы төбәктең район ҡунаҡханаһын, ҡарҙай ап-аҡ йәймәле тар яҫтыҡта күҙҙәре йылтырап көлөп ятҡан Ниагара шарлауығын, ҡыҙҙың йыш-йыш һулыш алып ҡалҡынған ап-аҡ күкрәген һәм тыуасаҡ бала хаҡындағы эскерһеҙ-пак хыялдарын хәтеренә төшөрә лә, өй алдында саф шишмәләй сылтыраған күмәк сабый тауыштары куңеленә һарылып, иҫергәндәй, еңелсә генә башы зыңҡып әйләнә... Гөж-килә балалар баҡсаһы, күбәләктәр осоп уйнаған майҙансығы... Нисәмә-нисә бала ана бер юлы ҡысҡырып көлә, ырғып-һикереп елә. Шуларҙың тик береһе генә булһа ла, ҡосаҡтарын йәйеп ебәреп, атайым, тип күҙҙәренә төбәлеп, уға ҡарай елһәсе!
Балалар!.. Ах был автомобиль катастрофаһы...
Мөхлисә...
«Автомобиль ғәйеплеме икән һуң әле бында?» — тигән шик ҡапыл тертләтә, йөрәген боҙ тултырғандай өшөтә. Уйҙары тышҡа ағылырҙай борсолоп, хәүефләнеп, ян-яғына ашығыс күҙ ата Мотал. Ләкин ишетеүсе лә, йөрәк серен уртаҡлашыусы ла юҡ — бисәһе эшкә киткән, балконда ул яңғыҙ үҙе генә тора шыҡайып. Арандай ҙур фатирының ҡайһы ғына бүлмәһенә инһә лә, ул һаман яңғыҙ үҙе. Шундай ауыр минуттарҙа йәнде үле тынлыҡ баҫҡанда ниндәй ҙә булһа ҡулсыр сабый анауы ялтыр сервантҡа аҫылына менеп, иң ҡиммәтле ҡытай вазаһын түңкәрелдереп ватһасы — яңғыҙлығын селпәрәмә итһәсе!..
Уф!.. Мөхләсәгә икеһенең тәнен иҙгән катастрофаға тиклем дә ваҡыт бар ине бит — йәшлегенең алтын йылдарын ҡыҫыр сәскә рәүешендә көйрәтте...
Мотал һалҡын маңлай тирҙәрен һөртә, уйҙарының үңәсен быуа алмай, кире дауам итергә мәжбүр йәнә. «Нимә, әгәр... әгәр... Бәпембәгә түгел, ә Ниагара шарлауығына — Йыһаниәгә өйләнгән булһам?..» Шулай йыраҡтан алдыртып, ошо мәлдә автомобиль салонында элекке көндәше менән бергә барыуын да оноттортоп, төйгөсләй уны хәтер -- хәтәр Шүлгән ҡотҡоһо...
Уф, туҡта, ҡайһылай килеп сыҡты һуң был?..
Хәләл никах...
«Никах... никах... никах...» —Ҡарайылтыр «Волга» асфальт юл төйҙәһе соҡорҙарына төшөп шулай өҙлөктөртөп бәүелтте, әллә инде бәғерен дә өҙөлдөрөргә итте...
Кем арҡаһында килеп сыҡты был никах?!. — Алда бер ни абайламай радио тыңлап барған түрә-уҙамандың, бажаһының, елкәһенә күҙе менән ҡаҙала Мотал, ә тегеһе быны уйлап та бирмәй! Ысынлап та тынысмы, әллә ҡылана ғынамы? Сәлимәкәйен ҡосаҡлап иркәләгәндә, Йыһаниәһен онота алмаған Моталдай, үҙенең тәүге мөхәббәтен хәтерләп тертләмәйме? Исемен яңылыш ысҡындырмаһам ярар ине, тип телен тешләмәйме? Юҡтыр, сөнки, Моталдан ғәйре булараҡ, ирҙең сикә сәстәре лә ағармаған, көлһыуланмаған — һаман сытырҙап янған ерән ут төҫлө. Эшсе шағир тигән булып, елдереп китеп бара үҙенә ҡалһа. Университетта уҡығанда ук эшсе тип иҫе китер, һәр төрлө делегацияларҙы ҡаршылап һәм оҙатып, заводтан ҡайтып килмәҫ ине. Шул ғәҙәте арҡаһында бит, диуана, яҙмыш кәрттәребеҙҙе яңылыштыртып, үҙен дә, мине лә бер юлы әсе һемәйттерҙе — үҙебеҙ һис уйламаған никахтарға тарытты...
Трест управляющийы менән күҙмә-күҙ һөйләшеү, Димустан үҙе көткәнсә, ҡыҫҡа ла, бәрәкәтле лә булды. Башҡорт далаһының ҡылғаны кеүек ҡуйы аҡ сәсле, туйра талдай нәҙек оҙон буйлы, сәсрәп торған ҡеүәтле һәм йылғыр тәбиғәтле был утыҙ йәштәрҙәге кеше беҙҙең «ҡара алтын»лы төбәккә Мәскәү яғынан ебәрелеп, Димустандың күҙәтеп белеүенсә, килеүе менән үк эш тауҙарын яҡшы аттай тартып алып киткәйне, ҡаланың һуңғы йылдарҙағы иң мөһим, күркәм төҙөлөштәре уның ҡулынан үткәйне. Бикләмешев партияның ҡала комитетында эшләгәндә үк уның менән яҡшы таныштар булғанлыҡтан, бер-береһен, ҡәҙимгесә, ярты ауыҙҙан аңланылар.
-- Эйе, яҙыусыларыбыҙға ярҙам итергә кәрәк, беләм, — тине управляющий. — Тик, теләк күпме генә изге булһа ла, быйылға ҡул еткереп булмаҫ бит әле.
-- Был ниндәйҙер абстракт әҙип түгел, ә һинең үҙ кадрың — шиғыр яҙыусы ташсы егет тураһында һүҙ бара, — тине Димустан.
-- Бәй, беҙҙә лә шағир бармы ни? — Ихлас ғәжәпләнде тегеһе. — Исеме кем уның, ниңә белмәй йөрөгәнмен?
-- Ыңғырсаҡ Уральский тигән егет, ә ысын фамилияһы Ҡамырбаев. — Мотал һүҙгә ҡушылды. — Белмәүегеҙ ҙә ихтимал, сөнки ул тәүге китабын ғына сығарҙы әле, ә рус телендә бөтөнләй баҫылғаны юҡ.
-- Шулаймы ни? — Управляющий эске телефон трубкаһын матҡыны. — Алло, китапхана! Йәһәт кенә Ыңғырсаҡ Уральский тигән шағирҙың китабын табып индерегеҙсе әле.
Уны-быны әңгәмәләшеүгә, йыйынтыҡ килеп тә ятты. Ус аяһындай ғына ине, бүлмә хужаһы уны ифрат ҡыҙыҡһыныу менән алып, «Еңгәйемдең тәмле икмәге» тип тышлыҡтан уҡыны ла: «Һем... ә шулай ҙа ниңә, ағайымдың кирбесе, түгел?» -- тип албырғатты быларҙы. Титул бите алдындағы фотоһүрәтте күргәс, ҡысҡырып уҡ ебәрҙе:
—Әәә, теге, маңлайы емерек ҡара егетме ни әле? Ғәфү итегеҙ, хәтеремдә шул ҡалған: ҡара суйындай маңлайында тәрән бирсә бар ине.
Кинәнешеп көлдөләр, китапханасы шаяртты:
-- Стройкала шиғыр уҡып торғанында башына кирбес төшөп, бер шөрөбө бушаған да шиғыр яҙа башлаған», тип тә мәрәкәләй ҡәләмдәштәре.
-- Был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ бар, тип тотанаҡланы Мотал. – Александр Сергеевич Пушкин үҙе әйткән бит, шағирҙың башында бер шөрөбө етешмәҫкә тейеш, тип...
-- Бына бит, Юрий Никифорович, -- Димустан да йөпләне, -- һеҙҙең кирбес арҡаһында республикаға талантлы шағир тыуған! Хәйер, үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ икән.
-- Беләм, ниңә белмәҫкә, ти! – Эргәһендәге мастерға өндәште: -- Ҡарале, Петрович, егет үҙе ҡайҙа, эше нисек?
-- Үҙе әле тейешле ялда. Ул беҙҙең иң алдынғы ташсылар рәтендә.
-- Ниңә шул алдынғы ташсыны әллә ҡасан уҡ фатирлы итмәнегеҙ? — Бикләмешев шаяртып бармаҡ янаны.— Һәй, хәйләкәр ҙә икәнһегеҙ -- башығыҙҙан себен осороп, торлаҡ мәсьәләһен Яҙыусылар берлегенә ауҙараһығыҙ!
-- Ышанығыҙ, Димустан Шиһапович, һис тә улай түгел. Минең белеүемсә, былтыр коммуналь йорттан бер бүлмә тәҡдим ителгәйне уға...
-- Эйе, бүлмәне килеп ҡараны ла егет үҙе баш тартты, -- тип дөрөҫләне мастеры.
-- Ышанам, ышанам, — тине Димустан, -- күгәрсен ояһында йәшәгән шағирға шундай уҡ ҡарға ояһы тәҡдим иткәнһегеҙ, ошонан ни мәғәнә?
-- Ә беҙҙең Литфонд һеҙҙең төҙөлөшкә, яҙыусыларға фатир өсөн, өлөшләтә аҡса керетте бит, шуны ла онотмағыҙ, -- профсоюз әһеле булараҡ, тимерҙе ҡыҙыуында һуҡты Мотал да.
-- Уйлап еткермәгәнбеҙ шул, Димустан Шиһапович...
— Шулай ҙа, игелек эшләр өсөн әле һуң түгел. Аңлағыҙ шуны: талантлы шағир Уральскийҙың яҙмышын Вилор Иҫәрғәпович үҙе ҡыҙыл ҡәләме менән контроль аҫтына алды.
-- Аңлайым, аңлайым... – Управляющий яртылаш төҙөлөп ҡатып ҡалған күп подъезлы йортҡа ҡарап көрһөндө. -- Их, әгәр тағы бер башня краны тапҡанда!.. — Күрәһегеҙме, секретарь иптәш, ниндәй йорт, ярты биленә тиклем генә ҡалҡынып, ары ырай алмай тора?.. Бына шунда инде беҙҙең ҡәҙерле яҙыусыларыбыҙҙың да өлөшө. Буй етмой, туғандар, буй етмәй! Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, тимер юлсыларҙа тора ул кран.
-- Ҡулдарынан ысҡындыртып булырмы?
-- Уларға ябай кран кәрәк: улар тәпәш объекттар һала. Ҡылдарын тартып ҡараным: ябай кранға алмаштырырға ла иҫәптәре юҡ түгел. Әммә буй етмәй, туғандар: ведомстволар башҡа.
Димустан ҡуйын дәфтәренә теркәй-теркәй белдерҙе:
-- Уныһын уйлашырбыҙ. Әммә шағир Уральский мәсьәләһен бөгөндән үк хәл итеү мотлаҡ. Әйттем бит...
Управляющий елкәһен ҡашып уйланды:
-- Саҡ ҡына резерв бар ҙа ул... авариялы йорттарҙа ҡаңғырыусыларға...
-- Шунан өлөш сығар! Вилор Иҫәрғәповичҡа ни тип хисап бирәйем?
-- Ыңғай хәл ҡылынды, тип, Димустан Шиһапович.
Ике юлдаш ҡайтыр юлға ҡәнәғәтләнеп сыҡты. Әлбиттә, фәрештәнең амин тигән осраҡлы ғына мәленә тура килде, юғиһә был шағир остоғо үҙенең күгәрсен ояһында сәңгеп ҡартайырға ла ихтимал ине – баш ҡаланың серек-емерек өшәләктәре үҙ фатирын күрә алмай ҡаңғырған даланһыҙ (талантһыҙ түгел!) ҡәләм эйәләре менән тулы...
Секретарь эш кабинетына кереп ултырҙы ла кисекмәҫтән Уральскийҙы килтереп еткерергә бойороп машина юлландырҙы. Оҙаҡ көттөртмәй, яҙышыусылар гонорар алып аяҡ аҫтында бутала торған көн ине, касса янындағы хәмерле буфет залынан аулап килтерҙеләр азаматты. Ҡурҡышынан ҡойолоп төшкән шағир йораты баҫып торған урынында дер-ҡалтырай – моғайын, Оло йорт тупһаһынан тәүге уҙыуы. Ултырырға урын да тәҡдим итмәй, һөҙөп ҡарап өндәште:
-- Йә, һайрап ебәр: комсомолецмы үҙең?
-- Һе-һе-һе... юҡ шул, ағайым...
-- Алайһа, партия ағзаһымы?
-- Һе-һе-һе... юҡ шул, ағайым...
-- Кем һуң һин?
-- Мин... мин... Ыңғырсаҡ Ҡамырбаев... йәғни Уральский...
-- Ыңғырсаҡ Уральский, ниңә эсеп йөрөйһөң?
-- Һе-һе... берҙе генә уртлап өлгөргәйнем, ағайым...
-- Ә ниңә «Револьвер һәм һандуғас» тип шиғыр яҙҙың? Совет власына ҡаршыһыңмы әллә?
-- Ю-ю-уҡ, ағаҡайым, йәнем-тәнем менән совет яҡлы мин. Тик... тик... фатир бирмәйҙәр бит, шуға күрә яҙғанмындыр...
-- Иҫереп ятып яҙғанһыңдыр.
-- Шулайҙыр шул, ағайым... әллә йыртып ташлайыммы?
-- Уныһын үҙең ҡара. – Секретарҙың күңеле йомшара төштө. – Ултыр, Ҡамырбаев, бынауы ҡағыҙға яҙ, ҡул ҡуй.
-- Нимә тип яҙайым?
-- «Миңә фатир биргәндәре өсөн һөйөклө партиябыҙға, совет власына рәхмәт, уларға тоғролоҡло хеҙмәт итермен, бойороҡтарын үтәрмен» тип.
Тоҙло балыҡ тәңкәләре йәбешкән ҡулы дер-ҡалтырай, кәкес-бөкөс хәрефтәрҙе ҡағыҙға саҡ төшөрә. Яҙып бөтөп тапшырғас ҡына белеште:
-- Әлеге күгәрсен ояһы өсөнме, ағайым?
-- Киләсәктә партияға, совет власына яҡшы хеҙмәт итереңә һәм эсеп-сысып йөрөмәҫеңә ышанып, яңы йорттан яңы фатир бирәбеҙ. Ошонан башлап үҙебеҙҙең кадр һин, танауыңа киртеп ҡуй! Иртәгә үк эшләгән ереңә бар, профсоюз комитетына ин – яңы фатир алыу өсөн ниндәй ҡағыҙҙар тултырырға кәрәклеген өйрәтерҙәр, аласаҡ фатирыңды ла күрһәтерҙәр. Бар, бынан һуң алйып эт һуғарып йөрөмә!
-- Рәхмәт, рәхмәт, мең рәхмәт, ағаҡайым, йөрөмәм, ағаҡайым!
Секретарь һығымта яһаны: ысынлап та, еңгәләре баҫҡан ҡамырҙай теләгән яҡҡа һығылыусан йомшаҡ Ҡамырбай икән шул!
Кабинет ишегенең тышҡы яғында көтөп торған мыҡты әҙәм Уральскийҙы йәһәт кенә ҡулынан матҡып алып, урамға сығарып ҡуйҙы. Секретарь торҙо, «үҙ кадры»ның ҡултамғаһы һалынған ҡағыҙҙы ҡараштырып, сейфының төпкө бүлегенә бикләне – киләсәктә кәрәк саҡта яҡшы хеҙмәт итәсәк...
ЕТЕНСЕ СӘХИФӘ
Өфө аэропорты Басирҙы, яҙғы епшек ҡарҙарын йөҙгә бәреп, әлеге лә баяғы, шул «бәрей» бурандары менән ҡаршыланы. Майҙанда көткән таксиҙарҙың береһенә фырт ҡына кереп төпләнгәс, ҡала тарафына ҡул һелтәп күрһәтеп, рәхәт бәуелеүҙән кинәнеп күҙ йомдо, әммә тирә-яҡты күҙәтеп тамаша ҡылыуҙан мәхрүм — асфальт таҫманың ике янын Туҡай әйткән бәрей мендәр йөндәре туҙғыта ине. Олондарын епшек ҡар һылаған аҡ тирәктәр егеткә Милеевка аҡ ҡайындары һымағыраҡ күренде лә, һис бер ихтыярҙан тыш, йәнә былтырғы Милеевка көндәренә ҡайтарҙы йәш күңелен.
Вальс, вальс, вальс... Ах был Милеевка вальсы!..
...Клубты тынлы оркестрҙың еҙ моңдары шаңғырта, унда тансы бара, тансы бара, тансы бара, байрам тансыһы бара! Басир, клубҡа яҡынлаған һайын, йөрәгенең сығып барыуын тоя: Аҡһылыуы килерме, күренерме?..
Йә Хоҙай, ни күрәм! — Уның Аҡһылыуының — Любаның, Любовь Яковлевнаның — зифа аҡ ҡайын билкәйенә һөмһөҙ Толяның баҙыҡ матрос ҡулдары ятҡан... Ниңә бындай тантана, ниңә улар зал буйлап бөтөрөлә?..
Якоренә һылыуҡайҙы эләктереп өлгөргән элекке матрос, музыка әҙөлөү менән үк, йөҙө ышҡып ялтыратылған көмөш тәңкәләй балҡып, көнләшеүҙән һулышын саҡ алған дуҫы эргәһенә уҡталды:
— Таныш булығыҙ, Любовь Яковлевна, был — минең корешь Басир Дәүләтбаев, үҙем һымаҡ уҡ алама бумаласы. Икебеҙ бер фарватерҙан.
Люба, яурынғаса яланғас аҡ беләген алға һоноп, көлә-көлә өндәште:
-- 0! Беҙ аҙыраҡ таныштар ҙа инек буғай, шулай бит?
-- Булмаҫ! — тине Толя, ҡырыҫ диңгеҙ бүреһеләй ҡыланып. — Басир менән беҙ икебеҙ, бер фарватерҙа барһаҡ та, ара ҡалдырып уҙабыҙ. Быға тиклем ул — һеҙҙе, һеҙ уны күргәнегеҙ юҡ. Шулай бит, Басир?
-- Һин әйткәс, шулайҙыр шул...
Дамский вальс уйналды, зал әйләнеп-тулғанды.
-- Наденька, — тине бер ситтәрәк тексәйеп торған әхирәтенә Люба, — ни эшләп ойоноң, ал абордажға диңгеҙ бүреһен! Әгәр рөхсәт итһәгеҙ, — ҡыҙ матросҡа йылмайҙы, — ә беҙ киттек һеҙҙең корешь Дәүләтбаев менән. Чао!
-- Рәхим итегеҙ, рәхим итегеҙ! — тигән булды зәңгәр-күк күҙҙәрендә кинәт бойоғоу болоҡһоған бахырым Анатолий Каргин.
Вальс, вальс... Басир үҙен был ҡыҙ менән бик күп йылдар әүәле үк танышҡан, бер ҡалаҡтан ашап үҫкән шикеллерәк хис итте.
-- Люба, Любонька, мин һеҙҙең портретты яҙырға хыялланам.
-- 0! Иртә түгелме икән? — Ҡыҙ көлдө. Басир уның әхирәте Наденька менән бөтөрөлеп бейеп йөрөгән диңгеҙ бүреһе яғына күҙ ташланы:
-- Бик һуң булып ҡуймағайы тип ҡурҡам.
-- Һеҙ бит мине белмәйһегеҙ ҙә.
-- Мин һеҙҙе тәү күреүҙән үк яҡшы беләм.
-- Ҡасан?
-- Һеҙҙең тәүге тапҡыр ошо ҡарҙай ап-аҡ туфлиҙарҙы кейеп сыҡҡан көнөгөҙҙә, аҡландағы яңғыҙ ҡайын төбөндә.
-- Хәтерләмәйем.
-- Ә мин хәтерләйем. Атайығыҙ менән ҡайта инегеҙ, ял итергә туҡтанығыҙ. Атайығыҙ бот буйлы суртан балығы аҫып алғайны. 0 ул көн!
-- Әәә... — Люба ҡыҙарҙы. — Беҙ ул аҡ ҡайын тәңгәленән көнөнә ике-өс уҙып, ике-өс туҡталабыҙ. Икебеҙ ҙә Куликовонан Лопуховкаға әшкә йөрөйбөҙ ҙәһә.
-- Тик мин һеҙҙе сихри сәғәттә күрҙем.
-- Нимә? — Ҡыҙҙың йөҙө әкәмәт сытырайҙы.
-- Гүзәл фея бер ҡарауҙа мине сихырлап өлгөрҙө...
-- Булмаҫ, — ихлас көлдө, — ундай уҡ гүзәл түтел ул.
-- Гүзәлдәрҙең гүзәле!
Дамский вальс туҡталыу менән Толя һәм Наденька юллап килеп тә етте. Алмашынып бейенеләр. Йәнә алмашындылар.
—Күрегеҙ инде дуҫығыҙ менән Наденьканы, — тине Люба. — Ҡалай килештереп кенә баҫалар, бер-береһенә пар ҡилгәндәр.
— Ә беҙсе?
-- Нимә беҙ?
-- Пар түгелдәрме ни?
-- Сая һеҙ!
-- Саяларҙы яратам.
-- Ә дуҫығыҙ үҙегеҙҙән дә ҡыйыу...
-- Ул әллә... — Басирҙың йөрәге семерләне.
-- Нимә «әллә»?
-- Теге ваҡыт үҙегеҙҙе күргәндән һуң ер һәм күгем туңкәрелде, йөрәгемә цунами бәреп керҙе. Ерҙе-күкте дөбөрләтеп, артығыҙҙан йүгерерҙәй буламын...
Ҡыҙ йылмайҙы:
-- Ниңә йүгермәйһегеҙ һуң?
-- Һеҙҙе ситен хәлгә ҡуйыуҙан ҡурҡам.
-- Бына бит. Мине яңғыҙ ҡалдырыуҙан да уңайһыҙыраҡ хәл бармы? Ике ятып бер төшөмә кермәй, тиегеҙ ҙә ҡуйығыҙ, исмаһам.
-- Любовь Яковлевна, мин һеҙҙең менән алдашып һөйләшә алмам. Һис ваҡытта ла...
-- Ысынмы? — Ҡыҙҙың куҙҙәре мөлдөрәне.
-- ...сөнки мин һеҙҙҙе...
-- Ой, етте-етте!
-- Аҡҡайын төбөндә... кемегеҙ ул? — тине Басир, еңел музыка ритмендә бер килке осоп әйләнгәндән һуң, фекерен осларға тырышып. Ҡыҙ шунда уҡ аңланы:
-- Иванмы?
-- Юҡ...
-- Әәә, Василий Иваныч... — Люба күҙҙәрен йомдо. Ҡулдары дерелдәне.
-- Ғәфү үтенәм. Бәлки, һорамаҫҡа кәрәк булғандыр.
-- Ниңә, һорағыҙ, һорағыҙ.
-- Күҙ алдымдан китмәй һаман: аҡ ҡайынлы тәңкәләй түңәрәк аҡлан, Айлы төн, көлә-көлә ҡулдарын һоноп һеҙҙең ҡулдарҙан зәңгәр Күккә сорғолоусы аҡ бәпес...
-- Эйе, Василий Иваныч...
— Иҫ киткес матур бала.
-- Аңлайым... — Уның йөҙө ҡыҙарҙы.
-- Люба...
-- Ул бала, ул бала... — Күҙҙәренә йәш төйөлдө, ул Басирға, ниңәлер, асыуланғандай төбәлде. — Белергә теләйһегеҙме? Минеке ул бала. Эйе!
-- Быға минең шигем юҡ.
-- Нимә?!
-- Ниңә улай аптырап ҡарайһығыҙ?
-- Ҡыҙ һынаусан текләне:
-- Нисек ҡабул итерһегеҙ икән, тип көткәйнем... Ир-ат халҡы, ғәҙәттә, йөрөгән ҡатын-ҡыҙының балаһы барын ишетеү менән үк тертләп һырт ҡайырыусан.
-- Люба, мине кемгә һанайһығыҙ?
-- Бөттө-бөттө...
-- Һеҙ мине...
-- Ярай, тинем бит инде! — Егетте үҙенә тартты.
-- Мин...
-- Нимә «мин», нимә «мин»?!
-- Күпме һөйләшәһе һүҙҙәр...
-- Ҡәҙерлем, вальс бейегәндә генә түгәһе сер түгелдер бит инде?
-- Ҡасан һуң?
-- Мине өйгә оҙатып та ҡуйырһығыҙ, шәт?..
Бына улар тылсымлы һуҡмаҡтарҙа йәнәшә, тәнгә-тән терәшеп бара. Һулыштары йышайған, һүҙгә урын юҡ һымаҡ.
—Кем-кем, ә моряк менән бергә киткәнгә Наденька шат инде хәҙер. -- Люба төнгө урманды һиҫкәндертеп, кемөш ҡыңғырауҙар сыңратып көлдө.— Һөп-лә! -- Ҡапыл егеттең яурынынан еңелсә этәреп ебәреп, ағаслыҡҡа атлыҡты. Ҙур тулыш Ай ағас араларынан юлаҡланып-нурланып түгелгән юлда тубыҡҡаса яланғас, йыуантыҡ балтырҙары елп-елп ялтырап, зәңгәр йөн кофталы һомғол һыны көңгөрт ылыҫтар күләгәһенә күмелде, әленән-әле сыңрап киткән көмөш ҡыңғырауҙар ғына йоҡоға талған ҡайындарҙы, ҡарағайҙарҙы һиҫкәндерҙе. Ҡыуып етеп, инде тотам тигәндә, йөрәкһеүе менән тамам тертләтеп, һеләүһендәй һыпырылды, ботаҡтарҙы сарт-сорт һындырып, ылғый шырлыҡ араһына ылыҡты. Нәҙек һуҡмаҡ, ниһәйәт, икеһен дә шырлыҡтан атлыҡтыртып, башын һуҡҡан йыландай бормасланып, йылға буйына төшөрҙө, йүгереүҙән ҡыҙышҡан йөҙҙәренә, көҙгөнән сағылғандай, һыуҙың айлы шәүлә-нуры һирпелде. Яр киртләсе аҫтындараҡ мөлдөрәп ятҡан тере һыу һулышын тойоп, бер юлы туҡтанылар. Боландай һомғол һонолоп, усына һыу һоҫоп алған һылыуҙы егет күкрәк тәңгәленән һығып ҡосаҡланы.
-- Ой Басир, йәнем, үлтерәһегеҙ бит! Басир, йәнем, һыуға осораһығыҙ бит!
-- Осорһам да, үҙем менән ҡуша ғына осорам!
-- Уф, үләм!
Басир, тамағы сатнап кибеп, аҫта томһораған һыуҙы һемерергә ынтылды, тайып китеп, талсыбыҡҡа тотондо.
—Һоп! Көмөш һыуҙы үҙем ауыҙ иттертәйем. — Любаның мөлдөр һыулы ҡуш усына түңкәрелгән Айҙың йөҙө ҡалтыранды, Ай, аҡ сабаҡтай, ауыҙға инмәҫе борон уҡ, еүеш бармаҡ араларынан, эйәк остарынан йылтырап ҡойолдо. Сарсауын да онотҡан егет һыу биреүсенең Ай юлағы яғылып ҡалған бүртек ус мендәрен үпте.
—Тағымы? Тағы һыу һоҫайыммы?
Өндәшмәй, һығылмалы-һылыу һынын айыуҙай ҡармап алды, күкрәгенә һығып ҡыҫты. Ҡурҡынып баҡҡан күҙҙәренә күҙ терәп, ҡыҙҙың турһыҡ ирендәрен һулышы менән өттө. Ер йөҙө алпан-тилпән килеп сайҡалды, яр башындағы йәш мышарҙың ойоп ятҡан күләгәһендә абағаларҙы йоҡлатҡан моңһоу тынлыҡ бүҫерелде.
-- Юҡ-юҡ, теймә!..
-- Һылыуым!
-- Юҡ!
-- Яратам!
-- Ой! Ой-ой!..
...Урман өҫләп һүрән генә йәйге таң һыҙылып килә, һыу ситендә ҡайындарҙың шәүләһе ҡалтырана. Абағалар ҡолағына гәлсәр ысыҡ алҡалары эленә. Һулыштары биттәрен өтәрҙәй яҡынлыҡта талғандар. Ер шарында икеһе генә бары. Донъяға яңы көн тыуғанын икеһе лә ғәжәпһенеп кисерә.
-- Уй, Басир, шытырлатып ҡосмасы улай, ҡурҡам!
-- Минәнме?
-- Ҡыҫҡаның һайын нығыраҡ эҫенә барам — шунан ҡурҡам.
-- Иҫәркәйем!
-- Һиңә көллө тән күҙәнәктәрем менән ҡуша тоташтым...
-- Ә мин һуң?!.
-- Уныһын Хоҙай белә...
-- Люба...
-- Туҡта! Кәрәкмәй!.. Мин һине юғалтыуҙан ҡурҡам. Үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр шулай ҡурҡам.
-- Беҙҙе айырыр көс юҡ.
-- Белмәйем, белмәйем...
-- Ер менән Күкте бер-береһенән айырып буламы ни?
-- Бөгөн генә аңланым: ғүмерем буйы, ғүмерем буйы һине генә эҙләгәнмен, көткәнмен.
Аҡһылыуым минең! Мин һине таптым һәм инде юғалтмаясаҡмын. Бер кемгә лә бирмәйәсәкмен!
-- Ой йәнем... Яҙмыш ниңә осраштырҙы икән беҙҙе? Ниңә? -- Люба иланы.
-- Ни һүҙең был?! — Басир ҡыҙҙың күҙ йәше тулы керпектәрен һурып үпте.
-- Ниңә һаман һорашмайһың минең үткәндәремде? — Йылғаға ҡоро сыбыҡ һындырып ырғытты. Балыҡтар һырып алды, һыу ҡаҙандағылай ҡайнаны. -- Тап тормоштағы кеүек, — тине ҡыҙ, ҡайнашыуҙы күҙәтеп. — Тик тайып йығыл ғына: хәҙер үк тирә-яғыңда ошолай мыжғырҙар.
-- Һин йығыла торғандарҙан түгелһең. Миңә лә бирешмәгәс...
-- Йәнем, әллә үпкәләйһеңме? – Күҙҙәренең төбөнә үтеп баҡты.
-- Ғорур ҡыҙ һин, Люба. Аҡландағы аҡ ҡайындай саф-пакһың, һомғолһоң, һынмайһың...
-- Шулайын шулай ҙа бит... Бер саҡ шартлап һындым шул...— Бойоғоп ситкә боролдо ла иламһыраны. — Ниҙәр генә күрмәнем, ишетмәнем...
-- Һөйлә. Минең өсөн барыһы ла — һин үҙең, танһығым.
Ҡыҙ, оялсан ҡалтыранып, яҡыныраҡ һыйынды.
-- Асыуланма һин миңә, яраймы? Беләһеңме, йәнекәйм, һинең менән хәҙер ҡайҙа ултырабыҙ? Ҡайһы сихри төйәктә? Минең тыуған еремдә!
-- Эйе шул, һинең тыуған ерең был.
-- Юҡ, мин ысын мәғәнәһендә.
-- Ә мин һуң?
-- Юҡ. — Ҡыҙҙың көллө тәне сәйер дерелдәне. — Хоҙайым, аңламаҫһың ошо донъяны...
-- Люба...
-- Йәнем, беҙ ултырған абағалыҡ — әсәйем мине донъяға килтергән түшәк бит ул.
-- Ә?!.
-- Эйе, шунан башлап һөйләргә тура килә тормошҡайымды...
Ағын һыуға текләшеп, абағалыҡта яр башында ултыралар. Ҡыҙ һөйләй. Тормошта нисек булғанынса, нисек хәтерҙә ҡалғанынса, буяулап матурламай һөйләй. Киндергә ҡырыҫ яҫмаҡтар һалған һымаҡ, өҙөк-өҙөк итеп һөйләй. Тынып тора ла, сыбыҡ һындырып һыуға ырғыта ла тағы һөйләй ҙә һөйләй...
-- «Ғүмеркәйемдең иң сетерекле ваҡиғалары ошо йылға менән тығыҙ бәйләнгән, — ти ул. — Ошо тыуған һыу менән.
...Хуш еҫле, ырыҫлы, абағалы ошондай уҡ йәйге тымыҡ ай булған.
Әсәйем хәлен ауыр һиҙә башлағас, атайым уны, ашыҡ-бошоҡ ат егеп, район үҙәгенә бала тыуҙырыу йортона алып киткән.
Арбаһының ҡәһәр һуҡҡан тәгәрмәс ҡоршауы кистән үк ҡупшып торған икән дә: ауылды сығыу менән, ысҡынып, юл ситенә тәгәрләп киткән. Атайымдың кире боролоп ҡайтҡыһы килмәгән: кире ҡайтҡан юл уңмай. Ҡоршауҙы һалып алған да, Лопуховка ауылындағы тимерлектә тарттырып нығытырмын, тип, ҡоршауһыҙ тәгәрмәсе менән сәфәрен дауамлаған. Бара торғас, хәйерһеҙҙең бер үрәсәһе ҡубып, тигеҙ юлда ла арбаны шаҡ та шоҡ һикертергә керешкән. Әсәйем тештәрен ҡыҫып ыңғыраша башлағас, атайымдың башына етди уй төшкән: әллә яңы тәгәрмәскә боролоп ҡайтырғамы? Крәҫтиән аҡылы менән алдын да, артын да ҡарышлап үлсәп ҡараһа, ватыҡ тәгәрмәсле арбаһы Куликово менән Лопуховка ауылдарының тап урталыҡ араһында тора икән. «Әгәр боролоп ҡайтһам, — тип самалаған атайым, — йәнә шул уҡ юлды әйләнеп киләһе бар. Атты арытмайыҡ, ваҡытты әрәм итмәйек, шул уҡ юлды Лопуховка тимерлегенәсә уҙайыҡ». Тик күп тә бармағандар, беҙ ултырған тап ошо яр башына тиңәлгәс, әсәйемде тулғаҡ тотҡан. Атын туҡтатҡан да атайым, ҡаушауҙан шыбыр тиргә батып, әсәйемде матҡып алып абағалыҡҡа һалған.
— Яшенька, ике айға иртәрәк ҡуҙғалдысы... Уҫал ҡыҙ булырмы икән... —һыҙланыу аралаш шулай тигән әсәйем. Һәм мин донъя ярып ҡысҡырып тыуғанмын...
Кискә тиклем икебеҙҙе атайым тәрбиәләгән. Ошо ярҙан мине йылғаға сумырып ҡойондорған. Аҡ күлдәгенә биләүләп, имеҙергә һалған. Ана анау таллыҡтағы сыбыҡтарҙы ҡырҡып алып, икебеҙҙең баш осонда кәрзинкә үрергә ултырған. Үҙенең һөйләүенсә, кәрзинкә ғәжәйеп матур, ыҡсым килеп сыҡҡан, йәм-йәшел фирүзә ташынан һырлап эшләнгән йәшмә ҡумтаға оҡшап торған. Төбөнә йомшаҡ абаға үләне түшәп, мине ипләп ятҡырған да кәрзинде муйынына элгән, әсәйемде ҡултыҡлап, атын етәкләп алған.
—Абағала аунаған бала абынмаҫ, тигән боронғолар. Был сабый беҙгә ҡарағанда ла бәхетлерәк булыр әле. Үҙ аяғыбыҙ менән генә ауылға тәпәйләйек, Матрена йәнем, — тигән. Бәхеткә күрә, бер юлаусы ҡыуып етеп, беҙҙе арбаһына ултыртып алған, йорт тәңгәлебеҙгәсә килтереп ҡуйған. Мин өйгә, көллө күрше-күләнде ҡуҙғытып аҡырып, атайымдың муйынындағы йәшел кәрзинкәлә ҡайтып ингәнмен...
Үҫә барған һайын нығыраҡ абайланым абағала тыуыуымдың бәхетен. Әйтәйек, тормоштоң барлыҡ боҙборсаҡтары минең башҡа ғына яуа. Тиҫтерҙәрем менән уйнарға сыҡһам, осраған һәр ата ҡаҙ, беренсе итеп, мине суҡыр ине. Барлыҡ ғәләм имен уҙған ерҙә лә мин һөрлөгөп йығылам, йәки түтә юлда яланаяғыма шырау кереп яфаланам.
—Зыян юҡ, илаһын: тылсымлы абаға балаһы бит ул. Илағаны һайын, һылыуланып үҫәсәк минең ҡыҙым! — ти торғайны мин белгәндән, арҡамдан тапап, атайым. — Абаға, йөҙ йылда бер булһа ла, ҡасан да сәскә ата, төндө балҡытып яна. Ҡағытмағыҙ ҡыҙымды – уның да тылсымлы абағаһы сәскә атыр бер заман! — тип өҫтәп тә ҡуйыр ине. Һәм абаға «тылсымы»н мин көндән-көн күберәк тойҙом. Үҫә барғаным һайын, йәшенеп һағалап тороуҙар ҙа ыраны, энә остарын йөрәккә үткәҙеп ҡаҙалыуҙар ҙа йышайҙы.
Мәктәптә уҡығанда ла гел миңә төшөр ине таяҡтың башы. Кемдер класта шаяра ла эш боҙа, ә мин яуап бирәм. Дәресемде ныҡ белеп килһәм, уҡытыусы һорамай, ә белмәгән һайын мине торғоҙа. Хатта «бишле»ләрем яңылыш бүтәндәргә сәпәлгән саҡтар ҙа булды.
Ошо ауыҙ бешеүҙәр мине ауыртҡанда ла ҡысҡырмаҫҡа, ә, күҙ йомоп, үҙемдекен эшләргә, осло энәләрҙе кәкерәйтә баҫырға өйрәтте. Мин ауырҙы сабырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ менән алырға, кәрәккәндә ҡарышырға, елгә ҡаршы төкөрөргә күнектем. Бына шулай уҡыуымдың тәүге яуаплы миҙгелен — һигеҙенсе класты уңышлы тамамланым, йылға аша сылбыр баҫманан Лопуховка ауылына урта мәктәпкә йүгереп йөрөй башланым. Көн дә йәйәү барып, йәйәү ҡайтыр инек шулай. Өйҙә лә эштәр күп булһа ла, йәйәү йөрөп арытһа ла, сер бирмәй, тырышып уҡый инек, Лопуховка ауылыныҡыларҙан һис тә ҡалышмай инек. Барлыҡ көстө һалып унды тамамларға, ә унан һуң институтҡа китергә ине иҫәп. Тап шул ауыр ваҡытта, һағалап ҡына торғандай, ғүмеремдәге иң асы ҡайғы йыға яҙҙы аяҡтан: әсәйем үлеп китте. Атайым оҫталыҡ балтаһын дүңгәккә сапты ла ҡулалмашсыһы Иван менән ҡушарлап эсә башланы. Хәсрәте лә, донъя мәшәҡәттәре лә ошо иңдәргә ятты. Шулай ҙа теште ҡыҫып йөрөп ҡарыштым, уҡыуҙы дауамланым. Унынсының һуңғы сирегенә лә килеп еттем, инде тырышып имтихандар тапшыраһы ла ҡулға аттестат алаһы ғына ҡалды.
Иртән иң аҙаҡҡы, иң хәл иткес һынау тигән көндө яҙмыш мине тағы ла бер һынап ҡарарға уйланы, күрәһең: атайым, Лопуховканан ҡайтып килешләй иҫерек килеш ярҙан осоп, һыуға ағып, үҙен саҡ тотоп алдыҡ, әжәлдән аралап ҡалдыҡ. Шуның ҡайғыһы менән илереп йөрөп, иртәгә буласаҡ баяғы һуңғы имтиханға әҙерләнергә ваҡытым да ҡалманы. Иртүк малдарҙы көтөүгә ҡыуып, күҙҙәрен ыуалап тороп ултырған атайыма сәй эсереп, төндә үтекләп ҡуйған бөхтә кейемдәремде кейеп, хәл иткес шул һынауыма атлыҡтым. Яҙмыштың кисәге ҡылыҡтары изге юлымдан тайҙыртмағанға ҡыуанып, ҡоштай талпынып осорға болдорҙан ғына төшкәйнем, ни күрәм! — баш осомдан гөлдөрләп күк күгәрсендәр китте лә, түшемә «тып!» иткәнгә эйелеп ҡараһам, үкереп илап ебәрә яҙҙым: ҡарҙай ап-аҡ күлдәгемә хәйерһеҙ ҡош хәшәрәтен тамыҙған... Инеп, өҫ-баш алмаштырғансы, сәғәт үҙенекен йыйҙы. Ҡабаланып, туфлийымдың бауын нығыраҡ тартҡайным, ул да шартлап еҙөлөп сыҡмаһынмы! Икенсе туфлиҙан алмаштырып бау үткәрергә тура килде. Был ғына ла етмәһә, баҡсаға һуған өҙөргә генә тип юлланған атайым, минең өйгә кире кергәнде күрмәй, ишеккә йоҙаҡ элә һалып, магазин яғына шылған, сығырға юл ябылған. Сәғәткә күҙ һалдым да, күп уйлап тормай, тәҙрәнән ырғыным, тура тартып, йылға өҫтөндә бәүелеп торған сылбыр баҫмаға йүгерҙем. Ул йылда яҙ һуңлап килеп, ташҡын ҡайтмағайны әле — ике яр араһы күҙенән мөлдөрәмә. Барып ҡына етһәм, тағы ла ни күҙем менән күрәйем, мин килер алдынан ғына баҫма өҙөлөп, осо һыу төбөндә ята, эргәһендә бер төркөм ир-ат гөж-килә. Класташтарым иҫән-имен сығып киткән, баҫма минең өсөн генә ҡыйралған... Яр яҡаһында кәмә лә, бер нәмә лә күренмәй. Илай яҙып, әллә ошо урғылып-ҡайнап аҡҡан буръяҡ һыуға сумып үләйемме тип, текә ярҙан ҡарап торҙом. Шул минутта аръяҡтағы бер һыбай йән аяныс хәлемде аңланы, йылға аша атын йөҙҙөртөп сығып, эйәренә мине күтәреп алды. Таныным: баш ҡала ипподромына шәп юртаҡтар үҫтергән йылҡысылыҡ заводының ат көтөүсеһе. Үҙе Лопуховканан булып, ике ауыл араһында былтыр көҙҙән биреле мине һағалап, әйләнгәне һайын юлыма арҡылы төшөп, артымдан бер иле лә ҡалмай эйәреп йөрөгән егет. Лыс-һыу эйәренә менеп ултырып, ат ялына йәбештем, һыбай иһә теҙген тотҡан ҡулдары менән билемдән һығып алды, урғылып-ҡайнап аҡҡан йылғаға толпарын ташландырҙы. Эй, белһәң ине шул минуттарҙа йөрәгемдең, сығырҙай булып, ҡайһылай ырғып тибеүен!.. Һыу түбәнгә ҡайыра, беҙ үргә ынтылабыҙ, һыу түбәнгә ағыҙа, беҙ үргә йөҙҙөртәбеҙ... Әгәр малҡай, дарман юйып, ярты сажин ғына түбән китһә лә, ҡотороҡ һыу беҙҙе текә ярға килтереп һуғыр, һөйәктәребеҙҙе көл итер ине... Ошо хәтәр минутта мин үҙемде ҡыҫып ҡосҡан йәндең йөрәк тибешен тойҙом һәм, — иҫәрлек тиһәң дә иҫәрлек инде! — әгәр ҙә ошонда теге ярға иҫән-аман аяҡ баҫһаҡ, үҙенә кейәүгә сығырмын, ғүмерлек йәр булырмын, тип эстән генә нәҙер әйтеп өлгөрҙөм. Ә кисен шул егет мине әлеге түңәрәк аҡландағы яңғыҙ ҡайын төбөндә көтөп алды...
Иҫән-имен тапшырҙым...
Танытма-аттестат алдым...
Көҙөн институтҡа китергә йыйындым...
Атайым баяғы Ивандарҙың ауылында йорт бурарға ялланды, Ивандарҙа ҡуна ятып эшләнеләр. Мин, өйрәнелгән һуҡмаҡ буйлап, көн дә тиерлек Лопуховкаға аҙыҡ-түлек йөкмәп илтә, ҡайһы берҙә Ивандың әсәһе Василиса ҡарсыҡ янында ҡунырға ла ҡала инем. Беҙ, уның менән бергәләп, ҡатыны ташлап киткәндән һуң буйҙаҡ ғүмер кисереүсе Ивандың Вася тигән бәләкәс кенә улын ҡойондорор, ашатыр, ҡарар инек, уны ҡыҙғанып илай-илай һөйөр, ҡәҙерләп (Чапаевҡа оҡшатып): «Василий Иваныч» тип мәрәкәләп атар инек. Әллә үҙемдең дә әсәй үлеп, әсенеп йөрөгәнгәме, был сабый миңә бигерәк тә яҡын булып күренде, хатта, үҙемдең балам һымаҡ, тәнемде сымырлатып, күкрәгемә алып имеҙгем килде... Бара торғас мин бөтөнләй быларға — атайым янына күсеп килеп, Василий Иванычты ҡарай, күтәреп йөрөтә башланым, хатта төнгөлөккә уны Василиса ҡарсыҡ эргәһенә (Иван да йоҡлаған бүлмәгә) ҡалдырып киткәндә лә, төштәремдә гелән ошо бала менән сыуалдым.
Бер саҡ Василиса ҡарсыҡ ҡайҙалыр күрше ауылда ҡунып ҡалғайны, атайым менән Иван эштән һуң магазинға һуғылып, ҡыҙмаҫа ҡайтып ятҡайны. Төндә Василий Иванычтың илауынан йөрәгем өҙөлөп уяндым, ҡараңғы бүлмәгә йүгереп сыҡтым, йоҡомдан иҫерек килеш, бишегенә әүешеп, бәүетә-бәүетә йыуаттым. Ни арала күҙем эленеп киткән...
Үҙемде тулҡын өҫтөндә тирбәлеп-бәүелеп барғандай тойоп, тертләп уяндым. Ҡысҡырырға ла өлгөрмәнем, тегем йөнтәҫ күкрәгенә һеңдерҙе, ауыҙымды ауыҙы менән ҡапланы... иҫерек Иван ине был...
Эске күлдәксән килеш, тәҙрәне ҡоя тибеп, балтырҙарымды быяланан ҡырҡтыртып, урамға ырғып төштөм, мәгәр Иван артымдан ҡыуып етте, тағы ҡосаҡлап алды. Тауышҡа атайым уянып сығып, күрше-күлән ҡуҙғалып, ғауға ҡупты. Ә мин иһә ил алдында боттарымдан аҡҡан ҡанға буялып илап торҙом... Һуңынан, күпме генә аҡланһам да, барыбер ышанманылар, ап-аҡ эске күлдәгенең нимә төҫөнә кереүен үҙебеҙ күрҙек, Иван эшен бөтөргән бисараның, тип һөйләнеләр...
Бөтәһенән ауыры — әлеге яҙғы ташҡында үҙемде һыбай йөҙҙөртөп сығарған егеттең был ғәйбәтте күтәреп алыуы булды... Эскәйемдә янып барған хәсрәтемде ҡайҙа бушатырға белмәй, көн дә кистәрен, әҙәм аяғы һил булғанда ауыл аралығындағы түңәрәк аҡланға барып, яңғыҙ аҡ ҡайынды ҡосаҡлап, йөрәк уттарымды асы күҙ йәштәрем менән ҡуша түгелдерҙем.
Иван бер нисә тапҡыр мине, бөтә шартына килтереп, бисәлеккә яусылап та ҡараны, моратына ирешмәгәс, эшен ташлап, эскегә һабышты, атайымды ла ылыҡтырҙы. Көн дә ҡаршыма ултырып алыр ине лә атаҡайым, «алтын ҡуллы» Иванын ҡыҙғанып һөйләнер, аҙаҡтан: «Һәләк була бит алтын ҡул — үҙемә алмашҡа ҡала торған оҫта. Ай, һәләк була, һәләк була! Әллә, ҡыҙым, хоҙайға тапшырып, шул Иванға сығаһың да ҡуяһыңмы? Балаһын да өҙөлөп яратаһың...» — тип йәнемде алыр ине, таштай ҡатҡан бәғеремде йомшарта алмауын күреп, йәне үртәлер ине. Ысынлап та, атай күҙенән бағып уйланып ҡараһаң, Ваня миңә кейәүем булмаҫлыҡ кеше түгел ине шул: буй-һын тиһеңме; үҙе эшсән, егәрле, өҫтәүенә, эскерһеҙ сабый күңелле. Йәш араларыбыҙ ҙа ҙур түгел. Етмәһә, аҡылдан яҙып һөйә үҙемде. Миңә ҡылған ҡырыҫлыҡтары ла ни бары шул үлә язып яратыуы, бер ҡатлылығы арҡаһындалыр. Әммә ни хәл итәйем: иремәгән йөрәгемә бойороп буламы ни?!.
Балаларса бер ҡатлылығы арҡаһында, үҙенә-үҙе зыян ғына яһарға, Иван «сара» уйлап тапты: яйы килгән генә һайын, хәмерҙән мас булып ала ла: «Любаша миңә кейәүгә сыҡһа ла, сыҡмаһа ла, барыбер минеке инде. Ләкин миңә сыҡмаһа, үҙ башына оло гонаһ аласаҡ: Васегымды ҡосаҡлайым да күперҙән осам!» — тип ҡысҡырып йөрөр ине. Бер тапҡыр хатта улын күтәреп шул күпергә йүгергән ыңғайында тотоп алдылар, иптәштәр хөкөмөнә һалып тикшерҙеләр. Шунан һуң ул балтаһын биленә ҡыҫтырып, улын әсәһендә ҡалдырып, илдән сығып олаҡты — ярты йыллап үткәс кенә, алыҫ Магадан яғынан хаты килде. Шул арала мин, бәләкәс Василий Иванычты ҡыҙғанып, Василиса ҡарсыҡтарға уғата эйәләштем. Ауылыбыҙҙа ҡулайлы урын булмағас, уларҙың Лопуховка китапханаһына эшкә урынлаштым, институтта ситтән тороп уҡырға индем. Үҙем мәктәпкә йөрөп таҡырлаған берләм юлдан эшкә көн дә йәйәү барып, йәйәү ҡайтам, йыш ҡына, Василий Иванычты ҡосаҡлап, Василиса ҡарсыҡтарҙа төнәп ҡалам. Сабый ҙа миңә эҫенеп, үҙ әсәһе шикелле күрә башланы, ә белмәгән кешеләр уны минең ул иҫәпләйҙәр...
Ат көтөүсе егетемдең дә көнләшеүҙән ҡан баҫып тонған күҙе асылды буғай: элеккеләй, иртә-кисен юлға арҡыры сығып тора башланы, ялынып-ялбарып, нахаҡтан яла яғыуы өсөн инәлеп ғәфү үтенде, яңылышҡанмын, кисер, тине, бергә булайыҡ, тине. Был мәсьәләлә ошолай яңылышҡансы, теге саҡта ташҡын йылға аша ат йәҙҙөртөп апсыҡҡаныңда уҡ һыуға батырып китһәң ни булды мине, һинең өсөн тере түгел — үле мин, тип яуапланым. Әммә егет аҙағынаса егет булып ҡалманы. Итәгемә аҫылынырҙай һөйрәлеп йөрөнө лә, үҙенекен итә алмағас, егетлек выжданын юйып, үҙенә бәйле килбәтһеҙ яла-ғәйбәттәре менән ил алдында мине уғата бысратырға, мәсхәрәләргә кереште...
Абағаны, тылсымлы үлән, тиҙәр, ул төндөң иң уртаһында, ҡараңғы миҙгелдә яҡты йондоҙҙай балҡып сәскә ата, тиҙәр. Абағаға башын терәп бер генә йоҡлап киткән кешенең дә ғүмеренә тылсымлы абаға яҙмышы йоға, тиҙәр. Мин абаға араһында тыуғанмын, ғүмеремдең иң ҡараңғы төнөндә шул абағалыҡта бына һине — сатҡы-нурлы ут-йондоҙомдо таптым...
Төн уҙҙы, күк йөҙө алһыуланды һәм, танһыҡтарым ҡанмайса уҡ, йомолмаһа ярар ине был тылсымлы абаға йондоҙом, тип ҡурҡамын...»
-- Ҡурҡма, Аҡһылыуым, ҡурҡма! Һинең менән минең йондоҙ мәңге-мәңге балҡыясаҡ!
...Куликово ауылына улар көтөү ҡыуған саҡта барып керҙе. Таң ысыҡтары ярып, өҫтәре лыс-һыуланған, икеһе тиң өшөгән, әммә күңелдәре ҡайнар — бәхетле ине улар. Моғайын, бәхеттәре йөҙҙәренә сыҡҡандыр: осраған һәр береһе, башын эйеп сәләмләп, Ҡояшты оҙатҡандай, арттарынан төбәлеп ҡарап ҡала...
Любаларҙың урамына тиңәлгәс, ауыл өҫтөн көн балҡытып ебәрҙе, һыу буйына төшөп барған аҡҡоштарҙай теҙелгән йорттарҙың кәрниздәренән, төкөмәләренән, тәҙрә ҡапҡастарынан күҙҙәрҙе оло мөғжизә — сағыу буяуҙар байрамы арбап алды: һәр өй йөҙөн биҙәкләп, ағасҡа ырып эшләнгән төрлө ҡоштар, ҡоштар, ҡоштар ҡанат киреп оса ине. Сөнки һәр кәрниз, фронтон-төкөмә, ишек-тәҙрә ҡапҡастары оҫта-рәссам ҡулы семәрләгән әкиәти ҡоштар көтеүе менән сырмап алынып, бына-бына улар һауала ҡанат ҡаға башлар ҙа йорттар күккә күтәрелер, аяҙ зәңгәр көмбәҙ буйлап осоп китер төҫлө ине...
-- Атайым ҡулы. Һәр береһен атайым биҙәкләгән.
-- Изге тылсым эйәһе һинең атайың.
-- Кәрниздәргә, тәҙрә ҡапҡастарына ҡарап ҡына әйт әле: ҡайһы йортҡа нығыраҡ тарта күңелең?
Торналар, торналар! Ҡанат киреп осоп килгән торналар. Муйындарын өҙөлдөргәнсе һуҙылып, күктәрҙе тирбәлдертеп, һорнай тартҡан торналар. Ата-баба күҙ ҡараһылай ҡурсалаған изге торналар!.. Йөрәге төбөнән ҡубынып, торналарға ҡул һондо. Һәм тылсымлы юлдашының бәхетле көлөүен ишетте:
-- Дөрөҫ, дөрөҫ күрһәттең, ул — беҙҙең йорт! Әллә электән үк белә инеңме?
-- Тыуа-тыуғандан белә инем был йортто! – Танһығын ҡосаҡланы.
— Йәнем, кешеләр ҡарай, әйҙә, тиҙерәк өйгә уҙ.
Яков Ксенофонтович, ауылдың бөтмөр оҫтаһы, күптән балтаһын ҡыҫтырып китеп барған. Ҡыҙ тиҙ генә өҫ-башын алмаштырып, һыйыр һауырға йүгерҙе. Өйҙә яңғыҙ үҙе генә ҡалған Басир, шул сәғәте-минутында уҡ Аҡһылыуын юҡһынып, уны кемдер алып китерҙәй хис итеп, ихатаға тартылды. Күнәк эсендә бәрелеп тымыҡ ҡына безелдәгән һөт тауышы һиҫкәндерҙе. Люба, ҡояш битендәй түп-түңәрәк ултырғысҡа зифа һыны менән йәпләнеп, ҡулдарын барабан ҡаҡҡандай ҡыҙыу һәм тигеҙ хәрәкәтләндереп, тулы Айҙай түңәрәк күнәк ауыҙына кәкере мөгөҙлө ҡоба һыйырҙың ҡамыштай тиртеү имсәктәрен безелдәтеп тарта ине. Талғын тәбиғилеге менән, ысынлығы менән рәссамдың күҙ алдында тормош үҙе тергеҙгән илаһи картина — һөйгәненең һыйыр һауыу тылсымы һүрәтләнеп, йөрәкте семерләтте, мольберт менән бумаланы юҡһыныу хисен арттырҙы. Күҙҙәрен йомоңҡорап, ғәҙәтенсә, тейешле ракурс һайлау өсөн, бер нисә аҙым ситкәрәк тайшанғайны, көтөлмәгән икенсе бер мажараға юлығып, ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
-- Ә, нимә? — тип тауыш бирҙе йәш хужабикә, талғын бызылдатыуын мәлгә тымыҙып. Егеттең өндәшмәй, бура бүрәнәләренә аңшайып тороуын күргәс, ғәмһеҙ ҡысҡырып көлдө, тағы ла һөт безелдәүенә күмелде. Басирҙы албырғатып, ҡарағай бура мөйөштәренән баға ине был хикмәт: һәр бүрәнә башы — теп-тере сырайлы әҙәм башы, ғәжәп оҫта ҡулдан юнып-ырып яһалған ифрат үҙенсәлекле, характерлы кешеләрҙең теремек ҡиәфәт-йөҙҙәре!.. Баштар, муйынға муйын ятып, дүрт мөйөш хасил ҡылған, муйынға муйын һалынмыш оҙон әҙәм кәүҙәләренән буралғандай сәйер тәьҫир ҡалдыр а ине бура.
-- Аптырап тораһыңмы? — Люба һөтлө ҡулы менән егетенең елкәһенән һыйпаны. Ул инде ҡоба һыйырҙы көтөүгә ҡыуған, бәшмәк башы кеүек ҡабарып күбекләнгән һөт күнәген сөйҙән алып, ҡарбаҙға ыңғайлай ине.
-- Шаҡ-ҡатырғыс.
-- Атай сәйерлектәре. Ошо әкәмәте менән хөкөмгә тарттырылып, башы төрмәнән саҡ-саҡ ҡотолоп ҡалды. Көндәрзән бер көндө бында «ҡыҙыл әтәс» ебәрһәләр ҙә ғәжәп түгел.
-- Ни өсөн? — Рәссамдың аңына һыйманы.
-- Ә шуның өсөн, — тине Люба, бура мөйөшөнә бармағын төртөп. — Ошо ауыл ирҙәренең ҡойоп ҡуйған портреттары бит былар. Өҫтәүенә, араларында төбәктең бер-нисә етәксе йөҙө лә бар... Улар колхоз йыйылышында атайымды, ситкә китеп оҙон аҡса ҡайыра, колхозға файҙаһы юҡ, тип ғәйепләгәндәр, Яков ҡарттың эшен ауыл сходына ҡуйып, үҙен ҡыҙыу мунсала миндекһеҙ сабындырырға кәрәк, тип ҡысҡырғандар. Атайым шул йыйылыштан енләнеп-туҙынып ҡайтты ла, иҫке мунсабыҙҙы һүтеп ташлап, яңыны бурарға тотондо, һәр бүрәнә башын баяғы ҡысҡырыусыларҙың башы итеп яһаны... Йәнәһе, ауылдаштары уны, үҙҙәре теләгән һайын түгел, ә ул үҙе теләгән һайын ҡыҙыу мунсаға индертеп ҡараһындар әле...
Люба өйгә оҙон муйынлы тәрән балсыҡ көршәккә һөҙөлгән йылы һөт алып инде. Үҙ ғүмерендә тәүтапҡыр Басир, йөрәге жыулап, был ҡулдарҙан аҡ-ыуҙы ғына түгел, ә ағыуҙы ла шатланып эсеренә төшөндө. Һәм ошо хисте тойоу — бәхеттәрҙең дә бәхете ине.
-- Ниңә баштан уҡ үҙеңдең — гөнаһһыҙ-саф ҡыҙ бала, Ивандың һиңә төптө ятбауыр икәнлеген әйтмәнең? — Егет үпкәләй бирҙе.
-- Шулай тиһәм, тап һин абаға сәскәм икәнен ҡайҙан белер инем һуң?..
Һыуалғысҡа тиклем оҙатып ҡалды. Аҡ күнәктәр эленгән алмалы урыҫ көйәнтәһен юлға арҡыры тотоп, икеһе ике осонан услап барҙылар — алһыу алмалар теҙелгән ошо йәйғор менән, әйтерһең, йөрәктәрен тоташтырҙылар...
Артабанғы ваҡиғаларҙың насар спектакль һымаҡ уйналырын, араларҙы беркеткән йәйғор-көйөнтәне йәшен һуғып һындырырын кем башына килтерһен...
Достарыңызбен бөлісу: |