Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том V на память для памятливых ятлағандарға ядкәР



бет10/26
Дата19.06.2016
өлшемі4.1 Mb.
#147923
1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   26

УН БЕРЕНСЕ СӘХИФӘ

Сыбыҡ осо туғаны Басир Дәүләтбаев менән троллейбус туҡталышында яҙлығышҡандан һуң, ҡыҙыбыҙ ҡала үҙәгендәге Ленин баҡсаһы эргәһендә төшөп ҡалды — оҫтаханаға ҡайтып эш башлағансы, ҡайһы бер рәсми идараларҙың ишеген ҡағаһы бар. Сағыу йәшелгә буялған боронғо бинаның тос имән ишеген яурыны менән көскә ҡайыра асын, өҫкө ҡатына иркен суйын баҫҡыстарҙан йүгереп, тигәндәй, менде, Тарих һәм Мәҙәниәт һәйкәлдәрен һаҡлау йәмғиәтенең идараһы урынлашҡан тар ғына бүлмәгә инде. Ҡаршы яҡта урамға ҡараған һыңар ғына тәҙрәгә кәштә яурынлы арҡаһын биреп, баяғы ишек кеүек үк тос имәндән ҡойолған өҫтәл артында шундай уҡ баҙыҡ имән кәүҙәле ветеран-ағай (йәмғиәттең рәйесе) алдындағы күбәләй ҡағыҙ өйөмөн аҡтарып ултыра, тәҙрә бөрккән яҡты фонда ул ҙур ҡара күләгәләй күренә. Дилбәр ҡартластың күбәләй ап-аҡ сәс ҡайыған эре-сыймаҡ йөҙ һыҙатлы, ҡарттарса тоноҡ уйсан күҙле ҡиәфәтен рус яҙыусыһы Иван Тургеневҡамы, совет яҙарманы Федор Гладковҡамы оҡшатып һоҡлана гелән: «Бар бит беҙҙә лә шундай мөһәбәт йәндәр!» Өлкән быуын етәкселәренә хас олпатлыҡ та, кеселеклелек тә хас ҡартҡа — ингән һәр берәүҙе тороп ҡаршылай ҙа оҙата, ишекте лә артынан үҙе ябып ҡала. Әле лә өҫтәле артынан сығып, йөрәк тәңәленә үк ҡулын ҡаушарып ҡуйып, сал башын эйеп сәләмләне:

-- Әйҙүк, түрҙән уҙығыҙ, ҡәҙерле Таңатарова!

-- Рәхмәт, ағай, түрҙән булмаһа ла ярай.

-- Ах, ҡайһындай һәйбәт булды; уҙегеҙҙе саҡыртырға ине ниәт.

—Гел генә бында саҡыртылып алынам да, ике үркәсле дөйәләй, йомош өҫтөнә йомош артмаҡлап сығараһығыҙ, ағай.

-- Ни хәл итмәк кәрәк, һеңлем, үҙегеҙ идарала берҙәнбер рәссам булғас? — Рәйес ике ҡулын йәйеп көрһөндө. — Әле был юлы ла бына...

-- Юҡ, был юлы мин үҙем артмаҡланып килдем.

—Рәхим итә күрегеҙ, ултырығыҙ. Ни йомош ул, һеңлекәш?

-- Ерәнсә тигән иптәште ишеткәнегеҙ бармы? — Дилбәр, эште шаяртыуҙан башлап еңеләйтергә иҫәпләп, урынына тауҙай сурайып өлгөргән рәйестең ялбыр ҡаштар аҫтында уйсанланып тоноҡланған күҙҙәренә төбәлде.

-- Әһә-һем... ундай иптәште... үкенескә ҡаршы...

-- Беләһегеҙ, беләһегеҙ! Ана теге, һыңарын майлап, һыңарын майламайынса, төн сыҡҡансы ике итеген әкәмәт һуғыштыртҡан; йә булмаһа, йәйге селләлә сарсап киткәс, шаҡырайып туңған боҙло йылға өҫтөнә төшөп, үҙ башын йолҡоп алып боҙға һуғып мәке уйып һыу эскән һәм шунда башын онотоп торғоҙоп ҡалдырған... — Ҡыҙ кеткелдәне.

-- Мюнхаузен?

-- Башҡорт Мюнхаузены Ерәнсә-сәсән, ил инәһе Бәндәбикәнең йәре.

-- Һем, бына нисек, бына нисек... Ә ниңә һеҙ уны иптәш тинегеҙ?

Ҡарттың тоноҡ күҙҙәрендә һис бер йылы осҡон заты күрә алмай, ҡыҙ үҙе лә етдиләнде, үҙ йомошоң төшөп килгәндә генә беләһең икән кешене, тип уйланы. Кеҫәһен уттай яндырған хатты һөйрәп сығарып, әле генә уйына килгән дорфалығын онотоп, мәсьәләне ихлас тиреп аңлатырға тотондо. Ә рәйестең көллө сабырлығын егеп ихлас тыңлауынан дәртләнеп, эскерһеҙ сабый ҡыҙҙай, моғайын, моратыма ирешәм, тип сәмләнде, әммә ул, йәш быуын, партияның һөрһөп бөткән функционеры ҡаршыһында талпыныуын белештереп еткермәне, ахыры...

Һеҙ ҙә белеп еткермәнегеҙ, буғай, ҡәҙерле уҡыусым! Замананың һикәлтәле юлдарында, ергә батып бөткән ысын маяҡтар ҡатарында, иң ҡалҡыу урынға төпләнгән һәм ялтырап-балҡып ултырған «маяҡ»тар бар. Улар һәр саҡ көтмәгәндә, көтөлмәгән тәңгәлдә ҡалҡып сыға, һәм ябай юл маяҡтарынан айырмалы булараҡ, юл ҡырыйында түгел, ә уның уртаһындараҡ урынлаша. Һөҙөмтәлә заман йөгөн илткән юл арбаһының йә күсәрен, йә атының муйынын һуғылып һындыра... Ни өсөн иң ҡалҡыуға, юл уртаһына, тиһегеҙме? Сенки ундайҙарҙың мөҡәддәс бурысы — кешеләргә юл күрһәтеү түгел, ә үҙҙәрен күрһәтеү...

Башҡорт тормошоноң ошо күренеше борондан уҡ айбарланып килгәнлектән һәм, ихтимал, киләсәккә лә инде үтеп кергәнлектән, роман ҡануны биргән форсаттан файҙаланып, бөгөнгө Дилбәр һылыуҙарға һәм килер быуындарға фәһемгә беҙгә инде яҡшы таныш рәйес ҡиәфәтендәге дөйөмләшкән үлемһеҙ һынды теүәлерәк ҡылыҡһырлап бирәйек.



Шулай итеп, бына ултыра ул һын. Әсә һөтө менән ҡуша ҡомарлыҡлы йәмәғәтселек тойғоһо ла ҡанына һеңгәнлектән, йәшлегендә үк азаматтарса шул эшкә аҙауланып һәм «иҫке донъя ҡалдығы» дингә ҡаршы йән аямай көрәшеп, ҡалабыҙҙың аллаһыҙҙар йәмғиәтен беренсе башлап төҙөгән дә уның беренсе яугир рәйесе булған, шул дәһрилек юлында йәнен фиҙа ҡылып, иҫке-моҫко ҡарашлы ата-әсәләрҙән, иҫке исем-фамилияларҙан ваз кисеү йолаһы күкрәп алған утыҙынсы йылдарҙа хатта Тәңребирҙин фамилияһын да «Дәһри»гә алмаштырған бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡеүәтле һәм оҙон ғүмерле атаҡлы шәхес – беҙгә таныш Вилор Иҫәрғәповичтың атаһы Иҫәрғәп Дәһри ине был. Егерменсе, утыҙынсы йылдарҙа ошо исем күптәргә ер тетрәүендәй тәьҫир иткән, теҙ быуындарын ҡаҡшатҡан, ә күптәрҙе ифрат алдынғы ҡарашлы шәхес, ҡыйыу эшмәкәр булыуы һоҡландырған. Дәһриҙең шул ҡыйыуҙарҙан-ҡыйыу эшмәкәрлеге арҡаһында бит быуаттарҙың саңы менән салланған ҡартлас ҡалабыҙ, илде зәһәр ҡыуандырып тәгәрәгән мулла-монтағай салмаларынан ғына түгел, ә үҙенең «милләтселекле архитектура»һындағы «зарарлы иҫке-моҫҡо»ларынан — мәғрүр йәмиғ мәсеттәре, собор сиркәүҙәре биналарынан, эреле-ваҡлы манара һәм көмбәҙҙәренән дә мәңгелеккә арынған — урамдары майлап һыпырған сәстәй шымарып ҡалған. Әгәр бөгөн дә иҫке-моҫҡоһоҙ йәшәй алмаған ҡайһы берәүҙәр иҫке шәһәрҙең мөһәбәт бер ҡалҡыулығында динамит менән шартлатылып юҡҡа сығартылған иң боронғо таш сиркәүҙе — заманында Салауат Юлаев менән уның яугир ҡорҙаштары бикләп тотолған тарих һәм архитектура ҡомартҡыһын юҡһынып әсенә икән, белһендәр: арымаҫ-талмаҫ дәһшәтле Дәһриҙең эше был! Заманында үҙ төйәгендә ҡул һалырлыҡ иҫке ҡалмай башлағас, урғылып ташҡан илһам-ҡеүәтен ҡайҙа егергә белмәгән Дәһри сығырынан сығып киткән: сая ҡарсыға ҡанаттарын киргән килеш күрше өлкә киңлегенә шыҡыйып, Ырымбурҙағы башҡорт йорто Каруанһарай манараһын ауҙартырға башҡорт халҡы исеменән ныҡ даулашып йөрөгән... Эйе, бындай «дәһри»гә Архимедтың таяныу нөктәһен генә бирегеҙ — иҫке-моҫҡо Урал батыр исемен йөкмәгән Урал тауын да күҙ асып йомғансы түңкәреп ташларға киҙәнер! Әй ғәзиз ер, бәләкәй генә төйәгебеҙ, бәрәкәтле тупрағыбыҙ шундай самородкаларға ниндәй бай!.. Дәүерҙәр түңкәрелә, хакимиәттәр алмашына, ер-һыу тетрәп сайҡала, донъяларҙың аҫты-өҫкә килә, ләкин тамырҙары уларҙың өҙөлмәй — замананың Вилор Иҫәрғәповичтары, бирешмәҫ бәшмәк кеүек, һөрөү-сәсеүҙе лә көтмәй, көтөлмәгән бүҫерҙәй ҡалҡып сыға ла ғәләмде үҙ айышына борорға, өйрәтергә, ең һыҙғанып көрәшергә тотона... Яҡыныраҡ аранан да барлайыҡ: «мәшһүр»леге халыҡ йырында юйылмаҫлыҡ тамғаланған Абдулла-ахун. Дөрөҫ, батша хөкүмәтенең һәм ислам диненең мөкиббән илсеһе ул, әммә беҙҙең совет осоро «дәһри»ҙәренең исемлеген лайыҡлы башлай ала. Сөнки ул да үҙенә күрә иҫкегә ҡаршы көрәшсе — башҡорт халҡының ҡанына һеңгән ирек, азатлыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ тигән «иҫкереп бөткән» төшөнсәләрҙе иҫке-моҫҡо сүплегенә бәхилләп ауҙартыусы. Ебәк тоҙаҡлы баҫып алыусы-колонизаторҙар таҡмағына йор бейеп, «беҙҙең башҡорт — күсмә халыҡ, уға ер кәрәк түгел» тип һөрәнләүсе, туған халҡының аҫаба ер-һыуҙарына «иҫке» хоҡуғын да тамам селпәрәмә килтерешеүсе шул түгелме ни?! Илдә бөйөк революция ҡубынып, батша самодержавиеһы түңкәрелеп, «халыҡтар төрмәһе» батша Россияһының иҙелеүсе милләттәре үҙбилдәләнеш өсөн йән аямай ҡырҡышҡанда, шундай «дәһри»ҙәрҙең береһе башҡорт Ғәли Шәмиғолов, Ленин милли сәйәсәтен хас та Ленинса мәкерлекле үткәреүҙе «яңы»лыҡлы һәм йәненә яҡын күреп, Башҡортостан үҙ аллылығын бишегендә үк быуып ташлашырға ең һыҙғанып көрәшә... Автономиялы рес-публика төҙөлөп, башҡорттоң өс диалектын берләштергән һәм сал быуаттарҙан биреле эпостарҙа йәшәп килгән дөйөм милли әҙәби телде рәсми ҡалыплаштырыу ғәме тыуғас, шул ук башҡорттоң шундай уҡ бер фән «дәһри»е балаҡ төрөп аяҡ салырға керешә, һөҙөмтәлә өсөнсө тотош диалектты «башҡорт теле түгел ул» тип мәкерле иғлан иттертеүгә, йәш республиканың өстән бер өлөшөндәге мәктәптәрҙә балаларҙы башҡа телдә уҡытыуҙы ҡанунлаштырыуға өлгәшә. Ошондай арымаҫ-талмаҫ яугир «дәһри»ҙәребеҙ ғәрәп графикаһында яҙылған һәм шыр-дини генә түгел, ә борондан килгән халыҡ хәтерен, мәҙәниәт ҡомартҡыларын мул туплаған ата-баба китаптарын, ядкәрҙәрен мәҙрәсә һәм мәсет китапханаларынан, ябай уҡымышлыларҙың китап шүрлектәренән, ауыл ҡарттарының һандыҡ төптәренән иҫке-моҫҡо рәүешендә алдыртып, йөкләп-йөкләп утҡа яҡтырыуҙы йәки һыуға батырыуҙы ойоштора ла, өҫтәүенә, «тулы ҡанлы интернационалист» икәнлектәрен иҫбатлап, мәшһүр эпостарыбыҙҙың сыңрап торған сәсән телен тамырһыҙ ярым-башҡортса, ярым-татарса «милли әҙәби тел»гә күсерергә керешә... «Дәһри»ҙәрҙең дәһшәтенә түҙеп йәшәй беләһең һин, тыуған ерем!

Бына ошо арымаҫ-талмаҫ, ятып тынмаҫ, ғүмере оҙон булғыры Иҫәрғәп Дәһри, мәҙәниәтебеҙ фронтының һүнмәҫ-һүрелмәҫ йондоҙо рәүешендә абруйлы бер вазифанан икенсеһенә күсә-күсә нур сәсеп йөрөй торғас, хикәйәтләнгән осоробоҙҙа етәксе кадр мәсьәләләренең тап үҙебеҙсә хәл ителешенә нәүбәттәге тапҡыр бәхетле юлығып, әле Дилбәр имән ишеген асып кергән ошо йәмғиәт идараһының рәйесе итеп суҡайтылды, тарих һәм архитектура һәйкәлдәрен үҙенән үҙе һаҡларға тейеш булып сыҡты. Быларҙы төптән-тәрәндән белмәгән Дилбәр, сәнғәт белгесе булараҡ, идарала Дәһриҙең «уң ҡулы» ине...

Таңатарова, әлбиттә, үтә йәш һәм алсаҡ күңел булғанлыҡтан, кешеләргә бөгөнгө күҙлектән ҡарай ҙа Дәһриҙе «ҡалабыҙҙың иң хөрмәтле һәм аҡыллы етәкселәренең береһе» кимәлендә генә төҫмөрләй ине. Ғәжәпләнеүенә ҡаршы, Ерәнсә-сәсән тарихын сискән һайын, ул абруйлы етәксеһен бөтөнләй башҡа юҫыҡтан күрә башлауына инанды. Дәһри, әле уны ыныс ҡына тыңлап бөткәс, ошоно ғына күптән көтөп ултырғандай, ҡыҙҙың ауыҙын да астыртмай, берсә ҡыуанып, берсә янып-ялҡынланып һөйләй башланы, тик... бөтөнләй бүтән үҙәндән ағыла ине «тос» фекерҙәре. Баҡһаң, ҡалабыҙҙың бер яҙыусы эҙәрмәне онотолоп бөткән ниндәйҙер сәйәхәтсе Альбановтың бында тыуып үҫкәнлеген асыҡлаған имеш. Элекке өй урынында хәҙер туғыҙ ҡатлы яңы торлаҡ йорт, данлы яҡташтың иҫтәлеген шунда мәңгеләштереү бурысы тора. Ләкин йорттоң стеналары үҙе үк шып-шыма тимер-бетон таштаҡтанан, шуға өҫтәп дүрткел таштаҡта ҡағыу — майга май яғыу кеүегерәк булмаҫмы? Өҫтәүенә, ҡалабыҙҙа яҙыулы таҡталар зерә күбәйеп китте, гелән генә шаҡмаҡлайбыҙ ҙа ҡағабыҙ, форма төрләндереү яғын иғтибар үҙәгенән ысҡындырҙыҡ: Альбановтың һынын һынландырып ҡойоу хәйерлерәк булмаҫмы? Шуның өсөн, мәңгеләштереүҙе юллап хөкүмәткә инерҙән алда, ҡәҙерле Дилбәр һеңлекәш, художник-скульптор булараҡ, беҙгә ошо изге маҡсатты моделләштереп кәүҙәләндерергә ярҙам итмәҫме икән, йәғни зирәк фантазияһын егеп?

-- Был маҡсат, ысынлап та, изге, тине Дилбәр, боҙ илдәренә сәйәхәтсенең иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе һис шикһеҙ бойомға ашырырга кәрәк. Мәҡәлдә әйтелгәнсә, бер кем дә онотолмаһын. Әммә уны үҙ иңенә башҡа берәү алмаҫмы — ҡалала скулпторҙар ҙа, рәссамдар ҙа етерлек. Ә Дилбәр иһә хәҙер, әгәр ҙә хөрмәтле рәйес ағай мәрхәмәтле иғтибар итһә, бик мөһим икенсе бер мәсьәләне күтәреп инде бит бында.

—Бәй, ниндәй икенсе мәсьәлә? — Ысын күңелдән аптыраны рәйес, әйтерһең, Дилбәрҙең уға беренсе ауыҙҙан мөрәжәғәте булманы.

— Ерәнсә-сәсәнде әйтәм.

-- Әкиәт бәндәһе бит ул, һеңлекәш, хе-хе-хе!

-- Ни һөйләйһегеҙ, ағай?! — Ҡыҙҙың күҙҙәре аҡайҙы. — Әкиәт бәндәһенең кирбестән һалынған кәшәнәһе, йәки таш буралған ҡәбере була тиме ни? Теләһәгеҙ, үҙегеҙҙе алып барып күрһәтәм!

-- Күрмәһәм дә беләмен. — Рәйестең тоноҡ күҙҙәрендә һалҡын томан ҡуйырҙы, йөнтәҫ ҡулына бер ус ҡағыҙ эләктереп һелкене. — Бына улар, Ерәнсә ауылынан яуған бер ҡосаҡ ялыу. Дөрөҫ, һүҙемде кире алам: Ерәнсә лә, Бәндәбикә кеүек үк, тарихта булған бәндә, ләкин беҙҙең көндәр өсөн уның ни әһәмиәте? Ҡотоп юлдарын асҡанмы ла геройлыҡ күрһәткәнме?

-- Кеше күңелдәренең ҡотобон асҡан ул. Сал быуаттар төпкөлөндә көн итеп, ошо көндә лә беҙ шарҡылдап көлөрлөк һәм йәш сығаръп әрнерлек үткер сәсән һүҙен сәсеп ҡалдырыу — ҡаһарманлыҡ түгелме? Әгәр улайға китһә, уның быуаттар боҙлоғо аша сәйәхәте ҡотоп боҙҙарына сәйәхәттән ни ере менән кәм?!

-- Беләһегеҙме, кемде кемгә тиңләйһегеҙ? — Рәйес тороп ук баҫты.— Һаҡ булығыҙ, һеңлекәш. Етмәһә, иптәш тип өндәшәһегеҙ... хан заманындағы һөлдәгә. «Иптәш» ул партиябыҙҙың мөҡәддәс һүҙе икәнен онотмағыҙ.

-- Атаҡ-атаҡ, Ерәнсә-сәсән осоронда был һүҙ әллә булмаған тиһегеҙме? Таш быуаттан килгән һүҙ.

-- Таш быуатҡа төшмәйем, әммә Ерәнсәгеҙ тирәһенән үткән быуаттың емтек еҫе тарала.

-- ?!


—Аптырамағыҙ, һеңлекәш, башығыҙ йәш шул әле. Был мәсьәлә менән ныҡ шөғөлләндем. Бына совет археологы Нияз Мәжитовтың һәм уның коллегаларының фекере: мосолмансылыҡ осоро. Бына Ерәнсә ауыл Советының мөһөрләнгән ҡағыҙы. «Ерәнсә-сәсән ҡәбере» тип аталған уба ошоь көндәрҙә мосолман дине фанатиктарының тупланыу төйәгенә әйләнде, шуны бөтөрөү сараһын күреүҙе ауыл һәм район халыҡтары һорай», — тип яҙалар. Бына шулай, Таңатарова һеңлекәш. Үҙегеҙҙе ни ҡәҙәр ихтирам итһәм дә, юлламағыҙға хуплап ҡул ҡуя алмайым. Ислам дине еҫе аңҡый ул Ерәнсәгеҙҙән...

Күҙҙәренә йәш төйөлгән юллаусы, хистәре тышҡа урғылыуҙан тыйылып, Дәһри янынан сыҡты — бейек суйын баҫҡыстан нисек елтерәп төшөүен белештермәне. Баяғы Басир менән ҡыҙышып телләшеүҙән һәм бындағы көтөлмәгән кисерештән башҡайы зыңҡый ине. Күгәрсендәр һырып алған Ленин һәйкәлен уратып йөрөй торғас, күңеле асыла төшөп, ҡыҙыу-ҡыҙыу атлап Культура министерствоһына йүнәлде, ул уның үҙенең оҫтаханаһы урынлашҡан бина менән ут-күрше — майҙан аша ғына ине. «Егет үҙебеҙҙеке — ҡулынан килгәнде эшләр!» — булды ҡыҙҙың уйҙары. Егет тиһә лә, министр инде утыҙҙы уҙған — ике бала атаһы булырға өлгөргән, әммә һаман үҙенең егет килбәтендә ҡала бирә кеүек ине. Бәлки, маңлайына һәлендереп таралған туҙғыу ҡоңғорт-һары сәсенән һәм теләктәшлек белдереп баҡҡан сағыу күм-күк күҙҙәренән, егеттәрсә килешле буй-һынынан бөркөләлер был тойғо, бәлки, егетлек эшләрго әҙер торған йомарт күңеленәндер. Дилбәрҙе ул студент оҫтаханаһындағы эштәре буйынса белә, баһалай, яйы тура килгән һайын «минең буласаҡ кадр» тип атай ине. Был юлы ла иғлан итмәй ҡалманы:

-- 0, минең кадр!

-- Кадрын кадр ҙа ул, тик булырмы һуң ҡәҙер?

-- Маэстро, мине рәнйетәһегеҙ... Түрҙән рәхим итегеҙ, ултырығыҙ.

-- Рәхмәт, әле яңы ғына ултырып сыҡтым.

-- Ҡайҙа, ни өсөн?

-- Дәһри ағай ултыртты Ерәнсә-сәсән өсөн.

Министр шарҡылдап көлдө:

-- Уныһы ғына ярай. Юҡһа мин Ерәнсә-сәсән үҙе ултыртҡандыр тигәйнем. Беләһеңме уның нисек Әлми ханды, кәкере ҡайынға терәтеп, төп башына ултыртҡанын? — Яуабын да көтмәй, Дилбәрҙәр яғында киң билдәле тарихты һөйләп ташланы. — Бына шул Әлми хандың, ҡарт төлкөнөң, Ерәнсә кәләше Бәндәбикәнең тап бына һинең кеүек һылыулығын күреп иҫе китмәһенме. «Ниңә бындай гүзәл сәскә хан баҡсаһында түгел, ә сәсән түтәлендә?!» — Зәһәр көнсөллөк бөрөп ала хакимдарҙың йөрәген. Заманының йола ҡануны был тәңгәлдә уҡҡа ҡаршы — уҡ, һүҙгә ҡаршы һүҙ атып эш йөрөтөргә ҡушҡанлыҡтан, хан сәсәнде сәсәтерлек бойороҡ-һүҙ уйлап таба, шуның менән Ерәнсәне төп башына ултыртып, Бәндәбикәне алып китергә тамшана. Бына бер заман ҡайҙалыр яуға барышлай ул Ерәнсә-сәсән йәйләүенә һуғылып, атынан да төшмәҫтән, бер генә һорау бирә:

-- Бер ҡапҡанда ни тәмле?

-- Йомортҡа, — ти Ерәнсәсәсән һәм Әлмиҙең саң туҙғытып сабып киткән арғымағының ҡойроғон ғына күреп ҡала. Шунан һуң бер йыл үтә, яуҙан ҡайтып килеүсе хан тағы сәсән йәйләүенә һуғыла, нәүбәттәге мәкерле һорауын бирә:

-- Ни менән?

-- Тоҙ менән, — ти Ерәнсә-сәсән һәм хандың уғата ярһып олағыуын ғына күреп ҡала. Ул да булмай, күпмелер ваҡыт үтеүгә, хан көтөүселәре Ерәнсә-сәсәнгә бер көтөү һарыҡ тәкәһе ҡыуып килтерә лә хандың ҡаты фарманын ишеттерә: «Киләһе йәй мин килеүгә ошо тәкәләрҙе бәрәсләтеп ҡуй!» Сәсән ҡайғыға төшә — әҙәм балаһы үтәрлек эшме ни был! «Ҡайғырма, — ти һылыу Бәндәбикәһе, — баш һау булһа, башҡа бүрек табылыр!»

Киләһе йәй килеп етә, йәйләү юлында хан арғымағы күренә.

-- Тиҙ генә тирмәгә ин дә, юрған бөркәнеп, тулғаҡ тотҡандай аҡырып-баҡырып ят, аръяғын үҙем белермен, — ти Бәндәбикәһе. Бына хан килеп етә, Бәндәбикә йүгереп сыға.

-- Ҡайҙа үҙе? Ниңә мине ҡаршыларға бисә-сәсәһен ебәрә? — ти Әлми.

-- Ишетмәйһеңме ни, ханым, ана ҡайһылай аҡыра! — ти йор ҡатын.

-- Ерәнсәгә ни булған, әллә тереләй тиреһен һыҙыралармы?

— Ерәнсә сәсән тирмәлә бәпесләп ята.

-- Бәй, — хан телен тешләргә өлгөрмәй — әйткәне теш араһынан атҡан уктай ысҡына, — был ни һүҙ, ир кеше бәпесләйме ни?!

-- Ә һарыҡ тәкәһе бәрәсләйме һуң?! — Бәндәбикә лә мәргән уғын ҡаршы атып өлгөрә. Шунда гына Әлми телен тешләп өҙә яҙған да, Бәндәбикәне эләктереүҙән мәңгелеккә төңөлөп, йәйләүҙән сығып тайған, ти... — Министрҙың күҙҙәре осҡонланды. — Күрҙегеҙме, нисек ултыртҡандар хан тиклем ханды!

-- Күрәм, Ерәнсә-сәсәнде һеҙ ҙә яратаһығыҙ. — Дилбәр ҡәнәғәт йылмайҙы.

-- Бәй, уны яратмаған кем бар икән һуң?

-- Бына шул беҙ яратҡан сәсән беҙҙән ярҙам ялбара. — Дилбәр эштең айышына төшөндөрөп бирҙе.

-- Эйеее, бына был — мәсьәлә... өҫтәүенә, яңы беренсебеҙ ажарланғанда...

-- Вилор Иҫәрғәпович, тип аңлайыммы?

Министрҙың яҡты йөҙөн ихлас һағыш шәүләһе томаланы:

— Их, нисек ярҙам итергә был мәсьәләлә?..

-- Беренсенән, мәҙәниәт һәйкәле тип иғлан ҡылығыҙ.

-- Ҡәберҙеме? Был бит... — Министр, тулҡынланып, тартмаһынан ниҙер аҡтарҙы, таба алмай, ҡыҙҙың күҙҙәренә ҡарап аңлатты.— Был бит... беләһегеҙме, нимә?! Хәйер, мин үҙем дә аныҡ ҡына белмәйем — кем сисергә тейеш был мәсьәләне: фәнме, әллә совет органдарымы? Һәр хәлдә, мин башлап тотонорға хаҡым да, дарманым да юҡ, аңлайһығыҙҙыр мине? Бына әгәр берәй бина, мавзолей һымаҡ ҡомартҡы булһа икән...

-- Улайһа, Бәндәбикә кәшәнәһен ниңә ташландыҡ хәлдә ятҡыраһығыҙ? Ел-ямғыр һәм ваҡыттың рәхимһеҙ ҡамсылауы аҫтында?

-- Быны Фәндәр академияһы филиалының институтынан талап итергә кәрәк — улар соҡоп сығарған да ташландыҡ хәлдә ҡалдырған... Их, әгәр Фәндәр академияһы филиалы һеҙҙең урында булһа, беҙгә үҙе рәсми ҡағыҙ менән юллап керһә икән... Ерәнсә-сәсән тураһында, тим.

-- Һин тот та мин тот, була инде, улайһа. — Ҡыҙҙың ауыҙы турһайҙы. — Ошо йәштән бюрократ булып бөткәнһегеҙ...

-- Министр үпкәләмәне:

-- Матбуғатта ҡуҙғатығыҙ, булмаһа. Ризамын, изге эш өсөн дөмбәҫләнергә әҙермен — минең башҡа ла кирбес менән тондороғоҙ, ҡәҙерле Диләфрүз туташ, кәшәнә есөн Хәкимуллиндың түбәһен күптергәндәй!

-- Нимә-нимә?!

-- Бына һеҙгә минең буласаҡ кадр, әллә бөгөнгө гәзитте лә күрмәнегеҙме? Унда бит һеҙҙең елле фельетон сыҡҡан! Ҡотлайым! — Баҙабыраҡ ҡалған ҡыҙға баҫманы тотторҙо. — Һибә ҡылам үҙегеҙгә, алығыҙ.

-- Рәхмәт. — Дилбәр һушын тиҙ йыйҙы. — Шулай ҙа һеҙ бюрократҡа әйләнмәй тороғоҙ әле, хушығыҙ!

-- Быуынһыҙ урынға бысаҡ салалар бит, әй... — Рәнйегәндәй ҡалды бүлмә хужаһы. «Ысынлап та, тип уйланы Дилбәр, асфальттағы бысраҡ ҡарҙы үксәһе менән төйгөсләп, быуынһыҙ ерҙән быуын эҙләп маташам, ахыры, мин. Министрҙың ғына ҡулынан килә торған түгелдер, юғарынан ҡушылмаһа, ә уларға фәндең тос һүҙе кәрәк. — Гәзиттең икенсе битендә үҙенең имзаһын һәм профессор Хәкимуллиндың фамилияһын күреп, йөрәге «жыу»! итте. — Тағы ла шул Хәкимуллин, Хәкимуллин... Ниңә әле һуңғы арала Хәкимуллин менән юлдары сатрашлана?..» Оҫтаханаһына инеп бикләнергә ашыҡты.



УН ИКЕНСЕ СӘХИФӘ
Ауыҙлығын тешләп елгән ярһыу ат-«Волга» тимер юл күпере тәңгәлендә Ағиҙелдең бейек тауынан төшөп, бетон менән көпләнгән яр ҡылы буйлап көнсығышҡа, Ырымбур күперенә ҡарай осортто. «Ярлауыҡ. Йәштәр рестораны» тигән аллы-гөллө таныш яҙыу янда йылпылдағас, тиҙлеген кәметеп, күпер морононда уңға боролоп, ҡатыны янына һуғылды асыҡҡан Мотал — Димустан дуҫы әйтмешләй, «фирменный»ын һемерер... Ҡыҙыл башҡортто иҫләгәс тә ирҙең кәйефе ҡырылды: уны иртәгә ҡунаҡҡа саҡырыу бойороғон үтәмәүҙе Мөхлисәһе ҡайһылай ҡабул ҡылыр?.. Ресторан алдындағы майҙанға килеп туҡтағас та, машинаһынан сыҡмай, бер талай уйға сумды, ниһәйәт, ни булһа шул булһын тип тәүәккәлләп, неон яҙыу аҫтынан эскә уҙҙы. Матур урын, гүзәл ҡоролма — ҡатынының маһайырлығы ла бар. Нәфис зауыҡлап биҙәлгән залдары ғына ла ни тора! Шулай ҙа Моталдың бында күңеле тартмай — ҡатынының һомғол һынына аҫылған балҡышлы алтындар кеүек, бинаның да тәбиғи күркәмлеген ялтыр буталдар менән мауығыу боҙғандай... Директорҙың ошоларға контраст булырҙай ябай ғына йыһазландырылған, мәгәр иркен һәм ыҡсым эш бүлмәһенә турыланы ул. Мөхлисәһе түҙемһеҙләнеп унан хәбәр көтөп ултыра ине буғай — ғәмләнгән ҙур болан күҙҙәрен төбәлдереп ҡаршыланы:

— Абау, балтаһы һыуға батҡандай, ҡайһындай ҙа уйсанланып киткән булғансы үҙе! Ниндәй ғәмдәр йәтмәһеяэ тарыны икән, алтыным?

Мотал хәләл ефетенең, супылдатып алыр өсөн ҡыпһыуырҙай ослайып килгән, ҡан буялғандай алһыу-ҡыҙыл иннекле ирендәренән янтайҙы, зиһенен көскә йыйып, мөмкин тиклем йомшаҡ итеп өндәшергә тырышты:

—Уйҙарым — шул: үткәндең осон бөгөнгөгә, бөгөнгөнө киләсәккә ялғарға ине, көмөшөм.

Мөхлисә лә, йәшерен һалҡынлыҡ тойоп, ҡырҡа ситкә тайпылды, күңеленә үрмәләгән ятһыныулы тойғоно, үпкә ҡатыш йәберләнеүҙе һиҙҙертмәҫкә тырышты:

-- Үткәндәргә салауат, тип әйткән түгелме Мәрүән Карами?

-- Кем өсөн бит һәм ниндәйерәк үткән бит. Бына әле Хөппөлгәрәй еҙнәйеңдең гонаһ шомлоҡтарын аҡтарып ҡайттым.

-- Ләхәүлә!..

-- Ер-һыуҙарҙы ағыулап, тирә-яҡ мөхитте ҡоротоуына, ниһәйәт, сик ҡуйылырға ваҡыт.

-- Хөппөлгәрәй еҙнәйемдә ни ғәйеп — үҙеңдең бәлшәүик атайың төҙөп ҡалдырған завод бит! — Ҡатынының тел төбө тәрән телде. — Һәм һин уға ни ҡылырға уйлайһың?

-- Фашларға ла хөкөмгә тарттырырға.

-- Кемде?

-- Атайымды түгел инде, әлбиттә.

Хәләл ефет сынаяҡтарҙы шалтыр-шолтор килтерҙе.

— Абай бул, Яубаҫаров бөкрөһөн төҙәтәм тип, үҙ билеңде һындырма. Ике туған бажаң икәнде оноттоңмо? — Үҙәгенән ҡалтыранды. — Ыстырам, хәҙер ннде апайым күҙенә күренергә лә оят... Ниңә тыпырсынаһың? Әллә үҙеңдең ғәмдәрең баштан ашмағанмы? Һуларға — һауаң, эсергә һыуың етмәйме?

-- Эштәр шул көйө барһа, ысынлап та етмәйәсәк. Еҙнәйең урғылтҡан һәм быҫҡытҡан ағыуҙарҙан тонсоғоп үләсәкбеҙ. Атмосфера ғына түгел, рухосфера бысрана – рухосфераны дауаларға кәрәк! Кисектергеһеҙ ҡаты саралар күреп!

-- Һантый! Яңғыҙ ҡарға ҡарҡылдап яҙ килтерәме?! Рәсми органдар ни ҡарай?

—Барыһын да органдарға тапшырһаҡ, — Мотал, уйынға һабыштырырға итеп, ҡатынын яурын башынан ҡосаҡланы, — беҙгә ни эш ҡалыр ине, көмөшөм?

Ҡулы аҫтынан боландай һыпырылһа ла, тегеһенең тауышы йомшай төштө:

—Башҡа ҡайғың булмаһа, кемдәрҙеңдер башҡарылмаған вазифаларын йөкмәп, ауыртмаҫ башҡа тимер таяҡ, тигәндәй, башыңды ҡатырып йөрөмәсе, алтыным. Эс-бауырыңды өҙөлдөргән ғәмдәрең дә етерлек.

-- Ниндәй ғәмдәр ул шул тиклем?

-- Ҡатының, яҡын туғандарың хаҡына ҡыл ҡыбырлатырға ла иренәһең, гел генә ваҡытың юҡ, эштәр муйындан. «Волга»ңдың ана һөлдәһе ҡойолорға тора — әҙәм рәтле ултырып йөрөргә лә оят. Мине һанға һуҡмаһаң, үҙеңдең яҙыусы абруйыңды ҡайғыртыр инең, исмаһам. Басир ҡустыңдың, Дилбәр балдыҙыңдың хәлдәрен дә ҡолағыңа элмәйһең!.. — Бешкән сейәләй ирендәре бүлтәйҙе. — Икеһе тиң күҙ алдында үҫтеләр — кемдекеләр, тиһә, шуларҙыҡы, тиерҙәр. Инде башлы-күҙле итергә лә ваҡыт, ә торор ерҙәре юҡ. Һуҡыр һин.

-- Бәй, яңы машина алыуыбыҙға дүрт-биш йыл да үтмәгән, был ни тағы?! Ҡусты менән балдыҙҙы ла абайлайым, ниңә абайламай, ти. Был мәсьәләлә, беләһең, йөрәк менән йөрәк һөйләшә — йәштәр үҙҙәре хәл ҡыла. Үҙебеҙҙән генә алайыҡ...

-- Бында беҙ не причем! Беҙгә аҡыллы кәңәшселәр булманы.

-- Ә һин алыр инеңме ул кәңәште? — Мотал көлөмһөрәне. — Хәтерлә әле: кемде тишек кәмәгә ултыртып, кем муйынына аҫылындың?

-- Һе, кемдең уйы нимәлә икән! Ярар ине лә бит Дилбәр балдыҙың да Басир ҡустыңдың муйынына барып сорналһа... Басир ҡәйнеште әйтәм, шундай уңған, шундай тилбер: йөрөгән ерендә аяғына йүрмә эләктерә белә.

-- Ҡатынының тел төбө нимә тумбытҡанын артығы менән аңлап, ҡаштарын һындырҙы:

-- Юҡты һөйләмә әле: Басир ҡустының сифаттары бик үк оҡшап етмәй миңә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Дилбәр балдыҙ йәл уға, шалопайға...

-- Бына һиңә кәрәкһә, иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ... «Бәрәкалла!» тип кенә әйтәһе урынға... Танауы еҫ-ҡоҫ тоя, ҡулы аҡса һәрмәй белә — һинең ише ыштанһыҙ философ түгел! Талант!

-- Талантлы халтурщик ул, бына кем!

Мөхлисәнең быға иҫе китмәне:

-- Силәгенә күрә — ҡапҡасы, тигәндәй, заманына күрә йәшәй ҙә белә шул. Ысын талант эйәһенең даны менән аҡсаһы бергә йөрөй ул, һинең ише түгел...

«Һиңә инеп киткән аҡсаларҙы һанай башлаһаң...» — Эстән һыҙҙы яҙыусы. Ул иҫен йыйған арала һөңгө осо икенсе яҡтан һүрҙе:

—Йәүҙәт кейәүҙе әйтәм, һимереп һикерәндәй ул. Һылыуҙарҙан-һылыу ҡатынының ҡосағында май эсендә йөҙгән бөйөрҙәй мөлдөрәп кенә йәшәйһе урында, рәхәт ҡәҙерен белмәй, ғаиләһен ҡан илата. Гөлзифаһы кеүекте уға табырға әле, ай-һай! Ҡатын түгел — алтын, сберкнижка! Хәйер, был замандың ир-аттары ҡатын ҡәҙерен белмәй шул.

Гөлзифа һеңлеһе ни ҡәҙәр ғәзиз булһа ла, кейәү-баланың да хәленә керергә кәрәк ине.

-- Тормошҡа бер яҡлы ғына ҡарайһың. Ғәйеп атта ла, тәртәлә лә барҙыр. Үҙебеҙ ҙә һандуғастар һымаҡ һайрашып ҡына йәшәмәнек.

-- Беҙҙең хәлдәр, — ҡатынының иламһырап ҡалтыранған тауышынан ятайыу һулышы бөркөлдө, — бөтөнләй башҡа, алтыным. Һинең менән мин, бахырҡайҙар, ғүмер-баҡый осон осҡа ялғай алмай интектек, бәғзеләр көрәп-көрәп алғандың төхөрөн дә күрмәнек.

Мотал, мәсхәрәләнеп, ҡарашын иҙәнгә терәп, бер талай өндәшмәй ултырҙы.

-- Көмөшөм, ниңә фәҡирләнәһең?

-- Нимә, байығып киттеңме әллә? Һинең ише ҡәләмғыуарҙар кәм тигәндә йыл да бер повесты, ике йыл һайын кирбес ҡалынлыҡ романды ташҡа баҫтырта, театрға пьесаһын илтеп ҡыҫтыра. Көрәп-көрәп гонорарын, премияларын ала. Ә һинең биш былтыр сыҡҡан «атаҡлы трилогия»ңдан ғәйре нимәң бар? Ун йыл буйы һаман ҡорошоп ҡатҡан роман өҫтөндә ҡағыҙ-ҡәләм бөтөрөп ултыраһың, етмәһә, артыңды ла уйламай, яманатлы шул Йәүҙәт кейәүеңдәй отороңдо тырпайтып, донъяның көслөләре менән алышҡа киҙәнмәксеһең. Хөппөлгәрәй бажаң артында ниндәй филдәр торғанын белмәйһеңме? Ҡәләмең менән төртөп кенә йығырмын тип уйлайһыңмы? Былай ҙа, әллә ниндәй ғауғалы мәҡәләләрең менән түрә-ҡараны биҙҙерттең, дошман өҫтөнә дошман арттырҙың, ҡарт көнөңдә...

«Ҡарт көнөңдә»... Әйткәндәренең ҡалғандарына ҡарыу юҡ, ләкин быныһы ни тағы? Уны ваҡытынан элек ҡартайтып маташа түгелме?.. Уҙаманды, ысынлап та ҡартайтып барыуын тойғандай, ытырғаныс шом биләне.

-- Беренсенән, — тине, тыныс ҡалырға тырышып, — беҙ насар йәшәмәйбеҙ. Уға китһә, үҙеңдең ата-бабаларыңдың нисек көн күргәнен уйла ла үҙеңдекенә сағыштыр.

-- Таптың сағыштырыр нәмәне!

-- Һәр хәлдә, мин үҙемдең ҡәҙерле атайым Булаттимерҙекенән ун тапҡырға арыуыраҡ йәшәйем. Уйлап ҡара: ун тапҡыр! Ҡыйышып йөрөп, ҡанын ҡойоп, совет власын үҙ ҡулдары менән яулап алған һәм төҙөгән граждандар һуғышы геройы, илде индустриялаштырыуҙың хеҙмәт ҡаһарманы, Ленин гвардияһы большевигы Булаттимер Шаһибәрәковтың улы унан ун тапҡырға артығыраҡ донъя рәхәтен күрә. Ни өсөн, ниндәй хеҙмәттәрем хаҡына? Булаттимерҙән ун тапҡырға артығыраҡ эшләнемме? Ун тапҡырға намыҫлыраҡ, ҡыйыуыраҡ булдыммы? Ватан йөгөн ун тапҡырға ауырыраҡ күтәреп, үҙ ғүмеремде ун тапҡырға йышыраҡ ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙыммы? Юҡ һәм юҡ! Фәҡәт ун тапҡырға, юҡ-юҡ, йөҙ тапҡырға нәфсемде аҙҙырыуҙа: ашарға, эсергә, кейенергә, күңел асырға өйрәнеүемдә торалыр минең Ватан алдындағы иң ҙур «ҡаҙаныш»!.. Әгәр бик тә белгең килһә, ошоғаса дөрөҫ йәшәмәүемә — аҙыраҡ яҙып, күберәк алышмауыма үкенәмен... Ә һин Яубаҫаров бөкрөһөн һыйпарға, эсе сөрөк өйәңкене... мөһәбәт имән тип танырға димләйһең.

-- Бәй-бәй, ниңә тәртә һындырырҙай тулайһың, әллә ышлыяң аҫтыңа ҡыҫылдымы?.. Ҡарт имәнде төкөп ауҙармаҡсы булған ужым быҙауы хәленә ҡалып ҡуйма тағы! – Танауын мышҡылдатып ситкә боролдо. -- Уға китһә, миңә тимәгәйе, баштүбән йөрө, бабаларың һымаҡ киндер күлдәк менән ыштан, ҡайыш сарыҡ ҡына кей! Йәне һөйгән — йылан ите ейгән, тигәндәй, алабута менән кесерткән ашай күр, рәхим ит! Башҡалар балда-майҙа йөҙөп йәшәгәндә өйөңдә асығыу режимы иғлан итһәң, бәлки, донъяның аҫты-өҫкә килер, йәмғиәттә үҙегеҙ йырлаған коммунистик үҙаңлылыҡ сәскә атыр. Шуны иҫәпкә алып, моғайын, үҙеңә орден бирерҙәр йәки лауреат яһарҙар! — Ҡайтарып нимә әйтер икән, тигәндәй, ҡатыны көҙгө тирәһендә борғоланды, ҡаршы яҡтың тамам өнө тығылыуға инанып, тырт-тырт баҫып, еңеүле һуғыш ҡырынан тиҙерәк сығыу сараһын күрҙе. — Ҡабатлап әйтәм: сөрөк өйәңкене һөҙөп йығам тип, билең биртенеп ҡуймағайы, алтыным. Эсе сөрек булһа ла, ҡабығы ҡалын уның, ҡарт өйәңкенең. — Мөхлисә сәй табынын йәһәтләне. — Өҫтәүенә, шул алама Яубаҫаровтың үҙеңә атай урынына ҡалғанлығын да онотма — шуның арҡаһында бит кеше булдың. Ит изгелек — көт яуызлыҡ, тигәндәрен онотма.

Эйе, хаҡлыҡ юҡ, тип әйтеп булмай бисәһенең тылҡыуында. Атаһының яҡты исеме аҡланып ҡайтҡас, һуғыш-ғәрәсәт йылдарында уларҙың донъяла барлығын иҫләмәгән, аралары яғылмаған усаҡтағы көлдәй һыуынған әүәлге таныш-белештәре, туғандары ишек ҡаға башланы. Атаһы урынына ҡалған завод директоры Яубаҫаров иһә электән үк уларҙы ташламағайны, йәшереп кенә кеше аша ярҙам ҡулы һуҙа торғайны. Ә донъялар үҙгәргәс тә өйҙәренә үҙе килеп, буйға ҡалҡынып уҡ еткән Металлды, хәҙерге Моталды, ҡәҙерле остазымдың алтын ҡаҙығы тип, асыҡтан-асыҡ ҡанаты аҫтына алды. Булаттимер Шаһибәрәковтың революция тыуҙырған оло шәхес, талактлы инженер-химик, ялҡынлы большевик, төбәктәге шанлы химия промышленносына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булыуы тураһында митингыларҙа тулҡынланып һөйләне, үҙен уның шәкерте, эштәрен дауам иттереусе тип атаны. Уланды үҙенең заводына эшкә урынлаштырып, торараҡ вузға димләне, вуздан һуң ҡабат заводына ҡайтарҙы. Студент сағынан уҡ шул заводта эш башлаған бажаһы Димустан унда оло абруй ҡаҙанып, партком секретары итеп үрләтелгәйне, дуҫлыҡтары шул йылдарҙа көсәйҙе. Мотал, белеүебеҙсә, тырышып-тырмашып, гәзит-журналдарҙа яҙыша ине; ҡайһы берәүҙәр, иҫкене иҫкә төшөрөп, йәш яҙыусы менән директор араһына «ҡара бесәй йүгертеп» ҡаранылар, атаһы Булаттимерҙең фажиғәле яҙмышында Яубаҫаров туранан-тура ғәйепле, юҡҡамы ни иртәгәһенә үк директор креслоһына менеп ултырҙы, тип игәнеләр. Мәгәр Мотал, үҙ һүҙҙәре менән әйткәндә, ғәйбәттәрҙән өҫтөн ҡалды, «тарих саңында соҡсонорға» теләмәне. Әсәһе әйтмешләй, булған да үткән, үлән үҫкән — кәҫле сирәмде ҡуҙғалтыуҙан ни науа?..

Уның менән директор араһын, хоҙай быға үҙе шаһит, атай хаҡына түгел, ә заводтың әйләнә-тирәгә бөркөлдөргән ҡара һөрөмө, ағыулы ыҫы, ә шул гонаһ шомлоғо өсөн туранан-тура директорҙың ғәйепле булыуы ҡырҡыулаштырҙы. Ошо аяныслы хәлгә (мөхитте ағыулауға) яҙыусы һәм директор баштан уҡ икеһе ике төрлө ҡарағанлыҡтан, аралағы сик һыҙығы тәрәнәйҙе, тора-бара упҡынға әүерелде. Хәҙер инде Мотал атаһы һәм Яубаҫаров араһында ла шул упҡындың ҡарайып ятҡанлығын тоя. Тәбиғәт-Әсәгә һис ҡасан да ике йөҙлө булып булмай; ниндәй генә хөлләгә төрөнһәң дә, ул һине үтәнән-үтә күрә, ул һиндә фәҡәт икенең берен таный: йә -- мәрхәмәтле кеше йөҙөн, йә рәхимһеҙ балта һағағын. Өсөнсөһө бирелмәгән.

Мотал шул бөйөк Әсә алдында үҙенең кеше йөҙөн һаҡлай алдымы һуң? Әллә, тәбиғәт-Әсәгә киҙәнеүсе балта йеҙөн күрмәмешкә һалышып, йөҙ йәшереп йөрөнөме?.. Яубаҫаровтың — атай ҡорҙашы, атай шәкерте булыуы, ҡасандыр үҙен ярлыҡауы ошоғаса, хәҙерге обком секретары Ҡыҙыл башҡорт әйтмешләй, уның намыҫын бығаулап тоттомы?.. Хаҡлыҡ яҡлап яҙғанында аҙаҡҡаса күҙ йоммаҫҡа ирек бирмәнеме?.. Бына ниңә уның байтаҡ публицистик мәҡәләләрендә, фельетондарында һабансының төрәнде ҡырсып таҙартҡыс ҡарлауы урынында елпеүес күтәрелгән, балдыҙы Дилбәр Таңатарова хәтлем дә була алмаған. Моталмы был?..

Бына ялтыр ресторандың төпкөлөндә хәләл ефетенең йылы ҡулынан сәй һемереп ултыра. Күренеп тора: Мөхлисә, бизмән табағын үҙенә ҡарай самаһыҙ ауыштырғанлығын һиҙенеп, герҙәрҙе тигеҙләргә — алсаҡлығы менән ирен йыуатырға тырыша. Эш тә эш, бынағайыш, тигәндәй, һис өйҙә тороп булмай — һиңә тәрбиә ҡылырға ла әмәлем юҡ шул, йәнәһе. Өҫтәүенә, «Ярлауыҡ»тың әле үҙләштерелмәгән, ярты ҡаланы һыйҙырырҙай мәмерйә залдарының береһендә емеш-еләк, йәшелсә һаҡлағыстары ҡора башланыҡ, кооператив ысул менән. Ҡояшлы Әрмәнстандағы «Арарат» колхозы менән тығыҙ берлектә — вәкилдәре Саркисян үҙеңә мәғлүм. Һаҡлағыс әҙер булһа, ҡалабыҙҙа йәйен-ҡышын субтропика емештәре өҙөлмәйәсәк. Бына шул Армен Саркисян иптәште лә саҡырып алайыҡ, тим, иртәгә йыйыласаҡ ҡунаҡ мәжлесенә, бәҫле ағай-эне ҡатарында. Энә үткән ектән еп үтә... Әйткәндәй, Басир ҡустың ҡайтып төшөүе менән үк бөркөттәй осоп килеп етте, ағайымды өҙөлөп һағындым, ти. Телефондан үҙеңде эҙләпме-эҙләй, әллә ҡайҙа йөрөйһөң...

-- Асҡыс бирһәң ни булды, әллә ишектең ҡайһы яҡтан асылғанын да онотҡанмы, шалопай?

-- Әстәғәфирулла тәүбә, ҡалай тигән буласы... Кәрәкме ни уға һинең асҡысың. Ҡәҙимге ғәҙәте буйынса, ҡунаҡханала урынлашҡан, әлбиттә, уға унда тынысыраҡ та, иркен дә. Телефон төбөндә ултырам — ағайымды һағалап, нисек күрмәй түҙәйем, ти. Бәлки, үҙең шылтыратырһың — бына телефоны.

-- Әллә ҡайҙа китеп бармай, өлгөрөрбеҙ.

Мотал өҫтәлгә терһәге менән таянған килеш, башын баҫып, «фирменный»ҙы шопорлатып һемерҙе. Һорау юҡ, кәңәш-төңәш итеү юҡ, кәйефең нисек әле һинең, тип белешеү юҡ, үҙҙәре теләгән сәғәттә ҡайта ла төшәләр, ә быныһы тота ла ҡунаҡ йыя. Илгәҙәк ҡатын күңелен күреп, яҙыу өҫтәленән ҡубынырға, табындағы йәне һөймәгән типтар менән осрашып типтерергә, ҡул бирешергә тейеш. Етмәһә, әйтмәй-нитмәй, мең саҡрымдан был шалопайын саҡырып ҡайтарған! Бығаса өн сығармаған Басир ҡустының ни ҡыш, ни яҙ аралығында өҫкә ишелгән ҡарҙай ҡапыл ябырылыуы алъюҫыҡтан түгелдер. Электән йылғыр ине. Мәскәүгә уҡырға киткәндән биреле, бурысынан ҡасып йөрөгән бәндәләй, Моталға күҙ күрһәтмәҫкә тырыша. Сөнки сүлмәктәге майҙы харамлағанын яҡшы белә йылғыр бесәй: рәссам булып етешер-етешмәҫтән үк, «оҙон аҡса» ҡолдарына тағылып, башын «шабаш»ҡа һалып, әштер-өштөр эштәре өсөн колхоз-совхоз кассаларын тунағанын ағаһы өнәмәйәсәген яҡшы белә. Фәҡәт йә берәй эш боҙһа, йә башҡа ғәме иҙһә генә, күле ҡороған суртандай, күшкәте шиңеп, туғанлыҡ хаҡын дәррәү иҫкә төгпөрә лә көтмәгәндә шомтайып ҡайтып инә. Был юлы ла ҡылығының артында ғиллә барҙыр!..

Ҡатыны иһә ҡауырһындай ҡағыҙға яҙылған исемлек килтереп һалып, күгәрсендәй гөлдөрләүен дауам итә: табын күркәм булмаҡсы, ҡалабыҙҙың бынамын тигән абруйлылары, уҙамандары йыйыла...

Инде шик юҡ: Армен Саркисян булған табында, тимәк, хәләл ефет ниндәйҙер мут отош уйнарға теләй. Тик нимә хаҡына? «Машинабыҙ иҫкерҙе, яңы «Волга» юлларға ваҡыт һиңә»,— тип, ҡолаҡ итен кимерә башлағайны — әллә шуғамы?..

Ҡунаҡ исемлеге Димустан Бикләмешевтән башланыуын күреп, Мотал уғата йомолдо, ҡуҙға төшкән ҡалъя кеүек сөрөштө. Их, ҡатын-ҡатын, обком секретарын ҡайһындай өйөрҙөң башлығы яһап иң өҫкә сәпәп ҡуйғанһың, шуның яҙыҡлығын нисек белмәйһең? Исемлегеңде күрмәйенсә лә тойған буғай йөрәгем — ярай саҡырмағанмын... Ә ҡусты менән балдыҙ тәңгәленә килгәндә... инде шалопайланырға юл ҡуймам — хәләл күкрәк көсө менән ярып өйрәнһен юлды! Хәйер, быны мин генә түгел, ә тормош һәм... — яҙыусы, тонйораған мейеһен йәшен ярып үткәндәй, күҙ алдары гөлтләп китеп һиҫкәнде, һемереүҙән туҡтаны, — әйе, романдың сюжеты шулай ҡуша! Бөтәһе-бөтәһе рухосфераға бәйле!

Был, бәлки, әҙип мин-минлегелер, бәлки, һөнәренең мәжбүри ҡанунылыр, әммә уның иң киҫкен тормош кисерештәрендә лә яҙыласаҡ әҫәренең сюжет ебе төҫмөрләнер, тормошо менән ижады үрелеп барыр ине. Һәм бына шул ҡанун бойороуынсалыр, Мотал фекере көтөлмәгән юлаҡтан тәгәрләне: үҙен албырғатҡан ошо тормош ығы-зығыларын бер усҡа бөрөп, баш бирмәҫлек толпарҙарҙы эйәрләп, бер юлы ике ҡуян атырға — китапҡа тормошсан ике сәхифә керетергә:

мәжлес табынына үҙе бармайынса һәм, әлбиттә, Ҡыҙыл башҡортто ла саҡырмайынса, ҡатынының хәүефле ҡунаҡ уйынын үҙгәртергә, шуның менән табындағылар рухосфераһын дөйөм рухосфераға һәм роман сюжетына лайыҡлы йүнәлешкә борорға;

әллә ҡасандан йәне-тәне, аяғы тартҡан Иҙелбаш — Инеш удар тимер юл төҙөлөшөнә олағып, тыуған ерҙең ҡайнап торған хеҙмәт һулышын тойҙортҡос өр-яңы сәхифә өҫтәргә...

Мөхлисә сәй табынын йыйыштырҙы:

—Иртәгә дуҫтар түңәрәгендә һәүетемсә ултырып гәпләшерһегеҙ, уртаҡ тел табырһығыҙ — Яубаҫаров та, Бикләмешев тә була бит.

Эй ғүмер!.. Ҡатынының ошоноң ише киҫәтеүҙәрен ҡолаҡҡа элмәүе арҡаһында нисәмә-нисә тапҡырҙар янғаны бар... Ҡыҙыл башҡортҡа еңел ул, яҙыусы — йәмғиәттең намыҫы, ҡанһырап торған яланғас нервы тамырҙары, тип лаф ороу, ҡайҙа яугир публицистикаң, тип таптырыу. Үҙе Мотал урынында булып ҡараһын ине!.. Был юлы ла яҙмыш үҙе, Мөхлисә ауазы булып, уны ҡурсаламаймы? Күрәләтә башыңды утҡа тыҡма, тип...

—Ниңә телеңде йоттоң, әллә ишетмәйһеңме? Димустан ҡорҙашыңды саҡырып ҡайттыңмы, киләме, тим?

Мотал сығырға йәһәтләнде:



—Бөгөн мин дә һуңлап ҡалам, юғалтма. Көсыуаҡта түбәләрҙән тамсы тама башланы — дачаны байҡаштырып ҡайтырға кәрәк. Юҡһа былтыр ҙа, ҡар баҫып, веранданың ҡыйығы емерелде. — Ишекте асыр алдынан ғына өҫтәне: — Ҡыҙыл башҡорт табында булмаясаҡ. Обком кешеһен беләһең — һәр минуты иҫәпле, пленумға әҙерләнә, яңы һепертке һыҙырып һеперә, ти. Әйткәндәй, иртүк мин дә районға осоуым ихтимал — бюро бойора! — Бүлмә уртаһында һалҡын боҙһылыу ҡатырып ҡалдырып, ишекте һаҡ ҡына япты.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет