Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в пятнадцати томах әҪӘРҘӘр ун биш томда том



бет4/19
Дата01.07.2016
өлшемі3 Mb.
#170625
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   19

МЕТЕОРҘАР ЮЛЫ


Заманында партия ҡалыбына һыйышмауым арҡаһында матбуғатҡа юл яра алмай архивымда ятып ҡалмыш әҫәрҙәрем араһынан әле килеп ошоноһон әҙәбиәт һөйөүселәргә тәҡдим итергә булдым, сөнки ул бынан утыҙ йыл элек яҙылһа ла, хәҙерге фирҡәләр алышы ҡайнаған буталсыҡ осоробоҙға лайыҡлы үҙ аһәңен, фәһемле тарихи әһәмиәтен һаҡлаған һымаҡ... “Балыҡ башынан серей”, тигәндәй, хаҡимлыҡ ҡылыусы Коммунистар партияһының шул етмешенсе йылдар башында уҡ “боҙола” башлауын да абайлар зирәк уҡыусы. Метеорҙар юлынан барған миллиондарҙың йөрәк уты һүнмәһен, йәш йөрәктәрҙә, ниндәй фирҡәлә булыуҙарына ла ҡарамай, азатлыҡ ялҡыны дөрләп тоҡанһын ине.

Автор. 28.11.1999.
I
Партияға

икәү бергә керҙек, —

һин таҫыллы инең күптәрҙән, —

шатландыҡ беҙ:

“Ирҙе арабыҙҙан

яугир итеп

Заман күтәргән!”
Ул хаҡ-көндә

Ленин хаҡ-һүҙҙәре

шартлап торҙо һинең телмәрҙә.

Бюро әйтте:

“Беҙҙең йәш уҙаман

йәнен өрөр йәнһеҙ йәндәргә!”


Һинең менән ҡуша

мин бит үҙем

Ҡояш-атҡа ҡайттым атланып:

ике ҡорҙаш —

бөйөк партияның

яугирҙәре булып атланыҡ!


Йөрөп сыҡтыҡ

янып беҙ ул төндө,

Ер шарында гиҙҙе хыялдар...

Утлы ҡантамырҙай,

табандарға

типте утлы меридиандар:


“Һеҙ — коммунист! Донъя һорай һеҙҙән! —

Хаҡ һәм Нахаҡ яуын осларға!”

Ант итештек:

мәңге, мәңге тынмай

ҡылыс ҡайрап һөңгө тосларға,

ныҡ торорға ҡыҙыл постарҙа!


Һәм ҡояштың ҡыҙыл хәнйәрҙәрен

һурып алып,

таңдан һаплаттыҡ.

Һәр икебеҙ илгә

биш ҡитғалы

ал Ер шарын йөкмәп апҡайттыҡ,

үҙебеҙгә үҙебеҙ шаҡ-ҡаттыҡ...
Керештек беҙ

Көндө арсаларға

ялмауыҙҙан, яллы-ялғандан.

Ҡояш үҙе көйрәр төҫлө ине

беҙҙең йөрәк бәргән ялҡындан!
Ярылырға —

яугир булырға! — тип,

шартлап китер саҡтар бар ине.

Ғәҙелһеҙлек күреп ең һыҙғанһаҡ,

беҙҙең өсөн донъя тар ине.
Көн-сатҡынан ҡойған хәнйәребеҙ

төҙ ҡаҙалды Нахаҡ күҙенә —

атам арбаулыһы булмағайы! —

тормаҫ инек ҡарап йөҙөнә...


Шул көрәштә,

беләм,


мүк ҡаплаған

яраларҙы


ярһып ҡуҙғаттыҡ.

“Дуҫ!” тип туҫтаҡ тотор тоҡомдарҙы,

туғандарҙы хатта юғалттыҡ.
Беҙҙең өлөш —

түгел майлы бәлеш,

яуып торҙо ҡаты туҡмаҡтар.

Ал хәнйәрле ҡояш ҡоро өсөн

һалынмаған берләм һуҡмаҡтар...

Көрәштәш дуҫ!

Булдыҡ бит беҙ ырыҫ --

ут-йылдарҙы яуҙа үткәрҙек!

Бил бөгөлөп һыныр сәғәттәрҙә

ир намыҫын ғорур күтәрҙек!


Кер ҡармалап беҙҙең табандарҙан,

күпме сәүек ерҙә буталды.

Ләүкеп янған ҡайбер усаҡтарҙан

ҡай саҡ фәҡәт бер ус көл ҡалды.


Наҙламаны

беҙҙе


күк Тәңреһе:

“Был юл шыма —

шунан ел, кешем”.

Дөрөп барҙыҡ,

төрөп табандарға

меридиандарҙың керешен!


Яугир ҡорҙаш!

Әйтмә: “Һәй, арыныҡ —

сикәләргә

ҡарҙар ҡунғылай...”

Беҙ — коммунист!

Ә коммунист ғүмере —

йыһан ярған метеор юлылай!
Атыла ул

ярып төн ҡабағын,

күкрәп-дөрләп сихри сәм менән,

выжданының йыһан масштабын

һыҙыр өсөн ғаләм йәненә.

II
Атылдыҡ шул янар метеорҙай,

ярҙы төндө

йөрәк,

утланып...



Кем уйлаған

беребеҙ


ярты юлда

ярһыуҙан, тип, төңөр, мутланып?!.


Метеорҙар юлы — ялҡынлы юл,

тәүәккәллек теләй ирҙәрҙән.

Кем уйлаған

быҫҡыр беребеҙ тип,

дөрләп барыр саҡта үрҙәрҙә?!
Метеорҙар юлы — ҡатмарлы юл,

ут иләге аша үткәрә.

Метеорҙан ыҫлы торомбашҡа

ҡалмаҫ өсөн талмаҫ үрт кәрәк.


Ә ул үртте,

дары моҙғайылай,

һаҡлай белә

ирҙәр


йөрәктә.

Метеорҙар булыу ғилемдәрен

метеорҙар юлы өйрәтә.

III
Кем уйлаған...

Беҙ ҡуш янғын инек,

яҙлығышты утлы яурындар...

Әллә инде,

тим,

беҙ алмашындыҡ,



Алмашынды әллә урындар...
Бер ҡояштың ҡуҙлы ҡуш хәнйәре

көн ҡоронда шундай үҙгәрҙе:

бере йомшаҡ ҡынға кереп ятты,

бере сәсрәп ташҡа йөҙ бәрҙе...


Мин күҙ асып

тәү ҡат баҡтым һине,

алйыу иткән антлы таңдан һуң:

абау, дуҫым,

ҡалай ҡупайғанһың,

ҡалай олпат булып алғанһың!..


Күпме заман

күрмәй йөрөгәнмен, —

булған имеш һиндә

мәғәнә:


донъя ҡуласаһын өйрөлтөргә

китеп бара түрә (вәт бәлә!) —


күрешергә хатта ваҡыты тар...

Ҡырҙан ғына уҙа баш һелкеп.

Ах мин, аңһыҙ, шуны белмәгәнмен:

күҙ өҫтөндә күркәм ҡаш итеп


ҡуйғандар бит кисә ҡорҙашымды...

Үрләткәндәр... инде ул — өҫтә...

Метеорҙы — ах был мут йәнлеләр! —

быҫҡыталар бәҫле ...тиреҫтә...


Бюрократлыҡ синхрофазатроны

плазманы бәйләп өлгөргән.

Ҡорҙаш өсөн инде мин — “элемент”

ҡотҡо һалып илгә йөрөгән...



IV
Хәҙер инде

хәнйәр һабына ла

(масштаб тар!) ҡулы үрелмәҫ.

Аяҡтары


икәү дөрләп янған

утлы-ҡуҙлы юлдан йөрөмәҫ.


Контораның биләй космодромын —

курьер көтә ымын ҡапҡала.

Ҡағыҙға ир Ерҙе төрөп илтә

ҡултыҡ аҫтындағы папкала.


Шул папканан ситкә тайып ҡара —

түңкәрелер күктең көмбәҙе.

“Массалар»ға

һыу һәм һауа һымаҡ

тиреләлер түрә вәғәзе.
Өйрәтә ул

ҡалай йәшәргә лә,

нисек итеп хатта

ашарға.


Ниңә кәрәк

үҙ фекерең йөрөтөү

беҙҙең кеүек ҡыуыҡ баштарға!
Күптәр шуға тоя башланылар

үҙ мейеһен артыҡ йөк итеп:

“Беҙҙең өсөн уйҙы түрә уйлар —

ниңә кәрәк мейе йөрөтөп!”


Әллә инде шайтан алмаштырҙы

ҡорҙашымды, алды албаҫты?

Киң түшенә миҙал ҡылып көйләй

ҡылыс итеп ҡайрар алмасты...



V
Көрәштәш дуҫ!

Ҡарғып “масштаблы”,

ҡарғышына кемдең тарының?..

Өйөңдә лә инде ҡырлыҡтарҙан

айырмайһың топ-тос тарыны.
Секретарь ҡыҙ менән ҡыҙып китеп,

осорғанһың ҡотон ғаиләңдең.

Йыйылышта үҙем ярып һалдым

ярғанаттай йәмһеҙ хәйләңде.


Ҡырын ҡарап уҙҙың үҙ юлыңдан...

Ҡорҙашыңа арҡа күрһәттең.

Оноттоң шул бергә янғандарҙы,

йөрәктәрҙе ҡуша дөрләтеп.


Метеорҙар юлы — ир үтәр юл,

ситләп үтмәй әммә ваҡлығы;

селпәрәмә килеп шартлап китһен

йөрәгеңә ваҡлыҡ ҡаҡлығып —


сигенеү юҡ!

Сиген ғаләмдәрҙең

Фиҙакәрлек, Намыҫ билдәләй.

Намыҫыңды ниңә, ҡорҙашҡайым,

теҙ сүктерҙең түҙмер дөйәләй?..

VI
...Алыштым мин

бер көн


мут йән менән

(базарком, — мут ҡомаҡ-йыртҡыс ул).

Ә һин

шул ҡараҡты



ҡағыҙ көйләп

һәм тел сөйләп,

яҡлап ҡырҡыштың...
Йыйылыштың бәйләп аң-тоңдарын

(түрә һүҙе терәк күптәргә),

алйыулаттың партиялаштарҙы –

үтәлмәҫлек эште үтәргә.


Ҡыҙғандырттың

«ғәйбәт ҡорбаны” тип

йылғыр ҡуллы ҡыҙылғолаҡты.

Ҡайҙа булды теге дөрләү юлың,

телер телең ҡайҙа олаҡты?!
Аңланым

тик


ҡалып һуңға быны:

усыңды шул мут йән майлаған!

Һатып алып хатта судъяны ла,

судһыҙ сығыу юлын яйлаған...


Метеорҙар юлы — боролмаҫ юл!

Борғосландың ләкин йыландай.

Әйтсе,

ҡорҙаш,


ҡайһы яҡҡа ауҙың?

Метеорҙар мутлыҡ ҡылалмай!


Әүерелдең, ахыры, ҡыу туҙанға,

ҡойҙоң ҡалта сатҡы-хәнйәрҙән.

Торомбаштай ыҫлы түрәһең бит!.. —

Һыҙлай йөрәк ошбу хәлдәрҙән...


Үҙең менән уртаҡ фронт тотҡан,

тиң көрәштәш булған кешене

алмаштырҙың шул бер баҙарҡортҡа —

был ярарлыҡ,

әйтсе,

эшме ни?!.


Бирҙең арҡа...

“Ябай массаларға

ем бирҙең, — тип, — етәк өҫтөнән”.

Етәксе дуҫ!

Ни бирерһең икән

шул “масса»ға, ауһаң өс көндән?!


Шәйләмәйһең...

“мәңгелек түр”ҙә һин...

Уңдан һурып — һулға һүтәһең.

Партияңдың

Аҡыл,

Намыҫ,


Намын

номенклатур вәғәз итәһең!..



VII
“Өс көнлөк”тәр генә икәнлекте

онотмайыҡ түрә түрендә!

Бейегерәк түргә тирткән һайын,

кем икәне кемдең күренә.


“Ҡорбашсы”лыҡ ҡылып,

массаны һин

әйләндермәк булһаң ҡурсаҡҡа,

тәгәрәрһең текә орбитаңдан,

тәгәрләрһең ҡалып борсаҡҡа.
“Демократ”лыҡ ҡылып уйнауыңдың

уйнашлығын масса айырыр.

Метеорҙар юлы торомбашты

ҡабул ҡылмаҫ! Кире ҡайырыр!..


Онотабыҙ шуны

ниңә бик тиҙ,

масса — Ғаләм, беҙ — саң икәнен.

Тик массаның утлы заңы булып

метеорҙар сирғып киткәнен.
Масса —

түгел тын һоло кеҫәле.

Йә гер түгел

үле суйындай.

Миллион йөрәк

дарҫлай ныҡ көсәйеп

“масса” тигән мөслө бойомда.
Масса мөсөн наҡыҫ тойма һин, ир,

“йөҙөк ҡашы —

мин” — тип гел генә.

Масса —


һине ир иткән баһадир —

ул идара итә

Ер менән!
Аҙым һайын аҙан-сихәтләүең

ҡаҙаҡланһын папкаң эсендә.

Масса мейеһендә

секунд һайын

миллион фекер,

миллион төшөнсә! —

даһи тулай масса хисендә!
Көлкө һалма

хатта тауыҡтарға

сабый көләр вәғәз-һүҙ менән.

Алға ырғып,

төҙ йүнәлеш ал да

етәкләп тарт илде үҙеңә.


Ә аҡыллы һүҙҙе

(ул да кәрәк!)

төбә тыныс һәм ҡал исемһеҙ.

Аҡыл һеңер илгә ныҡ,

төпкәрәк,

һытһаҡ ҡына ҡыуыҡ зитын беҙ!


Булмамын мин хатта “етәк көсө”,

булмам хатта ағза парткомда, —

ләкин партиялаш иптәш өсөн

башты һалырға ла тартынмам!


Мин — коммунист,

эйе,


фронт тотҡан

ябай вәкил,

ябай һуғышсы.

Шуның өсөн

һәр бер ҡыңғырлыҡты

ҡыйратырға мең ҡат бурыслы!



VIII
Әйҙәсәле,

үпкә һаҡлашмайыҡ

телеп әйткән тура тел өсөн:

шалтырауыҡ өндәр ник ташлайһың

ил йөк тартҡан мәлдә —

кем өсөн?!.


Бер баҫҡысҡа

әллә күтәрелгәс

“түрә” булып,

масса эсенән,

уйлайһыңмы:

“Минең тел тирелгәс,

бәхетләнер мең-мең кешеләр!”
Ә эштәрең һинең...

шөкөр түгел...

Боғаҙың көр...

мәгәр ҡырыңда

аҡ ҡыуланып оса билсән төгө,

ҡараһоло ҡарпып моронлай...


Сәселһә лә илгә «игелегең»,

һирәк шыта бойҙай,

сүп -- ҡуйы...

Уңыш даулап,

лозунгылар баулап

өйә илгә түрәм йыл буйы...


Ә теле һуң, теле!.. —

әллә сөйлө?..

Сөйәлләнеп йәнде сыярлыҡ.

Башҡорт теле, тиһәң — урыҫ көйлө...

Урыҫ, тиһәң — урыҫ иларлыҡ...
Була теләк —

сыбыртҡылай телеп

ярыу зарур

әсе тел менән.

Ә һинең тел,

шамбы кеүек тертләп,

шамбылыҡтың боҫа ләменә...
“Кишер сәйнәү” бейек мөнбәреңдән —

коммунисҡа

кимәл түгелдер.

Аҙым һайын

яһил йөрәгенә

тура атып

уҡ-һүҙ тегелдер!
Партияға

зауҡың аҡыл өҫтәп,

телең — яҡлау,

күҙең үткерлек

килтермәһә,

һиндәй партиецтан

мәғәнә бар илгә ни төрлө?..
Тәбиғәттән бүләк итеп алған

сифаттарҙың иң-иң ярһыуын

партияңа взнос итеп һалһаң,

сафта ҡалырға һин хаҡлыһың.


Шәхесеңә шыма һуҡмаҡ яйлап,

уңлы-һуллы әгәр янтайһаң —

дөрөҫ түгел,

Ленин юлын һайлап,

партиялы булыу артабан!

IX
Бар ул, бар ул изге ант юлында —

о! шуныһы ҡандай ҡыуаныс! —

антлы таңдар менән хаҡлы ҡулдар

һура ярһып хәнйәр һәм ҡылыс


Хаҡиҡәттең ҡояш һандалынан.

Һыҙылып китә йыһан юлдарынан

метеорҙар сағыу лаваһы.

Серек һалам кеүек көлгә сыға

сүп йәндәрҙең ыҙғыш-ҡауғаһы!
Тик аяныс:

тоҡосйән вирусы

көл эсендә ҡабат терелә.

Кереп ултыра ул

йәне тынсыу

коммунистың йөрәк түренә.


Һәм “метеор” булып һыҙа башлай

вирус үҙе — шикле “йөк тартып”.

Урт күпертеп

сүбек-тел сәйнәүҙән

уҙа алмай был “ир” олпаты.
Вирусланды шулай минең ҡорҙаш...

Баҙар шәйләп, шәйәт, талпына...

Һыра сиратына сират баҫа,

“яҡын булыу” өсөн халҡына.


Шул арала

хатта дворнигын

тәбрик итә

ике ҡул биреп.

Ә кистәрен

һуға көр домино —

“кәзә яра” ирҙәр илереп —
күҙенә ул, тимәк, “массалар”ҙың

тура ҡарай... Арбай күптәрҙе:

“Яңылышабыҙ, малай, яңылышабыҙ...” —

Үҙе иһә һаман бик әрһеҙ


яҙыҡтарын ҡаплап һаҡлай түрен...

Ике башын һаплай таяҡтың!

Берсә, “халыҡ-аңра” бик ғәйепле,

берсә, “партия бик яуаплы”...


Вирус ҡалғый үҙе ҡап-уртала —

үҙ иңенә алмаҫ һис йөктө.

Әйтһә әйтер: “Беҙ ҙә һабан һөрҙөк,

ватан йөгөн тартып интектек.


Ни ҡылһаҡ — ил менән бергә ҡылдыҡ.

Дөрөҫ, ыҙан байтаҡ сей китте...

Бөтә партия бит һабан тотто —

бөтәбеҙ үк берҙәй ғәйепле!

Күтәрәйек берҙәм ғәйепте!
Ах, Ленин юҡ... Ленин булһа мәгәр!..” —

Көрһөнөр ир

үргә күрһәтеп.

Мөмкин булһа әгәр, ул Лениндан

йөрөр ине үҙен күтәртеп...

X
Ленин!

Ал хәнйәрле янар ҡояштарҙың

бер үҙендә яғып ул барын,

ал комета булып ярып үтте,

мәңгелектең һалып ҡомарын.
Ваҡыт,

тиҙлек,


сикһеҙ арауыҡты

бөрөп тотто бергә усында.

Был титандың тартыу көсө дөрләй

ғаләмдәрҙең ярһыу пульсендә.


Миллион-миллион янар метеорҙар

шул тартымға дөрләп ҡабына.

Ҡуҙы ҡыҙып

саң да,


ялҡынланып,

һыҙа юлын уның яғына.


Мин дә, бәлки, бары ут-саңмындыр,

осҡондор тик

дөрләр өлөшөм.

Көнөм түгел ләкин көлдөксәлә! —

Метеорҙар юлы — минең юлым! —

Дөрләп барырға гел тейешмен!


1970.

ҺАНДУҒАС

1
Һөйләйем мин һеҙгә, әҙәмдәр,

Бер хикәйәт, уны белгәндәр

Ярҙамлашһын бергә көйләргә —

Йөрөһөн ул телдән-телдәргә.



2
Был төн — булмай торған хәл булған:

Тәхетенән ауған тәңрехан.

Имеш, быуа уны бер сал ҡарт,

Арыҫландай алғыр, уҫал ҡарт.

Аҡ һаҡалын урап биленә,

Тарта уны тамуҡ төбөнә...


Таң һыҙылғас дала ситендә,

Нур уйнағас ҡала өҫтөндә,

Манаралар осо алланғас,

Йүгергән хан сығып яланбаш.


Алты солтан сыҡҡан артынан,

Вәзирҙәре берҙәм ҡарпыған

Араларға шомдан хан башын —

Кейҙертергә ҡабат шан тажын.


Тәңрехан тик сапҡан ҡуяндай,

Аусыһынан ҡасҡан боландай —

Шом ҡатырған уның бәғерен...

Ҡыуып етеп ерҙең тәңерен,


Ҡаптыртҡандар тажын башына.

Таж аҫтында килеп һушына,

Аҡылына хаким ултырған.

Һүҙ әйтергә тамаҡ ул ҡырған.


Тик “шау!” иткән ҡапыл шул ваҡыт

Оло майҙан: күкте ҡуҙлатып

Хасил булған һары һандуғас!..

...Манаралар көнгә балҡығас,


Ҡош ҡанаты тилбер елпенгән,

Сыңрап ергә талир түгелгән.

Тылсым тиреп сыңрау хөрлөктән,

Көллө майҙан күккә күҙ теккән.


Баҡҡан ғәскәр юйып ажарын.

Онотҡан ил ерҙә таж барын, —

Алты солтан хатта тел йотҡан...

Һыны ҡатып ошо ҡылыҡтан,


Һандуғасҡа төшә хан кәре:

— Нимә ҡарай шанлы ғәскәрем?!

Аҫһын дарға тотоп былбылды!..

Былбылдың тик эҙе юйылды...


Хан, йотоп ҡан, шул саҡ йома күҙ.

Баҡһа асып, алда — таныш йөҙ:

Төштә уны быуған дәү, сал ҡарт,

Арыҫландай алғыр, уҫал ҡарт.


Урап билгә уйнай һаҡалын:

— Булһа әгәр тамсы аҡылың,

Эҙләмә, хан, күктән ғәйепте —

Ҡаршыңдалыр тора ғәйепле:


Тылсымына төрөп мең ҡабат,

Бирҙе миңә хоҙай моң, ҡанат!

Ерҙә — әҙәм, күктә — ҡош затым.

Талмаҫ аяҡ, һынмаҫ ҡанатмын.


Хаҡлыҡ ҡарт мин. Үҙем — Былбылмын.

Хаҡһыҙлыҡты һеҙҙең йолҡормон!..

Һөрөм һөрөп йөҙөн, хан ауа.

Һаҡаллы ҡарт күҙҙән юғала.



3
Һарайҙы шом һарған ҡәберҙәй.

Башын эйгән солтан, вәзирҙәр:

— О тәңрехан! Көнгә тиң ата!

Ҡайғыраһың көйрәп ни хаҡта?


Беҙҙең әллә хеҙмәт етмәйме,

Илең әллә хөрмәт илтмәйме?

Үтәлмәйме әйткән эштәрең,

Тыңламаймы һәптән ғәскәрең?


Диуарҙарың әллә ауғанмы,

Һағыш шунан һуҡмаҡ һалғанмы?

Бөтөнөһөн тиреп бир, бөйөк!

Хәүефеңде беҙҙәр беләйек!



4
Хан саҡ ҡына башын һелкеткән:

— Һеҙҙең хеҙмәт миңә бик еткән.

Ҡаты ҡулда ҡылыс елгәндә,

Килеп тора хөрмәт илдән дә.


Үтәләлер әйткән эштәрем,

Көтөп тора һәптән ғәскәрем.

Диуарҙарым бейек күктәрҙән,

Әммә... еге кейек үткәргән —


Шәйләнегеҙ быны үҙегеҙ.

Күрмәһәгеҙ — сыҡһын күҙегеҙ!

Буҙлап ниңә “Былбыл-Хаҡлыҡ” ҡарт

Ҡуймаҡ була миңә ҡаты шарт?


“Хаҡһыҙлыҡ” тип минең хаҡлыҡты,

Болғатмаҡсы ҡара халыҡты.

Ҡыйып килгән кемдән көйләп көс?

Тәңреханға тота кем ул үс?!


Кем ул һанай үҙен Алла тип?!

Ахмаҡ башҡа әнә балта, төп! —

Атап бирең: бөгөн донъяла

Хантәңренән башҡа кем Алла?!.



5
Ауған ергә солтан, вәзирҙәр:

— О ҡөҙрәтле бөйөк! Был ерҙәр

Үҙе шаһит: һиңә тиң Алла

Булғаны юҡ әле донъяла!


Хан теле тик телеп айнытҡан:

— Ҡоро ҡалаҡ мине ялҡытҡан!

Алла тиеп әгәр белһәгеҙ,

Дәлил ебе менән төйнәгеҙ:


Ниңә мин, хан, ерҙә ваҡытта

Ҡара халыҡ башын ҡалҡыта?!

Күҙләй күктән кемде илереп?

Сыңратып саз, ярым тилереп


Кем арбай ул унда ялпыны?

Йөрәгемде өтә ялҡыны —

Бармы рыя һеҙҙең һүҙҙәрҙә?

Әллә юҡһа ғәйеп беҙҙәрҙә? —


Килеп етһен шуға бер яуап.

Аҡыллыға булыр мең һауап.

Етмәй ҡалһа кемдең аҡылы —

Башы үтер балта арҡылы!



6
Уйға сумған солтан, вәзирҙәр —

Тәхет таянысы — дәү ирҙәр.

“Былбыл” тиргә һис кем баҙмағас,

Һүткән шуҡ йән: “Ул бит табағас!” —


Һарайҙың был булған алйото...

Аҡыллылар шымған ҡан йотоп.

Һандуғасты тотоп аҫырға,

Шуның менән дауҙы баҫырға


Итһәләр ҙә, уҡтар үтмәгән.

Ә һандуғас өс көн килмәгән...

Өс көн буйы ирҙәр уйлаған,

Аҡылдарын бергә туплаған.

Килгәндәр, ти, уртаҡ фекергә:

Дөйөм бер һүҙ төйнәп илтергә.



7
Баш һарайға кәңәш йыйылғас,

Дүңгәк менән балта ҡуйылғас,

Вәзирҙәрҙең иң-иң олоһо

Сығып сәскән фекер орлоғо:


— О ҡөҙрәтлем! Ерҙә бер Аллам!

Дәлил өсөн һинән нур алам!

Шул нур менән һыҙып күрһәтәм,

Күңелеңде үргә үрләтәм:

Баҡсы, ханым, ни бар дөм күктә? —

Тәңре үҙе ғәмһеҙ бейектә.


Ҡайҙа Көн, Ай, ҡайҙа һандуғас? —

Һине нурлап, һиңә дан ҡойғас,

Хөрмәт итеп төнгө йоҡоңдо,

Асманынан улар йолҡондо.


Хатта Былбыл! — бәйле тик һиңә:

Килһә килә “Аллам” тип кенә!.. —

Тигән вәзир. Һарай баш эйгән.

Хан күҙенән татлы йәш килгән.



8
Тик ошо мәл, уттай бөркөлөп,

Күкрәп киткән ғорур бер көлөү.

Дер-ҡаҡшаған диуар, һарайҙар.

Барса баштар үргә ҡарайҙар:


Ишетелә үрҙән моң сазы,

Унда Былбыл — Хаҡлыҡ остазы!

Сиртелә лә һүнә серле йыр.

Һарай өсөн бүтән төрлө йыр...


Хан, йотоп ҡан, йәнә йома күҙ.

Баҡһа асып, алда — таныш йөҙ:

Төштә уны быуған дәү, сал ҡарт,

Арыҫландай алғыр, уҫал ҡарт.

Ике ҡатил — ике яғында,

Ә ҡулдары — балта һабында...



9
— Кем һин бәндә, бында килгәндә

Онталманың нисек келәмдә? —

Тигән, ти, хан йөҙө сыйралып.

— Әйтһәм тағы, аума ҡыйралып:

Һин һөймәгән теге Хаҡлыҡ мин!

Һәм Былбылмын — моңло сафлыҡ мин!


Көлгән, ти, хан зәһәр, бот сабып:

— Ҡолом бит һин, һары ҡорсаңғы!

Көллөгөҙгә үҙем — тәңрехан!

Ерҙе-күкте айҡай минең заң!


Ә һин, меҫкен, тик бер саң ғына

Түшәлергә табан аҫтыма!

Шул көйөңсә “Былбыл мин” тиһең,

“Хаҡлыҡ” ләҡәбен һәм тылҡыйһың...


Ха-ха-ха-ха! — Күрең бер мәҙәк:

Ҡайҙан килмеш әрһеҙ берәҙәк! —

Ҡанатлымы, тиһәм — һаҡалбай.

Мөгөҙ, тиһәм — һөмһөҙ туҡалбай. —

Һин бахырға һурмаҫ ҡылысын

Анау торған иң хөрт һуғышсым!


— Уның ҡарау үҙең һурырһың,

Тишһәм әгәр һүҙҙең турыһын.

— Алай икән... — тигән, түҙеп, хан, —

Баҙап ҡара, ҡыйһаң, боҙоҡ ҡан:


Таныныңмы Аллаң тип мине?!

Диуарҙарым — донъя сигеме?

Минең һарай — көндөң күркеме?

Шулай икән, — ниңә бер көндө

Һары шәүләң, сирғып юғары,

Аша үтте изге диуарҙы? —


Барыһын да туғар йәшермәй!

Йома ҡалһаң әгәр, йә шөрләй,

Шәйлә анау дүңгәк, балтаны:

Яҙығыңдан ҡалыр ҡан табы!


— Һоғон, хаким, ҡоро ҡалаҡтан! —

Диуар менән үҙен ҡаматҡан

Бәндә әллә Алла буламы?

Булһа булыр бура ҡомағы!


Ялағайҙар вәзир һаналған,

Солтандары сүпкә сорналған,

Тура һүҙҙең мороно ҡанаған

Һарай көндөң күрке булырмы?

Булһа булыр ҡәбер ҡороғо!
Алты ҡитға аша ураған,

Нурын, йырын ергә сырмаған

Хаҡ ауазлы Былбыл-һандуғас

Диуарҙы сик һанап ҡалғығас —

Хаҡ-Былбылы ерҙең булырмы?

Булһа булыр сыуал ҡоромо!



10
Хан, ағарып, ҡартҡа күрһәтә:

Ҡамтар, ҡатил, башын дүңгәккә!

Типкеләһен иләү шашынып

Туп урнына башын шаҡшының! —


Көр өн биргән ҡатил күкрәктән.

Тик һарайҙы ҡапыл тетрәткән

Сынйыр өҙгөс көлөү тауышы.

Ыласындың ҡанат ҡағышы

Төҫмөрләнгән был бер көлөүҙә,

Күк күк(е)рәп йәшен телеү ҙә —


Һарай һағы шомға сорналған.

Һаҡаллы ҡарт күҙҙән юғалған.

Тетрәнгән хан, һары һандуғас

Тәҙрә ватып күккә сорғолғас...



11
Баш вәзир, ти, көскә хәл алып,

Тибрәткән тел: “Яһил был халыҡ!

Көн күрһә лә хан бар арҡала,

Хан яурыны аша айҡала.


Әлеге ҡарт бының сәбәбе.

Елгә осһон һүҙҙең кәбәге!

Тороп ҡалһын төптә саф алтын!

Ҡайырайыҡ ҡарттың ҡанатын —


Ҡулға беҙҙең төшһөн һандуғас!

Алтын ситлек сыңлап ябылғас,

Хаҡлыҡ ҡошо күндәм ҡаңғырыр,

Беҙ тигәнсә көйө яңырыр.


Ҡитғаларға китер хан даны,

Донъя таныр тажлы Алланы!

Бының өсөн беҙгә яу кәрәк!

Ҡуҙғалырға фарыз иртәрәк!”


Төшкән баҫа хандың батманы:

— Асың иртән ете ҡапҡаны!



12
Ете яҡҡа ҡуба ете яу —

Алты солтан һәм хан бик уяу

Ете юлдан ҡырып баралар.

Алыҫая һаман аралар.


Етеһе лә ләкин бер заңда:

Ете ситлек аңдый бер “саң”ды —

Тотоп алған — булыр аллахан!

Күҙҙәр тонған — ағы ҡанланған:


Күккә баға, тентей ерҙе лә,

Үткәрмәйҙәр һис бер ирҙе лә —

Башын ҡырҡып һаҡал ҡарайҙар.

Былбыл көҫәп ҡарға һәрмәйҙәр,


Тотолмай тик һары һандуғас...

Тотор өсөн уны таң тыуғас,

Ете ғәскәр — ҡырғын юлында.

Алтын ситлек сиреү ҡулында.

Алты солтан, бөйөк тәңрехан

Ҡармай күкте, баҫып күҙен ҡан...



13
Ете яҡҡа ҡупҡан ете яу

Ерҙе ҡырсып үтеп юл урау,

Хоҙайҙыңдыр булып ҡөҙрәте,

Юл остарын бергә сеймәлтте:

Ете юл бер сатҡа тоташты,

Осраштырып ете ҡорҙашты...


Ете юлдың еткәс сатына,

Тап була хан ғиллә ҡартына:

Һаҡал — билдән, таяҡ таянып

Баҫып тора гүйә ҡаялыҡ,

Баҫып тора гүйә ур-кәртә —

Аҡылыңды йый ҙа бор тәртә!


Тик бормай хан, килә туҡталмай,

Ҡылысҡа ла ара күп ҡалмай.

Тайшанмай һис ҡартлас, тик тора:

— Боролоғоҙ тиҙ! — тип ҡысҡыра. —


Ҡубарһа яу ете мәмләкәт,

Етеһен тиң көтә һәләкәт.

Алмаһағыҙ асы аҡылды,

Күрмәҫһегеҙ асыл, хаҡ юлды!


Солтандар күп, хандар етерлек —

Бөтәһе лә бәндә бер төрлө:

Таж һәм бүрек кенә айыра

Ер ҡортонан — шунда айырма.


Барыһы ҡол Тәңре-атаға,

Тәңре үҙе — Бөйөк Аллаға!

Бөйөк Алла күктә ултыра,

Бөтәбеҙҙең өҫтән бойора.


Бөйөк Алланан мин илсемен —

Хаҡлыҡ-Былбыл шуға исемем.

Хаҡлыҡ-Былбыл ергә — бер генә...

— Һәй шуҡ ҡошсоҡ, башың бир миңә! —


Елләнеп хан һелтәй ҡылысын.

Сирғылтып тик әжәл ҡоросон,

Күкрәп китә шашҡын бер көлөү —

Әйтерһең дә, йәшен төртөлөү.


Хан — ханлығын ҡыла һуңғы ҡат:

“Ҡулға төшһөн Былбыл-Хаҡлыҡ ҡарт!” —

Яу әмере уҫал яңғырай.

Ҡурҡышынан ҡуштан ҡалтырай...



14
Тылсыммы был, әллә мөғжизә:

Ете ғәскәр йөҙгә — йөҙ килә

Ете юлдың хәтәр сатында.

Онотҡандар ҡорлоҡ хаҡында —


Ҡаршы яуҙар, имеш, осрашҡан...

Ҡылыс һура ете тарафтан...

Бер-беренә кинәт ете яу

Ябырыла, белмәй һис аяу.


Күҙе тонған алты солтандың,

Күҙе тонған һәм дә был хандың —

Бер-береһен улар танымай,

Ҡойола ҡан — дуңғыҙ ҡанылай:


Туған киҫә башын туғандың,

Һаҡал төбөн юллап шыуғандың.

Хаҡлыҡ-Былбыл әммә тотолмай,

Ситлеккә лә кереп ҡотолмай...


Көн яҡтыһын ябып уҡ оса,

Тирмәләрҙе, ҡабып, ут ҡоса.

Ҡылыс һына тейеп ҡылысҡа,

Иреп аға хатта ҡорос та.

(Күҙе тоноп илде ил ҡыя...

Хаҡлыҡ-Былбыл булған зым-зыя...)



15
Ауып бөтөп һәр йән, һәр ҡылыс,

Көн үҙәге ҡала тып-тыныс.

Алты солтан һәм хан берайҡан

Төкәлешә ете тарафтан,

Төкөшөүсе ете тәкәләй...

Етеһе тиң ҡынын һәрмәләй,

Тик юҡ ҡылыс һәм юҡ ғәскәр ҙә.

Емерелеп бөткән шәһәр ҙә...


Әллә инде тылсым баҫыла —

Шарҙай булып күҙҙәр асыла,

Шаҡ ҡаталар танып бер-берен...
Күрә улар: ослап ер түрен

Ашҡан күккә — тап ҙур бағана! —

Аумай ҡалған сорғол манара.

Манараның алтын башында,

Ҡанат ҡағып Былбыл шашына.

(Манараның ете ишеге

Өндәп тора нәҡ күк тишеге.)

16
Алты солтан менән алғыр хан —

Илдәр ҡырып шөһрәт арттырған:

Һәр береһе “бөйөк” булғандар –

“Хан – мин!” – тиеп иғлан ҡылғандар.


Етеһе лә башҡа таж кейгән!

Етеһе лә: “Алла — мин!” — тигән! —

Аулар өсөн Хаҡлыҡ-Былбылды,

Һайлағандар аҡтыҡ был юлды...


Ете яҡтан бәреп инәләр,

Ете һаплам барып менәләр.

Һәр береһе үргә ҡул һуҙа,

Тик ни ҡылды ергә был Хоҙа:


Саз да тымды, Былбыл-ҡош та юҡ.

Төшөр өсөн юллы тош та юҡ —

Ете баҫҡыс киткән ишелеп.

Упҡын ята аҫта тишелеп...


Күрә былар, — тағы ни хикмәт! —

Етеһен дә тота бит бикләп

Күк төбөндә устай бер майҙан!..

Изге әмер булып Хоҙайҙан,


Ҡап уртала ҡалҡа шул сал ҡарт —

Баш бирмәгән Былбыл -- уҫал ҡарт.

Ете сиргә текләп ул баға.

Үҙе ергә ымлап баш ҡаға...



17
Ҡуш ҡулдарын ҡартҡа һонғандар,

Тотоп алыу өсөн был хандар.

Әйткән улар: “Шунда эш төбө:

Етебеҙ ҙә ерҙең кендеге!


Ете диуар ҡорҙоҡ был ергә —

Ҡалды фәҡәт күкте бүлергә!

Етә ине изге был минут —

О! — бөлдөрҙөң беҙҙе, Былбыл-мут!..


Күрҙең әммә тажлы ҡөҙрәтте,

Кемгә буйһонорға кәрәкте!

Һаҡалыңды һалып бер ситкә,

Керерһең, шәт, бер шәп ситлеккә!


Хаҡлыҡ булыуыңдан туҡтарһың,

Былбыл булып ҡына сыңрарһың:

“Тажлы хан ул үҙе — Хаҡлыҡ!” — тип!

Етебеҙ тиң ғәмгә баттыҡ тик —


Белмәйбеҙ һис хәҙер: таң тыуғас

Кем ситлеген һайлар һандуғас?

Саңҡыр сазы ҡай таж шанына?

Ҡай тәхеткә йәне табына?”



18
Һаҡаллы зат көлә тағы ла:

“Таждарға тик ҡолдар табына! —

Һеҙ ине ул тәхет, таж ҡоло.

Ғорурлығы ерҙең, аҡылы —

Һеҙ “ҡол” тип ҡыл төйгән халыҡта3!..

Һыйманы ул һеҙҙең ҡалыпҡа —

Осто-китте ерҙән, ҡырсылып...
Йөрөр булһа елдән ҡыуылып, —

Ҡот ҡундырмаҫ халыҡ был ергә.

Хөр йәшәргә, йәки үлергә! —

Бына илгә яҙған ике юл.


Юҡ! Туҡтауһыҙ булмай булып ҡол! —

Әнә ята бының өлгөһө —

Буйһоноуҙың һуңғы билгеһе —

Ханға ҡалъя булған ете ил”...

Тажы ҡубып, һынды ете бил...
Көлдө лә ҡарт осто мөнбәрҙән,

Ҡанатланып шундуҡ өлгәргән!

Былбылланып күккә атлыҡты –

Тыйып, ҡыйып ҡара Хаҡлыҡты!

...Тупраҡ булды туҙрап ете таж,

Тәгәрләне ямға ете баш...



19
Бәндәләргә булһын, тип, фәһем,

Был хикәйәт йәшәй, күрәһең.

Үткәндәрҙән — килер көндәргә

Йөрөп-ята телдән телдәргә...


1971.


Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет