Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в пятнадцати томах әҪӘРҘӘр ун биш томда том



бет14/19
Дата01.07.2016
өлшемі3 Mb.
#170625
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   19

Эпиграф урынына
Борон заманда үлем

бик иркен йәшәгән, ти:

нимә килһә башына —

тотҡан да эшләгән, ти...


Уның баш-баштаҡлығын

көскә күтәргән донъя.



Тормош менән Мөхәббәт

кәңәш иткәндәр шунда:


Ғүмер бирәбеҙ кешеләргә беҙ,

һөйөү бирәбеҙ кешеләргә беҙ.

Был донъяла тик икәү — һин дә мин

хаҡимлыҡ ҡылырға тейешбеҙ!

Әммә-тик Үлемдең ҡылығы

беҙҙең аҡ хеҙмәттән күберәк.

Ҡоротҡос ҡулдарын залимдың

Шаҡарып ҡыҫҡартыу бик кәрәк!”
Һәм икәү һүҙ ҡуйышҡан —

осратҡан һайын, тотоп,

ҡайыҙларға Үлемде,

һыу эскеһеҙ ныҡ итеп.


Тап шул көндән һуң Үлем

тап булырға ҡурҡа, ти,

Тормошҡа, Мөхәббәткә!

Йәшеренеп юрта, ти


икеһенең артынан,

күләгәләй ҡалмайса...

Ләкин ҡара эштәрен

башҡара, ти, талмайса:


Тормош ғүмер тыуҙырһа,

әжәл сирен ҡуша, ти.

Мөхәббәт һөйөү бирһә,

ағыу бөркөп боҫа, ти...


Уңайлы һәр форсаттан

файҙаланырға әҙер,

икеһенең артынан

ҡалмай йөрөй ул хәҙер...



1
Аҙ йоҡлайҙар Сәнкем ауылында

алтын ҡауырыйлы әтәстәр...


Диңгеҙ артындағы илдәрҙән

килеп, Ҡояш үткер нурҙарын

йәмле Һаҡмар буйына тиртһә;

ҡара урманлы Билән тауҙың

ҡая-ҡутырлы таҙ түбәһендә

шаян шаңдаҡ уйнай башлаһа;

таң еленән һығылып-һығылып зифа

тирәктәр шауларға тотонһа;

яр ситендә талдар, әүешеп,

толомдарын һыуға мансыһа,

уяналар ҙа таң әтәстәре

һуҙып кикерүкләй башлайҙар,

әйтерһең дә, төндө тиҙерәк

ҡыуып ебәрергә теләйҙәр...


Таң әтәстәренән иртә тора

ярлы ҡыҙы һылыу Сәлимә,

зәңгәр таңда бай утарында

һыйыр һауа һәр саҡ Сәлимә.


Талған тәне һыҙлана ял һорап

һәм күҙҙәре ҡарыш йомола,

ә күңелен биләй бер уй ғына:

“Их, йоҡлайһы ине тағы ла...

тағы ла... тик бер сула ғына”...
Байғуралар мамыҡ түшәктә

теләгәнсә наҙланһын өсөн,

баш ҡалҡытып ятҡан урындан,

баллап хуш сәй эсһендәр өсөн,


аҡ ҡулдарын “ғәрле” хеҙмәткә

ҡағылдыртмай, бойороп, екереп,

бүтәндәрҙең тире ашлаған

ләззәт емешен өҙһөндәр өсөн,


таң әтәстәренән иртә тора

ярлы ҡыҙы һылыу Сәлимә.

Таң йоҡоһон донъя йоҡлағанда,

һыйыр һауа байға Сәлимә...


Ҡамыш кеүек һомғол бармаҡтары

етеҙ һығылып йөрөйҙәр уның,

тик аҙаҡҡа табан арыйҙар,

ағас һымаҡ ҡатып әрнейҙәр:

таңғы сулала ул унарлаған

һауынлыҡты үткәрә шул ҡулынан...

Малдарҙы ҡыҙ ҡыуалай көтөүгә,

ысыҡлы саф үләндәргә эҙ ярып.

Ҡурай уйнап көтөүсе олатай

тәбрик итә уның килеүен

тымыҡ таңды моңға тултырып,

әрәмәлә көндө ҡаршылаған

“сут-сут” һандуғасҡа ҡушылып...
Мүк ҡаплаған йәйенке ташҡа ултырып,

гүзәл ауаздарҙан шәрбәт эсә ҡыҙ;

туған тауҙар араһында яралған

моңло көйҙәр һыға наҙлы йөрәген,

һынландырта көйҙәрҙең тирбәлеүе

бала саҡтан күргән әсе күрмешен:

әйләнеп тә ҡайтҡандай була ул

хаҡ юлының үтә таныш буйынан...


...Уңдырышһыҙ яланғас ҡаяла

шытҡан ҡайын һымаҡ ул үҫте

яфа сигеп... Кесе йәштән үк

“нужа бабай” ҡалмай йөрөнө

күләгәләй уға тағылып.
Баҫма бар тип баҫҡан һәр ерендә

лайҡау һаҙлыҡ ҡыҙҙы аңдыны,

аҙымҡайы һайын, астамаҡ

тәрән соҡор ятты һағалап.

Бәғеренә ҡатҡан хәсрәттәрҙе

һанай-һанай һан юғалтты ул...


Ете йәштә, етәкләп ҡулынан,

абыстайға уны илттеләр:

“Изге ғилемдәрҙе өйрәнергә

ваҡыт етте, ҡыҙым”, — тинеләр.


Шул көн уға ыҙалы тормоштоң

башы булды... Ҡарт абыстайҙың

әйләнде ул бәләкәс ҡолона,

ҡарышыуһыҙ йомошсоһона;


ҡайҙа ҡушһа — шунда йүгерҙе,

нимә әйтһә — шуны килтерҙе,

ә кистәрен, һуҡыр шәм алып,

изге сүрәләрҙе ятланы:

“Алла”, “ен” һәм “әүлиә”, “пәйғәмбәр”

тигән йөктө башына тупланы...


Бала йәнен ғәрипләгес үле

“ғилем”гә баш бирмәй, күңеле

бесәй тырнағына эләккән

ҡарлуғастай ҡаты талпынды...


“Әсәйемдең бишек йырҙарынан

башлап отҡан телем барында

ниңә миңә ят ғәрәп теле?” — тип

һораны ул...

“Башҡорт һабансыһы

һөйләшкән тел ғилем өсөн түбән, —

тиеп уға яуап бирҙеләр. —

Был тел тау һәм урмандарҙа тыуған

һәм шунда уҡ үлер!” — тинеләр...
Өйрәнде ул шулай аң-белемде

ун икегә ҡәҙәр...

Һуңынан

“ғилем йорто”н ҡалдырып, яланға



баяр утарына йүнәлде,

атай-әсәкәйе менән бергә

Көнгә янып урҙы игендәр,

ҡортҡаларҙың йыуан ҡорһағына

яңы май ҡатламы үҫтереп,

тиргә һыҙып аҡҡан йәшлеге

менән туған ерҙе һеңдереп...
Ғимыранға шунан ялланды

ун алтыла, булып көнлөксө.

Байҙың күмәк һыйырҙарын ҡарап,

көн артынан шулай көн үтте...


Ҡурҡып япраҡ ярған саф балалыҡ

атты күкрәп йәшлек сәскәһен,

һоҡландырғыс булып зифа буйы

һомғолланды, оҙон толомдары

ҡыуандырып ятты яурындарға,

үбеү көтөп тығыҙ биттәре

алһыуланды... Көнгә күҙҙәре

уйсан хыял менән ҡараны...


Тәмле төштәр ҡыҙға күренделәр

хыялыйлап:

көслө һәм сибәр

егет баға уның күҙҙәренә

ҡомһоҙ мөхәббәт менән янып...
“Һөйәм һине, һуштан яҙып һөйәм,

ҡулыңды бир, йөрәгеңде бир!” —

тип шыбырҙай егет ирендәре,

үртәп көләләр серле күҙҙәре,

тауышында — теләк һәм үтенеү,

һорау, саҡырыу, дәрт, талап итеү...


Һәм Сәлимә ҡулын тоташтыра,

имеш, мыҡты егет ҡулы менән...

Етәкләшеп тауға менә улар

ҡырағай кейектәрҙең эҙенән...


Әллә өндә, әллә төштә, әллә

хыял диңгеҙендә күрәләр:

юлдарына гөлдәр һибәләр

ҡылыс аҫҡан хатта түрәләр:


“Хәйерле ҡыл! Бәхетле ҡыл!” — тиҙәр,

“Оҙон ғүмерле, татыу бул!” — тиҙәр,

дуҫ йылмая бәндәнең һәр бере,

уңыш байрамындағы шикелле...


Һоҡланалар тауҙың түбәһенән

киң донъяның матурлығына:

көмөш йылға, емешле урмандар,

бил тиңентен үләнле болондар,

иген һарылығы баҫыуҙарҙа,

ҡупшы өйҙәр йыйнаҡ ауылдарҙа

балҡып тора сағыу һүрәттәй,

мөхәббәтлеләрҙең күҙ алдында...


Ҡулын һоноп әйтә егет уға:

“Бөтәһе лә һинеке бында!

Йәшә, ҡыуан, мәңге бул бәхетле,

тик һөй мине, тик мине ҡыума!”


Һәм ҡыуана ҡыҙ, һәм ләззәтләнә

һиҙелдертмәй килгән бәхеткә;

елгә ҡарыш шаярған зәп-зәңгәр

умырзаяларҙы ул ҡосаҡлай,

күлдәк итәген үрелеп үпкән

ҡусҡыл ҡыяҡтарҙы ул һыйпалай,

бар донъяны өнһөҙ туйҙырыусы

һутлы ерҙең услап тупрағын,

алма-ҡыҙыл биттәренә баҫа,

бүртек-тиртеү күкрәгенә ҡыҫа...


Хистәренең ҡылдарына сиртеп,

алсаҡ йөҙлө йәштәр йырлайҙар,

ялбыр ҡыуаҡтар артынан, көлөп,

хәйләкәр еңгәләр ҡарайҙар...


Ә күңелдә бер тамсы хафа юҡ:

әйтерһең дә, донъя һәм халыҡ

һаҡлай уны фәҡирлек ғәренән,

хан ҡыҙылай һөйөп, ҡәҙерләп...



2
Бер яҙғы таң уны һыуалғыста

осраштырҙы бәхете менән.

Төштә түгел, өндә тапты ҡыҙый

хыялланып көткән егетен...


Яҙмыш үҙе килтерҙе икәүһен

яр ситенә: Ул ат һуғарырға

төштө бер мәл Сәлимә менән...

(Иркен Һаҡмар буйҙарына һуҡмаҡ

ябылмаған бит һис кемгә лә!)
Ғәжәп матур әкиәт ине ул таң,

йәмле Һаҡмар аға ине тын,

һары “көсөк”ләгән күк талдарҙан

ысыҡ тамсылары “тып” та “тып”

тама ине, сиртеп һыу биткәйен...

Күтәрелә ине ап- аҡ томан

йылым-ҡаранынан йылғаның.

Әллә ҡайҙан ябырылған бәхет

әйләндерҙе башын уларҙың...
Янар ҡараштары менән генә

аңлаштылар икәү үҙ-ара —

ҡайнар күкрәктәге хис дауылын

ябай һүҙләп кем әйтә ала?!.


Изге тойғоларға тымыҡ һыуҙы

шаһит итеп оҙаҡ торҙолар,

ваҡыт туҡталғандай, офоҡ сите

алланыуын һиҙмәне улар...


Алды Харис тулы күнәктәрҙе —

аҡрын атлап ярҙан менделәр.

“Бәхет мәлен оҙағыраҡ ит!” — тип,

Тәңреһенән бик үтенделәр...


Йөрәктәре типте ҡабаланып,

аяҡтары ашыҡмаһа ла.

...Билән тауҙың түбәһендә шаңдаҡ

алһыулана төштө тағы ла...


Саф, һалҡын ел йомшаҡ һыйпап үтте

үләндәрҙең ебәк сәстәрен,

аръяҡ туғайҙа бер моңло кәкүк

һананы кемдеңдер ғүмерен...


Һәм арғымаҡ — оҙон араларҙы

ҡыҫҡа итмеш егет йән дуҫы,

аңлағандай хәлен хужаһының,

йомшаҡ ҡына баҫып тын барҙы...


Тапты шулай ҡыҙҙы бәхет мәле

тормош ҡараңғыһы эсенән,

Көндө тойоп тәүгә йылмайҙы ул

май сәскәһе һымаҡ асылып.


Бәғеркәйен киҫкән ҡара нужа

йыуылғандай булды ямғырға,

яҙ Ҡояшы менән балҡып тыуҙы

көндәр, һөмһөрлөгөн юғалтып...


Талға ҡунған һары һандуғастар

уға ғына тик һайранылар,

серҙәштәре яҡтырған йөҙөнә

ғәжәпләнеп һаҡ ҡаранылар...

Һәм мөхәббәт ялҡынына яттар

ҡул һалмаҫ, тип тойола ине...


Таң нурҙарын һалып иңдәренә,

һыуалғысҡа килде иркәһе,

тәүлек буйы тулышҡан хистәргә

ирек бирҙе улар шул мәлде.


Ярҙарынан урғылған ташҡындай

аҡты, ярһып, һөйөү һүҙҙәре,

йөрәктәре берегеп типкәндә

тоташтылар ал ирендәре...


Харис ҡулы тулҡынлы сәстәрен,

иркәләтеп, ҡыҙҙың һыйпаны.

Өмөт сағылтҡан уйсан күҙҙәрен

ҡомһоҙ үбеү менән ҡапланы...

Һаҡмар һыуы, аҡ тирәктәр генә

торҙо һынап ул наҙлауҙарҙы...



3
Ә был иртә беҙҙең Сәлимәгә

шат күрешеү өмөт иттертмәй...

Башын эйеп, йөрөй ул төшөнкө,

өмөтө өҙөлгән кешеләй:


элек алһыу йөҙө — етендәй аҡ,

эҫе йәш томалай күҙҙәрен,

“фекерҙәрем һүҙ булып донъяға

сыҡмаһын” тип, ҡыҫҡан тештәрен...


Ғимыран бай кисә “йотто” уны

ас бүреләй, убып күҙҙәре...

(“Һылыуһың да инде, һәй, гөлгенәм!

Йәш бисәм булырһың һингенәм!”).

Хихылданы... Ҡулдарын уйнатып,

ыумаҡ булды тығыҙ күкрәген,

ялсылыҡҡа ҡыҙҙың хәләл тәнен,

аҡ намыҫын һатып алғандай...


Ғәрлегенән ҡуҙ һымаҡ ҡыҙарып,

һеперткене атты томшоғона

һөмһөҙйәндең... Шунан аласыҡта

һулығып-һулығып оҙаҡ иланы

яңғыҙ ҡалып... Йыуатыу хаҡына

һис бер әҙәм яҡын килмәне, —

бөтә донъя, бармаҡ төртөп уға,

көлә төҫлө ине был мәлде...


Һәм әйтә ҡыҙ бына һөйгәненә

үҙенең һәм уның хәсрәтен:

баш өҫтөндә һөмһөҙ ҡара болот

ҡуйырыуын, бәхет гөлдәрен

көл итергә афәт яҫҡаныуын,

был ҡурҡыныс тойғо, ағыу бөркөп,

күләгәләй эйәреп йөрөүен,

ә төндәрен иһә ауыр төштәр

баҫлыҡтырғанын, йән өшөүен...
“Яусы килә, тиҙәр, Ғимырандан,

әйт, бәғерем, ни хәл итәйем?..

Аҫылынып үлеү артығыраҡ

ҡарттың ҡуйынынан! Башҡайым

ауырыуға һабышты күп уйлап,

тик һис фекер төйнәй алмайым...

Гүр ҡуйыны көтә микән әллә

йәшлегемде?!. Шулай аңлайым”...


Харис маңлайына был һыҡтауҙан

тәрән бураҙналар һуҙылды,

тимерләнеп утлы ирендәре

ҡыҫылдылар... Быҫҡып күҙҙәрҙә

ҡурҡыныслы осҡон уйнаны,

йоҙроҡ йомарланы егет, һуғып

ҡая емерергә иткәндәй,

боғаҙынан сыҡты тәүге ҡат

“Мәңге булмаҫ улай!” — тигән ант...
“Сәлимәкәй, нығын, йый сабырлыҡ —

күҙҙәреңде илап бөтөрмә!

Ун ҡат үлһәм дә, мин юл ҡуймамын

мәсхәрәгә! Һинең хаҡыңа

мең тамуҡты әҙер үтергә!

Яуыз йәндең ҡулы киҫелер,

йәки йәнем фиҙа ителер!”

4
Ғимырандың малы, аҡсаһы күп,

“хужаһы” ул Сәнкем ауылының...

Ер ҡалтырай уның аҙымынан,

гөлдәр көйә уның асыуынан,


ул “аҡ” тиһә — бүтәндәр “аҡ” тиҙәр,

ул “күк” тиһә — бүтәндәр “күк” тиҙәр,

“земский түрә” уның ҡулын ҡыҫа,

ғүмер теләп мулла доға ҡыла.


Бөтәһе бар байҙың, тик маңлайын

бураҙналай яман фекерҙәр.

Шатланмай ул, әүәлгеләй ҡарап,

шығырым тулы келәттәренә,

малдарының ишле ырыҫы ла

күңелкәйен уның йыуатмай,

ҡапҡан ашы үтмәй тамағынан,

ҡара көйөп гелән йөрөй бай...


Йоҡо бирмәй уға, йәшеренеп

килгән ҡартлыҡ, фани донъяның

ләззәтенә кинәнеп ҡалғыһы

килә... Ләкин ике бисәһенең

икеһе тиң үтә туҙғандар,

Ғимыранға байлыҡ йыя-йыя,

таҡта һымаҡ ҡатып ҡалғандар...
Сәлимәгә төштө күҙе байҙың:

“Ах, был һылыу ниндәй һәм наҙлы!”

Таңғы ысыҡ һымаҡ саф баланы

упмаҡ булып бай ҡомһоҙланды

(көтмәгәндә боҙло ямғыр шулай

һуға иркә, шат ужымдарҙы...)


Тәңрегә ул иртәнге намаҙын

уҡыны, һай, шул көн бирелеп,

йортһоҙ эткә аш сығарып ҡойҙо,

аруахтарҙың рухына, тиеп.


Донъяға ҡул һелтәгән изгеләй

ипле баҫып муллаға килде

намаҙ бөткәс. Тәрән тойғоларын

бәйнә-бәйнә ул һөйләп бирҙе.


Гәпләштеләр яйлап дин хаҡында,

изгеләрҙе хәтерләнеләр,

хәйерселәй һуҙып ҡулдарын,

күктән именлек теләнеләр.


Тулы тәпән май һәм бер батман

бал эләккәс хәйергә, мулла

аҡ доғалар уҡып фатиха

бирҙе Ғимыранға йәш бисә

алып өсөнсөгә йәшнәргә,

кәйеф-сафа һөрөп йәшәргә...


Һәм бай сығып киткәс тә ул оҙаҡ

абыстайға маҡтап ултырҙы

уны... “Уңыш бир йәш кейәүгә!” — тип

изге теләккәйен теләне.

Бына шулай хөкөм ителде

Сәлимәнең ғүмер күләме...


Ошо көндән Харис күрмәне

йәнкиҫәген Һаҡмар буйында,

иртә һайын изге сулала

атын һуғарырға төшһә лә...

Елдәр өҙгән һары япраҡтай

китте осоп егет бәхете,

өмөт тойған йәш күңеленә

һағыш юшҡындары ултырҙы...


Уйҙар, уйҙар осһоҙ-ҡырыйһыҙ

һағаланы уны һәр мәлде,

хафаларын тәрән быуаға

батырып та ҡасаһы килде...

ун туғыҙ йәш ләкин тулғанда

ҡасып ҡына буламы инде...



5
Ә ауылда, күсеп өйҙән-өйгә,

шомло хәбәр йөрөй: «Ғимыран

Сәлимәгә яусы ебәргән”, — тип

тел ҡағалар...

“Йәнтимер балаһын

тота икән бикләп өйөндә

туйға саҡлым”, — тиҙәр... Хоҙай, ҡасан

һуңы етер был золомдарҙың!


Кисәләрен, серле шәүләләй,

һағаланы егет, йәшенеп,

Йәнтимерҙең ҡапҡа төбөндә

һөйгәненең сығыу мөҙҙәтен.


Тик тынғыһыҙ йөрәге уның

һуҡты бушҡа, булып сатнарҙай.

Билгеһеҙлек-ҡорған ҡапланы

ҡараңғыға йөҙөн йәренең,

йә тәҙрәнән, тышҡа үрелеп,

ебәк яулыҡ һис кем һелкмәне...

Ҡыҙырынып төнгө урамдарҙа,

ошондай уй егет уйланы:


“Көндәр, айҙар, йылдар үтә бара,

тыуалар һәм үләләр кешеләр,

атайҙарҙың “аһ!” орған юлына

балалары килеп төшәләр,

шул уҡ йыр һәм ыңғырашыу менән

шул “нужа һурпаһы”н эсәләр...


Тулыр микән сабырлыҡ туҫтағы

был халыҡтың?!. Күпме түҙергә

мөмкин инде! Ҡанды һурыусы

һөлөктәрҙе ваҡыт иҙергә!

Үс ҡылысын башлап күтәрерлек

ир яралыр ҡасан был ерҙә?!.


Үткән быуаттарҙа, ирек даулап,

бабаларҙың сапҡан юлынан

елер ҡасан ҡыҙыу юрғалар,

далаларға йәшлек йәшнәтеп?..


Етһен, етһен хисаплашыу көнө,

атһын, атһын түҙмәй көткән таң,

иҫһен, иҫһен таҙартыу елдәре,

үҫһен, үҫһен туғанлыҡ гөлдәре —

шулар өсөн көрәш усағында

йәнем-тәнемде мин йәлләмәм!”



6
Сәнкем ауылы, күҙҙәрен тырнап,

таңғы йоҡоһонан уяна.

Мөрйәләрҙән төтөн тирәктәре

күккә һуҙылып борғолана.


Аҡ ысыҡҡа сәңгеп аяҡтары,

көтөү ҡыуа керле малайҙар;

ҡупшы көйәнтәләр иңгә һалып,

йәш килендәр һыуға баралар —

Һаҡмарҡайҙың сихәтле һыуҡайын

күнәктәргә һирпеп алырға...


Яҙмыш иртән нимә килтерәһен

Ай-Ҡояшҡа ҡарап әйтеүсе

сал олатай, ҡапҡа төбөнән,

Көндөң ҡалҡыныуын күҙәтте.


Ул күҙҙәре менән тотоп алды

Билән тауҙа сапҡан атлыны —

серле тойғоларын сәхрәлә

сыуалтырға сыҡҡан юлсыны:


күкрәгендә дөрләгән ялҡынды

елгә һуғып баҫмаҡ булғандай,

теҙгендәрен бушатып елә ул

Билән тауҙың таҙ түбәһенән,

саҡма таштар сағып, осҡон сәсрәй

ут-атының тояҡ аҫтынан.


Күтәрелеп килгән нурлы Ҡояш

алһыу ҡанға буяп юлсыны,

саҡрымдарға һуҙып күләгәһен,

ялан яҫыһына ятҡыра,

тымыҡ һыулы көмөш күл бите --

ҡара шаршау һымаҡ томора:

атлы ҡалҡытһа ҡамсылы ҡулын —

күләгә-ҡул ҡалҡа шул тошта,

сөкөрәйеп батҡан өйҙәрҙе

ынтылғандай һелтәп ташларға...


Ел-дауылдай елә ул текәнән

һәм һикертә тәрән соҡорҙан.

Арғымағы сапҡыр һәм дыуамал,

әкиәттәге батыр атылай,

осҡон көлтәләре туҙҙырып

дағалары ташҡа саҡылдай,

тибендиһә — ерҙе тетрәтә,

бышҡырҙиһә — күкте күкрәтә...


Кем ул, кем ул — бүре һуҡмағынан,

ҡурҡмайынса, тура юл һала,

дуҫлашҡандай таштар менән, елеп,

тарлауыҡтар аша ырғыла,

ҡарурмандың ҡырағай тауышын

матур көйҙәй тыңлап ҡарғыла?..


Кем ул, кем ул — таң тишегенән

Билән тауға менгән йөрәкле,

мәжбүр иткән уны ошоға

башһыҙлыҡмы, әллә теләкме


ҡыйыулығы менән донъяны

шаҡ-ҡатырыр өсөн сәмләнгән?

Йә булмаһа, ерәнеп, мыҫҡыллап

көлөүеме әрһеҙ замандан?..


Харис ине шашҡын был һыбайлы:

башын быраулаған уйҙарға

түҙә алмай, юрғаһын эйәрләп

зәңгәр таңдан юлға сыҡты ул,

таш һәм ағастарҙы серҙәш итеп

дөрләү тойғоларын сисергә...


Оҙаҡ, оҙаҡ талпынды шашынып,

ҡайҙа һуғылырға белмәҫтән.

Меҫкен атын күбеккә батырып

баш ҡараған яҡҡа саптырҙы,

ҡасҡан бәхетен юллағандай,

серле һуҡмаҡтарҙан ҡыҙырҙы,

килмәне тик көткән тыныслыҡ —

ярлы башын хафа ташлармы?..


Арғымағын ебәреп утларға,

йомшаҡ үләнгә ул һуҙылды

һәм сәскәнән-сәскәгә ҡанығып

осҡан бал ҡорттарын тыңланы.

Яуҙа ауып ҡалған һуғышсылай

ятты оҙаҡ, һис ҡыймылдамай.

Аты тыныс утланы янында,

һимеҙ кәрешкәне ялмалап.


Әле күтәрелеп, әле ҡайтҡан

диңгеҙ кимәлеләй, төрлө уйҙар,

бер-беренә оҡшамаған хистәр

иҙҙе егетте... Төшөнкөлөк

томаланы рухын, эркелеп;

ҡатты йәне, тормош соҡоронан

сығыу юлын таба алмайса...
Һинһеҙ йәшәп килгән фани донъя

йәшәй бирер һинһеҙ ары ла!

Бөтәһенә төкөр һәм башыңды

баш китерлек эшкә бағышла!
Юлдарыңды дошман ҡаны менән

һуғар! Маһайған һарайҙарға

ут һал!.. Исемең, күк күкрәүеләй,

ҡурҡып сүгәләргә мәжбүр итһен

золом ҡылып күнгән йәндәрҙе!
Аяҡ баҫылмаған төбәктәрен

Уралыңдың ыҫтан-төйәк ит.

Ҡорбан эҙләп ауға ояһынан

осҡан ғорур тау бөркөтөләй,

юлдарға һәм ауылдарға ырғыл,

ҡан имеүсе һөлөктәрҙе һыт!
Бошонма һис ғәйбәттәргә — айыу

ҡолаҡ һалмай себен сеңләүгә!

Иҫке зиратты тигеҙләп баҡса

ултыртҡанда һиңә бәддоға

ҡылһалар ҙа, ағастар ҡалҡынып

гөл-баҡсаға шул ер әйләнгәс,

шул уҡ йәндәр шул уҡ тәңгәлдән

хозурланып атлап йөрөрҙәр

һәм ҙур рәхмәт һиңә әйтерҙәр...
Ә йәшлегең?!. Батша һалдаттары

эттәй итеп атып үлтерһә?

Эләгеп йә ажар жандармға,

төрмәләрҙә башың сереһә?
Йәшәп өлгөрмәҫтән харап ҡылыу

ғүмереңде — яҡшы булмаҫ бит!

Һин үлерһең, дошмандарың көлөр:

Йәшәй белмәне был һармаҡ!” — тип...


Әйтһендәрсе! Башҡаҙығы ҡылып

ҡаҡһындарсы бындай һүҙҙәрҙе!

Әйләнәңдә ҡайнашҡан ағыулы

йыландарҙың аҙғын аҙауы
йәнең йәрәхәтләгәндә, көндәр,

айҙар буйы, һелкенмәйенсә,

йәнһеҙ тумар булып ятыуы —

оло хурлыҡ үҙе түгелме?!.”
Елгә ҡыштырҙап, егеттең битен

ҡытыҡланы наҙлы тау гөлө,

мәжбүр итте, өҙөп уй сылбырын,

гүзәллеге менән һоҡланырға,

хуш еҫкәйен йотлоғоп һуларға...
Гөлдөң биле һындырылған ине

төньяҡ еленең зәһәренән,

яңы тамырҙар ебәреп ләкин

һауыҡҡан ул ҡаты сиренән.


Ерҙең тәмле һутына кинәнеп,

Ҡояш нурҙарына йылмайып

ултыра гөл, уҙғынсыларға

мөлдөр-мөһәбәт тажын һуҙып...


Үпте егет уны бәбәгенән,

һылыу Сәлимәһен үпкәндәй,

иркәләп тә сикһеҙ яратып;

ҡанатланды егет йөрәге

яңы ниәт, яңы теләккә,

көс тойҙо ул ике беләктә

зар-бығауын өҙә һуғырлыҡ!
Һәм атланды арғымағына.

Киң йылмайыу ятты тағы ла

ирендәренә, ныҡ үҙгәртеп

асыу ҡатырған ҡырыҫ йөҙөн.


“Буйһонмаҫҡа! Рух төшөрмәҫкә!

Көрәшергә, еңеп сығырға!” —

тип һүҙ бирҙе егет үҙенә,

елеп илтте аты өйөнә...


..Һуҡмаҡ буйлап төшә тауҙан һыбай,

баҫып йылтыр өҙәңгеләргә.

Бит остары баҙыҡ-ҡалҡыу уның,

әйтерһең дә, таштан юнылған.

Күҙҙәрендә йәшерен ут быҫҡый —

хәтәр фекер унда йомолған...

..........................................................

Икенсе бүлек
1
Ниндәй халыҡ саба юлдарҙан,

толпарҙарын тиргә батырып?

Хәбәрселәр улар сабалар,

яңы хәбәр алып баралар

күрше ауылдарға осортоп:
— Тиҙҙән, күрелмәгән ҙур байрам

Сәнкем ауылында буласаҡ,

табындарҙа ҡымыҙ, асы бал

йылға һымаҡ шаулап ағасаҡ,

йыр һәм ҡурай тауыштарынан

ауыл күге гөрләп торасаҡ,

егеттәрҙең ҡотороп бейеүен

иҙәндәр күтәрмәй һынасаҡ —

ишетегеҙ, кешеләр, тыңлағыҙ,

белмәнек, тип әйтер булмағыҙ!


— Көрәшселәр, салт йүгеректәр,

уттай янғыр атсабыусылар,

ярыштарға әҙерләнегеҙ —

аҫыл бирнәләрҙе яуларға!


— Гармунсылар, бармаҡ әһелен

арымаҫҡа күнектерегеҙ!

Тальянкағыҙ йәштәр йәненә

ут һәм ҡорос һипһен көйҙөрөп,

түңәрәккә тартып һәр таҡмаҡ

тыпырҙатһын сап-сал ҡарттарҙы!


— Ҡурайсылар, Һаҡмар буйынан

ҡырҡып алығыҙ төҙ ҡурайҙың

иң һылыуын! Ҡабып тартҡанда

таш иреһен уның шаңынан,

донъя моңон йыйған йор йәндәй

илаһын вә көлһөн был ҡурай!


Асылалар ишек, тәҙрәләр,

ҡапҡаларҙан сығып йүгерәләр —

йәше, ҡарты, булып йоторҙай,

һөрәнсене һәрмәй һәм тыңлай:


— Батша балаһының тыуыуын

тамғалаған байрам түгел был,

иген уңышына арналып

үткәрелгән байрам түгел был —

Ғимыран бай ала йәш бала

бисәлеккә — шуға туй була!..


Халыҡ мыжғый,

ҡайнаша:


“Ха-ха-ха!

Ха-ха-ха!..

Булыр бына тамаша!”
Тау һәм урмандарға тарала:

“Урыҫ байыһа — сиркәү һала,

башҡорт байыһа — бисә ала,

ха-ха-ха!

Ха-ха-ха!..

Ғимыран бай йәш бисә ала!”


Ҡабаланып байҙар тоталар

һимеҙ йылҡы көтөүҙәренән;

май еҫенә күмеп һауаны,

ялсылары ҡаҙы тултыралар;

йүкә мискәләрҙә сәмле бал

әсетәләр күбекләндереп,

баллы сәк-сәктәр бешерәләр,

ҡарбаҙҙарға май төшөрәләр.

Йомарт бүләк көтөп еңгәйҙәр

килен төшөр көндө һанайҙар...


Ярлы йорттар иһә бер килеш

дауам итә фәҡир тормошон,

йөкмәгәндәй хоҙай ҡарғышын:

әҙәмдәре, тороп көн һайын,

урман, баҫыуҙарға тарала,

ҡабым икмәк көҫәп үткәрә

көнөн ир ҙә, сабый бала ла...
Тамсы һайын, эсә яңы тамсы

ер-әсәкәй әҙәм тиренән,

ыңғырау һәм уфтау — мәңгелек “йыр”

булып йөрөй ярлы эҙенән.

Ялпы-йәнгә хеҙмәт һаман да шул

михнәт-яфа булып һанала...

Берҙәй -- сал да, сабый бала ла...

2
Сәлимәнең атаһына ялбарыуы
Атаҡйым, һәләк итмә мине,

йыртҡыс тырнағына ташлама!

Килтергәстен был донъяға, ҡабат

тартып алма йәшәү хоҡуғын!

Буйлатмасы залим мутлығын!
Көн нурҙарын күрергә рөхсәт ит,

гөл еҫтәрен һуларға рөхсәт ит, —

ниңә мине язалайһың, атай,

һинең менән мин дуҫ инек бит?!.
Дуҫ инек бит һинең менән, атай,

иҫеңдәме минең бала саҡ?

Йөк атындай арып ҡайта инең

эштән һәр көн, ләкин йөҙөңдән

китмәй ине йылмайыу. Эйелеп

минең кескәй яҫтығыма һин

һорай торған инең: “Үҫәһеңме,

ҡыҙым?” — тиеп; ә мин: “Үҫәм!” — тип

әйтә инем... Сыулап шаярырға

башлай инек унан икәүләп,

дала аңҡый кейемдәреңдән,

тупраҡ аңҡый ҙур ҡулдарыңдан...
Бишенсе йыл?! Баяр утарҙары

ялҡын теле һуҙа башлағас

йөҙөң нисек яҡтырып йөрөнө!

Һәм — еңелеү, өмөттәр өҙөлөү...

ҡараңғы төн һәм ишек шаҡыу...

Наган болғап, мыйыҡлы яһилдар

әйттертергә һинән итәләр

башлыҡтарҙың исемен... Булмағас,

аҡса тауы алға өйәләр,

ә һин, ғорур төкөрөп байлыҡҡа:

Намыҫымды һатмайым иблескә,



әфәнде!” — тип яуап бирәһең.

Атай, атай, ниңә хәҙерен

туған ҡыҙыңды һин һатаһың?..
Иҫеңдәме, кисәләрен оҙон

әкиәттәр миңә һөйләүең?..

Йылғалай мул, тигеҙ аға ине

гәүһәр өндәр һинең ауыҙҙан;

тәпәш өйөбөҙ алтын һарайға

әүерелә ине хыялымда;

бәләләрҙән мине аралаусы

батырға һин әйләнә инең!

Һәм – еңеүсе Хаҡлыҡ яуында!
Әкиәттәрҙә һинең дейеүҙәрҙе

еңә ине һәр саҡ фәҡирҙәр,

күрмештәре уларҙың яҡты көн,

бәхет менән ослана ине —

ниңә ҡыҙың йәшлеген, атайым,

томаларға гүргә теләйһең?!.

Ниңә малдай һатаһың мине?!”
Балаһының үкһеп илауҙары

өҙгәс йәнен, барҙы Йәнтимер

кәңәш итеп муллаға: “Нишләйем,

кире ҡағыу яҡшы булмаҫмы

байҙың нәфсеһен?” — тип һораны ул...

“Маңлайыңа яҙылған яҙмыштан

уҙмыш юҡ шул... — тине хәҙрәт. —

Аллаһы Тәғәлә бәйләп ҡуйғас

Ғимыранға ҡыҙың сәстәрен,

ҡарышыуы гөнаһ... Балға-майға

сумып йәшәр уның ҡарауы.

Теге донъяла ла йәннәткә

керер рухы изгеләр менән.

Ҡарышыуҙың арты ҡарыулы



(бурыстарың башыңдан ашҡан бит

һинең,

башың булһа, шул хаҡта ла уйлап

ҡарар инең”...)

3
Һәм Сәлимә бына ситлектәге

ҡошҡай һымаҡ бикле ултыра...

Эйәрсенһеҙ ишек алдына ла

сығармайҙар уны... Ҡалтырап

тапма тапҡан һымаҡ, көнөн көтә...

Туйҙы көҫәй бай шымсылары --

йәш башҡайын ашаусылары...
Нишләй икән Харис, белә микән

минең хәлде?.. Күреп әйтергә

бер ауыҙ һүҙ мөмкинлек бирмәйҙәр...

Тимер ситлектәге тутыйғоштай

тилмерәмен ҡарап урамға,

йылы һүҙкәй алып, йыуатырға

әхирәттәрем йә килмәйҙәр...
Моңдарым да үҙем... Йөрәгемдең

яныуына түҙеү бик ауыр —

серҙәремде кемгә һуң һөйләйем?!

Ишетмәй ел минең зарҡайымды,

һәм тоймай Ай минең янғанымды,

ҡотолоуҙан өҙөп өмөтөмдө,

Тәңренән тик әжәл теләйем...”
Яңғыҙ үҙе интекте ул шулай

хәсрәттәрҙән йәнен талатып...

Күҙ йәштәре тамды тып та тып...

Минут һайын, минут үтә барҙы,

тик ҡайғыһы уның үтмәне,

яраланған йөрәге һулҡылдап

ҡанай торҙо... Тамсыланып тамған

йәштәренән күҙҙәре кипмәне...


Телһеҙ шаһит — кескәй турғай көн дә

ҡуна уның тар тәҙрәһенә.

Оҙаҡ, оҙаҡ текләп ултыра ҡош,

ҡымшаныуһыҙ, быяла үтә.

Ҡабаланып тышҡа саҡырғандай,

суҡышҡайы быяла сиртә...


Ҡоштоң өнһөҙ өндәшеүҙәренә

бәхетһеҙ ҡыҙ күптән күнекте.

Янар күҙ ҡарашын осраштырып

уның моңһоу ҡарауы менән,

тәүлек буйы йыйналған зарҙарын

йотлоғоп, йотлоғоп һөйләне:


Бәләкәсем, бирһәң ине миңә

еңел-елпе ҡанаттарыңды, —

тар зинданды ҡалдырып, йыраҡҡа,

киң сәхрәгә осор инем мин,

гөл-сәскәләр менән аҫыл ҡоштар

араһында көн итер инем...
Ҡайҙа яҙ һәм мәңге гөлдәр гөлтләй —

шунда гиҙеп йөрөр инем мин,

яфаларҙы онотор инем,

йөрәгемде йылытыр инем,

таңды ҡотлап иҫкән елдәр генә

ил хәбәрен һөйләр ине миңә...
Әллә, дуҫҡай, онота алмам микән

кисерелгән бәхет мәлдәрен?..

Һүнеп барған усаҡ тоҡанғандай

ҡараңғыла балҡып яңынан,

хәтирәләр күңелем ҡылдарын

сиртер микән, иңрәтер микән?..
Кешеләрҙе һағынып, ҡабаттан

был тормошҡа ҡайтмаммы икән,

сәхрәләрҙең йәнһеҙ буш иркен

нәфрәтләнеп атмаммы икән?..”
Болоттарҙы шәфәҡ алһыуланы,

киске шау-шоу баҫты ауылды:

баҫыу улдарының бисәләре

һыйырҙарын өйгә әйҙәне

саң борҡотоп ҡайтҡан көтөүҙән...

Ҡауғаланды ҡапыл тын үҙән...


Имсәк теләп баҡырыштылар

бәйләп ҡуйылған йәш быҙауҙар,

кемдер ярҙы малайын, әсе

сыйнау менән урам ярһытып...


Бары тынды...

Алсаҡ йылмайып

Ай ҡалҡты тауҙар артынан.

Шәм алманы Сәлимә. Һалҡын Ай

нуры ғына төштө тәҙрәнән...
Бик һаҡ сиртте кемдер тәҙрәне:

“Ах ғәжәп ҡош, йәнә һинме был?

Ҡалдыр мине, ҡалдыр уйым менән!”

Ҡош түгел, ә әҙәм күләгәһе

ҡаҡ иҙәнгә һуҙылып ятты:

бала ҡулы, тал кеүек бөгөлөп,

ярыҡ үтә аҡ төргәк атты.
Алыҫлашты тәпәй тауыштары,

һалмағайып, баҡса артында.

Сәлимәнең ҡулы дерелдәне:

әйтерһең дә, йоҡа ҡағыҙ түгел,

тере ялҡын яна усында...
Яҙмыш! Алып килгән хәбәркәйең

шатлыҡҡамы, әллә ҡайғыға?!.”

4
Харистың хаты
Иҫәнмеһең, күҙ нурым! Был

хатты яҙам

яныуына йөрәгемдең

сыҙамауҙан.
Дошман беҙҙе айырырға

мәкерләнә,

башҡайҙарҙы ашарға тип

әҙерләнә...
Өмөтөңдө өҙмә, ныҡ бул

тик һин, иркәм,

туйҙан алып ҡасасаҡмын

һине иртән!
Был эшкә тик дуҫ ҡыҙыңды

бағышландыр,

баҡсаға сыҡҡан тәҙрәңде

асыҡ ҡалдыр.
Мәжлес шауы менән халыҡ

болғанғанда,

бай: “Ирештем теләккә!” — тип

уйлағанда,
осортор беҙҙе ауылдан

сапҡыр аттар

һәм Мөхәббәт, юлдаш булып,

беҙҙе һаҡлар!
Бирешмә һәм ышанып көт

мине, иркәм,

таш яуһа ла килермен мин

һиңә иртән!”
Һуңы микән ни был меҫкен ҡыҙҙың

Ғазаптарҙан иҙелеүенең?..

Ишек шығырҙап асылған һайын,

ҡатилының көтөп инеүен,

йомғаҡ кеүек бөрөшә ине ул,

төн эсендә нисә ҡабат тертләп

уяна ла һаташыуҙарҙан,

һалҡын тиргә батып, таң атҡанын

күҙ йоммайса көтә торғайны,

текә ярҙан ташланып Һаҡмарға,

үлә ине фекерҙәрендә...

Һуңғы юлға ниәт ҡорғайны...

Шулай уҡ тиҙ аралар микән ни

яҙмыш уны ауыр бөтөүҙән?..

Арыны шул өҙөлөп көтөүҙән...

5
Сәлимәне кейәү ҡаршыһына

кейендерә әхирәттәре

һәм сеңләйҙәр көсләп бирелгән

бәхетһеҙ ҡыҙ бала хаҡында,

бөгөн уның йәшлегенең һуңғы

кисе янасағын һыҡтайҙар...


Сәлимәкәй тик һаңғырау хәҙер

ауаздарға... Уны зиһене

тарта ситкә. Сирендәргә сыҡҡан

тәҙрәнән алмайса күҙҙәрен,

ҡараңғынан көтә һаҡ һыҙғырыу,

Харисының көтә килеүен.

Йән дуҫҡайы Хәйерниса ғына

белә серҙе. Хәленән килгәнсе

тынысландыра ул Сәлимәне;

аңлаусан йылмайып: “Килер тиҙҙән,

шикләнмә!” — тип баға күҙенә...
Балаһының ҡайғыһынан янып

бөкөрәйгән меҫкен әсәһе

күҙ йәшенә сылатып яулығын

инеп-инеп сыға бүлмәгә.


Һалҡын ирендәре менән үбә

балаһының эҫе маңлайын

һәм мөйөшкә ҡарап: “Сабыр иткән

Хоҙай, һин дә сабыр ит”, — тиә...


Кейәү бүләге, тип кейҙертелгән

алтын беләҙекте һындырып

ырғытҡыһы килә Сәлимәнең

йөҙҙәренә... “Юҡ! Һис сабыр итмәм,

аждаһаны алығыҙ үҙегеҙ,

ә мин иһә бәғеремде көтәм!” —

тип әйткеһе килә асыу менән.

Тешләп ләкин ирендәрен түҙә,

ҡыҫып ләкин йөрәккәйен көтә...
Күрше өйҙә иһә туй -- ҡоҙалар

ҡымыҙ һәм бал эсеп дыу-ҡубалар,

ҡурайҡайҙан гөжләп моң ағыла.

Төн ҡуйыра... Ағастар ябына

сер япмаһын... Ике йөрәк көтә

ҡауышыуҙы, дерелдәп, шул төндә...



6

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет