Уралтауҙың саңҡыуы
Уралмын мин, эйе, Уралмын,
Яу килгәндә — илгә ҡоралмын,
Тыныслыҡта — тулы бурамын,
Уралмын мин, эйе, Уралмын!
Һәр ташымды — хатта һине лә
Көр иңемә алған Уралмын.
Йәнһеҙ суйырҙарҙы терелтә,
Йырлы итә торған Уралмын.
Яралттым мин һәммә йәндәрҙе,
Таралттым мин һәммә йәмдәрҙе.
Әммә Кеше тигән кешене
Яралтҡансы йәнем шәмәрҙе...
Ялым тарап елде быуаттар,
Ярҙарымдан аҙмы һыу аҡты!
Күҙем нуры — күкшелт күлдәргә
Күпме йондоҙ, Ҡояш, Ай баҡты...
Йәш һуғандай йәшел үләнем
Буй үҫтерҙе күпме, наҙ көтөп.
Текә шәмдәй шыршы, тирәгем
Ботаҡ ярҙы күпме, саз көтөп...
Шәкәрҙәй аҡ сағыл остарым
Аҙмы торҙо киңгәп, түл юҡтан.
Көтөкләнде киртләс һырттарым,
Тылсым көтөп көллө юҫыҡтан...
Күпме яҙҙар көҙгә әйләнде.
Күпме йәйҙәр ҡышҡа әйләнде.
Йән ҡундыр, тип, йәмле иңеңә,
Тылсым осо миңә бәйләнде.
Шул сихри мәл, төндә тулғанып,
Йондоҙҙарҙы ергә ҡараттым.
Туңған һыуҙарымды тулатып,
Шылтыр-шылтыр йырын яралттым.
Урмандарым иңен ураған
Таштай өнһөҙлөктө таралттым.
Япраҡтарҙың елгә туҙраған
Ҡыштыр-ҡыштыр йырын яралттым.
Үрҙәремдең үркәс бишеген
Бөргән һағыш һырын таралттым.
Шауҙыр-шауҙыр килеп ишелгән
Таштарымдың йырын яралттым.
Далаларым талып тилмергән
Сихыр торғонлоғон таралттым.
Бер-беренә бәрелеп йүгергән
Ҡамғаҡтарҙың туйын яралттым.
Мәңге хисһеҙ ҡатҡан Күк йөҙөн
Ерҙең ғәме менән ҡаралттым.
Өйөр-өйөр генә болоттар,
Ҡойма ямғыр, йәшен яралттым.
Күк күкрәтеп, ерҙе тетрәтеп,
Көндөң күҙен ергә ҡараттым.
Офоҡ дуғалатып тартылмыш
Ете төҫлө йәйғор яралттым.
Етмеш тылсым менән тоҡанып
Йоҡто ергә йәйғор-көйәнтә!
Ике осо, ҡыҙҙай осоноп,
Һәр ҡыуаҡҡа, ташҡа көй әйтә!
Шул көй менән тулып тылсымым,
Ҡуш усымды түбән ҡараттым:
Ер йөҙөнөң тере тылсымын —
Йәнлектәрен мең-мең яралттым.
Күккә һыҙып көмбәҙ тирәсен,
Ергә һуҙып һырттар киртләсен,
Тылсымыма буйсыл тирәмде
Яттар уҙмаҫ урға ураттым.
Тойһон өсөн тойғор есемен,
Тотһон өсөн тотҡор исемен,
Тотанағым итеп тоторға —
Терлектәрем төрөн таралттым:
Ялмамаһын өсөн ят бауыр
Туҙанымдың хатта бөртөгөн,
Үләнемдең хатта бер төгөн,
Һәр саңыма бағыу булырлыҡ,
Һәр ятына ағыу булырлыҡ
Бөтмәҫ бөжәктәрем яралттым.
Ҡайыҡлының тишеп ҡайығын,
Таныҡлының ишеп танығын,
Кимертергә — вайран итергә
Ҡомаҡ, көҙәнемде яралттым.
Ят яғылһа ялмау табырға —
Юл яҙҙыртып янға сабырға,
Ят йығылтып ҡына арырға
Ҡылый ҡуянымды яралттым.
Тороп баҫһа — ҡойроҡ болғарға,
Ҡыҙыл төҫөн төҫнәп уйнарға,
Аҡ тамағын теркәп буйларға
Төлкө-түләгемде яралттым.
Яу-йолмандың яҙып аҙауын,
Һындыртырға ҡарыш ҡаҙауын,
Бөлдөртөргә салыш һаҙағын —
Һылыу боланымды яралттым.
Ят ятҡанда арбап алырға,
Быуынына бығау һалырға,
Остан-осҡа хәбәр ҡылырға —
Һармаҡ һайыҫҡаным яралттым.
Яу өңөлөп яурын һыҙлаһа,
Өң төбөнән ят күҙ быҙлаһа,
Яуыз өңдө тапап боҙмаға —
Тайыш айыуымды яралттым.
Ояһынан булһа сыҡмалы —
Яланда ял йыйнап ятмалы,
Аңшайғанды сағып йыҡмалы
Ҡайыш йыланымды яралттым.
Торам тиһә ҡалҡып ят бауыр,
Һыҡҡан һайын йылан-билғауыр,
Боғаҙ сәйнәп өҙһөн, тип, алғыр —
Бүре-бөрөгөмдө яралттым.
Кипһен өсөн ят һүл иңемдән,
Китһен өсөн ят төҫ күҙемдән,
Бөтһөн өсөн ят нам телемдән —
Ҡомһоҙ ҡоҙғономдо яралттым.
Хайуандарым, кейек, ҡоштарым —
Ерҙән алып ағас остарым
Мыжғып торор итеп яралттым.
Мыжғып йөрөр итеп таралттым,
Мыжғып үрсер итеп таралттым...
Киңлегемдән күңел көр ине,
Күгем менән Ерем бер ине.
Ситтә ҡасып Әжәл йөрөнө —
Ғүмер былбылдарын һайраттым!
Күҙ ташланым тирә-яғыма —
Тулып иңем терлек йүгерҙе.
Күҙ ташланым күкһел Күгемә —
Күк ҡанаттар кирелеп өлгөрҙө...
Өнһөҙ ине ләкин үрҙәрем,
Һынағандай көстө юрамал.
Тылсым көттө, текләп күҙҙәрен,
Күк көмбәҙле һылыу Ирәмәл...
— Тылсымдарҙың тере тылсымы
Етмәй мәллә?.. Нимә бирәйем?!
— Бүләгеңдең бирһәң берҙәйен,
Ирәмәлең торор ирәйеп! —
Тине шулай миңә Ирәмәл...
Үҙем дә тап шуны уйланым...
Берәгәйле итеп бирергә
Тылсымымдың көсөн көйләнем...
Йөрәгемдең ҡанлы бәғерен
Ҡырҡып алып сөйҙөм бүләкте.
Ирәмәлем алды күтәреп
Тетрәп типкән тере йөрәкте —
Тыуҙы Кешем — Урал йөрәкле!..
(“Башҡорт” тиҙәр ошо һирәкте...)
9
Кеше тыуҙы, Кеше!..
Тылсымдың
Был һуңғыһы ине, моғайын...
Кеше әйтте:
“Урал-атама
Тиң булайым — Башҡорт булайым!
Донъя яратылған замандан
Заңын һалды башҡорт был ергә:
“Башҡорт булып баҙғас тыуырға —
Башҡорт ҡалып тейеш үлергә!”
Тыуыу менән Үлеү араһын
Башҡортлоҡтоң — дары тултырҙы.
Дары түшәп башҡорт йоҡланы,
Дары һулап башҡорт уй ҡорҙо.
Кешелеген һаҡлап ҡалыуҙың
Сараһылыр, бәлки, ул дары...
Тупрағында дары арттырып,
Һалды башын башҡорт улдары...
Дарыланып башҡорт йәшәне —
Йәне-тәне ылғый дарылыр.
Бығау һалам тигән залимға
Башҡорт-дары шартлап-ярылыр!..
Йәне-тәне көҫәй азатлыҡ!
Шуға рухы — дары шауҡымы.
Дары ерен баҫып кергәнде
Көл итәсәк дары тоҡомо!
Ере-Күге, эскән һыуҙары —
Үҙе кеүек ылғый дарынан!
Башҡорт йәнен булмай сүктертеп
Аҫыу, киҫеү, ут һәм дар менән!
10
Көләүендәр
Көләүенлек Ерәнсә-сәсәндән килә,
ә уға был Көндән бүләк ителгән.
Халыҡ һүҙе.
Башҡорт йәне ярһый планетала —
Дарыланған һәр бер күкрәктә.
Урал күкрәүҙәре, Ерҙе урап,
Ҡитғаларҙың төбөн тетрәтә.
Тыя алмай уны ҡара ҡеүәт,
Йыға алмай ирҙе ҡылыстар.
“Ер әйләнә!” — тигән итальяндың
Оранында минең һулыштар!
...Ҡыңғырауҙар сыңлай ҡолаҡ ярып —
Ҡорамдарҙың изге алтыны:
Шанлы Римдың Сәскә майҙанында —
Инквизиция ялҡыны...
Сәскә түгел — утын өйә ҡулдар
Көл итергә тере ҡарыуҙы.
Ҡалҡып ялҡын-сәскә уртаһында,
Тора ғорур Ерҙең дарыһы.
“Кире ҡайт!” — тип, “Төңөл!”, “Тәүбә әйт!” — тип
Ялҡын йүрмәй йәнгә тәреләр.
Ғорур ауаз сорғой утлы ауыҙ:
“Ер әйләнә! Тотмай тәңреләр!”
Дары йәндең ҡара күҙҙәренә
Тәреләнеп ялҡын орона.
— Ха-ха-ха-ха! — Көлә дары ауыҙ. —
Төңөлмәйем! Сүкмәҫ Бруно16!
Киләсәктең көләс Гагарины
Еңһен өсөн тотҡор ер көсөн,
Ер йәҙрәһен үксә менән төйөп,
Дарыланып гөртләй был есем.
Төтөн түгел, Сәскә майҙанынан
Сәсрәй Күккә йыһан карабы.
Дөм өс быуат үткәс, шуны бағып,
Кешелегем ала һабағын!
Ә әлегә иҫке дәүер бара,
Бруно яна, нуры тарала...
Дары кәре, ерҙе урап йөрөп,
Сал Уралда ҡабат ярала:
Шул уҡ сиркәү... Шул уҡ шаулы майҙан...
Ләүкетәләр ялҡын тәреләр.
Дары йәнле башҡорт бруноһын
Баҫтырғандар утҡа тереләй...
“Ҡайт, Туйгилде!”, “Төңөл, Юлаҡов17!” — тип
Тәреләрҙән күҙгә ҡуҙ тама.
— Ха-ха-ха-ха! — Күккә осто дөрләп
Дарыланып тыуған буҙ бала...
Шул көлөүҙән шашып ҡалды ялҡын,
Үрт эсендә көлдө шашҡын ут.
Ер әйләнде һүтеп быуаттарын,
Көлөү дөрҙө, дөрҙө ашҡынып...
Ҡара төндә ҡап-ҡара майҙанға
Көлә-көлә аҡ нур түгелде.
Теҙ сүктеләр ҡарғап ҡара йәндәр:
Балҡый йондоҙ — Башҡорт Туйгилде!
Ер циркының бөйөк аренаһын
Арбаны был көлөү мәңгегә.
Көләүене булып цирктарҙың,
Шартлаясаҡ дары-йән көлә!..
11
Бағам текләп күктән — йондоҙлоҡтан
Урал тауға, ерем түренә.
Аҡ түбәһе аҡыҡ Ирәмәлдең
Ареналай балҡып күренә.
Аренаһы ерҙең...
Түп-түңәрәк.
Ҡаралығы батҡан төбөнә.
Кешелектең
Хәүеф күҙе кеүек
Ҡарап ята заман Күгенә...
Фокусы беҙ һәр өс замананың —
Көн сатрашын тотҡан кешеләр.
Замандарҙың гөртләр дарылары
Аренаға беҙҙең ишелә.
Ирендәрҙе өтә дары-ҡымыҙ —
Елендә үк һаумал ут-дөрләү...
Биш ҡитғабыҙ — ерҙең биш туҫтағы
Дары ҡымыҙынан мөлдөрәү...
Ауыр баҫа усты дары гере,
Дары кәре үртәй йөҙөмдө.
Көләүендәр илткән көләкәслек
Бирһен Хоҙай! Итһен түҙемле!
12
Оркестрҙар! Көмөш ҡыңғырауҙы
Бер ситкәрәк алып ҡуйығыҙ!
Күк күкрәтә тартып фанфарҙарҙы,
Ер тетрәтә дөмбөр һуғығыҙ!
Көр шаңдауҙа ярһып яңғыраһын
Кешелектең аҙым алышы:
Көләүендәр сыға аренаға!
Еңелмәҫкә тыуған яу — ошо!
Көләүендәр сыға аренаға,
Быуаттарға баҫып аҙымын.
Күҙе менән, көлөп, ҡыйып үтә
Ҡатилдарҙың ҡанлы ҡаҙығын.
Көләүендәр сыға аренаға —
Таш төрбәләр ҡалған ишелеп.
Тимерйәндең18 тимер аҙымында
Килә алҡып ярһыу Кешелек!
Ҡара йәндәр йәбен йәмшәйтергә
Йөҙөндәге ғорур нур еткән.
Көлөштәре дары гөрөлдәтеп,
Һулыштары боҙҙо иреткән.
Иңдәрендә йөкмәп алып сыҡҡан
Быуаттарҙан быуған ярһышты.
Тимер йәнен төйнәп ул үтәгән
Әжәл менән мәңгел алышты.
Ғәййәрлек һәм ғәҙел үткерлекте
Көләүендәр һатып алмаған.
Үҙҙәре лә улар һатылмаған —
Теле менән ялҡын ялмаған!
Оркестрҙар! Алтын арфаларҙы
Бер ситкәрәк алып ҡуйығыҙ!
Күк күкрәтә тартып фанфарҙарҙы,
Ер тетрәтә дөмбөр һуғығыҙ:
Тимерйәндең алтын ҡалағында
Алҡын-ялҡын уйнап Аҡ килә.
Ҡалаҡ һабын ҡабып тотҡан килеш,
Нахаҡлыҡты еңмеш Хаҡ килә!
Аҡ йомортҡа уйнай шуҡ ҡалаҡта,
Зыр-әйләнә — хәс тә Ер шары!
Кешелеккә шулай глобусты
Көләүендәр биргән сығарып!
Замок һайын кенәз зауыҡланып,
Үҙ кендеген Ергә ҡаҡҡанда,
Йөкмәп илткән Ерҙе көләүендәр,
Күсәренән ҡабып аҡ таңда.
Тимерйәндәй, улар өйөрөлткән
Күҙ алдында көйләп Ер шарын.
Алып осҡан ҡалаҡ-Галактика
Осһоҙлоҡтан Ерен, кешеләрен...
Эйе, беләм: Тарих дарыларын
Төйгән йыйып уйын циркы ла.
Бындағы һәр номер өнө менән
Ер илай һәм шашып Ер көлә...
Нәүбәттәге номерҙарҙың береһе — XVI быуат башы
“Немец аяғы баҫҡан ерҙә осраясаҡ һәр гереро кешеһе — ҡораллымы ул, әллә ҡоралһыҙмы, маллымы, әллә малһыҙмы — урынында атып үлтереләсәк. Ҡатын-ҡыҙмы улар, бала-сағамы — мин береһен дә ебәрмәйәсәкмен, мин уларҙы кире һөрәсәкмен һәм бөтәһен атырға бойорасаҡмын. Герероларға быны мин, фон Трота, ҡеүәтле империя Германияның бөйөк генералы, иғлан итәм!”
“Француз һалдаттары үҙҙәре үлтергән һәр алжирҙың башы хаҡына аҡсалата бүләк ала. Баштарҙы киҫеп килтереү кеүек мәшәҡәттән арыныу өсөн, үлтерелгәндәрҙең ҡолаҡтарын ғына ҡырҡып алып тапшыра башланылар — был эш еңелгә төшә. Шуға бәйле рәүештә, һалдаттар араһында ҡара баҙар сәскә ата — епкә теҙелгән әҙәм ҡолаҡтары менән сауҙа итәләр. Бер пар ҡолаҡ 10 франкы тора”.
“Португалия тажы мәртәбәһенә океан арты биләмәләре яуларға сыҡҡан мәрхәмәтле Васко да Гама, Ғайса пәйғәмбәребеҙ рухына изгелекле эш ҡылып, христианлыҡ юлынан мәхрүм ҡалмыш көфөр негрҙың ҡолаҡтарын үҙ ҡулдары менән ҡырҡып ташланы, урынына ҡарпыш эт ҡолаҡтары тегеп ҡуйҙы”. (Африка тарихынан.)
Мин — көләүен.
Мин — “ниггер”,
Ҡара тәнле мин.
Ҡара Африкамда тыуып,
Ҡарығып үҫкәнмен,
Көнгә бешкәнмен.
Ҡара ер егенән сығып,
Көнгә ҡалҡҡанмын.
Һөттәй ап-аҡ күңелемде
Төпкә япҡанмын.
Һөттәй аҡ күңелем минән
Ерҙе һөйҙөрә.
Ер ҙә һөйөп-һыйпағанға —
Сәсем бөҙрә.
Эсемдәге ап-аҡлығым
Күҙҙән күренә:
Төндәй күҙ ҡарам лотостай
Аҡҡа төрөнгән.
Ауыр саҡта, ташып барған
Аҡлыҡ көлдөрә:
Ауыҙымда утыҙ ике
Аҡ теш мөлдөрәй...
Аҡлығымды аҡ донъяға
Көттөм туғарыу.
Ҡолаҡ ҡуйып тыңланым күк
Диңгеҙ шауҙарын.
Көттөм оҙаҡ аҡ донъяның
Тәүге илсеһен.
Ап-аҡ һутлы банандарҙы
Уға әрсенем.
Ҡалҡты кинәт күк диңгеҙҙән
Һөттәй аҡ елкән.
Йүгерҙем ярға: аҡ донъя
Миңә тип килгән!
Күк якорҙә аҡ елкәнле
Карап сайҡала.
Ап-аҡ йөҙлө аҡ ҡунаҡтар
Ярға ташлана.
“Хуш килдегеҙ, аҡ донъяның
Аҡ илселәре!
Һеҙҙе көткән аҡ күңелем
Асылыр мәле!”
Аяҡ баҫты аҡ тән ярға,
Ажарын ҡорҙо.
Аҡ тештәрем ҡойоп, ергә
Һуғып осорҙо.
Аңлай алмай, ҡарашымды
Аҡ ҡулға борҙом.
Аҡ ҡулда ал ҡаным ҡара
Янғанын күрҙем.
Йоҙроҡ ҡара, Күк көмбәҙе
Суйындай ҡара:
Йәпләштерә һуҡҡас мине,
Хахылдап тора.
Күк диңгеҙ төҫлө күҙҙәре
Йәнемде һуйҙы.
Күҙемдең ап-аҡ лотосын
Таяғы ҡойҙо...
Ятам бына яр башында
Тешһеҙ ҙә күҙһеҙ.
Ҡандарымды ялап шаулай
Зәп-зәңгәр диңгеҙ.
Диңгеҙ шауы алып килә
Йыраҡ көйҙәрҙе.
Ҡанлы ҡолаҡтан аулайым
Ғәзиз өндәрҙе.
Тоям ләкин: аһ, ғазап мәл! —
Бысаҡ ышҡыла.
Аҡ ҡул ышҡып, бер-бер артлы
Ҡолаҡ ҡырҡыла.
Һелкенә алмайым, ятам:
Кәүҙәм бығаулы.
Хахылдап көлә аҡ тәнле...
Һәм эт сыңлауы...
Ҡолаҡтарҙы минең тағып
Китә меҫкен эт.
Ә мин ҡалам эт ҡолаҡлы —
Бына был кәмит!..
Хахылдай ҙа арҡам буйлап
Ҡамсы сыйылдай.
Эт ҡолағым менән тоям:
Дауыл яҡынлай...
Тойғор икән эт ҡолағы —
Миндә эт көнө.
Айырамын кешене һәм
Бүре, төлкөнө.
Аҡ тиреле йыртҡыстарҙы
Үтәләй күрәм:
Ҡара ағыу уртлап улар
Еремә кергән!
Дауыл яҡынлай... Мин бығау
Сынйырын тартам.
Амилькар Кабрал булып бер
Ҡалҡырға ятам.
Гвинея-Бисау илен
Бөтә ер күрер.
...Мин — көләүен, мин — Африка,
“Этҡолаҡ ниггер”...
14
Нәүбәттәге номерҙарҙың береһе — XVI быуат уртаһы
“...испандар тереләй ҡулға төшкән мыҡты кәүҙәле йәш индейҙарҙың барыһының да ике ҡулын терһәктән өҙә сабып, ҡанлы сабындыҡтарын эйәләренең ҡулбаштарына баулап аҫтылар ҙа әйттеләр: “Йә, барығыҙ, был баулы хаттарҙы ҡатындарығыҙға илтегеҙ”... Испандарҙың тағы ла бер сәйер ғәҙәте бар ине — үҙҙәре ҡылған вәхшилектән улар ләззәт таптылар, ә һәр береһе йыртҡыслыҡта бер-береһенән уҙҙырырға, кеше ҡанын ҡойоуҙың яңы ысулдарын уйлап табырға тырышты. Шулай, мәҫәлән, улар ҡорбандарының аяҡ остары ергә тейер-теймәҫ торорлоҡ һәм муйындағы дар элмәге лә ахырғаса тартылмаҫлыҡ итеп ҙур, ләкин бейек булмаған дарҙар төҙөнөләр һәм шунда бер юлы, изге ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса пәйғәмбәр һәм уның ун ике апостолы хөрмәтенә, бер юлы ун өсәр кешене аҫтылар; һуңынан шул аҫыулы, әммә һаман да тере кешеләрҙең иңендә испандар ҡылыс менән үҙҙәренең нисек йылғыр эш итә белеүҙәрен, көстәрен һынап ҡаранылар. Улар бахырҙарҙың күкрәк ситлектәрен сабып ярҙылар, эске ағзаларын тышҡа ҡойҙолар; башҡалары шундай уҡ батырлыҡтарын бүтән юл менән башҡарҙылар. Шунан һуң, язаланған, әммә һаман тере ҡорбандарына ут төрттөләр: индейҙарҙы кәүҙәләрен ҡоро һалам менән сырмап үртәнеләр — кешеләрҙе тереләй яндырҙылар. Ә берәү... ике йәштәрҙәге ике баланың боғаҙын яйлап ҡына хәнйәр менән салды, ә шунан һуң сабыйҙарҙың икеһенең тиң баштарын өҙөп, ташҡа бәрҙе... Испандар... ҡарттарҙы ла, сабыйҙарҙы ла, бала табып ятҡан ҡатындарҙы ла йәлләмәне”... (Бартоломео де Лас Касас. Индейҙар тарихы.)
Дар ағасы дерелдәйҙер,
Мин тыныс торам.
Аяҡтарым осо менән
Үләнде борам.
Бөгөләлер үлән башы
Ел бөккән яҡҡа.
Ә мин — Кеше. Бөгөлмәнем.
Иң хәтәр саҡта.
Тыуған ерем үләндәрен
Тапаған аяҡ
Ҡыяҡ остарына инде
Тейәлер саҡ-саҡ.
Йолмаҡ булып үлән һымаҡ
Минең тамырҙы,
Муйынымдан быуып испан
Ерҙән айырҙы.
Индей булып индем дарға
Мин — көр көләүен!
Дары кәре ҡайнай ҡанда —
Шуны беләмен.
Салынмай Ҡояш сатҡыһы
Ҡылыс сабыуҙан,
Ялҡын төрбәһенә төрөп
Утҡа яғыуҙан.
Мин ул сабый — өҙҙө, атты
Ташҡа башымды.
Ярылғас таш ҡап-уртаға,
Испан шашынды...
Дар ағасы дерелдәйҙер,
Мин тыныс торам.
Таш ярығы аша күреп,
Башымды борам
Киләсәккә... Таштан унда
Шәүлә һуҙылған.
Ҡара шәүлә тәнен ярып
Аҡ нур һыҙылған.
Ҡара шәүлә-ҡорттоң башы
Франко аталыр,
Икенсе шәүлә — Пиночет,
Ҡорттар балталы.
Ит сабалыр ике балта
Бер үк тумарҙа.
Икеһе тиң гүр ҡорттары
Булып тыуғандар...
Ташты яра һуҡҡан баш бит
Мин ул, көләүен!
Лас Касастың өнө менән
Өндәп көләмен!
Дарыларым таралалыр
Быуаттар уҙып.
Ҡанлы балталарҙың йөҙөн
Ҡайырып-боҙоп.
Аренаға сыға икәү
Беҙҙең аранан:
Ибаррури Долорес һәм
Луис Корвалан!
Араларында — аҡ ташҡын
Нурҙан ҡойолған.
Марти, Лорка, Альенделар
Ҡорға йыйылған.
Юлдар оҙонайған һайын,
Ташҡын киңәйә.
Минең һында һынланалыр
Башҡорт-кинәйә...
Башҡорт... дарға аҫҡан дары —
Дары һаман да...
Һалам өйөп ут һалдылар
Бына табанға...
Башҡортто бахыр итмәксе,
Бахыр, ут төртөп.
Дары-башым шартлар әле,
Сәғәтем етеп!
...Башым ярған таш ярығы
Аша көн күрәм.
Мин — башҡорт, мин — дары улы,
Дарҙан ут бирәм!
15
Нәүбәттәге номерҙарҙың береһе — XVIII быуат башы
“Рогервик, 1775, ноябрҙең 29-ы.
Юлай Аҙналин һәм Салауат Юлаев тураһында мәғлүмәтнамә.
Был ике яуыз бында Мәскәү Губерна канцелярияһы указы буйынса килтереп ябылған. Пугачев сволочь яуызлыҡтарында ҡатнашыусылар, сыбыртҡылап ярылғандар, танауҙары, ҡолаҡтары ҡырҡылған, маңлайҙарына ҡыҙҙырып утлы тимер баҫылған”.
“10 ғинуар. Мәскәү, Болотная майҙаны. Приговор: бур Емельян Пугачевҡа үлем язаһы бирергә йәғни уның кәүҙәһен тереләй дүрткә тураҡлап, башын ҡаҙыҡҡа элергә, ҡалған өлөштәрен ҡаланың төрлө урындарына олаҡтырырға һәм тәгәрмәс аҫтына һалырға, ә һуңынан шул уҡ урындарында яндырырға”. (Рәсәй тарихынан.)
Мин ул урыҫ!
Мин ул башҡорт! —
Көләүене Россияның!
Көллө халҡым ҡаршыһында
Кеселекле баш эйәмен.
Янды ла ул, туңды ла ул,
Балта менән һәм сабылды.
Ә шулай ҙа көлөр саҡта
Көләүендәре табылды!
Уйын түгел көләүенгә
Бөйөкләнеп килеүҙәре.
Еңел түгел бөйөк халыҡ
Өнө менән көлөүҙәре.
Ҡурғаштың да иң ажары
Кереп тулды өн юлына.
Эсле-тышлы янған саҡта
Олпат булып ҡара ғына!..
Эсле-тышлы янған саҡта
Тыныслыҡты һаҡла ғына.
Күҙең ҡара көйгән хаҡта
Аҡлыҡты тик яҡла ғына!..
Ажар еңеп, башҡаларға
Ажарланып баҡма ғына.
Үҙ хаҡлығың — хаҡлыҡ тиеп,
Ер хаҡлығын ҡаҡма ғына!..
Уйын түгел көләүенгә
Бөйөклөктө күтәреүе.
“Көләүен”дәр — көллөһө лә
Бөйөк, тиеп үткәреүе.
(Көләүендән — клоундар
Ҡурпылаған был заманда
Хаҡ Көләүен дарылығын
Һаҡлай фәҡәт Хаҡ һаман да!)
“Көслөнөкө — донъя!” — тиһә,
Ҡыйын, ҡыйын түңкәреүе.
Аҡыл көсөн баш хаҡына
Ситкә ҡаҡмай үткәреүе.
Башты һалып айбалтаға,
Хаҡлыҡ ҡотон ҡотҡарыуы.
Үҙ хаҡлығың итеп илдең
Йөҙ хаҡлығын атҡарыуы...
Шуға күрә батшаларҙың
Тейҙем тере теңкәһенә.
Нисә быуат менеп яттым
Лобный майҙан түтәһенә!
Йондоҙланып — биш йәпләнеп,
Балта кәрен тойҙо кәүҙәм.
Балҡып яҡут йондоҙ тыуҙы
Минән ауған киҫәктәрҙән...
Сабып дүрткә, дүрт тарафҡа
Атты ҡатил ҡанлы тәнде.
Белмәне тик көллө тәнем
Ылғый дары, үрт икәнде.
Баштарына башняларҙың
Ҡундым яҡут йондоҙ булып.
Түгел яҡут! Мин — дары-ут!
Шартлармын бер кәрем тулып!..
Дүрт ҡибланың дүрт мөйөшөн
Атып бәрер дары кәүҙәм...
Көләүендәр дарыланып
Күтәрелер ул тетрәүҙән!..
...Тиң иткәне өсөн мине
Урыҫ менән тиң янырға;
Эсле-тышлы янғанда ла
Көләүен булып ҡалырға;
Көләүендәрен донъяның
Бер туған итеп танырға;
Ҡоллоҡ артыҡ һаналғанда
Артмай, көләүен ҡалырға
Тыуҙырғаны өсөн мине,
Баш эйәмен Россияға.
Минең һымаҡ булып тыуһын
Көләүендәр был донъяға!..
16
Нәүбәттәге номерҙарҙың береһе — XVIII быуат башы
“...төп ҡараҡ һәм бунт башлыҡтары булған башҡорттарҙың бөтәһен дә рәхимһеҙ рәүештә язалап үлтерергә; ғәйептәре ҙур булмаған ҡалғандарының хеҙмәткә яраҡлыларын көнсығышты яулау полктарына тәғәйенләргә, ә утыҙ йәштән олораҡтарын Рогервикка ауыр эшкә һөрөргә. Уларҙың ҡатындарын һәм еткән ҡыҙ балаларын Ҡазан татарҙарына һәм башҡа яҡ татарҙарына һәм ғәйре динлеләргә кейәүгә бирергә, уларынан һәр ҡатын һәм ҡыҙ өсөн драгунға яраҡлы ат йәки аҡсалата ун һигеҙ тәңкә алырға, ул ҡатын һәм ҡыҙҙарҙы татарҙарҙан һәм ғәйре динлеләрҙән башҡа бер кемгә лә, бер сәбәп менән дә бирмәҫкә, сөнки императрица ғалиә йәнәбәләренең бөйөк мәнфәғәте шулай бойора... Уларҙың ҡалған сабый балаларын Рәсәйҙең алыҫ ҡалаларында маңҡортлаштырыу өсөн, теләгән берәүгә таратып бирергә, һәм ул ҡараҡтарҙан тороп ҡалмыш мөлкәтте һәм мал-тыуарҙы иҫәпкә алып, һатып, аҡсаһын императрица ғалиә йәнәбәләренең ҡаҙнаһына һалырға... Генерал-лейтенант Урусов, ҡараҡлығы ҙур булмаған һәм егерме йәштән уҙған башҡорттарҙың танауҙарын ҡырҡып, сыбыртҡы менән ярып, ҡатындары һәм балалары менән ҡуша үҙебеҙгә итәғәтле старшиналарҙың күҙәтеүе аҫтында тоторға кәрәктер, тиһә лә, мин уны, генерал-лейтенантты, түбәндәгегә инандырҙым: әйтелгән ҡараҡтар Башҡортостанда ҡалһа, уғата бунт һәм ҡараҡлыҡ ҡыласаҡтар, шуға күрә уларҙың тамырын тамам ҡороторға кәрәк”... (Генерал-майор Л. Соймонов хәбәрнамәһенән.)
“1740 йылдың яҙ башынан алып 24 сентябренә тиклем:
1702 башҡорт дөмөктөрөлгән;
ҡулға төшкәндәренән 432 кеше язалап үлтерелгән;
1862 кеше әсир алынған һәм ҡоллоҡҡа оҙатылған;
135 кеше көнсығышты яулау полктарына һәм флотҡа тәғәйенләнгән;
796 кеше, танауын ҡырҡып һәм сыбыртҡы менән ярып, ҡатындары, бала-сағалары менән ҡуша итәғәтле старшина Бирҙеғолдоң күҙәтеүе аҫтына тапшырылған.
Бөтәһе 4927.
Тартып алынған: 39 дөйә, 1987 йылҡы малы, 1060 еткән ҡыҙ (мишәрҙәргә һәм итәғәтле башҡорттарға ҡатынлыҡҡа бирелгән), — бөтәһе 3086; 2903 һыйыр малы, 2110 һарыҡ, — өҫтәгеләрен дә бергә ҡушҡас, бөтәһе 8099. Йәнә 8 дөйә, 841 ат, 196 һыйыр казактарға хеҙмәт хаҡына бирелгән...
Ошо 1737 — 1740 йылдар араһында башҡорттарҙан:
18134 кеше үлтерелгән, 3236 кеше әсир алынған һәм Рогервикка ауыр эшкә оҙатылған,
5983 кеше урыҫ алпауыттарына ҡоллоҡҡа һатылған, байтаҡ кешенең ҡолаҡтарын, танауҙарын ҡырҡҡандар. Дөйөм юғалтыу 28190 кеше тәшкил иткән”... (Рәсәй тарихынан.)
“...башҡорттарҙан теләһә ниндәй сит ил дошмандарына ҡарағанда ла нығыраҡ һаҡланырға... улар халҡы шул тиклем дә ҡатылыҡ һәм уҫаллыҡ менән һуғарылған, ә үҙҙәре әленән-әле һаман туҡтауһыҙ үрсей ҙә үҫә... Шуныһы ҡурҡыныслы: хәҙер инде яһаҡтан ҡасып китмеш бик күп урыҫ кешеләре лә үҙҙәрен башҡорт итеп иғлан иттеләр... Гәрсә хәҙерге башҡорт халҡын йыуашайған һымаҡ күрһәк тә, ләкин уларҙы тулыһынса буйһондоролған тип тә әйтеп булмай әле; ошо көнгәсә, бер ниндәй ҙә указдарға ҡарамай, Россиянан ҡасып китмеш кешеләрҙе үҙҙәренә ҡабул ҡылалар... Сит илдәр менән һуғышмаған, ҡулдарыбыҙ буш булған бер арала был халыҡтың һанын берәй сәйәси ысул менән яртылашҡа кәметһәк, ә ҡалғандарына тәүҙә улар күтәрә алмаҫлыҡ яһаҡ һалып, һуңынан ул яһаҡты бер туҡтауһыҙ арттыра барһаҡ, бик тә шәп булыр ине... Был Хоҙайға дошман халыҡты Хоҙай Тәғәлә ярҙамында боғаҙынан бөрөп алғас, бара-тора уларҙы шундай хәлгә килтереп еткерергә лә булыр ине: унда йәшәгән мәлғүндәрҙең береһе лә, үлем язаһы ҡурҡынысы аҫтында, үҙҙәрендә бер генә лә мылтыҡ әҫәре тотмаһын һәм ситтән бер кем дә, шул уҡ үлем язаһы ҡурҡынысы аҫтында, уларға бер ниндәй ҙә мылтыҡ һәм дары алып килмәһен”... (Рәсәй империяһында башҡорт мәсьәләһен иң шәп хәл ҡылыу ысулдары тураһында Ҡазан губернаторы А.П. Волынский төҙөгән хитапнамәнән.)
Башҡортмон шул,
Бына башҡортмон —
Башҡорт ере тапҡан көләүен!
Ҡарайым да тыуған еремә,
Ҡанлы йәштәр менән көләмен...
Иламайым, эйе, көләмен!
Көләүенгә илау тиң түгел!
Был донъяның барлыҡ күҙ йәшен
Һыйҙырырлыҡ минең киң күңел.
Был донъяның барлыҡ нәфрәтен
Урғылтырлыҡ минең ут күңел.
Был донъяның һөйөү ләззәтен
Сорғолторлоҡ минең шат күңел.
Көләүендәр ерҙә уҙғанды
Берәм-берәм уҙҙым бер үҙем.
Көләүендәр бер ҡат түҙгәнде
Бергә алып, мең ҡат мин түҙҙем.
Ситләмәне мине ут һәм һыу,
Ситләмәне мине баш ҡырҡыу.
Барыһын да барлап үткәнгә,
Бөгөн ерҙә мин ир -- башҡортмон!
Күҙем булды бик йыш бәйләүле,
Өнөм булды бик йыш тығыулы.
Әммә бәй һәм тығын аша ла
Донъя менән булдым бер юллы!
Тамаҡтарға ҡурғаш ҡойолоп,
Балтырҙарҙы бығау көрмәне.
Әммә ҡурғаш, бығау аша ла
Һөрлөгөүгә ирек бирмәнем.
Танауымды ҡыҫып ҡыпҫыуыр,
Беләктәрҙе упты йот сынйыр,
Әммә ҡыҫҡыс, сынйыр аша ла
Дуҫтарыма етә алдым йор.
Көләүенлек рухын илдәрҙең
Йөрәк дарыһынан таныным.
Үҙ дарымды биреп уларға,
Улар дарыһынан байыным.
Көләүенлек заты бер, тиеп,
Хаҡиҡәткә килдем был ерҙә.
Әҙер инем бөтә Рәсәйҙең
Көләүене булып үлергә!
Әҙер инем бөтә Ватандың
Көләүене булып тыуырға:
Ун етенсе йылда Питерҙа
Таж-тәхетте йәнсей һуғырға!
Шул юлымда башҡорт ҡалдым мин,
Затым — дары, үҙем — көләүен!
Салауат һәм Пугач затында
Бөтөнәйеп, йәшәп киләмен.
“Аҡ батша”лар заты Соймонов —
Ҡалды ул да йәшәп килергә...
Төрлө төҫкә кереп елергә,
Йөрәгемде минең телергә...
Салауат һәм Пугач затында
Рәсәй көләүене — мин торам.
Килер циркта отоу хаҡына,
Елер циркта уйнап отторам;
Ҡатилдарҙан башым ҡырҡтырам,
Ҡолаҡ-танауымды йолҡторам...
17
Тарих циркындағы циркачмын шул –
Көлөп терелтеүсе көләүен!
Ер шарының ҡотло йомортҡаһын
Ҡалағымда алып килмен!
Табанымда гөртләй Ер дарыһы —
Йәҙрә кәрен иңгә туғара.
Даулы һыным һынлап һынмаҫтарҙы,
Аренаға дары сығара!
Барабандар “дөм-дөм”...
“Дөп-дөп” итеп
Һуға инде әллә йөрәгем?..
Илем һалып ятҡан йорт нигеҙен
Ҡыуанысҡа килә төрәһем!
“Дөп-дөп” ҡаға
Дары дөргән балға
Сыуайҙарҙы ергә батырып.
Йөрәк-балғам дарым кәрен ялғап,
Үҙем сыуай ҡағам, ахыры!..
Ниргәләрен һалыр ике ҡулым,
Асамайын ҡуша ҡаушарыр.
Аҡ сыуайлы ниргә һәм асамай
Күк ҡабағын ергә аушарыр!
...Шәжәрәләр “сыуай”, “асамай”ҙы
Бер “асабай”-һүҙҙән сығара.
Шунан килә “самый”, “особый” һәм
“Сама”, “аҫаба”, тип туғара...
Тимәк, урыҫ менән аҫабалар
Бер тамырҙан тыуып-тарынған.
Шуға Пугачев һәм Юлаевтар
Яурын терәп барған яурынға!
Һәм замана “самай”-асамайын
Үҙ һындары аша беркетеп,
Ете быуын сыуай, ниргәләрҙе
Торғоҙғандар дары-йорт итеп:
Достарыңызбен бөлісу: |