Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в пятнадцати томах әҪӘРҘӘр ун биш томда том



бет10/19
Дата01.07.2016
өлшемі3 Mb.
#170625
1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   19

Мәңгелек Ҡарт:
Намыҫлы һәр әҙәм — Урал ул,

Хыянатсы — Шүлгән борондан...


Үҙәгеңдә үҙәк — Уралың,

Таймайынса атҡар йөгөңдө.


Мин:
Улайһа, ник оран-урт йомоҡ?

Өн бир миңә, өн бир, бир инде!..
Оранлайым ярып донъяны,

Сайҡалдырып ерем-күгемде!

Мәмерйәләй киреп уртымды,

Оранларлыҡ өн бир, бир инде!..
Мәңгелек Ҡарт:
Кирелмәй үк торһон мәмерйәң —

Өлгө алып күр һин тауҙарҙан:

Өнһөҙ-тынһыҙ улар яурындан

Күпме дәүер йөгөн ауҙарған!


Алтын тулы эсе — Уралтау,

Ялҡын тулы төбө — Янғантау,

Береһе лә “эһ” тип әйтмәгән,

Өн әйтмәүҙән кәре ҡайтмаған!


Ә һин түҙалманың сәғәт тә...
Мин:
Өйрәнмәгән бындай ғәҙәткә...

Эсем тулы ялҡын — алығыҙ,

Хисем тулы алтын — алығыҙ,

Алығыҙ ҙа оран орорлоҡ



Өн ҡөҙрәте генә һалығыҙ!

Күпме кәрәк — шунса алығыҙ!..


Мәңгелек Ҡарт:
Ха-ха-ха-ха! Ҡолаҡ һалығыҙ:

Ҡормаҡ була, имеш, был сауҙа!..

Борсаҡ һипмәй генә тор әле,

Һалып ҡара йоҙаҡ аңҡауға!..


Ҡапҡанланып уртың ҡатҡанда

Ороп ҡара ерҙең оранын!

Брунолар фәҡәт шул юлда

Заңландырған заман Уралын!


Оран бит ул — Намыҫ ҡоралы!

Тейешле һин уны орорға —

Донъя һиңә йәҙрә атһа ла!..

Тейешле һин тымып торорға —

Донъя, ҡубып, дөмбөр ҡаҡһа ла!..
Мин:
Алла талаптары ҡуяһың?..
Мәңгелек Ҡарт:
Ҡуям, тәнәкәйем, еңмешем!
Мин:
Тәнәкәйгә — Алла талаптары?!
Мәңгелек Ҡарт:
Эйе, тәнәк, сөнки һин — Кешем!
Мин:
Кеше, кеше... Бары тик кеше...

Ә аллалар — Алла һәм бөйөк!


Мәңгелек Ҡарт:
Ха-ха-ха-ха! Һинән — кешенән

Бөйөгөрәк, тимәк, һәр кейек?!


Мин:
Алла, тимен!..
Мәңгелек Ҡарт:
Ә һин “алла”ларҙың

Кем булғанын элек беләһеңдер...


Мин:
Улар — унда, анау Күк түрендә...
Мәңгелек Ҡарт:
...ерҙәге бер, бәлки, селәүсендер?!.
Мин:
Тәүбә, тәүбә...
Мәңгелек Ҡарт:
Тәүбә ҡылырға, мин

Ҡара менән Аҡты бутамаған!


Мин:
Аллаларға тел тейҙереү — яҙыҡ!
Мәңгелек Ҡарт:
“Алла”ларҙың ләкин күбе ялған...
Дәү Хоҙай бар бөйөк! Өҫкө ҡатта...

Донъя-Ғаләмде бит ул яралтҡан.

Уйлап тапҡан әҙәм балалары

Ерҙең “алла”ларын тик аҙаҡтан...


Мин:
“Уйлап тапҡан”?...
Мәңгелек Ҡарт:
Эйе, ерле юҡтан...

Белгең килһә шуны, тәнәкәйем,

“Алла”ларҙың ғибрәт шәжәрәһен

Күҙ алдыңдан барлап үткәрәйем,

Миңә — барлау ҡабат, һиңә — һабаҡ...
Мин:
Ал балсыҡтан — Әҙәм-атабыҙҙы,

Ҡабырғанан — Һауа-әсәбеҙҙе

Хасил ҡылмыш Бөйөк Аллабыҙҙы...
Мәңгелек Ҡарт:
Хи-хи-хи-хи! — “...күрә алабыҙҙыр!..”

“Тел көрмәлеп, таңға ҡалабыҙҙыр!..”

Ха-ха-ха-ха! —
Күкрәп был көлөүҙән

Ҡая таштар ситкә ҡайырылды,

Күҙ алдына килде Тигеҙ Үҙән,

Ҙур мәмерйә унда хасил булды —

Шүлгән-Таштың төпһөҙ урт-ауыҙы...

Телеэкран һымаҡ, ҙур планда

Һүрәтләнеп, миңә ҡарай шыуҙы...

29
Һәй, тамаша! Көсө ФТР-ың

Ҡайҙа ғына килеп ҡулын һалмай!

Ултырамын Уралтау уртында,

Сихри кадрҙарҙан күҙем алмай.


Бына Таш Йорттоң24 киң мәғәрәһе,

Бер туташтың капрон ойоғолай,

Шыуып үтте минән — дәү туннелгә

Инәмен тап туташ аяғылай...


Янға килә, шылып, бабаларҙың

Ташҡа һүрәтләнмеш януарҙары.

Тик йән көйә: стоп-кадр оҙаҡ

Һәм тауыш юҡ... Фәлән алғырҙары! --


Ҡайҙа режпом25? Оператор нишләй?!

Эш өҫтөндә әллә эскән, тәре?!.

Иң ҡыҙыҡлы саҡта өҙөп тороу —

Зәңгәр экрандарҙың һөнәрҙәре! —


Әйтерһең дә, фатир креслоһында

Ултырамын — ярһып аяҡ төйәм.

(“Кресло короле” тип юҡҡа әйтмәй

Беҙ-ирҙәрҙе ярты донъя, беләм)...


Һәм ана шул төйөп һелкетеүҙән

Оператор кинәт иҫкә килә:

Ура! Бабаларҙың экранында

Һын терелә, тауыш ишетелә!


Ҡояш Ҡото26 төшә Аҡ-Әсәнгә27,

Ялҡын ялмап ялын, ҡойроғон.

Әйтерһең дә, Ер һәм Күк ҡауыша,

Ҡушылдырып ут, һыу буръяғын.


Уй, ҡурҡыныс: йөҙә Ҡот балығы!

Бешкәк кеүек бешә Аҡ-Әсәнде!..


Мәңгелек Ҡарт:
Тәнәкәйем, тәүге “алла” былар:

Береһе — ут, бере һыу есемле.


Йәнә күрең: һыуҙа — ҡамыш кәмә,

Йүкә көпө кейеп ишә бабаң...

Өҫтөнә ул менгән Аҡ-Әсәндең,

Айғолағын Ҡоттоң матҡып алған...


Ишкәк менән туҡмап бер “алла”һын,

Икенсеһен ярға ул сығара.

Ҡабырғаһын һүтеп “Алла-Ҡот”тоң,

Билдәмәһен ҡаҙанға туғара...


Әкиәткә ҡалды ике “алла”...

Алла эҙләй йәнә бабаң ана.

Башын бәреп шөңгөр йылға-йылан

Борғоланмыш Тауға ул туҡтала.


Күрә, ята бына тормош башы:

Тау-ир — таба, Әсә-йылға баға —

Йәшәй имеп уны һәр тере йән,

Табынырға мөмкин бына быға!..


Һәм йыланды “Әсә-йылға” итеп,

Динозаврҙы “Тау-Атаҡай” тип,

Икеһен тиң “алла” яһай бабаң,

“Әсәй-Атаҡай28”, ти һуңға табан... —


Мәңгелек Ҡарт өҙҙө шунда һүҙен,

Ҡан ҡапланы сөнки донъя йөҙөн:

Киндер күлдәк кейеп алған бабам

Һөңгөһөнә аждаһаны алған...


Ҡаҙанға ит булды ике “аллам”...

Аждаһанан бары һөлдә ята...

Аһ, үкереп килә Маман-Ата29!

Сөйлө морон тауҙарҙы ҡуҙғалта!..

Табандары таштарҙы ҡуҙлата!..
Ҡурҡышынан, күрәм, бабам, бахыр,

Тубыҡланып ергә маңлай ора.

“Аллаҡайым! Аллаҡайым!” — тиеп,

Маман-Атаһына ул ялбара.

Һәм ни ғиллә: үҙе ҡаҙған ямға

“Мамонт-алла”ны ла ул ауҙара...


Байрам итә, бына, көллө ырыу:

Ҡалъя — ҡалын, табын күрке арыу...

Ана шулай “алла” артлы “алла”

Бабам ҡаҙанынан үтеп барыу...


Мамонттан һуң бизон сират ала,

Зубр, тарпан, болан буғаһы ла...

Әйүптән30 һуң бабам таңға ҡала:

Үҙенән ҙур ғәйре юҡ донъяла!..


Ана Алыб31 — тәпәш әҙәмеңдән,

Дүрт аяҡлы, тәне ергә ләпәш,

Әммә тырнаҡ! Әммә аҙаулы теш!..

Абау-абау, аллалыҡҡа йәтеш!..


Көнө килә — бабам йөкмәп елә

“Алла”һын... һәм... унан тире иләй...

Алыбтан һуң — Бүре-Әсә32, Балыҡ33

Барыһы ла тунлыҡ вә яғалыҡ...


Хатта Әскәр-Абый34 жыйлап үтә...

“Алла”лыҡтың тамам ҡото китә...

Һеңешәме әллә Күк ҡөҙрәте?!.

Их, күрмәҫкә ине был ғибрәтте!.. —


Мәңгелек Ҡарт шул саҡ ниҙер әйтте

Һәм туҡталды шомло тамаша.

“Алла”ларын тамам йыйып бөтөп,

Бабам ғына тора тау-ташта...


Мәңгелек Ҡарт:
Шәжәрәне күрҙең, тәнәкәй:

Бер ос — Күктә, бер ос — тиреҫтә...

Ике осон бөргән бабайың

Тора баҫып, ана, бейектә.


Ярты һыны Күккә олғашһа,

Кендегенән ергә батҡан ул.

“Алла”ларын табып, юғалтып,

Инде килеп үҙен тапҡан ул!


Урал батыр булып етешкән

Әҙәм һынлы уның ҡәғбәһе.

Ярты һыны — Хоҙай затынан,

Ярты һыны — Әҙәм бәндәһе.


Шуға күрә терәп ул тора

Ерҙең йөҙөн, Күктең көмбәҙен.

Намыҫ илтһәң — Урал-хоҙайһың,

Тәнәкәйем, тимәк, һин үҙең!


Онотма тик ике затыңды:

Ерҙе, Күкте берҙәй ныҡ терә.

Шунда ғына Урал яңыра,

Шунда ғына оран өлгөрә!


Аллалыҡты ғына алһа ир,

Табандары Ерҙән айырыла.

Бәндәлеккә генә ҡалһа ир,

Ике ҡулы Күктән ҡайырыла.


Ике заттың ялҡын һәм боҙон

Тоташтырһа ғына йөрәгең,

Ер әйләнә!” тиеп әйтерлек

Урал оранын мин бирәмен!


Мин:
Тыумыштан уҡ әҙер мин быларға!
Мәңгелек Ҡарт:
Тимәк, әҙер туңыу, яныуҙарға?!
Мин:
Эйе, әҙер!
Мәңгелек Ҡарт:
Был күренер хәҙер

Тәржемәи хәлең көҙгөһөндә!


...Ут ҡабынып экран йөҙлөгөндә,

Күҙ алдыма килде үткәндәрем —

Шымғаным йә һөрән һүткәндәрем...
Оятымдан, берсә, йөҙ ҡыҙарҙы,

Берсә, ҡурҡыштан сәс үрә торҙо...

Ай-һай, еңел түгел барлауҙары

Ҡыл осонда ғүмер-араларҙы!


“Иңбашымда Намыҫ илттем мәңге!

Тик Хаҡлыҡҡа булдым мин өҙәңге!” —

Тип ярырға тамаҡ — иртә икән...

Толпар тиклем толпар илтә икән

Көндөң үҙен алтын эйәрендә,

Дүрт тояҡлы, ныҡлы үнәрендә

Һөрлөгөп үк ләкин китә икән...
Аһ дуҫтарым, керһеҙ түгел мин дә...

Күпме бушҡа йоҙроҡ йомарланған!..

Телеп һалыр саҡта тел тешләнгән,

Ҡом “дары”нан ҡөҙрәт ҡомарланған...


Юҡ-юҡ, етте! Кәрәк түгел барлау!

Илтһен инде экран башҡа яҡҡа!..

Шалт-шолт! Елп-ялп! — Тарих техникаһы

Яңы (о)сорҙо һынлай экран-ташҡа...


“Ҡыҙыл яу»ға керҙе инде донъя —

Атайҙарҙың килде заманаһы

Таш Йорт йөҙлөгөндә тасуирланып...

Йәш егеттәр үтте хозурланып —

Атай ҡорҙаштары командаһы!
Сәнкем35 мәҙрәсәһе кейеҙенә

Аяҡ бөкләп, Ҡөрьән юлы аша

“Капитал”ды улар уҡығандар...

Ырымбурҙа булған ҡәғбә ташы —


Ғәййәр большевиктар ойошмаһы...

Шулай минең атай-олатайҙар

Курс уҙған ҡыҙылдарға табан —

Белеп үҫтек быны беҙ, малайҙар...


Һәм беҙ белдек: булыр шағир Төхфәт36

Беҙгә яҡын Рәдүт ауылынан,

Күрше Мырҙабулаттан — Сөләймән37,

Әхәт38 — Яңауылда үҫкән улан,

Атам Әҙеһәм, олатайҙар Хисам,

Мусай39, Ғариф40, Ғөбәй41 һәм Ҡаһарман,

Хәмзә, Сәлим, Суфияндар42 менән

Ҡыҙыл гвардия ойоштороп,

Аҡ ғәскәргә ҡаршы бергә барған...
Шанлы юлда шәһит китте улар...

Исемдәре — изге ядкәрҙәрҙә...


Мәңгелек Ҡарт:
Туҡта, тәнәк, ниңә тик бер исем

Ҡабатланмай мәрмәр дәфтәрҙәрҙә?..


Мырҙабулатовың булды ҡайҙа,

Ҡыҙыл Каширинға әтрәт илткәс?..


Мин:

Ул 1-енсе Ҡыҙыл Армияла

Политъяугир булды, көнө еткәс.
Шәреҡ халҡын туплап ҡыҙыл тыуға,

Шәһит43 менән бергә фронт тотто.

Ленин саҡырыуын алған частәр44

Күреп-тыңлап китте был башҡортто.


Мәңгелек Ҡарт:
Ярлынан да ярлы башҡорт ине,

Күкрәккәйе ине бик дауыллы...


Мин:
Башчекаға нигеҙ һалыусылар

Башлығы тап шул Сөләймән булды.


Зәки Вәлидовтар йәш дәүләтте

Үрт эсенә ташлап ҡасҡан саҡта,

“Башҡортостаным!” — тип ҡоралланып,

Ялпы халыҡ яуға сапҡан саҡта,


Урал тауы, һүнмәҫ вулкан кеүек,

Ялҡындарын ләүкеп дөрләгәндә,

Башҡортостанымдың дошмандары

Үрт һибергә утҡа теләгәндә,


Бәғзе берәү ҡасҡан хөкүмәтте

Юҡтап сәсен йолҡҡан, лаф орғанда,

Бәғзеләре яңы хөкүмәттән

Ҡалъя көтөп танауын борғанда,


Һуҡыр сәйәсмәнлек хаталары

Хаҡһыҙлыҡҡа тиклем барып етеп,

“Аңһыҙ массалар”ҙың йәнен өтөп,

Милли хәрәкәткә45 тарығанда,


Ошо башҡорт, яңы тыуып килгән

Башчеканың яугир етәксеһе,

Ике ялҡын уртаһында ҡала,

Үҙ башы һәм үҙ йөрәге менән

Эш итергә ғәййәр тейеш була...
Етәкселек бәҫен йөкмәп ала

Ихтилалдың... Туплай үҙ янына

Баш бирмәгән яуҙы — ил ҡаймағын!

Көрәш дөрләй! Иләү ялҡынлана!


Таный Мәскәү ошо ихтилалда

Үҙе белгән ҡыҙыл яугирҙәрҙе—

Петроградта, Польша фронтында

Совет өсөн ҡан ҡойған ирҙәрҙе...


Йөрөй улар хәҙер “банда”ларҙа...

Бындай хәлгә башҡорт ниңә төшкән?!

Кем дуҫ ҡалыр, булғас улар дошман?!.

Нисек ҡарар Шәреҡ бындай эшкә?!.


Ә Сөләймән, ябай ялпы улы,

Ошо ерҙең ярлы ерекмәне,

Ерекмәнсә ябай уй йөрөтә:

Тороп ҡалһа илем теге ярҙа,

Нимә ҡалыр яуланған иректән?!.
Үҙ йөрәген ҡыҙыл мандат ҡылып,

Вулкан уртаһына уҙа чекист.

Дөрләп торған ялҡын араһынан

Хаҡлыҡ ҡулын илгә һуҙа чекист.


Башҡорт милләтенең исеменән

Хаҡиҡәтте егет ярып һала:

Хаталар ҙа, бәғзе уңыштар ҙа

Йәшерелмәй, үҙ урынын ала.


Ысын Советтарҙың маҡсаттары —

Ярлы халыҡ маҡсаттары икән.

Урал урмандары даулағанды

Ысын Советтар ҙа яҡлай күптән!
Башҡорт дәүләтенең хоҡуҡтарын

Тапанылар “большевик”тар — дөрөҫ...

Ҡайтарырбыҙ ҡабат хоҡуҡтарҙы,

Тыныс көрәш ҡалыбына кереп... —


Бына шуны тоя хәтәр ыҫтан

Башчеканың тыныс өгөтөнән.

Ышанмай ҙа булмай: уның менән

Фронттарҙа аҙмы юл үтелгән!..


Дуҫҡайҙарым, тоям мин ошонда

Етәксенең бөйөк миссияһын:

Масса менән бер йән, тән булыуҙан

Килә торған һирәк көс кейәһен!..


Һәм һөҙөмтә: “бандит” ыҫтандары

Һуҡыр дәжжаллыҡтан ҡотҡарыла.

“Контр”лыҡҡа илткән юл бикләнеп,

Ҡыҙыл тыу төбөнә тупланыла.


Ғәжәп хикмәт күрә ҡыҙыл Рәсәй:

Баш бирмәүсе “януар” йүгәнләнгән —

Ҡыҙыл Армияның частәренә,

Ҡыҙыл штабына ул әйләнгән!


Тулыһынса платформаһында

Советтарҙың килә хәтәр ғәскәр...

Ҡыҙыл хәрби комиссар Мортазин —

Парламентер — бара һөйләшеүҙәр...


Дарьяланып ағыр ил ҡандарын

Ағыҙмайса, имен көн яулана!

Уйлайым мин: нишләр ине Урал,

Башчека ир башҡа юл һайлаһа?..


Тәүәккәллек, ай-һай, кәрәк саҡта,

Уттан ситкә шылһа ул тәүәккәл?

Бер кем дә бит ғәйепләмәҫ ине,

Маҡтар ине хатта мәркәз әүәл:


“Принципиаль чекист булды, — тиеп, —

Айырҙы ул аҡты, — тип, — ҡаранан.

Баш күтәргән совет дошмандарын

Ҡырып һалды шанлы йән-ҡаһарман!..”


Тарих өсөн ҙур ҙа булмаҫ ине,

Ул булмаһа, сорлап аҡҡан ҡан...

Уның ҡарау үҙен Лубянкала46

Йәнсемәҫтәр ине аҙаҡтан...


Мәңгелек Ҡарт:
Ник йәнсеттең?!
Мин:
Мин бит юҡ та инем

Уны алып киткән заманда47.

Унан ҡалған “Большевик” колхоздың

Бураҙналарын беҙ ярғанда:


“Сөләй, Сөләй, Сөл-Сөл, Сөләймән...” — тип

Сыйнар ине һабан тәгәрмәстәр...


Мәңгелек Ҡарт:
Ә һин, тәнәк, нисек сыйнаманың?..

Аптырайм... Үрә тора сәстәр!


Мин:
Яҡлай алмаған ул үҙен... Әжәл

Алып киткән, Хаҡлыҡ көтмәҫтән...

Ярты быуат тулып үткәс кенә

Сер асыла төштө тиктәҫтән:


Шул төбәктең хөкөм ҡулы етмәй

Тороп ҡалған “синфи дошман”ы

Үҙе ҡылған ысын бандитлыҡты

Япҡан уға: “Мин, — тип, — ҡуштаны”...


Йылдар аша инде мин аңлайым:

Колхоз төҙөү еңел булмаған.

Башлап йөрөгән тәүге рәйестәрҙе

Кулак обрездары юллаған.


Обрездан да булған хәтәрерәк

Ялған “ҡыҙыл”дарҙың ялаһы.

Шул ялаға батып аҙмы янған

Аҡ күңелле башҡорт балаһы...


Заманында уны бит Мәскәүҙә

Вәкил итеп тиккә тотмаған

Башҡортостан48! Даһи баш осонда

Башын эйеп тиккә тормаған49!


Мин аңлайым: Ленин баш осонда

Ярлы улы илен уйлаған.

Илгә ҡайтып иген игеүҙән дә

Изгерәк юл уға булмаған.


Һәм ғариза биреп хөкүмәткә,

Ҡайта ергә, ерһеп, игенсе.

Үҙ усынан муллыҡ орлоҡтарын

Сәсеүҙәрен ергә күрһәмсе!


Күргән уны минең олатайҙар,

Күргән уны минең атайым.

Ул һалдыртҡас ауыл һайын мәктәп,

Мәсет айы ҡалған янтайып...


Бына шунан, буғай, башланғандыр

Күрә алмаусылар ялаһы...

Мәктәп ҡала. “Большевиг”ы ҡала.

Бәлә ала Хаҡлыҡ балаһын...


Мәңгелек Ҡарт:
“Бәлә”... Тимәк, нәфрәт түгел һиндә?
Мин:
Кемгә?
Мәңгелек Ҡарт:
Һаман аҡланмаған исемгә50.
Мин:
Эйе, шулай...
Мәңгелек Ҡарт:
Ҡурҡмайһыңмы, тәнәк?
Мин:
Кемдән?
Мәңгелек Ҡарт:
Күрше-күлән ишенән...
Мин:
Мин ышанам: әжәл ҡул һалмаһа,

Сығыр ине ул йән аҡланып.


Мәңгелек Ҡарт:
Ышанғас һуң?! Ҡырҡта, ярылып ҡырҡҡа,

Ҡапҡаларын ниңә ҡаҡманың?!


Мин:
КГБ-ның, Лубянканың мыни?..
Мәңгелек Ҡарт:
Кремлдең хатта таштарын!

Ҡырҡлығыңда, ҡурсап Хаҡлығыңды,

Ҡылды ҡырҡҡа ярыр саҡтарың!
Мин:
Ай-һай, ҡартлас... Ҡырҡта, тигәс тә һин...

Батырға ла, тиҙәр, йән кәрәк...

Һиңә мәғлүм: фатир алыу ҡыйын...

Фатир көттөм, булдым иплерәк...


Мәңгелек Ҡарт:
Ә хәҙер һуң? Йәшең илле буйлай...

Ҡағып өлгөр кәрәк ҡапҡаны!


Мин:
Яңғыҙ ҡарға ҡарғып ҡысҡырыуҙан

Ҡар китәме?!. Һаулыҡ ҡаҡшаны:


Склероз... йөрәк... подагра...

Ҡалдырайыҡ быны тарихҡа.

Намыҫты ла, ҡартлас, илтеп була

Хәлдән килерлерәк тарафҡа...


Мәңгелек Ҡарт:
Уныһы хаҡ... Әйҙә, беҙ улайһа

Еңелерәк яйҙы ҡарайыҡ.

Күрәһеңме, яҡты бер тәңгәлдә

Оло оро тора ҡарайып?


Яңы быуын һорау билдәһе ул

Һәм үпкәһе ҡартлас быуынға:

Үҙең әйткән Муса Мортазиндың

Кем икәнен белмәй тыуымдар...


Әйтсе инде: яраҡ хәлме ошо?!

Шағир-шоғор булып бөттөгөҙ,

Кемде генә герой итмәнегеҙ,

Тик был ирҙе урап үттегеҙ.


Ә бит барҙы Урал күкрәгендә

Хәтәр яуҙарҙың да хәтәре.

Мелеховтар51 ғына ише түгел

Бындай бәғзеләрҙең эштәре!


“Тымыҡ Дон”дай әҫәр тыумаҫ, күрәм,

Һеҙҙән, склероз ирҙәрҙән...

Һис юғында ниңә, очерк яҙып,

Документаль әҫәр бирмәҫкә?!


Мин:
Эйе шул, тим...
Мәңгелек Ҡарт:
Тиһең, тиһең, тиһең...

Төйәһегеҙ һыуҙы килелә!

Теге — “аҡланмаған”... Ә был бит һуң

Аҡланыуҙан да аҡ ине лә?!


Мин:
Ә шулай ҙа йөрөй төрлө һүҙҙәр...
Мәңгелек Ҡарт:
Һин һуң мөнәсәбәт ҡылдыңмы

Ул һүҙҙәргә: хурлаһалар — яҡлап?

Йә булмаһа, ҙурлаһалар — ваҡлап?

Телең тешләп әллә ҡалдыңмы?..


Мин:
Ил нишләһә, мин дә ҡылдым шуны —

Булып булмай илдән өҫтәрәк...


Мәңгелек Ҡарт:
Эйе, шулай... Төбәк “хаҡлығынан”

Аша атлау өсөн көс кәрәк!


Ә бит белдең: унан юғарыраҡ —

Юғалмаҫлыҡ Урал Хаҡлығы!

Муса батырын да юғалтмай, ул

Ғәҙел яуҙың күрҙе паклығын.


Ә һин шуны белә-күрә тороп,

Тын күлеңдә тынлыҡ һаҡланың...


Мин:
Һаҡламаным! Мин дә тыбырсындым!
Мәңгелек Ҡарт:
Серәкәйҙәй — ҡанат ҡаҡҡаның...
Мин:
Елгә ҡаршы төкөрөүҙән генә...
Мәңгелек Ҡарт:
Утҡа ҡаршы ирҙәр түш кирә!

Ә һинең бит ут торманы алда —

Ғәйбәт буталған тел-теш кенә!..
Мин:
Уныһы хаҡ...
Мәңгелек Ҡарт:
Тимәк, һин беренсе

Тотонаһың зарур ул эшкә?!


Мин:
Өлгөрөрбөҙ... Тәүҙә әйләнһен, тим,

Өҙөп кенә ҡабыр емешкә...


Мәңгелек Ҡарт:
Ха-ха-ха-ха! Булдың йәнгә яфа!

Көшт! —
Ҡиблалар китте әйләнеп...

Экран юлы кире тағатылды...

Әйтерһең дә, кемдер, енләнеп,


Тышҡа олаҡтырып мине, тартты

Мәмерйәнең ойоҡ башынан...

...Дөһөрҙәп таң ата, өнөм ҡайта!..

“Ха-ха-ха-ха!” — Шаңдау шашына,

Йән керетеп бөркөтташына...

30. Көн
Төштәр төндөгөнән төңөлдөм мин —

Балҡып ята алда Уралым!

Нур йылғаһы йырған аҡ ярҙарҙай

Пак Өфөмдөң шаулы урамы.


Күк сағылтҡан сағыу тәҙрәләре —

Көнгә баҡҡан зәңгәр экран.

Ер шарының фәҡәт шатлыҡтары

Ҡунһын ине унда, йылтырап!


Йорттар ҙа бит тере йән эйәһе —

Тойоп йәшәй илем яҙмышын.

Үҙенеке итеп күтәрә ул

Планетаның шатлыҡ, һағышын.


Салт сағыла зәңгәр экрандарҙа

Океан артындағы күҙ йәше.

Ишетелә йөрәк һуғыуҙары

Күрше ҡитғалағы ерҙәштең.


Полисмендар уны быуған саҡта,

Тамағына тылҡып оранын,

— Демо-кра-тияааа! — тип сәсрәп сыға

Боғаҙ йыртығынан бруноның...


Күр: Азатлыҡ статуяһы бит —

Оло күҫәк тотҡан полисмен.

— Демо-кра-тия! — тип күҫәк һуға,

Орандарҙы йәнсеп янки-Сэм...


— Демо-кра-тия! — шул лаф ороуын

Күҫәк көсө менән нығыта.

Төңөлмәгәндәргә пуля ата,

Төңөлгәнгә доллар ырғыта...


Ҡитғаларҙың алып боғаҙынан,

Тамағына тимер келәп төйә...

Сеү! Бөгөн бит Планетам үҙе

Оран ора:

— Демо-кра-тияааа!..
— Демо-кра-тияааа!.. Демо-кра-тияааа!.. —

Миллиондарҙың берҙәм ораны

Спиралдәй ерҙе әйләндереп,

Планетаның билен ураны.


Параллелдәр буйлап теҙелешкән

Кешелектең утлы урттары.

Шулар оранының типкеһенән

Әйләнәлер мәңге Ер шары


Реактивлы бөтмәҫ ҡеүәт алып...

Кәрәк, кәрәк ергә брунолар!

Ни эшләрбеҙ утлы урт быуылһа,

Үрт ҡалмаһа оран оранлар?!


Брунолар илткән ил Намыҫы

Планетанан китһә тәкмәсеп?!.

Осҡон ғына Ергә етер төҫлө,

Осһон өсөн саңы ут сәсеп...


Плазма-оран урай планетаны —

Хәтәр ҡөҙрәт бәйҙән ысҡынған.

Атмосфера үҙе — шартлар дары,

Ә һәр ауаз — утлы осҡондай.


Оран менән һөрән төкәлешә —

Замананың ике тараны:

Ер әйләнмәй!” — тиеп әйттертмәксе

Инквизиция һөрәне...


Ер әйләнә! — Ләкин Ер әйләнә,

Ваз кисһә лә мең-мең Галилей!..

Сеү! Экранда, оло күҫәк тотоп,

Тора баҫып һөрән-ҡан иле.


Бөтә Америка ҡитғаһына

Таныш һыны, күҫәк-ҡоралы...

Сеү! — Кешелек-синхрофазатрондың

Елә ләүкеп плазма-ораны:


— Демо-кра-тияааа!..

— Демо-кра-тияааа!..

— Долой Плуто-кра-тияааа!..

.............................................................


Зәңгәр экрандарҙың күҙен бағып,

Тыңлай Ғаләм, тыңлай Ер уны...

...Кремлдә илем кәңәш ҡора —

Ҡыҙыл фирҡәмдең ҙур форумы.


Бөйөк Конституция бында

Ил алдына һалып ҡарала —

Демократияның Төп Ҡануны

Заман дарыһында ярала!


Йәйғор уйнай ҡыҙыл трибунаның

Башаҡ ҡайған Герб йөҙөндә.

Ун биш республикам йөҙ халыҡты

Ҡауыштырып һөйләй бер телдә.


Ғәҙеллектең теле менән, буғай,

Һөйләй Генеральный секретарь.

Башаҡ көсөн бөйөк трибунамдың —

Икмәк еҫен тоя ер-күктәр!


Әйтелһә лә ябай проза менән,

Шиғырҙарға тиңһеҙ был өндәр!..

Икмәк һәм йыр кеүек, Ер шарына

Йылы илтә илдән был телмәр:


...“Хәҙер совет кешеһе

үҙенең бер ваҡытта ла эшһеҙ булмаясағына,

үҙ һәләтлектәрен һәм таланттарын

ҡулланыр эш урыны буласағына,

ауырып киткән хәлдә

япа-яңғыҙ ҡалмаясағына,

ҡартлыҡ көнөндә

тәьмин ителәсәгенә,

балаларының яҙмышы өсөн

тыныс буласағына

ышана.

Ләкин былар

беҙ өлгәшкәндәрҙең,

шуның өҫтәүенә,

беҙ ынтылғандарҙың

бөтәһе лә түгел әле...”
Ни тиклем дә ябай, тәрән хаҡлыҡ! —

Ябай була нигеҙ таштары.

Демократияның хаҡ нигеҙен

Ҡойоу беҙҙең илдә башланды!


Һәр ватансы азат кризистарҙан,

Эшһеҙлектән, аслыҡ, ҡоллоҡтан!

Һәр ватансы хаҡлы — яҡты көнгә,

Дәртле хеҙмәт, ал-ял, муллыҡҡа!


Һәр ватансы — тулы хоҡуҡ тауы,

Зар тулҡыны йыға алмаҫлыҡ!

Ике йөҙ ҙә етмеш миллион52 сағыл

Ҡая булып ғорур беҙ ҡалҡтыҡ!


Сағылдарҙан хасил Урал тауы,

Тотҡан юлым — дуҫлыҡ, тыныслыҡ.

Конституциям тәьмин итә

Беҙгә Икмәк менән Ҡылысты!


Урал батыр кеүек, иңбашымда

Ил Намыҫын илтер хаҡым бар.

Уртымдағы үртле оранымды

Ҡеүәтләрлек батыр халҡым бар!


Күҙҙәр беҙҙең айҡай алыҫтарҙы,

Күҙҙәр беҙҙең күрә яҡындан!

Сағыл төбөн төртһә Ер дарыһы,

Түбәләрҙе Ҡояш ялҡынлай...



31
Мәскәүемдең дәртле куранттары

Һанай ваҡыт — Ерҙең сәғәте.

Хистәр дауылыма сыҙай алмай

Сығам өйҙән.

Нурҙар сәсрәтеп,
Сваркалар гөжләй ил иңендә.

Бөтөн илем — бөйөк төҙөлөш.

Ил йөрәге — тоташ электрод —

Баҙырлата йәйғор һибелеш.


Яҡут йондоҙҙары ватанымдың

Нур-сатҡылар менән уралған.

Бына ниңә көллө ҡитғаларға

Яҡты бөркә беҙҙең урамдан!


Демократтар илткән имен көндөң

Саф һауаһын һулай Ер шары.

Ватансыһы булып кешелектең,

Тыуа Ватанымдың улдары.


Ошо илдә үҫеп бил турайттыҡ,

Ғорур ҡараш аттыҡ күктәргә.

Беҙҙең иңдәр инде планетаның

Күк көмбәҙен берҙәм күтәрә.


Кирелһәк беҙ — донъя бейегәйә,

Яҡыная алыҫ арауыҡ.

Һөрөм-һөрән көндө япмаһын тип,

Ер офоғон киреп барабыҙ!



32
Дөп-дөп ҡаға балға аҡ сыуайҙы —

Керә бетон ергә төпкәрәк.

Нигеҙ булып ап-аҡ бағаналар

Теҙеләләр — йортҡа төп-терәк.


Шартлап керә ергә аҡ сыуайҙар,

Бәргән һайын балға елтерәп.

Әйтерһең дә, ҡаға минең йөрәк,

Дары шартлауынан тетрәп.


Пүлсәрләнеп быуын-быуын бата,

Заманалар ҡаҡҡан сыуайҙар.

Шулай ғорур кереп киткән ергә

Беҙҙең нигеҙ — атай-бабайҙар!..


Һеңешкәнгә ергә сыуайланып,

Мең-мең быуын ата-бабалар,

Биналанып көнгә ҡалҡа бөгөн

Беҙҙән тыуған алсаҡ балалар!


Әнә, күрәм, керә минең быуын —

Ап-аҡ һыны ергә ҡағыла...

Башҡорт менән урыҫ — ике эштәш —

Тирләп-бешеп йортто һалыуҙа...


Бер нигеҙҙә тора улар ҡалҡып,

Ҡул ҡыҫышһа — бер ҡуш асамай.

Бындай йортто дауыл ала алмай,

Ер тетрәүҙән был йорт ҡаҡшамай!


Бер-бер артлы өҫтәп яңы ҡатты,

Күтәрелә — йәшел түбәле!..

Һалдат пилоткаһы кейгән мәллә

Йорт ҡынабыҙ, күрсе, күр әле!


Дүрт ҡиблаға балҡый күк күҙҙәре,

Подъездары иркен ала тын.

Фронт һыҙыҡтарын байҡамаҡҡа

Окоптанмы сыға һалдатым?!


Тыңлап алды: бүртенгәндәй бөрө,

Сихри тынлыҡ бөркә ҡиблалар.

Түбә менән нигеҙ бар килгәндә

Имен була икән донъялар!


...Наҙ мәлйетеп, Ерҙең йәҙрәһенән

Сыуай буйлап йылы эркелде.

Һалдат пилоткалы алсаҡ йорттоң

Күҙҙәренән саф нур бөркөлдө.


Егерменсе быуат аҙағының

Ерҙе ҡотлап тыуған ораны,

Ураҡ-Сүкеш сыңын бәүелдереп,

Ләйсән еле булып ураны:


— Де-мо-кра-ти-яяя!

— Де-мо-кра-ти-яяя!..

-- Долой плутократия!..

33
Брунолары бөйөк кешелектең

Һис ҡасан бит тынғы тапмаған.

Дары менән дөрләп орандары,

Ерҙе-күкте мәңге айҡаған.


Хәтәр булған дары уйындары,

Түҙгән нисек, тим, ир муйындары?..

Эйелеп ус ҡара тупраҡ алам —

Тупраҡ түгел бит был, ылғый дары!..


Эйелеп бер суйыр ярсыҡ алам —

Суйыр түгел, әҙәм һөйәктәре!..

Ағып ятҡан анау шөңгөр һыуым —

Быуындарҙың ҡанлы күҙ йәштәре!..


Күкрәк киреп һулыш алған һауам —

Дөрләп торған дары төтөндәре.

Шуны һиҙмәй, көнгә хисап бирмәй

Йөрөгәнмен икән мин элгәре...


Бөгөн күрәм: Ерҙең йәҙрәһенә

Сыуайҙарым төбө ныҡ терәлгән!

Планетаның мәңге сарсауҙары

Оран булып бырғый ер тетрәүҙән!


Оран аша Ерҙең йәҙрәһенән

Ҡояш йәҙрәһенә сорғолабыҙ.

Беҙ — коммунист! Утлы спирале

Булып көндөң, Ергә сорналабыҙ!..


Шуның өсөн бөйөк замананың

Талабына лайыҡ был көр оран.

Көйләп урай Ерҙең күсәренә

Ул оранды беҙҙең киң, төҙ урам!



34
Туҡта, шағир! Фекер тупла, шағир! —

Шартлай нимә океан артында?..

Полисмендың һөрөм-һөрәне бит

Күсәренә Ерҙең тартыла.


Сыбыртҡылап тартҡан ул бруноның

Алҡымынан, быуып оранын.

Үҙ һөрәне менән һөрһөтмәксе

Ҡитғаларҙың нурлы урамын.


Саф елдәрен ерҙең тағатырға —

Спиральгә ҡаршы спираль.

Бөйөк оранды ул һөрән менән

Алмаштырмаҡ өсөн үс ҡора...


Зәһәр Хиросима тамуғынан

Һөйрәп алған утлы киҫәүен

Ер уртына тығып болғамаҡсы

АҠШ-полисмендың иҫәбе...


Тәне сатнай Ерҙең шул киҫәүҙән,

Селпәрәмә килә Күк йөҙө.

Киҫәүләнеп Айҙа төтәп тора

Амстронгтың юл-эҙе:

— Америка — азат донъя!

— Беҙҙә иң шәп демократия!

— АҠШ илтә демократия!

Ә мин әйтәм:



Дерьмо-кратия!..

Дөмә-ҡара-төйәк!

Дөмә-ҡара-төйәк!

35
Демократия!

Ниндәй татлы һүҙ был — демократия!..

Уның елек майын һурып ташларға

Хыялланған күпме плутократия...


Демократия!

Яһилдарҙы тетрәндергән

Демократия!

Юҡһылдарҙы кинәндергән

Демократия!

Галактика һынын осҡор спиралләп,

Ерҙе-күкте әйләндергән Демократия,

Ҙур хәрефле, Нур хәрефле Демократия!..


Күҙәнәк һәм атомдарҙан протонланып,

Тышҡа урғып сыҡҡан Демократия!

Планетаның азатлыҡҡа сарсауын

Фаш иттергән ысын Демократия!


Хатта плутократтарҙы ла, таҫма телләп,

Майлы ҡайыш ҡылған Демократия!

Һинең татлыларҙан татлы төшөнсәң

Телдән төшмәҫ, ысын Демократия!..


Осоп барған ҡоштар саңҡып ҡысҡыра:

— Демо-кра-тия!

Елеп барған күк боландар ҡысҡыра:

— Демо-кра-тия!

Хатта өнһөҙ аҡ балыҡтар ҡысҡыра:

— Демо-кра-тия!


Ергә ингән селәүсендәр ҡысҡыра:

— Демо-кра-тия!

Ҡайын тәлгәштәре сыңлап ҡысҡыра:

— Демо-кра-тия!

Үлән ҡыяҡтары йырлап ҡысҡыра:

— Демо-кра-тия!

Телеграф-сымдарҙа ел ҡысҡыра:

— Демо-кра-тия!

Күктә Ҡояш, Ай, йондоҙҙар ҡысҡыра:

— Демо-кра-тия!

Хатта сеңле серәкәй ҙә сең һала:

— Демо-кра-тия!

Хатта плутократия ла лаф ора:

— Де-моЯ-кратия-Я-Я-Я!..


Егерменсе быуаттың еҙ борғоһо

Боғаҙынан һине борғой, Демократия.

Сөнки һине юҡһыныуҙан Ер һәм Күк

Критик мәлдә ярһый, Демократия.


Бруноларҙың булып йөрәк дарыһы,

Ләүкейһең һин ерҙә, Демократия.

Кешелектең йәҙрә энергияһын

Туплайһың һин бергә, Демократия.


Синхрофазотроны Ерҙең, урғылтып,

Ҡотло итһен һине, Демократия.

Икмәк һәм дә ҡылыс һымаҡ, халыҡҡа

Хеҙмәт ит һин мәңге, Демократия.


Полисмендың “күҫәк демократияһы”н

Утҡа осор алып, Демократия.

Бының өсөн һүтеп ташла һин Ерҙән

Дәжжал спирален, Демократия.

Бостон фрак, аҡ бирсәткә кейеп, тим,

Дар ҡормаһын ялған демократия!

Плутократия!

36
АҠШ-та юҡ көләүендәр... —

Клоундар


Көлгә аунай, итек ялай — демократия.

Полисмендың аяғына һарылып

Ятыу йәтеш ҡалай — демократия!

Полисмендың күҫәгенең шәүләһен

Ерҙән үбеп шаулай “демократия”:

— Тулы демократия!..


Бруноларҙың боғаҙынан быуыусы

Боғалаҡты ҡосоп:

— Демократия!

Ҡан баҫҡан күҙ, осло аҙау тештәрен

Үрнәк ҡылып:

— Ысын демократия!


Америка, Америка,

Ҡалдың ҡайһы көндәргә?!

Әллә, тимен, индейҙарҙың

Ҡарғыштары ебәрмәй?..

Шуға мәллә уландарың

Намыҫтарын йығалар?

Көлдә аунап, һүлдә ҡайнап,

Һумалаға сумалар,

Һөрән алып сығалар:

— Америка, Америка —

Иң шәп демократия!

Иң шәп демо-кра-тия!..
Эшһеҙ ҡалған, эш табалмай,

Нисәмә йыл интегә —

Иң шәп демократия!

Урамда сүп сүлмәгенән

Икмәк эҙләп бил бөгә —

Иң шәп демократия!
Йорттан яҙған, һорап ярҙам,

Уҙғынсыға ҡул һуҙа —

Иң шәп демократия!

Йоҡлай кисен эскәмйәлә

Йәки һалҡын болдорҙа —

Иң шәп демократия!
Юлдан яҙып, сыға юлға

Юл баҫырға, һуйырға —

Иң шәп демократия!

Бығауланып, таш ҡапсыҡҡа

Ултыртыла ун йылға —

Иң шәп демократия!
Юл баҫырға сыҡмағаны

Сыға Брукленд-күпергә —

Иң шәп демократия!

Осоп баштүбән упҡынға,

Нөктә ҡуя ғүмергә —

Иң шәп демократия!
Был юлдарға баҫмағаны

Башын баҫып уйлана:

Ҡайҙа демократия?!”



Флаг күтәреп, Аҡ йорттоң

Ҡапҡаһына юллана:

— Даешь демократия!
Ҡушыла уға башҡалар,

Урам тулып атлайҙар:

— Беҙҙә демократия!

Ҡаршы алып полисмендар,

Күҫәк менән һыйлайҙар:

— Иң шәп демократия!
Күҫәк киҫмәгән килкегә

Газлы бомба ташлайҙар:

— Иң шәп демократия!

Каучук пүлдәр һөйәктәрҙе

Һындыртмайса” ҡапшайҙар —



— Иң шәп демократия!
Туҡтамаһа, һыу пушкаһын

Аттыртырға башлайҙар:

— Иң шәп демократия!

Ҡурғаш ямғырҙар яуҙыртып,

Ғәзиз башты ашайҙар:

— Иң шәп демократия!
Йыйып илтә үлектәрҙе

Иркен тамуҡ баҙына:

— Иң шәп демократия!

Клоундар көлөн ҡоя

Ҡанлы асфальт ташына:

— Иң шәп демократия!
Америка әмер итә:

Бруноларҙың көнө бөтә!”



— Иң шәп демократия!

Итек ялай клоундар,

Полисменға хеҙмәт итә:

— Иң шәп демократия!
Доллар емен түгеп була —

Бруно”ларын бөгөп була —



— Иң шәп демократия!

Бөгөлгәндә, иң башынан

Ил Намыҫы ҡолап ҡала:

— Иң шәп демократия!
Намыҫынан яҙған ирҙәр

Селәүсенгә оҡшап ҡала:

— Иң шәп демократия!

Селәүсенгә оҡшағандан

Клоундар хасил була:

— Бына демократия!
Көллө илен клоундай

Көлдөрөргә ниәт ҡыла:

— Бик шәп демократия!

Бөгөлмәгән, көлмәгәнгә

Һуңғы сара” ғына ҡала...



— Һәй, шәп демократия!..

37
Оркестрҙар! Алтын арфаларҙы

Бер ситкәрәк алып ҡуйығыҙ!

Күк күкрәтеп тартып фанфарҙарҙы,

Ер тетрәтеп дөмбөр һуғығыҙ!


Көр шаңдауҙа ярһып яңғыраһын

Кешелектең оран тауышы:

Демократтар сыға аренаға!

Еңелмәҫкә килгән яу — ошо!


Ергә кермеш ҡырҡмыш сыуайҙарҙан

Сәсрәп сирткән осло сатҡы-нур

Профилен сыйып кешелектең,

Ҡылыс йөҙөләй ҡырт сағылыр!


Демократтар сыға аренаға,

Быуаттарға баҫып аҙымын.

Күҙе менән ҡыйып-киҫеп үтә

Ҡатилдарҙың ҡанлы ҡаҙығын.


Ғәййәрлек һәм ғәҙел үткерлекте

Демократтар һатып алмаған.

Үҙҙәре лә улар һатылмаған —

Теле менән ялҡын ялмаған.


...Туйгилденең ҡара күҙҙәренә,

Йәнен йолоп, ялҡын орона.

Ялҡын йотоп оран ора Урал:

“Төңөлмәйем! Сүкмәҫ Бруно!”


Меҫкен йәндәр! Яна сатана, тип,

Сутаналар утҡа йыуана.

Ҡитға буйлап ләкин атлап китә

Көлгә ҡалды тигән “диуана”...


Аҙымы киң — аша быуаттарҙы,

Самолетһыҙ милдәр елгәрә.

Утлы Ерҙә53 төтәй табандары,

Анд54 боҙлоғон иңе түңкәрә.


Ап-аҡ Намыҫ илтә Анд иленә:

Хеҙмәт халҡы, ырыҫ ал инде! —

Керә балҡып Хаҡлыҡ һарайына

Ҡарҙай аҡ күлдәкле Альенде55.


Аҡ-һөт ҡоя ҡулы сабыйҙарға,

Аҡ нур сәсә йөҙө ҡарыйҙарға:

“Килһен бәхет ҡара, тар өйҙәргә!

Хөкөм керһен алтын һарайҙарға!”


Полисмендың ләкин дәү күҫәге

Андтар аша аңдып һелтәнә.

Аҡ күлдәкле заман бруноһына

Яза әҙер: дөрләй ут әнә!


“Ҡайт, Альенде!” “Төңөл, Сальвадор!” — тип,

Ут өҫтөнә утлы ҡуҙ тама.

Төңөлмәгән ҡитға демократы

Нур балҡытып дөрләй уртала.


Полисмендың ялай итектәрен

Селәүсене илдең — Пиночет56.

Илгә илһам — Бруно орандары!

Пиночеттар һөргән һөрән — сит!


...Оран менән һөрән киршәлеүҙән

Ҡитға билен дәһшәт ялмаған...

Планетам бөгөн — Күкте ярып

Ялҡынланып барған алмалай...



38. ШӘҮЛӘЛӘР

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет